

Повесть
Киң һулышлы тауҙарҙы һағынып, ул үлән ҡыяҡланыу менән быҙауҙарын Таналыҡ йәйләүенә алып килде.
Һәр яҙын ул, йәйге көтөүлеккә бөтәһенән иртәрәк сығып, төньяҡ битләүҙәрендә эҫе көндәрҙә лә еләҫ күләгә ятҡан текә түмәләстәрҙе, Таналыҡ йылғаһының ҡуйы әрәмәлеген, бөркөттәр оя ҡорған Ялташ ҡаяһын һәм сағылында яңғыҙ аҡ ҡайын үҫеп ултырған яҫы тауҙы эләктереп ҡалырға ашыға ине.
Юҡ, был йәйләү башҡаларынан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек. Шул уҡ үлән, шул уҡ һыҙғыр елдәр.
Әммә был уның йәйләүе. Һәр таш, һәр ҡыуаҡ таныш, ҡәҙерле уға бында. Әлеге көтөүлек уның йәшлеген һөйләй алыр ине. Түмәләстәргә уралған тармаҡлы һуҡмаҡтарҙа ул мал үҫтереп ғүмер сиккән ата-бабаларының эҙҙәрен дә төҫмөрләгәндәй була. Шуға күрәлер ҙә ошо йәйләүҙә ул үҙен тыуған еренең ус төбөндә торған шикелле тоя; ә был тойғо – яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем кешеләрҙән ситтә, әйтерһең дә, донъяла япа-яңғыҙ йәшәгән малсы өсөн бигерәк тә кәрәк. Быны ул яҡшы белә ине инде.
Маҡсатына ирешкәндәгесә еңел һулап, ул көтөүен утларға ебәрҙе лә, тәүге гүзәл мөхәббәтте хәтерләткән умырзая сәскәләренә һоҡланып ҡарап торғандан һуң, күңеле елкенеп: «Әһә-һә-әй!» тип яңғыратты тирә-яҡты.
– Әһә-һә-әй!..–тип яуап бирҙе уға һиҙгер тауҙар.
Күк салт аяҙ. Тауҙың йомро һыртында төньяҡ һәм көньяҡ елдәре бәрелешә. Бәрелешә лә, тиҙлектәрен юғалтып, уңға, һулға һирпелә, ҡояшта йылҡылдаған битләүҙәргә тарала; дала үләне, тамыр еҫе аңҡытып, тынды киңәйтә, күкрәкте һыйпай, иркәләй, хистәрҙе яңыртып, хәтирәләр уята.
Йәйләүҙәрҙең иң бейектәгеһе был. Аҫта – яҫмаҡ тауҙар теҙмәһе һуҙыла. Яҡындан йәшел, арыраҡ һорғолт-күкһел төҫтәге, ә алыҫлашҡан һайын зәңгәрһыуланған артылыштар, ҡатлау-ҡатлау баҫҡысланып, күк ситен әллә ҡайҙарға тиклем киңәйтә.
Артылыштар уға гел уҙған йылдарҙы хәтерләтә ине.
Шул артылыш-йылдарға күҙ йүгерткән һайын, ул ирекһеҙҙән боронғо башҡорт йыры «Зөлхизә»не иҫенә төшөрә, үҙе лә һиҙмәҫтән йырлап ебәрә, моң менән бергә сал быуаттар килә уның күҙ алдына. Үҙен тын туғайҙың, аҡһыл болоттарҙың, көтөүҙәге быҙауҙарҙың тыңлауын шәйләгәс, шаҡтай моңло йырлауын тойоп, көтөүсе һис һүҙһеҙ йырлай белергә тейеш, ә инде ул бындай һөнәрҙән мәхрүм икән, уның мал көтөүенән ни хәйер: үҙенә лә күңелһеҙ, малға ла күңелһеҙ, тигән фекергә килә ине.
Ялан ғына ерҙән болан килә, Зөлхизә,
Уйһыу ғына ерҙән үтәм тип, Зөлхизә...
Йырлаған ыңғайҙа ул һәр һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөргә, йырҙың йөрәгенә үтеп инергә ынтыла, һәм шул саҡта, күкрәге менән елде ярып, болан түгел, ә үҙе килә һымаҡ тойола ине уға.
Үҫкәндән-үҫә барған моң ағышы иң юғары нөктәгә үрләгән мәлдә, үҙенең көсһөҙлөгөн танығандай, ҡапыл ситкә тайпыла, ә унан һағышлы уйҙарға бирелә.
Төн уртаһы еткәс, бер ҡыҙ илай, Зөлхизә,
Йәш ғүмерем заяға, ай, үтә тип, Зөлхизә...
Ҡайғылы моң уға тетрәткес тәьҫир итә, күңелен ниндәйҙер шом ҡымырйытып ҡуя; шуның менән бергә уны йылы тойғо ла солғап алғандай була, ләкин йырҙағы һәр һүҙҙе аңлаһа ла, бөтәһе бергә һаҡлаған серле мәғәнә уның өсөн шулай асылмайынса ҡала килде.
«Нимә әйтеп еткерелмәй?.. Бында һүҙ болан йәки Зөлхизә тураһында ғына барамы?.. Юҡ, эш икенселә, оло бер мәғәнә булырға оҡшай бында, – тип оҙаҡ уйланды ул һәм уны эҙләп табырға тырышты. – Мәғәнә минең үҙемдә, минең күңелемдә булһа кәрәк...»
Уны аңлағанға тиклем байтаҡ ваҡыт уҙҙы, әллә күпме яҙҙар алмашынып, әллә күпме ярҙар ишелде.
Ғүмере башында, йәғни йәшлегендә, кеше үҙен һәр саҡ түмәләстә, артылышта торған һымаҡ хис итә. Уның йөрәгендә нурлы дәрт, илһам ташҡан саҡ. Бөтә донъя уға баш эйә, хатта бейек ҡаялар ҙа уға кәртә түгел төҫлө.
Әммә уның алдында бейек ҡая түгел, ә уйһыу ер, тыныс үҙән – һинән ныҡышмалылыҡ талап иткән һәм һине осондорған, һинең күңелеңде ләззәтле хистәр ялҡыны арбаған һәм шуның менән мауыҡтырған йылдар – ята.
Ә һин – көнгә күҙ асҡан, ҡояш нурҙарына ҡойонған гөл-сәскә, һәм тыныс үҙән һине шул ҡәҙәр үҙенә тарта.
Әгәр ҙә һин тормошто сәскәләргә күмелгән үҙән тип уйлап, уға баш эйһәң, һин уның, уның ғәҙәттәренең әсиреһең. Һәм улар һине артылыштарҙы еңеп сығырға өйрәнеүҙән, хатта еңеп сығыуҙан ҡотолдора. Ғүмереңдең, юҡ, йәшлегеңдең иң гүзәл, иң ғәйрәтле йылдарында азат итә һине. Бит һин алға ынтылырға, үҙеңде һәр ваҡыт юлда итеп тойорға, үҙеңдә булған көстө һынау, арттырыу өсөн яңы үрҙәргә күтәрелергә тейешһең. Шул бейеклектән генә алдыңда киң донъя ятыуын, кисерелмәгән шатлыҡтар, яртылаш сере асылмаған киләсәген барлығын тоя һәм аңлай алаһың...
Хәҙер үтелгән үҙән, яуланған артылыштарҙан һуң, быны аңлай ине ул.
Уйҙарҙан бер аҙ айнып, быҙауҙарына күҙ һалды. Үгеҙ быҙау мөгөҙөн һараяҡ быҙауҙың бауыры тәңгәленә терәп тороуын күреп:
– Ҡырҡмыш, шаярма, – тине ул.
Ҡырҡмыш тыңсыл ғына ситкә китте.
Сасҡау һалҡын ҡышта ҡурала торған малҡайҙарҙың нисек итеп иҫтәренә килеүен, арҡаларын дуғалай бөгөп кирелеүҙәрен, уттай ҡылғанды телдәре менән һәрмәүҙәрен йәиһә йылынған ер өҫтөндә иҙрәп ял итеүҙәрен күҙәткәс, ул, кирза сумкаһынан фотографиялар сығарып, берәмләп ҡарарға кереште.
Бығаса ул хәтерләүҙәргә һирәк бирелә ине. Хәйер, көндәре лә уның бер-береһенән артыҡ айырылманы шул. Яҙ менән көҙ буталып бөткән. Хатта әле бына зиһенен ныҡ йәлеп иткән һүрәттә лә, айҙарҙы ғына түгел, йылдарҙы ла ул ҙур ауырлыҡ менән айыра ала ине. Ләкин хәҙер уларҙы иҫкә төшөрөү, баһа биреү һәм уйланыу сәғәте килеп етте.
Бына уларҙың ғаиләһе илленсе йылда. Ағалы-һеңлеле биш туғаны, әсәләре үлгәндең икенсе йылына аталары өйгә алып ҡайтҡан ҡатынды уртаға ултыртып, баҫып тора. «Фотола атайым нишләптер юҡ, көтөүҙә булып ҡалған, күрәһең, – тине ул үҙенә. – Үгәй әсәй мине яңы бәләләрҙән ҡурсаларға иткәндәй, ҡалҡыу күкрәгенә ҡыҫа биреп ултыра». Уның ошо ҡиәфәтендә, ҡыймай ғына йылмайыуында тәүәккәл һәм наҙлы күңеле һиҙелеп тора шикелле. Ә ергә хәтлем һалынып төшкән бөрмәле киң күлдәгенең итәге уларҙың бөтә ғаиләһен һыйҙырырлыҡ.
Оҫта малсы, изге йәнле, дәртле атайын яратҡан ҡатын...
Атайының һәр көҙөн, аҡ яллы атҡа атланып, ел, ҡояш киптергән йөҙөндә ынйылай тештәрен ялтыратып, көтөүе менән йәйләүҙән ҡайтыуы, ауыл халҡының уны хөрмәтләп ҡаршылауы, яңы әсәһенең еңел аҙымдар менән уға ҡаршы йүгереүе һәм уның шинель яғаһына оҙаҡ ҡына башын һалып тороуы әле лә күҙ алдында.
– Ә кистәрен атайым, шаяртып, ҡарттар йә әбейҙәр булып бейеп, эсте ҡатырыр ине, – тине ул үҙалдына. – Бер күҙ ҡарашынан, бер ишара яһау менән ул, ир уртаһындағы атайым, тамам ҡорошҡан ҡартҡа әйләнә лә ҡуя торғайны.
Тыпыр, тыпыр бүҙәнә, ти,
Тыпыр, тыпыр бүҙәнә, ти.
Тағы ла үп, тип килә лә,
Тағы ла үп, тип килә лә.
Һай! Ауыҙы, башы, биле, ҡашы,
Ауыҙы, башы, биле, ҡашы
Үпкән һайын куңел хуш,
Үпкән һайын куңел хуш! –
тип иңбаштарын һелкетә-һелкетә күҙен майландырып, һай-һайлап, ҡарт үҙен үҙе дәртләндерһә лә, бер өҙә баҫыуҙан таралып төшөрөн уйлап, баҫҡан ерендә тапанғылап тик торор ине. Һәммәһе лә унан шарҡылдап көлә, ә яңы әсәйе, мөкиббән китеп, йөҙөнән дәрт-наҙ һирпеп, уның атайына бағып ултырыр ине. Ошо мөхәббәт уларҙың барыһын да йылытты, һәм бәхет ҡояшы яңынан ҡалҡты.
Өс йыл атайы уның – әллә инде һөйөүенән, әллә инде рәхмәт йөҙөнән – әсәһенең һәр теләген үтәргә әҙер булып, йән атып йөрөнө. Бындай саҡта ауырлыҡтар ҙа ауыр түгел, күрәһең, һәм һин бер мәртәбә шундай тулы кисергән бәхетте һуңынан бер ниндәй бәлә юйып ташлай алмай, ахырыһы.
Ә бәлә килде. Әллә ни оҙаҡ та көттөрмәне. Иҫке фронт яралары атаһын ике-өс ай һыҙландырып йөрөткәндән һуң, аяҡтан йығып, түшәккә һалды.
Ете йыл, әйтеүе генә анһат, тотош ете йыл буйы күтәрелә алмай эстән һыҙып ятты. Ауырыуҙан түгел, ә бер көтөү баланы ҡатын елкәһенә һалдым, уны бәхетһеҙ иттем, тигән уйҙан хәсрәтләнеп, янып көйҙө ул.
Ниндәй ҙур түҙемлек менән үҙ-үҙен аямай күтәрҙе әсә шул йылдарҙы! Зарланыу түгел, бер генә уфтаныу ҙа ишеттермәне.
Ә бәлә яҡынайғандан-яҡынайҙы.
Ағаһын армияға оҙатҡас, бәлә тупһанан уҙҙы. Шул саҡ кинәт тауҙар емерелде, аяҡ аҫтында ер ишелде, һауа ғына, уның уртаһында һары ҡояш ҡына һәм йән өшөткәс көй һуҙған елдәр генә тороп ҡалды...
– Бына шулай өҙөлдө минең бала сағым, – тине ул телдән.
Ул мәктәп менән хушлашты һәм мәрхүм атайы кеүек мал көтөргә китте. Ҡояш сығып, ҡояш байығансы...
Фотола уның әзмәүерҙәй ағайы – Сәфәрғол – ышаныс, өмөт бөркөп баҫып тора. Армиянан ҡайтҡас та, тракторға ултырып, төпкә егелеп алға тарта башлауын, ҡусты-һеңелдәренең уға әйтеп бөткөһөҙ ҡыуаныуҙарын, инде аяҡҡа баҫасаҡбыҙ, тип өмөтләнеүҙәрен хәтерләп, ағаһы менән ул саҡта ни булғанын ул үҙенә әле лә тулыһынса аңлата алманы.
Эйе, Сәфәрғол ғүмер юлын һәйбәт башланы. Әммә тиҙҙән, эш хаҡы алған һайын саманан сығып эсеүенән өмөт кителгәндән-кителә барҙы. Һәм һәр яңы көн уны, ағаһын, емереүсе көскә эйә булғандай кимерҙе.
– Мин тешемде ҡыҫтым, – тип бышылданы әле ул.– Һин уның яҙмышына вайымһыҙһың, тип һеңелдәр миңә һүҙ ташлай ине. Бары тик әсәй генә аңланы мине. Юҡ, тынып йөрөмәнем мин, тынымды ғына сығарманым, бөтәһен өнһөҙ йоттом...
