Бер шулай тағы ҡыҙыбыҙҙы эйәртеп, зыяратҡа ҡартатай менән ҡәртәсәһенең ҡәберенә барҙыҡ. Беҙ аят уҡығансы, ҡыҙым ҡәберҙән-ҡәбергә йөрөп сыҡҡан. Береһенең өҫтөндә ваҡ аҡсалар күреп, шуларҙы йыйған. Беҙҙән ҡурҡып, ул аҡсаларҙы кәҫәһенә һалып алып ҡайтҡан. Уны сәйҙән ҡалған ҡурғашҡа төрөп, яҫтыҡ аҫтына һалып йәшергән. Иртәгеһенә иртәнсәк уянғас, ҡыҙым аяғына баҫа алмаҫтай булды. Врачтар полиомилит вирусы тип диагноз ҡуйҙы, ләкин нисек дауаларға белмәнеләр. Ғаиләбеҙ менән ҡара ҡайғыға баттыҡ. Өйҙөң нуры юғалды. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡатыным урындарҙы йыйыштырып йөрөгәндә теге аҡсаларҙы табып алған. Һораша торғас, уларҙың ҡайҙан икәнен асыҡланыҡ. Тағы ла мулланы саҡыртып, аҡсаларҙы алған урынына кире алып барып һалдыҡ. Аҙна буйы үзбәк муллаһынан алған доғаны уҡып, өшкөрә торғас, ҡыҙымдың бармаҡтары яҙылды, ҡыбырлата башланы. Яйлап аяҡҡа баҫты, Аллаға шөкөр. Әкренләп йөрөй башланы. Иң мөһиме – зыяраттан аҡса түгел, алтын ятһа ла алырға ярамағанлығын аңланы.
Бына шундай хәлдәр ҙә була. Шунан әйтегеҙ инде, сихыр юҡ тип. Шул доғаны күсреп алып, ятламай булмаҫ моғайын.
"Сәйер донъя" төркөмөнән.