Хикәйә
Бөгөн вахтаның һуңғы көнө, өс айҙың үтеп киткәне һиҙелмәне лә. Бер уңға, бер һулға әйләнеп төнөн йоҡоһоҙ үткәрҙе Ришат. «Ҡайтырғамы әллә ҡалырғамы» - тигән һорау баш мейеһен бырауланы, вахтаны тағы ла оҙайтып эште дауам итергәме?
Уйланып ята торғас бер ҡарарға килде «ҡалам». Өҫтөнән ауыр йөктө алып ташлағандай, еңел һулап алды, һәм үткәндәрҙең татлы хәтирәһенә сорналып тағын күҙен йомдо. Тик йоҡоһо ҡасҡайны инде, шулай ҙа үткән ғүмерен барлап оҙаҡ ҡына ятты, әллә нисек кенә үтте шул ғүмере. Яҡын кешеһе лә һыйынырҙай бер кеме лә булмау йөрәк әрнеүҙәрен яңыртты.
Күҙ алдына ғүмеренең иң сағыу, иң бәхетле атайлы - әсәйле сағы пәйҙәләнде. Бала саҡтан уҡ уйсан, хыялланыусан ҡыҙҙар кеүек нескә күңелле булып үҫте.
Тәбиғәт күренешен күҙәтеп, болон - аҡландарҙа сәскәләр йыйып алып ҡайтып әсәһенә бүләк итәр ине. Әсәһенең ысын күңелдән һөйөнгәне, йомшаҡ ҡына ҡулдарының йылыһы әле иҫендә.
Егет үҙенең киләсәк тормошон гел матур сағыу төҫтәр аша күрҙе.
Шау сәскәле, йылы ҡояшлы, наҙлы яҙ кеүек. Ҡышҡы ыжғыр буранһыҙ, сатлама һыуыҡһыҙ, көҙгө шыҡһыҙ илаҡ ямғырһыҙ тойола кеүек ине уға. Ауылда иң өлгөлө татыу ғаиләләрҙең береһе булып иҫәпләнделәр. Атаһы ауылдың абруйлы, киң яуырынлы, көслө ихтиярлы, ғәҙел тоғро, бар яҡлап та булған, уңған, алтын ҡуллы ине. Иләгенә силәге тигәндәй әсәһе лә, сибәрлеге, егәрлелеге менән ауыл халҡын шаҡ ҡатырып күптәрҙе көнләштергән ҡатын. Тик тормош аяҙ көндәрҙән генә тормағанын үҫә төшкәс әсәһе яман сир менән сирләп үлгәндән һуң аңланы. Был тормоштоң кеше яҙмышына ғәҙелһеҙлек күрһәткәненә иҫе китеп бик оҙаҡ уйланды.
Атаһы ҡайғы һурпаһын оҙаҡ эсмәне, сит тарафтарҙа ғүмер итеп, ирҙән айырылып ҡайтҡан Хәмдиәне ҡыҙ балаһы менән алды ла ҡайтты. Бер күреүҙән оҡшамаһа ла атайҙың теләген йыҡманы. Тик ниңәлер апаны гел әсәһе менән сағыштырҙы Ришат, ер менән күк араһы. Йыуаса кеүек ҡыҙыл йөҙлө, һытылырҙай торған кәүҙәһенә килешһеҙ ҡыҫҡа ҡулдар. Уҫал ҡарашлы яуыз ҡатын. Шул ҡараштан малай зар күреп үҫте.
Уйына яңынан егет сағы,тәүге мөхәббәте килеп баҫты, эх Фирүзәм ниҙәр булды һуң беҙгә? Үгәй әсәһенең ажарланып арыҫландай ажғырып хурлағанынан әле булһа һиҫкәнеп тертләп киткәндәй тойола уға. «Атаң йортона ҡот китереүсе хәҙер һин ҡалдың» - тиһә лә Ришаттың ике туған ағаһы, тик тыуған йорт йылыһында оҙаҡ ҡыҙынырға тура килмәне. Фирүзәһенә уның турында, ә уңа Фирүзә тураһында бик алама хаттар яҙыуын һуңлап ҡына белде Ришат. Фирүзәнең уны яратҡанын ғүмер буйы көтөп йәшәгәнен белмәне шул, бер хат бер алама һүҙ, мәңгелеккә ҡанатын ҡайырҙы йәштәрҙең, пар булырҙай йәшлек мөхәббәте ике ярҙа ут булып дөрләп янды. Ошо ауыр тойғоларҙы оноторға теләп әммә йоҡлай алмаҫына тамам ышанғас, тәмәкеһен ҡабыҙып балконға һалҡын һауаға сыҡты. Северҙең алһыуланып атҡан таңына ҡарап һоҡланып ҡарап торҙо. Күҙ алдына Фирүзә менән осрашҡан бәхетле миҙгелдәре килде. Берҙән - бере йәшлек һөйгән йәрен генә иҫкә төшөргәс икенсе өп - өр яңы бәхет донъяһына аҙым яһаған һымаҡ хис итте...
Беҙ бер бүлмәлә өс кеше йәшәйбеҙ, арабыҙҙа иң олоһо, иң баҫалҡы, әҙ һүҙле тыйнаҡ, аҡыллы ғына ағайыбыҙ Ришат. Икенсеһе мин Рәсүл булам, өсөнсөһө иң йәше Нәғимебеҙ. Бөгөн Нәғим ҡояш менән бергә уянды, эстән генә ниндәйҙер көй мөңгерләп, ерҙән түгел күктән осоп йөрөнө. Һәр саҡ шаян һүҙле, төртмә телле торғаны бер тел биҫтәһе, бер туҡтауһыҙ урынлы - урынһыҙ хәбәрҙәрен һөйләп теңкәгә тейеп бөтә. Әле лә «тороғоҙ, йоҡо сүлмәктәре» - тип таҡмаҡлай - таҡмаҡлай, уңған килендәй йүгергеләп йөрөп өҫтәлгә иртәнге сәй әҙерләне.
Тороп йыуынып сайынып алғас, сәй эсергә ултырҙыҡ. Сәй артында инде Нәғимдең һөйләмәгән һүҙе ҡалманы, нисек хәләл ефетен, балаларын һағынғанын, осрашыу минуттарын түҙемһеҙләнеп көткәнен түкмәй - сәсмәй һөйләп бирҙе лә һораулы ҡарашын Ришатҡа төбәне. «Ағай, һин ниңә бөгөн бер һүҙ ҙә өндәшмәй шым ғына ултыраһың, ауыҙыңа һыу уртланыңмы әллә?» - тиеп эләктереп тә алды. Оҙаҡ ҡына башын түбән эйеп, бер нөктәгә төбәлеп, уйға батып утырған Ришат кәүҙәһен турайтыбыраҡ һүҙ башланы. «Эй ҡустым, Нәғим ҡустым, һағынып көтөп алыусы кешем булһа, талпынып ҡанатланып осоп ҡайтыр инем дә бит, ғүмер үтте парлы булып яңғыҙ йәшәлде шул» - тип ғәйепле кешеләй башын түбән эйеп көрһөнөп ҡуйҙы. «Күпме йылдар үтһә лә, тәүге мөхәббәтем Фирүзәмде һағынып, юҡһынып йәшәйем, уртаҡ түшәкте бүлешеп, бергә ашап - эсеп, бергә донъя көткән, балаларым әсәһен Сәриәне ниңәлер үҙ итә алманым» - тип һүҙен дауам итте. Беҙ яҡыныраҡ күсеп утырып күҙ ҙә йоммай йотлоғоп тыңлайбыҙ, Нәғимдең ҡыҫыҡ күҙҙәре биш тин аҡса тиклем ҙурайып майланып уҡ китте. Бына һиңә, өндәшмәҫ кенә сабыр холоҡло ағайыбыҙҙың эсе тулы сер икән, быға саҡлы бер кемгә лә һөйләмәгән, нисәмә йылдар йөрәген һыҙлатып, томаланып йәшәгән хистәр өйөрмәһен ҡуҙғатты ул бөгөн. Уның һөйләгәндәре үҙәкте өҙөрлөк, бәғергә үтеп керерлек ине. Үҙенең парлы килеш, ни тиклем яңғыҙлыҡ кисергәнен, бер ниндәй ҙә донъялағы илаһи көс тә алыштыра алмаған тәүге керһеҙ саф мөхәббәте тураһында һөйләгәнен тын алырға ла баҙнат итмәй тыңланыҡ.
- Фирүзәһе «Беҙҙән дә бәхетле пар булмаясаҡ, бына күр ҙә тор, бар донъяны шаҡ ҡатырып, күптәрҙе көнләштереп йәшәрбеҙ эйе бит матурым» - тигәйне ул ҡолағыма бышырҙап. Тулҡын ҡара сәстәрен елберләтеп, башын артҡа ташлап селтерәп аҡҡан шишмәләй селтер - селтер көлгәнен, май ҡояшылай алсаҡ йөҙөн, мөхәббәттән шашып янған йондоҙҙай нурлы күҙҙәрен һис онота алмайым. Татлы ла, ғазаплы ла уйҙарым нисәнсе ҡат һағыш ялҡыны көйҙөргән тәүге мөхәббәтемә, бергә ҡаршылаған алһыу иртәләремә, айлы кистәремә, наҙлы хистәремә алып ҡайтты икән? Тәүге осрашыуым, бер күреүҙә ғашиҡ булыуым, аҡлы - ҡаралы кино таҫмаларылай берәм - берәм күҙ алдымдан үтә лә үтә. «Ул көндө күрше ауылға уйынға килгәйнек» - тип берсә йылмайып, берсә моңайып һүҙен дауам итте. Шәп гармонист икәнемде тирә - яҡ ауылдар белә ине, һабантуйҙар ҙа, концерттарҙа сығыш яһап данланғайным. Өҙҙөрөп уйнап ебәреүем булды береһенән - береһе сибәр ҡыҙҙар күбәләктәй өйөрөлөп бейергә төштөләр. Ҡаҡса ғына кәүҙәле, нескә билле үҙенә килешле генә зәңгәрһыу күлдәкле ҡыҙ күңелемде бер күреүҙә үҙенә йәлеп итте. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, көндө төнгә ялғап һағынып осрашыу минуттарын көтөп алыуҙар. Осрашыуҙар йышайғандан йышайҙы, ара йыраҡлыҡтары ла, үгәй әсәһенең дә ҡаршылыҡтары ла, беҙең һөйөүгә аяҡ сала алманы. Көн артынан көндәр үтте, беҙ бер - беребеҙҙән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алманыҡ, киләсәккә яҡты хыял маҡсаттар ҡороп, «ғүмерлеккә бергә булырбыҙ» - тип вәғәҙәләр бирештек.
Фирүзә мед училищегә уҡырға керҙе, мин автошколаға. Уҡып бөтөр - бөтмәҫтән мине армияға хеҙмәткә алдылар. Фирүзәмдең йәшле күҙҙәрен төбәп оҙатып ҡалыуы, әле күҙ алдымда. Һөйөү менән һуғарылған хаттар бер - бер артлы яуып торҙо, бойоғорға шикләнергә бер сәбәп тә булманы, бер - береһен өҙөлөп һөйгән ғашиҡтарға, ара йыраҡлығы ғына кәртә була алманы. Аяҙ көндә һуҡҡан йәшен кеүек булды ул көн, Ришаттың үгәй әсәһенән алған хатты уҡып ,ни уйларға белмәй, төшөнкөлөккә бирелеп, хатта йәшәүҙән төңөлөп, үҙ - үҙенә урын тапмай, янып - көйөүҙәре, йоҡоһоҙ төндәре иҫәпһеҙ - хисапһыҙ мәңгелек булып тойолдо. Хеҙмәтемде тутырып, ил алдында бурысымды үтәп мин дә ҡайтып төштөм тыуған төйәгемә. Тәүге теләгем Фирүзәмде күреп һөйләшеп аңлашыу ине, «ниңә, ни өсөн» - тигән һорауҙарға яуап ишетәһем килгәйне. Тик... Фирүзәнең үҙенән байтаҡ йәшкә оло кешегә кейәүгә сыҡҡанын ишеткәс йөрәгемә бысаҡ ҡаҙалғандай булды, һулышым ҡыҫылып быуылды, хыял өмөттәрем селпәрәмә килде, аяҡ аҫтында ер убылып төпһөҙлөккә һөйрәне. Һыу ағыштары туҡталды, ҡояшым һүнде, йәшәү йәмен-ғәмен юғалттым. Шул хәлдән һуң өйгә ҡайтмай яланда ҡыуыш ҡороп ялғыҙы һыҙланып ятҡаны әле лә иҫендә, шулай итеп Фирүзәм көтмәгәндә бар донъяны шаҡ ҡатырып, яҙмышын, ныҡыш үҙ һүҙле, текәббер холоҡло Зөфәр менән бәйләне, ике тормош, ике яҙмыш шулай хәл ителде. Мин дә әҙерәк шаңғып иҫһеҙләнеп йөрөнөм дә, әллә сәмләнеп, әллә ғәрләнеп, әллә үсләшеп, үгәй әсәйемдең ике туған һеңлеһенең ҡыҙы Сәриә менән яҙмышымды бәйләнем. Миңә саҡлы иргә барып айырылған елбәҙәк еңел холоҡло ҡыҙҙы бик өнәп бөтмәһәмдә, әллә ни булды зиһен аҡылым томаланып ҡапыл ғына уйлап, өйләндем дә ҡуйҙым. Эйәрсән ҡыҙын үҙемдеке һымаҡ яҡын күреп торҙом. Бер -бер артлы бер ул, бер ҡыҙ донъяға килде, мәшәҡәттәр менән мауығып, йөрәк һыҙланыуы, күңел һыҡраныуы ваҡытлыса баҫылғандай булды. Ҡатыным, балаларым эргәмдә булһа ла, мин барыбер үҙемде яңғыҙ хис иттем, мөхәббәтһеҙ, яратҡан кешеһеҙ йәшәлгән ғүмерҙе - буш ғүмер икәнен белһәм дә, күңел төпкөлөндәге бер бәләкәс кенә өмөт сатҡыһы үҙенә ылыҡтырып, алға әйҙәп йәшәү көсө өҫтәп торҙо.
Тормош булғас төргө саҡтар була: ҡайҙа барып бәрелергә белмәй, дала ҡамғағы кеүек бәргеләнеп тә йөрөйһөң, бер башыңды ҡайҙа ҡуйырға белмәй, үҙ - үҙеңә урын тапмай ыҙаланаһың. Барыһын да ташлап йәһәннәмгә сығып китке килә башлай. Тик һине бер нимә туҡтата... Ул күңел төбөндә баҫҡыған өмөт...
Хистәремде йәшерә алмаҫлыҡ хәлгә еткәс, үҙ - үҙемдән ҡурҡып ситкә сығып китеү яғын һайланым. Сәриәнең дә күңеле аҙып, аҡса ҡолона әйләнгәйне, һәр саҡ уңа ниҙер етмәй, тәнҡитләп игәп кенә торҙо. «Себер тарафтарына аҡса эшләргә китәм, балаларҙы уҡытырға, башлы - күҙле итергә кәрәк бит» - тигәс, ҡаршылыҡ күрһәтмәне киреһенсә ҡеүәтләне генә. Сирек быуат үтһә лә Ришат үҙ - үҙенән ҡасып, ошо йән әрнеткес юғалтыу ғазабынан аңҡы - тиңке йөрөп, Фирүзәһенә булған хистәренән айный алмай иҫереп, ғүмер үткәнен дә һиҙмәне. Нисә тапҡыр йән әрнеткес һорауҙар йөрәген ҡайсылап мең киҫәккә телгеләне. «Әгәр ҙә мәгәр берәй ерҙә осрата ҡалһам» - тиеп алдан әҙерләнеп ҡуйған һүҙ телмәрен ҡабатлап ятлап уҡ бөткәйне. Күпме айлы төндәр ҙә йондоҙ күҙләп хистәренә ихтияр биреп, юғалтыу ғазабының нисек ауыр икәнен иҫбатлап шиғырҙар яҙҙы. Төндә төштәремдә Фирүзәмде күреп өнөмдә күргәндәй һөйөнә инем, «бәлки яҙмыш беҙҙе киренән осраштырыр» - тиеп күпме өмөтләнеп йәшәнем, күҙ ҡарашын алыҫ төбәп һөйләне лә һөйләне Ришат ағай. Уның йөрәген яндырыусы ниндәй Фирүзә тураһында барғанын мин һүҙ барышынан уҡ, аңланым. Ул беҙең ауылға килен булып төшкәндә мин башланғыс мәктәптә уҡый инем. Хәҙерге көндә Фирүзәнең оло ҡыҙы Зәлиә минең ҡатыным, ә Фирүзә үҙе минең иң ҡәҙерле ҡәйнәм икәнен дә ишеткәс Ришат ағай телһеҙ ҡалды, тик йондоҙҙай балҡып киткән күҙҙәре уның шатлыҡ тойғоһон сағылдырғаны аңлашылды...
Белеүемсә Фирүзәнең дә бәхете булмаған, ҡырыҫ холоҡло йөрөмтәш аҙғын ирҙең күңелен Фирүзә генә баҫа алмаған, сит ҡатындар менән сыуалып, аҙып-туҙып йөрөүсе Зөфәр юл фәжиғәһенә осорап вафат булыуын Ришат ағайға һөйләп бирҙем. Фирүзә ҡалған ғүмерен балаларына бағышлап, ейән- ейәнсәрҙерен үҫтерешеп әүҙем генә донъя көткәнен, ғүмер буйы яратып йөрөгән егетенең Ришат икәнен Зәлиә ҡыҙына һөйләгәнен аңлаттым. Бәхетлеме һуң ул бөгөн? Бәлки бәхетлелер ҙә, ана бик тәүфиҡле, итәғәтле балалар үҫтереп, бәхетле өләсәй булып йәшәп ята.
Фирүзәнең үткәненә килгәндә инде ошо аңлайышһыҙ хәлдән һуң ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән саҡтарында уның эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныусы берәү ҙә булманы тиәр инем, әсәһе ҡыҙының нисек өҙгәләнгәнен күреп өнһөҙ генә борсолдо. Ҡыҙын ҡурсалап Хәмдиәнең яҙған хәшәрәт хаттарын ҡыҙына һиҙҙермәй юҡҡа сығарып барҙы. Тик бер хаты барыбер Фирүзә ҡулына эләгеп харап итте ике яҙмышты. Һөйөүенә тоғролоҡ һаҡлап зарығып көткәндә Ришаттың үгәй әсәһенән хат алып уҡығас йөрәге урталайға ярылды. «Фирүзә Ришат оятһыҙ, ҡәбәхәт кеше булып сыҡты, ул бит һиңә хыянат итте икенсегә өйләнде» - тигән юлдарҙы уҡып хәлһеҙләнеп бөгөлөп төштө. Илай - илай күҙҙәре шешенде. Тәүге мөхәббәтен мәңгелеккә юғалтҡанын, үҙ теләге менән ер аҫтына күмгәнен аңланы. Ә һуңыраҡ Фирүзә әсәһе мәңгелек донъяға күскәс, йорт йыһаздарын йыйыштырып йөрөгәндә күҙе соланда эленеүле торған иҫке генә бушлатҡа төштө. Ул бушлатты әсәһе иҫән сағында һарайға һыйыр һауырға сыҡҡанда кейә ине. Шул бушлатты ҡулына алып, «әсәйем еҫе һаҡланманы микән»- тиеп танауына яҡын китереп еҫкәне. Ҡулын кеҫәһенә тығып дәфтәр битен ҡапшағас ҡыҙыҡһыныуы артты. Уңда Ришаттың үгәй әсәһенең үҙенә атап яҙылған хатын уҡып иҫе киткәндән һуң күңелен тағын да ҡараңғыраҡ, һағышлыраҡ уйҙар солғап алды. Әсәһенең нисек өнһөҙ генә ҡыҙын ялғандарҙан һаҡларға тырышҡанын аңланы. Ришаттың үгәй әсәһенең ҡылығына, шундай ерәнгес түбәнселеккә төшөүенә тағы ла бер хайран ҡалды. Мине бәхетһеҙ итеүсене бүтән кеше булһа уйлап та бирмәҫ ине, күңел түренән күптән йолҡоп ташлар ине, әллә һөйөүем көслө әллә үҙем көсһөҙ, әммә ләкин йөрәк түрендә яралған, мәңгелеккә урын алған тәүге мөхәббәтемде оноторлоҡ көс таба алмайым. Мин бөгөн уның алдында баш эйәм. Бергә ҡауышып, бергә йәшәй алмаһаҡ та, уның барлығын тойоп йәшәү, ул һулаған һауаны һулау минең өсөн оло бәхет.
Ришаттың мәңгелек ғазаплы һөйөүе тураһында тыңлағандан һуң, Нәғимдең дә шаян йүгерек күҙҙәре йәшкәҙәп китте. Минең ниндәй ҙә булһа йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатаһы килде. «Ришат ағай Фирүзәгә арнап яҙған берәй шиғырыңды уҡып күрһәт әле» - тиеп мин дә ялынғас, шкаф эсенән беҙ ғүмерҙә күрмәгән иҫке генә гармунын һөйрәп сығарҙы. Иң ҡәҙерле нимәһен ҡулымдан тартып алмаһындар тигән һымаҡ гармунын күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫып, серле ҡарашын беҙгә төбәп йылмайҙы...
Ришаттың ҡулындағы гармун, яҙғы ташҡындай шауланы, йөрәгенең зары, моңо гармун телдәре аша ғәжәп матур моңло ла, серле лә көй булып артылып сыҡты. Йөрәгендә томаланып ятҡан ҡайнар хистәр, йөрәк өҙгөс моң зарҙар яҙғы ташҡын булып ағылды ла ағылды. Йөрәк төбөнән урғылып сыҡҡан йыры, таңғы еләҫ елдәй күңел ҡылдарын тибрәтте, йәшен ҡылыстары кеүек күңел түрен сайып үтте.
Ватылды тормоштар
Ватылды көҙгөләй,
Юғалтыу ғазабы
Хистәрҙе телгеләй.
Һөйөү ул куңелдә
Мөхәббәт һүнмәгән.
Мин көтәм һаманда
Мин көтәм Фирүзәм
Мин көтәм Фирүзәм.
Ҡаҙала йәнемә
Яҙмыштың ярсығы,
Тарҡалған донъяның
Ыуала валсығы.
Һин ҡайҙа былбылым
Һин ҡайҙа йән дуҫым.
Ташлама яттарға
Бәхетте ваҡлама.
Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғандан һуң Ришат ағай беҙҙе оҙата сыҡты, күпме генә тәнҡитләп ҡараһаҡ та ул үҙенең тыуған төбәгенә ҡайтырға бер теләге лә юҡ икәнен белдерҙе. Бер үҙен ҡалдырып беҙ юлға сыҡтыҡ. Юл буйы тулҡынланып, «шундай ҙа саф мөхәббәт була икән» - тиеп, төрлө уйҙарға сумып ике ғашиҡтың ғазаплы һөйөүенә берсә ҡыуандым, берсә моңайҙым. Ысынлапта ҡыҙғаныс юғалтыу ғазабы. Самолёт аҡ болоттар өҫтөнән йөҙгәндә мин хыялланып, Ришат ағай менән ҡәйнәм Фирүзәнең яҙмышын үҙемсә күңел дәфтәренә яҙа инем. Ошо ғазаплы һөйөү йәнгә тынғылыҡ бирмәне, ниңә, ниндәй гонаһтары өсөн яҙмыш ҡәһәрләгән уларҙы? Уйҙар, уйҙар икһҽҙ сикһҽҙ уйҙар, осо ла ҡырыйы ла юҡ, бҽр гҽнә минутта баш мҽйҽһҽ уйланмай тора алмай, күҙ асып йомғансы үткәндәр хәтирәһҽн аҡтарып байҡап сыға һәм киләсәккә алып китә. Ғүмер бер генә, ә яҙмыштар төрлөсә. Еңел түгел шул тормош юлдарынан үтеүе, ҡатмарлы ла, бормалы ла, һикәлтәле ерҙәре бар, тау үренә лә үрләйһең, түбән дә тәгәрәйһең.
Аҡ болоттар өҫтөнән йөҙгәндә үрелеп түбән ҡарайым, әйтерһеңдә аҫта Ришат ағай үкенесле лә, үтенесле лә күҙ ҡарашын миңә төбәп ниҙер әйтергә теләй. Ауыр кисерештәр менән яҙмыш ҡосағында яңғыҙ ҡалған кеше миңә шул саҡлы яҡын булып тойолдо. Ул минең кире эшкә әйләнеп килеүемде, көндәрен түгел сәғәт минуттарын һынап көтәлер, эйе көтә беләм. Бик алыҫта аҙашып ҡаңғырып ғүмер кисергән Саҡ менән Суҡ хәлендәге кешеләрҙең яҙмышын бергә бәйләр өсөн бар көсөмдө түгәсәкмен.
Ғүмер үтә һыуҙар аға, мин вахтаға ике рәт кенә килеп әйләндем, шул осорҙа Ришат ағайҙа тыуған яҡтарына ҡайтып килде. Бер түшәкте бүлешеп донъя көткән ҡатынынан ул күптән һыуынғайны. Ришат яҡты - хыял уйҙары менән алға китһә лә, үткәндәре артҡа һөйрәне. Дәфтәр бите түгел бит йыртып ҡына ташлап оноторға.
Бәләкәй саҡта өләсәһенең әллә йыры, әллә әйткән һүҙе ҡылт итеп иҫенә төштө (Донъя киңлегенән ни файҙа, аяҡ кейемдәрең тар булғас) шул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламайса «өләсәй тарҙы киңгә алыштырып булмаймы ни», - тигәйне.
Ғүмер үткәс, ваҡыт еткәс төшөндө. Ришат көрһөнөп тағын ауыр уйҙарға батты, улы менән ҡыҙының үҫкәне, «әтәй» - тип һағынып көтөп алыуҙары. Хәҙер балалар үҫеп етте, улы өйләнде, оло кыҙы ла башлы күҙле. Бер шулай төпсөгөнән ҡыуаныслы хәбәр алғас ҡанатланып ҡайтып керҙе.
Төпсөк ҡыҙының никахына ҡайтҡас, ҡатыны өйҙә юҡ, күршеләрҙән һорашып йөрөп бер буйҙаҡ ирҙең йортона барып, шунда сәсе - башы туҙған күҙҙәре шешенгән, айнып та бөтмәгән ҡатыны «балалар һинеке түгел, ниңә сыпыраңнап йөрөйһөң, бына минең һөйгән йәрем» - тип Ғәлиҙе күрһәтә. Шулай ҙа Ришат түҙемлек күрһәтеп ҡыҙының никахын уҡытып, туй һөйләшеп киткән. Мәңге иҫерек айныуҙың ни икәнен дә белмәгән әсә балалары алдында ирен мыҫҡыллауын дауам итте. Быны ишетеп торған ҡыҙы килеп атаһының ҡуйынына һырылып «бының булыуы мөмкин түгел, мин һиңә оҡшағанмын атай, беҙ әсәйемә доказать итергә днк эшләйек, бер юлы туй әйберҙәре лә алырға барайыҡ районға", - ти.
Улының машинаһы менән елдереп барып, больницала улы ла, ҡыҙы ла, атаһы ла днк бирҙеләр. Ҡайтҡас улының атаһы ул икәнен, ә ҡыҙҙың днк ноль икәнен еткерә ҡатынына, ә ҡатыны «надо же мин икеһе лә Ғәлиҙеке тип уйлағайным, әллә Әнүәрҙең ҡыҙы микән, короче говоря вот так», - тип Сәриә хахылдап көлә генә. Атайлы-уллы ҡыҙға бер ни ҙә әйтмәҫкә булалар. Йөрәге әрнеүҙәрен шулай ҙа һиҙҙермәне Ришат, ул өс баланы ла бер тигеҙ ҡарап үҫтерҙе, Аллаға шөкөр ике ҡыҙы, улы тәртипле, тәүфиҡле булдылар, барыһын да яҡын тартып күстәнәс, бүләктәрҙән мәхрүм итмәне.
Ә Сәриә муллыҡҡа маһайып аҙып - туҙып йөрөнө, ире ебәргән аҡсаларҙы пыран - заран туҙҙырып күңел асып йәшәүҙе хуп күрҙе. Ришат ағай законлы айырылып, бер ни ҙә бүлешмәй, ғүмер буйы йыйған донъяһын ҡалдырып, арҡаһына рюкзак аҫып беҙең янға эшкә килде. Тормошона, йәшәйешенә ҡырҡа үҙгәреш керетергә, киләсәген шау сәскәле, йылы ҡояшлы, наҙлы яҙға әйләндерегә ул бөгөндән әҙер ине.
Бөгөн вахтаның һуңғы көнө, Ришат ағайҙың ғына түгел минең дә йоҡо ҡасты. Ул тәғәйенләп осрашыуға ниәтләнгән беҙгә барырға, ғүмер буйы яратып йөрөгән кешеһе менән. Автобустан төшөп ҡалып йәйәү киләбеҙ, ярты саҡырым тирәһе атларға. Шундай саф һауа, ҡоштар һайрай, яҙғы матурлыҡ... Ришат ағай аҡланда умырзая сәскәләрен йыя.
Тиҫтә йылдар үткәс осрашыу, ул нисек була икәнен бары ғашиҡтар ғына белә. Ҡәйнәм минең звоноктан һуң беҙгә ҡаршы сыҡҡайны. Ришат ағай ҡулы менән ҡәйнәмдең ҡулдарына һаҡ ҡына ҡағылып бармаҡтарын усына алды. Ҡулдан - ҡулға күскән тартылыу Фирүзәнең бармаҡтарын дерелдәтте, ошо һиҙелер - һиҙелмәҫ дерелдәүҙән алыҫ үткәндәрҙән килгән ауаз ишетелгәндәй булды. Фирүзәнең күҙҙәренә йәш эркелде, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә теләп умырзая гөлләмәһе менән битен йәшерҙе. Гөлләмәнән аңыңды юйырлыҡ яҙ еҫе, йәшәүгә булған көслө ихтияр еҫе килә. Улар етәкләшеп алға атланы, алда ҡояш, яҙ тулы наҙ. Шулай етәкләшеп бараһы ла бараһы, ике ғашиҡ өсөн был оҙон юлдың башы ғына.
Табышыуҙар... ҡауышыуҙар... башлыса юғалтыуҙар аша килә. Ғүмереңдең ҡайһылыр миҙгелендә, ҡараңғы болотло мәлдәрендә, хис - тойғоларыңды мең төрлө сатҡыларҙа балҡып, нурға күмергә мәжбүр иткән: юғалтыу табыштары ине был!
Баймырҙина Римма.