ЭСКЕ ТЫЙЫЛҒАН САҠТА (хикәйә)

...

Ҡапыл ғына ул барыһын да аңланы...

Юҡ, был хәлдән донъя түңкәрелмәне. Ер ҙә тетрәмәне. Аяҡ аҫтындағы ялтыр мәрмәр ҙә сатнаманы, университеттың аҡ колонналары ла ҡойолоп ауманылар, әүәлгесә ауыр таш ҡыйыҡты күтәреп тора бирҙеләр.

Балҡып торған май айының аҡ сәскәләре лә таждарындағы бер генә япраҡты юғалтманылар был хәлдән.

Бар нәмә лә үҙ урынында ҡалды...

Тик йөрәгенең иң төбөндә, гүйә, кескәй генә сатнау яралды һәм сытыр-сытыр килеп, дауа белмәҫ һыҙланыу яралтып, төрлө яҡҡа тарала, йәйелә, киңәйә башланы. Ихтыярына ҡуйып тыймаһаң, һис шикһеҙ, ул сатнау йөрәкте генә түгел, ә уның барса ағзаларын, мейеһен, тән-кәүҙәһен селпәрәмә итергә янай ине...

«Һаҡла мине! Мине һаҡла!»

Зиһене шулай тип ҡысҡырҙымы уға, әллә күңеле илап ял-барҙымы шулай... Ул ниндәйҙер эске бойороуға буйһоноп күҙҙәренән атылып сығырға ынтылған хис-тойғоларына кәртә ҡуйырға булдырҙы.

...Нуҡта белмәйенсә үҫкән аҫау айғырға йүгән кейҙереп, шул йүгән теҙгенендә һөйрәлеп йөрөгәнегеҙ бармы?..

– Ниңә дөрөҫтө яҙманың?

Шулай тигәндә үҙенең йылмайыуын тойҙо. Шул йылмайыуҙан йөҙөнөң йәмһеҙләнеүен, бар ҡиәфәтенең ҡотһоҙланыуын да тойҙо ошо мәлдә.

Ә ҡыҙ, унан ике аҙымда ғына торған һушты алғыс һөйкөмлө алиһә, күҙ алдында алмашынған ышанысһыҙ май күгеләй, бер йылмая, бер һүрелә...

Биш минут элгәре генә хәрби кейемле ҡупшы егет университет колоннаһы янында торған һөйгәнен күргәс, ҡояштай балҡып, таш күтәрмәләргә осоп менгәйне. Ғәзиз һынды ҡосоп, сәскәләй аңҡыған сәс толомдарына йөҙө менән ҡапланып, бер минутҡа онотолдо, шул саҡта, гүйә, ер шары үҙе лә әйләнеүенән туҡтап ошо минутты үткәрмәй һаҡларға иткән һымаҡ ине. Ҡыҙ башта иреп торҙо, унан һаҡ ҡына тартҡылаша, этәрә башланы һәм һуңында асырғанып төртөп ебәрҙе. Уңайһыҙлана, тип ҡабул итте быны егет, яндарында бер туҡтауһыҙ тегеләй-былай үтеп торған талиптар, уҡытыусылар күп бит. Артҡа сикте лә тештәрен балҡытып көлдө.

– Бәй, шул ҡәҙәрем итеп төртмәһәңсе, аппағым?! Мин һиңә яттыр шул? Һағындым даһа...

Тап шул мәлдә күктән һибелгән сағыу ҡояш нурҙары ҡыҙ бармағындағы балдаҡта емелдәне. Сығанаҡ бармаҡта?!

Күңеле менән ниндәйҙер бер иҫ киткес фажиғә барлығын тоя ине ул ошонда. Тик зиһене, әллә үҙе шунан ҡасырға тырышыпмы, әллә уны һаҡларға маташыпмы, ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәйенсә, был хәлде нисек тә урап үтергә аҙаплана ине, ахыры.

Ул, ирекһеҙҙән, ике аҙым артҡа сикте лә алдындағы һынға төбәлде. Бынан ҡарауға ҡыҙ уға ят һымаҡ ине... Бынағайыш, ысынлап та Нәркәс түгел шикелле был?! Алағайымдан төптө ят ҡыҙҙы һөйгәне менән бутаған даһа?! Уның Нәркәсе сауҡалай һомғол буйлы, күлдәй күҙле, йоҡа аҡ йөҙлө һылыу бит! Ә был ҡыҙый тумалағыраҡ кәүҙәле, тәбәнәгерәк тә һымаҡ, бит-сикәләре лә тулыраҡ... Эйе, оҡшаған, игеҙәктәй оҡшаған шул Нәркәскә был ҡыҙ, шул ғына! Донъяла ике тамсы һыуҙай оҡшаш кешеләр аҙ түгел дәһә, уларҙы тик йәнәш ҡуйғанда ғына айырырға була. Ике йыл һуҙымында һөйгәне менән бер тапҡыр ҙа күрешмәйенсә хәрби хеҙмәттә йөрөгәс, нисек яңылышмайһың? Унда ла бит осраған бер ҡыҙҙа Нәркәсенең һыҙаттарын эҙләр ине, үҙе лә һиҙмәҫтән. Һәм бына, һағыныуынан күҙҙәре тоноп, осраҡлы ғына тап булған оҡшаш, әммә сит ҡыҙҙы ҡосаҡлап үпмәһенме?! Вәт мәрәкә!

Тик ҡыҙыйҙың һул сикәһендәге ҡара мәрйендәй генә бынауы миңе... Нәркәстә лә бар ине бит ундай миң... Юҡ, Нәркәстең миңе түбәнерәк торор ине, ә был өҫтә, ҡолаҡ янында тиерлек!

Көслө уй-кисерештәр кешенең аң-күңелендә күҙ асып йомған арала ғына балҡып үтә бит. Шартлау һымаҡ булып. Шартлау һымаҡ шаңҡытып, хәтерҙә бер ҡасан да юйылмаҫ йәрәхәт һалып...

– Ғәфү итегеҙ, һылыу, – тине сикһеҙ уңайһыҙлыҡ кисергән егет. – Яңылыштым...

Ҡыҙый ҡамыштай керпектәрен елпеп ҡарашын күтәрҙе лә егеткә баҡты. Ер бәүелгәндәй булды шунда аяҡ аҫтында.

Уның алдында ысынлап та Нәркәс, уның Нәркәсе тора ине!

Ул шаңҡыны. Ул тамам аҙаны. Тик килеп тыуған был сәйер хәлдә үҙенең төп сәбәпсе булыуын, һәм, шул уҡ мәлдә, ошонда сикһеҙ ҡыр, ят икәнлеген тойомлай башлағайны.

Шунда уның СА хәрефле ҡара погондарына кемдеңдер ҡулы ятты. Артына әйләнде...

Аҡ күлдәкле, ҡара салбарлы егет. Буйға уның менән типә-тиң. Һын-килбәте лә тап уныҡы ишеләй. Ҡара күҙҙәре тыныс, тура ҡарайҙар, уларҙа уҫаллыҡ юҡ.

– Сәләм, һалдат, – тине ул тоноҡ ҡына тауыш менән. Йылмайырға итте, керпектәре елпенде. – Ҡарале, әйҙә, ситкәрәк китеп һөйләшеп алайыҡ? Юғиһә, Нәркәскә тулҡынланырға ярамай...

Мәрмәр ташлы университет күтәрмәһенең ситенә йүнәлделәр. Әйләнеп Нәркәскә ҡараш ташланы тағы. Ҡыҙ күлдәй тулышҡан күҙҙәрен был тарафҡа йүнәлткән. Тик ҡарашы, гүйә, бушлыҡҡа төбәлгәйне...

– Нәркәс – минең кәләшем, – тине теге егет, уға текләп. Әйтерһең дә, аҡыл юйғыс был хәбәрҙе әңгәмәсеһе аңына теле менән генә түгел, ә күҙҙәре менән дә төртөп керетергә тырыша ине. – Беҙҙең өйләнешеүебеҙгә ярты йыл инде... Бала көтәбеҙ...

Һалдаттың битенә, гүйә, ут ҡабынды. Ул сайҡалып китте, эргәләге колоннаға терәлде.

– Һуң... Ә кем миңә хат яҙҙы һуң, көтәм, тип? Һуңғы хаты ярты ай элек кенә килде ләһә?!

– Беләм, – тегенең ҡаҡса йөҙөндә көлөмһөрәү сағылып ҡалды шунда. – Беҙ... Эйе, Нәркәс яҙҙы ул хаттарҙы. Дөрөҫтө яҙырға ҡурҡты, йәнәһе, һин армияла, һуғышта, ҡорал менән, тип... Аңлайһыңмы? Бына шулай, дуҫ, хәлдәр...

Егеттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булды, тирләне, йөҙөнә йәбешкән үрмәксе ауҙарынан арынырға теләгәндәй итеп, устары менән ҡат-ҡат сикәләрен һыпырҙы. Зиһене тамам аҙашты. Тирә-йүн кинәт кенә асыҡ күргән төш һымаҡ була башланы, күмәк кеше, машина тауыштары алыҫайып тоноҡландылар, колонналар ҡыйшайҙы, ә алдында торған кешенең кәүҙәһе юҡҡа сығып, һауала күҙле-ауыҙлы башы ғына бәүелә ине...

– Күреүемсә, дуҫҡай, һин артыҡ бошонаһың быға?! Юҡҡа ғына! Әйткәндәй, Нәркәс һөйләгәйне шул бигерәк ныҡ яратыуыңды... Ҡулыңа ал үҙеңде, һалдат! Күҙҙәреңде ас, ҡара ян-яғыңа! Күрәһеңме, яныңда ғына күпме һылыуҡайҙар күбәләктәй осоп йөрөй! Бөтәһе лә һинеке! Буйҙаҡ бит һин, эх, шәп саҡ! Хатта, мин үкенеберәк йөрөйөм өйләнгәнемә, бынауындай хур ҡыҙҙарын күргәс. Мин өйләнгәс ҡыҙҙар күбәйҙе, тигән бит әле бер байғош, һа-һа!

Һалдат, үҙе лә һиҙмәҫтән, алдындағы күҙ-ҡаш, ауыҙ-танау төшөрөлгән шар һымаҡ бәүелгән йөҙгә һелтәнде. Әммә яҙа һуҡты. Һуғыуы ла, сирле кешенеке һымаҡ йәпһеҙ, хәлһеҙ ине. Шундуҡ ян-яҡта ниҙер һиҫкәнде, шау-шыу ҡупты, кемдер уның түшенә төрттө, ҡысҡырҙы, алдында Нәркәстең йәш тулы күҙҙәре бер мәлгә генә пәйҙәләнде лә, юғалды...

...Гөрләп торған ҡала май айының йылы асфальтынан барған ҡупшы һалдатты бар тип тә белмәне. Аҙмы ни яҙын-көҙөн хеҙмәттән ҡайтып, үҙҙәрен тотҡондан ҡотолғандай иркен тойған дембелдәр? Ана, зәңгәр беретлы десантсы килә дағалы итектәрен шаҡылдатып. Ана, ҡара формалы моряк атлай, клешлы салбар балаҡтарын елберҙәтеп... Йәш айғырҙай һомғол, матур, ҡупшы егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәктәрен һиҫкәндереп, күҙҙәрен тоҡандырып, уларҙа ғишыҡ шәһүәтен уятып, гонаһҡа дусар итеүселәр... Шуға ла һөйөүгә, шәһүәткә, наҙға сорналған яҙғы тормош, мөхәббәт көткән йәш һылыуҙай, бер ни күрмәйенсә, танымайынса, үҙ-үҙен юғалтҡандай алйып йөрөгән был һалдатты инҡар итеп, уны аңламаны ла, белмәне лә...

...Үҙен яман һаташыуҙан уянғандай итеп тойған егет, аҙмы-күпме иҫ алғас, скверҙағы эскәмйәлә ултырғанын белде. Бейек яр башында атлы Салауат һәйкәле. Түбәндә ташҡын Ағиҙел йәйрәй. Бар тирәлә сәскә-гөллө, йәш япраҡлы яҙ йәме. Эйе, барыһы ла элеккесә. Тик ул ғына көтмәгәндә түңкәрелгән күңелен һәм шул сәбәпле кинәт кенә хасил булған яңы булмышын ҡабул итә алмай ғазаплана ине бында. Шуға ла ошо хозур күренеш әле генә тупҡа тотоп ҡыйратылған гүзәл йортто ышыҡлаусы алдаҡсы пәрҙә булып тойолдо уға. Уның йортон, хыялында Нәркәс менән бергә ҡорған тормошон...

...Тимер юл күпере аша уҙған вагондар теҙмәһе йәшел урман артындағы зәңгәр офоҡҡа табан тәгәрләй...

Бөгөн кис уға ла шул тарафҡа юлланыу фарыз. Унда, тау-урмандар араһындағы бәләкәй генә ауылда, уны ата-әсәһе көтә. Тик был күңел менән нисек ҡайтып керер ул тыуған йортона? Ҡылансыҡланып, иңрәү аша йылмайып-көлөп, алдап буламы ни атай-әсәйҙе? Улар бит күҙҙәренән үк аңлап белә балаларының уй-күңелен...

Бөгөн таңда, үҙе лә көтмәгәнсә, поездан төшөп ҡалды ул. Туҡталышта тәҙрәгә ҡарағайны, таныш станция атамаһы күҙенә салынды. Бәй, Нәркәсенең ауылы бынан өс саҡрымда ғына тора лаһа?! Төштө лә поездан, китте лә барҙы шул тарафҡа атлап. Күрмәгән, йөрөмәгән ер түгел дә, таныш туғай, таныш һуҡмаҡ... Ысынлап та, ҡайҙа ҡабалана әле ул? Үҙ ауылына ҡасан ҡайтып төшһә лә һуң булмаҫ. Нәркәсен өҙөлөп һағынған бит ул, Нәркәсен күреү кәрәк уға башта, бер минут ҡына булһа ла ҡосағына алып шул гүзәл һынды, онотолоп торорға, һөйөүгә сарсаған күңелен танһыҡларға! Бер юлы һөйгәненең ата-әсәһе менән һөйләшеп, уларҙың ризалығын алырға... Армияға китер алдынан, Нәркәсе уны ауылына саҡырып, ата-әсәһе, туғандары менән таныштырғайны. Шуға ла уларҙы һис тә ят тоймайынса, күңелендә ҡайны менән ҡәйнә иткәйне инде... Шундай матур ине бөгөнгө таң! Ҡояш ҡалҡҡан саҡ, туғай-әрәмәләр зәңгәрләнеп тора, ҡоштар бер-береһен уҙҙырып һайрай, кәкүк саҡыра... Барып керҙе «ҡайны-ҡәйнә» йортона. Тегеләр башта албырғап ҡалдылар, унан йылмайып-көлөштөләр, «ҡайны» кеше хатта ҡосаҡлап та алды «кейәүен». Тик Нәркәс өйҙә юҡ ине, улар Өфөлә бөгөн, тинеләр. Ә «балдыҙы», ул юҡта еләктәй булып бешеп еткән Нурия, әүәле үҫмерлек әрһеҙлеге менән «еҙнәһенең» күҙҙәренә кереп барған Нурия, уны күргәс, сикәләре кинәт кенә уттай тоҡанып, устары менән битен ҡаплап торҙо ла, йүгереп өйгә кереп юғалды. Башҡаса күренмәне... Аласыҡта сәй ҡуйҙылар. Шунда ғына ул хужаларҙа ниндәйҙер бер аңлайышһыҙ сәйерлек, уңайһыҙлыҡ барлығын тоя башланы. «Ҡайны менән ҡәйнә» бер-береһенә йыш ҡына һораулы ҡараштарын төбәп тынып ҡалалар, әйтерһең дә, күҙҙәре менән генә һөйләшеп, нимәгәлер яуап таба алмай ыҙалайҙар ине. Ир кеше бер-ике тапҡыр ҡаты ғына тамаҡ ҡырып, ауыҙын бәлшәйтеп, яурын атып та алды ҡатынына. «Һин белмәгәнде мин ҡайҙан беләйем?!» – тип өнһөҙ генә ҡысҡыра ине ул, гүйә, шул мәлдә барлыҡ һын-ҡиәфәте менән.

Нәркәс юҡта өйләнешеү хаҡында хәбәр ҡуҙғатҡыһы килмәне егеттең. Оҙаҡлап та ултырманы, сәй эскәс тә ҡуҙғалып, автобусҡа китте. «Ҡайны» кеше оҙатырға сыҡты. Артынса «ҡәйнәһенең» шыбырҙап ҡына: «Бер ни белмәй шикелле ул, белмәһә, әйт!» – тигәне ҡолағына салынып ҡалды. Тик хужа кеше туҡталышта күҙҙәрен ситкә алып ниңәлер ыҡ-мыҡ килде, кәрәкмәгән хәбәр сурытты, егет автобусҡа күтәрелә башлағас ҡына, кинәт һиҫкәнеп, «кейәү» тине лә, яңылыш хәбәр әйткәндәй тотлоҡто һәм, ниҙер юғалтып сикһеҙ үкенгән ҡиәфәттә, ҡул иҙәне...

«...Улар Өфөлә» тине Нәркәстең әсәһе. Ана шунда уҡ аңларға булған да бит хәлдәрҙе, эх-х... Ә атай кеше үтә йомшаҡ холоҡло, күңелсәк күренә шул. Әйтергә ҡыйыулығы етмәне шуға...

Йә Хоҙай, ниндәй хурлыҡ?! Йөрө әле шулайтып, иҫәр кеше һымаҡ, тфү... Икенсе яҡтан, эс ҡатҡансы хахылдарлыҡ күренеш тәһә ситтән ҡарап торғандарға?! Һөйөү-көйөүҙе белмәгән йәнһеҙ-бәғерһеҙ әҙәмдәргә...

...Араҡы табып эсергә ине...

Афғанда улар ҡышлаҡтарҙы тентеп, йә тауҙарҙа духтар менән атышып ҡайтҡас, йәшереп кенә хәмер һемерерҙәр ине. Шулайтһаң, баҫҡан һайын шартлау көтөп, маңлай аша үҙенә тоҫҡалған мылтыҡ көбәген тойоп арыған мейеләр ирәйеп, тойғолар йомшарып, күңелдәр көрәйеп китер, был тормошта ғазап менән үлемдән башҡа, матур йәшәү барлығы ла күренер ине.

...Эйе, эсергә кәрәк... Шунһыҙ булмай...

Аҡса эҙләп берәм-берәм кеҫәләрен ҡапшай башланы. Шунда ҡулдары салғый кеҫәһендә ятҡан ниндәйҙер бер ҡағыҙға төртөлдөләр.

Хат ине был. Нәркәстең хаты. Бәй, ҡасан килеп кергән һуң ул кеҫәгә? Ә-әй, баяғы университет алдында булған ҡыҫҡа ғына янъялда уның кеҫәһенә тығып киткән, ахыры, был хатты Нәркәс.

«...Һин армияла саҡта мин шундай һағындым һине, юҡһындым. Хаттарыңды үбер инем. Һин мине һөйөргә, һөйөлөргә өйрәттең бит. Миңә бик ҡыйын булды һин киткәс... Шулай үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә, Н-ды осраттым. Ул шундай һиңә оҡшағайны, һын-килбәте менән дә, хатта үҙ-үҙен тотоуы, һөйләшеүе, холҡо менән. Мин уны һин тип ҡабул иттем, шикелле. Әле лә уны һиндәй күреп яратам, шикелле. Үҙ-үҙемде аңламайым. Иҫәрмендер, ахыры, мин... Зинһар, кисерә күр мине. Рәнйемә, нәфрәтләнмә, ғәрләнмә, зинһар?! Кәмһетмә мине, үҙең дә кәмһенмә! Ярат мине элеккесә, мин дә бит ирем сүрәтендә һине яратам... Йә Хоҙай, нимәләр яҙам мин?! Хуш...»

Әднәке... Нисек итеп ҡабул итергә һуң уға быны? Нимә, был донъя аҡылдан яҙғанмы шулай, әллә ул үҙе хыялый булып барамы?! Нимә, был ҡәһәрле көн һаман да уны элмәккә башын тыҡтырырға ныҡышамы шулай итеп?!

Ҡайҙан ғына эсергә табырға икән?

...Роман исемле егет бар ине уларҙың взводында. Ромка... Йомшаҡ ҡына холоҡло, илгәҙәк, күңелсәк малай. Яратҡан ҡыҙынан хат килһә, шатлығынан күбәләктәй осоп-ҡунып, йылмайып-көлөп йөрөр ине. Бер һөйләшеп ултырғандарында һөйгәненең фотоһын да сығарып күрһәткәйне уға. Настенька, Анастасия... Матур исем... Ә бер көндө Ромка кинәт кенә «һүнде», ҡарайҙы, шымды. Берәйһе быға иғтибар бирҙеме икән? Эйе, ул һиҙгәйне лә быны, тик яҡын барып һөйләшергә, белешергә ҡыйыулыҡ итмәне... Ул да булманы, уларҙы машиналар карауанын һаҡлап барырға ебәрҙеләр. Ә унда – засада... «Духтар» яҡындағы тауҙан ата башлағас та, бөтәһе лә күҙ асып йомған арала БТР-ҙан түгелгән борсаҡтай ҡойолоп төштөләр, ә Ромка, ни сәбәптәндер, мыҙылды. Әллә әйбере БТР өҫтөндәге нимәгәлер эләккәйне, әллә йоҡлап килеп аңғармай ҡалды... Нисек кенә булмаһын, ул, бил-быуынһыҙ ҡарт һымаҡ, бик аҡрын, һаҡ ҡыймылданы, шул саҡта үҙе, ниҙәндер уңайһыҙланғандай, йәпһеҙ генә йылмая ине...

...Ҡанға буялған хәрби билет эсендә Настяның дүрткә йыртылған фотоһы...

Был юғалтыуҙы барыһы ла бик ауыр кисерҙе. Яҡындағы ҡышлаҡтан спирт табып эстеләр...

...Ул ошо тирәлә урынлашҡан биш-алты аҙыҡ-түлек магазинын урап сыҡты. Әммә бер ҡайҙа ла араҡы юҡ ине. Дөрөҫөндә, хәмер ҙә, шарап та бар, тик улар талон буйынса ғына һатылалар. Һәр кешегә – ике шешә. Ә талондар прописка буйынса ғына биреләләр, имеш. Быны аңлағас, һалдат сиратта торғандарға аҡса тәҡдим итеп ҡараны. Һат, зинһар, икеләтә, хатта өсләтә хаҡҡа алам, тип. Ләкин, бер кем дә яйға килмәне. Араҡының аҡсанан да ҡиммәт, ҡәҙерле сағы ине, ахыры, эсеп кенә күңел йыуатырға күнеккән халыҡ өсөн.

Илдәге «сухой закондың» иң ҡыҙған, иң ҡаты мәле ине шул. Был иҫәрлектән әлегә арымаған халыҡ көмөшкәгә лә тотонмаған, «итәк аҫтынан» һатыу итергә лә оҫтармаған.

Бөгөнгө мәғәнәһеҙ кисерештәрҙән иҙгеләнгән егеттең күңеле был хәлде сираттағы, һәм тик үҙенә генә ҡаршы йүнәлтелгән мыҫҡыл рәүешендә ҡабул итте. Ысынлап та, башҡалар бер ҡаршылыҡһыҙ һатып алған эсемлек уға тейеш түгел ине был ҡалала. Сөнки уның талоны юҡ. Ә инде ошо көн күҙлегенән ҡарағанда, уның бер нәмәгә лә талоны юҡ. Мөхәббәткә лә, бәхеткә лә, яҡты хыялға ла, араҡыға ла...

«Дөрөҫтө яҙырға ҡурҡтым. Һинең өсөн ҡурҡтым», – тигән Нәркәс хатында. Һы... Барыбер үлтерәһең дәһә мине, Нәркәс? Ут менән язалағандай ғазаплап, иңрәтеп, мыҫҡыллап үлтерәһең. Юҡ, мин элмәккә тыҡмам муйынымды, нисек тә йәшәрмен, һаман да тапармын ошо бысраҡ донъяны аяҡтарым менән. Тик һине фәрештәләй күреп һөйгән матур, ихлас егет үлер миндә, мәңгегә юғалыр бөгөн. Йәл, бик йәл, бик ҡыҙғаныс. Һәйбәт кеше ине бит ул...

Эйе, был йәһәттән, дошман пуляһынан үлгән Ромка бәхетлерәктер ҙә, бәлки. Ул оҙаҡ ыҙаламаны ҡыйырһытылған бәғер сире менән...

Бер нисә ҡат ул, барлыҡ ихтыярын егеп, йөрәген иҙгән кисерештәренән арынырға, күңел күҙҙәрен асып тирә-йүндәге матурлыҡты күрергә маташты. Шул мәлдә устары менән битен һыпырғылап, гүйә, сикәләрен йыуҙы, мейеһендәге сирле уйҙарҙан арынырға теләгәндәй башын һелкте, кителен рәтләне, ҡараштарын күтәреп ян-яғына күҙ һалды. Ә ундағы битараф тормош, уның ҡайғыһын бар тип тә белмәйенсә, үҙенсә аға ине. Егет әлеге хәлен ташлап, шул ағымға эләгергә уҡталды. Ысынлап та, нимәгә көйөп, юҡтан ғына үҙ-үҙен бөтөрөп йөрөй әле ул бынауындай матур көндә?! Сәсрәп китһендәр Нәркәсе лә, бүтәне лә! Унһыҙ ҙа йәшәй алыр, ана лаһа аҙым һайын осрап тора ҡаршыһына балғалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ сибәркәйҙәр! Таныш шуларҙың берәүһе менән, һөйләш, алкаш һымаҡ араҡы эҙләп йөрөгәнсе! Шунда күңелең дә үҫер, донъяң да яҡтырыр!

Әммә уның был ынтылышы, күпме серәнһә лә, оҙаҡҡа барманы. Еүеш утынға ут төртөп аҙапланыуға оҡшай ине был. Туҙы ғына ләүкеп яна ла, тоҡана алмайынса һүнеп, әсе төтөнө менән күҙҙәрҙе йәшкәҙәтә...

Ҡаланың был тарафы үҙенең һәр мөйөшө, аҙымы, ағасы менән Нәркәсте хәтерләтә ине уға. Бына ошо эскәмйәлә улар көлөшә-көлөшә туңдырма ашағайнылар бер көн... Ә бынауы кинотеатрға киноға килгәйнеләр... Ә бынауы йүкәле аллея буйлап йылы бер май кисендә үткәйнеләр етәкләшеп...

Магазин һайын уңышһыҙлыҡҡа осрап эҙләнә торғас, үҙен театрҙағы мәғәнәһеҙ бер спектаклдә уйнаған артистай тоя башланы ул бер мәл. Гүйә, барыһы ла уны күҙәтә, әлеге хәлен белә, берәүҙәр уны йәлләп бергә кисерешә, икенселәре хихылдап көлөшә, шул уҡ саҡта уның ҡатнашлығындағы сираттағы ниндәйҙер бер ҡыҙыҡ көтә. Күңеле уның шулай яңылыша ине йән ғазаптарында аҙашып. Ә аҡылы белә: ул үҙе лә, уның ҡайғыһы ла бында бер кемгә хәжәт түгел, хатта баяғы Нәркәс тә, уның ата-әсәһе лә, күҙҙән юғалтҡас та, оноттолар бит уны. Тик ул ғына йөрөй һаман бәләһенә баш була алмайынса, көтөлмәгән хурлыҡтан ағыуланған күңеле менән һыҙланып. Ҡасан уҙыр был ғазап, ниндәй дауа тапмаҡ кәрәк?! Аңды юйғансы эсергә араҡы ла юҡ бит, исмаһам?! Табырға, мотлаҡ хәмер табып эсергә кәрәк! Юғиһә, аҡылдан яҙыуы ихтимал даһа...

Һы... Тимәк, ул йыл буйына Нәркәстең алдаҡ хаттарына ышанып, шуға ҡыуанып, яуапҡа оҙон-оҙаҡ мөхәббәт хаттары яҙып, ҡыҫҡаһы, тулайым бер иҫәр булып йөрөгән Афғанда?! Ә улар уның хаттарын икәүләшеп уҡығандар, унан ултырып яуап яҙғандар. Көлөшә-хихылдаша... Ә яҙып бөткәс, түшәккә ятҡандар...

...Һәм ул ҡаланы гиҙеп эҙләнде лә эҙләнде. Тиҫтәнән ашыу магазинда булып уҙҙы. Урамдағы кешеләрҙән һорашты. Араҡы, армияға хәтлем әшәке бер шыйыҡсалай ғына күренгән араҡы, магазин кәштәләрендә теҙелешеп торған төрлө төҫтәге араҡы, кибеп ҡайҙалыр йәшенгән йәншишмәләй тойолдо уға был юлы. Шуны йотһа, эсендәге ҡара бысраҡтай уҡмашҡан ҡайғыһы, ғәрлеге, рәнйеүе бер юлы янып, йыуылып төшөр һымаҡ ине. Ысынлап та, Афғанда ярҙам итә, еңеләйтә торғайны лаһа...

Сираттағы магазинда ла уның үтенесе үтмәне. Артабан нишләргә белмәйенсә йөрөй торғас, үҙе лә аңғармаҫтан магазиндың артҡы ишеге янына килеп сыҡты.

Оло ғына йәштәге бер ҡатын кирбес стена янына буш йәшниктәр өйә ине. Араҡы йәшниктәре.

Егет тирле усында йомарланып бөткән аҡсаларын тотоп теге ҡатынға йүнәлде.

– Апай... Миңә бер ярты ғына араҡы һат әле? Өсләтә хаҡын бирәм!

Ҡатын әйләнде лә уҫал ҡарашын һалдатҡа төбәне.

– Араҡылар шутлы, талон буйынса ғына...

– Беләм дә... Тик миндә ниндәй талон булһын, хеҙмәттән ҡайтып барам, күрәһегеҙ ҙәһә? Һеҙҙә, барыбер, иҫәптән тыш запас булырға тейеш бит...

– Күрсәле һин уны, ҡайһылай аҡыллы! – Асыуынан ҡатындың йөҙө ҡыйшайҙы, күҙҙәре атылып сығырҙай булып түңәрәкләнде. – Юғал күҙ алдымдан, ыстырам! Йәп-йәш килеш эске эҙләп йөрөмәһәң тағы!

– Апай, ҡыйын миңә... Миңә эсергә кәрәк...

– Кит, тием, оятһыҙ! Бында служебный ход, ситтәргә йөрөргә ярамай! Хәҙер милицияға шылтыратам!

Һалдат күҙ алдында шиңде. Тағы ниҙер әйтергә уҡталды ла тотлоҡто, китергә боролдо. Һәм шунда аяҡ аҫтындағы йәшниккә абынып, бар кәүҙәһе менән шапылдап ергә ҡолап төштө. Тирәсле фуражкаһы ситкә тәгәрләне.

– Тфү, быҙау! Ҡайтып һыйыр һымаҡ эсәләр ҙә, йөрөйҙәр бахмурҙан хәлдәре бөтөп! Тфү!

Һалдат аяғына баҫты, бысранған өҫ-башын ҡулдары менән ҡаҡҡылап алды. Һәм шунда, көтмәгәндә, таш стенаға ҡапланып, маңлайын кирбестәргә һуға-бәрә, иңрәп илап ебәрҙе.

– Араҡы бирегеҙ... Эскем килә!

Ишектән кереп барған ҡатын артына боролдо ла, был хәлгә таң ҡалып урынында ҡатты.

– Атаҡ-атаҡ? Нимә булды, уланҡайым, ауыртындыңмы әллә? Насармы әллә һиңә?

Һалдат стенанан шыуышып йәшниккә ултырҙы, һулҡылдап алдына ҡапланды.

– Миңә эсергә кәрәк, апай... Насар миңә, хөрт мин... Аҡылымдан яҙып барам бит?!

– Әй-й, әттәгенәһе?! Айыҡ таһа... Ҡайғың ҙур, ахыры, уланҡайым, ҡарале, нисек һығылаһың?! Хәҙер уланҡайым, хәҙер сығарам араҡы!

...Йәшник өҫтөндә ултырған һалдат тыйыла алмайынса һығылып һыҡтаны ла һыҡтаны. Бынан сикһеҙ оялды үҙе, әммә туҡтай алманы. Шәфҡәтһеҙ бер көн эсендә генә күңеленә тулған һыҙланыуы, ғәрлеге, рәнйеүе, гүйә, яҙғы ташҡында йырылған быуа булып алҡына ла алҡына ине шулай...

Раят ВӘЛИЕВ.

Читайте нас