Ямғыр

Хикәйә.

Ямғыр яуа. Ишеп, биткә бәреп ҡоя ғына...Һалҡын пар тауышһыҙ-тынһыҙ эскә үтә, үҙәктәрҙе көйҙөрөп...

  Ни исмаһам ҡулсатыр ҙа алманы Гөлмирә. (Ул сыҡҡанда ямғыр яуыр төҫлө түгел ине). Ә бына оло юл сатында баҫып торғанда, ышыҡланырға будкаһы ла юҡ. Былай ҙа иларға тулышҡан йәненә һары һағыш булып һеңә был ямғыр...

   Гөлмирә еүешләнгән кофтаһына битен йәшерҙе. Автобус та күренмәй. Тап ошо ваҡытта үтергә тейеш ине... Ни машиналар үтмәй. Әйтерһең дә, был ғәҙелһеҙ донъяла үҙе генә ҡалған да, ғәҙеллек эҙләп сыҡҡан. Боҙ кеүек ялтыраған юл ғына билдәһеҙлектән билдәһеҙлеккә табан бара һымаҡ.

Көтмәгәндә оло юлда машина күренде. Баклажан төҫөндәге "Ларгус" Гөлмирәнең эргәһенә үк килеп туҡтаны. Шофер,ишеген асып, ҡыҙға мөрәжәғәт итте:

   - Әйҙәгеҙ-әйҙә,күшегеп бөткәнһегеҙ, һеҙ ҡайҙа бараһығыҙ бындай ямғырҙа, Стәрлетамаҡҡамы? - тине.

Гөлмирә йөҙөн төк баҫҡан 35 йәштәр тирәһендәге ирҙең был һорауына тетрәнеп китте. Йә, Хоҙай, хәтеренең иң алыҫ мөйөшөнә бикләп ҡуйырға теләгән ҡала исемен әйтә түгелме һуң? Бүтән ваҡытта ишетһә, иҫе лә китмәс ине,бөгөн нәҡ ошо ямғырҙа йән һыҙланыуының әсеһенә түҙә алмайынса юлға сыҡҡан ҡыҙға ниңә ошо ҡаланың исемен хәтергә төшөрәләр?

    Руль эргәһендә ултырған ир һүҙсән булып сыҡты.

  -Беҙ Стәрлетамаҡтан фатир һатып алдыҡ. Хоҙайбирҙин урамын  беләһеңдер, әгәр "местная" булһаң? Аптырайһыңдыр, химиялы, содалы, кемдер экологияһы боҙолған тип тә әйтә, нишләйһең инде, үҙем был райондыҡы. Иптәшем дә ошо төбәктеке, Наумовканан булһа ла, мәрйә түгел. Быға ҡәҙәр ауылда йәшәнек, мин вахта ыҫулы менән төньяҡҡа эшкә йөрөй инем... Фирманы яптылар. Бына тигән эшләй ине, юғиһә. Хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт булды. Кемдер килеп ҡыҫылды ахырыһы, частниктар ине шул. Уртаҡ бүлешә алманылар, буғай. Күпмелер, кәләштең ун биш меңенә яттым да, (тик ятманым таксила йөрөнөм, йөк тә бушаттым) уйлаштыҡ та ауылдағы йортто һатып, ҡа- лаға күсендек (һаҡлыҡ аҡсалары бар ине). Йәшәргә кәрәк тә һә! Улыбыҙ Илданды, ҡыҙыбыҙ Илнараны киләсәктә уҡытырға ла яйлы. Уҡыу йорттары, эш урындары ла бар. Заводта эшләйбеҙ икебеҙ ҙә, заманында колледж тамамлағайныҡ. Донъя түңәрәкләнеп килә. Әле йомоштарымды үтәп ҡайтып киләм.Һауа торошо үҙгәреп китте шул. Иҫән-һау ҡайтып етербеҙ, Алла бирһә. Исемем Илгизәр була. Ниңә өндәшмәйһегеҙ, әллә берәй хәл булдымы - тине.

   Уның һүҙҙәре Гөлмирәне айнытып ебәргәндәй булды. "Был да Илгизәр исемле".

Машина алға урғыла. Гөлмирә үткәндәрҙе иҫкә төшөрҙө...

   Гөлмирә менән Илгизәрҙе юл таныштырҙы.Ул ваҡытта ямғырҙан ҡулсатыр һаҡлаған ине. Мәҙәниәт техникумын тамамлап, режиссер һөнәрен алғас, ҡыҙҙы ҡалаға мәҙәниәт йортона эшкә билдәләнеләр. Яңылыҡты үлеп яратҡан Гөлмирә Башҡортостандың элекке баш ҡалаһына эшкә килеүҙе, донъяның иң бейек түбәһе Эверестҡа менеп, республика флагын элгән кеүек ҡабул итте.

Еңел аралышыусан ҡыҙҙы коллективта үҙ иттеләр. Ситтән килгән һылыуға күҙ төшөргән егеттәр генә аптыратып бөтөрҙө. План төҙөгән, отчет яҙған оҙон кистәрҙә ул үҙенең берҙән-бере тураһында хыялланды. Уға атап шиғырҙар яҙҙы. Һәм ул килде, көтмәгәндә...

    Ялдан һуң Ғафуриҙан Стәрлетамаҡҡа ҡайтырға тип юлға сыҡты. Юлда берәү ҙә булмағас, аптырап ҡалды Гөлмирә. Көтөп-көтөп тә автобус килмәгәс, сәғәтенә күҙ һалды.Автобусҡа һуңға ҡалған. "Хәйерсегә ел ҡаршы", тигәндәй, ямғыр ҙа яуа башланы. Борсолоуҙан нимә эшләргә белмәй баҫып торғанда янына "Датсун" килеп туҡтаны.

   -Ултыр, сибәрем, теләгән ереңә илтеп ҡуя алам. Ҡуш ҡына...

   Тәҙрәнән йылмайған егетте күреп, сер бирмәҫкә тырышып, Гөлмирә:

- Ҡаф тауҙары артына, шоколадлы ярҙарға, һөтлө күлдәргә һәм сәскәләргә күмелгән ерҙәргә илтәһеңме?

  - Ҡалай юлдарыбыҙ бер йүнәлештә икән. Хәҙер үк шунда еләбеҙ, уңайлап ултырып, ҡайышты ҡаптырығыҙ ҙа.

 - Машинаңдың көсө етерме икән?

  - Әлбиттә. Уның көсө лә, бензины ла етә. Хыял ҡанаттарын ҡушабыҙ ҙа унда осабыҙ.

   Илгизәр Стәрле егете булып сыҡты. "Инмаш"та эшләй икән. Ул ваҡытта оҙон юл ҡыҫҡаҡ кеүек тойолдо. Ямғырлы көндә машина тәгәрмәстәре Мөхәббәт иленә ашыкты.

    Бер йылдан һуң Гөлмирәне Өфөгә саҡырып алдылар. Сәнғәт академияһына уҡырға инергә тәҡдим итте-эләр. Ул уҡый башланы, ә күңеле Стәрлетамаҡта ҡалған Илгиҙәрҙе, бергә үткәргән шатлыҡлы кистәрҙе юҡһынды.Йәш йөрәктәргә элемтә хеҙмәттәре менән генә аралашыу аҙ икән, экран аша бер-береңде күреп һөйләшһәң дә. (Көн һайын осрашыу кәрәк икән). Нисектер ҡыҙға аралар һыуына башлаған кеүек тойола башланы. Шылтыратыуҙар һирәгәйә барҙы.Эше күптер тип үҙен йыуатты Һөйгәненең тауышын ишетеүгә зар-интизар булған Гөлмирә үҙе телефонына үрелмәне. Әммә тәбиғәттәң бирелгән ғорурлыҡ хисе лә бер көндө шартлап һына икән. Бер көндө эштәр буйынса Стәрлетамаҡҡа ебәреүҙәрен ишеткәс, кинәнесенән хыял  даръяһында йөҙҙө. Барыуын алдан хәбәр итмәне. Бына исмаһам сюрприз буласаҡ!

    Гөлмирә тулҡынланып таныш фатирҙың ҡыңғырау төймәһенә баҫты Илгизәр сығыр ҙа ҡосаҡлап алыр, ирендәр иренгә ҡушылыр, тип уйлай.

Йөрәк ҡаҡҡан тауышты ишектәр асылыуы боҙҙо.

 - Һиңә нимә йә кем кәрәк? - Ишек төбөндә йыуан ханым баҫып тора.

  - Илгизәр өйҙәме?

  - Юҡ. Ул бында йәшәмәй.

  Был саҡта Гөлмирәнең, әйтерһең, башына тимер таяҡ менән һуҡтылар. Күҙ алдары ҡараңғыланды, йөрәге һулҡылдап тибә башланы. Бер уй үтте башынан: "Тимәк, ул өйләнгән". Көс-хәл менән подъездан сығып китте. Күҙ йәштәре ирекһеҙҙән аҡты ла аҡты. Бына ул автовокзалда кире Өфөгә китергә автобус көтә... Был донъяға әҙәм балаһы илап тыуа тиҙәр. Гөлмирәнең дә иларға хаҡы бар.Тормош булғас төрлө хәлдәр була. Ләкин улар үтә.

    Хәҙер асыҡлыҡ индерәйек. Илгизәр һөйгәне менән яҡыныраҡ булыр өсөн үҙе йәшәгән ҡалалағы фатирын арендаға биреп,әлеге ваҡытта Өфөлә сауҙа вәкиле булып эшләй. (Сауҙа эштәре буйынса оҙайлы командировкаларға йөрөй). Тап ошо мәлдә ул Гөлмирәнең ҡайтыуын көтөп уның подъезын дүрт күҙ менән һаҡлай. Ул бөгөн: "Бәғерем, беҙ һинең менән көн һайын осрашасаҡбыҙ" - тип әйтәсәк. Уның хистәрен бер ҡосаҡ рауза сәскәләре һөйләйәсәк...

Таңдарында - ямғыр тамсыһы түгел, ә аҡлыҡ, сафлыҡ емелдәй. Автобус  тәҙрәһенән ямғырға ҡарап барған ҡыҙҙың Өфөгә яҡынлашҡан мәле...

Оҙаҡ та үтмәҫ күҙ йәштәрен ялҡынлы мөхәббәт киптерер. Аңлашырҙар... Ғазаптарҙан, хыянаттан, ялған һүҙҙәрҙән - барыһынан да өҫтөн ул ысын мөхәббәт! Ә ямғыр яуа ла яуа...Бәхет ямғыры...

Илбарис Сәлимхан.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас