ЙҮНСЕЛ ЕГЕТ (хикәйә)

...

Киң туғайҙар аша елгән поезд Урал итәктәренә яҡынлай. Вагон тәҙрәһенән ҡышҡы тәбиғәтте күҙәтәм. Юл тирәһендәге һирәк ҡауландар состав еленә сәстәрен сайҡалтып ялпаша биреп ҡала. Ҡар тәрән түгел, шулай ҙа йырындарҙа, ҡыуаҡ төптәрендә тулҡын-тулҡын булып һырынтылар өйөлгән. Әйтерһең, ап-аҡ диңгеҙ бер мәлгә генә хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалған. Ә мыҡты тауҙар алыҫтан уҡ ҡараштарҙы үҙенә тарта, йөрәкте хисләндерә.

Арылғайны, шулай ҙа командировка мәшәҡәттәре кәрәгенсә теүәлләнгәс, күңел тыныс, кәйеф күтәренке ине. Разъездарҙың береһендә купеға буш ҡул менән бер ҡыҙ килеп инде, артынса портфель тотҡан егет күренде. Уларға күҙ һирпеп кенә алдым да тубығымдағы журналға текәлдем.

Хәҙер беҙ дүртәү. Урта йәштәрҙәге бер ағай Магнитогорскиҙа уҡ ултырғайны. Ул апаһын ерләшеп ҡайтып килә, ҡайғыһы йөҙөнә бәреп сыҡҡан. Яңы юлдаштар – йәштәр. Ҡыҙыҡ, бер ғаиләме икән? Түгелдер, егеттең төҫ-ҡиәфәтендә бер ҙә ирлек олпатлығы һиҙелмәй. Ҡупшы, хатта затлы кейем: бер аҙ һауалыраҡ, үҙ-үҙенән ҡәнәғәтлек сатҡылары һибелгән һөймәлекһеҙ генә сырай. Ниңә быларҙы һөйләйем әле? Сөнки егет юҡ-бар кинәйәләре, ҡолаҡҡа яҡмаған мәҙәктәре менән үҙенә ҡаратҡайны инде. Бына ул портфеленән шаҡмаҡлы ҡумта – ыҡсым ғына шахмат таҡтаһы тартып алды. Беләм, фигуралары һөйәктән, ғөмүмән, сәфәр-юлға йөрөтөүгә йәтеш әйбер.

Егет ҡаршыһындағы ағайға, ике телде бутап, былай тип өндәште:

– Ну, разок-два көс һынашайыкмы, юл да шәберәк тойолор. Эх, яратам поезда «шах!» та «мат!» тип барырға, – харап, тауышында мин-минлек ярылып ята.

– Пешкаларын да күсерә белмәйем бит әле, ҡустым, – тине тегеһе, ғәфү үтенгәндәй. – Өйрәнергә лә маташтым, булманы.

Егет, ғәжәпкә ҡаршы, минең яҡҡа ҡараманы ла. Олорағы белмәгәс, йәшерәге күптән томаналыр, тиме икән. Күңелем сәмләнгәндәй итһә лә, үҙемде тыйып ҡалдым.

– Ярай, Лялечка, бында рәт юҡ – 10-сыға инәм. Не скучай! – Шулай тине лә егет шахматын тотоп купенан сыҡты. Ҡыҙ уны, һағыҙлы кәнфитен сәйнәй-сәйнәй, уңыш теләйем тигәндәй ҡул болғап, оҙатып ҡалды. Ләкин һуңғараҡ ул да ғәйеп булды.

Поезд яңы магистралгә төшөп алды. Мин тағы тышҡа бағам. Кеше рухы, ҡеүәте ҡар-урмандар ярып үткән, тау-таштарҙы буйһондорған. Быуаттар буйы һил яткан ҡырыҫ, әммә ҡотло, тиңдәшһеҙ матурлыҡ һаҡлаған ерҙәр әле икенсе йәшлеген кисерә...

– Фарт минеке бөгөн, һә тигәнсә биш партия оттом, – һөйләшә-һөйләшә баяғы пар килеп инде. Хәҙер уларҙың исемдәре таныш: егет ҡыҙға Лялечка, ти, ҡыҙ егеткә Рудик тә Рудик тип кенә тора. Ниндәй фарт хаҡында һөйләп осона әле ул? – Йыуып алһаҡ, эсте тишмәҫ ине, безобразие, – ресторан ябыҡ.

Рудиктың һүҙен ҡыҙ үҙ зары менән ҡеүәтләне:

– Асыҡтырҙы... Һиңә ышанып юлға бер нәмә лә алмағайным. Исмаһам, буфетчица ла юҡ.

Сумкамда күстәнәс итеп алған алмалар ятыуын иҫләнем дә иң ҙурҙарын тиҙ генә йыуып килтереп йәштәргә берәрҙе һондом, бигүк яратмаһам да, үҙем дә береһен ашай башланым.

Йәш йөрәктә асыу йә көйһөҙлөк тиҙ баҫылыусан. Күп тә үтмәй, Рудик менән Ләләнең йөҙө айҙай балҡый ине. Кеше кәйефе йәйғор һымаҡ, ҡырҡҡа төрләнергә әҙер. Миңә лә рәхәт булып ҡалды. Ләкин оҙаҡламай Рудик йәнә әҙәпһеҙлек күрһәтте.

– Һеҙ шахмат буйынса тоже бум-бум, да?! – Һәм ул сикәһенә ике рәт һуҡ бармағын төртөп алды. «Һеҙ» тип аса бит әле ауыҙын. – Шулай, старик, бөтәһенә лә тел осон танауға еткереү бәхете бирелмәгән кеүек, шахмат һөнәре лә күптәргә тәтемәй...

Рудик, шәп әйтемме тигәндәй, Ләләгә боролоп караны: Ләлә иһә ҡарашы менән уны хупламауын белдерҙе.

Вәт, әй, кешенең хәтере ҡалыр, тип уйламай. Ярай, «старик» тигәне бата, бәлки, үҙ күреп тә ысҡындырғандыр. Оҫталыҡ тәтемәй тиме?

Кәмһетмәксеме? Асыуҙан хатта «бум-бум»ымды томан сорнағандай булды. Ҡайҙа, кемдән өйрәнгәнһең һин, тәтәй егет, бындай әҙәпһеҙлеккә? Боронғолар әйтмешләй, ололар алдында олонан бәйелһеҙләнеү – яҙыҡ эш...

– Ярай, ҡустым, бик ҡыҫтаның, самалап ҡарайыҡ улайһа, – мин, әлбиттә, мөмкин тиклем сабырлығымды юймаҫҡа тырышам

Егетем тоҡанып уҡ китте һәм шундуҡ шартын белдерҙе.

– Давай. Но уговор: һәр партия өсөн – 5 һум, – тине һәм фигураларҙы теҙә башланы.

Аптырап ҡалдым. Әйтәм бая фарт та фарт тип ҡупая ине... Мин биргән алманы һаман көйшәп ултырған Ләлә ғәмһеҙ генә:

– Рудик, нахаллашма, – тигән булды. Ләкин тауышы өҙә һуғырлыҡ яңғырамай ине. Шуға уның һүҙен Рудик ҡолағына ла элмәне.

– Еңәм икән – миңә һеҙҙең кеҫәнән биш «рэ» күсә, еңелһәм – минеке оса. Вот так.

– Ҡустым, мине дөрөҫ аңла, шахматты аҡсаға уйнағандарын ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ.

– Тормош ғилләһен һанға һуҡмайһығыҙ, дорогой. Хәҙер аҡсаһыҙ – ни шагу... – Рудик, теләмәһәң үҙ иркең тигәндәй, көсәнеп йылмайҙы ла төпкәрәк шылып ултырҙы. – Минең папа, аҡсанан еҫ сыҡмай, уны ниндәй ысул менән тапһаң да хәләл, тип туҡый.

Атаң аҡыл эйәһе икән, тип әйтмәксе булғайным да тыйылдым. Кеҫәмдән ҡара көнгә тип һаҡлаған аҙаҡҡы өслөктәрҙе сығарҙым да уларҙы шахмат таҡтаһы аҫтына бер яҡ остарын көпләтмәй ҡыҫтырҙым. Сигенергә һуң ине, унан бая уҡ көрәш дәрте уянғайны.

– Һе, мин дә банкка алтыны ҡуям, – тип Рудик берәр һумлыҡтар әҙерләп ҡуйҙы.

Мин аҡса өсөн түгел, ә намыҫ өсөн алышам, һәр хәлдә үҙемде ана шулай йыуатам. Ниәтем – аҡса ҡолон хур итеү, унан нахаҡҡа мыҫкылланыуым өсөн рухи үс алыу. Йәш кенә булһа ла, ҡара, ас ҡандала кеүек йәбешеп ята бит, йүләр...

Башланыҡ. Рудик хәйләкәр, апаруҡ шыма уйнай, һүҙ аралаш теория миҫалдарын, донъяға танылған шахмат йондоҙҙарын телгә ала.

Тәүге юлы мин ун өс йөрөштән һуң бирелдем. Ә миңә отолмаҫҡа ла мөмкин ине, тик бер килке үҙемде сысҡанды әүрәткән бесәйҙәй хис иттем, сөнки Рудиктың минән йомшағыраҡ уйнауын шәйләгәйнем инде.

– Бына нисек мал таба йүнсел егеттәр. – Рудик шулай эре сирттереп бөтә аҡсаны усына һыпырып төшөрҙө. – Һеҙҙең братты һемәйткән бар...

Тимәк, ул бая башҡа купеларҙа асыҡ ауыҙҙарҙы һауып йөрөгән. Табылып тора бит кешеһе лә!

Икенсе уйында еңеп, баяғы өслөктәрҙе кире алдым. Юрамал «ҡыйынлыҡ менән» еңдем. Рудик, аптырап, уфтана; шулай ҙа дәртен һүндермәй. Давай яңынан, тип өгөтләй. Мин иһә килештерәм: беләгемдән сәғәтемде ысҡындырып алам. Әйтерһең, нәфсеһенә баш була алмай: Рудик уны әйләндереп-әйләндереп ҡараған була, тыңлап ҡарай. Күренеп тора, сәғәт уға оҡшаны. Ул ихласлап фигураларҙы ҡабат теҙмәксе:

– Ашыҡма, дуҫ, килешәйек – утыҙ һум, – тип туҡтаттым.

«Дошман»ым яуап урынына «оһо» тип кенә ҡуйҙы ла, тәфсилләп һанай-һанай, утыҙ һумды таҡта аҫтына ҡыҫтырҙы. Ләлә уға таһырайып ҡараны һәм өндәшмәй генә купенан сығып китте.

Ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте Рудик, тик барыбер яңылышты. Үтә һаҡ, ләкин эҙмә-эҙлеклелек етмәй. Бәлки, ҡанығып аҡса тураһында уйлауы ҡамасаулайҙыр. Мин дә бирелеп уйнайым, хатта купела пассажирҙарҙың күбәйеүен дә шәйләмәй ҡалғанмын. Берәүҙәр мине ҡеүәтләй, икенселәре Рудикты бирешмәҫкә өгөтләй. Ә таҡтала, шахмат телендә әйткәнсә, Рудик өсөн цейтнот – бик ҡатмарлы хәл тыуҙы. Уға бирелеүҙән башҡа әмәл юҡ ине.

Поезд барышын аҡрынайтты. Олоһо ла, кесеһе лә вагондан төшөргә йыйынды. Мин сәғәтемде кире беләгемә таҡтым һәм кейенә башланым. Рудик бөгөнгө бар табышын теләр-теләмәҫ кенә миңә һондо. Күрмәмешкә һалыштым, бөтөнләй иғтибар итмәгән кеше булдым. Йүнсел егетем ниҙер мығырлап купела ултырып ҡалды.

...Күптән яҙылғайны был хикәйә. Ә бөгөн аҡса менән «уйнауҙар – аҙым һайын. Уйландыра, борсолдора.

Сабир ШӘРИПОВ.

1980–2008 йылдар

Читайте нас