ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ТЫУҒАН МАЛАЙ (Хикәйә)

Бала донъяға, ата-әсәһенә, туғандарына ҡыуаныс өҫтәп тыүа. Уны бәхетле итеп үҫтереү, матур йәшәтеп ебәреү атаһы менән әсәһе ҡулында. Ниндәй яҙмышҡа ата-әсәһе дусар итә, шуны ул күтәрә. Ғәзимйән, ике йәше тулғансы тиерлек, атаһы менән әсәһе хозурында балаларса ғәмһеҙлек менән йәшәне. Теле асылып етте генә тигәндә, уның яҙмышында ҡара көндәр, йоҡоһоҙ төндәр башланды.

«Һуғыш бөткәс, бөтәһе лә булыр», –

Тигәйнеләр беҙгә атайҙар!

«Табикмәк тә, аҡ ҡалас та, хатта

шәкәр», – тип шыттырҙы апайҙар.

Һуғыш бөттө, өҙөлөп асыҡҡанда,

Ҡараңғыланғанда күҙ алдың,

«Асыҡтым», – тип сабый ҡул һуҙғанда,

Әсәкәйем, ни хәл түҙә алдың?!

Зөбәржәт Йәнбирҙина.

Ул йылды яҙ бик һуңлап килде. Ҡар күп булды, көндәр оҙаҡ йылытмай торҙо, төндәрен шыҡырлатып туңдырҙы, хатта апрелдә лә бүрәнәләр шарт-шорт ярылды. Берҙән-бер көндө ҡапыл ғына дала яғынан йылы һауа бөркөлдө лә, ҡар, сәйгә һалған шәкәр кеүек, күҙгә күренеп ирене. Тау буйындағы үҙәктәр ҡарайҙы, уларҙан йырындар, ҡалған ҡарҙы ярып, шаулап төшә башланы. Күп тә үтмәй, Юшатырҙың боҙо әрселде, уның иҫке үҙәндәренә буръяҡ һыу тулды.

Күптән түгел генә хеҙмәт армияһынан ҡайтҡан инүәлит Шәкирйәндең өйө лә ярға ныҡ яҡынайҙы. «Быйылға ғына түҙһә ярар ине, ихата менән һыу араһы арба үтерлек кенә ҡалып бара, – тип хафаланды ул. – Йәй өйҙө күсерергә тура килер инде». Тәҙрәнән ҡараһа, йылғаның ашҡынып ятыуы йөрәккә шом һала, төн йоҡоһон ала уның.

Шулай, май байрамы алдынан ғына тырмаға төштөләр, ике-өс көндән сәсеү ҙә башланды. Был көндө Шәкирйән Ҡарауыл тауы аръяғындағы оҙон һыртта бойҙай сәсеп йөрөй ине. Ике ат егелгән сәскестең артына баҫҡан, бер ҡулында – дилбегә, икенсеһендә оҙон сыбыртҡы ҡара ерҙән һөйрәлеп килә. Шул уҡ ҡулы менән ул сәскестең ҡумтаһындағы орлоҡто тигеҙләп, таратып ебәрә.

Сәсеүгә орлоғо бөтөп туҡтағанда ғына, ауыл яғынан бер һыбайлының йән-фарман сабып килгәне күренде. «Бәй, былар орлоҡто һыбай килтерергә булдылармы әллә?» – Уйлап та өлгөрмәне, ат тирләтеп сабып килгән үҫмер ҡапыл атын туҡтатты.

– Абзый, һөйөнсө! Һөйөнсө!

– Йә әйт, һөйөнсөһөнә бер ҡап тәмәке һиңә!

– Ур-ра! Еңеү, абзый! Еңдек фашисты!

Шәкирйән уны атынан күтәреп алып, бер-ике рәт әйләндереп, һауаға сөйөп, дымлы йомшаҡ ергә баҫтырҙы.

– Абзый! Һөйөнсөм бөтмәне әле. Йәнә берәү бар!

– Йә, әйтә һал! Тәмәкенең янсығын да бирермен, һалдатта сағымда еңгәң сигеп ебәргәйне.

– Фәриҙә еңгә ул тапҡан! Үәт! Икенсе улың булды!

– Һай, афарин, мырҙа! Еңгәңдең әсегән балынан бер сүмес бал һиңә!

Хәҙер инде Шәкирйән үҙе «ур-ра» ҡысҡырып, көнгә һарғая башлаған йондоҙһоҙ пилоткаһын һауаға ҡат-ҡат сөйҙө.

– Абзый! Бар, ҡайта һал, нишләп тораһың?

– Нисек ҡайтайым? Сәсеү бит, хәҙер орлоҡ килер.

– Мин ҡалам. Бар, һин ҡайт, еңгәне әп ит! Өйҙә ята әле ул. Шуға һине алыштырырға килдем бит.

– Мең-мең рәхмәт, мырҙа! Үҙең белдеңме быны?

– Үҙем инде, абзый. Еңгәм малай тапҡан бит. Етмәһә, Еңеү көнөндә, ур-ра! Ҡыҙ булһа, Победа тип атар инек, ә!

– Мин ҡайтам да, сәсергә орлоҡ бөттө бит әле.

– Килеп етер. Сирай бабайҙы юлда үтеп киттем, Ҡарауыл һыртына үрләй ине.

Шәкирйән тирләгән атты менде лә ауыл яғына сапты. Ҡарауыл һыртынан ауыл күренде. Юшатыр ҡояшта ялтырап, йәйрәп ята, шажлаған тауышы ла ҡолаҡҡа бәрелә һымаҡ, һырт өҫтөндә һыбайлы атын ҡапыл туҡтатты ла юл ситендә генә балҡып ултырған күм-күк умырзая сәскәләрен өҙөп алды. Эре, баҙыҡ сәскәләр. Улар ер йылыныр-йылынмаҫтан тиерлек ҡалҡып сыға. Ғүмерҙәре лә үтә ҡыҫҡа булһа ла, ҡатыны ятҡан бүлмәгә йәм бирерҙәр әле.

Шәкирйән ярһып ҡайтып ингәндә, ҡатыны тороп ултырған, ҡулында аҡ төргәк ине. Тауышы сыҡмай әле, имеп тә өлгөрмәгән, ахыры, Еңеү көнө малайы.

– Нисек хәлең, Фәриҙәкәй!

– Күрәһең бит, шөкөр. Балабыҙ иҫән-һау тыуҙы, бар ағзалары ла теүәл.

Шул арала Шәкирйәндең әсәһе, етмеште үтеп киткән теремек, әҙ генә көмөрөрәк Шәмсиә әбей, килеп инде.

– Бына, килен, кипкән ҡоротто ҡырып иҙҙем, әҙерәк һары май ҙа һалдым. Йылылай эсеп ебәр, хәл инер. Килтер баланы.

– Рәхмәт, бейем! – Фәриҙә һурып-һурып йылы ҡорот иҙмәһен эсте.

– Собханалла! Бәхетле булғыр! – тип теҙеп китте Шәмсиә әбей. – Бына бит Хоҙай Тәғәлә ике ҡыуанысты бергә бирҙе: һуғыш бөттө, улыбыҙ тыуҙы. Донъяға тыныслыҡ килер, йә Алла!

Әсәһе иҙелгән ҡоротто күтәреп эсеп бөтөүгә, сабый ҙа мыҡырлап ятты-ятты ла ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Собханалла. Уяу, теремек бала. Аллаға шөкөр. Мә, тот, атаһы! Оло байрам көнө тыуған бала бәхетле булыр. Исемһеҙ ятмаһын, аҙаҡ үҙегеҙ ататырһығыҙ. Әлегә минең вафат булған оло улымдың исемен ҡушып торайыҡ – Ғәзимйән булһын. Баланың исемен аң атҡансы көтөргә ярамай, ти.

Ул арала Шәкирйән балаһын ҡатынына тотторҙо ла урамға, шау-гөр килеп йөрөгән кешеләр араһына, сыға һалып та китте.

– Күтәрергә Шәкирйәнде! Күтәрергә! Улы тыуған. Ике байрам бергә килде. Һинән дә бай кеше юҡ инде хәҙер, ике улың булды бит!

Ир-ат Шәкирйәнде һауаға сөйөргә кереште.

– Литр, егеттәр, төшөрөгөҙ! Литр!

Байрам шулай башланып китте һәм ике көн дауам итте лә ҡуйҙы. Бер кем дә берәүҙе сәсеү ваҡыты булһа ла, эшкә ҡыуаламаны. Өсөнсө көнөнә һәр ир, хатта ҡатындар ҙа, үҙ эшендә ине.

2

Бала донъяға, ата-әсәһенә, туғандарына ҡыуаныс өҫтәп тыүа. Уны бәхетле итеп үҫтереү, матур йәшәтеп ебәреү атаһы менән әсәһе ҡулында. Ниндәй яҙмышҡа ата-әсәһе дусар итә, шуны ул күтәрә.

Ғәзимйән, ике йәше тулғансы тиерлек, атаһы менән әсәһе хозурында балаларса ғәмһеҙлек менән йәшәне. Теле асылып етте генә тигәндә, уның яҙмышында ҡара көндәр, йоҡоһоҙ төндәр башланды.

Әҙ генә белемле булған, яҙыу-һыҙыуҙы, иҫәп-хисапты белгән Шәкирйәнде район буйынса һалым йыйыусы итеп ҡуйған булдылар. Һуғыш яңы ғына тиерлек бөткән, уҡыған кешеләр юҡ дәрәжәһендә. Яурыны аша шыма ҡайыш ташлап, дүрткел күн муҡсаны тағып алды был, эре генә баҫып йөрөй. Әллә шул вазифаны күтәрә алманы, әллә ошо ҡәһәрле һуғыштан һуң ир көҫәгән ҡатын-ҡыҙ күплекте эсенә һыйҙыра алманы – шашты ла китте. Күрше ауылдағы бер буйҙаҡ ҡатынға эйәләп алды, эш һылтауы менән икешәр-өсәр көнгә юғалғыланы. Ауылда «йүкә телефон» шәп эшләй, ҡайҙа барғаның, кемгә йөрөгәнең бөтәһенә билдәле була. Өйҙә һүҙ сыҡты, шау-шыу, ығы-зығы китте. Шәкирйән ҡатынына ҡаршы йоҙроҡто эшкә егеүҙән дә тартынмай башланы. Фәриҙә үтә ғорур ине, иренең был ҡылыҡтарын ул, ҡайһы бер ҡатындар кеүек, тыныс кисерә алманы. Шәкирйән дә, төптәнерәк уйлап тормай, эште айырылышыуға алып барып еткерҙе.

Был көндәге ығы-зығынан туйған әсәһе Шәмсиә әбей Шәкирйәндең дүрт апаһын – үҙенең ҡыҙҙарын йыйып, кәңәш ҡорҙо. Күмәкләшеп аҙған ҡустыларын ҡыҫымға алып ҡараны былар, оялтҡан, әрләгән булдылар. Шәмсиә әбей бик ныҡ зарланды, аҙарынды:

– Киленде үҙем һайлап алып бирҙем бит, зәхмәт һуҡҡыры, затлы нәҫелдән, Арыҫлановтар тоҡомонан. Шуны ла һанламайһың бит, мәлғүн.

– Ике улыңды аталы-әсәле көйө йәтим итәһең бит, оятһыҙ. Нисек быға намыҫың ҡуша? – тип әрләне оло апаһы. – Хоҙай орор. Кемгә эйәләгәнһең бит әле. Ҡырҡ ирҙән ҡалған мәткәгә!

– Килендең ни ере килешмәй, йүнһеҙ! Төҫ тиһәң төҫө бар, теләгән эшеңде емереп алып бара, шартлатып бергә донъя көтәһе урынға, – тип ҡыҙҙы икенсе апаһы.

Шәкирйән үҙ һүҙен һөйләне:

– Тора алмайым мин уның менән...

– Дүрт йыл буйы һинең әрменән ҡайтҡаныңды көтөп ултырҙы, ашарыңа күпме ташыны, трудармияла астан үлә инең бит. Бер яманаты сыҡтымы? Ә-ә, юҡ шул. Оял әҙерәк, намыҫлан. – Иң кесе апаһының һүҙе ине был.

– Миңә йәшәргә бит, һеҙгә түгел.

Улының был тиклем киреләнеүенә әсәһе лә түҙмәй башланы.

– Ул этенеп килгән нәмәңде өйөмә аяғын баҫтырмайым. Теләһәң нишлә. Сығып кит ағашҡаң менән (шул һүҙҙе Шәмсиә әбей үлгәнсе ташламаны).

Тулы түңәрәк йөҙлө, оҙон һары сәсле яратҡан килендәре Фәриҙәнең үҙ яғына ҡайтып китмәй сараһы ҡалманы.

Һуғыштан һуңғы етешһеҙ, ауыр ваҡытты уйлапмы, йортһоҙ, торлаҡһыҙ киленен йәлләпме, Шәмсиә әбей бәләкәй улдары Ғәзимйәнде алып ҡалырға, оло улын киленгә биреп ебәрергә булды. Кеше тупһаһына бара бит бала. Олоһо һыйыр ҙа, кесеһе һыймаҫ, бик бәләкәй бит әле.

Күмер ҡалаһы төҙөлә башлағайны. Фәриҙә шунда барырға уйлағайны ла, барыбер иң яҡшы тигәндә барактан берәй бүлмә алып була. Оло малайға алты йәш тулған, үҙен үҙе ҡарарлыҡ. Фәриҙә оло улын алып, илай-илай ҡайтып китте, ике бер туған бала икеһе ике тарафҡа бик оҙаҡҡа айырылышты, икеһе ике яҡта ике төрлө кешеләр булып үҫеү яҙмышына дусар ителде. Ике йәше генә тулып өскә киткән теремек Ғәзимйән ҡартәсәһе ҡулына күсте («өләсәй» тип өйрәнде ул, сөнки Шәмсиә әбейҙең башҡа балалары гел ҡыҙҙар ғына булғас, бар ейәндәренә ул өләсәй ине, бәләкәй Ғәзимйән дә улар ыңғайына өндәште).

Ике сабыйының, хәләл ефетенең күҙ йәше төштөмө; етмештән үткән әсәһенең, дүрт апаһының рәнйешен алдымы – Шәкирйәндең һалым йыйыу эшендә өҫтөнә сыҡты. Әллә иҫәпләй белмәне, әллә үҙен алданылар – ҡулға алынды был. Етмәһә, күрше ауылдан бер һалым түләүсе уның өҫтөнән яҙҙы: «Минән бер һалымды ике ҡат алды, квитанция бирмәне». Тикшерҙеләр, ғәйебен билдәләнеләр, етмәгән аҡсаһы өсөн борондан ҡалған сепараттарын, затлы стена сәғәтен ҡайырып тартып алдылар, үҙен ун йылға хөкөм итеп, яңы ҡала төҙөү эшенә ектеләр.

Режимға илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн буш ҡул көстәре күп кәрәк ине. Ундай көстө хөкүмәт машинаһы еңел тупланы: килограмлап урлаған иген өсөн дә, өҫкә сыҡҡан аҡса өсөн дә, рөхсәтһеҙ алған бесән өсөн дә бишәр – унар йылды сәпәнеләр генә. Нормаңды күпме артыҡ үтәйһең, шул тиклем иртәрәк тотҡондан ысҡынаһың, һүҙ өсөн хөкөм ҡатыраҡ булды, уларҙы Себер урмандары, Карлагтар, Морлагтар көтә ине.

Өләсәһе менән Ғәзимйән, Шәкирйән ағай ҡулға алынғас, һыйырһыҙ, ҡышлыҡ утынһыҙ тороп ҡалды. Еңеү көнөндә тыуған боланың аслы-туҡлы, аяныс тормошо ошонан башланды. Етмеште үткән өләсәй уның балалыҡ михнәттәрен еңеләйтергә күпме генә тырышһа ла, тормошон йәмләй алманы.

3

Беҙҙең ауылда мәктәп башланғыс ҡына, ә өләсәйемдәрҙең ауылында – ете йыллыҡ. Бишенсегә беҙ бында киләбеҙ. Көҙ айҙарын йөрөп уҡыйбыҙ әле: иртүк торабыҙ ҙа кис ҡояш батыр мәлгә, алты саҡрымды тәпәйләп, арып-талып кире ҡайтып инәбеҙ. Өйгә эштәрҙе саҡ-саҡ әтмәләп өлгөрәбеҙ. Тәүге ҡар ятыу менән беҙҙе бында килтереп һалалар, йөрөп уҡыу бөтөп тора. Кем туғанына, кем таныш-тоношона урынлаштыра балаһын. Минең ни эш көйлөрәк – өләсәйем бар. Атайым көҙҙән бер йөк утын өҫтөнә мине ултыртып, мендәр, юрғанымды тейәп килтереп ҡуйҙы.

Төрмәгә ултырған Шәкирйән ағай – әсәйемдең бер туған ҡустыһы. Ғәзимйән миңә ике туған ҡусты була инде. Беҙҙең берлектәге ҡышыбыҙ башланды. Ғәзимйән үҙенең йәшенә ҡарағанда шәберәк, алдараҡ үҫте шикелле: өсөнсө йәше менән генә барһа ла, белмәгәне юҡ, «р»-ҙы әйтеп еткермәһә лә, тәтелдәп һөйләшә, хатта ҡаршы әйтешә.

Беҙҙең ҡаршыла ғына магазин бар. Өләсәйем эҙләп алып ҡайтҡансы, шунда урала был. Баҡтиһәң, ул йырлап кәнфит, прәник кеүек тәм-том эләктерә икән. Ололар ҙур зәңгәр күҙҙәре баҙлап торған был малайҙы, ҡыҙыҡ күреп, ҡоторталар, йырлата ла йырлаталар.

– Йырла, мырҙа, йырлаһаң, берәмник бирәм.

Был, ҡайҙан отҡандыр инде, бер йырын һупалай икән:

Самауыйҙы ектеләй ҙә

Һыу буйына киттеләй.

Мин дә байайым тигәйнем,

Kүmme яйа типтеләй.

– Эй, шәп йырлайһың икән, мырҙа, мә! – тип кәнфит тотторалар. Бала, йәнә береһе йырлатмаҫмы тип, магазин тирәһендә урала.

Өләсәйем өсөн иң ауыры Ғәзимйәндең төндәрен илауы булғандыр: әллә аслыҡтан, әллә һағыштан илай бит был сабый. Өләсәйемдең йөрәге өҙөлгәндер инде. Мин дә үҙем ҡушылып иларҙай булып ятам. Түҙәм инде, ҡайҙа бараһың. Өләсәйем, меҫкен, һулыған буш имсәген ҡаптырып ҡарай, теге һурып ята-ята тынысланып йоҡлап китә, ҡайһы берҙә буш имсәкте тешләп ала йә асыу менән ситкә этеп ебәрә.

Аптырағас, өләсәйемә:

– Минең икмәктән әҙерәк бирәйек, бәлки, тымыр, – тигән булам.

– Үҙеңә аҙна буйына етмәҫ бит, балам, – тигән була өләсәйем.

Арыш икмәгенән бер телем ҡырҡып бирәм, өләсәйем һыуға манып ҡаптыра, теге бахыр шуны һурып бөтөүгә ойоп та китә – эсе өҙөлгәндер инде.

Ҡыштың аяуһыҙ оҙон йә еле выжылдап торған төндәрендә бер-беребеҙгә һыйынышып, йоҡлай алмай ҡалтырашып ятабыҙ. Өләсәйем әкиәт тә һөйләп ҡарай. Мәфрүзә инәйемдәргә барһам, һуңға ҡалып, ҡараңғы төшкәнсе ултырмаһын ти, ахыры. Беҙҙең урам менән улар урамы араһындағы китек ярҙа ен бар, ти. Ул төндә ярға сыға, тип ҡурҡыта. Сөнки унда көл түгәләр, яҙ һыу менән ағып китә; ләкин йәйен, ҡышын өйөм- өйөм булып елгә туҙып ята. Көллөккә ен-пәрей эйәләй, тип ҡурҡыта ололар. Ҡараңғыға ҡалмай, өйгә йүгерә һалам инде.

Өләсәйемдең башынан үткәндәрен һөйләүе бигерәк ҡыҙыҡ та, күңелгә үтемле лә ине.

– Өләсәй, нишләп уң беләгең кәкрәйеп ҡалған? – тип һораштым бер. Ысынлап та, еңсек төбөнән бер һөйәге сурайып тора бит.

– Эй, балам, ошо Шәкирйән абзыйың арҡаһында инде, – тигән булды. – Һалдаттан ҡайтҡас, эсеүгә әүәҫләнеп китте, бер кис миңә килеп әйттеләр: Шәкирйәнде ике ир туҡмай. Йүгерҙем ах та ух, араларына барып индем. Береһенең ҡулында кендек булған икән. Яңылыш һелтәп ебәреп, беләгемде һындыра һуҡты ла ҡуйҙы, ҡәһәрең. Ҡулымды һәлендереп ҡайттым.

– Ялғатманыңмы ни?

– Ҡайҙа инде, үҙенән-үҙе уңалды. Ана шунан бер һөйәге сурайып ҡалды. – Өләсәйем ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Ярай әле, мынау герман һуғышы беҙгә килеп етмәне. Аҡтар- ҡыҙылдар һуғышы гел беҙҙең ауылдан үтте. Йәшелдәре лә ҡалманы, әллә ниндәй бер Мәрүсә тигән мәрйәнең әтрәте лә килде. Килгән береһен ашатырға кәрәк. Ул ғына ла түгел әле. Әллә нишләп беҙгә килә лә тулалар, өйөбөҙ ҙур, оҙон таҡта кәлидорлы соланыбыҙ бар ине, ике яҡлы өйҙөң алты тәҙрәһе балҡып тора ине. Шуға беҙгә тура төшкәндәрҙер инде.

Бер ваҡыт Ырымбур яғынан ҡыҙылдар килеп тулды. Араларында бер ыжбан кеүек ҡытай ҙа бар. Ашауы бик ҡотһоҙ, мәсекәй әҙәм ине, башҡалары ултырып та өлгөрмәй, был алдындағыһын ялп иттерә лә, тағы юҡмы ни тигән кеүек, ҡыҫыҡ күҙҙәрен тирә-яғына ялпылдата.

Урындыҡты тотош ябып ятҡан аҡ кейеҙебеҙ бар ине, шуны елләтергә элгәнбеҙ. Командирҙары шуға ҡарап торҙо-торҙо ла:

«Әбей, эйәр беҙҙең аттың арҡаһын һуға, кейеҙеңде турап һалабыҙ», – ти. Тотондолар ҡылыс менән буй-буй ярырға, аттарының арҡаһына ябырға.

«Ярар, ҡаза шуның менән бөтһөн инде», – тип уйлайым. Юҡ, иртәгеһен әтрәтләре ҡуҙғалды. Оло улым Ғәзимйәнде, атын ектереп, ылауға тип алды ла киттеләр. Ун һигеҙе лә тулып етмәгәйне. Ауылдан йәнә Баян исемле егетте алдылар. Туғыҙтимергә тиклем, тигән булдылар. Ҡайҙа ул, Ҡыҙыл Мәсеткә алып киткән дә ҡуйғандар. Шул киткәненән ҡайта алманы меҫкенкәйем. Илай-илай күҙем һуҡырая яҙҙы. Аҙаҡ белдек: Ҡыҙыл Мәсеттә ҡулына ҡылыс тоттороп, атын мендергәндәр ҙә ары алып киткәндәр. Киткән Кәнәникүл яғына. Шунда барғанында яраланып, лазаретҡа эләккән, яралы аяғы сереп, юлда үлеп тә ҡалған. Аты ла, үҙе лә юҡ. Теге Баян тигән иптәше ҡасып ҡайтты, атын ташлап. Нишләп иптәшеңде ташлап ҡастың, тип ғүмер буйы әрләнем үҙен, ҡәһәрләнем. Ошо һуғышта ул да үлеп ҡалды, меҫкен. Бына бит ул, улым. Исмаһам, ошо көндә бабайығыҙ тере булыр ине, бигерәк сабыр ине балаҡайым, тыңлаулы. Төндә ҡасып китһә ни булған инде, бәлки, тере ҡалыр ине...

Был ҡайғылы хәбәрен өләсәйем көрһөнөү менән тамамлап ҡуйҙы. Мин шул Ғәзимйән бабайымды күҙ алдыма килтереп, илағыларым килеп оҙаҡ йоҡлай алмай яттым. Өләсәйем быны һиҙҙе.

– Йоҡла, балам, йоҡла, иртәгә уҡырға бараһың бит, – тигән булып башымдан һыйпағас, ойоп киткәнмен, үҙем дә һиҙмәй ҡалғанмын.

Ғәзимйән, йәтимлекте тойопмо инде, эсе бошопмо, көндөҙҙәрен дә һуҙып-һуҙып илап ала торғайны. Өләсәйем, асыуын тыя алмай, ҡысҡырып та ебәрә:

– Етәр, олома! Бүре булаһың бит.

– Олойом, – ти теге меҫкен, асыуын өләсәйемә сығарырға итеп ҡаршылашып китә лә. – Көмрө! – тип ҡысҡыра үҙе, етмәһә. Был һүҙҙе ҡайҙан белгән дә кемдән ишеткән, аптырарһың. Нишләһен инде өләсәйем, донъя йөгө, балалар ҡайғыһы баҫыуҙан арҡаһы ла тейешенән алдараҡ көмрәйеп сыҡҡан. Асыуланһа асыуланды, бахыр, әммә бер ваҡытта ла балаға рәнйемәне, ҡәһәрле һүҙ әйтмәне. Баланың үҙе лә аңламай әсәһен юҡһыныуын оло кеше йөрәге менән тоя, үҙенең дә күңеле һыҡрай. Иламай. Әсәһенә биреп ебәреү уйы башына килеп тә ҡуя ине шикелле, тик баланы йәлләне өләсәйем.

Әллә ниндәй оҙон, шыҡһыҙ һыуыҡ булды ул ҡыш. Беҙҙең ауылдан Йомабикә исемле бер апай, һигеҙенсе мартҡа ҡаршы төндә үгеҙ менән Ташлы урманына утынға барып, ҡайтып етә алмай, юлда туңып үлде. Ике балаһы йәтим ҡалды. Шуларҙы йәлләп мин дә иланым хатта. Иртәнсәк эҙләп барһалар, үгеҙе ҡалтырап тора, ти, ә апай үҙе йөгө ышығында, ҡулын утҡа тотҡан кеүек, йылынып ултырам тип уйлап, туңып ултырған булған.

Тап шул мәлгә өләсәйемдең дә ҡышҡа әҙерләгән әреме, селеге, талы бөттө. Мәфрүзә инәй килтереп киткән бер бәләкәй сана тиҙәк тә бөттө. Яғырға бер ни юҡ. Өйҙә эт бәйләһәң дә торғоһоҙ. Ғәзимйәнде юрғанға урап, мөйөшкә ултырттыҡ та киттек өләсәй менән арттағы туғайға. Мин тал төбөндәге ҡарҙы тапайым, өләсәйем үтмәҫ балтаһы менән туң талға – туҡ та туҡ. Бер бәләкәй сана алып ҡайтҡан булдыҡ. Ә ул янмай ҙа ҡуя. Һыҙғырып, бер башынан һыу тамсылап тик ята. Утҡа өрә-өрә, күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл булып бөттө өләсәйемдең.

Шул мәлдә, әмәлгә ҡалғандай, Мәфрүзә инәй килеп инде.

– Әйҙәгеҙ беҙгә, тараҡан кеүек ҡатаһығыҙ бит, – ти.

Ғәзимйәнде юрғаны менән санаға тейәнек. Аяҡ осона ике мендәрҙе, балаҫты һалдыҡ та атланыҡ. Өләсәйем тартынған була.

– Үҙеңдә биш бала бит, киленең бар. Беҙ ҡайҙа һыяйыҡ? – тип ҡарай.

Инәй ауыҙ асырға ла бирмәй.

– Тамаҡ аслы-туҡлы булһа ла, беҙҙең өй йылы, – ти ҙә ҡуя. – Атлағыҙ. Шөкөр, йәй көнө ике баҫым тиҙәк һуҡтыҡ, кипкән тал-сыбыҡ, әрем бар. Ҡыш сығырбыҙ әле бергә.

Марты ла һыуыҡ булды ул йылдың. Мәфрүзә инәйҙәрҙә үткәргән өс ай йылдай булды. Өй йылы, күңелле лә һымаҡ. Күмәкләп уйнайбыҙ, шаярабыҙ, тамаҡ та аҙмы-күпме туҡ, ҡатыҡ-һөт тә бар. Минең өсөн Ғәзимйәндең хәле генә үтә ауыр һымаҡ. Инәйҙең бәләкәй дүрт улы ҡаға бит меҫкенде. Өләсәйемдең сығып китеүе була, маңлайына шарт та шорт сиртәләр. Өйләнгән оло улы сиртһә, маңлайы бүртеп сыға бахырҙың. Исемен дә әйтмәйҙәр, йәтим итәләр, артыҡ күрәләр, Ғәзимйән дә, Ғәзим дә түгел ул – «Әзәү».

– Әзәү, мөйөшкә!

Күҙҙәре бесәй күҙе кеүек йызлап ултыра бахырың мөйөштә, яҡлай алмайым үҙен, үҙемсә йәлләйем дә ул. Өләсәйем килеп инһә, йәнләнә теге, мөйөштән ҡалҡып сыға ла берәм- берәм малайҙарҙың арҡаһына типкән була, үҙе ошаҡлашмай.

– Өләсәй, тый әле мынауыңды, – тигән була тегеләр. Өләсәй эштең нимәлә икәнен аңлай, әлбиттә. Мәфрүзә инәйгә үҙе былай ти:

– Тый малайҙарыңды, улар бит берәр һуҡһа ла, бер кешегә дүрт йоҙроҡ төшә, Ғәзимйән бит һәр береһенә дүртәр һуғып сыға алмай, уның һуғыуы ла инде. Теймәһәләр, үҙе теймәй ҙә ул.

Инәй тыя ла бит, ҡарауыллап тора алмай шул. Малайҙар береһенән-береһе шуҡ.

Кис инде, бөтәһе лә йыйылғас, өйҙә күңелле. Үҙебеҙ ҡағыҙҙан яһаған кәртте уйнайбыҙ йә юнып эшләнгән шахматты һөйрәп сығарабыҙ. Еңелгән кешенең маңлайына – берәр сиртеү. Был да, үҙеңә эләкмәһә, күңелде аса. Оло ағай сиртһә инде, һикереп китәһең. Тимерсе ярҙамсыһы булып эшләй шул ул, ҡулы ла йәштән тимер кеүек ҡаты, көслө ине.

Йоҡлар алдынан өй хужаһы Мозаһит бабай бөтәбеҙҙе эйәртеп тышҡа алып сыға, тышҡа сығыу менән, ен-пәрейҙәрҙе ҡасырыр өсөн, барыбыҙ төрлө тауыш менән тамаҡ ҡырабыҙ:

– Э-һе, э-һе!

Ятҡас, әкиәт һөйләшеп тә алабыҙ.

Өләсәйем менән Мәфрүзә инәй ҙә был турала алдан һөйләшеп ҡуяларҙыр. Беҙ инде китаптан уҡығанды һөйләйбеҙ. Бәләкәй малайҙар өйгә ятларға биргән шиғырҙарын ҡабатлай.

Май етеп, һыу-һүл кибеп, күк үлән сыға башлау менән, ауылыбыҙға ҡайтып йөрөй башлайбыҙ, был мәлдә инде бөтөнләй башҡа тормош китә. Юл мажаралары башлана, һөтлө шешәләребеҙҙе баҫырып, өҫтөнә үлән һалабыҙ ҙа ҡайтышлай тамаҡ ялғап алабыҙ. Шулай ҙа инәйҙәрҙә өс ай йәшәп алыу мине уның уландары менән ныҡ яҡынайтты, беҙҙең туғанлыҡ ептәре нығыны. Миңә мәктәптә лә, урамда ла берәү ҙә тейергә ҡыймаҫ булды. Берҙән, минең яҡта ярҙамға әҙер өс малай тора, үҙҙәре көслө лә, һере лә. Һуғыша башлаһалар, һис илау юҡ. Серәнеп тотоналар ҙа ҡуялар. Иламағас, еңелмәгән һаналалар.

4

Шәкирйән ағайыбыҙ төрмәләге көндәлек эш нормаһын өс тапҡырға арттырып үтәп, ун йылын өс йыл да ике ай тигәндә тултырып, иҫән-һау ҡайтып төштө. Йөҙө һурыҡҡан, ҙур күҙҙәре төпкә бата биргән, киң яурындары төшкән – таш эше бит. Етмәһә, самаһыҙ. Ә ашау яғы үтә наҡыҫ. Телендә лә «блатной» һүҙҙәр күбәйгән, күпте һәм беҙ күрмәгәнде күргәнлеге һиҙелеп тора.

Әҙерәк төшөрөп алһа:

– Салауатты мин төҙөнөм, – тип ебәрә. – Фатир бирәләр ине лә, ауылды һағынып, күтәреп һуғып ҡайттым да киттем...

– Инде аҡылға ултырғанһыңдыр, иманға ҡайтҡанһыңдыр. Барып, Фәриҙә киленгә баш эйеп, уны, оло улыңды кире алып ҡайт, ике баланы йәтим итмә, – тип инәлде өләсәйем, апалары ла өгөтләп ҡараны. Юҡ, ни күрһә лә, күңеленә иман ҡайтмаған булып сыҡты, үҙенекен һөйләй ҙә ҡуя:

– Бер теленгән икмәк кире йәбешмәй!

Күп тә үтмәне, төрмәгә тиклем йөрөп киткән анау ҡатынға йәнә барҙы, өйөнә алып ҡайтыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты.

– Ана, һепертке әҙер, алдына, артына сүп һепереп ҡуям. Ҡотһоҙ килен миңә кәрәкмәй, – тип ҡырт киҫкән өләсәйем.

Шулай йәнә ике йыл йөрөнө был бәрелеп-һуғылып – бер тегендә, бер бында. Барып сыҡмаҫтай булғас, апалары ҡул һелтәне, әсәһе генә үҙ һүҙен ныҡыны. Был ваҡытта Ғәзимйән мәктәпкә уҡырға барырлыҡ булғайны инде, өй тирәһендә лә ҡул аҫтына инде, мал ҡарай башланы.

Оҙаҡламай уның үгәй әсә менән яңы тормошо башланды. «Яңы» тигәнем шул күңелһеҙ, этке-төрткө булды инде. Шәкирйән барыбер үҙенекен итте: теге ҡатынды өйөнә алып ҡайта алды. Ә уныһы телдәр, ҡылйыуғыс ҡына. Ике һүҙенең береһендә өләсәйемә – ҡәйнәһенә: «Бейем, бейем», – тип кенә торҙо.

Өләсәйем улай өндәшкәне һайын ситкә ҡарап төкөрөндө, һис иреп китмәне, күңеле ҡатты. Бара-бара өндәшмәҫ булды.

Олоғая ла ине, ҡулынан кәре китә башлағанын да уйлағандыр. Тик бер генә лә «Килен!» тип өндәшмәне, үҙе юҡта «агашка»нан, тағы әллә ниҙән һалдырҙы.

Ғәзимйән өйҙә ҙур йомошсо булды. Берҙән-бер һыйырҙы ҡараған да ул, балыҡҡа йөрөгән дә ул. Атаһының фуражкаһын кейеп, билен ҡайыш менән быуып ала ла йүгерә бирә, ботинкаһы ла ҙур, шаптырлап һөйрәлеп йөрөй. Үҙенә генә тәғәйен кейем алдылармы, юҡмы – иҫләмәйем. Гел кешенән ҡалғанды кейҙе һымаҡ. Үҙе эре һөйәкле, эйе, өләсәйем Ғәзимйән улына оҡшатҡан була торғайны; тулы шапаҡ иренле, ҡалын һары ҡашлы, тумпағыраҡ аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле – быныһы инде Фәриҙә еңгәнеке.

Алтынсыла уҡығанда атаһының яурыны аша ҡарай башланы, бик теле телгә йоҡмаған һүҙсән үҫмергә әйләнеп тә бара. Атаһына ҡаршы өндәшергә генә ҡыйманы. Саҡ бер нәмә оҡшамаһа, тегенеһе сикәһенә бирергә әҙер. Үгәй әсәй ҙә сарҡылдауҙан бушамай, уны яманатлы итеп кенә тора.

Һуғыш бөткәнгә ун биш йыл үтеп китһә лә, һаман ҡытлыҡ, нимәгә тотонһаң, шул етмәй. Бесәндең бесәнен бер һыйырына ҡышҡа етерлек тә әҙерләй алмайҙар.

Шәкирйәндең дә мал аҙығы март башына бөттө лә ҡуйҙы; алда әле ике ай ашатырға кәрәк, күрән менән япҡан солан башын аҡтарып та ашатып ҡараны, барыбер етмәҫ кеүек. Әлеге Ғәзимйәнде, бәләкәй сана һөйрәттереп, колхоз эҫкерттәренә бесән йыйырға ебәрә. Теге меҫкен иртәнсәк ҡыртышланып ҡатҡан ҡарҙан батмай ғына бара әле. Санаһын тирәсенә сығара биреп тейәп сығыуға, ҡар өҫтө йомшара, сана батып төшә лә китә, төшә лә китә. Эт күрмәгәнен күреп, бер оло күбәләй туң бесәнде һөйрәп, юлға килеп сыға был. Алексеевка яғынан бер ат килә. Колхоздың бригадиры Сыңғыҙ бабай булып сыға уныһы. Ғәзимйән ҡурҡышынан шөр ебәреп кенә тора: бесән урлап йөрөй бит.

– Таҡ санаңды, – ти был.

Ғәзимйән ҡалтырай-ҡалтырай бесәнле санаһын ат санаһына таға. Сыңғыҙ бабай колхоздың ат һарайы янында туҡтала. «Ах, ошонда бушаттыра инде, ҡайҙан тап килдем?» – тип бошона Ғәзимйән.

– Бар, артҡы юлдан ҡайт, урам буйлап һөйрәмә, кеше күрмәһен. Атайыңа әйт, ҡабат бер үҙеңде ебәрмәһен, бүре өйөккән мәл бит, – ти Сыңғыҙ бабай, мең йәшәтер. – Үҙеңде ашап китерҙәр, йә ни...

Ғәзимйән санаһын һөйрәп килә-килә лә, туҡтап, бесәненә башын терәп үкһеп-үкһеп илай, ғәрлегенән илай. Атайлы бала булып та, ҡыш көнөндә сана һөйрәп, бесән урлап йөрөгәненә ғәрләнеп илай. Ҡайткас, бригадир Сыңғыҙ бабайҙың әйткәнен атаһына һөйләй. Теге һыйыҡ теше аша асыу менән ҡарға төкөрә.

– Ярар, бесәнгә бармаһаң, силос ямынан силос ташырһың, – ти ғәмһеҙ генә.

Силос ямына көндөҙ барып булмай, ул ферма эргәһендә генә, кеше күреп тора, ҡарауылсыһы ла тота. Шуға төн урталарында атаһы менән, ике бәләкәй сана һөйрәп, китә былар.

Силос соҡоронан боҫ борлап сығып ята, әсегән үлән еҫе танауҙы ярып инә. Атаһы Ғәзимйәнде бер ямға бау буйлап төшөрҙө лә, үҙе икенсеһенә йүнәлде.

– Тултырғас, ҡысҡырырһың, тартып сығарырмын.

Һәнәк юҡ, уның менән һалып та булмаҫ ине, ваҡланған еүеш кукуруз һабаҡтары һәнәк йәптәренә эләкмәҫ тә ине. Шуға Ғәзимйән ҡулы менән тултырҙы, бейәләйе һыуланып туңғансы санаһын тыңҡысланы, атаһына ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы, ә тегеһе юҡ та юҡ. Нишләргә? Санаңды сығарыу түгел, үҙең дә әллә сығаһың, әллә юҡ. Шулай ҙа туң силосҡа, ышырылып төшкән һаламға йәбешә-йәбешә, тырышып-тырмашып үрмәләне ул, маташа торғас, өҫкә күтәрелде Атаһы әллә ҡайҙа – юҡ. Күрше ямға барып ҡараһа, санаһы буш, һөйәүле тора, ә үҙе урам аша ғына йәшәгән апайҙы һаламға һалған да... Ғәзимйән үҙенең ямына йәнә туң һалам буйлап шыуып төштө лә, ғәрлегенән силосҡа текәлеп, лыпын илап ятты ла ҡуйҙы. Бер аҙҙан атаһы, бер ни ҙә булмағандай, уға бау ташлап, тәүҙә санаһын, шунан үҙен һөйрәп сығарҙы. Таң беленә башлағас ҡына өйгә ҡыптырлашып ҡайтып инде былар. Был мажаранан һуң үҫмер малай атаһына ерәнеп ҡарай башланы, берәй сәбәп табып, уның менән һуғышҡыһы килде. Саҡ-саҡ тыйылып йөрөнө. Берәй нәмә әйтһә, күҙ ағын әйләндереп, уҫал итеп ҡарар булып китте.

...Мин инде ошо мәктәптә уҡыта башлағайным.

Малайҙың хәле мөшкөл икәнлеге упайып торған күҙҙәренә яҙылғайны. Бер көндө уҡыуҙан алып ҡалып, һөйләшә башлаһам, күҙенән йәштәр сөбөрләп ҡойолдо.

– Атайымды һуғып үлтергем килә. Атай түгел ул, ен-пәрей ул бер, китек яр аҫтынан сыҡҡан ен, – ти бит был, үҙе йоҙроғон төйөп, ярһып-ярһып өҫтәлгә дөңкөлдәтә һуға. – Беҙҙе йәтим итеп, әсәйемде илатып алған Әлмөжәһенең өҫтөнән дә уйнаш итә бит. Оят миңә, абзый.

Үҫмер мырҙамдың был тиклем хәбәрҙе эске бер ышаныс менән һөйләүенә иҫ-аҡылым китте, атаһына нишләп ул тиклем үк ярһыуын һорарға ҡыйманым. Йәштәргә ярһыу, үсәү үҙенә күрә бер ҡурҡыныс та нәмә бит ул. Өләсәйем дә һуңғы ваҡытта ныҡ биреште, ҡартлыҡ баҫты уны, ҡайғы ла бөктө. Ғәзимйәнде ҡурсаларлыҡ түгел шул хәҙер. Яңы еңгәнең дә балалары ишәйгәндән-ишәйҙе. Ғәзимйәнгә көн ҡалманы, былай булғас. Атаһы ла уны үгәй балаһы кеүек күрә, арҡаһынан туҡмаҡ китмәҫе көн кеүек асыҡ.

Тоттом да:

– Мырҙа, йәйгә тиклем түҙ, етене тамамла. Гәзиттә уҡыным: Стәрлелә һөнәрселек училищеһы асылған, ятағы, стипендияһы бар икән.

– Нимәгә уҡыталар, абзый? – тип күҙе янып киткән булды Ғәзимйәндең.

– Балта оҫтаһына. Алты ай уҡыйһың да, үҙ аллы эшкә ебәрәләр. Давай шунда.

– У-у, абзый, һиңә рәхмәт, минең күҙҙе астың. Булды былай булғас.

Был, ысынлап та, шунда китте. Атаһына әйтеп тә тормаған. Әсәйем дә, мин дә бер аҙ аҡса биргән булғайныҡ. Дүрт яғым ҡибла, тигәндер инде.

Шәкирйән ағай пыр туҙып йөрөнө, тик улының артынан барманы, әшәке итеп һүкте лә туҡтаны. Ә Ғәзимйән ҡайтманы. Уҡып бөттө лә Күмертауҙа һөнәре буйынса эшкә урынлашты – «хуты» асылды уның. Өләсәйем генә юҡһына ине, әсәйем аңлатты: «Юғалманы ул, үҙ әсәһе янында», – тине. Әбей тынысланғандай итте. Миңә генә бер нисә мәртәбә: «Барып ҡайтыр инең, улым», – тигән булды.

Әсәһе, Фәриҙә еңгә, Күмертауҙың көнсығыш ҡасабаһында үҙенә өй һалып ингән. Ағаһы армияла ине Ғәзимйәндең.

5

Үҙ әсәһе янында Ғәзимйәндең бөтөнләй яңы тормошо башланды. Ул әсәйгә күнекмәгән, йылы һүҙ ишетергә лә өйрәнмәгән, гел ҡаршы әйтә лә, үҙе тағы кире ҡайта, ыңғайлап алып китә. Әсәһе башта аптырап бер булды: «Бәй-бәй, был балаҡай бөтөнләй йүгәнһеҙ ҙә баһа!» Шулай ҙа иғтибарлы ҡараны, ун етеһе тулған балаһына күңелендә тупланған хистәрен тулыһы менән ҡайтарырға итте, ахыры.

Ғәзимйәндең әсәһе менән тәүге һәм һуңғы бәрелеше хеҙмәт хаҡы ала башлағанына дүрт ай самаһы үткәс булды. Аҡсаһынан үҙе күпме теләһә шул саҡлы бирә ине. Әсәһе лә артығын ҡарап, ҡалғаны ҡайҙа, тип торманы, ҡул аҡсаһы булһын үҙендә лә, тип уйланы. Мәгәр бер көндө улының ятҡан урынын йыйыштырып йөрөгәндә, матрасы аҫтынан ҙур ғына пакет табып алды. Асып ҡараһа, тәкләп һалынған аҡса булып сыҡты. Был хәл Фәриҙә еңгәнең башына һуҡҡандай итте:

– Улым, был ни эшең? Әллә үгәй әсәйеңә алып ҡайтып бирергә булдыңмы?

Ғәэимйән ҡапыл ғына тиҫкәреләнеп, яндырайланып китте, быны көтмәгәйне шикелле:

– Бирһәм ни, бирермен дә! Шуның ҡулында үҫтем бит. Һин ағайымды алып киткәнһең, ике йәштән мине шыпа йәтим итеп, үҙәгемде өҙгәнһең...

Әсә өсөн бынан да зәһәрле һүҙ юҡ ине. Фәриҙә улының күҙ алдында мендәргә аунап ятып иланы, түгелеп иланы, ғәфү ҙә үтенмәне, бар яҙмышына, балалары яҙмышына әсенеп иланы. Бына ҡасан һәм нисек килә икән ул әсәлек хистәрен онотҡан өсөн түләү! Һин көтмәгәндә, уйламағанда...

Ғәзимйән дә әсәһенә иң ауыр һүҙҙе әйткәнен тойҙо, күҙенән йәштәре атылып сыҡты, күкрәгенә иңрәү хисе тулды, тик үкереп иламаны ла, ғәфү ҙә үтенмәне: әсәһенә күңеле ҡатҡан, күрәһең. Әсәһе шул минутта баланы ҡарында йөрөтөп тыуҙырыу ғына аҙ икәнен, уның башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп, әсәләрсә иркәләп үҫтереү кәрәклеген бар күңеле менән аңланы. Был әсә йөрәген ныҡ әсендерҙе. Ләкин бик тә һуң ине шул.

Оҙаҡламай Ғәэимйән ятаҡҡа күсте, әсәһенең хәлен дә һирәк-һаяҡ ҡына белешер булып китте, күңелен йомшартманы, иретмәне. Ауылға ла ҡабат ҡайтмаҫ булғанын ишеттем. Өләсәйем дә был донъяны ташлап киткән ине инде.

Мин байтаҡ ваҡыт Ғәзимйәндән хәбәр алмай торҙом. Беҙ Өфөгә күскәс, бәйләнештәр өҙөлдө. Өйләнгәнен ишеттем – туйына саҡырманы. Хәйер, туй тиерлек шау-шыулы туй ҙа үткәрмәгән. Шул ятағындағы бер ҡыҙҙы алған да айырым бүлмә эләктергән.

6

Йылдар үтә торҙо. Бала саҡтың әрнеүле, өшәнес мәлдәрен бергә үткәргән ҡустым ҡапыл беҙгә килеп сыҡты бит. Иртәнге поезда килгән. Өҫтөндә – фуфайка, аяғына кирза итек кейгән, арҡаһында – таҫмалы тоҡсай.

– Бәй, ҡайҙа юл алдың, мырҙа? – Беренсе һорауым шул булды.

– Китеп барам әле, Себер тарафтарына, – ти был эре генә.

– Унда ни юғалттың? Өйләнгәнһең, тип ишеткәйнем. Килен ҡайҙа?

– Айырҙым мин уны, ҡалдырып киттем Күмертауҙа.

– Нисек айырылыштығыҙ? Яманлаштығыҙмы ни?

– Юҡ та... Бер ризаһыҙлыҡ белдергәйнем, әрләштек инде. Әрләшкәйнек, шифонерын алды ла бергә эшләгән ҡыҙҙары янына күсенде.

– Ризаһыҙлығың ниҙән ғибәрәт ине һуң?

– Миңә үҙен Зоя тип таныштырғайны. Шулай тип йөрөнөм дә, паспортын асып ҡараһам, Зәлифә, имеш. Мин ни, ҡыҙ ҙа кит... Һин мине исемең менән үк алдағас, ғүмер буйы шулай ялған менән йәшәрһеңме икән? – тигәйнем, үсекте лә китте. Детдом балаһы бит инде, крутая.

– Һин үҙең дә шул йүнле һүҙ ишетмәй, детдом балаһы кеүек үҫтең. Минең уйымса, ул яҡшы кешегә оҡшай. Себерҙә һинән башҡа ла берәҙәктәр етәрлек. Бар, кире ҡайт, ал киленде, йәшә. «Талаҡ» тип өс мәртәбә ҡысҡырмағанһыңдыр бит.

– Юҡ, абзый, булмай. Хуже килеп сыҡты.

– Нишләп? Һуғышманыҡ, әйтештек кенә, тиһең. Һинең бүлмәгә йәбешеп ятмаған. Бер-бер уҫал ҡатын булһа, үҙеңде дөбөрләтеп сығарып ебәрер ине.

– Юҡ, абзый, ул да миңә, аҡса туҙҙырып йөрөмә, тип әйткәйне. Мин «кире ҡайтмайым» тип, кәпәсте иҙәнгә күтәреп һуҡтым.

– Һуҡһаң ни, кире алып кейгәнһең бит.

– Юҡ шул. Шунда иҙәндә ятып ҡалды ул. Яңыны һатып алдым.

Күндереп булманы быны, олаҡты китеп Себер яҡтарына. Аҙаҡ ишетәм: ярты йыл самаһы бәрелеп-һуғылып йөрөгән дә кире ҡайтҡан, Зоя-Зәлифә киленде кире алған, йәшәп яталар, ти. «Шөкөр, йәнә бер ғаилә емерелмәй ҡалған әле», – тип ҡыуандым аҙаҡ.

Шулай ҙа әллә ни бер ерҙә ултырып сыҙамай бит әлеге Ғәзимйән. Йәнә (был юлы инде ғаиләһе менән) Камчаткаға сығып киткән: машина алырға аҡса кәрәк, йәнәһе, бында йүн юҡ; тапҡаның бөтөп тик тора. Тимәк, ҡустыла мул йәшәү ҡомары тыуған. Аҡса тапҡыһы килгән. Был насар түгел дә бит...

Шунан һуң ике-өс йыл уҙғасмы, Ғәзимйәнем бер ваҡыт ҡатыны, ике балаһы менән ике-өс сумаҙан, сумкалар күтәреп йәнә килеп инмәһенме! Йөҙө янып ҡуңырға әйләнгән, ҡуйы ғына ерән мыйыҡтары тырпайып тора.

Өҫтәлгә өс литрлыҡ банкаға тултырылған салт ҡыҙыл ыуылдырыҡ ултыртты был.

– Мына, абзый, Камчатка күстәнәсе!

– Күп була бит, ул тиклеме нимәгә, беҙгә бер ашарлыҡ та еткән.

– Юҡ, абзый! Һин мине ысын юлға сығарҙың, дөрөҫ эшләнең. Мин бер һөнәрһеҙ өй хеҙмәтсеһенә әйләнә инем бит. Хәҙер мин – ҡанатлы ҡош. Ҡайҙа теләһәм, шунда оса алам.

– Йә, ниҙәр күрҙең, һөйлә әле. Ер сигендә тормош нисек?

– Эй, абзый, урыҫ әйтмешләй, беҙ юҡ ерҙә генә йәшәү рәхәт икән. Камчаткаһын да арҡыры-буй йөрөп сыҡтым. Унда йәшәп була булыуын, мал да табып була. Бына балаларға климат килешмәне лә ҡуйҙы. Сәстәре ҡойола башланы. Зәлифә киленең шуға ҡайтырға йәһәтләне. Күндем инде, ҡайҙа бараһың.

Шунан ул моряк булып Тымыҡ океанда балыҡ тотоп йөрөгәндәрен тәмләп-татлап һөйләргә кереште. Телендә мин аңлап етмәгән диңгеҙ һүҙҙәре күбәйеп киткән. Ярай әле, һүгенмәй.

– Тормоштоң законы унда ла шул уҡ икән. Эшләгән – тешләй, йоҡлап йөрөһәң – булмай, йә бомжға әйләнәһең. Яраҡлаша бел. Не рыпайся. Мин бит инде рыпаться люблю, дөрөҫлөк эҙләгән булам. Аҙаҡ күнектем, бөтәһенә ҡул һелтәнем дә шундағы закон буйынса йәшәп алдым да киттем.

Сейнерҙа команда ун бишләп кешенән йыйыла. Барыһы ла блатнойҙар, шантрапа инде. Әллә ҡайҙан йыйылғандар. «Бич»-тар ҙа бар. Уларға, меҫкендәргә, көн юҡ. Ҡоро ерҙә помой түгеп, иҙән йыуып көн күрәләр.

Сығып китәбеҙ океанға, малай, апрель аҙаҡтарында. Тулҡын күм-күк, бүтән нәмә юҡ. Бер-ике көн качка кәрәкте бирә, бер ҡабым ризыҡ ҡаба алмай, кубрикта аунап ятаһың, һары һыуың сыҡҡансы ҡоҫаһың. Бывалыйҙар көлөп рәхәтләнә. Ярҙам юҡ. Шунан тороп китәһең. Тулҡын да тулҡын, бүтән күҙгә элер нәмә юҡ, баш әйләнә. Бинокль капитанда ғына. Балыҡ косягын эҙләйбеҙ. Аҡсарлаҡтар маяҡ кеүек икән, шулар сыуалған ерҙә инде балыҡ көтөүе. Шул тирәне ау менән ураһаң, отаһың. Бер шулай ураттыҡ та, ауҙы ҡыҫып, палубаға һөйрәтә башлаһаҡ, күп булған бит – ҡот осҡос, сейнер крен бирҙе, саҡ түңкәрелмәнек. Әйҙә, арҡандарҙы ҡырҡып, ауҙы ярып, күбеһен кире ебәр! Селедка инде, әлеге беҙгә мискәләп килтергән. Ҡалғанын бортҡа мендереп алдыҡ та плавбазаға – полный вперед! Сезон эсендә бер биш-алты мәртәбә алып барып тапшыраһың.

Һуңғы улов – команданыҡы. Яр ситендә скупщиктар көтөп тора. Капитан аҡсаны муҡсалап ала. Честно бүлеп, тарата барыбыҙға ла. Бер-беребеҙгә надоели. Шул ҡырынмаған мордаларҙы күрге лә килмәй. Палубала осрашһаң, томшоғона бирге килә. Ярға барып сығыуың була – лафа башлана. Ул арзанлы ҡатын-ҡыҙ, дуҫтар – ҡайҙан табыла! Балға йыйылған һағыҙаҡ кеүектәр, әй. Эсеп алғас, океанда томшоғона бирге килгәндәр ҙә дуҫ, яҡын тойола. Ҡосаҡлашабыҙ. Үбешәбеҙ. Шулай ике ай тирәһе ҡайҙалыр йөрөлгән, кеҫәләр бушаған тиерлек. Киленегеҙ әллә ресторандан, әллә һырахананан – мине эҙләп алып ҡайтҡан. Тетә генә! Ә минең баш емерелеп бара. Бер һүҙе мейегә үтмәй.

– Алдың машина?! Хәҙер ас ултырасаҡбыҙ, күмәкләшеп, – ти.

– Дорогая, живы будем, не помрем, – тигән булам. Томшоҡҡа ҡарарлыҡ түгел, натуральный бомж инде. Күҙҙәр киткән ҡыйшайып, йүнләп асып та булмай.

Улай-былай иткәнсе һалҡындар ҙа башланды, һыу ҙа, ер ҙә үтәнән-үтә тиерлек туңды. Март аҙаҡтарында бында, материкта, кәсеп асыла. Мотоциклға ултырабыҙ ҙа ике-өс көнгә Камчатка йылғалары буйлап һыпыртабыҙ. Осетр, һөмбаш ыуылдырыҡ сәсергә йылғаларға күтәрелә, һыҙырабыҙ тегеләрҙе. Ыуылдырығын ғына ярып алабыҙ ҙа балығын – ҡоштарға. Варварҙар инде настоящий! Бер сыҡҡанда ике-өс бот ыуылдырыҡ тейәп ҡайтабыҙ. Диңгеҙ буйында һатып алыусылары ла әҙер тора. Аҡса кеҫәгә һыймай башлай.

Ҡараһаң, порт тирәһендә былтырғы команда кешеләре урала, бурысҡа аҡса алып ашайҙар. Кешенән түгел, хөкүмәттән алалар. Океанды һағынып яталар. Бер ниндәй бисә-сәсәгә кәрәктәре юҡ. Теләһә ҡайҙа йоҡлап йөрөйҙәр.

Был юлы океандан ҡайтҡанда аҡыллыраҡ эш итергә булдым. Киленегеҙҙе яр буйында ҡаршы алырға, теге команданан нисек тә айырып алып китергә өйрәттем, кәрәк булһа, һуҡ, артҡа тип, нисек тә айырып ал, тинем, юғиһә, әпәт пропал. Үҙең дә, аҡсаң да. Был бахырың шулай эшләне лә. Юҡ, команда ебәрмәҫкә итә бит мине үҙе янынан. «Бергә таптыҡ, бергә бөтөрәбеҙ! И все!» Шулай ҙа Зәлифә бирешмәне, маладис, минең өсөн ныҡ торҙо.

– Откупись! – тип ҡысҡырҙы береһе. Әһә, булды былай булғас, тим эстән генә. Ике-өс меңләп аҡсаны кеҫәнән һурып алдым да өҫтәлдәренә ырғыттым. Ырылдаштылар эт кеүек, шулай ҙа ҡалдылар тороп.

Шулай ҡылана торғас, машиналыҡ аҡса йыйҙым. И кое-чтолыҡ еще. Йөрөргә ине әле, бына балалар подвели. Таҙға әйләнә яҙҙылар, әллә влажность килешмәне, белмәйем инде...

Ысынды һөйләйме, яһаймы? Ҡатыным да ышаныр-ышанмаҫ ҡына тыңлап ултырған була. Һөйләгәндәре ысындыр инде, килен дә ҡаршы әйтмәй бит, төҙәтмәй.

«Ниндәй этлек, михнәттәр эсендә үҫкән мырҙам да ир булды бит», – тип һөйөнөп тә ҡуям.

– Эх, кешеләрсә йәшәге килә, абзый, к черту все это! – тип һала был. – Бына фатир алып ебәрһәм... Беҙҙең Себер льготаһы булырға тейештер әле, эштән направление алып киттек бит Камчаткаға.

– Башығьҙ эшләгән, – тигән булдым.

Аҙаҡ ишеттем: фатир ҙа алған былар, машина ла алған. Эшен дә алыштырған, һөйләнә ине шул: балта эше ауыр, эштән аҙаҡ ҡулды яҙып булмай, аҡсаһы ла ни ахти, шабашкаға китһәң, һалым менән ҡыҫалар, алдайҙар. Фрезерлыҡ һөнәрен үҙләштереп, өс ай самаһы өйрәнсек булып йөрөгән дә хәҙер үҙе станок артына баҫҡан. Вертолет заводына эшкә ингән. Аҡсаны емерәм, тип шыттырып та ебәргән шикелле. Шул «аҡса емергән» кеше булып, бәләгә лә эләгеп бөткән.

Уныһын бер килгәнендә үҙе түкмәй-сәсмәй һөйләне.

– Эшләйем. Көндәлек норманы тәүҙә егерме процентҡа арттырҙым, тоттолар ҙа бригадаға нормативты күтәрҙеләр. Мин эшләгән тиклемде барыһы ла эшләргә тейеш икән. Ә күбеһенең елкәһе йоҡа, элекке норманы ла саҡ-саҡ тарталар ине.

Мине бер-ике мәртәбә иҫкәрттеләр егеттәр.

– Етәр һиңә, тағы ни кәрәк? Һинең арҡала беҙгә норма күтәрелде.

– Ә минең аҡса эшләгем килә. Хочу заработать, не мешайте, – тип кенә ебәрәм. Ауыл малайы бит инде, һаулыҡ та, көс тә Аллаға шөкөр. Һуңғы нормаларын утыҙ процентҡа бәрҙем дә ҡуйҙым. Бер минут буш тормайым, ситкә ҡарау юҡ, тишәм генә, тимерҙе шымартам, тәмәке-фәлән тартып тороу юҡ. Бүҫәм генә, норма нипочем миңә!

Бер ваҡыт, смена бөтөүгә, мине егеттәр подвалға саҡыра бит. Уны-быны уйламай, барҙым да индем. Сменалағылар тотош тигәндәй йыйылған. Уратып алдылар. Миңә ҡырын-мырын ҡарайҙар. Әйтерһең, тырышып эшләүем менән мин бер енәйәт ҡылғанмын.

– Он заработать хочет! – ти берәү шунда, әллә нисек кенә серле итеп. – Пахан, дай подзаработать.

Уртаға килеп сыҡты үгеҙ елкәле бер әҙәм, «пахан»дары шулдыр инде. Минән олораҡ күренә, һыҙғанған беләктәре шау йөн. Дошманы кеүек һөҙөп ҡарай, мине бер әйләнеп сыҡты. Ҡурҡышынан тороп сабыр, ти, ахыры. «Шиш һиңә!» тим эстән генә. Йәҙрәйеп торҙо-торҙо ла еппәрҙе бит берҙе ҡолаҡ төбөнә генә. Күҙемдән уттар сәсрәгәндәй булды. Ҡолаҡ тондо. Мин дә һал тегегә. Элекке урыҫ ғәҙәте буйынса «кулачный бой» яһай былар. Тас та тос киттек һуғышып. Теге лә тәгәрәмәй, мин дә сүгәләп ҡуям – йығылмайым. Береһе лә ҡыҫылмай, берәүгә лә ярҙам юҡ – кем кемде еңә. Ярай, муйындан алманы, быуып ташлар ине. Йоҙроғом ауыртып, беләк һыҙлай башланы.

– Еще хочешь заработать?

– Нет, ребята, больше не хочу, – тием, саҡ-саҡ телде әйләндерел. Теҙ быуындарым ҡалтырап тора. Күҙ төбөнә лә фингал ултырҙы. Яңаҡ ҡабарып сыҡты. Шулай ҙа әҙәмсә һуғыштыҡ. Хәрәмләшеү булманы.

«Миңә нишләргә хәҙер?» Баш ватам, эштән китке килмәй, бисәгә лә ләм-мим, бер һүҙ юҡ. Сәйер ҡарап-ҡарап ала. «Тимер ырғыны станоктан, – тигән булам. – Битлекһеҙ эшләгәйнем».

Ниҙер хәл итергә кәрәк бит. Уйланым-уйланым да «против батьки не попрешь» тигән ҡарарға килдем.

– Ярар, егеттәр, мин аҙналыҡ норманы дүрт көндә йөҙ ҙә бер процентҡа үтәйем дә, бишенсе көнөн бушатығыҙ. Мин балыҡҡа китәйем, һеҙ ҙә свежий балыҡ ашарһығыҙ, – тием.

У-у, ҡыуанып ризалыҡ бирҙеләр. Ә миңә лафа асылды. Иҙел буйына төшөп, тын ғына урында палатка ҡорам, ут яғам, ҡармаҡ тотоп ултырған булам. Ә кискә Иҙелгә ҡушылған йылға тамағына ауҙы ташлайым, таңға йыйып ала һалам инде. Эт тә күрмәй. Ауыл малайҙары иртәнсәк матайҙары менән тегеләй ҙә былай пыр ҙа пыр йөрөгән булалар. Улов, ау йәшереүле. Эргәлә ваҡ-төйәк сабаҡ ята аунап.

Теге малай-шалай араҡы тәм итә. Төрлө кәңәш биргән булалар, ау ташларға өйрәтеп маташалар. Йөҙ-йөҙ илле грамды булһа ла һурмаҡсылар.

– Не балуюсь, ребята, – тием гегеләргә. – И водка не водится, балыҡ араҡы еҫенән ҡаса ул.

Ҡабат килмәй башланылар. Бер нахалы рюкзакка күҙ һалмаҡсы ине, тос йоҙроҡто уйнатып алдым.

– Хохо не хохо!

Гел урыҫса ебәрәм, башҡортса һөйләшә башлаһаң, хәҙер эйәләшергә, оторға ғына торалар.

Йәкшәмбе кис кенә – нах хаузе, өйгә! Ял да ителгән, балыҡтар тылпырҙай күнәктә. Китте минең тормош: норма йөҙ ҙә бер процент ҡына, кәм дә түгел, артыҡ та түгел. Көн дә йылға балығы! Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа теүәл. Цех начальнигы аптырай:

– Ты, Газимчик, что-то сплоховал? – ти. – Норманы саҡ тартаһың бит.

– Арыным, – тигән булам.

Шул урында ҡустым ҡапыл ғына сәйәсәткә күсә һәм минең өсөн ҙур асыш яһай.

– Эй, абзый, мин аңланым: социализм былай барһа, һөрлөгә. Эшләргә тырышҡан кешегә хут юҡ. Юл ябыҡ, ҡыҙыл кирбес тора кругом – нельзя! Бөтә кеше бер төрлө генә алһын, бер сама йәшәһен, артыҡ нәмәһе булып ҡуймаһын – хана!

Ул үҙ фекерен тикшереп ҡарай, минән кәңәш тә һорай кеүек ине. Мин дә бер ни әйтә алманым. Ил менән күҙгә күренеп һаҙға бата башлағайныҡ шул.

Ғәзимйән ҡустым был хәлгә минән алдараҡ барып эләкте. Әллә ниндәй ҡалыпҡа һыйып ҡына йәшәй торған кеше түгел шул ул. Иҙел һыуы ла тарайҙымы, әллә нишләне был. Балыҡтан да туйған, командировкаға йөрөтөүҙәрен һорай башлаған.

Уның бәхетенә, Гурьевта вертолет заводының филиалы асылғайны. Яңы эш, рәтен белеп тә етмәгәндәрҙер инде. Мастер-наладчик булып киткән Ғәзимйән шунда.

Үҙенең әрһеҙ «Москвич»ына ултыра ла елә генә. Филиалда эше инде – ике көнлөк, ә ул ике аҙнаға килгән. Кис ҡунаҡханаға ҡаҙаҡ браконьерҙары килеп тула, ти, арзан ғына хаҡҡа ҡара ыуылдырыҡ тәҡдим итәләр. Ундай нәмәне Ғәзимйән һатып алып өйрәнмәгән, шулай ҙа ике банканы муҡсайына тығып ҡуя. Ҡаҙаҡтарҙан ҡайҙа тотҡандарын һорашып ҡарай, тегеләре көлә лә ҡуя.

– Диңгезден ғуй!

Шуның менән бөттө. Ғәзимйән балыҡтың диңгеҙгә ыуылдырыҡ сәсмәгәнен белә – йылғаларға үрләй ул.

Иртәгәһен Ғәзимйән Урал буйлап өҫкә үрләй, ҡамышлы, ваҡ таллы йылға буйын ҡыҙырып, йәтешле урын һайлап байтаҡ йөрөй. Йөрөй торғас, бер яңғыҙ ултырған ихатаһы ҡамаулы йортҡа барып сыға. Хужаһы ҡаҙаҡҡа оҡшамаған, йоҡа асҡаҡ яңаҡлы, оҙон буйлы әҙәм. Чечен икән. Бер Ғәзимйәнгә, бер уның машинаһына ҡарап тора ла:

– Әйҙә, ҡуй машинаңды дворға, – ти. – Этем бар, төнөн һаҡлай ул. Үҙеңә йоҡларға ишек алдында йәйге йорт та бар.

Ғәзим өсөн көтөлмәгән табыш был, иртән тороп Гурьевтан Уралға сабаһы түгел. Йәшәтеү хаҡын да һорап тормай был хужа.

– Кәрәк саҡта йомош-юлға сығып килербеҙ, миңә шул да еткән. Мосолман кешеһе лә икәнһең.

Ғәзимйәндең Яйыҡ буйындағы яңы тормошо шулай башланып китә.

Иртән тора ла, резина кәмәһен, ҡармаҡтарын йөкмәп, һыу буйына саба. Ҡара ыуылдырыҡлы уҡбалыҡ та килеп эләгә. Камчаткалағы кеүек, балыҡтарҙың ыуылдырығын алып, итен ҡош-ҡортҡа ташламай, бик тәпсирләп тоҙлап киптерә, ҡаҡлай, ыҫлай йә тоҙға һала.

Һыу буйында бик хозурланып төшлөгөн ашап ултырғанда, хужаның ун бер йәшлек улы Сәйет тупаҫ ҡына:

– Һин үҙеңде мосолман тиһең, ниңә дуңғыҙ майы ашап ултыраһың, харам бит ул, – тип яр һала. Ғәзимйән, уны-быны уйламай:

– Әйҙә, һиңә лә бирәм, кил, ауыҙ-моронондо майлап ебәрәм, – ти.

Теге ҡып-ҡыҙыл була, ирендәрен һөртөп, шартлар хәлгә етеп, йүгереп өйҙәренә ҡайтып китә лә һә тигәнсе ҡуш кәбәкле мылтыҡ һөйрәп килә.

– Атам хәҙер! Минең мосолманлыҡты мыҫҡыл иттең.

Ғәзимйән ап-аҡ була, яңылыш шаяртҡанын әйтеп, ғәфү үтенә. Маңлайыңа терәп атһа, нишләйһең, бөттө бит ошонда.

– Ҡабат үҙем дә ашамайым, Сәйет, бына ҡара, – тип гәзит өҫтөндә ирей биреп ятҡан сусҡа майын йылғаға ташлай Ғәзимйән.

Сәйеттең асыуы һаман баҫылмай.

– Ниңә йылғаны бысратаһың? Хәҙер уны балыҡ ашай ҙа харамға әйләнә бит.

– Балыҡтан алда ҡош ашай уны.

Шулай саҡ-саҡ ҡотолоп ҡала Ғәзимйән был чечен малайынан.

Икенсе көндө Сәйет менән йәнә бер мажара була. Төшкә тиклем ул Ғәзимйән янына сабып килеп команда бирә:

– Тиҙ генә мине ҡаршы ярға сығар.

– Унда нишләмәксеһең?

– Үҙем беләм, тиҙ генә!

Ғәзимйән резина кәмәһе менән Сәйетте сығара ла: «Быға ни булды икән?» тип ҡамыш араһынан инеп, тегене күҙәтә.

Сәйет һыу эсергә төшә башлаған һарыҡтар көтөүе эргәһенә йүгереп бара ла тегеләрҙе берәм-берәм мөгөҙөнән, йөнөнән эләктереп һыуға йөҙҙөрөп ебәрә башлай, Ғәзимйәндең иҫәбе буйынса, һигеҙ баш оло һарыҡты йөҙҙөрөп өлгөрә теге.

Сәйет дөбөр-шатыр килеп кәмәгә менгәс тә, Ғәзимйән уға һорау сәпәй:

– Ни эшләгәнегеҙҙе күрҙем бит. Ниңә улайтаһың?

– Баран есть баран: ул кире әйләнә белмәй, ниндәй киң йылғаны йөҙөп сыға ла китә, – ти теге ғорурлыҡ менән. – Был яҡҡа сыҡҡаны – беҙҙеке.

Ысынлап та, ҡаршы ярҙа атаһы тора, ул һыуын һелкеп тә өлгөрмәгән һимеҙ һарыҡтарҙы үҙ кәртәһе янына ҡыуып алып та китә. Эте лә бит әле, лауылдап, теге һарыҡтарға таралырға бирмәй, өйөрә генә. Кискә табан хужа һарыҡтарҙың барыһын да һуйып элә, тиреләрен, баш-тояғын соҡорға күмә. Ҡояш байығас та, Ғәзимйәнгә ҡәтғи команда бирә был:

– Ҡыҙҙыр машинаңды, бензиның етмәһә, һалып ал, – тип канистр килтереп бирә.

Машинаның рессорҙары һығылғансы тейәлгән итте былар эңерҙә үк Гурьевҡа еткерә, әллә ниндәй бейек ҡапҡалы ишек алдына килеп инәләр, бушаталар, ҡулға-ҡул һуғып, үҙҙәренсә ниҙер лыбырлашалар.

Ғәзимйән иртәгеһен, хужа менән артыҡ һөйләшеп тә тормайынса, тиҙ-тиҙ хушлаша ла Гурьев яғына тая, киптерергә элгән балыҡтарын да онота, ҡунаҡханала «тоғо»на инеп йоҡлай... Ҡыҫҡаһы, ҡабат ул теге чечен йортона яҡын да бармаҫ була, хатта был филиалға йөрөүен дә туҡтата, һуңынан ғына был йортто ҡаҙаҡтар туҙҙырып, хужаһының үҙ иленә ҡыуылыуын ишетеп, ҡыуанып ҡуя. Ярай әле, иҫенә килде, ә бит Сәйеттең атаһының «йомош-юлы» үтә хәүефле ине, тотолһа-фәлән, тегенең яуабы әҙер: ун бер йәшлек малайҙы урлашырға Ғәзимйән өйрәткән, етмәһә, түшкәләрҙе тейәп алып барған.

* * *

Көтмәгәндә Ғәзимйән иртәнсәк беҙгә шылтыратты.

– Абзый, минең ҡыуаныс: кисә миңә «Хеҙмәт ветераны» миҙалы бирҙеләр, һеҙҙең менән бергә йыуырға ине бит әле!

– Мин эсмәйем бит, һаулыҡ ҡаҡшап тора.

– Шатлыҡ уның менән генә бөтмәне әле: минең ейәнсәрем тыуҙы, олатай булдым. Үәт! Ҡайғы ғына түгел, шатлыҡ та яңғыҙ йөрөмәй икән!

– Мырҙа, ҡотлайым! Һин үҙең дә бит Еңеү көнөндә тыуған малай! Атаң-әсәң ике шатлыҡты бергә кисергән: Еңеү һәм донъяға яңы килгән малай! Бәлки, ҡабат һуғыштар ҡупмаҫ, тип өмөтләнгәндәрҙер. Ярай, бәхетле бул!

– Эй, абзый, шулай ҡоро ғынамы ни инде?

– Эйе...

Зиннур УРАҠСИН.

Читайте нас