Повесть
Ғүмеренең утыҙ дүртенсе йәйендә Йәнғәле Солтанов үҙенә беренсе мәртәбә ял ирке бирҙе.
Уның тормош юлы бығаса әллә ни ҡатмарлы булманы. Урта мәктәп. Университеттың тарих факультеты. Үтә баҫалҡы, шаҡтай йомоҡ холоҡло егет бер генә урында ла – ауыл мәктәбендә лә, студенттар араһында ла – айырылып, күҙгә бәрелеп торманы. Шаулы йыйылыштарға ҡарағанда, ул ҡаланың берәй урынында булған, ғәҙәттә, бик аҙ тыңлаусылар килә торған лекцияларҙы артыҡ күрҙе. Утыҙ курсташы студенттар кисәһендә ләззәтләнеп вальс әйләнгәндә, ул сәғәттәр буйы бер кемгә бер һүҙ ҡушмайынса, университет китапханаһының иң төпкө, аулаҡ ҡараңғы кәштәләре тирәһендә, күптән инде онотолоп бөткән, уҡытыусылар ҙа тәҡдим итмәй, студенттар инде күптән һанға һуҡмай торған иҫке китаптарҙа соҡсондо. Өҫтөндә ҡапсыҡланыбыраҡ ултырған, алмашы юҡ тиерлек һоро костюмынан да ғәҙәттә букинистик китап магазиндарында аңҡыған, бигүк биҙҙергес булмаһа ла, артыҡ үҙенә тартып тормаусан еҫ аңҡый торғайны.
Уҡыу йортонда бындай студенттарҙың ҡушаматы, әлбиттә, «профессор» була. Ә Йәнғәленеке хатта «член-корреспондент» ине. Башта уны берәү әйтә, баҡһаң, шул сәғәтендә үк бөтә курс телендә. Икенсе көндө инде был ҡушамат тотош факультет таныған һәм хуп күргән исемгә әйләнә. Үҙ итеп, еңелсә көлөү менән әйтелә был ҡушамат. Студенттарҙың дөйөм массаһынан беҙгә мәғлүм сифаттары менән айырылып торғаны өсөн бирелде Йәнғәлегә әлеге мәшһүр исем. Ә ҡыҙҙар – зирәгерәк тә, талапсаныраҡ та, фантазияға байыраҡ та халыҡ, күрәһең. «Член-корреспондент» тигән саҡта был һүҙгә улар индергән өлөш, егеттәр әйткәнгә ҡарағанда, тәрәнерәк, байыраҡ мәғәнәгә эйә була. Был осраҡта иһә Йәнғәленең ҡыҙҙар араһында булғанда тарҡау фекерлерәк, уйҙары менән мауығып, үҙҙәренә, үҙҙәренең прическаларына, күҙҙәренә, һындарына, кисә йә хатта бөгөн генә кейемдәренә индергән мода ишараты яңылыҡтарына бөтөнләй иғтибарһыҙ булғаны өсөн еңелсә үпкәләү тойғоһо ла, тегенең ҡалын күҙлегенә, алғараҡ эйелгән килбәтһеҙерәк кәүҙәһенә һылашмай ятҡан кейеменә, алпан-толпан атлап йөрөүенә тәнҡит, шелтә һалынған була. Юҡ-юҡ, былар береһе лә уҫал ниәтле түгел; һис бер ситкә типмәй, үҙеңдеке итеп һөйөп тәнҡитләү, яратып шелтәләү, наҙлы ҡылтымбыйланыу, саҡ ҡына иғтибарлы булыу менән секунд эсендә юҡҡа сығырга әҙер торған үпкәләү, шуны өмөт итеү рәүешендәге үпкәләү ул.
Университетты бөткәс, Солтановты шунда уҡ боронғо тарих кафедраһына лаборант итеп ҡалдырҙылар. Уҡытыусылар, уның ошо фәнгә мөкиббән китеп бирелеүенә ҡарап, ҙур киләсәкле ғалим булыуына өмөт бәйләйҙәр ине. Лаборантлыҡ эшен ул әүәҫлек менән һөйөп башҡарҙы, тема алып, үҙ алдына эшләне. Был арала тиражы өс-дүрт йөҙҙән артмаган «Ғилми яҙмалар» тип аталған йыйынтыҡтарҙа айырым мәҡәләләре лә сыҡты. Бер нисә йылдан уны әлеге боронғо тарих буйынса ҙур булмаған лекциялар курсы уҡырға ҡуштылар. Был эшкә ул бөтә ихласын биреп тотондо. Студенттар йәш уҡытыусының төплө белеме менән һоҡландылар. Уҡытҡан йылдарында ул кандидатлыҡ минимумы экзамендарын тапшырҙы. Йәйге отпускыларының һәр береһен һис ҡыҙғаныуһыҙ ғилми эшкә сарыф итте. Һөҙөмтәлә, бер көн килеп Солтанов, диссертация яҡлап, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһе алды. Ғүмеренең утыҙ дүртенсе йылында беҙҙең Солтановтың исеме эргәһенә «доцент» тигән яңғырауыҡлы титул өҫтәлде.
Утыҙ дүрт йәш. Был ваҡытта, әлбиттә, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе «йәш ғалим» тип атайҙар. Әлбиттә, йәш доцент булыр өсөн утыҙ дүрт йәш күп түгел. Тик...
...Кеше беренсе мәртәбә үҙенә ял, ирек бирҙе. Йәнғәле Солтанов ике срокка путевка алды ла, Урал артындағы бик йәмле күл буйына ял йортона юлға сыҡты. Ярайһы ғына күңел хушлығы кисереп, донъяһы түңәрәк кешеләрсә тыныс сыҡты ул юлға. Шау-гөр килеп оҙатыусылар ҙа булманы. Ундайҙарҙы ғүмерендә күреп, кисереп өйрәнмәгәнгәме, бының кәрәген дә тапманы Йәнғәле. Беләгенә макинтошын һалып, сумаҙанын ғәмһеҙ һелтәй-һелтәй, вокзалға төштө.
Солтанов ултыраһы поезд, Мәскәү яғынан килеп, был станцияла ун минут ҡына туҡтап китәһе тиҙ йөрөшлө состав ине. Йәнғәле кергән плацкартлы вагон тын, купе һайын бер-ике генә кеше ине.
Беҙҙең юлсыбыҙ үҙенең билетында күрһәтелгән урынды тапты. Ул купела ла хәҙергә бер генә пассажир ултырып ҡалған.
Уның да бынан берме, икеме генә станция алда ултырғаны күренеп тора. Ул әле постель алырға ла, сумаҙанын урынлаштырып ҡуйырға ла өлгөрмәгән. Был – ҡаҡсараҡ оҙонса буйлы, ябыҡ һәм йонсоу сырайлы утыҙ йәштәр самаһындағы ҡатын. Ул, яңағына таянып, эш юҡтан эш булһын тигән шикелле, иренеп кенә тәҙрәнән перронда ығы-зығы килеүселәрҙе күҙәтә. Купеға килеп кергән ир кешегә лә иғтибарһыҙ ғына күтәрелеп ҡараны, юлдаш буласаҡ кешеһе, эшләпәһен һалып, баш ҡағып сәләм биргәс, төптән ҡараған йонсоу күҙҙәренең ымы менән яуапланы ла яңынан тәҙрәгә боролдо; килеп кереүсегә ул бөтөнләй иғтибар ҙа итмәнеме, әллә уның янында баҫып тороуын шунда уҡ онотто ламы?
Ҡатын ҡалын ҡара сәсен шыма итеп тараған да йыйнаҡлап артҡа һирпеп өйөп ҡуйған. Сәс араһында аҡ һыҙаттар ҙа юҡ түгел шикелле. Оҙонса алҡалары нәҙек муйынын тағы оҙонайта төшкән төҫлө. Кескәй ауыҙының йоҡа ирендәренә беленер-беленмәҫ кенә ҡыҙыл буяған. Ослораҡ эйәкле.
Поезд ҡуҙғалғанда, уларҙың күҙҙәре йәнә осрашты.
– Киттек булдымы? – тип, Йәнғәле күҙлеге үтә йылмайҙы. Юлдашы ла, үҙ сиратында, һүлпән генә йылмайып, эйәген ҡаҡты һәм тағы тәҙрәгә боролдо. Бик моңһоу ине уның ҡарашы. Ваҡытлы ғына моңһоулыҡ баҫыу ҙа түгел, тәбиғи моңһоулыҡ, тәрәндән, эстән әрнеп сыҡҡан моңһоулыҡ төҫлө ине ул; өмөтө өҙөлгән кешеләрҙә генә була торған, төшөнкө моңһоулыҡ ине.
Яңы ғына осрашҡан ете ят кеше булһа ла, өндәшмәй барыу ҡыйын, был тойғо кешене иҙә. Солтанов, күҙлеген алып, ҡулъяулығы менән һөрткәндә:
– Ҡайҙа бараһығыҙ? – тип һүҙ ҡушты.
Ҡатын тертләп киткәндәй булды. Беренсе күргәндәге һымаҡ, күҙен тултырып уға ҡараны, ул юлдашының һорауын ишетмәй ҡалды булһа кәрәк.
– Ҡайҙа юл тоттоғоҙ, мин әйтәм?
– Ә-ә, – тине ҡатын. Беренсе тапҡыр Йәнғәле уның тауышын ишетте. Әммә яуап тауышһыҙ бирелде. Ҡатын поезд барған йүнәлешкә эйәге менән ымлап күрһәтте. Уның тиҙ генә асылып китергә, һөйләшергә теләге юҡлығы күренеп тора ине.
Кешелә ниндәй генә хәсрәт булмай. Бәлки, унда бөтөнләй һөйләшеү ҡайғыһы түгелдер.
Юл буйындағы күренештәр ни тиклем матур булмаһын, сәғәттәр буйы күҙ алмай, өндәшмәй күҙәтеп барыуы ла ялҡтыра.
Ҡараңғы ла төшә башланы. Вагонда шәмдәр тоҡанды. Сәй килтерҙеләр. Йәнғәле аҙыҡтарын өҫтәлгә сығарып һалды, юлдашын сәй эсергә саҡырҙы. Тегеһе, һаран ғына яғымлылыҡ менән баш һелкеп, тәҡдимде кире ҡаҡты һәм, сумаҙанынан ҡайһы бер әйберҙәрен алып, сығып китте.
«Был ҡәҙәре лә йомоҡ кеше булыр икән, – тип уйланы Солтанов, уға асыуы ҡабара төшөп. – Берәй тәкәббер нәмәкәйҙер инде».
Юҡ-юҡ, уның хаҡында һис насар уйлағы килмәй. Ҡайғыһы ҙурҙыр, һөйләшеп, күңел асып барырлыҡ түгелдер хәле. Ни генә булмай донъяла.
Йәнғәле ҡатынды бөтөнләй тыныслыҡта ҡалдырырға, иғтибар ҙа итмәҫкә булды. Әйҙә, теләгәнсә үҙ эсенән уйланып бара бирһен. Ул күңеленә шулай тип беркетте лә урынына һуҙылып менеп ятты, тиҙ генә йоҡлап китмәксе булды. Поездан иртән иртүк төшөргә кәрәк бит.
Ҡатын, йомшаҡ сеүәге менән тауышһыҙ атлап, урынына кире килде, көҙгөгә иғтибарһыҙ ғына күҙ һалды. Ул йыуынғайны, сәстәрен төҙәткеләне; кейемен алыштырған, өҫтөнә барсалы оҙон халат кейгән.
Йәнғәле ирекһеҙҙән үҙенең был ҡатындың һәр бер хәрәкәтен күҙәтеп, һынап ятҡанын тойоп алды. Ҡуй, йә, көҙгө аша күреп, әллә ни уйлар.
Юҡ, ҡатындың унда бер эше лә юҡ; теләгәнсә ҡара тигән шикелле, ул һүлпән генә хәрәкәтләнә бирә. Уның өсөн янында бер кем дә юҡ тиерһең.
Солтанов күҙен йомдо. Ҡатын хәҙер уға күренмәй. Тик ҡолағы һаман юлдашының хәрәкәттәренән сыҡҡан тауышты аулай. Ғәжәп, күҙҙе йомғас, ул, шәүлә һымаҡ, бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан төҫлө; бер тауыш та, саҡ ҡына ҡыштырҙау ҙа ишетелмәй.
Тиҙ генә йоҡо алыр самалы түгел. Әллә ошо моңһоу йөҙлө, шәүлә һымаҡ шым хәрәкәтле, сер йомғағы булған ҡатынға бәйләнешле рәүештә, әллә былай ғүмерендә беренсе мәртәбә тиерлек донъя мәшәҡәттәренән бушанып ҡалыуҙан, Йәнғәле үҙе хаҡында уйланып алып китте, һәм хатта, беренсе мәртәбә шулай төпсөп, тормошон тәнҡит күҙлегенән үткәреп уйланыуы түгелме икән әле? Ул уйҙар нисектер ғәҙәтләнелмәгән. Үҙең хаҡында, үҙ шәхесең хаҡында уйлау бөтөнләй ят төҫлө. Баҡһаң, ғүмерҙең үткән өлөшөндә тормоштоң шәхси яғы былай төпсөп уйланылмаған да икән. Солтановтың бар ғәме фәндә генә булған икән...
Күҙен йомған килеш ятҡан ҡарт егетебеҙ үҙенә бөгөн килеп һарылған сәйер, ятышһыҙ уйҙарҙы көсләп ҡыуырға тырыша. Тегеләре, уның ҡолағына ниндәйҙер шелтә һүҙҙәрен йомарт яуҙырырға әҙер булып, йөҙәткес рәүештә ябырылып киләләр. Ә эргәһендә һаман шәүлә кеүек өнһөҙ-тынһыҙ моңһоу ҡатын барлығын тоя.
Солтанов, күңелендә нимәнелер юҡһыныу, һағыш булып, үҙен баҫҡандан-баҫа барған тойғонан арынырға тырышып, күҙен аса.
Шәүлә-ҡатын – Йәнғәле күңеленән шулай тип күршеһенең исемен дә тапты – купелағы утты һүндергән, имеш, ғәжәп, быны ла ул һис бер тауыш сығармай ғына эшләй алған. Ул да йоҡларға әҙерләнгән дә, уйҙарына бирелеп, онотолоп киткән ахыры, тәҙрәгә баяғыса ҡарап килә. Ҡараңғыла ул тағы ла серлерәк төҫ алған. Сәсен туҙҙырып төшөргән. Сәстәре сикәләрен япҡас, бите тарайып ослая биреп ҡалған. Ә күҙҙәре, ғәжәп итерһең, бая төптән һүрән ҡараған күҙҙәр, хәҙер осҡонланып йылтырап торалар. Эйе, ҡараңғыла ҡатындың һыны күләгә кеүек кенә төҫмөрләнә. Ә бите ап-аҡ булып асыҡ күренә.
Ә уйҙар, күрәһең, Йәнғәленең күҙ йомғанын көтөп ала алманылар...
