Яңыраҡ Архангел районында булғайным. “Крутой” ғына бизнесмендарҙа туҡтарға тура килде. Донъяларын күреп ысынлап тороп иҫем китте. Ул йорт! бүлмәләр араһында аҙашырға мөмкин, урам эсенә тигеҙ итеп асфальт йәйелгән. Айырым сабыныу, йыуыныу, ял итеү бүлмәләре булған мунса. Өй эсендә бәҙрәф-ваннаһы, эҫе һыуы, йәшелсә-емеш тулы баҡсаһы, һарай тулы мал-тыуары... Күҙең ҡыҙмаҫ ерҙән ҡыҙыр.
– Вәт йәшәйһегеҙ!.. – тип көнләшеүемде белдергәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Бынау заманда алтын ҡуллы шәп ирҙе ҡайҙан таптың?
Әлфиә көлдө генә.
– Күҙ тейҙереп ҡуй тағын! Йүнләп йәшәй башлағанға бер нисә генә йыл инде. Ун йыллап элек килһәң... – тип ҡуйҙы. Уның был һүҙҙәре күңелемә ҡорт булып ултырҙы. Кисен, ирҙәр йоҡлап бөткәс, икәүләп кенә серләшеп ултырырға яйын таптым шулай ҙа. Гәзиткә яҙырға ла ризалығын бирҙе, әммә ысын исемдәрен күрһәтмәүемде һораны.
– Атайым белә-белгәндән алып етәксе вазифаларҙа эшләне. Әсәйем – уҡытыусы. Уларҙыҡы кеүек татыу ғаиләне, тәрән, саф мөхәббәтте минең бер кемдә лә күргәнем юҡ. Беҙҙе, өс балаһын да иркәләп-наҙлап ҡына үҫтерҙеләр. Шуның өсөн иреш-талаштың ни икәнен дә белмәнем. Ер йөҙөндәге бөтә кешеләр ҙә әсәйем менән атайым кеүек яҡшы, изге күңеллелер кеүек тойола торғайны. Кейәүгә сыҡҡансы ошоға ышанып йәшәнем дә инде. Бер яҡтан әсәйемдәргә үпкәләп тә ҡуям: тормоштоң ыңғай яғын бик яҡшы күрһәткәндәр беҙгә, уныһына һүҙ ҙә юҡ, ә бына ҡайғы-көйөнөстәр ҙә етерлек булыуы тураһында аңлатырға онотҡандар... Йәш ата-әсәләргә үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйткем килә: балағыҙ бәхетле йәшәһен тиһәгеҙ, ҙур тормоштоң әсеһенә лә, сөсөһөнә лә алдан әҙерләгеҙ. Бөтөн нәмәгә әҙер торһон ул, һәр төрлө мәсьәләнән дә сығыу юлын таба белһен. Һеҙҙең үҙегеҙгә, бәлки,балағыҙҙы ҡайғы-һағыш урап үтер кеүек тойолор, әммә барыһы ла һин тигәнсә генә бармай бит ул... Минең менән дә шундай хәл булды.
10-сы класты тамамлағас, башҡалаға университетҡа документтарымды тапшырҙым. Имтихандарҙы йырлап тапшырҙым, ятаҡҡа урынлаштым, уҡый башланым. Ильяс менән таныштым. Башымды юйып ғашиҡ булдым, ғүмер буйы көткән әкиәт батырымды таптым, тип уйланым. Ул үҙе лә минең өсөн аһ итеп торҙо. Ни ере менәндер атайыма оҡшағайны ул: иғтибарлы, ни әйтергә теләгәнемде күҙ ҡарашымдан аңлап тора, ҡулынан килмәгән эш юҡ. Шулай тим, сөнки беҙҙең бүлмәгә инһә лә тик кенә ултыра белмәй ине ул, күрмәй ҙә ҡалаһың, боҙоҡ әйберҙәрҙе йүнәтеп тә ҡуя. Ҡара эштән ғәрләнмәне, ҡарауылсы булып та, урам һепереүсе булып та эшләне, төҙөлөшкә лә йөрөп алды. Кем уйлаһын уның араҡы менән дуҫ булыуын, холҡоноң да аллам һаҡлаһын икәнлеген! Белдермәй, йәшереп йөрөй белергә кәрәк бит әле.
“Ҡайҙа ҡоларымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем”, – тигән бит берәү ҙә. Әле үкенмәйем дә кеүек... әммә тормошомдо уға бәйләгәс, күпме күҙ йәшем түгелде, нервым ҡаҡшаны.
Килен булып төшкән йортто туй мәлендә генә күрҙем. Хәйер, ҡайным-ҡәйнәм менән дә шул көндө генә таныштым. Иҫем китте: икеһе лә төп күтәрә эсеп ебәрәләр. Шай ҙа шой килеп йырлайҙар. Буштан-юҡҡа алйот кеше кеүек шарҡылдап көләләр. Минең бөтә кәйефем төштө. Минеке генә түгел, бөтә туғандарымдыҡы ла. Сөнки улар бөтәһе лә ихтирамлы, абруйлы, аҡыллы кешеләр. “Ярай, ҡәйнә-ҡайным менән йәшәргә түгел дә баһа!” – тип йыуатырға тырыштым үҙемде. Тырышып йылмайҙым, әҙерәк бейегән дә булдым. Барыһынан да ҡәнәғәт икәнемде күрһәтергә тырыштым. Әммә әсәй менән атай күңелен алдап буламы ни, береһе илап, икенсе ҡайғыһынан ни эшләргә белмәй ултырҙы. Хәҙер уйлайым: Ильясты Хоҙай миңә һынау итеп ебәргәндер ул. Сөнки кеше ғүмере тик бәхеттән генә тормай, ҡайғының, бәхетһеҙлектең дә әсе тәмен татып ҡарарға тейештер ул. Мин йә бирешеп, бөгөлөргә, үҙем дә уның хәленә төшөргә, йә киреһенсә, иремде күтәреп алырға тейеш инем. Тәүҙә, ысынлап та, бөгөлөп төштөм. Көнөм ҡара төнгә әйләнде. Ябығып, һөлдә кеүек булып ҡалдым. Ул мин белгән Ильяс түгел ине. Туйҙан һуң алыштырҙылармы ни! Ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын үҙем дә аңламаным. “Нимәне дөрөҫ эшләмәнем, ғәйебем нимәлә?” – тип көнө-төнө баш ваттым. Әммә уйҙарымды һүткән һайын нығыраҡ аҙаштым.
Тәүге көндән үк ауылда ҡаласағыбыҙҙы еткерҙе. Мин ҡаршы бер һүҙ әйтә алманым, ризалаштым. “Айырым сығайыҡ” – тип ҡарағайным, “Юҡ, мин әсәйем менән атайымды көтә торған малай, бер ҡайҙа ла китмәйем!” – тип ҡысҡырҙы ғына. Ҡайһы берҙә матур хыялдар ҡороп ала торғайныҡ, шул буш хыялдарға алданып йәшәнем дә инде.
Һәр кем дә бәхетле йәшәйем тип тормош ҡора. Тәүҙә барыһын да үҙемсә үҙгәртергә маташтым. Ҡәйнәмде лә, ҡайнымды ла, иремде лә, өйҙәге тәртипте лә. Әммә киреһенсә генә килеп сыҡты. Уның һайын мине күмәкләп хәлдәренән килгәнсе йәберләнеләр, һүҙ менән таланылар. Әсә – һәр кемдең иң ҡәҙерле кешеһе, бер һүҙем дә юҡ, Ильястың да алкаш әсәһе өсөн өҙөлөп тороуы ғәжәпләндерҙе мине. Бер һүҙ әйттермәй! Әйтерһең, мине ҡатын итеп түгел, әсәһенә ялсы итеп алып ҡайтҡан. Тағын нимәһе ғәжәпләндерҙе – Ильяс бер ҡайҙа ла эшләргә атлыҡманы. Минең идеалымдағы ирҙең тап киреһе ине Ильяс. Шуға күрә иҫем-аҡылым китеүҙең сиге булманы. Минең генә эш хаҡым күпме инде? Тәүге ике йылда бөтөнләй әсәйемдәргә ҡайтарманы. Шул турала әҙ генә һүҙ сыҡһа ла олоғара тауыш сыға ине. Ильястан да бигерәк әсәһе ҡаршы төштө гел. Иҫләһәм, насар бер төш кеүек барыһы ла, тәндәрем зымбырҙап китә. Ниңә түҙеп йәшәгәнмендер? Бәлки, әсәләре улай уҡ насар ҙа кеше булмағандарҙыр. Үҙҙәре кеүегерәк килен тура килһә, аңлашып йәшәп ятырҙар ине. Әммә уларҙы иң тәүҙә минең баҫалҡылығым, бөхтәлегем, теүәллегем сығырҙарынан сығарҙы. Ильястың елкәһенә менеп ултырырмын да, үҙ ҡурайыма бейетермен тип ҡурҡтылар шикелле. Улдарын теҙгендә тотоуҙың бер генә юлы бар ине: ул да булһа, үҙҙәре ыңғайына сәмәй эсереү. Ул инде иртән дә, төшөн дә, кисен дә табындың түрендә самауыр менән бер рәттә ултырҙы. Әллә күпме мине лә эсерергә маташып ҡаранылар. Аптырарға ярамай тиҙәр, әммә кемдер ғәзиз балаһын ошо упҡындан нисек тартып алырға белмәгәндә, быларҙың үҙҙәренең шунда этәреүе башҡа һыймаҫлыҡ ине. Әммә түҙемлектең дә була сиге: минең дә тәҡәтем ҡалманы, бер көн өҙә һуғып Өфөгә сығып киттем. Күрәләтә тороп үҙемде ерләгем килмәне. Тәүҙә әсәйемдәргә бер нәмә лә өндәшмәнем, эште үҙем болғаным, үҙем кире урынына ултыртам тип уйланым. Көнөнә өсәр генә сәғәт йоҡлап йөрөгән саҡтарым булды. Төнәргә лә, етәкселәрем менән һөйләшеп, эш урынында ғына ҡалып йөрөнөм. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, атайымдарға минең “мажаралар” барып ишетелгән. Шунда уҡ килеп тә еттеләр. Тыуған ауылыма алып ҡайтып, кеше итеп алдылар. Шунда ғына тынысландым, нимәлер уйлар хәлгә ҡайттым.
Ауылда ҡалғым килмәне. Кешенән дә оят. Ваҡыт күп булғанғамы, насар уйҙар инеп йонсота. Баш-тояғым менән эшкә сумғым килде. Атайыма рәхмәт, унан-бынан йүнләп, Өфөнән фатир алып бирҙе.
Инде тыныс ҡына йәшәй башланым тигәндә, Ильяс тормошома тағы килеп инде. Ғәфү ит, тип аяҡтарыма йығылды. Мин инде ул мәлдә тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәнгән, үҙ-үҙемде яҡлай алған ханым инем инде. Ыҙалауҙарым шул хәтлем үҙәгемә үткәйне, элекке кеүек һә тигәнсе иретеп ала алманы. Ә был шуның һайын әрһеҙләште, шуның һайын нығыраҡ ишек төбөн һағаланы. Бер-бер артлы әсәһе менән атаһы үлеп ҡалғандар ҙа, япа-яңғыҙы ҡалғас, мин иҫенә төшкәнмен, шуға ла йәнем көйҙө. Күршеләрҙән оят була башлағас, ахыры, аптырап индерҙем быны. Бер йыл ысынлап та бәхетле йәшәнек. Эшкә урынлашты, ғүмерҙә булмағанса бүләктәр ташый, өйҙә лә янымда өйөрөлөп йөрөй, ашарға бешерергә лә, кер, иҙән йыуырға ла ярҙамлаша... Мин инде ҡыуанып бөтә алмайым. Тәүге танышҡандағы кеүек ине. Бер заман өйгә ҡайтманы был. Ни уйларға ла белмәйем, милицияға шылтыратып бөттөм, дауаханаларға – бер кем, бер нәмә белмәй. Эшендә ҡайтып китте тип әйттеләр. Өсөнсө көнөнә өҙгөләнеп ҡайтып килһәм, үҙебеҙҙең йорт мөйөшөндә биш һум аҡса теләнселәп тора! Ғәрлегемдән шартлар сиккә еттем. Оҙаҡ эсте һәм оҙаҡ ауырыны. Дауаханаға һалғандан һуң ғына терелеп китте. Яңынан вәғәҙәләр, ышаныуҙар, алданыуҙар... Шул мәлдәрҙә бәпесебеҙ тыуҙы. Тәүҙә, ниңә генә таптым инде, тип үкенә инем, аҙаҡ ниндәй ҙур иптәш булыуын күргәс, һөйөнөсөмдөң сиге булманы. Ваҡыты-ваҡыты менән аҡсаһыҙ ултырыуҙар ҙа һиҙелмәйсә үтеп китте, эсеүҙәренә лә иғтибар итмәй башланым. Тере мәйеткә әйләнде тиһәм дә була. Беҙҙе юғалтырын аңланымы, эсеүҙәрен һирәгәйтте шулай ҙа. Хәҙер уйлайым: бәлки, уға өгөт-нәсихәт уҡымай, игәмәй, тәрбиләмәй башлағас, үҙенән-үҙе аҡылға ултырғандыр? Бәлки, уның эсеүендә минең дә ғәйебем булғандыр? Мин бит әйләнгән һайын тыйып, эсеү – зыянлы, араҡы – ағыу, тип аҡыл өйрәтеп, игәп, уға үҙенсә йәшәргә лә ирек бирмәгәнмен.
Баланы баҡсаға биреп, баш-көллө яңынан эшкә сумдым, тиҙҙән үрләтеп тә ебәрҙеләр. Ҡайҙа барһаҡ та мине таныйҙар, маҡтайҙар, ә Ильястың быға ҡомалағы ҡыштырлай. Бер нисә тапҡыр: теләһәм, мин дә булдыра алам инде, минең ҡулымдан килмәйме ни, тип ысҡындырҙы. Миңә етә ҡалды: “Юҡты һөйләмә, һинең эсеүҙән башҡа нимәгә хәлеңдән килә?” – тип тегенең зитына тейәм. Ихтыяр көсө лә ныҡ булған үҙендә, шунан һуң эсеүен ташланы бит! Бына хәҙер туғыҙ йыл ауыҙына ла ҡапмай, йән рәхәте. Уның ҡарауы ауылға ҡайтып үҙенең эшен асып ебәрҙе, өй һалды. Минән дә яманыраҡ дәртләнеп эшкә тотондо. Атайымдар тәүҙә ауылға йәшәргә ҡайтыуыма бөтөнләй риза түгелдәр ине, әммә кейәүҙәренең тырышыуын күреп, күнделәр. Ильясты ғәфү итеп, ярҙам да иттеләр. Бер үҙенә генә күпкә ҡыйынға тура килер ине. Бына шулай йәшәп ятабыҙ. Балалар Өфөлә. Береһе БДУ-ла, икенсеһе лицейҙа уҡып йөрөй. Улар ҙа атайыбыҙ эсеп кенә ҡуймаһын тип теләп кенә тора.
Мине былар тураһында Ильястың ни уйлауы ла үлтереп ҡыҙыҡһындырҙы. Нимә үҙгәрергә мәжбүр иткән икән уны? Үҙендә көс табып, яҡшы яҡҡа ауышҡандар һирәк бит. Ильяс, ирҙәргә хас булғанса, үткән яҙмышы менән инәлтеп кенә уртаҡлашты.
– Ҡыҙыҡ ул был тормош. Бына мин Әлфиәне күргәс тә яраттым. Уның өсөн бөтә нәмәне бирергә риза инем. Әсәләре менән танышып, донъяларын барып күргәнсе. Шунда әллә нәмә булды. Үҙемдең нисек үҫеүем күҙ алдыма килде. Әллә үкенес, әллә көнләшеү тойғоһо тамағыма килеп төйөлдө лә, нисәмә йылдар буйы ыҙалатып торҙо. Ул кем дә, мин кем? Мине хушһынырмы? тип өҙгөләндем. Сөнки йәшерен-батырыны юҡ, атайым ныҡ эсте заманында. Әсәйем уның менән көрәшеп-көрәшеп ҡараны ла, көсө етмәне, үҙе лә уның арбаһына ултырҙы. Нисектер, шул тормошҡа күнегеп үҫтем. Шулай булырға тейеш кеүек тойолдо.
Шунан һуң әллә ниңә Әлфиәгә насарлыҡ эшләгем, уны ыҙалатҡым килеп тик торҙо. Уның рәхәт тормошта, үҙемдең, киреһенсә, эт типкеһендә үҫеүемдән үс алырға теләнем шикелле. Аҡылым менән дөрөҫ эшләмәгәнемде, ахмаҡланыуымды аңлайым, әммә телдән һүҙҙәрҙең осоп сығыуын үҙем дә һиҙмәй ҡалам. Әлфиәнең күҙ йәштәрен күреп бер яҡтан йөрәгем һыҙа, бүтән улай итмәм тип үҙемә үҙем һүҙҙәр бирәм, ә икенсе яҡтан күңелгә рәхәт булып ҡала. Исмаһам шул саҡтарҙа ҡаршы һүҙ ҙә әйтмәй ине бит! Бәлки, аҡылыма тиҙерәк килер инем. Әсәйем дә, мине йөпләп, утҡа май ғына өҫтәп торған бит әле! Яҡлашҡан кеше барҙа ни... шашҡанмындыр инде, бер яза ла булмағас...
Әлфиә ҡайтып киткәс, башымды тотошлайы менән эскегә һалдым. Айнығып алғанда, туҡтар кәрәк, былай бөтөнләй юлдан яҙасаҡмын, тип уйлап, үкенеп алам да, яйы сығыу менән йәшел йыланға яңынан баш эйәм. Үҙем Әлфиәмде һағындым. Уның турала уйламаған көнөм булмағандыр ул. Аңҡы-тиңке йөрөй торғас, йыйынып, ғәфү итмәҫен белһәм дә, уның янына сығып киттем. Үлһәм дә уның янында үлермен тип уйланым.
Әлфиәне таныманым башта. Алмаштырып ҡуйғандармы ни! Уға тәүҙән үк бына шулай ҡатыраҡ, талапсаныраҡ булырға кәрәк булғандыр ул. Туйҙан һуң бөтә мыҫҡылдарға түҙеп йөрөгәнсе: “Өфөгә китәбеҙ, бында йәшәмәйбеҙ” – тиһә, бер ҡайҙа ла бармаҫ, уның һүҙенә ҡолаҡ һалыр инем. Тәүҙәге кеүек ҡыланып, холҡомдо күрһәтеп маташтым тәүҙә. Шуның менән үҙемдәге етешһеҙлектәремде йәшерергә тырыштым шикелле. Унан өҫтөнмөн, йәнәһе. Хәҙер уйлайым: алйот, ул бит минең шулай ҡыланыуыма иң түбән, иң меҫкен йән эйәһе тип көлөп кенә ҡараған. Ихтирамды шулай яулайҙар тиме ни? Уның етәксе булыуына ла йәнем көйҙө. Ғәрләнеп йөрөй торғас, бер көн килеп миндә сәм тыуҙы: эсеп, кеше көлдөрөп йөрөгәнсе, тотам да ауыҙыма тамсы ла араҡы алмайым! Ышаныслыраҡ булһын өсөн, лазер ярҙамында дауаланыуға барҙым. Һәм бына, йәшәп ятам бит әле... Ҡайнымдың донъяһын күргәс килеп тығылған төйөн әкренләп таралып бөттө. Кешенән көнләшеп, шуның өсөн үҙеңде үҙең эстән ашап йөрөгәнсе, тот та шуны уҡ үҙең эшлә! Тәүҙә генә ҡыйын, булдыра алмаҫһың, көсөң етмәҫ төҫлө. Бер тотондоңмо, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Барыһы ла кешенең ихтыярында. Теләй икән – эсә, түбәнгә тәгәрәй, теләй икән – үҙен ҡулға ала, ҡатыны, балалары өсөн йәшәй башлай. Ышаныс һәм сабырлыҡ кәрәк.
Кешенең уйында ни ятҡанын белеп булмай. Етеш, бәхетле ғаиләлә үҫкән Әлфиә менән эскесе атай-әсәй тәрбиәһе алған Ильястың араһына ла күңел кисерештәре, ғәрлек, түбәнһенеү кеүек тойғолар кәртә булып ятҡан, яңы бөрөләнгән мөхәббәттәрен ярайһы ғына ҡаҡшатҡан. Хоҙай үҙе лә хәйләкәр, тормоштоң ябай ғына булмауын, кире яҡтары ла, ыңғай яҡтары ла етерлек икәнлеген ҡайһөылай оҫта итеп аңлатҡан йәштәргә. Беҙ ҙә аңын-тоңон белмәйенсә: “Алкаш, бөгөн тағы сусҡа кеүек ҡайтҡан!” – тип һуҡраныр, йәмһеҙ һүҙ-ҡыланыштар менән бер-береңдең күңелен һыуытыр алдынан, үҙебеҙҙе борсоған уйҙарҙы уртаға һалып һөйләшеп, мәсьәләне асыҡларға өйрәнергә кәрәктер? Яралы ғаиләләр, етем балалар әҙерәк булыр ине...
Гөлнара МОСТАФИНА.