Йәмле йәй көндәренең бер матур иртәһе ине. Етмәһә, йәкшәмбе. Бындай көндәрҙә бөтә ҡала тәбиғәт ҡосағына ағыла. Ләкин, итегең ҡыҫһа, донъяның иркенлегенән ни рәхәт, – мин вокзалға килеп еткәндә, Өфө – Шишмә поезының һуңғы вагоны депо боролмаһына инеп бара ине инде. Икенсе поезды тағы сәғәттән артыҡ көтөргә кәрәк. Шулай итеп, иртәнән үк минең пландар ҙа, кәйеф тә боҙолдо. Әммә рустар «Бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә, бәхет булмаҫ ине» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән. Шундай әйбәт көндө Дим буйында үткәрә алмауыма бошоноп, кире ҡалаға менгәндә, бөтөнләй уйламаған осрашыу булды. Ул мине күптән уҙган йылдарға, әллә ҡасан үтелгән юлдарға алып ҡайтты, инде онотолдо һаналған кешеләрҙе хәтерләтте.
Автобуста кеше аҙ ине. Иң арттағы эскәмйәгә ултырып алдым да йәшеллеккә күмелгән урамдан ял көнөнөң был иртәнге сәғәттәрендә һирәк-мирәк үткән кешеләрҙе иғтибарһыҙ ғына күҙәтеп ҡайтып киләм. Инде ни эшләргә? Көтмәгәндә килеп тыуған буш көндө нисек үткәрергә? Өйҙә берәү ҙә юҡ – ҡатын, отпуск алып, балалар менән ауылға китте. Бәлки, икенсе поезды көтөргә кәрәк булғандыр? Тик иптәштәр менән нәҡ мин һуңға ҡалған поездын бишенсе вагонында осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ бит. Улар ҡайҙа төшөрҙәр – Йоматауҙамы, Ключареволамы һәм Димдең ҡайһы еренә юл тоторҙар? Эҙләп йөрөп көн үтмәҫме? Ярай, ни булһа булған инде, ҡайтып, эшкә ултырырға кәрәк.
Шулай үҙемде бер тиргәп, бер тынысландырып килгәндә, Пушкин туҡталышында кондуктор ҡатындың кемдәр менәндер әрепләшеүе уйҙарымды бүлдерҙе.
– Юҡ, юҡ, егеттәр! Иҫеректәрҙе ултыртмайым.
Тышта, һул ҡулы менән автобус ишегенә тотоноп, бер аяғын тупһаға ҡуйып, оҙон буйлы, ҡап-ҡара сәсле ун туғыҙ-егерме йәштәрендәге мөләйем бер егет йылмайып баҫып тора. Уның уң ҡулы – киң күкрәгендә бик йәтеш булып урынлашҡан тальян гармун телдәрендә. Егет үҙе генә түгел. Тирәһендә тағы унлап шундай уҡ йәш егет. Бөтәһе лә бөхтә, ләкин егеттәрсә һаҡһыҙлыҡ менән кейенгәндәр. Йөҙҙәрендә – ҡәнәғәтлек, шатлыҡ билдәләре. Гармунсы егет кондуктор менән һөйләшкәндә, улар уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп торалар.
– Беҙ иҫерек түгел, апай, – ти гармунсы. – Беҙ ҡыҙмаса ғына!
– Эйе, эйе, ҡыҙмаса ғына.
Береһе шунда таҡмаҡлап алды:
Әбей бәлеш бешергән,
Һамарский кишерҙән,
Апаҡайым, асыуланма,
Беҙ әҙерәк төшөргән.
– «Төшөргән» шул, – тип эләктереп алды уны кондуктор. – Иртүк шулай төшөрөп йөрөмәһәгеҙ!
Уның тауышында әллә ни асыу ҙа юҡлығын һиҙеп алған егеттәр тағы ҡыйыуыраҡ үтенәләр.
– Ултырт инде, апай! Беҙҙе унда көтәләр.
– Беҙ йәйәүләп тә барыр инек тә, ваҡыт үтә бит.
Кондукторҙың автобусты оҙаҡ тотоуына ҡайһы бер пассажирҙар ризаһыҙлыҡ белдерә башланылар:
– Тапты эш, ишекте яп та ҡуй!
– Бөтмәҫ иҫеректәр!..
Кондуктор егеттәр менән һөйләшеүен дауам итте:
– Ҡайҙа бараһығыҙ һуң?
– Туйға. Туйҙа көтәләр беҙҙе.
– Беҙҙең бөгөн йоҡларға ятҡаныбыҙ юҡ әле. Кисә ҡыҙҙың атайҙарында, бына был йортта, ултырҙыҡ. – Гармунсы башы менән уңдағы йортҡа ымланы. – Ә хәҙер туй егет йортонда дауам итә. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар такси менән китте, ә беҙ...
Кондуктор уның аңлатып бөткәнен көтмәне:
– Туй булғас, ни эшләп тораһығыҙ тағы! Инегеҙ тиҙерәк! – тип, юл биреп, эскә сигенде.
Егегтәр шаулашып автобусҡа инделәр. Автобус шундуҡ йәнләнеп, йәмләнеп киткәндәй булды.
Егеттәрҙең береһе кондукторға унлыҡ һуҙҙы:
– Ун ике билет!
Кондуктор ашыҡмай ғына билеттар йыртты һәм аҡсаны ваҡламай-нитмәй егеткә кире ҡайтарҙы.
– Мә! Үҙемдең иҫәпкә алып барам. Ә аҡсаңа минең исемдән сәскә һатып ал, йәштәргә бүләк итерһең.
Егеттәр тынып ҡалды.
– Нисек инде, апай?
– Шулай. Бөгөн минең дә туй көнө.
... ?!
Башта мин кондукторға иғтибар итмәгәйнем. Вокзалда, автобусҡа ултырғас та, билетты кеше аша ғына алдым. Туҡталышта егеттәр менән һүҙ көрәштергәндә, кондуктор арты менән торҙо, мин йәштәрҙе күҙәттем, күҙем гармунсыла һәм уның иптәштәрендә булды. Был бер аҙ эсеп алған, ләкин үҙҙәренең дәрәжәһен юғары тотҡан шат күңелле эшсе егеттәр нимәләре менәндер бик яҡшы кешеләр булып күренделәр. Кондуктор ҙа быны һиҙгәндер, күрәһең, юғиһә ул улар менән шулай һатыулашып тормаҫ ине. Ул әсәләрсә һуҡраныу тоны менән «иртүк шулай төшөрөп йөрөмәһәгеҙ» тип егеттәрҙе киҫәткәндә лә, унан «туй булғас, ни эшләп тораһығыҙ тағы» тип юл биргәндә лә мин уға әллә ни иғтибар итмәнем. Дөрөҫ, мин уның тауышын кемдекенәлер оҡшатып, үҙем дә һиҙмәҫтән, хәтеремдең тәрән мөйөшөнән уны эҙләп башлағайным инде. Шул уҡ ваҡытта, автобуста күп йөрөлә, кондукторҙар тауышы таныш, тип үҙемде йыуаттым. Ләкин кондукторҙың һуңғы һүҙҙәре мине таңға ҡалдырҙы. Туй? Бөгөн уның туйы? Был ҡырҡтан уҙып киткән, сәстәрендә сал бөртөктәре күренгән, шулай ҙа йәштәрсә зифа буйлы етеҙ ханым шаяртамы әллә юғиһә? Улай тиһәң, күҙҙәрендә – моңһоу етдилек, шуға ла йылмайыуы ҡыҙғаныс күренә.
Егеттәрҙең береһе түҙмәне, һораны:
– Нимә, апай, ҡыҙығыҙҙы кейәүгә бирәһегеҙме әллә улығыҙҙы өйләндерәһегеҙме?
Арала береһе шаяртты:
– Беҙ ни бөгөн компания менән туйығыҙға ҡушылырға әҙер...
Көлөшөп алдылар.
Гармунсы ҡыҙыҡһынып һораны:
– Ник һуң, апай, туй көндө лә эшләйһегеҙ?
Һөйләшеүҙән башҡа пассажирҙар ҙа ситтә ҡалмамы.
Минең ҡаршыла ултырған тулы кәүҙәле ханым асыулы тауыш менән:
– Шундай көндә лә отгул бирмәгән начальниктарын әйтер инем! – тип мығырланды.
Кондуктор уның һүҙҙәрен ишетмәне булһа кәрәк, ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарып, йәш ҡыҙҙарса оялып, бышылдап яуап бирҙе.
– Үҙемдең туйым көнө... Тик көнө генә, йылы бынан оҙаҡ ваҡыттар элек булды.
Ул арала Боровский туҡталышына килеп еттек. Тағы кешеләр ултырҙы. Бая тынып ҡалған автобус яңынан йәнләнеп китте. Кондуктор ҙа был профессия кешеләренә хас әсе тауыш менән:
– Граждане! Покупайте билеты! – тип эскәмйәләр араһынан йөрөй башланы.
Кеше күп кенә инһә лә, автобуста тығыҙ түгел ине. Билеттар биреп, ишек янындағы үҙ урынына менеп ултырғас, кондуктор гармунсыға һүҙ ҡушты:
– Гармуныңды тартып ебәрәһеңме әллә, ҡустым?
Яраймы һуң? – тине тегеһе, ултырған халыҡҡа ишара итеп.
– Бөгөн бит ял көнө, йырҙы ғәйеп итмәҫтәр. Уйна әле, туғаным, «Шахта» көйөн.
«Дуҫлыҡ» монументы ҡаршындағы туҡталышҡа еткәнсе, гармунсы көйҙө бер ҡат ҡына уйнап өлгөрҙө. Туҡталышта егеттәр, ултырғандағы кеүек үк, шаулашып-көлөшөп. кондукторға рәхмәттәр әйтеп, төшөп ҡалдылар. Кондуктор уларға йылмайып ҡул болғаны. Унан яңынан үҙ урынына ултырҙы ла ниндәйҙер тәрәп уйға талды. Ул хәҙер ҡартыраҡ та, йәмһеҙерәк тә күренде миңә. Йөҙөндә йыйырсыҡтар ҙа артты кеүек.
Ә автобус, тейешле урындарҙа туҡтай-туҡтай, Новиковка яғына боролдо. Кондуктор китеү сигналдарын ваҡытында бирҙе, билеттар ҙа һатты, ләкин уның уйҙары алыҫта ине. Ул бер кемде лә күрмәне лә, ишетмәне лә.
Ул мине лә күрмәне. Ә мин, үҙ туҡталышымды күптән уҙып киттем инде һәм, ул белмәһә лә, уның менән бергә үткәндәрҙә йөрөйөм.
* * *
...Днепропетровск – ғәжәп матур ҡала. Ул емеш баҡсаларына күмелеп ултыра. Ҡала күптән түгел немецтарҙан азат ителгән булһа ла, йәшеллек хатта емеректәрҙе кесерәйтеп күрһәтә.
Мандрыковка – ҡаланың иң гүзәл, иң йәшел биҫтәһелер. Ул бынан егерме йылдар элек бер оҙон урам булып һуҙылған һәм мәғрур Днепрға терәлеп үк тора ине. Беҙ, атлы артиллерия училищеһы курсанттары, һыу ҡойонорға шул биҫтә аша йөрөй инек. Мандрыковканың матур ҡыҙҙары ла күңелде тартҡандыр инде...
Курсанттың буш ваҡыты булмай: һәр сәғәт, һәр минут регламентланған. Шулай ҙа һалдат – һалдат инде, яйын таба. Беҙҙең аттар һарайы училищенан байтаҡ алыҫта, ҡала ситендә, урынлашҡанға, дневальныйҙар тәүлек буйы ҡаҙармаға ҡайтмай ине. Ғәҙәттә, улар өсәү була һәм аттарҙы сиратлап ҡарайҙар. Смена бөткәс, ял ваҡыттарын Днепрҙа һыу ҡойоноп үткәрәбеҙ. Дөрөҫ, йәш курсанттар улай итмәй ине, ләкин беҙ, училищеға тиклем фронтта булып, утты-һыуҙы кискән кешеләр, аҙ-маҙ тәртип боҙоуҙан ҡурҡып тормай инек. Унан беҙҙең күпселегебеҙ Төньяҡ-Көнбайыш фронтта һуғышты, училищеға ла Себергә барған инек, ул әле яңы ғына был көньяҡ ҡалаһына ҡайтты – ҡояш, йылылыҡ ныҡ һағындырған. Оҙаҡламай яңынан фронтҡа китәсәкбеҙ. Хәҙергә ҡырыңда ғына һөт кеүек йомшаҡ, йылы һыулы Днепр, – түҙеп буламы ни?..
1944 йылдың йәйе ине. Мин, көнө буйы аттар тирәһендә маташып арып бөткән дневальный, сменамды тапшырҙым да һыу ҡойонорға киттем. Тамам хәлдән тайғансы йөҙөп, ҡомда аунап байтаҡ ғүмер уҙҙы. Мин ҡайтырға сыҡҡанда, күптән ҡараңғы төшкәйне инде. Йәйге төндөң гүзәллегенә һоҡланып, әкрен генә Мандрыковка урамы буйлап барам. Тынлыҡ. Әле күптән түгел дошман хужалыҡ иткән ҡала халҡы кистәрен урамға сығып йөрөргә күнекмәгән. Ишек-тәҙрәләр тиҙ бикләнә.
Сеү! Нимә был? Ҡайҙандыр гармун тауышы ишетелә. Туҡтап, тын да алмай тыңлайым. Булмаҫ! Таныш тальян моңо. Бында, алыҫ украин ерендә, кем шулай моңло итеп беҙҙең яҡ көйҙәрен уйнай?
Моң ишетелгән яҡҡа, ашығып, утыҙ-ҡырҡ аҙым атланым да тағы туҡтаным. Тыңлайым. Юҡ, ишетелмәй. Тойолған ғыналыр, ахры. Мин армияға тиклем гармунсы инем. Тирә-яҡта дан тотҡан еҙ телле тальяным бар ине. Шул бик һағындырған, ҡайһы саҡта төндәрен төштә уйнайым. Тик, ин өсөндөр, бармаҡтар ҡамыр кеүек йомшара һәм, нисек тырышһам да, теләгән көйҙө сығара алмай интегәм. Бына хәҙер өнөмдә лә тальян менән һаташа башланым...
Юҡ! Тағы уйнай башланы. Ана ниндәй асыҡ ишетелә. Эх, тальяны шәп! Дүрт планкалы. Еҙ телдәр. Уйнауы ла бик оҫта. «Шахта» көйөн уйнай. Туҡта, туҡта, был бит Өфө егете! Беҙҙең Өфөлә генә «Шахта»ны шулай уйнайҙар. Дүртөйлө яҡтарында уны һуҙып, еренә еткерергә тырышып тигәндәй, оҙон итеп уйнайҙар. Ә Миәкә гармунсылары артыҡ еңеләйтеп, өҫтән-өҫтәнерәк һыҙҙыралар, һәм көй артыҡ моңло түгел, ләкин дәртле булып яңғырай. Өфөлә шул ике төрҙөң бөтә яҡшы яҡтарын да йыйғандар тиерһең: көйҙө артыҡ һуҙып та, саманан тыш тиҙ ҙә уйнамайҙар. Ул бында үҙәгеңде өҙөрлөк моңло ла, ғәжәп дәртле лә килеп сыға. Бигерәк тә йырҙың икенсе өлөшө. Кеше, ниндәй генә «яҫтыҡ йөрәкле» булмаһын, ҡушылып йырлап ебәрмәй булдыра алмай:
«Шахта» көйҙәрен йырлаһам.
Бар хәсрәтем таратам...
Йүгерә-атлай, гармун тауышы ишетелгән йортҡа барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ел ҡапҡа асыҡ. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ишек алдына индем. Ап-аҡ итеп буялған тәпәшәк кенә йорттоң баҡсаға сыҡҡан асыҡ тәҙрәһенән моң ағыла. Ут яҡтыһында өҫтәл тирәһендә – өс кеше. Мыйыҡтарынан украин икәнлеге күренеп торған алтмыштар тирәһендәге ҡарт һәм кескәй генә ҡарсыҡ. Миңә профиле менән хәрби кейемдә бер матур ҡыҙ ултыра. Уның оҙон ҡара толомо погонын ябып, ҡалҡыу түшенә ятҡан. Ул һул ҡулы менән яңағына таянған. Өҫтәл өҫтөндә шешә, стакандар күренә. Балсыҡ һауытҡа һалынған помидор шәм яҡтыһында ут кеүек яна. Ләкин ашамлыҡ-эсемлек онотолған. Бөтәһенең дә ҡарашы гармунсыла. Ә ул миңә күренмәй, мөйөшкә ултырған, күрәһең, гармунын ныҡ тартҡанда, ишек яғында ҡара шәүләләр генә сағылып ҡала.
Мин, донъямды онотоп, баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым. Нисек уйнай ул! Юҡ, уйнамай, гармунсы ниҙер һөйләй, ә ҡалғандар уны бирелеп тыңлай. Нимә һөйләй һуң ул? Ҡайғыһынмы, шатлығынмы? Беләһе ине. Инәһе ине. Ләкин нисек инәһең, моң даръяһынан, үҙҙәренә генә мәғлүм булған хистәрҙән кешеләрҙе айырырға нисек батырсылыҡ итәһең?!
Инмәнем. Оҙаҡ ҡына сихырланып тыңлап торҙом да китеү яғына атланым. Шул саҡ ҡыҙ һиҙелмәҫлек хәрәкәт менән толомон күкрәгенән алып ташланы ла, бөтә йөҙө менән минең яҡҡа – гармунсы ултырған мөйөшкә табан боролоп, ғәжәп матур тауыш менән уйсан ғына йырлап ебәрҙе:
Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,
Дим буйҙарын буйланым,
Яңғыҙ башҡа, йәш йөрәккә
Ауыр минең уйҙарым...
Уның оҙон керпектәре ҡалтырай, ә күҙҙәрендә йәш ине.
Мин әкрен генә ҡайтып киттем.
* * *
Кондуктор ҡатын шул ҡыҙ ине. Матур профиленән, шул саҡтағы хәрәкәт менән байтаҡ йоҡарған тыңламаҫ толомон артҡа ташлауҙарынан, тауышынан таныным мин уны. Һәм «бөгөн минең дә туй» тигән һүҙҙәре...
Инде Вокзал – Ботаника баҡсаһы араһын нисә ураныҡ, ә мин һаман автобустан төшкәнем юҡ. Теге ваҡытта тәҙрә төбөндә ҡатып баҫып торғандай, урынымдан ҡуҙғала алмайым. Был мөләйем ҡатындың яҙмышын белгем килә. Гармунсы кем ине? Иреме? Теге ваҡытта туйҙары булғандыр. Әле лә шулай моңло ла, дәртле лә итеп «Шахта» көйөн уйнаймы икән?
Ә ҡатын бер кемде лә күрмәй. Эшен машиналь рәүештә башҡара, үҙе – әллә ҡайҙарҙа...
Вокзалда беҙҙән алда килгән машиналар киткәнен көтөп торған арала, түҙмәнем, һүҙ ҡуштым:
– Ғәфү итегеҙ...
Ул, ғәжәпләнеп, миңә һораулы ҡараш ташланы.
– Мин һеҙҙең туйығыҙҙа булдым бит.
– ...?!
Ҡатындың йөҙөнә ҡан йүгерҙе, күҙҙәре киң асылды. Ул кинәт урынынан һикереп торҙо һәм йән әсеткес тауыш менән:
– Ҡайҙа, ниндәй туйҙа? – тине.
– Мандрыковкала...
Ул, йыш-йыш һулап, ҡулдарыма килеп йәбеште.
– Һеҙ?! Беҙ унда дүртәү генә инек бит!
Мин ҡыҫҡаса юғарылағы тарихты һөйләп бирҙем.
Бер аҙ тыныслана төшкәс, ул үҙе һөйләп китте:
– Эйе, ул беҙҙең туйыбыҙ ине. Вәғәҙәләр биреп бөткәс, һуғыш башланды. Әхмәтте беренсе көндә үк алдылар. Мин һуңыраҡ киттем. Диепропетровскиҙа зенитный часта хеҙмәт иткәндә, госпиталдән яңынан алғы һыҙыҡҡа барышлай, бер көнгә Әхмәт керҙе. Мин Остап бабайҙарҙа тора инем. Шул көндө үҙебеҙсә туй үткәрергә булдыҡ...
Мин, кешенең серенә рөхсәтһеҙ ҡағылғаныма уңайһыҙланып, әйткән булдым:
– Туй көнөгөҙ менән ҡотлайым һеҙҙе! Егерме ике йыл ғүмер итәһегеҙ бит...
Ул бер аҙ өндәшмәй торҙо. Унан ауыр һулап әйтте:
– Эйе, егерме ике йыл ғүмер... Әхмәткә лә хәҙер ҡырҡ биш йәш булыр ине...
Йөрәгемде ҡот осҡос һиҙенеү киҫеп үтте.
– Нимә, әллә?..
– Эйе, шул туйҙан һуң беҙ башҡаса күрешмәнек.
Йылдар ауыр йәрәхәтен бер аҙ төҙәтһә лә, ҡатын бик ҙур ҡыйынлыҡ менән, мине туйында ҡатнашҡан яҡын кешеһе итептер инде, уҙ тормошо тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.
– Һуңғы хатын 9 майҙа, Еңеү көнөндә, яҙғайны. Оҙаҡламай мин демобилизацияландым. Әхмәттең атайҙарына ҡайттым, ул да ҡайтып етер тип өмөтләнгәйнем. Ҡайтһам, атайҙары хәбәр алғандар – чех ерендә немецтарҙың бер группировкаһын тар-мар иткәндә, танкыла янған. Шул хат яҙған көнөндә... Шулай буламы ни?! Хәҙер атаһын күмгәнгә лә ун йыллап булып бара. Әсәһе менән икәүләп көтәбеҙ ҙә көтәбеҙ...
Ул, автобусҡа керә башлаған халыҡҡа күрһәтмәҫкә тырышып күҙ йәштәрен һөрттө.
– Бына егерме йыл автобуста эшләйем, һәр ваҡыт вокзал йүнәлешендә. Ҡайтып төшөр кеүек. Ҡалаға трамвай менән дә менәләр, әлбиттә. Ләкин ул автобусҡа ултырыр төҫлө...
Мин, бер нәмә әйтмәй, машинанан һикереп төштөм. Был саф йөрәкле ғәжәйеп кешегә уның туйы көнөндә сәскәләр бүләк иткем килде. Тик, мин бүләк табып кире килгәндә, автобус киткән ине инде.
Урап килеүен көттөм. Шул арала куҙ алдымдан уның туйға барған ҡыҙмаса егеттәрҙе, инструкцияны боҙоп булһа ла, автобусҡа ултыртыуы, «Шахта» көйөн уйнауҙы үтенеүе, Мандрыковкалағы туй – бөтәһе лә яңынан үтте. Һөйә белгән, көтә белгән ҙур йөрәкле был ҡатынға баш эйгем килде. Ләкин урап килгән автобуста ул юҡ ине: уның урынында уҫал тауыш менән «гаждане, покупайте билеты!» тип һары бөҙрә сәсле һипкелле ҡыҙ ултыра.
Таһир ТАҺИРОВ.
1966