Сөнки мин кешенең яҙмышын һүҙ менән генә, өгөт-нәсихәт биреп кенә үҙгәртеп булырына ышанмай инем. Һәм шул ваҡыттағы көсһөҙлөгөм, ағайымдың кешеләрҙән ситләшеүе, уйһыу үҙән, йәғни еңел теләктәр алдында баш эйеүе миңә һуңынан, эйе, һуңынаныраҡ, күп фәһем бирҙе. Бәхет менән шатлыҡ та шул тиклем аҡылға өйрәтә алмайҙыр, моғайын.
Байтаҡ йылдар үткәс кенә, кешеләргә яҡынлыҡ тойғоһоноң, олораҡ теләктәр һәм борсолоуҙарҙың кешегә ҙурыраҡ шатлыҡтар бүләк итеүенә һәм уның рухын нығытыуына төшөндө ул.
Ә бына икенсе фото. Ат йылының яҙында түмәләс башында төшкәйнеләр.
Фотоға бер килке бағып ултырыуы менән алыҫтан иҫкән ел уға күптән тымып ҡалған, әммә онотолмаған ҡыҙҙар тауышын килтереп еткерҙе.
Улар ун ике ине. Бөтәһе лә Ырымбур өлкәһенән комсомол райкомының саҡырыуы буйынса йәйгә килгәйнеләр. Совхозда шул йылы һыйырҙарҙы һауыр кеше ҡалманы.
Бөгөнгөләй хәтерендә, бер көндө ферма мөдире Кәлимулла ағай, уның янына килеп, өнһөҙ-тынһыҙ тәмәке тартып торғандан һуң, вайымһыҙ ғына:
– Фермала хәлдәр шәптән түгел, мырҙам... Ҡомға килеп терәлде эштәр, – тип ҡуйҙы.
Ике-өс йыл элек Кәлимулланың бер күҙ ҡарашы намыҫһыҙыраҡ кешеләрҙе ҡаушауға төшөрә торғайны. Хәҙер уның һүҙе лә үтмәй башланы.
Тыны етмәгәндәй, ул күлдәгенең иҙеүен ысҡындырып ебәрҙе.
– Тормошо малға бәйләнгән, малсылыҡтың уставы буйынса йәшәгән кеше өсөн – ҙур ҡайғы был... Хәләл көс, ҡара тир менән таптыҡ беҙ бындағы бөтә нәмәне. – Һәм ҡапыл уның күҙ төпкөлөндә зәһәр ут балҡығандай итте. – Ә хәҙер ситтән генә ҡарап торорға тейешбеҙме?..
Ҡымшанмай ултыра биргәс:
– Ә был сибек ҡыҙҙар? – тип Кәлимулла уға төбәлде. – Китер ҡоштар, беләм... Ләкин «ҡотҡарығыҙ!» тип ҡысҡырған тауышҡа килде түгелме һуң улар? Ә хәҙер шуларҙы хәлдән тайҙырғансы эшләтергәме? Һөт менән тулы флягаларҙы ла улар күтәрһенме?.. Бер егет булырға тейеш араларында. Көслө, намыҫлы... ҡандарын ҡуҙғытырлыҡ, йөрәктәрен иретерлек, шунан башҡаһын уйына ла килтермәҫлек егет. Изгелек беҙҙең дә ҡулдан килә, беҙ ҙә ундай сифаттарҙан мәхрүм түгелбеҙ! – Бына шуны аңғартырлыҡ егет кәрәк.
– Ҡандарын ғына ҡуҙғытып йөрөрлөк егетте ҡайҙан табаһың? – тип ғәжәпләндем мин.
Кәлимулла, тәмәкеһен һүндереп тапағас, ғәйеплерәк төҫтә башын эйеп:
– Һауынсы булып бар, мырҙам. Бар өмөтөм һиндә, – тине.
Ул бер һүҙ өндәшмәне. Хәйер, өндәшеүҙең хәжәте булдымы икән? Кәлимулланың ҡорғаҡһыған битенә, ослайып ҡалған эйәгенә текләп, ул мәрхүм атайының дуҫына ҡул һуҙырға, һәр хәлдә ярҙам итеп ҡарарға ниәтләне.
* * *
Уның был тәүәккәл аҙымына ауыл халҡы бот сабып көлдө, ә тиң-тоштары:
– Ҡыҙҙар имсәген тота алмағас, һыйырҙыҡын булһа ла әүәләйем әле, тинеңме?.. – тип күҙен дә астырманылар.
Икенсе аҙнала, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, бәләһе лә килеп тыуҙы: күгәүендәрҙең тешләүенә сыҙай алмай торған һыйырҙың янына ултырып, инде һауа башланым тигәндә генә, теге уның ауыҙына тура килтереп тибеп ебәрҙе. Салҡан йығылып, шул ерҙә ул иҫтән яҙҙы. Һушына килгәс, күпме иҫен юйып ятыуын аңлай алмайынса, бар булған көсөн йыйып, тороп ултырҙы һәм танауынан, ярылған ирендәренән, онталған тештәренән ҡуйы ҡан һарҡыуын тойҙо. Шул мәле ул эргәһендә, гүйә томан эсендә баҫып торған ҡыҙ һынын абайланы.
Бына ул фотола бер яҡ ситтә ултыра.
Боронғо ырым-ышаныуҙы хәтерләп, ахырыһы, Ырымбур ҡыҙы уны күнәгенә эйҙерҙе лә, башын күпрекле йылы һөткә бер нисә тапҡыр сумдырып алғас, йәһәт кенә суҡлы алһыу яулығын сисеп, уның ауыҙ-моронон ныҡ итеп бәйләп ҡуйҙы. Йәнәшәләп ултырғас, ике тубығын ҡосаҡлап башын эйҙе лә иларға тотондо.
Ул ҡыҙҙы йыуата ла, берәй һүҙ әйтә лә алманы. Башы ярылырҙай булып һыҙлауынан һуштан яҙып йығылмаҫ өсөн, тик йоҙроғон ғына ҡыҫа ине.
Ә ике-өс-дүрт көндән, һауындан һуң, улар икәүләп далаға сыҡтылар. Олононда бер генә ботаҡ та булмаған бейек ҡайын янына килеп еткәс, ул, ауыҙ-мороно томаланған килеш, торған ерҙән ҡайынға үрмәләй башланы. Шаярып, булһа кәрәк. Ә бәлки, үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәтләнгәндер.
Олондоң ҡап урта өлөшөндә, хәле бөтөп, ул туҡтап ҡалды. Шул саҡ ҡыҙыҡай аҫтан:
– Тағы! – тип һөрән һалды. – Тағы!
Бөтә көсөн туплап, ярһып, ул йәнә үрмәләргә кереште. Ә ныҡыш ҡыҙыҡай:
– Юғарыраҡ, әйҙә, юғарыраҡ! – тип дәртләндереүен генә белде.
Иң осҡа етеп, елдә хәтәр бәүелә башлағас ҡына, туҡтаны ул. Һәм һәр ваҡыт уйсан, күңелендә серле донъя йөрөткән ошо ҡыҙҙың алҡышлап ҡыуаныуына ҡарап, һабантурғайының сыңрауын тыңлап тирбәлгән минутта уның башында талпындырғыс бер уй тыуҙы. Үҙеңдең һәләтеңде, көсөңдө тойоп, алдыңа морат итеп ҡуйған эшеңдең осона сығаһың икән, бына шул ул иң шәп тормош, тигән фекер яралды.
Уға тап шул ваҡыт ифрат кәрәк фекер ине был...
Ә йәй дауам итте. Һәр көндө таң тынлығын, зәңгәр күк һиллеген ҡыҙҙар тауышы, уларҙың сағыу йырҙары яра торғайны.
Иртәнге һауын ысыҡта, тап-тап булып һибелгән сәскәләр йәйғорҙай балҡып күҙҙе ҡамаштырған мәлдә башлана ине.
Оҙаҡ көттөрмәй тау артынан ҡояш сыға, елдәр йылына төшә, ысыҡ кибә һәм һауа бөркөүләнгәндән-бөркөүләнә башлай; күп тә үтмәй болоттар эҫенән бер нөктәлә ҡатып ҡала, ә ҡыҙҙарҙың арҡалары манма тиргә әйләнә. Рыяһыҙ, эшһөйәр ине улар. Һәммәһе лә нәфис һәм саф – аҡтан-аҡ һөт кеүектәр ине.
Дөрөҫ, һирәк-һаяҡ уларҙы ҡамсыларға ла тура килде. Әммә төшкө һауындан һуң ул һәр саҡ ял бирҙе. Ҡыҙҙар шундуҡ йылғаға йүгерә, тиҙ-тиҙ сисенә һалып, һыуға ташланалар, сыр-сыу килеп ҡойоналар, ә унан йәшел үлән араһында, бөтөнләй шәрә килеш, кискә хәтлем ҡыҙынып ятырҙар ине. Улар, тын ғына йылмайып, егетте яндарына саҡыралар, ә ул, сабыйҙарса оялып, йылғаның үренә йүнәлә; арҡаһы менән ҡыҙҙарҙың ҡайнар ҡарашын тойған хәлдә таллыҡ араһына инеп юғала; шунда, аулаҡ урында, кейемен сисеп ташлап, ятыуға һикерә лә, ҡолас йәйеп аллы-артлы йөҙгәндән һуң, күлдәк-майкаһын, трусигын йыуып элгәс, үҙе лә ҡояшта ҡыҙына ине.
«Һин, улым, ҡыҙҙар менән бергә эшләйһең, – тип ҡат- ҡат иҫкәртә ине уға әсәһе. – Улар йоҡлар, һин уларға ҡарама – йылға буйына төш тә өҫ-башыңды йыу, үҙеңде таҙа йөрөт». Өҫтәп йәнә былай ти торғайны: «Улар һине һыйындырырға тырышырҙар, ә һин ыңғайлама, ныҡ тор. Ныҡ тормағанда, улар туйға тиклем ауырға ҡалалар». Төптө аҡылдан шашҡан тиерһең!
Һәр кисен Ырымбур ҡыҙы менән икәүләп улар түмәләскә күтәреләләр ҙә, ҡулбашҡа-ҡулбаш терәп, йәйрәп ятҡан даланың, офоҡтоң алһыу нурҙарға мансылыуын, болоттарҙың ҡанат йәйеүен тауыш-тынһыҙ, моң-хискә бирелеп, күҙәтеп ултырырҙар ине.
Март айының күге төҫлө зәп-зәңгәр күҙе менән Ырымбур ҡыҙы: «Йә?» – тигән һымаҡ, уға өҙҙөрөп кенә ҡарап ҡуя, ә ул, тып-тын ғына тынын алып, бөтә наҙлылығы менән уның ҡулын ҡыҫа, быға яуап итеп, ҡыҙ мөләйем генә йылмая ине...
Ниндәйҙер ябайлыҡ, шуның менән бергә ҡатмарлылыҡ – кеше тәбиғәтенең тамыры сафлыҡҡа инаныу ҙа, күңелгә шом һалған, үҙенең серенә ылыҡтырмаған илаһи һылыулыҡҡа һоҡланыу ҙа бар ине уларҙың бер-береһенә тартылыуында...
Шул көндәрҙә үткерләнгән һиҙгерлеге менән ул күңелдәренең бергә, әммә уйҙарының айырым йәшәүен тоя ине. Эйе, уйҙар төрлө ине. Бәлки, ул ҡала ҡыҙы, студент һәм уҡырға тейеш булғанғалыр.
«Ә мин?..» – тип һорай ине ул үҙенән. Унан: «Уҡы, һин шундай зирәк, күңелең бай һинең, үҙ юлың менән атла, юғары ос, мине дәртләндергән кеүек, бүтәндәрҙе лә дәртләндер», – ти ине уға эсенән. Һәм үҙендә тулҡынландырғыс юғары тойғолар, уларҙы татыу, кисереү теләге уятҡаны өсөн ул күңеленән ошо Ырымбур ҡыҙына рәхмәт белдерә ине.
Кешенең йәшәү, алға барыу юлында уға үҙ ваҡытында килгән нәҡ ошо мөҡәддәс уй-хистәр, еңел теләктәргә баш эйҙермәй, уны юғарыраҡ өндәй һәм әйҙәй булһа кәрәк...
Ун ике ҡыҙҙың һәммәһе лә, уны ҡосаҡлап, машина кузовынан уға сәскәләр шәлкеме ырғытып, күҙҙән юғалғансы яулыҡ болғап ҡайтып киткәс, ул үҙен далала, йылға буйҙарында шул ҡәҙәр яңғыҙ итеп тойҙо. Хәҙер ул ҡояшта балҡыған болоттарға һоҡланыуҙы, күмәкләшеп йырлашыуҙы онотҡан күп балалы ҡатындар араһында эшләргә тейеш ине. Дала һүнеп ҡалғандай тойолдо уға.
О, юҡ, тойолдо ғына түгел, һыйырҙар быҙаулау осоро башланғанда, йәштәрҙән, уның тиҫтерҙәре араһынан совхозда иң тоғролары йә булмаһа бөтөнләй булдыҡһыҙҙары ғына тороп ҡалды. Әммә көндән-көн уларҙың да һаны кәмене.
Тыуған ауылын ташлап ҡалаға китеүселәрҙе ул һәр ваҡыт, туп-тура ферманан, ҡатып бөткән өҫ-кейемен дә алмаштырып тормаҫтан, оҙатырға килә ине.
Инде крәҫтиән кейемен өҫтәренән һалған йәштәштәр, хушлашҡанда, мыҫҡыллауҙан һис айырылмаған тотанаҡһыҙ йылмайыу менән уға ҡул һуҙа торғайнылар...
Тыштан үҙенең ниҙәр кисереүен белдермәйенсә, ул, тамағына төйөр тығылып, күҙенә эркелгән йәш аша уларҙың артынан ҡарап ҡалһа ла, ауылдаштарын тота һалып ғәйепләргә баҙнат итә алмайынса: «Ҡалаға ла кешеләр, йәштәр кәрәк», – тип бер аҙ уйланғандан һуң һарыуы ҡайнарға тотона ине.
Былар ҡалаға ярҙам итеү теләге менән киттеме ни?.. Ғалиммы улар, берәй белгесме?.. Ә ниңә китәләр һуң?.. Атайҙар һөнәрен яратыу етешмәйме?.. Кем тәрбиәләргә тейеш һуң быны?..
Һәм уйының осона сыға алмай ине.
Тик ул китеүселәрҙе оҙатҡанда, уларҙың үҙ маҡсаттарына ирешеүенә ышанманы. Сөнки үҙ башыңды ғына ҡайғыртып, тормошоңдо улай ҙа, былай ҙа үҙгәртеп йәшәү бер ҡасан да ҙур уңышҡа килтермәй.
* * *
Уның был әрнеүе ерҙә нефть эҙләүсе геологтарҙың әшәке ҡылыҡтарынан иңрәүенә оҡшай ине. Һис кәрәкмәгәндән тракторҙар менән сәскәлә ултырған болондарҙы боҙоп, ерҙә дым тотҡан йәш ҡайындарҙы ҡырҡып-ҡыйратып, күлдәрҙәге балыҡты динамит менән шаңҡытып, улар бер ни булмағандай, ары китәләр ине. Әйтерһең дә, улар өсөн был сит ер...
Бойҙай баҫыуы ҡырында бер төптән тиерлек үҫкән пар ҡайын була торғайны. Һуғыш ваҡытында был яҡтарға эвакуацияланған украиндар уларҙы ҡырҡ өсөнсө йылды тыуған илдәренә ҡайтыр алдынан иҫтәлек итеп ултыртып киткәндәр. Айырылмаҫ был әхирәттәр хатта иң эҫе көндәрҙә лә, әкрен генә иҫкән елгә япраҡтарын елберләтеп, сафлығын юғалтмаҫ ине. Түмәләс һыртына менеүең менән, улар, ботаҡтарын болғап, һине күреүгә шатлана һәм үҙҙәренә саҡыра һымаҡ ине...
Нисектер шулай иртәнге һауындан ҡайтып килгәндә, кинәт алда балта тауышы ишетелде. Уның йөрәге жыу итеп китте. Ул йән-фарман ҡола яр башына йүгереп менде. Әммә эш үткәйне: ике ҡайындың береһе ерҙә аунап ята, уны әле тураҡлайҙар ине. Ҡыҙмаса булып алған ирҙәр палатка алдында тимер сыбыҡҡа теҙеп ит ҡура. Ярһыуынан ҡалтыранып, тыны бөтөп:
– Ниңә йыҡтығыҙ? – тине ул.
– Нимә, һинең ҡайыныңмы? – тип яуапланы усаҡ эргәһендә стаканға араҡы ҡойоп ултырғаны.
– Минеке! Эшселәрҙеке! Был иҫтәлек! – тип ҡысҡырҙы ул, йоҙроғон төйөп.
– Ниндәй иҫтәлек тағы?.. Ҡайҙа, яҙып ҡуйылғанмы? – тип ҡайынға күҙ йөрөткән булды һимеҙлегенән шешенгән ир.
– Күҙегеҙ араҡынан томаланған... сволочтар...
– Әй, һин, хужа, ипләберәк, – тип боролдо уға балтаһы менән һаҡаллы егет. – Бар, юлыңда бул!
– Тапҡан йәлләр нәмә...
«Нишләткәндәр һине?.. – Күҙенән йәше тәгәрәп, ул үлгән ҡайынға, шунан яңғыҙ ҡалғанына ҡарап торҙо. – Выжданһыҙ, ят кешеләр һеҙ...» Иренен тешләп, ул, өнһөҙ, ары өҫтөрәлде. Тағы ни эшләй ала һуң?..
Фәҡәт эштә генә ул тыныслана, әрнеүҙәре йомшара, баҫыла төшә ине.
Һәр көн үҙенең бөтмәҫ мәшәҡәттәрен килтерә торҙо. Беренсе сиратта һыйырҙарҙы һауырға, шуның араһында һауынсы ҡатындарҙың ҡулдары таҙамы-бысраҡмы икәнлеген күҙәтергә лә, «Әй, маҙаға тейәһең бит, ҡайҙан килгән был аҡ һөйәк!» – тигән һүҙҙәрҙе лә күтәрергә, ә унан, балалары ауырып, аҙна-ун көн эшкә сыҡмай ятҡандарының һыйырҙарын һауырға ла кәрәк.
Бер генә көнгә лә баш ҡалҡытырға форсат бирмәгән тормош... Малдарҙың аҫтын яңыртып, иҙәндәрҙе ҡырып-таҙартып сығыуың була, тиреңде һөртә-һөртә, силос тип сабаһың; уның артынса бесән таратырға ла ваҡыт; таратҡанда ла «мә, көйшә!» тип түгел, ә бер тағараҡтан икенсеһенә һайлап ҡына һалып, өҫтәп тораһың; ошоларҙы эшләп бөтөү менән, ҡураны елләтергә кәрәклеге иҫеңә төшә. Ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа, епшек ҡар яуған көндәрҙә, һыйырҙар аммиак еҫенән тонсоҡмаһын өсөн, был эште бик йыш башҡарырға тура килә.
Күп һүҙҙең хәжәте булмаған, һәммәһе лә алдан уҡ аңлашылып торған, ҙур ныҡышлыҡ һәм бер килке баҫымсаҡлыҡ талап иткән хеҙмәт...
Февраль-март айҙарында һыйырҙарҙың быҙаулау ваҡыты етә. Хәҙер уларҙың һәр береһе, ҡураны дер һелкетеп ыжғырған ел-буранға түгел, ә ҡарынындағы йәндең аҡрын ғына тибенеүенә ҡолаҡ һалып, үҙенең генә тормошо менән, әсәлек тойғоһо кисереп, йәшәй башлай. Бындай саҡта һин эстән һүген-көйәлән, өр һауаға, ергә өр, әммә малҡайҙарға бармағыңды ла тейгеҙмә, аҡырма ла осаң ярылғансы, улар менән бергә ян, теләктәшлек күрһәт – кеше бул! Хатта йылыға инеүең менән бармаҡтарың һыҙлай башлаһа ла, үҙ кәйефеңде малдан өҫтөн ҡуйма. Сөнки малды яҡшы ҡараған кеше генә малсы түгел әле ул – быныһы, моғайын, һәр кемдең дә ҡулынан киләлер, – ә һәйбәт үрсем алыу теләге менән янған, яңы тыуған һәр быҙауға ҡыуанған кеше генә ысын малсы.
Ә һыйырҙар ҡартайғайны инде: елендәре һалынып төшкән, күкрәк аҫтары ҡороған, артҡы аяҡтары алғыларының эҙенә баҫа алмай, күп ашай, ә һөттө бик самалы бирә.
Күрше ауылда һәйбәт тананы һуғымға һуйырға йыйыныуҙарын ишетеп ҡалһалар, улар Кәлимулла менән икәүләп ат эйәрләйҙәр ҙә шунда йүнәләләр ине.
Тик тананан һөтлө, яҡшы һыйыр сығасағын алдан нисек беләһең һуң?
Кәлимулла уға:
– «Кәүҙә бәрәкәте булһа ла, иман бәрәкәте юҡ икән» тигән әйтемдәге кеүек ул бында ла, – ти торғайны. – Елене бәләкәй тиһеңме? Иҫең китмәһен. Яғымлы ғына булһын...
Алғараҡ эйелгән ҡаҡса кәүҙәһе, үткер күҙе, бөкрө танауы менән дала ҡарсығаһына оҡшап иғтибарҙы шундуҡ үҙенә тартҡан Кәлимулла, мыш-мыш тын алып, һараяҡ танаға маңлай аҫтынан текәлеп ҡарап торғандан һуң:
– Хәтереңә һал: елендең ҙур булыуы йыш ҡына һимеҙлектән килә. Ит, май киргән уны. Уныһы беҙгә кәрәкмәй, – ти ҙә, өтәләнмәй генә уны тана тирәләй йөрөтөп, аҡрынлап ҡыҙғандан-ҡыҙа ине. – Һыйыр һайлау – һунарға эт һайлау менән бер ул. Эйелеңкерәп ҡара: бөтә елен тығыҙ ҡан тамырҙарынан туҡылған. Тимәк, ул биҙ күҙәнәктәренә лә бай. Бына нәмәгә бәйләнгән ул һөтлөлөк!
Шунан аҙаҡ уның йөҙөндә йылмайыу уйнай башлай.
– Арт һан тигәнен йәлләмәгән икән быға... Аяҡ атлауҙары ниндәй еңел, ә тик торғанда ерҙән үҫеп сыҡҡан тиерһең. Тыны ла шундай йылы... Ҡауышырға дәрт итеп тора был!
Һәм утыҙ ботлоҡ ҡарт һыйырҙы һараяҡ танаға алмаштыра торғайнылар.
Һуңынан инде ул үҙе күңеленә оҡшаған тананы ит комбинатына китеп барған ерҙән, һис яңылышмайынса, айырып ала ине.
Бына шулай ике йыл һуҙымында, һауым араһында көтөүҙән көтөүгә, ауылдан ауылға сабып, йөҙләгән тана эсенән берәмләп һайлап алып, ул үҙенең төркөмөн бөтөнләй яңыртты.
Һәм ваҡыт ошо ауыр йылдың һәр аҙнаһын, һәр көнөн иҫәпләп бара башланы.
* * *
Хәҙер ул бер үк төрлө көндәлек эш менән үткән, бер-береһенән артыҡ айырылмаған бик күп айҙарҙы бөтөнләй хәтеренән сығарған инде.
Әммә ул йыл, ул яҙ әле лә уның күҙ алдында, әле лә күңелендә.
Ҡышҡа ялғанып йәш кенә яҙ килде. Ҡояш тиҙ арала ерҙе киптерҙе. Тәбиғәт йәнә күкле-йәшелле төҫтәргә мансылды. Һәм уның йөрәге кемделер һағынып, ниндәйҙер бер осрашыуҙы көтөп ҡағырға тотондо.
Иртә менән гүйә аҡ томанға уралып, иҫерткес еҫ бөрккән муйыл ҡыуаҡлығы төбөндә ул балыҡ ҡармаҡлап ултыра ине.
«Хәтеремдә, – тине ул эсенән, быҙауҙарына күҙ һалып, – тирә-йүн ҡоштарҙың сутылдауы менән тулған, хисләнеп һандуғас һайрай, үләндәрҙә ысыҡ ем-ем килә, ә йылға аға ла аға – үҙе бер яҡҡа, ярҙар икенсе яҡҡа... Шул саҡ әллә нисек моңло ла, моңһоу ҙа ине миңә. Ошо йылға кеүек бүтән ерҙәргә, бүтән шатлыҡтарға киткем килеп ҡуя ине минең.
Эргәмдә генә аяҡ тауышы ишетеп, күтәрелеп ҡараным. Хас яҙғы таңға оҡшаш йәп-йәш ҡатын менән күҙмә-күҙ осрашып, һиҫкәнеп киттем. Ҡатын, тын ғына йылмайып, миңә ҡарап тора ине.
Мин юғалыбыраҡ ҡалдым, шикелле.
– Сиртә бит, – тине таныш булмаған ҡатын йомшаҡ, яғымлы тауыш менән.
Ҡалҡыуыс һыу төбөнә сумыуға, ҡармаҡ сыбығын тарттым... Һәм тос балыҡ атай-ботай сығып килгән ерҙә йырылып ҡалды.
Ҡатын көлөп ебәрҙе. Унан, боролоп, ҡамыш араһына инеп юғалды...»
Әммә үҙенең камил төҫ-һыны, алсаҡ сырайы, тулы күкрәге, күҙ төптәрендә беленгән нескә һағыш төҫө, тығыҙ янбашына йәбешеп торған сәскәле күлдәге менән байтаҡ ваҡыт уның күҙ алдынан китмәй торҙо.
Һәм ул бер күреүҙән уға ғашиҡ булды.
Күптән өлгөргән хистәр ташып, бер юлы тышҡа бәреп сыҡты. Дания менән бергә булғанда, уның өҙлөкһөҙ йылмайыуы күңелендә урғылған шатлыҡтан, телдән әйтеп бирә алмаған тойғоларының сағылышы ине. Уның Данияға булған наҙлылығы, быға ҡәҙәр татымағанса яңы ла, ҡырҡыу ҙа булды. Бындайға һәләтлемендер, тип бер ҡасан да уйламағайны ул...
Бер нисә көн эсендә улар бөтә түмәләстәрҙе, йылға буйҙарын, сәскәле болондарҙы ҡыҙырып сыҡтылар. Әйләнә-тирәлә бал ҡорттары геүләй, ҡояшта йылға йылмая, ҡыр күгәрсендәре үбешеп уйнай, сәскәләр бал һыға, һәр тарафтан татлы еҫ бөркөлә – хәс тәбиғәт һөйөү моңон көйләй ине.
Шул көндәрҙең береһендә, билгә етеп үҫкән ҡуйы үлән араһында ҡайнар дәрт тулҡындары бер аҙ баҫыла төшкәс, ул Данияның ирҙә булып айырылыуы тураһында һөйләүен тыңлап ятты. Быға тәбиғи, була торған хәл итеп ҡарап, ҡатындың әленән-әле тәрән көрһөнөүен тойһа ла:
– Айырылышҡан икән, тимәк, мөхәббәт һүнгән, – тип ҡуйҙы ул.
Шул мәлдә, күҙен киң асып, зәңгәр күккә ҡарап ятҡан Данияның йөҙөндә аптырау ҙа, үпкә лә, аяныслы һағыш та, һөйөү һәм һөйөлөү теләге лә сағылып үтте. Уның ошо һөйөлөү теләгенән, наҙлана башлауынан унда, Килдебәктә, яңынан ярһыу дәрт күперә һәм бер аҙҙан йөрәк алҡышлауы менән алмашына ине. Дания, уның ғәйәт ҙур ҡулына күҙ йөрөтөп: «Айыу табаны тиерһең...» – ти торғайны. Ә ул, ялан сәскәләре араһынан ҡып-ҡыҙыл ер еләген һабаҡтары менән өҙөп алып, Данияға һуҙа һәм, сырайында шәфҡәтле йылмайыу күргәс, йөрәге яҙылып киткәндәй итә ине.
Һәммәһе лә әле айырым-асыҡ булып уның күҙ алдынан үтте.
Ул, һыйырҙарын һауып бөтөп һөттө тапшырғандан һуң, тарҡау ғына шат йылмайып, дала буйлап күрше ауылға барырға сыҡҡан көндө лә хәтеренә төшөрҙө.
Кис алдынан йәшенле ямғыр яуып үткәйне. Беренсе мәртәбә күргәндәй ғәжәпһенеп, ул баш ҡоҫҡан бойҙай баҫыуының аҡһылланып-буҙарып тулҡынланыуына, ағас япраҡтары аша йәшәреп ятҡан йылғаға, ҡайындарҙың киске ҡояш нурында алһыуланған олонона ҡарап, бытбылдыҡтарҙың сағыу тауышын тыңлап барҙы. Саф йәшәү көсөнән, һөйөүенән ләззәтләнеп атлағанда, ер уның аяҡ аҫтында яй ғына бәүелә һымаҡ ине. Йәйге ферма, һыйырҙар артта ҡалды, һәм ул, күңеле елкенеп, тиҙҙән булаһы осрашыу тураһында ғына уйлай ине.
Шул килә ятҡан ерҙә ул Данияның: «Айыу табаны тиерһең...» тиеүен иҫләп, үҙенең иләмһеҙ ныҡ ҡулына күҙ һалды ла: «Бындай ҡул һынатмаҫ...» – тип көлөмһөрәне. Үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булыу тойғоһо уға юл буйына етте.
Ә ауылға инеү менән, өй беренсә хат таратып йөрөгән почтальон Сәхи ҡартты осратҡас, һис сәбәпһеҙҙән уны күреүгә лә шатланып:
– Һауғынамы, олатай! – тип сәләм бирҙе.
Шул ваҡыт почтальон ҡарт:
– Йөрөмә юҡҡа, йәнкәй-йәнәшең ҡалаһына ҡайтып китте, – тине.
Ул тынһыҙ ҡалды, башына ҡан бәрҙе. Ҡарттың ауыҙы берсә асылып, берсә ябылыуын шәйләһә лә, уның һүҙен ишетмәне. Аяҡ быуындары йомшарҙы, хатта баҫҡан еренән ҡуҙғала алмай торҙо.
Нисек итеп ике саҡрым араны үтеүен, өйөнә ни рәүешле ҡайтып етеүен ул һис иҫләмәне.
Кис тәҙрә аша эңер эсендәге далаға төбәлеп ултырғанда, әсәһе, уның иңбашына ҡулын һалып:
– Балам... – тине, – ир яғаһын еҫкәгән ҡатындың башы һуңынан оҙаҡ ваҡыт башҡа ята, ти... Ана шул ул иң мөһиме. Ә уның, һауынсыға иргә сыға буламмы, тип китеүе... ҡайғырма уныһына...
– Ул шулай тигәнме?..
– Эйе, улым, – тип көрһөндө әсәһе.
Шундай ышанып та, тиң күрмәүҙән хурланып та, ул тәү тапҡыр үҙенең ҡулдарына шикләнеп ҡараны һәм уларҙы күрә алмаҫ булды.
Ул яңынан һыйырҙары янына әйләнеп килде. Күкрәгенән йөрәген йолҡоп ташлағандай, бер ни тоймай, бер нәмәгә күңелен һалмай, күҙе алдында баҙлаған утлы дүңгәләктәр аша бер нөктәгә текәлеп тик торҙо.
Ә һыйырҙары уны көтә ине...
Эшкә тотонорға итеп, ул ерҙәге күнәгенә эйелде, нәҡ шул мәлдә уның ҡул һыртына бер тамсы күҙ йәше тамды. Йөҙөн һауынсыларға күрһәтмәҫ өсөн, ул ҡапыл уларға арҡаһы менән боролдо һәм, кинәт баш ҡалҡытҡан тойғоларын еңә алмай, эстән һулҡылдап тора бирҙе. Был – һөйөп тә һөйөлмәүҙең, кире ҡағылған хистәренең йәше ине. Бер тамсы йәш уның ҡул һыртына тамһа, ҡалғандары йөрәгенә аҡты.
Ә ул һауынсыларға боролғанда, улар, «әй, маҙаға тейәһең бит!» тиеүсе ҡатындар – күрәһең, бер һүҙһеҙ ҙә уның хәлен аңлағандарҙыр – һыйырҙарын өләшеп алып, һауып ултыралар ине...
Һәм ҡулдар, рыяһыҙ ҡулдар – әгәр улар көҙгө булһа, уның уҙылыр юлдарын да, киләсәккә яҙмышын да сағылдыра алыр ине, – һәр арҡырыны буйға һалып, үҙ эшенең мөһимлеген аңлап, уға йәшәү һәм хеҙмәт тәмен ҡайтарасаҡ, уның йөрәген йылытасаҡ.
Улар тотороҡло тигеҙ рәүештә берсә күтәрелеп, берсә түбән төшөп елпенгән, аҡтан-аҡ һөттән һәләт алып, уның сафлығынан илһамланып, көс йыясаҡ.
Талған билен, ойоған аяҡтарын яҙып, бите буйлап аҡҡан тирен бер һыпыра ла ул, эҫе томрала һөттө һаҡлап ҡалырға итеп, мөлдөрәмә тулы күнәктәрҙе көйәнтәләп яурынына элә, унан, бер генә тамсыһын да сайпылдырмаҫҡа тырышып, абынып йығылмаҫ өсөн һәр аҙымын һаҡ ҡына баҫа-баҫа йылға буйына төшә, һөттө флягаларға ҡоя һәм буш күнәктәр менән ҡара тиргә батып кире яр башына йүгерә.
Бер түбәнгә, бер үргә. Бер түбәнгә, бер үргә. Һәм үҙ алдына янып-көйөп торған һырттар уның күҙ алдында сайҡала һымаҡ...
«Аһ, ҡулдарым минең, ҡулдарым...» – тине ул әле, алыҫтағы зәңгәр монарға бағып.
Был ҡулдарға көнөнә бер нисә тонна ауырлыҡ төшә ине бит. Һәммәһе лә улар ярҙамында ғына атҡарыла!
«Бына шулай миндә ҡайтанан үҙ ҡулдарыма ышаныс тыуҙы һәм уларҙың тоғролоғо, изгелеге алдында йәнә баш эйҙем...»
Тап ошо әрһеҙ ҡулдар һыйырҙарҙы, ағасҡа ышҡына башлау менән, йыуа, таҙарта, һырттарындағы уҡраларын һығып сығара, шештәренә дауа һөртә. Шунан, талпан ҡаҙалмағанмы икән тип, тояҡ араларын ҡарарға тотона.
Үҙе һайлап алған таналар хәҙер һөтлө һыйырҙарға әйләнгәйне. Уларҙың һәр береһенән өҫтәмә рәүештә ярты тоннанан ашыу һөт һауып алына ине.
Уҙған көндәрҙәге хеҙмәт, тәүәккәллек, бөгөнгө тырышлыҡҡа ҡушылып, өмөт балҡытты, юл асты уға.
Ә йөрәгендә тулышҡан дәрт, наҙ һәм сая хистәр үкһей, үкһей-иңрәй ҙә, күҙ алдын бер мәлгә генә томалап, тулҡын булып төпкә ағып китә ине.
Бөтәһен дә бер маҡсатҡа – ғүмерен арнаған эшен дауам итеп, уңышҡа ирешергә тигән төп маҡсатҡа – йүнәлтте ул. Ләкин һәр кисен хәлһеҙләнеп, тамам әлһерәп өйгә ҡайтып ингәс, үҙен ҡурғаусы әсәһенең күкрәгенә башын килтереп терәй ине. Әсәһенең ваҡыт-ваҡыт, өйҙәгеләрҙе йыйып, уларҙан һорау алыуын ул һуңынан ғына белде.
– Ағайығыҙға, беҙҙең берҙән-бер ҡараусыбыҙға, күңелебеҙҙе бирәбеҙме?.. Уның хәлен тейешенсә уртаҡлашабыҙмы? Ял аламы ул беҙҙең янда? Әллә бар зарын йотоп йөрөймө?.. Беҙҙең иңгә баҫа алырына ышанамы ул? Әллә уның көсөн, һутын һурыусы ғына бәндәләрме беҙ?.. Шулай икән, был уның өсөн аяныс булыуҙан бигерәк, һеҙҙең өсөн... тәү башта минең өсөн аяныс. Тимәк, һеҙҙе мин шулай иғтибарһыҙ, вайымһыҙ итеп үҫтергәнмен, – тип уфтана торған булған.
Әммә барыбер кис һайын, эштән арманһыҙ булып ҡайтҡас, урындыҡҡа ултырып, стенаға арҡаһын терәү менән, күптән йыйылып килгән талсығыуы, ауырайған ҡулдары уны түбәнгә тарта, аҫҡа эйелдерә башлай ине.
«Әсәй, түҙемлегем бөттө минең... тамам аңғыраландым», – тип өндәшә ине ул эсенән генә.
Текә тауға, иң юғарыға үрләгәндә быуын бөткән кеүек, йылдың һуңғы айҙарында ул хәлдән тая башланы.
Ә йыл тамамланып, яңыһы башланғас, уның янына туп-тура фермаға райондан килделәр һәм илдең сиҙәм райондарында һауым буйынса ул юғары ҡаҙаныштарға ирешеүе, шуның өсөн Ленин ордены менән наградланыуы тураһында әйттеләр.
Быны ишеткәс, әсәһе бармаҡ осо менән иренен ҡапланы ла, күҙен йомоп, саҡ-саҡ һуштан яҙып йығылмай ҡалды. Шунан һуң:
– Уй, Килдебәк, был тиклем дә бәхетле итерһең икән мине! – тип илап ебәрҙе.
Тоғролоғо, бай рухы менән ҡан туған әсәһенән дә яҡыныраҡ моңдашының иңбашына ҡулын һалып, ул, үҙен һырып алған ҡусты-һеңелдәре уртаһында, йөрәге ҡапыл яҙылыуҙан, бер талай алйып торҙо.
– Әсәй... әсәй... – Тамағыңа төйөр тығылып, ҡалғанын телдән әйтә алмайынса: «Һинең иңеңә баҫып ҡына ирештем мин быға, һиңә таянып ҡына кирәм бөгөн күкрәгемде...» – тине күңеленән...
* * *
Даланың иңенән-буйына түмәләстәр аҡрын ғына һағым тулҡынында бәүелә, эҫенән тын ҡурыла башланы. Ҡояш бөтөнләй аҡ тапҡа әйләнгән. Күктә ни бары ике ирәүән болот эленеп тора. Сәхрә еле лә, һайрар ҡоштар ҙа, күләгәгә йәшеренеп, тымып ҡалған. Ә ҡыҙған ташҡа ҡул тейҙерерлек түгел.
Килдебәк, ултырған еренән тороп, әсе итеп бер һыҙғырҙы ла, эҫенән әлһерәп төшкән быҙауҙарҙы һырт аша төньяҡ битләүгә, Танаҡай йылғаһының ялбыр йәш тирәктәр баҫҡан боролошона ҡыуып алып китте.
Шау йәшел үҙәндән күк ҡылған, меңьяпраҡ, әрем, һары мәтрүш еҫе, шифалы еңел һауа бөркөлдө.
Үлән бында һутлы ине. Быҙауҙар ҡайтанан бирелеп утларға тотондо.
Күкрәк тултырып һулап алғас, ҡоро-һары йыйып, Килдебәк усаҡ яғып ебәрҙе. Ыҫланып бөткән котелогында, еләк япрағы һалып, сәй ҡайнатты һәм бойҙай икмәге, һуған, бешерелгән һарыҡ ите менән үҙәк ялғаны.
Хәҙер ул артылыштарға, гүйә үҙенең үткән йылдарына, йөҙө менән ултыра ине.
Артылыштарҙың һәр береһе әле айырым-асыҡ күренеп тора. Яҡындан улар яҫы, ә алыҫлашҡан һайын берсә тарайып, берсә киңәйеп, ҡайҙалыр ер сигендә иреп күҙҙән юғала.
Шулар араһында, әле үҙе ултырғанынан һанағанда, алтынсы артылыш бер толом булып күгәреп ята. Иң уңышһыҙ, үкенесле артылыш...
* * *
Эйе, нәҡ шул йылды уны, Килдебәкте, быҙау ҡарарға ҡуйҙылар.
«Хәтеремдә, тыумыштан насар быҙауҙар өҙлөкһөҙ ауырый ине, – тип, ул йәнә уйын юлланы. – Саҡ йәндәрен аҫраған малҡайҙарҙы бер аҙ тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыуың була, уларҙы, икенсе ҡураға күсереп, башҡа кешегә тапшыралар, ә миңә яңынан сибектәрен килтереп бирәләр.
Башта мин һүҙ көрәштермәнем. «Зоотехник белемлерәк, яҡшыраҡ аңлай, шулай уңайлыраҡтыр, күрәһең, совхозға», – тип уйланым үҙемсә».
Иллә тиҙҙән ул бер әйбергә иғтибар итте: уның ҡулында шөйлә шәбәйгән быҙауҙар, бүтән кеше ҡулына күсеү менән, тағы ауырый башлай. «Нимәлер килешеп етмәй. Ырамай эш. Башынан уҡ алға бармай. Әллә инде айышына төшөнмәйем, әллә нимәһендер аңлап еткермәйем был эштең...» – тигән уй борсоно уны.
Өлгәшелгән еңеүҙең бөтә ауырлығын тойоп, ул хәҙер уйһыҙ-ғәмһеҙ генә эшләй алмауын аңлай ине. Кешенең үҙ хеҙмәтен иркен иңләүе, айбарлы булыуы уйлау таҫыллығына ла ныҡ бәйләнгән. Ләкин уны әленән-әле ашыҡтырып торҙолар...
Бөтәһе лә көтөлмәгәндә генә башланып китте.
Бер көнө кис, ҡусты-һеңелдәрен шауламаҫҡа ҡушып, ул радионан академик Королев тураһында тапшырыу тыңлап ултырҙы. Ғәжәп был кешенең яҙмышы, фиҙаҡәрлеге тиҙҙән уның күңелен бөтөнләй үҙенә тартты. «Була бит ҡөҙрәтле изге йәндәр», – тип һоҡланды ул эсенән.
Королевтың бер фекерен ишеткәс, ул ҡапыл һағая төштө: «Әгәр ҙә һин эште тиҙ һәм насар башҡарһаң, тиҙ башҡарыуың оҙаҡламай онотола, насар эшләүең генә хәтерҙә ҡала. Ә инде яйлап һәм яҡшылап эшләһәң, яй эшләүең онотола, яҡшы эшләгәнең генә хәтерҙә ҡала...»
Тормоштағы төрлө хәлдәрҙе иҫкә төшөрөрлөк был фекер уның күҙен асҡандай итте. Тик бындай фекерҙәрҙе һалҡын күңел менән генә тыңларға түгел, уларға йөрәгең ҡайнарлығын өҫтәргә кәрәк. Бөйөк фекерҙәр, аҡылды кинәндереүҙән бигерәк, йәнгә рухландырғыс көс ҡойоп: «Ҡуҙғал! Алға!» – тип әйҙәй һине. Бына шунда ла инде фекерҙең бөйөклөгө...
Һәм радио янында уйланып ултырғанда, ул кинәт ҡояш нурҙарына мансылған артылыштарҙы, зәп-зәңгәр күк йөҙөн, һимеҙлектәренән ярылырҙай булып йөрөгән малдарҙы, ә тау битендә үҙенең ябай ғына көтөүсе булып түгел, ә быҙауҙар халҡының башлығы, дауалаусыһы, һаҡсыһы булып ҡарап тороуын күргәндәй итте лә, өйҙәгеләрҙе аптыратып, көлөп ебәрҙе.
Ләкин күҙ алдына килтереү, хыял итеү – бер нәмә, теләгеңде бойомға ашырыу – икенсе нәмә. Дыуамалланып ҡына ирешеп булмай ниәткә. Бында сыҙамлыҡ, эшкә бирелгәнлек һәм тотороҡлолоҡ кәрәк.
Ул ҡарттарҙан һораштырырға тотондо. Малсы һөнәренең асылын бер ҡорға туплаған ата-бабаларының тәжрибәһен өйрәнде. «Аһ, ҡайһылай тиҙ онотҡанбыҙ үткәндәрҙе, – тип ғәжәпләнде ул. – Ә бит бөтәһе боронғоға нигеҙләнгән».
Атай-олатайҙарының фекере уның үҙенең һиҙемләүенә лә, йөрәк ҡағылышына ла тура килде, һәм барыһын бергә көн талаптарына яраҡлаштырып, тәүәккәлләп, ул көндәлек ғәҙәткә ҡаршы сыҡты.
– Быҙауҙарҙы көҙгә ҡәҙәр үҙем ҡарап үҫтерәм, – тине ул, ниһайәт, зоотехникҡа.
– Ҡайҙа күрҙен һин ундай тәртипте? – тип асыуланды зоотехник. – Быҙауҙарҙы тәрбиәләү айырым осорҙарға бүленгән. Һәр осорҙоң үҙ белгесе бар.
– Осорҙоң белгесе?.. – Ул балалар кеүек һыны ҡатып көлдө. – Быҙауҙар белгесе, уныһы миңә аңлашыла. Ә осорҙоң белгесе... Уф, күптән былай рәхәтләнеп көлгәнем юҡ ине.
Һәм ул үҙ һүҙендә торҙо.
Ә яҙ етеп, тәбиғәт йәнә йәшеллеккә күмелеү менән, ул, киң һулышлы тауҙарҙы һағынып, малҡайҙарҙы йәйләүгә, төньяҡ битләүҙәрендә томра эҫелә лә еләҫ күләгә ятҡан ошо текә түмәләстәргә алып килде.
Тиреләре һалынып, эҫтәре үткәшкән иң ябыҡ малдар ҙа, йәйләүгә сығып аҙна-ун көн үтеүгә, күҙгә күренеп көрәйеүен ул яҡшы белә ине. Әммә был быҙауҙар, мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ көтөүгә, үҙ ваҡытында эсереүгә, ял иттереүгә һәм наҙлауға ҡарамаҫтан, артыҡ ҙурайманылар, мантыманылар.
«Ни сәбәптән? Тағы нимә эшләргә?» – тип баш ватты ул шомланып, тик яуап таба алманы. Ләкин барыбер сәмләшеүен туҡтатманы – эшкә бөтә көсөн, бөтә күңелен бирҙе.
Ә көҙ етеп, быҙауҙарҙы үлсәгәс, ғәрлегенән, рәнйеүенән малсылар алдында саҡ илап ебәрмәне:
– Күпме көс, күпме тырышлыҡ, борсолоу, ә барыһы бушҡа... бушҡа ғына...
«Үшән, үшән һин, – тине шул саҡ үҙенә үҙе. – Малды беләм, нимә теләһәм дә, ҡулымдан килә, минеңсә буласаҡ, тип уйланың һин, маһайҙың...»
Һәм «малды яҡшы көткән кеше малсы түгел әле, ә һәйбәт үрсем алыу теләге менән янған кеше генә ысын малсы» тигән фекерҙең яңы мәғәнәһе асылды уға.
«Ә һәйбәт үрсем ҡайҙан...?» – тип ул йәнә уйға тарыны.
Малсы хеҙмәтенең айышын тағы бер сама төшөнгәндән һуң: «Һыйырҙар иртә быҙаулағанда – бына ҡайҙан!» – тигән һығымтаға килде ул һәм был уйынан ҡаушап ҡалды. Бик мәшәҡәт эш ул – малды иртә яҙ ҡасырыу. Ҡыш башында тыуған быҙауҙарҙы сатлама һыуыҡта, ә селлә айҙарында ҡарауы ла, ай-һай, анһат түгелдер...
«Быҙаулау осорон үҙгәртергә! Яралғы яҙ... әсәһе тәнендә файҙалы, баллы сәскәләр һуты, витаминдар, төрлө минералдар мул ваҡытта төймәкләнергә тейеш... Ҡояштан, саф тау һауаһынан ҡаны ла уның ҡуп-ҡуйы була был саҡта... Үҙгәртергә!» Бына шундай ҡарарға килде ул шул көҙөн.
Ә унан яҙ етеүен түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөнө.
* * *
Был йыл – бишенсе артылыш – иң күңеллеһе, тулҡынландырғысы булғандыр, моғайын.
Март урталарында, күк күкрәп, йылы ямғыр яуа башланы. Ике аҙна эсендә ер ҡарҙан әрселде. Илаһи тойғолар уятып, йөрәкте моңға солғап, тылсымлы яҙ килде.
Ул быҙауҙарын яңынан йәйләүгә, был юлы һыйырҙар көтөүе янына алып сыҡты.
Битләүҙә моронона тимер ҡулса кейҙерелгән ҡот осҡос мөһабәт нәҫел үгеҙе иренеп кенә утлап йөрөй ине.
Яҡшы үгеҙ – көтөүҙең ҡото, йәме ул. Ундай үгеҙ булғанда, һыйырҙарҙың йәне тыныс, һөттө лә, тәьҫирләнеп, йомартыраҡ биреүсән улар. Ә үгеҙ насар икән – башыңа йәнә бер хәсрәт: һыйырҙар эс бошороп баҡырырға тотона, елендәре һыҙлап, юҡтан ғына ла кәйефтәре ҡырылып бара, ә әсәлек тойғоһо уянған, ҡауышырға дәрт итеп йөрөгән таналарға тағы ла ауырыраҡ.
Бына шуға күрә лә көтөүҙә һәйбәт үгеҙ – көтөүсенең ярҙамсыһы, союздашы, хатта ҡәрҙәше тип тә әйтергә мөмкин.
Иллә был үгеҙ, әмәлгә килгәндәй, үҙ ҡәҙерен белеүселәрҙән булып сыҡты. Ә ул, Килдебәк, инде ашыға – ваҡыты үтеп бара ине.
Үгеҙҙең эргәһенә килеп, ул: «Йә, туған», – тип ялбарып ҡарай, ә теге: «Һинһеҙ ҙә беләм... Тын алырға бир бәләкәс», – тигән төҫлө уға ҡырын күҙ ташлай ҙа алыҫ-алыҫтарға бағып торор ине.
«Их, бүтән саҡта ағас ҡамыт кейҙерер инем мин һиңә...» – тип эсенән, үҙе лә бер нөктәгә төбәлә ине.
Үгеҙ, кисләтеп кенә тананың күңелен күргәс, ул, Килдебәк, үҙенең арҡаһы буйлап тир ағыуын тойған хәлдә: «Һары тана декабрь уртаһында быҙаулай», – тип дәфтәренә яҙып ҡуя торғайны.
Һыйырҙар ноябрҙә – декабрҙә быҙаулаһын өсөн ул ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне.
«Нимә, мин үҙем өсөн генә тырыштыммы, үҙемде генә ҡайғырттыммы?» – тине әле ул битләүҙә янтая биреп ултырған килеш. Юҡ, барыһы тураһында ла уйланы, бөтә совхозды ҡайғыртты ул. Ә уның күңел йомартлығы һәммәһенә лә етерлек ине.
* * *
Шул йәйҙең бер көнөндә әсәһе:
– Һиңә өйләнергә ваҡыт түгелме, балам? – тип һорай ҡуйҙы.
– Һине йәлләйем, әсәй, – тине ул.
– Бисәңә баш булалмаһаң, миңә һырттан ғына ҡарап йөрөрһөң. Ирмен тигән ир булһаң, мине рәнйеттермәҫһең, – тип яуапланы уға әсәһе.
«Һине йәлләйем, әсәй» тигән кисте ул ошо йылдар эсендә үҙенең ҡусты-һеңелдәре өсөн терәк булып тороуын иҫкә алды. Көллөһөнөң дә яҙмышы һәм киләсәге уға төйнәлгәйне бит. Ҡайһы берҙә улар алдында яуаплылыҡтың ауырлығынан ул тыны ҡурылыуын тоя ине. «Нисек шомланмайһың? Кемгә барып юлығаһың бит әле», – тип уйлана килде ул.
Ҡусты-һылыуҙарҙы ашатырға, өҫ-баштарын ҡарарға, уҡытырға ла кәрәк бит. Ағай түгел, ул атай урынында ине уларға. Туғандары менән артыҡ йәйелеп һөйләшеп бармаһа ла, улар гел уға һыйына, уны ҡәҙерләй һәм тәүге йыуаныстарын да, тәүге һағыштарын да, ә ҡайһы саҡта уйға ҡалдырырлыҡ әрнеүҙәрен дә уға алып килә ине. Эйе, тыштан ул нескә күңеллеләнмәне. Әммә һылыуҙарын бер күреүҙән уның йөрәге ҡуҙғалып ҡуя торғайны.
Шулай бер көндө, әле лә хәтерендә, кесе һеңлеһе мәктәптән илап ҡайтты. Ул һораша башланы. Баҡтиһәң, класта «Минең хыялым» тигән темаға һөйләшеү булған. Уҡыусылар ғалим, космонавт, врач булырға хыяллана, ә уның һеңлеһе тора ла: «Ә минең хыялым – һауынсы булыу!» – тип яра ла һала. «Бында хыял итеү кәрәкме икән?» – ти уҡытыусы ҡатын. Ә һеңлеһе: «Уҡытыусы улай тиергә тейеш түгел», – тип ҡаршы килә.
«Бәлки, уның ысынлап та һауынсы булғыһы киләлер. Үҙ эшеңде яратыу, яҡшы итеп башҡарыу – шул түгелме ни иң мөһиме? Ниңә уны кәмһетергә? Уҡытыусы улай итергә тейешме ни?» – тип эстән әрнене ул. Ошо аптырауы байтаҡ ваҡыт уның күңелен өйкәп йөрөнө.
Ә йәйҙең һуңғы көндәрендә:
– Яусылар килә, балам, – тине уға әсәһе, көлөп. – Бөгөн Хәйерниса Йылайырҙа бер ҡатындың ҡыҙын маҡтап ултырҙы. Ярлы ғына йәшәйҙәр, ти...
– Һиңә ярлылығы оҡшамаймы? – тип һорай ҡуйҙы ул, шаярта биреп, һәм үҙенең ипһеҙлегенән шундуҡ телен тешләне.
– Ярлы булған һайын кеше һәйбәтерәк инде, йәнәһе...– тип дауам итте әсәһе. – Тигеҙ йәшәп килгән кеше ҡайғы-хәсрәтте лә, бәхетте лә тигеҙ күтәреүсән, кешеләргә бер төрлө ҡараусан була. Кейем-һалым күрмәй, шуға зарығып үҫкән кеше яңы кейем кейеү менән ҡуҡырайып китеүсән була. Кешеләргә лә илтифатһыҙ була.
Бер талай тынып ултырғас:
– Әҙәмдең миһырбанлыһына, дәртеңде тышаулап тормағанына ни етә? – тип һүҙен ослағандай итте һәм ҡайтанан йөн ойоҡ бәйләргә тотондо.
Күп тә үтмәй:
– Иртәнсәккәй тороп һыуға барҙым
Берләм генә ҡара юл менән.
Ултыра ла торғас, бер йырланым
Етмеш төрлө һикһән уй менән, –
тип яй ғына йырлап ҡуйыуы ишетелде.
Ул әсәһенең янына килеп:
– Йырла, әсәй, йырла, – тип үтенде.
– Соғалы ла елән туҙмай тиҙәр,
Еңе осонан башлап туҙа икән.
Был ғүмеркәйҙәрҙе уҙмай тиҙәр,
Быуын-быуын килеп уҙа икән, –
тип моң һыҙылдырып ебәрҙе.
Ә уның күңеле төпкөлөнән әллә ниндәй тойғолар ҡалҡып сыҡты. «Беҙ тип үтте һинең йәшлегең...» – тине ул эсенән һәм әсәһенә күтәрелеп ҡарай алмай ултырҙы.
Шул саҡ әсәһе уға:
– Әбешкә барып әйлән ошо арала, – тине. – Бер ҡыҙ күҙләп ҡайттым унда. Кәримбайҙың ҡыҙын. Маҡтамайым. Барғас, үҙең күрерһең. Берүк, һуҙма.
– Кәләште лә әсәһенән һайлата был, тип көлмәҫтәрме һуң?
– Улым, кәләш әсәнән булһа ла, аҡыл ирҙән, – тине әсәһе.
Ай ярымдан ул Кәримбайға ҡыҙын һоратырға барҙы.
– Йәрәшелгән, – тине Нурҙиҙәнең әсәһе тоноҡ, буйһондорғос тауыш менән. – Көҙгә армиянан егете ҡайта.
Кәримбай күндәм генә мөйөшкә текләп ултырыуҙан уҙа алманы. Ә Килдебәкте оҙатырға сыҡҡас, ғәйеплерәк төҫтә:
– Башына бер нәмә алдымы, уны дүндерермен тимә – тип көрһөндө.
Кисҡорон, Таштуғайҙағы туғандарына инеп хәл белешкәс, тимерлектә тимер сыңлауын ишетеп, Килдебәк аулаҡта Кәримбайҙың ҡылын тартып ҡарамаҡ булды.
– Йә, – тине Кәримбай, уның арҡаһынан ҡағып, – оҡшаймы һиңә Нурҙиҙә?
– Һуң?
– Һин дә уға оҡшайһың. – Кәримбай, эштән таҡырланған усына төкөрөп, йөнтәҫ ҡулына ҙур сүкеш алды. – Их, фәрештә итеп йәшәтке килә лә бит ҡыҙҙы... Йәрәшелгән егете ҡайта, имеш... Шалапай, бер өтөк ул. Уның буй-һыны булыуҙан ни хәйер. Нурҙиҙәне ҡалаға китергә өгөтләп хат ебәреп ята. Армияла хеҙмәт иткәс тә, тыуған ауылы ла ярамай икән хәҙер. Юҡ, мырҙам, – тип сүкеш менән һандал түшенә тондорҙо. – Инде минең ҡарсыҡҡа килһәк, ҡылтайма юҡҡа, ул ғүмер баҡый мин-минлеген алға һөрөп йәшәне. Был юлы минеңсә буласаҡ! – Һәм Кәримбай йәнә һандалға килтереп һуҡты.
Бына шулай уның тормошона Нурҙиҙә килеп инде. Хәйләләшеүгә һис мохтаж булмаған Нурҙиҙә...
«Әле лә хәтеремдә, Нурҙиҙәне алып ҡайтҡас, әсәйем тәү көндән беҙгә бер яҫтыҡ биреп ҡуйҙы. Икәүебеҙҙең дә ғәжәпләнеп ҡарауыбыҙға, әсәйем:
– Башығыҙ айырым ятмаһын өсөн... – тип яуапланы.
Туйҙан һуң бер көнө беҙгә ҡунаҡҡа Нурҙиҙәнең әсәһе килеүе лә иҫемдә. Ферманан ҡулға-ҡул тотошоп, бер-беребеҙгә саманан тыш һыйынып ҡайттыҡ булһа кәрәк. Беҙҙе күреп, ҡәйнәм:
– Китсе, кешеләрҙән әҙерәк оялһағыҙсы! Ҡалалағы халыҡ кеүек шулайтып йөрөмәһәгеҙ, – тип битәрләгәндәй итте.
– Ҡоҙағый, улай тимә. Йөрөһөндәр. Эҫенһендәр бер-береһенә, – тине әсәйем. – Мөхәббәттең үҙенең тоғро юлы була. Тейешһеҙгә бер-берегеҙҙе борсоп, мөхәббәтегеҙҙе боҙа күрмәгеҙ...»
Яҡты йөҙө менән баҫалҡы ғына килеп инде Нурҙиҙә уның тормошона. Ҡуштанланмайынса, кешеләргә лә артыҡ белдермәйенсә, телдән түгел, күңеленән яратып, таңдан кискә тиклем бер ҡатарҙан эшләргә әҙер булып ҡулын һуҙҙы уға.
Уны үҙенә йоп күреп, тейешенсә баһалап, ҡыҙ һәм ул бүләк иткән Нурҙиҙә.
Хатта күҙ йәше аша ла уны ишетеүсе, уның һүҙенә ҡолаҡ һалыусы Нурҙиҙә...
* * *
Ҡуйы томан баҫҡан декабрь айы етте.
Хәҙер Килдебәк тулҡынланып, килер көндө генә көтөп йәшәй ине. «Ни буласаҡ, уйланған эш бойомға ашырмы, сатлама һыуыҡта быҙауҙар сыҙармы, уның был аҙымы бәләгә тарытмаҫмы?»
Совхозда ошоға тиклем һыйырҙар иртә ҡыш быҙаулағаны юҡ ине әле. Ҡуралар ҙа быға яраҡлаштырылмағайны.
Ул быҙауҙар аҙбарының ишектәрен кейеҙ менән көпләне, түшәмдең серегән таҡталарын яңыртты, ел инерҙәй ярыҡтарҙы томаланы, ямғыр, ҡар һыуҙары аҡмаһын тип, ҡыйыҡты ҡарап сыҡты; стеналарҙы ағартып, лапаҫты ҡоро һалам менән тултырҙы, мейесте тикшереп, утын әҙерләне. Эш, арыу-талыу – быларына күнеккәйне ул. Әммә уңышҡа ирешеү өсөн башты баҫып эшләү генә етмәй. Быны ул белә ине инде.
Ә ыжғыр ел ерҙән күккә күтәрелә, томанды бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып, ҡаты һыҙғыра, битләүҙәр буйлап юғарыға ағыла һәм тау-түмәләс түбәләре, шомландырып, төтәгәндән-төтәй.
Бөтә ер-күкте ҡаплап күҙ асҡыһыҙ буран ажғыра башлау менән, һыйырҙар, тулғаҡ тотҡанлыҡтан, ыңғыраша башланы. Ул хас малайҙарса: «Беҙҙең көн, дуҫҡайҙар, – тип шыбырланы. – Мин бит бер йыл буйы көттөм. Йә, йә...»
Бына шул саҡ башланды уның көткән көнө. Ул яңы тыуған быҙауҙы абайлап, түп-түңәрәк һыртын, ҡойоп яһалған кәүҙәһен күҙҙән кисерә лә, ипләп кенә аяғына баҫтыра: сабый, тәнтерәкләп, әсәһенә, ә әсәһе, иркәләргә итеп, уға тартыла... Тап шул мәлдә, һыйырҙың ҡото осоп аҡайған күҙенә ҡарай алмай, уның сабыйын ҡосағына ҡыҫа ла, йүгергән ыңғайҙа иҫке тунға урай һалып, өйөрөлөп-ҡайнап торған буран аша, сәсәй-сәсәй, үҙенең ҡураһына ташлана ине.
Яманһыу, эйе, яманһыу ине уға был турала уйлау.
Ләкин әле генә тыуған, теремеклеге, аҫыллығы менән совхозда тиңдәше булмаған быҙауҙы күргән һайын йөрәгенә яңынан йылы тулҡын йүгерә торғайны.
Һәр йән эйәһенең донъяға тыуыуының иң тәүге сәғәттәрендә үк үҙен иркәләгән кешегә, ялаған хайуанға шундуҡ эҫенеүен дә ул яҡшы белә. Шуға күрә, быҙауҙы әсәһенән айырғас, уны ҡыҙыу мейес алдында йәнә аяғына баҫтыра ла, әле башынан һөйөп ҡаҡҡылап, әле һыртын һыйпап иркәләргә тотона ине.
Ошо серҙе беләһеңме һин, ошо кәрһеҙ мал йораттарына яғымлылығың етәме һинең – малсы һөнәренең йәшерен асылы шунда түгелме икән?
Ә ҡурала күпме борсолоу – быҙауҙың ғыжылдап йүткереүен ишетеүең менән, йөрәгең ҡыҫылып, маңлайыңа һалҡын тир бәреп сыға, һәм төн йоҡламай уның эргәһендә ултырырға тура килә. Шуның өҫтәүенә, зоотехник, үҙ ваҡытында уның фекерен һанға һуҡмайынса, эште башҡаса бороп ебәреүгә асыу һаҡлап, хәҙер ҡонон алырға иткәндәй:
– Селлә килтереп ҡыҫтымы? Йә, нисек? – тип иренен ҡымтып, һары ҡашы аҫтынан һиңә текәлеп ҡарап ҡуя.
Бүтәнерәк ваҡытта: «Белем – ҙур нәмә. Әммә һинең белемең әлегә тик һинең генә белемең. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит. Килмәй икән – юғал күҙҙән!» – тип өҙә һуғыр ине лә, әммә хәҙер һүҙ яуаплылыҡ тураһында бара. Ауырыу-үлеүгә элгәрерәк, тәбиғи хәл, унһыҙ ғына булмай, тип ҡаралыр ине, ә көндәлек ғәҙәткә ҡаршы сыҡҡандан һуң, бындай хәл уның өсөн ҡотолғоһоҙ бәләгә әйләнер ине. Шунлыҡтан ул зоотехниктан баҫалҡы ғына:
– Зинһар, үҙ эшең менән бул.… – тип кенә үтенә торғайны.
Елеккә үтеп барған зәһәр һыуыҡ, әсе һепертмә ел, көсәйгәндән-көсәйеп, уны ысынлап ҡаушата башланы. Һәм иртә менән, быҙауҙарға йылы һөт эсереп сыҡҡас, аҫтарын ҡырып-таҙартып, ҡалын итеп ҡоро һалам түшәй ҙә, малҡайҙарҙы аралыҡтың буйынан буйына бер талай йүгертеп ала ине.
Апрель айының еүеш, томанлы көндәрендә бүтән малсыларҙың һуңлап тыуған быҙауҙары бермә-бер һыуыҡ үтеп ауырыны. Тап шул саҡ Килдебәк көтөүен йәйләүгә алып сыҡты.
Май байрамынан һуң ҡайтанан һыуытып һалҡын ямғырҙар яуыуға, ҡаты елдәр иҫеүгә ҡарамаҫтан, уның быҙауҙары быға һис бирешмәне.
Көн тыуыу менән ул тәү башта быҙауҙарҙың баштарын ҡапшап ҡарай, ялтырап торған тояҡтарын, тештәрен тикшереп сыға ла, уларҙы йомрандар ҡаҙып-йырғылап бөткән иңкеү ерҙән ситкә, һыртҡа, ҡыуа ине. Ошо ҡоротҡостарҙың ояһы тирәһендәге тупраҡты, үләнде ашап, мал эсәк ауырыуҙары эләктерә. Шул күҙгә ташланмаған ауырыу харап итә малды, эстән кимерә, ашағанын елгә ебәрә.
Шуға күрә иртәнсәк ул һәр ваҡыт малдарҙы меңьяпраҡ, кәлсә, йәш әрем үҫкән ерҙә көтөргә тырышты. Нәҡ ошо үләндәр эсәк ауырыуҙарына ҡаршы алмаштырғыһыҙ дауа. Быны ла белмәһәң, һинең мал көтөүеңдән ни хәйер?
Күк йөҙө асылып, ҡояш ергә йылы нурҙарын һибеү менән, йомшаҡ елдәр иҫте, йәшел хәтфәлә ҡырағай ҡәнәфер, еләк, сейә сәскә атты һәм далала моң ҡуйырҙы. Иртә таңдан шәфәҡ алланып батҡанғаса һарҡҡан ошо моң эсендә талпынды ул хәҙер.
Иң һәйбәт ваҡыт эштең башында – быҙауҙар тиҙ үҫкән тәүге аҙналарҙа, тәүге айҙарҙа булыуын ул яҡшы аңлай ине. Ошо осорҙа ғына ныҡ тамырлана малсы өмөтләнгән уңыш. Әммә иткә үҫтерелгән йәш малды өҫтәп ашата белмәһәң, һин хужалыҡҡа зыян ғына килтерәһең.
«Мал үҙ самаһын белә ул. Артығына талымһыҙланмай, ә ашағаны файҙаға ғына», – ти торғайны уға малсылар. Быға ышанып, ошо яҙ ул быҙауҙарҙы иркенләп ашатырға тотондо. Ә улар, һимереп, эстәренә май үреп, иренеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә утлай башланы.
«Их иҫәр... үҙ аҡылың булмаһа, кеше һүҙен тыңлап йәшәйһеңдер инде ошолай», – тип үҙенә йәне көйҙө уның. Малсының оҫталығы йәш малды һимертеүҙә түгел бит, ә мөмкин ҡәҙәр үҫтереп, уға ит үрҙереүҙә.
Һәм үҫмерҙәрҙе аҙна буйы бер түбәнгә, бер үргә йүгерткәндән һуң, тегеләр, ныҡ тартылып, тындары киңәйеп, ҡайтанан сәмләнеп утларға тотондо.
Ә йәй аҙағында тәпәш, оҙон тороҡло, киң күкрәкле хайуандарҙың арт һандары, һырт буйҙары, бот төптәре тамам ҡабарып бүртте, ҡалын булып ит ҡунды.
Көҙ ул йылды ғәҙәттәгенән бик һуңлап килде. Ноябрь урталарында ла көндәр йылы торҙо, тау иңкелдәрендә, үҙәндәрҙә ҡурпы мул, аҙыҡ етерлек ине.
Һалҡын елдәр иҫә башлау менән ул көтөүен йәйләүҙән фермаға ҡыуҙы.
Ялан кәртәлә мал үлсәгән бер төркөм халыҡ ҡаршыһына ул үҙенең көтөүен алып килде.
Үлсәгәс, көтөүселәр, аптырашып, бер-береһенә ҡарашып алдылар. Ҡайһы бер өлкәнерәк малсыларҙың күҙенә ут йүгерҙе. Башмаҡтарҙың ауырлығына һәммәһе лә хайран ҡалды. Былай булыр тип ул үҙе лә уйламағайны.
Шул ваҡыт көтөүселәрҙең береһе түҙмәне, арттан тороп:
– Бер хәйләһе бар бының, – тине кинәйә менән. – Һимеҙлектән уларҙың ауырлығы.
– Шулайҙыр... – тип кенә ҡуйҙы ул, көлөмһөрәп. Бындай һүҙгә ул һис иғтибар итмәй торғайны.
Ләкин малсыларҙың тәмәке һурып, ниңәлер өнһөҙ тороуын абайлағас, ҡапыл асыуы килде:
– Һуйығыҙ хәҙер ошонда береһен, – тине ул. – Хәҙер үк!
Һынап ҡарау өсөн шул ерҙә бер башмаҡты тотоп һуйҙылар. Тиреһен тунап, түшкәһенә һыбашҡан бер ая ҡып-ҡыҙыл ит ҡатламын күргәс, йәнә барыһының иҫе-аҡылы китте. Түшкәнең фәҡәт күкрәк, муйын тирәһе генә йоҡа май ярыһы менән ҡапланғайны.
«Көнсөллөк, уҫал теллелек... Ҡайҙан был? Баш боҙоҡлоҡтан булһа кәрәк».
Ит шул тиклем тәмле, хуш еҫле, ә һап-һары һурпаһы шундай көслө һәм туҡлыҡлы ине. Һуғым һуйыу кисәһенә йыйылған тәжрибәле ҡарт малсылар, боронғо, инде онотолған йола буйынса, Килдебәкте табындың уртаһына ултырттылар ҙа, бөгөндән иң оҫта малсы булыуын танып, уға баш эйҙеләр.
Тағы бер артылыш, тағы бер йыл артта ҡалды. Юҡ, уҙған йыл һәм ажарланған бурандары, сағыу йәшел көндәре, ысыҡлы таңдары, һайрай-һайрай күккә үрмәләп, йөрәккә ҡөҙрәт ҡойған һабан турғайҙары, хушлашып сыңраған торналары менән шаулап-моңланып, ә хәҙер артынан ҡар елдәре эйәртеп үтеп барған ошо йыл үҙенең рәхмәтен белдерҙе уға.
* * *
Уның ҡаршыһында, ҡыҙыулығы һүрелә төшкән ҡояшҡа кинәнеп, йәнә өс артылыш ята. Тәүгеһе – йәшел, ҡалған икәүһе – һорғолт-күкһел. Уның тормошонда текә һәм иҫтәлекле артылыштар. Шуларҙың өсөнсөһөнә күтәрелә генә башлағанда, уға республика газетаһынан хәбәрсе килде.
Йәш, күҙлекле, ҡалҡыу буйлы хәбәрсе ҡураны, быҙауҙарҙы ҡарап сыҡҡас, уның ғәжәп оҙон бармаҡтарына ҡаш аҫтынан күҙ ҡырыйы менән генә бағып, бер нисә һорау бирҙе. Унан бер аҙ аптыраулы ҡиәфәттә өнһөҙ ултыра биргәс:
– Былар барыһы һәйбәт, әлбиттә. Тик һин, Килдебәк, үткән көн менән йәшәйһең, – тине. Хәҙер итте механизация ярҙамында етештерәләр, йәнәһе.
– Ә минең ит тәмлерәк, – тип яуаплай алды ул.
«Туғаным, мин үткән көн менән йәшәгәс, нишләп миңә килдең һуң?» – тип һорарға иткәйне лә, ҡыйманы һәм бүтән өн-тын сығарманы.
Шул ерҙә хушлаштылар.
Хәбәрсе үҙ юлы менән, ә ул: «Кеше асылһын өсөн, һүҙҙе дөрөҫ башлау ниндәй мөһим... Хәтереңә һал быны», – тип уйлап алды ла үҙ һуҡмағы менән китте.
Ә бар ине, бар ине бит һөйләшерлек, гәпләшерлек нәмәләр... Әйтелмәгән күп кенә уй-тойғолар өлгөрөп, уның күңеленә эркелгәйне.
Ул хәҙер, малдың холҡон белеү йәиһә көндөң ниндәй булырын алдан әйтә алыу менән бергә, ҡайһы бер хәл-күренештәрҙең серен дә төшөнөп өлгөргәйне.
Тыумыштан тәбиғәт ҡосағында үҫкән, эшләгән, ир ҡорона еткән кешенең холҡо ла, аҡылы ла тәбиғәттән бит. Шул уятҡан һинең йөрәгеңдә барыһын. Ҡул хәрәкәте кеүек ябай ҙа, ерҙең өгөт-нәсихәте кеүек мөһим дә ул һиндә тәбиғәт тәрбиәләгән уй-хистәр.
Уларҙың һәммәһен аңлағанға тиклем байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Күрәһең, уларҙы тулыһынса төшөнөү, күңелеңә һала белеү һәләтен һиңә өмөтһөҙләнеп өҙгөләнеүҙәр, тәүге еңеү, йәнеңә рухландырғыс көс ҡойоусы фекерҙәргә мохтажлыҡ ҡына алып килә. Ә инде һин, яҙмыш йөкмәткән эшеңә тоғро булып, өмөт иткәндәрең ғәмәлгә ашһын өсөн, үҙ һөнәреңде яҡшы белергә тейешлегеңде ныҡ тояһың икән, был һәләт йәнә тәрәнәйә, йәнә көсәйә төшә.
Көн оҙоно тау-сағылдар, иңкелдәр буйлап, сыңлап үткән һәр бер тауышҡа ҡолаҡ һала-һала көтөү артынан йөрөгәндә, Килдебәк ҡарсығаның, ҡанаттарын йыйып, атҡан уҡтай табышына шыҡыйыуын, йәки ҡуяндың артыҡ ышаныусанлығы уны ниндәй фажиғәгә килтереүен күҙәтеп кенә йә булмаһа иртәнге ысыҡтың зәңгәрлегенә, үлән ҡыяғында нурҙар уйнауына һоҡланып ҡына уҙманы. Бал ҡорттарының юлда осраған хуш еҫле сәскәләргә лә иғтибар биреп тормайынса, гүйә рельстар буйлап бер йүнәлештә генә, урман-даланы айҡап ҡайтҡан ҡәрҙәше өйрәткән юлдан һис яҙлыҡмайынса осоуын ҡарап ултырғанда ла, ғәжәпләнеүҙән бигерәк, уйлана торғайны.
Төпсөнөп өйрәнә торғас, ул ниндәйҙер бик мөһим фекергә төртөлгәндәй булды һәм яңынан уйға тарыны:
«Малды культуралы шарттарҙа аҫрап, яҡшы һөҙөмтәләр өмөт итәбеҙ. Уға ике-өс төрлө генә үлән бирәбеҙ. Ат көнөнә ҡырҡ үлән, һыйыр илле үлән, һарыҡ биш йөҙ төрлө үлән ашай, тип юҡҡа ғына әйткәнме халыҡ? Ә бит ошо үләндәрҙә бөтәһе лә бар. Бөтә витаминдар, минералдар, бөтә дарыуҙар. Ике-өс төрлө үләндә ни генә булһын?.. Ә кешегә нимә кәрәк, малға ла шул кәрәк. Сәскәгә бай яланда, тауҙағы ҡылғанлы көтөүлектәрҙә быҙауҙар ниндәй кинәнеп утлай!.. Нишләп улар һау булмаһын да, нишләп уларға ит ҡунмаһын... Ҡарттар миңә, ҡылған мең йыллыҡ үлән, уның тамыры бер ҡасан да үлмәй, ти торғайны. Баҡтиһәң, фәнгә лә тура килә был. Ә беҙ ҡылғанлы тау буйҙарын һөрәбеҙ. «Ҡылған бөттө – дала бөттө, дала бөттө – мал бөттө, мал бөттө – халыҡ бөттө», – ти мәҡәл. Уйландырырлыҡ бит... Сәскәле, ҡылғанлы дала һинең эшеңдең яртыһын башҡара, үҙе бәрәкәт ул. Нимәне-нимәне, ә быны беләм мин».
* * *
Шулай ҙа өс йыл элек ул эркелгән ошо уй-тойғоларын телдән әйтергә баҙнат итә алманы, һәм улар шул килеш күңелендә ҡала бирҙе. Үҙен дөрөҫ аңлауҙарына ышанып етмәне ул. Күргән-белгәндәрен эшенең һөҙөмтәһе менән иҫбат итә алмай ине әле.
Әммә, көндәлек ғәҙәткә ҡаршы сыҡҡандан һуң, һәр яҙ быҙауҙары менән йәйләүгә сығып көндән-көн улар артынан йән атып йөрөүе, яҡшылап уйланылғандарҙы бер нисә йыл рәттән ҡабатлауы эҙһеҙ юғалманы.
Ошо йылдар эсендә, үҙенең ныҡлығына һәм төпсөнөүсән аҡылына таянып, ул үҙ эшендә быға ҡәҙәр бер кем өлгәшә алмаған юғарылыҡҡа күтәрелде. Ауыл хужалығының иң ауыр һәм ҡиммәтле тармағында – юғары сифатлы ит етештереүҙә – ул әлегәсә күрелмәгән рекорд ҡуйҙы.
Эйе, ваҡыт өҙлөкһөҙ, ул кисәгене бөгөнгөгә ялғаған ваҡ ҡына күҙәнәктәрҙән туҡылған. Һинең һәр аҙымың, ҡылған изге һәм яман эштәрең эҙһеҙ үтмәй. Бер көндө улар, йыйылып, иҫкәрмәҫтән һиңә аяҡ сала йәки һине күтәреп ала ла, үҙенә булған ышанысты нығытып, тағы алға дәртләндерә.
Ул, тормошто, үҙ хеҙмәтеңдең асылын аңлау ауырлыҡтарҙы еңеләйтә, тип уйлай ине. Эйе, яңы еңеүҙән һуң, йылдар хафаһы кәмеп, күңеле йәшәреп китте уның. Шуға ҡарамаҫтан, еңеү һәм аңлау көсө барыбер еңеллек килтермәне уға, киреһенсә, уй-ғәм генә өҫтәне.
Хәҙер, йәйләүҙән ауылға бер-ике сәғәткә генә ҡайтҡан арала ла ауылдаштарынан осраған берәү уны туҡтата һәм үҙенең зарын-шатлығын уртаҡлаша торған булып китте.
– Килдебәк, бөгөн беҙгә бер ғалим килде. – Шул рәүешлерәк хәбәр итер ине берәй ҡарт, ел ҡапҡанан уға ҡаршы сығып.
– Йә?..
– Боронғонан ҡалған иҫке-моҫҡо йыйып йөрөнө. Ә мин, уйлаһаң, ауыҙ-тел ҡомартҡыһы бит: ултырам шулай, йәнһеҙ бүкән төҫлө. Илтифат итһәсе миңә бер мәртәбә! Ифрат күңел ҡырылды, улым.
– Ҡырылырлыҡ та...
– Бында һәр мөйөштән, һәр бүрәнә ярығынан тарих, яҙмыш бөркөлөп тора бит! Ә уға Нух пәйғәмбәр заманынан ҡалған булһын. Их, егеттәр...
– Олатай, – тип яуаплай ине ул, уйлап алғас, – мин ни бары малсы, ғалимдарҙың эшенә нисек баһа бирә алам? Тик ниңә һин боронғонан ҡалған әйберҙәрҙе иҫке-моҫҡо тиһең? Беҙҙең өсөн иҫке-моҫҡо, ә ғалим өсөн ҡомартҡы! Үпкәләмә, олатай, һәр кем үҙ эшен юллай.
Ә унан тәҙрә аша, рессорлы кырандаста совхоз директорының килеп туҡтауын, кешеләрҙең берәмләп уның эргәһенә ыңғайлауын күреп, ул үҙе лә, мунсанан һуң ял итеп ултырған еренән тороп, өйҙән сыға торғайны.
Шул арала һарыҡ көтөүсеһе Шәрифулла, тарамыш кәүҙәһен киреп, совхоз директорының йәнен ала башлаған:
– Кем уйлап сығарҙы быны? Директорлыҡ эшен зыяраттан башларға булдығыҙмы? Бөтә үлгән эшселәргә ҡәбер таштары, һәйкәлдәр – беҙҙең иҫәптәнме?..
– Беҙҙең атай-әсәйҙәр бында бил бөктө – совхоз үҙе ҡуйһын әйҙә! – тип уның һүҙен ҡатыны йөпләй ине.
– Ҡәберҙәрҙе ер менән тигеҙләһәк, мәрхүмдәрҙең йәне беҙҙе ғәфү итмәҫ, – тип аңлата биреп ҡараны баҫалҡы холоҡло директор.
– Мәрхүмдәргә хәҙер барыбер түгелме ни? – тип төрттөрҙө аҡыш күҙле Бәҙри – мал ҡараусы.
– Теләйһегеҙ икән, совхоз иҫәбенә генә. Бына шул! – тип өҙә һуҡты Шәрифулла – ул ауылдаштарға директорҙан өҫтөнлөк итеүен күрһәтергә теләй ине.
«Улар менән бәхәстә мин отоуға ҡарағанда күберәк отолам – тел-тешлеләр», – тине Килдебәк үҙалдына, унан һүҙҙәрҙе ашыҡмай ғына һайлап, айҡашырға булды.
– Һиңә, Шәрифулла, яҙ улыңды армияға оҙатҡанда, совхоз бушлай бер һарыҡ бирҙеме?
– Уның бында ни ҡыҫылышы бар?
– Ә һиңә, Әҡлимә апай, ҡыҙыңдың туйына һарыҡ бирҙеләрме? Йәнә бушлай. Күпме егет китте быйыл армияға? Беҙҙең биш ауылдан.
– Егерме алты, – тип яуаплай бер ҡыҙ.
– Тимәк, егерме алты һарыҡ юҡ. Ә нисә мәртәбә туй булды быйыл?
– Егермегә етәме икән?..
– Уны кем иҫәпләгән...
– Утыҙ туй үткәрелде. Йәнә һәммәһенә берәр һарыҡ. Һәммәһенә бушлай. Ә совхоз берәү...
– Нимә һин ҡуштанланаһың – эшселәргә ҡаршы бараһың?! – тип ҡоторона башланы Шәрифулла.
– Эшем менән мин һинән күпкә алда – шашма, – тип шып туҡтатты Килдебәк тегене тыныс ҡына. – Ни генә тимә, беҙ бер ауға төйнәлгәнбеҙ. Бер төйөн икенсеһен тота... Ә барыһын тотоп торған тәүге, төп төйөндәр ҡайҙа?.. Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙә, ата-бабаларҙың ғәмендә, аманатында... Зыяратта булғылайым, һеҙҙең аранан бер кем – Шәрифулла, һин дә ҡатының менән, Әҡлимә апай, Бәҙри, һеҙ ҙә, – йылдар буйы атай-әсәйегеҙҙен ҡәберендә булмағанһығыҙ. Бөтәһен селек баҫҡан. Бөтәһе юғалған... Бер һеҙҙең менән түгел был... Беҙ шулай йәшәйбеҙ: үлде – юҡ булды. Унан хәтерһеҙлек гонаһын һөйрәкләйбеҙ. Тимәк, ғәйепте бергәләп күтәрәбеҙ. Бергәләп.
* * *
Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ла бар ине әле.
Эйе, малдар менән бергә йәшәгәндә, ҡайһы ваҡыт, ер-күкте ҡараһыу еүеш болоттар томалап, бер туҡтауһыҙ көҙгө ямғырҙар яуған көндәрҙә һәм төндәрҙә – яңғыҙлыҡтан уның йөрәген ауыр һағыш быуа һәм күҙенә йәш эркелә ине.
Әммә күк йөҙө асылып, ҡояш күренеү менән, уның эсенә яңынан йылы йүгерә торғайны.
Һәм хуш еҫле үләндәргә, алсаҡ сәскәләргә ҡарап, күктә йөҙгән еңел, сағыу болоттарҙы, ергә йәйелгән аҡ томанды, ҡояштан иркен һирпелгән нурҙарҙы, шулай уҡ нурҙар төҫөндәге баҫыуҙарҙы, уттай янып торған өйкөм-өйкөм ҡыуаҡлыҡтарҙы, саф зәңгәр киңлектәрҙе күҙәтеп, ул оло кинәнес кисерә, һәм былар барыһы, күҙ алдынан китмәҫ өсөн, уның йөрәгенә һеңеп ҡала ине.
Ҡайһы берҙә унан: яҙҙан көҙгә тиклем йәйләүҙә бер үҙең. Һине яңғыҙлыҡ баҫмаймы? – тип һорап ҡуялар ине.
– Баҫа башлаһа, мин тауҙар менән, сәскәләр менән һөйләшәм, – тип яуаплай ине ул.
– Мәрәкә кеше инде һин...– тип танау аҫтынан ғына йылмаялар ине уға.
Шул саҡ ул:
– Әйт әле һин миңә, ни өсөн сәскәләр көнгә йылмайып йәшәүсән, шундай эскерһеҙҙәр? – тип үҙе һорай торғайны.
Тегеләрҙең бер нисек тә яуап бирә алмауын күреп һәм сәскәләрҙең һәр кемгә лә асылып бармауын белеп, ул үҙе аңлата ине:
– Сөнки улар ғүмерҙәренең үтә ҡыҫҡа булыуын аңлай...
Шуға күрә лә баш ташлап, көнгә эскерһеҙ йылмайып йәшәй улар. Ә һин сәскәләрҙән түбәнме ни?..
Бындай минуттарҙа ул, күңеле менән заман һәм арауыҡ бәйенән ысҡынып, гүйә юғарыла осоп йөрөй башлай һәм, хисләнеп, берсә түмәләс, йәшел ялан, берсә гөл-сәскә итеп тоя ине үҙен. «Минең моңдашым һеҙ, минең байлығым», – тип шыбырлай ине ул.
Тап шундай саҡтарҙың береһендә ул үҙе өсөн оҙаҡ ваҡыт сер булып ҡала килгән боронғо башҡорт йырының тәрән мәғәнәһен төшөнөп ҡыуанды.
Һеҙҙең генә илдә
Һай ниҙәр, ниҙәр бар?
Беҙҙең генә илдә
Гөлдәр бар, тине йәрем,
Илап, йәй һилдә.
Беҙҙең генә илдә
Ни бар, ни бар тиһең?
Моңдар тота торған
Көйҙәр бар, тине йәрем,
Илап, йәй һилдә.
– Бына аҡыллы йән... – тине ул үҙалдына. – Халҡы ярлы булыуын белә, ә туранан-тура әйтмәй, ҡайғырыуы күренеп торһа ла.
«Һәр кеше өсөн һәйбәт һынау был, – тип өҫтәне ул эстән, йылмайып. – Нимә ҡаршы ҡуя һуң ул ҡайғыһына? Гүзәллекте тойоуын! Ике тойғо бергә ҡушылыуҙан илап ебәрә...»
– Был һәр ваҡыт шулай, – тине ул ауыҙ эсенән. – Минең менән дә булғылай бындай хәл.
Бер талай уйланып ултырғас:
«Халыҡ йырҙы – үҙен йәлләүгә мохтажлыҡтан түгел, ә үҙенең рухын һаҡлау ниәтенән сығара», – тигән фекергә килде ул.
* * *
Уның алдында һуңғы, иң яҡты һәм онотолмаҫ артылыш йәшәреп ята.
Йылдар уҙған һайын, йәшәүҙең төп мәғәнәһен хәтерҙә тотоу өсөн, был артылышҡа әленән-әле боролоп ҡарар, әйләнеп ҡайтыр ул, ихтимал.
Ошо йылдың яҙында уны, республиканың алдынғы малсыһын, Мәскәүгә йәш малсылар съезына оҙаттылар.
Үҙ ғүмерендә был тиклем оло юлға сыҡҡаны юҡ ине әле уның.
Поезда, вагон тәҙрәһе төбөнә ултырып алып, ул иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауылдарҙы, китаптарҙан уҡып ҡына белгән ҡалаларҙы күҙҙән кисереп, ҡалын урмандарға, Волганың киңлегенә, Тыуған илдең шул хәтлем ҙур булыуына ғәжәпләнеп барҙы.
Ә поезд Мәскәүгә яҡынлашҡас, ул: «Ниндәйерәк икән Мәскәү? Ысынлап та, открыткаларҙағы кеүек иҫ китмәлеме икән?» – тип тулҡынланды.
Баш ҡалаға ул иртәнсәк килеп төштө. Гостиницаға урынлашыу менән, тәү башта Ҡыҙыл майҙанды барып күрергә булды.
Дарһылдап типкән йөрәген һис тыя алмай, тыны ҡыҫылып, Кремль стенаһы янынан ул майҙанға күтәрелде һәм аптырап туҡталып ҡалды: Ҡыҙыл майҙан ул уйлағандан байтаҡҡа бәләкәй ине...
Әммә һәр көн иртә менән, әйләнә-тирәһен байҡай-байҡай съезға барған саҡта, уға Ҡыҙыл майҙан киңәйгәндән-киңәйә барған һымаҡ тойолдо.
Ә Мәскәү менән хушлашҡан көндө, һуңғы кис, ул, гүйә бер ҡаянан уйылған Кремль стеналарына, сал башняларына, Мавзолейға һәм тарихи майҙандың мөһабәтлегеңә иҫе китеп ҡарап торғас:
– Мәғәнәһе менән ҙур ул. Был һиңә дала түгел...– тип шыбырланы үҙалдына. – Бөтәһе лә дөрөҫ, уйлап эшләнгән.
Бары тик бер генә әйберҙе оҡшатып еткермәне ул. Түбәндән ҡара ағым булып һуҙылған, тоҡ-сумаҙандар күтәргән кешеләр төркөмө Ҡыҙыл майҙанға килеп сыҡҡан ерҙә ҡапыл һулға ҡайырыла ла, тәмәке төпсөктәрен аяҡ аҫтына ташлап, универмагҡа ағыла ине. Бындай әҙәпһеҙлектән күңеле ҡырылып, Ҡыҙыл майҙанға изге урын тип килеүселәрҙең барыһы өсөн йәне көйҙө уның.
Ул хәҙер, тау битендә ултырған килеш, съезда делегаттарҙы солғап алған, үҙен тетрәткән шатлыҡты, егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың сығыштары бер ҡорға ойошоуын, уңышҡа булған ышаныстан һәм өмөттән балҡыған йөҙҙәрен күңеленән үткәрҙе. Ошо яҡты йылмайыуҙары менән тороп ҡалды һәммәһе уның хәтерендә.
Съезда Килдебәк бер хәҡиҡәтте – һине халыҡ алдына алып сығыусы, һиңә аҡыл өҫтәүсе һәм тормошто ғәҙеллектә, ә ғәҙеллекте тормошта күрергә өндәүсе һәр эштең ҙур ихтирамға лайыҡлы икәнлеген йәнә бар ҡат аңланы.
Ләкин был инаныу һине съезда ғына, трибунала торғанда йөрәгеңә тулҡындар килеп бәрелгән һәм аяҡ аҫтында, гүйә ер өйөрөлөп торған минуттарҙа ғына түгел, ә һәр саҡ, һәр көндө лә ышандырһын өсөн, һинең эшең – ғәҙәттәге тормошоңа кире әйләнеп ҡайтып, көндәлек мәшәҡәттәр эсендә яңғыҙҙан-яңғыҙ ҡалғандан һуң да шатландырырға тейеш, һине трибунаға сығарыу, һиңә алҡыштар яуҙырыу – үткән хеҙмәтеңде баһалау һәм шуны артабан да дауам иттерәсәгеңә өмөт бағлау бит.
Күкле-йәшелле тау битендә ултырып, ул съезда үҙенең сығышын да иҫкә алды. Үҙҙәре йәшәгән ергә һәйбәтерәк ҡулайлашыу өсөн нимә эшләүҙәре һәм ахырҙа – Башҡортостандың ҡылғанға, төрлө сәскәләргә бай таулы-ташлы райондарында мал үрсетеү күпкә отошло икәнен аңлауҙары, ә был ата-бабалар мираҫына ла тура килеүе, үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһе менән дә раҫланыуы тураһында һөйләне ул. «Әммә иҫке ҡалыпҡа һалып бер урында тапаныу дауам итә, – тип белдерҙе ул трибунанан. – Өс йыл рәттән сәселә, ә бер уңыш алына. Уныһы ла Көнбайыштыҡынан өс мәртәбә түбән. Республика етәкселегенең, министрлығының ауыл хужалығындағы политикаһы беҙҙең географик мөхиткә лә, милли тәбиғәткә лә тура килмәй», – тип тамамланы ул сығышын.
Ә районға ҡайтып төшкәс, уның йөрәгенә энә ҡаҙағандай иттеләр. «Нимәгә тип ебәрҙек беҙ һине съезға? Бер аҙ аҡыл алырғамы әллә, тел болғап, беҙҙе хурларғамы? Кем булыр инең һин беҙҙең ярҙамдан тыш?!» Ул, һүҙ ҡайтармай, уйға ҡалып ултырҙы. Күп көс түгеп ярһығандан һуң, аппараттың эшем эйәләре: «Министр аҡылға» ултыртыр әле һине! Ул булмаһа, үҙебеҙ ултыртырбыҙ», – тип иҫкәртеп ҡуйҙы.
«Бер тинлек түҙем дә ҡонон ала, күрәһең, – тигән фекергә килде ул. – Кисә ҡолағыңа ғына ингән һалҡын һүҙҙәр иртәгеһен йөрәккә барып боҙ һала».
– «Бер аҙ аҡыл алырға», «аҡылға ултыртыр», – тине ул телдән, һәм овчарка, башын ҡалҡытып, уға төбәлде. – Шундай әшнәләр бар, дуҫҡай, китеп барған ереңдә күн табаныңды киҫеп алырҙар, ә йәнеңде бигерәк тә, тип ул эттең башын һыйпаны. – Нисек хужалыҡ итәләр – миңә барыбер түгелме ни, тип тә уйланым шул көндәрҙә...
Ләкин уның өсөн барыбер булыуы мөмкин түгел ине: ул тормоштоң тар ситлегенән йырынғайны инде, ә ул сағын һине авторитеттар түгел, ә һинен тәжрибәң һәм белемең йөрөтә.
Әммә тормош бер мәл эсендә үҙенең бүтән йөҙөн аса төштө. Түбәнһетелеүен тойоп, ул оҙаҡ үҙен ҡулға ала алманы.
Фәҡәт өйҙәгеләр һәм туған тауҙар, йылдар иҫәбен ала килгән артылыштар, һәр үҙәнгә, һәр һуҡмаҡҡа уралған хәтирәләр, боронғо йырҙар һәм шифалы тын өргән сәскәләр уға йәшәү һәм хеҙмәт тәмен ҡайтарҙы. Йөрәктә генә энә күҙендәй шырау тороп ҡалды шулай ҙа...
* * *
Ул шаҡтай һүрелгән ҡояшҡа, йылға буйынан бергә ойошоп, бер-береһенән һис айырылмай аҡрын ғына тауға үрләгән башмаҡтарға күҙ һалғас, уларҙың ҡабарынҡы арт һандары, һырт буйҙары ялтырап тороуонан бер талай хушланып ултырҙы.
«Һыуҙың тап-таҙаһын эсеп, тауҙа утлаған мал нисек һау булмаһын, нисек көрәймәһен», – тине ул күңеленән.
Сумкаһынан коньяк шкалигын сығарып, ул бер йотом эсеп алды. Унан, урынынан тороп, көйрәгән усаҡты һүндерҙе. Артмағын арҡаһына аҫты ла, күгәргән таштарға күҙ һала-һала, көтөүе артынан ҡуҙғалды. Ҡәбер һәйкәлдәренә оҡшаш таштарҙан ата-бабалар рухы бөркөлә, һәм уға һәр саҡ мәрхүмдәр ошонда ята кеүек тойола ине. Шуға күрә лә улар йыш ҡына уның күҙ алдында йәнләнә, уны һаҡлағандай итеп, кәңәш бирә, ғүмерең буйы малсы булып, отола күрмә, тип иҫкәртеп тә ҡуя, ә ҡай берҙә хатта үҙҙәренең ғәйрәтле йәшлеге нисек көсһөҙлөк менән алмашыныуы, айбарлы ирҙәр ғүмере һыҙланыуға әйләнеүе тураһында һөйләп тә алыр ине. «Ә йәнебеҙҙе зар менән ғазапламаҫ өсөн, рухыбыҙ ырыуҙаштар ҡанында йәшәһен өсөн дә, һыҙланыуҙы – беҙҙең йыр ул, ти инек», – тип өҫтәп ҡуйырҙар ине.
«Уларға ышанмай буламмы? – тине ул эстән уйлап. – Бына ниндәй бит минең ата-бабалар рухы. Ниндәйҙер бер китапта: йорт-ерҙәргә мәрхүмдәр рухы битараф булғанда, улар боҙола, тарҡала, тиелгәйне. Хаҡ һүҙ».
Ул яңғыҙ ҡайын янында туҡтаны.
«Ят, ҡурҡыныс әҙәмдәр йәтим итте уны, – тине ул үҙалдына, ялбырланып, йәйелеп үҫкән, әле лә элекке һөйкөмлөгөн, ап-аҡ төҫөн юғалтмаған ҡайынға бағып. – Айырылмаҫ ике әхирәткә ҡарап тороуы үҙе ҡыуаныс ине. Хатта иң эҫе көндәрҙә лә, түмәләс һыртына менеүең менән, улар, ботаҡтарын болғап, һине күреүгә шатлана һәм үҙҙәренә саҡыра һымаҡ ине. Ә мин, йүгереп барып, икәүһен дә ҡосаҡлап ала инем».
Эйе, ул ныҡ алданған йәш кенә егет, ә йәтимә ҡайын ҡыҙыҡай йәшендә ине. Ә хәҙер күпме ажғыр бурандарҙы, көҙгө ҡара төндәрҙе, нурлы яҙҙарҙы һәм иҫәңгерәткес томра көндәрҙе лә үҙ башынан кисергән олпат ҡатын төҫлө ине. Улар икеһе лә кисергәндәр бер төрлө тиерлек. Шулай икән, күңелдәрҙә аҡтарыныуҙың хәжәте юҡ. Улар гел аңланы бер-береһен һәм тойғолары ла берҙәй ине.
Ошо уй уның йөрәген ҡыҫып алған мәле ул кинәт ҡыҙыл-күк ялҡын кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ сәскәләр тауҙан йүгереп төшөп китеүен абайланы, һай соҡор аша ырғып, улар туҡтап ҡалды, унан, бер аҙ тынып торғас, ел ҡыуалағандай, кирегә ташланды; ашҡынып килеп, уны уратып алды һәм, моңло йылмая биреп хушлашҡандай, бөтәһе уға төбәлде. Моңһоу гүзәллек тылсымынан ул һушһыҙ ҡалды. Шунда сәскәләр ғүмерҙәре көн һанында икәнен һәм ерҙә татыған бәхеттәрен, һөйөүҙәрен уға ҡалдырыуын тойҙороп, бер мәлгә генә донъя ниндәй итеп яратылғанын һәм ғәмәлдә уның ниндәй булыуын сағылдырҙы.
Азат АБДУЛЛИН.