...Утыҙ дүрт йыл ғүмер кисерелгән, йәш доцент булып йөрөр өсөн был ҙур ғүмер түгел. Тик кеше беренсе мәртәбә үҙенә ял ирке биргән... Кеше беренсе мәртәбә үҙенең шәхси тормошона күҙ һала һәм... үҙенән ҡурҡҡандай, тертләп ҡуя... Ярты ғүмер тиерлек үтеп тә киткән. Ә кеше шуғаса үҙенә күтәрелеп тә ҡарамаған булған. Баҡһаң, уның «шәхси» тип аталған үҙ тормошо юҡ та икән. Университеттың аспиранттар ятағындағы тар карауат – үҙенеке. Хатта, унда ятҡанда ла, йоҡоға киткәнсе, күберәк диссертацияһының яҙыласаҡ бүлеге күҙ алдынан кисерелгән. Ятаҡтан университетҡа тиклем юл – үҙенеке. Унда ла – студенттар алдына сыҡҡас – боронғо Афина хаҡындағы лекцияһын нимәнән башлап алып китеү хаҡында ҡайғыртыу.
Өҫтөндәге костюмы – хәҙер инде берҙән-бер булмаған, тик хужаһы кәүҙәһендә һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡапсыҡланып ултырған костюмдары – үҙенеке. Әммә уларҙың да кеҫәләрендә боронғо донъя тарихы буйынса тезистар, фекерҙәр, күсермәләр яҙылған ҡуйын дәфтәрҙәре...
Йоҡлағанда күргән төштәре – үҙенеке. Тик төш репертуарын да йыш ҡына Мысыр фирғәүендәре, мәшһүр пирамидалар, спартандар биләй.
Юҡ, ниңә Солтановтың үҙенең шәхси бер нәмәһе лә булмауын ғәйепкә алырға әле? Ниңә кешене өлөштәргә ваҡларға? Йәнәһе, бына был өлөшө – уның үҙенең шәхси тормошоноҡо. Ә быныһы – әлбиттә, ҙурыраҡ өлөшө – йәмғиәттеке. Юҡ, кешенең бөтә нәмәһе лә йәмғиәттеке. Шәхси тормошо ла – йәмғиәттеке. Тик шәхси тормошо камил булмаған кеше, шулай булғас, йәмғиәт тормошонда ла кәмселеге булған кеше булып сыҡмаймы ни әле?
«Ярты ғүмер фәнгә бирелгән. Ғәйепме ни шул?» – тип тынысландырырға теләй үҙен Йәнғәле. Юҡ, эс боша, үҙәкте өҙҙөрөп эсте бошора торған кәмселеге бар икән шул уның тормошоноң. Солтанов ятҡан урынында тертләп үк ҡуйҙы. Мөхәббәтһеҙ, ғаиләһеҙ генә үтеп бара, имеш, ғүмере? Яҙһыҙ, йәйһеҙ генә, сәскәһеҙ генә ғүмер көҙө яҡынлап килә икән. Ташҡынһыҙ, умырзая сәскәләрһеҙ генә үтеп киткән ҡыҫыр яҙ! Ниндәй аяныс! Дөрөҫ, Солтановтың мауыҡҡан саҡтары, берәй ҡыҙҙы күргәндә, йөрәге дарҫлап тибә, уның менән осрашырға, эс серҙәрен һөйләшергә тип, йөрәге атлығып торған саҡтары булманы түгел. Тик бындай ваҡыттарҙа егет: «Һуңынан. Хәҙер ваҡыт түгел. Иң тәүҙә ҙур маҡсатҡа ирешергә», – тигән ҡаты хөкөм сығарып, баш төртөп килгән мөхәббәт сәскәһен, шытып килгән сағында уҡ, ҡанһыҙ рәүештә томалап ҡуйырға, шул ҡыҙ менән осрашыу өсөн баҡсаға барыу урынына, китапхананың ҡараңғы төпкөлөнә сумырға үҙендә көс таба ине. Көс таба һәм үҙенең ваҡ шәхси теләктәрен оло маҡсат хаҡына еңә алыуына һәр саҡ шатланып, характерының ныҡлығы өсөн ғорурланып ҡуя ине.
Икенсенән, бәлки, бөтәһен дә еңә, емерә, бөтә ғәмеңде, һушыңды ала, фани донъя мәшәҡәттәрен оноттора торған, бөтә барлығыңды үҙе менән биләп алырлыҡ көслө мөхәббәт осрамағандыр.
Йәнғәленең йөрәге таш түгел дә баһа. Ә бит көн күрергә ысынлап ынтылған ыуыҙ ғына бәбәк тә, ниндәй ҡаты асфальтыңды ҡалтайтып, тишеп сыға. Улай тип тә тынысландырырға мөмкин үҙеңде. Шунан, бәлки, йоҡо ла көттөрмәй килеп етер. Ана бит, вагон еңелсә генә бәүелтә, рельстар ялғанған урында тәгәрмәс туҡылдауы ла бер ритм менән тыныслыҡҡа, нервыларҙы бушаҡлатырға саҡыра. Тик...
...Кеше, айырыуса ир кеше, мөхәббәттең килгәнен көтөп торорға тейешме ни? Эҙләргә, табырға, яуларға, кәрәк икән – уның хаҡына боғаҙлашырға тейеш. Тик...
...«Һуңынан. Тәүҙә төп маҡсатҡа ирешергә кәрәк, – тине студент Солтанов. – Тәүҙә университетты тамамлайым».
Университет та тамам, булды. Тик...
...Студент саҡта ҡыйыуһыҙ ғына хыял ителгән диссертация ысынбарлыҡ булып алдына баҫҡас, уға сат йәбеште. «Һуңынан», – тине ҙур маҡсатына, күкрәге менән тау ярып булһа ла, ирешергә әҙер торған, шуға күнеккән, характерын үҙенә ҡарата аяуһыҙ ҡырҡыу итеп шаҡтай тәрбиәләп өлгөргән боронғо донъя тарихы уҡытыусыһы Солтанов. «Һуңынан», – тине. «Әйҙә баҡсаға, сирень һауаһы һуларға, унда һине мөхәббәтең көтә», – тип күңеленә вәсүәсә һалған йөрәгендәге ниндәйҙер бер зарарлы ҡортҡа.
«Әйҙә, Солтанов, киноға барайыҡ», – тигәйне бер мәл университетта беренсе йыл ғына уҡытҡан сибәр ҡыҙ. Тик...
...Солтанов диссертацияһын ныҡ ҡына байыта торған, фекерен ныҡ ҡына нигеҙләй торған бер документ тапҡайны. Шуны эшкәртәһе бар ине. «Һуңынан», – тине ул ҡыҙға... Ә тегеһе уйынлы-ысынлы: «Их һин, боронғо тарих!» – тине лә, ҡырт боролоп, яңғыҙы китеп барҙы.
Бына сираттағы төп маҡсатҡа ла ирешелде – диссертация уңышлы яҡланды. Йәнғәле Солтанов – тарих фәндәре кандидаты һәм доцент. Тик...
...Ҡара һин уны! Фән докторы һәм профессорлыҡ ҡул менән үрелеп етерлек алыҫлыҡта ғына ҡалған икән дә баһа!..
«Туҡта инде!» Доцент Йәнғәле Солтанов ғүмерендә беренсе мәртәбә үҙенә ял ирке бирҙе, һәм бына беренсе мәртәбә үҙе менән үҙе «шәхси» мәсьәләлә осрашты, ҡапыл тертләп китте.
Утыҙ дүрт йәш... Ғүмер уртаһы етеп килә. Ә кеше үҙе өсөн, үҙ күңеле өсөн йәшәп ҡарамаған. Ә бит ул кешегә хас тойғоларҙың береһенән дә мәхрүм түгел.
Туҡта, ул инде күп кенә нәмәләрен юғалтып бөтөрөп бара түгелме һуң? Бына әле генә осраған, әле янында ултырған, күҙҙе асыу менән күрергә мөмкин булған шәүлә-ҡатынға өндәшер һүҙ тапманы. «Ҡайҙа бараһығыҙ?» – имеш. Моңһоу йөҙлө ҡатын уға яуап бирмәүе менән ни тиклем хаҡлы булғандыр. Тимәк, Йәнғәле ҡатын-ҡыҙ заты менән һөйкөмлө мөғәмәлә итеү һәләтлеген юғалтҡан инде. Күңел һөрһөй башлау ғәләмәте түгелме һуң был?
Ни эшләп тап бөгөн, әле килде был борсоулы уйҙар? Көйҙөргөс, өҙәләндергес булып, юҡһыныу, һағыш булып, ултырып илағы килеү тойғоһо булып, үкендереп килде был уйҙар. Әллә ошо хәсрәткә сумған, күңелендәге шеште сер йомғағы итеп ҡайҙалыр алып барыусы тауыш-тынһыҙ шәүлә-ҡатын менән бәйләнешле рәүештә килде улар? Әллә инде улар кешенең беренсе мәртәбә донъя мәшәҡәттәренән бушанып, үҙенә ял ирке биргәнен зарығып көтөп, һағалап торғандар?
Ә эргәләге сер йомғағы шәүлә-ҡатын башынан уҡ бөркәнеп ятҡан. Ятҡанда ла, уның бер тауышы ла сыҡманы. Әле лә тын алғаны ла ишетелмәй. Күҙеңде йомдоңмо, ул бөтөнләй булмаған да, юҡ та төҫлө.
Алдағы станцияла төшөргә тип, Солтановты проводница килеп уятты. Йәнғәле таң алдынан ғына ҡаты йоҡлап киткәйне. Төндә бер станцияла вагонға яңы кешеләр килеп тулған. Теге ҡатын да – әллә йоҡламаған, әллә йоҡлап та, яңы пассажирҙар ығы-зығыһына уянған – күптән инде тороп, йыуынып кейенгән.
– Хәйерле иртә! – тип өндәште Йәнғәле уға. Күтәрелеп ҡарамай, ирендәрен саҡ ҡыбырҙатып, теләмәй генә яуап бирҙе ҡатын. «Ниңә миңә өндәшеп бимазалайһығыҙ? Борсомағыҙ, зинһар!» – тигән төҫлө ине уның сырайы.
Йәнғәле йәһәт-йәһәт кенә йыуынып әҙерләнде лә төшөргә йыйынды. Бәй, был ҡатын да сумаҙанын һөйрәп сығарҙы, плащын алып кейҙе. Ул да ошонда төшә икән дә баһа!
Поезд аҡрыная башлағас, Йәнғәле, ярҙам итергә тип, уның шаҡтай һәлмәк сумаҙанын икенсе ҡулына алды. Ҡатын йөҙөн ризаһыҙ һытты:
– Ах, зинһар өсөн...
«Ниңә бәйләнәһегеҙ миңә? Ниңә һаман борсойһоғоҙ мине?» – тип иңрәп, ялбарып сыҡҡандай булды уның был һүҙҙәре.
Поездан төшөү менән, Йәнғәле, артына әйләнеп, өндәшмәҫ осраҡлы юлдашына:
– Хушығыҙ, – тип баш ҡаҡты ла – тегеһе яуап бирҙеме-юҡмы – көтөп тә тормай, йүгерә-атлай китеп барҙы. Вокзал артында ял йортоноң автобусы көтөп торорға тейеш ине.
Ял итергә килеүселәр байтаҡ булып сыҡты. Автобус тула яҙҙы. Ҡапыл ни күрә Солтанов: әлеге шәүлә-ҡатын тәүҙә ауыр сумаҙанын күтәреп автобус иҙәненә ҡуйҙы, шунан үҙе баҫҡысҡа баҫты. Ул ахылдап төшкәйне. Йәнғәле, һикереп тороп, сумаҙанды барып алды, ҡатынға үҙ урынын тәҡдим итте. Тик өндәшмәҫ тиҫкәре ҡатын әлеге «бәйләнмәгеҙсе» тигән күҙ ҡарашын һирпеп алды ла, ҡыҫыла-ҡыҫыла автобустың төбөнә үтеп, сумаҙаны өҫтөнә ултырҙы.
Уның тәкәбберлегенә Солтановтың хәтере ҡалыу тойғоһо тағы өҫкә күтәрелеп сыҡты һәм шунда уҡ һыуынды ла. Тик ул: «Ҡара һин әле, ул да ял йортона бара икән дә баһа! – тип, сәйерһенеп уйланы. – Шул ҡәҙәре өмөтһөҙлөккә төшөү дәрәжәһендәге хәсрәтле йөҙлө өндәшмәҫ кешеләр ял йортона баралармы икән ни? Ниңә ул күңелле, шат йортҡа бер фурман ҡайғы тейәп алып бара икән? Үлем сырайы кергән бындай кешеләр ял итә алалармы икән?..»
Туҡта, Солтанов, ниңә һин ошо ҡатынға бәйләндең әле? Ул бит һинең бер кемең дә түгел. Хатта уның кем икәнен дә белмәйһең. Боролоп ҡарама артыңа. Ана бит, алда Ирәндек башлана. Ни тиклем матур күренештәр! Һин бит – матурлыҡ менән хозурланып ял итергә килгән кеше. Ете ят ҡатындың хәсрәт йомғағын һүтеп ҡарарға тырышып, былай ҙа сиктән сығып арыған башыңды ҡатырма. Ә көнө һуң, көнө! Салт аяҙ. Игендәр бешеп килә. Машина елдерә генә... Тик юл ғына һикәлтәлерәк. Теге ҡатын меҫкенкәй ни хәлдә килә икән? Ултырыр урыны бигерәк йәпһеҙ шул. Фу, тағы шул ҡатын! Һүҙендә тормай, тағы боролоп ҡараны...
Ял йортона килеүселәрҙе теркәгәндә, Солтанов әлеге ҡатын хаҡында тәүге мәғлүмәттәрҙе белде: исеме – Тәнзилә, Өфөнән алыҫ түгел бер ҡалала йәшәй. Үҙе врач икән. Уны өсөнсө корпусҡа урынлаштырырға алып киттеләр. Йәнғәле – икенсегә тәғәйенләнде.
Урынлашып, арлы-бирле иткәс, ул ял йортоноң тирә-яғы менән танышырға сыҡты. Ысынлап та, тәбиғәттең бигерәк матур урынын тапҡандар был ял йортона. Ирәндек, өйөрөнән айырылған аҫау айғыр шикелле, Урал тауҙарынан айырылған да, ажғырып, тырпайып, ялан яҡҡа ҡарай ырғыған. Ул тәүҙә һаҡмар буйлап ырғып-сабып килгән, унан да айырылып киткән; Талҡаҫ тигән бик матур, әллә нисә саҡрымдарға һуҙылған саф һыулы тәрән күл әүрәткән ахыры уны. Ошо тәңгәлдә Ирәндек-айғыр, ялдарын туҙҙырып, һыртын дуғаландырып, сапсынған да һыу эсергә күлгә эйелгән. Уйнап-һикереп ары сапҡан. Бара торғас, арып йыуашайған һәм Баймаҡ ҡалаһы тәңгәлендә, кеше алдында баш эйгән төҫлө, ал тояҡтарына сүгеп, башын ялан ергә һалып туҡтаған.
Ял йорто тап ана шул Ирәндек-айғырҙың һыртын дуғаландырып, ялын туҙҙырып, сапсынып, һыу эсергә туҡтаған урынында – Талҡаҫ күле ярына ап-аҡ ҡайынлыҡ ситенә урынлашҡан. Теләһәң, ҡарағай урманы ҡаплаған тырпайышып торған ҡая таштарға үрмәлә, теләһәң, Талҡаҫта ҡолас ташлап йөҙ. Алыҫта, күлдең урта бер тәңгәлендә, кескәй утрау йәшәреп күренеп ята. Күл өҫтөндә һылыу зәңгәр кәмәләр йөрөй.
– Доцент Солтанов!
Ҡапыл үҙенә өндәшкән яғымлы тауышҡа Йәнғәле аптырап әйләнеп ҡараны. Ҡултығына таҫтамал төрөп ҡыҫтырған, сөм ҡара сәсен малайҙарса ҡырҡтырып, тар салбар, еңһеҙ ҡара кофта кейгән ҡыҙ күл буйынан ял йорто ҡапҡаһына табан үтеп бара ине. Солтанов әйләнеп ҡарағас, оса-ҡуна уға ҡаршы килде.
– Бына ҡайҙа осраштыҡ! – тине ул, шат йылмайып. – Һеҙгә оҡшаған кеше генәме икән тиһәм.
– Эльвира, был һеҙ бит!
Улар, осрашыуҙарына һәр икеһе ихлас һөйөнөп, оҙаҡ-оҙаҡ ҡул ҡыҫыштылар.
– Бына ниндәй осрашыу. Ҡасан килеп төштөгөҙ?
– Кисә. Самолет менән.
Эльвира – профессор Сәхиевтең кинйә ҡыҙы. Ул бынан ике йыл элек шул уҡ университеттың биология факультетын бөтөргәйне. Хәҙер нефть райондарының береһендә мәктәптә уҡыта. Үткән ҡыш профессорҙың етмеш йыллыҡ юбилейында Эльвираның әсәһе Солтановты табынға үҙе менән ҡыҙы араһына ултыртҡайны. Солтанов әле үҙенә бер ай элек кенә бирелгән доцент исеменә күнегеп тә бөтмәгәйне. Профессорша уға, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, шул «доцент» титулын бик йыш ҡатыштырып өндәшә.
Илгәҙәк, алсаҡ күңелле Эльвира Солтановтың тәрилкәһенә һәр төрлө ашамлыҡтарҙы мул итеп өйә-өйә, ҡыҫтап ултырҙы. Әллә ни әһәмиәте булмаған һүҙҙәр һөйләштеләр. Ҡыҙ өҙлөкһөҙ көлдө.
Профессорша ла, ҡыҙы ла Солтановты үҙҙәренә йышыраҡ килеп йөрөргә ҡат-ҡат ихлас саҡырҙылар. Ҡыҙҙың әсәһе: «Доцент, Эльвира оҙаҡламай тағы ла китә бит. Әллә ни тапты шул нефть тирәһендә? Доцент, бәлки, һеҙ ҡалала ҡалырға димләп ҡарарһығыҙ? Доцент, һеҙ – йәш кешенең һүҙе үтемлерәк булыр», – тигән мәғәнәле һүҙҙәрҙе шул ике арала бер нисә вариантта әйтеп алды.
Был күркәм йортҡа барғылап йөрөү, ошо алсаҡ иркә ҡыҙ Эльвираны күреү теләге Йәнғәлелә юҡ түгел ине. Әммә әлеге шул – «һуңынан». Ә бер мәл, ваҡыт табып барғанда, һуң ине инде. Ҡыҙ кисә генә нефть районындағы үҙенең яратҡан мәктәбенә китеп барған. Егет күңелендә саҡ ҡына үкенеү тойғоһо ла булып алды шикелле. Тик, яңынан архивҡа кереп сумғас, Солтанов профессор ҡыҙы Эльвираны бөтөнләй тиерлек онотҡайны.
Бына улар ҡайҙа, килеп осраштылар.
– Һеҙ ҡалыная төшкәнһегеҙ, – тине ҡыҙ.
– Ә һеҙ шул көйө. Матурайғанһығыҙ, буғай.
– Ой, һеҙ әйтерһегеҙ инде! – тип, тыйнаҡ ҡына ҡыйшанлап, кескәй йомшаҡ усы менән Солтановтың беләгенә сәпәп алды.
– Кейәүгә сыҡманығыҙмы әле?
– Ой, һеҙ! – Ҡыҙ, юлдан үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙе тертләтерлек итеп, яңғыратып көлөп ебәрҙе. – Алыусы юҡ бит!
– Шаяртмағыҙ. Үҙегеҙ сер бирмәйһегеҙҙер.
– Ҡайһы беренә сер ҙә бирмәйһең инде, – Эльвира егетебеҙҙе ҡултыҡлап уҡ алды. – Әйҙә, доцент, кейәү табышып бир әле. – Ул ошонда «һин»гә күсте, Йәнғәлене ҡапҡаға табан әйҙәне. Әйтерһең, уға кейәү хәҙер үк, ошо минутта уҡ кәрәк тә, уны Солтанов ошонда, ял йортонда, һис кисекмәй, табышып бирергә тейеш ине.
Ҡыҙ, уның беләген ысҡындырмай, һөйләнә-көлә атлай. Егетебеҙ, уңайһыҙлана төшөп, тирә-яғына күҙ ташлап ала. Ҡатын-кыҙ заты менән былай яп-яҡын ғына һыйынышып атлау ҙа, баҡһаң, уның өсөн ят нәмә, имеш. Уның тубыҡ быуыны хәлһеҙләнгәндәй дерелдәне. Аяҡтарын, ҡыҙҙың атлауына тап килтерер өсөн, килбәтһеҙ йәлпелдәп алмаштырып алды. Ҡыҙ уны был язанан, ятаҡ корпусы алдына килеп еткәс кенә, ҡотҡарҙы.
– Беләһеңме, доцент, бында бик шәп теннис майҙаны бар. Әйҙә, әҙерәк туп сәпәйек.
– Әлләсе.
– Юҡ-юҡ, әҙерәк йүгергеләп алыу һеҙҙең олпат кәүҙәгеҙгә лә файҙаға булыр, һа-һа-һа...
Ҡыҙ, шунда уҡ ятағына инеп, туп сәпәй торған селтәр сүместәрен алып сыҡты.
Йәнғәле, ҡыҙҙың күңелен йыҡмаҫ өсөн генә, бер теләкһеҙ һүлпән генә уйнаны. Ә Эльвира, йылғыр кейек кеүек, сәсрәп осоп йөрөй, партнеры үҙе яғына килешһеҙ сәпәгән туптарҙы ла ала, Солтановтың килбәтһеҙ хәрәкәттәренән һаһаһайлап көлә.
Егет иғтибарын уйынға туплай алмай. Ул үҙ ихтыярынан тыш йыш ҡына ситкә ҡарай, унда нимәлер күрергә тырышҡандай, кемдеңдер, ҡайҙандыр килеп сыҡҡанын көткәндәй, әленән-әле ятаҡ корпустары яғына к үҙ һала.
– Доцент, һин бөтөнләй иғтибарһыҙһың! – тип үпкәләй уйын менән мауыҡҡандан-мауыға барған Эльвира, түҙемһеҙләнеп. – Бына шулай, бына шулай! Юғиһә, һинең менән уйнау бөтөнләй күңелһеҙ, һоп! Бына шулай! Доцент тием, һин тағы ситкә ҡарайһың.
Солтановты бик ҙур иҫәп менән отоп, уйындан туҡтағас, Эльвира:
– Көймә, доцент, бер юлға ярай. Өйрәнерһең әле. Көн һайын уйнарбыҙ, йәме? – тип йыуатты.
Ашханала Эльвира Йәнғәлене үҙ өҫтәле янына етәкләп килтереп ултыртты. Ә егет бүтән өҫтәл тирәләрендә ултырыусыларға, ишектән килеп инеүселәрғә, барыһын да бер юлы иҫендә ҡалдырырға теләгәндәй, һөҙөп ҡарауында булды.
Ахырҙа ул саҡ ҡына һиҙелерлек талпынып ҡуйҙы. Үҙенең осраҡлы юлдашы шәүлә-ҡатын – ҡара кейемле моңһоу Тәнзилә – килеп инде. Ашханаға инеүселәрҙең иң аҡтыҡҡыһы булып, теләкһеҙ генә килеп инде ул һәм иң төпкө мөйөштәге өҫтәлгә йүнәлде; бер кемгә күтәрелеп ҡарамай ғына, урынына барып, был яҡҡа ҡабырғаһы менән ултырҙы. Ул Йәнғәлегә тап Эльвираның яурыны аша тура килде. Тимәк, ул һәр ваҡыт Солтановтың күҙ алдында буласаҡ. Хатта Эльвираға ҡарағанда ла, уның менән һөйләшкәндә лә Йәнғәле Тәнзиләнең моңға күмелгән хәсрәтле йөҙөн күреп торасаҡ.
Ҡатын, ашханаға килеп ингәндәге кеүек үк, иғтибарһыҙ, теләкһеҙ генә ашаны. Уның өсөн ниндәй аш бирелгән булыуының да әһәмиәте юҡ төҫлө, тәрилкәһенә күҙ ҙә һалмай, сәнскеһен онотҡанда бер генә ауыҙына килтереп ултыра.
– Туймай ҡалдыңмы әллә, доцент? – тип көлдө күңеленә килгәнде кешегә һис тә әйтмәй ҡалмаҫҡа ғәҙәтләнгән шар ҙа мар Эльвира. – Нимә көтөп ултырабыҙ? Әйҙә пляжға.
Төштән һуң Эльвира менән Йәнғәле бер нисә сәғәт буйы ҡомда ҡыҙындылар, һыу инделәр. Ял йортона килгәнсе лә инде ҡояшта шаҡтай янып өлгөргән, йылҡылдап торған тығыҙ тәнле, зифа буйлы спортсменка Эльвира һылыу йомро яурындары, һығылмалы биле, йомро оҙон беләктәре, баҙыҡ балтырҙары менән үҙе үк һоҡланғандай, һомғол хәрәкәттәр менән ҡомда бер булып уйнаны; Солтановтың ҡалынайып барған кәүҙәһен мыҫҡыл иткәндәй, әле уны йомшаҡ ҡом менән күмде, әле уға таш ырғытып, үҙен ҡыуалатырға ҡотортто. Егет ысындан да сәмләнеп һикереп торһа, теге, уның ҡул аҫтынан ғына йылғыр ялтанып, һыуға барып һикерҙе. Ә һыуҙа инде ул – торғаны балыҡ. Тотоп ҡара һин уны. Китә һыу сәсрәтеш, күл өҫтөн яңғыратып көлөш. Күл буйында ял итеүселәр рәхәтләнеп ғәмһеҙ шаярып һыу инеүсе был икәүгә: сикә сәсен саҡ ҡына ҡырау ялмап алған иргә һәм ҡойоп ҡуйған һылыу һынлы, сая, етеҙ хәрәкәтле ҡыҙға сәйерһенеберәк тә, һоҡланып та, ҡайһы берәүҙәр көнләшеп тә ҡарап-ҡарап ҡуялар.
Ял йорто ихатаһына Эльвира менән Йәнғәле ашар ваҡыт етә яҙғас ҡына ҡайттылар. Ҡыҙ өҫтөн алыштырырға тип кереп китте. Егет ишек алдында тирә-яҡты ҡарап ҡалды, һәм үҙ ихтыярынан тыш эҙләгәнен тапты.
Күрше корпустың асыҡ верандаһында Тәнзилә ситән креслола, яңғыҙы ғына ҡалып, китап уҡып ултыра ине. Солтановты аяҡтары ирекһеҙҙән шунда тартты. Торған урынында ул тағы ярты ғына минутҡа яйлап, икеләнеп торһа, үҙенә: «Уның янына ниңә барам әле?» – тигән һорау биреп өлгөрһә, ул, моғайын, был аҙымды яһамай ҙа ҡалған булыр ине. Тик һуң инде – аҙым яһалған, Йәнғәле ҡатын янына барып та етә яҙған. Ҡатын сәйерһенеберәк уға күтәрелеп ҡараны ла инде.
– Йә, нихәлдәһегеҙ, юлдаш?.. – тине Солтанов, ҡаушай төшөп, ҡарлығыңҡыраған тауыш менән.
– Ә-ә, һеҙ икән... – тине Тәнзилә, уны яңы танып алғандай, һәм, «йә, ни йомош?» – тигән һымаҡ, уға ҡарап, һүҙһеҙ ҡалды.
– Ял итеп буламы, яҡташ?
– Булған төҫлө... – Ҡатын һаман, был кешенең миндә берәй мөһим йомошо барҙыр, ниңә һуҙа икән, тиҙерәк әйтһен дә үҙ юлында булһын, тигән төҫ менән көтә ине.
– Һеҙ бөгөн һыу инмәнегеҙ.
– Ҡапыл ярамай, һеҙгә лә ҡояшҡа ҡомһоҙланып ташланырға кәңәш бирмәҫ инем. Ҡайһылай бешкәнһегеҙ.
– Зарар юҡ.
Ҡатын Йәнғәлегә ҡыйыуыраҡ ҡараны.
– Юҡ, зарары бар. Мин – врач.
– Беләм.
Солтанов һүҙҙең тиҙерәк ялғанып китеүен теләй. Был моңһоу ғорур ҡатындың теле бер асылғанда, уның ауыҙынан ни өсөндөр күберәк һүҙ ишетеп ҡалғыһы килә ине. Хәҙер бер уңайһыҙ тынлыҡ тыуыр ҙа, Тәнзилә, уның үҙе эргәһендә торғанын да онотоп, ситкә боролор һымаҡ ине. Солтанов ҡабаланды.
– Иртәгә күл буйына төшәһегеҙме? – тине ул, малайҙарса аяғын алыштырғылап, һәм телен тешләрҙәй булды. «Бына, исмаһам, һорауҙың егеттәрсәһен бирҙең!» – тип әрнеп үкенде. Бигерәк ҡапыл, тоҡан бирелде шул ошо һорау. Ҡатын да уны тап шулай аңланы, Солтановҡа ғәжәпһенгән күҙҙәре менән ҡарап ултырҙы һәм, нәҙек ирененең ситенә энә осо ҡәҙәре генә мыҫҡыл ғәләмәте сығарып, һалҡын ғорурлыҡ менән өҫтән ҡарап йылмайҙы һәм:
– Һеҙҙе ниңә ҡыҙыҡһындыра ул... яҡташ? – тине. – Бәлки, барырмын да...
Был Йәнғәлегә генә, бәлки, шулай тойолғандыр. Тәнзилә, һеҙҙең менән һөйләшеү мине ялҡытты, тигән мәғәнәне асыҡтан-асыҡ төҫөнә сығарып, китабына кире эйелде. Ҡатын янына барып, мәғәнәһеҙ һүҙ асып, бала-саға хәлендә ҡалғаны өсөн үҙен туҡмарҙай булып ғәрләнгән, сикәләре ут булып янған Солтанов үҙ корпусына атланы, тигеҙ ерҙә тиерлек абынып китте, тирләп төштө. Атлап барғанда, арҡаһын әлеге һауалы моңһоу ҡатындың мыҫҡыллы ҡарашы көйҙөрөп тишеп барғандай тойолдо. Бара торғас, шул көйҙөрөүгә сыҙаша алмай, әйләнеп ҡарарға мәжбүр булды. Тик Тәнзилә ултырған ерендә юҡ ине инде.
– Ҡайҙа юғалдың, доцент? – тип шелтәләп ҡаршыланы Эльвира Йәнғәлене. Ҡайһылай сибәр булып баҫып тора ул корпус күтәрмәһендә. Кейем алыштырҙымы – уға яңы бер матурлыҡ өҫтәлгәндәй була. Бына әле сирень төҫөндәге зәңгәрһыу ал күлдәген кейеп сығыуы булды – яңы ғына күл буйында шаталаҡланып шаярып, ҡоралай шикелле йылғыр йүгереп йөрөгән ҡыҙ һомғол кәүҙәле, килешле яй хәрәкәтле боронғо светский ханымдарға оҡшап киткән. Ғәжәп итерһең был ҡатын-ҡыҙға. Кейем алыштырыу менән үк, шуға ярашлы яңы ролгә инеү һәләте бар уларҙа.
Йәнғәле Эльвираға Тәнзилә хаҡында белгәндәрен әйтте, ашханаға ингәс, уны күрһәтте. Теге ҡатынға төплө характеристика бирергә Эльвираның үҙ яурыны аша һирпелеп уға бер минуттай ҡарап тороуы етте:
– Дама печального образа. Бик аҡыллы ҡарашлы, һөйкөмлө. Тик уның яҡыны булыу күңелһеҙҙер. Ундайҙар ирҙәргә тиң иптәш була алмай. Көсһөҙөрәк характерлы ғашиҡ ир уның ҡоло була. Ә көслө характерлы иргә тура килһә, үҙе ҡол булырға әҙер.
Солтанов ҡыҙ әйткәндәрҙең нимәһе менәндер килешмәне. Тик ҡаршы төшөргә һүҙ тапманы.
Өндәшмәй генә ашау менән мауыҡҡан арала, Эльвира ҡапыл ғына үҙ алдына көлөп ебәрҙе.
– Ни булды һиңә?
– Ҡыҙыҡ, – тине ҡыҙ, шым ғына көләүендә булып. – Мин һине, доцент, уның янына ҡуйып ҡараным.
– Һы. Йә, ни рәүешле итеп күрҙең?
– Әйтмәйем.
Кис Эльвира менән йәнәшә ултырып кино ҡарау ҙа, япраҡтар ҡыштырҙауын тыңлай-тыңлай, серле шәүләләр емелдәшкән ҡайын аллеялары буйлап ҡултыҡлашып һөйләшеп йөрөү ҙә Йәнғәлегә күңелле булды. Был уҡымышлы сибәр ҡыҙ янында рәхәт, бөтә донъяңды оноторға мөмкин.
Ятҡас, Солтанов тәненең ҡыҙышып ҡымырйыуын, һулҡылдауын тойҙо. Врач ҡатын Тәнзилә дөрөҫ әйткән. Күрәһең, ҡапыл ғына ҡояшта күп булыу ғәләмәтелер. Әммә бошоноу оҙаҡҡа барманы. Серле музыка ишетелә башланы. Музыка илаһи ауаздары менән яҡынлашҡандан-яҡынлаша бара. Карап ниндәйҙер мәғрур ҡаялы ярҙар ҡыҫып алған диңгеҙ боғаҙынан үтә. «Сиреналар йыры, сиреналар йыры!» – тип бышылдау китте карапта. «Ҡотола алмаясаҡбыҙ!» – тип ғауғалана Йәнғәленең юлдашы – диңгеҙселәр, улар ашығып ҡолаҡтарын ыҫмала менән кәпләп һылайҙар. «Сиреналар йырын ишеткән кеше, уларға мауығып, ошо тауҙарҙа тороп ҡала ла һәләк була», – тип иҫенә төшөрҙө Йәнғәле. Юҡ, уның һәләк булғыһы килмәй, Ул да ҡолағын һыламаҡсы, тик ҡулдары ҡуҙғалмай. Сиреналар йыры тағы яҡынлаша. «Кил яныма, минең мөхәббәтем! Үтеп китмә бәхетеңде ситләтеп!» – тип йырлай сиреналар. Ана, сиреналар үҙҙәре – ҡош кәүҙәле сибәр ҡыҙҙар. Берәүһе теге ваҡытта, әйҙә, киноға барайыҡ, тип саҡырған уҡытыусы ҡыҙ, имеш. Бәй, икенсеһе Эльвираға оҡшаған да баһа. Тағы... тағы таныш ҡыҙҙар – сиреналар. «Кил яныма! Кил ҡайнар мөхәббәт ҡосағыма!» – тип, йәнеңде үҙенә һурып алырлыҡ мауыҡтырыу менән йырлай улар. «Мөхәббәт – ул йыр!» – тип сыңлай сиреналар. Йәнғәле ҡуҙғалмай ятҡан еренән талпынып-талпынып ҡуя. Тик сиреналарҙың ғишыҡ йырына ҡаршы тора алырға үҙендә көс таба. «Ах, ни тиклем көслө икәнмен мин! Одиссейҙың үҙенән дә көслөрәк ихтыярлы икәнмен!» – тип шатлана. «Мөхәббәт – ул йыр!» – тип, йөрәкте айҡап һайрап сиреналар, «һуңынан тыңлармын һеҙҙе!» – тип үҙен тынысландыра Йәнғәле. «Мөхәббәт – ул йыр, – тип ныҡыша сиреналар моңо. – Аҙаҡ тыңлармын тип булмай... Йырҙың ваҡыты бар!» «Беләм мин һеҙ сиреналарҙы. Кешене әүрәтеп һәләк итергә итәһегеҙ! Яндырып үлтерерһегеҙ, – тип бәхәсләшә улар менән боронғо мифтарҙың асылын яҡшы белгән Йәнғәленең көслө сабыр ихтыяры. – Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе». Ә сиреналар көттөрмәй: «Яндырырбыҙ беҙ һине. Бер янып үлеүең – бер ғүмер», – тип, күңел нескәртеп һайрай солист сиреналар. «Мәңгелеккә тиң ул бер ғүмер», – тип, рухланып, һғышлаңдырып ҡабатлай сиреналар хоры.
Ниндәй ҡайнар уларҙың һулышы. Тәнгә бәрелеп яндырып бара, ялҡын булып бәрелә.
Сиреналарҙың мөхәббәт йыры алыҫлаша. Үкендереп, илағы килтереп алыҫлаша.
Ах, быныһы тағы ниндәй мәмерйә-һарай?! Ишектәр, ишектәр. Береһенән инһәң – икенсеһе. Стеналар ҡыҫып килә. Тын тарлыға. Йәнғәле мәмерйә-һарайҙа аҙашты, буталды. Яҡтыға, һауаға сығырға ине. Һаман сығып булмай. Ишектәр һаман мәмерйә төбөнә алып китә. Бәй, был – мәшһүр Лабиринт икән дә! Крит утрауы батшаһы Минос өсөн Дедал һалған Лабиринт! Йәнғәле шунда инеп аҙашҡан икән.
Ишектәр, ишектәр... Улар һаман төпкә һөйрәй. Стеналар яндырып ҡыҫып килә. Ана, уға ҡаршы монахтарса оҙон ҡара кейем кейгән бер ҡатын килә. Шәүлә кеүек моңһоу ҡатын. Бәй, Тәнзилә исемле серле ҡатын, имеш, был.
Үҙенә саҡырып серле ымлай уға шәүлә-ҡатын.
«Мин һинең ҡолоң булмаммы?» – тип һорай Йәнғәле.
«Булырһың», – тип, һис көттөрмәй, ышаныс менән яуап бирә ҡатын.
«Ә һин минең ҡолом булырһыңмы?»
«Булырмын», – ти ҡатын, шулай уҡ һис көттөрмәй.
«Һинең кеүектәр ирҙәргә тиң иптәш була алмай бит».
«Булырмын».
«Нисек инде ул бер үк ваҡытта мин – һинең ҡолоң, һин – минең ҡолом? Шул уҡ ваҡытта – тиң иптәш тә?»
«Сөнки мин – мөхәббәт», – ти шәүлә-ҡатындың шәүлә тауышы.
– Уф! Һыу!
Солтанов башы ярылырҙай булып ауыртыуҙан килеп уянды. Көллө тәне шыбыр тиргә батҡан. Ирендәре асылмай ҙа, улар бер-береһенә йәбешеп кипкән. Күҙ ҡабаҡтары һыҙлай.
Бүлмәгә сағыу ҡояш төшкән. Уның янында йәнәш карауатта ятыусы иптәше ултыра. Йәнғәле күҙен асҡас, ул еңел тын алғандай итте.
– Хәлегеҙ нисек?
– Мин сирләйемме ни? – тип тегенең һорауына һорау менән яуап бирҙе Йәнғәле.
– Төнө буйы һаташтығыҙ. Ял итеүселәр араһында берәй врач юҡмы икән тип, эҙләргә сығып киттеләр.
Һаҡ ҡына ишек шаҡынылар.
– Мөмкинме? – Борсоулы ла, яғымлы ла, таныш та тауыш ишетелде. – Ауырыу ошондамы?
– Был – һеҙ... Тәнзилә?! – тип иләҫләнеп ҡалҡынды уның тауышына күҙен асҡан Солтанов.
– Мин – врач, – тип өҙҙө уның һүҙен Тәнзилә, ҡырҡыу ғына.
Бүлмәлә ауырыу менән врач икәү генә ҡалды.
Тәнзиләнең врач икәнен белгәс тә, Солтановтың башын иң тәүҙә: «Ошондай йомоҡ, тәкәббер кешеләр ҙә врач була алалармы икән ни?» – тигән уй сарпып үткәйне. Ә бына әле уның төҫөндәге хәсрәт, һағыш билдәләре бөтөнләй юҡ булған. Ул талапсан, етди врачҡа әйләнгән. Көллө һыны, ҡарашы табип булырға ғына тыуған кешеләрҙекенсә килешеп тора.
Тәнзилә Солтановтың маңлайына усын ҡуйҙы. Йәнғәленең башына әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәт шифалы һалҡынса ағым таралды; ошо ҡул үҙе генә лә баш ауыртыу ының яртыһын һурып алғандай булды. «Уның ҡулында ошолай бик оҙаҡҡа онотолаһы ине», – тигән теләк тыуҙы Йәнғәлелә.
Врач уға дарыуҙар бирҙе:
– Ошоларҙы эскәс, температурағыҙ төшөр. Төшкә ҡәҙәре ҡуҙғалмай ятығыҙ. Унан һуң, хәлегеҙ еңеләйһә, күләгәгә сығып ултырырға ла мөмкин булыр...
Ошо урында ныҡ борсолған Эльвира елләнеп килеп инде.
– Ах, доцент, һиңә ни булды?! – тип Йәнғәлегә һонолдо.
Врач бойороусан ым менән Эльвираны туҡтатты.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумыһығыҙ!
Ике ҡатын, береһе ултырған, икенсеһе баҫып торған килеш әҙәпле генә баш ҡағыштылар.
– Врач, әйтегеҙсе, доценттың хәле ауырмы? – тип ялбарҙы Эльвира.
– Борсолмағыҙ. Доцент бөгөн үк аяҡҡа баҫыр. Тик уға тыныслыҡ кәрәк.
– Ах, ғәфү итеғеҙ... – Ҡыҙ кеселекле һомғол хәрәкәт менән ишеккә йүнәлде, сығып китер алдынан, боролоп, Тәнзиләгә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һауалы ҡараш ырғытты... – Борсоном, ғәфү итегеҙ...
Врач, Эльвираның килеп инеүен дә, сығып китеүен дә күрмәгәндәй, Солтановҡа кәңәштәр биреүен дауам итте. Тәнзилә сығырға йыйына башлағас, уға ҡыйын булып китте.
– Туҡтағыҙсы, – Йәнғәле, мендәренән ҡалҡына биреп, уға ялбарғандай өндәште. – Әҙерәк ултырығыҙ әле.
Тәнзилә, ғәжәпһенеп, Солтановҡа төбәлде.
– Һеҙ кем, Тәнзилә?
Ҡатын, күҙен ҙур асып, яурынын йыйырҙы.
– Күрәһегеҙ: мин – врач.
– Күрәм... тик... ниңә һеҙ шулай?
– Ҡайһылай? – тине Тәнзилә, сәйерһенеберәк.
– Һеҙҙең ҙур ҡайғығыҙ бар төҫлө.
– Ә?.. Ниндәй ҡайғы? – Тәнзилә тертләп ҡуйҙы.
– Доктор... зинһар өсөн, ғәфү итегеҙ... Мин һеҙҙе күргәне бирле гел борсолам, – Йәнғәле буталды. Тәнзилә, ике ҡулын да һелтәп, урынынан тороп, ҡурҡынғандай артҡа сигенде.
– Зинһар, бирмәгеҙ миңә ул һорауҙы! Юҡ-юҡ, миңә бер ваҡытта ла, бер һорау ҙа бирмәгеҙ!.. – Уның тауышында ла, төҫөндә лә ярһыныу, ялбарыу, нимәнән дер ҡурҡып тертләү билдәләре сағылып ҡалды, һәм ул, үҙен ҡулға алып, йылмайырға тырышты, ишеккә йүнәлде, сығып китергә ашыҡты.
Бер яңғыҙы ҡалғас, Йәнғәлегә күңелһеҙ, сыҙап торғоһоҙ күңелһеҙ булып китте.
Өсөнсө көн күрә Йәнғәле ошо ҡатынды һәм өсөнсө тапҡыр уға килбәтһеҙ мөрәжәғәт итә. Осрашҡан һайын шулай йәпһеҙ килә лә сыға. Әммә ниңәлер ошо ҡатын уны үҙенә тарта ла тора, ниңә тартҡанын Солтанов үҙе лә белмәй.
Тәнзилә! Бына өсөнсө көн инде Солтановтың күҙенә салынып-салынып ҡына ҡалған Тәнзилә. Уның хаҡында ул бер ни ҙә белмәй бит әле. Ул Йәнғәлегә өс төрлө ҡиәфәттә күренеп тә өлгөрҙө инде. Сер йомғағы, хәсрәтле шәүлә-ҡатын – Тәнзилә! Төшөнә инеп, үҙен мөхәббәт тип танытҡан, күңеленә ғауға һалған мифик һын – Тәнзилә! Шәфҡәтле йөҙлө, шифалы ҡуллы врач – Тәнзилә! Улар бер-береһенә һис оҡшамаған төҫлө; бер кеше түгел төҫлө улар.
Төш ауыуға, ысынлап та, Йәнғәленең хәле ап-аруҡ яҡшырҙы. Ул верандаға сығып ултырҙы. Бер өҫтәлдә шаҡ-шоҡ домино һуғалар. Икенсеһендә – дүртәү кисә үк башлаған преферанстарын дауам итәләр.
Ял йорто алды буш, тын.
Ана, клубтан икәү килеп сыҡты. Береһе – оҙон һары сәсе һәр ваҡыт битенә һибелеп төшөп йөрөй торған һонтор буйлы Спартак исемле культурник егет. Икенсеһе – Эльвира. Ҡыҙ әлеге шул тар балаҡлы салбарын кейеп алған, ҡулындағы туп сәпәй торған сүмесе менән уйнап, ырғый-һикерә килә. Ул бөтөнләй бала ғына күренә. Улар урталыҡта туҡтаны. Нимәлер һөйләшеп, шарҡылдап көлдөләр.
Эльвира шаян хәрәкәт менән селтәр сүмесен тегенең арҡаһына сәпәп алды. Тағы нимәлер һатыулашып киттеләр. Егет, клуб яғына күрһәтеп, ҡыҙҙы нимәгәлер өндәй. Быныһы баш һелкә, күнмәй. Хәҙер Эльвира культурникты нимәгәлер димләй шикелле, тегенең еңенән тарта, селтәр сүмесе менән был яҡҡа ымлай. Әһә, теннис уйнарға саҡыра икән. Егет ҡул сите менән муйынын киҫеп күрһәтә. Эше күптер иңде. Эльвира, наҙлы үпкәләп, тегенең арҡаһына йәнә һуғып алды ла, икеһе ике яҡҡа китте.
Оҙаҡламай егет ашхана ишеге янына мөйөшкә беркетелгән таҡтаға белдереү сығарып элде. Унда эре матур хәрефтәр менән: «Бөгөн кис, сәғәт 9-ҙа, «Әйҙәгеҙ танышайыҡ!» тигән концерт» тип яҙылған.
Кисәгә әҙерлек ҙур булмаған, ахыры. Культурник егет ял йорто радиоһынан, концертта ҡатнашырға теләүселәр клубҡа килеп яҙылығыҙ, тип ярты көн димләһә лә, бары булыр-булмаҫ тауышлы бер йырсы ҡыҙ һәм төрлө авторҙарҙың иҫеректәрҙе, ялҡауҙарҙы, ғаилә тарҡатыусыларҙы йә ҡуянға, йә айыуға, йә кәкүккә оҡшатҡан мәҫәлдәрен тотлоға-тотлоға һөйләүсе егеттән башҡаны ризалаштыра алмаған, ахыры. Ул егеттең дә, бөтөнләй үк иҫерек булмаһа ла, шаҡтай ҡыҙмаса икәне беленде. Ашханала яңы ғына эшен этеп-төртөп бөтөргән официантка ҡыҙ, кейемен дә алмаштырмайынса, башҡорт һәм һинд бейеүҙәрен ап-аруҡ килештереп бейене. Ҡалған номерҙарҙы культурник егет үҙе башҡарҙы. Ул курорттарҙа ғәҙәттә һөйләнә торған көләмәстәрҙе һөйләп көлдөрҙө. Күп яҡлы талант эйәһе икән. Саҡ ҡына һүҙ оҫтаһы, саҡ ҡына йырсы, саҡ ҡына бейеүсе, саҡ ҡына баянист та.
Йыйып ҡына әйткәндә, ял йорттары өсөн ҡойоп ҡуйған культурник инде.
Концерттың ахыры етеүе тойола башлағанда, Йәнғәле эргәһендә ултырған Эльвира:
– Мине көт, – тип, егеттең беләгенән ҡыҫты ла, урынынан ҡырт ҡына тороп, сәхнә артына инеп китте.
Ул кергәс, сәхнә оҙаҡ ҡына буш торҙо. Ян шаршау артында нимәлер бышылдаштылар. Ахырҙа, йөҙө балҡып конферансье килеп сыҡты.
– Иптәштәр! Беҙҙең матур концертыбыҙға, биҙәк өҫтөнә биҙәк булып, тағы ла бер номер өҫтәлде, һөйөклө ҡунағыбыҙ, ял итеүсе, уҡытыусы, мәшһүр профессорыбыҙ Сәхиевтең ҡыҙы Эльвира Сәхиева сығыш яһай! – тип бөгөлә-һығыла иғлан итте ул.
Халыҡ, сәхнәгә сығаһы ҡыҙҙың ниндәй һөнәр эйәһе икәнен белмәҫтән үк әле, гөрләтеп ҡул саба башланы; башҡарыусыһына бик киң характеристика бирелгәс, тәбиғи инде, ҡыҙыҡһыныу ҙа көслө була.
Эльвира сәхнәгә көттөрә биреберәк сыҡты. Ул, ҡаушағандай, йылмайып баш эйҙе лә пианино янына ултырҙы, телдәренең көйлөмө-түгелме икәнен белер өсөндөр инде, буйынан-буйына нәфис оҙон бармаҡтарын етеҙ бейетеп сыҡты. Уйланды. Гөрләтеп аккорд алды. Бик килешле итеп уйнап ебәрҙе. Халыҡ тын ҡалды, торған һайын нығыраҡ хискә бирелә барҙы. Эльвиранан күҙен ала алмай, ҙур ҡыуаныс кисереп ултырҙы Солтанов. Сәхнәнән уға Эльвира бигерәк тә сибәр булып күренде. Көй уйналып бөткәс, халыҡ алҡышлағанда, уның урынынан тороп, итәген ике яҡлап семтеп, ҡыҙарынып баш эйеүҙәре! Ах! Әкиәт ҡыҙы ул!
Солтанов үҙен Эльвираға тамам ғашиҡ итеп тойҙо. Уның яҡын ғына булыуына һөйөндө. Бына хәҙер ул уйнап бөтөр ҙә Йәнғәле янына төшөр. Ә уның илгәҙәклеге үҙе бер матурлыҡ бит. Һөйләшеүе лә еңел. Бар нәмә асыҡ. Ни тиклем ләззәтләнеп елкенеп йәшәргә мөмкин донъяла! Күпме күңел күтәренкелегенән үҙен аскеттарса мәхрүм итеп ғүмер һөргән икән Йәнғәле бығаса!
Ах Эльвира! Ни тиклем рухланып уйнай ул! Ә хәрәкәттәренең күркәмлеге! Ни эшләп быға тиклем был рәүешсә матур итеп күрмәгән уны Йәнғәле? Әле генә күҙе асыламы? Яңы уянғандай, яңы кеше булып йәшәй башлағандай хис итә егет үҙен.
Утыҙ дүрт йәш. Юҡ, һуң түгел әле янып, һөйөп йәшәргә! Төш тиҙерәк яныма, әкиәт ҡыҙы Эльвира!
Ә уйнаусыны халыҡ торған һайын нығыраҡ ярата бара. Ҡул сабыуҙар көсәйә. Ҡат-ҡат һорайҙар. Эльвира инәлтмәй, тағы уйнай. Бына уйнап бөттө. Ҡәнәғәтләнгән халыҡ аяғүрә баҫып ҡул саба. Ҡыҙарынған Эльвира, маңлайына һирпелеп төшкән сәстәрен дә йыймай, өҙлөкһөҙ йылмайып, ҡат-ҡат сығып баш эйә.
Шунда Йәнғәле күреп ҡалды... Клубҡа килеп ингәс тә ултырыусыларҙы үҙ ихтыярынан тыш һөҙөп ҡарағанда, күренмәгәйне ул. Тәнзилә иң артҡы урындарҙың береһенән торҙо ла, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамай, ишеккә йүнәлде.
Ҡул сабыуҙар ишетелмәҫ булды. Сәхнәләге гүзәл һын да күҙҙән юғалды. Йәнғәле ишек алдында ине инде. Тыштағы киске һалҡынлыҡтан аңына килгәнсе ул:
– Тәнзилә! – тип өндәшеп өлгөргәйне инде. Ҡараңғыға инеп барған шәүлә туҡтаны.
– Ә-ә, һеҙме ни был, ауырыу кеше... – тине ул, һүрән тауыш менән. – Йә, хәлегеҙ нисек?
– Бик һәйбәт, Тәнзилә, бына...
– Һалҡынға сығырға ашыҡҡанһығыҙ, – тине Тәнзилә ҡырҡыу ғына: – Плащығыҙҙың иҙеүен элегеҙ әле. Яғағыҙҙы күтәрегеҙ. Башығыҙға ла кеймәгәнһегеҙ бит. Ай-Һай...
Халыҡ клубтан гөрләшеп тарала. Бер аҙ шым торҙолар.
– Тәнзилә... – тип өндәште тағы Йәнғәле. – Беләһегеҙме... әйҙәгеҙ...
Шунда клуб алдынан Эльвираның тауышы ишетелде:
– Доцент, һин ҡайҙа?
– ...Әйҙәгеҙ... мин һеҙҙе таныштырайым, – тине Солтанов, Тәнзиләне етәкләп алып. – Эльвира, кил әле бында.
Эльвира йүгереп килеп етте. Секундтың ниндәйҙер өлөшөндә бер Тәнзиләгә, бер Йәнғәлегә алмашлап һүҙһеҙ генә ҡарап торҙо.
Ике ҡатын, ҡараңғыла һаран ғына йылмайышып, ҡул ҡыҫыштылар. Улар аллея буйлап тарау ғына атланылар.
– Ҡотлайым, Эльвира, бик һәйбәт уйнаның! – тип, һүҙ ялғарға тырышты Солтанов.
– Матур булды, – тине Тәнзилә үҙ алдына ғына ҡарап барған хәлдә.
– Белһәгеҙ ине, шул ҡәҙәре ҡаушаным, – тип аһ-уһ килде Эльвира.
– Эйе... – тине эсенән ниҙер уйланып килгән Тәнзилә иғтибарһыҙ ғына. Урта төшкә еттеләр.
– Хәйерле төн! – Тәнзилә үҙ корпусына ыңғайланы.
– Тыныс йоҡо! – тип ҡалған икәү әйткәндә, ул, тауышһыҙ шәүлә булып, ҡараңғыға инеп ирегәйне инде.
Йәнғәле шул яҡҡа күҙен ала алмай ҡарап торҙо. Нимәлер етмәй ҡалды, нимәлер күңелдә төйөн булып ҡалды. Ошо шәүлә-ҡатын уның нимәһендер үҙенә алған кеүек ине, ҡайтарып бирмәй, үҙе менән ҡараңғыға алып инеп китте.
Эльвира менән Йәнғәле, һис тартынмай, ҡултыҡлашып атланылар. Күңеле бик күтәренке Эльвира бер туҡтауһыҙ үҙенең сәхнәлә кисергәндәрен һөйләне. Йәнғәле уны йөпләп барҙы. Туҡтап, акация ҡуҙаҡтарын өҙөп торҙолар. Эльвира, шаярып, егеттең елкәһенә ҡуҙаҡтар тултырҙы. Солтанов уға ихтыяр ҡуйҙы.
Ғәжәп. Бая тойғоларҙың ниндәй шашыныуы булды икән? Әллә ҡараңғы булғанға, әллә инде янда ғына торғанға, Эльвираның сибәрлеге кәмей төшкән төҫлө. Ул, ғәҙәттәге ер ҡыҙына әйләнеп, ғәҙәттәгесә шаталаҡланып шаярып тора. Эйе, культурник егет менән дә шулай алсаҡ шаяра ала бит әле ул.
Солтановтың баяғы шашҡын тойғолары ташып киткән сағын ҡайтарғыһы килә, уны үҙенә көсләп саҡыра, һушынан яҙып тәьҫирләнергә, матурлыҡ ләззәтенә сумырға теләй, һыуһай уның күңеле.
– Эльвира!..– ти ул, ҡыҙҙың нәфис бармаҡтарын усына йомарлап. – Эльвира!..
– Әү, кем тейә, доцент?
– Һин... Һин... бик һылыуһың, Эльвира!..
– Һин әйтерһең инде…
Ҡыҙ башы түбән эйелә. Кескәй генә туфлийының һөңгө осо ерҙе соҡой. Ҡыҙ ниндәйҙер шомға бирелде, шаярыуынан туҡтаны, тын ҡалды.
– Һин бит... мин... – тип бәйләнешһеҙ һүҙ башланы Йәнғәле.
– Ҡуйсы, әйтмә... – тип тәьҫирләнеп бышылданы Эльвира. Был бөтөнләй шар ҙа мар йылғыр спортсменка Эльвира түгел ине инде. – Ҡуйсы, әйтмә... Йәнғәле, – тип ул беренсе мәртәбә егеттең исемен килешһеҙ генә итеп әйтте.
Ҡайһыһы башлап яҡын килгәндер. Улар бер-береһенә һыйынышҡайнылар. Ҡыҙ башын тағы ла нығыраҡ эйгән, тәмле хушбый аңҡытҡан сәсе Йәнғәленең эйәген ҡытыҡлай.
Айырылдылар. Ниндәйҙер ҡәнәғәтлек, күңел хушланыуы кисерҙе Солтанов. Бына бит, бер төрлө сер юҡ. Эльвира менән булғанда, һәр нәмә асыҡ. Хатта ул күңеленә бер төрлө лә төйөн һалмай, бер нәмәңде лә үҙе менән алмай, тотош үҙеңдә ҡалдырып китә.
«Шулай ҙа Эльвира менән осрашыу ҙа, айырылышыу ҙа рәхәт», – тигән һығымта яһап, тыныс йоҡоға китә Солтанов.
Иртән сәғәт ун берҙәргә ҡәҙәре йылы ямғыр һибәләне лә, болоттар таралып, аяҙытып ебәрҙе. Йәнғәле күлгә төшөргә генә тип торғанда, почта килде. Ғәжәпкә ҡаршы, уға ла хат бар. Берҙән, Йәнғәленең яҙыр кешеһе лә юҡ, икенсенән, килеүенә күп тә түгел бит әле. Ул сәскәле зәңгәр конвертты ашығып асты. Хат профессор ҡатыны Сәхиеванан ине.
«Доцент! Китеүегеҙҙе беҙгә белдермәүегеҙ һәйбәт түгел, – тип, шелтә менән башланған хат. – Беҙҙең тыңлауһыҙ ҡыҙыҡайыбыҙ ҙа шунда барырға тейеш ине бит. Белһәк, бергә китер инегеҙ. Ярай инде. Унда бергә булыуығыҙға ла ифрат шатбыҙ...» Шунан Эльвираның бик тәүәккәл, алабарман ҡыҙыҡай булыуы әйтелгән. Зинһар, күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгөҙ, доцент, тиелгән. Ундағы күл бик тәрән икән, тиелгән. Эльвираны күҙҙән ысҡындырмағыҙ, доцент, бата күрмәһен. Ял йорто тирәһе тау-таш, ҡарурман икән, зинһар, доцент, ҡыҙыҡайҙың бер үҙен генә сығарып ебәрә күрмәгеҙ, йә айыу алып китер, йә бүрегә, йә төлкөгә осрап ҡуйыр, йә аҙашыр, йә йылан сағыр, тиелгән.
Ҡараңғы төшкәс, бер үҙе генә йөрөй күрмәһен – эт-ҡошҡа осрауы бар. Ҡыҙ – тиҙ ышаныусан, илгәҙәк, әллә ниндәй алам-һалам ят кешеләр компанияһына әүрәй күрмәһен, тиелгән... Йыйып ҡына әйткәндә, ваҡ ҡына итеп яҙылған ике бит хатта донъяла булыуы мөмкин булған бөтә ҡурҡыныстар һанап сығылған да Эльвира сабый ғына бала хөкөмөндә итеп күҙ алдына баҫтырылған. Солтанов, уны бер минутҡа ла күҙҙән яҙҙырмай, һәр аҙымын тотомлап йөрөргә тейеш булып сыға.
Йәнғәле көлөмһөрәне лә, хатты күрһәтергә тип, Эльвираны эҙләп табырға булды. Әлбиттә, был ваҡытта ул һыу буйында булырға тейеш.
Бөтә ял итеүселәр тиерлек күлдә ине. Сыр-сыу килеп һыу инәләр, ҡомда ҡыҙыналар. Солтанов яр башындағы буш эскәмйәгә барып ултырҙы ла сисенә башланы. Күҙе менән Эльвираны эҙләне, һәм күрҙе... Тәнзиләнең сыбар купальник кейгән арыҡ ҡына кәүҙәһе күҙенә ташланды. Ул тубығына тиклем һыуға ингән дә, күҙен күлдең аръяҡ ситендәге ниндәйҙер нөктәгә төбәп, ҡатып ҡалған. Тирә-яғындағы ығы-зығыға ҡолаҡ та һалмай, үҙенең ғәҙәттәге моңһоу уйына батып, онотолоп торғаны алыҫтан уҡ күренә.
Шунда егетебеҙ Эльвираны ла танып алды. Улар Спартак менән башҡа һыу инеүселәрҙән бик алыҫта ҡыуышып йөҙәләр. «Ҡайһылай йылғыр, сая нәмәкәй был Эльвира!» – тип һоҡланып уйлай Йәнғәле һәм, профессоршаның хәстәрсән хаты иҫенә төшөп, көлөп ҡуя: «Айыуыңдың үҙен тотоп, йүгәнләп алып ҡайтыр был ҡыҙ!» Тиҙерәк сыҡһын ине ул ярға. Уның янында булыуы әйтеп бөтөргөһөҙ күңелле. Хәҙер улар хатты уҡып көлөрҙәр.
Ә Тәнзилә һаман тора. Белһәң ине, шундай донъяңды оноторлоҡ ниндәй тәрән уйға сумған икән ул? Ҙур юғалтыу ҡайғыһымы? Ҙур мөхәббәт һағышымы? Әллә икеһе лә бергәме? Ошоноң ише онотолоу өсөн еңел генә көйөнөс сәбәпсе була алмайҙыр. Солтанов өсөн был сиккә етеп онотолоу бер ҙә генә ғәҙәти, тәбиғи хәл булып күренмәй. Ҡотҡарырға кәрәк уны был хәленән. Бөтөнләй ҡотҡарып булмаһа ла, ваҡытлыса, бына хәҙер һушһыҙ ҡатып торған хәленән айнытып ебәрергә кәрәк.
Йәнғәле юрый шаптырҙатып һыуға барып инде.
– О-о Тәнзилә яҡташ, һыу инәбеҙме?! Бына һәйбәт! – тип шатланып өндәште.
Ҡатын иләҫләнеп, тертләп ҡуйҙы.
– Ә-әһ... ғәфү итегеҙ...
Тәнзилә, яланғас тәнен яҡындағы ир кешенән йәһәтерәк йәшерергә теләп, йылдам ғына муйынына тиклем һыуға инде.
– Әйҙәгеҙ, йөҙәбеҙ!
Ҡатын өндәшмәй генә Йәнғәлегә эйәрҙе, тик, бер аҙ барғас та, кире боролдо. Йәнғәле лә әйләнеп йөҙөп килде.
Тәнзилә битенә буй-буй булып туҙып төшкән сәстәре араһынан йылмайып тора ине.
– Һыуҙа рәхәт! – тине ул, Йәнғәле килеп еткәс. – Йылы.
– Эйе, иҫ киткес рәхәт! – тип, рухланып уның һүҙен ҡеүәтләргә ашыҡты Солтанов. – Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт бергә һыу инәбеҙ.
Тәнзилә ғәҙәтенсә уға һынаулы ҡарап ҡуйҙы ла:
– Ярар, – тине, ихлас итеп, – һеҙ һәйбәт кешеһегеҙ шикелле. – Быныһын ул саҡ ҡына көттөрөбөрәк, уйланып өҫтәне.
– Ниңә улай тиһегеҙ әле? Минең һеҙгә бер яҡшылығым да тейгәне юҡ бит.
– Һеҙ иғтибарлыһығыҙ. Рәхмәт.
Ахыр килеп ҡатындың йөҙө һәм теле асылыуы ни өсөндөр Йәнғәлегә әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс килтерҙе.
– Ҡояшҡа сығырға ваҡыт, – Тәнзилә Йәнғәленең ҡулына ҡағылып алды.
Солтанов, бала шикелле, уға күндәм эйәрҙе. Ошо ҡул ҡағылышы теләһә ҡайҙа, хатта, кире сыҡмаҫҡа күл төбөнә өндәһә лә, ул, һис икеләнеп тормай, эйәреп төшөр төҫлө ине. Ниндәй көс бар ошо ҡатында?
Улар, яр башына сығып, эскәмйәгә ултырҙылар. Ҡатын йәнә уйсанланды, тик был оҙаҡҡа барманы.
– Миңә ошо ял йортонда эшкә ҡалырға тәҡдим итәләр, – тине ул, күршеһенә күтәрелеп ҡарамай ғына.
Был – хәбәр итеү булдымы, әллә кәңәш һораумы, Тәнзиләнең тонынан айырырлыҡ түгел ине. Кәңәш һорау булғанда ла Йәнғәле нәмә әйтә ала уға? Тәнзиләнең ҡайҙа йәшәгәнен белә Йәнғәле, уның врач икәнен белә. Ял йортона врач кәрәген белә. Ә бит кәңәш итер өсөн былар ғына етмәй. Шулай ҙа был һүҙ Йәнғәленең күңеленә тағы ла йылыраҡ тын өргәндәй итте. Тәнзилә алдында ул ышаныс ҡаҙана бара. Тәнзилә уның алдында асыла бара.
– Мин ни... белмәйем... ә һуң торған ерегеҙ, эшләгән ерегеҙ... яҡындарығыҙ?
– Минең өсөн барыбер, – тип башын эйгән хәлдә шыбырҙаны Тәнзилә, шунан, ҡулын ирҙәрсә киҫкен һелтәп, ҡысҡырып уҡ ҡабатланы. – Минең өсөн барыбер. Барыбер! – Ҡатын, ошо уйын бер ҡағыныуҙа һирпеп ырғытырға теләгәндәй, башын артҡа ташланы. – Күл ниндәй матур, эйе бит. Ә анау утрау! Юрый яһап ҡуйған төҫлө.
– Эйе, бик матур! – тип элеп алды Солтанов. – Тәнзилә, әйҙәгеҙ, төштән һуң шунда барайыҡ.
Тәнзилә Йәнғәлегә, беҙгә мәғлүм һынаулы ҡарашын ташлап алды ла, ихлас йылмайҙы, ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты.
Бергә ҡайттылар. Айырылып китер алдынан Тәнзилә: – Теге ҡыҙығыҙҙы... кем әле, Эльвирамы... уны ла саҡырырға онотмағыҙ, – тине.
«Эльвираны? Ә ниңә Эльвираны? Эйе, Эльвираны ла саҡырырға кәрәк бит әле», – тип һиҫкәнеп уйланы Йәнғәле. Ысындан да, күл буйына Эльвираны эҙләп төшкән булһа ла, күпме ваҡыт ҡыҙ бөтөнләй уның иҫенән сығып торған икән дә баһа.
Өҫтәл янында Йәнғәле теге хатты Эльвираға бирҙе. Ҡыҙ һәр һөйләме һайын көлә-көлә уҡып сыҡты.
– Ах әсәй, әсәй! Һа-һа-һа! Ә һин, доцент, мине һис тә һаҡлап йөрөтмәйһең! – тип иркә төҫ менән үпкәләне ҡыҙ. – Ә үҙең... – Ҡыҙ оҙон керпектәрен наҙлы итеп түбән төшөрҙө.
Йәнғәле шунда бөгөн утрауға сығырға булғандарын әйтте, Эльвираны саҡырҙы. Ҡыҙ, яурыны аша ашхана төпкөлөндәге өҫтәл яғына күҙ йүгертеп алғас, Йәнғәлегә йәшерен мыҫҡыл менән яуапланы:
– Ах, ниндәй күңелле компания булаһы икән! Үкенес! Төштән һуң минең башым ауыртыр төҫлө. Унан һуң Спартак та теннис майҙанында осрашырға вәғәҙәмде алғайны, – ул, ауыҙына килтергән компотлы стаканын кире ултыртып, урынынан торҙо. – Ҡайһылай үкенес! – Һәм, бер кемгә лә ҡарамай, һылыу кәүҙәһен ғорур, төҙ тотоп, ашхананан сығып китте.
Ҡупшы зәңгәр кәмә, ярҙан айырылырға теләмәгәндәй, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа борғоланды. Тәүҙә Йәнғәленең ҡулдарын ишкәк тыңламаны. Егет аҡрынлап уларға күнекте. Торған һайын беләктәре сымырыраҡ ишә башланы. Яр яйлап алыҫлашты.
Бара башлағас, утрау шаҡтай алыҫ булып сыҡты.
Тәнзилә һыуҙың үтә күренмәле зәңгәрлегенә ҡарап һоҡланып барҙы.
– Ҡайһылай тәрән! Төбө күренмәй ҙә. Нисә метр булыр икән?
– Төбө юҡ тиҙәр.
Ҡатын, яурындарын тартыштырып, тертләп ҡуйҙы.
Эреле-ваҡлы тулҡындар кәмә моронона бәрелеп сайпыла. Бәүелә-бәүелә алға баралар. Яр алыҫлаша, ә утрау бик әкрен яҡыная.
Ахыр килеп кәмә мороно бейек булып үҫкән ҡуйы ҡамыштарҙы йырып барып керҙе һәм ташҡа бәрелеп туҡтаны. Утрау өй урынындай ғына ҡаҡ таш өйөмөнән тора ине. Моғайын, ул тәрән күл төбөнән сурайып сығып торған бер ҡаяның түбәһелер. Тирә- яғын ҡуйы ҡамышлыҡ уратып алған бик аулаҡ урын.
Йәнғәле таш өҫтөнә сыҡты ла кәмә ситенә ҡурҡа-ҡурҡа тотоноп артынан килғән Тәнзиләне етәкләп сығарҙы. Улар ҡулдарын ысҡындырмай баҫып торҙолар.
– Ах, ниндәй матур! – тип әҫәрләнде Тәнзилә. Шунан ул: – Утрау йөҙөп барған төҫлө. Башым әйләнә! – тип, икенсе ҡулы менән дә Йәнғәленең яланғас беләгенә йәбеште. Егет, уның биленән алып, һаҡлыҡ менән генә ташҡа ултыртты. Үҙе лә уның эргәһенә сүгәләне.
– Матур! – тип бышылданы Тәнзилә.
– Эйе! – тине уның тауышының тәьҫиренә бирелгән Йәнғәле, һоҡланғанда Тәнзиләнең шаҡтай сибәрләнеп киткән йөҙөнән күҙен ала алмайынса.
Улар, ҡулға-ҡул тотоношоп, байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙылар.
– Был утрауҙың исеме бармы икән? – тине Тәнзилә, уйҙарына бирелеп, ситкә ҡарап ултырған хәлдә.
– Бар, – тине Йәнғәле, ышаныслы рәүештә. – Мөхәббәт утрауы тип йөрөтәләр уны.
Тәнзилә, иләҫләнеп уянғандай, тертләп китте. Шунда ғына ярым яланғас хәлдә йәнәшәләп, ҡулға-ҡул тотоношоп ултырғандары иҫенә төштө, ахыры:
– Ой, ҡуйығыҙсы! – тип, шомланып ҡыбырҙаны уның ирендәре, һәм ҡулдары, йомшаҡ ҡына тартылып, Йәнғәленең ҡулынан ҡотолдо.
Солтановтың күңелендә үҙенән-үҙе легенда тыуа башланы:
– Ошонда ҡыҙ менән егет килеп мөхәббәт иғлан итешәләр. Әгәр мөхәббәттәре ихлас булмаһа, ҡайтышлай күл уларҙы йота.
Тәнзилә ҡалтыранып ҡуйҙы. Ул йәнә Йәнғәленең беләгенә йәбеште.
– Уф, тағы башым әйләнә. Ҡурҡам, – шунан ул, көлөмһөрәп, ҡулын бушатты. – Хәйер, мин нимәнән ҡурҡам һуң әле? Күл беҙҙе йотмаясаҡ бит.
– Эйе, йотмаҫ, сөнки мин һеҙҙе ихлас яҡын күрәм, Тәнзилә! – тине әле генә үҙе уйлап сығарғанға үҙе үк тамам ышанған Йәнғәле. – Йотмаҫ ул беҙҙе.
– Юҡ, юҡ! Һөйләмәгеҙ! Ярамай! – Тәнзилә ситкәрәк шылды. – Ярамай.
– Яратам мин һеҙҙе, Тәнзилә! – тип шашынып өндәште Йәнғәле. – Тәү күргәс тә яраттым...
– Һөйләмәгеҙ! Ярамай! – Тәнзилә ҡурҡынып ҡолағын баҫты. – Миңә ишетергә ярамай ундай һүҙҙәрҙе! Ишетәһегеҙме?! – тип, ярһынып, аяныс тауыш менән ҡысҡырҙы ул.
Шул саҡ ҡаты ел килеп ҡағылды. Ҡамыштар шомло шыбырҙашты. Улар ҡамауынан үтеп ингән тулҡындар ташҡа килеп сайпылышып сәсрәне.
Күл шауын тыңлап тын ултырҙылар, һалҡынса ел Йәнғәленең шашыныуын һыуындыра төштө, ахыры. Ул күңеленән үкенә башланы. Ниндәй ҡапыл әйтелде был һүҙҙәр. Ниңә гел шулай тура килә лә тора икән?
Уның уйҙарын белгән төҫлө, Тәнзилә моңһоу ғына өндәште:
– Их һеҙ, ирҙәр!.. Ниңә барығыҙ ҙа бер төрлө икән?! Ә беҙ ышанып һәләк булабыҙ...
– ...Тәнзилә, мин һеҙҙе рәнйетергә теләмәйем. Мин... мин ысынын әйттем... Мин төшөмдә күрҙем...
– Ҡайһылай итеп? – тип көлөмһөрәй биреп ҡыҙыҡһынды Тәнзилә.
– Мөхәббәт булып керҙегеҙ һеҙ минең төшөмә.
– Ғәжәп.
– Теләһә нисек уйлағыҙ, Тәнзилә... Мин быны әйтмәһәм дә... барыбер... күңелемдән...
– Һеҙҙең ихлас күңелле кеше икәнлегегеҙгә ышанам да мин, Солтанов. Әйткәнегеҙгә лә ышанам. Тик бына ҡурҡам мин шул ышаныуҙан. Ышанып ҡуйырмын тип ҡурҡам. Юҡ-юҡ, миңә ышанырға ярамай. Етте. Артығы менән етте. Бәләкәс кенә бер йөрәккә ике мөхәббәт фажиғәһе, ике мөхәббәтте күмеү етте, – ул йомшарыуы өсөн ғәфү үтенгәндәй, Солтановҡа ҡарап йылмайҙы. – Һеҙ мине бит бөтөнләй белмәйһегеҙ. Белеү ҙә кәрәк түгел. Ә ниңәлер һеҙгә асылғым килә. Күңелем бушап ҡалһа, рәхәт булыр төҫлө. Эйе, минең дә бер ғәмһеҙ шат саҡтарым бар ине. Мөхәббәт килде. Шашып һөйҙөм. Егетем дә мине бик яратты. Бына бөгөн һеҙ әйткән кеүек мөхәббәт һүҙҙәре әйтте. Ни тиклем рәхәт булды уларҙы ишетеү миңә. Беҙ матур итеп тора башланыҡ. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик ҡурҡаҡ әҙәм булып сыҡты ирем. Нахаҡҡа рәнйетеүҙе кисерә алмай, аҫылынып үлде. Нахаҡҡа рәнйетелеү еңел нәмә түгел, әлбиттә. Тик шуны еңеп сығырға көс тапмай, үҙеңә ҡул һалыу ҙа ирлек түгел. Ауыр, бик тә ауыр кисерҙем. Ярата инем шул. Өс йыл ут йоттом. Йәшләй генә сабый бала күтәреп тол ҡалыуы уйынмы ни?! Йөрәк әрнеүҙәре еңел нәмә түгел. Донъяла йәшәге килмәгән саҡтарым аҙ булманы. Түҙҙем. Ни хәл итәһең... – Тәнзиләнең күҙҙәре еүеш ине, ләкин улар йәш булып тамманы, ғорур ҡатын уларҙы һөртөп алмай ғына эскә йоторға үҙендә көс тапты. Ул уңайһыҙланып йылмайҙы. – Һүрелмәй торған уттар, баҫылмай торған ҡайғылар булмай икән. Йыуандым... йыуаттылар. Ҡайғымды уртаҡлашыусылар күп булды. Айырыуса... – һөй-ләүсенең тауышы ҡалтыраны, – йортта күрше йәшәгән Ғариф исемле егет... Инженер... Ул миңә бик иғтибарлы булды. Бик әҙәпле, инсафлы, тотанаҡлы... Бына һеҙҙең кеүек яҡшы күңелле кеше ине. Баҡһаң, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, эҫенешеп киткәнбеҙ икән. Йөрәк яраң уңалыуы, ҡайғың онотолоуы ни тиклем рәхәт. Мин Ғариф менән серҙәш булыуыма һөйөнөп тә бөтә алманым. Хәҙер инде уны күрмәй торһам, юҡһыныу ғазабы кисерә башланым. Татлы юҡһыныу ине был. Ул да бер нисә ҡат шуны белдерҙе. Ысынлап та, һөйөшә башлағанбыҙ икән. Ата-әсәм дә Ғарифты хуп күрҙе. Ҡыҙым да матур булып үҫеп килә. Ғариф уны бик ярата. Яңы мөхәббәтем мине ҡайтанан шат күңелле кеше итте, терелтте, сәләмәтләндерҙе, үҫтерҙе. Ғарифтың бөгөнмө, иртәгәме миңә тәҡдим яһарға тейешлеге асыҡ ине. Быны бер-ике мәртәбә ишаралап ҡына белдерҙе лә. Мин күңелемдән шул сәғәттең һуғыу ын ашҡынып көттөм. Эйе, бына ул көн билдәле лә булды. Ғариф бер айға баш ҡалаға командировкаға китте. Мин ул йөрөп ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк яҙылышырға барырға риза булдым. Был ай миңә ғүмеремдәге иң оҙон ай булып тойолдо. Көн генә түгел, сәғәт, минут һанап торғанға шулай булғандыр ул. Бына Ғариф ҡайтты. Тик... ике көн кермәне ул беҙгә. Күңелемә шом йүгерҙе. Тамам түҙемем бөттө, һылтауын табып, үҙем керҙем. Ул, күҙҙәрен минән йәшерергә тырышты. Тиҙерәк мине өйҙән алып сығыу яғын ҡараны.
– Ғәфү ит... кисер мине... – тине. – Әсәйем риза булмай... Өйҙә дауыл... – тине. – Әгәр мин киткәнсе яҙылырға ризалыҡ биргән булһаң икән... – тине.
Уф, нисек түҙҙем икән мин шул минуттарҙа?! Йөрәк ярырлыҡ ғәрлек. Күрәһең, Ғариф мине өҫтөнә атланырға әҙер тороусы тип уйлаған. Әсәһе... уға һылтана, йәнәһе, ысынлап та, ихлас күңелемдән ғашиҡ булып, һис икеләнмәй ышанып, тартмай-һуҙмай ризалыҡ биргәйнем шул үҙем дә. Эйе, ул, бигүк йәш егет булмаһа ла, бына һеҙҙең ише буйҙаҡ егет. Уны ғәйепләү мөмкин түгел. Хәйер, бер ғәйебе лә булмау ғына кешенең иң камил кеше булыуы тигән һүҙ түгел бит әле... Ә ғәрлек, нәфрәтләнеү һинең һалҡын аҡылың менән иҫәпләшеп тормай; үҙ иркемдән тыш Ғарифҡа ҡарата иң ҙур нәфрәт тыуҙы. Яратҡан өсөн нәфрәт. Мөхәббәтле нәфрәт. Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ та. Мөхәббәт менән нәфрәт бер йөрәктә. Йәнәш тә түгел улар. Бер бөтөн, бер тойғо... Уны әйтеп аңлатып булмай. Ә кисерергә яҙмаһын.
Өс көн башыма һуҡҡан кешеләй аңҡы-тиңке булып йөрөнөм дә... барыбер ҡулға эш бармай, етмәһә, врач эше... ял итергә киттем. Ял итергә тип түгел, ҡасып. Йәнәш йәшәү, уны һәр саҡ йәнәшәңдә тойоу мөмкин түгел ине. Ғарифтан ҡасып киттем. Ҡайғымдан, ғәрлегемдән, бер утлы күмер йомғағы булып уҡмашҡан мөхәббәтле нәфрәтемдән ҡасып киттем. Үҙемдән ҡасырға теләнем. Юҡ, ҡасып булмай икән үҙеңдән...
Тәнзиләнең тауышы ҡалтырай, күҙҙәре еүеш. Тик унан күҙ йәше таммай. Ғорур ҡатын уны эскә йоторға үҙендә көс табырға ғәҙәтләнгән...
Йәнғәле телһеҙ ҡалып уға төбәлгән.
– Бына, – тине Тәнзилә, ситкәрәк әйләнеп, – мин тотошом менән һеҙҙең алда. Ҡаса алмағанмын, барыһы ла үҙемә эйәреп килгән. Ҡайғым да, ғәрлегем дә, мөхәббәтем дә, нәфрәтем дә. Тик барыһын бер йөрәктә йөрөтөү, ай-һай, ауыр икән, – ул сәсен артҡа һирпеп ташланы ла Солтановҡа ҡапыл ҡулын бирҙе: – Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ. Мөхәббәт утрауы миңә төйәк түгел. Ул хәҙер һеҙгә... башҡаларға...
Йәнғәлелә шашҡын тойғолар ҡабат уянды.
– Тәнзилә, мин бит һеҙҙе... – тип тәьҫирләнеп һүҙ башланы ул.
Ҡатын шунда уҡ тертләп, ҡалтыранып, унан ҡулын тартып алды.
– Юҡ-юҡ, бер һүҙ ҙә әйтмәгеҙ! Мин ҡурҡам. Йылы һүҙ ишетеүҙән дә ҡурҡам мин хәҙер. Үҙемә яҡшы күңелле кеше осрауҙан да ҡурҡам. Үҙ күңелемдән дә ҡурҡам мин хәҙер. Йылы һүҙгә күңелем ирер, ышанырмын тип ҡурҡам.
Тәнзилә, Солтановтың ярҙамынан баш тартып, кәмә ситенә тотона-тотона инеп ултырҙы. Улар ҡайтырға ҡуҙғалдылар. Төш алдынан күкте һоро болот баҫа башлаған. Тиҫкәренән һалҡынса ел кинәт-кинәт килеп иҫә. Һаман эреләнә барған тулҡындар һуҡранышҡандай шыбырҙаша. Кәмә ҡалҡа-сүгә ҡайтыр яҡҡа бара. Ишкәктәр теләр-теләмәҫ кенә һүлпән ҡуҙғала.
Икеһе лә өндәшмәйҙәр. Йәнғәле Тәнзиләнән күҙен ала алмай. Ахыр, ҡатын тулҡындарға ҡарап уйланып килгән ыңғай:
– Һм, – тип ҡуйҙы, һүлпән генә көлөмһөрәне. – Бына мин һеҙгә эс серҙәремде һөйләнем. Ниңә шулай иттем – үҙем дә белмәйем, һеҙҙән ҡыҙғаныу, хәл уртаҡлашыу өмөт итепме – түгел. Зинһар, дуҫлыҡ өмөт итә был тип тә уйлама. Юҡ-юҡ, дуҫ та кәрәкмәй миңә. Хәҙер һеҙҙең менән осрашмаһаҡ та була. Күңелем бушана төштө. Еңелерәк. Шул ғына кәрәк булған, күрәһең...
Кәмә мороно тулҡын ыңғайына ҡом һөрҙөрөп һөҙәк ярға килеп ҡаҙалды. Тәнзилә шунда уҡ сайҡала-сайҡала кәмәнән сыҡты ла, әйләнеп тә ҡарамайынса, яр башына ашығып менеп китте, күҙҙән юғалды. Ситтән күҙәтеп тороусы булһа, егет уны берәй төрлө ҡыйырһытҡандыр ҙа, ҡатын кеше шуға бик ныҡ үпкәләп, тиҙерәк унан ҡасыу яғын ҡарайҙыр, тип уйларға мөмкин ине.
Солтанов төшкө ашҡа һуңлабыраҡ инде. Эльвира сығып килә ине инде. Улар ишек төбөндә осраштылар. Ҡыҙ, Йәнғәле янында туҡтап тормай, үтеп китешләй һауалы төҫ менән генә:
– Солтанов, ашап алғас, мине күр әле, – тине лә, яуап та көтмәй, юлында булды.
Егеттең күңеле нимәгәлер иләҫләнеп торҙо. Уның тамағына аш барманы. Шулай ҙа ул ашханала яйланы. Кешеләр сығып бөттө тиерлек. Тәнзилә ашарға инмәне.
Йәнғәле сыҡҡанда, Эльвира аяҡ аҫтына ҡарай-ҡарай, тар һуҡмаҡ буйлап ятаҡ корпустары артындағы түбәгә менеп бара ине. Туҡтай биреп, аяҡ осо менән ваҡ таштарҙы соҡоштороп тора ла тағы һүлпән генә атлай. Йәнғәленең, үҙен күреп, артынан төшөүен көтөүе һиҙелеп тора ине. Ҡыҙ Солтановтың килеүен белепме, юҡмы, әммә, түбәләге яңғыҙ ҡайын янында туҡтап, сурайып сығып торған ташҡа таянды, боролоп ҡарамай ғына көттө.
– Йә, ни хәлдәр бар? – тине Йәнғәле, килеп еткәс.
– Хәлдәрме? – Эльвира боролдо. Уның матур ирене нығытып ҡымтылғайны. Ул һауалы тәкәббер ҡарашы менән Солтановҡа һөҙөп ҡарап алды. – Хәлдәрҙе һеҙ белергә тейеш, доцент... Их, доцент, мин һеҙҙе ир кешелер тип уйлағайным... Ә мин... Минең һеҙҙең сикәгеҙгә сапҡым килә, доцент! Мин һеҙҙе бында сикәгеҙгә сабырға тип саҡырғайным...
Солтанов юғалып ҡалды. Эльвираның нәфрәт осҡондары сәскән, асыуҙан аларған күҙҙәренә сәйерһенеп ҡараны.
– Тик саба алмайым мин һеҙҙең сикәгеҙгә, – тип ярһып дауам итте ҡыҙ. – Ғәйебегеҙ юҡ шул минең алда. Исмаһам, бәләкәй генә берәй ғәйебегеҙ булһа икән... усым ауыртҡансы, рәхәтләнеп, ялтыратҡансы сабыр инем. Юҡ шул, бер ғәйебегеҙ ҙә юҡ...
Ҡыҙ ҡуш услап битен баҫты ла кирегә йүгерҙе.
– Эльвира! – тип кенә ҡысҡыра алды бер ни төшөнмәй, аңына килә алмай торған Солтанов.
Ҡыҙ әйләнеп ҡараманы.
Был ни булды?! Нимәгә былай ярһыған һуң әле Эльвира? Йәнғәленең күҙҙәре, яуап эҙләгәндәй, ирекһеҙҙән ташҡа соҡоп яҙылған яҙыуҙарға төштө. «Рәшит – Валя», «Гөлкәй – Камил», «Хәсән – Гүзәл»... Аҡрынлап яҙыуҙар Йәнғәле күңелендә мәғәнәлерәк төҫ ала барҙы. Мөхәббәт яҙыуҙары бит былар, һәр береһе бер тарих – бер мөхәббәт тарихы.
Туҡта! Эльвираның был сәйер ҡыланышы?! Ул да мөхәббәткә ҡағылышлы нәмә түгелме? Йәнғәле тертләп ҡуйҙы. Концерттан һуң бергә ҡайтыу. Яҡын ғына баҫып тороу. Әйтеп бөтөлмәгән һүҙ. Ҡыҙҙың тәьҫирләнеп уны бүлеүе, һылыу ҡыҙҙың яҡынлығынан Йәнғәле иҫерә төшкәндәй булғайны. Ә айырылышҡас, бөтөнләй баҫылып, тыныс ҡына инеп йоҡоға китә алғайны. Ошо ваҡытлы ғына мауығыу шунда уҡ иҫенән сығып, иртән бик тыныс күңел менән уяна алғайны. Бәлки, Эльвира улай итә алмағандыр. Төн йоҡламай уйланғандыр. Солтанов әйтеп бөтөрмәгән һүҙҙәрҙе үҙ күңеленән фараз итеп һығымта яһағандыр...
Йәнғәле үҙе тыныс ҡалды. Ә ҡыҙҙың йөрәгенә ул яра ла һалып өлгөргәндер...
Солтановтың йөрәге үкенесле семтеп алды.
Ниңә былай булды? Ә бит күңеле һаман сибәр ҡыҙ Эльвираға ҡарай ынтылмай, тыныс ҡала.
Ах, ни тиклем ҡатмарлы нескәлектәр бар икән ҡарамаҡҡа тыныс ҡына, һәр яҡтан аңлайышлы булып, һалмаҡ ҡына аҡҡан төҫлө тойолған был донъяла! Бығаса доцент Солтановҡа бөтә донъя үҙенең күҙ алдында, ул үтәнән-үтә күренеп тора төҫлө ине. Бынан бер нисә көн элек кенә ул, кафедра артына баҫып, бер ниндәй конспектһыҙ, тәүтормош дәүеренән башлап бөгөнгө көнгә тиклем булған донъялағы хәлдәрҙе һис бер яңылышмай һөйләп сыға ала ине. Бөтәһе лә асыҡ төҫлө ине.
Дөрөҫ, Солтанов тормоштан бөтөнләй ситтә йәшәгән кеше түгел. Ул үҙ ғүмерендә мөхәббәт тотошоп, өйләнешеп, бәхетле ғаилә ҡорған кешеләрҙе күп күрҙе, аҙым һайын күрҙе. Фәнни фараз итеүҙәр, төшөнсәләр, дәлилдәр, һығымталар теле менән генә уйларға күнегеп, шуға ҡулайлашып бөткән аҡылы был күренештең ғилми ҡағиҙә-ҡалыбын тиҙ таба ине. Тимәк, беҙҙең ҡоролоштоң социаль нигеҙе кешеләрҙе шат тормош менән тәьмин итә. Бәхетле, ныҡлы ғаилә – дәүләттең ныҡлығын тәьмин итеүсе бер күренеш ул.
Доцент Солтанов, әлбиттә, тарҡалған ғаиләләрҙе лә йыш ҡына күреп бошондо. Тик бының да сәбәбе китапта күптән фәнни нигеҙләнгән: тимәк, әле беҙҙең барыр юлыбыҙға кәртә булып тороусы иҫкелек ҡалдыҡтары бөтмәгән.
Доцент Солтанов матур әҙәбиәт китаптарын да күп уҡыны. Уларҙағы мөхәббәт күренештәре, шатлыҡ ауаздары, уның күңелен елкендереп, йәиһә аһ-зарҙар йөрәген әрнетеп ҡуйғыланы. Тик тарихсы Солтанов бындай әҫәрҙәргә, күбеһенсә, айырым бер тарихи осорға миҫал тип ҡарарға һәм тейешле социаль һығымта яһау менән сикләнергә өйрәнгәйне.
Ә бына ул үҙе ҡапыл ғына мөхәббәт менән осрашты. Мөхәббәттең, хатта, «яратам һине!» тип исемләп тә әйтелмәгән кескәй генә ишараһы менән осрашты Йәнғәле, һаҡһыҙ мауығыуы арҡаһында үҙе лә һиҙмәҫтән берәүҙең йөрәген тетрәткән. Бер ҡыҙҙың күңелен ярһытып, өмөтһөҙлөккә лә төшөрөп өлгөргән. Быныһына ниндәй ҡағиҙә-ҡалып табырға? Ә бынан донъяның бер ҡылы ла ҡыбырҙамаған, ваҡыт һаман тыныс ҡына аға бирә. Бер кеше күңелендәге тетрәүгә уның иҫе лә китмәгән. Ә бит, бер ҡараһаң, шул донъяның үҙе миллион-миллион айырым кешеләрҙең шатлыҡтарынан, шашыныуҙарынан, тертләүҙәренән һәм тетрәнеүҙәренән, мөхәббәттәренән һәм нәфрәттәренән тора түгелме һуң? Быларҙың барыһын нисек тарихың, социологияң ҡалыбына һыйҙырып бөтмәк кәрәк?..
Бына Солтанов үҙе тәү күргәне бирле ҡайғы йомғагы Тәнзиләне яратып өлгөрҙө. Үҙ аңынан тыш һәр минут һайын уға талпынды. Ә Тәнзиләнең тормошонда кисергән фажиғәләре?! Ғарифына мөхәббәтенең емерелеүе?! Әммә уның мөхәббәте һаман һүрелмәгән. Бер үк ваҡытта бер үк йөрәктә ҡайнар мөхәббәт тә, көйҙөргөс нәфрәт тә бергә! Быныһына фән теле менән ниндәй нигеҙ табырға? Тәнзилә хәҙер мөхәббәттән ҡан ҡалтырап ҡурҡа. Ирҙәрҙән ҡурҡа, йылы һүҙҙән ҡурҡа. Хатта яҡшы кеше осрап ҡуйыуынан да ҡурҡа. Солтановтан да ул шул ҡурҡыу менән ҡасты булһа кәрәк.
Мөхәббәт һәм нәфрәт бер үк йөрәктә! Бергә! Бая утрауҙан ҡуҙғалғанда, Йәнғәле Тәнзиләнән: «Ғарифты һаман яратам, тиһең. Нәфрәтеңде, ғәрлегеңде еңеп, уны ғәфү ҙә итә алыр инеңме?» – тип һорағайны.
– Юҡ, юҡ! – тип ҡурҡынып ҡул һелтәгәйне Тәнзилә. – Мөхәббәтемдән нәфрәтем көслөрәк. Уны хәҙер күҙемә лә күрһәткем килмәй. Мин ошонда эшкә ҡалырға риза булырмын ахырыһы. Бары Ғарифты күрмәҫ өсөн генә... – тигәйне һәм: – Бәлки, мөхәббәтем дә, нәфрәтем дә һыуыныр, – тип өҫтәгәйне.
Тәнзилә Солтановҡа серҙәрен ышанып һөйләне. Күңелемә еңел булһын тип һөйләне. Икенсенән, ул бит быны Йәнғәленең үҙе менән торған һайын нығыраҡ мауыға барыуын күреп һөйләне. Эйе, Йәнғәле уға мөхәббәтен белдергәне өсөн һөйләне шикелле ул. «Ярамай, минең менән мауығырға, күрәһең бит, мин ниндәймен», – тигән ялбарыу һымаҡ ине уның Солтановҡа серҙәрен асыуы.
Тик... киреһенсә булды был. Йәнғәленең ҡуҙ булып ҡына көйрәгән яратыу тойғоһон ҡапыл мең мәртәбәгә көсәйтеп яндырып ебәрҙе был асылыш. Хәҙер уның йөрәген тотош биләп алды Тәнзилә. Йәнғәленең күңеле хәҙер өҙөлөп-өҙөлөп, тәҡәт бирмәй уға тартыла.
Ә таштағы сатай-ботай яҙыуҙар: «Хәйҙәр – Ниса», «Ярулла – Надя», «Коля – Әнисә»... тип мөхәббәт тарихтары һөйләй...
Солтанов ҡапыл ғына үҙе һөйәлеп торған ҡайындан айырылды ла, шашҡан кешеләй, абына-һөрөнә ятаҡтарға ҡарай йүгерҙе. Тәнзиләне эҙләп тапмай, бер минут сыҙар әмәле ҡалмағайны уның.
Ана, ул үҙе... Тәнзилә... асыҡ верандала, ситән креслола, яңғыҙ ғына ҡалып, ҡалын китабын уҡып ултыра ине. Әллә уҡый, әллә күҙҙәре генә китап юлдары буйлап йүгерә.
– Тәнзилә! – тип, ярһып яҡын барҙы Йәнғәле. Ҡатын уға һаҡ ҡына күтәрелеп ҡараны.
– Ә-ә, Солтанов... ултырығыҙ... – тине ул һалҡын, сабыр тауыш менән, йәнәшәһендәге креслонан урын күрһәтеп.
Шул мәл Тәнзилә бөтә тәне менән ҡапыл тертләне. Ҡалын китап иҙәнгә ҡапланып төштө. Тәнзилә урынынан һикереп торҙо.
– Ай! – Нимәнәндер бик ҡаты ҡурҡып, ул Солтановтың беләген ике ҡуллап ҡыҫып алды, ап-аҡ булып ағарынды, быуындары бөттө. – Ул! Ул килә! – тип ҡото осоп бышылданы Тәнзилә һәм бөтөнләй хәлһеҙ тауыш менән: – Ғариф!.. – тип шыбырҙаны.
Солтанов та күрҙе. Төшөндө. Ял йорто ҡапҡаһынан беләгенә плащ һалған, икенсе ҡулына кескәй сумаҙан тотҡан мыҡты кәүҙәле бер ир кеше кереп килә ине.
– Ғариф! – Тәнзилә тағы шул исемде әйтеп шыбырҙаны ла Солтановтың беләгенән айырылды, веранданан йүгереп сыҡты, артҡа сигенеп, колоннаға һөйәлде, битен ҡапланы, тағы атланы, тағы туҡтаны һәм... йүгерҙе.
– Ғариф!
Инеп килеүсенең ҡаршыһына еткәс, йәнә:
– Юҡ, юҡ! – тип ҡул һелтәне, һәм... Ғарифының ҡосағына ташланды, башын тегенең күкрәгенә йәшерҙе. Уның яурындары бейешә ине. Ир кеше уны йыуатып сәсен һыйпай, тирә-яҡҡа борсолоп күҙ ташлай.
Ҡапыл Тәнзилә тертләп уянғандай итте, ике ҡулы менән дә Ғарифтың күкрәген этәреп, уның ҡосағынан ҡотолдо, ғорур һәм нәфрәтле йәшһеҙ күҙҙәре менән тишеп ҡараны.
– Ниңә килдең һин бында? Мине тағы мыҫҡыл итергәме? Кит, кит тиҙерәк.
– Тәнзилә!..
– Кит, хәҙер үк кит! – Тәнзилә боролдо ла ятаҡҡа атланы. – Күпме көтһәң дә, һин мине бында күрә алмаҫһың, – ул, артынан ятаҡ ишеген ныҡ ябып, эскә инеп китте.
Солтанов Тәнзиләне шунан һуң бер нисә көн күрмәне.
Был арала Йәнғәле үтә күңелһеҙ ҙә, әммә күңел төбөндә генә ниндәйҙер яҡтылыҡ сатҡыһы ла бар төҫлө булып йөрөнө. Тәнзиләнең Ғариф алдында ғорурлығы һынмауына, бер яҡтан, шатланһа, уны күрмәй тороу уға бик ауыр ҙа тойолдо.
Тамам түҙемлеге бөткән Солтанов Тәнзиләләрҙең ишеген барып ҡаҡты. «Улар бөгөн таңдан сығып китте», – тинеләр. Йәнғәле, өмөтһөҙлөккә төшөп, карауатына ҡайтып ауҙы, бер уйһыҙ, маҡсатһыҙ түшәмгә ҡарап ята башланы. Шул саҡ, күктән төшкән кеүек, Тәнзилә үҙе килеп инде. Ул тыныс, уйсан ҡарашлы ине, нәмәгәлер оялыу, ғәфү үтенеү төҫө лә бар ине унда, йөҙөндәге ҡайғы шәүләһе юғалған.
– Йә, Солтанов яҡташ... беҙ китәбеҙ... Күрәһегеҙ, Ғариф алырға килгән... Яҙмышым шулдыр... – Ул тағы нимәлер әйтергә теләне, һүҙенең осон ауыҙ эсенә йомдо. – Һеҙ оҙатырға сығаһығыҙмы?
Йәнғәле, ни әйтергә лә белмәй, башы шаңҡып, телһеҙ ҡалып, Тәнзиләгә ҡарап ҡатып торҙо.
Тәнзилә быны үҙенсә аңланы, ахыры. Ул:
– Ярай, улайһа, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Хушығыҙ, һәйбәт итеп, тыныс ял итегеҙ! – тине лә сығып китте.
Мөхәббәт нәфрәтте еңде ахыры. Ғорурлыҡты ла, ғәрлекте лә еңергә һәләтле, ахыры, ул. Йә, доцент, ҡағиҙә-ҡалыбыңа буйһондороп ҡара уны. Мөхәббәт, күрәһең, үҙе һыйырлыҡ ҡағиҙәне үҙе сығара.
Солтанов, ҡапыл уянғандай, ишеккә ташланды. Ял йорто ҡапҡаһы алдынан иҫке газик ҡуҙғалып китте.
Ял йорто бөтөнләй йәмһеҙләнде. Ашар аштар тәмһеҙләнде. Донъя шыҡһыҙ, буш. Ирәндек-айғыр, сүгә биреп, йыуашайып башын түбән эйгән дә, моңһоу шым ҡалған. Уның түбәһенә һоро болот-шәл эленеп тора. Сағыу ялтлап, әллә ҡайҙарға йәйелеп, ҡояш нурҙары менән уйнаҡлап ятҡан Талҡаҫтың йөҙөнә ҡара һөрөм ятҡан.
Ял итеүҙең мәғәнәһе бөткән дә баһа. Тирә-яҡта кешеләр ниңә алъюҫыҡҡа йөрөгән, көлөшкән булалар икән? Ни йәм табалар икән улар? Ниңә тиктомалға туп һикертәләр, ниңә һыу буйына ашығып-ашығып йүгерәләр икән? Ҡарамакка олпатлы ғына күренгән бынау әҙәм, билбыуарынан һыуға, бысраҡҡа батып, ҡара таңдан ҡармаҡ күтәреп, күлгә сабыуҙан ни йәм таба икән?
Эльвира Йәнғәленән бөтөнләй ситләште, уның менән осрашыуҙан ҡаса башланы. Ашарға ла, ул сыҡҡас, һуң ғына керә. Уның ҡарауы, Эльвира өҫтәл янына килеп ултырыу менән, янына Спартак исемле һәр йәһәттән әҙерәк оҫта культурник егет килеп етә.
Йәнғәле күл буйына теләкһеҙ генә бара, сисенеп, тубығына тиклем һыуға инә лә, туҡтап, онотола. Халыҡ, әллә нимәнән ҡыҙыҡ табып, сәсрәтә-сәсрәтә, ҡыйҡыу-һөрән һалып, мыж килеп һыу инә. Ана, алыҫта, башҡаларҙан бик күпкә айырылып китеп, Эльвира менән Спартак күлдә балыҡтай уйнап йөҙәләр.
– Иптәш Солтанов! – тип кемдер артынан өндәшкәнгә тертләп аңына килә Йәнғәле. – Нимә, һеҙ һыу инергә килдегеҙме, әллә тулҡын һанарғамы? – тип шаярта өндәшкән кеше.
– Ә? Эйе... – ти ҙә Солтанов бер нисә аҙым эскә инә һәм... онотола.
Тау арауығынан ҡапыл ғына һалҡынса талғын ел килеп, Йәнғәленең саҡ ҡына ҡырау ҡуна башлаған сикә сәстәренә ҡағылып үтте. Көҙ еҫтәре алып килде был йомшаҡ ел.
Йәйҙәр ҡыҫҡа шул беҙҙең яҡтарҙа...
Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.
1965