КҮБӘЛӘККӘ ӘЙЛӘНЕҮ (Аҙағы)

...

Аҙағы. Башы ошонда

Ҡолдәүләт режиссерға тағы нимәләр һөйләгәндер, Йәмиләнең йәмһеҙ ҡылығы бер юлға язаһыҙ онот булды. Хәйер, бер кемдә лә уның ҡайғыһы ҡалмағайны.

Театрҙағы рух күтәренкелеге тиҙ арала ғазапҡа һәм рәнйеш-илашҡа әйләнде. Иҫке спектаклдәрҙе еңелсә генә һипләмәк, элекке режиссер артынан эйәреп киткән актерҙар урынына спектаклгә бүтәндәрен индермәк булып башлаған Ильястың сәстәре үрә торор хәлгә етте. Элекке тамашаларҙың, исмаһам, береһе генә лә уны ҡәнәғәтләндермәне. Нимәгә тотонһа, шуға йәне көйҙө. Ә бит бер килке өмөтө уяна биреп ҡуйғайны: яңы исемдәр асыр, быҫҡып ятҡан һәләттәрҙе балҡытып ебәрер, геүләтеп баш ҡалаға барып төшөрҙәр, йәнәһе. Ысынбарлыҡ иһә уғата аяуһыҙ булып сыҡты. Режиссерҙың ризаһыҙлығынан, әсе теленән ҡайҙа ҡасып, нисек ҡотолорға белмәүселәр күбәйгәндән-күбәйҙе. Ролдәре аҙ булған Йәмиләнән дә бәхетлерәк кеше ҡалмай бара ине, ахыры, театрҙа.

Актер балауыҙ кеүек һығылмалы, йомшаҡ булырға тейеш, тип уйлаған режиссерҙарҙан ине Ильяс. Ул үҙе ролде бар бөтөнлөгөндә күрә, уны һәр бөгөлө, кескәй генә төҫмөрҙәре, ым-ишаралары менән күрһәтеп бирә ала. Үҙе әйтмешләй, актерҙың ауыҙына сәйнәп һала, инде, асыуым бер килмәгәйе, ҡылҡылдатып йотоп ҡына ебәрергә кәрәк. Тик хатта шуны ғына ла эшләй алмайынса йәнде ҡыялар. Уға оҡшатырға тырышып ҡабатлай башлаһалар, трагедия урынына фарс килеп сыға. Бахыр актер бит автомат түгел, үҙе эстән кисермәгәнде, күҙ алдына баҫтырмағанды режиссер кимәлендә, әлбиттә, ҡабатлай алмай. Ә Ильяс быны үҙен мыҫҡыллау тип ҡабул итә. Хәйер, аңлай ул, актерҙың тәбиғи мөмкинлектәре: буй-һыны, килеш-килбәте, тауышы башҡа. Ул башҡаса атлай, башҡаса тын ала, башҡаса көлә-йылмая. Һуң, улай булғас, үҙеңсә килештер, үҙеңсә йылмай, үҙеңсә тырыш. Ә былар йылмайырға кәрәктә ыржая, илатырға кәрәктә үҙҙәре илай.

Мәркәздә саҡта, үҙенең труппаһындағы һәр актерҙың мөмкинлеген, кимәлен яҡшы белгәнгә күрә, Ильясҡа еңел ине. Ә бында һәр репетиция – ғауға. Актерҙар режиссерҙың нимә теләгәнен аңламай йонсой, ә ул инде тағы нисек аңлатырға мөмкин, тип аҙарына. Яратҡан һөнәренә лайыҡ икәненә лә беренсе тапҡыр шик уянды унда. «Үҙе ҡуйған спектаклгә йән инһен өсөн режиссер һәр бер актерҙа үлергә тейеш», – тигән бөйөк Станиславский. Әммә Ильястың һәр «үлеме» ғазап, сөнки ул булмышы менән үҙе актер. Уның фактураһы – күркәм буй-һыны, матур йөҙө, күкрәктән гөрөлдәп сыҡҡан тулҡынландырғыс тауышы – барыһы ла уға сәхнә биҙәге булыр өсөн бирелгән. Тик ошолар менән генә туҡтап ҡалмаған тәбиғәт, мул ҡулланып китеп, тормошҡа режиссерҙарса ҡараш та өҫтәгән, тыйыуһыҙ хыял һәм дә хакимлыҡ итеү теләге биргән. Тик театрҙың туҙанлы сәхнәһендә һинең нимә теләгәнеңде күҙ алдына ла килтерә алмаған тиҫтәләгән кеше менән шул хыялыңа йән өрөп ҡара! Актерҙарҙың бишәү-алтауһы һин йөкмәткән бурысты, алдарына ҡуйған маҡсатты һәр береһе үҙ яғына тарта, ә ҡалғандары мәйет кеүек вайымһыҙ – улар бер ҡайҙа ла тартмай, көн уҙһын, сабата туҙһын, тип аңшайып ҡарап тик тора.

Башта мөмкин тиклем һалҡын ҡанлы булырға тырышҡан Ильяс тора-бара сыҙамай башланы. Тик ул көйәләнгән һайын эштәр әкренәйә, сөнки актерҙар тағы ла нығыраҡ ҡаушай. Һәр береһе, репетицияла үҙенә ҡатнашырға кәрәк булмаһа, режиссер күҙенән мөмкин тиклем йырағыраҡ булырға тырышып, боҫошоп бөтә. Тик берәү генә ултыра һәр ваҡыт партерҙың иң артҡы рәтендә мөйөшкә ныҡ боҫоп. Ильястың башта уны күреп һарыуы ҡайнай ине. Бер нисә тапҡыр, асыуын кемгә төшөрөргә белмәй үрһәләнгән сағында, «залда репетицияла ҡатнашҡан кешеләр генә ҡалырға тейеш», тип ҡыуып сығарырға ла уҡталды, ни ғиллә менәндер тыйылды. Унан өйрәнде, хатта абайламай ҙа башланы. Ултыра икән – ултыра. Ә бер көндө, мөйөштөң буш икәнен күреп, етемһерәүгә оҡшаш тойғо кисерҙе. «Минән башҡа бер кемгә бер нәмә кәрәкмәй» тигән үпкәле уй тыпырсынды башында.

Ә Йәмиләгә яңы режиссерҙың эш алымы, фекер йөрөтөүе, ролдәрҙе үҙенсә тәфсирләүе ысынтылап ҡыҙыҡ ине. Заман сәнғәте менән даими ҡыҙыҡһынып барыуына ҡарамаҫтан, үҙенең ныҡ артта ҡалғанын күрҙе. Ҡайһы бер нәмәләрҙе махсус журналдарҙан, китаптарҙан ғына уҡып өйрәнеп булмай шул, остаз кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙенең әлегә ситтән күҙәтеүсе булып ултырыуы ла йәтеш икәнен аңланы.

Ә Ильяс, тәүге тәьҫоратҡа, тышҡы ҡиәфәтенә, быға тиклем алған «йондоҙ» атына алданып, Зәйтүнәгә ике спектаклдә лә төп ролде тапшырып өлгөргәненә үкенә башлағайны. Һәләте бар был актрисаның. Тик үтә ҙур һәләт түгел. Ә бына самаһыҙ амбицияһы, дан көҫәү, гел беренсе булыу теләге, мотлаҡ башҡалар иҫәбенә, башҡаларҙың башына баҫып үҫергә тырышыуы фиҙаҡәрлек талап иткән ысын, тулы ҡанлы ижадҡа урынды бик аҙ ҡалдыра. Етмәһә, ул сәхнәлә гел генә матур булырға теләй. Йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡыу һәр саҡ мускулдарын көсөргәнештә тота, шуға күрә мимикаһы, хәрәкәттәре тәбиғи түгел, тауышы ла ҡыҫылып сыға.

Ярай инде, ул, исмаһам, тырыша. Күҙгә ҡарап, ауыҙыңдан сыҡҡан һәр һүҙеңде аулап, аңлаһа-аңламаһа ла, «эйе, шулай, баш өҫтө», тип тора. Тик яҡшы артист булыр өсөн матурлыҡ менән тырышлыҡ ҡына етмәй шул. Баш һөйәгеңдең аҫтында урынлашҡан серле матдәне бик ныҡ эшләтергә лә кәрәк. Шунһыҙ, мәҫәлән, шул уҡ Шекспирҙың инде нисәмә быуат буйы миллиондарса кешеләрҙе тетрәткән геройҙарын нисек кәүҙәләндерәһең? Ҡатмарлы тойғоларының асылын аңламаһаң, уларҙы тамашасыны арбарлыҡ итеп уйнап буламы ни?

Геройҙың тиреһенә инергә, мин – Джульетта, мин – Гамлет, мин – Яго, тип ышанырға, сәхнәлә үҙеңде ошо персонаж итеп тойорға кәрәк. Шунһыҙ мөмкин түгел. «Үҙең булып ҡал, әммә икенсе кешегә әйлән» – актер ижадындағы ошо төп талапты оҙон керпектәреңде елпелдәтеп, өрөлөп торған ирендәреңде матур ослайтып ҡына үтәп булмай. Кәрәк икән, сәсеңде йолҡорға, битеңде тырнарға, нәфрәттән салшайырға, йәмһеҙ баҡырып иларға тура килә. Сәхнә – шул уҡ тормош. Тик ул тағы ла ҡабартыбыраҡ күрһәтелгән тормош. Тамашасыны тетрәндерер өсөн сәхнәлә ҡандың биҙрәләп түгелеүе кәрәкмәй. Оҫтаһың икән, геройыңдың бармағын яралауына ғына ла илата алырға тейешһең. Бер генә кешенең хәленә инеү, нәҡ бер кешене йәлләтеү һәм шул тетрәнеү аша үҙ күңелеңде лә сафландырыу – ысын сәнғәттең ҡөҙрәте ана шунда.

Нескә буй-һын, бөгәргә төшөп торған толомдар, тыйнаҡ ҡына аҫҡа сәнселгән ҡамыш керпектәр – тышҡы матурлыҡ – аҡ ҡайындар араһында сырҡылдап көлөп йөрөгән елбәҙәк ҡыҙҙарҙы уйнағанда ғына үтемле. Бына шундай образдарҙы ярайһы кәүҙәләндереп дан алған Зәйтүнәнең ҡатмарлыраҡ характерҙарға теше үтмәҫен абайлай башлағайны Ильяс. Үс иткәндәй, был театр, был ҡала өсөн яңылыҡ булыр, тамашасыларҙы шаҡ ҡатырыр тип һайлаған пьеса етди мөнәсәбәтте, баш эшләтеүҙе һәм күңел көсөргәнешен талап итә. Бына шунда төп героиняны уйнаған Зәйтүнәгә алдына ҡуйылған бурысты аңлатыу ауырға төштө.

Персонаждың характерын уға ҡат-ҡат тылҡый торғас, үҙе лә буталып киткән, күрәһең, ҡапыл көсөргәнеш аҫылынып торған залда тулҡынланыуҙан бер аҙ ҡалтырап торған сағыу тауыш яңғыраны:

– Был урында ҡысҡырырға, ярһырға ярамай. Ул бит королева.

«Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған», тигәндәй, барыһының да ҡоттары осоп, бер артҡы рәттә баҫып торған Йәмиләгә, бер, екеренеүен көтөп, режиссерға ҡаранылар. Үҙенең кәрәкмәгән ҡыйыулығынан ҡаушаған Йәмилә иһә ҡапыл йомолдо, хатта сүгә төшкән кеүек булды.

– Йә, йә, дауам ит, – тине Ильяс, батып барғанда һаламға йәбешергә әҙер булған бисара өмөтө менән.

– Ул бит королева кеүек, – тип ҡабатланы Йәмилә. – Шундай ҡатындар була, уларға тауыш күтәреүҙең, һорап тороуҙың һис кәрәге юҡ. Бөтәһе лә уға кәрәк булғанды үҙҙәре алып килә. Бына шундай ҡатынды уйнарға кәрәк бында.

«Ә бит ҡыҙыҡайҙың башы эшләй», – тип уйланы Ильяс. Үҙе:

– Дөрөҫ, бына шундай ҡатынды уйнарға кәрәк, – тип йөпләү менән сикләнде.

Тағы бер ғәжәпләндерҙе уны был һөйкөмһөҙ. Бер көндө кис яңғыҙ флейтаның репетиция бүлмәләренең береһенән ағылған арбағыс моңона әҫәрләнеп, һаҡ ҡына ишекте асты.

Биш-алты кеше ярым түңәрәк булып баҫҡан, ә уртала ҡара трико, ҡап-ҡара водолазка кейгән кемдер, көйгә эйәреп, кәүҙәһе менән талғын ғына сайҡала. Ильясҡа уның йөҙө күренмәй. Тулы ғына кәүҙәһен һөйәкһеҙ кеүек туғарландырыуға: «Ниндәй һығылмалылыҡ, – тип ғәжәп-һенеп уйлап ҡуйҙы. – Быны сәхнәлә файҙаланырға кәрәк булыр».

Шул саҡ әлегәсә тыныс һәм яғымлы ағылған музыкаға ҡапыл хәүефле ауаздар килеп инде, йыландың хәрәкәттәренә лә янау, асыуланыу ҡушылды. Ул башын кинәт алға ташланы. Ҡарап тороусыларҙың көлөшөүендә ихтыярһыҙ хәүеф, ҡурҡыу ишетелде. Бына «йылан» бөтөн кәүҙәһен тулҡындырып яй ғына ишек яғына боролдо. Сәсен майлап ҡуйған кеүек шып-шыма тарап түбәһенә өйгән һәм күҙҙәрен ҡара менән уратҡан йөҙҙә Ильяс Йәмиләне таныны. Көй йәнә талғын ғына яңғырай, йылан да әле тик арбай, албырғата ғына, әммә уға ҡарап ташланыр, сағып алыр мәлдең яҡынлашҡанын, ярһыулы ҡеүәтен бөтөн тәнең менән тояһың. Актриса ишек артында кемдеңдер баҫып торғанын абайланы, ахыры, ҡапыл башын алға ташланы ла кинәт кенә телен сығарып ыҫылданы. Ихтыярһыҙҙан ситкә тайпылған Ильяс ҡапыл боролоп китеп барҙы. Артта көлөшкән тауыштар ишетелде. «Ҡайҙан унда миңә ҡарата шундай дошманлыҡ?» – тип уйланы беләктәрендә ҡаҙ йөндәре ҡалҡҡанын тойған Ильяс. Уның һорауына: «Ә кем башланы һуң?» – тип яуап бирер кешеһе генә юҡ ине.

Директор урынбаҫарының бүлмәһенә ингәс:

– Репетиция залында нишләйҙәр ул? – тип ҡыҙыҡ-һынды.

– Беҙ шефлыҡ иткән мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Шуға бер-ике номер әҙерләргә ҡушҡайным, – тине профком рәйесе.

– Йылан бейеүеме?

– Йыланмы, сусҡамы шунда. Йәмилә оҫта ундай нәмәгә. Ул бит балалар театрынан күсте, – тип һүҙгә ҡушылды өҫтәлендә тәртипһеҙ таралып ятҡан ҡағыҙҙар араһынан ниҙер эҙләп маташҡан Ҡолдәүләт. – Бына, таптым. Табам, тип әйткәйнем бит һиңә, – тип профком рәйесенә һондо.

Көтмәгәндә бер сәбәпһеҙгә йөрәкһенеүенә кәйефе ҡырылған Ильяс йомошон да йомошламай бүлмәнән сығып китте. Ниңәлер был ҡатынға ҡағылышлы бар нәмәне йәне көйөп ҡабул итә ине ул.

* * *

Премьера көндәре яҡынлашты, афишалар эленде. Артистарҙың байтағы йүнле генә уйнай башланы, эштәр яйға һалынды тигәндә, әллә ҡурҡыштан, әллә стрестан өс кеше бер-бер артлы ҡаты ауырып китте. Уларҙың сирләүен махсус рәүештә үҙенә аяҡ салыу тип ҡабул иткән Ильяс ни ҡылырға ла белмәне. Айырыуса бер роль, үтә ҙур булмаһа ла, пьесаның маҡсатын аңлау өсөн бик мөһим ине.

– Нимә, премьераны кисектереп торабыҙмы инде? – тип һораны ул төшөнкө тауыш менән. Инде көйөнөргә лә тәҡәте ҡалмағайны.

– Йәмилә ундай яҡҡа отҡор була торған. Бер нисә репетиция үткәргәндә уйнай инде ул, – тине режиссер ярҙамсыһы баҙнатһыҙ ғына.

– Йәмиләне икән Йәмиләне, – тип ҡул һелтәне Ильяс, уға хәҙер кем булһа ла, нисек уйнаһа ла барыбер кеүек тойола башлағайны. Шулай итеп, Йәмиләгә лә кеше рәтенә репетицияларҙа ҡатнашыу форсаты тыуҙы.

– Исмаһам, үбешә генә лә белмәйһегеҙ бит, – тип сараһыҙлыҡтан ыңғырашты Ильяс. Енләнеп сәхнәгә атлыҡты ла, ҡаушауҙан нишләргә лә белмәй тапанып торған актерҙы ситкәрәк этеп, уның партнершаһына эйелде. Ҡулдары менән һаҡ ҡына үҙенән бер башҡа тәбәнәгерәк актрисаның сикәләренән тотто, наҙ һәм һоҡланыу тулы ҡараштары менән иркәләп торҙо ла, тойғолары күкрәген йыртып сығып килгән ғашиҡ дәрте менән ирендәренә ҡапланды. Сарсап килгән юлсы һалҡын шишмәгә йомолған һымаҡ ҡомһоҙланып эсте.

Үҙенә ҡағылыуҙы эске көсөргәнеш менән ҡабул иткән актриса ниндәйҙер бер мәлдә уның был тыйғыһыҙ дәртенә буйһоноп онотолдо. Үҙе лә һиҙмәҫтән, был талапсан, ҡомһоҙ, шул уҡ ваҡытта наҙлы ирендәргә яуап ҡайтарҙы.

Ильяс ҡосағындағы йән эйәһенең ғәжәпһенеп баҡҡан сәйер ҡараштары менән осрашты. Икеһе лә ҡыҙарынды. Уңайһыҙ хәлдән нисек тә сығыр өсөн: «Бына шулай үбешәләр уны», – тип шаяртҡан булды режиссер.

Ситтән ҡарап торғанда был дәрт, ялҡын, хистәр дауылы шул тиклем ышандырырлыҡ, матур ине, барыһы ла ирекһеҙҙән ҡул саба башланы.

«Ҡайҙа күрҙем һуң мин был күҙҙәрҙе?» – тип уйланы Ильяс урынына барышлай.

Эйе, тамаша ҡылғандар барыһы ла ниндәй оҫта уйын тип уйланы, ә улар икеһе ошо миҙгелдә араларынан үткән йәшендең көйҙөргөс иң һалып киткәнен тойҙо. Иң һалынды, ялҡын өтөп алды, был көтөлмәгән афәт менән инде бер нәмә лә ҡылып булмаясаҡ. Икеһе лә һиҙҙе быны, әммә аңдары түгел, күңелдәре генә һиҫкәнде. Тағы ла тап ошо мәлдә ишектән килеп ингән Сөләймән рәссам да күрҙе был осҡондо. Болоҡһоуҙан йөрәге сәнсешеп ҡуйҙы.

Кеше тормошондағы иң мөһим ваҡиғалар уның ихтыярынан тыш була. Бер кем дә унан башта тыуырға, унан, үлергә теләйһеңме, юҡмы, тип рөхсәт һорап тормай. Һөйөү ҙә һинең теләгеңә ҡарамай. Ер тырнап саҡыр – ул юҡ. Боролоп ҡас, ә ул күптән инде, һине ҡыуып етеп, күңелеңә инеп ултырған, йөрәгеңә хужа булып алған. Ҡасан өлгөргән? Нимә булған? Бары тик ике ҡараш осрашҡан, осрашҡан да саҡмаға саҡма ҡаҡлыҡҡандай осҡон сәсрәгән. Көнөнә йөҙәрләгән, айына меңәрләгән, йылына миллионлаған ҡараш осраша, бер ни булмай. Ни өсөн һөйөү был донъяға тап ошо мәлдә, нәҡ ошо ике ҡараш аша тыуырға теләгән?

* * *

Сөләймән ағай теге кистә Йәмиләгә күңелендәген һөйләп бөтөрмәгәйне. Ҡап яртыһын йәшереп ҡалдырғайны ул.

Марианна менән етәкләшеп, осоп йөрөгән урамдарҙан атларға тәҡәте ҡалмағанлыҡтан, ошо бәләкәй генә ҡалаға күсеп килгәндәрен һөйләп еткермәне. Хәйер, ябай ҡала түгел ине ул. Уларҙың йәшлек һәм хыял ҡалаһы. Мәрхәбә менән икеһенең һөйөү ҡалаһы. Әмәлгә күрә уны ҡалалағы драма театрына рәссам итеп саҡырҙылар. Ул ҡыуанып килде, сөнки яңы һөнәренә ҡурсалау һәм онотолоу өмөтө менән мөкиббән ябырылғайны. Ижад уны тотошлайы менән үҙенә арбап алды. Илһам килгән мәлдәрендә ҡара һөрөм ялмаған күңеленә һөйөү нуры ҡабат төшкән кеүек тойолоп китә торғайны.

Көндәрҙән бер көндө ярым подвал кеүек урында этләшеп кенә көн күреп ятҡан балалар театрына ла спектакль биҙәргә саҡырҙылар. Был ҡалала төйәкләнеүгә йыллап ваҡыт уҙғайны инде. Тәҡдимде ҡабул итерҙән алда, спектаклдәрҙе ҡарап, театрҙың йүнәлешен, зауығын самаларға була, көндөҙгө тамашаға юлланды. Бәләкәй генә зал тулы бала-саға. Көҙгө каникул ваҡыты булғас, энә төртөр урын юҡ. Театрға көҙгө ямғырға бик ныҡ сыланып, өшөп, болоҡһоп ҡына барып ингәне хәтерендә. Бала-сағаның сыуылдашыуы ла йәненә тейҙе. Башы сатнап ауырта башланы. «Үҙ театрыңда эшең аҙмы, тапҡан аҡсаң етмәйме?! Урындыҡ тулы бала-сағаң сурылдашып ашарға таптырып илаулап ултырамы?» – тип үҙенә-үҙе йәне көйҙө башта. Тамаша башланғас та мауығып ҡына китә алманы. Тик ниндәйҙер бер мәлдә сәхнә әллә ҡайһылай ҡапыл яҡтырғандай булды. Ни ғиллә икәнен үҙе лә абайламай һәм аңламай торҙо. Ҡайһы аралалыр асылған ауыҙын ябырға ла онотоп, залдағы йөҙәрләгән бала кеүек үк күҙҙәре һазлап, сәхнәлә терегөмөш кеүек тәгәрләп йөрөгән шаян кәзә бәрәсен күҙәтте.

Эш бында оҫта уйнауҙа, һәләттә, спектаклдең йөкмәткеһендә, режиссерҙың маһирлығында, актрисаның уйнаған ролендә генә түгел ине. Был ҡыҙҙан йәнгә сихәт бирерҙәй ниндәйҙер сихри нур ипкене бәрелә. Эш Сөләймәндең үҙендә, уның ҡабул итеү һәләтендә генә лә түгел ине. Залдағы бала-саға ла һиҙә ине был йылыны, был яҡтыны.

Әллә ни рәүешле күңеле бөтөн булып, елкенеп сыҡты ул тамашанан. Актриса тураһында бер нимә лә һорашманы, уның бер матур сер булып оҙаҡҡараҡ һаҡланыуын теләне. Театрға икенсе көндө лә, өсөнсөһөндә лә килде, был арбағыс һәләт эйәһенең ҡасан, ниндәй ҡифәттә килеп сығырын түҙемһеҙлек менән көтөү, башҡалар араһында уны эҙләү ләззәтле бер шөғөлөнә әйләнеп китте.

Нимә ул яратыу? Марианна уны ут кеүек өтөп алды. Ул ҡапыл тоҡанып ялпылдап яна башланы. Аҡылын юйҙы. Әллә күпме хаталар яһап ташланы. Күпме кешегә әрнеү-рәнйеү килтерҙе. Ә был юлы күкрәгендә, йөрәк тәңгәлендә йылы ғына бер нур йомғағы хасил булды. Яйлап ҡына ҙурая-ҙурая барҙы, ҡап-ҡара булып көйөп, өшәнеп ҡалған булмышын тотош биләне, йәрәхәттәрен уңалтты.

Ҡап-ҡара булып күкрәп килеп, ғәрәсәтләнеп яуып киткән ямғырҙан һуң донъяны әллә күпме төҫкә мансып, балҡытып ебәргән йәйғорға оҡшаш ине был тойғо. Йылы ямғырҙан һуң йыйылған күләүектәрҙе тасылдата баҫып сәсрәтә-сәсрәтә йөрөгән малай кеүек тойҙо ул үҙен.

Йәмилә тигән был һылыуға ҡарата бер ниндәй ымһыныу ҙа, өмөт тә юҡ ине унда. Хатта тыйнаҡһыҙ хыял менән рәнйетергә лә теләге юҡ ине. Үҙ хыялдарынан үҙе ҡурсалар ине, ундай тыйнаҡһыҙлығы була ҡалһа. Бала саҡта һөйөүҙең һәм наҙҙың алтын ямғыр кеүек күктән яуғанын бар күҙәнәгең менән тойған кеүек, ҡартлыҡта ла йәнеңә яҡындың был донъяла барлығы етә. Йәшә! Тик бул ғына был донъяла! Ошо ерҙең һауаһын һула, көл, йылмай, зинһар. Сәйер был әҙәм балаһы. Марианнаға уның гелән ҡағылаһы, уны ҡосҡоһо, үпкеһе генә килеп тора ине. Йәмиләгә тура ҡарай алмай йонсоно. Артыҡ оҙаҡ ҡарап торһа ла рәнйетер, үпкәләтер кеүек... Йәш, ҡеүәтле саҡтағы һымаҡ уға хужа булырға, уны үҙенә буйһондорорға ла теләмәне. Бик күп бәхеттәрҙең уға бығау һалырға теләгән өсөн емерелгәнен аңлай башлағанғамы шулай? Ир кешенең ҡатын-ҡыҙға ҡарата тойғоһо булыуҙан бигерәк саф күңелле малайҙың бәләкәс ҡыҙыҡайға, ҡайһы берҙә атай кешенең ҡыҙына булған һоҡланыуына ла оҡшап китә ине уның хистәре. Йәмилә тигән һылыуҙың толомонан тартып илатҡыһы, портфелен күтәреп эргәһенән атлағыһы килде. Был тойғо уны ғазапламаны, хәүефкә лә һалманы. Йән индерҙе, һыҙланыуҙан ҡужрайып ҡалған күңеле рәхәтләнеп, яҙылып китте. Йәшәрҙе. Элекке, имен замандарындағыса башын артҡа ташлап гөрһөлдәп көлә башланы. Бары шул саҡта ғына, йәрәхәттәр уңала башлағас, улар ҡалдырған йөйҙәргә ҡарап, Сөләймәнде электән белгән кешеләр ундағы үҙгәрештәрҙең ҡайһылай тәрән, емереклектәрҙең аяуһыҙ ҡурҡыныс булғанын самаланы.

Марианнанан һуң миктәп, күңеле тетрәнеп ҡалған әбейе лә абайланы уның был халәтен. Ҡарты әйләнгән һайын «Йәмилә лә Йәмилә» тип артыҡ йыш ҡабатлай башлағас, йәнә шөбһәгә батты. Быны абайлаған Сөләймән күңел ғазаптарынан ҡотҡарыр өсөн Мәрхәбәһен театрға алып китте. «Эй, был бала беҙҙең балаларҙан да йәшерәк икән», – тип ҡыуанғаны ҡарсыҡтың! Инде ул да Йәмилә тип мөкиббән китте, уны үҙ ҡурсалауы аҫтына алды.

* * *

Бик ҙур өмөттәр бағлап, күп көс сарыф итеп әҙерләнгән премьера көтмәгәндә уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Ғәҙәттә, артист халҡына ҡарата үтә лә миһырбанлы, тотанаҡлы тамашасы, ризаһыҙлығын һүҙе менән түгел, аяғы менән белдерҙе – спектаклдең аҙағына тиклем залдың байтаҡ өлөшө бушағайны. Нисәмә йыл режиссер булып эшләп, Ильястың был тиклем оятҡа ҡалғаны юҡ ине, шикелле.

«Пьеса бик ҡатмарлы, ә тамашасы был яңылыҡҡа әҙер түгел. Һинең бөтөн ғәйебең шунда: был театрҙың һәм был театрға өйрәнгән тамашасының үҙенсәлеген һанға һуҡмағанһың. Шул уҡ ваҡытта тик уларҙың зауығына ғына эйәреп ижад итһәң, сәнғәттә бер ниндәй ҙә үҫеш булмаҫ ине, – тине Ильясҡа мәркәздән премьераға саҡырылған дуҫтарының береһе, күренекле сәнғәт белгесе. – Икенсе хатаң: һин һаман труппалағы актерҙарҙың ҡайһыһы нимәгә һәләтле икәнен белеп еткермәйһең.

Бына, мәҫәлән, һин бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәткән Зәйтүнә ханым бик тә күркәм күренде, уның таланты, дөрөҫөрәге, талантһыҙлығына ҡарата, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошонан да артығын әйтеп булмай.

Ә бына үткенсе генә роль уйнаған бер актрисаң – кем тинең әле – Йәмилә – спектаклде тап ул һөйрәп сығарҙы. Быны һиңә театр сәнғәтен аҙмы-күпме аңлаған һәр кем әйтеп бирер. Дөрөҫ, ул ҡайһы бер мәлдә юрғанды үҙенә генә тартып ташланы. Тик уның был осраҡта башҡа сараһы ла юҡ ине. Үҙең белмәгән нимә бар, актерҙың энергияһы – ул темперамент ҡына түгел. Ул психик энергия. Йыш ҡына актерҙар был энергияны тамашасыларҙан йәки бер-береһенән һура. Ә был актрисала ул мөлдөрәмә тулып, сайпылып тора. Ә һин шуны баһалап еткермәгәнһең».

Бер ямандың бер яҡшыһы була тигәндәй, тетеп һала, гәзиттәргә хурлап яҙа инде тигән тәнҡитсе өмөтһөҙлөктөң сигендә торған баш режиссерға ла, «беҙҙән йүнле нәмә сығамы ни, беҙ бит үҙебеҙҙең эшкә ашмаған икәнебеҙ хаҡында алдан иҫкәрттек» тигән кәйеф менән өңшәйешеп йөрөгән труппаға ла байтаҡ аҡыллы кәңәштәр әйтеп, күңелдәрен күтәреп китте.

– Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Исаак Соломоновичтың былай тип һөйләгәне хәтеремдә, – тине ул спектакль тураһында фекер алышыу ваҡытында. – Боронғо грек театрында актер Аллалар өсөн уйнаған, йәғни бәйләнеш вертикаль буйынса булған. Түбәндән юғарыға, юғарынан түбәнгә. Ә беҙҙең бәйләнеш – горизонталь юҫыҡта, зал өсөн уйнайбыҙ. Был насар түгел, тик үҫеште бер ни тиклем тотҡарлай, сөнки тамашасы иртәгә үҙе үк аяҡ үрә баҫып алҡышлаясаҡ яңылыҡты бөгөн ҡабул итергә әҙер түгел. Ғөмүмән, ул эҙләнеүҙе яратып бөтмәй, һәр яңылыҡты уға тәүҙә ихтыярынан тыш, көсләп тағырға мәжбүрбеҙ. Сөнки ул спектаклгә билет алғанда уҡ нимә күрергә теләгәнен тоҫмаллап, әҙерләнеп килә. Өмөтөн аҡламаһаң, үҙен алданғандай тоя. Ярай әле беҙҙең тамашасыбыҙ тыйнаҡ. Һыҙғырынмай, кеҫәһенә серек күкәй, помидор тығып килмәй, хатта аяҡҡынаһын да тыпырҙатмай. Ризаһыҙлығын ипле генә белдерә. Шулай ҙа тамашасының күңелен уйлап ҡына эшләү ҙә дөрөҫ түгел. Ул саҡта тиҙ арала ҡолға әйләнеүеңде көт тә тор. Ә ҡолдоң ҡоло булыуҙан да ҡыйыны юҡ, тип алъюҫыҡҡа әйтмәгәндәр бит, – тип башлап китте лә, һәр бер ролгә туҡтап, һәр актерға файҙалы кәңәштәр биреп, оҙаҡ һөйләне. Үпкәләмәҫлек итеп һәр береһенең хатаһын күрһәтте. – Һәр актер, әлбиттә, бөтә уттарҙың да бары уға ғына төбәлгәнен теләр ине. Был, моғайын, тәбиғи генә түгел, хатта уның бурысылыр ҙа. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ә, бәлки, бәхеткә күрәлер, ысын сәнғәт бары тик партнерың менән бергә уйнағанда, ансамблдә генә тыуа, – тине ул Йәмиләгә.

* * *

Тәүге уңышһыҙлыҡтан һуң «шаҡҡатыризм»дар менән шөғөлләнмәй, Мостайҙың бынан бер нисә йыл элек барған «Оҙон-оҙаҡ бала сағын» яңыртырға булдылар. Үҙебеҙҙең милли ерлектәге матур әйбер. Йәмилә был спектаклдә массовкала ғына ҡатнаша ине. Әсғәт ролен башҡарырға тейеш булған курсташы Рәмил:

– Һин, ҡыҙыҡай, малай-шалайҙы миңә ҡарағанда шәберәк уйнайһың. Ярҙам ит инде. Нисек тә был яңы режиссерҙың күҙенә эләгеп ҡалырға кәрәк, – тигәс, шатланып ризалашты. Эшһеҙлектән, сараһыҙлыҡтан башын эскелек яғына борған дуҫының дәртләнеп, булдырам тип йөрөп ятыуына ҡыуанды. Ситтән ҡарағанда бит етешһеҙлектәр яҡшыраҡ күренә, шуға һәр репетициянан һуң бергәләп ултырып фекер алышалар.

– Һин ҡысҡыраһың, шау-шыу ҡуптараһың, тик был тауыш һинең боғаҙыңдан сыға, йөрәгеңдән түгел, аңлайһыңмы? – тине Йәмилә бер көндө Рәмилгә. – Әсғәт ул – романтик. Ул саф. Ул ҡанатлылар затынан.

– Һин әйткәнсә уйнаһаң, ул малай түгел, кәнфит була.

– Һинең оҫталыҡтан тора инде: кәнфит тә булмаһын, ғәҙәти малай ҙа... Ул беренсе ҡарашҡа ғына бер ҡатлы хыялбай күренә. Ә ныҡлап уйлап ҡараһаң, ул барыбыҙға ҡарағанда ла ысыныраҡ. Тап ошондай кешеләр арҡаһында ғәҙәти һоро ысынбарлыҡ хыял юғарылығына күтәрелә, йәйғор төҫтәре менән балҡый башлай. Тап улар арҡаһында тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрә.

Бер көндө режиссер һис уйламағанда кабинетына Йәмиләне саҡырып алды.

– Әсғәтте һеҙ яҡшыраҡ уйнарһығыҙ кеүек тойола миңә, – тине ул оҙаҡ һөйләп тормайынса.

– Юҡ, юҡ, – тип ҡурҡып китте актриса. – Нисек инде? Мин бит туп-тумалаҡ. Әсғәт сибек кенә, ҡураныс ҡына булырға тейеш.

– Роль өсөн аҙна-ун көн ураҙа тотоп алырға әҡәл юҡ инде, шулаймы? – Ильяс мыҫҡыллы йылмайып ауыҙын ҡыйшайтты.

«Был беҙҙең һөйләшкәндәрҙе ишеткән, күрәһең», – тип уйланы Йәмилә. Ҡапыл етдиләнде.

– Әҡәл бар, – тине. – Теләһәм, роль өсөн кәрәк булмаһа ла ябыға алам. – Тауышы: «Был минең шәхси эшем. Унда бер кемдең дә ҡыҫылышы юҡ», – тигән кеүек ҡырыҫ яңғыраны. – Ә Әсғәтте бер нисек тә Рәмилдән тартып ала алмайым. Сөнки был роль уның өсөн күпкә мөһимерәк.

– Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ? Ә һеҙгә эшһеҙ йөрөһәгеҙ ҙә яраймы?

– Беҙҙең шикелле уртаҡул актерҙар кемгә кәрәк? Йәтим быҙау кеүек унда ла, бында ла төртөлөп ҡараған булаһың, тик һиндә бер кемдең дә эше юҡ. Шуға күрә бөтә ерҙән дә ҡыуылаһың. Тик мин ҡатын-ҡыҙ, сыҙам, шыйыҡ сыбыҡ кеүек һығылмамын. Бөгөлһәм дә, кәмһенһәм дә – бирешерлек түгелмен. Ә ул әле түҙемлегенең сигенә еткән. Был роле лә килеп сыҡмаһа, ул һынасаҡ.

Беҙ уның менән бергә уҡыныҡ. Мин уны һәйбәт беләм. Ул арабыҙҙа сәхнәгә иң бирелгәне ине. Тик даланы юҡ. Бер нисек тә асылып ҡына китә алмай йонсой. Дөрөҫөрәге, бер режиссер ҙа уны балҡытып ебәрә алмай.

– Әлеге лә баяғы, режиссер ғәйепле, – тип көлөмһөрәне Ильяс. – Ә бит театр мәрхәмәт йорто түгел. Бында мин диктатор. Кем ниндәй ролде уйнай, кем уйнамай – үҙем хәл итәм.

Хәләл аҡсаһына билет һатып алып, рухи аҙыҡ көҫәп килгән тамашасыға: «Беҙ был егетте йәлләнек, насар уйнаһа ла ғәфү итерһегеҙ инде», – тип аңлата алаһыңмы? Ярай әле беҙҙең тамашасы ипле. Насар уйнанығыҙ, тип алҡымдан алмай. Тик бер күңеле ҡайтһа, театрға арҡан менән тарттырып та килтереп булмаҫ.

Тик Йәмиләнең бирешергә самаһы юҡ ине.

– Театрҙа коллективтарының яртыһын ашап бөткән актрисалар бар, – тип ҡыҙып китте. – Уларҙы барыһы ла белә. Белмәйенсә мөмкин дә түгел. Йылмайғандарында ауыҙҙарынан кемдеңдер аяғы, кемдеңдер башы сосайып тора.

– Хәбәрҙе образлы итеп һөйләй беләһең дә инде, – тип ирекһеҙҙән ҡысҡырып көлөп ебәрҙе режиссер. – Йә-йә, шунан, ҡайһы яҡҡа ҡыялатаһың?

– Бер ҙә образ түгел. Аяуһыҙ ысынбарлыҡ. Беҙҙең көндәлек тормошобоҙ. Ана, ҡарағыҙ ҡайһы бер ҡарт артисткаларҙың бураҙналы йөҙҙәренә: бөтөн ҡанлы, дөрөҫөрәге, ҡанһыҙ көрәштәре мисәтләнеп ҡалған. Ә минең һөйкөмлө генә әбей булып ҡартайғым килә. Шуға күрә кешенең роленә темеҫкенеп, аяҡ салып йөрөмәйәсәкмен.

– Ярар, – тип ҡул һелтәп китеп барҙы Ильяс. – Был турала уйлашырбыҙ әле.

Һөйләшеүҙе оҙаҡҡа һуҙманы. Шул көндө үк киске спектаклдән һуң саҡырып алды.

– Әсғәт Рәмилдең роле түгел. Нисек кенә маҡтаһаң да, егеттең диапазоны тар, – тине. Ҡаршы төшмәксе булып ауыҙ асҡан Йәмиләне уҫал ҡарап тыйҙы. – Тыңлап бөт. Был ролде мин һиңә бирәм. Ә һине талапсан выжданың ғазапламаһын өсөн, – тип ирония менән, баҫым яһап әйтте, – уға икенсе роль тәҡдим итәм. «Нәркәс»тә Тимерханды уйнар. Ул – ҡойоп ҡуйған герой-любовник. Төҫкә лә матур.

Ә был ролгә буй-һын, тышҡы ҡиәфәттән бигерәк, эске йөкмәтке кәрәк. Әсғәтте уйнар өсөн үҙ асылың саф һәм ихлас булырға тейеш. Ғөмүмән, был ролде уйнарға түгел, уны тойорға кәрәк.

Был спектаклдә төрлө трюктар менән генә бер ни ҡылып булмай, уны намыҫлы итеп ҡуйыу, намыҫлы итеп уйнау – мотлаҡ шарт. Шуға күрә миңә бары тик ихластар ғына кәрәк.

Хәҙер мин уны саҡырып алам. Был ролде һинән алам, тип әйтмәйем, ә икенсе ролгә кәрәкһең бит әле, нишләйбеҙ, тип кәңәш һорайым. Ул ролдең сағыуыраҡ һәм мөһимерәк икәнен аңлатам. Башымды киҫергә бирәм: дуҫың, минән бушаған ролгә Йәмиләне ҡуйһағыҙ яҡшы булыр ине, тип әйтмәйәсәк.

* * *

Театрҙың яңы түрә килгәс бер килке айҡалып-сайҡалып алған тормошо ҡәҙимге һилләнгәйне. Һуңғы осорҙа Йәмиләнең бер юлы әллә нисәмә ролгә раҫланыуы Зәйтүнәгә барып баш һалып өлгөргән бәғзеләрҙе хафаға төшөрҙө. «Йондоҙ» үҙе генә, тәкәбберлегенә барып, ниндәйҙер бер «мискә»нең үҙенә конкуренция була алыуын башына ла килтермәне. Көстәр нисбәте үҙгәрә башлағанын да абайламай, «балластлыҡҡа беренсе кандидат»

Йәмиләне уңайы сыҡҡанда ла, сыҡмағанда ла сағып тәҡәтте ҡоротто. Ә режиссер, әйтерһең дә, коллективтағы конфликттың тағы ла нығыраҡ ҡыҙғанын теләгәндәй, Зәйтүнәне үҫендереүен дауам итте. Әллә ул мөнәсәбәттәрҙең кереш кеүек тартылғанын күрмәй инеме? Әллә өҙгөслөк театр тормошонда тәбиғи генә түгел, бик кәрәк тип иҫәпләгәнгәме? Йәмилә быны күңел һуҡырлығы, ир- аттың ҡалын тирелеге тип баһалай ине.

Ниндәйҙер персонаж буйынса фекер алышыу мәлендә ут менән уйнарға яратҡан Йәмилә:

– Төҫкә матур ҙа, тик аҡылға һай ирҙәрҙән дә ҡыҙғанысыраҡ күренеш юҡ, – тип әйтеп һалды. Уның төртмә теленә ҡарата һәр саҡ уяу режиссер ялт итеп күҙ атты: кемдең баҡсаһына таш ырғытылғанын аңланыҡ, йәнәһе, әммә өндәшмәне...

Аҙна тирәһе үткәс, көтмәгәндә һөйрәп сығарҙы:

– Комплиментың өсөн күптән рәхмәт әйтергә йөрөй инем.

– Ниндәй комплимент?

– Төҫкә матур ир-ат тигәндә, мине күҙ уңында тотҡанһыңдыр, тип өмөтләнгәйнем, әллә яңылышаммы?

Йәмилә ҡыҙарынды, «эйе» лә, «юҡ» та тимәй, дәғүәнең дауамын көттө.

– Ярай, уныһы мөһим түгел, ә бына икенсе өлөшө нимәгә нигеҙләнгәнен бик тә белге килә.

– Аҡылға һайыраҡ тип арттырыбыраҡ ебәргәнемде таныйым. – Йәмилә уйынлы-ысынлы тонды тиҙ генә эләктереп ала һалды.

– Ә шулай ҙа? – Режиссер етди ҡарап яуап көттө. – Кешенең «а» тиергә баҙнаты еткән икән, «б» тиеүҙән тартынырға тейеш түгел, минеңсә.

– Әйтәйек, һеҙ мәсьәләне йыш ҡына бер яҡлы күрәһегеҙ, кешеләрҙе тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡына баһалайһығыҙ. – Актрисаға туранан-тура һөжүмгә күсергә тура килде.

– Мәҫәлән?

– Мәҫәлән, һеҙ Зәйтүнәнең үтәнән-үтә яһалма икәнен, һоҡланыуы ла, һөйләшеүе лә, яҡшы булып күренергә тырышыуы ла ялғанлығын күрмәйһегеҙ.

– Ә нишләп күрмәй тип уйлайһың?

Баштараҡ Ильясты Йәмиләнең йөҙ йыртыу дәрәжәһенә еткән тура һүҙлелеге шаңҡытһа, йәненә тейһә, хәҙер уның үҙен ауыр хәлгә ҡалдырыуҙан ҡыҙыҡ таба башлағайны.

– Күрәһегеҙ икән, нисек уны оҡшатырға, уға таянырға мөмкин?

– Ә кем һиңә бары ғәҙелдәрҙе һәм ихластарҙы ғына яратырға кәрәк тип әйтте? Әгәр ундай әҙәм табылған икән, битенә төкөр. Яуызлыҡ, ялған күпкә ылыҡтырғысыраҡ. Актриса булараҡ, һин быны бик яҡшы белергә тейешһең. Киреһенсә, минең гел ғәҙеллек даулап, дөрөҫлөк юллап соҡсоноп йөрөгәндәрҙе енем һөймәй.

– Ул бит һәр ваҡыт гримда, һәр саҡ битлек кейгән килеш, битлеге, моғайын, тиреһенә йәбешеп бөткәндер инде. Һеҙ бит хатта уның ысын йөҙө ниндәй булғанын да белмәйһегеҙ.

– Һин яратҡан Ницше нимә тигән әле: «Һай кешенән тәрәнлекте оҙағыраҡ эҙләйһең, сөнки уны таба алмайһың», тигәнме? – Беҙ ҙә ҡайһы ваҡыт китап уҡыйбыҙ ул, тигәндәй сәйер йылмайып ҡуйҙы. – Бәлки, мин кешелә, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙа, елбәҙәклек, һайлыҡ, яһалмалыҡты нығыраҡ оҡшатамдыр?

Ул мине алданым тип ҡыуана. Ә мин унан алданмайым, әммә алдандым тип алдауыма кинәнәм. Бына хатта һин дә унан алданыуыма, уның хәйләһенә ҡабыуыма, бер нимә лә аңламай йөрөүемә ышанғанһың. Был уйын – шул уҡ театр, хатта ҡайһы берҙә сәхнәләгенән дә ҡыҙығыраҡ.

– Шулай ҙа башым етмәй, аҡыллы кешенең алйотто нисек оҡшатыуы мөмкин?

– Ә ниңә кешегә тик аҡыллылар ғына оҡшарға тейеш? Бәлки, миңә иҫәр янында үҙемде аҡыллыраҡ тойоу ҡәнәғәтлек бирәлер. Ә Зәйтүнәгә килгәндә, уның кеүек аҡыллы булһа, күптәр «эһем» тиер ине әле. Мин ҡатын-ҡыҙҙарҙан, айырыуса сибәрҙәренән, был сифатты, ғөмүмән, талап итмәйем. Хатта шулай булғанда ла, Зәйтүнәнең башы юҡ, тип әйтә алмаҫ инем. Унда тормошсан, уҫал, йәшәү өсөн бик кәрәк аҡыл бар. Өҫтәүенә, ул сибәр. Инде был да аҙ күренһә, тырыш, нимә әйтһәң дә, «был дөрөҫмө, юҡмы» тип баш ҡатырмай, шунда уҡ эшкә тотона, күҙгә генә ҡарап өлтөрәп тора. Насармы ни? Ниндәй генә етәксенән һораһаң да: «Был иң кәрәкле сифаттар», – тип әйтәсәк. Эш барһын өсөн, ниндәй генә коллективта ла хеҙмәткәр үҙенең етәксеһенә тулыһынса буйһонорға тейеш. Һәр коллективта ла! Ә театрҙа инде әйтеп тә тораһы юҡ. Бында режиссер тулы хоҡуҡлы хаким. Диктатор.

– Ярай, оҡшаһын да икән, ти. Тик, мәҫәлән, һеҙ иртәгә баш режиссер булмаһағыҙ, ул һеҙгә боролоп та ҡарамаясаҡ. Сөнки... – Режиссерҙың оҙон монологын иғтибар менән тыңлап торған Йәмилә фекерен нисек теүәлерәк итеп еткерергә белмәй маңлайын сырыштырып уйланып торҙо. – Сөнки ул һеҙҙең шәхесегеҙҙе түгел, ә вазифағыҙҙы хөрмәт итә.

– Беренсенән, башыңды ни тиклем ныҡ эшләтергә тырышҡанда ла, маңлайыңды сирмаҫҡа өйрән. Миңә тәрән йыйырсыҡлы йәмһеҙ актрисалар кәрәкмәй, – тине Ильяс уны үсекләп. – Икенсенән, беләһеңме, бәпәй, иртәгә кем менән нисек һәм нимә буласағы Аллаһы Тәғәләнең үҙенә генә билдәле.

Ә мине, Зәйтүнәнең булһынмы, башҡаныңмы, мөнәсәбәте артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Барыһынан да яратылырға мин алтын аҡса түгел. Был мәсьәләне үҙем өсөн күптән хәл иткәнмен. Һеҙ миңә барығыҙ ҙа ҡәҙерле, бөтәгеҙ ҙә кәрәк. Талантлылар ҙа, уртаҡулдар ҙа. Ихластар ҙа, яһалмалар ҙа. Һин тарһынма, йәме. Тик эшләгеҙ генә, тырышығыҙ.

Ә бына һиндә бер бәләкәй генә, әммә уҫал бизмәндең бер туҡтауһыҙ эшләп торғанын һиҙәм. Ул яныңдағы бөтөн кешене көсөргәнештә тота, сөнки минут һайын үлсәп тора: хаҡмы-нахаҡмы, аҡыллымы-алйотмо, ихласмы-яһалмамы? Унан бер кемгә лә аяу ҙа, тынғылыҡ та юҡ. Хатта үҙеңә лә. Бигерәк тә үҙеңә. Тек-тек, тек-тек, сәғәт кеүек.

Хөкөм итмә – хөкөм ителмәҫһең, тип әйтеләме әле Тәүратта? Һин бит уҡымышлы ҡыҙыҡай... – тип төрттөрөп ҡуйыуҙан да тыйыла алманы. – Үҙеңә күберәк иғтибар ит. Ғәҙелме, түгелме, кәрәкме, юҡмы – Хоҙай эше. Ҡайһы берҙә һинең ул эске ғазаптарыңдан хатта мин арыйым. Моғайын, урамдан сатан кеше китеп барһа, үҙеңдең сәләмәт икәнеңә уңайһыҙланып, уны уҙып китә алмай бик оҙаҡ артынан бараһыңдыр әле.

Бындай уйынлы-ысынлы һүҙ көрәштереүҙәр, бәрелештәр икеһенә лә оҡшай ине. Улар һүҙҙәрҙе һәм фекерҙәрҙе бер-береһенә теннис тубы кеүек ырғыта һәм икенсеһенең яуабын ҡыҙыҡһынып көтә. Шул уҡ ваҡытта Ильяс Йәмиләгә тоҡандырып ебәрергә теләгәндәй балҡыу ҡараштарын төбәй. Йәмиләнең күңеле ҡоро сатыр өйөмө булһа, бына-бына сытырҙап янып китер ине. Тойғолар уяна ғына башлағанда был елбәҙәк һүҙҙәр артына боҫҡан мәғәнәне тик күңелдәр генә аңлай. Ярай әле әҙәм балаһында зирәк күңел менән уның көҙгөһө – күҙҙәр бар. Юғиһә, алйот аҡыл менән ялған телгә көнө ҡалһа, ул, әллә ниндәй шырлыҡтарҙа аҙашып, үҙенең яратҡанын аңлай ҙа, аңлата ла, бәхетен таный ҙа алмаҫ ине.

Ғаиләле ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе упҡын аша тартылған ҡыл арҡанға оҡшатырға мөмкин. Бына улар әлегә икеһе ике ярҙа. Һәр кемдең артында үҙ донъяһы. Шуға арҡаланып, ул ерҙә ныҡ баҫып тора. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ елбәҙәк хискә буйһоноп, тәүҙә береһе, унан икенсеһе уйнап ҡына арҡанға баҫа. Хатта уларға бер-береһенә барып етеү ҙә был мәлдә мөһим түгел. Бары тик тулҡынландырғыс бейеклек тойғоһо, тубыҡтарҙы ҡалтыратҡан, башты әйләндергән хәүеф ылыҡтыра, әйҙәй. «Бәлки, ерҙән атлап йөрөү ялҡытҡанға ғына ынтыламдыр», – тигән уй өйөрөлә башта.

Йәмилә үҙенә уның күҙҙәре менән ҡарарға өйрәнде. Ә ул күҙҙәр «һин һоҡланғысһың, аҡыллыһың, талантлыһың» тип ҡабатлай. Ә Йәмиләнең донъялағы иң аҡыллы, иң яҡшы кешегә ышанмаҫҡа бер генә лә сәбәбе юҡ. Уның, ысынлап та, бер ваҡытта ла шул тиклем матур булғаны юҡ ине. Урамдан үткәндә, ирекһеҙҙән, магазиндарҙың витриналарына күҙ һала һәм үҙенең сағылышын танымай тора. Унан һәйбәт кейенгән, зифа буйлы, көйәҙ эшләпәле һылыу ҡатын ғәжәпләнеп ҡарай.

– Минең өйгә ҡайтҡым килмәй, – тине ҡатын меңәрләгән тәҙрәләре менән йылҡылдап торған төнгө ҡалаға ҡарап.

– Юҡты һөйләмә, – тине ир күлдәгенең төймәләрен элә-элә. Ә үҙенең тауышы ҡәнәғәт ине. – Алма кеүек балаларың бар, – тип өҫтәне ул арттан килеп ҡосаҡлап.

– Дөрөҫөрәге, минең һеҙҙән бер ваҡытта ла айырылғым килмәй...

«Хәтереңдәме, беҙ миңә бара инек тә, бер-беребеҙгә мөкиббән булып бар донъяны рәхәтләнеп онота инек, – тигән рекламаны эстән генә ҡабатланы Йәмилә. – Хәтереңдәме, бер-беребеҙҙең ҡосағында ирей торғайныҡ...»

Ҡолағында уның киң күкрәк ситлегендә ярһып типкән йөрәгенең дөпөлдәүе яңғырай. Йөрәк ҡағышы икһеҙ-сикһеҙ океандың шауын хәтерләтә. Һәм Йәмилә инде бер ҡасан да ошо шауҙы, шул тулҡынды онотмаясағын белә. «Ул мине ярата, ярата, ярата», – тип ҡабатлай ҡатын үҙенә-үҙе һис тә ышана алмай.

Ябалаҡлап ҡар яуа. Моғайын, ул быйылғы ҡыштың һуңғы ҡарылыр. Үҙен ҡабаттан терелткән ҡышты Йәмиләнең һис кенә лә ебәргеһе килмәй. Шылт иткән ел булмағас, ҡар бөртөктәре күктән яйлап ҡына, үҙҙәренә генә мәғлүм көйгә бөтөрөлөп бейей-бейей төшә. Йәмилә башын сөйөп күккә баға һәм күҙҙәре менән уларҙың береһен юғарыла саҡта уҡ эләктереп ала ла ергә килеп төшкәнсе күҙәтә. Ә улар, был нәфис йондоҙҙар, һәр береһе үҙенсәлекле, береһе лә икенсеһенә оҡшамаған. Ошо гүзәллеккә ни йәнең менән баҫмаҡ кәрәк?! Шуға күрә аяҡтары ергә бөтөнләй теймәй тиерлек.

Ҡала меңәрләгән уттары менән балҡый. Бөтә донъя аҡҡа төрөнгәнгәме, ул бөгөн айырыуса матур. Бар халыҡ эштән һуң өйөнә ашыға. Кешеләрҙең арыған, борсоулы, йонсоу йөҙҙәренә ҡарап уның осраған береһен йыуатҡыһы, йылытҡыһы, ҡыуандырғыһы килә. Әлеге халәтен барыһы менән дә уртаҡлашырға, бәхетен бүлешергә, үҙенә яңы ғына асылған серҙе һөйләп бирергә теләй өйөрөлгән ҡарҙар ыңғайына бейеп китеүҙән саҡ тыйылып килгән ғашиҡ йән.

Күңелдең: «Бар икән ул һөйөүҙең мәңгелек даръяһы. Ул бер ваҡытта ла һайыҡмай ҙа, ҡоромай ҙа икән. Мин әле генә уртланым унан, унда ҡойондом, уның тулҡынында тирбәлдем. Бәхет бар. Ул бына бында, беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә. Тик үрелеп кенә ал икән!» – тип ҡысҡырғыһы килә. Ә йөрәк үкенестән һулҡылдай: «Ни өсөн кешеләрҙең барыһы ла минең кеүек бәхетле була алмай?» Күҙҙәрендә йәштәр мөлдөрәй, булмышында мөлдөрәмә тулы миһырбан – бөтөн донъяны ҡосаҡлап нурға ҡойондорғоһо килә.

Ә ул инде бер ваҡытта ла бәхетһеҙ булмаясаҡ. Шул тиклем бәхет кисергәндән һуң, ғаләмдә шул ҡәҙәрле бәхет барлығын белгәндән һуң бүтәнсә үҙеңде бәхетһеҙ тойоу гонаһ.

Ундағы был хайран ҡалдырғыс үҙгәреште барыһы ла тойҙо. Кисә генә һөйрәлеп йөрөгән йән эйәһенең осоп йөрөүе хатта һәр ҡайһыһы үҙенә ғашиҡ һәм бары үҙе менән генә мәшғүл хеҙмәттәштәренең дә күҙенә салынды. Салынмай һис мөмкин түгел ине. Сәбәбен генә белмәй аптырандылар. Тик Сөләймән рәссам ғына яманһыуланы:

– Ҡыҙыҡай, һин мине бөтөнләй оноттоң.

– Ваҡыт юҡ, Сөләймән ағай. Репетиция, репетиция. Эш шул тиклем ҡыҙыҡ булыр тип өмөт тә итмәй инем. Ниһайәт, үҙемдә аҙ ғына булһа ла һәләт барлығын тоя башланым, – тип яуапланы эстән тотош балҡып торған Йәмилә.

«Мин һиңә күпме тылҡыным был хаҡта, – тип әйтә алыр ине рәссам. Тик өндәшмәй генә һоҡланды. – Мин һиңә был хаҡта меңәрләгән тапҡыр ҡабатланым, тик һин ышанманың. Ә уның бер тапҡыр әйтеүе етте, хәҙер һин бәхетле».

Ә Ильяс оҫтаханаға бер ингәнендә һаман тамамланмаған портреттағы арбап торған күҙҙәрҙе таныны. Таныны ла ҡапыл аңлап алды. Йәмиләнең:

– Сөләймән ағай миңә атайым кеүек, – тип хәбәр һөйләп ултырған сағында, көлөмһөрәп:

– Беләбеҙ инде, – тип һүҙ ташланы. – Беләбеҙ инде. Ғашиҡ атай.

Үҙенең йәненә ғәзиз затты тағы ла кемдеңдер, һәм кемдең бит әле, яуапһыҙ яратыуы күңелен рәхәт итеп ҡытыҡланы.

* * *

Яңы сезондың башында театрға мәркәздән сәнғәт белгестәренең абруйлы делегацияһы килеп төштө. Улар аҙна буйы спектаклдәрҙә ултырып, бик оҙаҡ һайланғандан һуң коллективты май айында Төркиәлә үткәреләсәк халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашырға лайыҡ тип тапты. Ярты йылдан ашыу ваҡыт ана шул абруйлы йыйынға әҙерлек менән үтте. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ өсөн Ильяс актерҙарға кәңәшкә төрлө белгестәр саҡырып килтерҙе. Йәмилә лә элекке балерина, хореография уҡытыусыһы Маһитап апайҙан айға яҡын дәрес алды, сәхнәлә матур хәрәкәтләнеү серҙәренә өйрәнде. Яҡындан танышып, дуҫлашып, серҙәштәр булып бөткәс, Маһитап апай бер көн:

– Һин уға ғашиҡһың, – тип әйтеп ҡуйҙы «уның» исемен әйтеп тормай ғына. Тауышы әсәләрҙекеләй яғымлы, тик ниңәлер моңһоу. – Был ғәжәп тә түгел. Уның шулай үҙен яраттырыу таланты бар. Шулай уҡ ул үҙе лә һоҡлана, ярата, ҡәҙерләй белә. Бәлки, бында минең бер эшем дә юҡтыр, тик һине киҫәткем килә, һылыуым. Ул – коллекционер һәм һиндә генә туҡтап ҡалмаясаҡ. Дөрөҫөрәге, ул туҡтаған инде – үҙенең ҡатынын һайлаған. Шуға күрә киләсәккә хыялдарыңды уның менән бәйләмәһәң, яҡшы булыр ине. Быны мин һине үҙ баламдай яҡын күргәнгә әйтәм. Унан һин аҡыллы балаһың. Аяуһыҙ булһа ла дөрөҫлөктө аңларлыҡһың.

Ул һеҙҙең барығыҙҙы ла ярата; тик ярата, ихтирамлай һәм ҡәҙерләй берәүҙе генә. Ә уны ғүмерлеккә әсир иткән был ҡатын башҡаларҙың күҙенә салынмай ғына үҙенең мөстәҡил тормошо менән йәшәй, үҙенә карьера яһай, үҙ даирәһендә абруй ҡаҙана, уңыштарға ирешә. Шул уҡ ваҡытта ул, ире тапҡан малды ишәйтеп, эш итеп, дөйөм ояны йылыла тота, балаларын үҫтерә, ғаиләләренә тап төшөрмәй. Мин сикһеҙ һоҡланам ул киленгә. Сөнки уның бер ваҡытта ла, көнләшеп, ире артынан эйәреп йәмһеҙләшкәне, уның йөҙөн йыртҡаны йәки үҙен кәмһетергә ирек биргәне юҡ.

Һеҙҙән йыйған һөйөүҙе, йылыны, рухи ҡәнәғәтлекте, бәхетте – бөтөн болдо бит Ильяс барыбер түкмәй-сәсмәй өйөнә ташый. Үҙенең мажараларынан алған ҡәнәғәтлек тойғоһон, күңел бөтөнлөгөн, ғишҡи дәртте – ул уңышҡа, дан-шөһрәткә, тимәк, матди байлыҡҡа әйләндерә.

Мин байтаҡ йылдар инде был ғаилә менән аралашам. Тапҡан-табынғанын шул тиклем белеп, зауыҡ менән файҙаланып, шундай кимәлдә матур итеп йәшәгән кеше беҙҙең халыҡ араһында һирәк. Ә улар, ысын мәғәнәһендә, бер-береһенә тиң.

Маһитап апай бер кемде лә битәрләмәй, йомшаҡ ҡына һөйләне. Йәмилә уны өндәшмәй генә тыңланы. Уны әрнетергә тейеш был һүҙҙәр, күңеленә, һис көтмәгәндә, тирмән ташы кеүек баҫып, һәр бер аулаҡта осрашыуҙы һөрөмләп торған ғәйеп тойғоһон алып ташланы. Уны һәр саҡ Ильястың: «Беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәргә етди әһәмиәт бирмә», – тип ҡабатлауы рәнйетә һәм ғәжәпләндерә торғайны. «Яратыуҙан да әһәмиәтлерәк нимә булырға мөмкин?» – тип уйлай ине. Маһитап апай менән һөйләшкәндән һуң барыһы ла урынына ултырҙы. Тимәк, Йәмилә бер кемдең дә тормошон боҙмай, бер кемдең дә бәхетен урламай. Быныһы иң мөһиме. Ә ҡалғаны... Гарсия Маркестың «Юғалтҡаныңа илама, уның булғанына ҡыуан», тигән һүҙҙәрен иҫендә тотоп, бәхетле кешенең елбәҙәклеге менән «ярай, ҡыуанырмын» тип уйланы.

* * *

Төркиәнең матурлыҡтарына Йәмиләнең иҫе китмәне. Бизнесын башлаған йылды, иң беренсе ҙур аҡсаһын эшләп алғас, Хәлил бүләк иткәйне уға был илде. Тик диңгеҙ буйындағы аҡһыл ҡомдан ялан аяҡлап йөрөгәндә гел генә бәпестәрен юҡһынды. Уларҙың шаярыуын, ҡыуаныслы сырҡылдашып, зәңгәр тулҡындар араһында сәпелдәүен күҙ алдына килтерҙе. Ә үҙе һауаһында уҡ ижад һулышы, байрам күтәренкелеге, көсөргәнешле эҙләнеү һәм табыштар аңҡытҡан фестиваль атмосфераһына сумды, күңелен мөмкин тиклем байытып, артабанғы ролдәр өсөн түл йыйып ҡалырға ашыҡты. Шуға күрә башҡалар геүләшкәндә, ул шымды, башҡалар асылғанда, ул йомолдо. Эске һиҙемләүенә буйһоноп, хатта эргәһендә Ильястың булыуын да теләмәне.

Ә үҙҙәренең спектакле булырҙан бер көн алда бөтөнләй үҙ-үҙенә бикләнде. Күңеле яңғыҙлығының иң тәрән сөңгөлөнә сумырға кәрәклеген, иртәгә буласаҡ спектакль өсөн иң кәрәкле хазинаны тик шунда ғына таба аласағын тойҙо. Шунлыҡтан киске ашҡа ла, сираттағы спектаклдән һуң төн уртаһына тиклем барасаҡ мауыҡтырғыс фекер алышыуҙарға ла ҡалмайынса, ҡунаҡхананан бер яңғыҙы сығып китте. Ҡыҙҙарға: «Мине юғалтмағыҙ», – тигән яҙыу ғына ҡалдырҙы. Тәүҙә киске еләҫлеккә кинәнеп боронғо ҡаланың тын урамдары буйлап йөрөнө. Унан диңгеҙ буйына төштө. Тирә-яҡты тылсымлы нурына ҡойондорған туп-тумалаҡ айҙан һыу өҫтөнә киң көмөш юлаҡ һалынған. Ул йылҡылдап, арбап ята, һәм шул юл буйлап айҙың үҙенә табан йүгереүҙән саҡ-саҡ тыйылаһың. Ғашиҡтар серҙәшенең, моңһоуҙар юлдашының һаран, бәлки, шуға күрә лә уғата танһыҡ нурына хатта башбаштаҡ диңгеҙ ҙә йыуашайған. Тулҡындар бәләкәй генә, иркә генә, ялҡау ғына – яр ҡомона иренеп кенә йәйеләләр ҙә артҡа сигенәләр. Йәмилә тәүҙә, йылы тулҡындарҙың аяғын рәхәт наҙлауына кинәнеп, диңгеҙ буйлап барҙы. Таныш булмаған пляжға килеп сыҡҡас, тубыҡтарын ҡосаҡлап ҡомға ултырҙы ла диңгеҙгә текәлде, үҙен был мөҡәддәс ғаләмдең бер күҙәнәге итеп тойҙо. Ошо мәлдә ул үҙенең бөтөн нәмәгә лә һәләтле икәнен, хатта хәҙер аяҡ өҫтө баҫып, һомғол һыны менән ынтылһа, осоп та китә аласағын белә ине. Ул төшөндә шул тиклем йыш оса, осоу алымын тәне шул тиклем һәйбәт хәтерләй һәм бының бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Тик уға былай ултырыу ҙа иҫ киткес рәхәт.

Тормоштоң камил булмышы асылған мөғжизәле мәл...

* * *

Туҙан, дәү-дәү тимер ҡоролмалар еҫе, сәхнә артындағы ғәҙәти һәм шуға күрә күңелгә үтә лә ҡәҙерле бола. Былар донъяның һәр театрында ла бер үктер, моғайын. Йәмилә, сәхнәлә барған ваҡиғаларға иғтибар менән ҡолаҡ һалып, шаршау артында баҫып тора. Уның героиняһы – аҡылынан яҙып яратҡан ҡатын – сәхнәгә йүгереп сығырға һанаулы ғына секундтар ҡалған. Ул унда йәнен бүлеп бирергә әҙер булған кешеһе менән аҡтыҡ тапҡыр осрашырға тейеш һәм аҙаҡтан – ул быны белә – мәңгелеккә хушлашасаҡ. Был спектаклдең һуңғы һәм хәл иткес күренеше. Ошо сәхнәлә барыһы ла сиктән тыш ихлас булырға тейеш. Аҙ ғына яһалмалылыҡ, артыҡ килештереп ебәреү йәки саҡ ҡына ла уйнап еткермәү тотош коллективтың ярты йыллыҡ тырышлығын юҡҡа сығарасаҡ.

Фестивалдәге рухи күтәренкелек, кис һайын бер нисә сәхнәлә барған талантлы, ҡайһы береһе хайран ҡалдырғыс талантлы спектаклдәрҙе ҡарау яуаплылыҡты тағы ла нығыраҡ арттырҙы, уйынға көсөргәнеш өҫтәне.

Йәмилә төндә насар йоҡланы, таң алдынан ғына һаташып килеп уянды. Имеш, ул бейек ҡаянан ҡолап барғанда ниндәйҙер ағастың мурт тамырҙарына йәбешеп туҡтаған да упҡын өҫтөндә аҫылынып тора. Ҡолағы менән түгел, һәр күҙәнәге менән нисек итеп тамырҙарҙың ҡырт-ҡырт өҙөлгәнен ишетә, аҫта уны упҡындың ҡурҡыныс һалҡынлығы көтөп торғанын бөтөн тәне менән һиҙә. Эргәһенән генә шыптырҙап таштар ҡойола. Ул уларҙың төпкә барып етеүен ишетергә һәм упҡындың тәрәнлеген самаларға тырышып тыңлай. Әммә ишетә алмай, сөнки уның төбө юҡ кеүек тойола. Йәмиләлә ҡапма-ҡаршы ике тойғо көрәшә: береһе ҡолап төшөп ҡыйралыуҙан аҡылдан шашыр сиккә етеп ҡурҡыу. Икенсеһе – осоу теләге. Хәҙер ул ҡулын ысҡындырһа, упҡын төбөндәге осло таштарға барып ҡаҙалғанға тиклем бер генә минут булһа ла осоп барасаҡ. Һуңғы теләге шул тиклем көслө, уға буйһоноп бармаҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре бына-бына яҙылырға тора.

Ҡурҡыу һәм осош көҫәүҙән уянған тойғо уны уянғас та ташламаны, көноҙоно эҙәрлекләп йөрөнө. Был теләге, арҡа тамырҙарына тиклем земберҙәтеп, һаман да уның тәнендә йәшәй, хатта сәхнәгә сығыр алдынан кисергән көсөргәнеш тә уны еңә алмай.

Шул саҡ Йәмилә эргәһендә Ильясты тойҙо. Уның атлауын, тын алышын ишетмәне, башта умыртҡаһы, унан бөтөн булмышы менән йәне һөйгән кешенең аураһын һиҙҙе, уны, әйтерһең дә, йылы һәм нурлы томан тотош сорнап алды. Шул минутта уҡ тәнендәге керештәй тартылған көсөргәнеш юҡҡа сыҡты. Бығаса ҡатып ҡалған сырайы, йоҙроҡҡа йомарланған бармаҡтары яҙылды, тыны иркенәйҙе. Һиҙемләүенең, ысынлап та, хаҡмы-юҡмы икәнен белергә теләп, ул яй ғына артына боролоп ҡарағайны, үҙенән биш-алты аҙымда ғына туҡтап ҡалған Ильястың тулҡынланыуҙан ағарынған йөҙөн, күҙҙәрендәге кисерештәр дауылын – сикһеҙ яратыуын, уның һәм үҙе өсөн борсолоуын, уңыш көҫәү һәм баҙнатһыҙлыҡты абайланы. Быға тиклем бер ваҡытта ла уның шул тиклем яҡын һәм үҙәктәргә үткес ғәзиз икәнен тойғаны булманы кеүек.

Тап шул мәлдә һуңғы реплика яңғыраны һәм Йәмилә, хатта тамаша залына табан тулыһынса боролоп та өлгөрмәйенсә, сәхнәгә атланы: мөхәббәте мөлдөрәп сайпылырға торған күҙҙәре, һөйөүҙән нурланып балҡыған йөҙө, наҙға сорналған буй-һыны менән меңәрләгән һынаулы ҡараш алдына сығып баҫты. Әле ул тәүге һүҙҙәрен әйтер өсөн ирендәрен дә ҡыбырҙатып өлгөрмәне – тамаша залы – меңәрләгән кеше, осорға әҙерләнгән ҡош кеүек күкрәк тултырып һулыш алды ла, тынын сығарырға ла онотоп, иғтибарға әйләнде. Нимә көттө? Үҙе иң сарсаған, әммә нимә икәнен дә, үҙенә бик-бик кәрәген аңламаған дә нәмәне аулап... Һөйөүгә сарсағайны донъя. Ул һөйөү, ғәҙәттә, сәскәләрҙәге бал, алһыу наҙы менән төндөң ҡараһын да иретә алған таңғы шәфәҡ, ап-аҡ болот, йылғаның бөҙрә тулҡыны һәм Яратыусы Үҙен йәшергән меңдәрсә гүзәл күренештәр аша кәүҙәләнә.

Әле иһә нур көлтәһе булып сәхнә уртаһына сығып баҫҡан ошо ғашиҡ йәндә тупланғайны тормоштоң һөйөүгә ышанғандарға ғына асылған был тылсымы. Бына уның тауышы яңғыраны, сағыу түгел, ысыҡҡа мансылған үлән кеүек ҡуйы һәм саф. «Репетиция ваҡытында тауышы сағыуыраҡ, хистәр дауылы көслөрәк ине, – тигән хәүеф үтте режиссерҙың башынан. – Нишләп бөгөн саҡ-саҡ ишетелә?»

Актриса тотош залды иҫенә лә алмай, бары берәүгә – ҡаршыһында торған партнерына, юҡ, дөрөҫ түгел, сәхнә артында ҡалған берҙән-бергә генә һөйләй. Тамаша залы – бер ҡолаҡ, бер диҡҡәт, ҡағырға ла онотҡан бер йөрәк. Ә тауыш тағы ла әкренерәк: ярым шыбырҙау, сирек шыбырҙау, ә унан бөтөнләй өнһөҙ... Әммә был өнһөҙлөк – эске ялҡындан өтөлгән ирендәрҙә осоп сығырға ҡыймайынса тотолоп ҡалған һүҙҙәр – был көсөргәнешле тынлыҡ – тамаҡ ярып ҡысҡырыуға ҡарағанда ла көслөрәк яңғырай.

Бына актриса монологын тамамланы, сәхнә ситенә тубыҡланған килеш башын күкрәгенә эйеп тынып ҡалды.

...Тирә-яҡ тын, шылт иткән тауыш юҡ. Убып-уйылып барған тынлыҡ. «Былай булырға тейеш түгел. Бер ваҡытта ла улай булмай. Исмаһам, өс-дүрт кеше, залда ултырған дуҫтары, таныштары йәлләп кенә булһа ла ҡул сабырға тейеш!»

Тап шул мәлдә баш осонда ниҙер шартлап һынғандай булды. Йәмиләгә өҫтөнә декорация йығылып барғандай тойолдо, тертләп алға ынтылды һәм саҡ ҡына оркестр соҡорона осоп төшмәне. Шунда ғына был ҡурҡыныс көслө тауыштың залдан ағылғанын аңланы. Алҡыштар дауылы көсәйгәндән-көсәйҙе. Рампа янында торған килеш Йәмилә олоғара залды, аҡ тап кеүек кенә күренгән йөҙҙәрҙе, меңәрләгән ҡулдарҙың талпынғанын күрҙе. Әйтерһең дә, аҡҡоштар тубы, икһеҙ-сикһеҙ күккә күтәрелер алдынан, зәп-зәңгәр күлде иңләп ҡанат ҡаға!

* * *

Фестивалдәге баш әйләндергес уңыштан, хистәр йәйғоронан һуң тормош төҫһөҙләнеп, барыһы ла бер ни тиклеп шымып, баҫылып ҡалды. Был еңеүгә Ильяс артыҡ күп көс һалғайны, шуға күрә хатта йүнләп ҡыуанырға ла хәле ҡалмаған булып сыҡты. Тегендә, яландай ҙур сәхнәнең бер мөйөшөндә теҙләнгән килеш бышылдап, ярым бышылдап, ә унан һуң өнһөҙ ҡалып меңәрләгән кешене мөкиббән иткән бәләкәс кенә ҡатынға йөрәкһенеүҙән алҡымына килеп тығылған йәштәренә ҡарлығып ҡарап торғанда ул инде бындай көсөргәнеште бүтәнсә күтәрә алмаясағын тойҙо. Ә инде бер генә кеше лә ҡул сапмаған һәм һауала тынлыҡ аҫылынып торған бер нисә секунд эсендә яурынына үлемесле арыу ятҡайны.

Мәшһүр драматург, театрҙың һөйөклөһө Тенесси Уильямс: «Театр – актерҙар һәм драматург өсөн төрмә», – тип әйткәндә режиссерҙы шул төрмәнең хужаһы тип күҙ алдында килтергәндер, бәлки. Ә шул хужаның үҙе ҡол, тиҫтәләрсә тапҡыр нығыраҡ ҡол икәне башына ла килмәгәндер. Ул, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ ғәрип кеүек, труппала нисә артист булһа, шуларҙың барыһының да ҡоло. Сөнки ул үҙенең башында шундай матур булып яралған образды кәүҙәләндереү өсөн уларға мохтаж, уларға ялына, кеше көнлө ул. Шул арҡала актерҙы пластилин кеүек әүәләргә, һындырырға мәжбүр. Режиссерҙың яҙмышы тулыһынса уларҙың ихтыярында. Фестивалдә лә Ильяс үҙенең ышаныстарын, өмөттәрен, амбицияларын, өҫтөнә дауыл кеүек ябырылған алҡыштарҙан һаңғырауланып, сәхнә ситендә сайҡалып баҫып торған йәш кенә ҡатындың арыҡ яурындарында һөйрәп алып сыҡҡанын бик яҡшы аңлай ине.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, Ильяс һуңғы йылдарҙа тормоштоң үҙен футбол тубы кеүек типкеләп, әле түбәнгә төшөрөп, әле күккә сойорғотоуынан эттәй арығайны. Йәшәлгән йылдары ла үҙҙәрен йыш ҡына һиҙҙертә башланы. Айырыуса, көтмәгәндә ғәжәп сағыу һәм балҡыу итеп сәскә атҡан йәш һәм талантлы ҡатын янында. Йәмилә тыйып булмаҫлыҡ дәрт менән сабырһыҙланып алға, алға, бейеккәрәк ашыға, артылыу менән уны тағы ла юғарыраҡ түбәләр әйҙәй, ул тағы ла нығыраҡ талпына, Ильясты ла үҙенең артынан һөйрәй. Ә ул инде талсыҡҡан һәм аҡтыҡ көсөнә өҫтөрәлеп килә. Алдағы түбәләр уныҡы түгел инде. Уның ҡаҙаныштары, ул яулаған бейеклектәр артта. Бәлки, улар Йәмилә ынтылған бейеклектәрҙән дә юғарыраҡ булғандыр. Йәмиләнеке алда. Ваҡыт уларға бары ошо бейеклекте генә бергә яуларға, бары ошонда үрмәләгәндә яурынға-яурын терәп йәнәш атларға форсат биргән.

Йәмилә әлегә быны тоймай. Әлегә... Ә Ильяс уның бына-бына аңлауын, унан, әлегә һоҡланыулы ҡараштарын айырып ала алмаған кешеһенән, күңеле ҡайтасағын хәүефләнеп көтөүҙән йонсой, эстән бер туҡтауһыҙ бәхәсләшә. Был бәхәстәр уның асыуын ҡабарта.

