Һөйөү нимә була ул?

Хикәйә.

 
. Әсмә балаларҙы урамдан саҡырып индереп, бәләкәйерәктәрен үҙе йыуындырҙы ла, ашарға өҫтәл артына ултыртып аш бүлә башланы, ололары хәҙер үҙенә ярҙамсылар.
. Шул саҡ урам яҡ тәҙрәһен таһырлатып ярһып туҡылдатҡан тауышҡа йөрәге ҡабынып ырғып торҙо.
. -Вадим өйҙәме, сыҡһын әле, һыйырыбыҙ быҙаулай алмай, етмәһә эсе ташҡан.
. Үрге остағы таныштары Рауза икән, эй Аллаһым, һау ғына булһын малҡайы, балалары өсәү бит, аҡһыҙ ҡалһа нишләрҙәр, күҙ терәп торған малдары, ҙур ерҙә тырышынып мал көтәләр.
. Шуларҙы уйлай-уйлай Вадимдың дарыуҙар тартмаһын асып ҡутарына башланы, асҡысын тап килтерә алмай аҙапланды әле бер килке, мал ауырыуҙарының дарыуҙарын өйҙә бикләмәй тотоп булмай, өйҙә биш бала, тыйып ҡына тораһың, юҡ, ҡутарынырға шәптәр бәләкәстәре.
. Ул арала Рауза сыҙамай өйгә үк килеп инде, ҡысҡырып Вадимды саҡырыуы.
. –Өйҙә юҡ шул, күрше ауылға малдарға прививкалар яһарға киткәйне, ниңәлер оҙаҡланы, оҙаҡламай ҡайтыр ул, һеҙҙең остан ҡайтырға тейеш, ҡарауыллап тороп саҡырып индерерһең. Ошонда бер дарыуын ҡарағайным да, эс күпкәндән бөтөрә торғанын, эсерә торорһоң һыйырыңа,– Әсмә һөйләнә-һөйләнә дарыуҙар араһында соҡона торғас, ниһәйәт кәрәклеһен тапты.
. –Бына ошоно һыулы шешәгә иҙеп ауыҙына ҡой, ҡорһағын ыуалаштырығыҙ, тора алмайҙыр быҙауларға булғас?
. –Юҡ шул, юҡ, күҙе алара башланы инде, күрмәй ҡалһаҡ килһен инде ҡайтҡас та...
. Рауза югереп сығып ҡайтып китте, балалар шул арала аштарын ашап бөтөп, сығырға кейенешеп әҙерләнеп тә бөткәндәр.
. –Беҙ атайҙы ҡаршыларға барабыҙ, Рауза апайҙарға килер ул, өйҙәрен беләбеҙ барырға...
. –Аңғарып йөрөгөҙ...
. Район үҙәгендә күсеп килеүҙәренә бер нисә йыл ғына, балалар тиҙ өйрәнделәр,
. Балалар күптән белеп бөткәндәр Вадимдың кеше үтенесен бер ваҡытта ла кире ҡаҡмағанын, көн тимәй, төн тимәй ярҙамға ашыға. Хөкүмәттең оптималләштереү ҡанунынан һуң алты ауылға бер мал табибы итеп Вадимде һайланылар, эсмәгәнлеген, күп бала атаһы булғанлығы ла иҫәпкә алынғандыр. Юғиһә күп мал табибтары эскелектән киттеләр, элек заманаһы шул булды, эскеле табын ҡунаҡсыллыҡ, эш өсөн ярты ҡуйыу, хөрмәт билгеһе ине.
. Балалар йортонда үҫкән булған кейәүе Әсмәнең, бер туғандары ла юҡ, ҡайҙа тыуған икәнлеген дә белмәй, Сибай тимер юлы вокзалында эскәмйәгә һалып ҡалдырып киткәндер моғайын әсәһе, аҙаҡ ҡына бала асығып илай башлағас ихтибар иткәндәр, элек видеокамералар булмағанлыҡтан, әсәһен күпме эҙләһәләр ҙә табылмаған.
. Төрлө балалар йортонан күсереп алып йөрөткәнлектән, бала саҡ дуҫтары ла юҡ, бәлки үҙе лә хәтерләргә теләмәйҙер, бер ваҡытта ла үткәндәрен иҫенә төшөрөргә тырышмай, һораһаң ғазаплы йылмайып өндәшмәй, ә кәрәкме ул һиңә, үткәндәр үткәндә ҡалһын, бар яуап ошо.
. Кейәүенән уңды Әсмә, тыныс, балаларҙы ярата, улар өсөн бар ваҡытын бүлә, аҡсаһының һуңғы тиненә тиклем Әсмәгә бирә, тәмәке тартмай, өйҙәге барлыҡ ир-ат эшен белеп, әйттермәй эшләй. Тик бына ҡыҙы...
