Тик Гөлиә тағы ла ярһыбыраҡ иларға тотондо:
– Ул, миңә башҡаса бөтөнләй шылтыратма, тине! Рита менән бергә йәшәй башлағандар инде, туй үткәрергә әҙерләнәбеҙ, ти. Ә минең менән өс йыл дуҫлашып йөрөп тә, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаманы...
– Ә һин уҡыуыңды, бизнесыңды ташлап, ауылға ҡайтыр инеңме?
– Ҡайтмайым тип, яңғыҙ ҡалдым инде бына-а-а!
– Ай, Аллам! Яңғыҙ ҡалдым, тип ятырға оялмайһыңмы?! Һиңә әле 30 ғына йәш, бар ғүмерең алда. Матурһың, аҡыллыһың, һауһың! Егеттәр ни, табылыр! Етер, илама! – Фирҙәүес бер аҙ тауышын күтәрҙе. Уҡытыусы булараҡ, белә: ҡайһы бер балаларҙы йәлләһәң, күңелдәре йомшарып, тағы ла ярһыбыраҡ китә. Әлбиттә, Гөлиәне бындай хәлдә тәүгә күрә, шуға ла нисек йыуатырға белмәй аптыраныуы.
Әллә ниңә ошо ҡоҙасаһын яҡын күрә ул. Ихлас, алсаҡ булғаны өсөнмө, әллә төплө фекер йөрөтөүе әсир иттеме? Ун йыл элек кенә Сибай институтын тамамлап, Өфөгә килгәйне, бөгөн инде үҙаллы донъя көтә. Фатир ҙа алды, үҙ эшен асып, уны уңышлы ғына алып бара. Аҙып-туҙып йөрөмәй. Тәүҙәрәк, эшҡыуарлыҡты яйға һалырға кәрәк, тип ғаилә ҡорорға ашыҡманы. Ә өс йыл элек осраҡлы ғына ауылда донъя көтөүсе Әмир исемле егет менән танышып, башкөллө ғашиҡ булды. Хыялында ул күптән кейәүгә сығып, өс бала үҫтерә ине инде. Тик кисә егет, уның барлыҡ өмөтөн селпәрәмә килтереп, икенсегә өйләнергә теләүе хаҡында хәбәр иткән: “Гөлиә, һин барыбер ауылға килмәҫһең. Миңә лә, һиңә лә тормош ҡорорға кәрәк, артабан аралашыуҙы туҡтатайыҡ. Оҙаҡламай туйым була!”
“Тимер туташ” тиҙәр Гөлиә кеүектәр тураһында. Әммә Фирҙәүес уның ҡаты характеры артында нескә күңел һәм хисле йөрәк йәшеренгәнен белә. Бына бит, бәғерен быуған ғазаптарҙы яңғыҙы ғына күтәрә алмайынса, сер бүлешергә тап уға килгән. Туғандарына ла түгел, әхирәтенә лә түгел, ә йылына бер күрешкән ҡоҙасаһына. Тимәк, көн дә аралашҡан яҡындарына үҙенең көсһөҙлөгөн күрһәтергә теләмәй. Эй, кеше яҙмышы шулай ҡатмарлы була шул. Үҙенең дә ошо ҡыҙ балалай илап ултырған мәле бар ине. Нисек кенә булмаһын, донъяла изге, яҡшы кешеләр күберәк. Ҡапыл Фирҙәүестең башына бер фекер килеп, Гөлиәгә өндәште:
– Ҡоҙасау, әйҙә, йыуын да, сәй эсеп алайыҡ. Ҡоҙаңдан башҡа бер кем дә белмәгән серемде һөйләйем. Шунан һуң артабан нисек йәшәргә икәнен үҙең хәл итерһең, йәме?
Ҡыҙҙы әйҙәләп, аш-һыу бүлмәһенә алып инде лә, өҫтәлгә тәм-том ҡуя башланы. Үҙе бынан байтаҡ йыл элек булған ваҡиғаларҙы ҡабат күҙ алдынан үткәрҙе...
* * *
Фирҙәүес эшен тамамлап, ишек бикләп кенә тора ине, йүгереп тигәндәй килгән ир күренде.
– Һылыу, зинһар, беҙҙе ас ҡалдырма! Магазиныңды кире ас инде, тәмәке, икмәк, тушенка һәм сәй-шәкәр кәрәк ине.
– Ас ҡалғығыҙ килмәгәс, ниңә йоҡлап яттығыҙ һуң? – ҡыҙ һуҡрана-һуҡрана ҡабат йоҙаҡҡа тотондо.
– Яңы килеп урынлашып торабыҙ. Геология-разведка бригадаһы беҙ, Өфөнән килдек. Зинһар, ғәфү итегеҙ, йәме...
Дим менән улар шулай танышып китте. Ҡара бөҙрә сәсле егет тәү күреүҙән ҡыҙҙың күңелен яуланы. Көн аша тиерлек килеп, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алғанын түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Тәүге осорҙа егет яғынан иғтибар һиҙелмәне, Фирҙәүес үҙе лә хистәрен белдерергә ҡыйманы. Ә бына йәштәр өсөн ойошторолған дискотекала күрешкәс, егет ҡыҙҙы янынан ебәрмәне. Өйөнә тиклем оҙатып ҡуйғанда улар яҡынданыраҡ танышты. Ҡыҙ атаһының иртә вафат булыуын, әле ситтән тороп педагогия институтында уҡыуын бәйән итте.
– Ете йыл элек өйләнгәйнем, балабыҙ булмағас, быйыл яҙғыһын айырылыштыҡ. Фатир ҡатынға ҡалды, кредитты үҙем түләйем, тине. Мин бер аҙға ауылға, атай-әсәй янына, ҡайттым. Нимә эшләргә белмәй, аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә, был яҡҡа командировкаға барырға тәҡдим булды. Һинең менән танышыуға булған икән, – тип егет Фирҙәүесте ҡосағына алды.
Ҡыҙҙың шатлығының сиге булманы: тәүге тапҡыр мөхәббәт хистәрен татыны. Эштән һуң көн дә осраша башланылар. Егет әсәһе менән танышыуға ла ҡаршы булманы. Иртәрәк килһә, баҡса эштәрендә ярҙам итте, ихатала ятҡан утынды ярҙы. Сәриә апай ҡыҙының яҙмышына ошондай уңған, эшлекле, донъя күргән кеше осрауына ҡыуанып бөтә алманы. Көн артынан көн үтте, көҙгә табан егеттең бригадаһы эшен тамамланы, ҡайтырға йыйына башланылар. Эҙләнеү эштәре артыҡ һәйбәт һөҙөмтә бирмәне, шуға ла уларҙың ҡабат был яҡтарға килеүе икеле ине. Тик Дим Фирҙәүескә тәҡдим яһарға ла, киләсәктә осрашыу тураһында һөйләргә лә ашыҡманы. Бер кистә ҡыҙ түҙмәне, һөйләшеүҙе үҙе башларға булды:
– Ҡайтып китһәң, һағынырмын инде.
– Мин көн һайын эштән ҡайтҡансы уҡ һине һағынам...
– Эй, бығаса гел осрашып торҙоҡ бит. Шуға ҡыйын булманы. Ә бына ҡайтып китһәң, ҡасан, ҡайҙа осрашырбыҙ һуң?
– Мөмкинлек булыу менән килермен, йәме. Ҡыш көнө беҙҙең эш аҙыраҡ була. Бындай оҙайлы командировкаларға сығармайҙар.
– Ә мин үҙем һинең янға барһам буламы?
Бер аҙ өндәшмәй ултырғас, Дим һаҡ ҡына һүҙ башланы:
– Әлегә ярамай, йәнем. Атай-әсәйем ҡатынымды үҙ балаларындай күреп ярата. Айырылыуға улар ҡырҡа ҡаршы булды һәм һаман да беҙҙең ҡабат йәшәй башлауға өмөт итә. Шуға күрә беҙҙең бергә булыуға фатиха бирмәйәсәктәр. Ҡайғырма, был әлегә генә шулай. Бер аҙ ваҡыт үтһен, һөйләшермен, аңлатырмын...
Фирҙәүес был һөйләшеүҙән һуң үҙ-үҙенә урын тапманы, борсоуға ҡалды. Ни өсөн һөйгәне был турала алдан уҡ әйтмәне? Ниәте етди булманымы әллә уны яратмаймы? Етмәһә, Дим ҡайтып киткәс кенә үҙенең ауырға ҡалыуын белде. Йәшерә торған нәмә түгеллеген аңлап, әсәһе менән кәңәшләшергә булды.
– Алдан ҡайғырма. Быға тиклем балаһы булмағас, һинең ауырлы икәнеңә шатланасаҡ ҡына. Ата-әсәһе лә ҡабул итер. Борсолма, хәбәр ит, ултырып һөйләшерһегеҙ, – әсәһе, эсендә ут янһа ла, ҡыҙына һиҙҙермәҫкә, тыныс булып ҡалырға тырышты.
– Мин бит уның адресын белмәйем...
– Нисек инде?
– Әллә... Ул, килермен, тигәс, һораманым. Барыбер янына үҙем бара алмайым, тип уйланым.
Әсәһе өнһөҙ ҡалды.
Айҙан ашыу ваҡыт үтте, егеттән хат та булманы, үҙе лә килмәне. Төндәр буйы илап сыҡҡанын күргән Сәриә апай: “Былай булмай, эшләгән ойошмаһын беләһең, исем-фамилияһын да. Өфө сит ил түгел, табырһың әле. Барып, яңылыҡтарҙы әйт, нимәлер хәл итергә кәрәк!” – тип әйткәс, ҡыҙ йыйынып, юлға сыҡты.
Был сәфәрҙә ниҙәр күреп, ниҙәр кисергәнен Фирҙәүес үҙе генә белә. Хатта әсәһенә лә дөрөҫөн һөйләмәне ул. Ойошманы табып, кадрҙар бүлегенә инде лә, Димдең адресын һораны. Матур кейенгән, килешле биҙәнгән сибәр генә һауалы ханым, аптырап, уға текәлде:
– Һеҙ уның кеме булаһығыҙ?
– Туғаны...
– Ҡыҙыҡ, ете йыл бергә йәшәп, һеҙҙе бер генә лә күргәнем булманы. Икенсенән, туғандар ҡайным менән ҡәйнәмдән адрес ала ине, ә һеҙ бында килгәнһегеҙ.
– Нисек? Һеҙ уның элекке ҡатынымы әллә? – Фирҙәүес, аптырап, ҡатынға текәлде.
– Ниңә элеккеһе? – ҡатындың тауышы күтәрелде.
– Ул миңә, айырылдым, тине.
– Бына нимә, ҡыҙый, бында хәҙер кешеләр килә. Тышҡа сыҡ та, яҡындағы паркта мине көт. Шунда һөйләшербеҙ.
– Миңә һеҙҙең менән түгел, Дим менән һөйләшергә кәрәк.
– Ул да булыр...
Фирҙәүес парктағы эскәмйәгә ултырып көтә башланы. Бер аҙҙан Дим күренде. Ул йүгереп килеп ҡосаҡларға ынтылған ҡыҙҙы ҡапыл этеп ебәрҙе:
– Ниңә килдең! Үҙем барырмын тип әйттем бит һуң! Нимә кәрәк?
– Һөйләшергә кәрәк ине. Көттөм-көттөм дә, үҙем килергә булдым.
– Килмәгәнмен икән, тимәк, мөмкинлек булмаған. Бына нимә, хәҙер һин тиҙ генә бынан кит. Зинһар, минең ғаиләне боҙма.
– Нисек инде? Һин бит, айырылдым, тинең...
– Ну... Эйе, һеҙгә барған саҡта талашып сығып киткәйнем. Айырылырбыҙ, тип уйланым. Тик ҡайтҡас, ҡатыным менән яраштыҡ. Аңла, ғаиләлә ундай хәлдәр булып тора. Фирҙәүес, тыңла инде мине... Һине ташларға уйламайым. Осрашып торорбоҙ...
– Дим, мин ауырлымын. Шуға килдем.
– Уй, шайтан алғыры! Шул ғына етмәгәйне! Инде барыһы ла яйға һалынды тигәндә... Абортҡа барырға һуң түгелдер бит?!
– Нимә һөйләйһегеҙ һеҙ? Ниндәй аборт? Тимәк, һинең йөрөүең хаҡ? – Бәхәсләшеп торған Дим менән Фирҙәүес яндарына ҡатындың килеп тороуын абайламаған икән. Ул ярһып ҡысҡырынырға тотондо. – Ярты сәғәт элек кенә һин, барыһы ла ялған, тип анттар әйтә инең бит!
– Йәнем, мин хәҙер барыһын да аңлатам. Һин беләһең, миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Ә был – яңылышлыҡ. Эскән саҡта нимә генә булмай...
– Аҡсаһы күберәк, тип командировкаға сығыуың эсеп, ҡыҙҙар менән типтереү өсөн инде, эйеме? Шунан, тағы ла һине эҙләп, нисә бисәнең килеүен көтәйем? Нисәүһен ҡорһаҡландырырға эшкиндең? – Ҡатын иренең яңағына уңлы-һуллы сабып ебәрҙе. Унан Фирҙәүес яғына боролдо. – Ә һин йәп-йәш башың менән кеше ирен эйәләтергә оялманыңмы? Ана тора, ал!
– Мин уның ғаиләле икәнен белмәнем...– Ҡыҙ үкһеп иларға тотондо.
– Кеше ышандырып, илап торма бында! Ҡосаҡлап ятырға белгәс, һаҡланырға ине. Ир ҙә һиңә, бала ла һиңә, күберәк булып китмәйме?! Ә-ә-ә-ә, ю-юҡ, һин минең балаһыҙ икәнде белеп, юрый килгәнһең! Мыҫҡыл итергә, өҫтөнлөгөңдө күрһәтергә!
– Зинһар, ғәфү итегеҙ, һеҙҙе һис кәмһетергә теләмәнем. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй...– Боролоп китергә теләгән Фирҙәүесте яһил ҡапыл этеп ҡолатты ла, туҡмарға, тибергә тотондо. Ҡыҙ интуитив рәүештә бөгәрләнеп ятып, ҡулдары менән эсен ҡапларға тырышты.
– Юҡ инде, беҙ әле һөйләшеп бөтмәнек! Башҡаса Димгә әйләнеп тә ҡарамаҫлыҡ итеп ҡайтарам мин һине! – Ситтәрәк торған Дим ҡатынын тынысландырырға ла уйламаны. Уға әлеге мәлдә йәш ҡыҙҙың түгел, ә үҙенең хәле мөһимерәк ине. Өйгә ҡайтҡас, ҡатын уның менән айырым һөйләшәсәк әле.
Был ваҡиға нимә менән бөтөр ине, билдәһеҙ, әгәр ҙә паркка балалары менән ял итергә сыҡҡан ҡатындар булмаһа. Улар телефон автоматы аша милицияны ла, «Тиҙ ярҙам» машинаһын да саҡыртты. Ауыртыуҙан, ғәрлегенән һәм тетрәнеүҙән туҡтай алмай илаған Фирҙәүестең ауырлы булыуын белгәс, табиптар шуда уҡ уны дауаханаға алып китте. Байтаҡ ятты унда, сөнки тән яралары менән йән яралары бергә ҡушылып, уға байтаҡ әрнеү, әсенеү, күҙ йәштәре килтерҙе.
Бер көндө уның янына йәш егет килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, һылыу. Тәштифсе Ильяс Туҡтаров булам. Табиптар һеҙҙең тән йәрәхәттәре менән ҡабул итеүе тураһында хәбәр итте. Был осраҡты тикшерергә килдем. Ғариза яҙаһығыҙмы?
Ҡыҙ аптырауға ҡалды.
– Юҡ!
– Ни өсөн? Ул кеше һеҙгә янаймы әллә? Ирегеҙме? Ҡурҡмағыҙ, беҙ һеҙҙе яҡларға сара табырбыҙ.
– Кәрәкмәй, мин үҙем ғәйеплемен. Улар менән бәйләнгем килмәй.
– Тимәк, һеҙҙе бер нисә кеше туҡманы инде?
– Мин улай тимәнем.
– Һылыуым, зинһар борсолмағыҙ. Мин барыбер ирегеҙҙе күреп һөйләшергә, асыҡларға тейешмен...
– Минең ирем юҡ.
– Нисек? Миңә һеҙҙе, ауырлы, тигәйнеләр, – ҡыҙҙың күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып башын ситкә бороуын күреп, ул артыҡ ысҡындырғанын аңланы. – Ғәфү итегеҙ, зинһар. Мин барыбер һеҙҙең документтарҙы тикшерергә, бер нисә рәсми ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртырға тейешмен.
Фирҙәүес паспортын тотторғас, ул ручка сығарып яҙырға ултырҙы.
– О-о, беҙ яҡташтар икән дә! Мин дә бит һеҙҙең райондан.
– Шулаймы? Ниндәй ауылдан?
– Ирекленән. Ул яҡта булғанығыҙ юҡтыр, төпкөлдә бит.
– Эйе, булырға тура килмәне.
Икенсе көндө Ильяс китаптар тотоп килеп инде.
– Дауаханала ваҡыт яй үтә бит ул, йәшереп кенә уҡып ят. Кәрәкле әйберҙәрең булһа, әйт, яҡташтарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙермен.
– Рәхмәт, бер нәмә лә кәрәкмәй. Шулай ҙа әсәйемә хәлемдең насар икәнен әйтмәй генә, дауаханала булыуымды хәбәр итергә ине.
– Борсолмағыҙ, иртәнән һуң ялым, ауылға ҡайтып килергә йыйынам. Юл ыңғайы инеп сығырмын.
Кире килгәнендә ҡыҙға мул ғына күстәнәс тапшырҙы:
– Әсәйең бигерәк ҡунаҡсыл икән. Һиңә лә, миңә лә тау-тау ризыҡ һалды. Хәлеңде аңғарттым. Нисек танышһығыҙ, тип һорағас, паркта ҡыҙығыҙ ауырып киткәйне, «Тиҙ ярҙам» саҡыртып, дауаханаға тиклем оҙатып ҡуйҙым, тинем. Дөрөҫ әйткәнменме?
– Эйе, ҙур рәхмәт һеҙгә.
– Ул ниндәйҙер Дим тураһында һорашты, ныҡ борсола...
Хәлен әсәһенә нисек әйтергә белмәй аптыранған ҡыҙ илап ебәрҙе һәм булған хәлде түкмәй-сәсмәй егеткә һөйләп бирҙе.
Дауаханан сыҡҡан көндө Ильяс Фирҙәүесте ҡаршы алып, вокзалға тиклем оҙата төштө. Сәй эсергә тип ашханаға инеп ултырғас, етди һүҙ башланы:
– Һылыуым, башҡа ваҡыт булһа, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөр инек. Әле барыһын да ҡабалан хәл итергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, әйҙә икәү өйләнешәйек. Мин һиңә тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булдым. Артыҡ байлығым да, мөлкәтем дә юҡ. Шулай ҙа икәү бергә булһаҡ, барыһы ла яйлап булыр.
– Нисек инде? Беҙ бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәйбеҙ бит...
– Өйрәнербеҙ. Бик булмаһа айырылырға була. Бөгөн һинең генә түгел, баланың яҙмышы хәл ителә. Әгәр риза булһаң, киләһе ялдарҙа әсәйем менән һөйләшергә барып, ижәп үткәрербеҙ. Туйҙы ла оҙаҡҡа һуҙмайыҡ...
Фирҙәүестең һөйләгәндәрен Гөлиә тын ҡалып тыңланы.
– Бына шулай, ҡоҙаса, Димде эҙләп Өфөгә килдем дә, Ильяс менән яҙмышымды бәйләнем. Төрлө саҡтар булды тормошта, әммә ошо аҙымым өсөн бер генә тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы. Аллаға шөкөр, 32 йыл бергә йәшәйбеҙ. Балалар үҫте, Дамира ҡыҙыма 20-һе тулғас, барыһын да һөйләнем. Үҙ атаһын эҙләргә лә, күрергә лә теләмәне.
– Эйе, тик ваҡыт кәрәк бит. Бөгөнгө көн ныҡ ауыр.
– Аңлап торам. Мин дә дауаханала нимә эшләргә белмәй, төндәр буйы йоҡлай алмай ята инем. Хатта һуңғы сиккә етеп, үҙ-үҙемә ҡул һалырға ла теләнем. Әсәйемде уйлап туҡталдым. Берҙән бер балаһының үлемен ул кисерә алмаҫ ине. Ә һинең хәлең күпкә еңел, ышан миңә. Йәшәргә – өйөң, эшләргә эшең бар. Мир бөтмәһә, ир бөтмәҫ, үҙеңә тиң йәр табылыр. Беләһеңме, нимә, тормош гел тыныс, матур ғына барһа ла, күңелһеҙ бит ул. Шуға күрә бер аҙ тетрәнеү кисереү бер кемгә лә ҡамасауламай. Ямғырҙан һуң балҡып ҡояш сыҡҡан кеүек, ҡайғы-хәсрәт тә бәхет саҡыра. Ҡара әле, күпме әйттем һиңә, ике туған ҡустым менән таныштырам, тип. Гел баш тартаһың әллә ныҡлап уйлайһыңмы?
– Ҡуй әле, ҡоҙаса! Мин таныштырыу, димләүҙәргә бөтөнләй ҡаршымын. Һине бер кем дә таныштырмаған бит, үҙе килеп тапҡан. Минең кеүек шәп ҡыҙҙарҙы ла егеттәр үҙҙәре килеп тапһын! – Гөлиә йылмайып, алдындағы сынаяғына үрелде.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.