МАША (хикәйә)

Бер машина янында өс-дүрт шофер көлә-көлә тәмәке тарта. Ә ситтәрәк арҡыры торған машина тәңгәлендә канау буйында ҡайышланып бөткән кейем кейгән, сәсе уҡмашып-уҡмашып һалынып төшкән ҡалын кәүҙәле берәүһе һүнгән тәмәкеһен тотҡан килеш башын тубығына һалындырып йоҡлап ултыра.

Архангел районына эш менән китеп барам. Киске сәғәт етеләрҙә Ҡарлыман станцияһына төштөм. Машина ҡараштыра башланым. Ҡыҙыу ураҡ ваҡыты бит. Ул тиҙ табылды. Яңы ғына иген бушатҡан машинаның кузовында минән башҡа тағы өс ир бар ине инде.

Яҡында ғына төйөнсөк тотҡан бер рус ҡыҙы йүгергеләп йөрөй. Ул шоферҙарҙан нимәлер һораша ла икенсеһенә йүгерә. Аҙаҡ ул да беҙҙең янға килеп менде. Артыҡ сибәр үк тип булмаһа ла, мөләйем генә йөҙлө, зәңгәр күҙле ҡыҙ. Битен тар ғына итеп асыҡ ҡалдырып, яулығын эйәк аҫтынан салып бәйләгән. Маңлайына һары сәс алҡалары төшкән. Аҡ ерлеккә һары борсаҡтар һибелгән, ҡыҫҡа ғына еңле, асыҡ иҙеүле, тәненә һылашып торған күлдәк, яланғас аяғына еңел сәпелдәк кейгән. Ҡыҙ борсолоуҙан һәм ашығыуҙан ахылдап төшкән. Көнгә янған бите тағы нығыраҡ ҡыҙарған, шыма маңлайында һәм төймәләй генә танауында ваҡ тир бөрсөктәре бар.

– Иҫәнмеһегеҙ! – тине ҡыҙ асыҡ тауыш менән һәм, яуап та көтмәй: – һеҙ ҙә Архангелгәме? – тип һораны.

Барыбыҙ ҙа баш ҡаҡтыҡ. Ул, ни өсөндөр быға һөйөнөп:

– Бына һәйбәт булды! – тип йылмайҙы. – Ә һеҙ Архангелдең үҙенекеме?

Ул барыбыҙҙың да йөҙгә түҙемһеҙ ҡарашын йүгертеп сыҡты.

Беребеҙҙең дә ул ауылдыҡы булмағанды белгәс, ҡыҙҙың йөҙөнә саҡ ҡына күңелһеҙлек билдәһе сыҡты.

– Улай-й икән шул, – тине ул, һуҙып ҡына. Уның тауышынан: «Их, әгәр берәйегеҙ шул ауылдыҡы булһа, мине тағы нығыраҡ һөйөндөргән булыр инегеҙ», – тигән үкенес ишетелгәндәй булды. Ҡыҙ, шунда уҡ алға барып, кабина башы аша шоферға түҙемһеҙләнеп өндәште:

– Йә, китәбеҙме инде?

– Сабыр ит. Көтәһе кеше бар, – тине моторында соҡсонған егет, башын күтәрмәй генә.

– Эй-й, – тине тиҙерәк Архангелгә табан атлығырға әҙер торған ҡыҙ, тәрән ризаһыҙлыҡ менән.

Машина ҡуҙғалып киткеләгәнсе инде, беҙ был илгәҙәк, алсаҡ рус ҡыҙынан үҙе хаҡында күп нәмәне белеп тә өлгөрҙөк.

Исеме – Маша. Ҡалала, төҙөлөштә, бетонщица булып эшләй икән. Кейәүгә сыҡҡанына ай ярым ғына була әле. Ирекәйе Вася ла шул уҡ төҙөлөштә шофер булып эшләй икән. Бер йыл буйы яратышып йөрөп өйләнешкәндәр. Уларға бер бүлмәле квартира биргәндәр. Тик, квартира алып аҙна-ун көн үткәс тә, Васяһын машинаһы менән колхозға иген ташыуҙа ярҙамға ебәргәндәр. Ул кисә ҡайтып әйләнергә тейеш ине, ни эшләптер ҡайтмаған. Шуға ғауғаланып, эше бөтөр-бөтмәҫтән ташлап, Маша үҙе Васяһы янына киткән. Ул килеүгә Васяһы, моғайын, элеваторҙа булыр тип уйлаған ул. Тик тегенең машинаһы иген бушатыусылар араһында булмай сыҡты.

Ахырҙа, беҙҙең шоферҙың көткән кешеһе килеп етеп, кабинаға инеп ултырҙы. Машина күп йөрөүҙән ныҡ иҙгеләнгән юлда саң бураны туҙҙырып һикерә-һикерә елдерә башланы. Тик Васяһы янына ашҡынып барыусы Машаны был тиҙлек кенә ҡәнәғәтләндермәй. Ана, ул осорға әҙерләнгән кеүек талпынып, кабинаға тотоноп алда баҫып бара.

– Ә Архангелгә нисә саҡрым? – тип әйләнеп һорай ул.

– Ҡырҡ булыр, – ти беребеҙ.

– Ой-й! – ти Маша, йәнә күңелһеҙләнеп. – Ә был машинаның тиҙлеге күпме тип уйлайһығыҙ?

– Шул самалыр, – тип яуапланы беребеҙ.

– Ой-й! Бер сәғәт барырға! – тип һуҙа Маша, тағы бошала-нып. – Васяның машинаһы булһа, тегеләй... Ел кеүек осорор ине. Ух, Васяның машинаһы! Белһәгеҙ ине...

Ағиҙел аша сығырға паром көткәндә, Машаның түҙемһеҙлеге сиктән ашты. Паромға ингәс ул, машинанан төшөп, арҡан тартышырға керешеп китте. Йәнәһе, тиҙерәк, тиҙерәк!

Йылғаны сығып, ҡабат юлға төшкәс, шомланып:

– Вася ниңә ҡайта алманы икән? – тине һәм: «Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?» – тигән шикелле беҙгә өмөт менән ҡараны.

Юлдаштарҙың берәүһе:

– Архангелдә ҡыҙҙарҙы бик сибәр тиҙәр, – тип шаяртты.

– Мин дә, әйләнеп ҡайта алырмынмы икән тип, ҡурҡа- ҡурҡа ғына китеп барам әле! – Икенсеһе унан да уҙҙырыбыраҡ элеп алды.

Машаның төҫө боҙолдо. Ул шаяртыусыларға бер йәмрәйеп ҡараны ла:

– Юҡ, юҡ, һөйләмәгеҙ! – тип, ике ҡулын да сәбәләнеп һелтәне. – Һөйләмәгеҙ! Минең Васям ундайҙарҙан түгел.

Машаның төҫөндә тегеләргә ҡарата тәрән шелтә билдәләре барлыҡҡа килде. Йылмайыуы бөтөнләй юғалды. Ике күҙенән ҡайнар йәш атылып сығырға әҙер генә тора ине.

– Шаяртабыҙ, шаяртабыҙ, – тиештеләр әлеге иптәштәр бер-бер артлы. Машаның өҙлөкһөҙ алсаҡ йылмайып торған йөҙөнән асыҡ нурҙарҙың ҡапыл юғалыуы беҙгә ауыр тәьҫир иткәйне шул.

– Ә һеҙ шаяртмағыҙ. Васяны белмәйһегеҙ бит, – тине ул үпкәсел тауыш менән. – Күрерһегеҙ әле...

Йәш ҡатындың күңелендәге шомланыу юҡҡа сыҡты. Ул уйсан ғына йылмая-йылмая алға ҡарап килә бирҙе.

Ҡояш байырға ағас бейеклек кенә ҡалғанда, бер түбәгә менеп еттек. Аҫта беҙ бараһы ауыл йәйрәп ята ине. Шунда машина туҡтаны. Шофер төшөп, башы менән моторы эсенә кереп китте. Беҙ ҙә төштөк. Алдағы ауылды тыны менән тартып яҡынайтырға әҙер килгән Машабыҙ ҡапыл һөйөнөслө ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ана, Васяның машинаһы!

– Ҡайҙа?

– Күрмәйһегеҙме ни? Ана бит! Вася, гостиницала торабыҙ, тигәйне. Сәйхана ҡаршыһында. Ана бит, шуның алдында машиналар тора.

Түбәндәге ауылдың өйҙәре ваҡ ҡына шаҡмаҡтар булып күренә. Ҡарай торғас, таптыҡ: ауылдың урта өлөшөндәге бер майҙансыҡта, себен ҙурлыҡ ҡына күренеп, биш-алты машина теҙелеп тора.

– Ана, минең Васяның машинаһы! – тип ярһып талпына Маша. – Ана бит, саҡ ҡына ситтәрәк, башҡаларына арҡыры тора!

Ҡарай торғас, бүтәндәренән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ситтәрәк арҡыры торған машинаны шәйләйбеҙ. Әммә, ни тиклем төпсөп ҡараһаҡ та, ул машинаның башҡаларҙыҡынан энә осондай ҙа айырмаһын тапманыҡ.

– Ҡайҙан таныйһың уны? – тип көлөштөк.

– Күҙегеҙ һуҡырмы ни... Ана бит, ул матурыраҡ.

Беҙ, бер-беребеҙгә ҡарашып, йәнә көлөштөк.

Машабыҙ:

– Эй, һеҙҙе!.. – тип ҡул һелтәне лә шофер янына китте. – Оҙаҡ торабыҙмы әле?

– Бер ун биш минут үтер...

– Ун биш мину-у-т! – тип, ҡатын, күҙҙәрен зәһәр асып, ҡото осҡандай артҡа сигенде. – Ун биш минутта мин әллә ҡасан унда булам. Ух, Вася күрһә, ҡаршыма йүгереп сығыр! – Маша, ҡосаҡлашыу хәрәкәте яһап, ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты һәм, сәпелдәген, йәһәт кенә һалып, ҡулына тотто ла, ауылға ҡарай йүгерҙе.

– Вәт бер ҡатлы иҫәр ҡыҙыҡай! – тип баш сайҡап көлдө беребеҙ.

– Бигерәк сабый бит әле... Ҡурсаҡ уйнар сағы ғына...

Йәйәүләп күпме генә үтһен инде. Әлбиттә, беҙ уны ҡыуып етеп, кире ултырттыҡ.

– Вася! – тип ҡысҡырҙы Маша тәьҫирләнеп, гостиница тапҡырына етер-етмәҫтән һәм, туҡтағас та, һикереп төштө.

Бер машина янында өс-дүрт шофер көлә-көлә тәмәке тарта. Ә ситтәрәк арҡыры торған машина тәңгәлендә канау буйында ҡайышланып бөткән кейем кейгән, сәсе уҡмашып-уҡмашып һалынып төшкән ҡалын кәүҙәле берәүһе һүнгән тәмәкеһен тотҡан килеш башын тубығына һалындырып йоҡлап ултыра.

– Вася! – тип уға ташланды Маша. – Васяҡайым!

Тегеһе лаяҡыл иҫерек ине. Маша иренең яурынынан алып еңелсә генә һелкетте.

– Вася! Ишетәһеңме, мин килдем бит! – тине Маша, күҙ йәше менән ялбарып.

Вася, башын көс-хәлгә генә күтәрә биреп, нимәлер мығырҙанды, «китегеҙ, кит!» – тип ҡул һелтәне, һәм йәнә башы тубығына быуынһыҙланып һалынып төштө.

Шунда былар янына өйөлөшөп тәмәке тартып торған шоферҙар ҙа яҡынлашты.

– О-о, Маша!

– Маша килгән!

– Ха-ха-ха...

– Бына, исмаһам, ҡунаҡ!

– Ә Вася уны ҡайһылай һәйбәт ҡаршылай!

– Ха-ха-ха...

Егеттәр мыҫҡыллап көлә, Васяны төрткөләй башланылар.

– Китегеҙ! – тип, тегеләргә нәфрәт сәсеп торган асыулы ҡарашын атты йәш ҡатын. – Китегеҙ, әшәкеләр! Ҡағылмағыҙ уға!..

– Ну, ну, Маша, ипләберәк һөйләш! Ха-ха-ха... – тип көлөшәләр шулай уҡ шаҡтай ҡыҙмаса шоферҙар.

Шунда Вася башын күтәрә төштө. Аларған күҙҙәрен тирә-яғына йүгертте, ләкин бер ни ҙә төшөнмәне.

– Вася! Был мин бит! Маша бит мин! – тип күҙ йәше аралаш аяныслы итеп ялбарҙы ҡатын.

– Ә-ә, Маша... Һин... Юҡ... Ә, Маша, – ул ҡапыл ҡатынын танып алды: – Ниңә килдең? – тип шаҡтай ҡырҡыу, иҫерек тауыш менән һораны һәм: – Кит, кит! – тип ҡул һелтәне.

– Вася! Йөрәккәйем минең! Һин нишләнең? – Ул, ярһып, ике йоҙроғон да бүтән шоферҙарға ҡарап һелтәне: – Нишләттегеҙ уны, әшәкеләр!

– Йә, йә, Маша! Ниңә аҡырынаһың? Беҙҙең ни ғәйебебеҙ бар? Ауыҙына көсләп ҡойманыҡ бит.

Машаның асыуы бынан һис тә баҫылманы. Ул иҫәңгерәп ултырған Васяһын һөйөп, иркәләп ҡарай ҙа, йыйылып торған шоферҙарға күтәрелеп, нәфрәт уғы ҡаҙап ала.

– Беләм мин һеҙҙе. Ул һәйбәт кеше. Ә һеҙ уны үҙегеҙ кеүек итмәксе булғанһығыҙ. Мыҫҡыл итеп эсергәнһегеҙ... Беләм мин, Вася ундай түгел. Ул һеҙҙән һәйбәт!..

Башҡа шоферҙар ярҙамында быуындары бөтөп боламыҡ булған Васяны Маша ҡултыҡлап ҡунаҡханаға алып инеп китте.

Мине шул уҡ шоферҙар торған алты кешелек бүлмәнең бер карауатына урынлаштырҙылар. Бисәкәйе килеү айҡанлы, Васяны ике карауатлыҡ күрше бүлмәгә сығарып һалғандар. Уны ла айырым бүлмә тип әйтерлек түгел, дөйөм ятаҡ бер ҡат таҡта менән генә бүленгән. Машаның Васяһының хәлен борсолоп һорашыуҙары, Васяның иҫерек яуаптары, аңлайышһыҙ лығырҙауы, хатта тын алыштарына хәтлем асыҡ ишетелеп тора.

– Ниңә шулай иҫерҙең, йәнекәйем? – тип өҙөлөп һорай ҡатыны.

– Булды инде... Их, Маша, мин бөткән кеше хәҙер. Подлец мин! Мине хәҙер эштән ҡыуырҙар. Их, Маша... Бөттө минең баш!

– Юҡ, юҡ, борсолма, Васям, һин бик һәйбәт кеше. Бына айнырһың, һәйбәтләнерһең. Яҡшылап һөйләшербеҙ. Ҡайһы ерең ауырта?..

