Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр Булған хәлдәр
12 Октябрь 2025, 16:05

ИЛ СИГЕНДӘ ЙӘШӘГӘН ҠАРТТЫҢ АТЫ ЮҒАЛДЫ... (Хикәйә)

...

Район мәғариф бүлегенә ике путевка килде. Италияға. Бушлай. Өс аҙнаға. Халыҡ-ара балалар лагерында ял итеп ҡайтыу өсөн. Берәүһен прокурор ҡыҙына тәғәйенләнеләр. Сөнки 13 йәшлек балаға уҙған йыл аҙағында йөрәгенә операция яһағайнылар, реабилитация курсын дауам итергә кәрәк, тип таптылар. Икенсеһен урман төпкөлөндә ятҡан Һаҡмарбай урта мәктәбенән Фәғилә Һамарова тигән етемгә бирергә булдылар. Яҡшы өлгәшә, моңло йырлай, былтыр республика кимәлендә уҙған олимпиадала еңеп сыҡты. Әсәһе бынан бер нисә йыл элек вафат булған. Атаһы төрмәлә. Был фани донъялыҡта меҫкенкәй тағы ниндәй генә рәхәтлек күргән тиһең.

РОНО етәксеһе Фәрит Мотаһар улы Ырғыҙбаев райондың социаль яҡлау һәм профсоюз әһелдәренең фекерен белеште лә – ә улар бер тауыштан риза булды – Өфөгә ебәрәсәк рәсми ҡағыҙҙарҙы тултырырға ҡушты. Юлламалар Мәғариф министрлығы аша килгәйне, яуапты дүшәмбе көн көтәләр икән. Төркөм киләһе аҙнала баш ҡалала йыйылырға тейеш. Миланға иһә кесе йома таңында осасаҡтар.

Ләкин буштан төшкән юллама көтөлмәгән шау-шыу тыуҙырҙы. Тәүҙә район хакимиәтенән шылтыраттылар. Башлыҡтың иҡтисад буйынса урынбаҫары. Һүҙ, ғәҙәттәгесә, хәл-әхүәл белешеүҙән башланды:

– Сәләм, ҡорҙаш!

– Марат Ғәбитович, сәләм, сәләм! Хәлдәрегеҙ ни хәлдә?

– Минеке Аллаға шөкөр!

– Нимә булды, Марат Ғәбитович, әллә берәйһенеке «Аллаға шөкөр» түгелме?

– Түгел шул. Фәриҙәне беләһең дә инде...

– Ҡайһы Фәриҙәне?

– Һуң, күршеңде һуң!

Мутлаша урынбаҫар. Фәриҙә ябай күрше генә түгел. Район хакимының бер туған һеңлеһе! Үтә һылыу, үтә дыуамал бисә. Торғаны бер аждаһа. Халыҡты дер һелкетеп тотҡан ағаһына арҡалана. Үҙе баш та үҙе түш. Яңыраҡ күрше райондан иренән айырылып ҡайтты. Ҡайтыуына бынамын тигән тыныс урын таптылар. Ағаһының бер шылтыратыуы ла етте. Бығаса нисәмә йылдар буйына бер шелтәһеҙ арыу ғына эшләп йөрөгән үҙәк китапхана мөдирәһен вазифаһынан бушаттылар ҙа ошо ҡатынды тәғәйенләп ҡуйҙылар. Эйе, белә генә түгел, үтә яҡшы белә. Хатта бөтөнләй икенсе фиғелдә лә. Хәйер, быныһы инде – уларҙың икәүһенең генә сере...

– Ә, эйе-эйе.Шунан?

– Шул. Балаһы менән йонсой бит. Неврозмы шунда, психозмы. Күршең булғас, һиңә һөйләп тормайым инде. – Эйе, ысынлап та Фәрит Мотаһаровичҡа ул бала хаҡында һөйләүҙең хәжәте юҡ. Невроз түгел, психоз уның. Ғәфү итегеҙ, ләкин егерме биш йыл бала-саға менән ҡаңғыра, әммә ул ҡәҙәре лә «псих»ты күргәне юҡ ине. Әсәһе буйлата, әсәһе. Яңыраҡ машинаһының капотын сөй менән сыйып киткәйне.

– Әле генә инеп сыҡты. Зар илай, меҫкен. Баламды дауаларға кәрәк, мөмкин булһа – йылы яҡта, тей. Тик ҡайҙан инде ул ҡәҙәре аҡса бюджетниктарҙа.

Фәрит Мотаһар улының кәйефе боҙолдо. Ул малайҙы йылы яҡта түгел, ә махсус мәктәптә йәки колонияла тәрбиәләргә кәрәк. Тимәк, районға ҡайтҡан бушлай юллама хаҡында ишеткән яһил бисә. Прокурор балаһыныҡын тартып алырға теше үтеңкерәмәй. Тимәк, етемдең өлөшөнә ҡул һуҙа. Ә элек улай түгел ине Фәриҙә. Эй, ваҡыт, ваҡыт, ни эшләйһең һин бәндәләр менән? Тураһын һораны:

– Путевка тураһында ишеткәнме?

– Тап өҫтөнә баҫтың. Ярҙам итеп ебәреп булмаҫмы икән?

Ҡыҙыҡ, урынбаҫар төп хужаның шәхси үтенесе буйынса шылтыратамы икән? Әллә эргәһендә теге бисә ултырамы? Хәйер, быныһы бигүк мөһим дә түгел. Тү-тү, поезд китте. Ҡарар ҡабул ителгән, балаға ла әйтеп өлгөргәндәрҙер. Артҡа сигенергә урын юҡ.

– Ғәфү ит, Марат Ғәбитович, беҙ министрлыҡҡа яуап ебәрҙек инде. Бынан бер-ике сәғәт элек кенә аңғартҡан булһағыҙ.

Теге оста «һм-м» тигән ауаз ишетелде. Ҡоро ғына хушлаштылар. Район хакимы менән аралары былай ҙа шәптән түгел, хәлдең хәҙер тағы ла ҡатмарлашасағын көт тә тор. Дүшәмбе үтәсәк кәңәшмәлә үсен аласаҡ.

Район халыҡ мәғарифы бүлеге урынлашҡан ике ҡатлы бина алдына ялтыр-ҡара «Ауди»ҙа Ғәлим дуҫы килеп төштө. Байтаҡ ваҡыт күрешкәндәре юҡ. Район үҙәге янындағы ҡасабала йәшәй, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Заманында бер синыфта уҡынылар, университетҡа ла бергәләп инделәр. Унан юлдары айырылды. Ғәлим өсөн белем тауы үтә бейек булып сыҡты, беренсе курстан һуң уҡ уҡыуын ташланы. Армияла йөрөп ҡайтты, шундуҡ өйләнде, алыпһатарлыҡ менән булаша башланы. Аяуһыҙ 90-сы йылдарҙа Фәрит директор булып эшләгән ауыл мәктәбенә байтаҡ ҡына ярҙам итте. Шәп егет, күңелсәк, тура һүҙле. Үҙендә ике магазин тота, ағас ярыу цехы асып ебәргән, тип ишеткәйне. Күптән инде шылтыратҡаны юҡ. Үҙгәреп киткән Ғәлим: һимергән, олпатланған. Башта, ғәҙәттәгесә, өр-яңы көләмәсенән ауыҙ иттерҙе:

– Тау башында урыҫ, башҡорт, инглиз, ҡытай баҫып торалар икән.

Башҡорт ҡысҡыра:

– Мин һине яратам!

Шаңдау әйләнеп ҡайта:

– Яратам, яратам, яратам!

Урыҫ:

– Я люблю тебя!

Шаңдау әйләнеп ҡайта:

– Тебя, тебя, тебя!

Инглиз һөрәнләй:

– I love you!

Ҡайтауаз яуаплай:

– You, you, you!

Ҡытай ҡысҡыра:

– yuhwjhu-xnexkshcnl-sae!

Байтаҡ ваҡыттан шаңдау ишетелә:

– Нимә-ә-ә, инәң башы?

Бер талай көлөштөләр. Ғәлим, ғәҙәтенсә, ҡабалана ине, шуға ла һүҙҙе эшем эйәләренә хас ҡыҫҡа һәм аныҡ тотто:

– Фэрри! (Ул дуҫын шулай тип кенә йөрөтә, талип саҡтан тороп ҡалған ҡушамат.) Дуҫҡай! Һине күреүгә сикһеҙ шатмын-шатмын-шатмын! Ләкин ашығамын! Һорау: ҡайҙа ашығамын? Беренсе яуап – хакимиәткә! Дөрөҫ түгел! Икенсе яуап – мунсаға! Дөрөҫ түгел! Ә дөрөҫ яуап – һалым инспекцияһына ашығамын! Сөнки отчет бирергә кәрәк! Тимәк, һалпы яҡтарына һалам ҡыҫтырырға китеп барамын! Һуңлап китеп барамын! Шуны ғына әйтергә тип ингәнмен. Беренсенән – иртәгә беҙҙең шәмбе! Ял! Кис еңгәй менән миңә ҡунаҡҡа саҡырылаһығыҙ! Программа – турбаза, балыҡ, шешлек, мунса һәм банкет! Кире ҡағыуҙар ҡабул ителмәй! Икенсе, төп һорау...

«Ҡабалан батыр»ҙың (быныһы Ғәлимдең ҡушаматы, бала саҡтан килә) тауышы кинәт баҫылды:

– Путевка килгән, тип ишеткәйнем. Минең малайҙы әллә Италияға оҙатабыҙмы? Һытма йөҙөңдө, һытма! Мин һиңә көн һайын килеп һоранып йөрөмәйем! Ҡыҫҡаһы, Фэрри, тураһын әйт: булдыраһыңмы-юҡмы?

– Ғәфү ит, ҡартлас, беҙ уны.

– Аңлашылды! Хуш! Ашығамын, ашығамын.

Үпкәләне дуҫ кеше. Ҡәһәр төшкән путевка.

Ҡайҙан ишетеп өлгөргәндәр тиһең. Бушлай килгән юлламаны юллап көн аҙағына тиклем унлаған кеше инеп сыҡты. Төрлө «текәлек»тәге ағай-эненән шылтыратыуҙар өҙөлмәне. Бына бит нисек шәп эшләй «йүкә телефон»: юллама кисә кис, эш көнө тамамланып торғанда килде, ә бөгөн таңдан уҡ теңкә ҡороторға тотондолар. Сәғәт алты тулып, сәркәтип ҡыҙ ҡайтып киткәс, беренсе ҡатта иҙән йыуған Сәжидә апай бәреп инде. Күҙҙәренән осҡондар сәсрәй, теле телгә йоҡмай:

– Бына мин ошонда ғүмер буйы иҙән йыуам! Теге иҫке ағас йортта йыуа башлағайным, һаман йыуам! Һеҙ, Фәрит ҡустым, ул ваҡытта арта барһа пионер булып йөрөгәнһегеҙҙер. Бала ғына инегеҙ, мин бит Һеҙҙе хәтерләйем. Әсәйегеҙ менән бер сама уҡыным мин.

– Сажидә апай, йомошоғоҙ бар инеме?

– Бар шул! Ҡайҙа ғәҙеллек? Техничка тигәс тә. Бирегеҙ минең ейәнгә лә путевканы! Радик, ин бында!

Ҡабул итеү бүлмәһе ишегендә ун-ун бер йәшлек бала күренде. Ул ҡурҡышынан ағарынған.

– Бына, ошо сабыйҙы нишләп рәнйетергә? Уның да ата-әсәһе юҡ! Ул да етем! Ул да «дүртле», «бишле»гә уҡый!

– Радикты беҙ пансионатҡа ебәрҙек тә инде былтыр. Йыл һайын улай ҡыланырға «Әндрәй ҡаҙнаһы» бармы әллә? Беҙ бит РОНО, ә мәрхәмәтлек фонды түгел.

Сажидә апай илап ебәрҙе

– Әрләмәгеҙ мине...

– Сажидә апай, Һеҙ нимә, кем әрләй? Мин хәлде аңлатам ғына бит. Әгәр минән генә торһа.

– Моғайын, берәй түрә балаһын ебәрерһегеҙ әле! Ана, Ғәйзуллиндыҡын ебәрәһегеҙ бит? Етемгә эләгәме инде ул.

Бушлай путевка бәхете эләккән Фәғиләнең кәйефе ҡырылды. Тик торғанда Италияға һурылып сығып китеү ике ятып бер төшөнә инмәй ине. Кәйефе ҡырылыуҙың иһә сере ябай: картуф күмәһе бар. Бизнес! Урамында ғына ла ете пенсионер йәшәй. Һәр береһе кәмендә 500 һум бирһә, йәмғеһе өс мең тәңкә ярым була ла ҡуя. Аръяҡтағы һуҡыр бабай, 700 бирәм, тип шылтыратты. Тимәк, күптәнге хыялы – ноутбук һатып алырға етә лә ҡуя! Бер синыф өҫтәрәк уҡыған Найлә тигән ҡыҙ үҙенең иҫкеһен һата. Ә инде тегендә, Италияға, барып йөрөй башлаһаң, эште бүтәндәр эшләп бөтәсәк. Ул саҡта еләк-бәшмәк йыйып һатырға ғына ҡаласаҡ.

Фәғилә, ун өс йәшлек ап-аҡ йөҙлө ябыҡ ҡыҙыҡай, бөтөнләй йомолдо. Ҡайһы ваҡыт шулай булып ала уның менән. Дәрес алдынан кемдер яман һүҙ әйтһә, өндәшмәй ҙә ҡуя. Бирелгән теманы энәһенән ебенәсә белә, өйгә эшен дә әҙерләгән. Әммә бәғере ҡата ла ҡуя. Тамаҡ төбөнә ултырған төйөрө һүҙ әйтергә ирек бирмәй. Ярай, уҡытыусылар ғәҙәтен белеп бөткән. Киләһе дәрескәсә тынғыһына теймәйҙәр. Етем күңеле – әсе күл, тиҙәр бит, саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡыланһаң, сайпылырға тора. Әммә бөгөн көйөнөргә түгел, шатланырға кәрәк тә бит. Италия тиклем Италияға бушлай барып ҡайтыу бәхете һәр кемгә лә эләкмәй. Ләкин картуфты нишләтергә? Унан, ноутбукты берәйһенә һатып ебәрһәләр?

Сәбилә апай ҙа хафаға ҡалды. Һөйөнсө алырға ингән мәктәп директорын һорауҙары менән күмеп ташланы. Егерме ете йәшлек егетте әле яңы ғына туғыҙ йыллыҡ мәктәпкә хужа итеп ҡуйғайнылар:

– Китсе-китсе, ҡурҡмай ҡалайтып сығарып ебәрәһең ҡыҙ баланың яңғыҙын? Италия тейһеңме?

– Италия! Яңғыҙын түгел, группа менән. Ял көнө үҙем районға алып барам, унан – РОНО машинаһы менән Өфөгә. Шунан йыйылышып, медосмотр үтеп, ҡағыҙҙарын рәтләйҙәр ҙә – Мәскәүгә! Унан кесе йома таң менән вжжыт!

– Уф Алла, самолет менәнме?

– Самолет менән! Бына, Сәбилә апай, һин донъяла 61 йыл йәшәйһең, ә бер мәртәбә самолетта осҡаның булдымы?

– Булды, ти, булмайса! Поезға нисә тапҡыр ултырҙың, тип һора, ҡустыҡайым!

– Нисә ҡат ултырҙың һуң?

– Ике тапҡыр. Береһе ана Фәғиләнең әсәһе менән Магнитҡа балнисҡа барғанда. Икенсеһе – шул уҡ поезд менән кире ҡайтҡанда.

– Был ике ҡат тип һаналмай, бер ҡат була.

– Булһа булалыр. Ә нишләп Фәғиләне ебәрергә булдығыҙ? Унан башҡа балалар аҙмы ни?

– Балалар күп, лайыҡлылар аҙ! – Үҙенең тапҡыр яуабынан Марсель Рәмилович ҡәнәғәт булды.

– Унан, кемде ебәрергә, кемде юҡ, ҙур ағайҙар хәл итә, мин хәл итмәйем. Өфө хәл итә, – директор, былар баш тартып ҡуймаһын тиептер инде, юғарыға һылтанды. – Эйе, Өфө хәл итте. Министр районға шылтыратҡан, ә РОНО хужаһы минән кәңәш һораны. Мин инде ҡуш ҡуллап риза! Сөнки, мәйтәм, ҡыҙыҡай етем, мәйтәм, ҡыҙыҡай шәп уҡый, мәйтәм, саңғыла йөрөй, һушты алырҙай итеп йырлай, мәйтәм. Һуң, былтыр республикаға барып ҡайтты ла баһа, беренсе урынды алып!

Марсель ауыҙына һыу уртлағандай ултырған Фәғиләгә кереште:

– Һин бит сит илгә, балалар лагерына бараһың. Унда төрлө илдәрҙән халыҡ була. Халыҡ тигәс тә, һинең һымағыраҡтар инде. Социаль яҡтан теге нейтелмәгән, яҡланылмаған етем балалар. Африканан, Швейцариянан, Швециянан, Американан, Ҡытайҙан, Германиянан, Польшанан һәм башҡа илдәрҙән... – Ҡунаҡ, галстугын бөтәрләй-бөтәрләй, үҙе белгән байтаҡ илдәрҙе һанап сыҡты. Һәм һығымта яһап ослап ҡуйҙы.

– Шулай булғас, инглиз телендә аралашырға форсат сығасаҡ. Һин шартлатып һөйләйһең бит инде.

Йорт хужабикәһе тыныслана төштө. Ҡыҙҙы ер аяғы, ер башы булған ят, әммә һоҡланғыс хозур яҡтарға ебәрергә фатихаһын бирҙе. Ниңә, әйҙә йөрөп ҡайтһын, дәрт итһә. Беҙҙең кеүек, ус төбөндә ятҡан һаҫыҡ Магнитты күрҙем, тип хәбәр һөйләп кеше көлдөрөп ултырмаһын. Унан, хөкүмәт иҫәбенә тотошлай бушлай алып баралар, ти бит. Шулай ҙа ул-был хәжәтенә, мәҫәлән, туңдырма һатып алыуына аҡса бирергә кәрәк булыр, берәй 100 тәңкә. Етем тигәс тә, кәм-хур булып йөрөмәһен. Өҫ-башы әлегә арыу ғына, ана теге аҙнала джинсы салбар алып ҡайтып кейҙерҙе.

Сәй эскәндә, Сәбилә апай тауышын баҫып ҡына, әйтерһең, кемдер тыңлап тора, һорай ҡалды:

– Берәй төрлө ризалаштырырға кәрәктер бит РОНО хужаһын?

– Уй, уныһын белмәйем. Кәрәктер, моғайын, – тине директор.

– О-о, Италия! Унда, беләһегеҙме нисек күңелле!

– Нимәһе күңелле?

– Һуң, барып төшкәс, бушлай ашаталар, бушлай илде күрһәтәләр. Музейҙарға, киноларға, концерттарға, театрҙарға алып баралар, төрлө экскурсияға йөрөтәләр унда. Теге нейҙәре бар ҙа инде уларҙың, һыуҙа батып ултырған ҡалалары! Венециялары! Тағы ла ҡолап барған башнялары бар! – Директор йыр һәм хеҙмәттән уҡыта ине, шуға ла артығын таусирлай алманы. – Ә-ә, тағы ла унда диңгеҙ бар! Ҡара диңгеҙ.

«Урта диңгеҙ», «Адриатика» тип кенә эстән төҙәтеп ҡуйҙы Фәғилә. Яңылышмаһа, шул ике диңгеҙ ярында урынлашҡан Италия. Был илдең карталағы һынланышы итеккә оҡшаған. Тибенгеһе, йәғни шпоры ла, дағаһы ла бар, ә иң осонда – туп рәүешендәге утрау. Итектең икенсеһе һыңары – ерҙең теге яғында, Яңы Зеландияла. Был утрау ҙа ҡиәфәте менән нәҡ итек! Әйтерһең дә, ҡасандыр бик ҙур Алпамыша йән көсө менән сисеп быраҡтырған. Һәм бер һыңары Төньяҡ, икенсеһе Көньяҡ ярымшарға барып төшкән... Фәғилә географияны бик ярата.

Йылдың-йылы ауыша барған Пизан башняһы тураһындағы яңылыҡ өй хужабикәһенә көслө тәьҫир яһаны:

– Китсе-китсе! Балам, ул ҡолап барған вышкаларына менеп йөрөй күрмә тағы. Үҙең менмәйем тиһәң, моғайын, берәү ҙә көсләп мендермәҫ.

– Яңғыҙын уларҙың ебәрәмәйҙәр. Һәр саҡ группалары менән генә, гид менән генә йөрөтәләр. Сөнки тәртибе шул, шулай тейешле.

Директор ниңәлер Фәғиләнең ҡулын ҡыҫты, тантаналы линейкала һөйләгәндәй көр тауыш менән өндәште:

– Ҡотлайым! Киләсәктә лә уҡыуыңда һәм кластан тыш эштәрҙә уңыштар теләйем!

Фәғиләнең әсәһе үпкә ауырыуынан үлгәс, атаһы йәш ҡатын алып ҡайтты. Өйҙәгеләрҙең араһы тәүге көндән үк боҙолдо. Күҙ ҡабаҡтарын күгәртеп буяп алған ҡаҡса ҡатын өләсәһен ҡосаҡлап алып һөйгән булды.

– И-и-и, ҡәйнәмде!

Унан шундай уҡ яһалма, үтә сөсө тауыш менән Фәғиләгә өндәште:

– И-и-и, ҡыҙымды минең! Хәҙер мин булырмын инде әсәйең. Кил бында, кил, балаҡайым...

Фәғилә тәртешкәләй ябыҡ, бырау ҡарашлы был ҡатындың әсәһе булыуын теләмәй ине. Йән өҙгөс тауыш менән сәрелдәп ебәрҙе:

– Һин минең әсәйем түгел! Минең әсәйем үлде!

Атаһы бер-ике мәртәбә тауыш сығарып, йәш бисәһен урынына ултыртырға маташып ҡараны ҡарауға. Ләкин тегеһе баш бирмәне. Үҙенән дә нығыраҡ талашты, сапсышты, сыр-сыу килеп илашты. Ауылына ҡайтып киткеләне. Ярата ине Фәүзи ағай, артынан барып, инәлеп-ялбарып тигәндәй алып ҡайтты.

– Был зәхмәт тамам сихырлап алған икән баламды, – тип һөйләнде өләсәһе.

Ҡатын йортта яңы тәртип урынлаштырҙы. Өләсәһен, төпкө бүлмәгә шаршау ҡороп, тәҙрә төбөнә күсерҙеләр. Әбейҙең ашау-йәшәүе хәҙер айырым ине. Улы ла, килене лә уға ҡаршы ҡаты һүҙҙәр әйтте. Аш өсөн тимер сеүәтә, эсәренә күп ҡырлы стакан, бер ҙур ҡалаҡ тәғәйенләнеләр.

– Йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған! Йәлләмә! – тип баланы ла тыйып ҡуйҙылар. Фәғилә йәшереп өләсәһенә ризыҡ ташыны. Тик әбейҙең көндәре һанаулы ғына ҡалғайны. Ҡайғыһы башына етте уның. Улы етәкләп алып ҡайтҡан хәсрәттән һарғайҙы. Ҡыш тәҙрәнән шарлап өргән ел һуңғы һаулығын алды. Күк үләнгә сығыр-сыҡмаҫтан гүр эйәһе булды.

Әйберҙәрен сығарып үртәнеләр, галуштарын, таяғын, протез тештәрен сүплеккә ташланылар. Иртәгеһенә Фәғилә теге йәмшек сеүәтәне эҙләп табып, өйгә алып ҡайтты.

– Һеҙ ҡартайғас, шаршау ҡороп, икәүегеҙҙе лә тәҙрә янына күсерәм дә ошо һауыттан ашатам!

Тиҙҙән атаһын төрмәгә ултырттылар, кеше малын урлап һуйған өсөн. Үгәй әсәһе Фәғиләне балалар йортона урынлаштырам тип түбәһе күккә теймәй, осоноп-талпынып йөрөй башланы. Бәхетенә, инәһе Сәбилә килеп, күрше ауылға алып ҡайтып китте. Ире күптән мәрхүм ине, балалары булманы. Фәғилә берҙән-бер йыуанысына әйләнде. Һәм бына Италияға барыу форсаты насип булды етемкәйгә. Тик ҡыҙ битараф ҡалды, һаман да үҙенең күмелмәй ятҡан картуфы хаҡында тылҡыны.

РОНО мөдире сәғәт һигеҙ тулғас ҡайтырға сыҡты. Хәҙер эш бер аҙ кәмене, мәктәптәрҙә имтихандар тамамланды. Инде йәйге ялды ойоштороу, ремонт эштәре килеп баҫты. Өҫтәүенә, бәләкәй ауылдарҙағы мәктәптәрҙе ябыуҙы бурыс итеп ҡуйҙылар. Ата-әсәләр ҡаңғыра, эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар зар илай. Хатта өҫтәгеләр, министрлыҡтағылар, үҙҙәре ни эшләргә белмәй. Ә бында, төбәктә, бөтөнләй мәхшәр. Баш ҡатҡан инде. Быйыл отпуск бөтөнләй тәтемәҫ моғайын, бәлки, берәй аҙна-ун көнгә ял һорап алыр. Бирһәләр...

Июль ҡояшы яңы һүрелеп, ергә оҙон-оҙон күләгәләр һуҙа башлағайны. Район үҙәге бик ҙур ауыл ине. Рәсми ойошма-учреждениеларҙан ситтәрәк, йылғаның һул ярында яңы биҫтә башлана. Ғәмәлдә түрә-ҡара, уңышлы эшҡыуарҙар, ғөмүмән хәллерәк халыҡ йәшәгәнлектән, «Санта Барбара» тип йөрөтәләр уны. Фәрит тә бында күптән түгел йорт һалып сыҡҡайны. Бер яҡ күршеһе – полиция начальнигы, уның коттеджы, подвалын да иҫәпләһәң, өс ҡатлы килеп сыға. Фәриттең ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған өйөнә ауып барған кеүек. Уң яҡта һалым инспекцияһының баш бухгалтеры әкиәт һарайы төҙөп ҡуйҙы. Әлегә күсеп сыҡмаған әле. Артта ниндәйҙер курдмы-әрмәнме йәшәй. Уны күргәне лә юҡ, ихатаһы бейек таш ҡойма артында. Төндә генә килеп-китеп йөрөй, шикелле. Бәғзе ваҡыт затлы машиналар килеп тула. Шикле кеше.

Ләкин иң күп бәләне ҡаршыла йәшәгән Фәриҙә, дөрөҫөрәге, уның ун-ике, ун өс йәштәрҙәге малайы килтерә. Саҡ ҡына «етешмәй» шикелле ул балаға. Бер көнө эргә-тирәләге селбәрәне йыйып банда төҙөгән. Кинолағы кеүек. Һәр береһендә уйынсыҡ пистолет, күҫәктәр. Унан икегә бүленеп, «стрелка» тәғәйенләгәндәр. Һуғышҡандар. Унан еңелгән малайҙарҙы хилаф эшкә мәжбүр иткән. Береһе аҡса табып килтергән. Үтеп барыусыға таш атҡандар. Шамил, үҙен батыр итеп күрһәтергә теләптер инде, Фәриттең машинаһына оятһыҙ һүҙ сыймаҡлаған.

– Шамил, нишләп эш боҙаһың? Һин ҙур егет тә инде! – Фәрит күршегә инде, малай менән ысын теләп «аңлашырға» ниәт ҡылғайны. Тик тегеһенең оло ағай менән һөйләшкеһе килмәне, башын телевизорға борҙо. Әйтерһең дә, ишетмәй.

– Шамил, Шамил, ҡара әле бында! Миңә ҡара! Ни өсөн тәҙрә ваттығыҙ? Минең машинаны.

– Булмаҫ, Шамил улай алама малай түгел. Эйе бит, улым? – Фәриҙә, ғәҙәтенсә, малайы яғына баҫты. – Икенсе берәйһе ҡыланғандыр...

– Һуң, күршенең ҡапҡаһына видеокамера ҡуйылған. Ул әйтте миңә.

– Ярай, минең малайҙы төрмәгә ултыртығыҙ улай булғас! – Фәриҙә ҡапыл ҡыҙыша башланы. – Шаян тигәс тә. Унан, бисәңдән ҡурҡмай, нисек килеп индең минең өйгә, ә, Фәрит Мотаһарович?

Үткән көҙ күрше ауылдан бынамын тигән фермер иренән айырылып ҡайтҡайны.

– Ата-әсәһе бар саҡта ул ниндәй етем булһын? – Фәрит хужабикәнең мыҫҡыллауын ишетмәгән булды, уны тынысландырырға тырышты.

– Етем инде, тере етем!

Ҡатын артынан ҡысҡырып ҡалды:

– Хәлеңдән килһә, ултырт мине лә төрмәгә! Мәгәр хәлеңдән килһә!

Фәрит Мотаһарович сығып киткәс, малайына сәпәп ебәрҙе. Тегеһе ырғып торҙо, күҙе шәмәреп бер ҡараш ташланы ла атылып сығып китте. Мунсаға инеп ләүкәгә һуҙылып ятты, сарылдап илай башланы. Ике усы менән битен ҡаплап байтаҡ һулҡылданы. Ябыҡ яурындары ҡалтыранды. Ҡурҡылдаҡ тауыҡтай өтәләнеп әсәһе килеп етте. Ҡарпыш ҡолаҡтары ҡыҙарған, бите буйлап йәш аҡҡан улын күреп, үҙенең йөрәге өҙөлөп төшөр хәлгә етте. Ҡосаҡлап алды ла күкрә генә ҡыҫты:

– Эй, тере етемкәйемде минең. Атаң йүнле булһа, был хәлгә лә ҡалмаҫ инек.

Әсәле-уллы икәү байтаҡ балауыҙ һыҡты. Ғәҙәти хәл ине был. Тәүбәгә килгән малай иртәгә йәнә эш боҙасаҡ, унан йәнә зыян күреүселәр менән «аңлашырға» тура киләсәк. Йәнә илаш, йәнә талаш сығасаҡ. Был ҡалыплашҡан хәлдең осо-ҡырыйы күренмәй ҙә, һиҙелмәй ҙә кеүек. Һәм бына бушлай путевка. Улын сит илгә ебәрергә ныҡлы ҡарарға килде. Бер аҙ тынысланып, ер-һыу күреп ҡайтһын әйҙә. Үҙе лә унан ял итер, исмаһам. Тик нисек Фәриттең, ҡасандыр уның Фәрите булған түрәнең, күңеленә асҡыс табырға? Хәйер, бер генә һүҙе лә етер ине. Был хулиган малай, үҙе белмәһә лә, райондың төп мөғәллиме Фәрит Мотаһар улы Ырғыҙбаевтың улы ине...

Фәрит дүртенсе курстан һуң өйләнде. Филология факультетынының иң уңған һәм сибәр ҡыҙын ҡаратып алды ул. Йәштәр айырым фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй башланы. Эйе, тыныс ҡына башланып китте уларҙың ғаилә тормошо. Ир кеше, уҡыуынан тыш, бер ойошмала ҡарауылсы булып эшләне. Кәләшен ярата ине, уға артыҡ көс төшөрмәҫкә тырышты. Шул ғына хәсрәттәре бар ине – ике йәш йөрәктең мөхәббәт емеше булырҙай сабый ғына донъяға килергә ашыҡманы. Түлһеҙ ине Нәфисә. Төрлө табиптарға, өшкөрөүселәргә, хатта ки күрәҙәселәргә барып ҡаранылар. Һуңғыһы, үҙен әүлиә тип йөрөтөүсе әбей, серле генә һүҙҙәре менән таң ҡалдырҙы:

– Ҡыҙым! Һинең балаң булмаҫ. Иреңдеке булыр, әммә был турала арыуыҡ ваҡыт үткәс белерһегеҙ. Тик, ҡара уны, шул мәл еткәс, ауан ҡылығың менән харап итеп ҡуйма балаҡайҙы.

Был юрауҙың ни аңлатҡанын белмәйенсә, аңҡы-тиңке булған йәштәр ҡайтып китте. Нәфисәһе тормошҡа аныҡ ҡарашлы, тәүәккәл ҡатын ине, кит юҡты һөйләмәһен, булмаҫ, тине лә онотто. Бәлки, үҙен дә, ирен дә йыуатыр өсөн шулай ҡыланғандыр. Уныһын кем белә? Бер нисә көндән Фәрит ҡатынынан йәшереп кенә теге шомло әбейгә килде. Ләкин уныһы асылманы, теге юлы әйткән юрауына бер һүҙ ҙә өҫтәмәне. Шулай ҙа аҙаҡтан сәйер генә риүәйәт бәйән итте:

– Борон Син яғында, хәҙергесә әйткәндә, Ҡытайҙа, бер бабай булған. Әбейе һәм яңғыҙ улы менән ил сигендә – заставала йәшәгән. Бик фәҡир көн иткән был ғаилә. Бер заман уның аты юғалған. Хужа бик ҡайғырған, әммә әбейе әйтә икән: ҡайғырма, бәлки, был яҡшығалыр! Күп тә үтмәй, илгә яу килгән. Кемдең аты бар, һәммәһен дә ғәскәргә алып киткәндәр. Ә бабайҙың ғәзиз улы өйҙә тороп ҡалған. Ҡот осҡос һуғыш булған, һөҙөмтәлә киткәндәр кире әйләнеп ҡайтмаған. Ябай ғына осраҡлыҡ арҡаһында егет ҙур ҡазанан – үлемдән ҡотолған. Шуға ла ҡытайҙарҙа иң яратҡан әйтем: «Заставала йәшәгән ҡарттың аты юғалған. Бәлки, был яҡшығалыр...»

– Был легенда һеҙгә Хоҙай тарафынан, өҫтән төшөрөлдөмө? – тип һораны әҫәрләнгән Фәрит. Эйе, ныҡ тәьҫир итте был шомло йортта ишеткән сәйер әкиәт.

Әбей өндәшмәне. Студентҡа иғтибар менән ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла кинәт көлөп ебәрҙе:

– Юҡсы! Мин уны радионан ишеттем!

Ирҙең уҡыуы тамамланғас, Өфө эргәһендә, сәнәғәт предприятиелары шыҡлап тултырылған ҡасабала, эшләнеләр. Ике йыл ғүмерен шул ҡотһоҙ төбәктә үткәрҙе. Унан директоры менән һүҙгә килешкәс, барыһына ҡул һелтәне лә үҙ яғына ҡайтып китте. Көньяҡ райондарҙың береһенә, урман төпкөлөндә ятҡан Ҡарағайлы ауылына эшкә төштөләр. Фәрит – физика, Нәфисә башҡорт теле уҡытыусыһы булып. Мәктәптең иҫке генә өйө бар ине, элекке интернат, шуны йүнәтеп йәшәй башланылар. Ҡатыны әле бишенсе курста ғына ине, ситтән тороп уҡыуға күсте. Йылына ике тапҡыр баш ҡалаға имтихан тапшырырға йөрөнө. Сессиялары берәр айлап һуҙыла ине. Был мәлдәрҙә ҙур ағас йортта яңғыҙы ҡалған Фәриткә айырыуса ҡыйынға тура килә. Эсе бошҡанда мәктәпкә яҡын уҡ йәшәгән хеҙмәт уҡытыусыһына инеп кәрт һуғалар йәки сатраш уйнайҙар. Уныһы һарғайып ҡатҡан ҡарт буйҙаҡ ине.

– Тишек, йәһәннәм тишеге бит был ауыл! – тип уфтанышып алалар. – Ней клубҡа дискотекаға сығып булмай, уҡыусылар туп-тулы. Ней концерт килмәй, ней кино күрһәтмәйҙәр...

Киләһе йылы, ҡышҡы каникулдар бөтөү менән, мәктәп тормошон йәнләндереп ебәргән ике ваҡиға булды. Тәүҙә өҫтән фарман килде. Баҡһаң, районда үҙэшмәкәр театрҙарҙың фестивале башлана. Тимәк, һәр урта мәктәп спектакль әҙерләргә тейеш. Ҡарағайлылар мәш килеште, халыҡта бығаса йоҡомһорап ятҡан дәрт уянды. «Ураҡсы ҡыҙ» тигән пьесаны һайлап алдылар. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында барған һәм коллективлаштырыу осорон һүрәтләгән фәһемле лә, күңелле лә драманы. Ауылдың барлыҡ ижади көсө – ҡарты ла, йәше лә уйынға йәлеп ителде. Билдәле, төп яуаплылылыҡ та, төп өмөт тә йәш мөғәллимдәр иңендә ине. Фәрит кистәрен күнекмәләр барған ауыл клубынан сығышманы. Бының йәнә бер сәбәбе бар: Нәфисәһе нәҡ шул көндәрҙә сираттағы имтихандарын тапшырырға китте. Өйҙә иһә күңелһеҙ, өйҙә эс боша.

Өҫтәүенә, саҡ ҡына алдараҡ, ҡар-буранлы ғинуар башында, ауылға ғәжәйеп һылыу ҡыҙ – Фәриҙә килеп төштө. Егерме биш-егерме алты йәштәрҙә булғандыр ул саҡта. Ысынлап та һоҡланып туймаҫлыҡ ине яңы география уҡытыусыһы. Сөм-ҡара оҙон сәстәре биленә етеп тора, күҙҙәренән шаян осҡондар сәсрәй, ҡабарынҡы алһыу ирендәре араһынан мәрйендәй ап-аҡ тештәре балҡып китә. Тыҡ-тыҡ атлап, юҡ, бейеп кенә йөрөй. Уҡытыусы ирҙәр һәм юғары синыф уҡыусылары кемуҙарҙан ғашиҡ булып бөттө яңы «географ»ҡа.

Һәм иң тулҡынландырғаны – ҡыҙҙы ошо уҡ элекке интернат бинаһына урынлаштырҙылар. Коридорҙың теге осондараҡ йәшәп ятҡан инглиз теле уҡытыусыһы янына өйҙәш булып керҙе. Уныһы ла институтты яңы бөтөп, ошо уҡыу йылы башында килгәйне. Шулай итеп, Ырғыҙбаевтар күршеле булдылар. Ләкин артыҡ ҡатнашманылар. Ҡыҙ-ҡырҡындың үҙ сере, үҙ хәстәрлектәре, ә ирле-ҡатынлы был икәүҙең үҙенеке.

Фәриҙәнең артислыҡ һәләттәре, күрәһең, йөҙөнә сыҡҡайны.

– Бына беҙҙең төп героиня! Сәрбиназды фәҡәт Фәриҙә Хөсәйеновна уйнарға тейеш!

Шулай хәбәр һалды бер көнө хеҙмәт уҡытыусыһы, Фәриттең дуҫы. Йыйылышта ултыралар ине. Директор ҡашын төйҙө:

– Мин, әлбиттә, ҡаршы түгел. Фәриҙә Хөсәйеновнаға ниндәй роль бирһәң дә булдырыр ине! Тик беҙҙең төп геройыбыҙ бар. Ул инде нисәмә репетицияла ҡатнашты, һүҙҙәрен күптән ятлап бөткән.

Фәриҙә әлегә ят даирәлә шым ҡалыуҙы хуп күрҙе. Әммә төп герой ролен башҡарған йыр уҡытыусыһына һынсыл ҡараш ташланы. Иғтибарлыраҡ берәйһе күҙәтеп ултырһа, мәгәр был ҡарашта сәм сатҡыларының сәсрәп киткәнен тойор ине. «Бәхетеңә алданыраҡ өлгөргәнһең, юғиһә минән ни ерең артығыраҡ?» Шундай мәғәнә һалынған ине был ҡарашҡа.

Фәриҙәгә һөҙөмтәлә арттараҡ йөрөгән бер ҡыҙҙы уйнарға тура килде. Фәрит иһә гармунсы егет Ғәле булып йөрөй. Һылыуҡай менән ул бер күренештә генә осраша. Имеш, кулактар тарафынан ҡотортолған бер өйөр аңһыҙ әбейҙәр һөрлөгөшөп килеп сығалар ҙа гармунсы егет – комсомолец Ғәлегә ябырылалар. Уларҙың башлығы, убырлы ҡарсыҡ, йәмһеҙ итеп аҡырып ебәрә:

– Бөтөр, дөмөктөр ҡәбәхәтте!

Һәм иң ҡыҙығы, был «убырлы ҡарсыҡ»ты иң сибәр ҡыҙ Фәриҙә башҡара! Сөнки уға бүтән роль ҡалмаған. Һис кемдең дә убырлы ҡарсыҡ булғыһы килмәй. Сюжет буйынса, кулак әбейе Ғәленең башына таяҡ менән тондора. Ул йығылғас, синфи дошмандар – аңһыҙ, һөмһөҙ, наҙан ҡарсыҡтар «камсамул»ды «йыртҡыстарса» туҡмай башлай.

Был «фажиғәле» күренеште Фәрит таңдан уҡ менән көтә башлай. Оҡшай, бик оҡшай уға Фәриҙә, нимә эшләһен инде. Өфөлә йөрөүсе ҡатыны алдында ла уңайһыҙ. Үҙен әллә ниндәй енәйәт ҡылған бәндә кеүек тоя. Ләкин иртәнсәк дәрескә барып, уҡытыусылар бүлмәһендә йәки коридорҙа ҡыҙҙың аҡ свитерын шәйләп ҡалһа, йөрәге дарҫлап тибә башлай. Йыш ҡына уларҙың «тәҙрәләре», йәғни буш дәрестәре бер ваҡытҡа тура килә. Яңылыш ҡына ашханала тап булып, бергәләп сәй эсәләр. Йәки уҡытыусылар бүлмәһендә сатраш уйнайҙар. Унан кискеһен йәштәр уйынға ашыға.

– Дөмөктөр, бөтөр ҡәбәхәтте!

– Эх, ошондай убырлы ҡарсыҡ миңә эләкһә! – Хеҙмәт уҡытыусыһы күнекмәләр араһында тәмәке тартҡанда уфтанып алғылай. Эйе, шәп шул, бигерәк шәп ҡыҙ! Ул оҙон таяғын күтәреп ипләп кенә Ғәленең башына төшөрә, үҙе шаян йылмая.

– Түк Фәрит ағайҙың башына! Бына шулай, бына шулай. Ҡолағыҙ, һеҙ үлдегеҙ.

«Риза, риза, һылыуҡай! Һинең ҡосаҡта мең тапҡыр үлергә лә, терелергә лә риза... Нәфисәкәйем, ғәфү ит. Шайтан ҡоторта мине». Ғәле ысын теләп иҙәнгә ауа.

– Ул ниндәй «түк», ул ниндәй «Фәрит ағай»? Ул ниндәй «ҡолағыҙ, үлдегеҙ»?

Режиссер бисә, бер үк ваҡытта клуб мөдирәһе, уҫал күренергә тырышып, бармаҡ янай. Ул, әйткәндәй, ошо ике парҙы иң уңышлы тип һанай. Фәриҙәне төп ролгә ҡуйырға ынтылып-ынтылып ҡараны ла бит. Тик әлеге лә баяғы директор менән ныҡлап һүҙгә килешергә теләмәй. Тегенең балдыҙы уйнай бит Сәрбиназды.

Бер көнө ҡыҙ, дәрестәр араһында тап булып, үтенесен еткерҙе.

– Фәрит ағай (педагогтар бер-береһен, ғәҙәттә, рәсми исем-шәрифтәре менән йөрөтә, ләкин Фәриҙә уға нәҡ шулай, ябай ғына, мөләйем итеп өндәшә), беҙҙең бүлмәлә тәҙрә ябылып етмәй, шуны ҡарап бирмәҫһегеҙ микән?

– Әлбиттә, бирәм! – Ирҙең шатлығы йөҙөнә сыҡты, ә ҡыҙ бер генә йылмайып, һирпеп ҡараны ла коридор буйлап тыҡ-тыҡ атлап китеп барҙы.

Дәрестән һуң Фәрит спорт кейемендә генә, аяғына тапочкалар ҡатып, күрше бүлмәгә килде. Ҡыҙҙар элекке ятаҡхананың йәтеш кенә бүлмәһен биләйҙәр ине. Сағыу ғинуар ҡояшы ҙур тәҙрәләрҙәге ҡорғандар аша бүлмәгә төшә. Таҙа һәм матур йәшәй ҡыҙҙар. Мөйөштә телевизор, ишектең уң яғында өҫтәл. Һыуытҡыс. Кәштәләрҙә китаптар, шифоньер. Моңло ғына көй ишетелә, хужабикә радиоһын асҡан икән. Көндөҙгө концерт бара.

Ҡыҙ үҙе генә. Өҫтөндә ҡыҙыллы-күкле сәскәләр төшөрөлгән бик матур йәшел халат. Һығылмалы нәҙек кәүҙәһенә һылашып ҡына тора. Оҙон сәстәрен күбәләй итеп түбәһенә өйгән. Хуш еҫтәр аңҡып китте үҙенән.

– Һеҙҙә күңелле икән, Фәриҙә Хөсәйеновна. Ә бына беҙҙең яҡҡа ҡояш төшмәй.

– Беҙҙә һәр саҡ күңелле ул. Сөнки, кемдер әйтмешләй, күңелһеҙ тормош булмай, күңелһеҙ кешеләр генә була

– Ә кем әйткән һуң ул алтын һүҙҙәрҙе?

– Әлләсе, әле яңы ғына үҙем әйттем! – Фәриҙә сыңғырҙата көлөп ебәрҙе.

– Тимәк, Һеҙҙе бөйөк кешеләр рәтенә индерергә мөмкин?

– Уй, Фәрит ағай, минең ундай алтын һүҙҙәрем аҙым һайын. Тик яҙып барыусыһы ғына юҡ...

Артабан да әңгәмәләре уйынлы-ысынлы юҫыҡта дауам итте. Фәрит кире үҙ бүлмәһенә (дөрөҫөрәге, Нәфисә менән икеһенең бүлмәһенә) инеп ҡасау, сүкеш алып килде. Насар ябылған форточкаларҙы тығыҙлап сыҡты. Фәриҙә котлет ҡыҙҙыра ине, унан ваҡ бәлештәр эшләргә кереште. Үҙе баяғы хәбәрен дауам ҡылды:

– Әйтәләр бит, кеше ни тиклем йүнһеҙ хәбәр һөйләй, шул тиклем аҡыллы күренә!

– Юҡ, Һеҙҙең хаҡта улай тип әйтергә һис кемдең теле әйләнмәҫ! – Фәрит ни әйтергә белмәне, тырышып-тырышып кире ҡағырға кереште.

– Юҡ, мин бит үҙемде әйтмәйем. – Фәриҙә сәхнәләге кеүек «текә» ҡиәфәткә керҙе. Ысынлап та уға фәҡәт актриса булырға кәрәк!

– Сөнки мин бөйөк! Сөнки мин Клеопатра!

Йәнә селтерҙәтеп көлөп ебәрҙе. Унан баяғы фекеренә әйләнеп ҡайтты:

– Беҙҙең институттағы уҡытыусы әйтә торғайны. Мәгәр кеше араһында әйтер һүҙегеҙ юҡ икән, бер нөктәгә ҡарап тик кенә, өндәшмәй ултырығыҙ. Һирәк-һаяҡ «м-дааа» йәки «эйе, шула-а-ай» тигәнерәк ауаздар сығарып ултырыу тәҡдим ителә.

– Ни өсөн?

– Сөнки шулайтһаң, аҡыллы күренәһең. Фәйләсуф тип ҡабул итәләр!

Көлөштөләр. Күңелле лә, рәхәт тә ине бында.

– Ә Маргарита ҡасан ҡайта?

– Әлләсе, ул, факультатив үткәрәм, ти ине.

Фәриҙә күршеһен яңы ғына бешкән котлеттар, ваҡ бәлеш менән һыйланы. Сәй эстеләр. Аш артында бер мәл күҙҙәре осрашты. Икеһе лә тертләп ҡуйҙы.

Ошо хәлдән һуң Фәрит бер ни ваҡыт ҡыҙҙарға инмәй йөрөнө. Фәҡәт бүлмәһендә булғанда коридорҙағы аяҡ тауыштарын тыңлап ята ине. Дөрҫ-дарҫ баҫып ауыр кәүҙәле Маргарэт Тэтчер үтә. Ҡушаматты инглиз теле уҡытыусыһына балалар күптән йәбештергәйнеләр. Ә Фәриҙәнең аяҡ тауыштары үҙе кеүек үк наҙлы, йомшаҡ, тигеҙ. Ҡыҙ хаҡында бик йыш уйлана, хыяллана башланы. Имтихан биреп йөрөүсе ҡатыны менән телефон аша һөйләшеп торҙо. Нәфисә алдында үҙен ниндәйҙер оло ғәйепле кеше һымаҡ һиҙә ине. Ҡыҙ менән аралары яҡынайған һайын, был тойғо көсәйә, ҡабарына барҙы.

Режиссер ҡатын барыбер үҙенекен итте. – Фәриҙәне төп ролгә тәғәйенләнеләр. Директор тыштан был аҙымды хуплаған булды, әммә үҙ һүҙле «географичка»ға асыуын төпкә йәшерҙе. Балдыҙы киҙеү йоҡтороу һылтауы менән больничный астырҙы ла репетицияларға килмәй башланы.

Яңы Сәрбиназды башҡа артистар ҙа яратып ҡабул итте. Ҡыҙ үҙе лә бик һәләтле, тырыш ине. Һә тигәнсе һүҙҙәрҙе ятлап алды. Онотҡан ерҙәрендә үҙенән сығарып та һөйләргә күп һорамаҫ. Иң мөһиме, уның «ураҡсы ҡыҙы» күпкә йәнлерәк, ихласыраҡ, ышандырғысыраҡ килеп сыға. Ә инде элекке ролен, йәғни «убырлы ҡарсыҡ»ты Зөләйха исемле сәркәтип ҡыҙға тапшырҙылар. Был «ҡарсыҡ» Фәритте саҡ ғәрип ҡалдырманы. Хәйер, баштан бәйән итәйек.

Фестиваль асылыр алдынан ғына спектаклде ауылда ҡуйҙылар. Халыҡ эркелешеп килде. Сәхнә алдын башланғыс синыф уҡыусылары солғап алды. Һыуыҡтан ҡыҙарған ҡулдарын сәхнә ҡырыйына һалып, йомшарған танауҙарын мырш-мырш килтергән бала-саға ағас ботағына ҡунған сәпсектәрҙе хәтерләтә ине.

Беренсе күренештә Ғәле гармун тартып йырларға тейеш. Фәрит йырлауын арыу ғына йырлай. Ләкин гармун тарта белмәй. Шуға ла ул сәхнәнең уң ҡырында шаршау эргәһендә тороп йырларға тейеш. Күректәрҙе тегеләй-былай тартҡылаған була, ә эстә боҫоп торған клуб мөдирәһе баянда һыҙҙыра ғына. Ситтән, тамашасы залынан ҡарағанда, Фәрит уйнай ҙа, йырлай ҙа булып күренә. Бына ошо урында тәүге «әкәмәт» килеп сыҡты. Алдан тәғәйенләгән кеше спектакль өсөн кәрәкле тальянканы килтермәгән, имеш. Ул ғына ла түгел, үҙе лә ғәйеп булған. Бына һиңә мә. Йүгерешеп йөрөп гармун эҙләнеләр.

– Бына ошонда, гримеркала, элек берәү була торғайны. Эҙләгеҙ, эҙләгеҙ! – тип өтәләнде клуб мөдирәһе. Ниһайәт, шкаф артына төшөп ятҡан бик иҫке ҡорамал хасил булды. Фәриткә тотторҙолар ҙа артынан этәреп тигәндәй сәхнәгә сығарып ебәрҙеләр.

Алдында ҡара бушлыҡ, тик алда ғына мыш-мыш танау тартҡан малайҙарҙың күҙе йылтырай. Гармунын һуҙып ебәреүе булды, күреге икегә өҙөлдө лә ҡуйҙы. Саңы борҡ итеп ҡалды. Әйтерең бармы: юғалған ҡомартҡы бит ун йыллап туҙан йотоп, шкаф артында боҫоп ятҡан! Халыҡ шаулатып ҡул сапты. Фәрит, һыр бирмәҫтән, йырлап ебәрҙе. Ҡыҙарып-бүртенеп шаршау артына ҡайтыуына Фәриҙә суп иттереп үбеп алмаһынмы! Ярай әле, бүтәндәр күрмәне.

– Молодец, юғалып ҡалманың! Мин спектакль өҙөләме тип торам...

Фәрит аңына килгәнсе, ҡыҙҙы сәхнәгә саҡырҙылар. Ул ғәжәйеп матур йырлай ине. Фәрит сәхнәлә күбәләктәй бөтөрөлгән Сәрбиназға ҡарап эстән моңланды:

Ай урағын алып ҡулдарына,

Көмөш шишмәләрҙән һыу алдың.

Көмөш шишмәләрҙән һыу алғанда

Кем исеменә йырҙар йырланың?

Унан йәнә Фәритте сығарҙылар. Нәҡ ошо урында икенсе «әкәмәт» килеп сыҡты. Әлеге лә баяғы «убырлы әбей» эште боҙҙо. Уны хәҙер, әйтеүебеҙсә, директорҙың сәркәтибе уйнай ине. Зөләйха ҡалын күҙлек кейә, әммә сәхнәгә сыҡҡанда уныһын ҡалдыра. Шуға ла ул ярым һуҡыр. Бына был юлы ла аңһыҙ, йүнһеҙ, наҙан «әбейҙәр»ен эйәртеп ажғырып килеп сыҡты.

– Бөтөр, дөмөктөр ҡәбәхәтте!!!

Күҙҙәр күкле-ҡаралы төҫтәргә буялған, уларҙан синфи көрәш нәфрәте бөркөлөп тора. Яулыҡтар елгә елберҙәй, йоҙроҡтар төйөлгән. Һәм бына ошо асыулы даръя, әбейҙәр ташҡыны, «камсамул Ғәле»гә ташлана. Зөләйха хәтәр башлы имән таяғы менән киҙәнә:

– Бөтөр, дөмөктөр ҡәбәхәтте!

Ғәле ҡаһармандарса ҡыйыу торорға тейеш. Сөнки ул – батыр егет, сөнки ул – комсомол әһеле. Ҡоторонған убырлы ҡарсыҡ, күҙлекһеҙ ҡарсыҡ, ысын теләп Фәриттең башына тондора. Мә һиңә, ҡәбәхәт! Әммә китаптағы ниндәйҙер иҫәүән Ғәленең башына түгел, ә физика уҡытыусыһы Фәрит Мотаһаровичтыҡына! Бында Зөләйха ғәйепле түгел, ул фәҡәт насар күрә, айырыуса кистәрен насар күрә. Бында герой булып ҡыланыусы ир үҙе ғәйепле.

Ырғыҙбаев үтә лә тәбиғи рәүештә сәхнәгә йығылды, маңлайында күгелйем оро бәреп сыҡты. Халыҡ үтә ҡәнәғәт булып йәнә ҡул сапты.

– Ҡарәле, былар ҡалай оҡшата, әй!

– Моғайын, районда беренсе урынды алып ҡайтырҙар!

– Әлбиттә, алалар...

– Афарин!

Шаршау ябылды.

Спекталь бөткәс, уңышты билдәләнеләр. Ошо клубтың ҙур бүлмәһендә мөдирә ханым коньяк сығарҙы. Тост артынан тост әйтелде. Халыҡ таралышҡанда, сәғәт төнгө бер тулғайны.

Тышта селлә һалҡыны хөкөм итә. Эттәр өргөләй, электр сымдары елгә геүелдәй. Оҙон күләгәләр сайҡала. Аяҡ аҫтында ҡар шығырҙай. Күктә инде тула башлаған ай ялтырай, йондоҙҙар емелдәй.

– Һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы? – тип һораған булды Фәрит, ҡыҙҙы ҡултыҡлап.

– Яратам! Айырыуса ҡыш төнөндә, йылы ғына өйҙә йомшаҡ ҡына юрған аҫтына сумып, иркәләнеп ятырға яратам, – тип яуапланы ҡыҙ. Ирҙең ҡулын мәғәнәле генә итеп ҡыҫты ла сыңғырҙатып көлөп ебәрҙе. Фәриттең йөрәге ләззәтле тибеште. Аңланы ул ҡыҙҙың нескә ишараһын. Кинәт кенә туҡтап, ҡосаҡлап алды. Ҡыҙ шараптанмы, һыуыҡтанмы ҡыҙарынған. Алһыу биттәрендә ынйылай ҡар бөртөктәре йымылдай, күҙҙәрендә йондоҙҙар яна. Шағирҙың матур һүҙҙәре хәтеренә төштө, һәм ир кеше уларҙы ҡысҡырып ҡабатланы:

Күҙҙәреңә йондоҙ ҡолап төшкән,

Иртән унда ҡояш уяныр.

Был әкиәти төндө лә, алдағы аҙнаның сихри төндәрен дә улар бергә үҙғарҙы. Тас Фәриҙә теләгәнсә – йылы өйҙә, йылы юрған аҫтында... Донъялағы иң бәхетле, иң мөхәббәтле кешеләр ине улар.

– Ни өсөн һин нәҡ мине һайланың? – тип һораны бер мәл.

– Сөнки Стәрлетамаҡта дуҫлашып йөрөгән егетемә бик тә оҡшағанһың, – тип дөрөҫөн әйтте Фәриҙә. Ирҙең хәтере ҡалды, аҙаҡ байтаҡ үпкәләп йөрөнө. Нәҡ ысын ғашиҡтар кеүек.

– Ә нимә булды ул егет менән?

– Бер ни ҙә булманы. Ул өйләнде, икенсе бисәгә. Шул ғына.

Нәфисә ҡайтҡансы дауам итте был бәхет. Нәҡ ошо мәлдә ҡыҙҙың бүлмәләше лә, ауылды ялмап алған киҙеүгә тарып, дауаханаға ятҡайны. Һигеҙ ҙур бүлмәнән һәм һалҡын коридорҙан торған интернат бинаһы инде тулыһынса улар ҡарамағында ине. Фәриҙәнең ҡотло бүлмәһендә бергә яталар, бергә уяналар. Бөтөнләй ир менән ҡатынға әйләнеп бөттөләр.

Быларҙың араһында урынлашҡан үтә йылы мөнәсәбәттәр, әлбиттә, мәктәптә лә, мәғлүм булды. Һәр хәлдә аулаҡҡа сыҡҡан «аҙаштар» (уларҙы спектаклдән һуң шулай йөрөтә башлағайнылар) тураһында төрттөрөбөрәк һөйләгән хәбәрҙәрең ос-мосо булһа ла ҡолаҡтарына салынып ҡала ине. Йәшерерлек сер түгел ине шул. Һәр саҡ күтәренке кәйефтә, осоп-талпынып ҡына йөрөйҙәр. Дәрестәре лә күңелле, бер тында үтә. Тик бәғзе ваҡыт ирҙе аңлап бөткөһөҙ ғәйеп тойғоһо солғап ала. Уның хыянаты тураһында һис нәмә лә белмәйенсә Өфөлә йөрөгән ҡатыны алдында выжданы ғазаплай ине. Шул мәлдә ул ҡапыл тынып ҡала, күҙҙәрен ситкә бора. Фәриҙә лә быны һиҙә, ҡыҙҙың булмышын көнсөллөк хисе биләй.

– Һин мине яратаһыңмы?

– Бик-бик яратам.

– Таһир Зөһрәһен яратҡан кеүекме?

– Уларҙан да нығыраҡ...

– Ә ҡатының?

– Мин айырылам.

– Улай ярамай, Фәрит. Һин уны яратаһыңмы?

– Яратам. Тик һине лә яратам.

– Улай булмай, Фәрит!

– Нисек булмай?

– Ике ҡатынды ла бер юлы, бер тигеҙ яратып булмай!

– Булалыр инде, беҙ мосолман бит. Дүрт кәләш алырға рөхсәт ителә!

– Биремен мин һиңә дүрт кәләште!

Фәриҙә кескәй йоҙроҡтары менән ирҙе түпәләй башлай.

– Беҙҙең барыбер балабыҙ юҡ.

– Ә мин һиңә малай табып бирәм.

– Юҡ, уныһы мотлаҡ түгел, үҙең кеүек аҡыллы ҡыҙ бала булһа ла ризамын.

– Ә мин аҡыллымы?

– Әлбиттә.

– Юҡ, мин иҫәр. Мөхәббәттән иҫергән иҫәр! Кеше иренә ҡул һуҙған хыялый бисә.

– Ә мин һиңә өйләнәм, әйттем бит инде!

– Һәм беҙ был ауылдан да, райондан да алыҫыраҡҡа, ер ситенә күсеп китәбеҙ, ибет?

– Мотлаҡ шулай. Ер ситенә!

Ер ситенә күсеп китергә тура килмәне. Өфөнән имтихандарын тамамлаған кәләше ҡайтып төштө. Төштө лә барыһын да үҙ урынына ултыртты. Ҡайҙан ишеткәндер, кем ҡолағына шыбырҙағандыр, әммә ул һәммәһен дә бик тиҙ аңланы. Бәлки, ҡатын-ҡыҙға ғына хас тойомлауы ла булғандыр. Дөрөҫ, Фәриткә бер нәмә лә белдермәне. Ҡайтҡанының иртәгеһенә, был йәкшәмбе кис ине, Фәриҙәнең бүлмәһенә барып инде. Ҡыҙ бер ҡарауҙан уҡ бик етди һөйләшеү буласағын төшөндө. Һырт йөндәрен ҡабартҡан бесәйҙәй, үҙ-үҙен яҡларға әҙерләнде.

– Шунан, күршекәйем, нисек кенә көн иттегеҙ мин ситтә йөрөгәндә? – Нәфисәнең күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәселде. Тауышы шулай ҙа ярайһы уҡ тыныс ине. – Кеше ире менән гүләйт итеү оҡшанымы?

– Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ, Нәфисә Хәмитовна?

– Ҡыланма бер нәмә лә белмәгән булып. Артистка.

Нәфисә ҡыҙға яҡын уҡ килде, тегеһе сигенеп, койкаһына ултыра төштө.

– Бына күрәһеңме ошоно. – Нәфисәнең ҡулында кескәй банка хасил булды. Ап-аҡ түңәрәк дарыуҙарҙы усына өйҙө.

– Был бик көслө таблеткалар. Мәгәр кәнтәйләнеүеңде дауам итһәң, ошоларҙы бер юлы йотам да.

Нәфисәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Ирендәре салшайҙы, йөҙө ҡара янып сыҡты. Кинәт ҡартайып, йәмһеҙләнеп киткән ҡатынды йәлләү тойғоһо уянды Фәриҙәлә.

– Биллаһи тип әйтәм, биллаһи! Һин бында ҡалһаң, мин донъяла йәшәмәйсәкмен!

– Ҡурҡытмағыҙ мине.

– Ә мин ҡурҡытмайым!

Шартлап ишек ябылды, Фәриҙә бүлмәлә яңғыҙы ҡалды. Тәҙрә яңағына һөйәлеп байтаҡ торҙо ул. Был ҡатындан барыһын да көтөргә мөмкин. Унан Фәриттең әйткән һүҙе иҫенә төштө. Мин уны ла яратам...» Ә кемде нығыраҡ ярата һуң: минеме, унымы? Хәйер, үҙе һуң, үҙе яратамы һуң? Әллә Стәрлелә күмелгән мөхәббәтен тергеҙергә генә маташамы?

Фәрит һуңлап ҡайтты, был юлы ла хеҙмәт уҡытыусыһы менән кәрт һуғып оҙаҡ ултырып ташланылар. Февраль бураны кеүек ауылда өйөрөлгән ләститтәрҙе нәҡ дуҫы еткерә ине.

– Хәҙер беҙҙә демократия бит инде, тиҙҙән Дәүләт Думаһы күп ҡатынлылыҡ тураһында ҡанун ҡабул итәсәк, ишеттеңме, Фәрит Мотаһарович?

– Юҡсы, – тигән булды Фәрит, һүҙ тәртәһенең үҙе яғына тартылғанын аңғарып. – Әллә ысынлапмы?

– Ысынлап. Хәҙер ирҙәргә һәм уларҙың запастағы йән киҫәктәренә тулы хөрриәт биреләсәк, тип һөйләп яталар мәктәптә. Айырыуса һеҙгә, аҙаштарға.

– Беҙҙе сәйнәйҙәрме? – Фәрит үҙҙәре хаҡында йөрөгән хәбәрҙе белә. Ләкин уға барыбер. Ул айырыла. Фәриҙәне аласаҡ! Тик ҡатыны менән нисек аңлашырға һуң? Уны сикһеҙ йәлләй ине.

– Һеҙҙе инде, һеҙҙе. Ҡатының ишеткәнме әле?

– Юҡ, әлегә ишетмәгән.

– Ну, түҙемлек һиңә, туған! Һәм рух ныҡлығы! – тип ярым шаяртып, ярым етди оҙатып ҡалды өй хужаһы.

Ысынлап та түҙемлек тә, ихтыяр көсө лә бик тиҙ кәрәк булды.

Март аҙаҡтарында район үҙәгенә «Ураҡсы ҡыҙ»ҙы алып барып ҡуйҙылар. Нәфисә уйында ҡатнашмай ине, быларҙы моңһоу ғына оҙатып ҡалды. Шәп үтте спектакль, Фәриҙә барлыҡ тамашасыларҙы үҙенә ғашиҡ итте. Уйын тамамланғас та, һәүәҫкәр артистарҙы ҡат-ҡат саҡырып сығарҙылар. Фәриҙәне иһә үрә тороп алҡышланылар. Сәхнә өсөн, сәнғәт өсөн генә тыуған ине был оҙон сәсле һылыуҡай. «Ауылдарҙан килтергән спектаклдәр араһында Ҡарағайлы мәктәбенеке бер башҡа юғары тора» тип баһаланы комиссии ағзалары.

Әммә өйҙә бәлә көтә ине. Интернат бинаһы алдында өс-дүрт кеше тапана, участка дауаханаһының «Ашығыс ярҙам» машинаһы тора.

– Нәфисә Хәмитовна үлеп бара! – Артистар алдына ҡобараһы осҡан, сәсе-башы туҙған Маргарита йүгереп сыҡты.

– Нимә? – Аяҙ көндә йәшен йәшнәгәндәй булды. Фәриттең теҙҙәре ҡалтырап, йөрәге гөлп итеп ҡалды. Ут менән уйнау ана нимәгә килтерә! Фәриҙә лә таш һындай ҡатып ҡалды.

– Әйткәйне бит, әйткәйне бит! – тип хыялый кешеләй үҙ алдына һөйләнә башланы. Маргарита үҙенең һаҡауыраҡ телендә дауам итте:

– Дарыу йотоп ташлаған, күп итеп. Шыйыҡ май алып торайым тип инһәм, иҙәндә аунап ята.

Ир үкереп ебәрҙе лә эскә ынтылды.

Нәфисәне район дауаханаһында ике аҙна тоттолар. Фәрит көн аша барып йөрөнө. Ҡәйенбикәһе менән алмаш-тилмәш ҡаранылар ҡатынды. Күп нәмә тураһында һөйләштеләр. Элекке хистәре яңырғандай булды. Эйе, сабыйҙары булһа, бынамын итеп донъя көтөр инеләр ҙә бит. Яҙғы каникул тамамланыуға ҡоро һөйәккә ҡалған Нәфисә өйгә ҡайтты.

Был ваҡытҡа Фәриҙә Ҡарағайлынан киткән ине инде. Теге ҡаза булған кистән һуң Фәрит уны күрмәне лә. Мәктәптә төрлө имеш-мимештәр йөрөнө. Йәнәһе, спектаклдән һуң директор саҡыртып алған да ғариза яҙырға ҡушҡан.

– Ырғыҙбаевтар менән бер коллективта эшләргә, ғөмүмән балалар уҡытырға һеҙҙең әхлаҡи хаҡығыҙ юҡ! – тип әйткән, имеш. Күптәр быға ышанды. Ни өсөн тигәндә, балдыҙы өсөн үс алмай ҡаламы инде яһил хужа? Уның бисәһе бик яуыз, колхозда баш бухгалтер, ирен ҡаты тота.

Нәфисә генә ысын сәбәпте белә ине. Теге юлы булған һөйләшеүҙән һуң бер «тәҙрә» ваҡытында уҡытыусылар бүлмәһендә аулаҡта тап булыштылар.

– Нәфисә Хәмитовна, – тип һүҙ башланы ҡыҙ. – Яҙғы каникул бөтөү менән мин бынан китәм. Ирегеҙгә лә яҡын килмәйәсәкмен. Мин унан ауырлы. Баланы табасаҡмын, тик был турала Һеҙҙән башҡа һис кем дә белергә тейеш түгел.

Нәфисә ышанманы. Фәҡәт иренең һөйәркәһе ауылдан китеп юҡ булғас ҡына, еңел һулап ҡуйҙы. Дарыу йотоу «әкәмәте»нән һуң Фәрите ныҡ ҡурҡҡайны. Яйлап ул да тынысланды, тормоштары элеккесә дауам итте. Һөйәркәһенең шулай янъялһыҙ-ниһеҙ ғәйеп булыуына эстән генә шатланды. Тимәк, был мөхәббәт түгел, ә, бәлки, ҡыҫҡа ваҡытлы әүрәү генә булғандыр...

Ярты йыл самаһы үткәс, Фәриҙәнең күрше районға китеп, шундағы Хәмитов фамилиялы фермерға кейәүгә сығыуын ишеттеләр. Ғөмүмән, арыу йәшәй, имеш. Көнсөллөк хисе уянды ирҙә, әммә хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп тә, кире ҡайтарып та булмай ине.

Фәритте райүҙәктәге төп мәктәпкә завуч итеп саҡырҙылар, яңы уҡыу йылын яңы урында ҡаршыланы. Шәп булды быныһы. Ни тиһәң дә, иҫке интернат та, мәктәп тә, ауыл үҙе лә күңелендә ауыр уйҙар тыуҙыра, хәтирәләрҙе яңырта, хәсрәт-һағышҡа һала ине. Ләкин теге иҫтәлекле ҡыш, Фәриҙә үҙе, уның менән уҙған татлы минуттар иҫенә төшһә, йөрәге талпынып-талпынып китә. Бәлки, ғүмерендәге иң бәхетле мәлдәре ана шул ғаилә бәхетенән урлап алған минуттар булғандыр.

Шунан кинәт үҫә башланы. Мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар. Аҙаҡ район хакимиәтенә социаль мәсьәләләр буйынса башлыҡ урынбаҫары ҡәнәфийенә килеп ултырҙы. Ете йыл тартты был йөктө. Фәриҙәнең ағаһы район хакимы булып киткәс, бына ошо мәғариф өлкәһенә килтереп ултыртты. РОНО мөдире вазифаһын быйыл тәүге йыл атҡарыуы ине. Донъяһы түңәрәк, тик балалары ғына юҡ.

Фәриҙәне иһә теге ваҡиғаларҙан һуң өс йыл үткәс, күңел дауылдары баҫыла төшкәс, тимер юл вокзалында тап итте. Ҡатынды заман ныҡ үҙгәрткән ине. Юҡ, төҫ-башы шул килеш, фәҡәт тулҡын-тулҡын сәстәрен бер аҙ ҡыҫҡартҡан. Нығыраҡ, ҡуйыраҡ буяна башлаған. Шул ғына, ә былай элекке Фәриҙә инде. Тәбиғәте, фиғеле үҙгәргән. Уҫаллаша төшкән, ниндәйҙер кинәйәле хәбәрҙәре артҡан.

– Нимә, бисәң тереме әле? Башҡаса дарыу ашамаймы? – Бер аҙ һөйләшкәндән һуң шулай тип шаҡ ҡатырҙы.

– Юҡ та. – Фәрит бындай осрашыуҙы көтмәгәйне. Бәлки, тап булышһалар тип әллә ниндәй фәһемле лә, аяныс та, мөхәббәтле лә һүҙҙәр әҙерләп ҡуйғайны. Тик улары кинола ғына була, күрәһең. Быларҙың осрашыуы үтә лә ғәҙәти килеп сыҡты.

– Әйт һин уға, ирҙе ҡурҡытып тотҡан бисә барыбер юғалтасаҡ уны! Бөтәһе лә минең кеүек быҙау түгел бит! Берәй уҫалыраҡ туташ табылыуы ихтимал һинең кеүектәргә!

– Нисек минең кеүектәргә?

– Ярай, оноттоҡ!

– Һин теге юлы шулай килеп сыҡҡанға үкенәһеңме, Фәриҙә?

– Юҡ, үкенмәйем! Минең бынамын тигән донъям, ирем, балам бар. Үкенмәйем!

Фәриҙә тултырып ҡараны. Иларға етешкәйне, шикелле. Унан әүәлгесә сыңғырҙатып көлөп ебәрҙе лә ҡырт боролоп китеп барҙы. Сәйер ҡатын, ни тиһәң дә...

Уҙған йыл иренән айырылып, район үҙәгенә күсенеп килде. Осраҡлы булдымы-юҡмы, әммә Фәриттәргә яҡын өйҙө һатып алды ла йәнә күрше булып китте. Ун өс йыл үткәс.

Дүшәмбе иртәһе бик ҡыҙыу башланып китте. Эшкә килеүенә биш-алты кеше көтөп ултыра ине. Ғәмәлдә уҡытыусылар, мәктәп директорҙары. Оло ғына ҡатын менән ҡыҙыҡай мөйөшкә һыйынған. Ябай ғына, ауылса кейенгәндәр. Ауыр пакеттарын аяҡ аҫтына ҡуйғандар.

Өфө менән һөйләшеп бөтөүгә сиратһыҙ-ниһеҙ прокурор Ғәйзуллин килеп инде.

– Мотаһарыч, һыҙып ырғыт мине исемлегеңдән! – тип үгеҙҙе мөгөҙөнән алды.

– Ниндәй исемлектән? – тип ҡапыл баҙап ҡалды мөдир. Унан аңына барып етте.

– Нимә, ҡыҙың йәнә сирләп торамы? Баралмаймы?

– Баралмай шул, туған, – прокурор, тауышын баҫа төшөп, һүгенеп алды. – Ну, достал ул мине, һинең дуҫыңды әйтәм. Теге алыпһатарҙы.

– Ғәлимде әйтәһеңме? – Фәрит ғәжәп ҡалды. Теге юлы булған әңгәмәнән һуң күңелен ниҙер тырнап торғандай ине. Әрһеҙ шул дуҫы, һәр саҡ үҙ яғын ҡайыра. Элек улай уҡ түгел ине.

– Шул, бүтән кем булһын? Кисә шешлеккә тип алып китте... – Был хәбәрҙе ишеткәс, Фәрит көлөмһөрәп ҡуйҙы, һуң, уны ла саҡырғайнылар бит тәбиғәткә, тик онотто дуҫы, башҡаса шылтыратманы.

– Мәжлес буйына мыжып сыҡты. Бик тә малайын Италияға ебәргеһе килә! Мәйтәм, ике мең долларлыҡ путевка һиңә моңмо ни? Һатып ал да ебәр! Юҡ, бушлай төшкәне кәрәк. Ризалаштым, әйҙә, йөрөп ҡайтһын балаһы.

– Улай икән.

– Шунан, иң ҡыҙығы, ҡайтһам, Өфөнән, республика прокуратураһынан минең ҙу-у-у-р нәсәлник шылтырата. Ғәлимдең әшнәһе. Теге үтенесте йәнә бер ҡат миңә еткерә. Мәйтәм, әгәр риза булмаһамсы? Юрамал ғына әйтәм инде. Ул әйтә, үҙең ҡара, ти. Тик аҙаҡ ауырлыҡ килмәһен, ти. Эйе-эйе, нәҡ шулай ти. Ауырлыҡ килмәһен, һине ҡайғыртам бит, ти. Мәйтәм, ҡайғыртаһығыҙ шул, инде ысынлап ҡайғыра башланым, тим. Көлә бәдбәхет. Ҡайғырма, ти.

Ысынлап та прокурор бик ғәҙел, намыҫлы кеше. Быныһын Фәрит яҡшы белә ине. Район түрәләре араһында ышанып хәбәр һөйләрҙәй берҙән-бер кеше. Шуға ла, теләктәшлек белдереп, баш ҡағып ҡуйҙы.

– Күптән компромат йыялар, ҡәбәхәттәр, тик сәбәп табып бушата ғына алмайҙар. Мин ҡарышып торманым инде. Мәйтәм, тынысланығыҙ, мәсьәлә хәл ителде. Мәйтәм, минең ҡыҙыҡайҙы исемлектән сыйҙылар инде...

– Тимәк, Ғәлим дуҫ өҫтән дә, аҫтан да эш итә. Бына шаҡшы!

– Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Бәлки, был яҡшығалыр ҙа.

Фәриттең иҫенә келт итеп күрәҙәсе әбейҙең риүәйәте килеп төштө:

– Имеш, заставала йәшәгән бабайҙың аты юғалған. Ул бик ҡайғырған, ти. Әммә тиҙҙән һуғыш сыҡҡан һәм атлы егеттәрҙең барыһын да үлемгә алып киткәндәр. Ә байталы юғалған ҡарттың балаһы өйҙә тороп ҡалған.

Прокурор әкиәткә ышанмай ине. Ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы:

– Суҡынып китһендәр...

Fәйзуллин сығыуға, кеҫә телефоны шылтыраны:

– Алло, Фәрит, һинме?

Мөдирҙең йөҙө һытылды. Фәриҙә ине был. Ҡайҙан тапҡан телефон номерын, хәҙер тағы ла юллама тураһында һүҙ сығасаҡ. Ҡәһәр төшкән Италия...

– Фәрит, мин. Һине мотлаҡ күрергә тейешмен.

– Нимә булды? Фәриҙә, минең ваҡытым юҡ, ғәфү ит.

– Ярай, әйтәм улайһа! Шамил – һинең малайың! Ишетәһеңме? Һинең малайың! Һин уны ебәрергә тейешһең!

Телефон һүнде. Фәрит хәлһеҙләнеп ҡәнәфигә сүгәләне. Уның малайы? Шамил? Нисек инде уның малайы? Туҡта-туҡта. Юҡ, иҫәпләп ҡараһаң. Шул сама килеп сыға түгелме? Тимәк, был шаярыу түгел! Тимәк, был донъяла уның нәҫелен дауам итерҙәй вариҫы бар. Уның улы бар, улы! Фәрит Мотаһаровичтың ҡан баҫымы күтәрелде шикелле, – йөҙө буҙарып китте. Ҡарһаланып теге номерға шылтыратырға тотондо. Тик Фәриҙә трубканы алманы.

Мәктәп директорҙары килеп тулды. Аңҡы-тиңке «летучка» үткәрҙе. Сәғәт ун берҙә район хакимында ҙур кәңәшмә була, ул-был ҡағыҙҙарын ҡараштырғылап ултырҙы. Ремонт эштәре буйынса хаким мотлаҡ һораясаҡ. Ныҡлап ҡанығыуы ла ихтимал, кем белә уны. Тик башына бер нәмә лә инмәне.

Сәркәтип ҡыҙ Италияға китеүселәрҙең төҙәтелгән яңы исемлеген килтерҙе. Шул саҡ ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишек асылды. Һаман ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған әбей менән ҡыҙыҡай килеп инде. Баҡһаң, Һаҡмарбайҙан килгәндәр. Теге етем бала Фәғилә Һамарова менән уны аҫраған инәһе. Пакетынан ҡаҙ килтереп сығарҙылар.

– Бына, улым, беҙҙән күстәнәс. Килен бешерер берәй ҡунаҡ килгәндә...

– Китсәле, апай, ул ниндәй күстәнәс ул?

– Ал-ал, мин бит ихлас күңелдән бирәм. Шуны әйтергә килдек. Беҙ сит илгә бармайбыҙ!

– Нисек бармайбыҙ?

– Мин бармайым! – тип аныҡланы ҡыҙыҡай, телгә килеп.

– Нисек бармайым?

– Шулай... Эш күп!

– Ниндәй эш ул тағы? – РОНО мөдире таң ҡалды.

– Картуф күмәһе бар.

Һаҡмарбайҙар сығып киткәс, Фәрит исемлекте йәнә бер ҡарап сыҡты ла ҡыҙсыҡтың исемен сыйып ташланы. Үҙ улының фамилияһын теркәп ҡуйҙы. Шамил Ғайса улы (Ғайса улы, имеш?) Хәмитовты. Шәп булды. «Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуя юлына» тигәне шулдыр. Сәркәтип ҡағыҙҙы факс аша министрлыҡҡа оҙатты.

Кәңәшмә үткәс, Камил Хөсәйенович РОНО мөдиренә ҡалырға ишараланы. Район хакимының яландай киң эш бүлмәһендә тыныс һәм еләҫ, фәҡәт бер-ике себен генә бызылдап осоп йөрөй. Йөҙө буҙарынып, нисектер сәйерерәк ултырған мәғариф башлығына текләп ҡараны ла һүҙ башланы хаким:

– Нисек әйтергә, Мотаһарыч? Ну, ней. Теге Италияға барыусылар исемлеген әҙерәк рәтләргә кәрәк булыр.

– Нисек рәтләргә?

– Мотаһарыч, һинән сер юҡ. Ләкин беҙҙең икәү араһында ғына ҡалһын был һөйләшеү, килештекме?

– Әлбиттә, – Фәрит Мотаһар улы был шыпыртын әңгәмәгә аптыраманы. Ғөмүмән, һаман нисектер вайымһыҙыраҡ ултырыуын белде. Башынан Фәриҙә еткергән яңылыҡ сыҡмай ине.

– Таң менән Өфөнән шылтыраттылар. Тегенән! – Хаким өҫкә күҙ һирпте. Тимәк, хөкүмәттән йәки берәй министрлыҡтан. – Беҙҙең яҡташтың улын ебәрергә кәрәк. Ҡоролтайҙа ултыра бит әле, ну, һин беләһең...

Бохарғәлинды әйтә инде. Аяғын йылан ҡырҡҡан һөмһөҙ бер бәндәне.

– Ә нисек улай? Малайы бит Өфөлә теркәлгән. Министрлыҡтың шарты буйынса, юллама ошо районда йәшәгән уҡыусыға тейешле. Өҫтәүенә, исемлекте оҙаттыҡ бит инде!

– Уныһы пүстәк, яңынан ебәрерһегеҙ. Ә инде теркәү буйынса. Марат Ғәзимович бөгөн үҙе килә, улы ауылда йөрөй бит каникулда. Ул-был рәсми ҡағыҙҙарҙы йүнәтеп, малайын ваҡытлыса районда теркәй ҙә бергә алып китә Өфөгә. Һинең министр ҙа белә, ул ҡаршы түгел.

– Тимәк, минең ризалыҡ кәрәкмәй килеп сыға?

– Шулай инде. Бына мин риза булдым бит. Ә риза булмай ни ҡылаһың?

– Ә Фәриҙәнең малайы һуң? Мин бит уны индерҙем Һамарованың урынына!

Фәритте еңелсә ҡалтыраныу биләп алды. Ғәзиз балаһы, улы өсөн тырышыуы ине.

– Нисек Фәриҙәнең малайы? Ә теге ҡыҙҙы нишләтәһең?

– Ул бармай. Әле генә инеп сыҡтылар.

– Улай икән. Ярай, Фәриҙәнекен сыйып ырғытаһың, исемлеккә депутат малайын индерәһең. Шамил икенсе юлы барыр.

– Юҡ, Камил Хөсәйенович, улай булмай.

– Нисек булмай?

– Шулай. Мин бит Фәриҙәгә шылтыратып өлгөрҙөм. Балаға ни тип әйтербеҙ?

– Әйтмәйһең, ул бит – хулиган!

– Һеҙҙең бер туған һеңлегеҙҙең улы!

– Булһа ни! Миңә урыным ҡәҙерлерәк, дөрөҫөн әйткәндә!

Хаким ялтыр йөҙөнә аңлау, ирҙең хәленә инеү ғәләмәте сығарҙы:

– Мотаһарыч, мин аңлайым, һеңлекәш менән һинең арала мөхәббәт булған! Уныһы булған, быныһы булған... Ну, булған икән булған. Булған да бөткән! Хәҙер һин уның алдында бурыслы түгел. Ул малайҙың, Шамилдың, ҡойто ғына булһа ла үҙ атаһы бар. Уның башы ауыртырға тейеш, һинеке түгел, төшөндөңмө? Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡаңғырма! Йәме?

– Юҡ, улай булмай. Мин хатта Фәриҙәнең улын ебәрмәҫкә риза. Юлламаны икенсе берәй етемгә бирергә кәрәк! Етем балаға, ишетәһегеҙме?

– Тимәк, мин һиңә указ түгел?

– Булмай улай!

– Улай булмаһа, икенсе төрлө була! Хәҙер үк яҙаһың ғариза! «Үҙ теләгем буйынса китәм» тип яҙаһың! Аңланыңмы-юҡмы?

– Һеҙ генә мине бушата алмайһығыҙ, министр.

– Нимә, әллә министр һине яҡлап ултырыр тиһеңме? Төкөрҙө ул һиңә! Урыныңа әллә кеше тапмаҫ тип беләһеңме? Вон отсюда!

Фәрит ҡабул итеү бүлмәһендә ашыҡ-бошоҡ ғариза яҙҙы ла сығып китте. Бөгөнгө бәрелеш район башлығы менән былай ҙа шәп булмаған мөнәсәбәттәр турһығынан сайпылған һуңғы тамсы ине.

Төштән һуң көтмәгәндә йәнә берҙе осраштылар. Дежур магазин алдында. Асфальт түшәп өлгөрмәгән урамда туҙанлы ҡойон ҡупты, район хакимының машинаһы хасил булды. Бер аҙ «ҡыйышыраҡ тейәгән» Фәрит пакетҡа коньяк шешәһе, колбаса һалып сығып килә ине. Туҡтап ҡалды. Ағаһы янында Фәриҙә ултыра. Ҡайҙан килеп сыҡтылар, ҡәһәрең. Әллә аңдып торғандармы?

– Бына нимә, Мотаһарыч, һин иртәнге өсөн кисер, зинһар. – Камил Хөсәйенович тынып торҙо ла хужаларса ҡәтғи өндәште. – Кил яҡыныраҡ, һүҙ бар!

Машинанан төштөләр. Ҡулын Фәриттең яурынына һалды. Теләһәң, быныһын да ғәфү үтенеү тип аңларға була ине:

– Һеңлекәш менән кәңәш-төңәш иттек тә шундай ҡарарға килдек. Ҡыҫҡаһы, теге бизнесмендың балаһы әлегә ҡалып тора. Һеңлекәштең улын ебәрәбеҙ, Шамилды...

– Нисек?

– Шулай. Һинһеҙ исемлекте ебәреп булмай. Имзаң кәрәк. Министрлыҡтан фарман сыҡҡанғаса һин мөдир һаналаһың.

– Юҡ! Мин риза түгел!

– Әпәт ҡаңғыраһың, иҫәүән. Бына хәҙер риза тип әйтәһең һәм бөттө! Ебәрәбеҙ малайыңды!

«Малайыңды»? Тимәк, ағаһына һөйләгән. Әммә үҙ һүҙенән сыҡманы:

– Юҡ!

Фәриҙә телгә килде. Тауышында асыу зыңлап китте:

– Эх һин! Сепрәк, тфү!

Фәрит Мотаһарович ары атланы. Ҡатындың әсе һүҙҙәрен ҡолаҡ ситенән генә үткәреп ебәрҙе. Донъялағы иң бәхетле кеше ине ул. Хатта эштән яҙыуы ла, ҡатыны менән ыҙғышыуы ла ул ҡәҙәре мөһим түгел. Иң мөһиме, уның улы бар.

Шишәмбе кис РОНО мөдире урынбаҫары министрлыҡҡа иң һуңғы, төҙәтелгән исемлекте ебәрҙе. Унда ике уҡыусының фамилияһы күрһәтелгәйне: Низаметдинов Эдуард Ғәлим улы һәм Бохарғәлин Марсель Марат улы.

Шул уҡ кистә Өфө ҡунағы балаларҙы алып юлға сыҡты. Йөҙҙәре ҡояштай балҡыған Ғәлим менән ҡатыны юл сатына тиклем оҙата килделәр. Ҡыҙмаса ине Марат Ғәзимович, ҡыуаныслы ине. Барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыҡты!

Нәҡ ошо мәлдә алыҫ урман ауылында тәпке күтәргән арыҡ ҡына ҡыҙсыҡ эштән ҡайтып килә ине. Арығайны, асыҡҡайны, әммә үтә лә ҡәнәғәт ине ул. Әйтерең бармы, шунсама ҙур баҡсалағы картуфты күмеп бөткәйне. Эйе, бөгөнгә эш тамам, ә иртәгә таңдан аръяҡтағы Һуҡыр бабайҙыҡына бара. Ул – һуғыш ветераны, ауылдағы иң бай кеше. Мең тәңкә түләйем, тип әйтеп ебәргән. Тиҙҙән компьютерлы буласаҡ.

Юлламаһыҙ тороп ҡалған башҡа балалар ҙа йоҡламай ине. Прокурорҙың зәғиф ҡыҙы бесәй менән уйнай, ә Шамил йылға ярында тәмәке көйрәтә ине.

Район эске эштәр бүлеге хәбәр итә: «Кисә 22 сәғәт 15 минуттар тирәһендә тимер юл киҫелешендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Бохарғәлин М.Ғ. идара иткән «Тойота Лэнд-Крузер» автомобиле локомотив менән бәрелеште. Джип хужаһы һәм юлаусылар, ун ике һәм ун дүрт йәшлек балалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаза урынында һәләк булды. Локомотив машинисы зыян күрмәне».

Нияз АЛСЫНБАЕВ.

Читайте нас