Хикәйәләр Булған хәлдәр
12 Сентябрь 2025, 09:18

ДИАГНОЗ (хикәйә)

Яугир-яҙыусы Сабит Фазлыев исемендәге конкурсына

Дауаханаға эләгеү Мәҙинәнең йолаһына әйләнгәндер инде. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ярты ғүмерен шунда үткәрҙе. Бар туғандарын, яҡын дуҫтарын тетрәндереп бөткән ине инде алтынсәс. Бала саҡтан “уны ашама, ярамай”, “быны ҡулланма, ярамай”, “тегене эшләмә, ярамай” тигән һүҙҙәрҙе көн дә ишетеп үҫте ул. Әсәһе, бер туғандары бар яҡлап ҡыҙҙы ҡурсаларға тырышты, ә һылыу башҡа балаларға ынтылып әсәһе күрмәгәндә “ярамайға ҡарамай” тигән эштәр ҡылып дауахана палатаһына эләгә торғайны. Күңеле уның эйәрһеҙ аттай саба ине. Санаторийҙарҙа ла ятҡыланы.

Көн дә иртәнсәк торғас дарыу эсеп ала, онотһа ауырый ине, кискеһен дә йоҡлар алдынан шул уҡ эште ҡабатлай. Бер яҡтан Мәҙинә үҙен наркомандай тоя ине, эсергә кәрәклеге йәнен әсетте. Бала саҡта дарыу эсеүгә икенсе төрлөрәк ҡарашта ине, хатта һиҙелмәй торғайны: тәмһеҙ кәнфит,витамин, аҡбур кеүек, кәрәкме-кәрәк, хәҙер йәш сағында ауыр көрһөнөп ҡуя ла, үҙен йыуата “оҙаҡҡа түгелдер моғайын”, сөнки бөгөн уға 30 йәш. Юҡ, әлбиттә ул ятҡан, сәсрәп ауырығандарҙан түгел. Тормоштоң йәмен, тәмен татып башҡа балалар кеүек үҫте, әммә барыбер күререн күрҙе, күрһәтте лә. Хәҙер ул һынауҙарын да, бәхетле ваҡиғаларға тулы көндәрҙе лә үткәргән, ниндәйҙер дәрәжәлә тәжрибә йыйған ине.

Тыуған йорто Мәҙинәнең йылға ярында урынлашҡан. Башҡорт ҡыҙҙары һыҙаттарынан айырмалы рәүештә алтын ялтырап торған сәсле, аҡ йөҙлө, ҡара көрән төҫтәге күҙле, хатта әсәһе лә бала табыу йортонда тәү күргәс “Был ысынлап минең ҡыҙыммы ул?” тейеп һораған икән акушерҙан. “Әлбиттә, һеҙ үҙегеҙ ҙә ап-аҡ ҡынаһығыҙ ҙа инде” тигән яуап алған. Ниңә улай тип һораған, сөнки Мәҙинәнең бер туған апаһы Фирүзә саф башҡорт һыҙатлы, йырҙарҙа йырланған кеүек “ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, ҡара толомло” һылыуҡай. Кинйә ҡыҙға, кинйәтәүгә, ауырый типтер, иркә күберәк эләкте. Апаһы  етәкләп алып йөрөттө уны, һеңлеһенә үпкәләгәндер инде бала сағы өсөн, тик ни эшләһен әсәһе ҡушҡас. Әсәләре Әнисә донъяның тотҡаһы, бушҡа түгел, ауылда ирҙәргә эш булмағас ире Мансур эскеләп ала. Бындай осраҡта “командировкаға китте” тип үҙара һөйләшәләр. Йәшерәк саҡтарында Әнисә был ҡылығын ташлатыр өсөн күп көс түкте, әммә ысынға ашыра алмағас, ҡул һелтәне. Бер-береһенә һүҙ бирештеләр, командировка ваҡытында өйгә ҡайтмаҫҡа, туҡтарға ваҡыт етһә генә йортҡа яҡынлай башларға тип. Закон һаман да көсөндә. Атаһы алама түгел, эште лә тиҙ атҡара, тәмле бешерә, тарихты, сәйәсәтте һыу кеүек эсә, бер-ике генә минусы барҙыр: оҙаҡ түҙһә буштан-буш ҡысҡыра башлай, шул саҡта сығып китеүе яҡшы, барыбер сәбәбе табыла. Элек бала ҡарау өсөн ял тигәне лә артыҡ булманы, хәҙерге заман кеүек өс йыл түгел, бер нисә ай ғына. Әнисә уҡытыусы булып ғүмер буйы эшләй. Ауылда 4 йыллыҡ мәктәп сафта саҡта хужаһы ине, бөгөн ул мәктәп ябылған. Күрше ауылға йөрөп уҡыта.

Мәҙинәкәй ярты йәшендә урындыҡтан башы менән иҙәнгә төшкән, 8 айында тәне тартыша башлаған, бер тирәһендә сүместәге эҫе һыуҙы тәненә түңкәргән, эсе янған. Тиҙ арала операция эшләтеп ҡотҡарғандар, эҙе лә ҡалманы тәнендә түгел, 5 тәңкәлек аҡсалай шрамы бар, Аллаға шөкөр, күренерлек түгел. Тик ғүмере буйы кәүҙәһенең тартышыуы ҡаҡшатты, үҙәккә үтте. Диагноз үҙенекен итте барыбер, 30  йыл буйына ҡаңғыра, неврологиянан китешмәй. Тартыша башлаһа ғаилә менән йүгерешә башлайҙар: берәү тиҙ ярҙамға шылтырата, берәү эргәһенән китешмәй, туҡтатып маташа, берәү транспорт эҙләй, фельдшерҙы саҡыртамы, юғалып ҡаламы, ҡото осамы, әрләшәләрме, талашалармы, иҫкә килтерәләрме, дауаханаға кейем йыялармы, һүҙ юҡ. Шулай үтә шул. Кыйын. Ҡояштай ҡыҙ бит Мәҙинә.

Тормош бер ҡараһын ғына күрһәтмәй. Бала ике өй аша ғына йәшәгән ҡартатаһы менән кәртәсәһендә (күп тапҡыр Мәҙинәне уға оҡшаталар) уйнарға яратты. Кәртәсәһе гел генә нимәлер ямай ине, шул ҡыҙға тегергә лә өйрәтте.Хисле ҡыҙ ҡурсаҡтарын төрлө-төрлө күлдәктәр тегеп уйнатты, 4-5 тирәһендә олатаһының (күстәнәскә алыштырып йә тинлектәргә) кейемдәрен ямай ине, эх, ғәмһеҙ саҡ. Олатаһы булышып һары ҡаштарын күмер менән һыҙып ҡайтара торған. Ҡартатаһының бейәһе булды, шунда арбаға ултыртып алып йөрөткәнен яратты һылыу. Күркә көттөләр, шуларҙың йәненә тейеп ҡыҙартыуҙы, аҙаҡтан ҡасыуҙы ҡыҙыҡ күрҙе ул. Рәхәтләнеп шаярҙы.

Йылға буйы ҡыҙы йөҙөргә лә өйрәнде. Йәмле йәйен йылға буйында яҡындары менән үткәрҙе. Мәктәптә һәйбәт уҡыны, гел бишкә булмаһа ла өс алғаны юҡ ине. Иң яратҡаны: яҙ етһә боҙ киткәне, шарлауыҡ төшкәне ине. Ундай көндәрҙә класс менән күҙәтергә барҙылар. Өйгә эшкә инша булды. Йырға әүәҫ Мәҙинә. Ниндәй яңы йыр ишетмәһен, тиҙ генә отоп алып туғандарын аптыратты. 5 класстан күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡынылар. Дуҫтары ла күбәйҙе, класташтары. Мәктәп 11 йыллыҡ бит. Уҡыған саҡта ҡайтышлай ҡыш буйына бер-береһен көрткә батырышып ике км алыҫлыҡтағы күрше ауылдан шаярып ҡайтыуҙары иң бәхетле миҙгелдер. Уҡытыусы ҡыҙҙары бирешмәй, һәйбәт уҡыйҙар барыбер. Мәҙинә лә һәр сарала ҡатнашты, етеҙ, батыр булды. Ә иң күңелде ҡырғаны әлеге лә баяғы диагноз. Дуҫтарына, таныштарына, кемдәр күңеленә яҡын, әйтергә тейеш ине һаулығы хаҡында, әгәр ҙә мәгәр тигәндәй, аңғартып ҡуйыуы яҡшы ине.

Күрше ауылда ҡартатаһы һәм өләсәһе йәшәгәс, уларҙың да иркәһенә төрөндө. Икеһе лә уҡытыусылар, йыш йөрөнө уларға. Ҡартатаһы география, биология, физиканан көндәр буйына аңлатты, өләсәһе лә нәсихәттәр әйтеп, теләктәрен йәлләмәне. Өләсәһе моңло йырлаһа, ҡартатаһы гармун, баян, мандолинала һыҙҙырып-өҙҙөрҙө. Мәктәптән һуң хатта йоҡларға ҡала ине. Ихлас ҡартатай һәм өләсәй.

Мәҙинә үҫкән һайын сибәрләнде. Күҙ һалыусылар ҙа байтаҡ ҡына кеүек. Университетҡа барырға ваҡыт та етте. Берҙәм Дәүләт имтиханын биреп бөтөү менән баш ҡалаға юлланды. Уҡыу еңелдән бирелмәне. Ҡай саҡта үтәй алмаҫлыҡтай тойолдо, аҙаҡҡы йылында үҙен ҡулға алып диплом яҡлай алды. Әл дә янында ике апаһы булды, сөнки общагта йәшәмәне, әсәһен тыңланы, апаларынан йөрөнө.

Ҡулында филология дипломы бар, эшкә төшөргә кәрәк. Төрлө ерҙә үҙен һынап ҡараны унда, әммә Өфөлә ҡала алманы, кире ауылға йыйынды. Ҡайтҡас эҙләнеүҙәрҙән һуң күрше ауылға китапханаға алдылар. Уңды. Завклуб менән “көн дә байрам, көн дә туй” тигәндәй, сараларҙы гөрләтеп үткәрҙеләр, бар ауыл йәмләнде.

Шул йылдарҙа инде ире менән танышты. Таныштырҙылар. Студент саҡта әхирәт ҡыҙыҡай ағаһы тураһында Мәҙинәгә әйтте. Тәүҙә телефондан хат алыштылар Заһит менән (ковид заманы ине), йәй еткәйне осрашыуҙар башланды. Егет матур итеп алтынсәскә сәскәләр, күстәнәстәр йәлләмәй үҙенә әйҙәне. Мәҙинәгә ни, һөйөү ошолай булалыр тип өс ай ҙа үтмәне, әйе тине. Апаһы ла, әсәһе лә ныҡ ҡаршы булдылар. “Әҙ осраштығыҙ, ниңә ҡабаланаһың?” - тип. Һылыу туғандарының нәсихәттәренә ҡәтғи булды.

Көҙ етеү менән  туй, никах, ҡауышыу... Дер һелкендереп гөрләтеп үткәрҙеләр тантананы. Күрше районға килен булып төштө Мәҙинәкәй. Тырыш ғаиләгә эләкте. Унлап һыйыр көтәләр, ҡош-ҡорт тулы ишек алды. Май бешеү, эремсек, ҡорот эшләү, ҡаймаҡ һалып сәй эсеү, иттең күплеге. Һатыуға сығарыу май-ҡаймаҡты, эремсекте. Тәүҙә ауыр һымаҡ тойолдо, әммә тиҙ арала килен тамаҡ та бешереү, өйҙө лә нисек рәтләүгә өйрәнде. Ире һарайҙан китешмәне. Оҙаҡламай район үҙәгенә яҡын ғына, иренең эшенә лә алыҫ булмаған яҡта квартира снимать итә башланылар. Ялдарында ауылға ҡайттылар.

Яңы йылдан һуң Мәҙинәне колледжға китапханаға эшкә алдылар. Нимәһе еңелдән булманы, иренең эсеүе. Туй аҡсаһына алынған машинаға ултырам тип талаша ине Заһит, Мәҙинә асҡысты бирмәҫкә тырышты, иренә барыбер ине. Ире башҡа ҡыҙҙарға ла йөрөнө, һылыу һиҙҙе, хатта белде лә, әммә өндәшмәне. Шул саҡта уҡ ҡайтып китергә кәрәк булғандыр инде. Һәйбәт эше бар хәҙер, эргәләге килендәше һәйбәт, ҡәйнәменең һүҙҙәре генә йәненә тейә “уны ҡоторталар” йә “сихырлағандар” тип ҡотола. Ай һайын сюрприз көттө иренән, йә эсеп тасҡа ҡоҫоп ята, йә төндәр буйына ҡайтмай притондарҙан эҙләргә тотоналар, йә “обезьяник”та ултырып сыға, йә эшенән сығып, Мәҙинә ауылда булған сағында, таныштарын йыйып, “ауырып” ауылға ҡайта, барыһына ла күҙ йома шул алйот алтынсәс. Ниңә? Күпме илата уны Заһит. Күҙҙәрен шешендергәнсе. Ауырытҡансы. Дауаханаларҙа ла ятты шул йылдарҙа Мәҙинә.

Хәҙер аңланы һылыу ниңә туй аҡсаһына машина алырға уйлағандарында Мәҙинәгә иренең туғандары ҡаршы булғандарын. Ә йәйгеһен эләкте бит ире, праваһыҙ ҡалды. Штрафстоянкала машинаны алырға килгәндәрендә шул көн алтынсәс алтын балдағын һалып, ҡушып кейәүенән аҡса һорап түләп алып ҡайттылар. Үҙ ауылына ҡайтҡандарында ла Заһит Әнисә ҡәйнәһенән дә оялмай башланы, бер нисә тапҡыр  алдына тас ултыртып ҡәйнәһе уны ҡараны.

Ундай ваҡиғалар күп булды парҙың. Мәҫәлән, яңы йыл төнөндә күрше ауылға дискотекаға барғанда Заһит менән ағаһы туҡмалдылар, Мәҙинә, килендәше менән дә унда бергә инеләр. Мәҙинәгә шунда бер ирҙең йоҙроғо тейеп ҡалғайны ҡоланы, ярай, тиҙ генә ҡасып өлгөрҙөләр ирҙәрен машинаға ултырта һалып. Күрше ауылдар шулайтып элекке өсөн үс алғандар. Ауылға-ауыл һуғышҡандар икән.

Берҙе ҡәйнә менән ҡайны Өфөгә сығып китә балаларына ҡунаҡҡа. Донъя ҡарап йәштәр ҡалды. Ҡапыл тартышып Мәҙинә дауаханаға ятты. Ире ҡайтышлай дуҫы менән эсеп киткән. Ауырлы ине ул саҡта. Былай ҙа киленен йәне һөймәгән ҡәйнәгә етә ҡалды. Телефон аша тетте Мәҙинәне. Алтынсәс ауырын төшөрә яҙҙы.

Ҡәйнә тигәне гел яратманы кинйәтәүенең кәләшен. Аҡсаһын ҡыҙғаныпмы, улынмы, әйтеп булмаҫ. Заһит бер һүҙһеҙ тыңлай ине әсәһен. Ниңә?

Иренә флебологҡа кәрәк ине. Бер ҙә бармаған икән. Өфөлә клиника табып ебәрҙе Мәҙинә. Ҡайтҡас операциянан һуң, Заһиттың телефонында “төнгө һунар” ҡыҙҙарына шылтыратҡаны беленде.

Мәҙинәне Өфөгә УЗИ-ға ебәрҙеләр, баш ҡаланан ҡайтҡан сағында такси менән, ире квартирала булмай сыҡты. Һиҙгән ине шул һылыу, “квартира асыҡ булмаһа, икенсе адресҡа алып барырһығыҙ” тине водителгә ул. Ысынлап та асыҡ булманы төнөн, шул ауылдағы килендәшенә илап килеп инде, икенсе көнөнә таңғы алтыла притондан ҡайтып инде Заһит, һаһыҡ, бысыраҡ. Сабыр шул башҡорт ҡыҙҙары. Икенсе көнөндә йәне көйөп алтын муйынсаҡ һатып алды алтынсәс. Муйынсаҡ тигәндә, бер фильмда күргән ине, бер ҡатын иренең һулға йөрөүен үҙенә алтындар алып ғәфү итә ине. Был да шулайтты.

Һигеҙенсеайында һаҡланыуға һалдылар йәш кәләште. Праваһыҙ ирҙең ағаһына ултырып барырға уйланылар. Заһит “мин бармайым, үҙегеҙ алып барығыҙ” тип талашты килендәше, ағаһы менән. Ҡайтҡас был юлы алтын беләҙек алдырға өлгәште Мәҙинә. Бала тыуыр алдынан ирен ауырыйым, апайым ҡарашыр сабыйҙы тип өгөтләй башланы кәләше. Ысынында иренән айырылырға уйы ине.

Ысынлап та, бала бәләкәй саҡта Өфөлә апаһы ҡарашты, сөнки хәле насар ине Мәҙинәкәйҙең.  Бер айға етмәҫ борон ауылына ҡайтты. Әсәһе Әнисә ҡарашты, апаһы ла ярҙам итте. Гинекологияла ятып сыҡты районының үҙәге ҡалаһында, өс ай ҡаңғырҙы. Ауырлы булғанында ла ай һайын тигәндәй приступтары булды. Бала табыуы ла алтынсәскә еңелдән булманы шул,  кесарево наркозынан уята алмай врачтар опекаға хатта шылтыратҡандар( Әнисә әйткән мин баланы ҡарашам тип), ярай, бер ваҡыт күҙҙәрен асҡан. Тәүге көн баланы бирмәнеләр, тартышыуҙары ла булды. Уколдан йоҡлап китте. Ҡалған көндәрендә ҡыҙын Мәҙинәгә бирҙеләр. Ул дарыу менән йәшәгәс баланы имеҙеүҙән башын тартты. Смесь эсерергә булды. Дөрөҫ ҡарар иткәндер, смесь алыуы еңелдән түгел дә, әммә ни хәл итергә, бала хаҡына тейеш ине Мәҙинә.

Әдилә һау тыуҙы, шаян, алсаҡ, һары сәсле, аҡ йөҙлө, әсәһенә оҡшап тора, әммә бар ҡыланыштары атаһыныҡы ине. Түңәрәк йөҙө лә Заһиттыҡы. Яңы ҡояш барлыҡҡа килде, былай ҙа ғазаптар кисергән әсәһенә йәм керҙе. Яйлап атлап та китте. Барыһына ла өйрәнде әсә кеше, сабый ауырыған саҡтарында өләсәһе менән ятты инде, Әнисә үҙе шулай теләне: “Мин әле ҡарт пенсионер түгел, ҡулланып ҡал, дарыу менән һин төндә ныҡ йоҡлайһың, балаға уяна алмаҫһың” тине. Ҡалғанын барыһын Мәҙинә башҡарҙы.

Әдиләнең бер йәшенә тиклем Заһиттың ата йортона бер-ике тапҡыр ғына ҡайтты бала менән алтынсәс. Ир кеше ныҡ торҙо.

Хәле мөшкөл ине шул Мәҙинәнең, гел талаш ире менән, приступтар ҡаңғырта, дауаханаларҙа ятыу, арыны ғазаптарҙан. Әммә бәхете ҡапыл килде. Ауылдағы һәйбәт таныштары бер һәйбәт эпилептолог-неврологтың координаттарын бирҙеләр. Мәҙинә Ырымбурға йыйынды. Невролог уны Санкт-Петербургҡа яҙҙы.

Булған аҡсаларҙы йыйып сыҡтылар еҙнәһе, апаһы менән оҙон юлға. Барып етеүҙәре менән икенсе донъяға эләккән кеүек үҙен тойҙо Мәҙинә. Итәғәтле генә врачтар, медбрат-медсестралар, һәйбәт ашаталар, санаториймы ни, юҡ, нейрохирургия.

Нисек тикшереүҙәре үҙе бер иғтибарҙы йәлеп итә. Палатала видеокамералар тора. Кнопка бар, приступ башланһа баҫырға ғына, коридорға сигнал ебәрә. Медбрат-медсестра, врачтар инеп ярҙамға килә. Көн дә дарыу эскән эпилепсия менән ауырығандарҙың дарыуҙарын туҡтаталар, баштарына электродлы шапка кейҙерәләр, тартыша башлаһалар компьютерға приступты яҙҙыралар( шапканан килгән сигналдарҙы). Бындай яңғыҙ палаталарҙа душ та бар, холодильник та, өҫтәл дә, кровать та. Дарыуҙы туҡтатыу менән төрлө кеше төрлөсә ҡылана. Мәҫәлән Мәҙинәнең тартышыуы оҙаҡ ҡына булманы ла ҡуйҙы. Врачтар оҙаҡ көттө, ике аҙна тирәһе үткәс кенә еңелсә генә приступы булды, әммә был етмәй. Операция аша ла электрод ҡуйып була. Беренсе операция электрод ҡуйыу булды. Алтынсәстең толомдары биленән дә оҙонораҡ. Медсестра бритва алырҙан алда бер нисә толом үрҙе. Ялтырап торған сәсте ҡырырға тейеш. Йәлләп Мәҙинә менән икәүләп иланылар. Бер уйлағанда ундай сәсле ҡыҙҙар ауыл һылыуҡайы ятҡанда юҡ ине. Оҙаҡламай икенсе тапҡыр элктродтар ҡуйҙылар (икенсе операция) электродтар мейенең сигналдарын тикшерҙе. Шулайтып приступтың мейенең ҡайҙа башланған урынын таптылар. Ауыр булды Мәҙинәгә. Хатта врач та һоҡланды алтынсәстең батырлығына, ғорур тотошона. Өсөнсөгә инде приступты килтергән урынын ҡырҡыу ине, уныһын да микроскоп аша ғына таба алдылар. Врач шуның турала әйткәйне, Мәҙинәнең аптырауының сиге булманы, микроскоп аша ғына табылған урын егерме һигеҙ йыл ҡаңғыртамы? Әйтергә кәрәк, операциянан һуң башының һыҙлауҙарыыы, ярылып килгән кеүек, трепанация үткәреү әлбиттә кешегә яҙмаһын. Бер ҡулы күтәрелмәне, көн дә массажист килеп ҡулын ыуҙы. Күтәрелгәйне Мәҙинәнең йәштәре атылды. Врач ҡулы тураһында аңғартҡайны: “Урының бик килешһеҙ ерҙә урынлашҡан. Беҙгә ҡулың менән аяғың араһында һайларға тура килде, шуның өсөн алтмыш процентын ғына ҡырҡтыҡ. Йөҙ процентын ҡырҡып алһаҡ,аяғың атламаҫ ине” тине.

Ике аҙна үтеү менән ҡайтырға сыҡты Мәҙинәкәй. Өс ай нейрохирургияла күрмәгәнен күрҙе бит ул. Әдилә ул саҡта апаһында Өфөлә ине. Ике туған апаһы ла “Өфөлә ҡал, дауахана ҡырында, ауылда ҡыйын булыр” тип әйтте. Өфөлә ҡалырға ҡарар итте ҡыҙы менән. Ҡарар итте лә ул, ике ай ҙа үтмәне, яңы йылға ҡарай таҙалыҡ яратҡан ҡыҙ душ төшкәндә кранға башын төкөттө лә ҡуйҙы. Тегелгән урыны кире боҙолоп китте, тәүҙә илке-һалҡы ҡараны, хирургҡа перевязкаға йөрөнө, әммә оҙаҡламай Өфөләге нейрохирургияға стационарға ятырға тура килде. Ғинуар шунда ятты, әммә йүнәлмәгәс, февральға операцияға саҡырттылар. Эшләнеләр. Бер аҙна үтмәгән, медсестра ҡатын ептәрҙе алған да ҡуйған. Шау-шоу ҡупты дауаханала. Кире эшләнеләр. Әммә ул урын тағы йүнәлмәне. Кире нығыраҡ боҙолоп китте, был юлы Мәҙинә лә түҙмәне, остеомиеллит. Заһит килеп “Һин ауырыу” тип ҡысҡыра. “Талаш туҡтамай, нейрохирургиянан нейрохирургияға йөрөү, нимә эшләргә? Аҫылынырғамы? Юҡ, Өфө врачтары май аҙағына саҡыралар өсөнсө операцияға, Санкт-Петербургтар был хәлемде белмәй. Әммә улар икенсе тапҡыр тикшерергә саҡыртҡандар апрель айына. Әлбиттә шунда! Нимә булһа ла булыр.”

Санкт- Петербургҡа барып етеү менән экстренный операция эшләнеләр, был юлы һөйәген ҡырҡып алдылар. “Икенсе йыл титановый пластинаға килерһегеҙ” тип саҡырҙылар. Йыл буйы пульсировать иткән һөйәкһеҙ баш мейеһе менән йөрөп сыҡты Мәҙинә. Йәй айында өс тапҡыр приступ менән дауаханаларҙа ятты.

 Заһит бер ҙә үҙгәрергә теләмәгәс, Мәҙинә айырылышырға тип судҡа ғариза яҙҙы стационарҙан хатта һорап выписка. Невролог судҡа тип выписка тапшырҙы, ҡайтарҙы). Мәҙинә аптырауға ҡарамай, еңел генә айырҙылар, ниңә, сөнки бергә йәшәмәйҙәр ине арыуыҡ, өйҙәре юҡ (ҡәйнәләре гел ҡаршы булды Заһит менән Мәҙинә өй ҡарай башлағандарында, “ауыл өйө һиңә” тип тотто гел уны, Заһит гел “минең өйөм бар” тип маҡтанды).

Заһит тәүҙә күп талашты, аҙаҡ туҡтаны, өйрәнгәндер.

 Ҡыҙҙары Әдиләгә ике йәш булғанында айырылыштылар. Унан, ҡәйнәһенән ниндәй генә рәнйеү һүҙҙәрен ишетмәне алтынсәс. “Ауырыу, алкаш ҡыҙы, туҡмалып йәшәмәйһең әле”.Шул тиклем ауыр кисерҙе бит ошо һүҙҙәрҙе алтынсәс, хәҙер аңланы, барыһы ла дөрөҫ әйтелгән ҡәйнәһенән. Ысынлап ауырыу, ысынлап алкаш ҡыҙы. Әммә яҡшы кеше, тоғро юлдаш, һылыу, йәш (Заһит унан ун йәшкә өлкән), батыр холоҡло, эсмәй, тартмай.  

Мәҙинә бирешмәне, туғандарында йәшәне, ҡыҙын үҫтерә, бер йылдан һуң барып титан пластинаһын ҡуйҙыртты йүнәлер. Сөнки хәҙер приступтары бер йыл тирәһе булғаны юҡ, Аллаға шөкөр. Бәхетле итеп үҙен тоямы икән ярты тормошон дауаханала үткәргән һылыу?  Тоялыр, ире лә өйрәнеп бара унһыҙ йәшәүгә, әлбиттә, тәүҙә ҡаршылаштылар ғаилә менән Мәҙинәнең ҡәтғи “юҡ” тигәненә. Хәҙер тынысландылар. Заһит ҡыҙына килеп йөрөй, ҡай саҡ алып ҡайта, алтынсәс бер ҙә бармай унда.Тыуған йортонда хәҙер Әдиләкәй менән. Квартираһы ла булыр. Хыялдар тормошҡа аша бит.

Мәҙинәкәй бер көн юлыма осраны. Һөйләштек. Операциянан һуң икән. Әйтәм, яулыҡ ябынған, биҙәнмәгән, ауылда. Оҙаҡ күрмәгән әхирәтемде осратыу үҙе бер ҡыуаныс. Шул саҡта тарихын һөйләне лә ул. Әлбиттә хайран ҡалырлыҡ батырлығына. Ете операция башына үткәрергә тура килһә лә, барыһын да түҙгән. Ни генә эшләмәҫһең йүнәлер өсөн. “ Берәр йылдан бер яратҡан еҙнәйем әйткәнсә алтын сәстәрем үҫер, мин дә квартира алып эшкә төшөрмөн” тине Мәҙинә һылыу. Үҙе ҡояш кеүек көлә, йылмая, бала саҡтан шулай алсаҡ булды шул.

Бәхет ҡошо.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас