ЙӘШЕН АТҠАН ИМӘН (хикәйә)

Һыу тултырылған ағас мискә тәңгәленә еткәс, трактор шып туҡтаны. Тештәре генә ялтырап торған Зәбир ағай ергә һикереп төштө, быуын һөйәктәрен шытырлатҡансы кирелде. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, биттәрен һөрткөләне лә ергә сүгәләне. Ашыҡмай ғына тәмәке төрҙө.

– Йә, Мәүлет ҡустым, һабан өҫтөндә тирбәлеп, арып китмәнеңме? Таң да ата бит...

– Арытыуын арытмай ҙа, ташлы урын булып сыҡты, төрәндәрҙе ҡайырып алып бара...

Зәбир ағайҙың минең яуабымда эше юҡ, алмаш-тилмәш кеҫәләрен һуҡҡылап, шырпыһын тапты ла, эре-эре баҫып, яҡындағы ҡалҡыулыҡҡа атланы. Алдан уҡ белеп торам: әлеге туҡтауҙың да, миңә өндәшеүҙең дә үҙенә күрә сере бар. Ул былай, күңелемде китмәҫ өсөн генә, һүҙ ҡуша. Бына хәҙер әлеге ҡалҡыулыҡҡа күтәрелер ҙә, устарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, ауыл яғын күҙәтә башлар. Инде лә юлда ат күренмәһә, тауҙар артынан ҡалҡып килеүсе ҡояшҡа шелтәле ҡарашын ташлар ҙа, тракторына һыу өҫтәргә онотоп, ары ҡуҙғалыр.

Ләкин был юлы яңылыштым: Зәбир ағай ҡалҡыулыҡҡа етәрәк уңға боролдо. Бынан бер нисә көн элек кенә көслө ямғыр ваҡытында йәшен атып йыҡҡан яңғыҙ имән янына барып баҫты ул. Ниңәлер фуражкаһын һалды, һул аяғын күмерләнгән төпһәгә терәне.

Ошо минутта Зәбир ағайҙы күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ҡуңыр күҙҙәре моңһоу ҡарайҙар бындай ваҡытта, яҫы ҡаштары йыйырыла, ә ел туҙғытҡан төн ҡараһындай оҙон сәстәре киң маңлайына төшә. Тик сикәһендәге оҙонса йөй генә ваҡыт-ваҡыт тартылып ҡуя. Һуғыш ғәләмәте инде, мина ярсығы әле булһа сикә һөйәгенә ҡаҙалып йөрөй, тиҙәр.

Ниңәлер ошо имәнде үҙ итә торғайны ул. Эҫе көндә күләгә биреүҙән башҡа файҙаһы ла юҡ яңғыҙаҡтың. Баҫыу ҡыйлап ултыра; ер һөрә, иген сәсә башлаһаң, урап үтергә кәрәк. Бер йылды бригадир, бысҡы тоттороп, кешеләр ҙә ебәргәйне, тик Зәбир ағай ғына тегеләрҙе ҡыуып ҡайтарҙы.

Яңғыҙ имән... Ниңә шул тиклем ҡәҙерле ул? Әллә яҙмыштар оҡшашлығы уларҙы шулай дуҫ яһағанмы?

Мин Зәбир ағайға яҡынлаштым. Уйҙарын белгем килә ине.

– Гөрһөлдәп кенә ауған да ҡуйғандыр инде меҫкен.

Күршем яуап бирмәне. Уйсан күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп торҙо ла торҙо.

– Элегерәк ҡушлап үҫкән, тиҙәр бит...

Зәбир ағай был юлы ла өндәшмәне, ауыр көрһөнөп, артына боролдо. Трактор янына еткәс кенә:

– Ҡустым, меҫкен тип бая һин яңылыш әйттең, – тине. – Ғорур имән ул, зерә лә ғорур имән булды. Күрәһеңме, яңғыҙлыҡта ҡалып та, теҙ сүкмәгән. Бәхетһеҙлеккә осраған дуҫың өсөн дә, үҙең өсөн дә йәшәүе еңел түгел. Эйе, ана шуға гөрһөлдәп ауғандыр ул. Ер һелкетеп кенә ауған ғорур имән...

Офоҡта күтәрелеп кенә килгән ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары баҫыу өҫтөн ялмап алды. Еләҫ ел яҙ һулышын килтерҙе, күңелдә ниндәйҙер сәйер тойғо тыуҙы, һөрөлгән ер мамыҡтай күпереп ята. Уйһыуыраҡ урындары һөттәй томан менән ҡапланған. Баяғы ҡалҡыулыҡ, ҡояш нурында боҫорап, төтәй башланы. Күп тә үтмәне, ер башында ат күренде.

Зэбир ағай ҡапыл кабинаға инеп ултырҙы.

– Мәүлет ҡустым, әйҙә, һин ҡал, – тине ул һәм, артынан тәрән бураҙналар һалып, китеп барҙы.

Һыу ташыусы Сәғит бабайҙы мин әллә ҡайҙан уҡ танып алдым. Ана, аҡ яулыҡлы берәү ергә һикереп төштө лә миңә ҡулын болғай башланы, йәнәһе, тиҙерәк бул. Кәшәүәр Мәрйәм апай ул, шулай таң атыуға иртәнге аш килтереп тә еткерә.

Йомшаҡ үлән өҫтөнә брезент ашъяулыҡ йәйелгәс, ҡырын төшөп яттым. Сәғит бабай, ғәҙәтенсә, һул күҙен хәйләкәр ҡыҫып, сыбыртҡыһын итегенә һуҡҡылай-һуҡҡылай, арбаһында ултыра.

– Йә, мырҙа, ҡасан киленде әпкиләһең? Теге, ни, түбән ос кемдең ҡыҙы әле?..

Уғаса булмай, Мәрйәм апай телсәр бабайға ҡаршы төшә.

– Һиндә шаярыу ҡайғыһы, төнө буйы ер һөргәндәр бит улар. Асыҡҡандыр... – Шулай тине лә кәшәүәр алыҫтан ҡара нөктә генә булын күренгән тракторға «ялт» иттереп ҡарап алды. Әле һаман матурлығын юғалтмаған күҙҙәре моңһоу уның. Утыҙ биш-ҡырҡ йәштәр самаһы бар инде хәҙер уға. Ауылда уны, бәхетһеҙ ҡатын, тиҙәр. Сөнки ун ете генә йәшенән эскесе иргә тормошҡа сығып ҡуя. Тегеһе йыш ҡыйырһыта, хатта ҡул да күтәргеләй. Бындай тормошҡа өйрәнмәгән Мәрйәм айырылып ҡайтҡан да киткән. Ана шулай иртә яңғыҙ ҡалған ҡатын, балалар үҫтереү бәхетенә лә ирешә алмай, йәшәй ҙә йәшәй.

– Зәбир ағай мин ашағансы һөрә торорға булды – тинем, Мәрйәм апай һалып биргән эҫе һурпаны һемереп.

Трактор баҫыу буйлап бер урап сыҡты ла баяғы имән тапҡырында туҡтаны. Зәбир ағай оҙаҡ күренмәгәс, кәшәүәр арбалағы кәшәмир яулығын ғына бөркәнде лә:

– Мин барып киләйем әле, һыуына бит, – тип китеп барҙы.

Сәғит бабай, билен тотоп, арбанан күтәрелде. Оҙаҡ ҡына һөргән юл буйлап ашыға-ашыға атлаусы ҡатынға ҡарап торҙо ла:

– Тормош... – тип ҡуйҙы. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен мин дә аңлай инем.

– Ниңә өйләнешеп кенә ҡуймайҙар икән? – тип бабайҙан һораштым. Теге яуап биреү урынына ала бейәһенең арҡаһынан һөйҙө.

Шул саҡ былтырғы бер ваҡиға иҫемә килеп төштө.

...Йәй көнө бесән сабып йөрөй инек. Зәбир ағай ҙа бар. Кәшәүәр булып ул ваҡытта ла Мәрйәм апай эшләй ине. Төшкө аш килтерҙе. Ана шунда көтмәгәндә уның балтырын йылан саҡты.

Ни эшләргә? Аптырап торған арала Зәбир ағай йүгереп килеп етте. Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Ул быяла менән йәрәхәт урынын ярып ебәрҙе һәм ағыулы ҡанды һығып сығарҙы. Аҙаҡ, күлдәген йыртып йәрәхәтте бәйләгәс, ҡәҙерле кәүҙәне күтәреп ауылға табан атланы. Күрһәгеҙ ине һеҙ шунда Мәрйәм апайҙың бәхетле йылмайыуын! Эйе, эйе, күҙ йәштәре аралаш йылмайыуын. Һыҙланыуҙы ла, ҡурҡынысты ла онотҡайны бит ул..

Ҡапыл:

– А-а-а!.. А-а-а!!! - тигән йөрәк өҙгөс әсе тауыш һауаны ярҙы. Сәғит бабайҙың ҡулынан сыбыртҡыһы төшөп китте.

Йүгерешеп трактор янына барым еткәндә, Мәрйәм апай ҡағыҙҙай ағарынып баҫып тора ине. Ә һөргән ер өҫтөндә... Һөргән ер өҫтөндә Зәбир ағай ҡоластарын йәйеп йөҙтүбән ятҡан. Әйтерһең дә, ул ерҙе, ошо мамыҡтай йомшаҡ, боҫланып, ярмаланым торған тупраҡты ҡосаҡларға иткән...

– Зәбир, Зәбиркәйем... Нишләнең? – тип кенә әйтә алды Мәрйәм апай һәм илап ергә ауҙы, трактористың туҙанлы биттәренән, маңлайынан үпте. Әсе күҙ йәштәрен уның күкрәгенә ағыҙҙы.

Тик... тик Зәбир ағай ғына ҡабат торманы. Мең-мең нурҙары менән баш осонда балҡыусы ҡояшты ла күрмәне, зәңгәр күктә талпыныусы буҙ турғайҙар йырын да тыңлай алманы ул. Тракторын ғына туҡтатып, ергә төшкән дә, йәшен атҡан имәндәй, йөрәге туҡтап, ергә ауған. Ерҙе ҡосаҡлап үләйем, тигәндер инде.

Миңә икеләтә ауыр ине. Берҙән, Зәбир ағай өсөн өҙгөләндем. Башым әйләнде, йөрәгем күкрәк ситлеген ярырҙай булып һулҡылдай-һулҡылдай типте. Икенсенән, Мәрйәм апайҙы күрәм дә эсемдәге ниндәйҙер ағзам өҙөлгәндәй була.

Зәбир ағайҙы арбаға һуҙып һалдыҡ. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Мәрйәм апай артта тороп ҡалды. Эргәмдә ултырып килгән бабайҙың күҙ төбөндә көмөштәй тамсы емелдәне.

– Бәхетле үлем таңда килә, – тине ул һәм миңә ҡарамай ғына һүҙ башланы – Әле генә арыҫландай ир ине. Дөрөҫ, мырҙам, ир ине шул... Тормош...

Сәғит бабай әллә күпме өндәшмәй генә тәгәрмәстәр келтерҙәүен тыңлап барҙы. Ара-тирә артына ла әйләнеп ҡарай ине.

– Бына тыңла, улым, һиңә бер нәмә һөйләйем, ышаныуҙары ла ҡыйын!.. – Бабай тамаҡ ҡырҙы...

Колхозлашыу осоро ине. Ҡараңғы йылдар, сыуалыштар, бәндәләрҙең бер-береһен бөтөрөүе... Күп булды инде, күп. Зәбирҙе, ул заманда ауылда аңлы егеттәрҙең береһе булған өсөн, коммуна председателе итеп һайланыҡ. Ай-һай, сая ла кеше булды. Ҡурҡыуҙы белмәҫ, үлемдең күҙенә тура ҡарап барыр ине.

Ярлы-ябағыны яҡтылыҡҡа алып сығам тим, ҙур көс һалды инде. Комсомол төҙөп ебәрҙеләр, мәсетте мәктәп иттеләр. Йәнә килеп, волость үҙәгенән мөғәллимә ҡыҙ ҙа алып ҡайтты. Уҡыу ойошторҙо.

Мулла-мәзиндәр бындай хәл менән килешәме һуң инде? Берҙән-бер көндө мәктәптә Һөйәрбикә (мөғәллимәнең исеме шулай ине) үҙе генә ҡалғас, тегеләр ишекте тыштан бикләп алалар. «Диненән яҙған, яуыз, шаҡшы!» – тип ҡарғайҙар муллалар һәм көпә-көндөҙ ут төртөп ебәрәләр.

– Әйҙә, тереләй ян, кафыр, – тиҙәр бәдбәхеттәр.

Ошо хәлде ишетеү менән, Зәбир яландан һыбай сабып ҡайтып төшә. Уны-быны уйлап тормайынса, утҡа ташлана. Әйтәм бит, сая егет ине, тип, Һөйәрбикәне ана шул ут эсенән ҡотҡарып алып ҡала.

Беҙ бабай менән икебеҙ бер юлы ирекһеҙҙән артыбыҙға әйләнеп ҡарайбыҙ. Зәбир ағайҙың йөҙө тере сағындағы кеүек матур, тештәре емелдәй, гүйә, йоҡоға ғына талған да тәмле төш күреп килә. Йоҡоға ғына талған...

– Улар яратышып өйләнештеләр, – тип дауам итә Сәғит бабай. – Мәктәп яңынан асыла, уҡыу дауам ителә. Бер көндө Зәбирҙе волосҡа саҡырып алалар. Хужаның өйҙә юҡлығынан файҙаланып, кешелек йөҙөн юғалтҡан әлеге хәсистәр төн уртаһында быларҙың өйөнә ишек ватып инәләр, Һөйәрбикә ана шул төндө юғала.

Икенсе көн Зәбир ҡайтһа, һөйөклө ҡатыны өйҙә юҡ, бөтә нәмә емерек, ватыҡ. Аҙаҡ...

Сәғит бабайҙың күҙҙәрендә янынан көмөш тамсылар емелдәй башланы. Ул сыбыртҡыһы менән һөрөлөп бөтмәгән баҫыуға төртөп күрһәтте.

– Ҡатынының мәсхәрәләнгән кәүҙәһен баяғы йәшен атҡан имән ботағында аҫыулы килеш таба... Имән төбөндә ерләй ул Һөйәрбикәһен... Эйе, әлеге йәшен атҡан имән төбөндә...

Сәғит бабай тынып ҡалды. Арбанан төштө лә йәйәү китте. Мин дә уға эйәрҙем. Тирә-яҡта ауыр тынлыҡ урынлашты, тамағыма төйөр ултырҙы. Ниңәлер күҙ алдарым ҡараңғыланды.

Тимәк... тимәк... беҙ шул урынды һөрөп йөрөгәнбеҙ...

Эйе, мырҙа, йәшен атҡан имәнде күргәс, йөрәге шартлап үлһә лә, ғәжәп түгел. Ул бит мәңге хыянат итмәне, шул көндән башлап һис кемгә әйләнеп ҡараманы. Ә бына изге ҡәбер өҫтөн, имәне ауғас, хәҙер һөрөрҙәр инде, мырҙа.

– Юҡ, юҡ, – минең тауышым ҡалтыранып сыҡты – Унда... Унда баҡса шаулаясаҡ. Баҡса...

Шул ваҡыт ирекһеҙҙән Зәбир ағайҙың уң ҡулына иғтибар итер булдым. Уның усында бер услам дымлы тупраҡ ҡатып ҡалған, эйе, эйе, кеше йөрәгенә оҡшаш бер услам тупраҡ...

Был бит йөрәк, кеше йөрәге! һөйәрбикәһенең үлемһеҙ мөхәббәтенә арналған ҡайнар йөрәге...

Арба эргәһенән атлап барам. Ирекһеҙҙән ирендәрем ҡалтырай, тыным ҡыҫыла. Шулай ҙа көслөк менән башымды юғары күтәрәм. Күҙ алдымда Зәбир ағайҙың ғорур йөҙө торған кеүек. Тик атлаған һайын аяҡ табандарым бешә: унда, ерҙә, Һөйәрбикәнен йөрәк тибешен тойғандай булам. Тик йәшен атҡан имән генә күҙ аллымдан китмәй ҙә китмәй...

Динис БҮЛӘКОВ.

Читайте нас