Мунса эйәһе

...

Зәйтүнә, бүтәндәр йоҡонан торғансы тип, көйәнтә-биҙрәләрен алып, йылға буйына төшөп китте. Ҡаҙ-өйрәктәр бысратмаҫ борон һыу ташып ҡуйырға кәрәк. Шулай, ауылға килһә, тыштан индереп булмай уны. Түтәлдәргә һыу һибә, утай, картуф күмә. Иртәле-кисле һыйырын да үҙе һауа, кәзә-һарыҡтарҙы барлай. Ҡәйнәһе әҙ булһа ла ял итһен тип тырыша. Әле уныһы район үҙәгендә йәшәгән ҡыҙына киткәйне.

Зәйтүнә галуштарын сисеп, һыуға инеп баҫты. Әбдерәш йылғаһы бәләкәй генә, һыуы шул тиклем таҙа. Һалҡынлығынан аяҡтарына рәхәтлек йүгерҙе. Ул битен, ҡулдарын йыуҙы.

Өйгә ҡайтҡанда балалары тормағайны әле. Ауыл килеште быларға, тип көлөмһөрәне әсә кеше, бер нәмә лә белмәй иҙерәп йоҡлаған ҡыҙы менән малайына алмаш-тилмәш ҡарап. Көнө буйы арманһыҙ булып сабалар шул. Зөбәйер ҙә йоҡлайҙыр. Ауылға ҡайтҡаны бирле әле бер, әле икенсе дуҫы килеп, осрашыуҙарын “йыуалар”. Зәйтүнә тәүҙә “эсмә” тип әйтеп ҡараны ла, ҡулын һелтәне. Туйғас, туҡтар әле.

Зәйтүнә ирен уятыуҙан ҡурҡып, шым ғына йөрөргә тырышты. Веранданың ишеген бикләп ҡуйҙы. Унан аш һалды, сәйнүген эҫетергә ултыртып, тәҙрәне асып, килендәшенә тауыш бирҙе:

– Диләфрүз, әйҙә, сәй эсергә ин!..

 Юл аша, ҡаршылағы өйҙә йәшәй улар. Килендәшенең уңғанлығына һоҡлана Зәйтүнә. Эшләгәндә күҙҙәренә ҡул да эйәрмәй. Был бәләкәс, ябыҡ ҡына ҡатын ҡайҙан шул тиклем көс алалыр? Дин тота, әллә ниндәй доғалар ҙа белә. Күрәһең, Хоҙайҙың барлығына ышаныу уны гүзәл, итәғәтле итәлер. Өйөнә инһәң, һәр нәмә үҙ урынында, таҙа, бөхтә. Үҙе бер минут та тик тора белмәй, һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл. Әле лә сәйгә яңы ғына ҡойолған ҡоймағын тотоп инде.

Сәй эсеп туйғас, Диләфрүз:

– Мин иртүк мунса яғып ебәргәйнем. Ҡала кешеләренә танһыҡтыр. Зөбәйер ҡәйнешкә лә, йыуынып алһа, насар булмаҫ... – тип мунсаһын ҡарарға теләп, ҡайтып китте.

Килендәше киткәс, ем һалып алды ла бәпкәләрен ашатырға сыҡты.

– Гәлә-гәлә-гәлә!.. Асыҡтығыҙмы? Килегеҙ, йәһәтерәк йыйылығыҙ, ашай һалығыҙ, э-эй, бәпкәгенәләрҙе!.. – тип һарыҡайҙар менән булған Зәйтүнәне Диләфрүздең йөрәк өҙгөс тауышы һиҫкәндерҙе.

– Зәйтүнә!

– Әү, мин бында! – Нимә булды икән тип ҡото осоп, килендәше урамға сығып йүгерҙе. Диләфрүз урамының ҡап уртаһында шаҡ ҡатып баҫып тора, ҡарашы ҡайҙалыр һарай яғына төбәлгән.

– Уй аллам, ни булды? Йөрәкте алдың да баһа.

– Унда, мунсала, кемдер бар... – Зәйтүнәгә ҡарамайынса ғына өндәште Диләфрүз, үҙе мунса ишегенән күҙен алмай.

– Бала-саға йөрөйҙөр...

– Төтөндәме? Әллә мунсаның эйәһеме икән? Йә ҡәйнәм өйҙә юҡ... Ҡайнағаң да эштән һуң ғына ҡайта...

Үҙе һөйләй, үҙе һаман “мунса эйәһен” күҙләй.

– Кит юҡты, күҙеңә күренгәндер. Ҡайҙа, үҙем барып ҡарайым әле...

Зәйтүнә ҡыҙыу аҙымдар менән мунсаға табан атланы. Тупһаға барып еттем тигәнендә генә ишек үҙенән-үҙе “шап” итеп ябылмаһынмы! Зәйтүнә шып туҡтаны. Өнһөҙ ҡалды. Артҡа боролорға итә, тик аяҡтары тыңламай, ниҙер әйтергә теле әйләнмәй. Шул саҡ мунса эсендә сүмес, кәритә даңғылдаған, һыу шаптырлаған тауыштар ишетелде. Зәйтүнәнең тәненә тир бәреп сыҡты. Ғүмерҙә әйтмәгән “Бисмилла” һүҙе килде теленә.

– Әйттем бит мин һиңә, ен йөрөй тип...

Диләфрүздең тауышын ишеткәс кенә терелеп киткәндәй булды. Ҡабаланып артҡа сигенде. Ул китеүгә әкрен генә ишек яңынан асылды...

– Енде әйтәм, берәй нәмәгә асыуланды микән? Зәйтүнә, Зөбәйерҙе алып киләһеңме әллә? Ир кеше бит...

– Һин лутсы Сәриә әбейҙе алып кил. Оло кешенән файҙа күберәк булыр. Зөбәйер үҙе енгә әйләнеп бөткән инде, – тине Зәйтүнә ирен уятҡыһы килмәйенсә.

Диләфрүз күршеләренә китте. Сәриә әбей шундуҡ килеп етә һалды.

– Өйөгөҙҙөң эйәһе бар, тигәнгә һис ышанмай инегеҙ, күрҙегеҙме? Әҙ генә яңылышҡанмын, эйә мунсаныҡы булған икән, – тине әбей еңеүсе ҡиәфәтендә. – Ап-аҡ йән эйәһен урамығыҙҙа әллә нисә күргәнем булды. Хәҙер доғаларымды уҡыһам, сығып ҡаса ул... – Ауыҙ эсенән нимәләрҙер уҡый ҙа башланы. Унан, мунса яғына ҡарап, ҡулдарын һелтәй-һелтәй һамаҡларға тотондо:

Шайтан, шайтан, һуңланың,

Өйҙөң инде хужаһы бар.

Кит бынан, юғал күҙемдән,

Өйҙөң инде хужаһы бар!

Әммә мунса эйәһе лә ныҡыш булып сыҡты, һис китергә ашыҡманы. Шуны белдерергә теләгәндәй, ишек һаман бер асылды, бер ябылды, тас, сүместәр торған һайын нығыраҡ даңғылданы.

– Бик ныҡ эйәләшкән был. Сығарырға минең көсөм етмәһә, мулла саҡыртырға тура килер, – тине Сәриә әбей уфтанып.

– Мунса һүрелә лә башланы инде, – Диләфрүз өтәләнә башланы. – Әҙерәк өҫтәрмен дә тигәйнем...

– Ен-шайтандар, һүгенһәң, китә, тиҙәр, әллә тағы, – хәҙер инде белгес әбей ҙә икеләнә башлағандай. Улар өсәүләп бер-бер артлы “ҡороғор”, “шайтан алғыр”, “йәшәмәгер”, “үлгер”, “йәлсемәгер” тигән һүҙҙәрҙе ҡабатларға тотондо.

Урам буйында кеткелдәгән тауыш ишетеп, Зәйтүнә артына боролдо. Унда ауыҙ йырып “алкаш” Ғәпәй баҫып тора.

– Ана тағы бер пәрей! Көнө-төнө эсеүенә күптән шайтанға оҡшап ҡалған. Кил әле бында, мунсала һинең кеүек бер пәрей бар, – тип Диләфрүз Ғәпәйҙе саҡырҙы.

– Саҡ ҡына һалаһығыҙмы һуң? – Ғәпәйҙең күҙҙәре майланып китте. – Бөтөн шайтандарығыҙҙы туҙҙырам... – Үҙе йәһәт кенә кеҫәһенән рүмкә килтереп тә сығарҙы. – Ошоно тултырып ҡына һалып бирһәң...

– Ана, мунсаға эйәләшкән енде ҡыуып сығарһаң, бер яртыны тоттороп ебәрәм, – Диләфрүз үҙ шартын ҡуйҙы.

– Ә-ә-ә, юҡ инде. Мине мунсаға ябырға итәһегеҙме? Килеп сыҡмаҫ шу-ул. Беләм мин һеҙҙе...

Ғәпәй шылыу яғын ҡараны. Өсәүләп мунсаға текәлеп ҡалдылар. Яйлап мунсаның төтөнө һүрелде. Ишек тә асылып ябылыуҙан туҡтаны. Тик эстәге даңғылдаған тауыштар ғына тынманы.

– Әллә өсәүләп бергә барып ҡарайбыҙмы? – тине аптыраған Зәйтүнә. Әммә теге икәүһе шөрләне, “юҡ” тигәнде белдереп, баш сайҡаны. – Улай булғас, нимә булһа ла булыр, яңғыҙым барам да инәм. Үлтермәҫ әле.

– Ҡуй, килен, йөрөмә, зәхмәте ҡағылыр. Анауы Мәстүрәнең малайы ни... Киске эңерҙә ҡыйҙыҡта йөрөп, зәхмәт һуҡтырҙы бит. Шунан һуң тотлоғоп ҡалды. Мирзаны бөтөнләй фалиж һуғып ҡуйҙы...

Әммә Зәйтүнә Сәриә әбейҙе тыңлап бөтмәне, ҡыйыу аҙымдар менән мунсаға табан атланы. Артынан Сәриә әбей ҙә эйәрҙе.

– Туҡта, улай булғас, тәүҙә үҙем инәйем. Мин инде йәшәгәнемде йәшәгәнмен...

Зәйтүнәнең ҡыйыулығы Сәриә әбейгә лә көс өҫтәне. Һәр тауышҡа ҡолаҡ һала-һала әкрен генә атланы улар. Бына ишек. Сәриә әбей ян-яғына төкөрә-төкөрә белгән доғаларын уҡығандан һуң, һаҡ ҡына, ишекте күтәрә биреп асып ебәрҙе. Соланға инделәр. Эстә ҡараңғы. Төтөн һаман бөтмәгәйне әле. Шул саҡ шап та шоп миндек менән сабынған тауыш ишетелде. Сәриә төндөктән мунса эсенә ҡараны.

– Ен, ен! Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра тышҡа атылды. Юлында торған Зәйтүнәне саҡ этеп йыҡманы. – Үҙе бәләкәс кенә, эсе көпәйеп тора, башы ҡорһағына ҡарағанда ла ҙур...

Зәйтүнәлә ҡыҙыҡһыныу уянды. Тере енде үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, төндөккә күҙ һалды. Мунса эсе зәп-зәңгәр. Бәләкәс кенә тәҙрә ишараһынан һаран ғына яҡтылыҡ төшә. Эләүкәлә, ысынлап та, бәләкәй генә йән эйәһе шап та шоп сабынып ултыра. Бәй, был Зөбәйере бит!..

– Атаҡ-атаҡ, – тип ҡысҡырып ебәрә яҙҙы Зәйтүнә, ауыҙын баҫты. – Нимә эшләп ултыраһың ул?

– Күрмәйһеңме ни, сабынам, – ир иҫе лә китмәй, сабыныуын белде.

– Кисә нимә тигәйнең? Айнығам, бүтән эсмәйем, тинең. Ишекте нисек асып сыҡтың?

– Тс-с-с, тауышланма, кәләш, мине инопланетяниндар сығарҙы. Йоҡонан тырнап уяттылар ҙа, ауыҙға араҡы һалдылар. Ҡасып, бында килдем, әллә ҡайҙа алып китәбеҙ тигәйнеләр атыу.

Шул саҡ урамда тауыштар яңғыраны:

– Диләфрүздәрҙең мунсаһына ен эйәләшкән!..

Зәйтүнә мунса солансаһының йылғаға ҡараған яғындағы бер таҡтаһын ҡайырып асырға тотондо.

– Бар, бынау тишектән сығып ҡас, теге яҡта – ҡыуаҡлыҡ, йәшен. Бер ун биш минуттан ҡайтырһың. Диләфрүзгә йылғала һыу индем, тип әйтерһең. Мин быларҙы әүрәтә торам. Кит... Әҙәмдән оят...

Айнығып бөткән Зөбәйер тиҙ генә кейемдәрен эләктерҙе лә ҡатыны асҡан ярыҡтан тышҡа сығып ҡасты...

Гөлнара МОСТАФИНА.

Читайте нас