1
Талҡаҫ ауылы кешеләренә был төндө таңға тиклем йоҡларға яҙмаған икән. Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә урамда шау-шыу ҡупты: «Янғын! Янғын!» – тип һөрәнләнеләр.
Фәтҡулла ҡарттың өйө яна икән. Халыҡ ап-аруҡ йыйылып өлгөргән. Ҡайһыһы үрткә һыу ташып һибә, ҡыйыуыраҡтары өй эсенән ҡарттың барлы-юҡлы әйберен тышҡа ырғыта – зыҡ ҡубалар. Ут бирешергә уйламай ҙа, күнәкләп һипкән һыуҙы «фыж» тигән тауыш сығарып йота ла дөрләп яныуын белә. Ни ҡоҙоғо йыраҡ шул, ҡәһәрең!..
Һалам менән ябылған өй башын ут бөтөнләй ялмап алған, ул янып китһә, һүндерәм тимә инде. Ут ҡапҡан күбәгә күпме һыу һипһәң дә, үҙенән-үҙе, янып бөткәнсе, быҫҡып тик ята. Ярай әле еле юҡ. Ни өй хужаһы әллә ҡайҙа олаҡҡан? Кәсеп итеп йөрөйҙөр инде моғайын.
Бына бер үҫмер юрған менән ниндәйҙер тоҡсай ҡосаҡлап өй эсенән атылып килеп сыҡты ла ҡотҡарған әйберҙәрен аяҡ аҫтына бырғытып ебәрҙе. Шул ыңғайы янғындан яҡтырған ергә бойҙай һибелеп китте. Быны күреп ҡалған кешеләр ығы-зығы килеүҙәренән ҡапыл туҡтаны, бөтәһе бер юлы «һы-ы!» тигән әллә аяныслы, әллә аптыраулы өн сығарҙы.
– Ағай-эне! Зинһар һатмағыҙ! Харап итмәгеҙ! – тип, ауылдаштарына ҡулдарын һуҙып ялбарҙы шул арала ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Фәтҡулла ҡарт. Тик кешеләр уны ишетмәй, улар ялҡын яҡтыһында алтын бөртөктәре һымаҡ ымһындырып емелдәгән бойҙайға ҡарағандар ҙа ҡатҡандар. Бер трудденгә етмеш грамм ашлыҡ алған колхозсылар шул ҡәҙәре ризыҡтан күҙҙәрен айырып ала алмайынса тик тора...
Тынлыҡты колхоз рәйесе боҙҙо. Ул:
– Өйгә бүтән инмәгеҙ, ишелеүе ихтимал. Нимә ҡатып ҡалдығыҙ, бызмырламағыҙ, һыу ташығыҙ! Ут башҡа өйҙәргә күсмәһен, уяу булығыҙ! – тип бойорҙо ла, колхозсылар эшкә тотонғас, тоҡсайҙы эләктереп, идара яғына атланы.
– Закир туғаным, харап итмә инде! – тип Фәтҡулла ҡарт уның артынан әйтеп ҡалды.
«Районға хәбәр итмәһәм, үҙем харап буласаҡмын, – тип уйланы рәйес, – ошо кешеләрҙе йыйып, күҙгә-күҙ ҡарашып, был хәлде ситкә сығармаҫҡа ант итешһәк тә, сер һаҡланмаясаҡ. Киреһенсә, был турала иртәгә үк билдәле буласаҡ. Был осраҡта үҙемә балаларым менән хушлашырға тороп ҡала. Юҡ инде, халыҡҡа ышанырға мин алйот түгел.
Ҡыҙыҡ, был бойҙайҙы нисек эләктергән икән? Бөгөн орлоҡҡа барғандарҙың барыһы ла ҡатнашмағанмы был уғрылыҡта, һмм... Үҙем үлсәп алдым да инде, ауырлығы тура килә ине. Бер уйлаһаң, был ҡартҡа аптырарлыҡ та түгел, йылан аяғын киҫкән әҙәм. Эх, шуныһы йәл: алты кешене юғалтасаҡмын...»
Ауыл халҡы янғын менән көрәшеүен дауам итте. Бер аҙҙан, гөрһөлдәп, түшәм ишелеп төштө. Таңға тиклем аҙапланһалар ҙа, утты һүндерә алманылар: өйҙән яртылаш янған дүрт стена ғына тороп ҡалды.
Янған өйө янында, ике ҡулы менән башын тотоп ултырған Фәтҡулла ҡартты, төшкә ҡарай, район үҙәгенә алып киттеләр.
– Төрмәгә мин бер үҙем генә китмәйәсәкмен! – тип ҡысҡырған тиҙәр күргән кешеләр.
Ысынлап та, шул көндө үк орлоҡҡа барған ирҙәрҙең барыһын да ҡулға алдылар...
2
Эйе, улар кисә Ҡабыҡҡыуыш ауылында урынлашҡан Сталин исемендәге орлоҡсолоҡ хужалығына бойҙайға барғайнылар.
Яҙҙың иң йәмле мәле – май башы ине. Ҡояш ныҡ ҡына ҡыҙҙырһа ла, көн эҫе түгел, сөнки көньяҡ-көнбайыштан һалҡынса йомшаҡ ел иҫә. Тәбиғәт ҡышҡы ойоуынан уянған да, ҡар һыуҙары менән йыуынып, йәшел ебәк байрам күлдәген кейгән.
Ул тантана итә.
Әйтерһең дә, ер шарында, тоҡанып киткән аяуһыҙ янғында, уның бер эше лә юҡ. Тәбиғәттең үҙ ваҡытында башҡара торған эштәрен бер ни тотҡарлай алмай.
Иҫ киткес матур, яҡты, нурлы көнгә тирә-яҡтағы бөтә нәмә ҡыуана: йылы яҡтарҙан иҫән-һау ҡайтып еткән ҡоштар ҙа, бер-береһе менән серле шыбырлашып ултырған йәм-йәшел япраҡлы ағастар ҙа, ҡар һыуҙары ҡушылыуҙан ғәйрәтләнеп аҡҡан Стәрле йылғаһы ла...
Тик был матурлыҡҡа Ҡабыҡҡыуыштан Талҡаҫҡа юлһыҙ-ниһеҙ ялан-болондар аша турыға ҡайтып барған юлсылар ғына иғтибар итмәй. Сөнки уларҙың алтыһының да уйҙары арҡаларына йөкмәлгән тоҡтарҙа һәм өйҙәрендә асҡа интеккән ғаиләләрендә. Ҡапсыҡтарға – орлоҡҡа тип тәғәйенләнгән бойҙай, һәр береһендә теүәл бот ярым.
Аслыҡтан хәлһеҙләнгән ирҙәр йыш ҡына туҡтап ял итә, тик бер-береһе менән һөйләшмәй. Ауылдаштары араһында иң көслөләрҙән иҫәпләнеп орлоҡҡа ебәрелгән ирҙәрҙең һөйләшергә хәлдәре юҡ. Өнһөҙ килеүҙәренең икенсе сәбәбе лә бар. Уларҙың һәр ҡайһыһын ҡурҡыныслы һорау ыҙалай: ни эшләргә? Нисек кенә итеп балаларына әҙерәк бойҙай алып ҡайтырға? Ә тотһалар?! Быны күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс. Тотһалар, һис шикһеҙ төрмәгә ултыртасаҡтар. Ана, Факиһаны дүрт балаһы бар, ире фронтта тип торманылар. Яулыҡҡа һалып алған арыш өсөн генә ике йылға ултыртып ҡуйҙылар. Етмәһә, төрмәгә китеү менән иренең үле хәбәре килде.
Бәлки, эләкмәҫтәр? Имен-аман ғына был эште башҡара алһалар, балалары аҙ ғына булһа ла асҡа миктәмәҫ ине.
Һуғыштың икенсе ҡышын бик ауырлыҡ менән сыҡтылар шул колхозсылар: үҙҙәре лә, ҡуралағы малдары ла тамам йонсоно, ҡаҡ һөйәккә ҡалды. Ауылда ике генә ат: береһен – колхоз рәйесе, икенсеһен бригадир егеп йөрөй.
Ни эшләргә? Тәүәккәлләргәме, юҡмы?!
Ҡояш төш ваҡытын күрһәткәндә, юлсылар Байғара йырынына килеп еттеләр. Араларында йәшкә иң олоһо Фәтҡулла ҡарт юлдаштарына өндәште:
– Төш ваҡыты етте, туҡтап ял итеп, тамаҡ ялғап алайыҡ.
Артыҡ һүҙһеҙ генә ҡапҡылап шишмәнән һыу эскәс, бөтәһен дә ғазаплаған фекерҙе Фәтҡулла ҡарт әйтеп һалды:
– Туғандар! Барығыҙҙың да өйҙәрегеҙҙә балаларығыҙ ас ултыра. Улар хаҡына бер аҙ бойҙай алһаҡ, харам булмаҫ ине, ә? Нисек уйлайһың, Ишбулды, һинең бишәү илай бит астан? Ә һин, Кинйәбулат? Ә һеҙ ниңә өндәшмәйһегеҙ, Дилмөхәмәт, Тимерғәле, Ғәйнетдин? Миңә ни, нимә, өйөмдә ас ултырған балам юҡ. Мин һеҙҙе ҡайғыртам. – Ҡарттың ҡуйы ҡаштары аҫтына йәшеренгән бәләкәй күҙҙәре йылтырап ҡуйҙы.
«Һеҙҙе ҡайғыртам тигән була, ҡарт шайтан», – тип уйланы Ишбулды, ләкин өндәшмәне. Бүтәндәр ҙә, ҡараштарын ситкә алып, һүҙһеҙ ултырыуҙарын дауам итте.
Фәтҡулла – алтмышты яңы ғына уҙған, кәүҙәгә ныҡ, теремек кенә ҡарт. Ул – күп йылдар төрмәләрҙә ултырған кеше. Уның кем икәнен яҡшы белгән юлдаштары ҡартҡа бик ышанып етмәй, шикләнә. Араларында был ҡарт булмаһа, уларҙы «тәүәккәлләргәме, юҡмы?» тигән һорау шул тиклем яфаламаҫ та ине...
Ниһайәт, ирҙәр араһында урынлашҡан ауыр тынлыҡты Ғәйнетдин боҙҙо.
– Тәүәккәлләйек тә ҡуяйыҡ, ағай-эне, – тине ул, ауылдаштарына ҡарап.
– Эйе, бындай мөмкинселек ҡасан була әле, – тип, уның һүҙҙәрен хупланы сандыр буйлы, ҡыйыу холоҡло Дилмөхәмәт.
– Нисегерәк итеп башҡарырбыҙ икән был эште? – тине Кинйәбулат.
– Ысынлап та, нисек? – Араларында иң йәше, утыҙы ла уҙмаған сатан Тимерғәле һораулы ҡарашын ауылдаштарына төбәне.
Фәтҡулла ҡарт юлдаштарына һауалы ғына ҡарап алды ла:
– Минең менән юғалмаҫһығыҙ, бөтәһе лә уйланылған, – тине, шунан үткер ҡарашын Ишбулдыға йүнәлтте. – Барыһы ла һүҙен әйтте, һин генә ҡалдың, Ишбулды.
Ҡарттың зәһәр ҡарашынан әҙерәк ҡаушай төшкән Ишбулды күлдәген һыпырғылаған, рәтләгән булды:
– Ай-һай, ағай-эне... Балаларыбыҙҙы туйҙырабыҙ тип етем итмәҫбеҙме икән? Булашмайыҡмы әллә?
Ишбулдының был һүҙҙәре ҡомарланып алған юлдаштарының асыуын ғына ҡабартты.
Бына ирҙәр яйлап ҡына Ишбулдыны ҡамап алдылар ҙа ҡан һауған ҡараштарын уға төбәнеләр:
– Һин нимә?!
– Балаларҙы йәлләмәйһеңме ни?!
– Һинекеләрҙең тамағы туҡмы әллә?
Үҙен өҙгәләп ташлар сиккә еткән ауылдаштарынан шөрләй төшкән Ишбулды йөрәкһенеп ҡулын һелтәне лә:
– Ярай, һеҙ нисек, мин дә шулай, тик аҙаҡ иларлыҡ булмаһын, – тине.
– Тәк-тәк, – тине Фәтҡулла ҡарт, ҡәнәғәт йылмайып, – бына нисек итәбеҙ, һәр кем үҙенең тоғонан өсәр ҡаҙаҡ тирәһе бойҙай ала ла урынына шишмәнән ваҡ ҡына ҡырсынташ йыйып һала, шунан яҡшылап бутай.
Хәл иткән эште башҡарғас, ҡапсыҡтарын йөкмәп, ҡайтыу яғына ҡуҙғалдылар. Хәҙер инде атлауы ла еңелерәк, күңеллерәк ине, тик ҡайһы берҙә генә күкрәктәренең һул яғы ҡапыл өшөп китә...
Бына улар Талҡаҫҡа ла яҡынлашты. Ауылға инер өсөн Стәрле йылғаһы аша сығырға кәрәк. Күпергә етергә ярты саҡрымдай ҡалғас, Фәтҡулла ҡарт юлдаштарына тал араһына керергә ымланы.
– Йәшерегеҙ ашлығығыҙҙы, төндә килеп алырһығыҙ, йәһәтерәк булығыҙ!
Ирҙәр табыштарын ашыҡ-бошоҡ йәшергән мәлдә, эргәлә генә йөрәктәрҙе өшөтөрлөк тауыш менән өкө ухылдай башланы.
– Уһу-у, уһу-у, уһ-һууу...
Ул биш тапҡыр ухылданы ла осоп китте.
Юлсылар ҡапыл һикерешеп торҙолар ҙа ҡатып ҡалдылар. Барыһының да йөҙҙәре ағарынып, ҡоттары осҡайны...
Ошо хәлдә күпме торғандарҙыр. Бына! Ишбулды урынынан ҡуҙғалды ла ауылдаштарына ҡарап былай тине:
– Әйттем бит мин һеҙгә булашмайыҡ тип, өкө ҡысҡырыуы – хәйерлегә түгел, һалайыҡ кире ашлыҡты!
– «Һалайыҡ, һалайыҡ», – тине мыҫҡыллы тауыш менән Фәтҡулла, – ҡапсыҡтарҙы ергә бушатайыҡ та, иң тәү теге ҡырсынташтарҙы сүпләп алайыҡ, шунан һуң... бойҙайыбыҙҙы кире һалырбыҙ. Нимә ҡарап тораһығыҙ, әйҙә, сүпләй башлағыҙ!
Аптырашып торған ауылдаштарын бер-бер артлы һөҙөп ҡарап сыҡҡас, Фәтҡулла ҡарт былай тип өҫтәне:
– Нимә ҡобарағыҙ осто? Ҡурҡмағыҙ! Өкө көҙ көнө ҡаралтыңа ҡунып ҡысҡырһа ғына яман була. Тал араһында ҡош күп инде...
3
Оҙаҡламай уларҙы хөкөм иттеләр. Фәтҡулла ҡартҡа иң ҙур срок – алты йыл бирҙеләр, ә иң аҙы Ишбулдыға – ике йыл. Хөкөм ителгәндәр Йөрәктау янында урынлашҡан лагерға эләкте.
Уларҙан урман киҫтерҙеләр. Эш, йәшәү шарттары әйтеп бөтөрһөгөҙ ауыр ине. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән тотҡондар урман киҫте, ә үҙҙәрен үләт мәжлесендә ажарланып алған әжәл ҡырҙы. Үлгәндәр урынына яңылар килеп торҙо. Үҙҙәренең ҡайҙа икәнлектәрен белдереп ғаиләләренә лә хәбәр итерлек түгел шул. Бер көн Кинйәбулат өйгә хат яҙырға тип һаҡсынан ҡағыҙ менән ҡәләм һорап ҡарағайны, ҡайҙа ул, ниңә өндәштем тигән көнгә төштө. Шулай ҙа, тотҡондар яйын табып, үҙҙәре тураһында ауылға хәбәр иттеләр.
4
Ҡулға алынғандарҙың ҡайҙа эләккәндәрен ишеткәс, Ишбулдының ҡатыны Фатима юлға йыйына башланы, «юлда таларҙар» тип ҡурҡытыуҙарына ла ҡараманы. Биш балаһын оло ҡыҙы Хәлимәгә ҡалдырҙы ла иртәгеһенә китеп тә барҙы.
Ләкин бөгөн юл уңманы. Стәрлетамаҡҡа Фатима ҡараңғы төшкәс барып етте. «Нишләргә икән?» – тип аптырап торғандан һуң, ҡала ситендәге өйҙөң тәҙрәһенә ҡыйыуһыҙ ғына сиртте. Ярай, хужалар үҙебеҙҙең мосолман кешеләре булып сыҡты, ҡатындың үтенесен тыңлағас, ҡундырырға риза булдылар.
Сәй эскәс, Фатима иренә тигән күстәнәсен тоҡсайы менән солан өрлөгөнә ҡағылған ҡаҙаҡҡа элде лә хужалар күрһәткән урынға йоҡларға ятты.
Иртәгеһенә ҡара таңдан торҙолар. Ҡараһалар – Фатиманың тоҡсайынан елдәр иҫкән. Хужабикә нишләргә белмәй өтәләнеп йөрөй: «Их уғрылар, ҡәһәр һуҡҡырҙары, их Фатима...»
Фатима күпмелер уйланып торҙо, аҙаҡ, тоҡсайының табылыуынан өмөтөн өҙгәс: «Нишләйһең балаларымдың ауыҙынан өҙөп алып килгән ризыҡ Ишбулдыма яҙмағандыр инде», – тине көрһөнөп, шунан сығып китте.
Ҡояшлы, матур көн төш ваҡытына етеп килгәндә Фатима урман эсендә урынлашҡан лагерға яҡынлашты. Барып етергә бер саҡрым тирәһе ҡалғас ҡапыл көслө ел сыҡты. Оҙаҡламай ул дауылға әүерелде. Йөрәккә шом һалып урман туҡтауһыҙ олой, ҡороған ағастар шатырлап һына. Ә ҡояш бер ни ҙә булмаған һымаҡ балҡыуын белә.
Ҡурҡышынан ҡото осҡан ҡатын белгән доғаларын уҡына-уҡына лагерға көскә килеп етте. Бер ҡатлы һоро бина эсендә ултырған хәрби кешеләргә урыҫса вата-емерә йомошон аңлатҡас, уны һаҡсыға эйәртеп ебәрҙеләр.
– Бынау хәтлем дауылда йөрөмәһәң, – һаҡсы һуҡрана-һуҡрана Фатиманы бейек ҡойма янына алып китте.
Дауыл баҫылмағайны әле. Ямғыр яуа башланы, етмәһә. Таҡтанан эшләнгән, өҫтө сәнскеле тимер сыбыҡ менән бейегәйтелгән ҡойма янына килеп еткәс эскә үттеләр, һаҡсы Фатиманы ҡапҡа эргәһендә ҡарауылсылар өсөн төҙөлгән бәләкәй генә өй янында ҡалдырҙы ла үҙе ҡойманан егерме метр тирәһе алыҫлыҡта геүләшкән тотҡондарға табан атланы. Бер аҙҙан һаҡсы ҡайҙандыр Ишбулдыны алып килеп тотҡондар төркөмөнөң ситенә баҫтырҙы, үҙе Фатима янына китте.
Ҡатын, ирен күргәс тә уға табан йүгерҙе, тик теге һаҡсының үҙенә мылтыҡ тоҫҡағанын шәйләп туҡтап ҡалды, һаҡсы уны елтерәтеп элекке урынына илтеп ҡуйҙы ла:
– Ошо урындан ҡуҙғалһаң, атып үлтерәм, – тине. Үҙе ҡараусылар өйөнә инеп китте.
Ир менән ҡатын күпме ҡысҡырышһалар ҙа, бер-береһен ишетә алманылар: тауыштарын ел ситкә алып китеп тик торҙо. Еле лә тиҫкәре булды шул. Йүнәлеше ҡатындан иргә, йәки киреһенсә булһа ла аңлашырҙар ине лә бит. Аптырағас, Фатима ҡараусылар өйө артына ышыҡланып та ҡысҡырып ҡараны. Юҡ, барыбер булманы...
Бына Ишбулды ҡатыны яғына нимәлер ырғытты. Шунда уҡ һаҡсылар уны бәреп йыҡтылар. Береһе йүгереп барып теге нәмәне алды. Күпмелер ваҡыт ентекләп тикшергәндән һуң, бер аҙ уйланып торғас, һаҡсы ташланған әйберҙе Фатимаға килтереп тотторҙо. Был Ишбулдының өҙгөләнеп бөткән күлдәк яғаһы ине. Тотҡондарҙы эшкә ҡыуа башланылар. Ишбулды ҡатынына үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп ҡараны ла иптәштәренә эйәрҙе.
Фатима үҙе лә һиҙмәҫтән ире яғына атлай башлағайны, теге һаҡсы уны әрләй-әрләй кире бороп алып китте.
Ҡатын илай-илай ҡайтыу яғына атлай. Бына ул, атлауынан туҡтаны ла теге сепрәк киҫәгенә ҡарап уйға ҡалды.
«Өтәләнеп бөткән күлдәк яғаһын тиктомалға ғына ырғытманы Ишбулды. Тимәк, был уның кейем һорауы була», – тигән һығымта яһаны Фатима.
5
Ауылына ҡайтыуына ике аҙна ла үтмәне, Фатима ире янына барырға йыйынды. Теге күлдәк яғаһы уға тынғы бирмәне. Тоҡсайына күлдәк, салбар, бешерелгән тауыҡ, кипкән муйыл, әллә ҡасандан бирле һаҡлаған ҡаҡлаған ярты ҡаҙын да төрөп һалды. Биш бала, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, шул ҡәҙәре байлыҡтың тоҡсайға һалыныуын һүҙһеҙ генә йотлоғоп күҙәтә. Йәш ярымлыҡ малай ғына ҡулдарын һуҙып, ашарға һорап, илап ебәрҙе. Әсәһе уға тауыҡтың муйын осо менән башын тотторҙо. Малай ҡомһоҙланып башты кимерергә кереште. Хәҙер инде балалар бәләкәй ҡустыларына төбәлде.
Фатима йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөрттө лә балаларына өндәште:
– Ултырышығыҙ, хәҙер үҙегеҙгә өйрә бирәм, шунан мәтрүшкә сәйе эсербеҙ. Хәҙер инде йәйгә сыҡтыҡ, ашарға үлән бар, асҡа үлмәҫбеҙ.
Иртәгеһенә ҡатын ҡара таңдан юлға сыҡты. Был юлы ул лагерға ҡараңғы төшмәҫ борон уҡ барып етте. Конторала бер кеше ултыра ине, ул татар егете булып сыҡты,
– Начальниктар ҡайтып китте, мин улар урынына ҡалдым. Әйҙә ултыр, апай, – тине ул, ихлас йылмайып.
Фатиманың күңеленә йылы булып китте. Ул өмөтлө тауыш менән ниңә кемгә килгәнен һөйләп бирҙе. Дежурный уны иғтибар менән тыңлап бөткәс, үкенесле тауыш менән:
– Ирең бында булһа, апай, бер һүҙһеҙ күрештерер инем дә бит, – тине.
– Ҡайҙа һуң ул?
– Ул әле ауырый. Ә ауырыуҙарҙы бында ҡайтарып йөрөтмәйҙәр, шунда, урманда ятҡырып дауалайҙар. Ҡайғырмағыҙ, һауығыр әле, Алла бойорһа...
– Хәҙер миңә нишләргә инде? – тине күңеле төшөп, юғалып ҡалған ҡатын.
– Иртәгә шул яҡҡа тотҡондарҙы эшкә алып баралар. Килеүеңде иреңә һаҡсылар аша хәбәр итербеҙ.
– Рәхмәт инде һиңә, туғаным. Бынау күстәнәсте лә биреп ебәрерһең инде, зинһар өсөн. Ауырыу кешегә ҡылған изгелегең бушҡа китмәҫ, сауап булыр үҙеңә.
– Борсолма, апай, ирең күстәнәстәреңде иртәгә үк алыр.
Фатима, дежурныйға ҡат-ҡат рәхмәттәр уҡып, ҡайтырға сыҡты. Иртәгеһенә мажараһыҙ ғына ҡайтып етте. Ауылда уға беренсе булып Ғәффә ҡарсыҡ осраны. Нисек барып ҡайтҡанын һорашҡас, ул былай тине:
– Юҡҡа этләнеп йөрөйһөң, Фатима. Әҙәм балаһын яҙмыш йөрөтә бит ул. Ана, Фәхерниса, күрәсәге булғас, бала төшөрөп тә өс йыл ултырып ҡайтты. Ишбулды ла, тәҡдире ҡушһа, ҡайтыр әле.
Ҡатын ныҡ асыуланды ҡарсыҡҡа, тик бәхәсләшеп торманы, кинәт кенә боролоп, өйөнә табан атланы.
6
Ирҙәр төрмәгә эләккәнгә икенсе йыл китте. Бөгөн хөкөм ителгәндәрҙең ғаиләләре түҙемһеҙлек менән Ғабдрахман бабайҙың Йөрәктауҙан ҡайтыуын көтә. Ул кисә лагерға, улы Кинйәбулат янына киткәйне.
Ғабдрахман бабай кискә табан ҡайтып төштө. Уның ҡайтыуын күргән күрше-күлән бабайҙың өйөнә кереп тулды. Фатима ла килде бында. Өйҙә тынлыҡ урынлашҡас, бабай һүҙен башланы:
– Кинйәбулатты күреп һөйләштем, бүтәндәрен күрә алманым. Дилмөхәмәт, Ғәйнетдин, Тимерғәле ауыр хәлдә. Фәтҡулла менән Ишбулды юҡ инде.
Ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, Фатима һуштан яҙып йығылды. Ҡатынды иҫенә килтергәндән һуң, Ғабдрахман бабай уға Ишбулдыға тип ебәргән төйөнсөгөн тотторҙо ла:
– Иреңә ебәргән аҙығың балаларыңдың ризығына яҙған. Ә теге, дежурныйға ҡалдырған күстәнәсең Ишбулдыға эләкмәгән. Көслөрәк тотҡондар шунда уҡ талап алып ашағандар, – тине.
Бер нисә йыл үткәс, Кинйәбулат менән Дилмөхәмәт төрмәнән ҡайтты. Улар тире менән һөйәккә генә ҡалғайны. Аҙна-ун көндән Дилмөхәмәт вафат булды. Кинйәбулат оҙаҡ йәшәне. Тик ул лагерь тураһында ауылдаштарына бер ни һөйләмәне, һорашһалар, өндәшмәҫ булды. Ҡасандыр ялҡынлы телмәрҙәр һөйләгән әүҙем колхозсының хәҙер инде йыйылыштарҙа ла тауышы сыҡманы.
Ун һигеҙ ҡаҙаҡ бойҙай алты кешенең бишәүһен юҡ итте, биш ҡатынды тол, ун дүрт баланы етем ҡалдырҙы.
Флүр ҒӘЛИМОВ.