САҠЫРЫУ (хикәйә)

...

Машина геүләйме?

Ҡалҡыуҙан йәйенке генә күренгән туғайҙа выжлаған зәңгәр автоклубты бер һирпелеп ҡарауҙа таныны Әхтәм. Өс көн элек тә килеп киткәйне әле шул уҡ дүрткел машина. Өфөнән ниндәйҙер түрәне көтәләр, шуға алдан уҡ күстәнәскә кәрәҙле бал әҙерләп ҡуялар, йәнәһе. Иртәрәк бит әле быйылғы балға. Былтырғыһы ҡышты хәлһеҙ сыҡҡан күстәрҙе емләүгә тотонолдо. Булған хәлдә лә йомартланып, мәгеҙ тип, бирә һалып бармаҫ ине Әхтәм балын. Эйе, эйе, бөтмәҫ килгән-киткән начальство. Теләнселәп, юхалап, былтыр ике рам шау йүкә генә балын алып киттеләр, «колхоз кассаһынан түләтербеҙ», тигән булдылар – тот хәҙер ҡойроғон.

Һуғылырҙармы, әллә тура һуҡтырырҙармы? Уҙһалар, машинала йылғаны кистереп сығыр кәрәк, күпер ауыҙын ташҡын ныҡ ҡына йыуған. Аша сыҡһаң, үҙәк буйлап бер генә һил юл тартыла үҙәккә, һыртта күл бар, ҙур ҙа түгел.

Иллә урыны йәмле инде, тирә-яғы таллыҡ та ҡарағайлыҡ. Ҡырҙан килгән ҡунаҡ-мунаҡты шунда ла алып барғылайҙар.

Боролдолар. Ярай, күҙ күрер, әллә кемдәр түгелдер әле. Ҡотһоҙ өйөнә инмәһендәр ине, себен ояһына. Юнып ултырған дүрт саталы ҡайын һәнәген ситкәрәк һөйәне лә, өҫ-башын һыпырғылап, Әхтәм өс һайғауҙан тотолған ел ҡапҡа аша көтөлмәгән юлаусыларҙың ҡаршыларына сыҡты.

Күмәк тәһә былар. Ҡулдарында фото-видео төшөргөстәре бар. Әһә, берәүһен таный – «эрдэка»нан, район мәҙәниәт йорто директоры. Йәш көйөнә һимеҙ, йыуантаҡ ир, арыу ғына йырлай, тиҙәр, үҙен. Әллә инде, Әхтәмдең күптән кәнсерт-мәнсерт ҡарағаны юҡ. Форсаты ла тәтемәй, үҙе лә ашҡынып тормай. Ә бит заманында һабантуйҙарҙа, смотр-фәләндәрҙә бүләктәр ҙә алғыланы. Йырлап түгел, бейеп! Бейеп ҡараһын мискә ише кәүҙәһе менән бынау әҙәм.

Әхтәм аптыраулы ҡарашын оҙонса танаулы һонтор ирекәйгә күсерҙе. Уныһы ҙур ҡара күҙлеген шылдырғылап, аңлайышһыҙ телдә ләпелдеге сыға, эргәһендәге һары сәсле, нәҙек билле ҡыҙ тутыйғош һымаҡ һәр хәбәрен тәржемәләй. Вәт суҡынғырҙар, донъяһын тикшерәләр түгелме Әхтәмдең?

– Еңгәй ҡайҙа һуң, абзый? – Директор үҙенә шулай яҡынайтып өндәшкәс, Әхтәм ирәбеләнеп яуапланы уға:

– Еңгәң ни, күсеп килмәгән покаға. Кисә балыҡсы малайға атты егеп ебәргәйнем дә, бөгөн нишләр... Ә-ә, был ағай-эне кемдәр һуң?

– Абзый, алдыңдағы ҡәҙерле ҡунаҡтар – алыҫ Венгрия Халыҡ Республикаһынан! – Ҡолаҡҡа сос икән кәүҙәгә йомороҡас ҡына ҡыйғас ҡашлы теремек башҡорт ҡатыны. Шул яуап бирҙе Әхтәмгә һәм рәсмиерәк юҫыҡта юлдаштарын барлап сыҡты. Лаңҡыңдағыраҡ тауышы менән «абзый»ҙан ҡырҡа, ә үҙе, буянһа-һыланһа ла, йәшкә Әхтәмгә тиңдәшерәктер ҙә. Хәйер, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан шул Әхтәмде, «бабай» тиһәләр ҙә таман.

– Таныш булығыҙ: пан Йозиф Иштван, Сегед университеты магистры, – һонтор ирекәй, видеоһын уң ҡулынан һулына күсереп, оҙонса танауын һелкә-һелкә умарталыҡ хужаһы менән күреште.

– Иштван Иозиф, башкурдса – Иосуф, – шулай ләпелдәгәйне һонтор, Әхтәм хатта «Иштуғанов Йосоп»ҡа оҡшап тора икән, тип тә һеңдерә яҙҙы күңеленә.

– Торма Бела, – үҙ исемен атауға һарыбаш ҡыҙ, буйһыу кәүҙәһен аҙ ғына аҫҡа эйеп, кире турайтты. – Буласаҡ тәржемәсе башҡорт телен дә махсус өйрәнә.

– Фамилиям – Торма, – тине сибек ҡыҙ үҙе хаҡында, – башкурдта әсе торма бар, венгрҙа ла шулай...

Ҡыҙыҡ, ҡыҙыҡ. Ә былары кем? Һи-и, үҙебеҙҙекеләр – «эрдэка» директоры таныш, ә фотоаппаратлы ҡыҙыҡай район гәзитенән, имеш. «Ҡара һин уны, беҙҙекеләр ҙә хәтәр кейенә хәҙер». Ышаныслы, хатта бер аҙ тәкәббер һөйләшкән ханым үҙе менән һауалы ғына таныштырҙы:

– Мине беләһегеҙҙер, тием... Баш ҡаланан мин!

– Вәсимә Ғәлиевна – беҙҙең элекке депутатыбыҙ, заманында обкомдарҙа ла эшләгәйне. – Ялағайланып ялғай һалды директор, – хәҙер...

Теге ҡатынҡай «элекке...» тигәнгә турһайыбыраҡ торғандай итте лә, ете яттар алдында әрепләшергә теләмәне, һәр хәлдә аңғармайыраҡ ҡалды Әхтәм. Ҡайһылыр министрлыҡта эшләй, тинеме. Төҫкә-башҡа күркәм генә былай. «Тотор ерҙәре бар...» тигән юҫыҡта көфөр уй ҙа үтеп китте Әхтәмдең зиһененән.

– Абзый, өйөң-фәләнде, умарталыҡты фотоға төшөрөргә теләй ҡунаҡтар, – яуапты ла көтмәйенсә, Вәсимә тәүәккәл командир ише, ҡулдарын тегеләй-былай иҙәп, ниҙер аңлатып, Иозифҡа яҡынлашты. Ризалығын белдереп, башын ғына һелкте Әхтәм. Белмәгән, ҡыҫылмаған нәмәһе юҡ икән Вәсимә тигәндәренең:

– Яҡын бармағыҙ умарталарға. Әле әсе саға ҡорт, һарыны ҡуйҙы....

– Мужыт, кермәйсә, кәртә тышынан ғына йөрөрбөҙ. – Быныһын директор әйтте. Фотограф ҡыҙ ҙа йөпләне. – Эйе, эйе, ҡорттан сағылып, шешенеп ҡуймаһындар.

Типһәндән, бармаҡ йыуанлығындағы тимерсыбыҡтан тотолған кәртәгә һырынып ҡына атлап, тегеләр үрләскәрәк тартылды. Бер мәлгә умарталыҡ тынып ҡалды.

Ә Әхтәм саҡ ҡына албырғап, бер аҙ аҡһыл һаҡал осмотон һыйпаҡлап торҙо. Бәләкәй генә таҡта аласыҡ, ҡабырғаһында – утынлыҡ. Алты мөйөшлө өйөнөң бүрәнәләре ай-бай йыуан былай. Өйөнөң бирге бүлкәтендә Әхтәм үҙе донъя көтә, дөрөҫө, йәйләй, төпкөһөндә – мастерской, йәнәһе. Унда йәшник-рам, ул-был ҡорамал һаҡлана. Ны-у, өйө ҡалҡыу ултыра, туғай яҡлап – дәү мөгәрәп, лапаҡ ишеге кейеҙ менән көпләүле. Шунда ҡышланы утыҙлап колхоз күсе. Үҙенекеләрҙе, әлегә дүртәүҙе, аласығынан алыҫ түгел бер тирәләрәк тота.

Эйе лә, өйгә инеп тормаһалар ярар ине. Бөтәүләй бешкән бәрәңгеһе, сөсө күмәсе, ҡатҡан ҡорото, тоҙло майы, мәтрүшкәле сәйе – һәммәһе өҫтәлендә. Тик иҙәне һеперелмәгән, йыйыштыра һалыу хәйерле – фәҡир икән Әхтәм, әрпеш икән, тимәһендәр ҡырҙан килгән әҙәмдәр.

Арах-марах йыйыштырып өлгөрҙө. Тегеләр умарталыҡ ситләп әйләнеп килеүгә яҡындағы шишмәнән ҡоромға ҡарайған ҙур биҙрәһе менән һыу килтереп ҡуйҙы, ҡаҙан аҫтына ҡоро утын тығыштырҙы. Ә шофер егет, кисеү ҡарайым тип, тәмәкеһен борҡотоп, күпер тирәһенән йөрөп әйләнде.

– Әхтәм абзый, һин венгрҙарға үҙеңде ысын башҡорт итеп күрһәт, йәме! – Вәсимә Ғәлиевнаның бер ҡулында – ялан сәскәләре, икенсеһендә – йәйенке эшләпәһе. И-и, һөйләшеүе, батшабикә тиерһең.

– Әлләсе... Баспыртым башҡорт таһа. – Йәне үртәлһә лә, Әхтәм сабыр ғына көлөмһөрәне. «Әллә кем булып ҡыланмаһа... Ни яғы менәндер был кеше хәләле Таңһылыуҙың холҡон сырамыта түгелме?»

Венгрҙы түбәһе ҡат-ҡат ҡарағусҡыл туҙ менән ябылған тумар умарта – «Фатимушка» ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы: баҫып та, тубыҡланып та, хатта ятып та фотоға төшөрөп алды. Әлеге умартаһы әллә ҡасанғы шул Әхтәмдең. Олатаһы мәрхүм, элек әле, ныҡ ҡартайған йыуан бер солоҡто йығып, умарта, яһаған – шуны ауылға күсереп килтергән атаһы, Әхтәм иһә – бында. Серемәй әле, йыл да бал бирә. «Фатимушка» тип ҡыҙының исемен ҡушҡайны әсәһе, һаман шулай атап йөрөтәләр.

– Хәҙер үҙеңде кәртешкәгә төшөрәбеҙ, баяғы һәнәгеңде юнып ултырған бул, – тип, ҡунаҡтарҙың мәшәҡәтенә лупыш директор ҙа ҡыҫылып киткеләй. – Һин, Әхтәм абзый, артыҡ борсолма, оҙаҡ мәшәҡәтләмәбеҙ...

– Бәй, әйтмәнеме ни әбей батша? – Директор, яңылыштан ысҡындырҙым тигәндәй, шикләнеп, шымыраҡ өҫтәне. – Бейеүеңде киноға төшөрәләр ҙә – вәссәләм. Үҙеңде Венгрияла телевизорҙан ҡарарҙар, һыра һемерә-һемерә.

– Сәй эсеп тә тормайһығыҙмы? – Әхтәм әллә ҡайҙағы һыранан тиҙ үк сәйгә күсте.

– Әлләсе. Ҡуналҡала бөтә нәмә әҙер былар өсөн. Машинаға запас та тейәп алғанбыҙ. Өфөнән шылтыратҡандар главаға: йөрөтөгөҙ, күрһәтегеҙ...

– Ташлыгүлгә бараһығыҙҙыр күп булһа?

– Шунда инде, бүтәнсә ҡайҙа йөрөтә беләһең. Турбазыға алып барырға ниәтләнгәйнек тә, ремонт бөтмәгән икән унда

Ни тиһәң дә, арыу ғына урында эшләйҙер һонтор венгр. Эйе, ана шул венгрҙарҙың ата-бабалары борон ошо тирәлә йәшәп, көнбайышҡа күсеп китеүҙәре хаҡында яҙалар бит гәзиттә. Китһәләр ни, китә бирһендәр, хәҙер бүтән килмешәктәр әҙҙер шул башҡорт илендә.

...Һонтор иһә башҡасараҡ уйланды. Һ-м-м, алыҫ ҡәрҙәштәр, ысынлап та, тәбиғәттең күркәм ерендә көн күрәләр ҙәһә. Йылға, урман, үркәс-үркәс тауҙар, бәрхәт туғайҙар... Бынау көлһыу ҡара мыйыҡтың бейеүен киноға төшөрөү фарыз, шунһыҙ башҡорттар хаҡында фильмы тулы, сағыу сыҡмаҫ. Әлбиттә, Өфөлә лә, райүҙәктә лә, европаса кейенеп, заманса шоу-музыка аҫтында бейегәндәр байтаҡ, әммә нәҡ ошо уҙамандың бейеүе күпте бирер төҫлө. Күренеп тора: ул – ҡырағайыраҡ тәбиғәт балаһы, хикмәтле ҡыр сәскәһе; моғайын, бейеүгә махсус уҡымағандыр ҙа әле. Ҡыр сәскәһе матурыраҡ та, серлерәк тә була. Иң мөһиме, боронғолоҡ еҫе аңҡый ҡыр сәскәһенән. «Халыҡ таланттарын сәнғәткә махсус уҡытыу дөрөҫ түгел», тигәйне бит әле бер уҡымышлы дуҫы. Хаҡтыр, бәлки, уның фекере. Осрай ҙаһа операларға бирерҙәй тауыштар, балетҡа тиңләрҙәй бейеүҙәр. Осрай! Ҡайҙа ла осрай!

– Йә, абзый, әҙерлән һөнәреңде күрһәтергә, – тине Вәсимә Ғәлиевна, бойороҡ биргәндәй. – Бейеү буйынса.

– Бейе тигәс тә, бынау эҫелә, тик торғандан, – Әхтәм икеләнде. «Ысын әле, бер көтөү әтрәгәләмдәрҙең күңелен асам тип, йөрөсәле диуана һымаҡ һалпандап. Бынау әллә ҡайҙан килгән әҙәмдәрҙең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә бейемәһәм?!»

Вәсимә Ғәлиевна йыуантаҡ «эрдэка» етәксеһенә шелтәле ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе, ниңә эшкәртмәнең, абзыйың кәзәләнә, ҡара уны...

– Әллә, мәйтәм, сәй эсеп... – Директорҙың тәҡдиме мәжлес-фәләнде яратҡан Вәсимә тарафынан хупланды: эйе ләһә, табында килешерҙәр, табында көйләп тә, бейеп тә ебәрә торған йола бар. Ғәлиевна хатта елкенеп ҡуйҙы: «Еңелсә фуршет әҙерләргә. Шашлыгын тегендә, хозур күл ярында... Көн оҙон. Бейегәс бейеһен инде бынау албаҫты».

Ғәлиевна һонторға ларылдағыраҡ тауышы менән урыҫса ниҙер ләпелдәне, тегегә тәржемәсе Торма, еткерҙе – Иозиф ике-өс рәт баш ҡағып, ирендәрен бөрөштөрөп йылмайған булды:

– О, экзотик!

Ике дадан ҡапҡасын йәнәш ҡуйып, тәпәш, әммә йәтеш өҫтәл әтмәләнде. Табын мул да, ярлы ла түгел. Берәр бутерброд, әҙ-мәҙ печенье, газлы һыу, емеш һуттары, шешәле һыра. Уныһын директор һәм ҡунаҡтар, хатта өндәшмәҫ шофер егет ихлас һемерҙе.

Һыуытҡыстан яңы алғас ни, йылынып та өлгөрмәгән.

– Самаһын үҙең ҡара инде, ағай, – директор бер шешәне күбеген бышҡыртып асты ла Әхтәм яғына этәрҙе. Ә ул ап-аҡ ҡауырһын стаканға ашыҡмай ғына һыу ҡойҙо, башҡа тәғәмгә оронманы ла.

– Яратһағыҙ, ҡаҙы бар ине миндә. – Бер аҙҙан әҙәпле генә тәҡдим яһаны Әхтәм. – Телеп ултыртайыммы?

Быны ишетеп, Ғәлиевнаның боландыҡылай ҙур күҙҙәре нығыраҡ таһырайғандай итте һәм ул, тамшанып, юлдаштарына ҡаҙы, ҡымыҙ хаҡында мәғлүмәт бирергә кереште. Ҡунаҡтарҙың Өфөлә үк ҡымыҙҙан ауыҙ иткәндәре беленде, ә бына ҡаҙыны тәмләгәндәре юҡ икән. Һонтор ғалим сабыр ғына ниҙер өндәште, Ғәлиевна иһә уның фекерен оло фарман итеп һәммәһенә еткерҙе.

– Эш бөткәс, ҡабат сәйләп-мәйләп, ҡаҙы һоғондорошорбоҙ.

«Әл-лә-лә» тип ҡуйҙы эстән генә Әхтәм, һоғондорош тигән боронғо йоланы белгәс, был бисәнең белмәгәне Бохаралағы таҙҙыр!

...Әхтәм эргәһенә Торма яҡынланы. Йылмая, һа-ай билкәйе, һары сәскәйе! Бейегәнен фотоға сыртлатмаҡсы икән, рөхсәт һорай. Ишеткәне бар Әхтәмдең: сит илдәрҙә фото-мотоны рөхсәт менән генә төшөрәләр, аҡса ла бирәләр тиме кәрәк сағында. Төкөрҙө ул аҡсаһына, бейеп кенә байымаһа... Мәгәр кәртинкә кеүек ҡунаҡ ҡыҙға инәлтеү килешмәҫ. Әйҙә, бер һелкенһен әле, моғайын, уҡаһы ҡойолмаҫ.

Бейергә урынды мадъяр ниңәлер шишмәгә яҡын ҡарағай төбөн һайланы. Ваҡыт-ваҡыт күләгәһендә умарталыҡтың ҡола бейәһе юшап торғанлыҡтан, был тирә аҙ ғына саңдауырак ине. Ағастың буй етмәле ҡоро ботағына иҫке йүкә тышау, һыныҡ даға эленгән. Серек бәрәңге һымаҡ ат тиҙәктәрен кемдеңдер фарманы буйынса «эрдэка» шоферы көрәге менән йәһәт кенә тал араһына елгәрҙе.

– Егеттәрски бейе, йәме. Нимәне бейейһең? – Ғәлиевна бейеү өлкәһендә лә томана булмауын аңғартырға ашыҡты, буғай. Урынлы-урынһыҙға кәңәштәр бирергә керешкәйне лә, Әхтәм аяҡ кейемен алыштырыу һылтауы менән өйөнә үрләне. Әҙ-мәҙ кирелеп-һуҙылып, тәнен яҙылдырып алыу хәйерле. Аулаҡта, һалҡынса өйөндә. Юғиһә, аяҡтары тыңламаҫ та ҡуйыр.

– Ҡара уны, – тип ҡалды артынан бәйләнсек Ғәлиевна. Быға яуап рәүешендә танауын ғына сирҙы Әхтәм.

* * *

Әхтәм кире әйләнеп килде. Кәйефе тәүәккәл генә, өҫтөндә көнгә уңған еңһеҙ күлдәк, көрәнһыу йоҡа салбар, балаҡтары бисәһенең сөм-ҡара калушын ҡаплап тора. Алдан килешкәндәрҙер: Вәсимә Ғәлиевна күкһел буяулы күмһеү ирендәренә ҡумыҙ терәне, ә «эрдэка» етәксеһе ағас ҡурайын һыҙғыртып маташа ине. Ҡыҫҡа икән ҡурайы, тартыуы ла арлы-бирле генәлер.

Әхтәм йөрәкһеп китте, бейеүенең тоҙон тапмайыраҡ аҙапланды, әммә тиҙ үк көй ыңғайына тынысланып, осоп-ҡунып бейене лә ташланы. Бер алдына, бер артына сығып, һонтор Иозиф аппаратын тоҫҡаны, район гәзитенән ебәрелгән баҫалҡы ҡыҙ бейеүсене фотоға бер генә сыртлатты ла артыҡ шапылдатмай ғына усын усҡа һуғып торҙо, ә Вәсимә, ауыҙын бөрөштөрөп, бәүелә-бәүелә ҡумыҙын апаруҡ оҫта, зыңғыртып сиртте, ҡурайсы ла тырыштырҙы шунда. Әхтәм бейегән мәлендә тәржемәсе Торманың да тубыҡланған килеш фотоаппарат менән мәж килеүен шәйләне.

Бөтәһе лә ҡәнәғәт ине, тимәк, булдыра әле Әхтәм, һаман булдыра. Тын алыштары ауырыраҡ, быуындары тыңлауһыҙыраҡ та бит, ни хәл итәһең. Көн дә бейемәй, ысын әртистәр ише репетицияларҙа күнекмәй шул.

...Әхтәм колхоздың игенен дә сәсте, ашлығын да урҙы, урманын да ҡырҡты, кирбесен дә һуҡты, шундай ялҡытҡыс, ҡара эштәрҙән аяҡ-ҡулдары тартышһа ла, үҙешмәкәрҙәр бәйгеләрендә ҡатнашып, ауыл, район сәхнәләрендә деңгелдәтеп бейей ине. Хатта бер йыл Өфөгә лә саҡырҙылар бит әле. Шунда бер оло ғына артист уға һоҡланып та, һыҡранып та: «Эх, ҡустым, йәштән үк бейеүгә тыҡһаң икән башыңды...» тигәйне бит. Ҡайҙа ул бейеүҙе кәсеп итеү! Тормош бейетте Әхтәмде, ай-һай бейетте. Атаһы, һуғыштан зәғиф ҡайтҡан яугир, гүргә иртәрәк инде. Әсәһен, һеңлекәштәрен ҡарар өсөн Әхтәм ни йүнләп уҡый, ни рәтле һөнәр һайлай алманы, һуң ғына өйләнде, үҙенең донъяһын бөтәйтеп, ике балаһын аяҡҡа баҫтырғансы, ана, һаҡал-мыйыҡтары ағарҙы. Ҡуй инде, ҡуй, танымаған кешеләр уға хәҙер «бабай» тип кенә һүҙ ҡуша. Уныһына аптырамай Әхтәм. Төҫөң-башың бабайҙарса, күрше ауылда донъя ҡорған улының ике сабыйына олатай ҙа икән, көҙгөгә үпкәләүҙән фәтүә юҡ. Икенсе нәмә борсой уны: ни ғәләмәттер, ҡатыны менән аралары әллә нисегерәк хәҙер, һыуыныштылар, боҙолоштолар тиер инең, артыҡ сәбәбе юҡ та кеүек. Әллә нишләне һуңғы осор Таңһылыуы. Буштан ғына ҡыҙа ла китә, эт еңгәнен талай, тигән һымаҡ, керешә сарбайлап. Әйтмәгән һүҙе ҡалмай. Әллә ҡасанғы ҡыйыш аҙымдарын да онотмай, теленә сиҡан сыҡҡыры бисә...

Сәбәптәреме? Бар инде, бар. Моғайын, етешһеҙерәк донъялыр бер сәбәбе. Эйе, күрше-күләне, бисәһенең бәғзе туғандары теттереп йәшәй. Йәшәмәҫкә?! Берәүһе – фермер, икенсеһе – колхозда баш бухгалтер, өсөнсөһө – мәктәптә, дүртенсеһе кирбес заводында директор. Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, тигәндәй, йәшәй беләләр. Ә колхоз бөлә бара, йылдан-йылға эш кәмей, ана шуға Әхтәм, исмаһам, йәйҙәрем маҙаһыҙ уҙыр тип, уны-быны табып, тегене-быны төҙәтеп, ошо умарталыҡҡа урынлашты. Олатаһы, атаһынан күрмәксе, Әхтәмдең дә был юҫыҡта ҡулы тәпей. Эйе, заманында маҡтаулы ғына ине колхоз умарталығы, йүнсел хужа булмағас, исеме генә тороп ҡала яҙҙы. Хәҙер нишләр...

Былтыр йәй бал өсөн арыу килде, умарталыҡ байтаҡ төшөм бирҙе колхозға, йәнә үҙенә, аҡмаһа ла, тамды. Шуның тәмен белеп, Таңһылыу ҙа йышайҙы умарталыҡҡа. «Үҙебеҙгә лә өс-дүрт күс ултыртайыҡ. Фатимабыҙ вузға инергә ниәтләй бит», ти. Уныһы ғына бүстәк инде, бер уйлаһаң. Уҡыһын ғына илгәҙәк кинйәбикәстәре, хәлдәренсә тырыштырырҙар.

Саҡырылмаған ҡунаҡтар мәж килгәндә, утынлыҡ күләгәһенә ултырып, ошо хаҡта уйланды умартасы. Эйе, етешмәгән донъя малы хаҡында һүҙ ҡупһа, аптырап, ҡулын йәйеп:

– Бәй, Таңһылыу, аҡса етмәй тип, ошо ҡулдарым менән кеше талар йә урлашыр хәлем юҡ! Ас ултырмайбыҙ ҙаһа! Бар бит сәй-шәкәрһеҙ, хатта икмәкһеҙ йән аҫырағандар. Беҙҙең тормош, бер уйлаһаң, шөкөр әлегә, артыҡ бай булмаһаҡ та, түҙерлек. Байлыҡ – бер айлыҡ, фәҡирлек – мәңгелек, – тип тә ебәргеләй бисәһенә.

Таңһылыуы килмәһә ярар ине бөгөн. Ят кешеләр алдында йөҙөңдө йыртмаҫ тимә. Әллә нишләп тиктомалдан ҡыҙып ҡына бара шул. Ни үҙе яҡшылап духтырҙарҙан ҡаралмай. Сәбәбе... Сәбәбе... Эйе, Әхтәм дә ирҙең солтаны түгел. Эстеме элегерәк? Эсте. Боларып, тауыш ҡуптарғаны булмаһа ла, апаруҡ алкаш ине ләһә. «Үҙ теләге менән» ғариза яҙып, китте бит хәмер арҡаһында механизаторлыҡтан. Эйе, эйе... Иҫерек баштан комбайнын саҡ онтаманы. Шуға ныҡ йәне көйҙө бисәһенең. Хатта бер саҡ аҙ ғына әрләшкәнде лә күтәрә алмай, ниндәйҙер эш менән ауылда йөрөгән милиционерҙарҙы саҡырып, шуларға: «Алып китегеҙ!» – тип инәлде. Тегеләрҙең береһе: «Ҡуй, апай, өйҙән алып китеү килешмәҫ, артыҡ иҫермәгән дә», – тигәс кенә тынысланды. Иң ғәрләндергәне шул: капитандары таныш, ҡорҙаш ине. Уныһы бармаҡ янап китте Әхтәмгә:

– Смотри, гадук... Икенсе юлы – ун биш суткыға, запрысты!

Ярай, үткән эштән төш яҡшы, бынау әҙәмдәрҙе, йәғни венгрҙарҙы, һәүетемсә оҙатып ебәрһә, эш-көш муйындан уға бында. Уҡытыусылыҡҡа уҡыйым тип, документтарын тапшырырға Эстәрлегә юлланғайны Фатималары, иртәгәләрҙә ҡайта, шикелле. Ә Таңһылыуы бында аҙьҡ-түлек, йүнлерәк һауыт-һаба, түшәк-мүшәк, транзистор килтерәм әле, тип һөйләнгәйне.

Кисә ауылдаш малай балыҡтан ҡайтып бара ине. Ҡола бейәһен егеп, арбаға йәш бесән һалып, дилбегәне тотторғас, иҫкәртеп ебәрҙе: инәйең атты ҡулға ҡуйһын, иртәнсәк һуғарһын... Колхоз малы тигәс тә, тәрбиәләмәй ҙә ярамай. Шул ат менән быйыл ошонан бер һыйырлыҡ бесән ташып аласағын да уйлап, Әхтәмдең күңеле ирәйеп ҡуйҙы. Әйҙә, һелтә генә, әрәмә буйҙарында үлән ҡалҡыу быйыл. Сабып, киптереп ташыһаң да, сейләй ташыһаң да бата. Нимә генә инде ул атлы арбаға биш саҡрым ара.

Ай-бай, шул арала йәнә өҫтәл әҙерләгәндәр. Был юлы шоколад, бухый шешәлә коньяк, биш-алты әфлисун да шәйләнә, һыйларға итә ләһә былар көпә-көндөҙ Әхтәмде, тау аҡтарған кешеләй күреп. Рәхмәт инде, тик уға эсергә... ярамай тигәс ярамай. Берәй йотом зәм-зәм ҡаптымы, «запой» тигән зәхмәт оҙаҡ көттөрмәй торған, һеләгәйен йотоп, Әхтәм утынлыҡ мөйөшөндәге ҡулйыуғыс яғына шымафый ғына атланы.

Эй, хәйерһеҙ, таҫтамалы ла юҡ, керле сепрәк торған була шунда һерәйеп. Ярай, тире ҡатты, барһын әле эргәләренә.

Әллә нисәмә телдә лабыр-лобор киләләр, һонтор кәйефле, блокнотына ниҙер яҙа, һаман ниҙер төпсөнә. Вәсимә лә ҡәнәғәт кеүек.

– Ҡайҙа, абзый, ҡаҙыңдан ауыҙ итәйек.

– Хәҙер, хәҙер. Ә-ә-ә...

– Нимә ә-ә-ә? Әллә һыуытҡан балым да бар, тимәксеһеңме? Һитәле булһа, прополис инде! – Ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә беләлер был шайтан бисә. Әйтерең бармы, йөрөгән таш шымара инде ул. Әллә ҡайһы райондарҙағы умарталыҡтарҙы ла телгә алып ултырҙы лаһа бая.

– Һыуһынға ярарлыҡ... бар.

Ике литрлык банка, тотоп, Әхтәм умарталыҡҡа ыңғайланы. Көлөшөп ҡалды башҡорттар: «Еңгәбеҙ белмәгән берәй дадан эсендә әсетәлер дәдәбеҙ балын». Хужа әйләнеп килгәс, мадьяр ғалимы уға үҙ ҡулы менән шарап ҡойоп һондо, Әхтәм иһә һарғылт бал ҡойолған стаканын тәҡдим итте. «Оһо-һо! За дружбу! Экзотика! Башҡорт бейеүе өсөн! Прополис»... тигәнерәк һүҙҙәр ишетелде аяғөҫтө табында. Вәсимә ҡаҙы телемен ҡунаҡтың ауыҙына тығып ҡына бара. Һонтор һоғондо, сытыйманы ла, Торма ғына, күҙен йомоп, көсләберәк йотто.

Маладис, Әхтәм, үҙен еңде, йотоп та ҡараманы, юғиһә, бөттө баш – бушҡа үтте йәй! Һиҙмәнеләр ҙә уның эсмәүен, ҡыҫтаманылар ҙа. Табын ахырында Вәсимә Ғәлиевна һүҙ алды, башҡортса юҫыҡ белмәһәләр ҙә, сит ил ҡунаҡтары баш ҡағып, йөпләп ултырған булалар үҙен.

– Ҡәҙерле Әхтәм ағай! Ҡунаҡтар һиңә оло рәхмәтен белдерә. Ҡолағыңа киртеп ҡуй: иртәгә кис һин усаҡ яҡтыһында бейергә тейешһең. Милли кейемдә! Мин бөгөн уларҙы турбазыға алып барам, шунда ҡунабыҙ. Унда көндөҙ леспромхоздың фольклор ансамблен киноға төшөрәбеҙ. Әйткәнемсә, ҡайтышлай ошонда һуғылабыҙ. Әҙер тор, йәме.

Аңлашылды. Әҙер торор. Усаҡ яҡтыһында бейергә тиме?

– Ә усаҡты Кәзәташ башында яҡһаҡ, нисек булыр? Бынан биш йөҙ метр ғына...– Әхтәм умарталыҡтың уң мөйөшөнән үрләскә, ҡаялы морон яғына, ҡул иҙәне. Тиҙ үк аңлаштылар, хупланылар. Хатта, кинәнестән Иозиф баш бармағын сөйҙө. Ҡара, венгрҙарҙа ла баш бармаҡты сөйөү ғәҙәте лә бар икән. Бая ғына. Вәсимә табында, улар ҙа беҙҙең ише йәтәс айырыша, «алма», «балта» кеүек һүҙҙәрҙе ҡуллана, тип һөйләп ултырғайны.

«Урмандарға инһәң...» тип көйләй-көйләй, Вәсимә урынынан ҡуҙғалды. Башҡалар ҙа ҡыбырлашып, ҡыҫҡа мәжлес таралышырға ғына торғанда, автоклубка йәнәш кенә бышҡырынып яшығыраҡ ҡола бейә килеп туҡтаны. Йә хоҙай, Таңһылыуы килде, килде бит инә ғазраил. Арбаңды яйыраҡ тартһаң йә берәй ерҙә сығынлаһаң ни була, эй, ҡола малҡай!

– Суҡынсыҡтар! Ниндәй шағараҡ бында? Уттай ваҡытта! Эсеп ултыраһыңмы? – Әйтерһең, умарталыҡта ул да Әхтәм генә.

– Юҡ та, алыҫтан килгән... иптәштәр, – тауышы мөшкөл сыҡты хужаның... Ҡатын, үҙенә ҡаршы килгән ирен күҙенә лә элмәй, ихатаға инде. Ҡулындағы ат ҡыуа торған брезент ҡамсыһы берәйһенең арҡаһын һыйпамаҫ тимә.

– Эй, кем әле, апай, кил әле яҡыныраҡ, бында ҡунаҡтар бар ине. – Вәсимә ҡайҙа ла, ҡасан да Вәсимәлер. – Зинһар, ипләберәк һөйләш, йәме.

– Кем әле, имеш... Таңһылыу мин, белдеш? Ә кем саҡырған һеҙҙе? – Таңһылыу уға аҫтан ғына бер һөҙөп ҡараны ла, асыуын бушата һалды. – Алкаштар, йыйын кәнтәйкәләр буталмаһа бында, тамаҡ ҡужғыртып...

Нимәгәлер һағайып, Иозиф та урынынан ҡалҡты һәм Ғәлиевнанан ниҙер белеште.

– Һаулыҡ һораша, – уныһы аптырап ҡалманы. – Әхтәмдең ҡатыны ул.

– О-о, яхши, яхши, – Иозиф өс лөғәттә ләпелдәй. – Добрый ди-инь, пани!

– Кит, ҡолға! Әгәр Әхтәмгә араҡы эсерһәгеҙ, валлаһи, бөтәгеҙҙе лә эттән талатам! – Шулай тиеүенә бығаса ҡойроҡ болғап ҡына йөрөгән алабай өрөп ҡуйған булды, хәстрүш. – Һеҙгә рәхәт, хөкүмәт елкәһен ҡырҡып, ашап-эсеп йөрөйһөгөҙ, ә был елғыуар... – Мәлендә тыйылып, Таңһылыу өйөнә инеп батты. «Эрдэка» директоры артынса ишек туҡылдатты. Вәсимә ҡушҡандыр: аңлат, кемдәр, ҡайҙан килгәндәр. Кәзәһе төкөмәһен бушҡа.

Булды, тигәндәй, директор өйҙән көлә-көлә сыҡты. Эше бешкән... Быға һөйөнгән һымаҡ, Әхтәм телгә килде:

– Иртәгә кискә инде, әләйгәс.

Баяғы бейеүҙең репетиция ғына булғанлығын һиҙенгәйне инде Әхтәм һәм юрауы дөрөҫләнде. Саҡырылмаған ҡунаҡтар, тиҙ генә йыйынып, юлдарын дауам иттеләр.

Ҡола бейәне туғарып, тышап ебәреүгә генә сыҡты өйҙән Таңһылыу. Әхмәт уны-быны йыйыштырып, һөт, ҡатыҡтарҙы һалҡынға ҡуйғас, ҡаҙан аҫтына ут яғып ебәрҙе лә ҡабат һәнәгенә йәбеште.

Өндәшмәй генә тамаҡ ялғанылар. Икеһенә лә уңайһыҙ кеүек... Нисектер башлап Әхтәм һүҙ ҡатты, ҡыҙын һорашты. Ҡайтҡан кисә Фатима документтарын тапшырып, бөгәсә өйҙә ҡалған ҡарауыл булып.

– Һин хәҙер берәй күбәлек бесән сап, иртәгә бушатырһың да ауылда, ҡырынып, кәстүм-фәлән кейеп, килерһең. Киноға маймыл һымаҡ төшмәҫһең бит. Мин был өйҙө әҙерәк таҙартып алам әле. Тәҙрәгә ҡорған, ишеккә шаршауҙар эләм. – Их, гелән шулай ипле һөйләшһә икән Таңһылыу. – Кемдәр ине һуң баяғы әҙәлддәр? Ысынмы шул, дуллыр бирәм бейегән өсөн, тинеме анау ҡолға һиңә?

– Әлләсе, – Әхтәм белгәненсә аңлатып бирҙе, тик бисәһе һаман төпсөндө:

– Анау йырлап маташҡан кәнтәйкә нимәһен ҡарап йөрөй бында?

– Оҙатып йөрөй, Өфөнән үк. – Әхтәм асыуланғандай итте, – Йә ҡолға, йә кәнтәй... Тотаһың да кәмһетәһең белмәгән-күрмәгән кешене.

– Белмәҫ... Өсөнсө йылмы, ошонда еләккә килгәйнем, Фатиманы эйәртеп. Һауыттар тулғас, Кәзәташка менеп киттек. Аҫта, йылға аръяғында, йырлайҙар бит «урман...» тип. Кәйеф-сафа ҡороп ултыралар: ошо бисә, тағы бер ир, анауы, кем әле, райсоветтан. Ҡармаҡ һалып йөрөгән була, шоферын әйтәм. Аулаҡлап гүләйт итәләр икән берәүҙәр. Тфү, кәнтәй нәстәйәшей!

– Ҡуйсәле, башыңа яҙыҡ алма. Ышпион һымаҡ таш башынан күҙәтеп ятмаһаң, үәт әй.

– Күҙәтмәнем дә... Күреп тә ҡалдым – ҡастым. Фатиманы етәкләп, айыу ботаҡ һындырҙы, тигән булып. Әлләсе, ғүмер буйы фермала эшләп тә, дан сығарған юҡ, аптырарһың хәҙерге бисә-сәсәгә. Ул ҡыҙ-ҡырҡын аҙа..

– Ҡайҙан беләһең ят кешене? Әллә бисә, әллә кейәүгә лә сыҡмаған ҡыҙ кеше. Урында эшләгәндәр иргә сығып бармай торған.

– Ниңә ят булһын ул? Һин эсеп ятҡаныңда депутат иттек шуны. Теле телгә йоҡмай, вәғәҙәләр биреп китте. Яңы мәктәп һалдырам тине – һалдырҙымы? Һаман ыздават итмәйҙәр. Шул йылмаяҡты һайлаған беҙ иҫәрҙе әйт! Шул йәштә булыр һиңә ҡыҙ!

– Ярай, бисмилла әйтеп, бесәнгә төшәйем әле. – Хәбәр бөттө тигәндәй, ҡул һелтәне Әхмәт.

– Һыйырҙы ла килтерһәк?

– Бажалыста Фатима ҙурайған хәҙер, килгеләп, аулаҡта имтиханға әҙерләнер.

– Уҡыуына, инһә генә ярар ине, балаҡайымды, Хоҙай ризалығынан.

Иртәгәһенә ҡояш байыр алдынан автоклуб яңынан килде. Вәсимә умартасы өйөндә ҡот-йәм өҫтәлгәнен шундуҡ һиҙҙе, хатта маҡтап ташланы Таңһылыуҙы.

– Ҡалай йәтеш булып ҡалған. Колхозығыҙға әйтерем әле: бирһендәр һеҙгә мебель, радио, һауыт-һаба, яҙҙырһындар гәзит-журнал. Ә ҡайҙа һуң Әхтәм Вәлиевич?

– Аласыҡта, шикелле.

Вәсимә ихатаға сыҡты. Ул арала галстугын төҙәтә-төҙәтә, аласыҡтан «Вәлиевич» – Әхтәм күренде. Умартасыны байҡап, түрәбикәнең күңеле йәнә күтәрелде, ҡырынған теге, сәсен ҡыҫҡартҡан, костюмы ла килешле.

– Замечательно! Кеше күҙенә күренерлек...

Йәштәр, кисәге ығы-зығыны хәтерләпме, машина эргәһендә тапана. Иозиф иһә ҡапылда таныманы Әхтәмде. Бер аҙ текләп торғас, ҡапыл оҙон ҡулдары менән башын аймап мығырланы.

– Ноу замечателен! Ноу хакал! Пропал хакал! Пропал колорит! Образ, образ?!

Бәй, һаҡалды «хакал» тип әйтәлер әле был мадьяр. Пропал, имеш, һаҡал бейейҙер шул. Хәҙер, хәҙер Кәзәташ башында елән, ҡамсат кейеп тороп бейер әле Әхтәм!

– Әйҙәгеҙ, унда ҡоро-һары күп. Бейермен, алла бирһә!

Һәм бейене Әхтәм. Ялпылдап усаҡ яна, тонйорап ҡояш бата – ул бейей. Туғайҙарға томан йәйелә – ул бейей. Урманда ҡоштар илереп сырҡылдаша – ул бейей. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ярһып, хыялланып, өр-яңы бейеү һалған һымаҡ бөгәсә Әхтәм. Гүйә һарҡауға аяҡ-ҡулдары, яурыны-башы менән «күрегеҙ, мин – башҡорт, мин – ирекле кеше, мин – тәбиғәт балаһы» тип, үҙенең булмышын, үҙенең яҙмышын раҫланы. Уны фотоға ла, киноға ла кинәнеп төшөрҙөләр. Бигерәк тә ҡамсат бүркен һауаға сөйөп, ҡабат матҡып алыуын оҡшаттылар.

– Ҡасан, кемдән өйрәндең бейеүгә? – тип һораны унан ҡайтыу юлында Иозиф. Ниңәлер Кәзәташ башында үҙен моңһоуыраҡ, уңайһыҙыраҡ тотҡан Вәсимә үҙенән дә уны-быны өҫтәп, урыҫсаға, ә нәҙекәй бил Торма венгрсаға ауҙарҙы Әхтәмдең яуабын.

– Берәү ҙә өйрәтмәне. Олатайым һабантуйҙарҙа, мәжлестәрҙә кешене һоҡландырып бейегән, тиҙәр. Бейегәс, аяғың менән генә тыпырҙама, тотош йәнең-тәнең, ҡиәфәтең менән бейеү фарыз ул, ти торғайны мәрхүм.

Кире умарталыҡҡа ҡайтыуҙарына ҡараңғы төшкәйне инде. Ҡуйы сәйе, ҡайнар һурпаһы әҙер булһа ла, үҙе бөгөн алсаҡ һөйләшһә лә, ҡунаҡтарҙы артыҡ ҡыҫтаманы Таңһылыу, тегеләр ҙә тиҙерәк райүҙәккә ҡайтыу яғын ҡараны. Иллә-мәгәр машинаға менерҙән алда берәр стакан һары балдан баш тартманылар. Эй замана, эй йәштәр! Матур-матур йоҡа куртка кейеп алғандар, һалҡынса шул кистәрен Кәзәташ буйҙарында.

Ике ҡуллап ихлас күреште айырылырҙан алда Иштван. Көҙгә, сентябрь аҙаҡтарына, Әхтәмде Мәскәүҙә, Венгрия илселегендә ҡаршы аласаҡтары хаҡында яңынан иҫкәртте. Бәлки, пани Торма ла шунда булыр, тип өҫтәне. Бик хуп. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит, тигән боронғолар. Суҡынмыш Иозиф «хакал кәрәк!» тип тә ләпелдәй бит әле. «Уныһы мәсьәлә түгел, сәсеп үҫтермәйем әле!» – Быны тәржемә иткәс, һонтор ҡунаҡ, көлә-көлә, ҡабатлап ҡыҫты ҡулын умартасының. Таңһылыу «Ҡолға» венгрға аҫтан ынтылыбыраҡ ҡараны ла, алъяпҡысы менән ҡаплап торғандырмы, бер литр быяла банкалы шим бал тотторҙо. «Фатимушка» умартаһынан, тине.

– О, пани Фатима дала! Спаси-бо-о!

...Әхтәмдең юҡты-бушты алдан ҡапаҡлай торған ғәҙәте юҡ. Шуға ла Фатимаһын уҡырға оҙатыр өсөн ауылға ҡайтҡанында: «Әхтәм, һине әллә ҡайһы илгә бейергә саҡырғандар, имеш, ысынмы шул?» – тиеүҙәренә, «мужыт, ысындыр» тип ҡотолдо. Баҡһаң, эрдэкалар ураҡ мәле ялан концерттары ҡуйып йөрөгәндә, анау лупыш директор: «Беҙҙекеләр үҙешмәкәр сәнғәттә маһир ул. Мәҫәлән, ауылдашығыҙ, то есть Әхтәм ағайыбыҙ, быйыл көҙ Венгрияла бейеү бәйгеһендә ҡатнашасаҡ», – тип маһая биреберәк һалған икән хәбәрҙе. Ә юҡ, район гәзитендә лә шул хаҡта аҙ-маҙ яҙҙылар бит әле. Фотола баҫҡайнылар: Әхтәм зыйлатып саңдауҙа бейеп йөрөй, Таңһылыу әйтмешләй, мосафир «Ҡолға» уның умарталығында йөрөп ята. Эйе, эйе, «Умарталыҡта» тигән мәҡәлә баҫылған гәзитте колхоз рәйесе үҙе килтереп бирҙе. Рәхмәт инде, бер уйлаһаң, Вәсимә Ғәлиевнаға – әҙәм рәтле һауыт-һаба, «списать» ителгән булһа ла, шап-шаҡтай өҫтәл, карауат-маҙар килтерҙеләр колхоздан. Өс-дүрт гәзит-журнал да алдырта хәҙер умарталыҡ. Өҫтәүенә, киләһе йылға бәләкәй генә движок, йәнә электр балһурҙыртҡыс ултыртырға вәғәҙәләне рәйес. Улай икән, эштәре көйләнәсәк Әхтәмдең.

Эйе, бал планын арттырып тултырҙы, күсен дә ишәйтте быйыл «пан Ахтам»; шулай тип өндәшкәйне түгелме әле айырылышҡанда үҙенә Иозиф? «Вилла... коктейль» тип тә ләпелдәгәйне шикелле. Аңғартты Вәсимә: иленә барһаң, ул һине хатта виллаһына, йәғни өйөнә, саҡырып һыйларға ниәтләй.

Бына шулай, юҡ-юҡта Иозиф, Торма, Вәсимәләрҙең килеп китеүе, Кәзәташ ҡаяһының мүк ялмаған алаңғырт типһәнендә осоп-ҡунып бейегәне лә Әхтәмдең иҫенә төшкөләй. И-и, табылып тора шул иҫенә төшөрөүселәр ҙә! Үткән аҙналамы әле, күсле йәшниктәрҙе ҡышҡылыҡҡа аранға ташыр өсөн колхоздан ике елғыуар ебәрелгәйне. Берәүһе, һаман өйләнмәй йөрөгән былағайыраҡ буйҙағы – Әхтәмгә ике туған ҡәйнеш. Үҙенә күрә түгел, харап әсе генә мыҫҡылламаҡсы. Нимә ти әле...

– Һин, еҙнәкәйем, аңғарып йөрө унда. Службала саҡта күрҙем мин... Мадъяркаларҙың сиған һымаҡтары ла осрай. У-ух, сибәр була суҡынмыштар! Кабы эйәртеп ҡайта күрмә берәйһен. Былай ҙа мыжыҡ Таңтый апайым Кәзәташ башынан төртөп осорор үҙеңде. – Энеһенең тәләкәһенә көлгәндәй итә бит әле Таңһылыуы ла, ике-өс тешһеҙ ауыҙын ҡымтып.

Шулай, ҡәйнеше заманында Карпат яғында әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтты. Танкист, имеш, берәү танкыға ултырып та ҡарамаған. Икмәк бешергән. Ярай инде, иҫән-һау ҡайткас. Ә Әхтәмгә һалдат бутҡаһын ашарға насип итмәне. Йөрәк өйәнәге бар унда. Тыумыштан, ҡәһәрең. Бик ҡыйын булды, әрмегә оҙатылып та, Өфөнән кире ҡайтыуҙары.

...Ошоларҙы уйлап аласығында япа-яңғыҙ тамаҡ ялғап ултырғанда, эте өрмәй, тышҡа һыпыртты. Яҡында мотоцикл тырылдап туҡтаны. Хужа тышҡа сыҡты. Саҡ таныны эрдэка директоры менән тәмәкесе шоферын. Өҫтәрендә штормовка, баштарында әллә ни яҙылған ярым ай һымаҡ оҙонса козыреклы каскетка. Яндаулы икән матайҙары.

– Әс-сәләм, Әхтәм ағай! – Күрешер өсөн итләс ҡулын көҙрәйтеберәк һуҙҙы йыуан директор.

– Вәғәләйкүм әссәләм! – Тегеләрҙе Әхтәм олпат ҡына аласығына әйҙүкләне. Әллә кемдәр түгел, хушһынырҙар, моғайын, баллы сәйен. Райүҙәктәгеләргә ҡаймаҡ та бигүк тәтеп бармай торған.

– Сәйләп тормабыҙ, рәхмәт. Баланға китеп барыш әле, анау саҡ күреп киткәйнек. Ташлыгүл лапылығында, – тигәс кенә директор төп хәбәренә күсте. – Юл ыңғай һөйөнсө алырға һуғылдыҡ та...

– Һөйөнсөһөнә ни, бер самауыр сәй инде, – Әхтәмдең кәйефе күтәрелде – Юҡ, бер ярты бал!

– Әсеһеме, абзый, сөсөһөмө? – Теге саҡ шымтайып ҡына ситтәрәк буталған шофер әле ҡаты иркен һөйләшмәксе. Ҡыҙмасараҡ та кеүек үҙе. – Әсеһе килешер ине шундай матур һөйөнсөгә. Кемгә тәтей Венгрияға махсус саҡырыу! Ә еңгәбеҙ ҡайҙа?

– Ҡайҙа булһын, өйҙә. Хәҙер үҙемә лә артыҡ мәшәҡәт юҡ бында. Апаруҡ муйыл тирҙем әле үткән аҙнала. Бүтән ерҙә упсы юҡ, Кәзәташтан ары шыр үҙәктә ике ағасҡа ғына ҡырау теймәгән икән яҙ. Ҡаяға һырынып ҡына ултыралар. Бына, ауыҙ итегеҙ кипкән муйылдан.

Юлаусыларҙы икешәр стакан һары бал менән һыйланы Әхтәм. Бисәһе, уның эсмәй йөрөгәненә ышанып, ыңғайына ҡуйғайны. Самаһын белеп кенә ҡой балыңды, этенә-бетенә эсермә, кәрәк кенә кешеләргә тәмләтерһең, тигәйне. Бына әле былар менән һөйөнсөнө арлы-бирле йыуырға яҙған икән. Нисәһендә Өфөлә булырға, Мәскәүҙә ҡайҙа инергә – директор белгәненсә аңлатты, форсат тейһә, Өфөгә йә Мәскәүгә тиклем үҙенең дә барырға теләүен өҫтәне, күстәнәскә кәрәҙле бал әҙерләүен һораны. Вәсимә Ғәлиевнаның да Венгрияға сәфәр ҡылырға теләге барлығын Әхтәмгә әйтмәйерәк торҙо. Күҙ күрер, Вәсимә бармаһа, үҙе ныҡышасаҡ.

Йәнә венгрҙарҙы телгә алдылар.

– Һыйланығыҙмы ҡунаҡтарығыҙҙы Ташлыгүлдә? – тип һорағайны Әхтәм, шофер егет тубығына шапылдатып һуҡты.

– Булды инде, Бәләбәй араҡыһын бик оҡшатты Йософ абзый, – тине һәм, ниҙер иҫенә төшкәндәй, өҫтәне. – Һине маҡтап телгә алды, хәтәр бейей, тине.

– Баланға иртәрәк тәһә, – тине айырылышҡан саҡта Әхтәм эрдэка уҙамандарына.

– Иртәрәк тип ни, кешенән алдараҡ йыяһың инде уны.

– Һи-и, тәлгәшләй элеп ҡуйһаң, ҡырау бешерә ул. Иртәгеләрҙә ҡырау бәрәсәк, ти, радио, – директор әле мотоциклдың эйәренә атланды, ә бая яндауынан уфылдап саҡ сыҡҡайны.

– Ярай, әтеүһә, лүлкәгеҙ тулы балан ҡайтһын. Иҫән-Һау йөрөгөҙ!

– Тырышырбыҙ, абзый. Сматри, бер-бер ҡабат күрешмәһәк, Тормаға минән кү-үп привет!

– Һаҡал-мыйығыңды үҫтерә башла, йәме.

Әхтәм көлөмһөрәп баш һелкте. Арыу егеттәр, әйтерең бармы.

* * *

Әхтәмдең ауылдағы көнитмеше бүтәндәрҙекенән әллә ни кәм-хур түгел. Тик башы зәңкеп йөрөгән мәлдәрендә ул-был эштәре лә өйөлгөләй торғайны шул. Шөкөр, быйылғы йәйҙе һәүетемсә генә үткәреп бара лаһа. Бәрәңгеһе уңды, мал-тыуары теүәл, балы ла хәтһеҙ. Таңһылыуы ла артыҡ игәмәй хәҙер, ул да донъя бөтәйтергә тырыша. Теш ҡуйҙырам тип, иртүк тау һыртындағы юлға сығып, үткенсе машина менән күрше поселоктағы дауаханаға киткәйне. Ҡуйҙырһын, юғиһә, асыуланһа, ыржайған ирлән һымаҡ, көлдөниһә, хас кишер кимергән ҡуян инде, ана, теге «һәнәк» журналына төшөрәләр ҙәһә...

Өй алдындағы ҡойманы яңыртырға кәрәк. Рәшәткәләре күптән әҙер, күгәреп ята һарайҙа. Оҫталау ҡорамалдарын барлап, Әхтәм тәүҙә урамға сығып әйләнергә булды. Нәҡ шул саҡ эргәһенә бер ҡыҙ килде. Әҙ-мәҙ таный уны Әхтәм – Мәҙәниәт йортонда эшләй, исемен генә онотҡан.

– Әхтәм ағай, райондан шылтыраттылар: сәғәт ун икеләрҙә ҡабат борам телефонды, тине эрдэка директоры. Килерһегеҙ, йәме?

Саҡырыу буйынсамы?! Әхтәм еңелсә тулҡынланды, әллә ниҙәр уҙҙы зиһененән.

– Ярай, һеңлекәш, ярай. Саҡырыуҙың аты оло, тигәндәр...

Килде ун икегә Мәҙәниәт йортона. Телефон мәлендә зырланы, теге остағы тауыш эргәлә кеүек тә, тик борсоулыраҡ тойола.

– Ағай, үпкәләштән булмаһын, ней бит әле... Ней, һиңә юллыҡ аҡса таба алмайбыҙ. Беҙҙәге фәҡирлекте үҙең беләһең...

– И-и, ҡустым, ниндәй үпкәләш ти ул! – Әммә Әхтәм ҡара баулы телефон трубкаһын, ағыулы йыландан ҡотолорға теләгәндәй, ҡырыныраҡ һалды ла урамға атлыҡты. Әлдә әлеге һөйләшеүҙе бер кем дә ишетмәне.

Ҡыҙыу атланы. Уйламаҫтан анау алабарман ҡәйнеше тап булып ҡуймаһын. Йә рисуай итер: «Нимә, еҙнәкәйем, хәҙер бейеп кенә аҡса һуғырға ниәтләйһеңме?» Ят та үл ғәрлегеңдән! Дуҫ бар, дошман бар тигәндәй, күҙҙе лә астырмаҫтар... Ҡапыл ғына кәзә һаҡаллы олатаһы иҫенә төштө. Ҡартайған көнөндә «Ҡара тауыҡ» көйөнә үҙе сығарған таҡмаҡҡа һалпандар ине ҡунаҡ-фәләндә:

Алла бирһә, мин байыҡһам,

Таштан һарай һалдырам.

Әллә һалдырам, әллә юҡ,

Әллә шулай ҡалдырам...

Мәғәнәһеҙ, аңлайышһыҙ ине был таҡмаҡ элегерәк, бәй, хәҙер ғилләһе апаруҡ төҫмөрләнә яҙҙы. «һалдырам» ти ҙә, «шулай ҡалдырам» тип ослай. Кемдәр уны ҡалдырҙы, йәғни һемәйтте?

Курткаһының иҙеүҙәрен ысҡындырып ебәрҙе, сөнки йөрәге ташып китте, быуындары йомшарғандай итте, әрнеүле ярһыуынан тыны ҡыҫылды.

Әхтәм һис берәүгә ләм-мим өндәшмәне. Нимә тип кенә һүҙ ҡуҙғатаһың инде? Күҙ буяр өсөн халыҡ-ара хәлдәрҙән генә сәбәп эҙләмәһәң... Хәйер, юллыҡ аҡсаны йә һыйырын тотоноп, зат-ырыуҙан иғәнә йыйып та... Хатта бер-бер алыҫ сәфәргә китә ҡалһа тип, яңы кейемгә айырым һалынған аҡсаны ла исраф итергә мөмкин ине бит.

Ҡуй, оҡшамағанды!..

Көҙ үҙенекен ныҡый, ҡырауҙар ҡатылана бара, ара-тирә өшәнес ямғырҙар һибәләй. Таңһылыу бөгөн дә теше артынан юлланды, ҡуйҙыртып ҡайтыр, ахыры. Ҡуйҙыртһын әйҙә, ул да ата балаһы, ул да бисә-сәсә араһында әҙәмсәрәк йөрөр, исмаһам. Фатимаһын баштан-аяҡ кейендереп ебәрҙеләр былай. Ҡиммәт икән хәҙер йәш-елкенсәктең сепрәк-сапрағы, иҫ китмәле ҡиммәт.

Өйөнә йәнәш баҡсалағы сүп-сарҙы үртәп маташҡанда, ҡапҡа ярығы аша ыҡсым йәшниккә почта төшөрөүҙәрен күреп ҡалды. Ҡыҙынан хат-маҙар тойолмай, ике гәзит кенә килгән. Тәүҙә район гәзитен ҡараштырҙы, шунан иғтибар итте «Башҡортостан»ға. Бәй, «Таланттарҙы Венгрия көтә»... Үҙе лә һиҙмәҫтән, уҡырға кереште. Күрше райондан Фәлән Фәләнов тигән бейеүсе, Ҡыҙыл буйҙарынан әбейҙәр ансамбле – ҡумыҙ сиртеп, үҙҙәренең таҡмағына бейергә оҫталар икән – йәмғеһе ете кеше юллана икән мадъяр иленә. Барһындар, әбей-һәбей менән йөрөргә Әхтәмдең башына тай типмәгән әле... Шулай тынысландырып маташты үҙен умартасы. Ләкин шул саҡ гәзиттә яҙылған бейеүсенең фамилияһына иғтибар итте. Аһ-аһ, Ғәли улы... Ағайым да бейештерә, «Перовский»ҙы оҫта башҡара, тигәйне ләһә Вәсимә Ғәлиевна. «Бейештерә... һүтә икән донъяны! Бейештереү түгел, бейеү кәрәк, бейеү», – тип үртәлде Әхтәм һәм баҡсаһына ыңғайланы.

Быҫҡып ятҡан сүп өйөмө эргәһенә килде лә, ҡулындағы гәзитте йыртҡылап, утты ҡыҙыулатып ебәрҙе. Ҡыҙыҡ, саҡырыуы Әхтәмгә, ә барыуы – бүтәнгә... Вәсимәнең ағаһымы, ҡустыһымы – этем белә. Шул йылмаяҡ терәгән икән Әхтәмде кәкре ҡайынға. Үәт шалҡы! Әхтәм ҡапыл ғына Кәзәташ һыртынан Вәсимәнең һағайыулы ҡараш менән йылға буйҙарын, һыу аръяғындағы йәшел туғайҙы күҙәтеп торғанын хәтерләне. Әллә бөтөнләй үк бушты һөйләмәгән микән Таңһылыуы уның хаҡында?

Көтмәгәндә көндәр хозурланды. Йылы, тәбиғәт һил, йәмле, алтынға, ҡәнәфергә мансыла кеүек ағас япраҡтары. Умарталыҡҡа барып ҡайтыу зыян итмәҫ ине. Уны-быны ямаштырырға, яҡшылап бикләргә лә кәрәк. Ҡышлауға...

Әхтәм Таңһылыуына:

– Әйҙә әле, пани Таңтый, йылы ҡулда умарталыҡҡа барып әйләнәйек, – тип мут ҡына өндәште. – Йәш саҡтарҙы иҫләп, аҙаҡ үҙеңде... йомшаҡ мүккә һалырым...

– Абау, һармаҡ, – көмөш тешен ялтыратып йылмайҙы Таңһылыу. – Йәйәү барабыҙмы?

– Юҡсы, мин Ҡола бейәне егеп киләм, һин ризыҡ йүнәт. Әллә, мәйтәм, берәй литр...

Ҡатын иренә турһайып бармаҡ янаны.

Умарталыҡта эштәрен теүәлләгәс, аласыҡ алдына йәшниктәй күс ҡапҡасы һалып, ашыҡмай ғына сәй эстеләр. Әхтәм, һүҙгә һараныраҡ булһа ла, мәрәкәсел генә.

– Ошолайтып тәпәш өҫтәлдә һыйланыуҙы фуршыт тип атайҙар, ти, сит илдә. Теге саҡ һин фуршылдап тәмен ебәрә генә яҙҙың мәжлестең, һин эттән эткә һалып әрләйһең, Йозоф, ә нимә ти ул, тип белешкәйне, Вәсимә, һаулыҡ һораша, тине лә ҡуйҙы.

– Әрләшерһең дә, эсеүең үҙәккә үтә башлағайны, табылып ҡына тора бит эсәм тигән кешегә әшнәләре.

Әхтәм етдиләнде, уйсан ҡарашын Кәзәташ яғына күсерҙе.

– Әйҙә әле, менеп төшәйек тау башына, бөтмәҫ эш!

– Әйҙә һуң. Анау ваҡыттан алып аяҡ баҫҡан юҡ шунда.

Ир менән ҡатын, бер-береһенә ярҙамлаша-ярҙамлаша, Кәзәташҡа күтәрелде. Бынан бигерәк йәмле күренә тирә-яҡ! Ана шул матурлыҡҡа һоҡланырға, хозур йәнтөйәген тағы ла юғарыраҡтан күҙәтергә теләгәндәй, умартасы бөркөттәй талпынып ҡуйҙы. Әллә бар ғаләмде ҡосорға, әллә сәләмләргә уйлағандай, ҡоласын киң итеп йәйҙе, күкрәген тултырып тын алды. Зәңгәр күкте байҡаған күҙҙәре осҡонланды, гүзәл күренештән күңеле тулышты, гүйә, рухы яңырҙы Әхтәмдең. Һәм ул, яурындарын киреп, ата ҡоралайҙай ташҡа сатната баҫып, башҡорт ҡына булдыра алғанса тыпырланы.

– Абау, берәү әллә бейергә самалай, – инде Таңһылыу көлөмһөрәне, нимәгәлер ҡыуанған кеүек тә үҙе. – Тауҙы емереп ҡуйма.

– Емерелмәҫ, үҙебеҙ генә иҫән булайыҡ!

Сабир ШӘРИПОВ.

2004 йыл

Читайте нас