Бөтә яңылыҡтар

ҠАЯҒА ҺЫЙЫНҒАН ҠАЙЫН

Повесть

– Әсе! Әсе! Әсе!

– Горько!..

– Бер! Ике! Өс!..

Йәштәрҙең ҡауышыуына бөгөн бөтәһе лә шат. Йәш-елкенсәк менән апай-ағайҙар ғына түгел, әбей-бабайҙарына тиклем “әсе” ҡысҡыра. Ҡоҙа-ҡоҙасалар ҙа килеште: күҙҙәрендә осҡондар һикертеп, шаярышып бер булалар. Тар урам эсенән таралған шау-шыуға эргәләге ҡая-тау, урмандағы барса йәнлек, ҡош-ҡорт хайран ҡалғандыр, валлаһи. Күптән әлегеләй ихласлап, бөтә урам менән күңел асҡандары юҡ ине лә баһа. Ихата уртаһына ҡуйылған өҫтәлдең түрендә, ошо хәлдәренә ышанмағандай, уңайһыҙланып ҡына йылмайып, кейәү менән кәләш – Резеда менән Илһам ултыра. Ҡыҙға былай ҙа һүҙ әйтерлек түгел – сибәр. Туй күлдәге һәр кәләшкә айырыуса бер наҙлылыҡ, серлелек өҫтәй шул. Бөҙрәләнеп төшкән оҙон сәс, ҡыйғас ҡаш, зифа буй-һын, муйынындағы Илһамдың бүләге - затлы муйынсағы – барыһы ла үҙенә ҡарап һоҡланырға мәжбүр итә. Йәштәрҙең бәхетенән, төн йылы, һил. Август айында, ғәҙәттә, төндәрен һалҡынайта, ә бөгөн, ғәжәп...

Пеләш башының осона ғына түбәтәй эләктергән, оҙон еңле күлдәге өҫтөнән йылы кәзәкей кейгән, ҡыҫыҡ күҙҙәре шараптан майланып алған күрше бабай әленән-әле Миңзифаға – егеттең әсәһенә ҡарап: “Ай, килен, үҙең дә шәп, киленең үҙеңдән дә шәберәк!” – тип тел шартлата. Эргәһендә ултырған дәү кәүҙәле әбейе тегенең кәзәкейе итәгенән тарта, “кит, ҡарт алаша, тик ултыр!” тип кешегә һиҙҙермәй генә әрләшә, уңайһыҙланып, тирә-яғына ҡарап ала. Бар нәмәнән ҡыҙыҡ эҙләп ултырған йәш-елкенсәктең сос күҙенән бындай мәҙәк ысҡына буламы һуң! Кемдәрҙер йәш кейәүҙе, ҡайһыларылыр ҡоҙағыйҙы мәрәкәләй ҙә башлай:

– Тә-тә-тә, Илһам! Һаҡ бул, төнгөлөккә бер үк ишегеңде асыҡ ҡалдырма, килендән ҡолаҡ та ҡағып ҡуйырһың!

– Аба-ба! Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тип, был ҡарт төлкө килендәргә күҙ һала түгелме?

Табындағылар кинәнеп көлә. Һәммәһе лә бының бары тик шаярыу ғына икәнлеген аңлай аңлауын, әммә Миңзифа уңайһыҙлана, ҡарашын ҡайҙа йәшерергә белмәй. Бәй, шулай булмай! Ҡаш яһайым тип, күҙ сығарып та ҡуйыуҙары бар был ҡайнаға-ҡәйнештәренең. Үҙенең туғандары, ярай, аңлар ҙа, әммә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ни уйлап ҡайтыр? Барыһын да ысынға алып ултырыуҙары ла бар бит, ыстағафирулла! Килен кеше лә уңайһыҙлана торғандыр, күҙҙәрен күтәрергә ҡыймай. Ара-тирә керпектәре генә елпенеп, оялсан ҡарашы салынып ҡала. Килене һыу һөлөгөләй. Килешмәгән ере юҡ. Бигерәк тә сәсенең оҙонлоғо һоҡландырҙы уны. Ҡала сибәркәйҙәрендә генә түгел, ауыл ҡыҙҙарында ла ундай толом юҡ бит хәҙер. Оҙон сәс ана нисек килешә ҡыҙ кешегә! Һөйкөмлөлөк, наҙ өҫтәй. Тик бына күҙҙәре... Бигерәк моңһоуҙар. Тәү күргәндә үк быға иғтибар иткәйне Миңзифа. Әммә баҫалҡылыҡ, оялсанлыҡ тип ҡабул итте. Әле иһә үҙе йылмайып-көлөп ултырһа ла, күҙендә ниндәйҙер бер йәшерен һағыш ятҡан кеүек. Әллә берәй ҡайғыһы бармы? Улына сараһыҙҙан сыҡмайҙыр бит? Башҡа берәйһенә ғишыҡ тотоп, уны онота алмаймы әллә? Әсә башындағы уйҙарын ҡыуырға ашыҡты. Улының, төпсөгөнөң, бик тә бәхетле булыуын теләй ул. Юҡһа, ҡыҙҙар менән аралашмауы борсоуға һала башлағайны бит үҙен. Әле бына Резеданы күрҙе лә, иҫе китте. Унан башҡа йәшәй алмайым тип ебәрҙе лә баһа! Миңзифаның һөйөнөүе! Динә киленгә рәхмәт. “Һиңә үҙем кеүек бына тигән, шәп кәләш табып бирәм әле, ҡәйнеш!” – тип ураған һайын шаярта торғас, әйткәне Алланың “амин” тигән мәленә тура килде, улын һыу һөлөгө кеүек ҡыҙ менән таныштырҙы. Динә килененә күлдәк кейҙерер, Алла бирһә. Хәйер, замана йәштәре ни һин алып биргән күлдәккә хушһыныр тиһеңме! Ваҡланып тормаҫ, алтын сылбыр алып бирер.

Йәштәрҙең боронғо йолаларҙы һанға һуҡмауы эсен бошора Миңзифаның. Бөгөн танышып, иртәгәһенә ҡауышыу ғәҙәти күренеш хәҙер. Ғәзиз балаңдың ниндәйерәк кеше менән уртаҡ тормош ҡороуын төшөнмәй ҙә ҡалаһың. Бына Миңзифа ла килененең туғандарын бисмиллаға саҡ күреп ултыра. Туй мәлендә генә барыһын да һынап бөтөрһөңмө? Динә килен һәйбәт булғас, моғайын, Резеда ла унан кәм-хур түгелдер. Ни тиһәң дә, икеһе лә бер ауылдан, етмәһә, ҡасандыр айырылмаҫ әхирәттәр булғандар. Шулай тынысландыра ҡоҙағый кеше үҙен. Ҡарашын улына йүнәлтте. Ана ҡайһылай ҡәнәғәт йылмая. Бәхетле генә булһындар инде. “Эй, аллам!..” тип уфтанып ҡуйҙы Миңзифа үҙ алдына. Төпсөк кенәһен иркәләп-наҙлап үҫтереп, һаман бала кеүек күргәнгә, ахырыһы, күңеле елпенеп тик торасы.

– Ә хәҙер ҡотлау һүҙе ошо байрамдың сәбәпсеһе Динә килен менән Шатморат ҡустыға бирелә. Әгәр ҙә һеҙ саҡ менән суҡ ише аҙашып йөрөгән был ике йөрәктең ҡауышыу сәғәтен яҡынайтмаһағыҙ, бөгөнгө байрам да булмаҫ ине... – Тамада – туйҙы алып барыуҙы ышанып тапшырған Ынйыбикә – Миңзифаның бикәсе - үҙ эшен шартына килтереп башҡара. Кейгән ялтырауыҡлы ҡара күлдәге зифа кәүҙәһенә һылашып тора. Сәсен күпертеп, күҙ-ҡаштарына килештереп буяп алған, был киленде ҡашыҡҡа һал да йот! Әллә нисә ирҙең башын әйләндерә торғандыр әле. Һүҙ һорап күршегә лә инә торғандарҙан түгел. Көләмәстәрҙе әллә нисек хәтерендә ҡалдыра, кис буйына һөйләп, ҡунаҡтарҙы көлдөрә генә. Шул ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы әллә үҙе уйлап таба инде?! Миңзифа уларҙың йортона килен булып төшкәндә тал сыбығындай ғына шаталаҡ бер ҡыҙсыҡ ине. Күҙ алдында буй еткергәс, бигерәк яҡын ошо бикәсе. Ул да, аптырап томаны, әллә ҡайҙан бер татар егетен эйәртте лә ҡайтты. Уныһы кәләшенә генә түгел, ауылдарына ла ғашиҡ булып, бында торҙо ла ҡалды.

Йәштәргә тәбрикләү һүҙҙәрен тәүҙә Динә еткерҙе. Күҙҙәренән күренеп тора, әхирәтенең үҙе янына килеүенә ифрат шат:

– Һине ысын күңелемдән ҡотлайым, әхирәт! Мәңге бергә булайыҡ, ҡатышып йәшәйек, – тип, әхирәтенең эргәһенә үк килеп, ике яҡ сикәһенән алмаш-тилмәш супылдатып үбеп алды. – Ҡыуанысымдың сиге юҡ, Резеда! Ып-ысын!.

Динәгә оҙаҡ сөсөлдәп торорға ирек бирмәнеләр, янына шунда уҡ Шатморат килеп баҫты.

– Резеда, балдыҙ, һиңә рәхмәт, мине ҙур бәләнән ҡотҡарҙың! – тип ҡунаҡтарға ҡарап күҙ ҡыҫты. – Инде, кәләш, “ауылымды һағындым” тип илай алмаҫһың, һағышыңды баҫырға Резеда балдыҙ яныңда хәҙер. Икегеҙгә күңеллерәк тә булыр.

– Ах, һин, хәйләкәр! Иң тәүҙә үҙеңде уйланыңмы әле шулай?! – Динә иренә ҡарап сыңғырлатып көлөп ебәрҙе...

– Юҡ инде, юҡ!.. Һине уйланым тием бит! – тип Шатморат ҡатынын юхалай һалды.

– Шулай тиң...

Резеда үҙен төш күргәндәй хис итә. Ул кейәүгә сыға... Ышанырлыҡ та түгел. “Никах менән әжәл һорап килмәй” тиеүҙәре хаҡтыр, күрәһең. Аңламай ҙа ҡалды бит. Хатта барыһы ла юрамал ғына кеүектер булып китә: әйтерһең уға уйнап аҡ күлдәк кейҙергәндәр, уйнап ошо урынға, бөтөнләй күрмәгән-белмәгән кеше янына ултыртып ҡуйғандар; туғандары ла ҡыланып бейей, кәрәк булғанға ғына йырлай, исем өсөн шаяра-көлә. Хатта тәмле-татлынан, төрләндереп бешерелгән затлы ризыҡтарҙан һығылып ултырған өҫтәл дә ысын түгел кеүек. Өнмө был, әллә төш кенәме? Өн!.. Барыһы ла өндә! Хәҙер инде кирегә юл юҡ, түҙергә, үҙе лә бүтәндәргә ҡушылып юрамал, шаяртып ҡына шатланырға тейеш. Миңә барыбер хәҙер тип, ай яңылышманымы Резеда? Илһамды ул бөтөнләй белмәй бит. Илһам... ә ул бөтөнләй Резеданы белмәй. Кәләш буласаҡ иренә әкрен генә күҙ һалды. Йылмайып ултырған була. Күҙҙәрендә бәхет осҡондары. Кеше аша ғына танышып, бәхеткә өлгәшә алырҙармы? Әллә кейәүгә сығырға ризалашып, яңылыштымы ҡыҙ? Бәлки, яҙмышын Хоҙай ҡулына тапшырып, ошоға тиклем нисек йәшәгән, шулай йәшәй бирергә кәрәк булғандыр? Ай, бөтөнләй белмәй бит Илһам ҡыҙҙы! Белмәй! Хәйерлегә генә була күрһен! Илһамдың әсәһе лә бик, бик яҡшы ҡатын. Әленән үк “килен” тип өҙөлөп тора. Уның был һөйөүен аҡлай алырмы? Ҡайҙан Динә килеп осраны юлына? Уны тыңлап, был ауылға нимәгә килде?! Ҡуй инде, уның әйҙә тиеүенә эйәреп сыҡ та китсе әле! Йәшәүҙән төңөлгән мәле ине шул. Тормоштоң бер ҡыҙығы ла ҡалмағайны уның өсөн. Дөрөҫ, бала саҡта дуҫ булдылар Динә менән, йәш саҡтарында сер уртаҡлаштылар, әммә юлдары күптән ике яҡҡа айырылған. Резеда Өфөгә сығып китте, Динә Учалыла ҡалды. Шунан бирле икеһе өсөн ике төрлө тормош башланды. Резеда яңы әхирәттәр тапты, тәүге мөхәббәт хистәрен дә шул осорҙа татыны. Динә менән хатлашып-хәбәрләшеп торҙо тороуын, әммә ул мәлдә йәшерен үҙ серҙәре барлыҡҡа килгәйне инде. Һуңғы арала бик үҙгәрҙе ҡыҙ. Башҡа һыймаҫлыҡ аҙымдар яһауҙан туҡтағаны юҡ шикелле. Әле лә дөрөҫ эшләнеме, юҡмы – бер Хоҙай ғына белә.

Резеда әсәһе менән атаһына күҙ һалды. Улар ҙа ҡыҙҙарының башлы-күҙле булыуына, һәйбәт ғаиләгә, яҡшы иргә юлығыуына шатланып бөтә алмай. Әсә менән атаға тағы ни кәрәк? Балаһы бәхетле булһа, шул еткән. Хәйерле генә булһын инде барыһы ла. Яҡшы кешеләргә бәхетһеҙлек килтереп, күҙ йәштәренә быуырға яҙмаһын.

Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан

Көнләшеп тә үлерлек...

Туй күлдәге бер көнлөкмө,

Туй күлдәге ғүмерлек!..

Ҡунаҡтар йыр артынан йыр һуҙҙы, бейене, уйнаны. Барыһына ла күңелле. Илһамға ла, Динә менән Шатморатҡа ла, атаһы менән әсәһенә, туғандарына ла. Резеда ғына һаман да шаңҡып ултырыуын белде. Аша тиһәләр – ашаны, эс тиһәләр – эсте, бейе тиһәләр – бейене, әсе ҡысҡырһалар, тороп үбеште лә шикелле. Барыһы ла төш кенә кеүек. Бына иртәгә ҡалалағы бүлмәһендә уянып китер... Уф, юҡ, ҡалған яғын уйлағыһы ла, күҙ алдына килтергеһе лә килмәй. Ҡуй, уның урынына бөгөнгө матур, күңелле төш оҙаҡҡараҡ дауам итһен. Ана бит кешеләр ҡайһылай ҡыуана Резеда өсөн...

– Арыныңмы әллә, кәләш?

– Ә? – Ят ауыҙҙан үҙенә ҡағылған исем ишетеүе ҡыҙыҡ.

– Арыныңмы әллә тейем? Йонсоп ултырған кеүекһең? – Илһам Резеданың толомдарын һаҡ ҡына артҡа һыпырып, күҙҙәренә ҡараны.

Ҡара һин уны, һиҙгер ҙә әле үҙе.

– Арыным. Тауыш, шау-шыу... Баш ҡаңғырып китте.

– Минеке лә. Әйҙә йөрөп әйләнәйек?

Ғәфү үтенеп, тышҡа атлыҡтылар. Көҙгө һауа. Бешкән ашлыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Элек ошо мәлдә ауыл гөрләй торғайны. Ул иген тейәп келәткә ашыҡҡан машиналар, ул бер баҫыуҙа эшен тамамлап икенсеһенә күскән комбайндар. Ҡара төнгә тиклем уттарын быҙлатып, үҙ яйҙарына ашлыҡтарын ура бирерҙәр ине.

– Әйҙә йылға буйына төшәйек? – Резеда һаҡ ҡына Илһамдың беләгенә ҡағылды.

– Әйҙә, Резедам, бөгөн мин һинең ҡолоң. Утҡа инергә бойор – инәм! Һыуға һикер тиһәң – һикерәм! Тамсы ла уйлап тормайым!

Ҡыҙға уның малайҙарса ҡыланыуы мәҙәк тә, рәхәт тә… Улар һуҡмаҡ буйлап йылғаға табан атланы. Илһам ҡыҙҙың нәҙек бармаҡтарын эләктереп алып, һаҡ ҡына үҙенең көрәктәй усына йомдо. Резеда ҡарышманы. Әкиәттәге кеүек. Тик тормошта былай еңел генә булмай. Ҡыҙ бындай еңеллеккә өйрәнмәгән. Яңылышты ахырыһы. Яҙмышын янындағы кеше менән бәйләргә лайыҡлымы һуң ул?! Барыһын да һөйләргә, аңлатырға кәрәк. Шунһыҙ күңелендәге был төйөр менән нисек йәшәр? Һүҙҙе нимәнән башларға? Үпкәләтмәҫлек итеп, нисек шыма ғына әйтергә? Ҡайһылай аңлатырға барыһын да? Бер нисә генә көн эсендә ул бит барыһын да яҡшылап уйлап, аңлап та етмәне. Моғайын, Илһам да шундай уҡ хәлдәлер. Киноларҙа ғына – күрешәләр, шунда уҡ туй яһайҙар, ҡауышалар – рәп-рәхәт, еп-еңел. Ә был бит ысын тормош.

– Илһам, ни... – Ҡыҙ тотлоҡто. Ҡулын егеттең усынан һурып алды ла, үҙен биленән ҡосаҡлап, яр ситенә барып баҫты.

– Аһ, мин, иҫәр! Өшөйһөңдөр инде. Ҡана пинжәгемде ябайым.

– Юҡ, юҡ, һыуыҡ түгел...

Әммә егет уның һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне, пинжәген йәһәт кенә ҡыҙҙың яурынына һалды.

– Бына шулай... Эх! Ошонда минең ғүмерем үтте лә инде! – Илһам аяҡтарын кирә баҫып, ҡулдарын елкәһенә саҡмаштырып ҡуйып, күкрәк тултырып һауа һуланы. – Әлдә бында алып төштөң! Уртаҡ тормошобоҙ ошо хозур урында башлана инде.

– Илһам...

– Туҡта, Резеда. Бына тыңла әле: төндөң тауышы бигерәк ирмәк бит ул.

Һин үҙең ирмәк, тип эстән генә көлөмһөрәне ҡыҙ, төн төн инде, уның ниндәй тауышы булһын! Илһам кәләшен арттан килеп ҡосаҡланы.

– Тыңлай беләһеңме?

– Беләм шикелле…

– Улайһа, күҙҙәреңде йом, барлыҡ уйҙарыңды башыңдан сығарып ташла, тынлыҡҡа ҡолаҡ һал, нимә ишетерһең икән.

Йәш кәләш мейеһендә ҡайнаған ҡаршылыҡлы уйҙарынан тиҙ генә ҡотола алманы, фекерен туплай алмайынса яфаланды.

– Тыныслан... Һиңә рәхәт... Ҡоштар тауышын ишетәһең... Йылға ағышы...

Резедаға Илһамға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы, күҙҙәрен йомдо. Ҡулдарын, аяҡтарын хәлһеҙлек биләне. Ҡайһылай рәхәт! Илһамдың йылы ҡосағында сихри бер донъяға остомо ни! Ишетә, ишетә ул төндө! Йә хоҙайым! Иҫерергә бер ниндәй ҙә шарабың кәрәкмәй! Бындайҙы Резеданың тәүләп татыуы... Илһамдың көслө ҡулдары, ҡоштар һайрауы, сылтыр-сылтыр килеп йылға ағыуы, сиңерткәләрҙең сырылдауы, алыҫта эттәр өрөүе, теге яҡта матай, был яҡта трактор, машина тауыштары. Шифалы, наҙлы һауа. Бына ҡайҙа ул ожмах!

– Ошонда үтте минең бала сағым. – Илһам әкрен генә тауыш менән Резеданың ҡолағына шыбырланы. – Түбәндәрәк малайҙар менән уҙыша-уҙыша һыу инә торғайныҡ. Иртәгә көндөҙ ул яҡтарҙы алып барып күрһәтермен, ә икенсе йыл икәүләп һыу инербеҙ, йәме? – Илһам эйелеп кәләшенең күҙҙәренән үбеп алды.

– Уй, мин һыуҙан ҡурҡам да ул! – Резеда бала шикелле ҡыуанып көлдө. – Беҙҙең ауылда йылға былай ҙур түгел бит. Бәләкәй генә. Тауыҡ кисеп сығырлыҡ.

– Ҡайғырма! Мин һине өйрәтермен. Ә балаларыбыҙҙы икәүләп өйрәтербеҙ...

– Балаларҙы? Ниндәй балаларҙы? – Ҡыҙ ялп итеп Илһамға ҡараны.

– Беҙҙең балаларҙы. Мин бишәү булыуҙарын теләйем, ә һин?

– Бишәү? Һин нимә? Берәү булһа ла бик шәп!

– Ярай, уныһын аҙаҡ күҙ күрер. Әлегә һине үҙем менән таныштырыуымды дауам итәм. Белгең килһә, “белорус” камераһына ултырып, ағып китә яҙғайным бала саҡта. Шул хәлдән һуң миңә “моряк” тигән ҡушамат та тағып ҡуйғайнылар...

– Бигерәк күңелле үткән шул бала сағың! – Ағып китә яҙыу күңелһеҙ күренеш булһа ла, Резеда ҡурҡыуынан ни эшләргә белмәй аптырап ултырған малайҙы күҙ алдына килтереп, рәхәтләнеп көлдө.

– Ҡайһылай матур көләһең!... – Илһам уға һоҡланып ҡараны. – Бына мин дә һине өйрәнә башланым...

Ҡыҙыҡай көлөүенән ҡапыл туҡтаны, ҡыҙыҡһынып Илһамға ҡараны:

– Шунан? Тағы ниндәй эштәр боҙа торғайның бала саҡта?

– Әсәйҙәрҙән әрләнә-әрләнә балыҡ тота инек.

– Ә ниңә әрләнеп? Балыҡ тотҡан өсөн әрләйҙәрме ни?

– Малайҙарың булып, ҡыҙыу эш ваҡытында ҡармаҡтарын тотоп юғала башлаһалар, ни эшләрһең икән? Шунда ҡарарбыҙ! Йә булмаһа тәҙрәңдәге селтәр менән селбәрәләр һөҙһәләр...

– Һа-һа-һа, ул ваҡытта эләгә инде!

– Бына шул-шул!...

Рәхәт ине Резедаға Илһам янында. Бына ошо ябайлығы менән арбағандыр ҙа инде. Юҡһа танышып, икенсе көнөнә өйләнешергә һүҙ ҡуйышмаҫтар ине.

Илһамдарҙың ауылына тәүге көндән үк ғашиҡ булды Резеда. Урман-тау араһынан һыҙылып ятҡан юл буйлап килеп инеүгә һине бейек ҡая ҡаршылай. Башыңды күтәрһәң, кәпәсең төшөп китерлек. Ҡаяһы ла ниндәй бит әле: кемдер яртыһын тигеҙ генә итеп киҫеп алған төҫлө. Аҫта уға һырылып тигәндәй йылға аға. Ә өҫтә, ҡаяның иң бейек ерендә, эскә өңөлөп киткән урыны бар. Һәм шунда яңғыҙ, сибек кенә бер ҡайын үҫә. Бына-бына ҡолап китер төҫлө ул. Әммә, бахырҡай ел-дауылына, ямғыр-ҡарына ҡарамай, яңғыҙлыҡҡа бирешмәй, ҡаяға һыйынған да, үҙенсә ғорур баҫып торған була. Резеда тәү күреүҙән үк үҙен шул ҡайынға оҡшатты. Ул да яңғыҙ. Ул да упҡын ситендә. Уға ла аҙым һайын ел-дауылы, ямғыр-ҡары янап ҡына тора. Ышыҡланыр ҡаяһы ғына юҡ ине, бына бит, бәхетенән Илһамы эргәһендә ҡая кеүек баҫып тора. Ҡаяға һыйынған ошо ҡайындай, Илһамына һыйынып ҡына бәхетле ғүмер иткеһе килә.

Илһам бала сағы менән бәйле тағы әллә ни саҡлы мажаралы хәлдәр бәйән итте. Резеданың күҙ алдына ап-асыҡ булып шуҡ, шаян малай килеп баҫты. Әлеге Илһам менән сағыштырырлыҡ та түгел! Ҡыҙ уның йылы, көслө ҡосағына бына шулай һыйынып торор ҙа торор ине, әммә Илһам әкрен генә уны ауыл яғына йүнәлтте:

– Барыһын да бөгөн һөйләп бөтһәм, ҡыҙығы ҡалмаҫ. Иртәгәгә, унан һуңға ҡалдырайыҡ.

Бер аҙ барғас:

– Ә! Бая миңә нимәлер әйтергә теләгәйнең шикелле? – тип Резеданы күктән ергә төшөрҙө. Әммә ҡыҙҙың әлеге мәлдә бер ҙә генә үҙенең күңелһеҙ хәбәре менән Илһамдың да, үҙенең дә кәйефен төшөргөһө килмәне. “Ярай, – тип уйланы ул эстән генә, – нимә булһа ла булыр, иртәгә, бәлки... ” Ә әлегә... бәхет даръяһында йөҙһөн әле. Уның һағышлы күңелендә тәүге тапҡыр нур сатҡылары күренде бит. Нисәмә йылдан һуң тәүләп элеккесә, бер ҡайғыһыҙ һәм ғәмһеҙ рәхәтләнеп көлә алды. Илһамдың йылы ҡосағы уны тамам иретте. Юғиһә, бындай наҙлы мөнәсәбәтте онотоп, роботҡа әйләнә башлағайны ла баһа! Әйтһәләр – эшләй, саҡырһалар – бара, ҡыуһалар – китә. Әле бына Динә менән осрашҡас, Илһам менән танышҡас, йөрәгендә ниндәйҙер өмөт уянды, уйларлыҡ, фекерләрлек, тирә-йүнендә нимәләр булып ятҡанын күрерлек хәлгә килде. Ошоға тиклем бындай ҙа туң йөрәк менән нисек йәшәй алған? Резеданың башынан бер-береһенә бәйләнмәгән уй артынан уй ағылды. Кешене яҙмыш үҙе йөрөтә, уға ла ошонда килергә, Илһам кеүек яҡшы кешегә кейәүгә сығырға яҙғандыр.

Кәләш менән кейәүгә урынды Ынйыбикәләрҙең йортонда әҙерләгәйнеләр. Йәштәр ҡабат табында ултырып торманы, рәхмәт әйтеп, барыһы менән дә хушлашып, еңгәләренә киттеләр. Икеһе лә арығайны бөгөнгө көндөң ығы-зығыһынан.

Ынйыбикәләрҙең йорто ҙур. Замансалап, ике ҡатлап төҙөгәндәр. Ире менән икеһе пар килгәндәр шул, аҡса эшләйбеҙ, донъя малы йыябыҙ, тип тырышып торалар. Резедаға үҙенең ҡыҫынҡы бер бүлмәле фатирынан һуң был тотош һарай кеүек күренде. Илһам, ғәҙәтенсә, юлында һәр осраған нәмә менән кәләшен таныштыра барҙы:

– Бына быныһы – күтәрмә, таныш бул. Ошонда аяҡ кейемдәрен сисәләр...

Уның һәр һүҙенән ҡыҙыҡ табып ҡыуанған Резеда был юлы ла сыңғырлатып көлөп ебәрҙе.

– Уныһын ғына мин дә беләм, айҙан төшмәгәнмен бит.

– Ә минең өсөн һин – күктән төшкән йондоҙ. Йондоҙом минең!

Наҙ менән әйтелгән был һүҙҙәр Резеданың йәнен иркәләй. Уға рәхәт!.. Еңелсә башы әйләнә. Тағы, тағы әйттергеһе килә. Әммә шул уҡ ваҡытта күңел төбөндәге болоҡһоу уйҙары яңынан ҡалҡып сыға.

– Илһам, һин бит мине бөтөнләй белмәйһең, нисек улай тип әйтә алаһың? Танышыуыбыҙға күп тә үтмәне... – Резеда бер аҙ борсолоп, күтәрмәгә менде.

– Ни эшләп белмәй ти? Һин – донъялағы иң матур, иң яҡшы, иң изге кеше! – Илһам уны ҡапыл күтәреп алды. – Мин һине ғүмер буйы бына ошолай ҡулымда күтәреп кенә йөрөтөрмөн!

Әле генә бар кәрттәрҙе лә асып һалып, аңламаҫтай булһа, беҙҙең өйләнешеү яңылышлыҡ булды тип, ҡойроҡто һыртҡа һалырға әҙер ҡыҙ тағы өндәшмәй ҡалды. Уның ғүмеренең өр-яңы бите асылды, өр-яңы тормош башларға тора. Барыһы ла яҡшы булһын өсөн тырышасаҡ ул. Ныҡ тырышасаҡ. Аллаһы Тәғәләнән яңылышлыҡтары өсөн ярлыҡауын үтенәсәк. Толомдары менән иҙән һеперер, иренең иңдәренә саң да ҡундырмаҫ, күҙҙәренә генә ҡарап торор, ни ҡушһа шуны эшләр. Резеда ла кеше, уның да бәхеткә хаҡы бар. Ҡәйнәһе йортонан сығып йөрөмәҫ, Өфөгә бигерәк тә аяғын да баҫмаҫ. Әсәһенә лә ире менән онотҡанда бер генә ҡайтып әйләнер. Ҡыҙҙарын күрергә теләһәләр, үҙҙәре килерҙәр. Бына шул! Инде фекерҙәрен бер төйөнгә тупланы шикелле. Нисә көндәр тоноп торған мейеһе асылып, икеләнеүҙәре таралып, алдында яҡты юл күренгәндәй булды. Иренең муйынына һарылған килеш күккә ҡараны. «Рәхмәт һиңә, Хоҙайым, рәхмәт, ай-йондоҙҙарым! Мин дә хәҙер йондоҙ бит әле, Илһамдың йондоҙо!» – тип бышылданы.

2

Резеда иртә уянды. Уянды тиеү дөрөҫ тә түгелдер, ятҡаны бирле керпек тә ҡаҡманы, бер аҙ серем генә итеп алды. Әле күҙҙәрен асты ла кире йомдо, иркәләнеп, урынында кирелде. Аһ, ҡайһылай рәхәт! Бер ҡайғы юҡ, борсолоуҙар артта тороп ҡалды. Алда – яҡты көндәр! Ул бәхетле! Иә Хоҙайым, күҙ генә тейеп ҡуймаһын! Эргәһендә иҙрәп йоҡлаған иренә күҙ һалды. Ниндәй матур, һөйкөмлө ул! Керпектәре лә оҙон икән. Күҙҙәре... һоро төҫтә ине булһа кәрәк. Ҡуйы ҡара ҡаштары бергә ҡушылған. «Уның береһе – мин, береһе – ул», – тип һыйпарға үрелде лә, үҙенән-үҙе оялып, ҡулын тартып алды. Уф, бигерәк йәш ҡыҙ кеүек ҡыланам, тип үҙен битәрләп алды. Бындайҙы, эскерһеҙ, таҙа, ихлас һөйөүҙе, тәүләп татыуы. Тәүге мөхәббәте – Ирғәлене һанамағанда. Уныһы ла әҙәм аҡтығы булып сыҡты! Алдаҡсы, ҡурҡаҡ! Иҫенә төшөргөһө лә килмәй. Ул да кисәге көндә, үткәндә ҡалһын. Хәйер, уның был яҡты донъянан китеүенә лә быйыл биш йыл. Кешене лә бәхетле итмәне, үҙе лә бер рәхәтлек күрмәне был тормошта. Эт типкеһендә йөрөп үлде. Илһам менән сағыштырһаң, икеһе ер менән күк араһы. Илһам ана ниндәй мыҡты кәүҙәле, типһә тимер өҙөр, үҙ-үҙенә ышанған, нимә теләгәнен аныҡ белгән ир. Ундай кеше янында, әлбиттә, үҙеңде ышыҡта тояһың. Бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел.

Улар йоҡлаған бүлмә йорттоң икенсе ҡатында. Өй эсе яп-яҡты. Һаран ғына итеп, яңы ҡалҡып килгән ҡояш нуры төшә. Стенаның ярты өлөшөн ауылға килеп ингән юлсыларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып торған ғорур ҡая һүрәте биләй. Уны шунда уҡ таныны Резеда. Үҙенә оҡшатҡан яңғыҙ ҡайын да ҡаяһының ҡуйынында баҫып тора. Берәй рәссам төшөрҙөмө икән? Әллә үҙҙәре шулай оҫтамы? Ана бит, йортто ла алай-былай итеп һалып ҡуйғандармы! Кешеләр йәшәй белә... Ә Резеданың күпме ғүмере заяға үткән. Ҡайтарып булһын ине ул мәлдәрҙе, белер ине нисек йәшәргә. Әллә барыһы ла яңынан ҡабатланыр инеме? Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Резеда үрелеп тәҙрәгә күҙ һалды. Ана, әлеге ҡая! Ынйыбикә апайҙарының ҡаршыһында ғына бит! Аҫта талғын ғына йылға аға. Ожмах! Теге рәссам нәҡ ошонан ултырып төшөргән, күрәһең. Терһәгенә таянған килеш, оҙаҡ күҙен ала алмай һоҡланып ятты Резеда. Аһ, шул ҡая кеүек ғорур, көслө булһаң ине ул! Уны бер кем дә һындыра алмаҫ ине. Ә ул... ул ни бары упҡын ситендә баҫып торған яңғыҙ ҡайын ғына шул... Ҡаяға һыйынған, йәшәргә тырышып-тырмашып ятҡан сибек ҡайын. Күҙе тәҙрә төбөндә ултырған сәғәткә төштө. Сәғәт ете! «Кисә нимә тип һүҙ бирҙең әле үҙеңә?!» – тип шелтәләп алды ҡыҙ үҙен. Килен кеше 7-гә саҡлы йоҡлап ятырмы? Ҡәйнәһе иртүк тороп, һыйырҙарын күптән һауып, көтөүгә оҙатҡандыр инде, ә ул йоҡо һимертә. Ул, ирен уятмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына урынынан торҙо. Халатын эләктерә һалып, аяҡ остарына ғына баҫып, ишектән сыҡты. Өҫкә ҡатта улар йоҡлаған бүлмәнән тыш тағы ике бүлмә бар икән. Балаларыныҡылыр. Беренсе ҡатта баҫҡыс янындағы ишек асыҡ тора. Зал, ахырыһы. Тауыш-тын ишетелмәй. Береһе лә өйҙә юҡмы икән ни? Әллә йоҡлайҙармы? Тышта һыйырҙар, быҙауҙар мөңрәгән, ҡаҙҙар ҡаҡылдаған, сыбыртҡы шартлатҡан тауыштар ишетелә. Моғайын, һарай тирәһендә йөрөйҙәрҙер.

– Әйҙә, әйҙә, кеш! Кеш! Тиҙерәк булығыҙ! Һеҙҙең менән һуҙылып йөрөргә бер ҙә генә лә ваҡытым юҡ бөгөн!

Ынйыбикә апай бит. Килен кеше бына ниндәй сос булырға тейеш! Солан ишеген асыуға, Резеданы күреп тә ҡалды.

– Ә һин ниңә әҙерәк йоҡламай, таң менән тороп йөрөйһөң? – Ҡаҙҙары ыңғайына киленен дә әрләп алды.

– Йоҡом туйҙы инде. Ауыл өйөндәге йоҡо шул тиклем татлы! Рәхмәт инде һеҙгә!

– Ярай-ярай, бар, йоҡла әҙерәк, кисә арығанһығыҙҙыр!

– Эй ҙә! Оялмайынса йоҡлап ятмайым инде. Ҡана, һыйырҙарығыҙҙы һауышайым.

– Ҡуй, килен, ҡуй, берәйһе ишетеп ҡалмаһын! – Ынйыбикә, ысынлап тыңлап тормайҙармы тигәндәй, ян-яғына ҡарап алды. – Ауыл тултырып һөйләрҙәр унан. Ҡәйнәңә лә шунда уҡ алып барып еткерерҙәр. Ауылда ни шул инде... Тешһеҙ әбей кеүек, береһенең ауыҙында һүҙ тормай, – тип йүкә телефондың нисек эшләүен дә аңғартты Резедаға. – Мин үҙем дә һәләк шәп ул. Бар, булмаһа, сәй ҡуя тор.

Резедаға уны тыңлауҙан башҡа сара ҡалманы. Сәй ҡуйғас, буянғыстарын алып, залға инде. Бәй, бында бит футбол уйнарға мөмкин! Йорт төҙөһәләр, мотлаҡ уларҙыҡы кеүек итеп һалырға кәрәк! Резеда сәсен үрҙе, битенә крем һөртөп, күҙ-ҡаштарын һыҙҙы. Бынан ары ул гел дә әҙ генә иртәрәк тороп, үҙен ҡараясаҡ. Бер кем дә уны шамтыр, ҡаралмаған килеш күрмәҫ, һәм һәр ваҡыт йылмайып йөрөйәсәк, барыһына ла алсаҡ буласаҡ. Эстән ҡан илағанда ла, ҡайғы-һағышын белдермәйәсәк.

Әлегә Илһамды уятманы, сәй әҙерләр ҙә, шунан саҡырыр. Ул арала Ынйыбикә апаһы ла эшен бөтөрөп инде.

– Был килен ҡайһылай шәп булып сыҡты! – тип йылмайҙы ул әҙер өҫтәлгә күҙ һалып. – Өйҙө белдең, инде йышыраҡ килеп йөрөрһөң. Илһам йоҡлаймы әле?

– Эйе, йоҡлай.

– Һуңғы арала арыны ул, йонсоп китте. Ҡамыт кеймәҫ борон ҡулланып ҡалайыҡ, тинеләр шикелле, уныһы ул яҡҡа, быныһы был яҡҡа тартҡысланылар ғына. Шәп ул минең ҡустым. Кейәүҙән уңдың! – Ынйыбикә шулай һөйләнә-һөйләнә йыуыныу бүлмәһенә инеп юғалды. Ауыл ере тип тормағандар, бәҙрәфен дә, ваннаһын да эскә ҡуйғандар. Алтын инде ҡулдары, алтын! Ире кем икән? Кисә лә күренмәне, шикелле, һораһаң, уңайһыҙ кеүек. Ярай, Илһамдан белешер әле. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәндә шуларҙы уйланы Резеда. Ире уянғайны инде. Карауатына ултырған килеш кәләшенә ҡарап ҡатты.

– Йондоҙом минең! Бөгөн һин тағы ла матурыраҡ!.. – тип ҡулдарын йәйеп, ҡаршы килгән кәләшен ҡосағына алырға әҙерләнде. Резеда йәш ҡыҙҙар кеүек инәлтеп маташманы. Ошо йөрөп килеүгә ирен һағынып та өлгөргәйне. Нимә был? Тәү ҡараштан мөхәббәтме? Әммә оҙаҡ наҙланып ултырырға ваҡыт-тары юҡ: берҙән, улар кеше өйөндә, икенсенән, аҫта – Ынйыбикә апай, өсөнсөнән, төп йортта ла көтәләрҙер. Урынынан ҡуҙғалырға иренеп, иркәләнеп ултырған Илһамға кейемдәрен кейҙереште. Уңайһыҙланып, бер туҡтауһыҙ «үҙем, үҙем» тип ҡабатлаһа ла, кәләшенең уны шулай бала кеүек ҡәҙерләүе оҡшай ине.

Аш бүлмәһенә танауын өҫкә сөйөп, тәмле еҫтәрҙе еҫкәй- еҫкәй барып инде Илһам.

– Эй, бигерәк уңғанһың да инде, апай! Йыбанмай, әллә нәмәләр әҙерләп өлгөргәнһең!

– Һин, иркәм, миңә түгел, мин мал менән булған арала ошондай бай табын әҙерләгән кәләшкәйеңә рәхмәт әйт.

Илһам кәләшенә яратып ҡараны. Ниндәй ир ҡатынының аш-һыуға оҫта булыуын теләмәҫ? Резеда, бындай маҡтауҙан уңайһыҙланып, башын эйҙе, бит остары алһыуланды, һиҙҙермәҫкә тырышып:

– Әйҙәгеҙ, ашарға ултырайыҡ, – тип өҫтәлгә саҡырҙы. Унан Илһамға ҡарап йылмайҙы: – Мин һиңә көн дә иртәнге ашты ла, төшкөлөгөн дә, кискеһен дә бына ошолай өҫтәл һығылдырып әҙерләрмен, теләйһеңме?

– Теләмәгән ҡайҙа! – Илһам кәләшенең һөйләп бөткәнен дә көтмәй ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ана ҡайһылай шәп кәләшкә юлыҡты! Һайланған – һаҙға батҡан, тигән булалар тағы...

– Тик мин бешергән нәмәләрҙе бөтөргәнсе ашамай ғына ҡарарһың! – тип янаны, үҙ сиратында, ҡыҙ, көлөп.

Ҡунаҡтарҙы – ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын шаулап оҙаттылар. Шул арала бер-береһен оҡшатып, туғанлашып бөткәйне улар. Туҡтауһыҙ рәхмәттәр уҡынылар, йәштәргә бәхет, оҙон ғүмер, мөхәббәт теләнеләр. Резедаға ҡыуаныслы ла, моңһоу ҙа. Бына бит әҙәмсә тормош нисек була. Бөтә нәмә үҙ сираты, үҙ яйы менән алға бара. Ул ғына иртәгә, иртәгә генә түгел, бер сәғәттән нимә булырын белмәй йәшәне, һәр минутын ҡурҡыу, көтөү менән үткәрҙе. Шулай уҡ барыһы ла артта ҡалдымы икән ни? Ышанырлыҡ түгел!

Үҙҙәре генә ҡалғас, шаулап торған йорт тынып ҡалды. Бөтәһе лә арығайны, һауыт-һабаны тиҙ генә күмәкләп йыйыштырып алғас, һәр береһе тиҙерәк үҙ өйөнә ашыҡты. Резеда биҙрә менән һыу индерҙе.

– Килен, әллә иҙән йыуырға уйланыңмы? Ял ит әҙерәк, эш ни ҡасмаҫ әле! – Ҡәйнәһе шулай тигәс, Резеданың эсенән йылы бер тулҡын уҙҙы. Әсә ҡыҙына әйткән кеүек өндәште бит.

– Юҡ, ҡәйнәм, бөгөн эшләй торған эште иртәгәгә ҡалдырырға яратмайым. Ҡыйын булһа ла, эшемде аҙағынаса еткереп ҡуям, – тип йылмайҙы ҡәйнәһенә яуап итеп.

– Ә мин уға ярҙам итәм! – Илһам йәһәт кенә улар янына килеп баҫты.

– Нисек? Сепрәк тотоп, туңҡандап иҙән йыуып йөрөрһөңмө ни? – Әсә улына шаяртып, әммә һағайып ҡараны. Кәләш алдым тип, тәүге көндән үк елкәһенә ултыртып ҡуймағайы! Эргәһендә орсоҡ кеүек әйләнә, юҡһа.

– Илһам, әйберҙәрҙе шылдырырға кәрәк булһа, саҡырырмын. Һиңә урам тирәһендә лә эш етерлек. Ә миңә бикәстәр ярҙам итә, шулаймы, ҡыҙҙар?

Һылыу еңгәләренән күҙҙәрен алмай эргәһендә йөрөгән бикәстәре шатланып риза булды. Бөгөн бигерәк алсаҡ еңгәләре. Исемдәрен дә белеп өлгөргән, һәр береһенә үҙенең тиңе кеүек күреп өндәшә. Бикәстәре менән косметика, мода тураһында һөйләшеп тә өлгөрҙөләр инде. Уртаҡ темалар барлыҡҡа килде. Шуға күрә һис тә янынан киткеләре килмәй.

Килененең алсаҡлығын Миңзифа ла һиҙҙе. Кисәге өндәшмәҫ, моңһоу ғына йылмайып ултырған ҡыҙ тип һис әйтмәҫһең. Төн эсендә былай-алай үҙгәргәнме! Илһамға ла яратып, наҙлап ҡарай. Ҡәйнә булдым тигәс тә, ҡул ҡаушырып ултыра алмай ине: «Ял ит, үҙебеҙ эшләйбеҙ», – тиеүҙәренә ҡарамай, хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырышты. Килененең һәр аҙымын күҙәтте. Ниндәй хужабикә булыр? Миңзифа барыһын да үҙенсә эшләргә, үҙенсә ҡуйырға өйрәнгән. Ситтә йәшәгән ҡыҙы ҡайтып, өй йүнәтә башлаһа ла бик өнәп бармай, сөнки улар килеп киткәндән һуң өйҙә бер нәмә лә табып булмай. Ә Резедаға күнергә тура килер, ахырыһы, уға ҡала торған донъя, йәш кеше үҙенсә эшләргә теләр. Әммә килене ул уйлағандан аҡыллы булып сыҡты: бер нәмәне лә эргәһендә буталған ҡәйнәһе менән кәңәшләшмәйенсә эшләмәй. Был һыҙаты оҡшаны уға. Килешмәгән осраҡта ла, ипләп кенә үҙенең теләген аңғарта ла, мөлдөрәп ҡәйнәһенә ҡарай. Ә ул кәңәш иткәндәр дөрөҫ бит! Ҡала кешеһе айырылып тора шул. Бик ҡәнәғәт ҡалды килене менән Миңзифа.

Иртәгеһен Резеда, алдан һүҙ биргәнсә, таң менән тороп үҙен рәткә килтерҙе, иренең таҙа әйберҙәрен әҙерләне, ҡәйнәһенең ай-вайына ҡарамай, һыйырҙарын да һауышты, ҡош-ҡортон да ҡараны.

Илһамдың үҙенең эше: буш ваҡыттарында быйма баҫа ул. Аҙаҡ районға алып барып тапшыра. Өйөнән дә һата. Ҡышын һәйбәт кенә аҡса эшләй шулай. Ә йәйле-көҙлө ауылда былай ҙа эш етерлек. Илһамдың эштән ҡурҡмауы, уңғанлығы, берҙе биш итергә әҙер тороуы һөйөндөрҙө Резеданы. Туйҙың икенсе көнөнә иркәләнеп, кәләшенә наҙланып ятһа ла, әле хужаларса эшкә тотондо.

Төшкөлөккә йәштәрҙе Динә менән Шатморат сәйгә саҡырғайны. Улар күрше ауылда тора. Ике ауыл араһы йыраҡ түгел, машина менән «һә» тигәнсе барып та еттеләр. Ни генә тимә, тәбиғәт матур шул был яҡта. Нисәмә йыл ғүмерен таш диуарҙар араһында үткәргән Резеда өсөн бигерәк тә ожмахтай тойола барыһы ла. Әхирәте килен булып төшкән ауыл да урман-тауҙарға һыйынып ҡына ултыра. Быйыл ғына өй һалып ингәндәр. Шуға күрә әлегә соландары ла, кәртә-ҡураһы ла юҡ. Мал-тыуарын ҡәйнәләрендә ҡалдырып торғандар.

Динә әхирәтен ихлас әҙерләнеп көткәйне. Машина килеп туҡтауға, Шатморат, уның артынса Динә менән малайҙары йүгереп ҡаршы сыҡты.

– Һаумыһығыҙ, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Йорт эсендә лә әлегә иҫ китерлек йыһаз юҡ. Сәй эсергә һырлап-семәрләп ҡулдан эшләнгән өҫтәл-ултырғыстары бар. Бер яҡ стенаның буйынан-буйына ҡуйылған оҙон һауыт-һаба шкафы ла шул уҡ оҫтаның ҡул эше. Залда ике кресло менән йомшаҡ диван урын алған. Бүлмә уртаһында өҫтәл тора, дүрт яғынан артлы дүрт ултырғыс ҡуйылған. Тәҙрәләре ҙур, күп. Шуға күрә өй эсе яҡтылыҡҡа сорналған һәм йылы бер нур бөркә. Динә, әхирәтен күреүгә ҡыуанып, атлап түгел, йүгереп кенә йөрөй, теле телгә йоҡмай. Бала саҡтарынан, йәшлек мәлдәренән әле бер ваҡиғаны иҫенә ала, әле икенсеһен. Ҡыҙыҡ. Бер нәмәне лә онотмаған. Ә Резеда күп ваҡиғаларҙы ул һөйләгәс кенә иҫенә төшөрҙө, унда ла тулыһынса түгел. Ҡайһы берҙәрен бөтөнләй онотҡан булып сыҡты. Был уны ире, әхирәте алдында бер ни тиклем уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы.

Динә ҡаҙан тултырып аш һалған. Өфөлә ҡоро-һары менән генә туҡланырға ғәҙәтләнгән Резедаға һимеҙ һарыҡ ите танһыҡ, әллә нисә киҫәк ашап ташланы. Тыуған йорто, әсәһе иҫенә төшөп, түҙеп торғоһоҙ һағыш баҫты. Түгелеп, күңеле булғансы илағыһы килде. Бүтән кешелә, бәлки, бындай тойғоно кисермәҫ тә ине, Динә иһә күңел төбөндәге бар иҫтәлектәрҙе өҫкә сығарып һалды. Ҡайһылай рәхәт булған: иртән өй эсенә таралған тәмле ҡоймаҡ еҫенә уянып китәһең... Әсәһе йыш ҡоймаҡ ҡойҙо микән, әллә ниңә уның хәтерендә нәҡ ошо еҫ һаҡланып ҡалған. Хуш еҫле үләндәр һалып ҡайнатылған сәйҙе тәмләп эсәһең дә мәктәпкә йүгерәһең. Тағы әсәһенең ҡул йылыһын һағына ул. Нимәгәлер бик әрнеп, рәнйеп илап ҡайтып инәһең, әсәйең йылы ҡосағына ҡыҫып, йәшле күҙҙәренән үбеп, сәсенән һыйпаһа, барыһы ла һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Һин илауҙан туҡтайһың, бер талай иң ҡәҙерле кешеңдең йөрәк тибешен тыңлап тораһың һәм уның ошо тыныслығы һиңә лә күсә. Әле ғенә ҡайғырып, ни эшләргә белмәгән ҡыҙ яңынан көлә-шаяра, уйнай башлай. Әсәһенең кәңәштәре лә ҡолаҡ төбөндә. Ҡайһы берҙә ҡайыш менән һыҙырырлыҡ ҡылыҡтар ҡылып ҡуяһың, әммә шул мәлдә лә әсә кешенең тыныслығына, аҡылына иҫең китерлек. Дөрөҫ, тәүҙә бер талай ирендәрен ҡымтып, күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, өнһөҙ-тынһыҙ ултыра. Нисек дөрөҫ, әммә мейеһенә һеңдергәнсе еткерергә, тип уйлаган булғандыр инде.

– Резеда, белһәң икән минең нисек шатланыуымды! – тип, ирҙәр тартырға сыҡҡан арала ҡыуанысын тағы бер белдерҙе Динә. – Үҙем дә инде! Ер аяғы – ер башына сығып китмәһәм, ауылыбыҙҙа егеттәр бөткән тиерһең! Бында яңы дуҫтарым да барлыҡҡа килде, иремдең туғандары ла минең өсөн аһ итеп тора, әммә... барыбер күңелдең бер сите китек ине, белдем хәҙер сәбәбен – һин етмәгәнһең икән!

Элек әллә ни күп һөйләргә яратмаған әхирәте әле тытылдығы сыға.

– Мин дә шатмын, Динә. Ысын! – Резеда был һүҙҙәрҙе ысын күңелдән әйтергә тырышты.

– Ҡара әле, һинең менән мәктәпте тамамлағандан һуң яҡшылап күрешкәнебеҙ ҙә булманы. Ҡайҙа юғалдың ул? Мин был турала йыш уйлайым.

– Әлләсе, уҡыным бит. – Резеда бит осоноң алһыуланғанын тойҙо. Быны һиҙҙермәҫкә тырышып, тәҙрә төбөндә ятҡан гәзитте барып алды.

– Мин дә уҡыным да баһа! Әммә ауылға ҡайтырға ла, клубҡа сығырға ла өлгөрә торғайным. Ә һин һыуға батҡандай юҡ булдың.

– Әллә ни ҡайтып йөрөп булманы шул. Алыҫ ине бит. – Резеданың күҙ ҡабағы тартышырға тотондо. Ҡулындағы гәзитте йәһәт-йәһәт асҡыланы. Әммә күҙҙәре бер хәрефте лә таныманы.

– Әсәйеңдән һораһам, ул эшкә төшкән, тине, ҡайҙа эшләнең һуң? – Әхирәтендәге үҙғәреште һиҙмәгән Динә төпсөнөүен белде.

– Һаман улар елкәһендә ятҡансы тип, эшләгәйнем шул...– Резеда уратып-сурытты. Үҙенең бите генә түгел, тотош тәне ялҡынланып янды.

– Уҡып бөткәс тә алған белемең буйынса эшләмәнең шикелле?

– Уҡытыусы булғым килмәне... – Бәйләнде бит, тип эстән йәне көйә башланы Резеданың. Быға тиклем нисек йәшәгәнендә, кем булып эшләгәнендә уның ни эше бар?!

– Уныһы шулай инде. Һатыусылар барыбер аҡса эшләй белә. Беҙ генә ул...

Резеда кем һораһа ла: «Ҙур ғына бер магазинда һатыусы булып эшләйем», – ти ҙә ҡуя ине, Динәгә лә шул хәбәр ишетелгән икән.

– Ә фатир? Һинекеме? Теге ваҡытта яҡшылап һорашырға ваҡыт та булманы. Үҙемдең хәлдәрҙе генә һөйләп тик ултырғанмын.

– Фатир минеке... – Резеда был юлы әсе көлөмһөрәне: – Хәҙер минеке түгел тиһәң дә була. Күҙ йәштәре аша бирелгән фатир ул... – Серен аса биргәнен аңлап, шунда уҡ шымды.

– Нисек инде – күҙ йәштәре аша?

– Ауырлыҡ менән тип әйтеүем. – Резеда тиҙ генә һүҙен төҙәтә һалды. – Минең яҙмыш ҡыҙыҡ түгел, һин һөйлә.

– Нимә һөйләйем һуң? – Динә көлөп ебәрҙе. – Һөйләп бөттөм бит инде!

– Тағы һөйлә! Уҡытыусы булып эшләүе ҡыйынмы? Ҡайһы берҙә мәктәпкә бармағаныма үкенеп тә ҡуям.

– Ауылығыҙҙа мәктәп бар бит, берәй урын бушаһа, ауыҙыңды асып йөрөмә! Бөгөнгө көндә ни шул уҡытыусылар ҙа, силсәүит менән табиптар аҡса ала инде.

Алай ҙа Илһам алдында бирмәне был һорауҙарын. Шуға һөйөндө Резеда. Яйлап үҙе һөйләр әле. Һөйләһә... Барыһын да үҙе аңлатырға тейеш икәнен белә ул, әммә... ни йөрәк менән? Аңларҙармы уны? Ғәфү итерҙәрме? Мәңгелек сер итеп ҡалдырғанда тағы ла яҡшыраҡ. Бәлки, шулай итер ҙә. Өфөлә уның нисек йәшәгәнен бер кем белмәй ҙә баһа. Ауылдаштары, элекке яҡташтары менән аралашманы ла тиерлек. Ирғәле мәрхүм булды, ҡалғандары урыҫтар ине. Ниндәйҙер уртаҡ таныштар осрауы икеле. Алыҫ районға кейәүгә сығыуы ла ҡулай: был яҡта таныштары бөтөнләй юҡ.

Әхирәтенең донъяһын күреп, малайҙары менән шаярып, тағы ла дәртләнеберәк ҡайтты Резеда. Ул да кешенән кәм-хур түгел, әҙәмсә, уларҙан да яҡшыраҡ итеп йәшәргә лайыҡлы!

Үҙенә биргән һүҙҙәренә тоғро ҡалды ҡыҙ: барыһынан да иртә торҙо, эшен еренә еткереп башҡарҙы, ҡәйнәһенә лә, иренә лә ҡаршы бер һүҙ әйтмәне, гел ыңғайҙарына торҙо. Көнө эш менән үткәс, моңланырға, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөргә тамсы ла ваҡыты ҡалманы. Бер аҙна эсендә өйҙәгеләрҙең ихтирамын, ышанысын яулап өлгөргәйне инде. Был арала Илһам да етдиләнеп, олпатланып китте. Тыштан һиҙҙерергә тырышмаһа ла, шундай кәләш эләккәненә һөйөнөп бөтә алмай ине. Күрше- тирәһендәге ирҙәр юҡҡа тел шартлатып ҡуя тиһеңме? Көнләшәләр!..

«Кәләш» тиһәләр, Илһамдың гел сәстәре үрә торор ине. Әллә ниңә бала саҡтан ситләште ҡыҙ-ҡырҡындан. Уларҙы бөтөнләй икенсе, һөйләшеп булмаған зат итеп күрҙе. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙҙары булманы түгел, булды. Хатта сәскәләр бүләк иткеләй торғайны, әммә мөнәсәбәттәре оҙаҡҡа бармай, йә ҡыҙ ташлай Илһамды, йә Илһам унан һыуына. Кәләш алыу тураһында уйланғаны булды, ләкин кем менәндер йәшәп ятҡанын күҙ алдына ла килтерә алманы. Бәлки, йәшерәк сағында, армиянан ҡайтҡас та өйләнһә, йәшәһә йәшәп тә китер ине. Әммә ваҡытында тәүәккәлләмәгәс, аҙаҡ һайланып тик йөрөнө. Унан бөтөнләй ҡул һелтәп ҡуйҙы. Иптәштәренең тормошона ҡарап, көн дә иреш-талаш, күҙ йәшен күреп, аптыранмай ҙа булмай шул. Ҡатыны айырылып ҡайтып китә лә, икенсе көнөнә үк илап ғәфү үтенеп барған ирен йәлләп, кире ҡайтып төшә. Ә Илһамдың улай йәшәгеһе килмәй. Уға ышаныслы, сабыр, ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫкән ҡатын кәрәк. Был донъяла бер йәшәйһең, шуны ла нисек етте шулай, ҡайҙан өйләнгән көнгә төшөп үткәргәнсе, кемдеңдер күҙ йәштәрен, ҡарғыштарын алғансы, яңғыҙ ҡалыу ың мең артыҡ түгелме ни? Теләй икән, сығып йөрөп килә – артыңдан, ҡайҙа киттең, ҡасан ҡайтаһың, тип төпсөнөп ултырған кеше юҡ. Берәйһе шылтыратһа ла: «Кем ул?» – тип маҙаңа теймәйәсәктәр, шикләнеп, телефоныңда соҡсонмаясаҡтар. Теләгән ваҡытта ашай, теләгән ваҡытта ятып йоҡлай, йоҡонан тора. Бер кем ҡамасауламай. Тик бына олоғая барған әсәһен генә йәлләй. Ул бит улының тамғына бешереүсе, керҙәрен йыуыусы, уның өсөн борсолоусы. Әсәһен уйлаһа ғына кәләш алыу кәрәклеге иҫенә төшә ине... Димләп тә ҡаранылар. Араларында, бәлки, бына тигәндәре лә булғандыр, әммә күңеленә береһе лә ятманы. Үҙем табам, тип һаман әсәһен ышандыра килде. Димләгән ҡатындарҙың кемеһе ирҙән айырылған, кемеһенең ике-өс балаһы бар, кемеһелер Илһам кеүек үк яңғыҙ йәшәргә, үҙенең һүҙен һүҙ итергә күнеккән. Береһе менән дә яҙмышын бәйләргә теләмәне, һаман кемделер көттө, нимәгәлер өмөт итте. Яратмайынса, яратылмайынса, кәрәк булған өсөн генә донъя көтөп буламы икән ни? Һәм бына, сабыр иткән – мораҙына еткән, тигәндәй, көтөп алды. Шатморат дуҫына бер ингәндә, тәҙрә янында ултырған ҡыҙҙың иҙәнгә саҡлы төшөп торған оҙон толомона күҙе төштө лә, торған ерендә ҡатып ҡалды. Йөҙөн әлегә күрмәгәйне лә, әммә эске бер тауыш: «Ул, ул һинең буласаҡ кәләшең!» – тип өндәшкәндәй тойолдо. Сит кеше ҡарап тороуын шәйләп, ҡыҙ ялп итеп Илһамға боролдо. Егет шул мәлдә үк: «Был ҡыҙ минең йортома хужабикә булып киләсәк», – тип ҡарар итте.

– Һине нисек тап итергә белмәй, Шатморатты ебәрергә тип тора инем, – Динә уны күргәс, тәүҙә аптырап китте, унан ҡыуанысынан ауыҙы йырылды. – Минең ни уйлағанды белеп тораһың, ахырыһы!

– Еңгә, – Динә унан бер нисә йәшкә кесе булһа ла, Илһам шаяртып еңгәй тип йөрөтә. – һин тигәндә мин инде, үҙең беләһең!

– Ҡара әле, ҡәйнеш, – тип бытылданы күҙҙәре ялтлап киткән Динә. – Иҫләйһеңме...

Әммә Илһам уға хәбәрен һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, уны бүлеп, һүҙен үҙе дауам итте:

– Кәләш табып бирәм, тип бөтөн мейемде серетеп бөттөң!.. Мин риза, еңгә! – Үҙенең һүҙҙәрен үҙ ҡолағы ишетмәне Илһамдың. Ул шулай өҙә әйтергә батырсылыҡ итә ала икән дә! Тулҡынланыуҙан, Динәнең ҡулын тотоп һелкте.

– Нимәгә риза? Әллә иртә менән эсеп алғанһың инде?

– Эсмәгәнмен. Әйтеп торам да инде, һин тигәндә мин тип. Бөгөн миңә кәләш алып ҡайтҡанһың икән тип төш күрҙем дә, иртәнге тамаҡты ла ашап тормай, һеҙгә йүгерҙем, – тип шаяртты Илһам. Ҡара әле, һүҙҙәр үҙенән-үҙе ағыла түгелме теленән? Динәнең күҙҙәрендә әле генә уйнаған серле осҡондар һүнеп ҡалды.

– Эй бынау Шатморатты, һайрай ҙа һалған! Әйттем мин уға һинән һөйөнсө һорайым тип. Хәҙер ҡыҙыҡ та түгел... – Ирендәрен бүлтәйтеп, балалар шикелле үсегеп, уңайһыҙланып, ни ҡылырға белмәй ултырған әхирәте янына килеп ултырҙы.

– Еңгә... шаяртып ҡына әйткәйнем, әллә ысынлапмы?

– Әтеү. Әйттем бит барыбер кәләш табам, өйләндерәм тип! – Динә, сюрприз килеп сыҡмағанға ҡылтайып, тырт-мырт яуапланы.

– Еңгә, һөйөнсөңә матурҙан бер күлдәк!

Бына ошолай ҡапыл ғына барыһы ла хәл ителгәйне. Миңә барыбер, теләһә ни эшләгеҙ, тигән ҡараш менән йөрөгән Резеда эйе лә, юҡ та тимәне. Илһамға әллә ни иғтибар ҙа итмәне. Динә бер егет менән таныштырам тигәнгә үҙе риза булып килде түгелме һуң?

Илһамдың әсәһе лә оҙаҡ икеләнмәне, шунда уҡ ризалыҡ бирҙе. Туйҙы оҙаҡҡа һуҙмай, икенсе айҙың беренсе йомаһына билдәләп тә ҡуйҙылар. Резеданың туй үткәргеһе килмәгәйне. Ниңә мәшәҡәтләнеп, артыҡ аҡса сығарып торорға, барып яҙылышырҙар ҙа, йәшәр ҙә китерҙәр. Әммә быға Илһам да, ҡәйнәһе лә, Динә лә ризалашманы. Ауыл халҡы ни әйтер? Ҙур булмаһа ла, табын йыйырға кәрәк, тигән фекерҙә торҙо улар. Миңзифаның бөтөн нәмәһе әҙер, туйға тип йыйған аҡсаһы ла бар. Иң мөһиме, кәләш кенә кире уйлап ҡуймаһын. Илһам инде лә өйләнмәһә, ошолай яңғыҙ ҡартаясаҡ.

Резеда ҡыбырламағас, уның өсөн барыһын да Динә хәл итте. Ауылға шылтыратып, ҡыҙҙың әсәләренән һөйөнсө һораны, хәбәре менән уларҙы шаҡ ҡатырҙы. Бар мәсьәләләр тураһында һөйләшеп килеште. Албырғап ҡалған ата-әсәне ҡабаландырҙы. Улары ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, төйнәрлек нәмәләрен тиҙ генә йыйнай һалып, бәләкәй ҡыҙы һәм кейәүе менән килеп еттеләр...

3

Бер көн кисләтеп кенә Ынйыбикә килеп инде Миңзифаларға. Резеда уның менән тәүге көндән үк дуҫлашып алды. Һәйбәт, алсаҡ апай. Шундай бай йортта, етеш тормошта йәшәһә лә, бер ҙә быға ҡупырайып йөрөмәй. Ул – етем, ул – ярлы, ул – бай, уның менән аралашырға ярай, бының менән ярамай, тип айырып ҡарамай кешеләрҙе. «Эй, аҡса бәхетме ни! Бер яҡтан сығып китһә лә, икенсе яҡтан килеп инә. Кеше булып ҡалыр кәрәк был тормошта, намыҫың таҙа булһын», – тиергә ярата ул аҡса, күрше менән күрше, туған менән туған араһындағы бәйләнеш хаҡында һүҙ сыҡһа. Уның ире тураһында ла һорашып алды Резеда. Үҙенең таҡта бысыу цехы, делянкалары бар. Ишетеп белеүенсә, һаран ғына икән үҙе. Хәйер, аҡса эшләйем, бай йәшәйем тигән кешеләрҙең шундайыраҡ булыуы Резеданы тамсы ла аптыратмай. Туй мәлендә ул тап бына ошо эше артынан йөрөгән икән – Өфөгә ағас алып киткән. Эшен тамамлай алмағас, тағы бер нисә көнгә тороп ҡалырға мәжбүр булған.

– Сәмиғулла ниндәйҙер бәләгә тарыған, миңә килергә ҡушалар, – тине лә сеңләп иланы ла ебәрҙе. Йөҙөндә – аптырау, билдәһеҙлек. – Әйттем мин уға, артыҡ шашма, булғанына шөкөр ит, былай ҙа насар йәшәмәйбеҙ, тип! Тыңламаны...

Миңзифа ла, Резеда ла уны ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға белмәне. Ынйыбикә быға иғтибар итмәне, үҙенекен һөйләй бирҙе.

– Бөгөн үк юлға сығам. Ҡасан ҡайтырымды ла белмәйем. Бар өмөтөм йәштәрҙә инде. Һыйырҙарҙы һауып, ҡош-ҡортто ҡарап торһалар...

– Әлбиттә, Ынйыбикә апай! – Яҡшы кешегә ярҙам итмәйенсә буламы ни? Резеда шунда уҡ риза булды. Унан, ниҙер әйтергә ауыҙын асҡан ҡәйнәһенә ҡарап: – Ике йортҡа ла өлгөрәм мин, – тип өҫтәне.

Ҡәйнәһе лә:

– Ярай-ярай, тыныс күңел менән кит. Иң мөһиме – барыһы ла яҡшы булһын. Донъяңды көтөрбөҙ, – тип киленен йөпләне. – Беҙҙекенә үҙем сығырмын, килен һинең кәртә-ҡураңды ҡарар...

Ынйыбикә апайҙарға барырға булғас, ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо Резеда, һыйырҙары әллә һауҙыра, әллә юҡ. Илһам иптәшкә барырға уйлаһа ла:

– Ирен эйәртеп йөрөй, тип кеше көлөр, – тип үҙе генә китте.

Бының сәбәбе лә бар. Әҙ генә моңһоулана башланымы, аяҡтары үҙенән-үҙе ошонда тарта Резеданы. Килеп ҡайттымы, үҙендә әллә күпме көс тоя. Ҡая ҡосағындағы ҡайынға ҡарай ҙа, ә ниңә мин бирешергә тейеш әле, тигән сәм уяна. Хәҙер ҙә әҙгә генә булһа ла ҡая-тау ышығында ҡалғыһы килде.

Йылғаның һай еренә тубыҡтан кисеп инде. Аяҡтарын һыуыҡ семетеп алды. Битен, ҡулдарын йыуғас, икенсе ярға сыҡты. Ҡоласын йәйеп ҡаяға һөйәлде. Бына бөтә тәне буйлап йылы бер тулҡын йүгерҙе. Ҡул, аяғының бармаҡ остарына тиклем тойҙо ул быны. Ошо ҡая дәрт бирәсәк Резедаға. Ул сибек ҡайын булһа ла, уның ышыҡланыр, таяныр ҡаяһы бар, ул – Илһам. Бер уйлаһаң, мөғжизә юҡ тиген инде: килен булып төшә торған ерен, тап бына ошо урынды алдан уҡ белә ине бит! Ныҡ таныш был урын. Тик ҡайҙан белә? Үлтерһәләр ҙә хәтеренә төшөрә алмай. Әллә алдағы тормошонда ошонда йәшәгәнме?

Һыйырҙарҙы «һә» тигәнсе һауып та алды. Көтөүгә ҡыуҙы, ҡош-ҡортто ҡараны. Эшен бөткәс, ҡулын йыуырға тип өйгә инде. Саф һауанан килеп инеүгә танауына тынсыу еҫ бәрелде. Тәҙрәләрен асып, әҙерәк елләтеп алырға кәрәк, тигән уй менән аш бүлмәһенә үтте. Өҫтәлдә һауыт-һаба тулып ултыра, Ынйыбикә апай шул тиклем ҡабаланған ахырыһы, хатта йыйырға ла өлгөрмәгән. Икмәк ҡатып ята тип, ашлы һыу биҙрәһенә һалырға уйлағайны, уларҙың йомшаҡ булыуы туҡтатты ҡатынды. Бәй, яңы ғына теленгән бит һуң! Ынйыбикә апай ҡайттымы әллә? Улай тиһәң... Резеданың тышта йөрөгәнен ишетеп, сығыр ине... Әллә, арып ҡайтып, йоҡлап ятамы? Сынаяҡ та йыуылмайынса ултыра. Ынйыбикә апайҙың артынан бысраҡ һауыт-һаба түгел, икмәк валсығы ла ятып ҡалмай. Түңәрәкләп теленгән колбаса киҫәктәре лә тәрилкәгә түгел, өҫтәлгә генә һалынған. Рюмка ултыра. Иҙәндә – араҡы. Ире ҡайттымы әллә? Резеда һаҡ ҡына баҫып өҫкө ҡатҡа күтәрелде. Тәүге ингән ике бүлмәлә тәртип. Кемдер булғанға оҡшамаған. Әлегә үҙе күрмәгән-белмәгән Сәмиғулла еҙнәһенең эш бүлмәһенең ишеген тартты. Бында уның ингәне юҡ, Ынйыбикә апай аша бүлмәгә инергә ярамағанлығын, хужа кешенең асыуланырын белә. Әле иһә бер кем ҡамасауламай, инеп ҡарап сығырға ла мөмкин. Резеданың күҙе өҫтәлдә туҙып ятҡан папкалар, ҡағыҙҙарға төштө.

Өҫтәл тартмалары асыҡ, унда блокноттар, дәфтәрҙәр тырым-тырағай ята. Кемдер булған һәм нимәлер эҙләгән бит бында! Берәй документ кәрәктеме икән? Әллә аҡсамы? Бай йәшәгәнлектәрен кем белмәй? Ә әле яйы ла сығып тора: хужа ла, хужабикә лә өйҙә юҡ. Ҡурҡмайынса инергә, йәнең теләгәнсә ҡутарынырга мөмкин. Резеда һағайҙы. Ян-яғына ҡарана-ҡарана эскә үтте. Шылт иткән тауыш юҡ. Иҙәндә ятҡан ҡағыҙҙарҙы ҡулына алды. Схемалар, таблицалар – бер нәмә аңларлыҡ түгел. Китап шкафында ла тәртипһеҙлек: ҡайһылары иҙәндә аунай, ҡайһылары, рәттән сыҡҡан һалдат кеүек, кәштәлә ҡыйшайып тора. Хәҙер үк Ынйыбикә апайға шылтыратырға кәрәк! Резеда ишек яғына боролдо ла тағы туҡтап ҡалды. Тәүҙә ҡайтып ире менән кәңәшләшергәме әллә? Ынйыбикә апайҙың проблемалары былай ҙа башынан ашҡан. Ул унда еҙнәйгә нығыраҡ кәрәктер, бәлки. Ниңә саҡыртҡандарын да белмәйенсә китте бит. Ҡапыл күҙенә китап кәштәһендә торған бик таныш фотоһүрәт салынды. Бер талай фотоға ҡарарға ҡурҡып баҫып торҙо. Юҡтыр, яңылышалыр, бөткәнме ни донъяла бер-береһенә оҡшаған кешеләр! Бар батырлығын йыйып, әйләнде. Шул! Семен! Уның фотоһы бында нимә ҡарап тора? Башына ток менән бәргәндәй булды Резеданың. Үҙ күҙҙәренә ышана алманы. Артында – әлеге ҡая. Бына нисек таныш был урындар менән Резеда! Ә ул, иҫәр, әллә нәмәләр уйлап, әллә нәмәләргә юрап бөттө. Был фото Сәйеттә лә бар ине бит. Бына һиңә мә! Тимәк, Семен Ынйыбикә апайҙарҙы ла белә. Белә генә түгел, моғайын, Сәмиғулла еҙнәһе менән бергә эшләйҙәрҙер. Сәмиғулла еҙнәй ҙә бик үк һәйбәт эштәр менән шөғөлләнмәй килеп сыға түгелме? Сәмиғулла... Семен... Әллә икеһе бер үк кешеме? Резеда ҡабаланып бүтән фотоларҙы эҙләргә кереште. Шул! Шик юҡ, Сәмиғулла еҙнәһе – Ынйыбикә апайҙың ире – Семен! Ә Семен бит Сәйеттән, Ирғәленән яҡшы әҙәм түгел! Ынйыбикә апаһы был турала беләме икән? Белһә, нимә уйлай? Резеданың мейеһе ҡайнап сыҡты. Тиҙерәк сығырға, ҡотолорға кәрәк был йорттан. Ул, ишеген дә ябып тормай, аҫҡы ҡатҡа уҡталды. Төшкәс тә уң яҡта урынлашҡан ҡунаҡ бүлмәһе күҙен арбаны. «Ҡунаҡ булып сыҡҡан» әҙәм ашанып ҡына ҡалмаған ахырыһы! Юрған ята ойпаланып, яҫтыҡ бөтөнләй иҙәнгә төшөп киткән. Иҙәндә бысраҡ итек эҙҙәре. Күрәһең, ингән дә диванға ауған. Шунан тороп ашанған. Резеда яңынан кухняға инде, сәйнүкте тотоп ҡараны. Эҫе. Ул инер алдынан ғына сығып киткән! Илһамды алып килергә кәрәк булған шулай ҙа. Ҡурҡыуҙан шыбыр тиргә батҡан Резеда ян-яғына ҡарана-ҡарана соланға сыҡты.

Кемдеңдер тексәйеп, тишерҙәй итеп ҡарауын тойоп, ҡатындың тәне зымбырлап китте. Аяҡтары тыңлашмайынса, баҫҡан урынында бер нөктәгә төбәлгән килеш ҡатып ҡалды. Уның ғына ҡарашы! Тын алышынан да һиҙә уны Резеда. Бер нисек тә яңылыша алмай. Әммә уны үлде тигәйнеләр бит? Ҡотолдом, тип ҡыуанғайны. Туҡта, был нимә? Кемдер шаяртамы? Кемгә кәрәк бындай уйын? Кем булһа ла, бына ул, ишек алдында ғына тора. Резеда, бар көсөн йыйып, ҡапыл ғына һеләүһен тиҙлегендә ишеккә ташланды. Әммә артында уның һәр хәрәкәтен күҙ ҙә яҙлыҡтырмай күҙәткән әҙәм йылғырыраҡ булып сыҡты, Резеданы ҡулынан эләктереп, ауырттырғансы артҡа шаҡарып тотоп алды, икенсе ҡулы менән муйынынан ураны.

– А-а-а! Илһам! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Резеда.

– Шым! Ҡысҡырма! – тип ыҫылданы таныш тауыш, ҡулын тағы ла нығыраҡ шаҡарып. Ҡатын ауыртыуҙан сытырҙатып күҙҙәрен йомдо. Ир ҡулын уның муйынынан алды, әммә бер нисә секундтан боғаҙы тәңгәленә һалҡын бысаҡ килтереп терәне. – Мине беләһең... – тип өҫтәне.

Белмәгән ҡайҙа! Уны нисәмә йылдар ҡоло кеүек тотҡан Сәйетте танымаҫҡа, белмәҫкә мөмкинме ни?! Тимәк, үлмәгән булып сыға. Алданылар Резеданы. «Ҡасып ҡына ҡара, ер аҫтынан да табырмын мин һине», – тип янауҙары ошомо? Быуындары ҡамыр хәленә әйләнгән Резеда, баҫып торорға көс тапмайынса, Сәйеттең тәне буйлап аҫҡа шыуҙы. Ләкин Резеданан ике башҡа бейек ир уға йығылырға ирек бирмәне, ҡурсаҡ кеүек кенә һелкетеп, һөйрәп торғоҙҙо.

– Белеп ҡуй, һин хәҙер минең ҡулда! Нимә генә эшләйем тиһәң дә, килеп сыҡмаясаҡ! – тип ыҫылдауын дауам итте Сәйет. Резеда күҙ ҡырыйы менән үҙен ҡыҫып тотҡан әҙәмде күҙәтте. Свитерының ең остары эт талаған кеүек теткеләнгән, әшәкеләнеп киткән, ҡулдары ҡытыршыға әйләнгән, яҫы тырнаҡтарының аҫты бысраҡ, сәстәре майлы, һәр ваҡыт ҡара костюмда, көн дә йыуылған таҙа, үтекләнгән күлдәктә, галстукта йөрөүенә өйрәнгәнгәме, уны бындай ҡиәфәттә күреү сәйер.

– Хәҙер шым ғына өйгә инәбеҙ, өҫкә күтәреләбеҙ.

Сәйет, ҡатындың муйынына бысаҡ терәгән килеш, арты менән баҫҡыс буйлап күтәрелә башланы. Резеда абына-һөрөнә уға буйһондо. Башҡа сара юҡ, Сәйет бер нәмә алдында ла туҡтап ҡала торған әҙәм түгел. Йәш ҡатынды тәҙрәләре урам эсенә ҡараған бүлмәгә һөйрәкләп индерҙе. Резеданың башында бер генә уй: нисек ҡотолорға был ҡәбәхәттән? Ни ҡылып ҡарарға? Сәйет уны стенаға терәтеп ултыртылған карауатҡа йән көсөнә этеп ебәрҙе. Тегеһе тәкмәсләп барып ятты.

– Шунан? Менттарға һатырмын да, анһат ҡына ҡотолормон тип уйлағайныңмы? – тип ирен сите менән мыҫҡыллы йылмайҙы. – Минең менән шаярырға ярамай икәнен һаман аңламайһың, ахырыһы!

Былай ҙа тартылып торған йөҙө күҙгә күренеп һурыҡҡан, күҙҙәре өңөлөп эскә инеп киткән, һаҡал-мыйыҡ урынын ҡара төктәр баҫҡан – ып-ысын ҡасаҡҡа әйләнгән!

– Һин бит үлдең!

– Минме? Ха-ха-ха! – Күҙҙәрен аҡайтып, тексәйеп торғандан һуң йәмһеҙ тауыш сығарып ғыжылдап көлдө. – Мине улай тиҙ генә үлтермәй тороғоҙ! Мин – Сәйет бит әле! Юҡҡа «Бессмертный» тип йөрөтәләр тиһеңме?

Тап шулай! Нисә йәне барҙыр был йыртҡыстың! Резеданың йәне әрнене.

– Мине өйҙә көтәләр. – Ул тыныс һөйләшергә тырышты. Ҡарышһа, телләшһә, йүнле бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. – Зинһар, Сәйет, ебәр мине? – Мөлдөрәп карауат ситенә шылып ултырҙы. – Һиңә бер зыяным да тейгәне юҡ бит... Мине эҙләп килеп етеүҙәре лә бар.

– Ебәр? Ха-ха-ха! Һин – тик минеке генә! Шуның өсөн генә лә бөгөнгө көндә тереһең бит һин! Юҡһа, күптән ер ҡуйынында ятырға тейеш инең. Мине менттарға тотторорға маташҡан мәлдә үк...

Резеда үҙенә табан бер нисә аҙым яһаған Сәйеттең тубыҡтарынан ҡосаҡлап алды. Бысраҡ джинсыһынан танауына әсе тир еҫе бәрелде.

– Сәйет! Ебәр мине! Зинһар! – тип күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һамаҡлай башланы.

Сәйеткә уның шулай ял барыуы ҡәнәғәтлек кенә килтерҙе. Уның кәмһенеүен кинәнес менән ҡарап торғандан һуң, аяғы менән тибеп ебәрҙе.

– Ебәрмәйем! Һин ғүмер буйы миңә хеҙмәт итәсәкһең! Ҡолом кеүек йәшәйәсәкһең! Ишетәһеңме?! – тип күҙҙәрен алартты.

Ҡатын артҡа ҡолап, башы менән карауаттың осло ҡырыйына төкөлдө. Әммә тамсы ла ауыртыу тойманы. Ҡапыл күҙ алдына Илһам килеп баҫты. Сәйет матҡып тотҡан урындар күгәреп ҡуйһа? Төкөлгән ере лә шешеп сыҡмаҫмы? Ул ваҡытта ни тиер? Ҡоланым тип алдармы? Илһам ғәфү итмәҫ... Ғәфү итмәһә, Резеда өсөн тормош бөтәсәк, артабан йәшәмәһә лә була.

– Мине һатыуыңдың хаҡын шулай ҡайтарасаҡһың! – Иҙәндә сеңләп илап ятҡан ҡатынға ҡарап торғандан һуң, йомшағыраҡ һөйләшеүгә күсте Сәйет. – Ә хәҙер миңә ярҙам ит! Ошонан имен-аман ҡотолһам, үҙеңде нисек тотоуыңа ҡарап, бәлки, ғәфү ҙә итермен.

– Нисек ярҙам итәйем һиңә? Элекке кеүек яңғыҙ түгел мин хәҙер – ирем бар!

– Хе-хе... – Сәйет кинәнеп кеткелдәне. – Күрҙем инде иреңде, торғаны менән бер быҙау! Ярай, уныһы һинең эш. Үҙең дә шунан артыҡ түгелһең. Күпме тырыштым, барыбер кеше итә алманым!

– Миңә ошондай тормош оҡшай һәм унан баш тартасағым юҡ! – Бер аҙ тынысланған Резеда яңынан карауатҡа ултырҙы.

Әммә Сәйет уны тыңламаны, үҙ хәбәрен һөйләне:

– Мине береһе лә күрергә тейеш түгел. Бер нисә көндән минең арттан машина килә. Шуға тиклем ошонда йәшеренергә тура килер. Кейемде бында ла табырмын, ә бына ашау яғын... һиңә хәстәрләргә тура килер. Икмәк тә колбаса менән генә тамаҡ туймай, йылы аш кәрәк! Мунса төшкөм килә. Берәйһенә минең хаҡта өндәшһәң, быныһында, ысынлап та, тере ҡалмаясаҡһың! Һин дә, теге быҙауың да. Хәйер, инде хәҙер һиңә ышанмаясаҡтар ҙа, сөнки мин барыһы өсөн дә – үлгән!

Резеда әкренләп үҙен ҡулға алды. Йәшле күҙҙәрен ең осо менән һыпырҙы. Әҙ генә иланы тип, ҡабаҡтары шешенеп тә өлгөргән. Танауы ла ҡып-ҡыҙылдыр инде. Ире күрһә, ни тиер? Ул, бәлки, иғтибар ҙа итмәҫ, алдаһаң да ышаныр. Унда тағын ҡәйнәһе бар бит әле. Уның осло күҙҙәренән ҡасып ҡотола алһа ярай ҙа.

– Бөгөн кискә ҡарай мунса яҡ. Эҫеһе ныҡ булһын, һыу һалғанда шартлап торһон, – тип бойорҙо Сәйет. Әммә улар кисә генә мунса инделәр ҙә баһа.

– Булмай. Кесаҙнаһыҙ яға алмайым. – Унан ҡасып ҡотола алмаясағын аңлап, ҡыҙҙың күҙендәге өмөт сатҡылары һүнде: бөттө, барыһы ла юҡҡа сыҡты.

– Ә һин булдыр! – Сәйеттең ҡаштары ла һелкенмәне.

– Нисек? Бүтәндәр әллә нимә уйлар бит?

– Унда минең эшем юҡ! Төнгөлөккә ишеген асыҡ ҡалдыр, һәм тағы: Ынйыбикәнең ҡайтырын белгәс тә, миңә хәбәр ит.

– Ул бит ҡайҙа нимә эшләп йөрөгәнен миңә хәбәр итмәй, ҡасан ҡайтырын ҡайҙан беләйем?

– Аңра! Телефон нимә өсөн? Шылтырат, белешеп тор!

Гөлнара МОСТАФИНА.

(Аҙағы буласаҡ).

Читайте нас