(Детектив хикәйә түгел)
Иртән тышта буран тынмағайны әле. Таң менән ауыл хәтәр хәбәр менән уянды: «Дауаханала Бикмаевты сәнскәндәр. Иртәнге алтыла укол ҡаҙарға ингән шәфҡәт туташы уның күкрәгендә ҡаҙалған бысаҡ күрә...» Буран шулай эскә лә инде иртә менән.
Эйе, буран төнө буйы хәтәр ҡоторҙо. Юлдар ҡапланды. Хатта өй ишеген көскә асып сыҡтылар. Ҡайһы бер өйҙәрҙе шул тиклем күмде ҡар, тик мөрйәләренән сыҡҡан төтөндән генә ҡасандыр бында йорт булғанын шәйләргә була ине. Ялан, баҫыуҙар яғынан иҫкән елдең йыл да шулай бер йә ике тапҡыр ауылды ҡарға күмеп китеү ғәҙәтенә өйрәнгән инде бындағылар. Ошо буран һалған ҡарҙар баҫыуҙарға дым индереп ҡала ла инде. Буран булған йыл уңыш та бар, тигән һүҙ. Ни тиклем оло мәшәҡәттәр тыуҙырһа ла, өйрәнгән инде был ҡар баҫыуға байталдар. Аҙнаға яҡын ауылдан сыға алмай ятыуҙарына ла күнгәндәр. Ситтә артыҡ оло мәшәҡәттәре, йомоштары булмаһа, мал һарайҙарына юл ярып, һәүкәштәрен, һарыҡ-кәзәләрен ҡарап, өйҙәрен йылытып, ҡәҙимгесә тормош көтөп тик ята улар. Киреһенсә, буран уларҙың һил генә аҡҡан ғүмер ағыштарына бер биҙәк, бер йәнле хәрәкәт биреп кенә ебәрә.
Байтал – Ҡалҡан йылғаһы буйына һуҙылған ике урамлы йөҙ йортло ғына ауыл булһа ла, етеш тормош менән көн күргән төбәк ул. Күптәрҙең бында йорт һалып йәшәгеһе килә лә бит, тик хәҙер урын бирелмәй унда. Бер яғын, йылғаның аръяғын, ҡаялы тау-урмандар биләһә, был яҡта, ауыл үрендә һарыҡ фермаһы, тире иләү, тегеү цехы урын алған. Артабан йәшелсә-емеш баҡсалары китә. Ысынлап та, хәҙер ауылды ҙурайтыр урын да юҡ. Унан бигерәк, данлыҡлы Мырҙағол совхозының бер бүлексәһе генә Байтал. Хеҙмәт геройы, республиканың атаҡлы ауыл хеҙмәткәре, бөткән хужалыҡты миллионер совхоз иткән директор Әнүәр Ибраһим улы Бикмаев тыумыштан ошо ауылда йәшәүе арҡаһында ғына күркәмләнә, иғтибар үҙәгендә был ике урам. Ул булмаһа, ошо йөҙ хужалыҡ өсөн ҡыҙыл кирбестән дауахана төҙөп ҡуйырҙар, ти, көт бына. Унан да ҙурыраҡ ҡайһы бер ауылдарҙа (беҙҙең совхозға ҡағылмай) фельдшер пункты ла юҡ әле. Төп дауахана Мырҙағолда урынлашҡан, әлбиттә, тик уның филиалын үҙ ауылында ла төҙөттө етәксе. Аҡса, мөмкинлек булғас. Табип, ике шәфҡәт туташы, башҡа ваҡ-төйәк эштәр өсөн штаттар ҙа булдырҙы. Көслө, бөтмөр кеше инде. Ҡарт көнөмдә сырхап-нитеп китһәм, йыраҡҡа йөрөмәйем мин, тип шаярта торғайны ла, ысынлап та, ҡарт көнөндә йәтеш булды.
Тиҫтәнән ашыу стационар урыны булған бүлексәлә ул йылына ике-өс тапҡыр ятып сыға. Шифаханаларҙа йыш була. Хәҙер үҙе күптән пенсияла. Бына бөгөн, ҡарт көнөндә, элекке эштәренең файҙаһын күрә лә инде. Тик шуныһы – ялға сығып, үҙенә иркенлек биргәйне, бер сырхау әҙәмгә әйләнде лә ҡуйҙы шул. Беҙҙең кеүек йөк аттарына ҡапыл туҡтарға ярамай икән, йөрәккә лә көс төшә, кәр ҙә ҡапыл юҡҡа сыға, тип шаяртҡан була. Бөгөн ул вафат.
Был төндә шәфҡәт туташы Фирүзәнән, йыйыштырыусы Сафура ҡарсыҡтан, атаҡлы директорҙан башҡа тағы дүрт ауырыу ғына ине дауаханала. Инеүсе-сығыусы булманы.
Айырым вип-бүлмәлә ятты элекке директор. «Вип» тигәнендә, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, телевизор һәм ике иҫке кресло бар инде. Өҫтәлдәге һыу графины күпмелер йәм биргәндер шунда. Ғәҙәттә, «тегенең алтынсы палатаһы» тип йөрөттөләр халыҡта. Башҡа ваҡытта ул бүлмә йыш ҡына буш була торғайны.
Ҡаҙалған бысаҡты тәүҙә күрмәне әле Фирүзә. Өндәште. «Хәйерле иртә!» – тине. Яуап биреүсе булманы. Ҡаты йоҡлай, тип уйланы. «Иртәнге процедура, Әнүәр Ибраһимич!» – тип ҡағылғас ҡына бүлмәнең алғы өлөшөнә коридорҙағы уттың һуҙылып төшкән яҡтыһында салҡан ятҡан ҡарттың күкрәгендә ниҙер торғанын шәйләп ҡалды ул. Теймәне. Әл дә ҡағылманы. Тәүҙә бысаҡҡа ла оҡшатманы. Шулай ҙа ғәҙәте буйынса ҡарттың ҡулын тотоп пульсын тикшереп ҡараны ла ҡапыл аҙап ҡалды. Тиҙ үк барып утты яндырғайны... ана шунда күрҙе күкрәккә ҡаҙалған бысаҡты. Һәм һөрән һалырға тотондо: «Үлтергәндәр!» Башҡа ни эшләһен.
Сирлеләр берәм-берәм вип-бүлмәгә йыйылды. Сафура ҡарсыҡтың көн күргән бүлмәһе ситтәрәк урынлашҡан, ишетмәгәндер, ул юҡ ине. Уҡытыусы булып эшләгән Рәшит иң беренселәрҙән булып аңына килде:
– Бер нәмәгә лә теймәгеҙ, – тип тыйҙы. – Хәтәр булмаҡсы был хәл. Ауылда ғына түгел, республикала билдәле кеше үлтерелгән. Громкое дело, – тип урыҫсалап һығымталап ҡуйҙы.
– Хәҙер нишләйбеҙ? – тине шәфҡәт туташы.
– Тиҙ арала милицияға шылтыратырға кәрәк.
– Белмәйем инде, вертолет менән килмәһәләр ул менттар, бер аҙна юл булмаясаҡ, – тип көлдө ниңәлер Наил тигән сирле. – Төнө буйы тәҙрә, ҡыйыҡ шаптыр-шоптор килде, дә-ә, юл юҡ. Һаҫып ҡына ятмаһа был мәйет.
Ауылдың бер шантрапаһы ул был Наил. Утыҙға етеп килгән ирҙең «милиция» тиһә һырт йөндәре ҡабара, тыны ҡыҫыла хатта. Ун биш тәүлектән сығыуына ла күпме генә. Тауыҡ юғалһа ла, һандалдағы сүкеш юҡҡа сыҡһа ла, тәүҙә Наилгә баралар, һинең оҙон ҡулыңдың эше түгелме, йәнәһе. Мәктәп йылдарынан уҡ урлашыуға әүәҫ булды. Ә үҙе былай ихлас, ярҙамсыл әҙәм, ниндәй йомош ҡушма, йә өмәгә саҡырма, һә тигәнсе килеп етә, йылт итеп эшләп тә ҡуя, етеҙ ҙә, егәрле лә. Тик кеҫәһенә нимә булһа ла һалып ҡайтып китеү әшәке ғәҙәтен ташлай алмай. Шуға погонлы әҙәмдәр бигерәк «ярата» үҙен. Моғайын, был хәл буйынса ла тәүҙә уға ябырылырҙар...
– Милицияға хәбәр итергә кәрәк инде, – ғүмер буйы бухгалтер булып эшләгән Тимер ҡарт шулай тине. – Ҡайҙан ғына был мәлгә тура килдем, һорау алып йонсотмаһалар...
Ғүмер буйы урмансы булып эшләгән, бар тәбиғәте менән һунарсы булған Әсфәндиәр, мәйеттән бигерәк, ят, затлы бысаҡҡа шунда уҡ иғтибар итте.
– Һунар бысағы был. Бик оҫта эшләнгән. Ныҡлы ҡоростан. Тик был тирәлә бындай затлы ҡоралды бер ҙә генә күрергә насип булманы...
– Тотоп ҡуйма тағы, бәләле булырһың, – ҡарттың еңенән тартты уҡытыусы Рәшит. – Әсфәндиәр ағай, юҡ менән булма инде, былай ҙа ҡайғыбыҙ ҙур, – тип бүлмәнән сығыуҙарын һораны.
Һунарсы ашыҡманы: «Тамғаһы бар. Тә-әк! Бүре эҙенә оҡшаған. Эйе, бүре эҙе. Ниндәй нәҫел-заттың тамғаһы әле был? Бик таныш!» – тип һөйләнә-һөйләнә килеп сыҡты бүлмәнән.
Фирүзә «02»-гә хәбәр итте. «Эҙҙәргә, таптарға бер кем дә теймәһен. Килеп етерҙәр», – тип яуапланылар.
– Беҙҙә буран булды, – әйтерһең, 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгендә булмаған. – Ҡар баҫты, юл юҡ, – тигәненә иғтибар итмәнеләрме, «көтөгөҙ» тинеләр.
Район милиция бүлегендә ауылға тиҙ генә барып етмәҫтәрен беләләр ине. Тейешле хужалыҡтар етәкселәренә сығып, юл ярыу хәстәрен башлаһалар ҙа, Байталға бер-ике көнһөҙ инеп булмаясаҡ, тине улары.
Ауылда ял итеп өлкән лейтенант Фәнзил Ҡәйүмовтың ятыуы билдәле булды. Ярай ҙа ут, бәйләнеш сымдарын өҙөргә бурандың көсө етмәгән. Уны телефон аша тиҙ таптылар.
– Иптәш лейтенант, тикшереүселәр килеп еткәнсе бер кем дә сыҡмаһын да, инмәһен дә – һинең бурысың шул. Һорау алыу кәрәкмәй, – тинеләр.
– Табип, ашнаҡсылар килһә, нишләргә? – тип һорарға башы етте.
– Ул сирлеләрҙе ҡараһын. Ашнаҡсылар бешерер, ас ятып булмай бит. Тик ашарға үҙең ташырһың. Мәйет ятҡан бүлмәгә бер кем дә үтмәһен, ишетһен ҡолағың.
– Бисәһе, балалары килһә?
– Бер кем дә сыҡмаһын да, инмәһен дә, тинем, аңлашылдымы?
– Есть, иптәш майор.
* * *
Атаһының һунар ҡалтағайын кейеп, көрт йырып көскә килеп етте дауаханаға милиция лейтенанты. Килгәс тә ҡапҡа-кәртә, бина тирәһендә берәй төрлө эҙҙәр күренмәйме, тип ҡараштырып сыҡты. Күҙгә ташланып барған, шик һалған эҙҙәр күренмәне, тигеҙ генә итеп буран тирә-йүнде ялағайны шул. Хатта эттәр эҙе лә юҡ ине. Дауахананың инер урынына килгәс, аптыраны – ярты ишек ҡар аҫтында. Көрәктәрен ярай ҙа эстә тоталар икән, Фирүзә уны тәҙрә аша биргәс, Фәнзил ҡарҙы ырғытып ишекте асты. Ингәс тә шәфҡәт туташынан:
– Бөгәсә инеүсе лә, сығыусы ла булмағандыр? – тип һораны.
Фирүзә йылмайҙы.
– Үҙегеҙҙе иҫәпкә алмаһағыҙ, юҡ.
Лейтенант тәүҙә мәйет ятҡан бүлмәгә барҙы. Бар донъяны «дер» итеп тотҡан элекке директорҙың шулай бысаҡ ҡаҙалып ятыуын күреүе берсә шомло, берсә мәғәнәһеҙлек һымаҡ ине. Ишеген ныҡ итеп ябып, алдына ултырғыс ҡуйҙы. Бар бүлмәләрҙе, ишек-тәҙрәләрҙе ҡарап сыҡты. Көрәк ырғытҡан тәҙрә тирәһен ентекләп тикшереп, нығытып япты.
Бөгәсә төндә дауаханала булған алты кешене бер бүлмәгә йыйып алды.
– Дә-ә, ауылдаштар, дөрөҫөрәге, иптәштәр, ауыл тарихында булмаған енәйәт ҡылынды. Районда ғына түгел, республикала абруйлы етәксе булараҡ дан алған Әнүәр Ибраһимович Бикмаев бөгөн төндә ошо дауахана палатаһында бысраҡ ҡуллы әҙәм тарафынан үлтерелде, – тип рәсми тонда һөйләп алып китте лейтенант.
– Нуль два хәбәр итә... Үлтергәндәр, ти. Бәлки, ул үҙен үҙе сәнскәндер. Йәғни, мәҫәлән, – ҡулы менән муйынын «ҡырҡып» күрһәтте Наил.
– Тыңлап бөт тәүҙә, шантрапа. – Тауышын күтәрергә мәжбүр булды власть кешеһе. – ...үлтерелде. Шуға күрә тикшереү бөткәнсе дауахананан бер кем сыҡмай ҙа һәм инмәй ҙә. Аңлашылдымы? Табип ҡарар үҙегеҙҙе, тейешле дауағыҙҙы дауам итерһегеҙ.
– Аңлашылыуын аңлашылманы, – тип һүҙгә ҡушылды урмансы Әсфәндиәр ҡарт. – Ней тип һорамаҡсымын. Хәҙер бөтә енәйәтте беҙҙән эҙләрҙәрме инде? Ошо беҙҙең алтау араһында үлтереүсе ултыра, тип әйтмәксеһеңме, кем әле исемең, эйе, Фәнзил?
– Фәнзил түгел, иптәш лейтенант.
– Эйе, лейтенант.
– Төн эсендә балнистан бер кем дә сыҡмаған да, инмәгән дә. Тимәк, үлтереүсе – һеҙ, – ҡәнәғәт төҫ менән өҫтәл артына килеп ултырҙы «мент». Уның күңеле тантана итә ине. Тикшереү эшенә ҡыҫылырға ҡушмаһалар ҙа, енәйәтсене бик тиҙ генә «вычислять» итеренә уның ышанысы ҙур ине. Бындағы һәр ауылдашын ул биш бармағы кеүек белә. Серҙәрен дә, ҡылғандарын да, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен дә... Гелән генә лейтенант булып та йөрөп булмай.
– Ай, Аллаһ, ҡайҙан ғына ауырып киттем, ҡайҙан ғына бында эләктем дәһә... – Тимер ыңғырашып ятыу яғын ҡараны.
– Юҡтыр, мосолман кеше үҙенә үҙе ҡул һалмаҫ. – Сафура ҡарсыҡтың йомшаҡ ҡына тауышы сыҡҡас, Фәнзил аптырап артына боролоп ҡараны. Һинең дә тауышың сығамы, һинең дә фекерең бармы ни, бер бөжәк, тигәнерәк ерәнгес ҡараш менән ҡортҡаға ҡараны. Уныһы һөйләүен белде. – Оло гонаһ бит был. Аллаһ бындай гонаһты кисермәй. Уның тәҡдиренән алда ҡуҙғалыу лөғәткә һыймай. Кеше йәне мәңгелек язаға дусар була: ни фанилыҡҡа ҡайта алмай, ни баҡыйлыҡҡа күсә алмай. Ҡул һалмағанды-ыр.
– Тикшерерҙәр. Мосолманмы, юҡмы икәнен дә белерҙәр. Тикшереү бөткәнсе дауахананан бер кем сыҡмай ҙа, инмәй ҙә. Аңлашылдымы? – тип тағы ҡабатларға мәжбүр булды погонлы әҙәм.
Аңланылар шикелле. Фирүзә менән Сафура ҡарсыҡ үҙ бүлмәләренә китте. Бындағы дүрт ир карауаттарына һуҙылды. Фәнзил төп ишек төбөнә ултырғыс ҡуйҙы ла шунда ҡунаҡланы. Фирүзә, күрәһең, телефон аша еткергәндер, уңарсы хәбәр ауылға таралды. Иң беренселәрҙән булып мәрхүмдең ҡатыны Бибиәсмә килеп етте. Ишекте асманы милиция вәкиле, ярыҡтан ғына ысынлап та иренең үлеүе, дөрөҫөрәге, үлтерелеүе һәм әлегә бында бер кемгә лә инергә ярамағанлығын ғына аңлатты. Көрт йырып килеп йығылыр хәлгә еткән ҡарсыҡ ҡарға ятып илаһа ла, лейтенанттың күңеле иремәне. «Не положено!» – бер үк һүҙҙе ҡабатланы. Оҙаҡ ҡына һыуыҡ ҡарҙа хәл йыйып алғас: «Үлгәс тә этләр икән, ҡәбәхәт», – тип төкөрөндө лә, ҡалтағайын кейеп, ҡайтыу яғына ыңғайланы әбей.
Табип килеп баяғы дүрт сирлене ҡараны, күрһәтмәләрен бирҙе, шәфҡәт туташы Фирүзәгә сығырға ярамағас, тағы ла бер тәүлек эшләргә тура килә, тип приказ яҙҙы. Лейтенант уның артынан бер иле ҡалмай эйәреп йөрөнө. Ашнаҡсылар ризыҡ-фәләнен әҙерләгәс, үҙе алып барып ашатты ирҙәрҙе.
Сәғәт ун берҙәргә, мәйетте һанамағанда, тағы ла етәү ҡалдылар. Ишекте ныҡлап ябып ҡуйғас, Фәнзил уйға ҡалды: «Ныҡышҡанда һәм аҡыллы ғына эш иткәндә, табырға була енәйәтсене». Яңы эш башлаған Фирүзә менән был ауыл халҡын бөтөнләй тиерлек белмәгән, бар ғүмерен ситтә үткәргән Сафура ҡарсыҡтан шикләнмәне лә. Тимер менән Наилдың телен астырып, ныҡ ҡына бауыр аҫтына тондорорға кәрәк. Тәүгеһе ғүмер буйы атаҡлы директорҙың уң ҡулы – баш бухгалтеры булды. Моғайын, икеһенең дә «шкафтарында һөлдәләр» булмай тормағандыр, урлашмай, бүлешмәй ултырмағандарҙыр, шундай бай миллионлы хужалыҡҡа етәкселек ит тә. Имеш-мимештәр булғыланы бит ул. Ғүмерлек үсе булыуы ла бар. Үҙенең хәленән килмәҫ. Моғайын, еңел холоҡло Наилды яллағандыр, ул аҡса һәм бер шешә өсөн баш етмәҫ аҙымдарға ла барырға мөмкин. Шул тирәлә уралырға булды.
Ишек төбөнә Сафура ҡарсыҡты ултыртты ла сирлеләр палатаһына юлланды лейтенант.
* * *
Обходтан һәм иртәнге аштан һуң палатала тынлыҡ урынлашты. Һәр кем үҙ уйына бирелде.
Беренсе булып Наил тынлыҡты боҙҙо:
– Дә-ә, кеше шулай йәшәй ҙә үлә лә китә икән ул? Кисә генә һөйләшеп ятты. Ыңғырашып булһа ла. Үлһәм, ҡәбер ҡаҙырға киләһеңме, улым, тип көлөп ятҡан булды.
– Улым, тигәндән. Тимер ҡорҙаш, Әнүәр Ибраһимовичтың улы бар инеме ни һуң? – Әсфәндиәр тороп ултырҙы.
– Ҡайҙан улы булһын. Кем әйтте? – Тимер боролоп ятты.
– Элгәренән алдағы көн янына ингәйнем, нисектер Әнүәр ағай миңә, Әсфәндиәр, гонаһтарым язалай бит мине, улымдың рухы үҙенә саҡыра, тип һөйләнеп ятты. Бының әллә бер-бер аҡылы зәғифләнеп киттеме, тим. Һуң, Әнүәр ағай, ниндәй ул ти тағы, ғүмерҙә лә Бибиәсмә апай ул тапманы лаһа, сәскәләй бер генә ҡыҙ, һуң Гөлсәсәкте генә үҫтерҙегеҙ бит, тип тынысландырҙым үҙен. Шунан ул, эйе шул, эйе шул, тип йылмайҙы. Бик сәйер йылмайҙы. Әллә шул аҡыл-фәләне зәғифләнеп, үҙенә ҡул һалманы микән, тим инде шикләнеп тә, аптырап та... Улай тиһәң, бысағы ҡайҙан килеп сыҡҡан.
Уҡытыусы Рәшит тә, ҡулындағы китабын ситкә ҡуйып, һүҙгә ҡушылды.
– Әйтер инем сәскәләй ҡыҙын. Йәне булһа, атаһын бер ҡайтып күрер ине. Байлыҡта сереп ятып, атаһын да килеп ҡараманы. Ҙурыраҡ урындарға, дауаханаларға йөрөтһәләр, бәлки, был хәл булмаҫ та ине. Ярай, бында медсестралар ҡараны ла Сафура апай булды... Ятыр ине һаҫып.
Ысынлап та шулай ине. Һуңғы ярты йылда атаҡлы директор ике аҙна өйҙә, ике аҙна бында килеп ятыр ине. Йортонда бисәһе һөйләнә, туҙына башлаһа, дауаханаға ҡаса, тип һөйләйҙәр. Ни тиһәң дә, бында уны санитар, шәфҡәт туташтары ҡарай. Ашау-эсеү ҙә йүнле, аҫ та таҙа, тигәндәй. Һыҙланыуы баҫыла. Ҡыҙҙары Гөлсәсәк йыраҡта йәшәй, шуға йыш ҡайтып та йөрөй алмай инде, үҙенең донъяһы, балалары. Бәлки, ысынлап та, яман шеш тапҡас та йөрөтөргә кәрәк булғандыр ҙа. «Бер ҡайҙа ла бармайым», – тип ата арыҫландай арҡырылашып ятҡандыр атаһы ла. Ғүмер буйы үҙ һүҙен үҙ итеп өйрәнгән тауҙың, кемгәлер бәйле булып, баш эйеп, дала булып йәйелеп ятыр көнө юҡ. Үҙем һалдырған дауахана бар, шул етә миңә, тигәндер. Хәҙер йылға яҡын ныҡлы һыҙлана ир-азамат. Бәһлеүән кәүҙәһе сибекләнде, ғорур башын алға эйҙерә биреп, таяҡҡа таяндырҙы был сир.
– Яман шеш тигәнең хәтәр инде. Ыҙалата ла, һаҫыта ла. Директорлығыңа ла, шантрапалығыңа ла ҡарап тормай, – Наил «даға араһына ботон ҡыҫтырып» өлгөрә. Ә Әсфәндиәр, күңелендә тынғылыҡ тапманымы, һаман да әлеге директор үлемен уйланы.
– Ысынлап та, һуңғы мәл бик бөткәйне шул ҡартың. Көндән-көн йәнде ашай был сир, берәй әмәле юҡмы икән, тип ятты әзмәүерҙәй ил ағаһы, – тип һөйләнде һунарсы. – Голландияла ныҡ ауырығандарға ниндәйҙер тарзания үткәрәләр, тип һыҙланып ултырҙы. Һин дә ишеттең шикелле, Рәшит.
– Тарзания түгел, эвтаназия тип атала ул. Үҙем һөйләгәйнем мин уға.
– Уныһы нимә була һуң тағы? Икмәккә һылап ашайҙармы, әллә араҡыға ҡушып эсәләрме? – тағы ла Наил был.
Рәшит аңлатырға булып китте. Дауаханала ғәҙәттә сирлеләр шулай юҡ-бар хәбәр һөйләп, йә берәйһен сәйнәп ваҡыт үткәрә бит инде.
– Шундай төшөнсә бар. Әгәр ҙә кеше ҡотолғоһоҙ сир менән ауырый икән, уны йоҡлаталар ҙа, йоҡоло сағында укол ҡаҙап, теге донъяға оҙаталар. Йәғни ғазаптарҙан ҡотолдоралар. Әлбиттә, пациенттың һәм туғандарының теләге менән.
– Йә, Хоҙай, нимә генә уйлап тапмай кеше. Ысынында кеше үлтереү бит был, – Тимер ҡарт та телгә килде.
– Ҡанһыҙлыҡ, әлбиттә, тик мәрхәмәтле ҡанһыҙлыҡ. Үҙең этләнеп, яныңдағыларҙы йонсотоп ятҡансы, йоҡланың һәм теге донъяға – «рәхим итегеҙ», – ана ниндәй аҡыллы һығымталарға килергә мөмкин Наил шантрапа.
– Ул кешене үлтереү түгел, ә ғазаптан, әсе һыҙланыуҙан ҡотҡарыу юлы. Изге эш, тип ятты ағай. Бәлки, тим... Әллә... Шул үҙ-үҙенә... – Әсфәндиәр һаман төрлөһөн фаразлай ине. Әлбиттә, улар араһында үлтереүсе ултыра, тип һис тә уйламай. Ә шулай ҙа һыуыҡ, инеп-сығыусы булмаған бит, тимәк, бысаҡ сәнсеүсе ошонда, ошо бүлмәлә.
– Аңлағыҙ, уландар, ул үҙенә ҡул һалғанда ла, ауылыбыҙға тап булып төшәсәк. Әгәр үлтерһәләр ҙә... Хоҙай ҡушмаһын... – элекке бухгалтер башын таҫтамал менән ҡаплап ятты. Шулай итеп мәсхәрәнән, ҡайғынан ҡотолорға теләнеме.
Ишеккә яҡынлашҡас та, бер аҙ тыңлап торҙо лейтенант. Берәй кәрәкле һүҙ ысҡындырмаҫтармы, йәнәһе. Тынлыҡ булғас, ишек туҡылдатып килеп ингән булды. Әҙәпле булып ҡыланыуы.
Өҫтәл артына барып ултырҙы ла ҡарашын ныҡ итеп Наилгә төбәне. Уныһы ҡаҙалып килгән ҡарашҡа түҙмәй:
– Тәмәке тартырға ине, командир, – тигән булды.
– Түҙәһең инде, һалдат. Командир түҙә бит. Нимә тип ятаһың бында? – ҡапыл һораны.
– Юҡ-бар самопалдар эсеп, бауырға көс төшкән. Бар эсәк-бауыр һыҙлай, – Наил вайымһыҙ ғына эҫтәрен тотҡолап, керһеҙ күҙҙәре менән погонлы әҙәмгә ҡырын ғына бағып алды.
– Уйлап-уйлап ултырам да, кем үлтерергә мөмкин һуң беҙҙең ағайҙы, тип ҡуям. – Үҙен тыныс тоторға тырышты «командир». Ҡапыл бөгөп һындырып булмаясаҡ, киреһенсә, йәндәренә инерҙәй яҡынлыҡ белдерергә кәрәк. Тик ғүмер буйы донъяның бысраҡ, енәйәтле яғында йөрөгән әҙәмдә күңел йылылығы самалы ине шикелле, ҡәҙимгесә, өйрәнгәнсә дауам итте һүҙен. – Шулай ҙа, ағай-ҙар, егеттәр, төнөн шикле бер нәмә лә күренмәнеме?
Бер кем дә өндәшмәне. Әллә ысынлап та күрмәгәндәр, әллә быны әҙәмгә һанамайҙар. Әл дә Наил бар, ул боҙҙо тынлыҡты:
– Элек ағайҙың һыҙланып, ыңғырашып ятҡаны ишетелеп тора торғайны. Ишеге һәр саҡ асыҡ торҙо бит уның. Бөгөн тауыш-тыны ишетелмәне.
Күҙҙәре ялтырап китте лейтенанттың.
– Һин тышҡа-фәлән сыҡтыңмы?
Бәҙрәф-фәлән бинаның эсендә лә бар ине. Заманында уныһын да хәстәрләгәйне директор. Сирлеләр һыуыҡ көндә нисек тышҡа сыҡһын, уңайлыҡтар бар йәһәттән дә булһын, тип талапты ҡаты ҡуйғайны. Ҡайһы берҙәр, «ҡуй әле, нисектер уңайһыҙ ҙаһа, өйҙә бесетеп торорға», тигәстәр, тышҡа ла таҡтанан әтмәләп ҡуйҙылар. Матур көндәрҙә ирҙәр мәшәҡәттәрен унда атҡара. Ә төнөн буран ине. Сығыусы булманы.
