Хикәйәләр Булған хәлдәр
23 Сентябрь 2025, 10:03

ҮЛСӘҮ

Сабит Фазлыев исемендәге хикәйәләр конкурсына

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт үтә лә ҡырыҫланғандай тойола Ғәлимәгә, ҡышҡы селләлә көндәр ҡапыл йылытып, ҡыйыҡтарҙан тамсылар тамсылаһынмы, йәки июнь айында кинәт һигеҙ градусҡа ҡәҙәр һыуытып барлыҡ сәскәләрҙе, күпме көстәр түгеп үҫтергәндәреңде туңдырһынмы, йәки уйламағанда килеп сыҡҡан ғәрәсәттәр ҡоторһонмо, кешелеккә һәммәһе лә аяҡ салырға ҡылынған һымаҡ. Ә ташҡындар һуң, йәй тауыҡ кисеп сыҡмалы ғына йылғаның, ярһып ташыуынан өйҙәрҙе ағыҙып китер көскә эйә булыуын кемдең күргәне бар? Һәр хәлдә алтмыш йәшкә еткәнсе Ғәлимәнең уйына ла ингәне булманы, күреү түгел, алдан әйтһәләр ҙә ышанмаҫ ине.

Олоғайҙы инде, көҙөн арып-талып, ошо үҫтергәндәремде һаҡлауға эшкәртеп алһам, ҡышлыҡ ризығымды туплап ҡалһам, икенсе яҙға инде лә инде күпләп сәсмәҫмен, пенсиям бар, шөкөр ваҡытында сығып ҡалдым, хөкүмәткә мең рәхмәт, ашап ҡына ятырға яҙһын, тип теләй ҙә, яҙғы ҡояш йылыта башлау менән, онота әйткәндәрен. Тағы ҡаҙына, сәсә, күп йыллыҡтарын тәрбиәләй, һәм йәмле йәй үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ауырайҙы шулай ҙа, күберәк йөрөһә биле тота, тубыҡтары һыҙлай, ялҡауландың ахырыһы, нәҫ баҫыу яҡшыға илтмәҫ, тип үҙен үҙе әрләп ятҡанында эшкә саҡырҙылар. Ҡайҙа бит әле, ҡаланың күренекле, байҙарҙы ғына хеҙмәтләндергән элиталы магазиндарҙың береһенә иҙән йыуырға!

Эштән ҡурҡмай ул, ғүмере буйы эштән бәхете булды Ғәлимәнең, яңғыҙы өйҙә ҡаңғырғансы, кеше араһында булыр, тырышлыҡ кәрәк, өйҙә лә өлгөрөргә була, эшендә лә алын бирмәҫ, үҙе электән шаяртҡанса, Ғәлимә эшләп киткәндән һуң, унда башҡаларға бармаҡ та төртмәҫлек яҡшы булһын. Юғиһә пенсияға сыҡҡандан алып ашау бүлмәһендәге өҫтәл эргәһенән китмәй ҙә, ҡулынан телефоны төшмәй.

Тормошо етеш, әммә аҡсаңды ҡыҫыбыраҡ тотаһың инде, хәйер ҡулы эш белә, бәйләү-тегенеүгә маһир, тик бына күҙ күрмәй ҙә, быуындар һыҙлай, әсәй-өләсәйҙәр өйрәткәнсе бар нәмәлә тыйнаҡлыҡ кәрәк, нәфсеңде тыйыу зарур. Иҙәнгә төшкән кескәй генә икмәк валсығын да ололап күтәрергә өйрәткәндәр уға, ҡанына һеңдергәндәр; эсәр һыуҙың, ер ҡәҙерен аңлатҡандар бер һүҙ менән, кейәһе етер, һаҡсыл бул!

Тәүәкәлләне Ғәлимә эшкә төшөргә, иҙән йыуырға, был элиталы магазинда йыуып-йышырға пенсия йәшендәгеләр ҡулай икән, ҡағыҙ ғәләмәтен тултырырға түгел, эш хаҡын теләһәң көндәлеген ал, аҙнаныҡын, айҙыҡын йыйып алһаң үҙ мәйелең, ҡаршы түгелдәр.

Ҡыш махсус операцияла ҡатнашҡандарға ойоҡбаштар бәйләргә ниәтләгәйне лә, теләге килеп сыҡманы, күҙ давлениеһе ныҡ күтәрелгән, маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөнө бер нисә тапҡыр, тик оҙаҡ ҡына быуылып йүткереп ауырығанлыҡтан, башҡаса бара алманы, эргәңдә ҡажҡылдап-быжҡылдап тороусоно кем яратһын, Ғәлимә үҙе лә яратмаҫ ине.

Әле эшкә ризалығын биреүе лә шунан, ауырыуын иркәләп ятмаһын әле өйҙә, эйелеп-бөгөлә башлаһа сыҙамаҫ ауырыуы, сығып ҡасыр тәненән. Әйтеүе генә рәхәт икән, алтмыштан үткәс эш башлауы, арыны Ғәлимә тәүге көнө, ныҡ арыны, шулай ҙа дәртләнеп тырышты, мин кемдән кәм әле, ҡартлыҡҡа бирешеп тормаҫмын инде, аҙаҡҡа табан ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалманы. Эш көнөнөң һуңындараҡ көндәлек ҡулланыу ваҡыты үткән ризыҡтарҙы сүп контейнерҙарына илтеп ташларға, ә был йыйыштырыусының бурысы. Ҙур-ҙур арбаларға тейәлгән ризыҡтарҙы күреп Ғәлимә тетрәнде, ошоларҙы ташларғамы? Арбаға булкалар, киҫәк-киҫәк вакуум эшкәртелеүҙә һаҡланған иттәр, балыҡтар, һөт ризыҡтары, сыр-колбасалар өймәләм тейәлгән, тағы әллә нимәләр, һәм былары бер нисә йәшниктәрҙә. Башы әйләнеүҙән стенаға һөйәлгән Ғәлимәне йәш һатыусы тотоп алды.

– Арынығыҙмы, беҙҙә эш ауыр шул, көнө буйы аяғөҫтө йөрөргә тура килә.

– Юҡ та, быларҙы ысынлап та ташларғамы?

– Эйе, әйҙәгеҙ беренсе тапҡырға мин һеҙгә ҡайҙа ташларға күрһәтәм, махсус сүп контейнерҙәре бар, бына йоҙағының асҡысы ошонда һаҡлана.

Ғәлимә ризыҡтар тейәлгән арбаны этеп, алдан шундай уҡ арба эткән һатыусы артынан эйәрҙе.

– Һәр саҡ ҡәтғи рәүештә контейнерҙарҙы бикләп йөрөргә, юғиһә төндәрен йыш йоҙағын бысып ризыҡтарҙы алалар, ә был бик хәүефле, ризыҡтарҙан ағыуланырға мөмкин, әлбиттә, бының өсөн магазин администраторҙары яуап бирмәй.

Сүп контейнерҙарына затлы ризыҡтарҙы ташлағанда ҡулдары ҡалтыранған Ғәлимә үҙенең ҡан баҫымы күтәрелгәнен тойҙо. Телефоны зыңғырлағанға яуап биреүсе һатыусы ҡыҙ уға иғтибар бирмәне, аҙаҡ контейнерҙы нисек бикләргә кәрәклеген өйрәтеп китеп барҙы. Күргәндәренән аңҡы-тиңке булып көскә эш сәғәтенең аҙағына етте Ғәлимә, ниндәй замана килде, кемдәр дөрөҫ бында, кем яңылыша? Ныҡ ҡартайһа ла иҙәнгә яңылыш ҡулынан төшкән икмәкте ҡәҙерләп эйелеп алыусы өләсәһеме, ризыҡ ҡәҙерен һанларға өйрәтеүсе әсәһеме, үҙе күпме тыҡыны ейәнсәрҙәренә ризыҡты тәләфләмәҫкә ҡушып, ә бөгөн үҙе күпме затлы ризыҡты сүп контейнерҙарына ырғытты. Бынан һуң балаларына нимә тип әйтер, ейәнсәрҙәренең күҙенә нисек ҡарар, һаҡсыл булырға нисек өйрәтер...

Арыған ине, иртә ятһа ла йоҡлай алманы, күҙ алдына үҙе ташлаған ризыҡтар килде, һуғыш яланында ут яғып тамағына бешереп тә ашай алмаған, магазиндән һатып алырға мөмкинлектәре булмаған яугирҙәр килде, аслы-туҡлы, нимә ашарға белмәгән саҡтары күптер уларҙың, бөгөн ташлаған ярымфабрикат ризыҡтары уларға нисек килешер ине, боҙолоп өлгөрмәгәндер улар, тик һаҡлау ваҡыттары үткән генә. Аяуһыҙ осҡан дрондар аҫтында, бөгөнгө иҫкергән икмәккә ҡушып сыр, йәки ыҫланған колбаса менән тамаҡ ялғаһалар күңелдәре күтәрелеп, йәндәре йылынып китер ине лә һуң.

Ә күпме кеше уларға ярҙам йөҙөнән үҙ ауыҙҙарынан өҙөп ашарҙарына хәстәрләй, минималь пенсияһынан тартып-һуҙып, сауап булһынға аҡсаһын күсерә. Ун биш мең пенсияһына бөгөн Ғәлимә ташлаған затлынан затлы ризыҡтарҙы һатып алып ашай ҙа алмайҙарыр күбеһе, бер шыптыр пакет ташланған аҙыҡ-түлек уларҙың бер айлыҡ пенсияһына тиң, ә күпме ризыҡ сүплеккә ырғытылды, консервалар...

Иртәнсәк ауыр ҡуҙғалып эшкә йүнәлде, кисәге дәртлелек һүнгәйне, йоҡоһо туймаған тән ял һорай, йәнде уйҙар баҫҡан. Тере ҡалған коммунистәрҙең береһе лә ул, бирешмәне шулай ҙа, көн дауамында тәне яҙылды, эшен тырышып башҡарҙы. Тик смена аҙағында үҙенсә баш күтәреп маташты, әйҙә ризыҡтарҙы ташламайыҡ, мохтаждарға бирәйек.

– Юҡ, был ҡәтғи тыйыла!

– Улайһа махсус кәштә булдырырға мөмкин, теләгәндәр килеп алһын, магазин администрацияһы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай, тигән белдереү элергә мөмкин.

 – Булыуы мөмкин булмаған хәл, магазин территорияһы, эсе ныҡлы видеокүҙәтеү аҫтында, ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған ризыҡтар мотлаҡ сүплеккә ташланырға тейеш, был өҫтән приказ!

Күңеле тартмай ғына, үҙен үҙе мәжбүриләп ҡулланыу ваҡыты үткән ризыҡтар тейәлгән арбаларҙы этеп сүплек йәшниктәренә йүнәлде. Бер теләкһеҙ, сөнки белә, уны бер нисә камералар күҙәтәлер, һәр аҙымын тикшерәлер. Был юлы үҙенә еңеллек булһын өсөн күҙҙәрен йомоп ташларға тырышты, эргәһендә күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап ултырған берәҙәк кәнтәй эткә бутерброд өсөн ҡаҡлап ыҫланған иттән мул ғына өлөш сығарҙы. Икмәктәрҙе ҡулына алғас ташларға ҡыймай оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо әле, алтындай төрлө тәмлекәстәр ҡушып бешерелгән оҙонса икмәк, юҡ алтынға сағыштырыу урынһыҙ, алтынды ашап булмай, был бер нәмәгә тиңһеҙ ҡәҙерле икмәк, ҡояшҡа тиң йәшәү сығанағы, ҡатҡан булһа ла үҙ бөйөклөгөн юғалтмаҫ ризыҡ. Икмәкте сүплеккә ташларға, мәғәнәһеҙлек тә...

– Эй, Аллам, үҙең кисерһәң ине бөтмәҫ гонаһтарымды, сараһыҙлыҡтандыр был ҡылығым. Үҙеңдең ризалығың менән берәҙәк эттәргә бөгөн йома көнө хәйер ҡылып алһаң ине

Ҡулындағы икмәген ҡәҙерләп сүп һауыттарының эргәһенә һалды Ғәлимә, аҙаҡ нисектер еңеләйеп ҡалғандай ризыҡтарҙы сүп һауытына ырғытты ла, ашығып йоҙағын эләктерҙе, кеше шулай бәғерһеҙгә әйләнәлер күрәһең. Сит ҡитғаларҙа аслыҡтан ябығып хәлһеҙләнгән балаларҙы, бер нисә балаһын ас үлемдән ҡотҡарыр өсөн алты, туғыҙ йәштәрҙәге ҡыҙҙарын өсөнсө-дүртенсе бисәлеккә һатҡан ярлыларҙы уйламаҫҡа тырышты, иҫенә төшһә лә, әлдә был беҙҙең илдә түгел был, тип үҙен йыуатҡан булды.

Эйе, Аллаһыбыҙға шөкөр, мул йәшәйбеҙ, аслыҡтан интекмәйбеҙ, шулай ҙа Бөйөк еңеүгә һикһән йыл тулыу уңайынан таратҡан ҡарабойҙай ярмаһы паегы өсөн талашып һуғышҡан кешеләрҙе күрмәһәк тә ишетеп ҡалдыҡ, “Ҡара йома" акцияһындағы талаш-тартыш күп кешегә ҡыҙыҡ, көлкө өсөн ойошторолған тамаша кеүек кенә, ә был ысынбарлыҡ таһа.

Бәлки был элиталы магазин булғанға ғыналыр, электән Ғәлимәнең күргәне бар, күп магазиндәрҙә мәрхәмәтлек кәштәләре ойошторолған, унда хәллеләр, һатып алыусылар, ярты килолай макарон ризыҡтары, он-ярмалар, сәй-шәкәрҙәр ҡалдыра, әлбиттә күпләп түгел, әммә ошоға мохтаждар күп. Пенсионер ун биш меңлек пенсияһына көн дә йөҙ грамы өс йөҙ, дүрт йөҙ һумлыҡ ит, балыҡ киҫәктәре һатып ала алмай, килограмлап алыуҙы әйтергә лә түгел, бәлки берәүҙәр үҙ ғүмерендә бындай ризыҡтарҙы тәмләп тә ҡарамағандыр әле, бында сүплеккә...

Ҡыйын хәл, әммә ысынбарлыҡ! Хаҡын төшөрөп һатырға магазин хужаһына ла ҡулай түгелдер, тауарҙың үҙҡиммәтен аҡламайҙыр, уныһы аңлашыла, улайһа был ризыҡтар ниндәй ҡатлам кешеләренә иҫәпләнгән, улар күпме илебеҙҙә. Алаларҙыр ҙа, тик ниңә үҙҙәренән артҡандарын мохтаждарға өләшмәҫкә.

Эш сәғәте тамамланған Ғәлимәне администратор бүлмәһенә саҡырттылар, ҡыйыуһыҙ ғына баҫып алдында баҫып торған эшсеһен баланы орошҡандай шелтәләп алды директор.

– Бына бында һеҙҙең эткә ҡалдыҡтарҙы ташлауығыҙ күренә, бында икмәк ҡалдырҙығыҙ, беренсе тапҡырға киҫәтәм, икенсе юлы һеҙгә ҙур ғына штраф һалып, эштән ҡыуырға тура киләсәк, башҡаса ҡабатланмаһын. Беләһегеҙ, сысҡан ауырыуы таралыуы мөмкин әгәр ҡалдыҡтарға кимереүселәр эйәләшһә, берәҙәк эттәр һатып алыусыларға ташланыуы мөмкин, икмәк ҡалдырҙығыҙ, уны һыйырҙар килеп ашап, аҙаҡ эҙләнеп сүп йәшниктәрен аунатып китеүҙәре бар, аңлайһығыҙмы шуны, һеҙҙән күпме проблема тыуасаҡ.

– Ә кешеләргә өләшкәндә, бушлай тием дә...

Һүҙен бирмәгән Ғәлимәгә администратор бөтөнләй асыуланды.

– Был юғары ҡатлам кешеләре өсөн асылған магазин, ә һеҙ бомждар ояһына әүерелдерергә уйлайһығыҙмы, беҙҙең үҙ клиенттарыбыҙ бар, буласаҡ та, китергә мөмкин!

Элек ашхананан ҡалған ҡалдыҡтарҙы сусҡа фермаларына илтә инеләр, улары ла оптимизация ҡанунына эләгеп ҡуйҙылар, ауылдағы һыйыр фермалары кеүек, берәүҙәр тауыҡ һимертергә алыр ине лә, кем бирә уларға бушлай, хаҡын төшөрткән хәлдә лә һатып ала алмаясаҡтар.

Ни эшләргә, белмәгәндең беләге тыныс, күрмәгәндең йоҡоһо тыныс, күргәс артабан нисек йәшәргә, күңел тыныслығын ҡайҙан табырға, үҙен үлсәү тигеҙлеге уртаһында ҡалғандай тойҙо Ғәлимә, ҡайһы яҡ еңер...

Гөлдәр әбей.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас