Хикәйәләр Булған хәлдәр
5 Сентября 2025, 10:35

ЙӘШЛЕК (хикәйә)

Мин уны шуның өсөн көттөммө ни! Уны уйлап күпме төндәрем йоҡоһоҙ уҙҙы ла күпме хыял диңгеҙендә йөҙмәнем мин. Ниңә һөйләп торорға! Армияға оҙатҡан егетен кем генә һағынып көтмәй һуң!

Хәйер, баштан уҡ һөйләйем әле. Эйе, ул көҙ көнө үҙ йәштәштәре менән бергә армияға китте. Баҫыу ҡапҡаһын сығып, ҡашлаҡтағы ағаслыҡҡа тиклем беҙ уларҙы оҙата барҙыҡ. Башҡа ҡыҙҙар егеттәре менән һаубуллашып тороп ҡалғас та әле мин, Хәммәт ултырған кырандастың ситенә тотоноп, байтаҡ эйәреп барҙым. Улар тау артына төшөп, күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙом да кире атланым. Һағышлы ла, яманһыу ҙа булды ул айырылышыу.

Хәммәт киткәс, көндәр айҙай, айҙар йылдай тойола башланы. Уны һағыныуымдың сиге лә юҡ. Гел генә төштәремдә күреп уянам. Шулай һағышланып, Хәммәтте юҡһынып ҡыш уҙҙы. Яҙ ҙа артта ҡалды. Бына йәй ҙә етте.

Бер көндө, ауыл Советынан сығып (мин унда хисапсы булып эшләйем), клубҡа барып инһәм, йыйылыш бара. Колхоз председателе Ғаббас ағай бер ҡулына ҡағыҙ тотҡан, ә икенсеһен әленән-әле һелкә биреп сығыш яһай:

– ...Хәрби частан колхозға хат килеү – ҙур эш ул, иптәштәр. Ҙур эш! «Хәммәт Вәлиев – хәрби һәм политик әҙерлек отличнигы...» тиелгән бит. Беҙҙең Хәммәт! Аңлайһығыҙмы шуны?! «Тыйнаҡ, аҡыллы һәм тырыш егет үҫтергән өсөн, Вәлиевтең ата-әсәһенә һәм колхозға ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!» тиелгән.

Тулҡынланыуҙан ике битем ут булып яна башланы. Бөтә кешенең ике күҙе миндә кеүек. Күтәрелеп ҡарарға ла оялам. Ә эсемдә... шатлыҡ, ғорурланыу! «Бына һиңә йыуаш Хәммәт!» – тип уйлайым әсемдән. Ул ауылда саҡта ысынлап та йыуаш ҡына, баҫалҡы ғына егет ине.

Йыйылыштан һуң өйгә ҡайтып барғанда, тыҡрыҡ башына еткәс, кемдеңдер:

– Ҡарағыҙсы берәүҙәрҙе. Эрелектәре! Сер ҙә бирмәгән булалар, әй, – тигән тауышына тертләп киттем. Әйләнеп ҡараһам, әлеге шул клуб мөдире Ғата икән. Яңы ҡара костюм кейгән. Итек ҡуңысын гармун мехы кеүек һырландырып төшөргән. Кепка ситенән ҡара сәсе ҡабарып сығып тора. Үҙе миңә йылмайып, серле итеп ҡарай: «Сәләм, Хәлиҙә!»

– Сәләм... – тинем дә аҙымымды ҡыҙыулата төштөм. Сөнки минең яңғыҙ ҡалғым, Хәммәт хаҡында оҙаҡ итеп уйлағым килә.

– Их, Хәлиҙә, Хәлиҙә.

– Нимә һуң?

– Асыуҙы килтерәһең һин. Ихлас.

– Һинең асыуың, минең аяҡ ҡысыуым, тиҙәрме әле.

– Борсаҡты эре яраһың да инде, әй. Уйлама, беҙ ҙә бөтөнләй счет төймәһенән төшкән кешеләр түгел бит әле. Әйткәндәй, өйө ситән булһа ла, егете бүтән.

– Эй, хәсрәт ҡапсығы.

– Армияла үҙеңде танытып була ул. Унда нәмә! Ә бына бында, колхозда, күрһәтһен ине ул үҙен, ҡайтһын әле, ҡулынан ниндәй эш килер Хәммәттең. Күрерһең, элеккесә, йыйын ҡатындар араһында сөгөлдөр утап йөрөр! Ә мин...

– Һинән кәм эштә эшләмәҫ әле, күрерһең, – тинем дә: – Йә, хуш, – тип, ҡапҡаны шарт ябып, инеп киттем.

– Уныһын күрербеҙ әле, – тип Ғата урамда тороп ҡалды.

Кис ултырып Хәммәткә хат яҙҙым.

Бөтә хистәремде кемгәлер һөйләгем, шатлығымды уртаҡлашҡым килә. Кемгә һөйләйем икән? Ҡылт итеп Зөһрә иҫемә төштө. Әхирәтем ул минең. Фермала һауынсы булып эшләй. Уның да һөйгән егете армияла. Искәндәрҙән килгән хаттарҙы гел минән уҡыта. Мин дә Хәммәт хаттарын унан йәшермәйем. Ләкин Зөһрә бөгөн өйҙә юҡ, алдынғы һауынсыларҙың район слетына киткәйне ул. Мин, үҙ алдыма уйланып ултыра торғас, икһеҙ-сикһеҙ хыял диңгеҙенә сумдым...

Май айы. Хәммәтте көҙгә ҡайта тип көтә инем инде. Еңеү байрамына спектакль ҡуйырға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Драмтүңәрәк ағзалары китапханаға йыйылдыҡ. Пьеса һайлайбыҙ. Ғата «Аҫылйәр»ҙе тәҡдим итә. Ролдәрҙе лә бүлеп бөтөргән. Үҙе – Шәрәф ролен алған. Мине – Ләлә иткән. Тик Ғәбдрәшит роленә кеше юҡ. Бер кем дә ризалашмай. Шулай баш ватып бәхәсләшеп ултырғанда, йүгереп Зөһрә килеп инде. Эш кейемендә. Ферманан ҡайтып барышы, күрәһең. Ә үҙе рәхәтләнеп көлә.

– Хәлиҙә! – ти ул, мине ҡосаҡлап уҡ алып. – Һөйөнсө! Һөйөнсө!

– Нимә булды?

– Хәммәт ағай ҡайтып төштө! Әйкәйем, шундай таҙарған, шундай матурланған. Армияны ҡыҫҡарттылар, ти. Шуға алдан ҡайттым, ти. Һинең бында икәнлегеңде әйттем.

Хәммәт... Хәммәт ҡайтҡан! Юҡ, күңелем ышанмай, ысынмы икән?! Бөтә уйым унда. Тиҙерәк, тиҙерәк күргем килә уны.

Күп тә үтмәне, Хәммәт үҙе килеп инде. Ул! Ысынлап ул! Мин сайҡалып ҡуйҙым. Гүйә, бөтә тәнемә ялҡын, ут ҡапты. Хәммәт... Эйе, ул таҙарған, күкрәктәре тағы ла киңәйеп киткән. Буйға ла үҫә төшкән һымаҡ. Уның бөтә тәненән ниндәйҙер көс, ҡеүәт бәреп тора.

Ул бөтәбеҙ менән дә берәм-берәм күрешеп сыҡты. Минең ҡулымды усына алғас, оҙаҡ ҡына ебәрмәйенсә торҙо. Шунан ул ишек төбөндәге эскәмйәгә барып ултырҙы һәм тынып ҡалды. Уның килеп ингәндәге ҡыйыулығы юғалды. Уға бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра башланылар. «Ҡайҙа булдың? Ниндәй часта хеҙмәт иттең? Армия тормошо оҡшанымы? Ауылды һағындыңмы?» – һәм башҡалар, һәм башҡалар. Хәммәт уларға бер нисә һүҙ менән генә яуап ҡайтара. Тауышында элекке баҫалҡылыҡ. Ә бит ҡайһы берәүҙәр ауылда саҡта йыуаш ҡына булһалар ҙа, армиянан ҡайтҡас, ут кеүек сәсрәп торалар. Телдәре телгә йоҡмай. Ә Хәммәт...

Шунан Ғата:

– Хәммәт дуҫ, байрамға спектакль әҙерләйбеҙ бит, әллә ҡатнашаһыңмы? – тине. – Пьеса мировой – «Аҫылйәр!»

– Булдырып булһа, – тине Хаммат. – Ниндәй роль?

– Һиңә бик ҡулай инде ул, – тине Ғата. Уның тауышында йәшерен көлөү яңғырағандай булды. – Ғәбдрәшит роле.

– Улаймы... Тырышып ҡарарбыҙ.

Миңә уңайһыҙ булып китте. Ғәбдрәшит иң йүнһеҙ, иң ахмаҡ бер кеше бит инде. Армиянан ҡайтҡан егет була тороп, ниңә шуға риза булырға? Һиҙеп торам, Ғатаның Хәммәтте кәмһетеүе был.

Хәммәт бөтә күңелен, ихласлығын биреп уйнаны.

Репетиция тамамланғас, мин Хәммәт менән бергә сыҡтым. Беҙ, Йылға урамы аша үтеп, Һарыкүлдең яр ситенә барып ултырҙыҡ. Хәммәт мине ҡосаҡлап алды.

– Хәлиҙә, – ти ул, минең ҡолаҡ төбөмдә бышылдап, – мин һине шул тиклем һағындым, шул тиклем һағындым. Осрашҡас, ҡарап туя алмаҫ кеүек инем. Бына хәҙер беҙ бергә.

Мин: «Хәммәт... йәнем минең! Бынан һуң беҙ бергә, мәңге бергә!» – тип әйтергә теләйем. Ләкин тартынам. Тик, үҙем дә һиҙмәйенсә, Хәммәттең ҡосағына һыйынғандан-һыйына барам.

Ғәжәп. Бөтә әйләнә-тирә сихри матурлыҡҡа күмелгән бөгөн. Ҡаршыла ғына түңәрәк күл йәйрәп ята. Уның быяла кеүек тигеҙ ялтырауыҡлы өҫтөн йыйырсыҡландырып, өйрәк бәпкәләре йөҙөп йөрөй. Ҡаршы яҡ яр буйына тирәк ағастарының ҡупшы күләгәһе төшкән. Күлдең төбө әкиәт донъяһы кеүек. Унда, аҡһыл йоҡа болоттар араһында, тулған айҙың нәфис шәүләһе ялтырап тора.

Беҙ күл буйында таң аттырҙыҡ... Икенсе кисте лә шунда үткәрҙек. Минең шатлығым эсемә һыймай. Мин ерҙә түгел, гүйә, күктә йөрөйөм. Минең ҡысҡырып йырлағым, бейегем, һикергем килә. Ләкин өсөнсө кисте бөтәһе емерелде, бөтә хистәрем, бөтә хыялдарым, боҙ һуғып киткән гөл кеүек, ҡапыл юҡҡа сыҡты...

Ул кисте Хәммәт ҡапҡа төбөнә килгән һәм көтөп тора ине. Мин тиҙ-тиҙ генә кейендем дә уның янына ашыҡтым. Сығыу менән ул ҡулдарымды үҙенең усына алды:

– Хәлиҙә! – тип өндәште. – Хәлиҙә, ҡотла мине, ҡотла!

– Нимә менән?

– Мин бөгөн эшләй башланым бит.

– Ял да итмәйенсәме?

– Ял... Нимәгә ул ял?

– Кем булып?

– Һауынсы булып. Һауынсы булып, Хәлиҙә! Ун биш һыйыр алдым. Бына әле киске һауынды бөтөрҙөм дә һинең янға ашыҡтым...

– Һауынсы булып?! – Ҡапыл, аяҡ аҫтындағы ер убылып, ҡайҙалыр төшөп киткәндәй булдым. Тыным етмәй. Ярға сығарып ташлаған балыҡ кеүек, ауыҙымды астым да шаҡ ҡаттым, һүҙемде әйтә алмайым.

Боролдом да йүгереп кире инеп киттем. Шунан мендәргә ҡапланып иланым. Уны шуның өсөн көттөммө ни мин! Егетең, армиянан ҡайтҡан һөйгән егетең, һыйыр һауып йөрөһөн әле!

Кис менән Хәммәт тағы ла ҡапҡа төбөнә килгән. Сыҡманым.

Хәммәт өсөнсө, дүртенсе көндө лә килде. Мин һиҙмәгәнгә һалыштым. Ул мине аңлар, ферманан китер тип уйлағайным, өмөтләнеүем бушҡа булды. Ул эшләп йөрөй бирә!

Бер көндө кис килеп мине тышҡа ымлағас, ҡағыҙ битенә: «Бөттө. Беҙҙең арала бөтәһе лә бөттө!» – тип яҙҙым да тәҙрә ярығынан тышҡа ташланым.

Бынан һуң ул беҙҙең өй янында башҡаса күренмәне.

Репетицияға йөрөмәнем, ғәрләндем. Минең ролгә Зөһрә кергән. Спектаклдәре һәйбәт сыҡты, тинеләр.

Күпме ятырға була һуң өйҙә генә! Бер кисте клубҡа киттем. Йәштәр күп йыйылған. Бер ситкәрәк барып ултырҙым. Хәммәт тә бында. Миңә табан ҡарап, йылмайып тора ине, ҡарашымды ситкә күсерҙем. Яныма Ғата килде:

– Кемде күрәм, Хәлиҙә, һинме был?!

– Хәлиҙә булғас, миндер инде, – тинем, көлөмһөрәп.

– Һуң, һағындырып бөттөң бит. Һинән башҡа яманһыу, әй.

Минең кәйефем күтәрелә төшкәндәй булды.

Ул арала бейеүҙәр башланды. Хәммәт туп-тура миңә табан килә ине. Уғаса булмай, Ғата миңә ҡулын биреп өлгөрҙө. Хәммәт иҙән уртаһында бер үҙе ҡалғас, Зөһрә уның ҡаршыһына сығып баҫты.

– Хәммәт ағай, рөхсәт итегеҙ.

– Әйҙә, Зөһрә.

Кисә бөткәнсе улар икәү бейенеләр.

Ғата мине оҙата барҙы. Һуҡмаҡ буйлап атлайбыҙ. Һалҡынса ел иҫеп тора. Ғата пинжәген һалып минең арҡаға япты. Ә үҙенең теле телгә йоҡмай: мине яратыуы тураһында һөйләй.

Урам уртаһынан ҡултыҡлашып ике кеше ҡыҙыу ғына атлап уҙып китте. Был – Хәммәт менән Зөһрә ине. Үҙем дә һиҙмәҫтән уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалам:

– Ауыр тиһең инде?

– Ауыр, Зөһрә.

– Башта кемгә еңел булған тип беләһең? Эштең береһе лә анһат түгел инде. Бошонма. Үҙем өйрәтермен. Ризамы?

– Риза, Зөһрә!

Улар көлөшә-көлөшә тыҡрыҡҡа инеп киттеләр.

...– Беләһеңме, Хәлиҙә – ти Ғата, минең беләгемдән алып, – һиңә арнап бер шиғыр ҙа сығарҙым бит әле.

– Китсе?

– Ихлас. Район газетаһына ла ебәргәйнем. Бер аҙ шымартаһы бар, тиҙәр. Былай башлана ул:

Тал сыбығы кеүек бөгөлөп тора

Хәлиҙәнең һылыу кәүҙәһе...

Мин Ғатаның ҡулын ныҡ итеп ҡыҫтым: – Ҡалай асыҡ күңелле кешеһең һин, Ғата!..

* * *

Китапханала Ғата менән стена газетаһы сығарып ултырабыҙ. (Ғата – редактор, мине күптән түгел редколлегия ағзаһы итеп һайлағайнылар.)

– Хәлиҙә, – ти Ғата ҡапыл ғына, ручкаһын өҫтәлгә ҡуйып, – Хәлиҙә!

– Кем тейә?

– Ҡуй әле эшеңде. Ял ит. Һөйләшәйек.

– Инмә һөйләшәбеҙ.

– Хәлиҙә, йә, туйҙы ҡасан яһайбыҙ инде. Тағы ла күпме һарғайырға тейеш мин былай?

Мин ҡысҡырып көлөп ебәрҙем:

– Алыр иҫәптәрең булһа, барыр иҫәптәрем бар.

– Хәлиҙә! – Ғата ҡулын минең ҡулым өҫтөнә һалды. – Ер упһын тиң?!

– Ҡыҙыҡ һин, Ғата. Тиҙ генә уйлайһың да ҡуяһың.

– Минән артыҡты табырмын тиһеңме? Хәммәт, Хәммәт тип өҙгөләнгәйнең дә, теге саҡта дөрөҫ әйтмәнемме, йә, ниндәй эш сыҡты үҙенән?

– Бер мәҡәлә килтергәйнем һеҙгә, – тигән тауышҡа икебеҙ ҙә әйләнеп ҡараныҡ. Ҡулындағы ҡағыҙ киҫәген беҙгә табан һуҙып Зөһрә баҫып тора. Һүҙгә мауығып, уның килеп ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Зөһрә миңә табан бер ҡараш ташланы ла ситкә боролдо. Кеше бына нисек үҙгәрә икән? Элек, осраған һайын, әхирәткәйем, тип ҡосаҡлап ала торғайны ул. Ә хәҙер нимә? Мин Хәммәтте көнләшә тип уйлай, буғай. Ике ятып бер төшөмә керә инде Хәммәтең...

Ғата ҡағыҙҙы ҡулына алғас, Зөһрә:

– Ҡарағыҙ уны, һуңламаһын, – тине. Уның һуңғы һүҙе ишек артынан ишетелде.

Мәҡәлә Хәммәттең тырышлығы, ныҡышмалылығы тураһында яҙылған. Ул былай тамамланған:

«...Хәммәт ағай, әйҙә икәү ярышабыҙ. Буламы? Әйҙә! Зөһрә Хәлилова».

Был һүҙҙәр ниңәлер энә менән йөрәгемә сәнскәндәй тәьҫир итте.

Мәҡәләне газетаның баш өлөшөнә урынлаштырҙыҡ.

* * *

Йәйҙең иң йәмле, иң матур саҡтары килеп етте. Ләкин мине бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай, минең бер нәмәгә лә күңелем төшмәй, үҙемдә сәйер бушлыҡ һиҙәм, эс боша. Ниңә улай икәнен үҙем дә белмәйем. Һуңға табан бының сәбәбен төшөнә башланым: эйе, мин Хәммәтте онота алмайым икән.

Өй ҡаршыһындағы муйыл ағасында һандуғас һайрай башлаһа, ҡапыл Хәммәттең тауышы иҫкә төшә. Аҡрын елдә япраҡтар ҡыштырлаша, Хәммәт бышылдап ҡына миңә нимәлер әйткән кеүек була. Хәммәт...

Бөгөн йәкшәмбе. Йоҡонан һуңлабыраҡ уяндым. Радио күптән һөйләй башлаған. Дикторҙың ғәҙәттәге ҡалын көр тауышы бүлмә эсендә яңғырап тора.

– ...Беҙ «Еңеү» колхозының һөтсөлөк фермаһына барып ингәндә, киске һауын башланмағайны әле. Вәлиевте беҙ, аҡрын ғына йырлай-йырлай, һыйырҙарға йәшел аҙыҡ өләшеп йөрөгән сағында осраттыҡ...

Ҡара, Хәммәт тураһында бит был. Мин карауаттан төшөү менән туҡтап ҡалдым.

«... – Йә, һауынсы эше оҡшаймы? Биҙҙермәйме? – тинек беҙ уға.

– Оҡшай, бик оҡшай, – ти Хәммәт, асыҡ йылмайып, – яратҡан эш бер ҡасан да биҙҙермәй ул.

Беҙ иптәш Вәлиевтың һауым һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ул уҙған көнгә ҡарағанда байтаҡ артыҡ һауып алды.

– Хәммәт ағайға иң аҙ һөт биреүсе һыйырҙар беркетелгәйне, – ти алдынғы һауынсыларҙың береһе Зөһрә Хәлилова, – ә бына күрәһегеҙ, ул хәҙер бөтәбеҙҙе лә тиерлек уҙып бара.

Кисәге һалдат Хәмиәт Вәлиев колхоз производствоһында бына шулай эшләй».

Мин тышҡа, күтәрелеп килгән ҡояштың яҡты нурҙарына төбәлеп, оҙаҡ ҡына баҫып торҙом.

Йәй үтеп, һалҡын көҙ башланды. Клубҡа бик һирәк йөрөйөм. Күберәк яңғыҙ ҡалам. Улай еңелерәк кеүек. Бөгөн дә кис өйҙә генә ултырҙым да, башым ауырта башлағас, урамға сыҡтым. Төн аяҙ. Ергә ҡырпаҡ ҡар төшкән. Күктә, еңел болоттар араһында, ай йөҙә. Был төн миңә ниңәлер Хәммәт менән күл буйында осрашҡан төндө хәтерләтә. Мин күлгә табан атланым. Яр ситенә килеп баҫтым. Күлдең өҫтөн йоҡа ғына боҙ ҡаплаған. Берҙән-бер асыҡ урында бер төркөм ҡаҙҙар йөҙә. Улар, һалҡын боҙ эсендә ҡыҫылып ҡалыуҙарынан тынысһыҙланғандай, бөтә көстәренә ҡысҡыралар, ҡаңғылдайҙар. Ҡапыл бөтә тәнем ҡалтырап китте. Миңә бик ауыр, ҡурҡыныс була башланы: иң ҡәҙерле нәмәмде мәңгегә юғалтҡандай булдым. Мин кире киттем. Яңғыҙым урамда йөрөнөм-йөрөнөм дә китапханаға барып индем. Кеше күп. Түрге өҫтәл артында Мәхмүтов ағай Ғата менән һөйләшеп ултыра:

– ...Улай түгел ул, ҡустым, улай түгел. Культура эшен тик бер яҡлы ғына аңлайһың һин.

– Һуң, тансалар һәр көндө була. Спектаклдәр ҙә, бик йыш булмаһа ла, ҡуя киләбеҙ. Әле бына концерт әҙерләйбеҙ.

– Ғата миңә табан ҡарап алды, мин дә бер нисә йыр башҡарырға тейеш инем ул концертта.

– Шул-шул бына, – тип элеп алды Мәхмүтов ағай,

– Һин күберәк тансалар менән мауығаһың. Ә ниңә һин алдынғы колхозсыларҙың халыҡ менән осрашыуын ойоштормайһың?

– Була ул.

– Бына нәмә, ошо арала Зөһрә менән Хәммәткә арнап шундай кисә үткәрергә кәрәк.

– Хәммәткә арнап... Иртәрәк булмаҫмы?

– Әйттең һүҙ! Беҙҙең колхоздың ғорурлығы ул. Молодец егет, ҡаушап ҡалманы. Беләһеңме, ул хәҙер күпме һөт һауа?!

– Беләм...

– Концертығыҙҙы ла шул көнгә өлгөртөгөҙ. Ишетһен ҡолағың, тантаналы итеп ҡаршыларға кәрәк уларҙы. Бәлки, Октябрь байрамына туйҙарын да яһап ҡуйырбыҙ, ә?

Туйҙарын!.. Бына эш ҡайҙа табан бара! Мин, башыма һуҡҡан кеүек, сығып киттем...

Икенсе кисте клубҡа барҙым. Хәммәтте осратып асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк. Бөгөн үк. Хәҙер үк!

Йәштәр! Улар бөтәһе лә шат, бөтәһе лә көләс йөҙлө. Уйнайҙар, бейейҙәр. Уларҙың бер ҡайғыһы ла юҡ шул. Һиҙҙермәй генә Хәммәтте күҙләйем. Ул күренмәй. Зөһрә лә юҡ! Тимәк, улар бергәләр. Ҡайҙа булырҙар икән? Йөрәгемде ут солғап алды.

Ғата мине бейергә саҡыра. Төшмәнем. Мин уға табан күтәрелеп тә ҡараманым.

Бер нисә минуттан мин урамда инем инде. Атлай торғас, Зөһрәләр тыҡрығына барып сыҡҡанмын. Ҡалай түбәле ҙур өй ҡаршыһына барып туҡтаным. Ситке бүлмәлә ут бар. Тимәк, Зөһрә өйҙә. Селтәр пәрҙә аша, өҫтәл артында ултырған ике кеше шәүләһе күренде. Ҡапыл йөрәгем туҡтағандай булды: улар! Бына Хәммәт Зөһрәгә табан эйелде... Туҡта! Нимә эшләйем мин?! Шымсы булыу яраймы һуң? Түбәнселек бит был! Әшәкелек! Әммә мин тәҙрә төбөнә барып һөйәлдем. Һөйләшәләр. Йөрәгем артыҡ йыш типкәнгәме, һүҙҙәрен аңламайым. Тик бөтә быуындарым ҡалтырай. Ҡаршылағы ҙур ҡайын ағасының шаулауы уларҙың һүҙҙәрен бүлә.

– ...Мин... Тәҡдим... – тигән айырым һүҙҙәр генә ишетелеп ҡала.

Ел тағы ҡуҙғалды. Ҡайын ағасы инде көслөрәк шаулай башланы. Уның тынғанын оҙаҡ көттөм.

– ...Беҙгә кисектерергә ярамай, Хәммәт. Сатнатып әйт. Мин дә ауыҙ йомоп ҡалмам. Ризалашмаҫҡа хаҡтары юҡ.

Ҡар яуа башланы. Аяҡтарым өшөй: туфли ғына кейеп сыҡҡайным. Ҡайтыр яҡҡа йүнәлдем. Миңә бөтәһе лә асыҡ хәҙер. Тимәк, Хәммәт Зөһрәгә тәҡдим яһай. Өйгә инеп сисенгәс кенә һыуыҡ тейгәнлеген һиҙҙем. Төндө ауырып сыҡтым. Башым геүләй, бөтә тәнем боҙ кеүек. Өҙлөкһөҙ йүтәлләйем. Ә иртәгә кис концерт. Хәммәттең эстәрен өҙөрлөк, бөтә хистәрен ҡуҙгатырлыҡ итеп йырларға тейеш инем бит мин унда...

Уларҙы ысынлап та бик ҙурлап ҡаршыланылар. Мин ситке эскәмйәлә ултырам. Клуб тулы халыҡ. Көслө алҡыштар аҫтында Зөһрә менән Хәммәт президиумға күтәрелделәр. Мәхмүтов ағай урын тәҡдим итте. Улар ҡыҙыл йәйелгән оҙон өҫтәл артына ултырғас, бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙылар.

Башта Мәхмүтов ағай һөйләне. Колхоз һөт һауыу буйынса районда беренсе урынға сыҡҡан икән. Хәммәт менән Зөһрә исемен теленән дә төшөрмәй, һүҙенең аҙағында уларҙы бөтә колхозсылар исеменән ҡотланы һәм оҙаҡ итеп ҡулдарын ҡыҫып торҙо.

Шунан Зөһрәгә һүҙ бирҙеләр. Ул малдарҙы нисек ҡарай, ниндәй рацион менән ашата, эш көнөн нисек башлап ебәрә, һыйырҙарҙың һөтөн арттырыуҙа ниндәй ысулдар ҡуллана – бөтәһен дә теҙеп һалды.

Һауынсы эше ғәжәп күңелле, мауыҡтырғыс эш икән дә баһа!

Хәммәт тороп баҫты. Ул үҙен Зөһрә кеүек батыр, ҡыйыу тота алмай, һүҙе һайын тотлоға, әленән-әле ҡыҙарып аҫҡа ҡарай. Ә был үҙенә килешеп үк тора.

– Беҙҙә етешһеҙлектәр күп әле, – ти ул, инде асылғандан-асыла барып. – Төп кәртә шул: ферма тейешенсә механизацияланмаған.

– Бик дөрөҫ, – тип ҡеүәтләп ҡуйҙы Зөһрә. – Күпселек эштәр ҡул көсө менән башҡарыла әле.

Хәммәт дауам итте:

– Беҙҙең тәҡдим...

«Тәҡдим»... һүҙен ишеткәс, ҡапыл тертләп киттем.

– ...Был мәсьәләлә идара бөгөндән конкрет эшкә тотонһон ине. Һыйырҙарҙың тоҡомон яҡшыртыу буйынса ла етди уйланырға ваҡыт етте, иптәштәр.

Зөһрә менән Хәммәт алдында мин үҙемде бик кескәй, түбән итеп тойҙом. Зөһрә донъяла иң бәхетле кешелер. Сөнки ул Хәммәт менән бергә. Ниңә мин дә һауынсы булманым икән?

Һуңынан Мәхмүтов ағай һауынсыларға арналған концерт буласағын белдерҙе.

Председатель ағай ҙа, Хәммәт тә, Зөһрә лә иң алғы эскәмйәгә төшөп ултырҙылар. Ни эшләргә? Сәхнәгә менәйемме икән? Тамағым шешкән. Төкөрөк йотоуы ла ауыр. Йырлай алырмынмы һуң? Ҡайтып китһәм... Ярамай. Асыу тотҡан кеүек була. Мендем.

Гармунда бер нисә көй уйналды. Ғата оҙон ғына шиғыр һөйләне. Бейеүҙәр ҙә уңышлы башҡарылды. Концерт һәйбәт бара: халыҡ алҡышлай. Сират миңә етте. Сығып баҫтым. Ҡаушайым. Тиҙ генә Хәммәткә лә күҙ төшөрөп алдым. Ул, йылмая биреп, туп-тура миңә ҡарап ултыра. Гармунсы аккорд бирҙе. Бына йырлай башланым. Ләкин тауышым ишетелмәй, ҡайҙалыр юғалып ҡала. Гармунсы, ғәжәпләнә биреп, миңә ҡарап алды ла, икенсе тонда көйҙө ҡабат башланы. Мин, тамағымды ҡырып алғас, инде иркенерәк һулыш алып, тағы һуҙҙым. Тик тамаҡ төбөмдә шул уҡ сәйер бер ғыжылдау ғына яңғырай. Зал сайҡалып киткәндәй булды, күҙ алдым ҡараңғыланды. Мин ҡапыл боролдом да, ике ҡулым менән битемде ҡаплап, сәхнә артына йүгерҙем. Пальтомды кейеп урамға сыҡҡас ҡына иҫемә килдем. Оят... Хурлыҡ... Хәҙер Хәммәт тип өмөтләнәһе лә ҡалманы. Ул белһә икән, тауышымдың ниңә бөткәнен, аңлаһа икән. Белмәй бит ул!.. Һыуға батҡан кеше һаламға тотона, тйҙәр. Икенсе көндө фермаға киттем. Хәммәттең ҡайҙалығын һораштым. Ҡарауылсы ҡарт: «Әле генә һарайға инеп бара ине», – тине. Мин шунда табан атланым. Һарай ябыҡ. Тотҡаға үрелдем. Ләкин керергә ҡыйыулығым етмәй, килештермәйем... Шулай байтаҡ ваҡыт баҫып торҙом. Эстә һөйләшә башланылар. Хәммәт тауышы...

– ...Йә, тыңла инде, һөйөклөм, һин бит аҡыллы. Әллә аңламайһыңмы мине?

Ул тағы ла бик күп шундай яғымлы һүҙҙәр теҙеп китте. Тимәк, ул Зөһрә менән...

Мин бөтә көсөмә ҡапҡаны асып ебәрҙем дә һарай эсенә атланым. Ҙур ала һыйыр янында, арҡаһынан һыйпап, күнәк тотҡан Хәммәт баҫып тора. Ул, миңә төбәлеп, ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды. Уның ярым асылған ирендәре ҡалтырай ине. Ул миңә табан бер аҙым атланы ла ҡулдарын һуҙҙы.

– Хәлиҙә!

Мин үҙемде ҡулға алдым. Ҡарайым, Зөһрә күренмәй. Мин, тыныс булырға тырышып:

– Әле кем менән һөйләшә инең? – тинем.

– Бына, – тине Хәммәт, һыйырға күрһәтеп, – «Бөйрәкәй» менән. Беләһеңме, ғәжәп иркәләгәнде, һөйгәнде ярата. Наҙлы ҡыҙмы ни. Юғиһә һөт алам тимә инде. Яртыһын да бирмәй.

– Бына нисек?! Хәммәт, мин... Хәммәт, миндә һауынсы булырға ҡарар иттем бит.

– Һинме?

– Эйе. Мин теге саҡта яңылыш эшләнем, Хәммәт. Хәҙер мин бөтәһен дә төшөндөм.

– Хәлиҙә! Ысынлап әйтәһеңме?

– Ысынлап, Хәммәт. Мин был хаҡта идарала ла һөйләштем инде.

Хәммәт мине ҡосаҡлап алды. Мин уның муйынына һарылдым.

Хәммәттең эштәре бөткәс, ферманан бергә ҡайттыҡ. Мин ҡайҙан атлағанымды ла белмәйем.

– Ә Зөһрә? – тинем мин. – Уның менән нисек була инде хәҙер?

– Ул бик һәйбәт кеше, Хәлиҙә. Минең дуҫ ул. Ысын дуҫ. Ул бик күп ярҙам итте миңә, эшкә өйрәтте. Искәндәрҙән килгән хаттарҙы ла гел бергә уҡыныҡ.

– Ә минең менән һөйләшмәй ҙә ул.

– Һин һауынсы эшен кәмһеткәнгә рәнйегән ул. Уның ныҡ хәтере ҡалған һиңә.

– Мин алйот, Хәммәт. Бығаса тормошто аҙ аңлағанмын. Унан, һауынсы булыу тик ҡатын-ҡыҙҙар эше, тип ҡарай инем бит мин.

– Юҡ, Хәлиҙә. Беҙҙең төп маҡсат – бөтә ферманы механизациялау, электрлаштырыу, ә был, беләһең, бисә-сәсә ҡулынан ғына килмәй инде. Эйе, уларға ғына ышанып ятып булмай.

* * *

Яңы йылда беҙҙең туйыбыҙ булды.

Минең шатлығым эсемә һыймай хәҙер. Күҙ йәше түгеп, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем артта ҡалды инде. Уларҙы иҫемә төшөргән һайын берсә ҡыҙыҡ, берсә яманһыу булып китә. Әммә үкенмәйем. Йәшлек шулай була торғандыр инде ул.

Ғаян ЛОҠМАНОВ.

1961

Читайте нас