Ғилман тракторын һүндерҙе лә радиаторҙағы һыуҙы ағыҙып, кабинанан асҡыстар сумкаһын, буш канистрҙы алып, ҡайтыу яғына йүнәлде.Тракторының сыҡмаған йәненән башҡа ысҡындырыр нимәһе ҡалманы, урларын күптән урлап бөтөрҙөләр. Таңға саҡлы барлы-юҡлы солярканы ла ағыҙып аласаҡтары көн кеүек асыҡ. Сөнки автопарк тип аталған нимә тимерлек янында кәртәләп алынған асыҡлыҡ, унда ҡарауылсы ла ҡуйылмаған, ҡапҡаһына йоҙаҡ та һалынмаған, хөрриәт, теләгәнеңде ал, ташы.
Бөгөн иртәнсәк тә тракторҙың яғыулығы юҡлығы хаҡында ишеткән управляющий Искәндәр үтә лә “янды”, үрле-ҡырлы йөрөп сәсрәп туҙынды, Ғилманды «һул» яҡҡа, ҡалымға йөрөүҙә ғәйепләне. Ул түрә булараҡ килештерә, әртис, килештерә. Белә бит инде, көндәлек бүленгән яғыулыҡ дүрт-биш саҡрымдағы бесәнлеккә барып әйләнеүҙән артмай. Әрләп күңеле булғас, ҡыуып сығарып, төш ауғансы контораның ишек төбөн һаҡларға мәжбүр итте, был уның өҫтөнлөгөн күрһәтеүе, үҙенә күрә ләззәтләнеүе. Таҡта менән генә бүленгән стена аша асыҡ ишетелә, Искәндәр оло эшем эйәһеләй телефондан шылтыратып, сүп йомошон сүмәләләй өйөп, оҙон-оҙаҡ район түрәләре менән һөйләште, вәғәҙәләр бирҙе, әшнәләрен ҡунаҡҡа, һунарға саҡырҙы. Йомоштары төшкәндәрҙе сәғәттәр буйы ишегенең төбөндә көттөрөү – Искәндәрҙең яратҡан инәлтеү алымы. Баш бирмәҫтәйҙәрҙе шулайтып бөгә, һындыра. Түрәлегенә ирәйеп туйғас, тамаҡ төбө менән генә Ғилманды саҡырҙы:
– Ин! – Майға ҡатҡан кәпәсен усына йомарлап ишек төбөнән урын алған тракторсыны май бөрә башлаған ҡапыс йызылдаҡ күҙҙәр тишерҙәй итеп оҙаҡ күҙәтте, шунан нәҫел үгеҙенекеләй көҙрөй елкәгә ултырған текә маңлайлы йомро баш артҡа ташланғас, ҡуй осаһылай үркәсләнгән эйәк тартып асҡан йоҡа ирендәр, эре тештәр һауалы һүҙҙәрҙе һығып сығарҙы. – Ярар инде, бар, беҙҙән сәләркә әпкил, ферма малын ас ҡуйып булмай, үҙемдекен бирәм. Ураҙғол һыртындағы бесәнгә барырһың.
– Нефть эшкәртеү заводың бармы әллә, бүлексәнең бөтә булған май-яғыулығы һинең гаражда.
– Унда эшең булмаһын, йәме?! – Искәндәр абруйлы ҡыланыуын онотоп сәбәләнеп һикереп китте. – Ә кисәге һатып эскән сәләрке хаҡын түләргә тура килер. Хәсәнә! – Ҡаршы яҡ бүлмәләге бухгалтерына ҡысҡырҙы. – Егерме литр яғыулыҡтың хаҡын тотоп апҡал мынауҙың зарплатаһынан, белер икенселәй…
– Ҡурҡыттың. Былай ҙа ике йыл аҡса төҫөн күргәнебеҙ юҡ.
– Искәндәр Фәнисовичты танығанға ҡәҙәр шулай дауам итәсәк, белеп, хәтереңә киртеп ҡуй!
Искәндәрҙең алты мөйөшлө, ялтыр ҡалай ҡыйыҡлы ҡарағай өйөнә яҡынлағайны ғына, Әлфиә әллә тәҙрәнән ҡарап күҙәтеп торған инде, бейек урыҫ ҡапҡаһы асылды.
– Ғилман, һаумы… – Ҡатын моңһоу ҡарашын мөлдөрәтеп уға төбәлде.
– Һаумы, Әлфиә, хәлдәрең нисек?
– Нисек тип, шул, бер көйө. Декретта ултырғас, уҡытмайым хәҙер. Көтәм. – Апаруҡ ҡабарып күренгән ҡорһағын ыуҙы.
«Был тыуасаҡ бала минеке булыуы ихтимал ине бит…»
Уның уйын һиҙгәндәй, Әлфиә һүҙ ялғаны:
– Өйләнһәңсе, Ғилман, күпме йөрөргә уйлайһың, йәшең ҡырҡҡа етте. Йонсоп ҡарауһыҙға әүерелгәнһең ана. Яңғыҙ кәкүктәй йөрөмә улайтып ҡаңғырып. Тап берәрен.
– Кем генә тиңһенһен мине. Үҙең әйтешләй ир уртаһына еткәнмен күптән. Бына һин, мәҫәлән, миңә сығыр инеңме?
Йәш саҡтағылай сылтыраған көлөү ишетелде:
– Аҡылдан шашмайыҡ. Ике баламды эйәртеп, ҡорһаҡлы көйө серек өйөңә күтәренеп сығайыммы, ауыл халҡы ни уйлар?
Ҡыҫҡа ғына мәлгә йыйнаҡ ихатаға, ҡупшы өйгә, гараж, келәт, һарай, мунса теҙмәһенә күҙ атты Ғилман.
– Дөрөҫ әйтәһең, Әлфиә. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тап һинеңсә фекер йөрөтәләрҙер. Бөгөнгө ҡатын-ҡыҙға юғары урында эшләгән машиналы ир, етеш донъя кәрәк.
– Яңылышаһың, яҡлау, яратыу, йылы мөнәсәбәт көҫәгән яңғыҙаҡтар ҙа етерлек. Теләйһеңме, бик шәп ҡатын менән таныштырам. Тормош көтөргә тырыш, егәрле, йыйнаҡ. Коммерсант, район үҙәгендәге баҙарҙа һатыу итә. Иң мөһиме – бер тапҡыр ҙа кейәүгә сығып ҡарамаған. Төҫкә-башҡа… йәш саҡтағы минән дә һылыуыраҡ. Яусы диңгеҙ кисә, тиҙәр бит, яйлармын, ризалығыңды ғына бир.
– Донъя әрһеҙ алыпһатарҙар менән тулды инде күптән, уларға иң әүәл оҙон аҡса кәрәк. Тағы хис-тойғолар менән һатыу итеп өйрәнмәгәнмен.
Әйтелгән һүҙҙәр сәпкә тейҙеләр шикелле, Әлфиә аҫҡы иренен тешләне, тутлана төшкән һылыу йөҙө ҡыҙарҙы, күҙҙәре осҡонланып янып китте. Ул ҡапыл тоҡанып киткәндә шулай итә, хәлбүки үпкәһен тышҡа сығарманы:
– Әңгәмәбеҙ берекмәне, килешә алманыҡ, йәл… Ни йомош?
– Ирең солярка бирергә ҡушты.
– Үт. – Гаражды асып, ҙур мискәгә төрттө. – Ошонан бынау канистрға ҡойоп ал. Һауытын үтешләй ҡалдырырһың.
– Ғилман ҡапҡаға йүнәлгәнендә артынан шыбырҙап тиерлек әйтелгән һүҙҙәрҙе ишетте:
– Ун һигеҙ йәштә бөгөнгө аҡылым булһа, сығыр инем, Ғилман…
Һалҡынайтып ебәргән, ут яҡтыһында емелдәшкән ынйы ҡар бөртөктәре ҡуйы, һалҡын һауала үтә күренмәле шаршауҙай аҫылынған. Бер осо ауылдың өҫтөнә терәлгән урман елһеҙ – ниһеҙ шаулай. «Төндә йә таңға ҡарай буран сығыр, моғайын. Бөгөнгө һалынған кәбән юлын күмһә, иртәгә икенсеһенә яҡынлау бер этлек буласаҡ…»
Тимерлекте ауыл урамына тоташтырған тыҡрыҡ ауыҙына еткәс, туҡтаны, кеҫәһенең төбөн ҡырып махорка төрөп тоҡандырып һурҙы ла, ҡыж-ҡыж килеп, быуылып йүтәлләргә тотондо, ҡурылдайынан тамаҡ төбөнә килеп һыҡыған ҡаҡырыҡты төкөргәс, тапалған ҡарҙы шығырҙата баҫып урам буйлап атланы.
Искәндәрҙең өйө тәҙрәләренән уттарын балҡытып, әллә ҡайҙан ялтлап тора. Ҡапҡа эсенә ингән еңел машиналарҙың эҙҙәре ярылып ята, затлы ҡорғандар аша эстә кеше шәүләләре тоҫмаллана. «Теге, саҡырылған район түрәләре ҡунаҡҡа килгәндер. Таң атҡансы һыйланып, машиналарын тултырып күстәнәстәр тейәп ҡайтасаҡтар. Шунан аҙаҡ Искәндәргә ниндәй ел-ямғыр тейһен инде. Хужалыҡтың һуңғы мөлкәтен әрәм-шәрәм итеп, үҙ файҙаһына ҡулланып көн итә, тиреҫ ҡорто… Атаһы ла заманында партком секретары ине, бөгөн ауыл муллаһы… Яраҡлаша беләләр…»
Ғилман ауыҙында төтәгән тәмәкеһен ситкә атҡас, ҡулындағы канистрҙы ҡапҡа аша эскә быраҡтырҙы. Даңғырҙауға бәйҙәге эт абалап өрөргә тотондо. Ихатаны яҡтыртып ут ҡабынды, солан ишеге асылды:
– Кем йөрөй унда?
Әлфиәнең өндәшеүе. Тынлыҡ. Тупһанан төшкән, шығырҙата баҫып ҡапҡаға яҡынлаған тауыш ишетелде:
– Ғилман, һинме?
Ул ҡабаланып урам юлына төштө, ошо тауышты башҡаса ишетмәҫкә, унан ҡасырға теләгәндәй, аҙымдарын ҡыҙыулатты.
* * *
… – Класта Ғәҙелшин дежур! – Уҡытыусының һорауына яуап биргән староста Әлфиә Ғилманға ҡарап телен күрһәтте. Тегеһе сығып сепрәкте еүешләп керетте лә таҡтаны һөртөргә керешеп китте, Искәндәрҙең сираты икәнлеген белһә лә ҡайымлашманы. Арҡаһы менән Әлфиәнең ҡыҙыҡһыныусан, Искәндәрҙең һөмһөҙ ҡараштарын тойҙо.
– Өйгә бирелгән мәсьәләне кем эшләп килде? – Математика уҡытыусыһы Ғәней ағай башын ҡалҡытты ла таралып төшкән сәстәрен бармаҡтарына аралап, пеләш түбәһенә өйә-өйә тирә-яғын байҡап төбәлде. – Кем сисеп «бишле» алырға теләй?
– Ғилман теләй! – Әлфиә тағы һикереп сыҡты.
– Староста әйткәс ни… – Уҡытыусы көлөмһөрәне. – Ғәҙелшин, тәүәкәллә әләйгәс.
Мәктәптән ҡайтышлай уны Әлфиә ҡыуып етте:
– «Бишле» алыуың менән ҡотлайым, Ғәҙелшин.
Ғилман яуап ҡайтарманы, атлауында булды.
– Үпкәләнеңме? – Ҡыҙ уның аҙымдарына ҡулайлашып йәнәшәләп китте. – Эйе, бөгөн Искәндәр дежур ине. Нимә, ҡаршы әйтергә телеңде йотҡайныңмы?
– Староста һәр ваҡыт хаҡлы. Ә партком малайына дежурлыҡ бармай: беренсенән, абруйы төшә, икенсенән, устары ҡабара.
– Һин үҙеңде яҡлай алаһыңмы, юҡмы? Егет кеше көслө, ҡыйыу булырға, эргәһендәге яҡынын ҡурсырға бурыслы.
– Кемде, кемде?
– Кемде тип, яратҡан ҡыҙын.
– Минең яратҡан ҡыҙым юҡ.
– Ә… мине яҡлай алыр инеңме? – Әлфиә күлдәк итәген тартыштырып ҡыйпаңлап көйәҙләнде.
– Һине ана, партком малайы яҡлаһын.
– Бешмәгән! – Арҡаға портфель гөпөлдәне, ҡыҙ ҡайырылып тағы телен күрһәтте.
Сығарылыш кисәһендә Әлфиә Ғилманды үҙе эҙләп тапты:
– «Аҡ бейеү»гә саҡырырға рөхсәт итегеҙ…
– Әйҙә һуң…
Вальста әйләнеп киттеләр. Егет төштәренә инеп йөҙәткән һылыу йөҙҙө эргәһендә генә күрә, ҡыҙҙың ҡайнар тыны күкрәген үтәләй өткәндәй, йомшаҡ ҡулды ауырттырып ҡуйыуҙан ҡурҡып ҡәҙерләп ҡыҫҡан. Уға рәхәт, шул тиклем дә рәхәт, бына ошолай ғүмер буйы бергәләп әйләнергә лә әйләнергә ине.
– Ғилман…
– Әү…
– Ҡайҙа уҡырға бараһың?
– Юлбайға. СПТУ-ға.
– Әй һине… – Ҡыҙ үпкәләгәндәй тынып ҡалды ла дауам итте. – Һинең белемең менән институтҡа ынтылып ҡарарға була.
– Аҡса юҡ. Әсәйемдең ғүмер буйы һыйыр һауып, хәҙер быуындары һыҙлай. Уҡып сығып тракторға ултырһам, эшләтмәҫ инем, тағы ҡустымды үҫтерешергә кәрәк.
– Мин университетҡа барып бәхетте һынап ҡарамаҡсымын.
– Уңыштар һиңә, инеүеңә ышанам.
– Искәндәр ауыл хужалығы институтына йыйына шикелле.
– Алдан һөйләшелгән-килешелгән, ярҙам итерҙәйҙәренә совхоздың ҡаҙы-ҡалъяһы һоғондоролғандыр.
– Һоғондоролһа һуң? Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында. Мөмкинселегем булһа, мин дә шулай итер инем.
– Урындағы коммунистарҙы етәкләгән кешенең ундай насар өлгө күрһәтергә хаҡы юҡ.
– Их, һин, Ғәҙел…шин!
Таң һыҙылғансы мәктәп ихатаһында бейенеләр ҙә, офоҡ алһыулана башлағас, ҡояш ҡаршыларға Аҡтау ҡаяһы яғына, Һаҡмар буйына йүгерҙеләр. Иртәнге ысыҡлы үләнде ярып, күпереп үҫкән тубылғыларға йәбешә-йәбешә ҡаяға үрмәләгәндә етәкләшеп килгән Ғилман менән Әлфиәне Искәндәр ҡыуып етте лә ҡыҙҙы һелкетә тартып алып алдан төштө. Әлфиә йылмая биреберәк ҡайырылды, мәгәр Ғилман менән ҡалманы. Егеттең ошо мәлдә йөрәге ярһып туланы, әйтерһең дә, кемдер ҡәҙерле донъяһын аяуһыҙ емереп инде лә иң кәрәкле нәмәһен урлап сыҡты. Тартҡылашыр ҙа ине, ҡыҙ юрамал уның ҡулын үҙе ысҡындырҙы, эйәреп килмә, йәнәһе.
Ғилмандың аҙымдары әкренәйгәндән-әкренәйҙе, шунан бөтөнләй туҡтаны. Ул башҡаларҙан ҡалып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы, ике тауҙы урталай бүлеп аҡҡан Тиләк инешенә эйелеп боҙҙай һалҡын һыуҙы услап маңлайына баҫты. Зиһене сафланып, яҡтырып киткәндәй булды. Ауыл яғындағы ҡалҡыулыҡҡа ынтылды: «Һәр кемдең үҙ бейеклеге!» Юлдан уң яҡҡа боролоп арыраҡ диуарҙай сысайған баҫҡыслы ҡаяға күтәрелде лә ҡулайлы ташҡа атланды.
Уйһыуҙарға ҡуйы һөттәй томан ятҡан. Тауҙарға һылашҡан суҡ ҡайындар, ҡупшы уҫаҡтар, уҡ ҡарағайҙар, бөҙрә йүкәләр шул томанға төрөнөп ойоп йоҡлайҙар төҫлө. Йылға буйлап теҙелеп үҫкән еректәр, талдар, муйылдар араһында береһе икенсеһен уҙҙырырырға тырышып һандуғастар сутылдаша. Уларҙың сәмле моң бәйгеһе ҡояш тышау буйы күтәрелеп ихлас йылыта башлағансы дауам итәсәк.
Бына һиллекте тертләтеп сыбыртҡы шартланы, һайт-һайтлаған көр тауыш тауҙарға бәрелеп ҡабат-ҡабат ҡаҡлыҡты, кемуҙарҙан һыйырҙар мөңгөрәште. Тимәк ауылдан көтөү сыҡҡан, хәҙер ул аҫтағы, уйһыуҙағы берләм һуҡмаҡтан Һаҡмарға ҡәҙәр барасаҡ та, йылға аша сығып, теге яҡ ярҙағы болонға һибеләсәк. Ә ғүмере буйы мал көткән Әпсәләм биленә ҡыҫтырған ҡурайын һурып алып ойоҫҡотоп уйнап ебәрәсәк, һандуғастарға тағы ла бер көндәш өҫтәләсәк.
Һуҡмаҡтан уфтанышып атлаған һыйырҙар каруаны күҙҙән юғалды. Туҡта, тарала башлаған томан араһында аҡ күлдәк күренде түгелме? Таныш һынды сырамытып күңеле елкенгән Ғилман «һә» тигәнсе баҫҡыстарҙы теүәлләп, ҡая өҫтөнән ырғыны ла шул яҡҡа ҡарай йүгерә-атлай китте.
– Әлфиә, тегендә башҡалар менән бергә таңды ҡаршылағың килмәйме ни?
– Әй, унда күңелһеҙ… ә һин нишләп башҡаларҙан ҡалдың?
– Мин дә үҙемде артыҡ кеше итеп тойҙом.
– Артыҡ түгелһең, бары өлөшөңдө башҡаларға үҙең теләп тоттороусы асыҡ ауыҙ ғына. Бары шул!
– Кем асыҡ ауыҙ?
– Һин, һин! – Үпкәләп турһайған ирендәр бүлтәйеп яҙылды, ҡыйғас ҡаштар юғары сөйөлдө, уң яҡ бит тумалағында уймаҡ соҡор барлыҡҡа килде. Ҡыҙ сылтыратып көлдө лә йүгереп китте.
Тау итәген йәмләп үҫкән Ҡушҡайынға килеп әйләнә башланылар. Ҡыҙ үҙе ынтылып егеттең ҡосағына тартыныуһыҙ һыйынды.
– Уф, арыным…
Өҫтөнә тауҙай ишелгән бәхеттән аҙаны ла ҡалды егет, төнө лә, көнө лә, төшө лә, өнө лә буталды
– Ғилман мине яратаһыңмы?
– Эйе…
– Бик-бикме?
– Эйе. Бик-бик.
– Мин дә… Тик һин гел генә ярат, һаҡла, минең өсөн көрәш, йәме…
Әлфиә университетҡа уҡырға кереп ҡайтты. Искәндәрҙе лә ауыл хужалығы институтына алғандар икән. Ғилман Әлфиәнең уҡырға инеүенә ҡыуанһа ла, нишләптер, йәне-тәне, күңеле ризалашманы. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр тартҡылашы йәненә тынғылыҡ бирмәне. Шикләнергә урын да юҡ һымаҡ та бит, тик нишләптер өҙлөкһөҙ күңеле болоҡһой, ерле-юҡҡа шөбһәләнә.
Бер көн Әлфиә әйтә ҡуйҙы:
– Тиҙҙән уҡырға китәм, киттек минең менән. Заводҡа эшкә төш, ғаиләлеләр өсөн тәғәйенләнгән ятаҡтан урын ал, бер кемгә әйтеп тә тормай, йәшереп кенә бергә йәшәрбеҙ. Мәле еткәс ата-әсәйҙәр фатихаларын бирерҙәр әле. Эшләһәң бирешмәбеҙ, нисек тә йәшәрбеҙ. Һинән айырылғым килмәй. Ошо айырылышыу һуңғыһы булыр, тип күңелем иҫкәртә…
– Мөмкин түгел, әсәйҙе, ҡустымды кем ҡарар?
Ҡыҙ егеттең ҡосағынан һыпырылып сығып төн ҡараңғылығына инеп юғалды.
Ике көндән Әлфиә Өфөгә юлланды. Ғилман менән хушлашманы ла.Үпкәләгәйне шикелле. Саң борхотоп урамдан елдереп үткән партком «УАЗ»игының артҡы яғында Искәндәр күренеп ҡалды. Эргәһендәге ҡыҙҙы ла таныны. Ул Әлфиә ине…
Ҡыҙ Ғилман өсөн асылмаҫ йомаҡ, сер булып ҡалды. Йә ул егетте һөйөүенең утында көйҙөрә, наҙында йәнен иретә, йә көтмәгәндә ялҡындан һалҡынға ырғыта, яҡынлармын тимә, өшәндергес тынын бөрккән боҙ ҡаямы ни! Бер ялына ҡайтҡанында яҙғы ҡояштай балҡый, икенсеһендә күрмәмешкә һалышып үтеп китеүе ихтимал, һүҙ ҡушһаң тупаҫлыҡҡа юлығыуыңды көт тә тор. Яратҡан кеше улай итә аламы, аңлап етмәй егет.
Университеттың икенсе курсын бөтөрөп ҡайтҡан йылы Әлфиә танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне.
– Ғилман, һинең өй һалырға иҫәбең бармы ул? Тағы өс йылдан мин уҡыуҙы бөтәм бит.
– Аҡса төйнәштерәм былай ҙа, уйлап йөрөйөм. Бураны ҡалҡыу урынға күтәрәм, бөтә ауыл ус төбөндәгеләй күренгән ергә.
– Беҙ көн һайын ултырғысҡа сығып һыйынып ҡына ултырырбыҙ ҙа ауылды күҙәтербеҙ, эйеме? – Ҡыҙ ихлас элеп ала. – Үтә лә бәхетле йәшәрбеҙ… яныңда ышыҡ, тыныс, хәүефһеҙ. Һине ҡайһы саҡ ағайым һымаҡ та күреп китәм… Мине яратаһыңмы?
– Эйе.
– Улайһа нишләп ҡосаҡлайһың да үбәһең генә…
– Тағы нимә эшләйем һуң?
– Ҡыҙ кешемен дә инде… мине… теләмәйһеңме ни?
– Теләйем. – Егет ҡыҙҙы ныҡ итеп ҡосаҡланы, һутлы ирендәренә үрелде.
– Шулай тиҙ генәме? Тәтемәҫкә үрелмә! – Әлфиә егетте төртөп йығып ырғып торҙо ла билбыуарҙан үҫкән үләнде ярып, алға уҡталды. Сәскәләр араһында сәскә биҙәкле күлдәк кейгән ҡыҙҙы айырырмын да тимә. Ғилман шарҡылдап көлә-көлә уны ҡыуа төштө.
Ҡоралайҙай һикергеләгән ҡыҙҙы тотормон тимә, ул аҡланды үтеп урманға барып керҙе, ағастарға ялтанып һаман төпкәрәк, шырлыҡ араһынараҡ ынтылды. Бына ул тыны быуылғандай туҡтаны ла ҡайырылып егеткә һыйынды. Оҙаҡ үбешеүҙән хәле бөткән ҡыҙ егетте еңелсә этте:
– Мин үҙем…
Башы түбән эйелгән ҡыҙ килбәтһеҙерәк ҡыланып күлдәген һалды, эске кейемдәренән ҡотолдо. Инәнән тыума яланғас тәнде тәү тапҡыр күргән егет телдән ҡалды, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе, ауыҙы кипте. Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ, тулы балтырҙарҙы, нәҙекәй билде, остары өҫ яҡҡа ҡарап тырпайған тығыҙ түштәрҙе, ымһындырғыс ҡабарынҡы осаларҙы, таҡталай тигеҙ ҡорһаҡ тамамланған ерҙәге күләгәле сатты күҙҙән үткәрҙе лә ҡарашын ситкә алды, тотош кәүҙәһе аңына буйһонмай ҡалсылданы ла ҡуйҙы, тубыҡтары тотмай бына-бына йығылыр хәлдә.
– Ғилманым, кил…
Ҡуйы ҡаҙаяҡтарҙы түшәп салҡан йығылған ҡыҙҙың ирендәренән, нәфис муйынынан, түштәренән ҡомһоҙланып үпте, тик һығылмалы билдең күләгәле түбән яғына ҡарарға ла, оронорға ла баҙнат итмәне. Уйламағанда ҡапыл ғына, бөтә булмышы менән бирелгән, тумаланған таждан асылған нәфис, саф сәскәне ҡабул итергә әҙер түгел ине тәжрибәһеҙ егет. Быуындарын баҙыҡландырып, тәнен ҡороштороп йәнендә эркелгән ҡырағай дәрт нисек көтмәгәндә тоҡанһа шул тиҙлектә ҡайҙалыр юғалды, саманан ашҡан ярһыуҙы ҡыйыуһыҙ теләк утты һүндергән һалҡын һыуҙай юҡҡа сығарҙы… Йомшаҡ кәүҙәне күпме генә ҡыҫһа ла ҡарыуы ҡалҡманы.
– Юҡ, улай түгел, белмәйһең, теләмәйем!..
Ҡыҙ егетте өҫтөнән атып бәрҙе лә ҡабаланып кейенә башланы, шунан ауыл яғына ҡарай йүгерә-атлай китешләй ҡайырылды ла асыулы ҡысҡырҙы:
– Ҡайтам! Оҙатма!
Иртәгеһен кис клубта бер ни булмағандай янына килде лә эскерһеҙ наҙланды:
– Һинең менән бейегем килә. – Шунан ҡайнар тынын егеттең ҡолағына өрҙө – Бөгөн дә Ҡушҡайынға барайыҡ, таң атҡансы һинең ҡосағыңа һыйынып йондоҙҙар атылғанын күҙәткем килә… Миңә наҙлы итеп яратып ҡара, шул ғына, башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.
Ғилман дәртләнеп өй һалырға тотоноп китте: аҡсаһы наҡыҫ булғас, лесничествонан уҫаҡ яҙҙырҙы, уны йығып, ботап эштән һуң тракторына тағып ауылға ташыны, оҫталығы самаһында бурап, башына ферманың иҫке һарайының шиферын һорап алып, шуның менән ҡоршаштырҙы, иҙән-түбәлек таҡта хәстәрләне. Әлфиә тағы һалҡын һыуға ҡойондорғандай тартыныуһыҙ битәрләне:
– Мине шул тауыҡ кетәгендәй келәттә йәшәтергәме ни иҫәбең? Ә Фәнис ағай малайына ҡайһылай шәп өй эшләп тә ултыртты, һинең төҙөгәнеңдән ике тапҡыр ҙурыраҡ келәте лә, уйынсыҡтай күркәм мунсаһы ла, һарайы ла әҙер тигәндәй. Сутлап шымартылған ҡарағай өйҙөң еҫе танауҙы ҡытыҡлай, кәртинкәләй матурлығы күҙҙең яуын ала. Йәшәй беләләр ҙә һуң бәғзеләр…
– «Эскәнйәр» ҙең өйөн әйтәһеңме? Совхоз иҫәбенә бушлай тотош хужалыҡ ҡалҡытырға минең атайым партком түгел шул.
– Искәндәрҙе эсә, ти ҙә ҡалаһың, эсһә ни, бөгөн кем эсмәй икән? Уның ҡарауы уларға бөтә нәмә арты менән бушлай инә, эшкәртеп кенә өлгөр.
– Ҡулай, мөлкәтле кейәү кәрәккәс, сыҡ Искәндәргә, белерһең аҙаҡ.
– Бергә уйнап үҫкән, һабаҡ алған синыфташты белеү кәрәкмәй. Сығырмын да. Ул юғары белемле буласаҡ. Һинән мазут еҫе килә…
– Тиң түгелһең, тимәксеһеңме? Ярай, хуш улайһа!
Тыныс тәбиғәтле, ғәҙәттә ипле Ғилман был юлы түбәнһетеүгә сыҙамай кинәт тоҡанып китте, ҡулы ҡылыс ише һауаны ярҙы, ул эре-эре аҙымлап китеп барҙы.
– Ғилман, туҡта! Шаярттым, һынап ҡараным ғына…Үкенерһең, ҡара уны…
Егет туҡтаманы ла, боролоп та ҡараманы.
Был юлы оҙаҡҡа үпкәләштеләр. Ғилман бөтөнләй өйөнән сыҡмаҫ булды. Эштән ҡайта ла кис буйы әҙәби китаптар уҡый, тик уҡығаны башына ғына инмәй, фекере тарҡау, хистәре боларынҡы, уйында Әлфиә генә. Берсә моңһоу, берсә шаян ҡарашлы ҡыҙ күҙҙәре алдынан китмәй ҙә ҡуя. Әсәһе лә хәленә ингәндәй һүҙ ҡата:
– Эш тип йөрөп йонсоп та киттең, әллә колопҡа сығып ял итеп алаһыңмы әҙерәк? Күңелең асылып, кәйефең күтәрелеп ҡалыр. Атайыңа кейәүгә сыҡҡас әле кис һайын икәүләп «Наза» ға йүгерә инек. Иҙәндәрҙе һығылдырып таң атҡансы тыпырҙайбыҙ ҙа таң һыҙылыу менән тура ҡырға эшкә китәбеҙ. Арыу белмәҫ хыялыйҙар. Аптырайым, нишләп ҡайным-ҡәйнәм һуҡранмаған-тыймағандыр. Хәҙерге йәштәр тыумаҫ элек ҡартаялар. – Әсәһе иртә саллана башлаған сәстәрен, еңелсә йыйырсыҡланған маңлайын ыуып һүҙһеҙ ултыра ла дауам итә. – Анау Иҙристең ҡыҙы Әлфиәне әйтәм, бигерәк алсаҡ бала инде, бөгөн урамда тап итеп һөйләшеп тә торҙоҡ әле. Һине һорай, хәлдәре нисек, ти. Ҡыҙыҡһыныуы тикмәгә түгел, шуны һиҙҙем. Килен итәйекме әллә шуны? Итәғәтле, тәүфиҡле ярҙамсым булыр ине, ата-әсәһе лә күҙ күргән кешеләр, тоҡомдары һәйбәт. Туған-тыумасалары ла һине кейәүҙәре итеп күргеһе килә, тип ишеттем әле. Ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа шул хәбәрҙе еткерҙеләр …
– Минән мазут еҫе килә.
– Килһә ни! Яратҡан кешеңдең еҫе үтә лә танһыҡ була ул. Атайың мәрхүмдең шул еҫен ғүмерем буйына һағынам, майлы кейемдәрен мыжымай йыуҙым. Ҡәҙерле йөк ауыр булмай, тигән боронғолар. Уны бөхтә йөрөттөм, өйөм гелән йыйыштырыулы, таҙа булды, ҡуҫтарланырға ла ваҡыт таптым, яраттыра ла белдем. Һағынып һөйләргә генә ҡалды инде йәш саҡтар… Бигерәк баҙнатһыҙ, баҫалҡы кеше ине мәрхүмең, уның ҡарауы мин – ут-ялҡын. Башҡаларға мах бирмәҫ булһам да атайыңды гел юғарыраҡ ҡуйҙым, уны ир, өй хужаһы иттем, алдына сыҡманым. Минең йылы утым, яҡты усағым, тип ҡабатлар ине Мәхмүтем. Һин атайыңа оҡшағанһың, бигерәк баҙыҡһыҙһың. Аяҡ күтәреп ятып ҡына кәләш өйөңә килеп инмәҫ бит.
– Нисауа, әсәй, кәләшһеҙ ҡалмабыҙ.
– Собханалла, ауыҙыңа бал да май.
Ғилман бер килеп аңлашыуҙарына ышана ине. Тик ул ғорурлығын ашатлап сыға, Әлфиә үҙһүҙлеген еңә алманы.
Йәй башында Әлфиә Искәндәргә кейәүгә сыға икән, тигән хәбәр таралды. Ялға ҡайтҡан ҡыҙ Ғилманды урамда осратып һүҙ ҙә ҡушмай, күҙ ҙә һирпеп ҡарамай башын текә тотоп янынан үтеп киткәс бөтәһе лә аңлашылды. Шул мәлдә икеһенең береһе ҡайтымһаҡланһа, башлап һүҙ ҡушһа бөтәһе лә үҙгәрер ине бәлки…
Туйҙы ысын мәғәнәһендә шаулатып, түрәләрсә, бер көтөү еңел машиналыларҙы саҡырып үткәрҙеләр. Оҙон колоннаға теҙелеп ауыл Советынан ЗАГС-тан ҡайтҡан машиналарҙың гудогынан тәҙрә быялалары зыңланы хатта. Ғилман уны ишетмәҫ өсөн өйөнә бикләнеп яҫтыҡтар менән ҡолаҡтарын томалап карауатында ятты.
Эңер төшкәс кемдер ишек шаҡыны, оҙаҡ ҡына яуап бирмәй, инмәй инәлткәндән һуң Әлфиәнең кесе һеңлеһе күренде. Аяҡ остарына ҡарап бер урында тапанып торған ҡыҙ ҡыҙара бүртеп Ғилманға ҡағыҙ киҫәге һондо:
– Был һиңә…
– Кемдән хат, балам?.. – Әсәһе ниҙер һиҙенһә лә белмәмеш ҡиәфәттә һораған булды.
– Хәмит килеп сыҡ әле, тигән… – тип ялғанланы Ғилман, үҙе алдығынан ҡыҙарып китте. – Барып әйләнәйем. Оҙаҡламам. – Ҡабаланып кейенә башланы.
Юлһыҙ-ниһеҙ тура тартып Ҡушҡайынға йүгерҙе, йөрәге дөбөрҙәп ҡағыҙ киҫәгендәге һүҙҙәрҙе ҡабатлай төҫлө: «Ҡушҡайын янында көтәм…Ҡушҡайында көтәм… Кил… Әлфиәң.» Ул әлегә унда нимә булырын да, Әлфиәнең һуңғы сиктә ниндәй ҡарарға килерен дә, ни өсөн саҡырыуын да белмәй. Белмәһен. Кәрәкмәй ҙә. Бер мәлгә генә һөйгәненең күҙҙәренә төбәлер ҙә онотолор. Сәсрәп китһен донъяһы!.. Унда Әлфиә көтә…
Ҡушҡайын төбөнә ултырып тәмәке артынан тәмәке тоҡандырҙы. Ярһыуын баҫырға теләп ҡабалан-ҡабалан йөрөп ала, тағы сүгә. Баҫты ла ҡәҙерләп ҡуш ҡайынды һыйпаны: береһенә «Әлфиә», тип икенсеһенә уның исеме яҙылған. Туҙҙы һыҙырмай, сыйып ҡына яҙғайнылар, нисек бар шулай һаҡланған, әйтерһең дә кисә генә яҙғандар, тиерһең. Хистәрҙе генә шулай саф көйөнсә һаҡлап булманы бит, булманы… Искәндәр ҡайһылай бәхетле, Әлфиә уныҡы буласаҡ… Шатлыҡ-ҡыуаныстар ятҡа ҡала, көйөнөсө уға… Искәндәр Әлфиәне ул яратҡан ише яратырмы, ҡурсалармы, һаҡлармы?.. Юҡтыр, ул тупаҫ йән. Һиҙгер йәнле, асыҡ күңелле Әлфиә шуны ла күрмәйме икән ни? Аңламаҫһың был ҡатмарлы тормошто, аңламаҫһың…
Ер өҫтөнә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты, күктә бер – бер артлы йондоҙҙар ҡабынды, алтын нурҙарын уйнатып еҙ батмустай тулған ай ҡалҡты. Алыҫ түгел өйкөмләнгән муйыл ҡыуағында һайраған ҡошсоҡ та күптән ойоп тынып китте. Бары йоҡоһоҙ өкө генә күҙҙәрен һүрәнке ялтлатып егеттең кисерештәрен аңлағандай уфтана: «Уффф… Уффф...»
«Тағы алданы, һынап ҡарар өсөн генә хәбәр ебәргәндер, ә үҙе был мәлдә Искәндәрҙең ҡосағындалыр…” Ҡулындағы тәмәкене һауаға сирткәйне, ул юғарыға сойорғоно ла ерҙәге ниндәйҙер ташҡа бәрелеп осҡонланып сәсрәне. «Минең дә йөрәгем ошо төпсөктәй ыуалды, һүнде…»
Ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағайны ғына ҡаршыһында ҡоштай осоп йүгергән аҡ һынды тоҫмалланы, иңрәүле тауыш тынлыҡты тертләтте:
– Ғилман!..
Килгән ыңғайы егеттең муйынына аҫылынып шым ғына илап ебәрҙе:
– Килгәнһең… Оҙаҡ көттөңмө?
Егет өндәшмәне. Әлфиә бер аҙ тынысланғас уң ҡулын алға һондо:
– Алтын балдаҡ кейҙерҙе Искәндәр…Ҡиммәтле… Килешәме?..
Ғилман һаман да ауыҙына һыу уртлағандай ҡылана.
– Бөгөн ЗАГС мәлендә барып халыҡ алдында, миңә кейәүгә сыҡ, тиһәң, бөтәһе лә үҙгәрер ине бәлки… ә һин ғәрләнеп, хурланып өйөңдә бикләнеп яттың, шулаймы? Мин бит һинең нимә ҡылырыңды, нимә әйтереңде алдан тойомлайым, һиҙәм. Бер бөтөн булып берегер ике ярты булғанбыҙҙыр ул, Ғилман… Ошо мәлдә үтә лә ҡыйын һиңә, йәнем… Миңә лә ауыр, ер тырнап илағым килә… Тик һуң инде, һуң… – Әлфиәнең тауышы нәҙегәйә барып бөтөнләй өҙөлдө.
– Искәндәр ҡайҙа?
– Дөрөҫ әйтә килдең, ул ысынлап та “эскәнйәр”ҙер. Лаяҡыл иҫерек, еңгәләре һөйрәп тиерлек индереп яныма һалдылар. Уның йоҡлап киткәнен көтөп яттым.
– Ниңә саҡырттың?
– Ниңәме? – Ҡыҙ ҡабатлап һораны. Уның йәнендә икеләнеүле уй көрәшә ине шикелле. – Эйе, хәҙер бер нимәне лә кире ҡайтарып булмай… Ғилман, беләһеңме, ә бит мин һаман да ҡыҙ, саф ҡыҙ… Әгәр теге ваҡыт урман төпкөлөндә һинеке булһам ул тиклем дә үкенесле булмаҫ ине… – Ҡабаттан егетте ҡосаҡлап алды күҙҙәренә төбәлде… Сафлығымды бирәм, Ғилманым, ал мине, ҡыҙлығым һиңә булһын, шунан һуң ғына Искәндәр… Мин аҡылдан яҙам, һаташам, бер үк мине дөрөҫ аңла, кисерә алһаң кисер…
– Сыҡ миңә кейәүгә, Әлфиәм…
– Юҡ, ошонда һуңғы тапҡыр булабыҙ ҙа мәңгегә айырылабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ бик теләһә елдән дә бала яралдырырға һәләтле, шуны онотма… Беренсе бул, әгәр ауырға ҡалһам балаңды һинең һымаҡ күреп яратасаҡмын. Ҡурҡма, бер кем дә, бер ҡасан дә белмәҫ, ғүмерлек серебеҙ асылмай ошонда ҡалһын…
– Сыҡ миңә кейәүгә!
– Һуңланың! Мине ошонда ал, шулай хәл иттем… – Әлфиә теләгенә буйһонорға теләмәй дерелдәгән ҡулдары менән ашығып күлдәгенең иҙеүенә йәбеште, төймәләрен ысҡындыра башланы.
Ғилман ҡапыл айнып киткәндәй итте лә ҡыҙҙы тупаҫ этте:
– Иреңә ҡайт!
– Әлегә минең ирем юҡ!.. Ҡыҙлығымды ал да, хушлашабыҙ… мәңгегә…
– Законлы ирең бар, шуға ҡайт!..
Әлфиә ҡайынды ҡосаҡлап сеңләп илап ебәрҙе:
– Ҡурҡаҡ! Ғүмерең буйы күләгәңдән ҡурҡып йәшәнең… Бер ҡатын да һинең менән бәхетле булмаясаҡ. Көсһөҙ!.. Кәрһеҙ!.. Эшкинмәгән!..
Ир намыҫына тейгән мыҫҡыллы һүҙҙәр Ғилмандың йәнен яндырып, ҡамсылап үттеләр. Ул шаңҡығандай бәүелеп торҙо ла әкрен генә ауыл яғына ҡарай атланы. Артта биниһая ваҡыт Әлфиәнең ярһып үкһегәне ишетелеп торҙо.
Шул йылы Искәндәр ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте лә ҡайтып бүлексәгә управляющий булып эшкә төштө. Уҡыуға оңҡот ине шул, тегендә лә артыҡлап ырата алмағандыр. Икенсе йылына Әлфиә лә мәктәптә эш башланы. Ул ауырлы ине.
Ғилман да өйөн төҙөп бөттө, тик унда күсеп сығырға ғына теләк белдермәне, ә уйын әсәһенә былайыраҡ аңлатты:
– Әсәй, Нуриман менән күсегеҙ икәүләп. Буш ҡуймайыҡ әҙер торлаҡты. Ҡустым да бала түгел, СПТУ-ны бөтөрөп эшкә төштө: бер ике йылдан башлы-күҙле иткәндә лә була. Улар менән көңгөр-ҡаңғыр йәшәрһең әле. Мин атай нигеҙен һаҡлап ҡалам.
– Үҙең әләйһә ҡыутомшоҡ булмаҡсыһыңмы?
– Бәләкәй тәгәрмәс алдан тәгәрәй ҙә, – тип уйынға борорға иткәйне лә әсәһенең етди, үпкәсел йөҙөн күреп ҡәҙимге дауам итте. – Өлөшөмә төшкән яртым тыумағандыр ул, тыуһа ла икенсе берәү урлағандыр. Ҡотһоҙ кеше мин…
– Йоҡлап йөрөгәсең, – Йәмилә апай мыжыһа ла улының хәлен аңлай ине, ҡаты бәрелеп улының йөрәк яраһын ҡуҙғытманы.
Әлфиә Искәндәргә сыҡҡас та Ғилманды онотманы. Осрашҡандарында йылы һүҙен ҡуша, телдән булһа ла хәстәрләй, күңел яҡынлығын белдерә. Ә күҙҙәре моңһоулыҡ тулҡынған хәсрәт күле. Йылдар үтеү менән ул күл тәрәнәйә генә бара. Теле өйлән тигән була… Ә үҙе Тәңре биргән өлөшөн кем менәндер бүлешер инеме икән? Ай-һай… Ғилманы ошолай ғына йөрөһөн янында, наҙ, һөйөү тулы күҙҙәре менән төбәлһен, башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй… Ғилман ғына яңғыҙлыҡтан алйый, булмышын өмөтһөҙлөк, нәҫ баҫҡан. Эсеүе лә, тинтәк әтрәгәләмдәр менән аралашыуы ла шунан киләлер. Их, Әлфиә, нимә эшләнек беҙ, ғүмерлеккә хаталандыҡ бит… Теге ваҡыт, Ҡушҡайын янында, бәлки, ҡушылырға кәрәк булғандыр?.. Өлөшөңә төшкән көмөшөңдө татып ҡалыу яҙыҡмы ни?..Уйнаштан түгел, уларҙың саф мөхәббәтенән бала яралыр ине бәлки… Уларҙың йөрәк сере, ҡан ҡушылмаһы булып йөрөп ятыр ине ошо көндә. Эй яратыр ине уны Ғилман, эй ҡәҙерләр ине, ҡурсыр ине. Һыртынан ғына әлбиттә… Әлфиәнең балалары бер ҙә генә уға оҡшамағандар, ҡойоп ҡуйған Искәндәр… Ҡылыҡтары ла атаһынан ары китмәгәндер. Әлфиә уларҙы яраталыр, улар өсөн йәне өҙөләлер, ни тиһәң дә әсәй бит… Сәйер, аңлайышһыҙ, мәрхәмәтһеҙ был тормош тигәнең. Үҙенсә шулай уйлай Ғилман, фекер йөрөтә.
Әлфиәгә үс итеп өйләнергә лә йыйынып ҡуйғайны бер заман. Күрше ауылда йәшәгән Нәсимә исемле ҡыҙ менән танышты. Осраҡлы ғына килеп сыҡтымы, әллә эҙләгәнгә тап иттеме – бер Хоҙайға мәғлүм. Быныһы ҡаҙалып төбәлгәнгә тегеһе йылмая биреберәк ҡаш һикертте, яҡынлауға, яҡынайыуға күпме кәрәк тиһең, осраша башланылар. Тик баштан уҡ тәне теләһә лә йәне теләмәне уны, өҙлөкһөҙ ласылдатып һағыҙ сәйнәүсе, тәбәнәк буйлы, тулы кәүҙәле ҡыҙҙың төйөрөм биленән ҡосаҡлап ауыл урамын ҡыҙыралар ҙа тегеләрҙең ҡапҡаһы төбөнә килгәс һағыҙлы ауыҙҙы үбеүҙе килештермәй йомрандыҡылай тулы биткә ирендәрен тигеҙеп хушлаша ла ҡайтырға ашыға. Тегеһе лә иренеп кенә бәйләнсек себендәрен ҡыуған ығыш һыйырҙай еңелсә эткән була, әҙәп һаҡлауы үҙенсә. Йә һөйләшеп һүҙҙәре, йә серләшеп серҙәре берекмәй. Ғилмандың күңелен тотошлайға Әлфиә биләгән, Нәсимәнең үҙ донъяһы. Ҡайтыр яҡ ауыл осона сығыуы була, ауыр йөктән ҡотолғандай тәне еңеләйә, күңеле ҡыуаныстан осона: «Уф, ҡотолдом бөгөнгә…»
Ике араны апаруҡ таҡырлағас, ауылда һүҙ ҙә таралғас ҡырҡа хәл итте – икеләнеп йөрөү етте, өйләнергә кәрәк! Өйрәнер. Күнегер. Күнер. Һәммәһе лә мөхәббәт утында янып, һөйөп-һөйөлөп кенә ҡауышмағандарҙыр моғайын. Ҡыйыулыҡ өсөн бер яртыны Хәмит дуҫы менән ултырып бушатты ла, тегеһе артыҡ теләктәшлек белдермәһә лә китте Нәсимәгә. Ҡыҙмаса кешегә ни диңгеҙ тубыҡтан. Эңер мәлендә дөбөр-шатыр барып инде. Ҡыҙ яңғыҙы икән, ата-әсәһе күршеләренә ҡунаҡҡа сыҡҡандар. Араҡы шауҡымынан дәртләнеп, ҡыйыуланып алған Ғилман шундуҡ өҫ кейемен һалып ырғытты, түрбашта ҡашығаяҡ йыуып мәшәкәтләнгән ҡыҙға арт яҡтан яҡынланы ла биленән ҡармап, һалынҡы мул түштәрҙе, тирмәндәй йәйелгән йомшаҡ осаны һәрмәштергеләп ишек төбөндәге карауатҡа һөйрәне.
Ҡыҙ “маҙаһыҙлаған себен” менән һәлкәү генә айпалашҡандан аҙаҡ ябай йомошто атҡарғандай ғәҙәти генә итеп әйтте:
– Сисенә тор, ишекте бикләп инәм, тик һәләтләйек, оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, атайымдарҙың ҡайтып инеүҙәре бар.
Нәсимәнең эске кейемдәренең нескә таҫмалары керләнеп йышылғайнылар, аҡ төҫтәге бюстгальтер әрпеш йыуыуҙан һоро төҫкә әүерелгәйне, йәнә ҡырылмаған йөнтәҫ ҡултыҡтары аҫтынан тонсоҡторғос ауыр тир еҫе килде. Ғилмандың ҡыҙған ҡаны тиҙ һүрелде, дәрте ҡайтып йәнен битараф бушлыҡ биләне. Ҡыҙҙың өҫтөндә маҡсатһыҙ ғына аунаған булды ла эстән башҡаса бында килмәҫкә ант итеп ҡайтып китте. Ихласлап күңелен һалмағандыр артыҡлап ылыҡмағандыр, Нәсимә лә саҡырыу сәләмдәрен ебәрмәне…
* * *
Ғилман уттары һүнгән, яртылаш ҡарға күмелгән өйөнә ҡайтҡыһы килмәй, тура Нуримандарға йүнәлде.
Ҡустыһының ғаиләһе өйҙә ине. Әсәһе төп яҡтараҡ урындыҡ ситендә йөн иләп аҙаплана. Ҡул быуындары тупайған, ҡайһылары бөгөлмәҫкә ҡатҡан бармаҡтарға орсоҡ тыңлай һалып бармай: ул йә урындыҡҡа, йә бөтөнләй иҙәнгә үк төшөп китә. Әсәһе орошмай-көйәләнмәй билен тотоп йәпһеҙ эйелеп ҡорамалын ала ла бармаҡтарына төкөрөп алғандан һуң ҡабаланмай ғына шөғөлөн дауам итә. Өй тирәһендә шунан артығына эшкинмәй әсәһе, иҫәпкә бар, һанға юҡ инде. Урындыҡ тапҡыры өрлөккә ағастары йышылып һарғайып бөткән сәңгелдәк эленгән. Унда бала саҡта Ғилман ятҡан, шунан Нуриманға ҡалды, хәҙер ҡустыһының улы тирбәлә. Әсәһе ара-тирә сәңгелдәкте талғын ғына этеп ебәрә лә бала саҡтан ике улына ҡабатлай торғас аңына һеңгән, шулай ҙа күңелгә яҡын һүҙҙәрҙе шыбырҙап көйләй:
… Әсәй мәмәй бирмәһә,
Һыйыр һауған ергә бар,
Сеүәтәңде тот та бар,
Ҡалағыңды тот та бар…
Илаҡ, өсйән малай әүелйейҙер, әлегә шым ята.
Тыңҡыш кәүҙәһенә жилет кейеп алған, һәр ваҡыт ҡыҙыл йөҙлө ҡустыһы ишек төбөндә артһыҙ ултырғысҡа ултырып быйма табанлай. Ул ағаһы менән ҡул биреп иҫәнләште лә шөғөлөн дауам итте. Килен кеше өйҙөң буйынан-буйына һуҙылған урындыҡты бүлгән мейестең бирге яғында ҡамыр баҫа, ҡайнағаһының сәләмен алманы ла.
Урындыҡҡа артын терәгән ҡунаҡ әсәһенә төбәлде:
– Хәлдәрең нисек, әсәй?
– Арыу, тиер инем шығырҙайым, тигәндәй, йөрөлә әле. Ашарыңа бармы? – Әсәһе улын ҡайғыртты.
– Бар. Ә бына тартырға бөттө. – Ҡустыһынан һораны. – Тартырға бир әле, кеҫәнең төбөн ҡырҙым юғиһә.
– Тәмәкеһеҙ йөрөмәйбеҙ, а как же! – Нуриман эре сирттерҙе. – Бөгөн булмаған яғыулыҡты табып Искәндәр мине совхоз бесәнен таҡтырып район үҙәгенә ҡыуалағайны. Райпо рәйесе әллә бушлай килгән бесәнгә ҡыуанды, әллә тыумыштан йомарт, йәлләмәй блогы менән «Прима» ны сығарҙы ла тотторҙо. Мә, берәүһе һиңә булһын. – Ул ынтылып фуфайка кеҫәһенән асылмаған бер ҡап тәмәке алып ағаһына һондо.
– Кешегә биргәсең бынан ары минән тартырға һорама штубы. – Килен туңҡайған килеш эркет гөбөһөләй бәүелгән осаһын бер яҡҡа аушайтып екерҙе.
– Өндәшмә, бисә! – Нуриман ҡылъяйманы ла, ҡулындағы яртылаш төпләнгән быймаһын иҙәнгә һалды. – Давай төтәтеп алайыҡ. – Ағаһы ҡалҡҡайны, еңенән тартты. – Мейес ябыуын асып ошонда ғына тартайыҡ. – Тәмәке көлөн ҡағырға мейес ысбутына буш кәнсир һауыты ҡуйҙы. Ғилман төтөндө ләззәтләнеп һурҙы ла мейес ауыҙына өрөп ҡабаттан өй эсен байҡаны.
Тәҙрәләргә ҡасандыр аҡ булған, хәҙер һарғайып бөткән ҡорғандар эленгән, онотҡанда бер, аша-төшә аҡланған стеналар үтә лә күрмәлекһеҙ күренә, унан эре, ҡарағусҡыл һары тараҡандар йүгерешә, иҙән тулы сүп-сар, ҡый. Ишек төбөндәге иҫке таҡталарҙан ҡабалан ғына әтмәләнгән өкәлтәктә ятҡан быҙау торҙо ла ҡойроғон сәнсеп сөбөрҙәтергә тотондо. Һейҙек иҙән уртаһына ҡарай һарҡты. Өй эсенә һыҡра ҡатыш тәмәке еҫе таралды. Сәңгелдәктәге бала ҡыймылдап ҡуйҙы ла яман аҡырып илай башланы.
– Ана, ҡушбоғаҙ, яңы ғына йоҡлап киткәйне, уяттығыҙ, эшкинмәгәндәр… – Килен байпаңлата баҫып барып сабыйҙы алды ла түш иҙеүен ысҡындырып һыйыр еленендәй ҙур, кер шыбаҡшыған имсәгенең баш бармаҡтай осон балаға ҡаптырҙы. – Тығын, ҡороғор, ике бөртөк теше сыҡҡан, сәйнәй килеп тороп.
Ғилман сығыу яғына ыңғайланы, ҡустыһы өтәләнде:
– Сәй эсеп ҡайт, ағай, яңы эштән килә ятыуыңдыр. Унда һалҡын өйҙә ятҡансы йоҡлап ҡайтһаң да була.
– Хәл беләйем, тип боролғайным.
Мейеһен күптән инанған уйы игәне: «Бисәнән уңманы Нуриман ҡусты, уңманы… Бындай йыбытҡының булғанынан булмағаны мең артыҡ…»
* * *
Ҡайтып ел уйнаған өйөндә мейес яғып ебәрҙе, плитәгә ҡайнатырға сәйнүк ҡуйҙы. Бөгөнгә тәғәмләнергә була: әсәһенең килененән йәшереп биргән ярты йомғаҡ майы, бер түтәрәм икмәк бар. Ҡаралай сәйгә ҡушып тамаҡ ялғарға мөмкин.
Майлы өҫ кейемен систе лә иҫке генә булһа ла спорт костюмын кейеп алды, еңел быймаһын ҡатты. Ҡулына әҙәби китап эләктереп карауатына ятырға ғына иткәйне ишек ҡаҡтылар.
– Инегеҙ, бикһеҙ бит.
Синыфташы Хәмит икән. Ул ныҡ иҫерек ине. Уҫлаптай кәүҙәһен көскә ҡыймылдатып болғаңлай-болғаңлай килеп өҫтәл артына ултырҙы ла терһәкләнеп, насар ҡырылған сикәһен услап, йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған шешмәк, ситтәренә эрен уҡмашҡан күҙҙәрен дуҫына төбәне.
– Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса?
– Эштә булдым. Шунан ҡустыларға һуғылып әсәйҙең хәлен белдем.
– Эштә… Беләм мин һине. Бая управ Искәндәрҙең өйөнән сығып килгәнеңде һиҙемләнем. Һаман да шул Әлфиә тип янаһыңмы? Онот уны, кеше бисәһе бит ул, иртәгә лә, иртәнән һуңға ла, унан ары ла ят ҡосаҡта ятасаҡ, башҡаны иркәләйәсәк зат ул, бер нимә лә үҙгәрмәй һәм үҙгәрмәйәсәк тә…Ҡыҫыр хыял артынан сапҡан шыр тиле, дүрәк, бына һин кем!
– Хоҙай Тәғәлә шулайтып яратҡас ҡайһылай итәйем. – Ғилмандың тамсы ла иҫе китмәне.
– Бирергә яуабың юҡ, шуға шылғаяҡланаһың, уратаһың – сурытаһың шулай түгелме, знамы шулай! Башҡалар ҡайғыһы төштән һуң, тигәндәй, биғәйбә, үпкәләштән булмаһын. Все-таки, мин хаҡлы, дөрөҫтө һөйләйем… Э-э-эсәһеңме? – Хәмит өҫтәлгә бер шешә тоноҡ шыйыҡса тыпылдатты. – Гөлдәрҙән алдым. Үәт замана китте әй, кемгә инанырға ла белмәҫһең: элекке партком Фәнис мулламын, тип әҙәм ышандырып намаҙлыҡ өҫтөндә көнө-төнө туңҡаңлай, ҡылған гөнаһтарын йыуа, мәктәп тәрбиәсеһе Гөлдәр көмөшкә ҡыуып һата, аң таратаһы урынға халыҡты эскелеккә өйрәтә. Низнай, аптыраҡ… – Уфтанып алды. – Эсемлегем дә, ризығым да үҙем менән. Беҙҙең һуғым итенән ауыҙ ит. – Ул икенсе түш кеҫәһенән гәзиткә төрөлгән нәмәне сығарып тағатып өҫтәлгә һалды. Былай тай ғына тиһәк тә йылҡы көр генә булған, ҡаҙыһы өс иле.
Ғилман икмәк ҡырҡып һалды, стакандар ҡуйҙы ла бер киҫәк ҡаҙыны ауыҙына оҙатып кинәнеп сәйнәргә керешеп китте. Ул ныҡ асығыуын әле генә тойҙо. Ауыҙындағыһын йотоп ебәргәс, дуҫына мут күҙ ҡыҫты:
– Йә, ултырған ерҙән төнәп киттең түгелме, бай ағай, тамыҙ һыйыңдан.
– Юҡ, был һинең өй, күстәнәсте үҙең генә ҡыландыр булмаһа. – Хәмит итәғәтлек күрһәтте. Серегән сөгөлдөр еҫе аңҡыған көмөшкә ҡырҡыу һәм зәһәр ине. Үҙәк буйын хәтәр яндырып-өтөп төшөп китте. Тын ала алмай оҙаҡ быуылып ултырҙылар.
– Гөлдәрҙе әйтәм, нимә ҡуша икән быға. – Хәмит көсәнеп кикерҙе. – Тирләүҙе баҫа торған дезодорант, йә бөжәктәрҙе ҡырғыс дихлофос бышҡылдатһа артыҡ булмаҫ ине, тауыҡ тиҙәге өҫтәйҙер быға ысынлап та. Ә тауыҡ тиҙәге таҙҙы ғына түгел эсәктәрҙе лә үтәнән-үтә алалыр, билләһи.
– Барыбер түгелме ни, башҡа сыға, иҫертә бит.
– Вапше то дөрөҫ әйтәһең, – Хәмит ризалашты, ел ярғылап ҡутырлаңҡырап торған ирендәрен ең һыртына ышҡыны ла үтә лә моңһоҙ итеп ҡарлыҡҡан тауыш менән йырлап ебәрҙе:
Беҙ эсмәйбеҙ аҡ араҡы,
Беҙ эсәбеҙ перцовка,
Беҙ эсмәйбеҙ бер сутка,
Беҙ эсәбеҙ ун сутка…
– Эй, Ғилман дуҫ, беләһеңме һин, мин бит ун көн инде кипмәйенсә эсеп йөрөйөм. Белмәйһең шу-у-у, эсем тулы ҡайғы-хәсрәт икәнен… Батып үлер күлем генә юҡ, донъяңды аллы-артлы эт орғор…
– Етте, тормозға баҫ, Хәмит дуҫ, туҡта.
– Тормозға тиһеңме? – Ҡунаҡ аңламағандай ҡабатлап һораны ла өмөтһөҙ ҡул һелтәне. – Ул күптән тотмай инде тотанаҡ тигәнең… Кипкән, тамырҙары өҙөлгән ҡамғаҡтай ҡайҙа ел иҫһә шул яҡҡа тәгәрәп тик йөрөлә…
– Сәбәп ниҙә?
– Уныһын беләһең, Ғилман дуҫ, бөтәһе лә белә… Һин ҡайҙа хеҙмәт иттең әле? – Шул, шул. Ауырыу әсәйең, бәләкәй ҡустың арҡаһында өйҙә яттың, ә мин афған һурпаһын һемерҙем ике йыл. Тура ултырып ҡырын һөйләмәйек, интернационалист булып түгел, ят төйәкте яндырып, талап, халҡын ҡырып, оккупант булып, ут-ғәрәсәт эсендә йөрөлдө. Нисек тере ҡалғанмындыр, аптырайым. Ҡой әле, Ғилман, йөрәк янғансы эс янһын!
Икенсе стакан ауырлыҡһыҙ эселде, Ғилмандың ошоғаса тумбыҡҡан тәне яҙылды, ҡарашы сафланды, биттәре янды, йылы ағым ҡан тамырҙары буйлап йүгерҙе. Хәмит дауам итте:
– Мин Афғандан тимер-томор тағып батыр иҫәпләнеп яраланып ҡайттым. Аяғы яраланған имеш, ирлегемде үлтереп ҡайтарҙылар унан… Иң яҡын дуҫым булараҡ һөйләйем һиңә. Сер итеп эсте яндырып күпме йөрөргә мөмкин, тәҡәтем ҡалманы…Тегендә мин ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булдым. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр. Бөгөн бушҡыуыҡтар мөхәббәт юҡ тип боғаҙ йырталар, сөнки уны осратмағандар, һәм һис ҡасан да татымағандар, туң йөрәктәре менән татымаясаҡтар ҙа! Мөхәббәт тигәнең Алла тарафынан бирелгән һәләт, кемдәргәлер эләгә, кемдәргәлер – кукиш! Вот… Юҡҡамы ни халыҡ йәнһеҙ, миһырбанһыҙ, кешелекһеҙ заттарҙы бер һүҙ менән генә, мөхәббәтһеҙ, тип атай. Бик ҡурҡыныс, әҙәм балаһының асылын түбәнһеткән баһа ул, төптәнерәк уйлап ҡараһаң… Телем әрләһә лә күңелем һинең Әлфиәгә ылығыуыңды хуплай. Мин үҙем дә һинең һымаҡ мәжнүн хәлендә йөрөнөм заманында… Шуныһы – бөгөн мөхәббәттең ҡәҙере китте. Уның урынына фәхишәлек һәм яланғас оятһыҙлыҡ ҡына тороп ҡалды. Бына ни өсөн донъябыҙ, йәшәйешебеҙ ҡотһоҙ, ейгән ризығыбыҙ татһыҙ. Төҙөмәй, ошоғаса төҙөгәнде емерәбеҙ генә. Афған ҡыҙын осраттым. Күҙҙәрен һиңә әйтәйем – унда бөтә матурлыҡ, йәм, бар Йыһан һыйғандай. Яп-ябай, ҡараҡай, башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмаған мосолман ҡыҙына һуш китеп, илереп ғашиҡ бул инде. Ул да тартылды, күҙгә күренмәҫ көс, илаһи ҡөҙрәт бер – беребеҙгә этәрҙе. Һәр кем үҙ яртыһы менән тыуа, тиҙәр бит әле, минең яртым афған ҡыҙы Айна ине. Төн етһә, әллә ниндәй һаҡтарҙы алдап, сиктәрҙе үтеп уларҙың ҡышлағына ашығам. Беләм, эләкһәм – бөттө, трибунал. Юҡ, китәм барыбер, китмәйем, ҡанатланып осам. Тирә-йүнгә бөтөнләй икенсе, миһырбанлы күҙҙәр менән ҡарай башланым, ҡулымда ҡорал, уны кемдәргәлер тоҫҡап атыу ҡайҙа! Ҡышлаҡ осонда аулаҡта осрашабыҙ ҙа күҙгә-күҙ ҡарашып тик торабыҙ, йылы йомшаҡ ҡулдарын усыма йомарлайым, йылыһын үҙемдә ҡалдырырға тырышам. Иртәгеһен шул төпһөҙ күҙҙәрҙе һағынып, устарҙың йылыһын юҡһынып көнө буйы илереп тик йөрөйөм. Ғилман дуҫ, ышанаһыңмы-юҡмы, уны бер тапҡыр булһа ла ҡосаҡламаным да, үпмәнем дә, һөйөү һүҙҙәрен әйтергә тамсы ла бер-беребеҙҙе аңламайбыҙ. Шунда мөхәббәттә аңлашыу өсөн тел кәрәкмәгәнлеген, тән яҡынлығы түгел, йән яҡынлығы кәрәклеген аңланым. Осрашыуыбыҙ бер ай самаһы дауам итте. Шунан мине эләктерҙеләр. Юҡ, үҙебеҙҙекеләр түгел, ҡышлаҡтағылар һиҙҙеләр. Айнаның туғандары ине шикелле. Һөйгәнемдең сәсенән һөйрәп туҡманылар, мине ниндәйҙер тос нәмә менән һеңгәҙәтә һуҡҡандан аҙаҡ зеленка тип аталған ҡыуаҡлыҡҡа алып барып сатымдан ырғаҡҡа аҫып киттеләр. Таң атҡансы, эҙләп тапҡандарынса бәүелеп торғанмын. Ташкентҡа оҙаттылар, ҡатмарлы операция яһанылар. Трибуналға бирмәнеләр, командирыбыҙ кешелекле кеше ине, яйлағандыр. Хәйер, язаның иң ауырын алғайным бит инде, тере мәйетте язаланың ни ҙә язаламаның ни…
Хәмит шул мәлде яңынан кисерҙе шикелле, йөҙө таштай ҡатты, маңлай тамыры бүртеп сыҡты, тештәрен ҡыҫыуҙан сикә мускулдары бейеште.
– Афғандарҙы ғәйепләмәйем. Ысынлап та, улар ғорур халыҡ, ни өсөн мине ихтирам итергә, һөйөүемә фатиха бирергә тейештәр? Баҫҡынсы мөхәббәткә лайыҡ түгел… Беҙ муйыныбыҙҙан гонаһҡа батҡан быуын, шулай булмаһа, бөгөн үҙ еребеҙҙә бер-беребеҙҙе һуйыр инекме? Афған ҡарғышы Чечня фажиғәһе булып башыбыҙға төштө. Беҙ юғалғандар, аҙашҡандар быуыны, быуындар сылбырын тоташтырыусы тоҡом ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки яңы бәлә килеүе ихтимал…
– Беҙ – һәүеректәр, Хәмит.
– Һәүерек! Бына быныһын дөрөҫ әйттең. Йылҡы өйөрөнән айырылған, өйөр ҡабул итмәгән, бейә күрмәгән, етлекмәгән айғырҙар беҙ. Хәйер, бына беҙҙә, урында өйөр бармы ул? Булһа, уның башында кем тора? Ҡомаҡ һымаҡ совхоздан ҡалған барлы-юҡлы мөлкәтте өйөнә ташыған алкаш Искәндәрме, әллә аумаҡай Фәнисме? Өйөрҙөң тырым-тырағай вәкилдәре генә көн күрә, тереклек итә бөгөн ауылдарҙа: йә ул Афған утында, Чечня ялҡынында көйгән, йә муйынынан араҡыға сумған, эшһеҙлектән, өмөтһөҙлөктән алйыған. Күпме улар? Ауыл һайын, өй һайын!..
Солан ишеге дөбөрҙәне башта, шунан өй ишеге дауыл ҡайырғандай шар асылып китте, унда Мусаның мөһабәт, йәнә быйыл ғына мәктәпте бөтөрөп ауылда ҡалған Азаттың ҡорҙай кәүҙәләре пәйҙә булды. Муса Азаттың иңбашынан ҡосаҡлап алған. Үҫмерҙең ҡушйоҙроҡтай, сәстәре етек башы, мөсһөҙ нәҙек, оҙон муйыны ҡултыҡ аҫтынан сысайып күренә.
Ҡышҡы селлә булыуға ҡарамаҫтан, Муса яланбаш ине. Ҡалын, бөҙрә сәстәре муйынына төшөп тиерлек һибелгәндәр, ҡуйы, яҫы ҡаштары тоташып үҫкәндәр, һорғолт күҙҙәренә йәм биреп торалар. Ҡырлас танауы, дүрткелерәк эйәге, яҫы бит алмалары уны һылыу уҡ булмаһа ла ҡыҙҙарҙы йәлеп итерлек күркәмләйҙәр.
Муса ныҡ, таҙа тештәренә ҡыҫҡан, яртылаш тартылған тәмәкеһен иҙәнгә төкөрҙө лә табанлы быйма үксәһе менән тызыны. Уның теле эт ашамаҫлыҡ әшәке, һүгенмәйенсә хәбәр һөйләй алмай. Был юлы ла ул киң йылмайып ебәрҙе лә ҡулындағы салынған тауыҡты мейес алдына быраҡтырҙы:
– Был өйҙә байрам итеүселәргә ялҡынлы сәләм бирҙек, инәңде!..
– Алып һалдыҡ. Әйҙә уҙ! – Күңеле күтәренке Ғилман ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте.
– Поплавок, тауыҡты йолҡа башла! – Ул үҫмерҙең елкәһенән тотоп алға елтерәтте. – Эшләп ашап өйрән, әпсәңде!
Тегеһе йоҡа курткаһын һалып ташлап тыш та быш килеп эшкә керешеп китте. Ул, ситтән ҡарағанда, тауыҡты тамаҡлап маташҡан көҙәнде хәтерләтә ине.
Йоҡомһораған ҡиәфәттәге Хәмит башын ҡалҡытты ла тире тун төймәләрен ысҡындырып ебәргән Мусаға ҡаҙалды:
– Бына мин әйткән өйөрҙөң бер вәкиле!
– Ә-ә-ә, Хәмит, был һинме ни әле, һаумы… – Тағы ла ете ҡат һүгенеү ялғауы ҡушҡандан һуң Муса көрәктәй ҡулын һоноп күреште. – Ҡана яғыулыҡ ҡойоғоҙ, бензобак бушаны. – Ул әрһеҙ ҡыланып ярты стакан самаһы көмөшкә ҡойоп сытыраймай ҙа ауыҙына түңкәрҙе, артынан сәйнәлмәй генә ҡаҙы төшөп китте. – Был тауыҡ кемдеке, йә әйтегеҙ? Беләһегеҙме? Һылыубикә әбейҙеке. Ул эшлекле бит, тауыҡтары көр була. Кисә күршеһенекен, теге Бульдозер Саматтыҡын хәмсеп Зөфәрҙәргә апарып ашағайныҡ, шау һөйәк тә һуҡта булып сыҡты. Поплавок! – Өҫтө-башы йөнгә болғанып тауыҡ йолҡҡан Азатҡа һүҙ ыңғайы аҡыл өйрәтә һалды. – Кетәктәге тауыҡты урлағанда аяҡтарына түгел, муйынына йәбеш, тауышы сыҡмаһын. Бөгөн эште боҙа яҙҙың.
– Эй, замана китте, ә Ғилман! – Хәмит һүҙ ҡыҫтырҙы. – Борон башҡорттоң аҫыл егеттәре яу сапҡандар, ҡыҙ урлағандар, баҫҡынсы-барымтасылар менән сая алышҡандар, ә хәҙергеләр етем бисә-сәсәнең кетәгенән тауыҡ урлап, мунсанан тас, шампунь сәлдереп көн итә. Ни тиклем түбәнселек, хурлыҡ, мәсхәрә. Тфү!
– Улай тимә, абзый, улай тимә! – Муса һис тә үпкәләмәй әңгәмәгә ҡушылып китте. – Тауыҡ сәлдереүҙән башҡа йәнә бер һөнәрем бар, ҡыҙҙарҙы тамаҡлайым! Береһе лә сыпраңлап ҡаршылашҡаны булманы, һиңә әйтәйем. Уларҙың һәр береһен еренә еткереп ҡат-ҡат баҫтым, риза иттем. Бисәләргә иң әүәл нимә кәрәк, беләһегеҙме? Кәнишне беләһегеҙ! Мин тамаҡлаған ҡыҙ-ҡырҡынды, ирҙәрен мөрхәтһенмәй айғырҙарҙы ситтән эҙләгән йәш бисәләрҙе иҫәпләй китһәң, һ-о-о!..
Муса саманы белмәҫ, лөғәткә һыймаҫлыҡ итеп шыттырырға ярата, был юлы ла булмышына тоғро ҡалып борсаҡты эренән ярҙы.
– Улай бик ҡарыулы булғасың ҡалаға һыпыртһаңсы, унда ижад офоҡтары киңерәк түгелме? – тине ҡапҡан ризығын йыбанып ҡына сәйнәгән Ғилман.
– Нимәгә ул ҡала?!.. Унда кругом СПИД, силсә тигәндәй, ә бындағы ҡыҙҙар таҙалар…
– Йәнә ҡалала урларға тауыҡтар юҡ, шулаймы Муса? – Хәмит әсе төрттөрҙө.
– Ну абзый, телеңде әйтер инем! – Муса һаһылдап көлөп ебәрҙе, эсергә ҡызыҡлап, яйын килтерә алмай ултырған кешегә етә ҡалды, һылтауын теләгенә ялғап та ҡуйҙы. – Хәмит абзыйҙың сәсән теле өсөн тотайыҡ!
Көмөшкәнең ҡалғанын әҙ-әҙ итеп дүрт өлөшкә бүлделәр.
– Поплавок, ко мне! – тине Муса эткә өндәшкәндәй. Тегеһе өлтөрәп яҡынлағайны, ҡулына стакан терәне. – Һыуыҡ, яғылмаған клубҡа йөрөмә бынан бүтән, һалҡын алдырып ҡуйыуың бар. Минән ҡалма, әҙәм булырһың, тамағың да ас йөрөмәҫ, эсергә лә яйы табылыр. Бушат ошоно.
Азаттың ауыҙынан “ыһы”, тигәнерәк өн ишетелде, ул ҡанлы ҡулын салбар балағына һөртә-һөртә һонолғанды алды ла йонсой-уҡшый эсеп ебәргәс, бөгөлөп төштө.
– Хөрәсәнләнмә, өйрән! – Муса үҫмерҙең соҡорло йоҡа елкәһенә шапылдата һуҡты. – Мәктәптә үтелгән химия тигән фәнде онотмаҫ өсөн ошо нәмәне даими тотҡолаштырыу фарыз. Был эсемлектең составына Менделеев ҡарттың периодик таблицаһына ингән бөтә элементтар ҙа һыйған, хлорофостың миҡдары үтә лә юғары! – Лекция уҡыған ғалимдай аҡайған күҙҙәрен түшәмгә терәне, һуҡ бармағын юғарыға сәнсте. – Беҙҙе үлтереү маҡсатында махсус эшләнгән, ә беҙ үлмәйбеҙ, йәшәйбеҙ! Йәшәйбеҙ, инәңде, всем смертям назло, йәшәйбеҙ!
– Муса, әйт әле, һинең нисә балаң бар? – Хәмит һаман да табындашын тиңһенмәй килделе-киттеле һөйләүендә булды.
– Бәй, минең бисәм юҡ та. Беҙҙең ҡарттарҙың пенсияларына яу булып минән башҡа ике ҡустының ятҡандарын беләһең. Тар ергә таяу итеп бисә алайыммы өҫтәп? – Муса ғәмһеҙ ҡул һелтәне. – Кесе ҡусты төрмәнән ҡайтты элекке көн. – Әңгәмәне үҙ юҫығына борҙо. – Шәп ҡаршы алдыҡ былай, тәгәрәгәнсе эстек. Иртәнсәк уянып китһәм, урындыҡ аҫтында ятам, инәңдең гөнаһлы ерҙәрен шайтан һәрмәгере. Өҫ лыс он икән. Кәфенгә төрөп тереләй ҡәбергә тыҡҡандар икән тип ҡот та ҡалманы. Тере ҡалыу шатлығын йыуҙыҡ кисә.
Күмәкләп көлөшөп алдылар, ә Хәмит ҡуйырҙан-ҡуймай төпсөнә бирҙе:
– Шулай ҙа әйт әле, нисәү?
– Ауыл һайын иҫәпләй китһәң, күптер. Тағы улар минеке микән, бар иҫбатла.
– Тимәк һин дә тоҡомһоҙ?
– Нимәгә ул тоҡом? Үҙем бармын был донъяла, шунан артығы кәрәкмәй ҙә. Минән һуң ахрызаман етһен, ерҙе туфан баҫһын, эшем юҡ. Ҡунаҡ һымаҡ барын ашап-эсеп, типтереп ҡалам, ике йәшәмәйбеҙ. Шуға ҡайҙа һәйбәтерәк, мин шунда ынтылам. Артығы кәрәкмәй ҙә.
– Бүрэт әләйгәс?
– Хаҡ әйттең, Хәмит абзый, бүре лә түгел, эт тә түгел, ауыл менән урман араһын ҡыҙырам, һунар итәм. Өйөргә ҡушылмайым да, сөнки өлөштө бүлешергә, өйөрҙөң яҙылмаған ҡанундарын үтәргә кәрәк. Ә былай тыныс…
Шул мәлдә Зөфәргә эйәреп тағы ла бер нисә егет килеп инде. Өҫтәлгә өс литрлыҡ әсегән бал ҡунаҡланы. Уңарсы булмай яҙа-йоҙа эс ҡарыны алынып, сейле бешле өтөлгән тауыҡ ҡоромло киҫәүҙәй ҡарайып өҫтәлгә килеп ятты.
Хәмит кенә башҡаса мәжлестә ҡатнашманы, тәмәкеһен быҫҡытып бер ситтә тик ултырҙы. Шунан торҙо, аушаңлата баҫып ҡабаланмай ғына килде лә апаруҡ иҫергән Ғилманды ҡосаҡланы:
– Ҡурҡыныс, дуҫым, беҙ ошолай итеп юҡҡа сығырға хөкөм ителгән быуын… Ҡырылабыҙ…Ҡурҡыныс… Эскегә һабышып, маңҡортланып үҙ-үҙебеҙгә күптән һәүер намаҙы уҡығанбыҙ. Бәхилләшергә килгән инем. Хуш…
Ғилман эйәрә сыҡты.
Тышта ерҙе күккә тоташтырған ғинуар бураны ҡотора ине. Ер өҫтөнән ойоҫҡотоп йүгергән ҡар тулҡыны асманға аша ла тоҡтан ҡағылған ондай кире елгәрелә, һалҡын ел уны осраған бер ҡаршылыҡҡа һылай һуға. Буран сыбыртҡыһында туҡмалған өйҙәрҙең мөрйәләре һыҙғыра, ҡалай ҡыйыҡтары даңғырҙай, урман олой-үкерә.
– Ғилман, ҡара әле, ер кәфенгә төрөнгәндәй ап-аҡ… – Хәмит икеләнгәндәй урынында тапанды ла юлды күмергә өлгөргән көрттө ярып аҡ шаршау эсенә инеп юғалды.
– Хәмит, иртәгә кил әле. Эсмәйенсә генә һөйләшеп ултырайыҡ! Хәмит!..
Аҡ шаршау яуап бирмәне, бары һалҡын селлә бураны ғына ҡорбанын йотоп яңыһын таптырған ҡомһоҙ йыртҡыстай ярһып олоно: «О-о-о-оу-у-уу!» Өй эсендә һәүеректәрҙең ҡырағай типтереүе ҡоторҙо. Әсегән бал эселеп бөткәс, кемеһелер ярты флакон «Тройной» одеколонын һыуға болғаны. Муса тире тунын атып-бәреп таҡмаҡ әйтергә тотондо:
Һайт, тигән тауышҡа,
Ҡуян ҡасты ҡамышҡа,
Эсәбеҙ ҙә типтерәбеҙ,
Беҙгә ниңә абышҡа-а-а-а!..
Һеҙҙә кишер сәсәләрме?
Беҙҙә кишер сәсәләр!
Шул кишерҙе күрҙе ниһә,
Иҫе китә бисәләр-р-р-р…
Ишектә ҡурҡыуҙан күҙҙәре аҡайған Хәмиттең ҡустыһы Ғәбит күренде, ул һытылырҙай булып тора бирҙе лә үкереп илап ебәрҙе:
– Ағайым ҡайтып беҙҙең соланда аҫылынған!..
Ҡоласын йәйеп Мусаның таҡмағына бейеп аҙапланған Ғилман йәшен атҡандай ҡатты ла ҡалды, башынан бөтә булған хәмер шауҡымы сығып осто.
Муса асыуынан йән көсөнә йоҙроҡлап өҫтәлгә тондорҙо:
– Ваҡытһыҙ дөмөгөп ниндәй шәп таҡмаҡты бүлдерҙе, мәжлесте боҙҙо алйот!..
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.