Икенсе ҡатҡа күтәрелеп килгән Миңһылыуға коллегаһы Гөлсөм тап булды. Уға йылмайып ҡарап:“Малайығыҙ ҡайттымы?” - тине. Шул секундта Миңһылыуҙың башынан ҡырҡ төрлө уй йүгереп үтте. “Малайығыҙ ҡайттымы тиме? Әллә махсус операцияла йөрөгән Рәмил улы әсәһенә әйтмәй генә ҡайтып киләме? Үҙе: “Ҡайтып киләләрме?” - тип ҡыуанып өндәште коллегаһына.Ниндәйҙер хилафлыҡ эшләгәнен һиҙеп, уңайһыҙ хәлгә ҡалған йәш уҡытыусы:“Уҡыусы малайығыҙ ҡайттымы?” - тине шым ғына. Миңһылыуҙың ҡыуаныстан талпынып киткән йөрәге ҡапыл туҡтағандай булды. Гөлсөм ни әйтергә теләгәнен аңлағас ҡына, уға бер нәмә лә өндәшмәй, асыуланып ҡарап, шәп-шәп атлап баҫҡыстан өҫкә күтәрелде. Ә тегенеһе баҫҡан ерендә аптырап тороп ҡалды. Тулаған йөрәген тынысландыра алмай Миңһылыу асыҡ торған китапханаға инде. Унда ултырған мөләйем китапханасы менән һөйләшкәс кенә, күңеле бер аҙ баҫылғандай булды. Ҡайтмай шул әле Рәмил. Бына йылдан ашыу инде Украинала йөрөй. Улынан бөтәһе лә яҡшы тигән хәбәрҙе көтөп йәшәй улкөнө-төнө. Тик ундай хәбәрҙәр йыш килмәй, бәйләнешкә инә алмаған саҡтары ла була йәнкиҫәккәйенең. Ашы - аш, йоҡоһо йоҡо түгел. Төндәре лә оҙонайҙы хәҙер, балаһының иҫән ҡайтыуын һорап Хоҙайына ялбарып үтә. Уны алыҫ юлға оҙатҡан мәлдәрҙә тамағына ла ашай алманы. Эштән ҡайтып барғанда, берәй тәмле нәмә алайым тип магазинға инһә, балам быны ашай алмай бит,тигән уй килә күңеленә. Шунан ала торған ризығына ҡарағыһы ла килмәй магазиндан сығып китә. Ҡаймаҡты икмәккә һылап ашарға ярата инде Рәмиле. Кисәбына ауылдан һеңлеһе күстәнәскә яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәген, ҡаймаҡ тотоп килгән. Күмәкләп ашарға ултырғайнылар, улыиҫенә төштө лә, тамағына аш бармай, күҙенә йәш төйөлөп өҫтәл артынан тороп уҡ китте. Имен-аман йөрөһөн өсөн уның һаулығына бағышлап ҡорбанын да салып торалар. Атаһы ла ҡайғыра инде. Ир кеше үҙенең хистәрен тышҡа сығарып бармай шулай ҙа. Хәҙер тормошҡа ла икенсе төрлө ҡарай башланы Миңһылыу. Элек иҫе киткән нәмәләренә аптырай, бөгөнгө торошона ҡарата улар сүп кенә булып ҡалды. Ярай әле эше бар. Мәктәптә социаль педагог булып эшләй ул. Унда мәшәҡәттәр менән саҡ ҡына онотолоп торғандай була. Бөгөн дә эшкә килеп ингәс,төрлө ҡорамал тауыштары уйын икенсе яҡҡа борҙо. Яҙҙан алып ремонт бара мәктәптә. Әммә яңы уҡыу йылы башланһа ла, һаман тамамланмаған. Ҡасан бөтә инде? Сөнки эш бүлмәһеәле булһа әҙер түгел. Ата-әсәләрҙән документ йыя торған иң мәшәҡәтле мәлдә йөрө инде шулай ҡаңғырып. Эшен йә унда, йә бында ултырып эшләргә мәжбүр. Бөгөн дә бына башҡа урын тапмағас, ишек төбөндә диванда ултырып ҡабул итә башланы килеүселәрҙе. Шул арала төшкө аш мәле етеп, үтеп тә бара икән. Эшкә күмелеп аңғармай ҙа ҡалған. Бөгөнгә етер, ҡалғанын өйҙә компьютерҙа эшләрмен, тип ҡайтырға булды. Сөнки уныултыртырлыҡбүлмә лә, интернет та юҡ мәктәптә.Документтарҙы компьютерға индерә торған оҙайлы эш көтә бит уны. Төнгә тиклем шуның менән булышып, арып йоҡларға ятты. Шуның араһында бер йыуанысы ла булып алды. Рәмиле шалтыратты.Уның менән һөйләшкәс, йөрәге урынына ултырҙы бер аҙ. Шуға күрә тыныс йоҡланы ул төндө.Улын алғы һыҙыҡтан ялға сығарғандар икән. Оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмауының сәбәбе - яраланып госпиталдә ятҡан. Әсәһен борсомаҫ өсөн уға өндәшмәгәндәр. Аяғында икән яраһы, таяҡ менән йөрөй. Ярам ҙур түгел тигән була ла, таяҡ кәрәк булғас, еңел дәтүгелдер инде. Иртәгә шуның буйынса комиссия үтергә тейеш. Бәлки, ял йортона ебәрерҙәр. Бигерәк кеше йәнле инде улым, тип уйланы Миңһылыу. Таяғымды бер дуҫыма биреп торам, ти. Уй алла, үҙеңә ауыр тугелме, тип борсолған әсәһенә:“Әсәй, уға кәрәгерәк, мин нисек тә түҙермен”, - тигәс, ни әйтһен?
Иртәгеһенә балам иҫән-һау ғына йөрөһөн, комиссия, бәлки, ҡайтарып та ебәрер әле, тип өмөтләнеп, эшкә килергә сыҡты. Аҙға ғына ҡайтһа ла шәп булыр ине. Бында 4 йәшлек кенә улы һағыныпкөтә бит уны. Ҡартәсәһенә килеп йоҡларға ярата ул малай. Атайым ҡасан ҡайта, тип һорап йөҙәтә. Телефондан видео аша һөйләшә алһалар, күҙен алмай атаһынан. Бала ҡайғыһын ҡош ҡына белә,тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде.
Эшкә килһә, мәктәп гөрләй, уҡыусыларҙың тауышынан яңғырап тора. Малайҙар бер ниндәй иҫкәртеүгә ҡарамай рәхәтләнеп коридор буйлап саба. Бигерәк тә башланғыс класс уҡыусылары шашына. Шуларға ҡарап, борсоулы уйҙарынан бер аҙ арынып, эш бүлмәһен ҡарарға китте. Бәлки, ундағы ремонт эштәре бөгөн бөтөп тә ҡуйыр. Үҙенең күҙенә генә ҡарап торған класы ла бар бит әле. Уларҙы барып тикшереп килер. Берәй эш боҙоп ҡуймаһындар,бигерәк шаян, тиктормаҫтар. Әллә шуғамы күп уҡытыусылар уларҙы яратмай. Бала йөрәге һиҙгер була бит ул. Үҙҙәренә булған насар ҡарашты тойоп тағы ҡарышалар, тыңламайҙар. Ярай әле уларға беркетелгән класты уҡыу йылына әҙерләп өлгөрҙөләр. Күп йүгерергә тура килде инде уның өсөн дә. Парталарҙы үҙе лә йөкмәп ташыны. Класын күреп, бөтәһе лә тәртиптә булыуына ышанғас, эшенә тотонайым тигәндә, директор урынбаҫары бүлмәһенә саҡырҙылар. Берәй бала эш боҙҙомо, ауыр ғаиләләрҙә проблема килеп сыҡтымы?Шуны уйлап барып инһә, кабинетта директор, тағы ике урынбаҫар ултыра. “Ни булды?” - тигән өнһөҙ һорауына яуап биргәндәй, директор һүҙ башланы:
-Был арала бик йонсоп киттегеҙ, Миңһылыу Әғзәмовна, шифаханаға йүнәлтмә килгән, әллә барып ял итеп ҡайтаһығыҙмы?
Миңһылыу аптырап китте. Ундай һүҙ ишетерен көтмәгәйне ул.
-Әлләсе? Яңы уҡыу йылы башланып тора. Унан ата-әсәләрҙән документ та йыйып бөтөлмәгән.
-Йүнәлтмә икенсе аҙнанан, ошо арала йәһәтләп эшегеҙҙе бөтөрөргә тырышығыҙ, - тине беренсе урынбаҫар.
-Улығыҙ өсөн ҡайғырып, бөтөрөнөп киттегеҙ, - тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.
-Рәхмәт, уйлармын, тип ҡанатланып сыҡты Миңһылыу улар янынан. Кешегә күп кәрәкме ни? Бер йылы һүҙ етә.
Рәхмәт инде коллегаларына шулай хәленә инеп, хәстәрләп тороуҙарына. Был арала ғына бармаҫ әле ял йортона. Ейәнен дә ҡарарға кәрәк, әсәһе уҡыуға китә. Күңел күтәренкелеге менән эшләне ул көндәрҙә. Рәмил Сочиҙа реабилитация үтте. Улы ут эсендә булмағас, үҙе лә тыныс булды. Тиҙҙән кире юлланыр инде хеҙмәт иткән еренә. Шулай янып-көйөп йөрөгәндә,көтмәгәндә улы тиҙҙән ҡайтырмын тигән хәбәр ебәрҙе. Эштән осоп тигәндәй ҡайтты Миңһылыу. Донъя яҡтырҙы, йөрәге йырланы. Аныҡ ҡына ниндәй көндә ҡайтып етерен әйтмәне былай. Шуға ла ана ҡайта, бына ҡайта тип ашҡынып көтәүәлләп тик йөрөнө.
Бер көн эштә булғанда ҡапыл телефоны шалтырауына тертләп китте. Ул ни башҡа ваҡытта ла шалтырай инде. Тик бөгөн тауышы икенсе төрлөрәк сыҡҡан һымаҡ булды. Алһа –улы. “Әсәй, мин һинең эшең алдында торам”, - ти. Баҫҡан урынында ҡатты Миңһылыу. Йөрәге туҡтаны. Шунан ҡапыл иҫенә килгәндәй тышҡа йүгерҙе. Ана тора ҡолонсағы бер ҡосаҡ сәскә тотоп. Ул арала әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан коллегаһы уны фотоға төшөрөп маташа. Өнөммө-төшөммө, тип Миңһылыу улын ҡосағына алды. Күҙ йәштәре түгелергә торһа ла, уларға ирек бирмәне. Иларға күнекмәгән ул кеше алдында.
“Әсәй, әйҙә балалар баҡсаһына, улымды барып алайыҡ” - тине Рәмил. Унда барһалар, балаларҙың йоҡлаған мәленә тап килделәр. Рәмил улына алған уйынсығын тотоп, һаҡ ҡына баҫып ул йоҡлаған карауат янына килде. Ә уныһы көтөп кенә ятҡандай ҡапыл күҙҙәрен асты ла атаһының муйынына аҫылынды. Ата менән улдың осрашыуын илай-илай ҡарап торған тәрбиәсе был тулҡынландырғыс мәлде фотоға төшөрөргә уйлап телефонын ҡапшай башланы. Ҡалайтаһың инде, заманы шундай булғас. Баҡсанан сыҡҡансы малай атаһын ысҡындырманы, уйынсыҡҡа әйләнеп тә ҡараманы.
Туғандар, дуҫтар йыйылды кискеһен. Башҡорт халҡында юлдан ҡайтҡан кешене күрергә килеүйолаһы бар бит. “Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр хәл белешергә килер”, - тигән боронғолар.
Шулай улын ҡаршылау ҡыуанысы менән үтте бер нисә көн. Әммә тағы борсоу төштө Миңһылыуҙың күңеленә. Улы ауырып тора. Күрше ҡалағадауаханаға һалдылар. Үпкәһенә һалҡын тейгән. Өфөнән врачтар килеп ҡараны. Сире ауыр, ныҡ ҡына дауаланырға кәрәк. Йүнәлеп кенә китһен инде ғәзизем, тип теләне Миңһылыу. Оҙаҡ ятырға тура килде дауаханала улына. Бынан һуң ҡабат бармаҫ инде тигән өмөттә йәшәнеәсәһе. Әле яңыраҡ бер танышын осратҡайны, уның улы үҙе теләп киткән икәнмахсус операция барған ергә. Бик өҙгөләнеп тора балаһыноҙатҡан әсә кеше. “Үҙемде нисек йыуатайым, нимә тип алдайым икән?Улым ҡырға эшкә китте, тип уйлайыммы, әллә армияғамы?” Йә, Хоҙай, ҡасан донъялар тынысланыр, ҡасан ғына бөтөр инде ғәзиз йәндәрҙе үҙенә һурған былмахсус операция.
Миңһылыуҙың Рәмиле,Аллаға шөкөр, шәбәйҙе. Дауахананан сыҡты. Әммә бер айҙай ял иткәндән һуң яңынан юлға йыйынды.Әллә бармайһыңмы, тип ялбарған әсәһенә:“Мине унда иптәштәрем көтә”, - тине.
Улы тағы ут эсенә юлланды. Нисек түҙер әсә йөрәге? Нисек түҙә... әсә йөрәге?!
Алтынбаш.