– Эйе, таңғы дүрттәрҙә тәмәке тартып алғайным. Тынлыҡ ине. Ну, тынлыҡ тип, буран шаҡ та шоҡ килә ине, ну, ыңғырашыусы булманы.
«Бик шыма һөйләй. Шуның эше. Ышаныслы рәүештә, ыңғырашыусы булманы, тип ебәрә».
– Шунан тағы уйлап ҡуям. Тимер ағай, борсойом әле үҙеңде. Ғүмер буйы «директорҙың күләгәһе» тип йөрөттөләр һине. Матур ҡушамат түгел, обидно булманымы? Директор менән мөнәсәбәтең ниндәй ине?
Тимер ҡарт стенаға төбәлгән килеш оҙаҡ ятты. Үҙенең ғүмерен иҫкә төшөрөп уйланып яттымы, әллә директорының үткәндәрен барланымы – өндәшмәне, ҡуҙғалманы.
– Әгәр һорау алырға йыйынһаң, гадук, файҙаһыҙға. Яуап бирмәйәсәкбеҙ. Тикшереүсене көтәсәкбеҙ. Ишеү адвокат яллаясаҡбыҙ әле, – уҡытыусы Рәшит өҫтәлдең икенсе яғына килеп ултырҙы ла китабын һалып уҡыуын дауам итте.
Мөнәсәбәт тип... Уйланды баш бухгалтер. Үлтерелгән, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә тертләне ул. Уны ғына ғәйепләмәһәләр ярар ине. Ни тиһәң дә, ғүмер буйы бергә булдылар. Әнүәр ағайҙы яҡшы белде, үтәнән-үтә күрҙе ул. Ил ағаһы, хөрмәтле заттан ине мәрхүмең. Ғүмер буйы етәксе булды. Ә рәйес – ул халыҡ ышанысы, киләсәк өмөтө. Ауыл халҡы менән бергә ил күтәргән зарҙы, ҡайғыларҙы иңенә алды, алдындағы ризыҡ, шатлыҡтарын ауылдаштары менән бүлеште. Ҡыуаныстар килгәндә, ҡыуанышырға форсат тапты. Йыуаш булманы, ләкин тапҡанын ғәҙел бүлде, ҡырыҫ булды, әммә мәрхәмәтһеҙ булманы. Совхозды бергә алға сығарҙылар, бергә байынылар ҙа. Ҙур-ҙур аҡсалар йөрөгән ерҙә «ундай-бындай» эштәр ҙә булғылай. Юҡ, намыҫ менән эшләнеләр, халыҡтыҡына теймәнеләр, дәүләткә лә зыян килтермәҫкә тырыштылар. Эш мәлендә ни, бер үк ҡаҙанда ҡайнағас, тигәндәй, бер үк туҫтаҡтан ашап йылмайышҡан, ҡайһы саҡ дуғаны бөгә алмай бәхәсләшкән мәлдәр ҙә булғандыр. Булғанды-ы-ыр... Ағай хәтәр ине бит. Оҡшамаһа, ҡысҡырып ҡына ҡалмай, тондороп та ҡуйырға мөмкин ине.
Шулай ҙа бер тарих Тимерҙе борсой. Онотолған тарих. Шуны иҫкә төшөрөп хәлде генә алмаһалар ярар ине, тип үрһәләнде ҡарт.
Алтмышынсы йылдар аҙағында Ҡаҙағстан далаһында ҡамғаҡ кеүек кибеп, әйләнеп йөрөгән саҡтары булды Тимер Шәриповичтың. Рәйес ғәйебе менән. Эйе, Әнүәр үҙе ебәрҙе уны далаға.
«Их, ул осорҙо хәҙер кире ҡайтарып булһа. Әлеге аҡылы булһа, бармаҫ инем. Үҙҙәренең баштарын төрмәлә серетергә. Ҡайҙалыр осҡан меңгә яҡын һарыҡ башын дөрөҫ күрһәтмәгән өсөн оҙаттылар, йәнәһе. Бер ғәйепһеҙ кешене. Кеше өсөн иректән мәхрүм булсы әле, ҡуй инде...»
Әнүәр ағай шул йылы машинаһы менән кеше тапатып үлтерҙе. Судья-прокурорын, түрәләрҙе һарығы, балы-майы менән мәгәрисләп, үлгән егеттең туғандарына мул ғына аҡса һоноп ҡотолоп ҡалды. Һуң ул байлыҡты үҙ кеҫәһенән сығарған тиһеңме, дөрөҫ күрһәтмәгән һандарҙы кемдер аңдып ҡалған. Тикшереү китте. Кем ғәйепле – бухгалтер. Алдашҡан, урлашҡан. Эйе, ул ваҡытта дәүләт милкенә ҡул һуҙыусыларҙы аңдып ҡына торалар ине. Бухгалтерҙы – судҡа, рәйескә – выговор. «Ярай, Тимерйән, бер-ике йыл дала елендә елләрһең дә ҡайтырһың, бөтәһе лә имен-аман булыр, поддержу, ауыҙыңа һыу йот та йөрө лә ҡайт», – тигән булды Әнүәр Ибраһимович. Абруйы ла, дәрәжәһе лә ҙур ине шул ағайҙың. Һүҙен кире ҡаға алманы. Кире ҡағып та ни эшләмәк – икеһен елләтерҙәр ине барыбер. Тимер шым ғына бер көтөү һарыҡты Ырымбурҙағы ат ҡараҡтарына оҙатҡан, тип һөйләнеләр ауылда. Ә ысыны... Өс йылына нисек тә түҙҙе ул. Уныһына ул аптыраманы ла, асыуы ла килмәне, ауыл ғәйбәттәрен дә йөрәгенә яҡын алманы. Телен дә, күңелен дә йоҙаҡланы ла ҡуйҙы. Хатта күңел биреп эшләне унда ла, кешеләр менән аралашты, һауа алыштырҙы, тигәндәй. Тик аҙағы, дөрөҫөрәге, ҡайтҡас ҡот осҡос һөҙөмтәһе уны уйға һалды, ауыр уйҙары бауырға төштө. Дала еле ҡырҡыу һәм ҡырыҫтан бигерәк, радиациялы булған икән шул... Сыҡҡанда «серле зона» тип, артыҡ ауыҙ асмаҫҡа, күргән-белгәнеңде һөйләмәҫкә, тип ҡултамға алғайнылар ҙа, ул саҡта әһәмиәт биреп тораһыңмы. Кәләш алып йәшәй башлағас, беленде. Хәҙер бына балалары ла юҡ, донъяның ҡыҙығы ла бөтөп бара. Ҡарсығы түҙҙе, рәхмәт уға. Шул йәһәттән генә рәнйеше бар уның Әнүәр ағайға.
Тотҡонда йөрөгәндә тыуған яғын һағынып киткәндә Әнүәр ағайға бик асыуы килеп китә ине Тимерҙең. Ҡайтҡас та онотто. Йәштән артыҡ йыуаш, күндәм булды шул.
«Һуҡыр сысҡандыҡылай үткән ғүмер, үҙ өңөмдән башҡа бер ни күрмәй йәшәлгән», – тип һығымта яһап ҡуя ҡай саҡ. Әнүәр Ибраһимович һүҙендә торҙо, тәүҙә бер-ике йыл ябай иҫәп-хисапсы итеп тотто ла, һуңғараҡ тағы ла баш бухгалтер итеп үрләтте. «Нисек – бурҙы? Кәзәне – кәбеҫтә баҡсаһына, бүрене һарыҡ фермаһына мөдир итеп ҡуйған кеүек...» – тип ни тиклем халыҡ ҡаршы сығып маташты бит әле, һүҙендә ныҡ торҙо ир азаматы. Һе, уны йығып буламы, ата арыҫлан ине бит. Йорт һалышты, сиратһыҙ машина алып биреште, изгелектәре күп булды мәрхүмдең. Асыуы юҡ уға Тимерҙең. Һуғыш йылдарында аслыҡтан ҡотҡарған кеше ул. «Насар һүҙ әйтә алмайым ағайға, хатта үлгән тиһәләр ҙә... Мин үлгәнсе кеше тапатҡанды бер кемгә лә һөйләмә, тиер ине. Һүҙен тоттом, һөйләмәнем...» – тип уйланды Тимер. Яйлап ҡына өҫтәл яғына боролоп ятты.
– Борсойом тигәс борсойом. Мөнәсәбәт нисек булды? – погонлы әҙәм мәғәнәһеҙ ҡарашын уға төбәне.
– Мөнәсәбәт, тип ни, бергә эшләнек. Бөтәһе лә белә – һәйбәт, татыу йәшәнек. Минән шикләнмәгеҙ, ауылдаштар, – тип ҡуйған булды ҡарт.
– Һеҙҙе ул төрмәгә ултыртҡан, тип тә һөйләйҙәр.
– Гонаһһыҙ әҙәм юҡ донъяла. Шымтым алаша ла юлдан тайпылып китә ҡай саҡ. Ғәйеп булғас, ултыртҡандыр. Ғәҙел, ҡаты заттан ине бит.
– Өлкән кешене этләтмә, Фәнзил. Улар күргәндәр һинең төшөңә лә инеп сыҡмаған, белгең килһә. Кеше ғүмерендә соҡоноп, юҡты бушҡа ауҙарма. Бында кеше үлтереүселәр юҡ, – Рәшит зәһәр итеп ҡараны. – Ана ишек төбөн һаҡла. Сыҡ бынан.
– Нимә? – лейтенант урынынан торҙо. – Власть кешеһенә һелтәнмә, ипләп. Үлтереүсе ошо бүлмәнән. Мин беләм. Һин дә беләһең.
– Юҡ бында үлтереүсе! – Рәшиттең ныҡ йәне көйөп китте шикелле, китабын шап итеп өҫтәлгә һалды.
– Бар! Кәмендә уйланырға урын бар. Ҡыҫҡаса өс фараз аңлатам, иптәш гадук. Беренсеһе – ҡаҙаҡ далаларында атом бомбаһы тикшереүҙәре үткән тотҡон Тимер Шәрипович бөгөн атай булыу хоҡуғынан мәхрүм. Уны ул тарафтарға данлыҡлы директор оҙатҡан, тиҙәр. Сәбәп бармы?
– Нимәгә сәбәп бармы?
– Үлтерергә. Директорҙы подәлше оҙатырға. Элекке бухгалтер хәҙер ҡарт һәм көсһөҙ, үҙенең ҡулынан килмәй. Ул кемделер ялларға мөмкинме? Һине, мәҫәлән, гадук. Йә шантрапа Наилде.
– Ҡыҙы-ыҡ. Мин улай уҡ уйламағайным. Яуыз уйға һин зирәк.
– Икенсе фараз. Рәшит ҡасандыр Гөлсәсәкте яратып йөрөнө. Атаһы риза булманы. Сәбәп бармы? Ба-ар.
«Ҡыҙыҡ. Ысынлап та булды бит ундай хәл», – тип көлөмһөрәп уйлап алды Рәшит.
Эйе, ҡурсаҡтай Гөлсәсәк уның беренсе һәм онотолмаҫ мөхәббәте булды шул. Их, шаталаҡ, ихлас, сабыйҙарса бер ҡатлы Гөлсәсәк!
Ҡыҙ ҙа уны үҙ итә ине. Шуға мәктәпте тамамлағас та яусы ебәргәйне Рәшиттәр. Тик уныһы бик бойоҡ әйләнеп ҡайтты, ауылдың маңҡа малайҙарына ҡыҙ үҫтермәнем, ул Мәскәүҙә уҡыясаҡ, уға иртә әле кейәү тураһында уйларға, тип битемә төкөрҙө, тине. Төкөрөүен төкөрмәгәндер, шулай ҙа намыҫына тейгәйне. Яусының да, егеттең дә. Ярһыны ла Рәшит ҡыҙҙы урларға булды. Ваҡытын, урынын Гөлсәсәк менән килешеп тә ҡуйғайны ла... Өс-дүрт синыфташ егетенә, әлеге шул Фәнзил дә бар ине, өйләнәм, барыбер урлайым, ат табайыҡ, ярҙам итегеҙ әле, дуҫтар, тип, эй дәртләнгәйне. Кәрәкле сәғәт һуҡҡанда ат та юҡ, дуҫтар ҙа күренмәне. Баҡһаң, быларҙың ниәтен кемдер ҡыҙҙың атаһына еткергән. Мылтыҡ атып ҡыуып ебәрҙе малай-шалайҙы директор. Ҡыҙ ысынлап та баш ҡалаға сығып олаҡты һәм һөйгәнен дә, ата-әсәһен дә, ауылын да онотто. Уның урынына Рәшиткә һәйбәт һабаҡ булды был ваҡиға, тарих тип әйтергә тел әйләнмәй. Маңҡа малай булмаҫ өсөн тырышты ул, институтын да тамамланы, алдынғы уҡытыусы, һәйбәт ғаилә башлығы хәҙер. Тик үпкәһе, тыны ҡыҫып ҡына йонсой. Әле лә дауаханала шуға ятыуы. Шуларҙы иҫләп көлөмһөрәне мөғәллим: – «Тикшереүселәр өсөн сәбәп булырға ла мөмкин. Эйе».
– Иҫ киткес. Быныһы ла әсишкә. Өсөнсөһөн әйҙә әле, – фаразлаусыны үҙенсә мыҫҡыллауы ине уҡытыусының.
– Һунар бысағы. Һунарсы бында берәү генә. Әсфәндиәр ағай. Ул берәй серҙе сисеп ебәрһә...
Лейтенантҡа әйтеп бөтөргә ирек бирмәне Наил. Тегенең алдына килеп баҫты ла, һуҡ бармағын уның битенә терәп тигәндәй, ярһып, төкөрөгөн сәсеп һөйләнергә тотондо. Асыуы ныҡ килгәндер, хатта рәсми тонда «һеҙ» тип өндәшергә мәжбүр булды.
– Ҡалай бысраҡ йәнле кеше икәнһегеҙ һеҙ, Фәнзил ағай, иптәш лейтенант! Ауылдаштарығыҙ тураһында бик насар уйлайһығыҙ бит. Белгең килһә, мин үҙем урлаған тауығымды ла үҙем салмайым, күрше ҡартҡа инәләм. Ә һин бында... нисек, тере кешенеме? Һин вәпше охренел што ли.
Түҙмәне лейтенант, Наилдең елкәһенән ныҡ итеп тотоп алды ла һөйрәтеп тигәндәй алып сығып китте һәм ҡаршылағы мәйет ятҡан бүлмә алдына килде. Ултырғысты тибеп осорҙо ла, ишекте асып, мәйет эргәһенә Наилде алып килде:
– Әйт, кем үлтергән уны, әйт? Һинме? – тип аҡырҙы. – Был бысаҡта һинең ҡулыңдың эҙҙәре, мөртәт. Беҙ ул енәйәтте барыбер асасаҡбыҙ...
Тауышҡа Сафура ҡарсыҡ менән шәфҡәт туташы килеп инде.
– Сирлеләр бит улар, нишләйһегеҙ, – тип өндәште ҡарсыҡ. – Борсомағыҙ уларҙы.
Лейтенант, артығыраҡ ҡыланып ташлағанын ҡапыл аңланымы, Наилде ебәрҙе. Шунан тыныс ҡына:
– Бүлмәне елләтергә кәрәк, мәйет еҫе сыҡҡан, – тине лә шәп-шәп атлап бүлмәнән сығып китте.
– Алма йыраҡ төшмәгән, – тип ҡуйҙы Тимер ҡарт. – Атаһы Хисбулла ла бер әшәке әҙәм ине. НКВД-ла эшләгәнендә «ҡанһыҙ Берия» тип йөрөтә торғайнылар. Үҙен Әнүәр ағай үлеп яратманы.
Наил дер ҡалтырап урынына ауҙы ла бөгәрләнеп ятты: «Бер ғәйепһеҙгә ултыртып ҡуйыуы бар был яуыздың. Ҡурҡам мин», – тип одеялы менән ҡапланды. Шундай дәртле, шуҡ егеттең дә кикереген шиңдерәләр икән.
Тағы тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан ирҙәр бүлмәһенә биҙрә-йыуғысын тотоп Сафура килеп инде. Яйлап ҡына иҙән йыуырға тотондо.
– Тотонмаһағыҙ ҙа булыр ине, Сафура әбей. Әлегә ярамай – тикшереү бөтмәгән бит, – тип Рәшит уны туҡтатмаҡсы булғайны ла, ҡарсыҡ үҙ эше менән булды.
– Минең башҡа һөнәрем юҡ. Мин бысраҡтарҙан ғына таҙартам. Енәйәтте былай ҙа асырҙар. Иҙәндең йыуылыу-йыуылмауы ғына хәҙер бер ни ҙә хәл итмәҫ. Ә һеҙ ҡайғырмағыҙ. Берегеҙҙең дә ғәйебе юҡ – борсолмағыҙ ҙа, – әбекәй шулай һамаҡлап тигәндәй һөйләнеп йөрөнө, үҙ яйы менән иҙәнен дә һөрткөләне.
– Лейтенантҡа әйт уны. Ҡуй, әйтмә лә, барыбер аңлайһы түгел, – одеялдан башын ғына сығарып Наил шулай тине. Бер сама тынысланған, күрәһең.
– Аңлай торған әҙәм түгел ул, ас ҡомаҡтар нәҫеле, кантондар затынан ул. – Ә Тимер ҡарт тыныслана алмай шикелле.
– Ас ҡомаҡтар нәҫеле... – Сафура ҡарсыҡ ҡапыл эшенән туҡтаны ла Тимергә ҡарап алды.
– Бынау ерҙе генә һөртөп ал әле. Әллә ҡан таптары ҡалған. Күңелде болғатып, йөрәкте тетрәтеп тик ята атыу, – Әсфәндиәр аяҡтарын күтәреп ултырҙы. Ҡарсыҡ сепрәген йыуып һыҡты ла уның янына килде. Ышҡып-ышҡып һөрттө.
– Ҡан түгел, дарыу-фәлән түгелгәндер, бөтмәй, – тине лә ҡартҡа ҡараны. – Иҙәндәге тап нимә, бер һыпырһаң бөтә ул, йөрәк-хәтерҙәген генә ҡырып та юҡҡа сығарып булмай. Хатта ваҡыт та алмай...
Әсфәндиәргә ҡарсыҡтың фекере ҡыҙыҡ түгел ине, хатта уны ишетмәне лә. Баяғы бысаҡта ине уйы. Дөрөҫөрәге, тамғаһында. Ҡайҙалыр күргән дә, ишеткән дә кеүек был бүре эҙе хаҡында. Әнүәр ағай менән ул бик яҡын булманы. Эш буйынса ғына аралаштылар.
Үҙ ҡорона һәр кемде яҡынайтманы директор. Уларҙан йәшерәктәр быуыны шул Әсфәндиәрҙәр. Тимер менән бер осор балалары ла, ул инде эше менән яҡын булды етәксегә. Һунарсы менән совхоз етәксеһе араһында бик уртаҡлыҡ юҡ. Ул үҙенсә баҫыуында мәж килде, Әсфәндиәр урманында ләззәт кисерҙе. «Ҡосаҡлашып һүҙ ҡуйышманыҡ, вәғәҙә бирешмәнек. Үҙем дә, күндәм ат кеүек, тыныс булдым, бәхәскә инмәнем, етәкселек нимә ҡуша – шуны эшләнем. Әнүәр Ибраһимович бик әҙәпле, мәрхәмәтле заттан булды. Бер нисә тапҡыр уның түрәләрен һунарға алып сығырға ла тура килде. Ул ваҡыттарҙа ла Әнүәр ағай сама белде, нәчәлниктәренә артығын тотонорға форсат бирмәне. Беҙҙе тыуҙырған да, йәшәткән дә – урман ул, тиер ине. Һаҡсыл да, йүнсел дә булды ағай», – тип иҫләп ултырҙы ҡарт.
«Әһә!» Ҡапыл ҡалҡынып китте һунарсы. Иҫенә төштө бит. Ҙур түрәләр менән усаҡ янында йәнле әңгәмә барғанда ул бер саҡ: «Минең ата-бабам заманында, их, шәп һунарсылар булған. Бүрене, һыбай ҡыуып етеп, суҡмар менән һуғып алған, айыуға ҡаршы бысаҡ менән сыҡҡан, – тип киң күкрәктәрен киреп һөйләп ултырҙы. – Үҙ тамғабыҙ булған. Бүре эҙе. Һәр солоҡта, һәр ҡоралда ошо тамға ине». Бүре эҙе... Шул бит бысаҡта. Тимәк, үҙ бысағы.
Тик үҙендә һис тә һунарсылыҡ ҡомары һиҙелмәне. Ҡуян да, өйрәк тә атып алғаны булманы. Мылтыҡҡа үрелгәнен дә иҫләмәй. Минең ҡотом киткән инде, ата-бабам һөнәре миңә түгел, тип ҡул һелтәр ине.
Бер түрә эсеп алып, көсләшеп быға мылтыҡ тотторҙо. Әйҙә әле, бер өйрәкте булһа ла сәпәп төшөр, тип теңкәһенә тейгәс, мылтыҡты ҡулына алды. «Тере йәнгә атмайым, – тине лә башындағы фуражкаһын сисеп Әсфәндиәргә һуҙҙы ул. – Анау имән ботағына эл әле». Илле-алтмыш метрҙан үҙенең баш кейемен тишеп юҡҡа сығарҙы. Аптыранылар ҙа, һоҡландылар ҙа. Ҡомарың булһа, ҡотоң да булыр, тип шаулашты әшнәләре.
– Юҡ, һуғыш йылдарында ата-бабамдың ҡомартҡыһын юғалттым, шуға минең ҡотом юҡ. Атһам да бәрәкәте булмаясаҡ, – тип аңғартты. Ниндәй ҡомартҡы булғандыр – уныһын әйтмәне.
Был затлы ҡорал – үҙенеке. Эйе, уларҙың нәҫел тамғаһы. Улайһа, ни эшләп бер ҙә күҙгә салынманы икән был ҡомартҡы? Әнүәр Ибраһимович була тороп, был затлы ҡорал менән нисек маҡтанмаған?
Үҙ асышынан Әсфәндиәрҙең йөҙө яҡтырып китте.
– Был бысаҡ – уның үҙ ҡоралы, тамға уларҙыҡы! – тип ҡуйҙы.
– Булһа ни. Унан бер кемгә лә еңел түгел. Үлтергәндәр, ти бит теге шайтан, – Наил ҡулын ишек яғына һелтәне.
Ишек төбөнә еткән Сафура тертләп китте. Ишек асылды, унда тағы ла Фәнзил күренде. Күҙе шар булды тегенең:
– Эй, әбекәй, кәрәкмәй ине. Кем ҡушты һиңә?! Эште боҙоп йөрөйһөң. Бар-бар, сыҡ. Мәйет ятҡан бүлмәне йыуып ҡуйма тағы.
– Бысрағығыҙҙы таҙартам. Башҡа һөнәрем юҡ минең. – Сафура ҡарсыҡ сығырға ашыҡманы, яйлап сепрәген һыуға тығып сайҡаны, шунан оҙаҡ итеп һыҡты. Лейтенант баяғы ултырғысҡа һуҙылды. Уныһы, яңы ултырыусыны ҡабул иткеһе килмәй, шығыр-шығыр килеп бер яҡҡа ҡыйшая бирҙе.
– Район үҙәгенә шылтыраттым. Хәҙер килеп етә следователдәр. Ҡаргиҙәр тапҡандар. Бысаҡтан эҙҙәр аласаҡтар, табасаҡтар үлтереүсене, – бер тантана менән белдерҙе быны милиционер.
– Башҡаса өндәшмә! Беҙ һиңә урамда ятҡан ҡалай түгел. Беҙ үлтермәнек! Һинән башҡа ла табырҙар. Сыҡ бар бынан. Ҡанһыҙ Хисбулла балаһы! – Тимер ҡарт ярһып өндәште. Тик карауатынан торманы.
– Хисбулла? – Сафура сепрәген иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе. Уға Рәшиттән башҡа берәү ҙә иғтибар итмәне. Фәнзил һикереп торҙо, ултырғыс бая ҡыйшайған яғына йығылып китте.
– Сыҡ, тимә, ҡыума! Минең атайға тел тейгеҙәһе булма, төп подозреваемый һин, Тимер ҡарт. Ҡурҡаһыңмы? Наил менән икегеҙҙе һағынып төрмә илай. Дөрөҫмө? Сыҡмайым! – күҙе аларып, ирен ситтәре шайыҡланып китте саҡырылмаған «ҡунаҡ»тың.
Сафура ҡарсыҡ ҡапыл иҙән һөрткән таяғы менән иҙәнгә шап итеп һуғып ебәрҙе. Икенсе һелтәнгәнендә биҙрәгә тейҙе. Уныһы алға табан ҡыйшайып ауып китте лә бысраҡ һыу, әле генә бүлмәне таптан таҙартҡан һыу, иҙән буйлап ағып китте.
– Туҡтағыҙ! Зинһар, туҡтағыҙ! Мин үлтерҙем Әнүәрҙе! Мин ҡотҡарҙым уны ғазаптан. Мин! – тип өндәште әбей. Тауышы әсе лә, көр ҙә сыҡманы, тик барыһы ла ишетте.
Бөтәһе лә ҡапыл ҡатып ҡалды. Ҡарсыҡҡа төбәлделәр. Тик лейтенант ҡына әсе итеп көлдө.
– Юҡты һөйләмә, бынау әҙәмдәрҙе яҡламаҡсы булаһыңмы? Эҙҙән яҙҙырмаҡсыһыңмы?
– Эйе, мин ҡотҡарҙым уны ғазаптарҙан, бигерәк йәл ине, түҙемем ҡалманы.
Наилдең эсенә йылылыҡ йүгерҙе шикелле.
– Ысынмы? Китсәле, Сафура әбей, һинең кеүек сибек кенә бесәйҙәй әҙәм арыҫландай Әнүәр Ибраһимовичты йәшәүҙән туҡтата алмаҫ. Китсәле...
– Ғорурҙарҙы тубыҡландырыр, бахырҙарҙы батыр итер илаһи хистәр ҙә, тау аҡтарыр көстәр ҙә була, – ҡарсыҡ ҡапыл хәле бөтөп Тимерҙең янына терәлде. Тимер уға һынап ҡарап алды.
– Кем һин? Кем хоҡуҡ бирҙе, кем бирҙе? Килмешәк! Кеше үлтерергә кем ҡушты?! Вәт хәшәрәт, иблис! – Һәр һүҙенә баҫым яһап өндәште лә ҡарсыҡтың муйынына йәбеште бухгалтер. Милиционер уны тартып урынына ултыртты.
– Тыныслан әле. Иң беренсе һин ырғыйһың, ә? Бер ҙә Әсфәндиәр ағай түгел. Ышанма был ҡарсыҡҡа, мин үҙем уға шулай тип әйтергә ҡуштым.
Лейтенант, әйҙә, сыҡ әле, тип ҡарсыҡты ҡултыҡланы ла елтерәтеп ишеккә табан алып китте. Уныһы туҡтап, биҙрәһен, сепрәкле таяғын алды ла Тимергә боролдо:
– Мөхәббәтем һәм ғүмерлек ғазаптарым бирҙе миңә ул хоҡуҡты, Тимерйән, – тине лә сыҡты. Бысраҡ һыуҙы ҡоротоусы булманы. Әбейҙең дә артынан лейтенант эйәрҙе.
* * *
Бар ғүмерен Үзбәкстанда үткәргән Сафура Байтал ауылына осраҡлы килеп һыйынды, тиергә була. Маңлайындағы ҙур миңле батша оло илде таратҡас, ул йәшәгән үзбәк илдәрендә сыуалыштар башланғас, бала сағы үткән Башҡортостанына юлланды. Юлы төштө лә, тик ҡайҙа барырға белмәне. Өфөлә бер нисә көн йөрөштөргәс, күңеле был яҡҡа тартты. Эйе, бер танышы, бер туғаны булмаған тыуған иле, нисек кенә булмаһын, уға ят түгел ине. Киреһенсә, һауаһын һулап туйманы, тирә-йүндәге тәбиғәт гүзәллегенә хайран ҡалып бер булды. Ярты быуатҡа яҡын ғүмер үтһә лә, барыһы ла танһыҡ, барыһы ла яҡын һәм... барыһы ла яңы ине. Тойғолары ла, тәьҫораттары ла.
Тәүҙә район үҙәгендә бәләкәй йорт һатып алып, шунда ике ҡыш сыҡты. Шунан уйламағанда тип әйтерлек, пенсияһы үтә лә бәләкәй булғас, ошо Байталдағы бәләкәй генә дауаханаға йыйыштырыусы булып эш тәҡдим иткәстәре, ваҡытлыса бында төпләнде. Дауахананың үҙендә, ситтәрәк йәшәргә бер бүлмә лә бүлгәс, риза булды.
Лейтенант ҡарсыҡтың оҙаҡ итеп ҡулын йыуғанын көттө. «Мин үлтерҙем» тигән хәбәре бөтөнләй аптыратты уны. Енәйәтселәрҙе тапҡандай булғайны бит инде. Хәҙер был ҡарсыҡ эште бутамаҡсы. Дөрөҫ хәбәр түгелдер. Йәш Наилде йәлләп шулай һөйләнеүеме?
«Мин үлтерҙем» тип һәр кем дә иғлан итә алмай, әлбиттә. Был бит бар ғүмереңә сик ҡуйыуға тиң. Ни әйтер икән, тыңлап ҡарайыҡ әле үҙен.
Бүлмәһенә инделәр. Бөхтә йәшәй ҡарсыҡ. Намаҙлығы, тиҫбеһе бар икән, тип ҡуйҙы ир. Тимәк, дин тота. Урта Азиянан ҡайтҡан, тиҙәр ине, ул яҡта мосолмандар исламдан айырылғандары ла юҡ. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, беҙҙә лә мәсеттәр төҙөлә башланы. Беҙгә лә ҡайта дин хәҙер. Тик дин тотҡан әҙәм бысаҡ тотоп кеше үлтереп йөрөмәҫ. Ҡарсыҡтың һалған хәбәре башына һыймай ине лейтенанттың. Ни тип һорарға, ни тип өндәшергә белмәне үҙе.
Тиҫбене ҡулына алды:
– Аллаһ бармы? – тип бармағын нишләптер күккә төбәне.
– Бар. Ул һәр кемдең күңелендә, – тыныс ҡына яуап бирҙе Сафура.
– Мин үлтерҙем, тип хәбәр һалдығыҙ, Аллағыҙҙан ҡурҡмайһығыҙмы?
– Иң оло гонаһ, беләм. Аллам кисермәҫтер, бәлки, мөхәббәтем кисерер. – Доғаларын уҡып, «әкбәр» итеп алды. Янында ултырған погонлы иманһыҙ әҙәм сабыр ғына түҙеп ултырҙы.
– Ниндәй мөхәббәт?
– Сәскә атып та тамуҡ уттарында көймәгән, бәғерһеҙлек һыуыҡтарында һулымаған мөхәббәт ул, – ҡарсыҡ ирҙең күҙҙәренә ҡараны. Зәңгәр күҙҙәр аҫтында урғылып килгән көс, ташҡынды шәйләне лейтенант. Улай ғына түгел, тәрән һағышты тойомланы.
– Һеҙ үлтерһәгеҙ, ентекләп һөйләп бирегеҙ әле, улайһа? – тине.
Ҡарсыҡ оҙаҡ ҡына тынып ултырҙы.
– Юҡ, бында һөйләмәйем. Теге ирҙәр палатаһына барайыҡ, унда һөйләрмен, – тине. Лейтенант аптырап китте. Ни эшләргә? Алып барырғамы? Алдашһа ла зыяны тейергә тейеш түгел. Хәбәр дөрөҫкә сыға икән, барыбер ота – енәйәтте аса.
Киттеләр. Бүлмәлә тауыштар көр генә сыға ине. Баяғы хәбәр, тимәк, быларҙы мыжғытып ебәргән.
– Тағы килдек әле, – тине лейтенант. Ҡарсыҡты өҫтәл янына ултыртты. Баяғы ауған ултырғысты торғоҙоусы булмаған, йәтешләп ҡуйып, үҙе шуға атланды. – Сафура Кәримова, ултырығыҙ әле бында. Бар хәбәремде ошо бүлмәлә генә һөйләйем, тине. Шуға килдек, – аңлатыуҙы урынлы тип һананы Фәнзил. – Телегеҙ һөйләгәнде аҡылығыҙ аңлаймы ул, иптәш Кәримова?
– Аңлай ҙа, аңламай ҙа... Алдашҡандар ғына аҙашалар. Ә минең аҙашҡым килмәй.
– Һеҙ нисектер бик серле һөйләйһегеҙ. Тә-әк, мин үлтерҙем тиһегеҙ инде. Ентекләп һөйләгеҙ.
«Хәҙер», – тине лә тамағын ҡырып алды әбей. Яулығын йәтешләп бәйләне лә көтмәгәндә әкрен генә йыр һуҙып ебәрҙе:
Был донъяла яҡты бер нур булып,
Йәшә, йәнем, көл һин гел генә.
Ожмах баҡсаһынан ҡасып ҡайттым,
Һине һөйәм тиеп, Йәмилә.
Был донъяла, беләм, иң изгеһе,
Тыуған ерең менән һөйгән йәр.
Ожмах баҡсаһынан үҙем киттем,
Һине күрәм тиеп, Ән(е)үәр.
Уйға батҡан Әсфәндиәр менән «мәйет янында тағы ниндәй йыр» тип асыуынан ҡабарыр сиккә етеп ултырған Тимер йырҙың тәүге юлдарынан, тәүге моңдарынан уҡ тертләп китте. Бик таныш йыр был. Онотолған моң... Һуғыш йылдарын иҫкә төшөргән кеүек. Аслыҡ, яланғаслыҡты ул саҡта ошондай талғын моңдар, сихри көйҙәр оноттора торғайны.
Беренселәрҙән булып Әсфәндиәрҙең иҫенә төштө. Эйе, «Мөхәббәт йыры» был. Һуғыш осоронда, унан һуң һәр кемдең телендә, бигерәк тә йәштәрҙекендә, ошо илаһи йыр ине. Телендә генәме һуң, һәр кемдең күңелендә йәшәне был йыр. Әнүәр менән Йәмиләнең яҡты мөхәббәтен данлап йәшәне.
«Беҙҙең ағайҙы үлтереп нисек шулай тыныс ҡына йыр һуҙып ултырмаҡ кәрәк? Килмешәк! Беҙ шуны тыныс ҡына тыңлап ултырабыҙмы?» – һаман асыуынан арына алмаған Тимергә, йырҙың һүҙҙәре бер ни аңлатмаһа ла, төпкөлдә, бик төпкөлдә, хәтер төпкөлөндә һүнмәй йәшәгән моң һиҫкәнергә, хатта урынынан торорға мәжбүр итте. Усын уң яҡ ҡолағына ҡуйып, һулаҡайы менән өҫтәлгә таянып тыңланы уны.
«Илленсе йылдарҙа киң таралғайны был йыр. Әнүәр ағай шул йырҙы тыйҙы бер мәл. Урамда «Йәмилә йыры»н йырлап үткәндәргә штрафтар һалдыра ине. «Ниндәй Йәмилә, ниндәй ожмах. Аҙғын йырҙарығыҙҙы оломағыҙ. Совет илен маҡтағыҙ, партияға дан!» Хәтәр ине ағай. Бара-бара сәхнәләрҙән, хәтерҙән төшөп ҡалды йыр. Моңдоң да ғүмерен өҙөп була, – тип хәтер йомғағын систе ҡарт. – Был килмешәк ҡайҙан соҡоп сығарған уны?» – Күҙен аҡайтып ҡарсыҡҡа ҡараны. Шулай ҙа йырлап бөткәнен көттө.
Йыр тамамланды, моң тынды. Сафура ҡарсыҡ ҡулын итәгенә ҡуйып тынып ҡалды.
– Йырлап та күрһәттек. Шуна-ан? – лейтенант һуҙып өндәште. Тимер ағай, ике ҡулы менән өҫтәлгә таянып, ҡарсыҡҡа ҡараны:
– Ә һин был йырҙы ҡайҙан беләһең, килмешәк? Уны беҙҙә йырламайҙар. Әнүәр ағай тыйҙы, ишетһә, пыр туҙыр ине лә...
– Тыймаҫ та, туҙмаҫ та хәҙер. Ҡалҡынып та ҡарамаҫ. – Наилдең күңелендә бер тантана бар ине. Ҡотолдом, тип уйлауымы?
Сафура бер нигә иғтибар итмәй үҙ хәбәрен теҙҙе. Бер кемгә лә ҡарашын йүнәлтмәне. Ҡытыршы, уңып бешкән икмәк төҫөнә ингән ҡулдарын ипле генә итеп өҫтәлгә ҡуйҙы ла уға төбәлеп һөйләне:
– Иҫләйһеңдер әле, Әсфәндиәр, һуғыш башланған йыл муйыл йыйырға барғаныңда ағас башынан осоп төшөп аяғыңды һындырғайның. Кем шул саҡта үҙ иңенә һине йөкмәп алып, һигеҙ саҡырым ара үтеп, күрше ауыл балнисына алып барғайны? Әле аҡһабыраҡ атлауың шул осорҙан килгән ғилләме?
– Шулайҙыр... бәләкәйҙән аҡһаҡ мин.
– Ҡарап, ишетеп ултырам да, күңелең аҡһаҡ түгел, уныһы имен ҡалған үҙеңдең. Ә бына Тимерйәндең, әллә тормош артығыраҡ һынаған, әллә заман ҡырауҙары нығыраҡ һуғылғанмы, һаман да шул сабырлығы самалы икән... Бала сағында төймәләй керһеҙ, серһеҙ күҙҙәрен төбәр ҙә ултырыр ине ул. Шул күҙҙәре мине әсир итер ине меҫкенкәйҙең...
Әсфәндиәр ҙә өҫтәлгә яҡыныраҡ килде.
– Мин бит һине төҫмөрләйем. Төҫмөрләйем! Ауылдашым, Йәмилә апай түгелме?
Иҫенә төштө. Ҡырҡ берҙең йәйе. Ул саҡта туғыҙ йәш тирәһе булғандыр. Үҙе сибек, үҙе хәлһеҙ Йәмилә, эйе, арҡаһына уны йөкмәне лә күрше ауылға йүгерҙе... Әсфәндиәр илай, ә ул манма тир, үҙе йыуатҡан була: «Түҙ инде, түҙ».
– Мин дә таныйым да, танымайым да кеүек. Төҫмөрләүемдең дөрөҫ булыуынан да ҡурҡам. Йәмилә кеүек изге йәндәр кире ҡайтмаҫ ергә китте бит, – Тимер урынына барып ултырҙы. – Унан бигерәк изге Йәмилә кеше үлтермәҫ...
– Эйе, ауылдан ҡыуылған Йәмилә мин. Бөтөрөнмә, Тимерйән. Онотҡанһығыҙҙыр тип ҡурҡҡайным. Үҙемде, йөҙөмдө танымауығыҙ тәбиғи, күп һыуҙар аҡты бит, рухымды, йәш Йәмиләне хәтерегеҙ бөтөнләй үк юйып ташламаған әле... Ә Әнүәр бер күреүендә үк таныны. Миңә шул да еткән!
Әсфәндиәр урынынан тороп: «Улай тимә, күрешәйем әле үҙең менән, Йәмилә апай», – тип ике аҙым да атламаны, лейтенант уның юлын бүлде.
– Не положено. Һуңынан. Бысаҡта эҙ бар, онотмайыҡ. Тыңлайбыҙ артабан, Сафурамы, кем, Йәмиләме әбей.
– Ҡаҙалып кит шул бысағың менән, – Тимер тағы ыҫылданы.
Бер ни аңламаған Рәшит тә өҫтәл янына килде.
– Туҡтағыҙ әле. Ниндәй спектакль был тағы? Сафура апай бынау балниста хәҙер нисә ай йәшәй. Нимә, һеҙ уның бөгөн килеп кенә ауылдаш икәнен белдегеҙме? Танынығыҙмы? Бик ҡыҙыҡ.
– Ике ус бойҙай бар яҙмышымды, ғүмеремде генә түгел, исемемде, есемемде лә үҙгәртте шул... – юҡ, уфтанып әйтмәне был һүҙҙәрҙе Сафура ҡарсыҡ. Уфтанырлығы күптән үткәйне.
* * *
Ике ус бойҙай. Уның тарихы оҙон һәм мәғәнәһеҙ. Бизмәндең бер яғында бала ғүмерҙәре менән кеше яҙмыштары булһа, икенсе яғында алдаҡ һәм нәфсе, ҡомһоҙлоҡ ине шул...
Әнүәр ҡырҡ өстөң йәйендә яраланып ҡайтты, һул яҡ кәүҙәһенең иңбашын яртылаш алып киткәйне снаряд ярсығы. Көҙгә табан аяҡҡа баҫты егет, иңбашы, бысылған нәҙегерәк түмәр өҫтөн хәтерләтеп, төҙәлде, яраһының йөйҙәре генә ҡалды һәм һул ҡулы бер аҙ «ҡыҫҡарҙы». Яңы тыуған йылдың сатлама ҡышында уны рәйес итеп ҡуйҙылар һәм шунан бирле, йәғни ҡырҡ йылдан ашыу ошо хужалыҡты етәкләне ул. Күтәртер хәлгә еткән һыйырҙар, келәттә ике ус бойҙайға ҡәҙәр иҫәпле булған хужалыҡты ул Союз кимәлендәге данлыҡлы совхозға әйләндерҙе.
Йәйен-көҙөн баҫыуҙа, ҡышын фермала тир түккән ун ете йәшлек Йәмиләне ул, егерме өс йәшлек фронтовик, тәү күреүҙә үк оҡшатты. Ҡалай ҙур үҫеп киткән, һылыулығы таң ҡалдыра, тип уйланы. Был яҡтарҙа һирәк булған зәңгәр күҙе ҡыҙҙың нур, йылылыҡ бөркөп тора ине. Бигерәк тә шуны үҙ итте. Бар ил ауыр, ҡайғылы осор кисергән бер мәлдә ошо янып торған зәңгәр күҙҙәр уға оло йыуаныс, ҡыуаныс та, нисектер киләсәккә саҡырып торған оло өмөт һәм ышаныс та бирҙе. Төндәрен йоҡлай алмай ҡыҙҙы уйлап ятты. Тәүге мәлдәрҙә уға өндәшергә ҡурҡты, өркөтөп ҡуйырмын, тип күҙенә ҡарарға ла баҙнат итмәй бер булды. Ҡыҙ йөрәге һиҙгер ине, ул оялсан ҡараштарҙа күңелде иретер йылылыҡ һәм наҙ бар икәнен тойҙо ла, ҡыуанды ла. Мөһабәт кәүҙәле был һалдатты ул да бик оҡшатҡайны. Тик, минең кеүек сибек кенә ҡыҙҙарға иғтибар итәме һуң, тип буй етмәҫ бейеклек итеп күрҙе. Бергә эшләгән ҡыҙҙар ҙа, апайҙар ҙа ауыҙ һыуын ҡоротоп уны маҡтағас, ымһынғас та, мин кем инде уның өсөн, тип үҙен кәмһетеп ҡарағайны Йәмилә. Февраль башында, күңелемә яҡынһың, Йәмилә һылыу, тип яулыҡ бүләк иткәс, бигерәк үҙ итте ҡыҙ. Осрашыуға саҡырһа, сыҡты. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, көлөшөп ваҡыттары елеп үтте. Һуғыш тип йөрәктәр янмай тормай икән шул. Рәйес донъя эштәре менән бушамай китһә, берәй сәбәп табып, юлына сығырға йә кантурға һуғылырға тырышты. Һағына ине йәш йөрәк. Нисек кенә сабыр булырға тырышһа ла, егет тә түҙмәй ҡай саҡ төн урталарында, хатта таң һарыһында тәҙрә сиртә ине. Йәмиләнең сырхау әсәһе, кем бар унда, тиһә, буласаҡ кейәүең инде, тигән булды. Тик өйгә индермәне буласаҡ ҡәйнә. Таң һыҙылып килгәндә ҡыҙҙың тәҙрә төбөндә иҫ киткес моңло йыр яңғыраны:
Был донъяла яҡты бер нур булып,
Йәшә, йәнем, көл һин гел генә.
Ожмах баҡсаһынан ҡасып ҡайттым,
Һине һөйәм тиеп, Йәмилә.
Йыр тәҙрә аша бар өйгә, бар донъяға ағылды ла, ҡабатланмаҫ, онотолмаҫ моң булып ҡайнар йөрәккә инеп ояланы.
1944 йылдың яҙында, ҡар әрселеп ҡоро ергә аяҡ баҫылмаған мәлдә, хәлдәре ауыр, тигәс, Йәмилә күрше Тимерйәндәргә инде. Шешенгән әсәһен, ҡоро күҙ ҙә һөлдә булып ҡалған Тимерйән һәм ике һеңлеһен күргәс тетрәнде ул. Аслыҡтан үлеп баралар ҙаһа. Үҙҙәрендә лә тотоп ҡына ҡабыр йүнле ризыҡ та юҡ, исмаһам. Һыйырҙары һыуалған. Һикелә ятҡан Тимерйән, әлеге шул сабырһыҙ Тимерйән, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡараған да, апай, асыҡтым, үләм, тине. Йөрәге сығып килгән Йәмилә түҙмәне, кемдән ярҙам һораһын инде, колхоз рәйесе булған Әнүәренә килде. Килмәҫкә кәрәк булған да, яҙмышты кем белә. Улай тиһәң, Тимер һаман иҫән. Ана ҡалай ярһып ултыра, танымай бер булды әле. Һөйгәненә тәүәккәлләп бармаһа, бәлки...
Килеп ингәс тә, оялып та торманы, кабинетында эш менән булған Әнүәренең муйынына килеп аҫылынды. Зәңгәр күҙҙәре менән уға тултырып ҡараны ла:
– Һин генә миңә ярҙам итә алаһың, – тине. Бер ни аңламаған ир, наҙға иреп:
– О, матурым, беләм, мин генә, тик мин генә. Нимә, күктән йондоҙ алып бирәйемме, әллә Берлинға барып, рейхстагҡа үҙебеҙҙең Ҡыҙыл байраҡты ҡаҙайыммы? – тип шаяртҡан булды үҙенсә.
– Еңеүең кәрәк, йондоҙоң кәрәкмәй. Унан да бигерәк миңә табала бер ҡыҙҙырырҙай бойҙай кәрәк.
– Асыҡтыңмы ни, матурым? Һиңә тигәндә генә табырбыҙ инде. Алдынғы сибәр комсомолка Йәмилә өсөн бер ни йәл түгел.
– Рәхмәт, батырым минең. Тик минең үҙемә түгел, Ғәшиә апайҙың балалары өсөн ине ул. Астар. Хатта һөйләшерлек тә хәлдәре юҡ. Ғәшиә апай әйтә, быйыл һыйырҙан да ҡалдыҡ, ти. Бигерәк ауыр, аслыҡтан ҡырыла балалар.
Шулай ҙа йөҙө үҙгәрҙе фронтовик етәксенең. Йылмайып торған күҙҙәр ҙә уйсанға әйләнде.
– Тә-әк, бында уйларға кәрәк. Хәҙер Ғәшиә апайға бирҙем, ти. Иртәгә башҡаһы, иртәнән һуңға... Ни эшләмәк кәрәк. Үҙең беләһең, бөтә иген фронтҡа оҙатылырға тейеш. Орлоҡҡа етәме, юҡмы әле.
Эйе, уны ла аңларға була шул. Айырым сабыйҙың ғүмере, айырым ғаиләнең иҫәнлегенән бигерәк ил хәстәре, ил именлеге ҡәҙерлерәк тә. Шулай ҙа ҡыҙ бирешмәне. Ҡолағына шыбырланы:
– Яҡшы аңлайым мин быны, һөйгәнем. Берәү ҙә белмәҫ. Төнөн генә алабыҙ ҙа, һис кемгә әйтмәбеҙ.
– Һин нимә? Ҡоротҡослоҡ юлына баҫмаҡсыһыңмы?! Был советтарса түгел. Уйлама ла... – Әнүәр уның ҡулдарынан ҡотолоп урынынан тороп китте. Йәмилә уны тотоп алды ла, тубыҡланып аяғын ҡосаҡланы:
– Тегендә бит дүрт йән иртәгә-бөгөн үлеп ятырға мөмкин. Хәлдәренә ин, һин бит йөрәкһеҙ түгелһең, Әнүәрем?
– Иген урлау советтарса булмай, Йәмилә.
– Ә балалар, иген булып та, аслыҡтан үлеп ятһа, советтарса буламы? Ике ус бойҙай алыу урлау буламы һуң? – Әнүәр уға баҡты ла, уф, ошо зәңгәр күҙҙәрең, үлтерә инде, тип уйланы. Үҙе һаман фекеренән тайпылманы.
– Аҙағын уйла. Услап алһаң да, тоҡлап урлаһаң да – тотолһаң, халыҡ дошманы итеп һөргөнгә ҡыуасаҡтар үҙеңде.
– Уф, Әнүәр. Фронтовик, яу батыры бит һин. Ҡурҡаҡ түгел инең дә...
Һөйгәненең һуңғы һүҙҙәре зитына тейҙе тегенең.
– Ҡурҡаҡ түгел, имеш. Власть бөтәһен дә ҡурҡыта. Тотолһаҡ бына, үҙеңә үпкәлә.
Уф, ошо һөйгәнең йылмайыуы, сабыйҙарса бар донъяны нурға ҡойондороп һөйөнә белеүе! Һикереп торҙо Йәмилә, һикереп тә алды шикелле.
– Тотолмабыҙ. Беҙ бит ике устан артыҡ алмайбыҙ. Балаларҙың тамағы туйып ҡалыр, беҙгә сауабы яуыр...
Эңерҙә барҙылар. Ҡарауылсы ҡартты, йылынып кил, бында булам, тип ҡайтарып ебәргән булды Әнүәр. Ул саҡта Йәмилә йәшенеп торҙо, күренмәне ҡарауылсыға. Иген бар ине келәттә. Мөйөштә бер нисә тулы тоҡ тора, оло ларҙа ла баҙрап ята ине алтынға бәрәбәр бойҙай. Әнүәр усын баҙрап ятҡан бойҙай эсенә тыҡты ла ипләп кенә Йәмиләнең бишмәте кеҫәһенә һалды. Икенсе яҡ кеҫәһенә лә бер ус инеп ятты. Артығын да, кәм дә түгел, лар өҫтөнән ике ус бойҙай алды рәйес. Бер генә бөртөгөн дә ситкә түкмәне, яңынан бер генә бөртөк тә алып өҫтәмәне. Ике ус икән – ике ус. Һәр бөртөгө ҡәҙерле, һәр бөртөгө иҫәпле. Бик тә яуаплы ине етәксе. Сығырға келәт ишеге янына килгәс, һөйгәнен ҡыҫып ҡосаҡланы ла ирененән кинәнеп, ләззәтләнеп үпте егет. Рәхәт ине ҡыҙға ла: лар тулы иген, һөйгәнеңдең тәмле һутлы ирене. Шул саҡ Йәмиләгә аяҡ тауыштары ишетелгәндәй булды. Тик Әнүәр ҡосағынан ебәрергә ашыҡманы, ул ишетмәне. Ҡыҙға ҡурҡҡанға тойолғандыр, бәлки.
Әлеге ике ус бойҙайҙы алып барҙы Йәмилә Тимерйәндәргә. Ҡояш алып килдеме ни, ой, күрһәгеҙ, балаларҙың нисек ҡыуанғанын! Эй ҡурмас, ҡурмас... таба еҫен һиҙмәгәндәр тиһегеҙме? Ошо хәлдән һуң әлеге бойҙай һаҡланған келәттә янғын сыҡты. Игендең бер өлөшөн ҡотҡарҙылар. Өс тоҡ бойҙай юҡ ине. Бурҙар ашлыҡты урлағандар ҙа, эҙ яҙҙырыр өсөн, ут төрткәндәр, тинеләр. Әнүәр йомошсо ҡыҙ аша тиҙ арала Йәмиләне үҙенә, контораһына, саҡыртып алды. Аптыраны ҡыҙ. Өйгә килеп һөйләшһә булмаҫ инеме?
Һөйгәненең йөҙө иҫ киткес ҡырыҫ, борсоулы, хатта асыулы ине.
– Их, нимә тип кенә, сауаплы эш, тигән булып, был аҙымға барҙыҡ инде, Йәмилә Кәримовна? Нимә тип кенә тыңланым мин һине!..
– Нимә, хәҙер Йәмилә Кәримовна булып киттемме ни? Кем яндырған һуң келәтте? – бирешмәне ҡыҙ.
– Атаң башы белһен уны. Һыңар күҙле НКВД-шник Хисбулла Ҡәйүмов бик зәһәр көлә ине. Иптәш председатель, һеҙҙең һиҙгерлеккә нимә ҡамасауланы икән, ти. Ул ас ҡомаҡтар нәҫеленән. Бер ҡаҙалһа, ҡотолам тимә.
– Беҙҙең һис кенә лә ғәйебебеҙ юҡ, Әнүәрем минең.
– Барыбер рәйес булараҡ миңә яуап бирергә кәрәк буласаҡ.
– Тапһындар ғәйеплене! – Йәмилә үҙен һис тә ғәйепле итеп күрмәй ине. Ә Әнүәр бик өрккәйне. Күрәһең, һиҙгәндер. Ойошторолған эш икәнен тойғандыр. Йәш рәйесте тиҙ үк үҙ яҡтарына ауҙарырға уйлағандыр дәүләт ҡоротҡостары. Уң күҙенә ҙур аҡ төшкән НКВД вәкиле Хисбулланан ул саҡ ҡурҡмаған әҙәм юҡ ине. Йоҡламаған, тыңлашмаған балаларҙы хатта уның исеме менән ҡурҡыта торғайнылар. Һуңынан, йылдар һуҙымында, был ваҡиға хаҡында оҙаҡ уйланды Йәмилә. Уларҙың келәткә ингәненә, бойҙай алғанына, үбешкәненә тиклем күҙәтеп торманылармы икән?
– Йәмилә, һиңә бер үтенесем бар, беҙгә ундайы-бындайы шик төшә ҡалһа, зинһар, мине ҡыҫтырма, йәме.
– Нисек инде? Әллә шиктәре беҙҙәме?
– Мин бит власть кешеһе – үҙең аңлайһың, үҙ белдеге менән, тип әйтерҙәр... Унан һуң, келәттә һинең яулығыңды тапҡандар.
– Нимә? Нисек минекен? – бөтөнләй һағайҙы ҡыҙ. Яулыҡ? Ысынлап та, бөгөн иртән таба алмай бер булды шул. Аптырап әсәһенекен ябынды. Ғәҙәттә иҫке шәл аҫтынан шул сыбар яулығын ябына ине. Һе, ундай яулыҡ һәр икенсе бисәлә. Шулай ҙа ҡыҙыҡ. Кисә Тимерйәндәрҙә булғанда яулығы бар ине түгелме? Әллә? Унда ризыҡ тип һөйөнөп йүгереп йөрөгәндә уның ҡайғыһы булдымы? Шулай ҙа серле. Әгәр ҙә ул келәттә төшөп ҡалмаһа, кемдер уның башынан, быныһы бигерәк көлкө, һыпырып алған йә өйҙән алып сыҡҡан була түгелме? Әллә үбешкәндә донъяһын оноттомо?
– Ул унда нисек барып сыҡҡан һуң?
– Ишеккә ҡыҫылып ҡалған, тигән булды. Итәгеңде йыйып йөрөргә ине. НКВД-шник Хисбулла яңылыш бая шулай тип ысҡындырҙы ла күрһәтте. Һинеке ине, таныным. Унан башҡа өс тоҡҡа яҡын иген дә юҡ...
– Минең шәл, тип әйтмәгәнһеңдер?
– Юҡ та. Бер-бер хәл булһа, мине ҡатнаштырма.
Ҡалтырап, бәлтерәп төшкән ирҙе тынысландырырға тотондо ҡыҙ.
– Ҡурҡма, мөхәббәтем, ҡурҡма, беҙҙең ғәйеп юҡ. Яулыҡҡа ла, өс тоҡҡа ла беҙҙең бер ниндәй ҡатнаш юҡ. Ныҡ тор! Беҙҙең һөйөүебеҙ барыһын да еңеп сығасаҡ! – Әнүәргә ныҡ ышана ине Йәмилә.
– Һөйөү ҡайғыһы юҡ бында. Йән, иреклек хәсрәте, – тип тороп ҡалды йәш рәйес.
Ике ус бойҙай. Кешене терелтер көскә, яҙмышты юҡ итер ҡөҙрәткә эйә булған икән был ике ус бойҙай.
Тикшереүҙәр оҙаҡ барманы. Ҡыҙҙың септәгә әйләнгән яулығын алдына һалдылар ҙа, был һеҙҙекеме, тип һоранылар. Эйе, тине. Ысынлап та, уныҡы ине. Тик НКВД хеҙмәткәре Ҡәйүмов Хисбулла ҡулына нисек эләккәндер, белмәне. Әллә шул ике ус бойҙай алғанда алабарманланып төшөрөп ҡалдырғанмы, әллә... Ауыл сходы булды. Ғәшиә апай менән күҙләштерҙеләр. Өс бала әсәһен дә ҡурҡытҡандарҙыр. Ул, эйе, беҙгә бойҙай алып килде, балаларым үлем сигендә ине бит, тине иламһырап. «Бөтәһе лә шул хәлдә, үлем хәлендә. Күпме алып килде?» – тип аҡырҙы Хисбулла.
– Ике ус.
Ҡыҙҙы ғәйепләнеләр.
– Кем менән келәткә индең? Өс тоҡ бойҙай ҡайҙа, кем менән ташының? – һорауҙар күп булды.
– Яңғыҙым. Ике ус ҡына алдым. Өс тоҡто белмәйем.
– Нисек индең?
– Келәт ишеге асыҡ ине. Кеҫәмә ике ус һалдым да...
Ныҡ торҙо ҡыҙ. Үҙе һорағанса, һатманы Әнүәрен. Хисбулла барыһын да белә ине, әлбиттә. Ҡыҙҙы оҙатасаҡ, ә рәйес хәҙер уның иркендә, ни ҡуша – шул буласаҡ.
Өс тоҡ бойҙайын да Йәмиләгә яптылар, келәт яндырыусы ла ул ине. Ауыл халҡы ҡаршы төшөп тә ҡараны. Бер нисә әҙәм, баяғы Хисбуллаға эйәреп, ҡоротҡос, халыҡ дошманы, тип атаны. Һуңынан, ауыл кешеләренең һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалмай, ауылдан ҡыуырға, төрмәгә ябырға, тигән ҡарар сығарҙылар. Шул мәлдә Әнүәре, һөйгән йәре, колхоз рәйесе булған Әнүәр Ибраһимович, исмаһам, ҡыҙҙы яҡлап бер һүҙ әйтһәсе.
НКВД капитаны Хисбулла Ҡәйүмов ҡулына бығау һалып, район үҙәгенә алып китергә йыйынғас, Әнүәрҙең ҡыйыулығы етте шулай ҙа: «Хисбулла, ышан миңә, иртәнге туғыҙға үҙем алып барып еткерермен. Бер төн бында бикләп тотайыҡ. Бигерәк ҡыҙ бала бит, күңелен уйлайыҡ, сырхау әсәһе, әхирәттәре менән хушлашһын кешесә».
Әсәһе үкереп иланы. Йәмилә үҙен тыныс тоторға тырышты. «Һинең ҡайтҡаныңды көтөп ала алмам инде. Яңғыҙың нишләрһең инде был яҡты донъяларҙа», – тигәс кенә күҙенә йәш бәреп сыҡты. Оҙаҡҡа бармаҫ, ағаһының ҡара ҡағыҙынан һуң ныҡ биреште шул изге зат. Аталары һуғышҡа тиклем үк, ағас аҫтында ҡалып мәрхүм булғайны. Үҙенән бигерәк әсәһен йәлләп иланы.
Теге яуыз тартҡылашты ла ҡапыл риза булды: «Ярай, ҡалһын бер төнгә. Яуаплылыҡ һинең өҫтә, ныҡ ҡарауыллағыҙ!» Был мәрхәмәтлек булдымы, рәйес нимәлер вәғәҙәләнеме – уныһы сер булып ҡалды. Иртән, ҡара таң менән яҙғы һыуыҡта ылауҙа Әнүәр менән Йәмилә район үҙәгенә юлланды.
Яҙ үҙ хоҡуғына ныҡлы инеп етмәгәйне. Көндөҙҙәрен иретһә лә, иртәле-кисле ныҡ һыуытып, туңдырып ебәрә. Ат санаһы туң ерҙән еңел шыуып бара. Хатта ябыҡ алаша ла йылдам ғына ҡуҙғалған кеүек. Тик ауыр тын алышы ғына, яҙға, йәшел үләнгә йыраҡ әле, ҡасан бөтә был оҙон ҡыш, тип өндәшкән кеүек. Ауылды сығып, оло юлға еткәс, ир ҡыҙҙың бәйләнгән ҡулын ысҡындырҙы. Әнүәр үҙе бик йылы кейенгәйне. Һарыҡ тиреһенән тун ябынғайны. Төймәләрен сисеп, ҡыҙҙы ҡосағына алырға уйлағайны ла, уныһы ситкә тартылғас, яңынан ябынды. Тун эсендәге билбауҙа ҙур бысаҡ ялтырап китте. Бесән араһына урап тигәндәй йәтешләп ултыртты, шундағы септә менән япты тотҡондо. Өшөмәһен. Тик үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ҡыҙ ҙа.
Бара торғас, артына боролоп: «Өшөмәйһеңме?» – тип һораны, шулай ҙа. Йәмилә, юҡ, тип башын ғына һелкте. Алаша үҙ яйы менән юртты.
– Район үҙәгенә барып еткәс, поезд менән берәй яҡҡа олағырһың. Донъялар тынысланғас, үҙем эҙләп табырмын. Хисбуллаға апармайым һине.
Ишетмәне уны Йәмилә. Ишеткеһе килмәне. Бар уйы әсәһендә ине.
– Әсәйемде ҡара. Үлеп-нитеп китһә, хөрмәтләп оҙатырһығыҙ, – бар һүҙе шул ине. Тауышы ҡалтыранып сыҡты.
Таңғы ел аяуһыҙ ине, һөйәктәргә үтеп инде. Ҡыҙ бала ҡалтыранырға тотондо. Алда ултырған күҙ ҡараһылай яҡын кешеһенә ҡарап-ҡарап алды. Ҡалай күңеленә яҡын, ҡәҙерле ул. Уға һыйынып ҡына ултыр, ҡосағына ин ине.
– Мөхәббәт ул күктән килгән әмер. Беҙҙең мөхәббәткә бер ни ҡаршы булмаясаҡ. Ул бөтәһенән дә көслө, уны юҡ итерҙәй көс юҡ был донъяла, тигәйнең... – тауышы баяғынан бигерәк ҡалтыранып сыҡты. – Булған икән. Һин мине ысынлап та яраттыңмы икән, Әнүәр? – тип һораны.
– Хис ҡайғыһымы ни, баш, ил ҡайғыһы кешелә! Бар икән шул. Ул – власть! Мөхәббәтте лә еңә ала икән ул власть...
– Ҡурҡаҡлыҡ еңә мөхәббәтте. Уға һуғыш та, солох та, енәйәт тә, батша ла, башҡа ла... хатта Сталин да хужа була алмай. – Ярһып һөйләгән һайын йылынғанын тойҙо Йәмилә.
– Сеү, зинһар, сеү!.. Кеше ишетмәһен!
– Ҡурҡаҡ һин, Әнүәр. Шулай ҙа, бәлки, батырлығың етеп, битемдән бер генә һыйпарһың, ә, батырым? Һыйпа әле, ҡосағыңа ал. Мин өшөнөм. Буласаҡ балаң хөрмәтенә булһа ла.
– Бала, ниндәй бала? – күҙҙәре аларып китте Әнүәрҙең. Беренсе тапҡыр күреме килмәгәнгә әйтте был һүҙҙе Йәмилә. Бәлки, был хәбәргә иремәҫме, йәнәһе. Юҡ, ирлеге лә, атайлыҡ хисе лә юҡ ине әле Әнүәрҙә. Нисек тә ошо бәләнән тиҙерәк ҡотолоу ғына уйында. Был хәбәр уны ярһытты ғына. Мөхәббәте ысынлап булмағандыр ҙа. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙә башҡаға булған мөхәббәттән үҙ-үҙеңде яратыу көслөрәк тә булып сығыусан. Ир ҡапыл сыбыртҡыһы менән һелтәнде, тәүҙә алашаның һыртына эләкте ҡамсы, һуңынан Йәмилә алдынан шыйлап үтте. Теймәне.
– Мөхәббәтен дә, енәйәтен дә ошолай-ошолай ҡайыҙларға кәрәк булған да... – бар тауышына аҡырҙы ир.
«Хәҙер һуң инде. Барыһы ла үтә, быныһы ла бөтөр, көлгә ҡалыр. Мөхәббәт менән нәфрәт араһы – бер аҙым, – тип уйланы Йәмилә. – Әле шул араны сабып үтеп барабыҙ ҙа буғай. Һинең нисек тә теге яҡҡа сыҡҡың килә, эйе бит, Әнүәр? Нәфрәт яғына. Ә минең мөхәббәтле яҡта ҡалғым килә! Ҡалғым килә!» – тип уйланды ҡыҙ.
Ярһыған ир ҡатынды яғаһынан матҡып тотоп алды ла:
– Алдамайым, яратам һине. Тик заман ул түгел. Миңә йәшәргә кәрәк! Поезға ултыраһың да – дүрт яғың ҡибла! Эҙләп табырмын, тинем.
«Ә миңә йәшәргә түгелме? Ярай ҙа НКВД бүлегенә алып бармағас, ебәргәненә рәхмәт».
– Мине поезға ултыртҡас, үҙең нисек ҡотолмаҡсыһың һуң? – тип һораны.
– Уйлармын, ҡасты, тиермен.
– Әнүәр, һинең йөҙөң итеп һаҡларҙай бир берәй нәмә. Юғалтасаҡбыҙ бит бер-беребеҙҙе!.. – Ҡапыл күҙенән йәш атылып сыҡты ла битен яндырып тәгәрләп төшөп китте. Иламаҫмын, тигәйне, түҙмәне. – Туныңдың төймәһен булһа ла бир...
Ҡапыл юл ситендә ҡара еп булып хәрәкәт барлыҡҡа килде. Һуҙып бүре олоған тауышҡа тәндәр генә түгел, йәндәр ҡалтырап төштө. Йәмиләнең йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Бар тәне тыйып торғоһоҙ ҡалтырай башланы. Ниҙер ҡысҡырмаҡсы булды, тик тауышы тамаҡ төбөндә аһылдау булып ҡына сыҡты.
– Бүреләр! – Әнүәр алашаны ҡайыҙларға тотондо – Әйҙә, малҡай, әйҙә, күп ҡалманы.
Күп ҡалманы, тиһә лә, яҡын-тирәлә ауылдар күренмәй ине әле. Алаша ла ҡурҡыу янағанын һиҙҙе, берсә бышҡырҙы, берсә башын өҫкә сөйөп юртты. Тик хәле тиҙ бөттө. Күсер дилбегәһен тартҡылап, сыбыртҡыһын һелтәп бер булды. Ике бүре уң яҡтан, арттан тағы өсәүһе эйәргәйне. Улар ылауҙы тиҙ үк ҡыуҙырып еттеләр. Бер оло кәүҙәле бүре аттың тапҡырынан саба башланы. Ир уға бар көсөнә сыбыртҡыһы менән һелтәнде, тейҙе, ахыры, сыйылдап ситкә һикерҙе йыртҡыс. Арттағыһы Йәмилә йәнәшәһенән сабырға тотондо. Ҡыҙ хатта уның тын алышын бар тәне менән тойҙо. Хатта ҡараштары осрашты. Тик ул ҡарашта ҡыҙ яуызлыҡтан бигерәк ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күргәндәй булды. Шулай уларҙан мәрхәмәтлек эҙләүе, өмөтләнеүе булдымы. Әнүәр тунын систе лә артта килгән бүренең өҫтөнә ырғытты:
– Мә, һарыҡ һеҙгә, ашағыҙ шуны. Әйҙә, малҡай, – тунын сискәндә боролған ирҙең йөҙөн күреп Йәмиләне бөтөнләй ҡурҡыу алды. Әнүәрҙең күҙҙәре ут кеүек йәнһеҙ булып яна ине. Ул хатта был санала тағы ла бер йән эйәһе бар икәнен онотҡан ине шикелле. Үлгән, ҡатҡан ҡараштан ҡыҙ хатта күҙҙәрен ике ҡулы менән ҡапланы.
Өҫтән осоп килгән тундан бүре ситкә тайпылды, шунан барып еҫкәнде лә йөнтәҫ тунды тешләп өҙгәләргә тотондо. Уға икәүһе ҡушылды. Оҙаҡ мәшәҡәтләнмәнеләр, артабан ҡуҙғалдылар.
Һуғыш йылдарында арыҡ аттар нисек сапһын инде. Бүреләр тағы ла тиҙ үк ҡыуып етте. Ҡото осҡан Әнүәр ни эшләргә белмәне. Йөнтәҫ эре бүре алға сығып аттың ауыҙ-моронона ынтылды. Әнүәр йыртҡыстарса, әсе итеп, ҡысҡырып ебәрҙе. Ғүмере үтә ҡәҙерле булдымы, күп уйлап торманы, үҙ балаһын буйында йөрөткән 17 йәшлек ҡыҙ балаға эйелде лә, бер ҡулы менән матҡып тотто һәм сана ситенә ауҙара башланы. Ҡыҙ, төшөп ҡалыуҙан ҡурҡып, уның биленә йәбеште. Ҡулы бысаҡҡа ҡағылды, уны һурып та алды... ирҙең ауыр тубығы эйәгенә килеп тә тейҙе... Әйләнеп барып төштө ҡыҙ. Башы сана тәзеһенә тейҙеме, ҡапыл аңын юғалтты. Күпме ятҡандыр. Бүре олоуын ишетеп аңына килде. Һуҙылып ятҡан кәүҙәһе янында инә бүре артҡы аяҡтарына ултырып олой ине. Ҡуҙғалырға, ҡалҡынырға ҡурҡып, нисек бар, шулай ята бирҙе. Бүре һынлы бүренең дә йәне бар икән – күпмелер ултырҙы ла, таң һыҙыла башлағас, әкрен генә атлап урман эсенә инеп китте. Бөгөн ошо күренеште уйлай ҙа (һис тә иҫкә алғыһы килмәһә лә), Йәмилә-Сафура бер уйға килә, инә бүре уның буйында йән яралғанын тойҙомо икән әллә?! Ул да әсә бит!
Бүре киткәс тә ҡалтыранып ята бирҙе әле ҡыҙ. Ҡараһа, ҡулында – бысаҡ. Әнүәр менән тартҡылашҡанда биленән һурып алғандыр, күрәһең. Оҙаҡ ҡарап ултырҙы ул уға. Ҡалтыранған ҡулдары менән үңәсенә лә терәп ҡараны, йөрәк тапҡырына ла төрткөләне.
Торҙо ла оло юлға сығып баҫты, ҡулында – бысаҡ, буйында – бала, киләсәктә – билдәһеҙлек... Баяғы бүре олоуы уйҙарынан айнытып ебәрҙе. Бүре тырнағынан ҡотол да үҙ-үҙеңә ҡул һалсы! Ниндәй түбәнлек! Алға табан йүгерҙе.
Икенсе көнөнә станцияға барып сығып, Урта Азияға юлланды. Ҡулға алыуҙарынан, балаһынан айырыуҙарынан ҡурҡып, исемен дә, тыуған йылын, тыуған ерен дә алыштырҙы. Яҙмышы барыбер ауыр булды уның. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы ғәрип булып тыуҙы. Берҙән-бер йыуанысы, ҡыуанысы булып ун йыл йәшәне лә ҡулында йән бирҙе. Тыуғандан алып аяҡҡа баҫманы, түшәктән торманы ул. Яҡын кешеңдең ғазаптары шуға сит түгел Сафура-Йәмиләгә. Үткәндәре һәм тыуған ере менән уны, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, һөйгәненең һәм дошманының биленән тартып алынған тамғалы бысаҡ һәм йыр ғына бәйләй ине. Шул ҡомартҡыны юғалтмай һаҡланы ул. Ас мәлендә лә һатманы, икмәккә алыштырманы. Ә йырҙы онотмаҫ өсөн тәүҙә улына йырланы, һуңынан эш араһында эстән генә көйләне. Бер ҡасан да ҡысҡырып һуҙманы, бөгөн генә тәүәккәлләне. Уныһы ла йырлағыһы килгәндән түгел, үҙен кем икәнен танытҡыһы килгәндән генә.
Шулай итеп, сит тарафтарҙа илленән ашыу йыл ғүмер кисерелгән...
Тыуған ерҙең әреме лә татлы, кесерткәне лә сәскә кеүек тигәндәре дөрөҫтөр. Һағынды, үлеп һағынды тыуған илен, тыуған ерен, ауылын. Һәм бына ҡайтты. Әнүәрҙе ғазаптан ҡотҡарыр өсөн ҡайтты.
* * *
– Ике ус бойҙай урлап ауылдан ҡыуылған Йәмилә һеҙме ни? – Уҡытыусы Рәшит йәнләнеп китте. – Белеүемсә, беҙҙең директор Әнүәр Ибраһимович һеҙҙе төрмәгә оҙатҡан. Ә өс тоҡто Хисбулла шайкаһы урлаған, уның атаһы. Ул турала район гәзитендә күп яҙҙылар, – лейтенантҡа төртөп күрһәтте. Ишетмәмешкә һалышты Фәнзил.
– Беләм, – тине ҡарсыҡ. – Төрмәгә оҙатманы, киреһенсә, Әнүәр станцияға алып барҙы, үҙе билет алды. Ултыртты ла, әлегә был тирәнән ҡас һин, тине. Киреһенсә, ҡотҡарҙы ул мине. Тик һуңынан табыша алманыҡ. Хат яҙырға ҡурҡтым. Мине эҙләп табырҙар, унан бигерәк уға зыян итеп ҡуйһам, тип тә уйланым... Шулай илле йыл ғүмер үткән.
– Шулай ҙа бына, Сафура әбей, бик ҡыҙыҡ бит инде ул. – Рәшит төпсөнөүен белде. – Ауылға ҡайтып төштөгөҙ, ауылдаштарығыҙ һеҙҙе танып та ҡабул итмәһә... Шулай тип уйланманығыҙмы? Ҡурҡманығыҙмы?
– Ҡурҡманым, кемгә кәрәк инде мин. Йөрәгендә йөрөткәндәр таныһа, миңә шул еткән. Ә Әнүәр тәү күреүендә үк таныны. Күҙе йомоҡ килеш тә...
Әнүәрҙе бер күрергә ине, бер күреп һөйләшергә ине, тигән теләк һәр саҡ булды унда. Нисек күрешәсәктәрен йөҙ, мең тапҡыр уйында үткәрҙе инде ул. Оялып ҡына нисек уның ҡосағына һыйынғанын, Әнүәре үҙен ғәйепле тойоп ҡосаҡларға баҙнат итмәй торғанын. Ғүмер шундай ҡыҙыҡ нәмә икән ул, насарлыҡтар онотола, изге хистәр, изге хәтер йөрәк төбөндә ҡала икән. Бара-бара барыһын да ғәфү итте уның күңеле. Әнүәрҙе лә, ауылдаштарын да, Хисбулла тигәнен дә...
Тик ул теләген ауыҙлыҡлар көскә эйә ине. Күргеһе килһә лә, Байталына ҡайтып бында дауаханаға килеп урынлашҡас та, хатта атаҡлы директорҙың айырым бүлмәгә килеп ятҡанында ла, уның янына ашыҡманы ла, барманы ла. Эйе, күргеһе килә ине. Эше буйынса, йыйыштырып алайым, тип бүлмәгә инде. Күҙ ҙә һалманы карауатта ятҡан ҡартҡа. Ә теләк ҙур ине, ҡапыл ғына бер күҙ һирпеп алһаң икән дә. Юҡ инде, батырсылығы етмәне. Иҙәнен йыуып ишеккә генә яҡынлашҡайны, әкрен генә «Йәмилә» тип өндәшкән тауышына һиҫкәнеп китте. Был исеме менән уға хәҙер ярты быуат өндәшкәндәре лә юҡ... Һағайҙы.
– Шәфҡәт туташына өндәштегеҙме? Хәҙер саҡырам? – тине ҡурҡып. Бар тәне таралып төштө.
– Һине, хәҙер ярты быуат һине саҡырам, Йәмилә! – тауҙай булып ятҡан ҡарт ҡалҡынырға маташты.
– Мине хәҙер Йәмилә тип түгел, Сафура тип йөрөтәләр, – һаман үҙе Әнүәргә ҡарарға ҡурҡты. Ишек төбөнән ары үтмәне.
– Ә мин һине ҡайтҡан көнөңдән үк таныным. Йөрәгем һиҙемләне, аҡылым таныны, – тыны ҡыҫылды ҡарттың. Шулай ҙа туҡтаманы. – Көттөм мин һине. Мине ҡотҡарыр өсөн ҡайтырға тейеш инең һин. Теге донъянан булһа ла.
– Теге донъянан ҡайтыусылар юҡ әле.
– Ә мин һине үлем тырнағына үҙем ырғыттым. Ырғыттым да үҙем мәйеткә әйләндем. Ғүмерем буйы һине терелтергә тырыштым. Кил яныма, ултыр.
– Мин үткәндәремде онотҡанмын инде, Әнүәр, – башын эйеп яҡыныраҡ килде. Күҙҙәренә баҡты. Эскә батҡан күҙҙәрҙең һүнеп барғаны аңлашыла. Нур әҫәре юҡ ине. Йәлләткес ҡараштан йөрәге өҙөлөрҙәй булып китте ҡарсыҡтың.
– Һин онотһаң да, башҡалар онотмай.
– Ғазаптарың ауыр икән, улайһа.
– Шул ғазаптарҙан ҡотҡарыр өсөн фәрештә булып ҡайтырыңды белдем мин, Йәмилә.
– Минән ярлыҡауҙар һорама, Әнүәр, мин һине күптән ғәфү иткәнмен, – ҡулын тотто. Йылы ине әле ҡулдары.
– Илаһи заттан булдың, Йәмилә. Мин генә Иблис. Ней үҙемдең тормошом булманы, ней башҡаларға кешесә йәшәргә форсат бирмәнем...
– Ил алдында хеҙмәтең ҙур, тиҙәр.
– Эшкә алданып йәшәнем.
Икеһе лә тын ҡалып торҙо.
– Хисбулла үҙе яндырған келәтте.
– Уныһы кем тағы? – ысынлап онотҡайны Сафура.
– Теге НКВД-шник Хисбулла Ҡәйүмов, иген урлаған да, келәтте лә яндырған. Мөртәт, иблис... Үткән йыл тамағына аш бармай үлеп ҡалды.
– Онотҡанмын мин уны, Әнүәр. Хәтер иләктәренең тишектәре лә бик тарайҙы хәҙер, аҡылға һеңерҙәйҙәрен, лөғәткә һыйырҙайҙарын ғына үткәрә, ә сүптәрен ҡабул итмәй...
Әнүәр ҡапыл һыҙланып ыңғырашырға тотондо. Сафура шул тиклем сабыр, түҙемле генә ултыра бирҙе. Ҡуҙғалманы, өндәшмәне.
– Ой-ой, килеп кенә күренә лә алмай, эйәртмәй үҙенә, – тип ҡысҡырҙы ҡарт.
– Кемде әйтәһең?
– Әжәл инде. Һыҙлатып, ғазаплатып гонаһтарыма яуап һорайҙыр инде. Бигерәк ныҡ этләтә. Был тиклем яза нимәгә миңә? Һорайым, ҡотолдор ғазаптарымдан... Вәт ә, ғүмер буйы миңә йәшәргә кәрәк тип тырыштым. Ә бөгөн... Уф, тиҙерәк алһаңсы үҙеңә, әжәлем. Бар ҡотолоу юлым шул ғына.
– Ғүмер кисеүҙәре еңел түгел шул, Әнүәр.
– Улыбыҙ иҫәнме, Йәмилә? Ул минең төшөмә йыш инә, – башын бороп ҡарсыҡҡа баҡты. «Юҡ, күҙендә нур бар икән әле», – тип уйлап өлгөрҙө Сафура.
– Хоҙай бирҙе, Хоҙай алды инде.
– Шулай тип уйланым шул. Уның рәнйеше төшкәндер. Был донъяла минең бер балам да юҡ. Бибиәсмә тотанаҡһыҙ булды. Гөлсәсәктең атаһы башҡа. Уға өйләнәм тип башын юғалтҡан уҡытыусы Рәшит менән улар бер орлоҡтан. Белдем, һиҙҙермәнем... Ҡыҙыма ла, бисәгә лә.
Ҡарт мөлдөрәп ҡарсыҡҡа ҡарап тик ятты. Уныһы риза булып ултыра бирҙе. Шулай икеһе ҡарт көндәрендә берсә бер-береһенә ят булып, берсә бер-береһенә йәндәй яҡын булып ҡул йылыларын тойошоп ваҡыт үткәрҙеләр. Рәхәт ине уларға, оло Ер шарында улар тағы ла бергә. Ниндәй генә хәлдә булһалар ҙа: бергә.
– Битемдән берҙе һыйпа әле, Йәмилә. Ғүмер буйы һинең наҙың, һинең йылың етмәне миңә.
Йәмилә тороп йылы усы менән уның маңлайына ҡағылды. Ҡарт ике ҡулы менән уның ҡулын тотто ла битен, күҙҙәрен һыйпатты, кипкән ҡытыршы ирендәре менән үбеп алды.
– Оҙаҡ көттөм ошо наҙҙы.
Йәлләне уны Йәмилә. Икенсе усы менән ялтыр башын һыйпаны.
– Бигерәк бөтөрөнгәнһең шул, Әнүәр. Ниңә ҡалаға дауаланырға китмәйһең?
– Юҡ, мин һинең яныңа килдем. Гөлсәсәк ҡыҙым да район етәксеһе лә, ҙур врачтарға алып барам, ти ине лә, ризалашманым. Минең дауам да, ҡотолоу юлым да һинән, Йәмилә, – ауыр итеп тын алды. – Ғазаптарымдан ҡотҡар. Выждан ғазаптарымдан, тән ғазаптарынан. Түҙер әмәлем ҡалманы бит. Бөтә тәнем серей, ә йәнем күптән ҡортлап, юҡҡа сыҡҡан.
– Күҙеңдә кеше таныр нур бар әле. Бөтөрөнмә улай, – тигән булды, урынынан торҙо.
– Бөтә эсем һыҙлап тартыша. Азат ит ғазаптан! Азат ит, Йәмилә!..
– Мин һине ғәфү иттем, Аллаһтан ярлыҡауҙар һорармын, ялбарырмын, – тине лә сыҡты бүлмәнән. Һуңынан йыш инде, ярҙамынан да ташламаны, аҫтын да таҙартты. Тик ҡысҡырып һыҙлана башлаһа, түҙмәй үҙ бүлмәһенә бикләнә торғайны. Улы ла ғүмеренең аҙаҡҡы көндәрендә шулай һыҙланды. Йәмилә түҙмәй, хатта әжәлдән тиҙерәк килеүен ялбара торғайны. Ул ғына уны ғазаптарҙан арындырырын аңлай ине. Һәм ысынлап та, улы йән биргәс, уның тыныс ҡына ятҡан йөҙөнә ҡарап, ҡотолдо, тип ҡуйғайны.
Уйҙарға бирелеп, лейтенанттың тауышына терт итеп ҡалды.
– Аңлауымса, Сафура Кәримова, әйткәндәрегеҙ дөрөҫ булһа, тимәк, һеҙ үткәндәрегеҙ өсөн үс итеп, Әнүәр Ибраһимовичты үлтерергә булдығыҙ?
– Үс? Хоҙай һаҡлаһын! Ундай түбәнселеккә төшөр өсөн, тамуҡ уттарынан үтеп, ғазаптар кисеп ҡайтҡанмы ни мин ауылға.
– Нисек үлтерҙегеҙ, был бысаҡ ҡайҙан?
– Хушлашҡанда, станцияла торғанда Әнүәр, минән бер иҫтәлек булһын, тип бысағын бүләк иткәйне. Улым тыуһа, бер ҡомартҡы булыр, тине. Шул бысаҡ. Йәлләнем дә, буран ҡоторонған бер мәлдә үҙ бысағын күкрәгенә ҡаҙаным. Ул һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Ә нишләп сәнстегеҙ, улайһа?
– Сәнсмәнем дә, үлтермәнем дә. Мөхәббәтем шулай ҡушты, ғазаптарынан ҡотҡарҙым.
– Тороғоҙ, Сафура Кәримова, һеҙ ҡулға алынаһығыҙ!
Мөнир ҠУНАФИН.
2004, 2020. Өфө