МАТУРЛЫҠ СЕРЕ (хикәйә)

Ә мин матур ир менән йәшәй башланым. Тора-бара уны техникумда уҡытып алдым, эшендә лә маҡтаулы. Бер мәлде быны үрләтеп ебәрҙеләр. Башта бәләкәс кенә етәксе булды, яйлап ҡына күтәрелә бара, күтәрелә бара. Бының тирәһендә ҡатын-ҡыҙ күп сыуала башланы. «Ай-Һай, һаҡ бул. Ғиндуллаң фәләндең сумкаһын күтәрешеп барышҡан. Ҡолаҡ ҡағып ҡуйма, Ғиндуллаң төгәнгә ярҙам иткән». Унан да һүҙ килеп етә, был яҡтан да.

Ләйләнең матурлығын аңлар өсөн, уға Мәжнүн күҙҙәре менән ҡарарға кәрәк.

Сәғди, «Гөлөстан»

 

Мин атайһыҙ үҫтем. Ул һуғышҡа киткәндә сабый ғына булғанмын – бөтөнләй иҫләмәйем. Беҙҙең бәләкәй генә ауылға фронттан иҫән-аман тик дүрт кенә кеше ҡайтҡан. Шуларҙың береһе беҙҙең күрше ине. Һәләк ҡыҙыу, эсеп алһа бисәһе менән балаларына көн юҡ. Улар ҡасып беҙгә инеп йәшенә, йыш ҡына ҡалтырашып беҙҙә төн үткәрәләр. Теге абзый килеп аҡырына, ишекте туҡмай. Ул ваҡытта күмәкләшеп ҡалтырайбыҙ. Ул ағайҙы тик өләсәйем генә туҡтата, тынысландыра ала торғайны. «Әллә нисәмә тапҡыр йәрәхәтләнеп, үлемдән саҡ тороп ҡалған, зиһене зарарланған кешенең хәлкәйен беҙ аңлайбыҙмы ни?» – тип уны яҡлашыр ине. Ҙурайғас, барыһын да аңланым. Ә бәләкәй сағымда шуларҙы күреп: «Атай шулай була икән дә», – тип уйлап үҫтем, үҙ-үҙемә ғүмерҙә лә кейәүгә сыҡмаҫҡа тип һүҙ бирҙем. Тик улай буламы һуң инде? Ағай-апайҙарым ғаилә ҡороп, бала-сағалы булғас, минең һаман яңғыҙ йөрөгәнемә борсола башланылар. Башта, уҡыйым әле, тинем. Бына диплом да алдым. Осраған береһенең: «Кейәүгә сыҡманыңмы әле?» – тигәне лә теңкәгә тейә. Иң ҡыйыны шул: әсәйем көйөнә. Ниндәй егет-елән йөрөй икән тип тирә-яғыма ҡарана башларға тура килде. Мин үҙем йәмһеҙ генә булдым бит инде. Йәмһеҙлегемә күптән күнгәнмен. Шуға күрә уға артыҡ иҫем киткән юҡ. Уның ҡарауы, асыҡмын, еңел генә аралашып барам, холоҡ-фиғелем һәйбәт. Эшем дә кеше араһында. Төшөп ҡалғандарҙан түгелмен инде, бер һүҙ менән әйткәндә. Баҡһаң, күҙ ташлап, күңел һалып йөрөгән егет-елән дә юҡ түгел икән. Хатта, бер еңгәм әйтмешләй, баштарына сиртеп-сиртеп, һайлап алырлыҡ та мөмкинлек бар.

Ниңә Ғиндуллала туҡталдым, бер ҙә икеләнеп торманым? Ул да ныҡ ябыҡ, йәмһеҙ була торғайны. «Ҡалай яҡшы, ирем дә үҙем кеүек йәмһеҙ булһын», – тинем инде. Кеше ҡыланғанды ҡабатлап, матур итеп туй яһап өйләнештек, бергә тора башланыҡ. Хәҙер миңә һәйбәт ҡатын булырға тырышырға кәрәк бит инде. Күмәк балалы ғаиләлә атайһыҙ үҫкәс, әсәйебеҙҙең тамаҡ тәрбиәләп, өй бағып ултырырға ваҡыты булманы. Үҫә барған һайын, уның янына баҫып, тормош йөгөнә беҙ ҙә егелдек. Бесәнен дә саптыҡ, утынын да быстыҡ, ярҙыҡ, өйҙөк. Шуға күрә ҡала ҡатындарының күп эше башта миңә бик сәйер була торғайны. Бер мәл әхирәтем менән тегенсегә барҙыҡ. Шунда был ҡатын: «Иртәгә бушамайым, көнө буйы керемде үтекләргә кәрәк», – тигәс, аптырағаным иҫемдә. «Шул тиклем үтекләрлек ниндәй кер икән?»

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул, ҡаласа донъя көтөргә әсәйҙән өйрәнелмәһә лә, китапты күп уҡый инем. Унда яҙылғандарҙан шуны аңланым: яҡшы ҡатын тәмле итеп ашарға бешерергә, өйҙө таҙа тоторға, ирен тәрбиәләп-ҡарап торорға тейеш. Тырыштым китапса ҡатын булырға. Щи, борщ кеүек үҫкәндә ят булған аштарҙы ла бешерәм, Ғиндуллам эй тәмле лә, эй тәмле, тип маҡтай-маҡтай ашай. Бер заман был ит ҡунып, бик йәмле генә иргә әйләнгән дә киткән бит. Көн һайын күреп, күҙ өйрәнгәнме – мин үҙем быны абайламай ҙа ҡалғанмын. Бер мәл парлашып трамвайҙа китеп барабыҙ. Ике йәш кенә ҡыҙ беҙгә ҡарайҙар ҙа бышылдашалар. Ҡолаҡҡа салынды бит: «Нишләп бынау матур ир был йәмһеҙ бисәгә өйләнде икән?» Мин башта һүҙҙең беҙҙең хаҡта барғанын да аңлап етмәнем. Йәмһеҙе мин инде, ә матуры? Ғиндулламы? Иғтибарлап ҡараһам, эргәмдә ысынлап та ифрат күркәм ир ултыра ла баһа. Шым ғына ҡыҙҙарға шыбырҙайым:

– Эйе, ҡыҙҙар, – тием, – матурлыҡ өләшкәндә йоҡлап ҡалғанмын, бәхет өләшә башлағанда уянып киттем. Һеҙ ҙә гел уяу булығыҙ.

Йәтеш иттем, тегеләр ҡып-ҡыҙыл булдылар ҙа шымдылар, киләһе туҡталышта төшөп ҡалдылар.

Ә мин матур ир менән йәшәй башланым. Тора-бара уны техникумда уҡытып алдым, эшендә лә маҡтаулы. Бер мәлде быны үрләтеп ебәрҙеләр. Башта бәләкәс кенә етәксе булды, яйлап ҡына күтәрелә бара, күтәрелә бара. Бының тирәһендә ҡатын-ҡыҙ күп сыуала башланы. «Ай-Һай, һаҡ бул. Ғиндуллаң фәләндең сумкаһын күтәрешеп барышҡан. Ҡолаҡ ҡағып ҡуйма, Ғиндуллаң төгәнгә ярҙам иткән». Унан да һүҙ килеп етә, был яҡтан да. Көнләшмәнем, ғауғалашманым да. Күреп йөрөлә бит инде: сығып китә торған ир, сәсең менән иҙән һеперһәң дә, көнләшеп, сат йәбешеп ятһаң да, сыға ла китә, уны бер нәмә менән дә тотоп булмай. Шулай тинем дә ҡуштан бисәләргә иғтибар итмәҫ булдым. Киреһенсә, үҙемә иғтибарымды арттырҙым. Мин дә эшемдә үҫтем, һәйбәт әсәй, уңған килен, асыҡ йөҙлө еңгәй, ихлас килендәш булдым. Йөҙөм һәр саҡ яҡты, өйөм ҡотло, ашым татлы булһын, тип тырыштым.

Ғиндуллам йылдар үткән һайын тағы ла күркәмерәк була барҙы, бер мәл бик ҙур түрә булып китте. Үҙгәрһә лә, тыйнаҡ холҡо шул килеш ҡалды, мине, балаларын ташларға башына ла инеп сыҡманы. «Әллә был һаман үҙен йәш саҡтағы һымаҡ ямаҡаймын тип иҫәпләй микән?» – тип уйлаштырғаным да булды. Тик белгәндер, ҡатын-ҡыҙ белдермәй ҡуймаҫ.

Минең тыуған яҡтар, бик алыҫ булһа ла, күңелде тартып торорлоҡ күркәм, ә әсәйем яңғыҙ булғас, ауылға йыш ҡайтып йөрөй торғайныҡ. Ҡайтты ниһәк, ғәйбәт китә. Ауылдың зәһәр телле ҡатындары баш ватырға тотона – шундай шәп ир йәмһеҙ Әминә менән нимә тип тора икән, йәнәһе. Бер заман күҙемә ҡарап төрттөрҙөләр: матур Ғиндуллаға матур ҡатын кәрәк ине, тиҙәр. Араларында хәтәр сибәрҙәр ҙә, бер нисә ир алмаштырып, ҡырҡылып бөткән үткерҙәр ҙә бар. Үпкәләмәнем, ә былай тинем:

– Һүҙ ҙә юҡ, Ғиндулла ғәйәт матур, һәйбәт ир. Ә мин йәмһеҙ, уныһы ла дөрөҫ. Мин үҙем дә шуны аңлап етмәй инем: егерме биш йыл бергә торабыҙ. Инде балаларыбыҙ ҙа үҫеп етте. Ә ул нишләп мине ташлап сығып китмәй икән? Мәжбүр итеп тотмайым, ялбармайым, китәм тиһә, бер һүҙ әйтмәҫ инем. Ә Ғиндулланың улай тип ауыҙ асҡаны ла юҡ. Шул үҙемде лә бик аптырата.

Минең ихласлығымды көтмәгән һылыуҡайҙар уңайһыҙланып ҡалды. Уңайһыҙ, шулай ҙа ҡыҙыҡ. Ауыҙ асып, ни әйтеремде көтәләр. Мин һүҙемде дауам иттем:

– Аптырата ине, – тинем. – Ә бер көн килеп яуабын таптым бит, ысын матурлыҡтың серен астым.

Юрый туҡтаным да тегеләргә йәнә күҙ йөрөтөп сыҡтым. Ә быларҙың түҙемһеҙлеге сигенән ашып бара.

– Ул сер бик ябай булып сыҡты бит, әүкәйҙәр. Һеҙҙең күҙгә мин йәмһеҙ күренәм, үҙемә лә. Ә Әминәнең матурлығын аңлар өсөн, уға Ғиндулланың күҙҙәре менән ҡарарға кәрәк икән.

Ошонан һуң беҙҙең менән булышыуҙан туҡтанылар.

Гөлсирә ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас