«Көҙгө әсе елдәрҙә» – заманында йырсының «коронный» тип йөрөткән номеры ине. Ул уны, ғәҙәттә, концерттың аҙағында, ҡабатлап һораһалар ғына башҡара: сәхнәгә кескенә тальян гармун тотоп сыға ла, әкрен генә уйнап, үҙе ҡушылып йырлай ине. Был элекке һалдаттар йырын артист, нисектер, үҙенсә итеп, ҙур илһам менән башҡарғанғамы, йыш ҡына уға тамашасылар ҙа ҡушылып йырлай башлай, ә йырсы сәхнәнән төшөп, рәт араларында йөрөй, ҙур бер хорҙың дирижерына әйләнеп китә.
Был йырҙы ул көйө өсөи ярата ине. Һүҙҙәрен үҙгәртмәйенсә йырлаһа ла, уларҙан бөтөнләй башҡа нәмә аңлай. Йәш саҡта уҡ:
Йүгереп китерҙәй булам,
Ҡайтып етерҙәй булам
Көҙгө әсе елдәрҙә
Тыуған-үҫкән илдәргә, –
тигән һүҙҙәрҙән тыуған-үҫкән ауылын ғына түгел, йәшлеген дә, дуҫтарын, иптәштәрен дә күҙ алдына килтерергә күнеккән ине ул.
Һуңғы йылдарҙа Мәхмүт – әллә ҡартая башланы, әллә йәшлек хәтирәләре бер аҙ тоноҡландылар – был йырҙы репертуарына индермәй башланы.
...Был юлы улай булманы. Концерт яңы ҡыҙып барғанда, сәхнәгә сираттағы номерҙы иғлан итергә сыҡҡан ҡыҙҙы, туҡтатып, ул: «Көҙгө әсе елдәрҙә», – тине.
Ҡыҙ аптырап ҡалды. Артист уның әйткәнен көтмәне, урындыҡта торған тальянын барып алды ла квартет янына килеп баҫты. Иҫке йыр ағыла башланы...
Һәр йырсының уҙ ғәҙәте бар. Берәүҙәр залдың түшәменә ҡарап йырлай, икенселәр бөтә залды йоторҙай булып күҙҙәрен әле бер мөйөшкә, әле икенсе мөйөшкә йүнәлтә. Мәхмүттең дә үҙ ғәҙәте бар: ул, сәхнәгә сығыу менән, тамашасыларҙы күҙҙәре менән барлап ала ла, ҡарашын бер кешелә туҡтата. Концерт бөткәнсе уның күҙҙәренә ҡарап йырлай, уны берҙән-бер тыңлаусыға әйләндерә.
Бөгөн дә ул күҙҙәре менән рәттәр буйлап йөрөп сыҡты ла икенсе рәттә ултырған бер ҡатынға ҡарап туҡтаны. Ләкин ике йырҙан һуң, уның күҙҙәренә эйәрепме, ҡарашын күршеһенә ташланы һәм башҡаса унан айырыла алманы. Ниндәй күҙҙәр! Уларҙа һағыш та, шатлыҡ та, тағы әллә ниндәй тойғолар бар кеүек, кем күҙҙәре һуң былар? Ни эшләп йөрәге эҫеле-һыуыҡлы булып китте һуң әле уның? Ни өсөн шул күҙҙәрҙе күргәс, «Көҙгө әсе елдәр»ҙе йырламай булдыра алманы?!
...Улар уҡытыусылар конференцияһында осраштылар. Мәхмүт икенсе йыл инде мәктәптә йыр уҡытыусыһы булып эшләй ине. Махсус белемле уҡытыусылар юҡ дәрәжәһендә булғанғамы, йәш уҡытыусыға конференцияла йыр һәм рәсем уҡытыусылары менән әңгәмә үткәрергә ҡуштылар. Шунда беренсе мәртәбә уны күргән ине. Ғәжәп матур күҙҙәр шунда уҡ сихырланылар кеүек. Таныштылар. Күрше ауылда уҡыта икән. Йыр, музыканы бик ярата. Шуға үҙ секцияһын ташлап, уның әңгәмәһенә килгән. Дуҫлашып киттеләр.
Дуҫлыҡ Мәхмүт өсөн ҡайнар мөхәббәткә әйләнде. Беренсе саф йәшлек мөхәббәтенә, әйтелмәгән, ғазаплы мөхәббәткә...
Шул күҙҙәр бит был! Ни тиклем һағындырған, ниндәй яҡын һәм... алыҫ күҙҙәр!
Мәхмүт ҡулында тальян өҙгөләнә. Нисә йылдар ул «көҙгө әсе елдәрҙә» ошо күҙҙәргә – «тыуған-үҫкән илдәргә», йәшлегенә әйләнеп ҡайтырға ашҡынды, һәм бына... һыҙлан, тальян, моңай!
Тальян, тальян...
Ленинград фронтының бер участкаһында тальян гармунын фронтҡа алып килгән пулеметсы башҡорт егете полктың иң яратҡан һалдаты ине. Оборонала, һирәк килгән тыныс кистәрҙә, ул үҙенең милли көйҙәрен дә, рус халыҡ моңдарын да яратып, дәртләнеп уйнай; ул уйнай, ә һалдаттар йырлайҙар ине. Әле лә ҡолаҡ төбөндә:
Расцвела кудрявая рябина,
Налилися корни соком вешним,
А вчера у дальнего овина
Повстречалась с парнем я нездешним, –
тип, матур тауышы менән ҡушыла ине Алтай егете Федоров. Унан дәртле бейеү көйҙәре – «камаринская»нан «әпипә»гә нисек күскәнде бейеүселәр ҙә, гармунсы үҙе лә һиҙмәй ине, буғай.
Гармунсы-пулеметсы өҫтөндә мина шартланы. Пулемет ватыҡтарына гармун ватыҡтары ҡушылды...
Тальян, тальян! Моңлоһоң да, дәртлеһең дә һин. Бөгөн дә һин – шул һалдат ҡулында, һин үҙең генә түгел хәҙер. Колхоз клубтарында ла Мәхмүт тынлы оркестрҙар, пианино, роялдәр күрә. Егеттәр хәҙер баян, аккордеон алалар. Шулай ҙа һин иҫкермәнең. Яңы көйҙәр менән бер рәттән, беҙҙең йәшлек, беҙҙең күңел моңдары ағыла һинән.
Мәхмүт сәхнә артына бик тулҡынланып, хатта бөтөнләй хәлдән тайып сыҡты. Залдың дәррәү ҡул сабыуын да, маҡтау тауыштарын да ишетмәне ул. Башында бер генә уй: «Ысынлап та шулмы икән?»
Концертты алып барыусы ҡыҙ: «Мәхмүт ағай, бик һорайҙар бит, сығығыҙ инде», – тине. «Юҡ, һеңлем, булдыра алмайым, икенсе бүлеккә күс».
Мәхмүт сәхнәлә генә түгел, тормошонда ла саҡырып торған йондоҙ – ниндәйҙер күҙҙәр булыуға ғәҙәтләнгән ине. Үҙе тыуҙырған, үҙе донъялағы барлыҡ сафлыҡты, гүзәллекте ҡушып, ҡәҙерләп үҫтергән күҙҙәр. Ҡатынына мөхәббәте лә, балаларына булған аталыҡ хистәре лә, ижадына булған һөйөү тойғолары ла шул илһам күҙҙәрендә йыйылған. Һәм бөгөн уларҙың реаль образын күреү, нисектер, йөрәген ҡуҙғатты уның.
Ул артистар өсөн эшләнгән берҙән-бер бүлмәгә үтте. Ҡулына тағы гармуным алды. «Көҙгө әсе елдәрҙә...» Туҡта, туҡта! Ни өсөн көҙгө әсе елдәр һуң әле? Эйе, ул саҡта көҙ ине. Әсе елле, ямғырлы көҙ. Мәхмүт һушына килгәс, беренсе күргән нәмә аҡ түшәм булды. «Мин ҡайҙа?» «Госпиталдә. Һеҙгә һөйләшергә ярамай». Түшәм сайҡала башланы һәм ул тағы аңын юғалтты. Күпме ваҡыттандыр ул бөтөнләйгә аңына килде. Йөрәк һыҙланып иҫенә төшөрҙө: кейәүгә сыҡҡан...
Мәхмүт, бер аҙ һөйләшер хәлгә килгәс, медсестранан үҙенең документтарын һораны. «Ҡайҙа инде ул документтар! Беҙгә килтергәндә һинең иҫән ерең дә юҡ ине бит, һалдат», – тинеләр уға. Ошо хатты, донъяла иң яҡын, иң матур ҡул менән яҙылған һуңғы хатты, тағы бер ҡат уҡығыһы, күргеһе килә ине уның. Булманы. Ләкин ул онотолмаҫ һүҙҙәр уның күҙ алдында, йөрәгендә: «Мәхмүт, – тиелгәйне унда, – мин башҡаса булдыра алманым! Уның өсөн шунан да артығыраҡ ярҙамды белмәйем, тапманым мин. Ҡыҙғанып түгел, яратып, батырлығы, кешелеклелеге өсөн ихтирам итеп сығам уға».
Ғәзим – Мәхмүттең дуҫы ғына түгел, бер туғаны кеүек ине. Уның атаһын – райком секретарын утыҙ етенсе йылда ҡулға алғас (ә әсәһе ул кескенә ваҡытта уҡ үлгән), Ғәзим бер үҙе тороп ҡалды. Мәхмүттең атаһы уны үҙенең улы итте. Етенсе класты бөтөргәс, бергәләп Өфөгә киттеләр: Мәхмүт – музыка училищеһына. Ғәзим – педучилищеға. Унан бер мәктәптә эшләнеләр. Бергәләп Сания янына барып йөрөнөләр. Ҡырҡ беренсе йылдың башында Ғәзим, үҙе теләп, армияға, авиация училищеһына китте, һуғыш башланғансы хат алышһалар ҙа, хәҙер Мәхмүт уның иҫәнлеген дә белмәй ине. Һәм бына был хат. «Янған самолетын ниндәйҙер мөғжизә менән ултыртҡан, ләкин үҙе лә янған. Хәле бик ауыр. Күҙҙәре күрмәй. Томскиҙан, госпиталдән, хәбәр алғас, бармай булдыра алманым. Ә бында килгәс, уны ташлап китергә көсөм етмәне. Госпиталгә эшкә керҙем. Терелгәс, үҙемә алам. Уның бер кеме лә юҡ бит! Аңлайһыңмы: бер кеме лә!..»
Кинәт бүлмә ишеге асылып китте! Шул! Үҙе! Нисек кенә үҙгәргән булһа ла, күҙҙәре элекке, һаман шулай тултырып, тура итеп ҡарай улар.
Ҡатын атлығып талпынды ла туҡтап ҡалды. Унан бышылдап ҡына:
– Иҫәнме...һеҙ! – тине.
Мәхмүт урынынан һикереп торҙо:
– Һаумы! Һаумы, Сания! Һис тә һине бында күрермен, тип уйламаған инем. Ултыр.
Сания ашығып һөйләй башланы:
– Мин дә уйламаған инем. Мәскәүгә китеп барам. Афишаларҙа рәсемеңде күргәс, поездан төшөп ҡалдым. Концертыңа килмәй булдыра алманым.
Һүҙһеҙ ҡалдылар. «Һаман шул: «булдыра алманым!»
– Һуң, концерт оҡшаймы?
– Оҡшай, оҡшамаған ҡайҙа инде! – Мәхмүт Санияны тыңлай ҙа уның йәш сағын иҫенә төшөрөргә тырыша. «Шул да, түгел дә кеүек. Тик күҙҙәр, күҙҙәр...»
Һүҙ бәйләнмәне, Сания тальянға үрелде:
– Фронтҡа алып киткәне түгел икән. Шуға оҡшатҡан инем...
– Беҙ икебеҙ ҙә ул ваҡыттағы түгел инде хәҙер.
– Эйе, эйе.
– Мәскәүгә, тиһең. Эш менәнме?
– Эйе, кәңәшмәгә.
– Һаман Томскйҙамы?
– Эйе.
«Ниндәй ахмаҡ һорауҙар бирәм мин! Иң мөһиме шулмы ни?!»
– Күпме йылдар күрешмәнек... Һеҙҙең яҡта ла гастролдә булғаным бар, осратып булманы.
– Беҙ радио аша тыңланыҡ... Ғәзим дә бик ярата ине...
– «Ине?» Ә хәҙер?
– Хәҙер ул юҡ инде.
Санияның күҙҙәрендә йәш күренде. Ләкин ул үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Ғәфү итегеҙ, Мәхмүт. Ҡартаямдыр, нервылар... Ә һеҙ уның менән дуҫтар инегеҙ бит...
– Уның менән дуҫтар инек. Ә һинең менән... һинең менән дуҫ ҡына түгел инек.
– Йырыңды тыңлағанда... аңланым мин уны.
Мәхмүт һүҙҙе икенсегә борорға булды.
– Ҡыйынмы? – Мәхмүт Санияның йөҙө ағарып китеүен күреп, ник һорағанына үкенде.
– Иң ҡыйыны һинең үле хәбәреңде ишетеү булды. Мин Ғәзимде госпиталдән алып ҡайтҡан көндө шул турала хат алдым.
– Яңылыш ебәргәндәр. Мин яраланған ғына инем.
– Шундай яңылышыуҙар булмаһа ине донъяла.
Бүлмәгә артистар керә башланы. Сания урынынан торҙо.
– Мин хәҙер китәм. Мәхмүт. Поезд килә. Төш күргәндәй булдым. Рәхмәт һиңә.
– Мин оҙатам һине, Сания! – Мәхмүт сөйгә үрелде.
Юҡ, оҙатма. Шулай яҡшыраҡ булыр. – Сания күҙҙәрен тултырып Мәхмүткә ҡараны ла өҫтәне:
– Йәшлегем минең. – Һәм ашығып сығып китте.
Шаулашып кергән артистар, Мәхмүттең йөҙөндәге тулҡынланыуҙы күргәс, тынып ҡалдылар. Ә ул ҡарлыҡҡан тауыш менән алып барыусы ҡыҙға өндәште:
– Һеңлем, концерт программаһын бирсе.
Мәхмүт аҙ ғына уйланып торҙо ла программаның аҙағына бер номер өҫтәне: «Көҙгө әсе елдәрҙә».
Таһир ТАҺИРОВ.