Эт өрә - бүре йөрөй

Айырылған ҡатындың реаль фәлсәфәһе.

Шундай ҡыҙҙар - ят та үл инде!..

Рәми Ғарипов

 

Она смеялась больше всех, наверное ей было очень больно.

Л.Н. Толстой

 

Әлбиттә беҙҙең башҡорт һылыуҡайҙары - фәрештә, аҡҡоштай, “Хан ҡыҙы” йырындағы кеүек “Ағиҙелдә буй-буй ҡамыш күрмәнеңме?” Был сифаттар барыһы ла беҙҙә ҡар бөртөктәрендәй ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле генә итеп яралған. Яралған да ул, тик “Матурлыҡ һыу буйлатмай” тигән халыҡ әйтеме юҡҡа түгелдер. Яҙмыш упҡынындағы айырылған көслө рухлы - нескә күңелле, сыныҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар етәрлек, үкенескәме?

Әйтәйек, татыу ғына ғаиләлә бәхетлеләрҙән-бәхетле изге мәлдә донъяға ауаз һалып сабый ҡыҙ тыуа. Һәр тарафтан уны яҡлап-һаҡлап ата-әсәһе  “беҙҙең өйҙөң йәмен” наҙлап ҡына үҫтерәләр. Был сәскә-гөл үҙенә күрә түгел - аҡыллы, тәртипле, кәрәк саҡта үҙ һүҙле, батыр рухлы, хисле, нәсихәттәргә төрөнөп өлгөрә.

Яҙмыш шаярыуымы икән, ысын һөйөүме - гөрләп туй үтә, һылыуҡай килен булып икенсе ғаиләгә (үҙ ҡанундары, үҙ йәшәү рәүеше, үҙ хыялдарын бағлап Хоҙайға табынған тоҡомға) аяҡ баҫа.

Ямғыр, йәшенле ямғыр, тамсы-тамсы төшөп күлгә әйләнгән күҙ йәштәре... Дөһөрләтеп, шартылдатып килеп айырылыуға барып етәләр йәштәр!!!

Айырылған ир! Айырылған ҡатын ике ҡулдарына етәкләп алған сабый ҡыҙҙары менән! Ике йәр - ике тереләй үле йән эйәләре. Бына тағы болотло ямғыр.

Шунан башланааа: кемеһе кемеһен еңә (көрәш йәшәү хаҡына) - кемеһе етеҙерәк, кемеһе өлгөрөрәк, кемеһе отҡорораҡ, кемеһе бәхетлерәк? Эт өрә - бүре йөрөй. Аптырарлыҡ - мәргән телле булған икән беҙҙең халыҡ - һоҡланырлыҡ, хайран ҡалырлыҡ...

Ваҡиға: айырылған, “әлимәнт алып ята” тип төрлөсә фашланылған бейсәгә (“бейсә” һүҙе авторға нығыраҡ оҡшай, сөнки ул һүҙ үҙ баһаһын белгән ҡатын-ҡыҙға ҡарай әйтелә) “әсәй-атай күреп ҡалмаһын мин бөгөн эскәнде” тип ҡурсаҡтар, күстәнәстәр тотоп,  йәнәһе “ҡыҙҙарымдың хәлен белеп-күрәм” тип Яңы йыл төнөндә уның күңеленә бысаҡ ҡаҙаған ир килеп өйҙәренә йығыла.

Иҫереп ауғанын көтөп кенә алған ҡатын ирҙең телефонын тикшерергә була. Уйҙары: “Тәәк, күпме нәфрәт уятты ошо ир минең күңелемдә. Ә бит мин айырылғас рәхмәт әйтергә тейешмен унан ҡотолдом тип Раббыма, ә ҡотолманым бит: сафлығымды алды, ҡыҙҙар таптым, атай иттем эсемде ҡырҡтыртып, йәшлек һаулығын ҡалдырып, эскәнен, ҡоҫҡанын, хыянаттарын белә күреп түҙгәнемде әйтәһе лә түгел, алиментҡа биргәндә күпме ҡарғалдым, фашланылдым, әммә сабыр иттем, хоҡуҡтарымды уҡып сыҡтым, өйрәндем, үҙемә-үҙем адвокат хәҙерге көндә мин!

Әммә, әммә... ул атай, ул атай!!! Ул да үҙ хоҡуҡтарын яттан белә бит әй...Ҡыҙҙарының, балаҡайғыналарымдың атаһы. Тимәк әлимәнт түләргә тейеш 18 йәштәренә хәтле. Ә ҡыҙҙарымдың туйҙары нисә йәштәрендә үтәсәк? Этем белһен. Ул атай, мин әсәй булып ултырырға тейешлебеҙ табында.

Тағы бер этнеке: хе-хе, бәлки Хоҙай тарафынан парыбыҙ табылыр: күпме тапҡыр ишеттем: “Һин бит ҡыҙҙарҙың әсәһе - үгәй атай ул үгәй атай була ул, әгәр өлгөрә генә башлаған сәскә саҡтары менән файҙаланып ҡуйһа - һин шуны уйлағаның бармы? Ниндәй аяныслы хәл! Аллам һаҡлаһын. Ҡот осҡос. Бала хаҡына йәшә.”

Бала хаҡына йәшәргә кәрәк шул. Һуғыш йылдарында күпме ҡатындар тол ҡалғандар - үлмәгәндәр! Фии “һаулыҡ өсөн” тип “һөйәрҙәрҙең” баштарын әйләндергән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күрелде. Алйоттар. Күпме ауырыу йәшәй ер шарыбыҙҙа. Ерәнес. “Һаулыҡ өсөн” тигән сәбәп - ул үҙ-үҙеңдең хәрәмдәреңде аҡлау ғына бит хәҙерге заманда.

Кейәүгә лә сығырға теләмәйем. Нисек ул ир ҡыҙҙарымды ҡабул итер? Итмәһә - тағы ямғырмы? Юҡ. Күрмәгәнем ирме? Ана өйҙә тасҡа ҡоҫоп әсә-атаһынан ҡурҡып беҙҙең изгелегебеҙ менән ҡулланған ир нимә әйтте? “Кейәүгә сыҡһаң - балаларыбыҙҙы тартып алам!” тиергә оялманы ла. Бәлки йөрәгендә бете барҙыр - үҙ ҡыҙҙарын яратмайынса булмай. Уны ла аңлайым. Һүҙҙәрендә - баһадир, көндәлектә - нүль, үҙ һүҙен тотмаған әҙәм. Вахта араһындағы берәр айлыҡ ялдарында ла ббалаларына килергә эшкинмәй. “Иргә бала кәрәкмәй” тигәне лә дөрөҫ килеп сыға түгелме? Әлбиттә таяҡтың ике осо. Ысын мәғәнәһендә ирҙәр был донъяла юҡ түгел. Әммә күп ваҡыт “ир - сир”! Ана, ята бит.

Бордачоғын тикшерәйем әле. Әһә, һаҡланыу сараһы, вино. Телефондааа: ОООО, мөхәббәәәт!!! Күпме порнофильм был серләшеүҙәрендәәә. Йәш ҡыҙҙар! Ярай, ҡәйнәгә генә аҡса һурып ятырғамы “вахтерҙан”. Ҡыҙҙар кеҫәләрен бушатһындар. Бәхетле булһын, иҫәр.

Ҡыҙыҡ, ивет. Ҡасандыр ошо алдаҡсыға мин күңелемде биреп ышандым, яраттым, аҡланым да аҡланым ҡылыҡтарын.

Бер яҡтан икенсегә ҡоролған ғаилә беренсеһенә ҡарағанда бәхетлерәк йәшәй тиҙәр, нигеҙе ныҡлыраҡ төҙөлә. Ышанайыҡ. Бәхетен тапһын. Мин инде ваҡытҡа инанам. Ваҡыт күрһәтер. Эттәр өрһөн - мин бүре юлын һайлайым”.

Бәхет ҡошо.

Автор:
Читайте нас