. Бер бөртөк ҡыҙын үҙе иренән айырылғас ҡәҙерләп үҫтерҙе, ике-өс эштә эшләһә эшләне, әммә уҡытыусыларҙан кәм кейендермәне, үҙе гел иҫкене кейҙе, булһасы, өҫтәл артында ултырмай, иҫке яңыны һаҡлай.
. Бына ҡыҙын уҡытып кеше итһә, үҙен ҡарар, ҡыҙы ашамай ҡалғанын үҙе ҡапты, уға тип бешеренде, уға тип аҡсаһын йыйнауланы, ҡыҙы өсөн генә йәшәне.
. Әммә ҙур өмөттәр бағлаған ҡыҙы ғына әсәһен артыҡ һанламаны, уҡытыусыларҙың йөнлө ҡулдарына аҡса биреп индергән юғары уҡыу йортонан тәүге йылы уҡ ҡыуылып ҡайтты, ауырға ҡалған, баланың атаһы кемлеген дә белмәй, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта һыҙыҡ һыҙылды.
. Әсенә-әсенә балаһын үҫтерергә ярҙам итте Әсмә, ҡалайтаһың был тормошта кем яңылышмай, үҙе лә ваҡытында төптән уйламай айырылышып ҡуйҙы, аҙаҡтан үкенеүҙән уҙған ине, ире яңынан өйләнеп матур балалар үҫтерҙе, гөрләтеп донъяһын көттө. Эсештерә һаман да, тик самаһын белә, ҡыҙыуыраҡ холҡона ҡатыны ла түҙә, ауыр мәлдәрен үткәрә белә.
. Бәләкәскә бер йәш тулғас Юлдыбайҙағы һөнәр биреү училищеһенә уҡырға барырға теләген белдерҙе ҡыҙы, киләсәктә һөнәрле булһынға ризалашты Әсмә, баланы эшенә йөкмәп тә йөрөп ҡараны, аҡса ла кәрәк ине ҡыҙының уҡыуына юлға йөрөргә.
. Ниәте изге булды, һөнәрле булыр ҡыҙы, кеше араһында хөрмәтле булыр, әммә ҡыҙы өс айҙан ошо Вадимды эйәртеп ҡайтты, ауырлымын, кейәүгә сығам!
. Бик тешләнде Әсмә, ейәнсәрен рәнйетмәҫме үгәй атаһы, бер туғанһыҙ, башҡорт милләтле тип яҙылһа ла урыҫҡа оҡшаған сеп-сей егет, үҙе бала ғына. Өҫ башында ла юнле кейеме лә юҡ, барыр ере, ҡайтыр өйө юҡ, күҙенә ҡарарға ҡурҡып ҡына, ҡыуып сығармаһа ярар ине, тигәндәй тора.
. Яңғыҙ ҡатын елкәһенә тағы өсәү атланырҙармы, етмәһә дүртенсеһе булырға тора, сыҙамай ҡайҙа бараһың да, түҙмәйем тип нимә эшләйһең.
. Яҙға Вадим уҡыуын бөтөрҙө, ҡыҙына тағы ике йыл бар әле уҡырға, Вадимға оҡшаған улы тыуҙы, ҡыҙының ҡыҙын да үҙенең исеменә яҙҙырҙы. Йәшәр урыны булмағанлыҡтан ауылдарына мал табибы булып эшкә урынлашып, Әсмә өйөндә бергәләп йәшәй башланылар. Әйткәндәй булмаһын, тырыш егет булып сыҡты кейәүе, белмәгән эшен ҡабат-ҡабат башҡара, кешенән кәңәш һорай, насар килеп сыҡһа ентекләп яңынан башлай, әммә бөтөрөп ҡуя аҙаҡтан. Эш хаҡын ҡәйнәһенә тиненә тиклем бирә, ҡайҙа, нисек тотонғанына ҡыҫылмай, артығын һорамай. Әсмә үҙ балаһынай күреп кейендерҙе, тәмленән тәмле бешереп ашатырға тырышты, ейән-ейәнсәре өсөн барлыҡ һөйөүөн йәлләмәне. Вадим тәүҙән үк ҡәйнәм тип өндәшмәне, Әсмә Әхәтовна тип ололап торҙо, хәленән килгәнсе ярҙамлашты.
. Ҡыҙы көҙөн өс айлыҡ улын ҡалдырып уҡыуын тағы дауам итергә теләне, һөнәрле булғыһы килә ине, йәш кешегә ике баланы тәрбиәләүе ҡыйын ине, үҙен ирекһеҙләп бәйләп тотҡандай тойолдо. Тәүге мәлде һөйгәне янына, балалары янына аҙна һайын ашҡынып ҡайтты, аҙаҡ һирәкләне, Вадим ике аҙна ҡайтмағас, эҙләп уҡыған еренә ҡаршы алырға барҙы, әммә училищела ҡатынының уҡымағанлығын, уҡыуын ташлап бер егет менән бергә йәшәп ятыуҙарын ишетеп бик бошоноп ҡайтты. Аҡса юҡлыҡтан туй үткәрмәгәйнеләр, законлы яҙылышмағандар, балаһын ташлап китеп икенсе ҡатындарға китер тип көтәүелләп Әсмә үҙен алдан әҙерләп нығытып ҡуйҙы. Асыуланмаҫ та, тотмаҫ та, тик ейәнен үгәй ҡулына биреп сығармаҫҡа тырышыр ауыр булһа ла, әлегә алты айлыҡ сабыйҙы ҡарау яңғыҙына бик ауырға төшәсәген белә ине, өҫтәүенә бәләкәй ейәнсәре лә бар, Вадим уны ят күрмәҫме...
. Артыҡ алсаҡ булмаған Вадим тағы ла баҫылды, төндәрен улы илаһа үҙе тороп ярҙамлашты, аҫтын да алмаштырҙы, керен дә йыуҙы, ҡыҙының ҡыҙын да йыуатыр ине. Уның ҡасан китергә тип ауыҙ асырын көтә Әсмә, кит тип тә ҡыуа алмай, ҡыҙы икенсе кеше менән йәшәй, Вадимдың ярҙамынан башҡа ауыр буласаҡ ине, эшенә барырға ла кәрәк.
. Ҡыҙы ҡайтмағас артынан барҙы, инәлде, ҡайтыуын һораны, ҡыҙы ныҡ торҙо ҡайтманы, яратмайым Вадимды, ауырға ҡалғанға ғына сыҡтым.
. Ваҡыт үтте, ейәненә ике йәш тулыуға бер аҙ хәлдәре еңелләште, ҡыҙы ҡайтманы, икенсегә тағы ауырға ҡалған, хәҙер телефон аша аралаша башланылар, тик был ире менән эсеүҙәре бар, һәр саҡ һуҡмыш шылтырата. Ейән-ейәнсәре Әсмәгә өләсәй тип әйтергә теләмәнеләр, әсәй тип әйтеп телдәре асылды, ә Вадимға икеһе лә атай тип ынтылдылар.
. Вадим килгәс тә яңы тыуған быҙау алғайны, уны һыйыр итергә бар көсөн һалып тырышты, тәрбиәләне иҫке аҙбарҙы нығытты, ниһәйәт һыйырлы, аҡлы булдылар. Бер кемде лә ярҙамынан ташламаған Вадимде ауылдаштары ла үҙ иттеләр, кемдер иҫке сепараторын бирҙе, иҫке мотоцикл һатып алып юнәтеп, ҡараштырып йөрөрлөк хәлгә килтерҙе. Бер эшен дә Әсмәнең кәңәшенән сығып башламаны, уның фатихаһын алды, белмәгәнен һораны.
. Инде тормош көйләнде генә тигәндә ҡыҙы больницаға бәпәй тапҡансы улын килеп алыуҙарын һораны, мотоциклда балаларҙы ла алып, өсөнсө ейәнен ваҡытлыса ҡарарға алып ҡайттылар. Ҡыҙының ире, Әсмә ул кейәүен кейәү тип тә әйтә алманы, йәмерәйеп ҡарап Вадимға ул һинең балаң, бында алып килеп йөрөмә бынан һуң, тип арттарынан ҡысҡырып ҡалды.
. Тағы йоҡоһоҙ төндәр, бала сепрәктәре, туҡтауһыҙ бала ауырыуҙары, бар ауырлыҡты үҙе күтәрергә тырышты Әсмә, Вадимды борсомаҫҡа теләне, белә, бала уныҡы түгел, ҡыҙының ире эскән башынан хәбәр һөйләүелер.
. Ауыр саҡта ла Вадим кеше булып ҡала белде, баланы тәрбиәләште, ашатты, эсерҙе, аҫтын да алмаштырырға ерәнмәне, үҙенекен нисек тәрбиәләһә, шулай тырышты.
. Бер ваҡыт Әсмә уйланыуҙарҙанмы, сираттағы һалыуҙан һуң ныҡ биреште, оҙаҡҡа һуҙылған ютәлдәрҙән хәле бөтөп, диван ҡырында ғына бөгәрләнеп ятып йоҡлап киткәс, өҫтөнә япмаһын килтереп япҡан Вадим уның ян яғын ҡыҫтырыштырып йымлаған саҡта Әсмә уның ҡулы ҡағылғанын тойоп барлыҡ булмышы менән уянды, нисәмә йылдар баҫылып килгән ҡатын булыу теләге ҡуҙғалды, ошоғаса йоҡлап ятҡан күҙәнәктәр асылды, әйтерһең ташҡында боҙ ҡуҙғалды. Үҙенең был хәлен һиҙҙермәҫкә теләп япмаһын башынан уҡ бөркәнеп ятты, ҡыҙған сикәләрен кейәүе күреүенән тартынды, ыңғырашып бер нисә тапҡыр борғоланып алды.
. Яҡын ине Вадим уға, йәлләй ҙә уны, ниңә ошоноң кеүек үҙенең улы тыумаған, ниңә ҡыҙы ошо кейәүе менән йәшәмәй, ул икенсе ҡатынға китһә Әсмә өс бала менән нисек йәшәр, малға бесән, яғырға утыны ла кәрәк, былар барыһы ла әлегә Вадим хәстәрендә. Белә, үҙ ауылдарында, яҡын тирәлә Вадимға күҙ һалыусылпр етерлек, асыҡтан асыҡ Әсмәнең үҙенән һораусылар бар. Бер аҙ баш күҙ алһа, торлаҡ юнәтһә китер, тотмаҫ уны Әсмә, биргән аҡсаларын да йыйнаулап һалып бара, әрәм-шәрәм итмәй кәрәген генә ала.
. Үҙ тойғоларын көсләп ауыҙлыҡлап байтаҡ ваҡыт үтте, ҡәйнәһенең күңел торошон кейәүе лә һиҙендеме, тыныс кистәрҙең береһендә уға тәҡдим яһаны.
. –Ныҡ яҡынһығыҙ һеҙ миңә Әсмә Әхәтовна, әйҙә балаларҙы бергәләшеп аяҡҡа баҫтырайыҡ, хыялымдағы әсәйем кеүек күрәм мин һеҙҙе, өйрәндем мин һеҙгә, балаларһыҙ, һеҙһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем, ҡыумағыҙ мине, бергә булайыҡ.
. Ризалашты Әсмә, күңеле лә шуны көтә ине, балалар атай, әсәй тип өйрәнделәр, әсәләрен хәтеренә лә төшөрмәйҙәр. Теге ире ҡыҙын әсәһенә, балаларына ебәрмәй ҙә, Вадимдан ҡыҙғана.
. Кеше һүҙенә ҡарамай бергә йәшәнеләр, хәйер, электән үк, улар үҙҙәре был хаҡта уйламаған саҡтарҙа ла бергә йәшәйҙәр тигән ғәйбәт таралғайны ине, артыҡ һүҙҙе сурытмағандарҙыр һуңынан.
. Күп тә үтмәй район үҙәгендәге социаль үҙәктән хеҙмәткәрҙәр килеп инде, ҡыҙҙары менән кейәүен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе тураһында хәбәр килтерҙеләр. Сәбәбе эскелек, бала хоҡуҡтары яҡланмаған, Вадим беренсе булып баланы үҙҙәренә алырға теләген белдерҙе, бала туғандары, өләсәһе менән бергә үҫәсәк.
. Аҡ ҡағыҙға бер төшмә генә, ҡалған балаларҙы ла тикшерә башланылар, атаһы кем, әсәһе ниңә көтмәй, өләсәһенә тиҙ арала опека ҡағыҙҙары юлларға кәрәклеген белдерҙеләр.
. Ауырлыҡ менән юлланған ҡағыҙҙарҙы ҡулына алғас, Әсмә юғалып ҡалды, үҙенең тесть ҡағыҙы ике һыҙыҡ күрһәтә ине, илленсе тиҫтәне ыуаҡлап килгәндә кем уйлаған...
. Вадимдың шатланыуы оҙаҡҡа барманы, улы урамдан һуғышып илап ҡайтҡан. Тынысландырып һорашҡас ҡына шул асыҡланды, балаларҙан кемдер һинең әсәйең Әсмә түгел, ә өләсәйең ул, тип үсекләшкән. Улы үҙенсә еңешкән, барыһына ла бергә өҫтән генә яҡынса аңлатырға тура килде, тик әсәйҙәренең генә эскәнлеген әйтмәнеләр, ауырый!
. Бала тыуғансы уҡ йәшәгән ерҙәренә алыҫ ҡына ошо район үҙәгендә бар уңайлыҡтары булған йорт һатып алырға уйланылар, Вадимға эше лә табылды, барыһына ла шулай уңайлыраҡ булыр, кем өләсәй, кем кейәү, белмәй тороуҙары хәйерле, ә әлегә улар бер ғаилә, бөгөнгөһө менән бәхетлеләр.
Гөлдәр әбей.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас