Повесть
«Был бары көҙ, ә ул һәр саҡ моңһоу...»
Мансарданың киң тәҙрә тупһаһында ултырған Йәмилә башын тубыҡтарына һалған да яҡында ғына үҫкән ҡарт сағандың һуңғы япрағына төбәлгән. Көҙгә күшегеп һөмһөрө ҡойолған ҡарағусҡыл йорттар һәм еүеш асфальттың болоҡһоу ерлегендә әфлисун төҫөндәге был япраҡ – берҙән-бер сағыу тап. Ә ул бисара үҙенең күптәр өсөн һуңғы йыуаныс икәнен дә белмәй, «көҙ – ул ошо ҡалала ғына, ә мин йәнә йәмле йәйҙәргә китәм» тип ашыға-ашыға, үҙен ебәрергә теләмәгән ботаҡтан ысҡынырға булып тартыша. Бына, ниһайәт, ул моратына иреште – өҙөлдө. Шуны ғына көтөп торған ел, уны эләктерә һалып, юғары сөйҙө. Япраҡ иһә, быны хыялының бойомға аша башлауына юрап, һауала кәйелә-кәйелә бейене. Тик оҙаҡҡа түгел – ерҙең тартыу көсө уны аҫҡа, мәтегә буталып серей башлаған башҡалары араһына, үткенселәрҙең бысраҡ аяҡ аҫтына өҫтөрәне. Бында бер ниндәй ҙә яуыз ниәт юҡ, тик тормоштоң ғәҙәти ҡануны ғына. Ә Йәмилә ошо тартҡылашты, уның һөҙөмтәһенән үҙ яҙмышы хәл ителгән һымаҡ, асырғанып күҙәтте. Ел япраҡты йәнә бер аҙ өйрөлттө лә аҫҡы ҡаттағы бер тәҙрә төбөнә илтеп һалды. Уның, ергә төшөп, башҡа япраҡтар араһында сереүен теләмәгән Йәмилә аҫҡа йүгерергә уҡталған арала, тәҙрә асылды ла ниндәйҙер ҡул йәйҙең һуңғы сәләмен үрелеп алды.
Йонсоу урамда башҡаса күҙ ҡыуандырырлыҡ нәмә ҡалмағанлыҡтан иғтибары менән бүлмәгә кире ҡайтҡан Йәмилә ҡарт рәссамдың һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалды.
– Ҡатын-ҡыҙ, әгәр ул ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙ булһа, бер ваҡытта ла ирҙәргә үҙенең кеше икәнен иҫбатлап ваҡыт әрәм итмәй. Ул уны буйһондора ла үҙенә хеҙмәт иттерергә тотона... Оҫта һыбайлы аҫау айғырҙы еккегә өйрәткән кеүек. Хайуандар, ғөмүмән, бер ҡулында шәкәр, икенсе ҡулында ҡамсы булғандарҙы ярата.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да олпат мыҡтылығын юғалтмаған рәссам, ара-тирә Йәмиләгә һирпелеп ҡарап ала ла алдындағы мольбертҡа ҡуйылған киндерҙә ҡылҡәләмен бейетә. Был һүҙҙәре менән ул тәҙрә төбөндә ултырған моңһоу йәш ҡатындың сәменә тейергә теләй.
Ә Йәмиләгә барыбер. Сәм ул тормоштоң йәмен табып йәшәгәндәрҙә генә була.
Сөләймән рәссам киндеренә байтаҡ төбәлеп тора ла, ниндәйҙер ҡарарға килеп, ҡылҡәләмен буяуға мана, һөйләгән хәбәрен дә онотоп, киндергә етеҙ һәм һаҡ ҡына ҡағыла. Ул Йәмиләнең портретын төшөрә. Был картинаның аҙағы ла, башы ла юҡтыр, ахыры. Дөрөҫөрәге, был бер генә портрет түгел, улар, моғайын, тиҫтәнән ашыуҙыр: Йәмиләнең бойоҡ, көләс, асыулы сағы, Йәмиләнең йылмайыуы, Йәмиләнең ролдәре. Тик әлегә береһе лә тамам түгел, улар ҙа, әйтерһең, төп нөсхәнең үҙе кеүек үк донъя менән уртаҡ тел таба алмағандай стенаға бороп һөйәп ҡуйылған.
Был икәүҙең береһен дә һөҙөмтә бик үк ҡыҙыҡһындырмай: рәссам ижадтың үҙенән тәм таба, ә Йәмилә өсөн театрҙың өсөнсө ҡатына күгәрсен ояһы кеүек һыйынған был оҫтахана – донъялағы берҙән-бер ышыҡ.
Актрисаның әле үҙ хәстәре. Ул, усына йомған керәндилде кертелдәтеп кимерә-кимерә, театрға ҡолаҡ һалды: тып-тын. Ҡыҙыҡ, ә бит унда халыҡ туп-тулы. Хатта артистарҙың һуңғы йылдарҙа айына ике тапҡыр аҡса алырға ғына килергә өйрәнгәндәре лә, әҙәм ышандырып, был арала һәр иртә һайын эшкә ашыҡҡан була. Киләләр ҙә, һәр кем үҙ мөйөшөнә сумып, көтә башлай. Көноҙоно шулай: тынлыҡҡа көсөргәнешле ҡолаҡ һала-һала ултыралар. Ә ул – башҡаларҙың бөтөн иғтибарын үҙенә туплаған зат – иртән иртүк, бөтәһенән дә алда килеп, кабинетына инә лә һеңә. Нишләп ултыра, ни уйлай – һис кем белмәй. Белмәгән һайын шомлораҡ.
* * *
Ә ул, Ильяс Исмәғил улы Торомтаев, үҙе лә белмәй. Нимә эшләргә, нимәнән башларға белмәгәнлектән ултыра. Шунан ишекле-түрле йөрөп ала, тик урта тирәләрәк иҙәндең бер таҡтаһы үткән-һүткәндә шығырҙап теңкәгә тейә. Шул шығырҙауҙан биҙәр булып, йәнә берәй ултырғысҡа терәлә. Унан тағы тирә-яғына күҙ йүгертә – үҙен уратып алған ярлылыҡ менән бахырлыҡ һеңгәҙәтә. Төптө хәлде ала. Уға, яҙмыштың иркә малайына, әле бер тапҡыр ҙа бындай шарттарҙа эшләргә тура килгәне юҡ ине. Мәскәүҙә уҡып ҡайтыу менән, «үҙебеҙҙең егет, күптән көтәбеҙ» тип үҫендереп, баш ҡалалағы иң ҙур театрҙа ҡалдырҙылар. Иң кәрәк кенә мәлендә, иң йәтеш кенә урынға килеп юлығыуы арҡаһында бәхете гелән урғылып торҙо. Милли үҙаң уянған заман ине. Ҡаһарманлыҡ менән илһөйәрлекте бергә туҡып бик тә сифатлы эшләнгән ике спектакле менән ул үҙен тиҙ арала һәр йәһәттән раҫланы. Инде шөһрәт тигән текә тауҙың түбәһенә артылып, аяҡты һәлендереп, аҫтағыларға төкөрөп кенә ултырырға йыйынғайны, тиктомалдан йолҡоп алдылар ҙа аяҡ аҫтына бырғанылар. Нимә булғанын абайлап та өлгөрмәне, гүйә, ҡаҡ асфальтҡа томшоғо менән лап итеп барып төштө. Ә бит юҡ ҡына сәбәпкә бәйләнделәр. Һәр кешенең күңелен шыпырт ҡына кимереп ятҡан көнсөллөк ҡортоноң шартлап ярылыр сиген ҡайһылыр бер мәлдә аша атлап үткән, күрәһең.
Ул хатта тәүҙә үҙен эштән сығарып ырғытыуҙарына ышанманы ла. Театрының коллективы: «Һинһеҙ беҙгә тормош юҡ», – тип аяғына килеп йығылырын артыҡ хәүефләнмәй генә көткәйне. Ялыныу ҡайҙа, ҡыл ғына ҡыбырҙатҡан кеше лә булманы. «Сәнғәткә яңы көстәрҙең туҡтауһыҙ килеп тороуы кәрәк. Үҙгәрештәр, үҙгәрештәргә сарсайбыҙ беҙ. Әйҙә йәштәргә юл асылһын!» – тип ҡыуаныштылар. Арҡанан килтереп ҡаҙаған хәнйәр булды был. «Ошондайын көслө коллектив менән кем дә эшләй. Барып берәй төпкөлдәге театрҙы күтәреп ҡараһын...» – тигәнерәк хәбәрҙәр килеп еткәс, тотто ла министрлыҡҡа барҙы. Нисәмә йыл рәттән режиссерҙарҙан уңып китә алмай йонсоған ошо даланһыҙ театрҙы тәҡдим иттеләр. Мәркәздә саҡта нәмәҫтәкәйгә килеп ҡапҡанын күҙ алдына ла килтермәгәйне. Үҙен юҡҡа сығарырға маташҡан дошмандарына асыуы ҡайнап, яҡлап алып ҡалырға ҡулдарынан килмәгән, ә, бәлки, теләмәгән, дуҫтарына үртәлеп, «хәҙер барам да, берәй шедевр тыуҙырам да, үҙегеҙ ялынып кире ҡайтарасаҡһығыҙ», тип килде лә төштө. Килеп төшкәйне, министрлыҡта уның теләген ишеткәс, ни өсөн шул тиклем шатланғандарын, оҙатҡанда ни өсөн ҡулын ҡат-ҡат ҡыҫҡандарын шунда уҡ төшөндө.
Ә инде театр тип аталған бинаның тупһаһын аша атлап инеү менән: «Йә Хоҙа!» – тип уфтанмайынса булдыра алманы. Йәш сағынан уҡ театрҙың изге ҡорам, гүзәллек сығанағы булыуына күнеккәйне. Бында ҡорамдың әҫәре лә күренмәй. Бер нисә йыл элек: «Ниһайәт, театр коллективы өйҙәш булып йонсомаясаҡ. Уның үҙенә айырым бина бирелде», – тип лаф ороп гәзиттәргә яҙған, телевизорҙан ауыҙ тултырып һөйләгән кешеләрҙең оятһыҙлығына һушы китте. Хәҙерге заманда ла шул ҡәҙәрлем юҡсыллыҡ булыр икән. Әле килеп бынан бер нисә йыл элек Өфөләге театрҙа йыһаз яңыртҡанда ошо театрҙың директоры, «иҫкеһен беҙгә бирегеҙ әле», тип илаулап ултырғаны иҫенә төштө. Ул саҡта, нишләп кешенең аламаһына ҡыҙыға был, тигән аптырау менән сикләнгәйне. Хәҙер йәне көйҙө. Шунда хәлде төшөнөрлөк итеп, ни тиклем юҡсыллыҡта йәшәгәндәрен аңғартып һөйләһә булмағанмы икән?!
Ильяс телефондар ҡуйылған өҫтәленә ҡараны. Етәксе бүлмәһе, имеш. Бында ултырырға ерәнгес бит.
Заманса йыһаз, алтын ялатылған тотҡалар, йомшаҡ келәмдәр – матурлыҡ, етешлек, юғары кимәл – барыһы ла тегендә ҡалды.
«Килдем. Күрҙем. Еңдем», – тип әйтеп ҡара ошонда. Асыуым да килмәгәйе, йүнле хужаның мал һарайы ла бынан төҙөгөрәк була.
Ә бит әле был тышҡы күренеш кенә. Дөрөҫ, мәшһүр Станиславский әйтмешләй, театр кейем элгесенән башлана. Ә шулай ҙа уға йән индергән, асылын тәшкил иткән кешеләр – актерҙар ни хәлдә? Был хаҡта инде уйларға ла ҡурҡа Ильяс. Күҙгә күренерлек бер-икәүһе элекке режиссерға эйәреп киткән, тиҙәр. Уларын таный ине ул. Ысынлап та, арыуҙар. Ә ҡалғандарының ике-өсәүһен осратты, күңеле ҡайтты – һүнгән ҡараштар, һәлпәйгән ҡорһаҡтар. Башҡаларын тап итеүҙән ҡото осоп, нисә көн инде бүлмәһенән сыҡмай ултыра хәҙер.
Күңелһеҙ уйҙарынан эсе бошоп, Ильяс йәнә урынынан тороп китте. Ҡабат тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты. Тик унда ла ҡарашты йылытырлыҡ, күңелгә шифа булырлыҡ бер ни күренмәне. Ҡотһоҙ. Шыҡһыҙ. Һалҡын. Боролоп китергә йыйынғайны, әфлисун төҫөндәге сағыу япраҡ, уның менән бәхәсләшергә, донъяла бүтән төҫтәрҙең дә барлығын иҫкәртергә, йәм барлығын иҫбатларға теләгәндәй, тәҙрә быялаһына һырлыҡты. Ильяс, көтөлмәгән матурлыҡтың осоп китеп әрәм булыуына борсолоп, ашыға-ашыға тәҙрәне асты ла ынтылып алған нур сарпыһына байтаҡ текләп торҙо. Көтмәгәндә өләсәһенең гел генә йылмайырға әҙер торған һөйкөмлө сырайы күҙ алдына килде. Ирекһеҙҙән йөҙө яҡтырҙы. Туғандар менән үҙ-ара ниндәйҙер ауыр эшкә тотонор алдынан иҫкә төшөрөп көлөшөп ала торған лаҡапты уйланы.
...Үҫмер сағы ине. Яҙғыһын баҡса ерен ҡаҙырға ҡуштылар. Тиҫтерҙәре тау итәгендәге сирәмдә туп тибә, ә ул бында соҡонорға тейеш. Ошо ғәҙелһеҙлектән бойоғоп, яландай иркен баҡсаның ҡап уртаһына барып баҫты ла ҡатты.
Ейәненең көрәгенә таянған килеш ҡарасҡы шикелле һерәйеп торғанын байтаҡ ҡараштырып йөрөгән, күрәһең, өләсәһенең:
– Ни булды, балам? Нишләп тораһың? – тигәне ишетелде.
– Ҡайҙан башларға белмәй аптырап торам, өләсәй.
– Иң ҡырыйҙан башла һин, балам, иң ҡырыйынан башлаһаң, һис тә яңылышмаҫһың, – тине әбей, мут йылмайыуын йыйырсыҡтары араһына йәшереп.
Шунан бирле ғаиләләрендә берәй ҙур эшкә тотонорға баҙнатһыҙланып торған саҡта: «Иң ҡырыйҙан башлаһаң, яңылышмаҫһың», – тип шаярталар.
Өләсәһенең яғымлы ҡиәфәтен күҙ алдына килтереүҙән күңеле күтәрелгән Ильяс үҙ-үҙен: «Иң ҡырыйҙан башла», – тип дәртләндерҙе лә тәүәккәл аҙымдар менән эре-эре атлап кабинетынан сығып китте.
* * *
– Көйшәп ултырыуым ҡамасауламаймы, Сөләймән ағай? – тип һорай Йәмилә кеҫәһенән тағы килтереп сығарған ҡатҡан керәндилде ап-аҡ тештәре менән керт һындырып. Кәйефе юҡта нимә лә булһа сәйнәү ихтыяжы бәләкәйҙән ҡалған. Ә һуңғы осорҙа уның һәр бер кеҫәһендә, исмаһам, ҡатҡан икмәк булһа ла ята, шунһыҙ үҙен имеҙлеген юғалтҡан сабый һымаҡ ярҙамһыҙ тоя, ташландыҡлыҡ тойғоһо тағы ла тәрәнәйә.
– Көйшәүең ҡамасауламай, ә бына һөмһөрөң ҡойолоп, ҡап-ҡара болот шикелле ултырыуың баштағы кәйефеңә тап килмәй.
– Өс ай буйы бер төрлө кәйефтә булыу мөмкин түгел, – тип кәзекләшә Йәмилә.
Йәнә эшенә бирелеп киткән рәссам өндәшмәй. Ғөмүмән, ижад иткән сағында уның менән һөйләшеүе ҡыҙыҡ түгел. Хәбәре уйҙарының сала-сарпыһылай – урыҡ- һурыҡ.
Шул саҡ Йәмилә ҡолағын ҡарпайтты: «Ниһайәт, нимәлер була башланы, ахыры». Сөнки, ана, аҫтағы бер ишек шығырҙап асылды, йәнә ябылды. Шунан беренсе ҡаттағы коридорҙан сәркәтип Зөлфиәнең көйәҙ туҡылдап, коридор буйлап елдереүе ишетелде. Бер аҙҙан мансардаға илткән баҫҡыстар йәлләүес итеп ыңғыраша башланы. «Етмеш йәшлек әбейҙе йүгерткәнсе, үҙе килеп әйтһә, булмаймы икән?» – тип һуҡранды Йәмилә урынынан ҡуҙғалып. «Сөләймән ағай, һеҙҙе яңы саҡырта, ахыры...» – тип әйтеп тә бөтмәне, ишектә бышлығып бөткән Фәғилә ҡарсыҡ күренде.
– Йәмилә, балам, Ҡолдәүләт улым саҡырта, йүгер.
Театрҙа байтаҡтан вахтер булып эшләгән алсаҡ ҡарсыҡ өсөн бында барыһы ла тиерлек «ҡыҙым» да «улым».
Рәссамға ғына рәхәтләнеп мырҙа, тип өндәште.
– Ҡалай йылы һиндә, Сөләймән мырҙа.
– Үтеп ултырып сыҡһаңсы, апай, – тине рәссам, йомшаҡ ҡәнәфиҙе йәтешләп.
– Ҡулыңдан ҡыуан инде, – тип һоҡланды ҡарсыҡ ян-яҡҡа ҡаранып. – Ен ояһы кеүек ташландыҡ сарҙаҡты гөлгә әйләндерҙең.
– Мин бит элекке түрә, апай, – тип шаяртты рәссам. – Йомшаҡ түшәп, татлы ашап өйрәнгәнмен. Ҡайҙа ғына барһам да, иң элек йәтеш итеп урынлашып алыу яғын ҡарайым.
– Ҡулыңдан килгәс, ҡарайһың инде.
– Ҡәһүә әсәһеңме, апай? – тип һораны Сөләймән, электр самауырын шажлатып. Үҙе ишектән илтифатһыҙ ғына сығып барған Йәмилә артынан борсолоп ҡарап ҡалды.
* * *
Бынан ун биш йылдар элек, театрға яҡыныраҡ булыу сәхнәгә илткән юлымды бер аҙ ҡыҫҡартмаҫмы, тигән өмөт менән ошонда машинистка булып эшкә урынлашҡан Зөлфиә – етәкселәре өсөн торғаны бер хазина. Һуңғы дәүерҙә генә лә әллә нисәмә тапҡыр алмашынған директор һәм баш режиссерҙарҙың һәр береһенә ул тоғро эт кеүек ҡыуанып һәм мөкиббән булып хеҙмәт итә. Киткән береһе артынан ысынтылап, түгелеп илап оҙатып ҡала ла яңы түрәһен, һоҡланыулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, алдан уҡ ғашиҡ булып ҡаршы ала. Шунан уларҙы башҡа ҡатын- ҡыҙ затынан мөмкин тиклем һаҡларға һәм ҡурсаларға керешә. Зөлфиәнән айырыуса сибәрерәк йәш-елкенсәккә эләгә. Матурыраҡ күлдәк кейеп, биҙәнеп-төҙәнеп килдеңме, ул көндө етәксегә инермен тимә. Ҡалҡыу түштәрен янаулы тоҫҡап, үҙенә вазифаһы буйынса ҡарауылларға тапшырылған ишек төбөндә Зөлфиә амбразураны күкрәге менән япҡан ҡаһарман һалдат һымаҡ уяу һәм сос торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, етәксенең күҙе йәки хатта күңеле төшкән берҙән-бер бәхетле затҡа ихтирамлы һәм үтә лә итәғәтле, улай ғына ла түгел, хәстәрле мөнәсәбәткә күсә сәркәтип.
Яңы режиссерҙың йылы мөнәсәбәте кемгә эләгәсәге әлегә билдәһеҙ булғанлыҡтан, Зөлфиә бөгөн һәр кемгә лә иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта ифрат һалҡын мөғәмәләлә. Хәйер, ул Йәмиләне, ғөмүмән, конкуренция тыуҙыра алыусы ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә индермәй, шуға күрә ҡалҡып ҡарауҙы ла кәрәк тапманы, директор урынбаҫарының кабинетына башы менән генә ымланы.
Ҡолдәүләт, йәғни Дәүләт Дәүләт улы Мохтаровтың ниңә саҡыртҡанын белә Йәмилә. Улар араһында күптән башланған һәм ваҡыт-ваҡыт ҡабатлана торған бер низағ һәр саҡ Йәмиләнең еңелеүе менән тамамлана. Шулай ҙа актриса был ыҙғышты әленән-әле ҡуптарып, кешелек дәрәжәһенең юҡҡа сығып бөтмәгәнлеген, исмаһам, үҙенә генә булһа ла иҫбатлап ала.
Дөрөҫөрәге, низағ түгел был, ғәҙеллек көҫәү. Йәкшәмбе көн йәһәннәмдәге бер ауылға спектакль ҡуйырға барғанда, сират буйынса беренсе состав уйнаясаҡ. Тик элекке режиссерҙың һөйөклөһө Зәйтүнә ханым урынына ғына, ғәҙәттәгесә, исемлеккә Йәмилә яҙып ҡуйылған. Сөнки йондоҙ, бындай бысраҡта үҙен йонсотоп, ул төпкөлгә барыуҙы кәрәк тапмай. Ауыл еренә ул ҡаҙ өмәһе, һуғым, һис булмаһа, һабантуй ваҡытында ғына инәлтмәй йөрөүсән. Әлегә уның урынына Йәмилә кеүек икенсе йәки өсөнсө составта уйнаған берәй әтрәгәләм барырға тейеш. Һатыулашыуҙан, әлбиттә, был юлы ла фәтүә сыҡмаҫ. Шулай ҙа бының ғәҙел түгеллеге бөтәһенә лә аңлашылғанын һиҙҙертмәй ярамай. Ишек тотҡаһына үрелгән арала Йәмилә шул хаҡта уйланы.
Кабинетҡа инеү менән Ҡолдәүләт Мохтаровтың, йәғни ваҡытлыса директор вазифаһын башҡарыусы урынбаҫарҙың, гел йүгерекләп торған шешмәк ҡабаҡлы йылтыр күҙҙәре менән осрашты. Уларҙың хужаһы бөгөн ни өсөндөр айырыуса ҡырыҫ һәм эшлекле ҡиәфәт сығарырға маташа. Шуға күрә уның эстән-тыштан тотош яһалмалығы бигерәк тә екһендергес булып күҙгә ташлана. «Ҡол», актерҙар уны, түрәләргә ярамһаҡлығына ишаралап, үҙ-ара шулай атай, һулаҡай ҡулын тантаналы һуҙып, Йәмиләне стена буйындағы ярым емерек ҡәнәфигә саҡырҙы. «Кәрәкмәҫ ине лә, – тип көлөмһөрәне актриса эстән генә, – беҙ бахырҙарға баҫып торһаҡ та ярай».
Ул, әрепләшергә әҙерләнгән килеш, өндәшмәй генә барып ҡунаҡламаҡсы булғайны, шкаф янында ниндәйҙер китап аҡтарып торған яңы режиссерҙы абайлап ҡалды. Ирекһеҙҙән, ҡыҙарынды, әммә ҡаушағаны өсөн үҙ-үҙенә йәне көйөп, юрый ҡайҡайыбыраҡ ултырып алды. Ҡулы, ҡотҡарыу ҡулсаһы эҙләгән батып барыусы кеүек, кеҫәһенән йәнә бер керәндил һынығын һәрмәп тапты. Тик күҙмә-күҙ ҡарашып ултырғанда уны сығарып ҡабырға ҡыйыулығы етеңкерәмәне. Оҙон өҫтәлдең арғы осона килеп ултырған режиссерҙың баштан-аяҡ һынап һәм ризаһыҙ ҡарағанын тиреһе менән тойған Йәмилә үҙен уның күҙҙәре менән байҡаны: балаҡтары самауыр торбаһы кеүек булып торған тар иҫке джинсы, лапшайып төшкән ҡара йөн свитер. Сикәләре бүлтәйеп күҙҙәрен ҡаплай башлаған һимеҙ итләс бит. Бындай бисә затына ирмен тигән ир-егеттең бүтән төрлө ҡарауы мөмкин дә түгел, әлбиттә.
«Булһа ни булған! – тине Йәмилә ҡарышып һәм, күҙҙәрен тултырып, режиссерға текләне. – Йәмһеҙ булһа ни булған?!»
– Ни өсөн һеҙ сирләп киткән хеҙмәттәшегеҙ урынына ауылға барып уйнарға теләмәйһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынды режиссер көтмәгәндә. Ҡиәфәтенән үк һарыуы ҡайнағаны һиҙелеп тора, тик әлегә үҙен ҡулда тоторға һәм яғымлыраҡ һөйләшергә тырышыуы. Уның был халәтен тойған Йәмилә эстән генә көлөмһөрәп: «Ҡайһылай тәрбиәле кеше», – тип уйланы. Тауышының яһалма яңғырауын үҙе лә абайлаған Ильястың иһә тағы ла нығыраҡ йәне көйҙө.
– Сөнки был хәл мине сиктән тыш ялҡытты, – тине Йәмилә инде Ҡолдәүләткә тишә яҙып ҡарап. – Ни өсөн ауыл клубының яғылмаған сәхнәһендә сығыш яһарға булһа, Зәйтүнә ханым ашығыс рәүештә сырхап китә, ә премьераларҙа, ҙурыраҡ ҡалаларҙа гастролдәрҙә унан да сәләмәтерәк кеше юҡ?
Ҡолдәүләттең ирен ситтәре менән генә мыҫҡыллы йылмайып һөйләшеүенә, ғөмүмән, икәү-ара күптән барған был бәхәскә яңы кешене килтереп ҡыҫтырыуына тәүҙә битараф ҡына ултырған Йәмиләнең ысынтылап асыуы ҡабара башланы. Кешеләрҙе уңайлы һәм уңайһыҙҙарға, һөйөклө һәм һөйкөмһөҙҙәргә бүлеүҙең коллективҡа емергес тәьҫире тураһында ҡыҙып-ҡыҙып һөйләп алып китте. Яңы режиссер иһә бүлдермәйенсә түҙемле генә тыңлап ултырҙы ла ҡотоп һалҡынлығы менән:
– Сәнғәттә ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек критерийҙарының бөтөнләй икенсе төрлө булыуын һеҙ белергә тейешһегеҙ. Театрҙы йондоҙҙар тотоп тора. Тамашасылар урта ҡулдарҙы түгел, йондоҙҙарҙы ҡарарға йөрөй. Шулай булғас, уларға айырым мөнәсәбәт булыуы тәбиғи, – тип әйтеп һалды.
Шул саҡ телефон шылтыраны.
– Һеҙҙе һорайҙар, Ильяс Исмәғилевич, – тип трубканы һуҙҙы кабинет хужаһы. Театрҙағы эске мөнәсәбәттәрҙе төшөнөп тә етмәйенсә, килеү менән ҡыҫылып, үҙенсә һығымта яһап ултырғанына ҡаны ҡарайған Йәмилә яңы башты йәне көйөп күҙәтте: ҡыланышы ла, һөйләшеүе лә ҡотһоҙ, яһалма. Шылтыратыусы яҡын ғына дуҫ кеше ине булһа кәрәк – бына режиссерҙың йөҙө яҡтырып китте. Йылмайып ебәрҙе.
«Шундай шөкәтһеҙ кешене лә йылмайыу үҙгәртә икән, – тип уйланы Йәмилә, ирекһеҙҙән. Ни өсөндөр тулҡынланып киткәнен абайланы, был халәтенән үҙенә ҡыйын булып китте. Ҡапыл был донъяла ни тиклем кәрәкһеҙ һәм ташландыҡ икәнен йәнә айырым-асыҡ тойҙо.
– Театрҙы йондоҙҙар театр итә, – тип дауам итте режиссер, трубканы һалыу менән йәнә ҡоро һәм ҡырҡыу тонға күсеп. – Ә башҡалар уларға ярҙамлашырға һәм ҡәҙерләргә, тураһын әйткәндә, йүгереп йөрөп уларға хеҙмәт итергә тейеш. Әгәр был театрҙа әлегәсә улай булмаған икән, артабан шулай буласаҡ. Был шартҡа риза булмағандарға ғәҙеллек тантана иткән бүтән урындарҙы һайларға тура килер.
Нимәлер һөйләп тороуҙың файҙаһыҙ икәнен самалаған Йәмилә өндәшмәне.
– Китергә мөмкин, – тине уға режиссер насар уҡыған балаға яңы ғына «икеле» ҡуйған уҡытыусы тауышы менән. – Әгәр һеҙҙең арҡала спектакль булмай ҡалһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ.
Сығырға ыңғайлаған Йәмилә ишектең саҡ ҡына ҡыҫыҡ торғанын күреп ҡалды. Тәүҙә ҡапыл тибеп ебәрергә уйлағайны, Зөлфиәнең маңлайын йәлләп, әкрен генә асты, шунан уға йылп итеп өҫтәле янына барып баҫырға мөмкинлек бирер өсөн яй ғына сыҡты. Шуға күрә артынан яңы режиссерҙың төшөнкө тауыш менән:
– Ошо актрисамы? – тип хайран ҡалып һорағанын ишетеп ҡалды.
– Икенсе балаһынан һуң артыҡ һимереп китте, – тип яуапланы директор урынбаҫары аҡланған шикелле. – Былай яҡшы ғына уйнай ул. Беҙгә балалар театрынан күскәйне.
* * *
Ильяс каминдағы ялҡын яҡтыртҡан ҙур бүлмәнең ишеген асты. Төптәрәк, мольбертҡа йүнәлгән бәләкәй генә лампочканан башҡа, иң алыҫ мөйөштәге төрлө үҫемлектәр араһында ла яҡтылыҡ сығанағы бар, һәм былар бөтәһе лә оҫтаханаға тылсымлы серлелек бирә.
Мольберт алдында баҫып торған бәһлеүән кәүҙәле олпат рәссам ишек асылған тауышҡа боролоп ҡараны. Сәйер ҡараш. Ильяс шунда уҡ таныны уны – ысын ижадсының ҡарашын. Әле ул төптә, булмышының тәрәнлегендә, үҙен әүрәткән серҙе һағалай. Хәйер, Сөләймән ағай тапҡан, ахыры, ул хазинаны, тик нисек эләктереп алырға ла һөйрәп сығарырға ғына белмәй аҙапланыуы.
Режиссер, илһамды өркөтөргә теләмәйенсә, ишек төбөндә туҡталып ҡалды. Әммә ижад һауаһына шул тиклем сарсағайны, шуны һулап туя алмайынса тора бирҙе.
– Әйҙә, туған, түрҙән уҙ, – тип ихлас йылмайып уға ҡаршы атланы инде ысынбарлыҡҡа тотош әйләнеп ҡайтырға өлгөргән рәссам. Үҙенең сәйер халәтен Ильястың абайлап ҡалғанын шәйләп, дауам итте. – Бер серҙе тотоп ала алмайым. Ҡайҙалыр мейелә боҫоп ултыра ул. Шуны ҡойроғонан аймайым ғына тиһәм, ысҡына ла ҡала.
Театр рәссамының оҫтаханаһындағы ижади мөхиткә, буяу һәм киндер еҫенә, илһам менән һуғарылған һауаға Ильястың һулышы иркенәйеп, күкрәге киңәйеп китте. Ошо эстән-тыштан күрекһеҙ, шөкәтһеҙ йорттоң ҡыйығы аҫтында, сарҙаҡта үҙе һағынған аһәң йәшәгән урын барлығы башына ла килмәгәйне. Ялҡынға сихырланған кеүек камин алдына барып сүгәләне. Сөләймән ағайҙың түшәмдәге люстраны яҡтыртырға йыйынып ынтылғанын самалап: «Кәрәкмәй, кәрәкмәй!» – тип ишараларға ашыҡты.
– Өркөтөп ҡуймайыҡ, – тип бышылданы ул уйынлы-ысынлы. – Теге мыжыҡ ҡарсыҡты әйтәм, Музаны. Уны шул тиклем танһыҡлағанмын, хатта һулышын да тойор хәлдәмен. Ул бында бар. Әле мин килеп ингәнгә генә боҫто, – тине лә, ысынлап та кемделер күрергә теләгәндәй, тирә-яғына ҡаранды.
– Ә ни өсөн ҡарсыҡ? – тип көлөп ебәрҙе рәссам. – Был Сөләймән ҡартҡа хәҙер ҡарсыҡтан башҡа кем килһен инде, тимәксеһеңме, ҡустым?
– Их, ағай, ағай, миңә килһен ине ул мәкерле ҡарсыҡ. Көнө-төнө ҡосағымдан ысҡындырмаҫ инем, – тине Ильяс. Тауышында шаярыу артына йәшеренгән болоҡһоуы сағылып ҡалды. Үҙе, ярҙам ялбарғандай, өмөт ҡатыш ҡаушау менән күтәрелеп ҡараны. – Кәңәш кәрәк миңә, ағай, донъя күргән, аҡыллы кешенең кәңәше.
Ильяс Сөләймән Хафизовты яҡшылап белеп тә етмәй. Өфөлә бер нисә тапҡыр осраштырғыланылар, тик алыҫтан ғына ихтирамлы иҫәнлек-һаулыҡ һорашыуҙан үткәндәре булманы. Уның ҡарауы, күп ишетте. Әле мыйыҡ сығып өлгөрмәгән сағында уҡ. Бигерәк тә халыҡ тип теше төшкән тынғыһыҙ йәнле атаһынан.
– Торғонлоҡ осоронда юғарыла ултырған бер нисә башҡорт араһында иң ҡурҡыуһыҙ, ғәҙел, ярҙамсылы ул ине. Башына шул етте, – ти торғайны атаһы. – Ауылдан килә беҙҙең башҡорт меҫкен, йә йомошо төшөп, йә хаҡлыҡ юллап. Уныһына барып төртөлә, быныһына барып ҡаҡлыға. Шулай футбол тубы кеүек типкеләнеп, ишектән-ишеккә йөрөй торғас, быға килеп эләгә. Иҙәненә ике яҡтан ҡыҙыл буй үткән йәшел хәтфә келәм түшәлгән олоғара кабинет. Оҙон өҫтәлдә әллә нисәмә телефон. Уларҙың әле береһе, әле икенсеһе шылтырай. Йә секретарь ҡыҙыҡай туҡылдата баҫып инә һала. Ә өҫтәл башында ултырған «башы тулы бит» башҡорт, аяҡ үрә баҫып ҡаршылай, хәл-әхүәлеңде әҙәмсә һораша, йомошоңдо, ниһайәт, хәл итә лә, ҡулыңды ҡыҫып оҙатып ҡала. Яныуына ла беҙҙең халыҡтың хәйләһеҙ бер ихласлығы сәбәп булды инде, – тип уфтана торғайны атаһы. – Ҡыуанысынан башы күккә тейеп сыға ла урам тултырып маҡтап йөрөй башлай. Мына, ти, үҙебеҙҙең егеттәр ҙә бар икән әле, ти. Бар беҙҙең дә күҙ терәп барырҙай ир-азаматтарыбыҙ. Ярҙам итеү генә түгел, көнөгөҙ төшкәндә мөрәжәғәт итегеҙ, тартынмағыҙ, тип әйтеп ҡалды, фәлән дә фәсмәтән. Шунан барып етә был хәбәр юғарыраҡ ултырғандарҙың ҡолағына. Көнсөллөк китә, китә хөсөт. Был үҙе лә «эйелгән башты ҡылыс сапмай» тип бөршәйеп йөрөй торған заттан түгел. Аҡылы менән үрләгән ул бында, осло терһәген уйнатып түгел. Шуға ғорур, үҙ һүҙле, дәрәжәһен дә, мөмкинлеген дә белә. Унан кире, һуғыш үткән, тормоштоң асылын аңлаған кеше бит. Командир булып һалдаттарын ут эсенә, үлемгә ебәрергә мәжбүр булған, әллә нисәмә ҡат яраланған, ордендар кавалеры. Нимә тип бында тубыҡ дерелдәтеп торһон. Эше гөрләп бара. Тик ҡайһы бер түрәләргә эшең менән генә ярау ҡыйын шул. Быны ла изғыларға керешәләр. Тик был ебеп бара торғандарҙан түгел – тарамыш. Шул кешене, илле бише тулыр-тулмаҫтан, тиктомалға эшенән сығарҙылар. Ул осорҙа ярай белмәгәндәрҙе һөргөнгә ебәрә торған бер вазифа бар ине. Республиканың кинофикация буйынса идаралығы рәйесе. Быны шунда тәғәйенләйҙәр. Халыҡҡа кино сәнғәтен пропагандалау буйынса Союзда, Чукотканан ҡала, иң артта торабыҙ, инде бөтөн ышаныс һиндә, шуны күтәр, йәнәһе. Ә был, сәмле кеше, серәшеп эшкә тотона бит. Бер йыл эсендә йөҙ ҙә өсөнсө урындан өсөнсө урынға сығара. Хатта был хаҡта «Правда» яҙып сыҡты. Бирешеп ҡалмауын үҙҙәрен мәсхәрәләүгә һанап, түрә-ҡара бында ла йәлсетмәне. Ваҡ-төйәк йомоштары менән мыҫҡыл иткән булып һындырҙылар шулай ҙа. Бәһлеүәнгә энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙырға ҡушып ҡуйған кеүек инде. Шунан бының күңеле төштө шикелле инде. Хәбәр-хәтере лә ишетелгәне юҡ, – тип ҡаны ҡарайыуҙан ыһылдап ҡуйғайны атаһы.
Бер мәл шул «һынған кеше»нең картиналарынан күргәҙмә ойошторолған тигән хәбәр таралды Өфөлә. Сәнғәттә өйрәнсеклекте, үҙешмәкәрлекте ене һөймәгән Ильяс, күптәрҙең хайран ҡалып һөйләгәненә күрә генә барып ингәйне, рәссамдың талантын танымай булдыра алманы. Буяуҙары шул тиклем баҙыҡ, тормошто ҡабул итеүе заманса, ифрат үҙенсәлекле. Күтәренке. Хатта был йәшлек дәрте аңҡып торған картиналарҙы етенсе тиҫтәне ваҡлаған кеше ижад иткән, тип уйлауы ла ҡыйын. Ысынлап та, шул Сөләймәнме ул тип ҡыҙыҡһынғас, таныштырҙылар.
– Ниндәй метаморфоза! – тигәйне ул ғәжәпләнеүен йәшерә алмайынса. – Һеҙ бит, һеҙ... – тине лә, әйтергә тәләгәненең тыйнаҡһыҙлыҡ буласағын шәйләүҙән, тотлоҡто.
– Кипкән йөрәк, чиновник, тимәксеһеңме, ҡустым, – тип йылмайғайны рәссам. – Һин әле йәш. Ғүмерҙең ни тиклем оҙон икәнен күҙ алдыңа бик үк килтерә алмайһың. Ә бит бер генә һуҡмаҡты тапап, бер генә йәрҙе һөйһәң, ялҡыуҙан башыңды боғалаҡҡа тығыуың бар.
Эргә-тирәләгеләрҙең бөтөнөһө лә шарҡылдашып көлгәйне. Шул мәлдә уның мөхәббәт мажаралары хаҡында ла сурытҡандары хәтерҙә.
Бында килергә булып киткәс тә иҫенә төшөргәйне Ильяс Сөләймән рәссам тураһында, үҙҙәрен бәхетһеҙлек буйынса бер туғандай тойоп, килеп төшөү менән һорашты. Күршеләге бер бәләкәй ҡалаға мәҙәниәт һарайының сәхнәһен биҙәргә китте, тип әйткәйнеләр. Бына ҡайтҡан.
– Һеҙҙе әжәл дарыуы кеүек көтөп алдым, Сөләймән ағай, – тине Ильяс, хужа хуш еҫ борҡоп торған эҫе ҡәһүә, ҡуйыртылған һөт, шаҡмаҡ шәкәр ҡуйылған бәләкәй генә өҫтәлде камин янына тәгәрәтеп килтереп ҡаршыһына урынлашҡас. – Хәҙерге заманда был тиклем дә бөлгөнлөккә төшөп булалыр, тип башыма ла инеп сыҡмай ине. Нимә эшләп ятҡандар һуң бында? – Аптырауҙың сигенә етеп, ялбарған кеүек һораны.
– Эшләмәй генә ятҡандар шул инде, – тине рәссам бер аҙ өндәшмәй ултырғас. – Йәшерен-батырыны юҡ, һуңғы йылдарҙа директор менән режиссер ҡушарлашып эсте. Етмәһә, директор үҙенең кеҫәһе менән дәүләт кеҫәһен бик ныҡ ҡына бутай торған кеше булып сыҡты. Ҡылғандарын күрмәһен тип, быныһын айныға башлау менән эсерә һала торғайны. Мәркәздә белеп торҙолар бит инде был хәлде. Тәүҙә талантлы бит, таланттар шулай холоҡһоҙораҡ була инде, тип тоттолар. Унан, ни хәл итәһең, үҙебеҙҙең егет, йәл, тип аянылар. Коллектив тарҡалды. Эш таба алырлыҡ йүнлерәктәр таралды. Нисәмәһен үҙең һыйындырҙың. Төрлө сәбәптәр арҡаһында был ҡалаға бәйләнгәндәр, ҡайҙа китергә белмәгәндәр генә ҡалды.
– Нишләйем? – тине Ильяс тағы ла нығыраҡ төшөнкөлөккә бирелеп. – Ситтән саҡырып килтерә башлаһаң, әлеге лә баяғы, торлаҡ мәсьәләһе инде. Ҡаланан аҙыраҡ ярҙам һорап ҡарағанда?
– Театрҙың абруйы бик төштө. Хәҙер бында беҙҙе эшкә һанаған кеше ҡалманы. Шуға, иң элек, һәйбәт кенә спектакль менән донъя шаулатып алмағанда, хужаларға ҡул һоноп барыуҙың файҙаһы юҡ. Фәрүәзгә бит башта бик ныҡ ярҙам иттеләр. Нимә һораһа ла, «ал» тип кенә торҙолар. Һуңғы йылдарҙа: «Театр – ҡара упҡын һымаҡ, бөтөн биргәнде йотоп юҡҡа сығарып тик тора», – тип ҡул һелтәнеләр.
Ильястың бөтөнләй бөлөнөп киткәнен абайлап, Сөләймән күңелһеҙ хәбәрен бүлде.
– Үәт, ҡарт алйот, нимә һөйләп ултырам мин ҡунаҡтың кәйефен төшөрөп, – тип урынынан һикереп торҙо ул. – Коммунистар тар-мар итә алмаған ҡәлғәләр юҡ, ти торғайныҡ беҙ һеҙҙең кеүек йәш саҡта. Тәүҙә тамаҡ сылатып алайыҡ беҙ, унан рәхәтләнеп һөйләшербеҙ, – тип электр самауырын яңынан шыжлатырға ҡуйҙы, сынаяҡ шылтыратырға кереште.
Рәссам бәләкәй генә ҡул тирмәнендә ҡәһүә онтаҡлап маташҡан арала, Ильяс ҙур оҫтахананы әйләнеп сыҡты. Бер сәйер ҡоролмаға күҙе төштө.
– Күбәләктең өйө, – тип йылмайҙы Сөләймән, уның иғтибарын абайлап.
– Шаяртаһығыҙ...
– Ысын. Байтаҡтан хитланам, күбәләк үрсетеп ҡарағы килә.
– Ғәжәп кешеһегеҙ инде, – тип һоҡланды Ильяс. – Ә былары?
– Ҡуҙыға әүерелгән ҡарышлауыҡтар. Тиҙҙән күбәләккә әйләнергә тейеш тип көтәм дә... – тине ул. Ҡайҙандыр бәләкәй генә шешә килтереп сығарҙы. – Балтик буйынан боронғо бер дуҫ ебәргән саҡ ҡына бәлзәм бар. Ҡәһүәгә өҫтәйбеҙме, айырыммы? – тип һораны, кескәй генә сынаяҡтарға шыптырлатып ҡайнаған һыу ағыҙҙы. Бүлмәгә затлы ҡәһүәнең арбағыс еҫе таралды. – Әйткәндәй, театрҙа ла, режиссерҙың иғтибарын көтөп, ҡуҙы эсендә ятҡан һәләтле кешеләр юҡ түгел.
– Ысынлап та, шундай кешеләр бар тип уйлайһығыҙмы? – Ильястың тауышында шик ҡатыш өмөт ишетелде.
– Уйламайым, беләм. Аҙмы-күпме бишенсе йыл эшләйем бит инде ошо коллективта.
– Кемдәр инде улар?
– Ә бына уныһын әйтмәйем. Һинең кеүек оҫтаға уларҙы таныу һис тә ҡыйын булмаҫ.
Хужа шылтыраған телефонға яуап биргән арала, Ильяс ҡалын-ҡалын китаптар теҙелгән шкафтарҙы ҡараны. Асыҡ ятҡан бер китаптың тышын ҡараны, «Ницше. Заратустра шулай тигән».
– Ницшенан илһам алаһығыҙмы ни? – тип һораны. – Ул ижадҡа ҡараңғыраҡ буяуҙар өҫтәмәйме?
– Мин түгел, – тине рәссам. – Йәмилә уҡый. Уның шулай бер юлы әллә нисәмә китап уҡый торған холҡо бар.
«Был театрҙа Ницшены аңларлыҡ кешеләр ҙә бармы икән ни?» – тип уйланы режиссер, тик ҡысҡырып әйтмәне. Иғтибарын мольбертҡа ҡуйылған, әле төшөрөп бөтөлмәгән картина йәлеп итте. Унан да ғәжәп сәйер йән эйәһе – әлеге шул ҡуҙы – ҡарап тора ине кеше күҙҙәре менән. Ни өсөндөр күҙҙәр таныш кеүек тойолдо, тик уларҙы ҡайҙа күргәнен генә иҫенә төшөрә алманы.
– Бына тағы бер буласаҡ күбәләк, – тине шым ғына уның артына килеп баҫҡан рәссам.
«Кемдең күҙҙәре был?» – тип һорағыһы килде Ильястың, әммә Сөләймәндең тауышында тойомланған нимәлер туҡтарға мәжбүр итте. Йәшерен хис йомолғайны был һүҙҙәрҙә: болоҡһоумы, ярһыумы, әллә түгелергә торған наҙмы?..
* * *
«Ошо – актрисамы»? Мәсхәрәле һорауҙан, йәне һөймәгән кешенең көтмәгәндә уны яҡлашырға маташыуынан, үҙенең шул яҡлауға мохтажлығынан ғәрләнгән Йәмилә шым ғына кейенеп тышҡа сыҡты. Елләп тороп рашҡы яуа башлаған. Ҡатын, күшеккән көҙгө урамға ҡарап, ҡайһы яҡҡа китергә белмәйенсә, бер аҙ туҡтап торҙо.
Битарафлыҡ, билдәһеҙлек – ғәҙәти хәле, ул теләкһеҙлектән йонсоп бөткән. Ҡайһы ваҡыт яҡшы китап уҡый, фильм ҡарай ҙа дәртләнеп китеп берәй нәмә ҡыйратмаҡсы була. Тик хыялынан үҙенең ысынбарлығына ҡайтыу менән йәнә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, тирә-яғында бөтөн нәмә төҫһөҙ, күңелһеҙ күренә. Һуңғы йылдарҙа үҙен бысраҡ мамыҡҡа төрөп туҙанлы сарҙаҡҡа ырғытылған таш ҡурсаҡ кеүек тоя. Улының тыуыуы ғына уны бер ни тиклем ваҡытҡа был халәтенән йолоп торҙо, тормошона ҡыуаныс-хәүефтәр өҫтәп, эргә-тирәһен еҫтәргә һәм төҫтәргә мансып алды. Балалары саҡ ҡына ҙурайып итәктән төшөү менән, әсәлек инстинкты ғына ҡуҙғытҡан булмышы йәнә ойоно.
Ситтән ҡарағанда, ул шул уҡ Йәмилә, шаяра, көлә, әрләшә, илай, әммә былар барыһы ла булмышына үтеп инмәй, бында, өҫтә генә. Ҡышҡыһын ҡайһы берҙә боҙ менән ҡапланған йылға өҫтөнә шәре сыға. Уның хатта бер килке йылға кеүек шаулап ағып ятыуы ла ихтимал. Әммә уртала ҡалын боҙ ҡатламы. Йәмиләнең дә күңеле шулай, тышҡы тойғолар төптәге, асылындағы ағымға ҡушыла алмай.
«Ошо – актрисамы»? Бындай һорауҙы бер нисә йыл элек ишетһә, ғәрлегенән пыр туҙыр, әллә ниндәй батырлыҡтар яһап ташлар, бер көндә бер килоға ябығыр ине, моғайын. Әле иһә тумбығып ҡатҡан күңеленә энә менән сәнскән кеүек земберҙәтеп кенә алды. Хәйер, уны бит хатта ире Хәлилдең хыянаты, дөрөҫөрәге, үҙенең оҙон ботло, һалам сәсле, ҡыҙыл иренле сәркәтип ҡыҙыҡайы менән мөнәсәбәттәрен йәшермәй башлауы ла тетрәтмәне. «Эше уң барған һәр уртаҡул бизнесмендың һылыу һөйәркәһе булырға тейеш инде ул», – тигән һығымта менән генә сикләнде.
Юҡ, шулай ҙа бер аҙ борсолған икән. Хәлилдең һыуыныуынан бигерәк, үҙенең был хәлгә битарафлығы ҡурҡытты уны. Күңелендәге бушлыҡтың шул ҡәҙәре тәрәнәйгәненән хәүефләнеп, үҙ-үҙендә ҡаҙынырға тотондо: рәнйеү бар ине шулай ҙа, ташландыҡлыҡ хисе, сәм дә табылды, ә бына яратыу юҡ... Һөйөү табылманы. Ә бит улай булырға тейеш түгел ине. Күрше малайына ун өс йәшенән ғашиҡ булып, ун биш йыл буйы һоҡланыулы ҡарашын төбәп, тик ул тип кенә йәшәргә күнеккән Йәмилә үҙенең Хәлилде яратмаған сағын йүнләп хәтерләмәй ҙә. Әле иһә ҡайһылай сәйер хәлдә тороп ҡалды ул ҡапыл. Һөйөү ни аралалыр ташлап киткән, ә Йәмилә уның юҡлығын абайламаған да. Ә Хәлилдең, бәлки, шуны һиҙеүелер. Өшәнеп, ситтән йылы эҙләп маташыуылар...
Юғалтыуҙың дәүмәлен аңлауҙан ҡурҡыу, Хәлил алдында ғәйеп тойғоһо эсен яндырып алды. Һөйөүһеҙ ҡалыу Хәлилһеҙ ҡалыуҙан да ҡурҡынысыраҡ ине. Үкһеҙ етем булмышын нисек йыуатырға белмәй аптыранғайны башта. Тора-бара иһә күнекте, хатта былай йәшәүҙең йәтешерәк икәнен аңлап, еңеллеккә оҡшаш тойғо кисерҙе. Әйтерһең дә, уның яурынынан ниндәйҙер кимәлдә ғаилә бәхете өсөн яуаплылыҡты алып ташланылар. Хәлдәрҙең былай килеп сығыуынан, ғаиләлә илаш-талаш ҡубыуҙан, ҡатынының көнләшеүенән, күҙ йәшенән ҡурҡып йөрөгән Хәлил дә ҡәнәғәт ҡалды. Бизнесҡа киң ҡолас кәрәклеккә һылтанып Өфөгә күсеп китеүе лә үҙе әйтмешләй, «иптәштәрсә аңлау шарттарында, ифрат йылы мөхиттә» үтте.
Әле ире тегендәге шау-шыулы, геүләп торған сағыу тормошонан, ғишыҡ-мишыҡтарҙан арып киткәндә бында ҡайтып ял итә, балаларҙы ярата, уларҙы һағына һәм хәстәрләй. Йәмиләгә бүләк ташый, күпме кәрәк, шул тиклем аҡса бирә. Шул уҡ ваҡытта күңелдә ҡалмаған йылыны таптырып аптыратмай. Осрашҡанда, гүйә, араларында бер нәмә лә булмағандай һөйләшәләр һәм бер-береһенә туғандарса тыныс, вайымһыҙ ҡарайҙар. Ҡайһы ваҡыт Йәмиләгә үҙе генә түгел, Хәлил дә ысынбарлыҡ тойғоһон юғалтҡан һымаҡ күренә. Икеһе лә, ысын тормоштарынан ялҡып, ваҡытлыса юрамал ғына йәшәп ята кеүек.
Бына хәҙер Йәмилә өйгә инер. Ихтимал, өйҙә булған Хәлил килеп маңлайынан һалҡын ғына үбеп алыр, кейемен сисергә ярҙам итер, балалар хаҡында һорашыр.
– Әсәйемдәр балалар баҡсаһына йылы биргәнсе тип алып ҡайтып китте, – тиер ҡатын.
– Дөрөҫ эшләгәнһең, – тиер ире. – Яҙға тиклем йөрөтмәй торһаң да яҡшы булыр ине.
– Был йәштә балаларға коллективта булырға кәрәк, юғиһә, уларға артабан тиңдәштәре менән аралашыу ҡыйын буласаҡ, – тиер Йәмилә, педагогика дәреслегенән уҡығандай төҫһөҙ тауыш менән.
– Ярар, ярар, үҙең беләһең. Һөйләштек бит инде, – тип ҡул һелтәр ире. Шунан өҫтәлгә бер услам меңлек һалыр. Тормош түгел, хыял – аҡса ла бар, азатлыҡ та.
Оҙон ҡара пальтоһына уранып, башын эйгән килеш ҡала урамы буйлап бер маҡсатһыҙ йөрөй биргәс, ҡатын өйө яғына боролдо. Ишек алдында Хәлилдең машинаһы тора. Тимәк, тағы ҡайтҡан. Был уй Йәмиләлә ҡыуаныс та, хәүеф тә уятманы. Ишекте шым ғына асып ингәс, бәләкәйҙән әсәһе һеңдергән ғәҙәт буйынса, иртән ашыҡҡанда унда-бында ырғытып киткән әйберҙәрен йыйып урынына һалды, шунан тәртипле уҡыусы кеүек тыйнаҡ ҡына итеп ултырғысҡа барып ултырҙы. Әйләнә-тирәһенә күҙ йүгертте. Ике ҡатлы фатир инеп сыҡҡыһыҙ – затлы келәм, заманса уңайлы, матур йыһаз. Хәлил күпләп аҡса таба башлағас, үҙ проекты менән тигәндәй эшләтеп, дәртләнеп биҙәгәйне. Шул осорҙа уҡ һүнә башлағандыр Йәмилә. Артыҡ ҡыуанып, ҡанатланып йөрөгәнен хәтерләмәй. Булһа, ни булған?.. Тормоштоң бөтөн тәҡдимдәренә лә Йәмиләнең яуабы булып ҡалды ошо вайымһыҙ һәм мәғәнәһеҙ һүҙҙәр.
Юғары ҡатта Хәлилдең кем менәндер күгәрсендәй гөрләшеүе ишетелә. «Матурым, һөйөклөм», – тип һамаҡлауына ҡарағанда, бай ирҙе һырып алған сибәр ҡатындарҙың береһе, ахыры. Бына Хәлилдең тауышы күтәрелә башланы, моғайын, телефондың теге башында уны көнләшеп янъял ҡуптарырға маташалар.
Йәмилә урынынан тороп «Командор» шкафының көҙгөлө ишеге алдына барып баҫты ла үҙен аяуһыҙ иғтибар менән күҙҙән үткәрҙе: метрға метр тумбочка, ҡырылған джинсыны бүҫеп сығып килгән мендәр кеүек янбаштар менән йыуан балтырҙар... «Йәмһеҙ бисәләр йөк аты булырға тейеш инде», – ти торғайны уларҙың ауылындағы матурлыҡҡа ғашиҡ бер ағай. «Эйе, үҙен үҙе лә ихтирам итмәгән бисәләрҙең нимәгәлер дәғүә итергә хаҡы юҡ...»
– Йә, нисек, оҡшайбыҙмы үҙебеҙгә?
Бормалы баҫҡыстан шым ғына төшөп килгән иренең тауышына тертләп китте. Ул, моғайын, өндәшмәй генә уны байтаҡтан күҙәтеп торған. Йәмилә өндәшмәне – был осраҡта нимә тип әйтәһең инде?
– Ә роман нисек? – тип дауам итте Хәлил. – Һаман да элеккесәме – һин уны яратаһың да, ул һине юҡ. Аңлайым, аңлайым, ҡыйын хәл. – Был уларҙың бер нисә йылға һуҙылған файҙаһыҙ бәхәсе. Хәлил, аҡсаһыҙлыҡ үҙәгенә үтеп театрҙы ташлағандан бирле, Йәмиләне лә китергә өгөтләй. Дөрөҫөн әйткәндә, иренең ошондай мыҫҡыллы тон менән һөйләшергә тулы хоҡуғы бар: ул театрҙың һөйөклөһө булды. Ул талант, ул буй-һын, ул тауыш... Һәр йәһәттән килгән ундай актерҙар һирәк була. Театр уны ярата ине, әммә ул аҡсаны сәхнәнән, алҡыштарҙан артығыраҡ күрҙе лә китеп барҙы. Хәҙер бына талантһыҙ ҡатынының сәхнәнән ысҡына алмағанына көлөп рәхәтләнә.
– Юҡ, тағы ла ҡыйыныраҡ, – тип яуапланы башҡа саҡта уның төрттөрөүҙәрен өндәшмәй генә үткәрә торған Йәмилә.
– Хатта ҡыйыныраҡ? – тип һуҙҙы Хәлил. – Яуапһыҙ мөхәббәттән дә ауырыраҡ тағы нимә булыуы мөмкин?
– Ул һине яратмай, һин – уны. Һөйөүҙең бөтөнләй булмауы яуапһыҙ мөхәббәткә ҡарағанда күпкә ҡыйын.
– Шулай уҡмы ни... – Нимәлер әйтә башлаған
Хәлилде телефон шылтырауы бүлдерҙе.
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң ул? – Трубкала сәркәтип Зөлфиәнең ризаһыҙ тауышы ишетелде. – Баш йыйылыш үткәрә. Тиҙ генә килеп ет.
* * *
– Рампа менән яҡтыртылған сәхнә кешенең бөтөн кәмселектәрен тағы ла ҡабартыбыраҡ күрһәткәнен барығыҙ ҙа бик һәйбәт беләһегеҙ. Сәхнәгә сығып баҫтыңмы, һин – лупа аҫтына килеп эләккән бет. Меңәрләгән күҙ тарбаңлауыңды күҙәтә. Ҡәҙимге тормошта бер кем дә абайламаған нәмәләр сәхнәлә көлкө, ғәриплек йәки меҫкенлек булып шунда уҡ күҙгә ташлана. – Ильяс һөйләүенән туҡтап ҡаршыһында ултырған коллективҡа күҙ ташланы. – Артистың эш ҡоралы – ул үҙе, уның тышҡы ҡиәфәте, килеш-килбәте. Ә һеҙ үҙегеҙгә тәбиғәт биргән байлыҡ менән нисек файҙаланаһығыҙ? Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ бармы?
Һеҙ бит хатта шул ҡоралығыҙҙы ла тәрбиәләп тота алмайһығыҙ. Бер-берегеҙгә күҙ һалығыҙ әле. Арҡағыҙ көмрәйгән, эсегеҙ кәпәйгән, икенсе эйәгегеҙ һәленеп төшкән. – Көсөргәнеш боҫҡан залда, ирекһеҙҙән, хихылдашҡан тауыштар ишетелеп ҡалды. Бөршәйешкән актерҙар, тағы ла бәләкәсәйергә тырышып, урындарына һеңде, ҡараштарын йәшерергә тырышты. Ә ул ирендәрен мәсхәрәле ҡыйшайтып, баҫым менән: – Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, – тип ҡабатланы. – Үҙегеҙҙе ошо хәлгә төшөрөргә ғәрләнмәгәнһегеҙ икән, ниңә бер-берегеҙгә күтәрелеп ҡарарға тартынаһығыҙ ?
Бына һеҙ үҙегеҙ, тупар балта, һыныҡ тешле бысҡы тотоп эшкә килгән балта оҫтаһына, ватыҡ трактор менән баҫыуға сыҡҡан механизаторға нимә тиер инегеҙ? Ә үҙегеҙ уға нимә тәҡдим итәһегеҙ? Хәләл көсөн түгеп тапҡан аҡсаһын түләп, һеҙҙең көмрөһө сыҡҡан арҡағыҙ, кәпәйеп торған эсегеҙ йә һәлберәп төшкән икенсе эйәгегеҙҙе ҡарарға киләме ни ул?!
Был юлы режиссер, тағы ла яһилыраҡ йылмайып, зәһәр ҡараштарын әле бер, әле икенсе кешегә ҡаҙаны. Уның өтөп алып барған ҡарашына эләккәндәр ер тишегенә инеп юғалырҙай булып ултыра. Бер кем, бер нәмә әйтерлек түгел.
– Яңы йыһаз, матур театр юҡ, тип зарланған булаһығыҙ. Ә бит һеҙ ошо шапшаҡ мөхиткә шул тиклем тап килеп тораһығыҙ. Шулай уҡ тәпәрләнеп, һиҙрәп, бүҫелешеп бөткәнһегеҙ. – Ә ул үҙе, әйтерһең дә, яңы ғына ялтыр тышлы «Плейбой» журналынан төшкән. Мускулдары мендәр кеүек ҡабарып торған мыҡты кәүҙәһенә һыланып торған ҡара свитер кейгән. Салбары менән көҙгө кеүек ялтыратылған туфлиҙарының төҫөнә ҡәҙәрле үҙ-ара ярашып тора. Ялҡын сәскән һөрмәле ҡара күҙҙәренә ҡарауы ҡурҡыныс, әммә ҡараштарҙы айырып алыу ҙа мөмкин түгел.
Артист халҡының асылында, ул ниндәй генә енестән булһа ла, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған оҡшарға һәм һоҡландырырға тырышыу ята. Тәжрибәле режиссер булараҡ, Ильяс быны яҡшы аңлай һәм бик оҫта файҙалана ине. Әле ул үҙенең иң беренсе маҡсатына ифрат еңел генә иреште: труппаны үҙенә мөкиббән итеп арбап алды. Әммә ысынтылап ярһыған һәм асыуын һаман сығарып бөтмәгән Ильяс, уларҙы буйһондороуынан эске ҡәнәғәтлек алып, һүҙен дауам итмәксе ине, артҡы рәткә күҙе төштө. Тап шул мәлдә Йәмилә эргәһендәге дуҫы, элекке курсташы Рәмилгә:
– Абзый Станиславскийҙы ятҡа бикләгән дә һиптерә генә, – тип бышылдай ине. Эргәләрендә көсөргәнештән ҡалайтып ҡотолорға белмәй ултырған йәш актерҙарға етә ҡалды, шыбыр-шыбыр «нисек тә нисек?» тиештеләр.
– Оноттоғоҙмо әллә? «Актер, вставший перед рампой, рассматривается в лупу, которая увеличивает во много раз...» йәки, «Они даже не умеют содержать свое тело в порядке: дряблые мышцы, искривленный костяк...»
– Ну, хәтер ҙә үҙеңдә, Йәмилә! – тип пырхылдаштылар.
Ә уларҙы күҙәтеп торған режиссер бая директор урынбаҫарының бүлмәһендә әрләшеп ултырған йәмһеҙ ҡатынды шунда уҡ сырамытты. Уның ҡыйыу, хатта бер ни тиклем буйһонмаҫ шуҡ ҡарашын, башҡаларҙың сырайынан ғына түгел, буй-һындарынан аңҡып-бөркөлөп торған ярарға тырышыу менән сағыштырып, һарыуы ҡайнаны. Йәш актерҙарҙың боҫоп ҡына хихылдашыуынан был ҡатындың үҙенән көлгәнен аңлап алды.
– Һағыҙ сәйнәйһегеҙ, керәндил кимерәһегеҙ, инде көнбағыш та сира башлаһағыҙ, ауыл клубынан бер генә ерегеҙ ҙә айырылмаясаҡ, – тине ул, Йәмиләгә туп-тура ҡарап.
Был һүҙҙәрҙән ике бите уттай яна башлаған Йәмилә, уны үртәгәндәй, усына йомолған керәндилде шырт иттереп яңынан киртеп алды. Бөтәһе лә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
«Булһа, ни булған?..» – тип ҡабатланы Йәмилә эстән генә.
Уның был ҡыланышы тиҫкәрелектән дә, холоҡһоҙлоҡтан да түгел, ә әлеге халәтенән ине, әлбиттә. Һүнек күңел, ярым үлек тойғоларын ул шулай ҡыбырҙатырға маташа. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың ихлас рәүештә ниҙер теләүе, ҡайҙалыр ынтылыуы уға яһалма булып күренә. Ул баш режиссерҙың ихлас ярһыуына, ысынлап та, нимәнелер яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышыуына ышанманы. Әйткән һәр һүҙен ҡыланыу тип ҡабул итте, үҙе кәрәгенән тыш ыҫпай, артыҡ сибәр булып күренде. Ҡоролоҡҡа кибеп, ярғысланып бөткән ҡыу далала күкрәп сәскә атып ултырған һуғарыулы ер ана шулай самаһыҙ йәшел, күҙ ышанмаҫлыҡ күркәм тойола. Шуға күрә уның ялғанды фашлағыһы, йөҙ йыртҡыһы, был артыҡ сибәр ирҙе сығырынан сығарып, йәмһеҙ сағын күргеһе килә ине.
Йәш саҡта шундай бер мәл була – бөтөн елкәндәрен киреп дауыл ҡосағына ташланған карап һымаҡ, һәләкәтеңде лә абайламай ҡайҙалыр еләһең. Карабың бына-бына ҡаяға төртөлөп ҡыйраласаҡ, ә үҙеңә, әйтерһең дә, донъя ҡосағын йәйеп һине генә көтөп торғандай тойола. Нимә ҡыланһаң да килешә, һәр боролмала уңыш көтә, ҡулыңдан килмәгән бер генә нәмә лә юҡ һымаҡ. Йәмилә сәнғәт тигән хайран мөхиткә шундай тыйыуһыҙ сағында килеп юлыҡты. Хәлилдең, өс-дүрт йәштән алып сәхнәләрҙә «Атым бар, йүгәнем юҡ, дәртем бар, йөрөгәнем юҡ» тип шыңғырҙатып йырлап, «был малай артист булыр ул» тигән хуплау аҫтында үҫкән егеттең, сәнғәт институтына юл тотоуы тәбиғи. Ә бәләкәйҙән йә астроном, йә нейрохирург булам тип хыялланған Йәмиләнең бер урынға утыҙ биш кеше дәғүәләшкән актер бүлегенә имтихан бирергә йөрьәт итеүе дыуамаллыҡтың сигенә тиң булды. Һаман да, иҫенә төшөрһә, эҫеле-һыуыҡлы булып китә: беренсе тур. Коридор тулы иҫ киткес һылыу ҡыҙҙар-егеттәр. Эйе, барыһы ла ҡарап туйғыһыҙ сибәрҙәр, оҙон буйлылар, йырлайҙар-бейейҙәр, үҙҙәренә күрә сәхнә йондоҙо булып танылғандары бар. Улары инде, әйтәһе лә түгел, самаһыҙ тәкәбберҙәр. Шулай ҙа барыһы ла тулҡынлана, оҙон керпектәрен күккә сөйөп, әллә Хоҙайға ялбарыуҙары, әллә әҙерләгән монологтарын ҡабатлауҙары. Шунда ғына үҙенең ҡайҙа ынтылғаны башына барып етте Йәмиләнең. Боролоп ҡына сығып китер ине – башҡа урынға барырға ла һуң түгел әле – Хәлилдән айырылғыһы килмәй. Ошо гөлдәр баҡсаһында торғоҙоп ҡалдырһа, егетенән ҡолаҡ ҡағасағы көн кеүек асыҡ. Күңелен әйтеп биргеһеҙ хәсрәт солғап алғаны хәтерендә. Ошо тойғо ҡыҙға һуңғы сиккә тиклем көрәшергә тәүәккәллек биргәндер, моғайын. Ҡабул итеү комиссияһы алдына килеп баҫҡанда, ул үҙен тауис ҡоштарҙан һуң ҡуҡырайып килеп сыҡҡан көҙгө әтәс кеүегерәк тоя ине. Ошо мәрәкә хәле, «бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп» тигән уйы уға шаян саялыҡ бирҙе. Һынау тота алмаясағына тамсы ла шиге булмағанлыҡтан, бер ниндәй ҡаушауһыҙ, үҙенән-үҙе көлөп килеп инде. Үҙе лә аңламаҫтан, бик тә дөрөҫ юл һайлаған булып сыҡты. Терегөмөш кеүек етеҙлеге, көләслеге, бер ниндәй буяу менән боҙолмаған тәбиғи һөйкөмлөлөгө имтихан алыусыларҙың иғтибарын шунда уҡ йәлеп итте. Шиғырын сатнатып һөйләп биргәндән һуң, комиссия ағзаларынан береһе: «Йә, тағы ниндәй һөнәрҙәрең бар? Түкмәс ата беләһеңме?» – тип шаяртырға уйлағайны, ҡыҙыҡай, бер секунд та уйлап тормай, йомғаҡ кеүек тәгәрләп тә китте, күҙ асып йомғансы кире килеп тә етте, һикереп тә торҙо. Йәмилә өсөн имтихан бары уйын ине, ә бында ана шул уйынға һәләт айырыуса кәрәк булды ла сыҡты. Бер нисә көндән, ҡабул ителгәндәр исемлегендә Хәлил янында үҙенең дә фамилияһын күргәс, Йәмиләнең аптырауының сиге булманы. Ҡәнәғәтлек түгел, ә ғәйеп тойғоһо уянды унда күҙ йәш түккән, үҙҙәрен сәхнәнән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған һылыу-һылыу ҡыҙҙар эргәһендә. Кемдеңдер хыялын урлап алғандай тойҙо. Бына-бына уның ысын асылын һиҙеп алырҙар ҙа ҡыуып сығарырҙар, тип көттө. Тәүге ярты йыл тирәһе театр сәнғәте тип аталған сәйер донъяла үҙен ят һәм осраҡлы һиҙеп, шым ғына күҙәтеп йөрөнө. Бында барыһы ла ҡәҙимге тормоштоң нәҡ киреһе: тегендә һинән хистәреңде ауыҙлыҡта тотоу талап ителә, ә бында – киреһенсә, мөмкин тиклем туғарылһаң, маҡталаһың... Тегендә, әгәр үҙ-үҙеңде яраламайым тиһәң, артыҡ шаран-яран булмаҫҡа, йомолорға кәрәк, тип өйрәтһәләр, бында – ысын актерҙың күңеле нескә, яланғас булырға тейеш, тип йонсоталар. Тегендә һәр нәмәлә сама кәрәк, бында бар нәмә – сиктән тыш... Төркөмдә төрлө йәштәге кешеләр, эшләп килгән, Хәлил кеүек армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандар бар. Араларында – уҡыуға алты йәштән төшкән Йәмилә иң бәләкәсе. Шуға күрә башта бер кем дә уны етдигә алманы. Актер оҫталығынан уҡытҡан ҡарт йәһүд Исаак Соломонович ҡына – башҡорт төркөмө, уны яҡын күреп, үҙ-ара Исхаҡ Сөләймән улы тип йөрөтә торғайны – ни өсөндөр уны айырып яратты, матур киләсәк юраны. Уҡытыусының өмөтө нимәгә нигеҙләнгәнен аңлап етмәһә лә, Йәмиләнең эсенә йылы йүгерҙе – был һөнәргә ғашиҡ булып өлгөргәйне. Ә ысынтылап яратҡанда нисек була? Күңелең төшкәндән бер нәмә лә талап итмәйһең: бары уның булыуына ғына ҡыуанаһың, арымай-талмай уға хеҙмәт итергә тотонаһың. Йәмилә ана шундай ысын ғашиҡтарҙан булып сыҡты. Ул алҡыштарға, тамашасы һөйөүенә, данға өмөт итмәне, бары тик образ хаҡында уйланыу-эҙләнеүҙәрҙән, үҙенең бәләкәс кенә асыш-табыштарынан әйтеп биргеһеҙ ләззәт алып эшләргә өйрәнде. Тәбиғи һиҙгерлеге уны һәләкәтле амбицияларҙан ҡурсалап ҡалды: әгәр дан-шөһрәтте тормошоңдоң үҙәгенә ҡуйһаң, аҡылдан шашыуың бик мөмкин, сөнки театр, ни тиклем сағыу, ни тиклем ымһындырғас булһа, шул тиклем үк аяуһыҙ һәм мәкерле мөхит. Бында үлемесле алыш бер ваҡытта ла туҡтамай: етди ролдәр, алҡыштар, тамашасы иғтибары, гәзиттә бер нисә һөйләм, суфлер будкаһына яҡын отошло урындар – аҙмы ни сәбәп көрәш ҡомары менән янған кешегә...
Йәмиләгә был көрәштән мөмкин тиклем ситтәрәк торорға кәрәклеген әлеге шул Исхаҡ Сөләймән улы иҫ-кәртте. Уның: «Уңыш – ул күбәләк һымаҡ, тиреҫ өйөмөнә лә, гөлйемеш ҡыуағына ла ҡуна. Абай бул, ҡыҙыҡай, юҡ-бар артынан ҡыуып, башыңды юғалтма», – тигәне ғүмерлеккә хәтеренә һеңеп ҡалды. Хәйер, аҡыллы һүҙҙәрҙе уҡытыусылар аҙ һөйләйме ни – уның күпмеһе башыбыҙға һеңә? Ә был кәңәш бик урынлы әйтелгәндер, күрәһең. Театрҙа эшләй башлағас, үҙенә хеҙмәт менән түгел, терһәк менән юл ярған ҡайһы берәүҙәргә ҡарап ҡәһәтләнгән ваҡыттарында сабырлығын юймаҫ өсөн ғәйәт файҙалы булды.
Институтты тамамлағас, улар Хәлил менән туған яҡтарына ҡайтып, ошо бәләкәй генә ҡалала эш башланы. Йәш ғаиләнең тормошо тиҙ арала яйға һалынды. Оҙаҡ зарыҡтырмайынса, бәләкәс кенә булһа ла, айырым фатир ҙа бирҙеләр. Ҡала уртаһынан ауылдарына тиклем утыҙ ғына саҡрым, ризыҡ-әүҡәт шунан, кәрәк саҡта ҡайта һалып ата-әсәйҙәргә ярҙам итеп килергә лә уңайлы. Хәлил өмөттө тиҙ арала аҡланы, бер нисә спектаклдән үк сәхнә йондоҙона әйләнде. Тамашасыларҙың ғына түгел, театр белгестәренең дә күҙенә салынды. Ҡыҙҙары тыуғандан һуң Йәмилә декрет отпускыһында саҡ ҡына ултырып өлгөрҙө, уны балалар театрына саҡырып алдылар.
Рәхәтләнеп, сәхнәлә тәгәрләп йөрөп уйнаны ул. Сыбар тауыҡ, шаян сусҡа балалары, батыр ҡуян... Уларҙы уйнау – юҡ, бында уйнау һүҙе аҙ – кәүҙәләндереү, уларға әүерелергә тырышыу, йөрөш-тороштарын, ҡылыҡ-фиғелдәрен күрһәтеүҙән рухың ғына ҡәнәғәтләнмәй, хатта тәнең ләззәт ала башлай. Был халәтте йога менән шөғөлләнгән кешеләр яҡшы аңлар ине, моғайын. Ундағы асаналар теге йәки был йән эйәһенең исеме менән атала, мәҫәлән «һикерергә әҙерләнгән юлбарыҫ». Шул асананы яһаған ваҡытта тәнеңдә юлбарыҫтың энергетикаһы ағыла башлағандай тойола.
Мәҫәлән, Йәмилә өс йыл буйы аҙнаһына бер, ә йәкшәмбеләрҙә хатта икешәр тапҡыр «Өс сусҡа балаһы» әкиәтендәге Нуф-Нуф булды. Пәрҙә артында кәйефе ниндәй генә булмаһын, сәхнәгә килеп сығыу менән бойоғоуҙың ни икәнен белмәгән шаян сусҡа балаһына әйләнә. Был мөғжизәне үҙе кисереп ҡарамаған кешегә һөйләп ышандырыуы ла ҡыйын.
Сәхнәләге ләззәт һинең нисәнсе составта уйнауыңа ла ҡарамай. Хатта ул тамашасыларҙың һине нисек ҡабул итеүенә лә бәйләнмәгән. Дөрөҫөрәге, сәхнәләге тормошоң менән рәхәтләнеп йәшәйһең икән, ҡарап ултырған кеше һиңә мөкиббән була, сөнки һинең кинәнесең уға ла күсә. Унан һуң, балалар театрына бит иң ихлас, иң рәхмәтле, тылсымға ышанған тамашасы йөрөй. Саҡ ҡына ишаралауың була, улар ҙа донъяһын онотоп ошо уйлап сығарылған тормош менән йәшәй башлай. Ауыҙын асып сәхнәгә текләгән сабый, кәрәк булһа, үҙ-үҙен аямайынса, Сыбар тауыҡты Төлкөнән, Илаҡ себенде Үрмәксенән ҡотҡарыр, Карабас-Барабас менән айҡашыр өсөн йүгереп сығырға әҙер. Йәмиләнең Йырсы Ҡуян тигән матур роле бар ине. Ғүмеренең моңһоу бер мәлендә ҡуянҡай сәхнә ситенә тәпәйҙәрен һәлендереп килеп ултыра ла матур итеп йырлап ебәрә, ә үҙенең күҙенән йәш аға. «Әйҙәгеҙ, дуҫтар, – ти ул балаларға, – бергәләшеп йырлайыҡ». Шул саҡ залдың яртыһы ҡуянҡайҙы ҡосаҡлап йырлар, уны йыуатыр өсөн сәхнәгә йүгерә. Был, ысынлап та, Катарсис – пакланыу. Ошо мәлдә залдан килгән гармония тулҡынын бөтөн йәнең-тәнең менән тоя башлайһың. Балалар уның ҡуянын ярата, үҙҙәренең яҡшылығы өсөн үҙҙәрен ярата, бер-береһен һәм тормошто ярата. Ә ошо берҙәмлек тойғоһо, үҙеңде оло донъяның бер өлөшө, һөйөү океанының тамсыһы итеп хис итеү кешегә кешелеген һаҡлап матур йәшәр өсөн ғүмер буйы кәрәк. Был бик ҙур Ҡөҙрәт. Театрҙың тәғәйенләнеше, ғөмүмән, шул түгелме икән? Ошондай шифалы берҙәмлек мәлдәрендә, моғайын, актер һөнәренең барлыҡ гонаһтары ярлыҡана торғандыр.
Бер нисә йыл Йәмилә шулай үҙенән дә, тормошонан да, ролдәренән – тауыҡтары, эттәре, әтәстәренән дә – ҡәнәғәт ине. Шул йылды театрҙың юбилейы булды. Байрам айҡанлы бөтөн коллективҡа, хатта вахтерҙарға ла тигәндәй, төрлө исемдәр өләштеләр. Өфөнән бер талантлы режиссерҙы спектакль ҡуйырға саҡырҙылар. Ул да Йәмиләнең уҡытыусыһы Исаак Соломоновичта уҡығайны. Йәмиләгә төп ролдәрҙең береһен бирҙе. Ҡыуанышып, күтәренке күңел менән әҙерләнделәр. Премьера ҙур уңыш менән үтте. Артистарҙы ҡабат-ҡабат саҡырып сығарҙылар, устарын йәлләмәй алҡышланылар.
Ә бер көндө Йәмилә сәхнәгә сығырға әҙерләнеп грим һалып ултыра ине. Режиссер ниңәлер уның артына килеп баҫты ла көҙгөләге сағылышына ҡарап: «Йә, шунан? – тине. – Бына тағы бер этте уйнаның. Тағы бер тауыҡты, сусҡа балаһын уйнарһың. Инде атҡаҙанған тигән исем дә алдың. Бәшмәк, помидор, шалҡанды ла бер нисә тапҡыр уйнап сыҡҡанһыңдыр. Артабан нәмә? Серкелдәк себенме, ата ҡаҙмы? Йәнә ниндәй ҡаҙаныштар көтә һине?» Нимәгәлер үртәлгәйне, аяуһыҙ һәм уҫал ине уның һүҙҙәре. Моғайын, ул үҙ-үҙенән ҡәнәғәтһеҙлеген шул рәүешле түккәндер. Ә аяуһыҙ һүҙҙәре актрисаға ағыулы уҡ кеүек килеп ҡаҙалды. Йәмиләнең инде сәхнәгә сығырға ваҡыты еткән, ә ул тыйыла алмай илай ҙа илай. Оҙаҡ иланы, хатта сәхнәлә лә һиҙҙермәй генә һыҡтап йөрөнө. Тамашасы актриса Илаҡ Себенде шул тиклем килештереп уйнай тип уйланы. Ә ул ысынлап үкһеүҙән тыйыла алмай ине.
Бына шунда ул эсендәге үҙәктең шыртлап һынғанын тойҙо. Күрәһең, ҡайҙалыр төпкө аңда режиссер әйткән нәмәләр уны күптән борсоп, шеш шикелле тулышып йөрөгән. Бары тик кемдеңдер күҙгә бәреп әйтеүе генә кәрәк булған. Шул уҡ ваҡытта, ситтән ҡарағанда, төшөнкөлөккә бирелерлек бер ни ҙә юҡ кеүек. Хатта бәғзе берәүҙәр уның был халәтен «туйып һикереү» тип тә баһалай алыр ине.
Ул бер ваҡыт Шаляпиндың мемуарҙарында бер нәмәгә ғәжәпләнгәйне. Күптәрҙе көнләштерерлек һоҡланғыс яҙмышлы, бөтөн донъяла танылыу яулаған мәшһүр йырсы ғүмеренең ахырында: «Тормошом барып сыҡманы», – тигән моңһоу һығымта яһаған. Ә бит ҡәнәғәт, бәхетле булырлыҡ бөтөн нәмәһе бар, тормош түгел, бал да май – дан да етерлек, аҡса ла күп, ғаиләһе лә матур. Әммә былар ижадсының үҙенә биргән баһаһы, талабы, үҙ-үҙен аңлауы менән тап килмәгән.
«Ә артабан нимә?» Был һорау яңғыраған ваҡытҡа Йәмилә, моғайын, үҙенең йәнлектәренән ҡәнәғәтләнер кимәлдән үткән, юғарыраҡ күтәрелгән булғандыр. Була бит шулай: ҡапыл үҫеп китәһең дә, былтырғы кейемең тарайған, ҡыҫтай башлаһаң, бүҫелеп сыға, балағы ҡыҫҡа, төймәһе эленмәй...
Үҙе кинәт кенә сәхнәгә һыуынған Хәлилгә ҡатынының был халәте бик йәтеш булды. Ни өсөндөр ул, үлә яҙып тигәндәй, Йәмиләнең дә театрҙан китеүен теләй ине. Бәхәсләшкән саҡта ҡыҙып уҡ китә: «Хыялдарҙы мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк, – тип ҡысҡыра. – Һиңә әле астроном йәки нейрохирург булырға һуң түгел». Тап ошо осорҙа Йәмилә театрҙа бер бәхетһеҙ йондоҙ һанаусыны уйнай ине. Хәлилгә: «Бына шулай ул, һин үҙ тәғәйенләнешеңде тормошҡа ашырыу урынына уңмаған бисараларҙы кәүҙәләндереүҙән башҡаға эшкә ашмайһың», – тип көлөр өсөн тағы бер сәбәп булды. Иренең театрға ҡарата яралған нәфрәте Йәмиләне ҡурҡыта, шул уҡ ваҡытта үҙенә төбәп әйткәндәренең хаҡ икәнен дә аңлай. Шундай сағыу һәләт эйәһе Хәлил сәнғәттән киткәнде, уртаҡул Йәмиләнең унда йонсоп йөрөүе бер кемгә лә кәрәк түгел. Был дәлилдәрҙең барыһы менән дә эстән генә ризалаша ул, тик үҙендә театр менән араһын өҙөрлөк көс таба алмай. Бары тик сәхнәлә генә күкрәк тултырып һулай ала, ә китә ҡалһа, һауа етмәҫ тә тонсоғор һымаҡ тойола.
Әмәлгә күрә, ошо икеләнеү осоронда уны ғүмере буйы сәхнәлә балалар ролен уйнаған, йәғни травести булған, инде пенсияға сығыр ваҡыты еткән Әҡлимә апай урынына өлкәндәр театрына саҡырҙылар. Бәлкем, тора-бара әһәмиәтлерәк ролдәр ҙә эләгер әле, тигән өмөтөн хатта үҙенән дә йәшереп, артыҡ уйлап тормай ризалашты. Эшкә сыҡҡан ваҡыты Яңы йылдан һуң, бала-сағаларҙың каникул осорона тура килде. Өлкән актриса уны яҡты йөҙ менән ҡаршыланы, ихлас итеп үҙенең ролдәрен өйрәтте, өлтөрәп йөрөнө. Ниһайәт, Йәмилә тәүге тапҡыр уның урынына сәхнәгә сыҡты. Әҡлимә апай сәхнә артына килеп оҙатып ҡалды. Бәхетле яҙмыш теләп, ҡыҫып ҡосаҡланы. Күҙендә йәш ине. Шунан: «Мин һине залдан ҡарайым», – тип ашығып төшөп китте. Яңы коллективта беренсе тамашаһы булғанлыҡтан, Йәмилә бик тулҡынлана ине. Сәхнәгә сығып баҫыу менән күҙҙәре Әҡлимә апайҙы эҙләп тапты. Ә ул яҡын ғына, бишенсе рәттә генә ултыра, бөтөн ҡиәфәтенән, ҡарашынан йәш хеҙмәттәшенә уңыш теләгәне, рух өҫтәргә тырышҡаны күренә. Спектаклде башынан аҙағына тиклем бер көлөп, бер илап тигәндәй эскерһеҙ һөйөнөс менән ҡараны, балалар кеүек талпынып-талпынып ҡул сапты.
Сәхнәгә икенсе тапҡыр баш эйергә сыҡҡанда уның урыны буш ҡалғанын абайлаған Йәмилә, ҡотларға сәхнә артына инеп киткәндер, тип уйланы. Бына-бына килеп етерен көттө. Ун минут тирәһе үткәс, ҡот осҡос хәбәр ишетелде. Ул мансарданың тәҙрәһенән һикергән.
Ҡырҡ биш йәшенә тиклем ҡыҫҡа ғына күлдәк кейеп сәхнәлә яһалма сәскәләр йыйған, бәләкәй малайҙар булып түкмәҫ атҡан, Йомро икмәктәй тәгәрләгән Әҡлимә апай театрҙан башҡа йәшәргә теләмәгән. Элегерәк бер спектаклдә ул зәңгәр күккә осоп юғалған һап-һары шар булып уйнаған, тиҙәр. Бәлки, тәҙрәнән бушлыҡҡа атлағанда, ул үҙенең ҡаты ергә түгел, ә ымһындырғыс күккә сойорғоясағына ышанғандыр.
Театр – ымһындырғыс донъя. Сәхнә һиңә ғәҙәти тормошта татып булмаған бик күп ләззәттәрҙе бирә. Ҡабат-ҡабат тыуа, кис һайын үлә, мөкиббән китеп бер көн яуызды, икенсе көндө изгене ярата алаһың. Һин бөгөн – батша, иртәгә – хәйерсе. Һин йәлләт тә, ҡорбан да. Һин шунда йәшәйһең һәм ниндәйҙер бер мәлдә уйлап сығарылған тормош менән ысынбарлыҡ араһындағы сиктең юйылғанын абайламай ҙа ҡалаһың. Тора-бара сәхнәләге тормош үҙеңдекенән мөһимерәк, мауыҡтырғысыраҡ була башлай. Ниңә шулай? Бөтөн кеше үҙе рәхәтләнеп йәшәп ҡалырға ашыға, ә актерға үҙ тормошо ҡыҙыҡ түгел. Дүрт быуат элек Шекспир уйлап сығарған Гамлет, Отелло, Офелия йәки Джульетта булып сәхнәлә бер нисә сәғәт кенә тын алыр, тетрәнер һәм ғазапланыр өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Тырышып-тырмашып, күңел көсөңдө сарыф итеп ана шул уйҙырма тормошҡа тамашасыларҙы ла әүрәтеп алып инә, уларҙың да үҙ тормоштарын төҫһөҙләтә. Ә бит был – бер уйлап ҡарағанда, гонаһ. Бер бөтөн булып яратылған һин икегә бүленәһең. Ул ғына ла түгел, беренсе шәхес – һин үҙең – инде үҙеңде бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһындырмай башлай.
Мәрхүмә Әҡлимә апай менән тап шулай булған да инде. Ул үҙенең тормошона хыянат иткән һәм шуның өсөн ғүмере менән түләгән.
Йәмилә, моғайын, был күренеште бер ваҡытта ла онота алмаҫ: актрисаның үҫмер балаларҙыҡылай ҡураныс кәүҙәһе боҙло асфальт өҫтөндә йәлләүес булып һуҙылып ята. Гүйә, ул ҡайҙалыр ҡасып китергә теләй – аяҡтары йүгереп барғанда һөрөнөп йығылған кешенеке кеүек...
Үҙ-үҙен белештермәй аҫҡа үрелгән Йәмиләнең әҙәм сыҙағыһыҙ үкенестән, ғәйеп тойғоһонан боғаҙын үткер хәнйәр салып ебәргәндәй булды. Шунда уҡ танауынан ҡан киткән, һушын юғалтҡан. Уны гримда, сәхнә кейемендә килеш ашығыс ярҙам машинаһында больницаға оҙатҡандар. Врачтар уның ауырлы булғанын асыҡлаған. Шул яңы яралған сабыйы ғына йолоп ҡалғандыр әсәһен аҡылдан шашыуҙан. Врачтар ҙа, ире менән туғандары ла Йәмиләне йөклө килеш сәхнәгә сығыуҙан ҡырҡа тыйҙы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙенең дә күңеле тартманы. Театрға башҡаса аяҡ та баҫмам, тип уйланы.
«Декреттан һуң, ысынлап та, эшкә сыҡмаҫҡа, бөтөнләй яңы тормош башларға кәрәк булған», – тип уйлай Йәмилә. Ә ул һаман ығышланып йөрөп ята, әсе теле менән башҡаларҙың һарыуын ҡайната, көндән-көн һимерә, һимергән һайын үҙен тағы ла нығыраҡ күрә алмай. Әҡлимә апай кеүек тәҙрә тупһаһы аша атлап осоуҙан уны биш йәшлек ҡыҙы менән ике йәш ярымлыҡ улы ғына ҡурсалап тора. Ҡайһы ваҡыт ул мансарданың тәҙрәһе төбөндә ултырған килеш аҫҡа ҡарай. Бынан ер баш әйләндергес алыҫ күренә. Эргәлә бейек булып үҫкән ағастарҙың һуңғы япраҡтары кәйелә-кәйелә ергә төшкәнде күҙәткәндә үҙ-үҙенә: «Мин әле йәшәргә тейешмен, мин мотлаҡ йәшәргә тейешмен», – тип тылҡый.
* * *
Яңы «баш» ең һыҙғанып эшкә тотондо. Иҫке спектаклдәрҙе яңыртырға, бер-бер артлы ике пьесаны сәхнәләштерергә булып китте. Ике әҫәрҙе лә уҡынылар, ролдәр бүленде. Эшкә һыуһаған артист халҡы дәртләнешеп, күҙҙәре һазлап, йәше-ҡартына ҡарамай уйнаҡлашып йөрөй. Театрҙа байтаҡтан бындай күтәренке кәйеф булғаны юҡ ине. Тик был матур үҙгәрештәр Йәмиләгә ҡағылманы. Режиссерҙың уға ҡарата тәүге осрашыуҙа уҡ тыуған насар фекере көндән-көн тәрәнәйә генә бара. Ильяс һөмһөҙ, тиҫкәре актрисала был театрҙа үҙен екһендергән бөтөн кире нәмәләрҙең кәүҙәләнешен күрә, ахыры.
Ул арала труппа һағайып тағы бер үтә лә мөһим ваҡиғаны көттө. Яңы түрәнең күҙе һәм күңеле кемгә төшөр? Ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетерлек уяулыҡҡа эйә артист халҡы тәүге һөйләшеү, танышыуҙарҙан уҡ самаланы: баштар алмашынһа ла, муйын элекке ҡалырға оҡшай. Элекке хужаның һөйөклөһө яңыһына ла ярай аласағын иҫбатлай, буғай. Властың һәр кимәлдә лә үҙгәреүен көҫәгән ҡайһы берәүҙәргә был хәл оҡшап етмәһә лә, тотороҡлолоҡ яратҡан күпселек еңел һуланы: өйрәнгән яу һуғышырға яҡшы. Ролдәр өләшә башлағас, был дөрөҫлөккә ышанырға теләмәй икеләнеүселәрҙең танауы әптән төштө: Зәйтүнәгә ике спектаклдә лә төп ролдәр эләкте. Быға тиклем ни булырын көтөп шымған ялағайҙар «йондоҙ» тирәһендә икеләтә нығыраҡ бөтөрөлөргә кереште. Донъялар үҙгәреп китеүҙән шыртлаңҡырап йөрөгән прима үҙе лә әленән-әле утҡа май өҫтәп торорға онотманы, туҡтауһыҙ режиссер тирәһендә һырпаланды, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, үҙенең уға яҡынлығын күрһәтергә тырышты. «Ильяс ағай кәңәш һораны, Ильяс ағайға әйттем әле» тип, матур башын текә сөйөп, үҙенең театрҙа кәмендә икенсе кеше икәнен ныҡып ҡына торҙо.
– Ниңә ирҙәр барыһы ла бер һаҙлыҡҡа барып бата һуң ул? – тип ғәжәпләнде Йәмилә. Һуңғы ваҡиғаларға ни тиклем генә битараф ҡалырға тырышһа ла, электән дә мөнәсәбәттәре насар булғанлыҡтан, «йондоҙ»ҙоң тағы ла йышайып киткән һөжүмдәренә иғтибарһыҙ ҡалыу мөмкин түгел ине.
– Быныһына ла ярап өлгөргән. Ҡайһы арала, нисек арбап ала һуң уларҙы? Аптырайым, – тине актриса, ғәҙәтенсә, ялбыр башын тубығына терәп, киң тәҙрә тупһаһында ултырған килеш.
– Нимәгә аптырайһың?
– Ирҙәрҙең аңралығына. Уға тағы төп ролдәр эләкте.
– Уның нимәһенә аптырайһың? Зәйтүнә бик сибәр, өҫтәүенә, ул ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙ. Ә ысын ҡатын-ҡыҙҙы ир-ат бик тиҙ тоя, – тине рәссам палитраһындағы буяуҙарҙы тылсым эйәһеләй тәфсирлек менән бутай-бутай.
– Зәйтүнәме ысын ҡатын-ҡыҙ? Һеҙ үҙегеҙҙең маҡтанған логикағыҙға үҙегеҙ ҡаршы киләһегеҙ, Сөләймән ағай. «Ысын ҡатын-ҡыҙ ул – тәбиғәттең үҙе» тип кем әйтте? Һеҙ түгелме? Ә Зәйтүнәнең эсе-тышы яһалма. Тәбиғәттә ундай яһалмалыҡты ҡайҙа күргәнегеҙ бар?
– Дөрөҫ, ул – оҫта имитатор. Ә был – үҙең дә бик яҡшы беләһең, актерға иң кәрәкле сифаттарҙың береһе. Унан, яһалмалыҡ, фальш дөрөҫлөккә ҡарағанда нығыраҡ ышандыра. Сөнки уға хеҙмәт һалынған, унда иҫәп-хисап, репетиция... Чарли Чаплин тураһындағы мәрәкәне ишеткәнең бар ҙа инде.
– Белмәйем.
– Имеш, хәйер, мин быны булған хәлдер тип уйлайым, кем Чаплин булып ныҡ килештерә алыр икән, тип комиктар араһында конкурс иғлан ителә. Ҡыҙыҡ өсөн берәүгә лә белдермәй генә был ярышта Чаплин үҙе лә ҡатнашырға була. Хөрмәтле жюри, үҙ-ара бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, уға бары икенсе генә урынды бирә.
– Ҡыҙыҡ икән...
– Ә әлеге осраҡта, һинең осраҡта, тим, бәлки, ниндәйҙер һығымталар ҙа яһарға кәрәктер...
– Мәҫәлән?
– Мәҫәлән, кеше тикшереп ултырғансы, үҙеңә саҡ ҡына булһа ла үҙгәрергә.
– Кемдер һиңә иғтибар итһен өсөн үҙ-үҙеңдән баш тартырғамы?
– Ни өсөн баш тартырға? Үҙгәреү – баш тартыу тигән һүҙ түгел. Ана ҡара әле, – тип икенсе тәҙрә яғына ымланы рәссам.
– Нимә? – Йәмилә теләр-теләмәҫ кенә башын борҙо.
– Бынау рауза кисә генә бөрө ине. Бөгөн бөрө юҡ. Әммә ул бит юҡҡа сыҡмаған, ул бары тик сәскәгә әүерелгән. Йәки күбәләкте алайыҡ. Ҡарышлауыҡ сағында уға кем иғтибар итә?
– Һеҙ иғтибар итәһегеҙ.
– Минең үҙ маҡсатым. Мин белгес, – тип ҡаршы төштө рәссам. – Ә күбәләккә әйләнгәс, ул ҡарышлауыҡ булыуҙан туҡтаны, әммә асылын юғалтманы, тик үҙгәрҙе генә.
– Бөтөн нәмәгә лә яуабығыҙ әҙер генә тора, – тип ризаһыҙ һөйләнде Йәмилә ҡапылда еңелгеһе килмәгәнлектән.
– Минеке түгел, кешелектеке, – тип тағы кире ҡаҡты Сөләймән. – Быуаттар буйына миллиондарса кешеләр һине әле килеп борсоған мәсьәләләр тураһында баш ватҡан, яуап эҙләгән, тапҡан, ә беҙ һәр беребеҙ яңынан велосипед уйлап сығарырға тырышабыҙ.
* * *
Театрҙа джунгли закондары хөкөм һөрә. Был ғәҙәти хәл – һәр ваҡыт кемдеңдер һинең менән тамаҡ ялғарға теләп йәки башыңа баҫып яҡтылыҡҡа үрләргә маташҡанына, алҡымыңа ташланырға торғанына күнегеп китәһең. Шулай ҙа ҡайһы берҙә ҡаршылыҡ, бер-береңде күрә алмау түҙгеһеҙ кимәлгә етеп көсәйә. Тереклек итер өсөн көсһөҙөрәктәр төркөмдәргә туплана. Ғәҙәттә, шакалдар баш режиссерҙың һөйәркәһе тирәһендә урала, уға хеҙмәт итеп көн күрә һәм ул һөсләткән кешегә ташлана. Тәбиғәттә хәле бөтә башлаған йәнлекте йыртҡыстар ни рәүешле бик тиҙ һиҙеп ала һәм ҡыҫырыҡларға тотона, театрҙа ла шулай уҡ. Һуңғы осорҙа Йәмилә ҡалды шул бахыр мәхлүк хәлендә. Ә ул үҙе быны һаман белмәй, мин-минлеге сиктән ашып барған Зәйтүнәне урынына ултыртырға форсат ҡына көтөп йөрөй. Әмәлгә баҡҡандай, сираттағы спектаклде Туфан Миңнуллиндың байтаҡтан уйналмаған «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр»е менән алмаштырҙылар.
Йәмилә ашығып грим бүлмәһенә үтеп бара ине, инде кейенеп-буянып өлгөргән Зәйтүнә тирәһендә сыуылдашҡан бер төркөм ҡатын-ҡыҙға тап булды. Йәштәр ярай инде, әллә ҡасан уҡ төрлө аттар ҡаҙанып бөткән был өлкән актрисалар шул тиклем ялағайланырға нисек оялмай икән, тип уйлап килә ине, уны абайлап ҡалған «йондоҙ» тауышын күтәреңкерәп ебәрҙе.
– Ильяс ағай менән һөйләшеп ултырҙыҡ әле. Был балластарҙан нисек ҡотолорға икән, тип баш вата. Ҡайһы берәүҙәрҙең көнө һанаулы ҡалды хәҙер, – тип Йәмилә яғына мәғәнәле ҡараш ташланы, унан юрый бышылдауға күсте.
«Күрһәтермен әле мин һиңә!» – тип янаны Йәмилә эстән генә.
Бына спектакль башланды. Хатта тамаша барышында ла сибәр йөҙөнән тәкәббер һәм мыҫҡыллы сырай китмәгән Зәйтүнәнең героиняһы менән үҙе уйнаған күп балалы ҡатын ыҙғышырға тейеш булған күренеште түҙемһеҙлек менән көтөп алды актриса. Мәле еткәс, бесәй етеҙлеге менән һикереп торҙо ла, Зәйтүнәнең халат яғаһынан бөрөп тотоп йән көсөнә һелкетергә тотондо. Йәмиләнең нәфрәтле ҡарашынан хәлдең уйын сиктәренән үтеп ысынбарлыҡҡа күскәнен аңлап алған «йондоҙ», ысҡынырға тырышып, тыпырсынырға тотондо, тик, аяҡтары юрғанға буталғанлыҡтан, тағы ла нығыраҡ быуылды. Уның ҡурҡыуҙан салышайған ауыҙы, ағарынып киткән йөҙө Йәмиләне оторо ҡыҙҙырып ебәрҙе, алҡымынан алған ярһыуына буйһоноп, ҡорбанын дер һелкетеүендә булды. Зәйтүнәнең күҙҙәре ташбая башлағанын абайлаған актрисалар – бала табыу йорто палатаһындағы башҡа ҡатындар – эштең насарлығын аңлап, араға төшкәс кенә ерәнгәндәй, ҡапыл бармаҡтарын яҙҙы. Быны көтмәгән Зәйтүнә, юрған араһынан һаман сыға алмайынса, иҙәнгә дарһылдап барып төштө. Ни булғанын төшөнөп етмәгәндәй, бер килке албырғап иҙәндә аунаны, рәнйеүҙән һәм ауыртыуҙан атылып килеп сыҡҡан йәштәрен һыпыра-һыпыра туңҡанлап урынына барып ятты. Бәрелеште тын да алмай күҙәткән тамашасылар, артистарҙың оҫталығына һоҡланып, гөрләтеп ҡул сабырға тотондо.
Был ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәген самалай ине Йәмилә. Гримын һөртөп тә бөтмәҫтән, режиссерға саҡыртҡанға аптыраманы.
– Һеҙ көнсөл, ялҡау, янъялсы булыу өҫтөнә, хулиган да икәнһегеҙ, – тине Ильяс Торомтаев тишә яҙып ҡарап. Ул эштең асылын һорашып тороуҙы ла кәрәк тапмай ине. Хәйер, һораһа ла, нисек аңлатаһың? Һеҙҙе лә бик рәхәтләнеп ошолай тотоп һелкетер инем, типме? Йәмиләнең гестапоға допросҡа килтерелгән коммунист кеүек текә баҫып тороуҙан башҡа сараһы юҡ ине.
Шулай ҙа режиссерҙың екһенеп, хатта ерәнеп ҡараған күҙҙәре менән осрашҡас, Йәмилә, үҙе лә көтмәгәндә, ҡаушаны. Ҡылығының батырлыҡ түгел, матурлыҡ та түгел, бары сигенән сыҡҡан көсһөҙлөк кенә икәнен аңлауҙан: «Ниндәй көнгә төштөм мин? – тигән уй, уй ҙа түгел, әрнеү мейеһенә барып ҡаҙалды. Аяғы аҫтында ер убылһа, ҡыуана-ҡыуана шунда сумыр ине ул ошо мәлдә. – Үҙемде ниндәй хәлгә төшөрҙөм!»
– Тыныслан, Зәйтүнә, – тине Ильяс, эргәһендәге ултырғыста селтәрле ҡулъяулығын елпелдәтеп, күҙгә күренмәгән йәштәрен нәзәкәтле хәрәкәттәр менән ҡоротоп ултырған «йондоҙ»ға яратып ҡарап. – Туҡмайҙар икән, тимәк, һинең талантыңды күрәләр, һиңә буйҙары етмәгәнгә үрһәләнәләр. Көнсөллөктәренә сыҙай алмайҙар. – Зәйтүнә, «аңлайым да ул» тигәндәй, тотанаҡлы һәм иркә генә баш ҡаҡты. Күҙҙәренә йәнә йәш тулды. – Бәлки, врач саҡыртырғалыр? – тип борсолдо Ильяс. Тегеһе «кәрәкмәй» тигәнде белдереп баш сайҡағас, эргәһендә баҫып торған директор урынбаҫарына өндәште. – Минең шоферға әйтегеҙ, Зәйтүнә ханымды өйөнә илтеп ҡуйһын. Фатирына уҡ оҙатһын. – Шунан йәнә Йәмиләгә боролдо.
– Дәүләт Дәүләтович, кеше эшләй белмәү генә түгел, эшләргә теләге лә юҡ. Шулай булғас, башҡаса театрға килеп йонсомаһын. Бөтә ролдәренән дә азат итегеҙ.
Йәмиләнең ғүмерендә лә был тиклем мәсхәрәгә ҡалғаны юҡ ине. Бер кемдең дә уны шул тиклем күҙенә текләп мыҫҡыл иткәне булманы. Шуға күрә ул, ишеткәндәренә нисек ышанырға белмәй шаңҡып ҡарап тора бирҙе лә боролоп сығып китте.
«Уның ҡарауы, мин һине үҙемдең спектаклемә төп ролгә аласаҡмын, – тип уйланы ул ҡапыл тешләнеп. – Үҙем драматург, үҙем режиссер һәм үҙем героиня булған спектаклдә, минең спектаклемдә уйнаясаҡһың. Мин ишетергә теләгән һүҙҙәрҙе үҙең дә абайламай ҡабатлаясаҡһың, – тине лә: – Илләһи-билләһи, – тип мисәтләп ҡуйҙы».
Ниңә әйтте ул быларҙы? Ҡайҙан алып әйтте? Үҙе лә белмәне. Ниндәйҙер бер кинонан инеме был күренеш, әллә спектаклдәнме? Ғүмер буйы тутыйғош шикелле кеше яҙғанды ҡабатларға мәжбүр булған актерҙың хәтерендә ундай өҙөктәр йылдар үткән һайын күбәйә бара. Ниндәйҙер бер фекер әле генә үҙ башыңда тыуғанмы, әллә уны ҡасандыр уйнағанһыңмы – ҡапылғара төшөнөү ҙә ҡыйын була башлай. Шул сериянан ине ахыры уның был бер нәмәгә лә нигеҙләнмәгән нәҙере.
Режиссерҙың әмер кеүек әйткән һүҙҙәренә бер нисек тә яуап бирмәгән Ҡолдәүләт актрисаларҙың икеһе лә сығып китеү менән көлөмһөрәп:
– Был сәхнәне күрһәгеҙ, һеҙгә бик тә оҡшар ине, Ильяс Исмәғилевич, – тине. – Тамашасылар актрисаларҙың шул тиклем талантлы уйынына геүләтеп ҡул сапты. Күптән ундай алҡыштарҙың ишетелгәне юҡ ине был стеналарҙа...
Ыҙғыштың көтөлмәгәнсе етди төҫ алғанын кемдер мансардаға, Сөләймән ағайға ла алып барып еткергәндер, күрәһең. Йәмилә ҡабат грим бүлмәһенә инеп, ниһайәт, бая һөртөп бөтмәгән буяуҙарҙы ашыға-ашыға тызып ултырғанда, борсолоп килеп инде.
– Балалар янында кем ултыра бөгөн? – тип һораны ул.
– Кисә аталары ҡайтты.
– Ә-ә, Хәлил ҡусты өйҙәме ни? Яҡшы. Улайһа, ҡайтырға ашыҡмаһаң ине, – тине ул. – Минең һиңә бер нәмә һөйләгем килә.
– Ғәфү итегеҙ, Сөләймән ағай, – тине Йәмилә боролоп ҡарамай ғына. – Тик минең бөгөн һөйләшкем дә, бер кемде лә күргем дә килмәй. Мөмкин булһа, хатта үҙемде лә ташлап ҡасыр инем.
– Шуға күрә әйтәм дә. Ә һүҙ һинең хаҡта түгел, үҙем тураһында барасаҡ.
* * *
...Кешеләр беҙ уйлағанға ҡарағанда күпкә тәрәнерәк, көслөрәк тойғоларға һәләтле. Эргә-тирәбеҙҙә ғәҙәти генә йәшәп ятҡан бәғзеләрҙең күңелендә ваҡыт-ваҡыт ниндәй ғәрәсәттәр ҡоторғанын, ниндәй упҡындар өңрәйеп торғанын, ниндәй йәйғорҙар нур һипкәнен башыбыҙға ла килтермәйбеҙ. Кеше ул тәрәнлекте, бейеклекте, ғазап йәки ләззәттәрҙе ят күҙҙәрҙән генә түгел, хатта үҙенән дә йәшерергә тырыша, сөнки был осош йәки түбәнлек мәлендәге көсөргәнеште ғүмер буйы йөкмәп барыу мөмкин түгел.
Ә драматург тормоштан тап ана шул мәлде генә умырып ала, уны ҡулынан килгәнсә һүрәтләп, театрға килтереп тапшыра. Режиссер, ана шул көсөргәнеште сәхнәлә ҡабаттан тергеҙергә тырышып, һеҙ актерҙарҙы ғазапланырға, иларға, көлөргә мәжбүр итә. Һеҙ был образға хатта үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙа ла шул тиклем түкмәгән күңел көсөгөҙҙө һалып, уны сәхнәлә бер нисә генә сәғәткә булһа ла терелтәһегеҙ. Үҙ асманын һәм үҙ упҡындарын көскә томалап ҡуйған тамашасы иһә, театрға килә лә, хистәренең ҡабат ҡабыныуынан ҡурҡып, был бары тамаша ғына, тормошта улай булмай, тип үҙен тынысландырырға, алданырға маташа. Ә ысынында, тормошта барыһы ла сағыуыраҡ һәм киҫкенерәк. Беҙ сәхнәлә ул ялҡындарҙың һәм ташҡындарҙың шәүләһен генә кәүҙәләндерәбеҙ.
Сөләймән ағай ғәҙәтенсә мольберты алдына ла баҫманы, ҡылҡәләмен дә алманы, камин алдында ултырған килеш ҡалды. Ни өсөндөр үтә моңһоу ине ул бөгөн.
– Һиңә тормошобоҙҙоң мине бәхеткә сойорғотҡан, ә Мәрхәбә апайыңды ғазаптарға һалған бер мәлен һөйләгем килә минең. Бер кем менән дә уртаҡлашмаған серемде күңелем ятҡан кешемә һөйләп уртаҡлашырға теләгем бар ҙа, тик ҡыйыулыҡ ҡына тапмай йөрөй инем.
Ҡапыл урынынан тороп электр самауырына һыу ҡойҙо, тик ҡабыҙырға онотоп, йәнә ултырҙы.
– Һин минең рәсми биографияны ярайһы ғына беләһеңдер инде, – тип дауам итте ул. – Юҡҡа-барға бәйләнеп, партиянан сығарып бырғағанда илле бишем саҡ тулып уҙғайны.
Тормошондағы иң ауыр йылдарҙы ниңә аҡтарып сығырға булды һуң ул? Йәмиләнең тап шундай мәле булғанын зирәк күңеле менән һиҙгәнгәме? Ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар инеме яҙмыштарының ошо мәлдәрендә?
Дан-шөһрәт, власть көҫәгән рухһыҙ, хисһеҙ әҙәмдәрҙең уны партия менән ҡурҡытырға маташыуҙары, фронтта, атакаға барыр алдынан «Үлһәм, коммунист итеп иҫәпләгеҙ», тип ғариза яҙып алған партия билетын тартып алыуҙары оторо ярһытҡайны уны. Ир уртаһына етеп, аҡыл туплап, быуын нығытып, халыҡҡа ярҙам итеү юлдарын белеп бөткәс кенә эйәрҙән бәреп төшөрөүҙәренән һеңгәҙәп ҡалғайны. Үсекте. Бөтә донъяға үсекте. Илле биш йәшенә тиклем ташып барған дәрт-дарманын партия һыҙған төп йүнәлешкә буйһондороп, дөрөҫ кенә йәшәгән ир-уҙаман тәртә емерһә ҡот осмалы була икән. Ә уны, етмәһә, мөмкинлеген, көсөн белә-күрә тороп, бәләкәй генә конторға түрә итеп билдәләгән булдылар. Быныһы инде асыҡтан-асыҡ мыҫҡыл итеү ине. Төкөрөп кенә Өфөнән, ғөмүмән, Башҡортостандан, сыҡ та кит бит инде, тик ғүмер буйы йәнтөйәгем тигән төшөнсә ҡанына һеңгәнлектән, был уй башына ла инеп сыҡманы. Бер айлыҡ ялында рәнйеүен араҡыла сайҡап, асыуын хәмер быуында төтәҫләп, әлеге лә баяғы, конторына эшкә сыҡты.
Трамвай туҡталышына килеп баҫты. Миллиондарса кеше ғүмер баҡый трамвай менән йөрөй, ете-ят кешеләр менән һыйынышып, һулыштарын бергә ҡушып сәғәттәр буйы бара ла кәрәкле туҡталышында төшөп ҡала. Егерме йылдан ашыу аҫтында хөкүмәт машинаһы булғанға күнеккән Сөләймән Өфөлә трамвай менән йөрөүҙең ни икәнен белмәй ҙә ине быға саҡлы. Шунлыҡтан нисек итеп ҡатын-ҡыҙ менән бала-сағаны төрткөләп, трамвайға инмәк кәрәк икән, тигәндәй байтаҡ аптыранып торҙо. Кеше кәмегәнен көтөп өс-дүрт трамвайҙы үткәреп ебәрҙе. Шулай ҙа тығылырға тура килде: тәүге көндә үк эшкә һуңлап йөрөү, нисек кенә булмаһын, килешкән эш түгел. Бындай мәхшәрҙә үҙен нисек тоторға белмәгән Сөләймәнде ышырып алып барып тимер штангаға терәнеләр. Шул саҡ ул бер ҡатындың түҙгеһеҙ булып ҡыҫылғанын абайланы, ул ике ҡулын Сөләймәндең киң күкрәгенә терәп нисек тә үҙенә һулар һауалыҡ ирек яуларға маташа. Көсө етмәгәс, башы менән дә төкөргә мәжбүр булды. Шунда ғына Сөләймәнгә ихтыяры кире ҡайтты, бөтөн көсөн һалып, арттағы ҡыҫымға ҡаршы тора башланы. Бер килке шулай барылды, бына, ниһайәт, инеүселәрҙән сығыусылар күберәк була башланы шикелле, урын саҡ ҡына иркенәйҙе. Шул саҡ маңлайы менән төкөп килгән баш ҡалҡып ҡарағайны, башкөллө убылды ла төштө Сөләймән диңгеҙ төҫөндәге ул сөңгөлгә.
Һуңғы айҙарҙа башына өйөлгән сүп-сар күңелһеҙлектәр ошо изге миҙгелде яҡынайтыр өсөн генә булғандыр! «Эй Хоҙайым, – тине. Хатта ҡанлы алыштарҙа ла Яратыусыны иҫенә төшөрмәгән ҡарт атеист бер секундта уҡ был мөғжизәнең артына йәшенгән Ҡөҙрәт эйәһен абайланы. – Йә Раббым, рәхмәттәр яуһын һиңә!» – Сөнки эйәрҙән бәреп төшөрөп ошо дыңғырҙаҡ трамвайға этеп индермәһә, ҡайһылай мәхрүм булып үлеп киткән булаһы икән дә баһа ул.
Ошо минуттан алып ығы-зығылы трамвайҙы ла, шул трамвай алып барған контораны ла, быға тиклем мәсхәрә тип ҡабул иткән эшен дә үлеп ярата башланы. Тәүге айҙа уҡ планды йөҙ процентҡа үтәнеләр. Нимә процент! Тау аҡтарыр дәрте уянғайны күкрәгендә.
Тыйғыһыҙ, башбаштаҡ мәле булғанғамы, мөхәббәтен бер кемдән дә йәшермәне. Етәкләшеп театрҙарға йөрөйҙәр, парктарҙы иңләйҙәр, үҙе менән курорттарға алып китә. Һеңлеләре үҙҙәре үк: «Ағай, өйлән дә ҡуй, бигерәк сибәр бит. Шундай матурлыҡтан ни йәнең менән баш тартмаҡ кәрәк», – тип әйтә башланы.
– Иртәме-Һуңмы, миңә барыбер һайларға кәрәк булыр ине. Мин ғаиләмде һайланым. Нисек кенә булмаһын, ҡатынымды ташлай алмай инем. Уны ташлау ғәҙелһеҙлек булыр ине. Ҡасандыр йәш сағымда уның өсөн көрәшеп, ныҡышып йөрөп үҙемә ҡаратҡайным. Уны үлә яҙып яратҡан кешеһенән айырып алғайным. Ул егет Мәрхәбәне онота алманы. Шундай һәйбәт кеше, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, теләһә ҡалай йөрөп, аҙаҡтан һуғыштың тәүге көндәрендә үк һәләк булған тинеләр. Иҫән ҡалырға бик тырышмағандыр ҙа, тип уйлайым. Ә мине Мәрхәбәнең көтөүе, уның өмөттәре имен-аман йөрөтөп алып ҡайтҡанына иманым камил. Инде бөттөм, бынан ҡотолоп булмаҫ, тигән мәлдәрҙә лә, әллә ниндәй мөғжизә кеүек хәлдәр булып, һуғыштан тере килеп сығылды. Ә яраланып ҡайтҡасым, Мәрхәбә сабый кеүек ҡараны. Бындай изгелектәрҙе оноторға ярамай. Онотаһың икән, үҙеңде кеше итеп иҫәпләргә тейеш түгелһең. Ярамай. Тойғолар ярала, ҡартая, үлә, ә ҡылған ҡылыҡтар ҡала. Уларҙан бүтән ҡылыҡ- ғәҙәттәр ярала. Әгәр ҙә ғаиләмдән, ике улым менән ҡыҙымдан, ейәндәремдән китһәм, үҙемде ихтирам итмәҫ инем. Үҙемә ихтирамым юғалһа, ярата ла, яратыла ла алмаҫ инем. Марианнаның һөйөүен һаҡлап алып ҡала алмаҫ инем барыбыр. Тимәк, мин бөтәһен дә бер юлы юғалтыр инем. Бына бит ниндәй хәлдәр була донъяла. Ғазаптарҙан түшәлгән мөхәббәтле юлыбыҙ көрсөккә алып бара ине.
Берҙән-бер көндө ошоларҙың барыһын да Марианнаға йәшермәй һөйләп бирерлек ихтыяр көсө тупланым. Ул шул тиклем иланы. Икәүләп илаштыҡ. Нимә генә эшләһәк тә, һөйөүебеҙҙе нисек бар, шул килеш һаҡлап алып ҡала алмай инек.
Марианнаның һылыулығы, күңел матурлығы, кешелек сифаттары оло һәм саф тойғоға, фиҙаҡәрлеккә, үҙеңде бары тик уға ғына арнауға лайыҡ ине. Ә башҡаларҙың күҙ йәшенә мансылған бәхеткә түгел. Уның ғаиләһе, үҙе кеүек үк сибәр ҡыҙҙары, үҙе кеүек үк матур күңелле, аҡыллы улдары булырға тейеш ине. Ул бары уны ғына, өҙөлөп яратҡан ирен, кискеһен эштән өҙөлөп көтөп алырға һәм иртәнсәк иркәләп оҙатып ҡалырға тейеш ине. Ә Марианна кеүек иркәләй белгән, һине бер юлы сабыйға ла, хакимға ла әйләндерә алырлыҡ яғымлы һүҙҙәр тапҡан башҡа бер кем дә юҡ донъяла. Быны мин инде ғүмеремдең ахырына етеп барған, күпте күргән күн ҡата булараҡ әйтәм.
Ғөмүмән, ундай сибәр ҡатындар яңғыҙ булырға тейеш түгел, был – енәйәт. Сөнки уларҙың гүзәллегенән бик күптәрҙең бәхетенә хәүеф янай. Күҙ ҡамаштырырлыҡ был матурлыҡ ир-атты аҡылдан шаштыра, унда быға тиклем яратам тип уйлаған ҡатынының да, балаларының да ҡайғыһы китә. Шуға күрә янында уға ҡалҡан булырлыҡ көслө кеше кәрәк. Һәм Марианнам, бер полковникка эйәреп, Алыҫ Көнсығышҡа китеп барҙы. Ни тиклем генә тырышһам да, сабырлығым етмәне, йәшенеп кенә вокзалға уны оҙатырға төштөм. Шулай ҙа эргәһенә бармаҫҡа ихтыярым етте. Темеҫкенеп һаман йөрөп ятыу минең яҡтан оятһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек булыр ине. Марианнаға ҡарата ла, полковникка ҡарата ла. Ул бит беҙҙең бер-беребеҙҙе яратыуыбыҙға ла, ҡауыша алмауыбыҙға ла ғәйепле түгел.
Нишләп барҙым һуң мин унда? Шул тиклем йәмле йәйге көн. Марианна зәңгәр күҙҙәрен тағы ла балҡытыбыраҡ ебәргән зәңгәрһыу крепдешин күлдәгендә биһуш итерлек сибәр ине. Бер генә кеше лә уның янынан тыныс ҡына үтеп китә алмай, ҡабат-ҡабат боролоп ҡарай.
Тепловоз һыҙғыртҡас, йөрәгем түҙгеһеҙ ауыртып, бөгөлөп төштөм. Минең менән Марианнаны бергә тоташтырған ҡылдар, тарамыштай тартылып, поезд артынан өҫтөрәне. Әйтерһең, һеңерҙәр тартыла, тартыла, тартыла, түҙгеһеҙ ауыртыуҙан күҙ алдары ҡараңғылана... Ярһыуыма сыҙай алмайынса, йәш тай-тулаҡ кеүек айбарланып, шпалдар буйлап йүгерҙем. Үҙем ҡысҡырып илайым, үҙем йүгерәм, үҙемдең шунда йөҙ түбән ҡапланып ятып үлгем килә. Артабан йәшәргә теләгем дә, кәрем дә ҡалмаған кеүек ине. Күпме тәнтерәкләп үрмәләгәнмендер, ул ҡыл шартланы, зыңғырҙауы ҡолағымды ярҙы, һыҙлауы булмышымды өтөп алды. Йәшен һуҡҡандай гөрһөлдәп ауғанмын. Ер һелкенгәнгә ниндәйҙер ҡөҙрәт менән иҫемә килдем. Уттары менән ялпылдап өҫтөмә поезд менеп килгәнен аңлап та етмәгәнмендер, йәшәү ҡөҙрәте йән көскә ауыр кәүҙәмде тимер юлдан ситкә алып бырғаны. Эргәмдән әжәлдең аждаһа кеүек гөрһөлдәп үтеп киткәнен, дерелдәп торған ергә ҡурҡыштан һеңеп, саҡ көтөп алдым. Тауар поезы булғандыр, аяуһыҙ оҙон ине. Состав үтеп бөтөп, бөтә донъя һил ҡалғансы һуғыш ғәрәсәте, унда һәләк булып ҡалған яуҙаштарым күҙ алдымдан үтте. Ҡойолоп барған эсәктәрен услап, ташлама мине, Сөләймән, йәшәгем килә, тип ялынып күҙемә текләгән ҡорҙашым Вәлиәхмәттең ғазап, ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ һәм өмөт сайпылып торған ҡарашы хәтеремдең әллә ҡайһы еренән әрнеткес итеп ҡалҡып сыҡты. Яуҙаштарым түккән ҡан бәрәбәренә ғүмерле булып ҡайтып, ил ағаһы йәшенә етеп, әле бер һеләгәй малай шайы ебеп ятыуыма оялдым, ғәрләндем.
Өйгә ҡайтып, саҡ әҙерәк тыныслана башлаған Мәрхәбәмдең йәнен ҡабат йәрәхәтләгем килмәне. Хәйер, өйҙәгеләр мине командировкала тип уйлай ине. Ысынлап та, командировка алып ҡуйғайным. Таң атҡансы йәйәү атлап, рәссам дуҫымдың оҫтаханаһына барып индем. Арманһыҙ булып йығылғанмын. Көнө буйы йоҡлағанмын. Уянып китһәм, ҡараңғы. Һәрмәнеп йөрөп ут ҡабыҙҙым. Эҙләнгәндә дуҫымдың яңы картина башларға тип киндер ҡуйған мольбертына һөрлөктөм. Шуны торғоҙоп ҡуйҙым да, ҡулым үҙенән-үҙе ҡылҡәләм менән буяуға үрелде. Төнө буйы төшөрҙөм. Ни мөғжизә, бөтә әрнеүҙәрем ҡулым аша картинама ағып сыҡҡандай булды. Ҡот осҡос көсөргәнешем кәмей-бүҫкәрә барҙы. Таңға табан күңелем һил булып, йоҡлап киткәнмен йәнә.
Дуҫымдың яурынымдан тотоп:
– Кем булды бында? Кем төшөрҙө был картинаны? – тип һелкеткәненә уянып киттем. Күңелемдә сәйер еңеллек ине.
Мин уны туҡтауһыҙ төшөрҙөм дә төшөрҙөм. Кешеләр мине сәскә төшөргән тип уйланы, ә сәскә эсендә Марианна йәшеренгәйне. Кешеләр япраҡ күрҙе, ә мин һөйгәнемдең күҙ алмаларындағы ғәзиз юлаҡтарҙы һүрәтләгәйнем. Һәр һыҙыҡҡа уның гүзәл һыны, уның бөгөлдәре, уның матурлығы, йылмайыуы, күҙ ҡарашы һеңгәйне.
Шулай итеп, мин һөйөүемде сығарыу юлын таптым. Әгәр ҙә ошо һыҙланыуҙың бөтөнөһөн эсемдә йөрөтһәм, моғайын, бер көн килеп аҡылдан шашҡан булыр инем.
Тәбиғәт тарафынан булмышыма һалынған рәссамлыҡ һәләте бына шулай көтмәгәндә асылды. Бәлки, мин был орлоҡ менән яҡты донъяға ҡабат-ҡабат килгәнмендер ҙә, күңелемде йыйын сүп-сар менән бысратып, уның шытым бирергә, үҫеп сығырға һәм сәскә атырға форсаты булмағандыр. Ә был һөйөү, ниһайәт, күңелемде һуғарған алтын ямғыр булып, махсус рәүештә ебәрелгәндер.
– Һеҙ Мәрхәбә апайҙы яратманығыҙмы ни?
– Яраттым, тик был тойғола өтөп алып барған ҡыҙыулыҡ, әрнеү һәм һыҙланыу юҡ ине. Ә сәнғәт ул – һыҙланыу емеше...
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
(Аҙағы бар).