Бүтәнсә улар юлдаш түгел. Йәмилә артабан китәсәк. Ә Ильясҡа инде булғаны ла еткән. Ҡаҙанғаны харап таман. Ул уңышынан ҡәнәғәт. Ул үҙенән, дуҫтарына ла, дошмандарына ла төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген, эйәрҙән бәреп төшөрә алмағандарын иҫбатлай алыуына ҡәнәғәт. Ошо бәләкәй генә ҡалаға, барыһы ла ҡул һелтәгән театрға килеп, ике йыл эсендә уны донъя кимәленә күтәрҙе. Үҙ-үҙҙәренә ышаныстарын юғалтып, меҫкенлеккә төшкән актерҙарҙан бына тигән ижади коллектив тупланы. Ә мәркәздә «беҙ – данлыҡлы», тип күкрәк һуҡҡан коллектив Ильяс Торомтаев киткәс һүрелде. Элекке шөһрәтен юғалтты.

Артабан Ильястың бер кемгә, бер нәмә иҫбатлағыһы килмәй. Мәшһүр спортсы спорттан иң юғары һөҙөмтәләргә ирешеү менән, шөһрәтенең иң юғары нөктәһендә китергә тырышҡан кеүек, Ильястың да уңышһыҙлыҡтың үҙен генә түгел, еҫен дә кисергеһе килмәй. Хәҙер уға, яңы ҡаҙаныштарҙан бигерәк, яулағандарынан мөмкин тиклем күберәк уңыш йыйып ҡалыу мөһим.

Шуға ул бөтә көсөн театрҙағы барыһына ла, шулай уҡ үҙенә исемдәр, премиялар юллауға йүнәлтте.

Күпселек тәүге алҡыштарға тиклем генә үҙен үҙе ҡыҙғанмайынса эшләй. Шуға күрә режиссерҙың һәлкәүлеге бөтөн коллектив өсөн дә уңайлы ине. Ә башы тулы идея булған Йәмиләгә был бик сәйер тойолдо. Үҙҙәренең ижади юлы тик башлана ғына тип көткән актриса хеҙмәттәштәренең дан-шөһрәт тип сыр-сыу килеүҙәренә лә һушы китеп аптыраны. Ысын мәғәнәһендәге берҙән-бер хазинанан – ижадтан – баш тартып, бала-саға кеүек тәтәй бүлешергә тотоноу, тип баһаланы ул быны.

Ул Ильясты һуңғы осорҙа беренсе тапҡыр аңламаны. Ә тегеһе аңлатырға теләмәне. Йәмиләне выжданы кеүек ҡабул итеп тә йонсоғайны ул. Выждан ул тормоштоң ауыр мәлдәрендә таяныс булыр өсөн генә кәрәк булып китә. Ә көндәлек тормошта, рәхәтләнеп, байман йәшәр мәлдә ул бары тик оронсаҡ ҡына.

Мөнәсәбәттәрендәге үҙгәреште тоя башлаған Йәмилә быны башта эшһеҙлеккә юраны. Мауыҡтырғыс эш, яурынға-яурын терәп ижад итеү барыһын да яйға һалыр тип өмөтләнде. Ул бер нисә тапҡыр сабырһыҙланып, үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашырға теләп мөрәжәғәт итеп тә ҡараны. Элек уның һәр тәҡдимен дәртләнеп эләктереп алған ижадташы, уйынлы-ысынлы, һәр ынтылышын тамырынан юҡҡа сығара торҙо. Бына шунда тыуа башланы ла инде Йәмиләлә ысын мәғәнәһендәге ризаһыҙлыҡ.

* * *

– Ни булды һиңә? Нишләп һуңғы осорҙа бер ҙә күренмәйһең? – тип һораны Ильяс. Яһалма яғымлылығы йөрәккә ауырттырып барып ҡаҙалды.

«Күренер өсөн күрергә кәрәк бит». Уйланы ғына Йәмилә, өндәшмәне. Һөйөү йәшәй ине әле, тик инде бик етди сиргә һабышҡайны. Бына икеһе лә белә бит инде, шулай булғас, нимәһен һөйләп торорға?

– Әллә ауырыйһыңмы? Нишләп өндәшмәйһең? – Был юлы Ильястың тауышында ысын хәүеф яңғыраны. Йәмилә уның һорауына яуап бирмәне, ә бары тик тултырып ҡараны ғына. Ильяс уның ҡарашындағы һыҙланыуҙан, әрнеү менән хәсрәттән һиҫкәнеп китте. – Күҙҙәре упайып, ябығып киткән булған, – тип иркәләп ҡағылыр өсөн ҡулын һуҙҙы. Тауышындағы наҙ барыһы ла үткәнен, ниҙәрҙе юғалтҡанын хәтерләтеп өтөп алды: Йәмилә уттан ҡурҡҡандай тайшанды.

«Ҡанатымдың ҡаурыйҙарын йолҡам. Ни тиклем ауыртынғанымды белһәң ине!» – тип ялбарғыһы килде. Тик үтеп китеп барған бәхетте инәлеп кенә туҡтатып, кире ҡайтарып булмағанын аңларлыҡ ғүмер кисергәйне инде ул. «Белмәй һәм белергә лә теләмәй», – тип уйланы. Илап ебәреүҙән ҡурҡып, ҡырт ҡына боролдо ла мөлдөрәмә тулышҡан йәштәре бите буйлап ағып төшөп фашламаһын өсөн башын артҡа ташлап йүгерә-атлай китеп барҙы.

Йәмиләнең күңелендә ниҙәр булғанын аңламай түгел, аңлай ине Ильяс. Ниңә белмәһен ти инде. Был донъяла байтаҡ йәшәгән кеше лә ул. Ауыр аңлашыуҙы хәүефләнеп һәм бер ни тиклем әҙерләнә биреп көтөп йөрөүе.

Тураһын ғына әйткәндә, тәжрибәле һәм ҙур ғына коллекция туплаған Дон-Жуан булараҡ, мөхәббәт уйынының ошо өлөшөн йәне һөймәй, үлә яҙып ҡурҡа Ильяс. Тойғолар һүнә башлағас, сираттағы ташлашыуҙан, әле һаман һөйгән, ләкин инде һөйөлмәгәнен һис кенә лә аңларға теләмәгән ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәштәренән, ялбарыуҙарынан, йәлләүес ҡараштарынан, яҡшылыҡ менән алдыра алмағанын төшөнгәс, эҙәрләй, «үләм» тип янай башлауынан екһенеп бөткән. Бындай мәлдәрҙә ул тәүбәгә килгән тумыртҡа кеүек инде әллә нисәмә тапҡыр «башҡаса был ғишыҡ-мишыҡ тигән уйынға ҡатнашмам, был тилелеккә бүтәнсә бирелмәм», тип анттар әйтергә тотонор. Үҙе шул арала һағыҙаҡ шикелле икенсе бер баллы туҫтаҡҡа килеп батҡанын абайламай ҙа ҡалыр. Әле лә күҙҙәре яңы табыш аулай. Һөйкөмлө йөҙ, еңел генә, йәтеш кенә холоҡ, үтә ҙур булмаған һәләт. Бына шул һылыуҙың талаптарына еңел генә яуап бирерлек көсө бар әле уның. Ә ҡанаттары нығынған Йәмиләгә бында түшәм тәпәш, ҡала ҡыҙыҡһыҙ буласағын ул яҡшы аңлай. Шул уҡ ваҡытта актрисаның артабанғы тормошон күҙ алдына килтерә алмай борсола. Мәркәздәге театрҙарҙы һәм ундағы режиссерҙарҙы бик һәйбәт белгәнлектән, уның был холҡо, талапсанлығы, эшкә, яңылыҡҡа сарсауы менән кемгә ярап, ҡайҙа һыйына алырын күҙ алдына килтерә алмай. Икәү араларындағы ауыр мөнәсәбәттәрҙе өҙөүҙең һәм һөйөү аҙабынан имен-аман ҡотолоуҙың берҙән-бер юлын Йәмиләнең иренә кире ҡайтып, тағы бер бала табыуында ғына күрә. Гонаһлы мөхәббәттән әрсәләп алыр ҡөҙрәткә гонаһһыҙ сабый күҙҙәре генә эйә.

Шуға күрә бер көндө:

– Беҙҙең аралағы мөнәсәбәттәрҙән... – тип һүҙ башларға маташып ҡарағайны, фекерен нисек әйтеп бөтөрөргә белмәй туҡтап торҙо. Һөйгәненең тулҡынына радиоалғыс кеүек көйләнгән, уйына тиклем ауларға өйрәнгән Йәмилә, уның ни әйтергә теләгәнен һәм нисек рәнйетмәҫлек итеп белдерергә белмәй туҡтағанын аңлап, үҙе лә көтмәгәндә, аптырағанға һалышып:

– Арала булғандарға? – тип ҡайтарып һораны. – Ә беҙҙең арала нимә булған?

Йәмиләләге үҙгәрештән ҡапылғара ҡаушабыраҡ ҡалһа ла, Ильяс үҙенә ырғытылған бауға шунда уҡ йәбешә һалды.

– Эйе шул, – тип килешергә ашыҡты. – Бер нәмә лә булманы бит. Тик икебеҙ бер төрлө төш кенә күрҙек, – тине. – Иҫ китмәле матур төш.

Ә Йәмиләнең тойғолары үрһәләнеп, асырғаланып, ғазапланып үлә... Тик ул һөйөү өсөн көйөп-янып та, әрнеп тә арығайны инде. Йотоп, убып алып барған һағыш һәм бушлыҡ тойғоһона ҡаршы көрәшеп маташманы, уларҙы күңеленең иң төпкөлөнә тәҫләп һалып ҡуйҙы ла, алдында асылған яңы мөмкинлектәр менән файҙаланырға, хыялдарын бойомға ашырырға тотондо. Ә улар, тәрәндә күпме ятһалар ҙа, усаҡтың төбөндә быҫҡыған торон һымаҡ, ниндәйҙер бер мәлдә йә һүнерҙәр, йә уңыштар һәм ҡаҙаныштар яҡтыһында янып көлгә әйләнерҙәр әле.

Кемдер бер аҡыл эйәһе әйткән, һөйөүҙең дүрт миҙгеле була. Беренсеһе: һин яратаһың һәм бәхетлеһең. Икенсеһе: һин яратаһың, тик инде бәхетле түгелһең. Өсөнсөһө: һин яратмайһың, әммә бәхетһеҙһең. Һәм, ниһайәт, яратмайһың һәм бәхетһеҙ ҙә түгелһең.

Йәмилә өсөнсө миҙгелдә китте. Ул инде элекке кеүек үлә яҙып яратмай, әммә ҡыуарған һөйөүҙе йөрәгенән йолҡоп ырғытҡан да, тамыр урыны өңрәйеп һаман ҡанһырап торған саҡ ине.

Хәйер, һәр мөхәббәттә лә хәсрәт була. Бәхетле мөхәббәт икән, уның тамамланыуы һәм үлеменең яҡынлашыуы әрнетә. Әгәр ҙә яуапһыҙ һөйөү икән, яратҡан кешеңдең бер ваҡытта ла һинеке булмаясағын аңлау һәм уны юғалтыу әсеһе өҙгәләй.

Ҡатын-ҡыҙҙың мейеһе шулай яратылған: ул башкөллө бер генә нәмәгә бирелә ала. Уның көсө лә, көсһөҙлөгө лә шунан ғибәрәт, ти ғалимдар. Ул ярата икән, бөтөн донъяһын онота. Ул ҡайғыра икән, ҡайғыһынан башҡа бер нәмә менән дә әүрәй алмай. Ә ирҙәр, киреһенсә. Ир кеше үлеп яратырға ла, шул уҡ ваҡытта һөйгәненән ял итеп, футбол менән, эше менән, фәне менән мауығырға ла мөмкин. Йәмилә, бөтөн ихтыярын йыйып, үҙен ирҙәрсә аҙым яһарға мәжбүр итте. Әрнеүҙәренең боғаҙына баҫып, өндәрен тыҡты ла башҡа ерҙә эш эҙләй башланы. «Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Һәр тыуған таң бәндә балаһына өлөш, ырыҫ, бәхет алып килә», – тип ҡабатларға ярата торғайны өләсәһе. Шуның кеүек, Йәмиләне матур сериалға мауыҡтырғыс, ҡатмарлы характерға эйә булған бер персонажды уйнарға саҡырҙылар. Байтаҡтан бирле Ильястан йырағыраҡ йөрөргә тырышҡанға, уның яңы проекттары, был килешеүҙәр бөтәһенән дә сер ине. Шуға күрә уның бер кис ҡулына театрҙан китеүҙе һорап яҙған ғариза тотоп килеп инеүе режиссерҙы ысын мәғәнәһендә шаңҡытты.

– Ултыр әле һин, ултыр, – тине ул ыуаланып. – Аңлайым, барыһы ла минең арҡала. Һин ашыҡма әле. Сериал бит ул – сериал. Ул етди сәнғәт түгел бит инде. Нығыраҡ уйла. Сериалдарҙағы халтура һине барыбер ҡәнәғәтләндермәйәсәк.

Бер һүҙ ҙә өндәшмәй, уның сәбәләнеүенә һалҡын ғына ҡарап ултырған Йәмилә тирәләй йөрөп әйләнгәс, ҡаршыһына килеп баҫты.

– Ә теләйһеңме? – тине ул бер нисә генә минутҡа тас элекке кеүек тоҡанып. – «Медея»ны ҡуябыҙ? Һин хыяллана инең бит Медеяны уйнарға.

Был әйтеп бөтөлмәгән һөйләм Йәмиләгә: «Ә теләйһеңме, бөтәһен дә ҡайтанан башлайбыҙ?» – тигән кеүек ишетелде. Бер генә минутҡа, ысынлап та, бөтәһен дә ҡайтарып булыр һымаҡ тойолдо. Һағайып үҙ-үҙенә, ҡапыл үрәпсеп киткән йөрәгенә ҡолаҡ һалды ла аяуһыҙ дөрөҫлөк менән күҙмә-күҙ осрашты. Бер нәмә лә мөмкин түгел. Ул үҙе быны теләмәй.

– Юҡ, – тип бүлдерҙе ул Ильястың әйтеп бөткәнен дә көтмәйенсә. – Мин һеҙҙе һәм башҡаларҙы, ниһайәт, үҙемдең сибәр һәм талантлы булғаныма ышанырға мәжбүр иттем. Хәҙер иң ҡыйыны ҡалды: мин быға үҙемде лә ышандырырға тейешмен.

Йәмилә коллективты хушлашыу мәжлесенә өйөнә саҡырҙы. Йорт йыһаздары ла, фатир үҙе лә һатылғайны инде. Буш залда оҙон өҫтәл дә күрше-тирәнән йыйылған ултырғыстар. Уның тиктомалдан ҡутарылып сығып китергә баҙнат итеүен һаман етдигә алмаған хеҙмәттәштәре буш фатирҙы һәм мөйөштәге бер нисә сумаҙанды күргәс кенә ышанды, ахыры.

– Фильм бит мәңге һуҙылмаҫ. Уны төшөрөп бөткәс, нимә эшләйһең? Ниңә былай ҙурҙан ҡубып китергә булдың? – тип сыуылдаштылар. – Ә былай теләһә ҡасан һине ҡолас йәйеп ҡаршы алырға туған коллективың бар.

«Ҡолас йәйер инегеҙме икән?» – тип уйланы театрҙа хәҙер үк урын тарлығын һиҙеп торған Йәмилә.

Шулай ҙа күңеле нескәреп китте, күҙенә йәш тулды.

– Этем ҡушҡанмы һиңә илай-илай китергә? Йыртып ырғыт ғаризаңды, – тип шелтәләне йомшаҡ күңелле режиссер ярҙамсыһы. Башҡалар ҙа уға ҡушылып геүләште.

Өҫтәлдең ике башында ултырған ике генә кеше өндәшмәне. Рәссам өндәшмәне, сөнки белә ине: Йәмилә уны бер ваҡытта ла ташлап китмәйәсәк, һәр саҡ күңелендә йәшәйәсәк. Ваҡыт та, аралар алыҫлығы ла ысын дуҫлыҡты һәм ысын һөйөүҙе тамсы ла бүҫкәртә алмай. Ә китергә, бынан китергә кәрәклеген, уның кисерештәрен һәм әрнеүен Сөләймән аңлай ине. Үҙенә һүҙ биргәс, өндәшмәй генә тубығындағы ҡумтаны асып ебәрҙе лә унан бер-бер артлы күҙҙең яуын алырҙай күбәләктәр осоп сыға башланы. Көҙгө болоҡһоу кистә ғәжәп тә, һоҡланғыс та ине был төҫтәр балҡышы.

– Уңыш та ошо күбәләк кеүек, – тине ул сыр-сыу баҫылғанын сабыр көтөп алғас. – Ул беҙҙе ҡанатлы итә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның да ғүмере ҡыҫҡа. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: уны ла ошо күбәләктәр кеүек үрсетергә, тәрбиәләргә һәм осорорға мөмкин.

Унан Ильяс һүҙ алды.

– Режиссер, ысынлап та, театрҙа тулы хоҡуҡлы, сикһеҙ хаким булырға тейеш. Шунһыҙ йүнле бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Бөтәгеҙ ҙә тырым-тырағай таралышып бөтәсәк. Тик актер берҙән-бер көндө шундай кимәлгә күтәрелә: әгәр режиссерҙың хакимлығынан арынһа, тағы ла күркәмерәк булып сәскә атасаҡ. Шуға күрә мин Йәмиләгә артабан тағы ла юғарыраҡ үрҙәрҙе яулауын теләйем.

* * *

Йәмилә кино сәнғәте тигән үҙе өсөн өр-яңы, мауыҡтырғыс һәм ҡатмарлы донъяға килеп эләкте. Ҡыҫҡа ғына арала бик күп нәмә өйрәнде, береһенән-береһе мауыҡтырғысыраҡ кешеләр менән танышты. Ҙур-ҙур актерҙар менән бергә уйнарға, үҙенең көсөн улар янында һынап ҡарарға насип булды. Йыш ҡына төн урталарына тиклем һуҙылған көсөргәнешле эш уны башкөллө үҙенә һурып алды. Аяҡтан йығылырҙай булып арып ҡайтып йығылғанда, ҡайһы ваҡыт шәүлә кеүек кенә иҫенә төшөп киткән элекке коллектив, бәләкәй ҡала һәм... барыһы ла матур төш кенә, ысынлап та, матур һәм моңһоу төш кенә булып тойолоп китә ине. Уға рәхәт, бер ниндәй сәбәпһеҙ рәхәт, мауыҡтырғыс. Бәлки, ирек тойғоһон, күптән инде, алтын булһа ла, ситлектә ултырған һәм ҡурҡып ҡына иркенгә осоп сыҡҡан ҡошсоҡ үҙен шулай тоялыр.

«Ҡотлайым. Ғорурланам. Бер ҙә генә шикләнмәгәйнем. Мин», – тип яҙылғайны телеграммала.

Йәмилә көлөмһөрәп ҡуйҙы: «Ул һаман да үҙенең минең өсөн «МИН» булып ҡалыуына шикләнмәй».

Тәүҙә рәхмәт әйтеп шылтыратырға ла уйлап ҡуйғайны, күңеленә шырау булып ҡаҙалып, оҙаҡ ҡына өйкәп йөрөгән бер һөйләшеү иҫенә төшөп, теләге һүнде. Кинолағы тәүге роле, бер ҡараһаң, үтә әһәмиәтле кеүек тойолмаһа ла, көтөлмәгән уңыш килтергәйне. Беренсенән, ул, кинолағы беренсе аҙымы ҙур хыялдарға илтеүсе баҫҡыс икәнен аңлағанлыҡтан, бар һәләтен, тойғоларын һалып уйнағайны. Икенсенән, ул яңы кеше, экранда артыҡ йыш сағылып, тамашасыларҙы ялҡытып бөтмәгән.

Ильяс фильмдың тәүге өлөшө телеэкрандарға сығыу менән үк ҡотлау ебәрҙе. Моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла ине уның был сәләме. Күптән уның тауышын ишеткәне булмағанға күрә, шундай матур сәбәп тә сығып торғас, шылтыратып рәхмәт әйтергә уйланы. Тулҡынланасағын белгәнгә күрә, алдан әҙерләнде. Үҙен яңынан тыуырға мәжбүр иткән, ижадҡа ҡанатландырған, төн йоҡоларын алған, күпме күҙ йәшен түктергән был кеше һаман ҡәҙерле ине, һағындыра, үҙе булмаһа, ҡасандыр ул уятҡан һөйөү самаһыҙ юҡһындыра. Бәрхәт кеүек йомшаҡ, эс-бауырыңа инеп арбап ала торған наҙлы тауышын ишетеү менән үҙәге өҙөлөп китте. Ирендәренең татын, ҡулдарының йылыһын хәтерләне. Үҙен шыҡырҙатып ҡулға алды шулай ҙа, тотанаҡлы, хатта һалҡын һөйләшергә тырышты. Ул да һаҡ, ул да тейешле дистанцияны һаҡлай. Икеһе лә һағайып бер-береһенә ҡолаҡ һала. Барыһы ла мөһим: пауза, тын алыш, интонация... Тик һүҙҙәр түгел. Һүҙҙәр алдай, улар ялғансы. Улар һәр актер, һәр шағирҙың тел осонда – ваҡ аҡса кеүек еңел генә уңға-һулға һибә торған һүҙҙәр. Фильмдың һәр серияһын йотлоғоп ҡарағанын һөйләне, һоҡланды, маҡтаны. «Яһалма, яһалма, яһалма, – тип барыһын да кире ҡағып торҙо Йәмиләнең аңы. – Быныһы мөһим түгел, мөһим түгел...»

– Былтыр ошо ваҡытта, – тине Ильяс. – Иҫеңдәме...

– Былтыр түгел, элекке йыл, – тип төҙәтте Йәмилә.

– Булмаҫ, – тип ысын күңелдән аптыраны Ильяс. – Шул тиклем үк ваҡыт үтеп киттеме ни?

Бына быныһы – ғәжәпләнеүе – ысын. Ильяс үҙҙәренең һуңғы тапҡыр ҡасан осрашыуҙарын хәтерләмәүе менән Йәмиләне ни тиклем рәнйеткәнен хатта абайламаны ла. «Шул тиклем дә үтеп киткәнме ни?» – тип әйтеүенән яңы мөхәббәте менән шул тиклем оҙаҡ бергәлегенә ғәжәпләнеүен аңланы Йәмилә. Бындай нәмәләрҙә ҡатын-ҡыҙ үтә һиҙгер һәм уҫал хәтерле. Шуға әле телефонға үрелгән еренән туҡталды.

* * *

Сөләймәндең һуңғы бер нисә картинаһын Өфөлә уҙғарылған бөтөн Рәсәй күргәҙмәһенә һайлап алдылар. Шау-шыулы сараларҙы бик үк ене һөйөп етмәһә лә, рәссам был юлы баш ҡалаға ихлас барҙы.

Сирень шау сәскәлә ваҡыт. Күргәҙмәне асыу тантанаһында ғына ҡатнашты ла ҡала буйлап китте. Өфө урамдары элекке кеүек әрнетмәне. Хәтеренә төшкән ваҡиғалар татлы болоҡһоуы менән иләҫләндерҙе генә. Парктарға, скверҙарға инеп, иҫтәлекле эскәмйәләргә ултырып ҡараны. Марианна менән осраштырған дүртенсе трамвайҙа һуңғы туҡталышҡа тиклем барҙы, оҙаҡ ҡына йәйәү атланы, унан Ағиҙел буйына төштө. Ташҡыны һаман ҡайтып бөтмәгән тулы һыулы ҡәҙерле йылғаға оҙаҡ ҡарап торҙо. Һағындырған икән барыһы ла.

Хәтирәләренә бирелеп, бер йылмайҙы, бер яманһыуланы. Булмағандан яҡшы булғаны... Ҡасандыр үҙен өткән ялҡындар, яндырып ғазаплауҙан башҡа, ғүмер юлдарын яҡтыртып та барған. Булып уҙғандарҙың ҡосағында иҙрәп йөрөһә лә, күңелен бөгөнгөһө йылытты. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек күбәйеп киткән йәйге «тәғәмхана»ларҙың (уйлап та табалар инде, тип көлөмһөрәне был һүҙгә Сөләймән. Хәйер, Өфөнөң заманса ҡиәфәте күңеленә хуш) береһендә ҡапҡылап сыҡҡандан һуң, театрға йүнәлде. Самаһыҙ йөрәкһенеп, хатта өҙәләнеп китеүенә үҙе лә бер ни тиклем ғәжәпләнеп, ни тиклем сарсағанын аңланы. Каруанһарай эргәһенә теҙелгән сәскә һатыусыларҙан бик оҙаҡ һайлап ҙур гөлләмә алды. Һәр сәскәһен үҙе барланы.

Таныштар осрап-фәлән ҡуймаһын тип, спектакль башланыр алдынан ғына килеп инде. Карло Гальдониҙың «Трактир хужабикәһе» ине. Башта Йәмилә – Мирандолинаны күреүенә йөрәкһенеп, ваҡиғалар ағышына инеп китә алмай ултыра ине, талант көсөнән арбалғанын абайламай ҙа ҡалған.

Актер, әгәр ҙә ул талантлы булһа, сәхнәлә сағында хаким. Ә спектакль ул – икәү-ара килешенгән ҡоллоҡ. Тамашасың һине ярата икән, ул үҙен һинең ихтыярыңа рәхәтләнеп тапшыра. Бына шулдыр инде был һөнәрҙең иң татлы мәле, ләззәте. Һин хаким, ә залда йөҙҙәрсә ҡол, улар ошо мәлдә һиңә хайран булған да тойғолары менән уйҙарын башкөллө һиңә биргән.

Спектаклдәге актерҙар барыһы ла бер-береһенә торошло, көслө ине. Эстән генә шундай талантлылар мөхитенә килеп эләккән Йәмилә өсөн һөйөндө. Театрҙа ул булғандағы инде бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ бәхетле мәлдәрҙе һағынып күңеле тулды. Халәтен кешегә белдермәҫкә тырышып, хуш еҫ аңҡытҡан май һауаһына ашыҡты. Унан да, бынан да үҙенә ынтылған таныштарына башын ҡағып, йөрәген тотоп ситкәрәк, бынан алыҫҡараҡ китергә ашыҡты... Быуып алып килгән рәхәт һәм татлы тойғоларынан һулышы ҡыҫылып, ауыр тын ала-ала, парк яғына атланы. Анау ҡарт ҡайынға маңлайын терәп, күҙ йәшенә ирек бирер ине әгәр ҙә оят булмаһа. «Оят булмаҫ микән бер йырлаһаң, беҙҙең кеүек ғәййәр ирҙәргә» тип йырларға ярата торғайны ул йәшерәк сағында мәжлестәрҙә. Ә хәҙер урам буйлап илап йөрөргә лә тартынмай. Күҙ йәше артыҡ яҡында ғына йөрөй башланы. Был инде, ысынлап та, ҡартлыҡ ғәләмәте. Нисек кенә булмаһын, был хәҡиҡәтте үҙ-үҙеңдән йәшереп булмай. Әҙәм ғүмере ҡуласа ла, ул ҙур бер түңәрәк яһап, башланғыс нөктәһенә кире ҡайта, имеш. Шуның өсөн инештән йыраҡ китеп өлгөрмәгән балалар менән инешкә яҡынайып килгән ҡарттар хисле була, бер-береһен яҡшыраҡ төшөнә һәм бер-береһенә нығыраҡ оҡшай, тигәндәре шулдыр инде.

Юҡ-бар менән үҙен әүрәтеп, йөрәкһенеүен, әрнеүен баҫырға тырышты.

Гөлләмәне алғас та Йәмиләнең сәскәләрҙең кемдән икәнен аңлаясағын, уны көтөп ала алмағас, йүгереп сығып, тамашасылар араһынан эҙләп йөрөйәсәген белә ине ул. Тик сәхнәлә хайран иткән сихри йән эйәһенең ошо барлыҡ гонаһлы ғәҙәтиҙәр баҫып йөрөгән тупраҡтан атлап килгәнен, уны әҫәрләнеп иларға мәжбүр иткән сихри тауыштың «Һаумыһығыҙ? Ҡасан килдегеҙ?» кеүек ҡәҙимге генә һүҙҙәр кимәленә төшөүен күрер һәм кисерер хәле юҡ. Бөгөнгә.

Ә шулай ҙа күрмәй ҡайтып китерлек тә әмәле юҡ. Шуға күрә иртәгеһен иртүк театрға китте. Юрый шылтыратманы, булырмы, булмаҫмы – алдан белешмәне. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кистән спектаклдә уйнаған кешенең эшкә улай иртә йөрөмәгәнен дә белә-күрә юлланды. Осрата алмаһа: «Бына бит килеп сыҡманы», – тип үҙен үҙе алдарға маташыу ҙа, «яҙған ризыҡ теш һындырып керә» тип яҙмышын һынап ҡарау ҙа бар ине был ҡылығында. Уның иртәләүенә вахтер аптыраманы. «Үҙенең грим бүлмәһендә», – тип оҙата биреп ҡалды.

Сөләймән һаҡ ҡына ишекте асты. Ғүмеренең һуңғы йылдарын хистәр йәйғорона сорнаған ғәзиз йән эйәһе арҡаһын ҡуйып ултырған да башын саҡ ҡына ҡыйшайтып ниҙер яҙа. Оҙон муйынына бер генә эре бөҙрәһе төшкән. Ҡыҫып торған аҡ кофтаһы ҡояшта янып өлгөргән тиреһенең алтынһыу ҡарағусҡыллығын тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итеп күрһәтә. Үҙенә төбәлгән ҡарашты һиҙҙеме, ҡапыл ҡайырылып ҡараны. Күҙҙәренең нуры ҡағылыуҙан Сөләймән үҙенә кисәге тойғолар тулҡынының ҡабаттан ябырылыуын һиҙҙе. Күҙҙәрен томалаған йәште, тамағына тығылған төйөрҙө йоторға тырышып, бүлмәгә бер аҙым ғына атланы ла, ҡулындағы төргәкте иҙәнгә ҡуйып, стенаға һөйәлде.

Ул быға тиклем бер тапҡыр ҙа үҙ ихтыяры менән алған атай ролен аша атлап сығырға йөрьәт итмәне. Дөрөҫөрәге, үҙен ҡәтғи рәүештә тыйып килде. Йәмилә һәр саҡ бер ниндәй шик-шөбһәһеҙ уның киң күкрәгенә һыйына, көслө яурынына башын һала ала ине. Әммә был юлы Сөләймән ҡапыл аҙымланы ла ҡыуаныстан балҡып урынынан ҡалҡҡан Йәмиләне тыйғыһыҙ дәрт менән, хатта бер ни тиклем тупаҫ итеп ҡосаҡлап алды. Был ярһыуға ҡаушап, йөҙөн уның күкрәгенә йәшерергә маташҡан ҡатындың башын шаҡара биреп үҙенә борҙо. Оҙаҡ итеп, сарсауын ҡандыра алмағандай йотлоғоп ҡатҡыл ирендәренән үпте.

Көтөлмәгән әрһеҙлектән ҡалтырап төшкән Йәмилә ысҡынырға тырышып үрһәләнде. Бындай мөнәсәбәттәрҙе теләмәй ине ул. Уның ризаһыҙлығын аңлай ине рәссам, Йәмиләгә ниҙер әйтергә ирек бирмәне, ҡыпһыуыр кеүек ҡосағынан ысҡындырыу менән, егеттәрсә баҫып ишек яғына атланы. Тотҡаға таянған килеш боролоп ҡараны ла ҡыҙарынған Йәмиләнең туҙраған сәстәрен төҙәткеләп маташҡанына йылмайҙы. Ярһыуҙан, хистәр ташҡынынан ҡарлығып сыҡҡан сәйер тауыш менән:

– Бына һин, ниһайәт, ысын ҡытын-ҡыҙға әйләнгәнһең, – тип әйтеү менән тышҡа атлыҡты.

Йәмилә нимә уйларға, ни ҡылырға белмәй һеңгәҙәп тора бирҙе лә ултырғысына барып ултырҙы, янып барған битен ҡаплап, маңлайын өҫтәл ситенә терәне. Байтаҡ ултырғас, урынынан ҡуҙғалды һәм шунда ғына стенаға һөйәп ҡуйылған картинаға күҙе төштө.

Матур итеп сырмаған бәйен систе, күҙҙәренә ышанмай картинаға оҙаҡ ҡарап торҙо. Ундағы үҙе шул тиклем матур ине, шул тиклем яратып төшөрөлгәйне – энергия тиртеп, урғылып торғаны тойолдо.

Тәү ҡарашҡа ҡараңғыраҡ буяуҙар менән һүрәтләнгән портрет тотош нур менән һуғарылған. Әммә был нурҙың сығанағы күренмәй. Тора-тора ғына ул нурҙың киндергә ошо буяуҙарҙы һалған ҡылҡәләмдән, дөрөҫөрәге, рәссамдың үҙенән һуғарылғаны аңлашыла.

* * *

Сөләймән рәссамдың вафаты хаҡында Йәмиләгә икенсе көндө, төн уртаһы ауғас хәбәр иттеләр. Иртәнге самолет менән, төш етеп килгәндә генә барып төштө сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһаған моңһоу ҡалаға. Өфөлә ҡойоп ямғыр яуыу арҡаһында самолет ике сәғәткә һуңлағайны, бында ла ҡойоп торған ямғыр ҡаршыланы. Театр директоры Өфөнән килеүселәр өсөн бәләкәй автобус ебәргән. Унлаған кеше инеп ултырҙылар. Юлда шоферҙан нимә булғанын һорашып барҙылар.

Театрҙан сыҡҡас та үҙен көтөп торған таксиға ултырып ҡайтыу яғына юлланған. Юлда, йөрәген тотоп, шым ғына килгән. Бер урында машинаны туҡтатып, шишмә һыуы эскән. Өйө эргәһенә килеп еткәс, шоферҙан оҙатып менеүен үтенгән. Өсөнсө ҡаттағы фатирҙарының ҡыңғырауына баҫып-баҫып та ишекте астыра алмағандар. «Әбейемдең һәр ваҡыт өйҙә көтөүенә яман өйрәнеп бөткәнмен дә, бер ваҡытта ла асҡыс йөрөтмәйем шул», – тип үкенгән. Күршеләренә шылтыратҡандар. Улары: «Бер-ике сәғәт элек кенә өйҙә ине. Бешеренә ине, шикелле, бик тәмле еҫтәр аңҡый ине. Магазинға ғына сыҡҡандыр», – тигәс, уларға инеп тороп ҡалған. Бер нисә минуттан, йөрәге ауыртып хәле насарайғас, «Ашығыс ярҙам» саҡырғандар. Больницаға барып еткәнсе үк һушын юғалтҡан. Врачтар, нисек кенә тырышһалар ҙа, ҡотҡарып алып ҡала алмаған.

Әбейенә хәбәр итер өсөн шылтыратып-шылтыратып та ишекте астыра алмағас, күршеләре аптырап туғандарына өндәшкән. Күмәкләшеп асҡыс яратып инһәләр, Мәрхәбәһе диван тотҡаһына бер минут ҡына серем итергә йыйынғандай башын терәгән дә йән биргән. Тимәк, бабайы ҡайтып ишек шаҡыған ваҡытта һушһыҙ ятҡан йә яңы үтеп киткән сағы булған.

Театрҙың вестибюле мәрхүмдәр менән хушлашырға килгән халыҡ менән шығырым тулы. Икеһен дә йәшел табуттарға һалып йәнәш ҡуйғандар. Уң яҡҡа теҙелгән ултырғыстарға баштарына төшкән икеләтә хәсрәткә шаңҡып ҡалған балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ултырышҡан. Улар инде үҙҙәре бала-сағалы булып бөтһәләр ҙә, аҡыллы атай менән егәрле әсәйҙең кәңәшенән башҡа йәшәп өйрәнмәгәнгә күрә, бөтөнләй ҡаушап ҡалған.

Баш осонда Сөләймән ағайҙың төрлө йылдарҙа бергә эшләгән иптәштәре, олпат-олпат кешеләр почетлы ҡарауылда бер-береһен алмаштыра.

Шәлкем-шәлкем яҙ сәскәләре. Йыйырсыҡтары яҙылып, икеһе лә ап-аҡ ҡына, йәш булып ята. Мәрхәбә апайҙың ирендәре саҡ ҡына йылмая биргәндәй ҡымтылған. Сөләймән ағайҙың ҡартайған һауһыҙ тәненән һурылып иреккә сыҡҡан йәнен Мәрхәбә апайҙың йәне: «Әһә, минән ҡасып ҡотолормон тип уйлағайныңмы? – тип ҡаршы алып торғандыр, моғайын. – Йәнә был ниәтең килеп сыҡманы бит!»

«Йә Хоҙа, нишләп гел мине яратҡан кешеләрҙе генә алып китәһең һин?» Юғалтыуының бөтә эҫелеге Йәмиләнең аңына саҡ барып етте. Алҡымынан алған үкһеүенең тамаҡ ярып килеүенән күҙе томаланып, сайҡалып китте. Кемдер яурынынан килеп ҡосоп алды. «Сеү, сеү», – тип йыуатыуынан Рәмилде таныны. Үҙәк өҙгөс итеп ҡурай тартып ебәрҙеләр. Илап күңелен бүҫкәртеп, бер ни тиклем баш-күҙ алғас, кемдеңдер ҡарашын тойоп күтәрелеп ҡараны. Ильяс. Элекке кеүек үк мөһабәт, күркәм. Яғымлы ҡарап баш ҡаҡты. Йәмиләнең ҡарашын эләктереп, серле көлөмһөрәне. Әйтерһең дә, икеһе генә белгән сергә ишараланы. «Уның һине ҡайһылай ныҡ яратҡанын беләм. Тик һин уны түгел, мине ярата инең», – тигән тантана яҙылғайны сырайында. Уның әрһеҙ ҡарашынан йәшенеп, Йәмилә артҡараҡ сигенде.

– Әйҙә әле, мин һиңә бер нәмә күрһәтәм, – тине Рәмил. Мансардаға, Сөләймән ағайҙың оҫтаханаһына әйҙәне. Ундағы стеналарға эленеп киткән картиналарҙы күреп, «аһ» итте Йәмилә. Ҡайҙа ҡарама – уның портреттары. «Йәмиләнең йылмайыуы», «Йәмилә моңһоу саҡта...» Эреле-ваҡлы картиналар шул тиклем күп, әйтерһең, рәссам Йәмиләнең һәр хәрәкәтен, кәйефен, күҙ ҡарашын тотоп ҡалырға тырышҡан. Бер киндерҙә ниндәйҙер аңлайышһыҙ йөнтәҫ йән эйәһен күреп, аптырап торҙо. Ҡарышлауыҡ екһендермәй, киреһенсә, үҙенә тарта, сөнки шәмәхә төҫөндәге нурҙар уйнаған ҡара күҙҙәрендә башыңды юғалттырырлыҡ тылсым. «Күбәләккә әйләнеү» тип аталған был цикл, шөкәтһеҙ йән эйәһенең – картинанан картинаға уның Йәмилә икәне аңлашыла бара ине – ниһайәт, ғәжәйеп матур күбәләккә әүерелеүе менән тамамланырға тейеш, тик иң һуңғы картина урыны буш ине.

– Ошоноһо әллә ҡайҙа булған, – тип борсолоп әйтеп ҡуйҙы Рәмил. – Унда һинең ныҡ матур портретың ине.

– Ул миндә, – тип бышылданы Йәмилә. – Кисә иртәнсәк – йә Хоҙа, бары кисә генә! – үҙе бүләк иткәйне.

Шул саҡ оҫтаханаға тағы ла кемдәрҙер килеп тулды, бер картиналарға, бер шаҡ ҡатып баҫып торған Йәмиләгә ҡарап торҙолар. Ә уның ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙан ҡайҙалыр алыҫҡа ҡасҡыһы килде. Йәшенергә лә, яраһын ялаған йыртҡыс кеүек, шым ғына олоп ятырға. Тап шул саҡта ғына Йәмилә бар донъяла берҙән-бер ышығын, хатта үҙ-үҙенән дә ҡасып килеп һыйына ала торған берҙән-бер урынды, мәңгелеккә юғалтҡанын аңланы. Уны яратҡан ғәзиз кешенең һәм Йәмиләнең генә төйәге булған был илһамлы донъя уның күҙ алдында юҡҡа сыға, тарҡала... Актриса селпәрәмә килеп быяла ватылғанға тертләп тирә-яғына ҡаранды. Кемдер тартырға теләп тәҙрәне асырға маташҡан икән. Ә уға уйҙары ҡапыл ғәмәлгә әйләнеп, донъя, ысынлап та, емерелә башлаған кеүек күренде лә, бында башҡа бер генә минут та ҡалырға теләмәгәнен тойоп, тиҙерәк сығып китергә ашыҡты.

Аҫҡа төшкәс, кемдер һаҡ ҡына яурынына ҡағылды. Ильястың унан һуң яратҡан кешеһе. Ҡасан ғына әле йәшлеге менән арбаған сырайына өлкәнһыу төҫ кергән, элекке тәкәбберлеге шиңгән. Ике йәштәрҙәге бала етәкләгән. Алһыу таҫма таҡҡан был ҡыҙсыҡҡа ҡарап, Йәмилә ҡасандыр Ильястың үҙенә биргән кәңәшен иҫенә төшөрҙө: «Яуапһыҙ мөхәббәттең әрнеүен бары сабый ғына баҫа ала». «Тимәк, һин ошо кәңәште тотҡанһың, – тип уйланы. – Араларҙы өҙөү ауыр һәм ялҡытҡыс оҙаҡ булғандыр, күрәһең». Әсәһенә оҡшап һөймәлекле, ҡурсаҡ кеүек матур ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө.

Ҡасандыр яратҡан кешеһенең ҡасандыр яратҡан кешеһенә ниндәйҙер моңһоу яҡынлыҡ бар ине күңелендә: «Беҙ уның тиҫбеһендәге ике мунсаҡ...»

* * *

Иртә таңдан яуған ҡойма ямғыр саҡ ҡына булһа ла баҫылмаҫмы, тип көтәүелләгәйнеләр. Төш ауғас, йола буйынса ҡояш байығансы ҡуйырға кәрәклеген әйтеп, мулла йәһәтләй башланы. Икеһен дә бер рәшәткә эсендәге йәнәш кенә ҡәбергә ерләнеләр. Өңрәйеп торған ҡәбер өҫтөнә ҡыҙыл балсыҡты тау кеүек өйөп ҡуйғас, мулла ашыҡмай, шартына килтереп йыназа уҡыны. Кешеләр таралыша башланы. Ғәм халыҡ араһында үҙен был донъяла япа-яңғыҙ тойған Йәмилә үтәнән-үтә сыланғанын да абайламай шаңҡып тора бирҙе. Шул саҡ кемдер ҡара ҡулсатыр менән уны ямғырҙан ҡапланы. Яурынына йылы куртка япты. Үкһеҙ мәлендә был хәстәрлектең ни тиклем ғәзиз икәнен һәр күҙәнәге менән тойған Йәмилә, шешенгән күҙҙәрен ҡалҡытып ҡараны. Ире Хәлилдең хәсрәтле һәм хәстәрле ҡарашын осратып, аптырап китте. Ямғыр уның сәсен сылата, муйынынан эскә ағып инә, ә ул һыуланғанын да абайламай, ғәйеп һәм өмөт менән уға текләгән. Үҙен әле генә ташландыҡ итеп тойған сабый тойғоһо менән Йәмилә Хәлилгә һыйынды.

Уның күптән онотолғандай тойолған еҫе, арҡаһынан ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫҡан ҡулының ҡағылышы күңелен әсендереп, етемлек, яңғыҙлыҡ тойғоһон тағы ла тәрәнәйтеп ебәрҙе.

– Ишеткәс тә юлға сыҡтым, – тип бышылданы ире. – Ул бит һине шул тиклем ярата торғайны. Һиңә ҡайһылай ҡыйын буласағын уйланым да.

Бына ире уны һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып, йәнә ҡойоп яуа башлаған ямғырҙан ҡурсалап, баш осона ҙур ҡара ҡулсатырын күтәрҙе. Ирекһеҙҙән, барыһының да ҡарашы уларға төбәлде. Хәлил ситтән ҡарағанда ҡатыны менән үҙенең ни тиклем күркәм күренгәнен белә ине. Актер ул, сәхнәләме, тормоштамы – барыбер актер булып ҡала. Бөтәһе лә уларға ирекһеҙҙән һоҡланып ҡарағанын тойоу уға рәхәт. Ошо уңышлы мизансценаны йәмләп торған ҡатыны менән ғорурланып, уның затлы хушбуй аңҡыған тулҡын сәстәрен рәхәтләнеп еҫкәне, матур булып туҙраған бөҙрәләрҙең ҡытыҡлауын тойҙо. Ошондай күренекле, һылыу һәм нәзәкәтле ҡатынды ҡосаҡлап тороуына ғорурланды. Йәмилә үҙҙәренә ситтән генә ҡарап торған Ильястың һоҡланыулы ҡарашын да, иренең тойғоларын да бөтөн булмышы менән тойҙо. Ул матур, ул күркәм, ул күренекле – һәм уға һоҡланалар. «Әгәр ҙә мин йәмһеҙләнһәм, ауырып китһәм, ҡартайһам, уңышһыҙлыҡҡа тарыһам – улар башҡаға – даланлыраҡҡа, һылыуыраҡҡа, бәхетлерәккә ынтыласаҡ. Ә Сөләймән ағай мине ниндәй сағымда ла бары тик үҙем булған өсөн ярата ине». Ошо үкенес ҡамсы кеүек һыҙырып үтте. Тик ул әлегә көслө лә, матур ҙа ине, шуға күрә үҙенә көсһөҙ һәм йәмһеҙ булып ҡыланырға мөмкин икәнен дә аңланы.

– Мин һине алырға килдем, – тине Хәлил, ҡатынының күҙ йәштәрен һөртөп.

Һуңғы осорҙа зифа буйлы кәүҙәһен ныҡ тура тотоп, королева кеүек атлап йөрөгән, һәр саҡ нәзәкәтле кейенгән, ҡыйып ҡарағыһыҙ һылыу һәм алыҫ, хатта бер аҙ тәкәббер ҡатынын ул күҙҙән ысҡындырмай күҙәтә. Ул үҙенең һалҡынлығы, серлелеге һәм бойондороҡһоҙлоғо менән үҙенә түҙгеһеҙ тарта, әммә нығыраҡ ылыҡтырған һайын, нығыраҡ шөрләтә ине. Әле иһә уның йомшарыуынан, балаларса ярҙамһыҙ үкһеүенән файҙаланып, нәфис ҡолағын йомшаҡ ирендәре менән ҡытыҡлап, ишетелер-ишетелмәҫ кенә шыбырланы:

– Мин үҙемдең һинһеҙ үкһеҙ икәнемде аңланым. – Уның яуабын көтөп саҡ ҡына шымып торҙо. Йәмиләнең һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һыйыныуынан күңеленә өмөт ҡунды. – Күҙ менән ҡаш араһындағы үлем менән шаярмайынса, һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәклеген аңланым, – тип бышылданы ул.

Иренең, тәүге мөхәббәтенең, еҫе, уның ҡулы, уның тауышы шул тиклем таныш, ғәзиз, танһыҡ. Ҡатын өндәшмәй генә ул ишеген асып көтөп торған машинаға инеп ултырҙы. Башын иренең күкрәгенә һалды. Ғәйепләгеһе лә, рәнйегеһе лә, ғәҙеллек даулағыһы ла, ҡон ҡайтарғыһы ла килмәне. Тик элекке кеүек онотолоп, донъяһын онотоп, булмышынан ваз кисеп мөкиббән була алмаясағын да белә ине. Сөләймән ағайҙың: «Ниһайәт, һин ысын ҡатын-ҡыҙға әүерелгәнһең», – тигән тауышы ишетелгәндәй булды.

Күбәләккә әйләнеү тамамланды.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас