Фәйзулла ҡарт йоҡонан йәбешкәкләнгән күҙҙәрен асты ла, түшәмгә төбәлеп бер килкем ҡымшанмай ятты. Яҡтырған да, имеш. Өй һыуыған. Яндағы тәҙрәлә аяҙ күк зәңгәрләнә. Тәҙрә аша күренгән ауыл осондағы текә тау башында ҡалдыҡ томан йыртығы ағара. Көҙгө аяҙ иртәләгесә, тышта һалҡын, ахыры. Янында әбейе юрғанға төрөнөп йоҡлай. Зөбәйләһенең йомро кәүҙәһе, өй уртаһында торған аҡ мейес һымаҡ, берҙән-бер йылы сығанағы ине әлеге мәлдә.
Кинолағы һымаҡ ап-асыҡ итеп төш күрҙе Фәйзулла йоҡоһонда. Уянғас та, әүәле булғанса, ҡапыл ғына онотолоп иҫенән сыҡманысы был юлы... Имеш, егет сағы. Ул матур, ҡупшы һалдат, хәрби хеҙмәттән демобилизацияланып, ҡайтырға сыҡҡан. Бына ул көҙгөләй ялтыр, ҡара итектәре менән шыҡ-шыҡ баҫып Севастополь урамынан китеп бара. Тирә-йүндә ап-аҡ йорттар, гөл-сәскәгә күмелгән йәм-йәшел ағас-ҡыуаҡтар, баш өҫтөндә, әле тәҙрәлә күренгәнсә, зәңгәр һауа. Өйҙәр араһынан диңгеҙ күгәреп күренә алыҫта... Ә ҡала артында Сапунтау көмрәйеп тора. Ул шунда ашыға. Шул тау артында, имеш, уның тыуған ауылы. Ә барса туғандары, өй алдына сығып, уны көтәләр...
...Йә Хоҙай, күпме ғүмер уҙған шул саҡтарҙан бирле?! Ҡырҡ биш йыл... Һәм ошо ҡырҡ биш йыл, әлеге төш һымаҡ, күҙ асып йомған арала ғына.
Фәйзулланың күңеле болоҡһоно...
Юҡ, бармай былай таң менән йөрәкте һыҙып ятыу. Ана күр, тышта ниндәй матур көн тыуып килә, ҡара көҙ булһа ла... Торорға, урамға сығып әйләнергә кәрәк. Иртәнсәк үҙ ваҡытында ғына түшәктән тормаһаң, көн буйына һеңкәҙәтеп, иҫәнләтеп аптырата бит ул.
Әбейен уятмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына урынынан ҡуҙғалды. Шундуҡ оҙаҡ ятыуҙан ҡатҡан бил-быуындары тартылып-сәнселеп, тутыҡҡан ишек сығанағылай булдылар. Төшөндәге Севастополь урамынан елдәй еңел китеп барған һалдат һүрәте тағы сағылып ҡалды шунда аңында.
Эх-ма, ҡартлыҡ – түгел шатлыҡ...
Туйҙан һуң тик ҡый ғына тороп ҡала, тиҙәрме әле. Ҙур булмаған өй эсе тап шул һүҙҙәрҙе хәтерләтә ине әлеге мәлдә. Кисәге кис күмәкләшеп ултырғандың һөҙөмтәһе инде былар. Күршеләр һәйбәт бит. Килеп тороп, бөтәһе лә тиерлек бер зат-ырыуҙан. Шуға ла, кисә бында килеп төшөү менән, арлы-бирле баш-күҙ алырға ла бирмәйенсә, шундуҡ «баҫып» та алдылар. Шулай булыры алдан уҡ билдәле ине инде. Күмәкләшеп йәһәт кенә аш-һыу әҙерләнеләр ҙә, һый-сафа ҡорҙолар, төн уртаһы уҙып кистән ҡалҡҡан ай көнбайышҡа ауышҡансы.
Фәйзулланың башы ауыртмаһа ла, ауыҙ-тамағы тәмһеҙ. Зиһене лә асылмай һаман, хас та йүнләп күрһәтмәйенсә бызмырлап торған телевизор һымаҡ... Кисәгенән берәй генә стакан зәм-зәм һыуы ҡалмағанмы икән? Ҡырымдан күстәнәскә алып ҡайтҡан ике шешә хәмерҙән, билдәле, иҫ тә еҫ кенә хәҙер. Берәүһен генә асып, икенсеһен аҙаҡтан икәүләп кенә аулаҡлап эсербеҙ, тигәйнеләр ҙә Зөбәйләһе менән башта, тик табын артында кәйефләнеп алғас, уныһы ла өҫтәлгә сыҡты ла ултырҙы шул... Шулай ҙа ярты шешә ҡалдыҡ араҡы булырға тейеш ҡайҙалыр. Әбейе һыуытҡысҡа ҡуйҙы шикелле кисә... Әһә, бына тора!
– Бабай, һин нимә тип унда һыуытҡыс ишеген шыҡылдатаһың әле?!
Ай әттәгенәһе, ҡулы ҡалтырап стаканы сыҡылданы шул...
Зөбәйләһенең арғы бүлмәнән ишетелгән тауышында шикле киҫәтеү яңғырай. Әммә һуңланы әбейе был юлы. Һалҡын шыйыҡса сүлдәй кипкән үҙәкте рәхәт яндырып, ашҡаҙанға ағып төшкәйне инде.
– Ауыҙымда тәм юҡ. Шуға бер ҡалаҡ ҡына бал ҡаптым...
– Беләм мин һинең ниндәй бал ҡапҡаныңды! Кисә нисегерәк ултыра инең, шәп кешеләй булып. Нисек ҡурҡмайһың, аяҡ-ҡулдан сәпсимгә яҙып ҡуйырмын тип?!
Әбейе шулайтып тауышлана башлаһа, ситкәрәк ҡасып тороу фарыз...
Фәйзулла ишек янында элеүле торған сәкмәнен иңенә һалды ла сығырға йүнәлде.
Урамда һалҡынса ғына. Рәхәт... Октябрь һауаһының зәңгәрләнеп, быуланып торған мәле. Шуға ҡарамаҫтан, ян-яҡ бик алыҫҡа асыҡ күренә. Яңы ғына әбейҙәр сыуағын байрам иткән урман-ҡырҙар аҡрын ғына төҫһөҙләнеп көндән-көн шәрәләнә. Ихатаға, баҡсаға тауҙағы ҡайындарҙан осоп килгән һары тәңкәләр һибелгән. Тик йорт, ҡойма ҡырындағы көҙгө ҡырауға бирешмәгән кесерткән, дегәнәк һәм башҡа сүп үләндәре генә һаман йәшел ҡалып, ҡырау еүешләгән япраҡтарын иртәнге һалҡын ҡояшта йәһәтерәк киптерергә ашығалар.
Өй алдындағы асфальт юлдан бер-бер артлы геүелдәшеп ике ауыр фура үтте.
– Һаумы, кейәү? Башың ауыртһа, ҡана, шым ғына кереп сыҡ беҙгә...
Ике йортто аралаған ҡоймаға, күршеләрсә килешеп, ҡапҡа ҡуйғайнылар. Бер-береһенә ваҡ-төйәк йомоштары тыуғанда бер туҡтауһыҙ машиналар үтеп торған оло юллы урамдан йөрөмәҫ өсөн. Әле шул ҡапҡала пәйҙәләнгән Зәлифә ҡәйенбикәһе уға аҫтыртын ғына ҡул иҙәй ине.
Зәлифә Зөбәйләнең бер туған апаһы була. Ошо йортта тыуып үҫеп, сыйырсыҡ балалары һымаҡ төрлө яҡҡа осоп таралышҡандар улар йәш саҡтарында. Ә инде олоғайып хаҡлы ялға сыҡҡас, яттар ҡулына ҡалып тамам ҡотһоҙланған атай йортон һатып алды ла Зәлифә, шунда ҡайтып, ҡарт өйгә ҡабаттан йән-йәм өрөп йәшәп ята әле.
– Ҡанәле, ҡәйенбикә, йәһәт кенә! Юғиһә, хәҙер артымдан килеп сығасаҡ һеңлең! Һиҙә бит ул беҙҙең мутлыҡты...
Иртәнге һеңкәҙәүе үтеп, күңеле үҫеп, донъялары яҡтырып китте, ниһайәт, Фәйзулланың.
Зәлифә ҡәйенбикәһе уларҙың Ҡырымдан ҡайтып кереүҙәренә шешлеккә ит ебетеп ҡуйған кисә. Улы Рәмил дә аш-һыуға оҫта уның, күп ир-егеттәрҙән айырмалы рәүештә. Тик ғаиләләнмәй һаман, күптән йәше етһә лә. Уйламай ҙа шикелле ул был турала. Ҡарап тороуға төҫкә-башҡа, килбәт-һынға бынамын тигән дә бит... Зәлифә ҡәйенбикә үҙе лә йәш сағында һыуһылыуҙай сибәр ине. Әле лә матур ғына әбей ул. Тыуған ауылына кире ҡайтҡас, түбәһе тетелеп, иҙәндәре убылып торған атай йортон эстән дә, тыштан да бай донъяһы кеүек итеп төҙәтеп алды. Ихаталағы аунап-йығылып бөткән иҫке-моҫҡоно һүтеп өр-яңынан кәртә-ҡура ҡорҙо, елленән мунса ултыртты, ерҙе тишеп һыуалғыс яһаны. Рәмиле ҡара-ауыр эшкә шәп, бетон бутарғамы, ер ҡаҙырғамы. Ә ҡалала торған оло улы Талип төҙөкләү-йыһазлауға оҫтаҡул. Тик эшләгән сағында янында һәр саҡ берәй шешә булыу мотлаҡ. Уныһы бөтһә, Талиптың да «бензины» бөтә... Фәйзулланың да аҙ көсө төшмәне инде Зәлифәнең йортона, үҙ өйөндә буш торғанда. Улай ҙа ҡәйенбикәһе тоғро кеше, йомошон үтәһәң, түләй, һыйлай. Төҙөкләүгә кәрәк-яраҡты еткереүгә иһә Зәлифәнең бабайы Рәхмәтулла ҡарттың пенсияһы ла бар мул ғына. Уныһы Зәлифә ғаиләһенә ситтән керһә лә, күптән инде үҙ булып бөткән. Зәлифә ирҙән ҡалғас, олоғайған көндәрендә табышып-танышып, бергә йәшәп киткәндәр улар. «Ал, Зәлифә, ал кәрәк булғас, пинсе бар, пинсе шәп», – тип, әбейенең һәр ниәтен хуплап, йөпләп кенә тора Рәхмәтулла ҡарт. Туҡһанға еткән инде үҙе. Шуға ҡарамаҫтан, зиһене ап-асыҡ, күргән берен танып, хәл белешеп, һөйләшеп йөрөй. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, кәнишне. Йыш ҡына әйткәнде ишетмәй, аңғармай, үҙенекен һөйләп тик ултыра. Шул уҡ саҡта, үҙенә кәрәкте бик тиҙ ишетә! Ҡарт төлкө... Күптән түгел генә балта-бысҡы тотоп урамында ваҡ-төйәк менән булаша ине әле. Хәҙер инде ҡыланмай... Заманында бик тә ҡатҡыл холоҡло, хатта ваҡсыл, көҙөк, бар тапҡанын үҙ янына ташыған «ырғаҡ бармаҡлы» әҙәм булғанға оҡшай Рәхмәтулла ҡарт. Тәртип, ыҡсымлыҡ, бөхтәлек ярата. Урамына сыҡһа, эш араһында унда-бында ятып ҡалған сөй-ҡаҙаҡты, сүкеш-балтаны, көрәк-кәтмәнде йыйнап ҡына йөрөй. Алып китһә, артынан эҙләп табырмын тимә! Һораһаң, ишетмәмеш була, етмәһә. Ана, үткәндә, Фәйзулла күршеһенә хәл белешергә килеп әйләнгән арала ғына, утынлыҡта ҡалдырған ҡыпһыуырҙы тотоп сыҡҡан да киткән! Әйткәндәй, бер генә булған хәл түгел инде был...
Көндәлек яҙа, тиҙәр Рәхмәтулла ҡартты. Йәшереп тота икән, бер кемгә лә уҡытмай. Шулай ҙа үткәндә ошондағы кемдеңдер күҙенә эләгеп ҡалған яҙғандары. «Аллаға шөкөр, тағы ла бер яҡты көндө ҡаршыланым. Тағы килделәр Зәлифәнең балалары эркелешеп. Көн буйына өҫтәл артынан тормайынса ашанылар, эстеләр. Тағы алпан-тилпән йүгерекләне Зәлифәкәйем йүтәленә быуылып, балаҡайҙарына бер туҡтауһыҙ һый әҙерләп. Йәлләйем бахырҡайымды... Киткәндәрендә, тағы машиналарын тултырып тейәне кәртүген дә, бүтәнен дә... Көн кисләп бара. Иртәгәһе көнгә лә өмөтөм бар, Алла бирһә...»
Зәлифә ҡәйенбикәнең балалары ҡалала торалар. Йәй булһа, әсәләре янына килеп ҡунаҡ булалар. Киткәндәрендә тейәп-тейәп оҙата уларға Зәлифә ауыл күстәнәстәрен.
Шул Рәхмәтулла ҡарт Зәлифәһен Фәйзуллаға көнләшә. Иллә мәрәкә! Әбейе саҡ ҡына күҙ яҙҙырып торһа, бызылдай башлай, көрһөнә, хатта ҡапылдан сырхау булып ҡылана. Ә үҙе, үткәндә, әбейен автобусҡа ултыртып ҡалаға оҙатты ла, артынса шундуҡ костюм-туфлиҙар, тирәсле эшләпә кейеп ауыл урамынан ҡайҙалыр йөрөп килде шым ғына! Ситтән ҡарауға, ҡупшыланып алған ҡырҡ йәшлек ир тиерһең! Ә кисен ҡаланан ҡайтып төшкән әбейен, ах та ух килеп, бөксәнләп, таяҡланып ҡаршы алған булды автобустан!
– Бөгөн мунса яғабыҙ. Беҙгә килеп йыуынығыҙ, мунса һәйбәт бит, яҡшы ҡыҙа. Юғиһә, беҙҙән һуң эҫеһе лә, һыуы ла күп ҡала, әрәм була.
– Юҡ, ҡәйенбикә, рәхмәт. Үҙебеҙҙең мунсаны яғырбыҙ, тием. Үҙ мунсам, нисек булһа ла, үҙемдеке. Ҡасан ғына ҡайтып мунса керәм инде, тип, Ҡырымда һағынып бөттөм хатта. Һеҙ үҙегеҙ беҙгә килеп йыуынығыҙ, әҙ генә кешегә бер юлы ике мунса яҡҡансы ни?
– Бабай көҙөк таһа, йөрөмәй бит ул кеше мунсаһына, хәстрүш...
Зиһене яҡтырып кәйефе күтәрелгән Фәйзулла әбейенең сәйе ҡайнағансы йорто тирәләй йөрөп әйләнергә булды...
Бәрәңге баҡсаһының күпереп ятҡан ҡара ере буш хәҙер. Иллә ер шәп бында, өс көрәк буйы соҡоһаң да ҡап-ҡара, һис балсығы сыҡмай. Ҡасандан бирле эшкәртелеп, кемдәрҙе генә туйындырмағандыр был тупраҡ... Әле лә, сәскән мәлдән алып бала һымаҡ итеп ҡарағас, емерелеп уңа бында кәртүге лә, башҡа йәшелсә емеше лә. Яҙын ултыртҡанда һәр орлоҡ төбөнә серемтә, көл һалалар, һыу һибәләр. Кәртүк һабаҡтары күренә башлау менән, уны ҡабат-ҡабат ергә күмәләр. Тамам көсәйеп, күмә алмаҫлыҡ булып оҙонайғансы. Унан, йәйге эҫелә көн һайын билдәре ҡатҡансы туңҡанлап йөрөп сүп үләнен утайҙар, ҡәһәр һуҡҡыр колорадты йыялар. Ә сентябрь еткәс, ҡаҙып та, ташып та бөтөрә алмайынса йонсойҙар. Быйылғы көҙҙә генә ошо ус аяһылай ғына ерҙән өс йөҙләгән биҙрә кәртүк ҡаҙып алдылар. Араһында сусҡа балаһы дәүмәлеләй ап-аҡтары бар ине.
Фәйзулла ҡарт тәрән калуштары менән йомшаҡ ерҙе иҙә баҫып кәртә артына йүнәлде. Баҡса кәртәһе бейек, уйымлы йылға ярына сыға. Әүәлерәк, йыл һайын ошо ярҙы емереп, бер мәл хатта кәртүк баҡсаһына керергә янай башлағайны яҙғы ташҡын. Шуға ла яр аҫтына тал-тирәк ултыртырға, хатта йылға бөгөлөшөн ҡаҙып, һыу ағымын турайтырға тура килде Фәйзуллаға. Дөрөҫ эшләгән, хәҙер инде һыу был ярҙы ашамай, ситтәнерәк аға. Ә йылға аръяғында әрәмәлек, унан ары туғайлыҡ, ә тағы ла алыҫтараҡ, ҡайын-ҡарағайлы урман артында, ҡырҡ ҡырласлы бейек тау күккә олғашҡан. Бар халыҡҡа билдәле тау ул, уның һүрәте ҡайһы бер китаптарҙа, балаларҙың мәктәп дәреслектәрендә лә күренеп ҡала...
Япраҡ-ҡыяҡтан арынып, ҡарайған әрәмәлек әле тын. Уның ҡарауы, яҙҙарын бында иллә күңелле була! Шул саҡтарҙа бындағылар исем-атамаһын да белгән-белмәгән бихисап ҡоштар килеп тула бында. Иртәнсәк тороп сығыуға, томанланып торған йылға буйы мәж килә, ян-яҡ сарлап-һыҙғырып тора шулар тауышынан, кәкүк яңғырата ауылды! Һандуғасы менән яр ҡарлуғасынан алып, аҡҡош-торнаһына тиклем шунда булалар. Аҡҡоштар ауыл осондағы быуаны үҙ иттеләр һуңғы йылдарҙа. Әле йылы яҡтарға осоп та киткәндәрҙер инде, күренмәйҙәр быуала, тиҙәр. Ә торналарҙы быйыл үҙ күҙҙәре менән ҡарап оҙаттылар. Изге ҡоштар, тыуған төйәге менән хушлашып, аяҙ күктәге ҡояш тирәләй йырлай-йырлай, оҙаҡ ҡына әйләнеп йөрөнөләр. Шул мәлдә ҡанат-ҡауырһындарында ҡояш нурҙары сағыла ине! Гүйә, ҡылыс-ҡалҡанлы боронғо яутирҙар сафҡа теҙелеп яуға ҡаршы сыҡҡандар шулай...
Ә Фәйзулланың тыуған ауылы бынан йөҙ саҡрым самаһы алыҫта, урман-тауҙар араһында. Унда, өҫкә ауып килгәндәй икһеҙ-сикһеҙ ҡарурманлы тауҙарҙан, ҡыҫынҡы. Был яҡтағы һымаҡ иркен, ялан-туғайлы, күҙ күремгә асыҡ түгел. Тик уның «ауыл» тигән урыны ғына ҡалған, тиерлек инде. Икеме-өсмө йорт ҡына тора унда хәҙер. Береһе уның тыуған йорто. Ауылға ҡайтып йәшәргә форсат ҡалмағас, һатып китергә тура килде уны, атай-әсәй мәрхүм булғас...
Хәҙер иһә әүәле йырлап-гөрләп торған ауыл халҡы бер-бер артлы инеш аръяғындағы тау битенә, ҡайынлыҡҡа күсеп бөттө тиерлек инде. Иҫән-имендәре яҙ һайын шундағы туған-тыумасаларының зыяратына килеп, үҙҙәренә лә юл таҡырайталар шул тарафҡа...
Ете йыл әрмелә йөрөп, һуғышта Берлинды алып ҡайтҡан атаһы ла шунда ята уның. Әсәһе лә, һеңле-ҡустылары ла. Кинйәкәс Эльвира һеңлеһе менән Фәйзулла ғына иҫәндәр әле...
...Ярай, йортҡа ҡайтырға кәрәк. Зөбәйләһе сәй ҙә ҡуйғандыр инде...
Артҡы ҡапҡанан кергәндә ҡолағына ҡойма ашаһындағы әбейҙәрҙең үҙ-ара сутырлашыуы салынды.
– Апай, минең бабай һиңә килеп һоранып йөрөмәнеме?
– Юҡсы... Әле картуф баҡсаһына сыҡты, шикелле...
– Вәт контра! Шым ғына торған да, уянып китеүемә, һыуытҡыста торған шешәне сыҡылдатып та йөрөй!
– Кисәгенән һуң ҡыйындыр инде үҙенә. Баш йүнәткәс, һәйбәт булып ҡала бит ул...
– Һуң, апай, инсультҡа ҡалып саҡ йүнәлгән кеше ләһә кейәүең? Уң ҡулым, бармаҡтарым һаман зымбырлай, һаман йүнләп тыңлашмайҙар үҙемде, тип зарлана лаһа көн һайын. Күрмәнеңме ни, кисә нисегерәк йәйрәп ултырғанын? Һалған һауытты һелтәп кенә бушатып тик ултыра, контра! Семтеп тә ҡарайым үҙен, төртөп тә ҡарайым, аптырағас, хатта әрләп ташланым даһа һеҙҙең алда...
– Бик матур ултырҙыҡ шул кисә. Кейәү гармунда уйнаны, йырланыҡ. Гармунда уйнарлыҡ булғас, ҡул-бармаҡтары ла әйбәтләнгәндер инде. Һуң...
Ошо урында, әйтер һүҙен дә әйттермәйенсә, йүтәл быуҙы Зәлифәне. Шул сире менән ыҙалай ҡәйенбикәһе әллә ҡасандан бирле. Табиптар диагноз ҡуя алмайҙар икән, астма ла, бронхит та түгел, ти. Бер ниндәй ҙә дарыу килешмәй.
– Шул хәтлем боҙоҡлаша кейәүең, – тип дауамланы һүҙен Зөбәйлә, апаһының йүтәле тымғас. – Шул хәтлем кире, һүҙ әйтерлек түгел үҙенә, күҙҙәренең ағын әйләндереп шундуҡ ҡаршы ажғыра башлай! Ҡартайғас, ҡайным шулай була торғайны. Шул хәтлем дә оҡшар икән дәһә атаһына, контра, һуйған да ҡаплаған!
– Ярай инде, Зөбәйлә, тыйыл. Таң менән әрләшеп кейәүҙең кәйефен ҡырма. Булған да бөткән...
– Шулайтып йәнемде ашаһа ла, белә үҙе минһеҙ йәшәй алмағанын. Зөбәйлә, ти, һин булмаһаң, мин әлегеләй матур итеп тормош итмәҫ инем, ти, күңеле барҙа! Ух, контра, ҡайҙа йөрөй һуң әле ул сәйҙе һыуытып, үҙ ғәйебенән үҙе ҡасып, баҡаяҡ!
Һы-һы... Уныһына иманы камил Фәйзулланың. Бер мөғжизә тыуып, йәшлегенә ҡайтырға форсат сыҡһа, тик Зөбәйләһенең йәш, матур сағын тағы бер күрергә, шул ҡыҙҙы ҡосаҡлап һөйөргә генә ҡайтыр ине. Ә ҡалғаны бер ҙә хәжәт түгел... Малһыҙ-йортһоҙ, аслы-туҡлы, кейергә бер күлдәк-ыштаныңдан башҡа, бар байлығың ике ҡулыңдан да башыңдан ғибәрәт булған заман ни бысағыма. Бөгөнгө етешлектә ҡапылдан йәшәреп, һауығып китһәң, унда дә-ә... Ул саҡта Фәйзулла ошо урынға ике ҡатлап, мансардалап елленән йорт һалыр ине! Ә йәш саҡтарында, Зөбәйлә менән тормош ҡорғанда, уларҙың йәшәрлек мөйөшө түгел, ултырыр ултырғыстары ла юҡ ине бит! Хатта бер мәлдә, аптырағандан, таныш ҡарт урыҫтың мунсаһында көн иттеләр... Унан тағы берәүҙең буш йортонда торҙолар. Баш улдары Нурҙың сабый сағы. Оҙон ҡыштың сатлама һыуыҡтарында ике мейес яҡмайынса йылынмаҫ ине ул өй. Ә утын юҡ, булһа иһә – сей, мейесте тоҡандырып ебәреүе генә үҙе бер этлек, ҡайҙан ғына ташыманы Фәйзулла утынды, комбинатта эштә йөрөп ҡайтҡас. Ярай ҙа шул тирәлә ташландыҡ, ауыҡ-һүтек боронғо өйҙәр бар ине... Бер аҙҙан комбинат фатир бирҙе, өс бүлмәлене ике ғаиләгә бүлеп. Әлдә күршеләре башҡа урында торҙолар, бүлмәләрен гел бикле тоттолар. Кухня менән ванна, туалет та аулаҡ булды шуға. Фәйзулла менән Зөбәйләнең дә өс балаһы шунда үҫтеләр. Тик комбинаттан хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына талашып-тартышып, яҙып-низағлашып тигәндәй, яңы төҙөлгән йорттан өс бүлмәле матур фатир эләктереп ҡалдылар улар. Уның да яртыһын түләп алдылар үҙ кеҫәләренән, ашар аштарын ашамайынса, тигәндәй...
– Дамир улыбыҙ шылтыратты әле генә, – баҡырсанан сынаяҡтарға сәй яһаған Зөбәйләһе, ултырған еренән саҡ ҡуҙғалып торҙо ла һыуытҡысҡа үрелде. Күренеп тора, тағы биле тотҡан әбейенең. – Бәй, бал ҡуймағанмын даһа... Шәмбе көн машинаға тейәләбеҙ ҙә, киләбеҙ һеҙгә ялға, ти. Бөгөн йома...
– Ә Нурҙар? Ҡырымда йөрөп ҡайтҡан ата-әсәһен һағынмағандармы ни улары?
– Нурҙар ҙа киләләр өсәүләшеп. Бикәсемә, Эльвира һеңлеңде әйтәм, үҙем шылтыраттым. Йәкшәмбе көн, бәлки, барып күрербеҙ, ти... Эй-й, анауы ментын мәңге күрмәһәм дә ризамын!
– Кейәү күптән мент түгел. Беләһең дәһә, пенсияла ултырғанын.
– Барыбер мент поганый. Артур ейәнкәйемә милиция килтереп рәнйеткәненә хәтерем ҡалғайны теге ваҡытта.
– Правильно эшләне! Сәпсим шашҡайны лаһа Артур шул саҡта! Ата-әсәһен дә, олатай-өләсәһен дә һанға һуҡмайынса, ҡалайыраҡ холоҡһоҙланғайны? Кейәү, мине тыңлап, ярҙамға килде, өс көн буйына бетон бутаныҡ, беләһең дәһә? Ә теге маңҡа, беҙҙең урамдан сыҡҡанды аңдып ҡына торған да, сөй менән кейәүҙең ялтырап торған машинаһын әҙәм ҡарағыһыҙ итеп һыҙғылаған да ташлаған. Эште тамам итеп, инде ултырып һый-сафа ҡорорға йөрөгәндә! Үҙең күрҙең дәһә минең шуға нисек көйгәнемде? Тик торғандан! Үсегеп хас ҡылған, тиер инең, кейәү шул сәбәкегә бер ҡырын ҡарап, бер ҡаты һүҙ әйтһә икән!
– Нимә, шул эште милицияһыҙ ғына үҙ-ара килешеп түңәрәкләргә булмай инеме ни? Нур түләне бит барыбер, улы ҡылған зыяндың хаҡын...
– Зато тәрбиә булды Артурға! Шунан һуң арты баҫылып, башына аҡыл керҙе сәбәкенең. Юғиһә, бөтөнләйсә аҡ-ҡараны танырға теләмәй ине ләһә, тамам беҙҙең теңкәгә тейеп. Иҫеңдәме, шул саҡта уҡ, орошҡанға үсегеп, бер кем күрмәгәндә генә Зәбирә балдыҙҙың өйөндә газды асып киткәне? Ә осҡон сығып, шартлап китһәк! Ярай ҙа ваҡытында һиҙеп ҡалғандар. Ниңә улайттың, газ тоҡанып китһә, янып үлер инең бит, тип битәрләгәс, ишеттеңме, нимә тине Артур? Беләм, шуға мин унан шундуҡ сығып ҡастым бит, ти! Шул маңҡаны, милиция саҡыртмайынса, нисек тыяһың? Уның ҡарауы, артынан язаһы ла, штрафы ла булманы бит, кейәү коллегалары менән һәүетемсә килешкәс, эш тәрбиәүи әңгәмә менән генә сикләнде...
– Барыбер мент поганый кейәүең... Ярай, бабай, мин быны һүҙ өсөн генә. Күптән кисергәнем инде был ғәйепте. Беләм, насар кеше түгел кейәү, мент поганый булһа ла...
Эйе, уның Зөбәйләһе йәштән күңелсәк, хатта бер аҙ шаталаҡ та булды. Байрам-табындың, уйын-көлкөнөң башында кем тиһәң, Зөбәйлә йөрөр ине. Йыр-бейеүгә лә шәп, телгә лә йор, ә инде һый-сафа ҡорорға тигәндә иһә, ҡапылдан ауыҙға алмаҫ нәмәнән дә телде йоторлоҡ аш әҙерләп табын яба. Шуға ла, килен булып төшкәс, ауыл ҡарттары уның тураһында «самый золотой килен – Зөбәйлә» тигәндәр. Әле лә шулай ул. Тик тәнендә һыҙламаған ере юҡтыр хәҙер уның. Бар һаулығын комбинатта ҡалдырҙы ул да. Олоғайғас ҡына, ауырыу-сырхауҙарынан йонсопмо, ҡайһы саҡта тик торғандан ғына кәйефе китеп, әлегеләй боҙоҡлашып ала. Ләкин, кемгәлер үпкәләп, онотмайынса, кенә тотоп йөрөй торған кеше түгел Зөбәйлә. Яҡын-тирәләгеләр менән ваҡ-төйәккә һүҙ сығып күңеле кителгәндә лә, әйләнеп ҡарауға, әпәт йылмайып-көлөп тә тора.
...Эх-ма, һылыу ине Зөбәйлә йәш сағында. Сауҡалай һомғол буйлы, аҡ тәнле, күпереп торған ҡалын, оҙон сәсле, ә ҙур һоро күҙҙәренән бер ҡасан да шаянлыҡ, мутлыҡ китмәй ине...
– Улайһа, берәй тоҡ бәрәңгене юлға сығарып ҡуяйыҡ һатыуға, – тине ҡатыны иренең уйын бүлеп. – Аҙ булһа ла, аҡса, тигәндәй. Ә һин, Фәйзулла, мунса яҡ. Иртәгә балалар килгәнсе мунса кереп торайыҡ, юғиһә, һуңынан ҡыҫтау булыр. Мунса ла һағындырған, аулаҡлап йыуынғы килә.
Мунса яғыу эшме ни? Утын ярыулы, һыу иһә ихаталағы скважинанан атылып сығып тора. Ә Фәйзулла, нимәгә тотонорға белмәйенсә, урам тапап йөрөүҙе яратмай. Берәй эш менән әҙ-мәҙ ҡыбырлашып алһаң, тәндәр ҙә яҙылып, кәйеф тә асылып китә бит ул. Әһә, күптән ниәтләп ҡуйған бер мәшәҡәте лә бар бит әле уның! Ҡырым сәфәренә сығыр алдынан кәрәк-ярағын әҙерләп тә ҡуйғайны. Ҡана, шуға йәбешәйем әле булмаһа... Соландағы ҡулйыуғыс аҫтында торған йыуынты биҙрәһен яратмай ул. Тиҙ үк тула ла ҡуя, етмәһә, һыуҙы йыш ҡына ҡунаҡ-кеше барҙа сығарып түгергә тура килә. Йәпһеҙ... Ана шул биҙрә урынына торба яйлап, торба осон баҡсалағы соҡорға сығырып ҡуйыу кәрәк уға. Шулайтһаң, бысраҡ һыулы биҙрә лә йәнде көйҙөрөп ултырмаҫ аяҡ аҫтында, уны бер туҡтауһыҙ ташып түгеү ҙә кәрәкмәҫ, сөнки йыуынты һыу үҙ ыңғайына торба буйлап соҡорға ағып тик торор...
Иллә ярата Фәйзулла берәй нәмә әтмәләргә! Әле лә бына, мискәләргә һыу ташып мунса мейесен тоҡандырғас, танауы аҫтынан ғына һыҙғыра-моңлана кереште уйлаған эшенә. Әйткәндәй, ошо бәләкәс кенә ауыл донъяһы булмаһа, нисек ғүмер уҙғарыр ине икән ул анауы таш ҡала фатирында? Әлдә генә ваҡытында дәрт-дарман итеп ошонда нигеҙ ҡорорға, төҙөү башларға башы еткән. Зөбәйләһе тыуып, тәпәй баҫҡан ер бит был. Шуға ла, икәүләшеп илле биш йәштән хаҡлы ялға киткәс, ең һыҙғанып-итәк төрөп, тигәндәй, тотондолар улар ауыл тормошона. Иҫке атай йортоноң ере иркен ине. Зәлифә ҡәйенбикәһе, башына мәңге рәхмәт яуғыры: «Был ҡәҙәрем ерҙе мин нисек эшкәртәйем, алығыҙ ҙа шуның яртыһын үҙегеҙгә төҙөгөҙ, ятмаһын кесерткән менән дегәнәк ояһы булып!» – тине. Ҡала ситендә элекке дачалары бар ине. Шундағы бәләкәй генә йортто һүтеп бында ташынылар ҙа, нигеҙ ҡороп күтәрҙеләр. Һуңынан уға Фәйзулла төкәтмә төкөттө, башын япты, солан ҡорҙо. Йорт, баҡса тирәләй кәртә тартты, ҡапҡа ҡуйҙы елле ҡарағас бүрәнәләрҙән, ихатаға лапаҫ япты иҙәнләп, йәй көндәрендә шунда сәйләп-ашап йөрөргә тип, кәрәк-яраҡты йәшерергә келәт булдырҙы. Һуңынан ыҡсым ғына итеп мунса һалды аҡтан, баҡсаға ике теплица ҡорҙо... Ҡыҫҡаһы, тиҫтә йылға һуҙылған был мәшәҡәт ауыҙ асып бер әйтерлек кенә, имеш. Юҡ, һис тә мәшәҡәт булманы ул. Мәшәҡәт, тип, ғәҙәттә, ауыр, күңел ятмаған эшкә әйтәләр. Ысынында иһә, Фәйзулла ла, Зөбәйлә лә «һыҙғырып» йөрөп кенә башҡарҙылар уйлағандарын. Хас та яңы тормош ҡорған йәш саҡтарымы ни! Ә мәшәҡәте лә, төрлө әтнәкәһе лә, әлеге лә баяғы, кеҫә йоҡалыҡтан ғына сығып торҙо инде. Икеһенә ни бары ике тиҫтәнән ашыуыраҡ һумға тартҡан пенсия килә. Был бит, дөрөҫөндә иһә, төҙөлөшкә түгел, тамаҡҡа ла етмәҫтәй генә, тик ултырһаң. Әммә, бахырҙың башы шәп эшләй, тигәндәр ҙәһә, ҡулы ла. Юҡ, дөрөҫ түгел! Һис тә бахырланып торманылар улар, ҡырмыҫҡа һымаҡ дәртләнеп йөрөп үҙҙәренән ауыр нәмәне һөйрәттеләр. Нисек кенә булмаһын, өйгән ергә өйөлә бит ул. Шулайтып, олоғайған көндәрендә, ел һыҙғырып торған буш урында, ошо бәләкәс, аулаҡ ҡына «әкиәт донъяһын» төҙөп керҙеләр Фәйзулла менән Зөбәйлә.
Шулай итеп, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә хәтлем ошонда уҙа уларҙың көндәре хәҙер. Бәрәңге сәсәләр баҡса тултырып, йәшелсә-емеш ултырталар, урман йөрөйҙәр йәйле-көҙлө төрлө еләк, бәшмәк йыйырға. Ул кәсепкә Зөбәйләһе шәп. Башҡалар, һуҡыр кешеләй, бер ни тапмайынса буш йөрөгәндә лә, кәрзинен тултырмайынса ҡайтҡаны юҡ уның. Үҙҙәренән артҡанды һаталар, эргәләге юлға, йә ҡалаға сығарып. «Ошо бәләкәй генә баҡсанан һеҙ алған уңыш, ҡайнаға, совет заманындағы дала биләп ятҡан йүнһеҙ колхоздыҡына тиңдер!» – тип көлдө үткәндә Ринат кейәү. Зөбәйләнең бая, «мент поганый», тигән кейәүкәй шул инде. Шулайтып мығырлаған булһа ла Зөбәйлә, ярата ул кейәүен. Эльвира бикәсе менән Ринат кейәүе ҡунаҡҡа килгән һайын машинаһының багажнигына тоҡлап та, банкылап та ниҙәр генә тыҡмай ҡайтҡандарында. Йор телле Ринат әйтте шуға бер саҡ: «Еңгә, ҡайнаға, килгән һайын былай күстәнәсләп беҙҙе яман өйрәттегеҙ ҙәһә? Берәй көн буш ҡайтарһағыҙ, беҙ һеҙгә үпкәләрбеҙ инде, был юлы бер ни ҙә бирмәнеләр, тип», – тине.
«Оло өйгә ни кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк», тигәндәр бит әле. Ауыл булғас, ауылса ҡорал-ҡорамалһыҙ булмай, әлбиттә. Мотоблок алды Фәйзулла, бензопила, йышҡы, тағы әллә ниҙәр... Машиналарын алмаштырҙылар өр-яңыға, кредитҡа булһа ла. Әйткәндәй, былтыр уҡ кредиттарын йомдорҙолар инде...
Мүкәйләп солан аҫтына кереп барған Фәйзулланың уң ҡулы зымбырлап ойой. Теге инсульттың касафаты инде, ҡәһәрең... Биле лә таяҡ һымаҡ булып ҡатҡан, бер ҙә бөгөлөргә бирмәй. Уныһы радикулит ҡалдығы...
Тик ҡыштарын ғына бында торлаҡ юҡ. Өй бәләкәй булһа ла, йылы, мейес яҡһаң. Газ да үткәрелгән. Әммә оҙон ҡыш буйына бында нишләп ятмаҡ кәрәк? Шуға ла улар ҡышты ҡалала уҙғаралар. Тик ятмаҫҡа тип, Фәйзулла эргәләге бала табыу йортона эшкә йөрөй, килешеү буйынса. Барлыҡ район, ҡала ҡарап торған ҙур дауахана. Хужалыҡ буйынса төҙәтеү-рәтләү менән булаша ул шунда. Сүптәй генә булһа ла, ай һайын аҡсаһы ла килеп тора. Өсәүҙәр улар шул эштә. Тик янындағы иптәштәре бер-бер артлы килеп-китеп, алмашынып ҡына торалар. Аҡсаһыҙ эштә йәштәрҙең дә, ҡулынан арлы-бирле һөнәр килгән ирҙәрҙең дә күп торғолары килмәй. Шул сәбәпле, күберәген Фәйзулла янында башына эскенән башҡа уй кермәгән, илке-һалҡы ғына эшләп, арлы-бирле генә көн итергә күнеккән әҙәмдәр була. Ә уларҙан ни фәтүә... Мансур исемле һәйбәт, оҫтаҡул ғына иптәше бар ине бер саҡ. Тик уныһы ла ара-тирә запойға китер булды. Шулайтып, сираттағы «Сибай йөрөгәнендә», «һатып алған» сиренән ҡотола алмайынса үлеп ҡалды, бахыр... Шуға ла барса тиерлек эш Фәйзулланың елкәһендә була, ғәҙәттә. Дауахана етәкселәре лә оҫта, әүҙем эшсене белеп ҡалдылар. Көҙөн ауылдағы баҡса эштәрен тамамлап, Фәйзулланың ҡалаға ҡайтыуы була, шундуҡ өйөнә килә һалып етәләр, зинһар, йәһәтерәк эшкә сыҡ инде, тип. Ә яҙын иһә, ул эштән сығып ауылына киткәндә, уфтанып тороп ҡалалар... Унан да мәрәкәрәк, эштә йөрөгәнендә Фәйзулланы дауахананың баш табибы Лотфуллин менән бутап бер булалар шунда бала табырға ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар. Фәйзулла менән Лотфуллин ҡапылдан ҡарауға игеҙәктәр һымаҡ оҡшағандар шул бер-береһенә. Килбәт-һындары ла, атлап барыуҙары ла, һөйләш-тауыштары ла, йомро сикә-танаулы, ҡара башҡортлоҡтары ла бер иш, тиерлек. Ә Лотфуллин уҫал, ҡаты, ҡатын-ҡыҙға ҡарата ярайһы уҡ аяуһыҙ врач. Бала табыусылар ҙа, дауахана хеҙмәткәрҙәре лә ҡурҡып ҡына торалар, баш табип коридорҙа йөрөгәндә. Шуға, Фәйзулланы күргәндә лә, тауҙай йомро ҡорһаҡтарын саҡ йөрөткән меҫкен ҡатындар урындарына ҡасып шып-шым булалар, уны танып ҡалғансы.
Ә яңы тыуған балалар үҙҙәре бер мәрәкә! Ҡайһылары, аяҡ-ҡуллы туп һымаҡ, йоп-йомро, һимеҙ генәләр. Донъяға килеүҙәренә ике көн, ә бәләләрен һалып, шыңшып, хатта ҡайһы саҡта ирендәрен бүлтәйтеп көлөп яталар шулар! Тик араларында арҡан кеүек нәҙек, хәлһеҙ, «күңелһеҙҙәре» лә була шул...
...Тә-әк, тигән, ти, ҡырмыҫҡа... Булды, шикелле...
Фәйзулла ҡарт турайып баҫты ла эшен күҙҙән үткәрҙе. Хәҙер ҡулйыуғыс аҫтындағы раковинаға һыу ҡойоп, тикшереп ҡарау фарыз. Ағамы, юҡмы...
Зөбәйлә әбей, ҡатҡан биленән һыңҡырлап атлап, ҡулындағы кәртүкле биҙрәне юл ситенә ҡуйыуы булды, шундуҡ өй алдына үткенсе машина килеп тә туҡтаны. Машинанан сыҡҡан йыуан, пеләш урыҫ ҡарты биҙрәләге ҡуш йоҙроҡ дәүмәле бәрәңгеләрҙе берәм-берәм алып, һимеҙ усында һикертте.
– Настенька, ҡарәле, ниндәй һәйбәт бәрәңгеләр, – тине ул янына килеп торған мискәләй йыуан осалы, шыйыҡ сәстәрен һарыға буятҡан ҡатынға. Бынауы йәшкә етеп ҡарт һыйырҙай булғас, ул сәсте ниңә буятырға инде? Үәт бисура...
– Ысынлап та! Бындай матур бәрәңгеләрҙе быйыл күргәнем юҡ ине әле. Әйтегеҙ әле, һатырлыҡ бәрәңгеләр һеҙҙә күпме, – тип буяулы ҡатын олоғайыуҙан төҫһөҙләнгән зәңгәр күҙҙәрен Зөбәйләгә төбәне. – Ун биш биҙрә алыр инек...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик бер тоҡ ҡына һата алам һеҙгә, – тине Зөбәйлә, тауарының бик ыңғай үтеүенә асыҡтан-асыҡ ҡыуанып. – Һатып бөттөк инде, үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ күп бит. Йыл да көтөп кенә торалар беҙҙең бәрәңге ҡаҙып алғанды. Әле бына ҡапылдан аҡса кәрәк булғанға ғына сығарып ҡуйҙыҡ. Кисә генә Ҡырым сәфәренән ҡайтып төштөк тә, кеҫә шуға таҡырайған, ә иртәгә балалар ҡунаҡҡа килергә торалар!
– Эх, йәл... Санечка, был хужаларҙы иҫкә һалып ҡуйырға кәрәк. Алла бирһә, алдағы йылда шундуҡ ошонда килеп алырға ҡышлыҡ кәртүкте!
– Нимә тип Ҡырым йөрөгәнде ете ят кешеләргә һөйләп тораһың? – тип иксәп ҡаршыланы Зөбәйләне ҡарты ихатала.
– Белһендәр, бәй?! Ауылдан ситкә сыға алмайынса ятҡан меҫкен башҡорттар, тимәһендәр! Уның ҡарауы, эт һейгәнсе һатып ебәрҙем бәрәңгемде! – Уңышлы кәсебенән Зөбәйләнең күңеле бермә-бер үҫкәйне. – Ә һин бөгөн дарыуыңды эстеңме әле?
– Онотҡаным да...
– Онотторормон әле мин һиңә! Фәйзулла, һин етмешкә китеп бараһың, ә үҙең хас иҫ белмәгән бала һымаҡһың! Ҡан баҫымың үҫеп китһә тағы? Инсультыңдан ҡотолоп ни арыу кеше булып алғайның, тамам шашып бараһың даһа тағы, шәп кешеләй булып!
Ҡурҡа Зөбәйлә Фәйзуллаһы өсөн, ныҡ борсола. Бабайы бигерәк тә эшкә әрһеҙ, тиктормаҫ шул, һис тә һаҡлана белмәй. Шуға ла, уны бала һымаҡ итеп, күҙ алдынан ебәрмәҫкә тырыша Зөбәйлә. Ә тегегә әбейенең был ҡылығы оҡшамай, әллә кемдәй булып ҡаршы бырылдарға тотона. Өсөнсө йылда, ҡыш үткәс, юлланма табып эргәләге Яҡтыкүл шифаханаһына барып ятҡайны Зөбәйлә. Әлеге лә баяғы, ҡыбырлаған һайын шығырлап, һыҙлап торған бил-быуын касафатынан инде. Шунда барып дауа-шифа алһаң, көҙгә хәтлем ни арыу әҙәм булып, баҡсалағы барса эште лә күтәреп сығырға була. Фәйзуллаһы өйҙә ҡалды яңғыҙы, уның эргәләге дауаханала эшләп йөрөгән сағы. Бабайының ашар-эсеренә алдан уҡ һыуытҡысты тултырып котлет, билмән, фарш, тағы әллә ниҙәр әҙерләп ҡуйҙы Зөбәйлә китер алдынан. Көн һайын кеҫә телефоны аша шылтыратып, бер-береһенең хәлен белеп торалар. Бабайының тауышынан һиҙә Зөбәйлә, теге хәстрүш, әбейе киткәс, иркенләп, көн һайын хәмер йота! Етмәһә, иҫерек тауышы менән бығырлап әллә ниҙәр һөйләй, яңғыҙымды ташлап киттең, тип үпкәләй! Ишеү ҡатынын әллә кемдәрҙән ҡыҙғанған һымаҡ итеп, әселе-сөсөлө һорауҙарын биреп күңелде иҙәсе! Оятһыҙ... Кемгә кәрәге бар хәҙер шығыр-мығыр ҡуҙғалып саҡ йөрөгән әбейеңдең? Йәш, матур сағы булһа бер хәл, их... Дауа-сафаһының ахыры етеп тә килә ине инде Зөбәйләнең. Бер көн шулай шифалы батҡаҡта ятҡанында ҡала дауаханаһынан шылтыраттылар. Бабайыңа инсульт булған, беҙгә килтерҙеләр, тип. Уф-ф, шундағы зиһене таралып иҫе китеүҙәре Зөбәйләнең... Ҡап-ҡара бысраҡ килеш йүгереп сығып китә яҙҙы бит процедуранан! Килһә дауаханаға, быхылдап, манма һыу булып, ята Фәйзуллаһы уң ҡулын, һиҙмәйенсә, ҡыбырлата ла алмайынса. Эштән әбиткә ҡайтып ашаным да, ятып торғайным, ти. Торам тиһәм, шаңҡып, ҡулым һалынды ла төштө бау һымаҡ булып, ти. Ни кейенеп булмай, ни телефонды алып булмай шылтыратырға... Шунда ни ғиллә менәндер ишекте асып күршеләргә хәлемде әйткәс, скорый саҡырттылар, ти...
Әйбәтләнде хәҙер Фәйзуллаһы, Аллаға шөкөр. Әммә, шулай ҙа, ҡапыл ғына күҙгә күренеп ҡартайҙы шунан һуң. Бирешмәгәндәй булып, тызылдап йөрөүе генә ҡалды. Көнө дарыуҙан башлана, артыҡ эшләп арырға, мунса сабынырға ярамай уға хәҙер, хәмер-шарапҡа иһә ҡарарға ла тыйыла... Шулай булһа ла, ана кисә нисегерәк итеп ултыра ине табында ирәйеп! Бөгөн дә таң менән стаканға йәбешеп өлгөргән. Ух-х, артын асып ҡайыш менән ярырға! Бала түгел шул, бала һымаҡ булһа ла... Ана лаһа йөрөй, ҡулйыуғыс аҫтындағы раковинаға һыу ҡоя ла, йәһәт кенә сығып баҡсалағы торба осон ҡарай. Һыу аҡһа, эй ҡыуана шуға, тик сәпәкәй генә итмәй.
– Шунан, күршеләр, иҫән-һау ғына таң аттырҙығыҙмы?
Ҡапҡанан кергән Зәбирә һеңлеһенең йөҙ-ҡиәфәте арыу ғына һымаҡ тойола бөгөн. Ул да һаулыҡҡа мандымай күптән, бигерәк тә юғары ҡан баҫымынан яфалана. Нисә тапҡыр инде өйөнән тиҙ ярҙам машинаһы менән алып киткәндәре булды.
– Аллаға шөкөрсө! Үҙегеҙ нисек?
– Нисауа, түҙергә була, – Зәбирәләрҙең йорто ҡаршыла, юл ашаһында ғына тора. Ул апаһының ҡулындағы буш тоҡто шәйләп ҡалды шунда. – Нимә, әллә кәртүк һатып та өлгөргәнһең инде?
– Брамы уңдым. Юлға сығарыуым булды, алып та киттеләр! Иртәгә таң менән ҡалаға йөрөп килергә кәрәк, аҙыҡ-түлеккә. Балалар килергә торалар...
– Әләйһә, иртәгә әпәт һый-ҡунаҡлы булабыҙ икән! Ә бөгөн мин саҡырам һеҙҙе кискә, балыҡ ашарға. Рәфҡәт таң менән күп кенә балыҡ алып ҡайтҡан бөгөн быуанан. Мунса ла яҡҡанбыҙ, йыуынырбыҙ шунда бергә-бергә... Эй, әттәгенәһе, әллә үҙегеҙ ҙә мунсаларға тораһығыҙ инде?
– Яҡҡанбыҙ шул. Ярай, йыуынғас барырбыҙ әле, рәхмәт саҡырыуыңа!
Зәбирә менән Рәфҡәт кейәү ҙә, Зөбәйләләр менә бер ыңғайҙан тиерлек, ҡаршылағы буш торған ергә бәләкәйерәк кенә йорт күтәреп, мунса, лапаҫ һалып ошонда мәж киләләр яҙҙан көҙгә хәтлем. Икеһе лә пенсияла. Кейәү «балыҡ сирле», һары таңдан тороп моторлы велосипедына атлана ла, китә ауыл осондағы быуаға тырылдап. Кәйефе барҙа йор һүҙле арыу ғына кеше ул. Тик, шул Фәйзулла бажаһы һымаҡ, әсе-мәсене яратыңҡырай. Ә Зәбирә тәтетмәй уға, эсеп алған бабайының холҡонан ялҡып бөткән. Тик уның был «профилактикаһы» үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү һымаҡ була шул йыш ҡына... Үҙҙәре күптән олатай-өләсәй булып бөткәндәр инде. Былтыр ғына ғаиләһе менән ятаҡта торған оло ҡыҙҙарына үҙ фатирҙарын биреп, күрше торған йортта бер бүлмәле фатир һатып алдылар икәүһенә. Рәфҡәт кейәү, әбейенә үсекһә, ҡулындағын күтәреп бәреп эшен ташлай ҙа, туҙып шунда ҡайта ла китә.
– Диларалар ҙа киләләрме әллә иртәгә?
– Юҡ, аҙна-ун көнһөҙ барып булмаҫ, ваҡытыбыҙ ҡыҫтау әле, ти. Шулайҙыр, бер юлы уҡып та, эшләп тә йөрөгәс ни...
Мединститутты тамамлағас, ҡаҙаҡ егетенә сыҡты кейәүгә Зөбәйләнең кинйәкәсе Дилара. Орсоҡтай ғына ҡыҙҙары ла бар инде. Һағына шул бәләкәсен Зөбәйлә. Ә ул балаҡай һис кенә лә ҡаҙаҡтарға тартмаған йөҙ-һыны менән, хас та кескәй сағындағы әсәһе! Күҙҙәре ҙур, сәстәре һары. Әйткәндәй, кейәү балаҡайҙа ла азиатлыҡты бик диҡҡәт менән ҡарағанда ғына табырға була. Ул да табип. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа табиптар, ҡоҙа иһә райондың үҙәк дауаханаһы етәксеһе. Килбәт-һындары менән үҙебеҙҙең башҡорттарға оҡшап торған кешеләр икеһе лә.
Иллә, никахҡа барғанда уларҙы иҙәндә һыйлап арт һандарын ҡалдырманылар ҡаҙаҡ ҡоҙалары! Башҡорт ҡоҙаларға үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәтте күрһәтәйек, тигәндәрҙер инде. Эшкинмәгән бил-быуын менән нисек итеп аяҡ бөкләп ултырмаҡ кәрәк оҙон-оҙаҡ табын артында? Яҫтыҡ бирҙеләр ҙә биреүгә... Ултыраһың инде түҙеп, ҡунаҡ булғас, тыйнаҡ бул, тигәндәр бит. Сәйҙәрен дә сынаяҡтарының төбөнә генә һалып бирәләр. Ә сәйхур Фәйзулла менән Зөбәйлә йәйге йыраҡ юлдан күл эсерҙәй булып һыуһап килгәндәр! Етмәһә, табаҡ тултырып йылҡы, һарыҡ ите бешергәндәр ҙә, Фәйзулланы һарыһы ағып торған май менән һоғондоралар. Шулай тейеш, йәнәһе. Уф, Аллам, әле лә йәлләп ҡуя Фәйзуллаһын Зөбәйлә шул мәлдәгеләр күҙ алдына килһә! Бер ҡыҙыҡ булды инде. Иптәшкә, тип, теге мент кейәү менән Эльвира бикәсен дә алғайнылар үҙҙәре менән... Ҡаҙаҡтар бик берҙәм халыҡ икән. Никахҡа, тип, әллә ҡайҙағы Алматынан, хатта Үзбәкстандан килеп еткән сыбыҡ осо туған-тыумасалары. Туйҙа ла бик күп булдылар. Ә быйыл, йәй аҙағында, ҡоҙа менән ҡоҙағый үҙҙәре килеп ҡайттылар бында. Дала кешеләре, беҙҙәге йәмле тау-урманды күреп, ах та ух киләләр! Табын ҡороп, үҙебеҙҙең милли башҡорт кейемдәрен кейеп, тегеләр алдында тотош тамаша яһап, йырлап-бейеп оҙаттылар тегеләрҙе!
Шулайтып, ситкә тормошҡа сыҡты Зөбәйләнең кинйәкәс Дилараһы. Нишләйһең, яҙмыш булғас... Нисек булһа ла, ят милләт – ят дәүләт инде, үҙ башҡортоң түгел. Шуға күңеле һыҙа ҡайһы саҡта Зөбәйләнең, ҡыҙын уйлап. Икенсенән, ғөрөф-ғәҙәт тотоп аҙапланһалар ҙа, былай саҡта бөтөнләй ябайҙар ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар. Нисауа, бирешмәй ҡыҙы, тиң булып йәшәп ята шулар менән. Кейәү һәйбәт, бик аҡыллы, тәрбиәле кеше, эсмәй-тартмай, ҡайны-ҡәйнәһен дә һис ятһынмай...
Ғөмүмән, балаларынан тик һөйөнөс кенә күрәләр Зөбәйлә менән Фәйзулла. Йортло-маллы, баш-күҙле булып бөткәндәр инде. Дамир улдары баш ҡалалағы банкта баш инженер булып эшләй. Тик һаман анауы тутығып бөткән аҡ «Некси»йын яңы машинаға алмаштырғыһы килмәй. «Өфөлә хәрәкәт көслө, яңылыштан берәйһе килтереп бәрһә, йәл дәһә өр-яңы машина. Ә бының менән тып-тыныс, һуҡһалар ҙа, төртһәләр ҙә, барыбер», – ти. Ҡарәле, алырға ла өлгөрмәһен, машинаһын төкөтөүҙән ҡурҡасы?! Шул ҡәҙәрем дә муҡшы булмаҫ! Бынамын тигән дәү, ялтыр машина алып, бар халыҡҡа морон буйынан ғына ҡарап йөрөр урынға! Студент сағында аслы-туҡлы килеш аҙға ла шат булып өйрәнгән шул. Ҡайҙа ла тетелеп бөткән бер джинсы салбары менән йөрөр ине, алмаш кейеме булһа ла... Ағаһы Нур ҙа тап шулай бит! Тик уныһы боҙоғораҡ. Тиҫтә йыл элгәре, ҡалала ата-әсәһенә яңы фатир биргән саҡта, йорт һайларға тура килде. Тәүҙәрәк автовокзал янындағы туғыҙ ҡатлы йортто тәҡдим иткәйнеләр. Нур шунда: «Кәрәкмәй ундағы фатир! Ауылдың барса килгән-киткәне әпәт беҙҙә буласаҡ! Һаҫыҡ быймалары менән...» – тине. Программист ул, нефтебазаны, автозаправкаларҙы хеҙмәтләндерә. Принципиально машина алмай. Велосипедта ғына йөрөй. Өйөндә импортныйҙан өс велосипеды тора, өсөһө өс төрлө. Үткәндә атаһы: «Күпме тора һуң ул нәмәкәйҙәрең?» – тип һорағайны: «Ҡиммәт!» – тип кенә ҡуйҙы Нур.
Әйткәндәй, был фатирҙарынан да таныш-белеш өҙөлмәй. Дауахана эргәлә булғас, шунда килгән-ятҡан дуҫ-иптәштәре тапап ҡына торалар тупһаны. Йыуынырғамы, өҫ-башты рәтләргәме, аулаҡта ятып баш-күҙ алырғамы...
Ҡырымға йыйынған ата-әсәһенә аҡсалата ла ярҙам иттеләр малайҙары. Үҙҙәренеке лә етерлек ине лә. Уларҙың аҡсаһынан бигерәк, ярҙам, күңел һөйөнөсө ҡәҙерлерәк Фәйзулла менән Зөбәйләгә. Ҡайһыларҙың балалары, ана, егет булғандары һаҡал ебәреп, ҡыҙҙары иһә теләһә ҡайҙан бала табып бөтһәләр ҙә, ҡартайған атай-әсәй елкәһенән һаман төшмәйенсә, шуларҙың пенсияһын ашап-эсеп ултыралар, тәүбә-тәүбә...
Тик малайҙарының ғаиләләрендә берәр генә бала шул. Шуға эсе боша Зөбәйләнең ҡайһы саҡта. Йәштәр күп бала яратмайҙар хәҙер. Баланы үҫтереү, уҡытып аяҡҡа баҫтырыу ауыр, тиҙәр. Барлыҡ ауыр-ҡыйынды алдарынан алып, ауыҙҙарына сәйнәп ҡаптырып, йөрөгән юлдарына балаҫ йәйерҙәй булып үҫтергәс, ауыр була инде...
Тағы ла бер күңелде өйкәп торғаны: Фәйзулла менән Зөбәйләнең олоғайған көндәрендә төҙөп кергән бынауы әкиәт донъяһы кемгә ҡалыр уларҙан һуң? Дамир баш ҡалала йәшәй, йыраҡта. Нур ауыл тормошон бөтөнләй күтәрмәй, көрәк тоторға ла ҡулы килешмәй уның. Йыл һайын, ошонда мәж килгән ата-әсәһенең эшен аҡсаға сығарып шутлай ҙа: «Һеҙ әпәт убытокта! Нишләйһегеҙ шул бысраҡта, ах та бых килеп, ауырый-сырхай, өйҙә генә рәхәтләнеп ултырмайынса?!» – тип боҙоҡлаша.
Атаҡ-атаҡ, нишләп убыток булһын, ти ул? Ата-әсәһенең ошондағы эш-мәшәҡәттәре гел генә сығым-юғалтыуҙан торһа, бынауы йорт, мунса, баҡсала сәскән кәртүктәр үҫеп сығыр инеме лә буш урында, балҡып ултырыр инеме бөгөн?!
– Эй, күршеләр, йомошоғоҙ булһа әйтегеҙ, мин лавкаға китеп барам!
Ҡапҡа тышында ишетелгән был тауышты кем танымаҫ икән был ҡормошта. Рәбиға әбей күлдәгенең аллы-гөллөһен кейеп алған, өҫтөндә ҡупшы һырма, башында матур яулыҡ. Ауыл урамына сыҡһа, ҡупшыланмай йөрөмәй ул. Һурынҡы йөҙө көнгә янған, һикһәнен ҡыуалаһа ла, ҡаҡса кәүҙәһе баҡса бағанаһылай төҙ, ныҡлы.
Ауылдың был осонда йәшәгәндәр бер-береһенә шундай эҫенеп, бер йортта торғандай өйрәнешеп бөткәндәр, шуға ла ҡайһы саҡта иҫәнлек-һаулыҡ һорашырға ла оноталар күрешкәндә.
– Улайһа, Рәбиға ҡоҙаса, ҡаймаҡ менән берәй икмәк кенә алып ҡайт әле миңә, – тине Зөбәйлә ҡапҡа тышына сығып. – Аҡсаһын һуңынан бирермен, янымда әле юҡ.
– Ниндәй ҡаймаҡ булһын ти был магазинда? Шипсе менән һыранан башҡа үтемлерәк тауар бармы ни бында?!
– Һыра ал, әләйһә. Мунса кергәндә йоторға шәп була ул...
Рәбиға әбей бындағыларҙың ҡоҙасаһы. Рәфҡәт кейәүҙең апаһы ул. Юл ашаһында хан заманынан бирле әллә күпме әҙәм балаһын йәшәтеп сығарған бәләкәй генә, ҡарайып, тетелеп бөткән буш өй тора ине. Ҡалалағы фатирын улына ҡалдырҙы ла Рәбиға ҡоҙаса, шул йортто һатып алып, ҡыйығын яңыртып, ҡапҡа-баҡсаһын рәтләп, эсенә ыҡсым ғына мейес сығартып, күсте лә килде шунда йәшәргә. Ҡыштарын да ҡайтмай ҡалаға хәҙер, өйө йылы булғас. Эстән дә, тыштан да ҡурсаҡ өйөләй итеп йыһазланған йортонда бер тынмайынса радиоһы йырлай, телевизорҙан һайлап ҡына кино ҡарай әбекәй, китап уҡый, янына кергән кешегә сәйе ҡайнап сығып ҡына тора. Ул да ғүмере буйына, әлеге лә баяғы, комбинатта эшләп хаҡлы ялға киткән кеше. Етмәһә, ни ғиллә менәндер, гел ирҙәр һөнәрендә йөрөгән ул, ир-ат араһында. Шуғалырмы, әбейҙең әйтеш-һөйләше лә тап ирҙәрсә ҡаты, тура, кәрәк саҡта хәбәр араһына ҡолаҡ шаңҡытҡыс әсе-сөсө һүҙ ҙә ҡыҫтырып ебәрергә оҫта ул!
Бынан биш йыл элгәре ошонда бәләгә тарыны Рабиға ҡоҙаса. Әлегеләй көҙ ине. Баҡса эштәре тамамланыу айҡанлы, уңыш байрамы уҙғарҙылар Зөбәйлә менән Фәйзулла йортона йыйылышып барсаһы ла. Барыһының да бала-ейәндәре, кейәү-килендәре лә килгәйнеләр. Күмәк булдылар, матур итеп йырлашып-бейешеп ултырҙылар, көн уҙып төнгә ауышҡансы. Шунда Рәбиға әбей, шау-шыуҙан арыпмы, башҡаларҙан иртәрәк ҡайтып ятырға булған да, юл аша сығып барғанында үткенсе машина аҫтына ҡалған! Ун биш аҙымға хәтлем осоп барып төшкән дә бахыр, үҙен машина төкөгәс, ҡаҡ асфальтҡа ауып, иҫтән яҙған. Эй ҡупты шунда мәхшәр, ғауға! Барыһы ла юлға йүгереп сыҡтылар, китте иреш-талаш машиналағылар менән! Иҫерешкән кейәүҙәр ҡыҙышалар ине тегеләрҙе машиналарынан һөйрәп сығарып типкеләргә! Хатта бынауы Фәйзулла килеп сыҡҡан ҡулына лом тотоп, иҙәм барыһының да баштарын, тип. Саҡ тотоп, тыйып ҡалдылар үҙҙәрен, йә Рабби... Аҙаҡтан, дауаханала иҫ-моҫ алғас, һөйләй Рәбиға ҡоҙаса. Бер-бер артлы, фараларын яҡтыртып, ике машина килә ине, ти. Мин юлдың был яғында уларҙың үтеп киткәнен көтөп торам. Шунда арттан килгән дәү машина алдағыһын уҙырға булып ҡаршы юлға сыҡҡан да, әбейҙе төкөткән яңылыштан!
Һуңынан, машина йөрөтөүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартыу тураһында менттарҙың ҡағыҙы килде. Иҫ-аҡылдары китте шуны уҡып барыһының да, көлһәң-көл, илаһаң-ила, тигәндәй! Йәнәһе, юл ҡағиҙәһен машина йөрөтөүсе түгел, ә Рәбиға әбей үҙе боҙған! Йәнәһе, Рәбиға әбей юл аша тейеш булмаған урындан сығып барған! Йәнәһе, машина юлын хәүефһеҙ аша сығыу өсөн, ер аҫты үткәргесенән, йә булмаһа, юл өҫтө баҫмаһынан үтергә тейешле! Үәт те на! Ә ҡайҙа ул нәмәкәйҙәр бында! Нимә, хәҙер килеп юл аша сәпсим йөрөмәҫкәме инде. Ә водителдең ауыл урамында уҙышҡа китеүе ғәйеп түгелме ни? Ғөмүмән, ауылды һанға һуҡмайынса, әҙәмгә лә, малға ла хәүеф янап, тиҙлектәрен дә кәметмәйенсә, бер-бер артлы елдерешкән машиналарға ҡаршы кем закон табырға тейеш?!
Шул хәлдән һуң ҡабат аяғына торалмаҫ, тиҙәр ине күптәр Рәбиға ҡоҙасаны. Иллә бирешмәне әбекәй, өс ай тигәндә шап-шаҡтай булып, йүнәлеп сыҡты дауахананан. Теге әҙәм дә, әбейҙе төрттөргән водителде әйтәм, миһырбанлы кеше булып сыҡты, шикелле. Райондағы барса начальство менән ҡул бирешеп күрешеп йөрөгән бер байғур, имеш, уныһы. «Әбей, кисерә күр, мин бит көндәр-төндәр буйына юлда, ҡарғышың төшмәһен, берүк», – тип, күпмелер аҡса менән ярҙам иткән ҡоҙасаға, үҙ теләгенән сығып.
Иҫенә төшһә шул фажиғә, менттарға рәнйей Рәбиға әбей һаман. «Ҡарт әбей ҙәһә, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, тигәндәрҙер инде. Һиңә күптән йә ер аҫтынан, йә һауанан йөрөү тейеш, тип, шуға кинәйәләгәндәрҙер, тим, оятһыҙҙар», – ти...
Уҙған ҡыш та сырхаулап алды Рәбиға ҡоҙаса. Башы әйләнеп, күҙе томаланып, тик торғандан аунай ҙа китә икән, бер килке. Нишләйһең, ҡартлыҡ касафаты инде. Дауаланды. Нисауа ғына йөрөнө йәй буйына быйыл, еләк йыйҙы туғайҙа, бәшмәккә сыҡты башҡалар менән бер рәттән. Ана, кисә нисегерәк шағараҡ ҡороп ултырҙы табында! Йырлап та алды, бейеп тә ҡуйҙы, алдындағы аш-эсемлектән дә баш тартманы. «Нимә, биш көн артыҡ йәшәйем тип, Хоҙай биргән аштан оло булып ултырһаммы тағы?» – тип кенә ҡуйҙы, әйткәне артына ирҙәрсә генә тоҙло-боросло һүҙ йәбештереп.
...Ана китеп бара төп-төҙ баҫып, елбер елдә сәскәле итәген елберләтеп...
Йәшәп кенә ятһын инде...
Төш ауыуға ярайһы уҡ йылытты көндө октябрь ҡояшы. Әбейҙәр сыуағы тиергә лә булыр ине был матурлыҡты. Тик төҫһөҙләнгән урман-ҡырҙар ғына быялалай монар артында зәнгәрләнеп, ниҙер көтә һымаҡ. Бәй, ни көтһөндәр, ыжғыр ел дә, ҡар ҡатыш ямғыр инде көткәндәре уларҙың хәҙер...
Фәйзулла ҡарт Ҡырым сәфәренән алып ҡайтҡан фотоһүрәттәрҙе ҡарап ултыра яңынан. Эҫе мунсанан һуң уның барлыҡ һын-ҡиәфәте йомшарып, үҙе лә йәшәреп киткәндәй күренә. Мунса – мунса инде, әүәлгеләй ҡайын миндеге менән шартлатып сабына алмаһа ла...
– Һин мунсала саҡта Әнисә кереп сыҡты, – ти өҫтәлгә сәй әҙерләп йөрөгән Зөбәйлә әбей. Ул да әле генә мунсанан сығып тора. – Ауылдың клуб мөдирен әйтәм... Алдағы берҙәмлек көнөнә тамаша ҡуяйыҡ әле, ти. Ярай, мәйтәм, борсолма, йыйналышып әҙерләнербеҙ ҙә, күрһәтербеҙ концерт. Эшләмәгән эш түгел дәһә...
Ошо ҡормоштағы барса әбейҙәр үҙ ҡулдары менән боронғо башҡорттарҙағыса күлдәк-кейем тегеп, йыр-бейеү әҙерләп, байрам сыҡҡанда йыш ҡына тамаша ҡылалар ауылда. Ҡайһы саҡта күрше ауыл-ҡасабаларҙа ла йөрөп әйләнәләр. Халыҡ алдында уйнап-көлөп, бейеп-йырлап, алҡыштар, маҡтауҙар яулап, иллә үҙҙәренең дә күңедәре үҫеп ҡайта!
– Ярай... Мин дә, бәлки, гармунымды тотоп барырмын! – тине Фәйзулла фотоһүрәттәрҙән айырылмай ғына. – Ай-һай- һай, бик матур йөрөгәнбеҙ икән дәһә беҙ Ҡырымда, ибет, әбей? Ҡараған һайын ҡарағым килә... Бына беҙ Ай-Петри тауында...
Диңгеҙ буйында йөрөйбөҙ бына... «Ҡарлуғас ояһында» торабыҙ... Эй-й, матур! Ресторанда йәйрәп ултырабыҙ бына... Ә һин бынауында брәме әбей батшаға оҡшағанһың, һуйған да ҡаплаған һымаҡ! Ә яныңда мин, кенәз Потемкин, ха-ха-ха! Хәтерендәме, бер урында юрамал ғына батша менән кенәз кейемдәренә яһанып, фотоға төшкәйнек?.. Был беҙ ятҡан Евпаторийҙағы ҡунаҡхана... Ә бер кистә диңгеҙ ярына сыҡҡайныҡ, иҫеңдәме? Халыҡ күп, етмәһә, бөтәһе лә беҙҙең ише төрлө яҡтан килгән сәфәрселәр!
Ҡарт сираттағы фотоһүрәткә ҡарап бер мәл генә шымып ултырҙы.
– Ә бына ошо урында, әбей, мин Севастополдә һалдат хеҙмәтендә саҡта, фотоға төшкәйнем бит. Юғалған шул фотоһүрәт, әллә ҡайҙа булған. Эх, йәлке... Әле булһа, төрлө саҡтағы ике фотоны йәнәш ҡуйып ҡарар инем хәҙер!
– Ҡырымға барып, йәшлегеңә ҡайтып килгәндәй булдың инде, бабай...
– Эйе... тик тапманым ғына. Эргәһендә йөрөгәндәй булһам да...
– Шулай инде... Мин дә ошонда йөрөгәнемдә бала сағымды, йәш ҡыҙ сағымды гел янымда итеп тоям бит. Теге мент поганый, Ринат кейәүҙе әйтәм, мент булһа ла күңелсәк әҙәм бит ул. Минең алтмыш йәшемә шиғыр бүләк иткәйне шул турала, иҫеңдәме:
Яҙын балан тағы сәскә ата,
Күл ҡаршылай кейек ҡаҙҙарҙы.
Кис байыған ҡояш таңда ҡалҡа...
Тик ҡайтмай шул йәшлек яҙҙары.
Һыу буйында күрҙем һылыу ҡыҙҙы,
Танып ҡалдым үргән сәсенән.
Йылға аша ҡул болғап йылмайҙы,
Һаумы, апай, һаумы, Зөбәйлә!
Иләҫләнеп керҙем шул томанға,
Тик йәшлегем, иреп, юҡ булды...
Ә тау тора, шишмә сылтырап аға...
Шул һылыуҙы уйлап юҡһындым.
Ниңә юғалдың һин, ниңә киттең,
Барманымсы һине тоторға.
Сәстәреңдән һыйпап һөйөр инем,
Хәлдәремде һиңә һөйләр инем,
Әйтмәҫ инем кире ҡайтырға,
Йөрәгемде генә баҫырға...
– Эйе, тормош матур, йәшәү һәйбәт хәҙер, әбей. Тик ҡартайып ҡына кителде...
– Алдағы йылда, Алла бирһә, иҫән-һау булһаҡ, Сочиға, Абхазияға барып ҡайтайыҡ, бабай. Бик матур, бик шәп тиҙәр унда!
– Әбизәтелнә! Донъя ҡыуалай торғас, ҡойроғона баҫҡанбыҙ инде, артабан ҡабаланырыбыҙ ҡалмаған, иншалла. Хәлдән килгәнсе сәфәр итеп ҡалырға кәрәк, йөрөй алған саҡта...
Шул саҡта Зөбәйләнең кеҫә телефоны шылтыраны.
– Йәгеҙ, йә, тиҙерәк булығыҙ, көтәбеҙ ҙәһә! – Зәбирәнең тауышы.
– Сығабыҙ, сығабыҙ! – тине лә Зөбәйлә урынынан ҡуҙғалды. – Әйҙә, бабай... Тик, ҡара уны! Кисәге һымаҡ рюмканы йоторҙай булып ултырһаңмы!
...Фәйзулла ҡарт сығып барған еренән өйгә кире боролоп керҙе лә, гармунын алды...
Раят ВӘЛИЕВ.