– Бер ерем дә ауыртмай. Башым бөттө минең хәҙер.

– Юҡты һөйләмә. Хәҙер сәй ҡайнатырмын, һин яратҡан варенье алып килдем, һауыҡтырырмын. Абау, күҙ нурым, кейемдәрең нисек ҡатҡан! Иртәгә тағы килермен. Кейемдәреңде йыуып китермен, йәме. Мә, хәҙергә бынауҙарҙы кейҙерәйем. Әлдә алып килергә башым еткән.

– Килмә, йөрөмә. Арырһың, һин эштә бит, – ти Васяһы тынысыраҡ, айнығыраҡ тауыш менән. Күрәһең, Машаһы бик ҡаты итеп һабынлап башын һалҡын һыу менән йыуғас, аңы асыҡлана башлаған.

– Юҡ, юҡ, һис арымамын. Яп-яҡын ғына икән. Мин көн һайын килермен. Йәме?..

Был яҡта шофер егеттәр шешәләрендә ҡалғанды бүлешеп төшөрөп алдылар, йәнләнеп һөйләшә башланылар. Маша килеп төшкәндә, Васяның «ҡаршылауын» тағы телгә алып көлдөләр. Минең юлдаштар ҙа тегенең юлда ни тиклем осоноп килгәнен өҫтәп ебәрҙеләр. Көлөш ҡупты.

Шул саҡ, бүлмә ишеген шар асып, Маша килеп сыҡты, йөҙө баяғынан да асыулы ине.

– Их, һеҙ!.. Нимәгә ыржаяһығыҙ, кешнәшкән булаһығыҙ? Меҫкендәр! Васяны мыҫҡыллайһығыҙмы?! Уның кеүек булыу кәрәк әле! Һүҙ әйтәһе булмағыҙ уға. Их, Толя! – Ул, рәнйеп, шофер егеттәрҙең береһе ҡаршыһына барҙы. – Мин һинең Соняң булһаммы... – Маша шоферҙарҙың икенсеһенә ҡарап зәһәрләнеп бармаҡ янаны: – Их, Камил, мин һинең Нисаң урынында булһаммы? Яратыу түгел, күҙемә лә күрһәтмәҫ инем. Ул бахырҡайҙар түҙә бит һеҙгә. Тфү! Исмаһам, ҡара томшоҡтарығыҙҙы йыуыр инегеҙ! Ерәнгестәр, һаҡал баҫҡан үҙҙәрен! Ҡырынырға ваҡыт тапмайҙар. Ә араҡы һемерергә... Тфү! Теш ыржайтып ғәйбәт сәйнәргә беләләр. Әй, һеҙҙең менән һөйләшеп тел әрәм итергә!.. – Ул ҡырт ҡына боролдо ла, ғорур, төҙ атлап, Васяһы янына инеп китте. Унан шунда уҡ ғәжәп яғымлы тауыш менән ирен йыуатҡаны, иркәләгәне ишетелә башланы: – Ярар, сыҡма шулар янына, һөйләшмә, йоҡла инде, йәме? Бына шулай мин эргәңдә генә ултырайым, йәме?..

Был яҡта күңелгә ауыр тынлыҡ урынлашты. Егеттәрҙең йөҙө етдиләнде. Бер-береһенә үкенесле итеп ҡарашып алалар, өндәшмәйҙәр. Маша алдында улар үҙҙәрен бик ғәйепле һиҙәләр төҫлө. Уларҙың кәйефе миңә һәм юлдаштарыма ла йоҡто. Үҙемде лә уның алдында кисергеһеҙ ғәйепле һиҙәм. Был тойғо торған һайын нығыраҡ иҙә бара. Хәҙер үк Маша алдына барып, үҙемдең бер ғәйебем дә булмағанын, быларға ҡушылып көлмәгәнемде әйткем, ғәфү үтенгем килә. Ул баяғыса асыҡ йөҙө менән йылмайһын ине, асылып китеп һөйләшә башлаһын ине.

Егеттәр берәм-берәм сығып йыуынып инделәр, кейемдәрен рәтләштерҙеләр. Һәр береһе, Маша тағы сығып күрһен ине, беҙҙең ул ҡәҙәре үк насар кешеләр түгел икәнебеҙҙе күрһен, ышанһын ине, тигән шикелле, өмөт менән бүлмә ишегенә ҡарап-ҡарап алалар. Бәлки, башҡалар улай ҙа уйламағандыр, әммә минең күңелем шуны теләй ине.

Ахыр килеп, Толя тигәненең түҙеме бөттө. Ул бүлмә ишеген ҡыйыуһыҙ ғына шаҡыны ла:

– Маша, үпкәләмә инде. Беҙ бит... шаяртып ҡына... – тине ғәйепле тауыш менән.

– Китегеҙ, йөрөмәгеҙ, күрә алмайым мин һеҙҙе... – тип яуапланы Маша ҡырҡыу тауыш менән.

– Вася, әйт инде Машаңа, беҙ уҫал ниәт менән түгел...

– Зинһар, бәйләнмәгеҙ: Вася ауырыған, арыған. Йоҡлаһын. – Шунда уҡ Машаның тауышы үҙгәрә: – Йоҡла, йоҡла, Васенькам. Ҡарама шулар һүҙенә. Улар кешене бысратырға әҙер генә торалар.

Ҡараңғы төштө. Берәм-берәм урындарыбыҙға менеп ята башланыҡ. Шунда шоферҙарға ҡабат ҡуҙғалырға тура килде. Уларҙың бригадиры ҡайҙандыр бик асыуланып ҡайтып инде.

– Их, егеттәр!.. – тине ул һәм шоферҙарға башын ҡаға-ҡаға ҡарап торҙо. – Бына, исмаһам, күрһәттегеҙ кемлегегеҙҙе. Баш ҡаланың алдынғы предприятиеһынан патриотик рух менән колхозға ярҙамға килгән шоферҙар! Бөтә халыҡ алдында көпә-көндөҙ эсеп алғандар. Әҙәм көлкөһө! Бармаҡ төртөп күрһәтәләр бит.

Шоферҙарҙың Камил тигәне, ҡалҡына биреп:

– Ғәйнетдинов ағай, һуң бит беҙ... – тип аҡлана башлағайны, бригадир һөйләп бөтөргә ирек бирмәне.

– Эйе, беҙ бит рейсты өҙмәнек, тимәксе булаһығыҙ. Шул ғына етмәгәйне, шул мәсхәрәгә лә төшһәгеҙ... Былай булһа, һеҙҙән уныһын да көтөп була... Теге Васяғыҙ ҡайҙа әле? Яуыз... Әҙәм мәсхәрәһе...

Был мәлдә таҡта бүлмә эсендә ығы-зығы ишетелде.

– Вася, Вася, тием, ярамай, ят!

– Ебәр, Маша, мин сығам, һөйләшәм!

Ишектән Васяның туҙған башы, ҡыҙарынған-бүртенгән йәмшек йөҙө күренде.

– Бына бит, ғибрәт, – тип йөҙөн ерәнеп йыйырҙы Ғәйнетдинов. – Алдынғы предприятие вәкиле. Патриот. Ҡарлыманда уҡ төшөрөп алған. Машинаһы юлдан йылан кеүек борғоланып килә тиҙәр. Бала-саға ҡасып, өйҙәренә инеп бөткән. Их, Василий, Василий, бәлки, һине бөтөнләй ҡайтарып ебәрергә кәрәктер, ә?

Шунда Маша ишектән ҡыҫылып Васяның алдына сығып баҫты, ирен һуғыуҙан ҡурсалаған кеүек, уны бригадирҙан арҡаһы менән ҡапланы.

– Юҡ, юҡ, зинһар өсөн улай уйлай күрмәгеҙ! – тип ялбарҙы ул. – Вася – һәйбәт кеше. Һеҙ уйлағанса түгел... түгел... Ул яңылышҡан ғына. Ҡайтарып ебәрмәгеҙ. Мин көн һайын килеп, уны ҡарармын. Тәрбиәләрмен. Юҡ, юҡ, ул сирләгән, иртәгә үк һауығыр ул...

– Быныһы тағы ниндәй защитник? – тип, аптырап, йомшара төштө бригадир. – Күҙемә күренәме әллә?

– Васяның ҡатыны... ҡунаҡҡа килгән... – тип аңлатты Камил.

Тик Маша был изге ниәт менән әйтелгән һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөп етмәне. Баяғыса мыҫҡыл итеү тип аңланы, буғай. Камилға күҙенең ағы менән аҡайып ҡарап алды.

– Һеҙ... ғәф-фү... и-итегеҙ... – тип өҙөк-өҙөк мығырҙаны иҫерек Вася, бригадирға күтәрелеп ҡарамай ғына.

– Эйе, эйе, ғәфү итегеҙ Васяны. Ул башҡаса улай итмәҫ, – Маша, бригадирҙан артыҡ әрләү һүҙҙәре ишетмәҫ өсөн, ирен тиҙерәк йүпәләп бүлмәгә алып инеп китеү сараһын күрҙе. – Әйҙә, Васенька, ҡәҙерлем, тамағың кипкәндер. Сәйең дә һыуыналыр. Вареньеһын күберәк ҡабып эс, йәме. Ана шулай, вәт, хәҙер һәйбәт булыр.

Бригадирҙың асыуы тиҙ һыуынды. Ул шым ғына ишекле-түрле бер-ике әйләнгәс:

– Ярар, ҡарап ҡарарбыҙ! – тип үҙ алдына ғына әйтте лә ятырға әҙерләнә башланы.

Төн уртаһы ауышҡансы, йоҡо алманы. Ни тиклем тыңламаҫҡа тырышһам да, Машаның иренә әйткән һүҙҙәре әленән-әле ҡолаҡҡа салынып торҙо.

– Һаман йоҡлай алмайһыңмы ни, Васенька? Ҡыҫыҡмы әллә? Мин иҙәнгә төшөп ятайым. Эҫеме, хәҙер тәҙрәне асып ҡуям. Йоҡла инде, ял итеп өлгөрмәҫһең...

Уянғанда, шаҡтай иртә ине әле. Таҫтамалын яурыны аша һалып, Вася, тыштан кереп, аяҡ ослап баҫып ҡына бүлмәһенә үтеп китте. Бер нисә тапҡыр үкенесле генә итеп көрһөнөп- көрһөнөп ҡуйҙы.

Башҡалар ҙа яйлап тора, йыйыштырына башланылар. Баҡһаң, Маша юҡ икән инде. Күптән ҡайтып киткән. Әллә инде Васяһы таңдан машинаһы менән станцияға илтеп ҡуйған, әллә юл ыңғайы машинаға ултыртып ебәргән. Тик беҙгә бер тауыштары ла ишетелмәне.

Шоферҙар ашыға-ашыға урам аша сәйханаға йүнәлделәр, унда йәһәт кенә эштәрен бөтөрөп машиналарын ҡыҙҙырҙылар ҙа аллы-артлы китеп тә барҙылар. Вася тороп, ашап, эшенә киткәнсе, иптәштәренә ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәне, ғәйепле рәүештә башын эйеп һүлпән генә тик йөрөнө.

Мин дә эшем буйынса сығып киттем.

Ҡунаҡхана халҡы кис йәнә урындарына йыйылды.

Шоферҙар гөрләшеп ҡайтып етте.

– Көнө буйы баш сатнаны, малай, – тине Камил.

– Мин уның хәстәрен күрҙем инде, – Толя өҫтәлгә ярты литр араҡы сығарып ултыртты. – Вася, яҡыныраҡ кил. Һинең хәл беҙҙекенән дә насар бит. Бригадир ҡайтҡансы...

– Юҡ, – тине тәҙрәгә ҡапланып торған Вася, артына әйләнмәй генә.

– Ысынлап, минең дә теләк юҡ төҫлө, – тине Камил.

– Минең дә, – тине өсөнсө шофер.

– Бәй, мин бер үҙем нишләп эсеп торайым? – Толя араҡыны төптәге тумбочка өҫтөнә күсереп ҡуйҙы.

– Маша киләм тип һөйләнә ине, – тине береһе.

– Әлләсе, – тине Вася, әйләнеп ҡарамай ғына. Уның күҙҙәре юлда. Сер бирмәй, тик ашҡынып көткәне елкәһенән үк һиҙелеп тора.

Күренеп тора, егеттәрҙең барыһы ла уны көтә. Уның алдында ғәйептәрен юйғылары, һәйбәт төҫтә күренгеләре килә. Ана, улар берәм-берәм ҡырынырға ултыра башланылар. Яҡшылап йыуындылар, сәстәрен таранылар, таҙа кейемдәрен кейеп алдылар.

Вася әле урамға сығып, канау буйына баҫып, килгән машиналарҙы көтөп ала; әле, кире инеп, тәҙрәгә ҡаплана.

– Килмәйме? – тип егеттәрҙең әле береһе, әле икенсеһе һорай унан.

– Юҡ.

Тора торғас, бүлмәләгеләрҙең барыһының да зарығып көткәне, торған һайын түҙемһеҙләнә барғаны ап-асыҡ күренде. Баҡһам, бына сәғәттән артыҡ инде мин дә тәҙрәнән күҙемде алмайым, имеш!

Ҡараңғы төшә башлағанда, Вася, өмөтөн өҙөп, урынына инеп ятты. Ут яндырып торолманы. Башҡалар ҙа күңелһеҙ генә йоҡлау яғын ҡайғырта башланылар. Бүлмә эсе һиҙелеп ҡараңғылана. Мөйөштәге тумбочка өҫтөндә етемһерәп ултырған шешәнең һыны торған һайын тоноғораҡ күренә бара. Ана, ул ҡараңғыла юғалды ла инде.

Өсөнсө көндө кис, Вася бригадирҙары Ғәйнетдиновтың ҡайтып ингәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алды ла:

– Мин ҡайтып әйләнәйем әле. Иртән бында булырмын, – тине.

– Ай-һай, өлгөрөрһөңмө һуң? Смотри, – тине Ғәйнетдинов. – Үпкәләштән булмаһын.

Шунда һүҙгә Камил ҡушылды:

– Ағай, минең Ниса ла сирләштереп ҡалғайны...

– Батюшки, онота яҙғанмын, Соняның тыуған көнө! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Толя.

Ғәйнетдинов һынаулы көлөмһөрәне лә:

– Йә, тағы кемдәрҙең ҡайтаһы килә?

Барыһы ла һикереп торҙолар, зыҡ ҡубышып әҙерләнә башланылар.

– Бер машинаны алығыҙ, – тине бригадир. – Әммә... сәғәт етелә – бында!.. Точка! – Үҙе лә, әҙ генә уйға ҡалып ултырғас, киҫкен рәүештә урынынан торҙо: – Хәйер, мин дә ҡайтып әйләнәйем әле. Йүнле генә итеп арҡаны йыуҙырып киләйем...

Биш минут та үтмәне, шоферҙар тупырҙап сығып та киттеләр. «Мин дә ҡайта-ам!..» – тип һөрән һалып, арттарынан йүгереп сығыуҙан үҙемде саҡ-саҡ тыйып ҡалдым.

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.

1965

Читайте нас