Ҡупшыбикә

Хикәйә. Хәйҙәр Тапаҡов.

Урам аша, ҡаршы яҡ күршебеҙҙә, өйләнеп, үҙаллы донъя көткән берҙән-бер улының ҡарамағында һикһән йәшен тултырып туҡһан яғына ыңғайлаған Зәбихә ҡарсыҡ йәшәне. Күрер күҙгә йәмһеҙ, күрмәлекһеҙ генә: ҡатма кәүҙәле, еңел һөйәкле, уң яҡ аяғында һиҙе-лер-һиҙелмәҫ аҡһаған, ҡыя тартып ябынған аҡ яулығы сал ҡылғанды хәтерләткән сәстәрендә иреп юғалған ҡарсыҡ ине ул. Тупһабыҙға саҡ ҡундырмай көнөнә әллә нисә тапҡыр беҙгә үҙ өйөндәгеләй инеп-сыға торғайны. Бер көн кисҡырын, эңергә яҡын, йәнә һуғылды. Аушаңлата баҫып, ашыҡмай ҡыймылдауынан шуны тойомларға мөмкин, ҡарсыҡ телен ҡысытып күңеленә йыйылған хәбәренә өҫтәп, ҡунаҡҡа барып, ҡорһағына сайпылтаһынан ҡуйы һөтлө һинд сәйен тултырып, ҡайҙандыр ҡайтып килә ине булһа кәрәк. Бигерәк сәйхур ине шул Зәбихә, ҙур, ун ике литр һыу һыймалы самауырын көнөнә өс тапҡыр ҡырын йыҡмайынса тынғы тапмай, шыпа ла ғына һыуһыны ҡанмай.

     Ул ингәндә әсәйем аяҡ менән әйләндермәле теген машинкаһында ҡорама ҡорап мәшәҡәтләнә, ә мин ауылыбыҙҙағы урта мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар булараҡ дәрестәр теҙмәһен  әҙерләп аҙаплана инем. Инәйебеҙ тертәңләп атлап түрҙә урынлашҡан ҡәнәфигә ҡорҙай кәүҙәһен һаҡтырҙы ла ҡаны ҡасып күкһел төҫкә ингән йоҡа ирендәрен йыбырлатып доға ҡылғандан һуң өйҙәгеләрҙән тыш тотош хужалығыбыҙҙы бер юлы теүәлләп былайыраҡ сәләмләне:

- Нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ әле, күршеләр? - Тимәк мөрәжәғәте һәммәбеҙгә, атап әйткәндә диванда йоҡомһорап ятҡан Принцесса ҡушаматлы бесәйебеҙгә, ишек ауыҙын ҡарауыллаған йыуаш фиғелле, абалай-өрә белмәгән Һорланға, кәртә яғындағы тиреҫтә тибенгән тауыҡтарға, йылға буйына киткән ҡаҙҙарға, көтөүҙәге һарыҡ-кәзәләргә, һыйыр-танаға бер юлы йүнәлтелгәйне.

Эшен ситкә ҡуйған әсәйем ихлас яуапланы:

- Ҡош-ҡорт, мал-тыуар имен, көнитмешебеҙ бөтөн, ә беҙгә килгәндә үлмәйем дә ҡалмайым тип мыштырҙайбыҙ әле шунда, апай!

- Үлем фәрештәһе Ғазраил йырағыраҡ темеҫкенһен бы тирәнән, ошолайтып, көңгөр-ҡаңғыр килеп тереклек итеүегеҙ хәйерле.

- Урынһыҙ, юҡ-бар хәбәр сыбалтам тағы, һеҙҙең хәйер-фатихала имен-аман ғына көн итеп ятабыҙ әле!

- Шулай тигән, юғиһә уйламай-нитмәй әллә нимәләр һөйләйһең. Барына сөбханалла! - Зәбихә шулай тине лә яңы аятын ҡайтанан шыбырҙап эскә батҡан уртлы биттәрен һыпырҙы. - Мыныһы имен-аман ғөмөр итеүгә бағышланғаны, йорт тирәһенән сир-зәхмәтте ҡыуа торғаны. Ҡыҙҙарыңды әйтәм, ҡайҙалар әле шу, ошо арала күҙгә-башҡа салынмайҙарсы?

- Береһе Иҫәнғолда кейәүҙә, икенсеһе Байғужала икәнен беләһең.

- Көн итештәре, донъя ҡылмыштары нисек, үҙҙәре килеп урамаһалар ҙа сәләмдәре ишетеләлер бит?

- Татыу ғына йәшәп яталар шунда. Өлкәне кибеттә һатыу итә, кесеһе район балнисында. Ни хәл итмәк, әйләнгән һайын килә алмайҙар шу, Иҫәнғолдағы кейәү Себерҙә нифть сығарған ерҙә вахтала, Байғужалағыһы тракторист, ҡышҡа ингәнсе  ҡырҙан ҡайтып инмәй. Шылтыратып хәлде беләләр көн һайын тейерлек, алай ҙа өйөбөҙгә телефун ҡуйҙырттыҡ, шуныһы ҡулай.

- Барына риза булып өйрәнәйек, шөкөр итәйек. Улым, аҡ ҡағыҙыңа текәлеп ни ҡыраһың?

      Төпсөк булараҡ сират миңә лә етте.

- Уҡытам, инәй, бына әле дәрестәргә әҙерләнәм, - тип яуапланым.

- Эстәрлеләге, юғары уҡыу йортондағы уҡыуыңды ҡасан ослайһың?

- Ике йыл ҡалды инде.

- Башлаған эш – бөткән эш, ғүмерең буйы китаптан айырылманың. Уҡып мулла, суҡып ҡарға булмаҫһың, тиһәләр ҙә белем эстәү һис ҡасан ҡамасауламай, белемһеҙ берҙе, белемле унды йығыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ә миңә мәктәп һуҡмағын таҡырлау эләкмәне, мәгәр наҙандан бөткән томана түгелмен түгеллеккә, әлепте таяҡтан айырам саҡ ҡына. Бер осор мәҙрәсәгә абыстайға бара башланым да уныһын да ташларға тура килде.

- Сәбәбе килеп сыҡҡандыр, сыҡмаһа бөтмөр кеше булараҡ ослар инең уҡыуыңды. - Әсәйем дә ҡунаҡтың әйткәндәрен йөпләне.

- Сәбәбе үтә етди ине шу, йәшем үтеп барғас атайым мәрхүм яусының һүҙен йыҡмай кейәүгә бирҙе.

- Ултыраҡҡа ҡалыр сиккә еткәнһеңдер, юғиһә...

- Шулай бумай тағы, ун дүрт йәшемде тултырғайным.

- Ә еҙнә тейеш кеше өлкән инеме?

- Ул дастоин, яңы иллеһен тултырған, типһә тимер өҙөр ир ине. Ике бисәһе бар, өсөнсөһөнә тар ергә таяу итеп, тигәндәй мине алды. Ҡыҙ ҡорона тулһам да уйнап туя алмай торғайным, йәй көнө йәшенмәк, ҡыш етһә сана шыуырға сыға ла китәм. Ирем эҙләп алып ҡайта. Һәйбәт, мәрхәмәтле кеше ине, мәрхүмең, һеркәләп китһәм һис тартынмай бумала башымдағы беттәрҙе сүпләй, шунан мунсаға барһаҡ бала ише кәритәгә ултыртып ҡуйып йыуындырып ала.

- Еҙнәнең исемен әйтмәҫһеңме?

  Зәбихә көтмәгәндә бирелгән һорауҙан баҙай биреп ҡалды ла ҡулын һелтәне:

- Әүәле бит ир-атты исеме менән атап өндәшеү килешмәгән ҡылыҡ һаналды, “һин” йә “атаһы”, ти ҙә ҡуя инек.

- Шулай ҙа?

- Ошо Йәмилә буһа төпсөнөргә ярата торған, ҡайҙан ғына беләйем исемен, уның менән биш йыл ғына йәшәнем дә баһа!

   Әсәйем кинәнеп көлөп ебәргәйне, Зәбихә лә ауыҙын усы менән томалап кеткелдәп алды.

- Апай, нисә тапҡыр кейәүҙә булдың, хәтереңде эт ашағыр, онота ла ҡуям шуны?

- Теүәл биш!

- Әҙерәк булған түгелме?

- Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, тап-таман, яҙмышыма яҙғаны! Иҫем аҡылым китә ир-атҡа, эргәләрендә һыу һөлөгөләй ҡыҙҙар йүгермәләй, ә был оңҡоттар күҙҙәре тишелерҙәй булып миңә тексәйәләр. Һөйкөмлө һөйәк булынғандыр тыумыштан, йөҙөм менән түгел, шәрбәттәй яғымлы телем менән арбағанмындыр тим, хәҙер. Биш тапҡыр кейәүҙә булдым, тиһәм дә, ирҙән-иргә йөрөлмәне былай, һәр береһенә бата уҡығандан һуң ғына барып иманлы тормош ҡорҙом; беренсеһе, тәүгеһе, ҡыуғын ҡыуғанда яҙғы ташҡында Һаҡмарға батып үлеп ҡалды, икенсеһе – еләктәй саҡта һайлағаным, улымдың атаһы, фронтта ятып ҡалды, ҡара ҡағыҙы ғына килде, өсөнсөһө, яу ҡырынан ҡайтҡаны һуғышта алған йәрәхәттәренән миктәп мандый алманы, һуңғы икәүһе лә франтауиктар ине, ә уларҙың яҙмыштары оҡшаш. Һуғыш мәлендә ир-егеттәр алғы һыҙыҡта алышһа, мында беҙ ал-ял белмәнек, шулай буғас беҙ ҙә тылдағы франтауиктар инде. Һуңғыһы түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ятҡас уны теүәл ете йыл баҡтым, күҙҙәрен йомдорған да мин булдым. Шулай итеп һәр беренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп яраным, һәр береһен ир иттем, ир типкәнде мир тибер, тиҙәр бит, минекеләр ҙә мине һанланылар, ҡәҙер-хөрмәттәрен күрһәттеләр. Ир бит ҙур бала менән бер, ирҙәрем дә күҙҙәрен мөлдөрәтеп, яратып кенә бағалар ине миңә.

- Ҡарар ерең булғанға күҙҙәре тишелерҙәй булып баҡҡандарҙыр, шай?

- Бумай ни, у инә аҡҡоштоҡолай буй-һын, у ҡалҡыу түш, у нескә, нәҙекәй бил, йомро оса, һомғол аяҡтар тиһеңме, барыһы ла урынында! - Зәбихә шулай тине лә сытырая биреп тоҡтай һалынҡы билен ҡарманы, шунан ҡаҡтан-ҡаҡҡа ҡалған түштәрен йәшереп ҡулдарын ҡаушырҙы, ҡамыт сираҡлы аяҡтарын күрһәтергә теләмәгәндәй күлдәгенең мул итәген түбәнгәрәк тартты һәм тормошона йомғаҡ яһағандай һүҙгә күсте. – Оҙағыраҡ, саманан арттырып йәшәп ташталды шу...

- Бер ҙә оҙаҡ түгел, Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшә әле, - тине әсәйем.

- Һинең һүҙҙәреңдә лә хаҡлыҡ бар. Әҙәм балаһы кемгәлер хәжәт буғанда ғына йәшәй ул, кәрәге бөттөмө – тормош һуҡмағынан тайпылып, хәйерле юл теләп икенселәрҙе алға үткәрә, көнитмеш закуны мына шулайыраҡ… Минең ошолай оҙаҡ ғөмөр кисергәндең серен беләһеңме!? – Үҙе үк яуап ҡайтарҙы. – Һис ҡасан ауылды таштап ситкә сыҡҡаным буманы, ҡайғыһын да, шатлығын да, михнәтен дә ошонда кисерҙем, ошонда күрҙем. Әҙәм балаһы тыуған тупрағына баҫып тәненә йылы алғанда ғына оҙаҡ йәшәй у, ауылдаштары менән бергә буғанда ғына ҡараулы, һаҡлаулы, ҡурсалаулы. Ике ҡанатлы ҡош та ни тиклем генә тырышһа ла ер шарын тотошлай урап сыға алмай, улайға уҡ китһә, һәр кем өсөн ер үҙәге, ер күсәре – уның тыуып, тәпәй баҫҡан тыуған тупрағы. Ә бар донъяны мынан утырып та ҡарашың менән иңләргә, зиһенең менән теүәлләргә мөмкин!

- Һин апай торғаның менән фәйләсүф инде ул!

- Уныһы кем була тағы?

- Тәрән фекерле аҡыл эйәһе.

- Әйтәм бит йүнле уҡыу ғына эләкмәне миңә, эләкһә акадимик уҡ бумаһа ла прафиссур булып шәкерттәргә һабаҡ биреп йөрөлөр ине, билләһи.

- Мынау сәскә биҙәкле күлдәгең күҙҙең яуын ала билләһи? - Әсәйем әңгәмә барышын үҙгәртте.

- Кемдеке, шуныҡы! - Зәбихә яңынан көйәҙләнеп күлдәгенең итәген һөйәккә ҡалған бармаҡтары менән семтеп төҙәтештерҙе. - Йома сәйенән ҡайтышлай, һуҡмаҡ яҙлыҡтырып һуғылдым әле һиңә, бер баҫаһы урынға ике баҫып, ҡабаланып йөрөп ятам! - Һыу буйы итеп һүҙ сыбалтҡан ҡарсыҡ, ниһайәт төп йомошона күсте.

- Тыңлайым, апай?!

- Үктәбер байрамына саҡлы теген машинкаң менән ҡупшы күлдәк зырылдатып бир миңә.

- Уны ни, һә тигәнсе, ҡайҙа туҡымаң?

- Һин улайтып орҙо-бәрҙе ҡыланма, быҙауға муйынса ишмәйһең.

- Дөрөҫ әйтәһең, ҡабаланмайыҡ, Октябрь байрамына ҡәҙәр теүәл ике ай ваҡыт бар. Ҡулайлы мәлдә индерерһең.

- Улайтып илтифатһыҙланма, йәнә. - Ҡарсыҡҡа был яуап та оҡшаманы булыр, былай ҙа тәрән һырҙар, йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн йыйырҙы. - Иртәгә шүфир улым бүлексә эше менән савхуз үҙәгенә барырға йыйына. Юл ыңғайы күлдәклек ҡарап апҡайт, тинем әле уға.

- Ҡараһын шул.

- Ҡартлыҡ көндәремде бәхетле, тыныс иткән улыма мең рәхмәтлемен, киленемдән дә уңдым.

- Һин әйтмәһәң дә күрәбеҙ, ишетәбеҙ. – Әсәйем Зәбихәнең буй-һынын самалап күҙҙән үткәрҙе. - Һинең йәштә һиңә атлас та бара.

- Улайтып уҡ һанһыҙлап, бөтөрөп ташлама йәме, йәшем артыҡлап китеп бармай, бик беләһең килһә. Затлырағынан, батистан алдырырға иҫәп.

- Үҙең хәл ит, улайһа, батист та бик матур.

- Ул туҡыманың да төрлөһө була, ниндәйерәген алдыртайым икән?

- Ошо күлдәгең ише сағыуыраҡтан ҡараһын.

- Ике күлдәк бер иштән булһа килешеп бөтмәй! Аҡһылырағы, йөҙөмдө асырлығы буһын, тим тағы. - Зәбихә ҡараға ҡатҡан, ҡоромло ҡаҙандай йөҙөн һыпырҙы.

- Апай, өй ҙә эҫе түгел һымаҡ, тирләп киткәнгә оҡшағанһыңсы?

- Шыпа ла тирләмәнем, урамға сығыр, ҡунаҡҡа барыр буһам килендең һыйыр елененә тигән вазелины менән биттәремде йомшартам, уның йәшереп ҡулланған хушбуйын ҡултыҡ аҫтарыма һөртәм. Юғиһә, бәғзеләрҙән әбей еҫе килә, ә мин у еҫте ҡабул итә һалып бармайым!

     Шулай итеп Зәбихә йомошон йомошланы ла ҡайтырға ҡуҙғалды. Теүәл бер аҙнанан әсәйем эшен башланы. Ҡарсыҡ беҙгә ҡайтмаҫ өсөн килде һымаҡ, таң һарыһында күренә лә иртәнән алып кискә ҡәҙәр машинканың эшләгәнен осҡор, һынамсыл күҙәтә, бер генә урын, киҫелгән, ҡайылған ер иғтибарҙан ситтә ҡалмай, ыңғайы бер иҫкәрмәләрен еткерә, төҙәтмәләрен керетә: “Һыпра төшкән билемде ҡыҫып торороҡ итеп яҫынан билдек тек, итәге аяҡтарымды йәшерерлек булһын, штубы!” “Итәкте, әйтәм, ныҡ оҙон итәйемме?” “Артыҡлап һөрәтәләндермә, яңы сөм калуштарым күренерлек, аяҡ бәкәлдәре тапҡыры буһа как рас!”

       Аҙна-ун көндән инәйҙең күлдәге әҙер ине инде, ул кейеп ҡарап, әжеренә бер йомарлам май ҡалдырып, ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡайтып китте.

    Икенсе көн ваҡ-ваҡ ҡына аҙымлап, ҡыйпаңлата баҫып күркәм күлдәге менән тотош тирә-йүнде йәмләп, көн аяҙына ирәйеп арғы осҡа ҡунаҡҡа китеп барған Зәбихә ҡарсыҡты урамда тап иттем. Ошоға саҡлы иғтибарға ла алмағанмын, хәйерһеҙ, ҡарсыҡ күрер күҙгә күрмәлекле, һөйкөмлө генә икән дә баһа.

  Биҙәнергә-төҙәнергә яратҡан, ҡыйпаңларға әүәҫтәрҙе ҡупшыбикә, тип атайҙар ғәҙәттә. Кешенең тәне ҡартайһа ла йәне гелән бала сағында, йәшлек йылдарында ҡала, улар ила-һи көс сығанағылай әҙәм балаһының барыр юлдарын яҡтырта, йәшәүгә көс һәм дәрт би-рә. Шуға ла Зәбихә ҡарсыҡтың ҡылыҡ-фиғеленә аптырайһы, ғәжәпләнәһе түгел.

  Ҡатын-ҡыҙ һис ҡасан да ҡартаймай; ул иң әүәл бөрөгә тулыша, мәле етһә, гөлтләп сәскә ата, ары емешкә тумалана, шунан күҙҙең яуын алып аллана, һуңынан баллы, татлы, һүрән тормош утында уңып ҡайнатылған танһыҡ ҡайнатмаға әүерелә,  ә ҡалған ғүмере - салт аяҙ, йылы, көләс әбейҙәр сыуағына ауаздаш.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас