Хыянат (хикәйә)

...

Ҡайһылай ҡыҙыҡ йәшәй икән Ришат. Әле, үҙенең өйөн тәү күргәндәй, ғәжәпләнеп бүлмә уртаһында баҫып тора. Йоҡонан бына шулай, икенсе кешеләй, килеп уянды ул. Әйтерһең тәне үҙенеке, ә мейеһе менән бергә башы – бүтәндеке. Шулай булғас, уйлауы, фекер йөрөтөүе лә башҡаса бөгөн. Күҙе лә элекке нәмәләрҙе бөтөнләй икенсе төрлө күрә. “Малосемейка” бүлмәһенең тарлығы ла күҙенә салынмаған бөгөнгә тиклем: ә ул ус аяһындай ғына икән дә баһа! Ишек өҫтөнән, тәҙрә аҫтынан обойҙары ҡубып, “баштарын” һәлендереп тора. Минән киткәнсе, эйәһенә киткәнсе тип үҙе эшләнеме, әллә алыштырырға ваҡыт еткәнгә шулай айырыла башлағанмы? Стенаның ҡап уртаһына ҡәҙерле нәмәләй шәрә ҡыҙҙың һүрәтен йәбештереп ҡуйған. Ян-яғынан билдәле-билдәһеҙ артист, йырсы фотолары урын алған. Ҡайһылай йәмһеҙ... Ә ҡасан ғына барыһы ла ҡыҙыҡтыра ине. Түбәлә үрмәксен ауы һуҙылған. Янғын сигналы өсөн һуҙылған сымға саң ултырған. Бер кешелек карауаты торған урын ҡарайып, ялтырап уҡ киткән хатта. Стенаға тейеп тә ятмай шикелле улай... Иҙәндә бәләкәй генә балаҫ ишараты ята. Уныһын ауылдан алып киткәйне. Тәүҙә стенаға элеп ҡуйырға уйлағайны, аҙаҡ, ҡышын һыуыҡ булғас, аяҡ аҫтына йәйҙе. Йә, Хоҙай, һыу тейгәне булмағас, быныһы ла былай-алай саңланып ятамы! Мөйөштә табуреткала “Панасоник” телевизоры ултыра. Уныһын, ярай, яңыраҡ алғайны. Шунда бер юлы йүнлерәк аҫтаҡ алһа ни булған инде? Бүлмәгә ингән ерҙә, ишек төбөндә, кейем шкафы тора. Тороу менәнме ни – салбар-күлдәктәрен ишегенә генә элгән дә, эше лә бөткән. Ә шкаф кәштәләре буш. Мөйөштә – телевизор ҡумтаһы. Эсенә нимә генә һыймаған! Бөтөн инструменты шунда. Бүтән урын тапмағандыр инде... Тәҙрәлә әсәһе биреп ебәргән түл һәленеп тора. Ә өйҙәрендә күпереп, ап-аҡ, йомшаҡ ҡына булып өйгә йәм тарата ине... Әле әллә саңдан, әллә тәмәке төтөнөнән һарғайып киткән. Әсәһе килеп күрһә, ҡайһылай оят! Буйҙаҡлыҡ касафаты шул булалыр инде. Ана бит, кухняһындағы хәлдәр ҙә әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Газ плитаһының өҫтөнә ул сәй, ул һурпа түгелеп, әҙәм күргеһеҙ рәүешкә ингән. Өҫтәле һуң! Икмәк киҫәктәре ҡатып, туҙып ята, шәкәрме, тоҙмо түгелгән. Яртылаш һуған кибеп ята. Тәҙрә төбөндә лә нимә генә юҡ: буш кофе, сәй һауыттары – уларҙы нимәгә ташламаҫҡа! Апельсин, лимон ҡабыҡтары. Печеньелар һалған тәрилкә лә шунда ултыра, әйтерһең, ҡуйырға шкаф юҡ. Улары кирбес кеүек ҡатҡан, берәйһенең башына һуҡһаң, тишергә мөмкин, ҡасан алғанын да хәтерләмәй. Хатта үтек тә кухняға килеп сыҡҡан! Үҙеңә ситтән ҡараһаң, ҡайһылай ҡыҙыҡ! Ә ошоға тиклем Ришат быларҙы күрмәне лә. Нисек йәшәүенә иғтибар ҙа итмәгән. Уның өсөн иң мөһиме – ҡайтып йығылырға мөйөш бар, кеше көнлө түгел. Бысраҡ йәшәйме, һауыт-һабаһын йыуамы, керҙәре өйөлөп ятамы – унда эше юҡ. Шулай ҡараны ул тормошона. Әле иһә... Рәхмәт әйтергәме был Миләүшәгә, әллә, тормошона ҡыҫылып, йәшәү рәүешен пыран-заран килтергәне өсөн әрләргәме? Бер ҡайғыһыҙ, һәүетемсә генә йәшәп ята ине бит һуң? Ел-дауыл кеүек килеп инде лә күңеленә, бар тынғылығын юйҙы. Утыҙҙы уҙғас, йөрө инде бала-саға һымаҡ! Бындай тойғоно ҡасан татығанын да иҫләмәй инде хәҙер Ришат. Әллә ун биш йәш ине, әллә ун ете... Онотолған. Тәүге һөйөүе менән борсағы бешмәгәс, мөхәббәт тигәндәренә ҡул ғына һелтәп ҡарай ине бит? Бына ошолай йөрәген урынынан ҡуҙғатырлыҡ ҡыҙ осрамағандыр инде нисәмә йыл буйына. Ә һылыу ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ. Ҡашыҡҡа һал да йот үҙҙәрен. Миләүшәгә тиклем осрағандарының береһенең дә төҫ-башын яманларлыҡ түгел. Ә Миләүшә... Уны бына сибәр тип әйтеп булмай: түңәрәк йөҙ, ҡыҫылыбыраҡ торған һоро төҫтәге күҙҙәр, ҡәләм менән нәҙек итеп һыҙылған ҡаштар, төймә кеүек танау... Нимәһе менән сихырланы һуң Ришатты? Бүтәндәрҙә булмаған нимәһелер бар уның. Әллә йылмайғанда йәм биреп торған ике яҡ сикәһендәге соҡорҙарымы? Тотош йөҙөн баҫҡан һипкелдәре түгелдер ҙә инде? Алсаҡ, һөйкөмлө, баҫалҡы – ошо сифаттары менән албырғанымы? Уйлап-уйлап, төшөнә алмай Ришат. Үҙен, үҙенең сәйер ҡыланыштарын әле һаман аңламай. Ошоға тиклем “шул ҡыҙҙы үлеп яратам” тигән иптәштәренән көлә торғайны, хәҙер үҙенән көлөрҙәрме икән? Хис-тойғоларын һиҙҙермәҫкә тырыша ла бит... әммә йөҙөнә сыҡҡан шатлығы һата ла ҡуя шул. Ай был Миләүшәне!.. Бөгөн киләм тине бит әле. Шуға ла аптырап ҡалды Ришат. Бындай өйгә нисек кәләш алып ҡайтмаҡ кәрәк? Оятҡа ҡалырғамы ни хәҙер?

Ришат трикоһының балаҡтарын тубығына саҡлы төрҙө. Әле сәғәт иртәнге һигеҙ, бер минут ваҡытын да әрәм итмәйенсә эшкә тотонһа, кискә саҡлы өлгөрөргә тейеш. Ярай, бүтән мәлдәрҙәге кеүек арт яғына ҡояш төшкәнсе йоҡлап ятмаған!

Иң тәүҙә тәҙрәләрен ҙур итеп асып ҡуйҙы: елләһен. Ул тәмәкене ниңә өйҙә тартырға кәрәк булғандыр? Әрпеш, ялҡау! тип әрләне ул үҙен-үҙе. Бөтә кейемдәренә, түшәк-ҡаралтыһына һеңеп бөттө бит инде. Хатта стеналарҙан да шул еҫ киләлер, моғайын. Үс иткәндәй, тышта томра, ел әҫәре юҡ. Үҙе лә ҡыҙыҡ – ниңә ҡабаланып Миләүшәне өйөнә саҡырырға ине? Улай тиһәң, бала-саға шикелле тағы күпме театр-кафелар, баҡса-парктар буйлап һәптәнләргә? Ҡыҙ үҙе лә аптырай башламанымы икән? Ярай, ни булһа ла булды, ни уйлаһа ла уйлар, эш эшләнде.

Ришаттың күҙенә тышта һикерәндәгән күгәрсен салынды. Дуҫы. Уны көтә ул. Ашарға һорай. Быйыл ҡыш эйәләшеп алды ҡошсоҡ. Егет, ғәҙәттә, икмәк ҡалдыҡтарын, әрәм иткәнсе тип, тәҙрә аша ергә ваҡлап һибә: ҡоштар ашар әле... Ысынлап та, күҙҙәре лә отҡор бит әле, ҡайһы арала күреп ҡалалар, шунда уҡ йыйылып та китәләр. Аҙаҡ ҡыҙыҡ күреп көнбағыш һибә башланы. Ауылға бер ҡайтҡанында бойҙай килтерҙе. Бүтәндәре ашай ҙа осоп китә, ә берәүһе аҙаҡ та шул тирәлә йөрөп ҡала. Ришат ашарға бирһә, яңғыҙы туйына. Күгәрсен оҙағыраҡ күренмәй торһа, борсола уҡ башлай егет. Үҙе лә өйрәнеп китте ҡошсоҡҡа.

– Шунан, дуҫ, килдеңме? – тип өндәште уға Ришат. – Бөгөн мин һиңә еңгәй алып ҡайтам. Минең дә буйҙаҡ тормошома нөктә ҡуйырға ваҡыт. Ә әле, бар! Йөрөмә аяҡ араһында буталанып!

Ришат уға ҡатҡан икмәк киҫәген ташланы. Ҡурҡынған күгәрсен ситкә һикерҙе. Үҙе “һин нимә?” тип үпкәләгәндәй, тәҙрә яғына ҡарап-ҡарап алды. Дуҫы яғынан йылы һүҙ булмағас, осоп китте.

Егет, биҙрә-сепрәктәрен алып, дәртләнеп залға сыҡты. Яланғас һүрәттәр торһа килешмәҫ тип, иң тәүҙә стеналағы бар фотоларҙы ла алып ташланы. Уның урынына күптәнән ятҡан тәбиғәт һүрәте төшөрөлгән йәбештермәле обойҙы ҡуйҙы. Бына быныһы шәп! Ярты стенаны ҡапланы ла ҡуйҙы. Өйгә йәм ингәндәй булды, ә иң мөһиме, күренеп торған йәмһеҙ ерҙәр йәшерелде.

Элгестәре етерлек, кейемдәрен дә матур итеп шкаф эсенә элергә кәрәк. Ишеген асыуға, буш кәштәләге фотолар тултырылған ҡатырға күҙенә салынды. Уларҙы ла барлап ҡуйырға тура килер. Ҡыҙ-ҡырҡындың фото тип иҫе китеүсән. Унан, уңайһыҙ хәлдән ҡотолорға ла ярҙам итә улар. Һөйләшергә һүҙ тапмаһаң, эшең булһа, ҡарай тор тип фотоальбом тоттораһың да ҡуяһың. Күп тә төшкән икән. Үҙенеке лә күп, дуҫтарыныҡы, һөйгән ҡыҙҙарыныҡы ла. Ҡыҙҙарҙың фотоларын йыйыу үҙенә күрә бер ғәҙәтенә әүерелде уның. Бындағы күп ҡыҙҙарҙы иҫләмәй ҙә инде хәҙер. Бер нисә осрашалар ҙа, хушлашалар. Йә үҙе осрашыуға бармай, йә ҡыҙҙар килмәй ҙә ҡуя. Бына быныһы Файка. Ысынында башҡорт ҡыҙы ул, Фәниә исемле. БДУ-ла уҡыны танышҡандарында. Ай сибәр ине! Егеттәр Ришаттан көнләшеп бер булғайны. Әллә ҡайҙан Роза исемлеһе тап булды шунда. Ундай-бындай хәбәр тиҙ йөрөй ятаҡта. Кемеһелер Ришаттың көн дә Розаны оҙатып ҡуйыуын, үбеп индереп ебәреүен Файкаға һөйләй һалған. Тегеһе лә шунда уҡ тыртая һалып бара, әйтерһең, законный ире. Ҡыҙҙың ул мәлдәге күҙ йәше!.. Ышанып, өмөтләнеп йөрөгән булғандыр инде, бисара. Ғорур ине шул бигерәк, Ришат ғәфү үтенеп күпме инәлеп ҡараһа ла, ыҡҡа килмәне, яҡын да килтермәне бүтәнсә. Хәйер, егет артыҡ көйөп тә йөрөмәне шикелле, Розаһынан тыш Лидияһы бар ине инде. Уларҙың икеһе менән дә борсағы бешмәне. Береһе һуңлап килһә лә ҡылтая, бүләк-маҙары булмаһа ла танауы һәленә, ҡатыраҡ шаяртҡанды ла күтәрә алмай... Икенсеһе егеттең һәр аҙымын контролдә тотоп маташа... Ахзырҙа егет ҡул һелтәне: донъяла бүтән һылыуҙар ҙа етерлек! Ҡыҙҙары күп булды, һүҙ ҙә юҡ. Бер көн эсендә икәү-өсәүһе менән күрешергә өлгөрә ине. Шул арала эшенә лә бара. Ҡайҙан ваҡыт тапҡандыр?! Һүҙ юҡ, ҡыҙҙар менән ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөнө, күп түктерҙе бахырҙарҙың күҙ йәштәрен. Хәҙер, иҫенә төшөрһә, уңайһыҙ булып китә. Вәт алйот булған! Заринаны ҡараңғы урман юлында бер үҙен төшөрөп ҡалдырғайны матайынан. Йәлләмәгән дә. Шулай ҡаты бәғерлеме икән ни? Һанламаған, йәне һөймәгәндер инде. Был фотоларҙың һәр береһе үҙе бер тарих. Иҫләргә генә ҡалды. Ялҡты ул ундай һикерәндәк тормоштан. Янында берҙән-берәү генә булыуын теләй. Ә был фотолағы ҡыҙҙар... “Ғәфү итегеҙ мине, һеҙҙе илатырға теләмәгәйнем”... Ришат ғәйепле йөҙ менән фотоһүрәттәрҙе сүп биҙрәһенә алып барып һалды. Кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолғандай, еңел һуланы. Күптән шулай итергә кәрәк булған. Хәҙер, исмаһам, тормошто өр-яңынан башларға ла мөмкин!

Бысраҡ түлдәрен алып, тәҙрәләрен һөртөштөрөп, иҙәнен йыуып алғансы алғансы, аш-һыу, ванна бүлмәләрен рәткә килтергәнсе төш тә етте. Ҡатын-ҡыҙға Хоҙай түҙемлек бирһен! Нисек барыһына ла өлгөрәләрҙер? Йыбанмайҙар ҙа... Әле ул Миләүшәнең килеү шатлығынан ғына дәртләнеп эшләп йөрөй, былай булһа, күптән ҡул һелтәр ине.

Өйөн таҙартып сығарғас, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо Ришат. Ана ҡайһылай бүлмәһенә ҡот ҡунды. Күптән шулай итмәй... Миләүшә киткәс түшәрменә әле тип, балаҫ рәүешен төрөп, шкафына тыҡты, түшәк-ҡаралтыларын сығарып ҡаҡты. Яҫтығы ҡабарып, ҡупырайып карауат түренән урын алды. Барыһы ла матур, шартына килһен әйҙә! Аяҡ өҫтө генә йөрөп тамаҡ ялғап алды ла, күлдәк-салбарын үтекләп ҡуйҙы. Көндәлеккә кейгән кейемдәрен кеймәҫ бит инде. Байрам булғас, байрам булһын.

Һыуытҡысты ла тултырып ҡуйырға кәрәк. Матур итеп табын әҙерләр. Аш-һыуға ҡулы оҫта Ришаттың. Ул яҡтан маҡтана ала. Мәктәпте тамамлап сығып киткәне бирле үҙ тамағын үҙе ҡарай бит инде. Өйрәнде.

Бүтән ваҡытта күҙ йомоп алған шарабын һайлай алмай хитланды. Ниндәйен яратҡанын кем генә белһен инде! Йә ниндәй генә төрҙәре юҡ. Изабелла тигәненең генә ағы, ҡыҙылы, алһыуы, “сладкийы”, “сухойы” бар. Һәр береһенең үҙ хаҡы. Ярай әле һатыусы ҡыҙҙар килде ярҙамға – ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙың хәлен нығыраҡ аңлай барыбер. Сәғәтенә күҙ һалғас, аҙыҡтың әҙерен генә алырға ниәтләне Ришат. Бешеренеп өлгөрмәүе бар. Хөкүмәткә рәхмәт, йәнең теләгән нәмә бар хәҙер магазинда, аҡсаң ғына булһын. Тауыҡ, колбаса, сыр, торт, кәнфит-маҙар – барыһын да алды егет. Бер нәмә лә йәл түгел. Миләүшә алдында йөҙө ҡыҙармаһын да, ҡыҙ үҙенән баш тартып ҡуймаһын. Берәйһенең ташлап китеренән тәүге тапҡыр ҡурҡыуы Ришаттың? Хәс малай-шалай кеүек ҡылана, йә хоҙай, хәйерлегә булһын.

Кухнялағы өҫтәлде залға сығарып ултыртты егет. Тиҙ арала өҫтәл алып ултыртырға кәрәк булыр. Миләүшә – уҡытыусы, көн дә дәрескә әҙерләнергә, дәфтәр тикшерергә тура киләсәк юҡһа. Алып ҡайтҡан аҙыҡтарын йоҡа ғына итеп теҙҙе. Ҡайнатма, бал һалып ултыртты. Билмәнен аҙаҡ, Миләүшә килгәс кенә бешереп алыр. Быныһы булды. Тик нимәлер етмәй кеүек. Эйе, сәскә! Ниңә алдараҡ башына килмәгән! Бая бер юлы тотоп ҡайтыр ине. Ярай, әле лә һуң түгел. Ришат осоп тигәндәй сәскә магазинына юлланды. Их, бүләк һайлау иң яратмаған нәмәһе ул Ришаттың. Әле лә магазинға ингәс, сәскәләрҙең күплегенән күҙҙәре сыбарланды.

– Сәскәне кемгә һайлайһың? Ҡатыныңамы, һөйәркәңәме?

– Һөйгән ҡыҙыма!

Һатыусы ҡыҙ, был йәштә ниндәй һөйгән ҡыҙ булһын, тигән кеүек сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы, әйтерһең, утыҙ йәште уҙғас, мотлаҡ өйләнгән булырға тейешһең. Миләүшәнең нисә йәштә, күҙҙәре ниндәй төҫтә, ниндәйерәк кейем кейеүен һорашҡандан һуң, алһыу розалар алырға кәңәш итте һатыусы. Егет Миләүшәне алһыу гөлләмә менән күҙ алдына килтереп, ауыҙ йырҙы.

– Ул үҙе лә ошондай төҫтө ярата шикелле...

– Мин белгәнгә кәңәш итәм, – тип көлөмһөрәне ҡыҙ. – Һеҙгә уңыштар һәм ҡайнар мөхәббәт теләйем һөйгәнең менән.

– Рәхмәт!

Бер генә йылы һүҙ кешене үрҙәргә күтәрергә һәләтле шул. Сәскәләр ҡосаҡлап ҡайтып килгән Ришат Миләүшәһен тағы ла нығыраҡ ярата башлағандай тойҙо. Тулҡынланыуҙан йөрәге ярһып типте. Ул мотлаҡ уңасаҡ һәм бәхетле буласаҡ!

Сәскә менеп ултырғас, өҫтәлдәге етешһеҙлек бөттө. Булды шикелле. Инде хәҙер ҡыҙҙың килгәнен көтөргә генә ҡалды. Бер сәғәтләп ваҡыт бар. Үҙе ниндәй ҡиәфәттә һуң әле? Их, ҡәһәрең, көҙгөһө лә юҡ бит исмаһам! Туҡта, ә Миләүшә килгәс көҙгө һораһа ни тиер? Ҡыҙ-ҡырҡын халҡы көҙгөгә әллә нисә ҡарап алмайынса күңеле булмай торған. Тиҙ генә сығып килһә? Яҡшы булыр. Шулай итте лә Ришат – етеҙ аҙымдар менән тағы магазин яғына юрғаланы. Ярай әле магазиндар алыҫ түгел. Нимә кәрәк, иртәме, төнмө, йүгереп кенә сығаһың да алаһың.

Көҙгө һайлау әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмаһа ла, алып ҡайтҡас, ҡайҙа элергә белмәй баш ватты. Ваннаға ла бармай, урыны залда ла түгел кеүек. Ахырҙа, ҡайҙй элергә Миләүшә хәл итер тигән ҡарарға килде. Көҙгө уға кәрәгерәк буласаҡ бит. Ҡайҙа уңайлы тип һанай, шунда ҡуйып бирер. Әлегә яҫтыҡҡа һөйәне.

Булды шикелле. Инде хәҙер килһә лә ярай, Ришаттың эше бөттө. Егет телевизорын ҡабыҙҙы ла, карауатына арҡыры ятты. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөү үҙенекен итте, Ришаттың үҙенән үҙе күҙҙәре йомолдо.

 Серем итеп тә өлгөрмәне, ҡапыл тышта сай-сой иткән тауышҡа һиҫкәнеп уянды. Әллә эт булды, әллә бесәй, йә хоҙай кешене йөрәкһеҙ ҡалдырырҙар... Шул ыңғайы кухня яғындағы тәҙрәгә нимәлер ҡаты итеп һуғылды. Ришат һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Нимә булды тағын? Бәй, уның күгәрсене, дуҫы ла баһа! Әллә яраланған инде? Тыштан “һав!” тигән тауышҡа тертләп, тәҙрә тупһаһында ҡурҡып ултырған күгәрсен өйгә осоп килеп инде.

– Көш, ҡайҙа киләһең?! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Ришат. Былай ҙа ҡото осҡан ҡош тағы ла нығыраҡ ҡурҡып, зал яғына осто. – Шул ғына етмәгәйне! – тип һуҡранды Ришат. Таҫтамал эләктереп, күгәрсенде ҡыуып сығарырға ниәтләне. Бахыр ҡош ни эшләргә белмәй, өй буйлап оса, әле унда барып ҡағыла, әле бында һуғыла. Ҡанатына ниҙер булған, ҡанһырап тора, ауырлыҡ менән елпә үҙе. Башҡа ваҡыт булһа тынысланғанын көтөп, ипләп кенә тотоп алыр, яраһын бәйләр ине лә бит, әле ваҡыты ундай түгел. Миләүшә ана-бына килеп инергә мөмкин. Әлегә ҡыуып сығарып торорға кәрәк. Таҫтамалы менән нығыраҡ һелтәнде шикелле: осо менән өҫтәл өҫтөнән осоп барған ҡошсоҡҡа тейҙе. Уныһы тигеҙлеген юғалттымы, ҡапыл аҫҡа кәйелде лә, аяҡтары менән ҡайнатмаға тура килеп, түгеп ебәрҙе. Ҡурҡышынан ҡапыл күтәрелгән ыңғайы туп-тура вазаға һуғылды. Гәлсәр һауыт шунда уҡ иҙәнгә ҡолап селпәрәмә килде, сәскәләр тирә-яҡҡа һибелде, береһенең башы өҙөлөп сыҡты. Өҫтәл өҫтө һыу менән тулды. Тырышып әҙерләгән табындың йәме китте.

– Ах, ...! – Ришат ҡарлыҡҡан тауыш менән ҡаты итеп һүгенеп ебәрҙе. – Ни эшләнең һин!?

Ҡурҡышынан алан-йолан ҡаранған ҡошсоҡ ары һуғылып, бире һуғылып осоуын дауам итте. Асыуҙан Ришаттың күҙҙәре аларҙы, аңы томаланды. Йән асыуына күгәрсенде тәҙрә яғына ҡыуаларға тотондо. Ҡошсоҡ үҙе лә ниҙер аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Башы әйләнеп, егет ҡыуалаған һайын кире яҡҡа талпынды. Ришат киләһе һелтәнеүендә ҡошто таҫтамалы менән эләктереп, диванда торған көҙгөгә ҡуша һуҡты. Һөйәлеп кенә ҡуйылған көҙгө шаурап иҙәнгә ҡойолдо. Егет, баяғынан да яман һүгенеп, йән асыуы менән карауатта ҡуҡырайып ултырған яҫтыҡты эләктереп алды ла, бар көсөнә ҡош яғына елгәрҙе. Күгәрсен имен-аман тышҡа осоп сығып ҡотолдо, ә бына яҫтыҡ, ишек яңағынан һерәйеп сығып торған сөйгә эләгеп, йыртылып китте. Өйгә мамыҡ тулды. Бындайҙы көтмәгән Ришат йәшелле-күкле тауыш менән аҡырыныуын белде. Ниҙер уйларлыҡ хәлдә түгел ине ул был мәлдә. Хатта Миләүшә лә башынан сығып осто.

Әмәлгә ҡалғандай, ишек шаҡынылар.

– Кем унда? Атаң башы кәрәкме һеҙгә, ...! – Артабан ниндәй һүҙҙәр теҙгәнен дә хәтерләмәй егет.

Тағын шаҡынылар.

– Был мин инем... – тине ҡыйыуһыҙ ғына тауыш. Миләүшә! Шунда ғына Ришат әҙерәк аңына килгәндәй булды. Ҡайһылай оят... Йә инде, нәҡ ошондай мәлдә килеүен әйт әле. Алдан әҙерләнһәң дә былай килеп сыҡмаҫ! Ни эшләргә белмәне егет. Асырғамы, юҡмы? Ҡасып ҡала алмаҫ инде. Ришат иҫерек кеүек аңҡы-тиңке булып ишеккә йүнәлде.

– Һаумы, Миләүшә! Һин килдең дә мени? – Теле көрмәлеп, һүҙҙәрен саҡ әйтә алды егет. Үҙе тиҙ генә тышҡа сыҡты ла, ишекте япты.

– Килдем шул. Әллә көтмәгәйнеңме?

Ихлас йылмайып ҡарай ҡыҙ. Ришаттың хәлгенәһен тамсы ла белмәй шул. Шуға ла йылмая. Яңы күлдәк һатып алған икән, шуға иғтибар итте егет. Элек кейгәне юҡ ине. Тимәк, ул да ошо осрашыуҙы көткән, әҙерләнгән. Бүтән ваҡытта беленер-беленмәҫ кенә буяп йөрөгән ирененә, ҡашына, күҙ ҡабағына буяуҙы ла ҡуйыраҡ һөрткән, былай хатта нығыраҡ килешә.

– Нисек көтмәй ти инде! Шул тиклем ныҡ көттөм мин һине!

Егет һүҙҙе нимәнән башларға, ни эшләргә белмәй аҙапланды. Шуғалырмы, әлеге һүҙҙәре үтә лә яһалма яңғыраны. Быны ҡыҙ ҙа һиҙҙе, ҡаштары һикереп, еңелсә генә ирендәре дерелдәп ҡуйҙы.

– Көткәсең, өйөңә саҡырмайһыңмы ни? Әллә минән башҡа тағы берәй ҡунағың бармы?

– Бар, әй, юҡ! Әллә нәмә һөйләп торамсы. Миләүшә, һин мине ғәфү ит, йәме, зинһар, әҙерәк кенә ошонда тороп тор әле...

– Ниңә? – Аптырауҙан ҡыҙҙың былай ҙа бөгөлөп торған ҡаштары тағы ла нығыраҡ дуғаланды.

– Минең бер эшем бар ине. Сюрприз!

– Ә кем бар өйөңдә?

– Бер кем дә юҡ! Ниңә улай тиһең?

– Кем менәндер бик ҡаты тиргәшә инең бит?

– Ҡош ине ул. Күгәрсен.

– Ришат! Был һүҙҙәрең менән кемде алдарға теләйһең? Бәлки, ул күгәрсенеңдең исеме лә барҙыр? Сәсе лә оҙондор әле үҙенең?

– Юҡ, һин нимә? Ҡоштоң сәсе була тиме? Ун минут етә миңә, Миләүшә. Зинһар, көт, йәме? Мин хәҙер. Тик үтенәм, китеп барма.

– Ә инһәм нимә була?

– Юҡ-юҡ! Саҡырғас ҡына инерһең.

Ришаттың бер ваҡытта ла был тиклем дә уңайһыҙ хәлгә ҡалғаны юҡ ине әле. Иҫәр кеше кеүек тор инде хәҙер нимә һөйләгәнеңде үҙең белмәй, күгәрсен тип!

– Ишек төбөндә торайыммы ни? – Күҙҙәрендә үпкәләү. Ни эшләһен һуң Ришат?

– Ун, юҡ, биш минут ҡына! Зинһар!

– Йә, ярай, биш минут! Шунан да артығын көтмәйем.

– Ярай-ярай, Миләүшә!

Егет ен һымаҡ яңынан өй йыйыштырырға тотондо. Көҙгө, ваза ярсыҡтарын йыйып биҙрәгә түкте. Өҫтәлен һөртөп алды. Сәскәләрҙе банкаға ҡуйҙы. Иң ҡыйыны мамыҡ йыйыу булды. Йә ярай, уныһын берәй нәмә тип аңлатыр әле. Иң мөһиме, өҫтәлде тәртипкә килтерҙе, быяла ярсыҡтары йыйылды.

– Мин киттем, Ришат! – тыш яҡтан Миләүшәнең үпкәле тауышы ишетелде.

– Булды-булды, Миләүшә! Әйҙә ин, хәҙер ишекте асам!

Ҡабаланып барған Ришат ярсыҡ һалған биҙрәһенә саҡ эләгеп йығылманы. Ҡабаланып, ситкә алып ҡуйырға ла онотҡан!

– Биш кенә түгел, ун биш минут үтте, Ришат! Шулай ишек төбөнә ҡуйып, мыҫҡыл итергә саҡырҙыңмы ни мине? Хуш! – Шул һүҙҙәр менән Миләүшәнең йыраҡлашҡан аяҡ тауыштары ишетелде.

– Миләүшә! Китмә!

Эләгә-һөрлөгә ишеккә ташланған Ришаттың артынан сүп биҙрәһе йығылды. Быяла ярсыҡтары иҙәнгә ҡойолдо. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй коридор буйлап атлаған егет артынан бая үҙе ташлаған сибәр ҡыҙҙарҙың фотоһүрәттәре ялтыр ярсыҡтар аша йылмайып ҡарап ҡалды...

Гөлнара МОСТАФИНА.

Читайте нас