(Был яҙмам атайымдың һәм бала саҡтары һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килгән замандаштарына арнала)
Бала - бауыр ите. Был мәҡәлдең асылын Ғайса башҡалар кеүек ҙурайып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә түгел, ә иҫ белә башлағандан алып белде. Әсәһенең бала ҡайғыларынан бауыр ите киҫелеп киткәндә , үҙенең шул ғазаптарҙы аңлап йөрәге һыҡтаған мәлдәрендә аңланы.
Ә бөгөн ул бәхетле атай: өс ҡыҙы, бер улы ҡатыны менән ҡорған ғаилә усағын биҙәй, йәм бирә. Атай булараҡ һәр балаһы өсөн йөрәге һыҙлай, уларҙы ата ҡаҙҙай һәр ваҡыт ел- дауылдан ҡурсаларға әҙер. Балаларының әсәһе ҡайһы ваҡыт балаларҙы үтә ныҡ әпәүләтәһең тип тиргәшеп тә ала. Иркәләнһендәр әйҙә, атайлы бала - арҡалы бала, уның ни насарлығы? Бәлки, үҙенә эләкмәгән атай һөйөүен балаларына бирергә тырышыуылыр?
...Уйҙарына сумып торғанда төнгө һиллекте үрге остағы ҡысҡырыш боҙҙо. Ҡатын - ҡыҙ тауышы булыр. Ғайса һағайҙы. Ҡысҡырыуҙы кемдеңдер һыҡтауы алыштырҙы. Ир тиҙерәк тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Элек , Ғайса бәләкәй саҡта түрәрәк урынды биләгән ҡатындың өйө тирәләй сыға был һыҡтау. Ҡатын тиһәң, хәтере ҡалыр, өлкән инде, йәше һикһәнде ҡыуалай. Улы, килене менән донъя көтөп ятыуы. Барып еткәс, ҡапҡа тышында кемдер ятҡанын шәйләне. Бите менән ҡарға ҡапланған да, иңрәү ҡатыш һыҡтау сығара. Ғайса ҡар өҫтөндә ятҡан ҡаҡса кәүҙәне күтәреп торғоҙҙо, әбейҙең ҡалтыранған ҡулдарын ыуалап бергилке нисек тынысландырырға белмәй аптырап торҙо. Ахыр ҙа үҙҙәренә саҡырҙы, бындай хәлдә әбейҙе кире өйгә индереп ебәреү килешмәҫ , тип уйланы. Үҙҙәренә ҡайтып , аптырап ҡалған ҡатынына ым менән генә нимә булғанын аңғартты. Ҡатыны тиҙ генә эштең айышына төшөнөп, йүгереп йөрөп һөтлө сәй яһап әбейҙең алдына ҡуйҙы, арҡаһына йомшак дебет шәл япты. Һөтлө сәйҙе эскән арала әбекәй илай-илай бер бөртөк улының бисәһе һүҙенә төшөп тауыш сығарыуын, өйҙән ҡыуыуын бәйән итте. Ҡыуып ҡына ҡалмай, күрәһең, көсөнә барып , алып сығып та ырғыта...Бәхетһеҙ генә булып тамам кесерәйеп ҡалған ҡарсыҡ Ғайсаға бала сағын иҫенә төшөрҙө. Тап ошо кеше уның үҙен ҡасандыр тап ошолай ҡарға сығарып ырғытҡайны…
Ғайса өшөп уянды. Таң һарыһынан фермаға эшкә киткән әсәһенең яғып киткән мейесе әллә ҡасан һүрелеп мөрйәһендә бүреләр олота. Тышта буран ныҡ, күрәһең, мейес тиҙ һүрелгән. Малай тороп мейес башын үрелеп ҡараны: ябылмаған. Ә мөшкәне ябырға Ғайсаның буйы етеңкерәмәй: быйыл саҡ етеһен тултырҙы. Урындыҡтың бер башында нимә белмәй ағаһы Урал йоҡлай. Ул туғыҙы менән бара. Йәшкә өлкәнерәк булһа ла буйға бер тиңдәр, шуға ла ауылдаштары уларҙы игеҙәктәр тип йөрөтә. Төҫкә лә оҡшаштар. Урындыҡтың төп яғы хәҙер буш: унда апаһы Мәмдүҙә йоҡлай ине. Ине, сөнки бер аҙна элек Рамайға кейәүгә сығып күрше ауылға күсеп китте. Ҡапыл ғына ырғып-төшөп уларҙы ташлап китеүенә апаһына үпкәһе ҙур Ғайсаның: кейәүгә сығырға мотлаҡмы икән ней? Йә, әсәһе ярҙамсыһыҙ ҡалды хәҙер, инде бала ҡул араһына инде тигәндә... Шулай ҡаты уйҙарға батып торған арала солан ишеге шығырлап асылды: әсәһе ҡайтты. Быймаһының йоҡа табаны боҙ булып ҡатып шаҡылдап тора. Был иҫке быйма тишелә торғас табан өҫтөнә табан һалынған. Ул табандар ҙа оҙаҡ сыҙамай: өс кешегә бер быйма булғас алһыҙ ялһыҙ эшләй, шуға ай торламай тишелә лә сыға. Ярай Дауыт бабай хәлде аңлап әллә ҡайҙан табан таба һалып ямап ҡайтара. Әсәһе эштән ҡайтып тиҙ генә быймаларҙы киптерергә мейес башына һала. Ярты сәғәттән боҙо иреп тә өлгөрмәгән быймаларҙы кейеп Урал ағаһы мәктәпкә йүгерә. Ул мәктәптән ҡайтҡас ун биш минут ял итеп, быймалар тағын фермаға эшкә китә. Аҙаҡ кис Ғайсаның аяғында һыу ташый, мал ҡарай. Ваҡыт эләккәндә һырғалаҡ та шыуып ҡайта. Мейестең һүрелгәненә әсәһенең кәйефе төштө. Төшмәй ни: утын таҡа - тоҡа, ҡыш бауыры оҙон, әллә етә , әллә юҡ. Яңғыҙ ҡатындың ҡайғыһы ни утын , бесән етһен дә , он бөтөп ҡуймаһын. Ҡыш буйы шул өс нимәне теүәлләп, самалап хәлдәре бөтә. Шулайтмай булмай: һуғыштан һуң аяҡҡа баҫып китә алмаған илле һигеҙенсе йылдар.... Аталары һуғыштан әйләнеп ҡайтҡандарҙың хәле күпкә яҡшыраҡ. Атайлы балаларҙың быймалары ла, көпөләре лә бар. Улар ете төн уртаһында уянып бесән уйлап ҡайғырмай: бесәнде уларҙың аталары ҡайғырта, ондо ла хәстәрләй. Ғайсаның да атаһы бар. Ул да һуғышта ҡатнашҡан. Юҡ, һуғышта үлмәгән ул, хәбәрһеҙ ҙә юғалмаған. Бары тик сит ауылда икенсе ҡатын менән йәшәй. Ғайсаларға йылына ике-өс мәртәбә килеп күренеп китә. Килгәнендә сәй- шәкәр, күлдәклек тауар, һабын-маҙар ҡалдыра. Насар кеше түгел атаһы: яҡты йөҙлө, матур, ипле. Әсәһе менән яғымлы һөйләшә, малайҙарға ла һөйөүен йәлләмәй. Тик онотҡанда бер килеп , ай бирҙе ҡояш алды кешегэ малайҙар бик ылығып бармай: сит кеше кеүек ҡабул итә, инде өйрәнеп бөтһәләр, тағы ҡайтып китә. Ул юҡта яңғыҙлыҡтан йонсоған, ауырлыҡтарға бөгөлөп төшөр хәлгә еткән әсәһе уны күреү менән икенсе кешегә әйләнә лә ҡуя. Тик-томалға шарҡылдап көлә, шатлана, ҡыуана. Иң аптыратҡаны: атаһына йонсоғандары хаҡында ләм- мим. Барыһы ла ал да гөл. Тик артты ғына ҡапларға сепрәк юҡ. Фәҡәт бер көнгә килә уларға атаһы. Әсәһе юҡ нимәһен бар итеп һый- ниғмәт бешерә. Атаһы уларҙы эйәртеп йорт - тирәне йүнәтештерә, төҙәткеләй. Атаһының эргәһендә йүгереп йөрөп ярҙамлашыу оҡшай малайҙарға: ошо минуттар иң ҡәҙерле ваҡыт булып йөрәктәрендә мәңгегә уйылып ҡала. Атаһын башҡа малайҙарға күрһәткеһе килә Ғайсаның. Тик ул урамға сыкмай, гел эш менән була. Ул ҡайтып киткәс әсәһенең күҙҙәре бер аҙна тирәһе ҡыҙарып йөрөй. Кәйефе лә булмай, күтәрелеп ҡарамай, башы гел түбән эйелгән була. Атаһының ни өсөн улар менән бергә йәшәмәгәнен бәләкәй булып аңламаһа ла , әсәһенең эстән һыҙланыуын бөтә күңеле менән тоя Ғайса . Иренең икенсе ҡатын ҡосаҡлап ятҡанын белә тороп ҡайҙан көс алып йәшәйҙер ҙә, нисек аҡылынан яҙмайҙыр әсәһе?
Мәктәпкә сығып киткән ерҙән шаҡылдата баҫып Урал ағаһы кире ҡайтып инде. Әсәһенең ҡото осоп барып быймаларға йәбеште:
– Уй, Алла, балам, тағын тишелдеме?
– Быйма тишелмәне, әсәй! Ауылға кәртешкәгә төшөрөүсе килгән! Бөтә кешене кәртешкәгә төшөрә мәктәптә, шуға дәрес уҡымайбыҙ, мин һеҙҙе алырға ҡайттым!
Әсәһе был хәбәргә шатланманы, киреһенсә, ултыра төшөп ҡайғыға тарыны.
– Ай, әттә, кәртешкәгә төшөр өсөн кейем кәрәк тә һуң. Нимә кейеп барырбыҙ икән, бына һиңә уйламағанда бер бәлә!
Күпме тырышып уйламаһындар, кейем ишараты табылманы. Уйлай торғас әмәлен таптылар: тәүҙә Урал ағаһы төшә лә кәртешкәгә, аҙаҡ Ғайса уның кейемдәрен кейеп торор. Ул мәктәптә уҡығас күлдәк, ыштаны бар. Сығыр саҡта әсәһенең кинәт кенә башы ауыртып китте.
– Ярай, балаҡайҙар, үҙегеҙ генә барығыҙ. Мин һеҙ ҡайтҡансы ял итеп торайым. Аҙаҡ ҡоймаҡ ҡойормон.
Уны - быны һиҙмәгән балалар шатланышып береһе быйма, икенсеһе ялан аяк мәктәпкә йүгерҙе. Мәктәп эсе шығырым тулы: кәртешкегә төшөү ауыл халҡы өсөн ысын байрам. Ҡап- ҡара шаршауға ҡапланып кәртешкәсе ниндәйҙер ут ялпылдата. Ул ут яҡтыһына бәләкәйерәк балалар «сырррр» итеп ҡала.
– Хәҙер кәкүк осоп сыға, ҡарағыҙ!,- ти ҙә шаршау эсендәге кеше тағын шапылдата. Кәкүктең осоп сыҡҡанын көтөп балалар ауыҙҙарын асып ултыра бирә. Шулайтып асыҡ ауыҙ менән улар тарихҡа инеп ҡала.
– Ғайса , тим! - кәкүк көтөп торған малай ағаһының тауышына тертләп китте. - Кәртешкәсенең уты бөтөп бара тей, беҙҙең класс менән бергәләп төшөрбөҙ. Ярай тигәнде аңлатып Ғайса ағаһының артынан эйәрҙе. Ҙурыраҡтары артҡа, урмансыларҙы урта рәткә, бәләкәйҙәре алға теҙеп ҡуя башланылар. Алама кейем менән ҡайҙараҡ йәшенһәм күренмәҫмен тип баш ватҡан арала Ғайсаны бер ҡатын шәйләп ҡалды.
– Әй, ҡарасҡы! Кейемең булмағас кәртешкәгә төшөргә нишләп килдең? Ғайса ҡайҙа ҡасырға белмәй аптырап тора бирҙе. Ул арала теге яман тауышлы ҡатын уҡыусылар өйөмөн йырып уның янына килде лә ҡолағынан эләктереп ишек яғына һөйрәне. Кәүҙәгә еп- еңел малайҙың аяҡтары ергә теймәй, ҡолаҡ ауыртыуҙан өҙөлөп төшөп бара. Яһил ҡатын кейемһеҙ баланы бесәй балаһы кеүек алып сығып ҡарға быраҡтырҙы ла бер нимә булмағандай йылмайып уҡыусылар араһына барып торҙо. Балалар араһынан үҙенең улын тырнап алып , иң алғы урынға этте. Күрмәмеш булдылармы, әллә хужа ҡатын алдында көсһөҙлөктәрен тойопмо, берәү бер һүҙ өндәшмәне.
Ғайса ут кеүек ҡыҙған ҡолағына ҡар баҫып ағаһының сыҡҡанын сабыр ғына көтөп ултырҙы. Нишләптер үҙен түгел, ә балалар араһында тороп ҡалған ағаһын йәлләне. Ғайсаға ҡарағанда уға ҡыйыныраҡтыр кеүек тойолдо: кәртешкәгә төшөү ике баланың береһенә лә шатлыҡ килтермәне...
Һыуыҡ сатлама ҡышҡы төн ине. Һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Өсөһө ятҡан ерҙәренән ырғып торҙо.
– Уй Алла, кем булыр бынау ваҡытта?- әсәһе кейә һалып сығырға быйма табалмай ҡаңгырып китте.
– Атайымдар?- Ғайса өмөтләнеп ишеккә ҡараны.
– Асмайыҡ. Бандит- фәләндер-, һәр кемдән өркөп үҫкән ағаһы бында ла һаҡлыҡ күрһәтте.
Ул арала солан ишеген сабырһыҙланып тағын туҡылдаттылар.
– Тәртешкәне алып бир әле, балам. Кем булһа ла яҡшыға булһын, Раббым. Уҡына- уҡына ҡулына тәртешкә тотоп әсәһе ишеккә ыңғайланы, ике малай һаҡ ҡына артынан эйәрҙе.
– Кем унда? Ни тиклем ҡаты әйтергә теләһә лә ҡатындың тауышы ҡалтырап сыҡты.
– Әсәй, был мин. Мәмдүҙә…
Аһ иттеләр. Береһе аптырап, икәүһе ҡыуанып. Яңғыҙ ғына килеп ингән ҡыҙҙы күреп тағы аптыраштылар.
– Еҙнәй ҡайҙа? Нишләп бер үҙең? Нимә булды?
Малайҙарҙың һорауҙары яуапһыҙ ҡалды. Ниндәйҙер бәлә булғанын һиҙенгән әсә ир балаларҙы тиҙерәк йоҡларға һалырға ашыҡты, һыуынып өлгөрмәгән самауырын шыжлатты. Ни тиклем шым һөйләшергә тырышһалар ҙа Ғайса еҙнәһенең апаһын ҡыҙғанып туҡмауын, эсергә әүәҫлеген аңлап, ишетеп ятты. -Көтөү көтөп ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтөп алдым ул көндө. Инде, ашаны. Тымшайып ултырғас, һиҙендем инде, нимәгәлер бысаҡ янағанын. Ҡашығаяҡ йыуайым тип ҡаҙанлыҡҡа боролғайным, артымдан килеп йән көсөнә арт һыныма типте лә ебәрҙе. Ауыртыуҙан йәнем урталай ярылдымы ни: арттан да, алдан да шаулап ҡан китте. Бөгөлөп төштөм, ҡысҡырайым тиһәм тауышым сыҡмай. Минең ыҙалағанды ҡарап торҙо ла бер нимә булмағандай кейемдәрен алып мунсаға китте. Әгәр күршем килеп инмәһә үлер инем, әсәкәйем,- апаһы ошо урында сеңләп илап ебәрҙе.
Иң аянысы ,ҡан китеп апаһының ауыры төшкән булып сыҡты. Өс көн ауырып түшәктә ятҡан да, йәйәүләп тыуған өйөнә ҡайтҡан. Ниндәй бәғерһеҙлек! Апаһын йәлләүҙән малайҙың тыны быуылды. Таң атҡансы план ҡорҙо, үҙенең генә көсө етмәҫ, яҡлау табырҙай кешеһе- атаһынан ярҙам һорамаҡсы булды. Таң атыу менән быймаларҙы эләктереп күрше ауылға юлға сыҡты. Барғанын да, ҡайтҡанын да томан эсендәге кеүек хәтерләй малай. Тик атаһының яҡты, йылы, ҙур өйөн, танауына килеп ингән тәмле аш еҫен, ҙур өмөттәр бағлап барған кешеһенең сит ғаилә эшенә ҡыҫылмайым, үҙҙәре белә, тигән һүҙҙәрен генә онота алманы. Ҡайтып йығылғас , сәсрәп ауырып китте. Әсәһенең өҙлөкһөҙ һамаҡлап илаған тауышы ғына ауырып , һаташып ятҡан баланы был донъяға кире алып ҡайта ине:
– Атай ҡаҡҡанды ир ҡаға, ир ҡаҡҡанды мир ҡаға, эййййй, балам.....
Күҙен асҡанда апаһы кире иренә ҡайтып киткәйне инде.
«Ирҙән айырылған тигән һүҙе ауыр, бала тапһам үҙгәрер»тип тыңламаны тине әсәһе. Үҙгәрмәне еҙнә. Апаһы тешен ҡыҫып түҙҙе, бер- бер артлы бала тапҡан булды. Унан һуң да ыңғай яҡҡа китеү булманы. Апаһының ыҙалауҙарына яҙмышының һынылышлы бер көнө нөктә ҡуйҙы. Күршеләрҙең һуғым ашының иң ҡыҙған мәлендә еҙнәһе тәртип буйынса ыҙғыш сығарған. Һуҡҡан, типкән, бөтә ғәм алдында нахаҡ һүҙҙәр әйтеп битәрләгән. Язалауҙың иң әсеһен аҙаҡҡа ҡалдырған: ҡайтырға тип балаһын күтәреп тышҡа сығып барған кәләшенең битенә шайтан һыуын һипкән. Ул һыу Мәмдүҙәнең муйылдай сөм ҡара күҙҙәрен тома һуҡыр итте. Эш үткәс, еҙнәй булған кеше ергә ятып иланы илауын, әммә донъя йөгө тулыһынса үҙенең елкәһенә күсте. Балаларын да үҫтереште, ҡатынын да ҡараны, эсеп тә өлгөрҙө. Ләкин һынатманы, үҙе үк быуып үлтергән бәхет ҡошон бар хәленсә терелтергә тырышты. Үлеп киткәнсә Мәмдүҙәһенән ярлыҡау һораны, ғәфү үтенде, тик боҙға әйләнгән йөрәкте ай- һай, иретеп булырлыҡ һүҙҙәр таба алдымы икән? …Ҙур ҡыйынлыҡ менән йәшлек ҡорона аяҡ баҫты егеттәр: атай була тороп етемлек һурпаһын һоҫоп һемерә- һемерә , атайлы балаларҙан тик- томалға туҡмала- туҡмала буй еткерҙеләр. Тормош уларҙы нисек кенә ҡағып һуҡһа ла күңелдәрен ҡатыра алманы. Икеһе лә өҙҙөрөп гармунда уйнаны, һәр эште емереп эшләне. Осон- осҡа ялғап булһа ла Юлдыҡай училищеһын тамамлап береһе шофер, икенсеһе тракторист танытмаһы алып сыҡты. Беренсе хеҙмәт хаҡына Ғайса әсәһенә ап- аҡтан быйма алып кайтты.. Шатланып быймаларға ҡарап ултырҙы ла улын аптыратып былай тине:
– Миңә күп ҡалманы, улым. Быймаларыңды атайыңа бир. Ҡыуаныр исмаһам. Шул һөйләшеүҙән теүәл бер йыл үткәс, әсәһе ҡапыл ғына донъя ҡуйҙы. Оҙаҡ ҡара ҡайғыға батып йөрөгәндән һуң Ғайса атаһының ауылына барҙы. Тик өйгә инә лә, быйманы бүләк итә лә алманы. Бауыр ите киҫелгәйне, ахыры... ...Йылы сәйҙән ҡырын төшөп серемгә киткән күршеһенә ҡарап хәтер йомғағын һүтеп, яңынан теҙҙе Ғайса. Ҡыҙыҡ был донъя: утҡа ла һала, һалҡын ҡарға ла ырғыта. Шул көсөргәнештәрҙән бауыр ите киҫелә, йөрәк һыҙлай. Тик нисек кенә яҙмыш һынамаһын , бала бауыр ите, атай менән әсәй йөрәк майы булып ҡалһын ине!
Гөлиә.