Бөтә яңылыҡтар

«АҠ ТИРӘК, КҮК ТИРӘК...» (Хикәйә)

...

Үҙебеҙҙең электр станцияһын туҡтатып, көслөрәк ут үткәрәләр икән, тигән хәбәр таралды ауылда. Уның ҡайҙан киләсәген дә белдек: беҙҙән ун саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Ҡаранай исемле ауылда подстанциялары төҙөлә, эше тамамланғас, беҙҙең яҡҡа «высоковольт» шунан ебәреләсәк икән. Ә унда ниндәйҙер ҡалананмы, ҙур электростанциянанмы килә, тинеләр.

Имеш-мимештәр дөрөҫкә сыҡты: оҙаҡламай ауыл осона ыҫмалаға буялған оҙон, уҡ кеүек төҙ бағаналар, төргәк-төргәк сымдар, төрлө инструменттар, сынаяҡ һымаҡ ялтырап торған изоляторҙар килтерелде, урамда машиналар геүләне, ят кешеләр уранды. Улар үлсәп-төҙләп яңы бағана урындары билдәләне. Бер нисә көндән яҡтыны ла алдылар, станцияның бейек арыҡтары яртылаш асып ҡуйылғайны. Унан иҫке бағаналарҙы йығыу башланды. Райфат ағай тракторы менән береһен тартһа, тимер сыбыҡтарына йәбешешеп, бер нисәһе бергә ҡолай ҙа ҡуя. Бөтәһе биш-алты тартҡандыр күп булһа. Бағаналарын ҡыш яғырға тип мәктәп урамына алып барып ауҙарҙылар, ә тимер сыбыҡтарының байтағын кеше алды, алмай ҡалғандары ҡайҙа етте шунда ятты буталып. Шуның артынса уҡ яңы бағаналарҙы ла таратып сыҡтылар.

Бер көн трактор тауышына уянып киттем. Башыма беренсе килгән уйым шул булды – тегеләр! Лапаҫ башынан һикереп тигәндәй төштөм дә урам буйына атылдым. Йыуынып тороу ҙа, өйгә һуғылыу ҙа юҡ. Беҙҙән ике-өс кенә өй аша «Беларусь» тракторы артына биҙрә йыуанлығы бырау ҡуйып алған да күгәүен шикелле ҡаҙалып ер тишә. Бағана урыны!

Соҡор тирәләй өс кеше баҫҡан. Береһе, өлкән генә йәштәрҙәгеһе, орсоҡ һымаҡ әйләнеп торған бырауға ҡараған да ҡулы менән кабина эсендәге тракторсыға әмер биреп тора. Йөҙө етди, хатта уҫал. Ҡаштары ҡыҫыҡ күҙҙәренә һәленеп төшкән. Көн апаруҡ эҫе булыуға ҡарамаҫтан, атайымдың кәжәне ише тауарҙан тегелгән салбар кейгән, күлдәгенең иҙеүе асыҡ, еңдәре терһәгенә ҡәҙәр төрөүле. Башлыҡтарылыр, моғайын.

Уның янында торғаны байтаҡҡа йәш, мыйыҡлы, сәстәре етеү. Ул ҡулдарын бөйөрөнә таянған да, көтөүҙән туймай ҡайтҡан һыйыр шикелле, алаҡандап, тирә-яғына ҡарана – һыуға үткән апайҙарҙы күҙәтә. Һалам эшләпәһен батырып кейгән, ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер көйҙө көйләй.

Өсөнсөһө – мыйыҡһыҙ, сәсһеҙ, башын армияға китә торған егеттәр һымаҡ яп-ялтыр итеп ҡырҙырған. Өҫтөндә – ҡыҫҡа еңле футболка, оҙон сәслегә ҡарағанда кәүҙәгә ҡайтышыраҡ, әммә йыуантаҡ, көслө икәне лә күренә – бырау өҫкә сығарған тупраҡты ситкә этәргәндә беләк мускулдары уйнап ҡына тора. Ҡарашы асыҡ, тыныс, бар иғтибары – бырауҙа.

Бер аҙҙан башлыҡтары – исеме Ғәзиз икән – ҡулын күтәргәйне, бырау әйләнеүҙән туҡтаны һәм өҫкә сыға башланы. Ул үҙе менән әллә күпме тупраҡ, мәтене өҫкә сығарҙы. Унан үрмәксе аяҡтарына оҡшаш ике оҙон таяуын ҡабаланмай ғына күтәрҙе лә бер мәлгә генә тынып ҡалды һәм мөрйәһенән ҡуйы төтөн борхотоп алға ынтылды. Беҙ, малай-шалай, этешә-төртөшә соҡорға эйелдек. Ул тәрән, дүңгәләк һымаҡ йоп-йомро ине.

– Эй, ҡайҙа, ҡайҙа? – тип һөрәнләп ебәрҙе мыйыҡлыһы. Беҙ суртандан ҡасҡан сабаҡтар шикелле ситкә тайшандыҡ. – Тупраҡ ҡояһығыҙ бит!

– Ҡараһындар, уларға ҡыҙыҡ инде ул, – быныһын ялтыр башлыһы әйтте.

Трактор ары, Әбүбәкер бабайҙарҙың бәләкәй баҡса янындағы билдә эргәһенә атланы. Беҙ ҙә бер көтөү булып уның артынан эйәрҙек.

Төш етеп ҡыҙҙыра башлағас, Ғәзиз ағайҙың ҡул һелтәүе булды, трактор бырауын яй ғына һурып сығарҙы ла, таяуын йыйып, ҡойма буйына тартылды.

– Трактор тирәһендә буталмағыҙ, – тине беҙгә Ғәзиз ағай. – Йә йығылып имгәнеп ҡуйырһығыҙ. Ул һеҙгә уйынсыҡ түгел, «Беларусь» ҡына күргәнегеҙ барҙыр.

– Бындай ҡараңғы ауылда ниндәй техника булһын инде Ғәзиз Иҙрисович, күргәндәре булһа эйәреп йөрөмәҫтәр ине, – быныһын мыйыҡлыһы әйтте. Ғәзиз ағай ҙа, бүтәндәр ҙә өндәшмәне, барыһы ла өҫтәрен һала-һала йылға буйына атланы.

Шулай итеп, ул көн ошо дүрт кеше ауыл урамының ике яғынан бағана урындары ҡаҙырға тотондо.

* * *

Йәйҙең йәйе ауыл йәштәре йылға буйына уйынға сыға. Был кәсеп яр буйы ҡарҙан әрселеү менән башлана ла көҙгә тиклем дауам итә. Клуб юҡ – иҫкеһен һүтеп ташланылар, яңыһын төҙөмәгәндәр.

...Электриктарҙы киске уйындағылар нисектер һалҡын ҡаршы алды, дөрөҫөрәге, уларҙы кешегә иҫәпләп иғтибар итеүсе лә булманы. Сит кеше сит инде, үҙҙәре лә тәүҙә тартынды шикелле, уйынға ҡушылып китә алманы.

Байтаҡ уйнағас, гармунсы яңы көй уйнарға кереште. Бейеү көйө. Ҡыҙҙар араһынан кемдер ялпылдап уртаға төштө. Ул бер аҙ өйөрөлдө-өйөрөлдө лә Сәлимә апайға килеп баҫты. Минең күрше апай төшөргәме, юҡмы, тигәндәй, саҡ ҡына икеләнеп торҙо, ҡабаланмай ғына түңәрәк уртаһына сыҡты һәм бейей башланы. Уның бейеүе үҙе бер тамаша: һәр хәрәкәте теүәл, иҫәпле, талғын. Матур бейей Сәлимә апай! Һөйләшкән- көлөшкән тауыштар тынды: ҡыҙҙар һоҡлана, егеттәр күҙләй. Ҡыҙҙарҙан ишеткәнем бар: Сәлимә апай институтта уҡыған сағында бейеү түңәрәгенә йөрөгән икән. Бейегәнен күрһәм гел генә әсәйемдең һүҙҙәре иҫкә төшә. Ул, Сәлимәгә ни ҡыланһа ла килешә, көлөүе шишмә сылтырауынан, атлап йөрөүҙәре хан ҡыҙыныҡынан бер ҙә кәм түгел, бейегәндә әртискәләрең ары торһон, ти. Шунан уфтанып-көлөмһөрәп, йә ҡустым юҡ, йә һин ҙурыраҡ үҫеп өлгөрмәнең, тип тә ҡуя өҫтәп. Шишмә сылтырағанын тыңлағаным, әртискәләрҙең бейегәнен күргәнем бар, ә бына хан ҡыҙының атлауын күргәнем юҡ быға тиклем, шулай ҙа әсәйемдең хаҡ һүҙ һөйләүенә ышанам, сөнки бейеүе һымаҡ атлап йөрөүе лә үтә килешле.

Күҙәтеп торам, Сәлимә апайға иң ныҡ ҡарағаны Өлфәт ағай. Шаҡ ҡатҡан. Йота. Йөҙөндәге һауалы йылмайыуының сатҡыһы ла юҡ, ҡулдар бөйөрҙән төшкән, көйәнтәгә оҡшаш һалпыш мыйығының остары ауыҙына тығылған хатта. Сәлимә апай тыпырлатҡан һайын, ҡаштары ырғып-ырғып китә, күҙҙәре йомролана, ауыҙы йырыла.

Түҙмәне, бына бер мәл уртаға, Сәлимә апай янына, йүгереп сыҡты ла тегеңә ҡаршы тороп бейей башланы. Халыҡ аптырашып ҡалды, бындай ҡыйыулыҡты бер кем дә көтмәгәйне. Күрше ауыл егеттәре лә түңәрәккә бик төшөп бармай, ә бөтөнләй сит кеше төштө китте.

Гармунсы Байбулат ағай уйнағанда түңәрәктәге кешегә һирәк күҙ һалыусан – башын бер яҡҡа ҡыйшайта ла, әллә ҡайҙа текәлгән килеш, бер аяғын көй ыңғайына һикертә-һикертә тартыуын белә. Әле лә башын йылға үренә борған да бейеүсегә бөтөнләй иғтибар итмәй тубығындағы гармунын дуға урынына бөгөп уйнап тик ултыра.

Шул саҡ кемдер әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Байбулат ағай башын борҙо ла Өлфәт ағайҙы күреп аптырап ҡалды һәм ҡапыл уйнауҙан туҡтаны.

– Ниңә туҡтаның? – тине ауыҙы ҡолағына еткән электрик. – Хөрт бейейемме әллә?

Байбулат ағайҙың йөҙөнә асыу яғылды. Бындай тупаҫ мөрәжәғәт итеүгә өйрәнмәгән, уға барыһы ла иптәш бригадир тип йә атаһының исеме менән өндәшәләр.

– Сәхипъямал әбейҙең кәзә бәрәсе тыпырлатыуынан арыуыраҡ былай, – электриктарҙы беҙҙең икенсе яҡ күрше – яңғыҙ ғына йәшәгән Сәхипъямал әбейгә фатирға урынлаштырғайнылар, был шуға төрттөрә, йәнәһе.

– Туҡтамаһаң, мужыт, арыуыраҡ та бейеп китер инем. Был туташҡа еткереп булмаҫ, кәнишнә, – Өлфәт ағай Сәлимә апайға күҙ ташланы.

– Һин гармун тартыуҙы бағана башына тимер сыбыҡ тартыу тип беләһеңме әллә? Шәп булғас, уйна давай.

Түңәрәктәгеләр тәүҙә геү итеп көлөштө, унан, ни эшләр икән был тип, ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланы.

Өлфәт ағай гармунсыға ҡараған килеш бер мәлгә генә уйланып торҙо, унан ышаныслы ғына аҙымдар менән тегенең янына килде.

– Ниңә, уйнамаҫ тиһеңме, уйнайымсы!

Байбулат ағай, был ысын әйтәме, әллә шаяртамы тигәндәй, үҙенең шиксел ҡарашын электрикка төбәне. Ысынлап та уйнап ебәрһә, яҡын-тирә ауылдарҙа минән дә шәп уйнаған кеше юҡ, тип маҡтанған бригадирҙы оятҡа ҡалдыра бит. Етмәһә, Сәлимә апай алдында.

– Юҡ, бирмәйем. Бер-ике теле төшөргә тора.

– Ә мин ипләберәк уйнармын. Һиндә төшмәй ҙәһә.

– Мин хужаһы бит, таный, ә һин – ят. Вопше ниндәй һорау алыу был? Һин кем? Гармунға ынтылған булаң, етмәһә, – Байбулат ағай гармунын эргәһендә торған егеткә тотторҙо ла урынынан ҡалҡынды. – Нимә кәрәк?

– Бер нәмә лә кәрәкмәй. Гармуныңдан башҡа әле нимәңде һораным?

– Кәрәкмәгәс, имен саҡта тай бынан.

– Тайғысым боҙолған шул. Ә шулай ҙа ҡунаҡсыл түгелһең, иптәш.

– Мин һиңә иптәш түгел, – тип бүлдерҙе уны бригадир.

– Килеп етмәгәнбеҙ, ҡыуа ла башланың, – тип дауам итте һүҙен Өлфәт ағай. Тәүҙә бар һүҙгә лә көлөмһөрәп кенә ҡарай ине, хәҙер етдиләнде.

– Уныһы минең эш.

– Ниңә улай барыһының исеменән дә һөйләйһең? Бүтәндәр, мужыт, икенсерәк уйлайҙыр.

– Мужыт икенсерәк уйламайҙыр? – Байбулат ағайҙың үсекләүенән түңәрәк йәнә геү итеп көлөргә тотондо. – Беҙҙең ауылда барыһы ла бер иш уйлай, беләһең килһә.

– Халыҡ һарыҡ түгел.

– Бер төптән булыу һарыҡ тигәнде аңлатмай әле.

Шул минутта араларына Сәлимә апай килеп баҫмаһа, был һүҙ көрәштереү моғайын да бик оҙаҡҡа һуҙылыр ине.

– Байбулат, оялыр инең аҙыраҡ. Кеше уйын ҡарарға килгән, ә һин оло бәхәс ҡуптараһың. Ауылға ут үткәреп йөрөгән егеттәр бит. Уйна әҙерәк, улар ҙа бейеһен.

– Миңә тимәһә, әллә кем булһындар. Райком секретары килмәйме икән, уйнамайым! – Байбулат ағай тамам үсегеп, түңәрәктән сыҡты. – Әйҙәгеҙ, егеттәр!

Өлкәнерәк бер нисә егет уның артынан эйәрҙе.

– Гармуныңды ҡалдыр, исмаһам! – тине Сәлимә апай бригадирға. – Уйнаусы бар бит.

Байбулат ағай әйләнмәне лә, яуап та бирмәне.

– Ярай, киткән кеше китә торһон, әйҙәгеҙ, бер килгәс әҙерәк уйнап ҡайтайыҡ, – Сәлимә апай ауыл яғына ҡарай ҡуҙғала башлағандарҙың алдына сыҡты ла, берегеҙҙе лә ебәрмәйем тигәндәй, юлға арҡыры төштө. – Ул Байбулаттың инәлтмәгән сағы бармы? Бер көн бейемәгәндән әллә ни булмаҫ, әйҙәгеҙ, аҡ тирәк, күк тирәкте уйнайыҡ, булмаһа.

– Кеше етһә? – тине кемдер.

– Етер, гел генә унар-ун бишәр кеше уйнарға тимәгән.

Апайҙар, ҡыҙҙар, минән өлкәнерәк малайҙар ҡапма-ҡаршы тороп, ике рәткә баҫты ла ҡулға-ҡул тотоношто. Шул арала бер яҡ йыр ҙа башланы:

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Ҡаршылағылар быларға һамаҡлап яуапланы:

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Сәлимә тигән ҡыҙ кәрәк!

Сәлимә апай ике яғында торған әхирәттәренән ҡулдарын ысҡындырҙы ла саҡырған рәткә йүгерҙе. Әгәр шул тере сылбырҙы өҙһә, өҙөлгән ерҙән бер кешене алып үҙ яғына ҡайтырға тейеш, өҙә алмаһа үҙе шул яҡта тороп ҡала, йәғни әсирлеккә төшә. Ни тиклем генә шәп йүгерергә тырышмаһын, өҙә алманы Сәлимә апай тегеләрҙең ҡулын – ауға эләккән балыҡ шикелле сырмалды ла ҡуйҙы.

Хәҙер Сәлимә апайҙы әсир иткән яҡ баяғы йырҙы башланы:

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

Бер уйынсыларын юғалтҡан яҡ былай тип яуапланы:

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Хөснә тигән ҡыҙ кәрәк!

– Юҡ, Тәнзилә!

– Ҡуйсәле, давай, егеттәрҙе саҡырайыҡ, әтеү үҙебеҙҙе вис алып бөтәләр хәҙер.

– Туҡтағыҙ, барығыҙ ҙа бер юлы һөйләмәгеҙ!

Китте шау-шыу. Һәр береһе мөмкин тиклем шәберәк ҡысҡырырға, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырыша. Шул арала Тимерғәле ағай:

– Әйҙәгеҙ, Сәлимәне кире алайыҡ, – тип һорай ҙа көслө тауыш менән. – Беҙгә Сәлимә тигән ҡыҙ кәрәк! – тип һөрәнләй.

Әле генә киткән кешене шунда уҡ кире саҡырырға ярамаһа ла ризалашалар ҡаршы яҡтағылар. Сәлимә апай йүгереп килә, әммә йәнә ҡулдарға сырмала.

Шулай итеп, уйын дауам итә. Барыһы ла уйнай, көлә, ҡысҡыра, ситтә торған Өлфәт агайға ғына иғтибар итеүсе юҡ. Уның яғына йүгермәйҙәр ҙә, үҙен дә саҡырмайҙар...

Ҡайтышлай Өлфәт ағай:

– Да, Сәлимә елле бит, ә? – ти. – Ҡайҙа эшләй?

Мин уның күптән түгел Өфөлә институт бөтөрөп ҡайтыуын, сентябрҙә күрше ауылда уҡыта башлаясағын әйтәм.

– Педагог, ызначит, – ти Өлфәт ағай тәрән көрһөнөп. – Бейектә осоусы ҡош икән шул. Буй етерме икән һуң?

– Бағана башынан йөрөйһөң бит, етер, – ти көлөп Ғиндулла ағай.

– Һин, ысынлап та, гармунда уйнай беләһеңме ул? – ти, бер аҙ килгәс, Сабит ағай.

Теге берауыҡ өндәшмәй килә.

– Белмәйем, ҡайҙан беләйем инде? – ти шунан. – Өйрәнеп булманы. Бәләкәй саҡта атай алып биреп тә ҡарағайны, түҙемлек етмәне. Ә нисек ҡотон алдым тегенең, ә? – Ул шарҡылдап көлөргә тотондо.

– Алдына барып баҫҡас, беләме икән тим шул. Гармун тотҡаныңды күргән юҡ. Да-а, һин дә тәүәккәл, – Сабит ағай баш сайҡаны.

– Әтеү! Күрҙеңме, шыр ебәрҙе бит. Теле төшөргә тора, тигән була. Бирһә, кәнишнә оятҡа ҡала инем, ә былай үҙен йәпһеҙ хәлгә ҡуйҙым, – ти көлөүенән һаман тыйыла ал-маған Өлфәт ағай. – Сәлимә алдында үҙен әллә кем итеп күрһәтергә тырыша инде.

Бер аҙ һүҙһеҙ килделәр.

– Күрҙеңме, яр буйлап барған булды ла ҡыуаҡлыҡтар араһына инеп ултырҙы, – тине Өлфәт ағай.

Беҙ ғәжәпләнеп уға ҡараныҡ.

– Юҡтыр ҙа, – тине Ғиндулла ағай.

– Беҙҙе күҙәткән тимәк, – тине Сабит ағай.

– Әтеү!

* * *

Сабит ағай дөрөҫ әйтте, ул кис Байбулат ағай моғайын да электриктарҙы, уларҙан да бигерәк Сәлимә апайҙы күҙәтеп ултырған. Эш ҡарауыллау менән генә бөтһә ярай ҙа. Сәлимә апай уҡып бөтөп ҡайтҡаны бирле Байбулат ағай уға көн күрһәткәне юҡ. Солан күтәрмәһенән юҡ-бар һораһынмы, бейе, уйнайым, тип мәрәкәләгән булһынмы, Сәлимә апай йомош-фәләнгә сыҡһа, урам уртаһында тотоп алһынмы – бер ниҙән дә тартынмай яңы бригадир. Фатима әбейҙең ҡыҙы түгел, ә колхоз әйбере һымаҡ итеп күрә. Уныһы ғына етмәгән, Сәлимә апай менән һөйләшкән һәр егетте өркөтөп бер була. Уҡытыусыға һырыҡҡаныңды тағы бер күрһәм, үҙеңә үпкәлә тип бәйләнә. Күрше-тирә, уҡып бөткәнен генә көткән икән Байбулат, эш башламаҫ элек алып ҡайта, имеш, тип һөйләй. Әсәһе лә инеп, күрше хаҡы – тәңре хаҡы, Булатым кәләш эҙләп ете ер йөрөмәҫ, күрше Сәлимәне генә төшөрөр ҙә ҡуйыр. Һөйләшеү-килешеүҙәре бар, һин шуны Фатиманың ҡолағына төшөр әле, тип әйтеп сыҡты әсәйемә. Ниңә уны үҙе әйтмәй, әсәйемә ҡушалыр, белмәйем.

Өс көн үткәс, был һүҙҙәрҙең ысын булыуына төшөндөм.

Кинонан ҡайттым да, аласыҡҡа инеп бер стакан һөт менән икмәк һуҡҡас, ғәҙәттәгесә, лапаҫ башына менеп яттым. Йоҡоға китә генә башлағайным, урам буйында йүгерешеү, унан тартҡылашыу, шыбырлашыу тауыштары ишетеп һағайып ҡалдым. Баҡсаға төшөп йөрөгән малайҙар тиһәң, тауыштары ҡалын, йүгереүҙәре лә ололарса. Егет менән ҡыҙҙыр – береһенең тауышы ҡыҙҙарҙыҡына тартым. Туҡта, Сәлимә апай түгелме һуң? Шул бит. Ә икенсеһе? Байбулат ағай? Эйе, бригадир. Тегеләр бер тына, бер ҡыҙыу-ҡыҙыу шыбырлаша башлай.

Хәбәрҙәрен йүнләп ишетмәгәс, ҡыҙыҡһыныусанлығым еңә һәм мин лапаҫ башынан төшәм дә һаҡ ҡына баҫып ҡапҡа янына киләм. Самалауымса, тегеләр беҙҙең өй менән Сәлимә апайҙар өйө араһында тора. Шыбыр-шыбыр һөйләшәләр, кәртәгә лә ышҡылып- ышҡылып алалар. Байбулат ағай ҡулына эләкһәң бөттө инде, һағыҙаҡтан былайыраҡ, тиҙ генә ҡотолормон тимә. Ни эшләргә? Сәлимә апайҙы былай ҡалдырырға ярамай, әллә нимә ҡыланыуы бар тегенең. Сығырға кәрәк. Асһаң ҡапҡа шығырлаясаҡ, шуға күрә мин рәшәткәнең өй мөйөшөндәге бер таҡтаһын шыуҙырам да (кистәрен шунан кереп йөрөйөм) ҡыҫылып тышҡа сығам. Урам буйында көтөүҙән ҡайтмай ҡалған бер башмаҡ ята. Эйелә-сүкәйә шуның артына барып боҫам. Бынан тегеләрҙең һөйләшкәне асыҡ ишетелә.

– Яҡшылап саҡырғанда бармаһаң, урлайым мин һине.

– Юҡты һөйләмә, Байбулат. Урлашып йөрөр арамы? – тип көлә Сәлимә апай. – Сит ауылда йәшәһәм бер хәл, күршеләрбеҙ бит.

– Шулай булғас күс тә кил.

– Балалыҡтан сыҡтыҡ инде, юл аша ғына йәшәһәк тә, күңелдәр алыҫ беҙҙең.

– Ә минеке яҡын! – Байбулат ағайҙың тауышы ҡалын һәм ҡәтғи сыға. – Шул етмәйме ни һиңә? Яйлап һинеке лә яҡынайыр. Таптың, күңел, имеш. Өйрәнерһең. Ҡатын-ҡыҙҙың яратыуы мотлаҡ түгел.

– Юҡ, Байбулат, яҡыная алмаҫ. Икебеҙ ике төрлө кеше беҙ.

– Бәй, бер иш булмабыҙ инде. Бер һарыҡтан тыуған игеҙәк бәрәстәр ҙә бер иш булмай. Әллә һин, институт бөттөм, ә һин колхозник тимәксеһеңме?..

– Юҡты һөйләмә әле. Мин бер ҡасан да улай уйлағаным юҡ. Институт миңә эшләү өсөн һөнәр генә бирҙе. Бында бит һүҙ характерҙар, күңелдәр хаҡында бара. Ярай, мин керәйем. Нисә һөйләшһәк тә, шул бер балыҡ башы инде.

– Китмәйһең! Һөйләшеп бөтмәнек әле. Минең шуны беләһем килә, һиңә ул тиклем нимә кәрәк һуң? Бер-беребеҙҙе беләбеҙ, өйрәнәһе-күнегәһе юҡ. Йорт-ҡура арыу, утын- бесән тип борсолаһың булмаясаҡ. Үҙебеҙгә лә, әсәйеңә лә килтереп торормон.

Тынып ҡалдылар. Сәлимә апай әйтелгәндәр тураһында уйлай, Байбулат ағай һүҙҙәренә яуап көтә ине шикелле.

– Йәһәтерәк уйла, һине электриктар ҙа мушкаға алды, шуны һиҙәһеңме? Мыйыҡлыһы. Теге көн нисек ҡыланған була, хәстрүш. Иҙмәһен иҙергә кәрәк булған да бит, – тине Байбулат ағай байтаҡ торғас.

– Һинең ҡул ҡысып тора инде ул...

Шул саҡ тегеләрҙән ун-ун биш метр самаһы алыҫлыҡта ғына ҡараңғылыҡты кеҫә фонары киҫеп үтте. Мин, ҡот алынып, ергә һылаштым. Яҡтылыҡ кәртә буйын һәрмәне – һөйләшкәнде ишеткәндәрҙер. Сәлимә апай яҡтыға арҡаһын ҡуйҙы, ә Байбулат ағай ҡапыл: «Һүндер!» – тип ыҫылданы. Ут һүнде, ике малай йән-фарман кире йүгерҙе.

Бынан һуң һөйләшеүҙәренең рәте китте, һүҙ ҡәтғи тонға күсте. Көрмәкләшә, тартыша башланылар.

– Кәрәкмәй, кит, ҡысҡырам...

– Ҡысҡыр.

– Мәғәнәһеҙ, һинең менән һөйләшеп торған мин иҫәр. Аңлармы, тинем, булмаҫ, ахыры. Кит, ҡайтам! Дегәнәк.

– Ризалығыңды алмайынса ебәрмәйем.

– Көтмә лә!

Минең түҙемлек бөттө, был һөмһөҙҙөң Сәлимә апайҙы әллә ни эшләтеүе бар – яй ғына ҡалҡындым да бых-бых килеп көйшәнеп ятҡан башмаҡты төрткөләйем. Ҡуҙғалырға уйында ла юҡ. Тыңламағас, йоҙроҡлап арҡаһына һуғам тегенең. Башмаҡ ҡапыл һикереп торҙо ла урам буйлап йүгерергә тотондо. Мин тегене кәртә буйына ҡыуам.

– Ой! – Сәлимә апай ҡысҡырып ебәрҙе лә ҡапҡаларына йүгерҙе.

– Туҡта, ҡурҡаҡ, башмаҡ бит был.

Ҡайҙа, Сәлимә апай туҡтай буламы, күҙ асып йомған арала урамына инеп тә китте. Миңә шул ғына кәрәк тә, башмаҡтың арҡаһына тағы бер һуғам да йән-фарманға кире сабам. Ҡыуып етмәһә генә ярар ине тип уйлайым үҙем. Эләктерһә, күрше тип тормаҫ, бәргеләр ҙә ташлар. Таҡтаны шыуҙырып эскә кереүем була, янда ғына уның йүгергәне ишетелә. Ҡапҡаны уҙып китте, туҡтаны, артабан тауыш-маҙар ишетелмәгәс, кире боролдо. Йөрәк атылып сыға икән тип торам, нигеҙ буйына һуҙылып яттым да, тынысыраҡ тын алырға тырышып, ярыҡтан күҙәтәм тегене. Юҡ, һиҙмәне, саҡ ҡына арыраҡ атлап йәнә бер тыңланы ла ары китте. Ҡапҡа-маҙар тауышы ишетелмәгәс, минең таҡтаны шыуҙырып кереүемде һәм эргәһендә генә ятыуымды ҡайҙан белһен. Мин ҡалҡындым да, эстән көлә-көлә, лапаҫ башына менеп яттым.

* * *

Ай самаһы тигәндә билдәләнгән бағана соҡорҙары ҡаҙылып бөттө. Урам буйҙары туғайҙағы ҡырмыҫҡа иләүҙәрен килтереп ултыртҡан һымаҡ тупраҡ өйөмдәре менән сыбарланды. Халыҡ, бигерәк тә ололар, ҡапҡа алдына сығып, оҙаҡламай яҡты инәсәгенә ҡыуанышып әңгәмә ҡорҙо, электриктарға, уларҙың машина-тракторҙарына һоҡланды. Шундай кистәрҙең береһендә кемдер үҙ өйө янындағы соҡорҙо таҡта киҫәге менән япҡас, үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, күп кеше үҙ эргәһендәген ҡаплап сыҡты. Яҙатайымдан мал-тыуар, ҡош-ҡорт төшөп харап булмаһын, бала-саға ла тынғыһыҙ, төндә йөрөүсе кеше лә күп тип һөйләнделәр. Шулай ҙа был сараларға ҡарамаҫтан, соҡорға себештәр төштө һәм хикәйә геройҙарын яңынан осрашырға мәжбүр итте.

Көн кискә ауышҡайны. Мин оло тимер мискәгә ҡойонан һыу алып йөрөй инем, баҡсаға Сәлимә апай килеп керҙе.

– Әйҙәле, – ти был, – бәпкәләр бағана соҡорона төшкән, сығара алмайым бер нисек тә. Үлеп кенә ҡуймаһалар ярар ине.

Мин эште ташланым да Сәлимә апай артынан эйәрҙем. Күрһәткән соҡорға етеп ергә ятып ҡулды һоноп ҡарайым, буй етерлек түгел. Оҙон әйбер кәрәк. Күҙгә берәй нәмә салынмаҫмы тип тирә-яғыма ҡарайым. Ҡайҙа, кәрәк саҡта буламы ни ул. Кире өйгә йүгерҙем. Ҡаршыға Байбулат ағай осраны. Ут сыҡҡанмы әллә, ҡайҙа сабаһың шулай, ти. Ҡаҙ себештәре соҡорға ҡолаған, шуларҙы сығарырға кәрәк, тим. Һин ул хәсрәт электриктарҙы судҡа бир, арттарын йыйып йөрөрҙәр, ти. Көлдө лә, себеш тә булдымы мал, тапҡанһың көйөр нәмә, ана, ҡышын минең һарыҡ бәрәстәре (бригадир вазифаһы менән бергә ул ауыл осондағы һарыҡ фермаһы мөдире эшен дә алып бара) унарлап ҡырылды. «Уф» та тимәнем, списали, тип үтеп китте. Беҙҙеке түгел шул себештәр, Сәлимә апайҙарҙыҡы тиһәм, моғайын да барыр ине. Ә былай ниңә ҡайғырһын ул кеше малына? Колхоздың бәрәстәре ҡырылғанда уф тимәгән кеше себеш өсөн бөтөрөнә буламы?

Урамға индем дә йүгерә-атлай ҡулайыраҡ берәй нәмә эҙләргә керештем. Шул саҡ, нимә юғалттың, эҙләшәйекме, тигән тауыш ишетәм. Күтәрелеп ҡараһам, Сәхипъямал әбейҙәрҙең солан күтәрмәһендә Өлфәт менән Сабит ағайҙар ултыра. Әйттем ни булғанын. Ҡыҙыҡ өсөн кемдеке икәнен генә белгертмәнем. Был турала өндәшһәм Өлфәт ағай моғайын иң беренсе сығып йүгерер ине. Сабит ағай, кил, берәй нимә уйларбыҙ, тине.

Урамдарына ингәндә ул ҡалын ғына алюмин тимерсыбыҡтан оҙон һаплы һоҫҡо яһап ултыра ине. Баш тиң, ә! Күрәһең бындай хәлдәргә осрағаны бар, белә. Өлфәт ағай офоҡҡа ҡараған килеш йыр һуҙа: «Кемдәр генә ғашиҡ булмағандыр, Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа...»

Соҡор янына барып етер саҡта Сабит ағай Сәлимә апайҙы таныны ла ғәжәпләнеп миңә боролдо, юрамал алып килгән тип уйланы, ахыры. Үҙенең йөҙө нурланды, ҡараштары алсаҡланды. Иҫәнләште лә тубыҡланып тимерсыбыҡтың һоҫҡоло яғын аҫҡа төшөрҙө. Бер аҙҙан сырылдата-сырылдата сығарҙы тегеләрҙе бер-бер артлы. Соҡорҙан башты күтәрһәк, Өлфәт ағай янда тора. Ҡайһы арала килеп еткән тиң!

– Бына шулай, Сәлимә туташ, ярҙам кәрәк булһа, һәр саҡ үҙебеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Себеш ҡотҡарыу ғына түгел, һеҙҙең өсөн унан да ҙурыраҡ эштәргә әҙербеҙ. Ғәйеп беҙҙә: ерҙе тишеүен тиштек, ә ҡаплап китә белмәнек. Ҡаҙҙарығыҙҙы таныһам, арттарынан ғына йөрөр инем. Бындай хәл башҡа ҡабатланмаҫ! Мин быны ауылығыҙға Ильич лампалары үткәреүселәр коллективы һәм үҙемдең исемдән әйтәм. Бер генә үтенес, беҙ һәләкәттән ҡотҡарған себештәр ҡаҙ булып һуйылғас, ҡунаҡҡа саҡырырға онотмағыҙ! Ҡайһы бағана башында йөрөһәк тә һикереп төшөп килеп етербеҙ. Ул ҡунаҡ туйығыҙға әйләнеп китһә тағы ла шәп. Кейәү егете алдығыҙҙа тора, – Өлфәт ағай тал сыбығы ише бөгөлдө-һығылды, ауыҙын ҡолағына еткереп йылмайҙы.

– Рәхмәт. Монологығыҙ бик оҙон булды. Быны өйҙә уйланығыҙмы, әллә ошонда башығыҙға килдеме?

– Кәмһетмәгеҙ зинһар.

– Кәмһетергә теләмәнем дә. Шулай килеп сыҡһа, ғәфү итегеҙ! – Сәлимә апай муйындарын һуҙып аяҡ араһында сипылдашҡан себештәргә ҡарап торған Сабит ағайға бсролдо. – Ҡунаҡҡа саҡырыу-саҡырмауҙы ваҡыт күрһәтер. Себештәр үҫһен, кейәүе табылһын әле, – ул ике себешен ике ҡулына алды ла һыу буйына йүнәлде.

– Һушты ала бит был, – тине Өлфәт ағай беҙҙең яҡҡа боролоп. Уртын тешләне, йоҙроғон йоҙроҡҡа һуҡты.

* * *

Ике көндән бағаналарҙы ултырта башланылар. Ғәзиз ағай тегенең урта тирәһенән кескәй генә тимер ырғаҡ тағылған тросҡа эләктерә лә бер яҡҡа һалыулап китмәһен өсөн тотҡолап төп яғын соҡорға терәй. Трактор йөктө яйлап ҡына аҫҡа төшөрә, Ғәзиз менән Өлфәт ағайҙар кәрәгенсә төҙләп ултырта, Сабит ағай тупраҡ ташлай.

Ҡыҙыҡтар бағаналарҙы ултыртып бөтөп, уларға сымдар тартып, эш өй эстәренә күскәс башланды. Электриктар иҫке сымдарҙы алып яңыны һуҙҙы, розеткалар, һүндергестәр ҡуйҙы, счетчиктар элде. Шулай өй беренсә.

Бына бер көн сират Сәлимә апайҙарға ла етте. Өлфәт менән Сабит ағайҙар ике-өс төргәк кабель, инструменттарын, бүтән кәрәк-яраҡ тултырылған һимеҙ сумкаларын аҫып урамдарына кергәйнеләр, Сәлимә апайҙың өйҙә юҡлығы асыҡланды – әлеге лә баяғы ҡаҙҙары артынан китеп һыу буйынан ҡайтмағайны. Етмәһә, Байбулат ағай ҡапҡа төбөндә һерәйеп тора. Быларға, ҡараңғы төштө, бөгөн барыбер өлгөрөп булмаҫ, лутсы иртәгә иртәнсәк башларбыҙ тип ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Иртәгәһенә мине тауыҡ ҡытҡылдауы уятты. Лапаҫ башынан һикереп тигәндәй төштөм дә битте бер-ике һыпырып, тураға – картуф баҡсаһы аша күршеләргә саптым. Бүтәндәргә бармаһам да уларға барырға кәрәк, ярҙамым тейеп ҡуйыр, бәлки. Көттөләр ти мине, эшләп йөрөйҙәр! Өлфәт ағай стеналағы иҫке кабелдәрҙе ҡуптарып, кәтүккә оҡшаған ваҡ ҡына аҡ изоляторҙар ҡаға, Сабит ағай яңыһын һуҙа. Фатима әбей ҙә, Сәлимә апай ҙа өйҙә, Байбулат ағай ҙа бында, әйтерһең кисәнән бирле ҡайтмаған.

– О, беҙҙең күрше лә килде, – тип ҡаршыланы мине Өлфәт ағай. – Оҙаҡ йоҡлайһың, брат, оҙаҡ. Һинең кеүек саҡта мин йоҡоноң нимә икәнен дә белмәй торғайным.

– Төнө буйы баҡсаға төшөп йөрөгәс, иртә тороп буламы ни? – тине Байбулат ағай электрикты бүлдереп.

– Нисек, кишер урлайҙармы?

– Ну.

– Бүтәндәрҙе белмәйем, ә был егет бер ҙә баҡсаға төшөп йөрөгән кешегә оҡшамаған. Ғөмүмән, малай саҡта шундай шуҡлыҡтар ҙа булмаһа балалыҡтың ни ҡыҙығы?

– Оҡшамаған? Уларҙың береһе лә көндөҙ ундайға оҡшамаған. Бәрәс шикелле матур һәм ғәйепһеҙ, ә кис еттеме, кереп баҡсаңды бутап сығалар. Беләм мин уларҙы, – Байбулат ағай ҡыҙып китте.

– Да-а, уныһы шәп түгел, күрше, – тигән булды Өлфәт ағай эшенән туҡтамай ғына. Үҙе боролоп миңә күҙ ҡыҫып ҡуйҙы.

– Өркөтөп ебәрәһең, китеп торалар ҙа икенсе яҡтан килеп кишер, ҡыяр менән дөмбәҫләргә тотоналар, – Байбулат ағай урынынан ҡалҡынды ла тәмәкеһен тоҡандырып тышҡа сыҡты.

– Һеҙ шулай маневрҙар ҙа яһайһығыҙмы ни әле? Бер яҡтан ҡыуаһың, флангынан төшөп кишер яуҙыралар ти бит. Ә бригадирығыҙ уҫал, – тине Өлфәт ағай Сәлимә апайға ҡарап. Унан миңә боролдо. – Һин, күрше, ниңә начальствоға кишер бәрәһең? Ярамай, һис ярамай.

– Бәрмәйемсе.

– Шулай ти бит ана. Баҡсаһына төшкәнең бармы?

– Юҡ.

– Икенсе ауыл малайҙары килмәйҙер бит?

Яурын һикерттем дә өндәшмәнем. Кемдәр икәнен беләм, тик әйтмәйем. Ниңә малайҙарҙы һатырға?

– Юҡ, беҙҙең күрше тәртипле егет ул. Урлашмай, ә үҙе үҫтереп ашай, – Фатима әбей шулай тине лә минең арҡанан ҡағып ҡуйҙы.

– Улайһа ярай, – тине Өлфәт ағай миңә йәнә күҙ ҡыҫып. – Сабит, ҡара әле, ауылдың был яҡ осона сығып киләбеҙ, бригадир иптәш беҙҙе быға тиклем күрмәне лә, белмәне лә түгелме һуң? Бөгөн таң тишегенән бында ултыра, һин шуның сәбәбен миңә төшөндөрөп бирһәңсе.

– Сәбәбе билдәле инде уның... – Сабит ағай һүҙен әйтеп бөтөрмәне.

Мин Сәлимә апайға, унан Фатима әбейгә ҡарайым. Йөҙҙәрендә серлелек. Бер-береһенә ҡаранылар ҙа көлөштөләр. Сәбәбен мин дә һиҙәм уның. Өлфәт ағайҙың был турала юрамал һорағанын да беләм.

– Күрше бит, – тиеү менән генә сикләнде Фатима әбей, ишек яғына ҡарап.

– Юл аша ғына торғанын беләм. Һеҙҙән башҡа бүтән күршеләренә ниңәлер инмәне.

Байбулат ағай керҙе.

– Иптәш начальник, бынан һуң һеҙгәме? – тип ҡаршы алды уны Өлфәт ағай көлөмһөрәп.

– Беренсенән, начальник түгел, иптәш бригадир. Икенсенән, әллә аша китергәме уйығыҙ?

– Ну как же, дөрөҫөн әйткәндә, өйҙәге эштәрҙе һеҙҙән башларға кәрәк булған да бит, тәжрибәһеҙлек. Исмаһам, әлеге ише ҡарап та йөрөмәнегеҙ.

– Эш күп. Ҡарап йөрөгәндә ҡыйыш китмәҫ ине лә ул. Ни тиһәң дә мин етәкселек иткән ауылда эшләйһегеҙ. Ярты ғына көн кеше күҙенә салынма, таптыра башлайҙар. Бөтәме ни һораныуҙары? Әйтмәһәң-өйрәтмәһәң үҙе белеп кенә эшләгән кеше юҡ, ҡасыуҙан да тартынмайҙар.

– Ә бөгөн халыҡ эштә түгелме ни?

– Эштә.

– Иптәш бригадирҙың иртәнән бирле бынан сыға алмағанына әйтәм инде. Әллә барыһын да өйөнә таратып ҡайтҡанмы тим.

Байбулат ағай өндәшмәне. Көрһөнгән, йүткергән кеше булып йәнә тәмәке тартырға сығып китте. Ишек ябылғас барыһы ла көлөп алды.

Ул көн эш бөткәнсе Байбулат ағай Сәлимә апайҙарҙан сыҡманы. Тартып керә лә хәбәр һатҡан, төрлө һорауҙар биргән, көлгән булып йөрөй бирҙе. Өлфәт ағай Сәлимә апайға һүҙ ҡушһа, ҡаштары емерелә, уның менән үҙе һөйләшергә, иғтибарын электриктан тартырға тырыша. Ә Өлфәт ағай, тегене үсектерергә иткәндәй һүҙҙе һаман бер тирәлә йөрөтә. «Кемдәр генә ғашиҡ булмағандыр Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа...» – тип тә ебәрә, яңғыҙҙар бит, ярҙам иткеләйһеңме һуң, тип һорай, үҙең дә килен төшөрмәгәнһең икән, кәрәктер бит тип тә ныҡый. Һиҙеп торам, барыһы ла бригадирҙың йәнен көйҙөрөр өсөн әйтелә. Бер килке һорау биреүен ташлап шаярырға, көлөргә, төрлө мәҙәктәр һөйләргә керешеп китә. Бындай ваҡытта Байбулат ағайҙың да теле асыла: халыҡтың тамам боҙолоуы, бер көн дә эшләргә теләмәүе тураһында һөйләй башлай, ярһып-ярһып колхоз председателен тетә, үҙ аллы эшләргә форсат бирмәй тип зарлана.

Төш ваҡыттарына эштәре бөттө. Сумкаларын, кабелдәрен күтәреп электриктар Байбулат ағайҙарға китте. Мин дә эйәрҙем. Иҫке кабелдәрен һурған, изоляторҙарын да алған булған теге. Эшегеҙҙе байтаҡҡа еңеләйттем тип торған була. Шулай һуҙырға, һүндергестәрҙе шунда, счетчикты ана тегендә әлегеҙ тип барыһының да урынын күрһәтте лә иртәнән бирле лапаҫ аҫтында себендән таланып торған атына атланып сығып китте. Шөрөптәре тамам бушаған был кейәү егетенең, тип ҡалды Өлфәт ағай тегенең артынан. Үҙе бер ни тиклем йөрөгәс, бәкем тегендә ҡалған икән, тине лә Сәлимә апайҙарға кире китте. Китте лә батты, әллә бәкеһен шулай оҙаҡ эҙләне, әллә Сәлимә апай менән ләпелдәп ултырҙы, ә бындағы эште Сабит ағай менән Искәндәр (Ғиндулла ағай «Беларусь»ы менән икенсе ауылға китте) ағай бөтөрөп ҡуйҙы.

* * *

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Нәсимә тигән ҡыҙ кәрәк!

Быйыл туғыҙынсы класҡа барасаҡ Нәсимә әхирәттәренән ҡулдарын ысҡындыра ла ҡаршы яҡҡа йүгерә. Тик Дилә менән Лилә араһын өҙә алмай – ике ҡул ҡоршауында ҡала.

– Һе, еңел генә үтеп китергә уйлай теге.

– Беҙҙең яҡҡа күсер өсөн шулай яй йүгерә ул.

– Ике класташы был яҡта бит.

Раил ағайҙы һорайҙар. Ул ҡулдар сылбырын өҙөп, бер кешене үҙҙәре яғына алып китә.

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

тип һорай бер яҡ.

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Сәлимә тигән ҡыҙ кәрәк! –

тип яуаплай икенсе яҡ. Өлфәт ағайҙың тауышы барыһыныҡынан да көр. Ә Байбулат ағайҙың киреһенсә, бер өнө сыҡмай, Сәлимә исемен ишеткән һайын ҡаштары емерелеп төшөп, күҙҙәренә осҡондар ҡуна. Ни эшләйһең, уйын уйын инде, бригадир булһаң да һинең теләкте һорап тормайҙар шул, кемде теләйҙәр шуны саҡыра бирәләр. Ҡулынан килһә Байбулат ағай Сәлимә апайҙы үҙенән бер аҙым ситкә ебәрмәй тотор ине.

Сәлимә апай килеп еттем тигәндә генә Өлфәт менән Сабит ағай ҡапыл ғына урындарынан янтаялар ҙа уны икеһенең араһына алалар.

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Сәлимә тигән ҡыҙ кәрәк!

– Юҡ, ебәрмәйбеҙ! Әле генә килде, кире алырға ла самалайҙар, – тип ҡысҡыра Өлфәт ағай.

– Ебәрегеҙ, һорайҙар бит, – ти ҡаршы яҡтағылар.

– Юҡ, юҡ, ныҡышмағыҙ ҙа. Әйҙә, уның урынына икенсе кеше бирәбеҙ. Бына Сабит барам ти, – тип һөрәнләй йәнә Өлфәт ағай уңайһыҙланып ҡына ситтә баҫып торған иптәшенә төртөп.

– Эй, һорағас ебәрергә кәрәк, – быныһы инде Байбулат ағай тауышы. – Үҙеңә ҡайтҡас шулай ҡыланырһың. Сит ауылда йөрөгәнеңде онотма!

Өлфәт ағай бригадирҙы ишетмәй ҙә шикелле, Сәлимә апайға боролоп нимәлер һөйләүен, көлөүен белә. Сәлимә апай үҙе лә китәм тип ныҡышмай, ысҡындырмайҙар бит, тип ҡулдарына ымлай ҙа ҡуя.

– Ишетмәнеңме ни әйткәнде? Хәҙер үк ебәр! – Байбулат ағайҙың тауышы был юлы ҡалын һәм ҡәтғи.

Тирә-йүн ҡапыл тын ғына булып ҡалды, әйтерһең геү килеп шаярышҡан класҡа абруйлы уҡытыусы килеп инде.

– Ә, иптәш бригадир, һеҙме ни? Берәй эш ҡушырға килмәгәнһегеҙҙер бит? Бөгөнгә етте, эш бөткәс уйнарға ярай, – тине Өлфәт ағай ҡабаланмай ғына.

– Телеңә һалышма, ебәр!

– Кемде әйтәһең? – электрик аңлап етмәйем тигәндәй яурындарын һикертте.

– Сәлимәне!

– Ә, Сәлимәне. Был бригадир бойороғомо, әллә күрше үтенесеме? Уның беҙҙең яндан китәһе килмәһә?

Байбулат ағай бер нисә аҙым алға атланы.

– Байбулат, ҡыланыуыңды ташла зинһар! – тип уның юлына ҡаршы төштө Сәлимә апай. – Уйындан уймаҡ сығарырһың йә. Шаярыуҙы бер аңламайһың икән.

– Ишеттеңме, иптәш бригадир, ә һин...

Өлфәт ағай һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, бригадир өркөп ситкә ырғыған йәш тай шикелле бер һикереүҙә бының ҡаршыһына килеп баҫты ла ҡыҫҡа ғына һелтәнеп йөҙөнә һуғып та ебәрҙе. Был хәлде көтмәгән Өлфәт ағай сайҡалып ҡуйҙы, әммә ҡоламаны. Шул арала Сабит ағай Байбулат ағайҙы этеп ебәрҙе – бригадирыбыҙ тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡыҙҙар алдына килеп йығылды.

– Әх, һеҙ шулаймы ни әле? Егеттәр нимә ҡарап тораһығыҙ? – тип һөрәнләне Байбулат ағай, ҡарашы менән ҙурыраҡ егеттәрҙе эҙләй-эҙләй. Шунан аяғына баҫты ла Сабит ағайға ташланды.

– Байбулат, зинһар, туҡта! – Сәлимә апай үрһәләнеп ике араға барып керҙе. Ҡайҙа, күҙе аларған бригадир уға ғына туҡтай буламы? Терһәгенән тотоп ситкә һирпеп кенә ебәрҙе лә Сабит ағайға һелтәнеүен дауам итте.

– Егеттәр, ни ҡыланыуығыҙ был? Туҡтағыҙ, – тип ҡараны Өлфәт ағай ҙа һүҙ көрәштереүҙең һуғышҡа әүерелә барыуын күреп. Юҡ, уны ла тыңламанылар. Кемдер арттан килтереп һуҡҡайны, башын тотоп йылға үренә йүгерҙе.

– Әһә, ҡасты, хәҙер быныһын, – тине ыҫылдап Байбулат ағай.

Ҡурҡып ҡалманы Сабит ағай: ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп эйелеберәк баҫты ла һуғышырға әҙерләнде. Егеттәр уратып ҡыҫымға алды. Көҙгө әтәстәр кеүек бер-береһенә ҡарап бер аҙ йөрөгәндән һуң Байбулат ағай: «Ни эшләп шунан ҡурҡып торабыҙ?» – тип йүгереп килеп һелтәп ебәрҙе. Сабит ағай ялтанды, шунан һулаҡай ҡулы менән тегенең эйәгенә тондорҙо. Икенсе берәү арттан тибергә ниәтләнгәйне, электрик ҡайһы аралалыр тегенең аяғынан эләктереп артҡа этеп ебәрҙе. Өсөнсөһөн тибеп осорҙо. Мин тәү ҡарамаҡҡа яй был кешенең орсоҡ һымаҡ еңел йөрөүенә аптырап та, һоҡланып та ҡарап торҙом. Бөтөнләй ят кеше булһа ла уның еңеүен теләнем. Бына шулай оҫта һуғыша белһәң икән!

Беҙҙең ауыл егеттәре Сабит ағайҙы былай еңел генә эләктерә алмаясаҡтарын аңлағас, уны яр ситенә табан ҡыҫырыҡлай башланылар. Сабит ағай тегеләрҙең уйын-ниәтен шунда уҡ аңлап алды, төшөндө, артҡа сигенгән булып торҙо ла йүгереп килеп берәүҙе һуғып йыҡты, икенсеһен атып бәрҙе һәм яланға сыҡты.

– Байбулат ағай, туҡмамағыҙ, һеҙ күмәк, ул бер үҙе, – тип ҡысҡырҙым да ни булһа ла булыр тип бригадирҙың ҡулына барып йәбештем.

– Кит бынан, буталып йөрөмә, – ул мине һелкте лә тибеп ебәрҙе. – Бер үҙе, имеш, зато ана нисек йылғыр!

Һаман ҡыҙа барған һуғышты былай ғына туҡтатып булмаясағына төшөнгәйнем инде. Ауылдан Ғәзиз ағайҙарҙы алып килергә уйлап йүгерергә торғанда күҙемә кемдеңдер велосипеды салынды һәм мин күп уйлап тормай шуға атландым да елдереп сығып киттем. Сәлимә апай иламһырап, тиҙерәк бул, тип арттан этеп ҡалды.

Кире әйләнеп килгәндә йылға буйында бер кем дә юҡ ине. Яр буйына төшһәм, һыу ситендә генә сүкәйешеп Сабит ағай менән Сәлимә апай ултыра.

– Нимә булды? – йүгереп тигәндәй килеп еткән Ғәзиз ағайҙың тәүге һүҙе шул булды.

– Һуғыштылар, – тине Сәлимә апай.

– Уныһын беләм. Нимәгә? Өлфәт ҡайҙа?

– Ҡасты.

– Ҡасты? Ҡайҙа ҡасты? Дүрәктәр. Йөрөйһөгөҙ инде кеше көлдөрөп. Туҡмалыр булғас сыҡмайҙар уны. Ҡулдарығыҙ ҡысый башланымы? Иртәгәнән башлап киске унға ҡәҙәр эшләйәсәкбеҙ. Ьуғышып йөрөргә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ.

Ғәзиз ағай Сабит ағайҙы шулай әрләне-әрләне лә эре-эре атлап ҡайтып китте. Яр аҫтына төшкән Искәндәр ағай:

– Эх, ниңә мин һеҙҙән тороп ҡалдым икән? – тип үрһәләнде. – Икәү бик бирешмәҫ инек. Күптәр инеме ни?

– Бишәүме, алтаумы.

– Үҙҙәреме, әллә Өлфәт башланымы?

Сабит ағай ҙа, Сәлимә апай ҙа өндәшмәне.

Сабит ағайҙың күлдәгенең бер еңе һуйылып төшкән, танауы ҡанаған.

Бер аҙҙан барыбыҙ ҙа ауыл яғына атланыҡ. Яйлап ҡына ҡараңғы төшә, тирә-яҡ һилләнә. Йылға яғынан дымлы һауа килә. Ереклек араһында ниндәйҙер ҡош һайрай. Тәҙрәләрҙә уттар ҡабына. Һөйләшмәйбеҙ. Килә торғас Сабит ағай саҡ ҡына йылмайып яурыныма ҡулын һалды, сәсемдән һыйпаны.

Иртәгәһенә иртүк Ғәзиз ағай машина менән Сабит ағайҙы беҙҙең ауылдан һигеҙ саҡрым самаһындағы ауылда урынлашҡан участка больницаһына алып китте һәм төш етер саҡта ғына әйләнеп ҡайтты. Сабит ағайҙы ҡалдырып ҡайтҡайны. Искәндәр ағайҙан һорап уның яңаҡ һөйәге һынғанын белдем. Таш йәки бүтән ҡаты әйбер менән һуҡҡандарҙыр тине.

Ошо көндән ауылда хәтәр күңелһеҙ булып ҡалды. Өнө-тауышы сыҡмаған кешенең юҡлығынан да шулай ауыр тойғо яралыр икән?

* * *

Йәй ғүмере ҡыҫҡа – үтте китте, һыу ҙа инеп булмай хәҙер – ҡаҙҙарҙан башҡа йән эйәһе юҡ унда. Көн һайын йәки көн аша уйындар ойошторолған яр буйына сығыуҙар ҙа һүнде: йәштәрҙең ҡайһы берәүҙәре ҡалала имтихан-фәлән биреп йөрөй, башҡалары колхоздың ырҙын табағында, яланда эштә, ҡаланан килгәндәр ҡайтышып бөттө.

Өйҙәрҙең кәрниз аҫтарына, йә тәҙрә баштарына изоляторҙар ҡағылды, ат һарайы янындағы асыҡлыҡта дүрт бағана ултыртып трансформатор урынлаштырҙылар. Ҡаранай подстанцияһынан ток тәүҙә ошонда килә, унан өйҙәргә өләшелә икән.

Сабит ағай больницанан ҡайтты (ярылған сынаяҡты ҡоршаған һымаҡ уның аҫҡы тештәрен нәҙек тимер сыбыҡ менән арҡыс-торҡос бәйләп ҡуйғайнылар). Оҙаҡламай, Сәлимә барғылап йөрөгән икән янына, өйләнешәләр икән тигән имеш-мимеш таралды ауылда. Сәлимә апай барғанмы, юҡмы, уныһын белмәйем, ә бына Байбулат ағайҙың барғанын беләм. Сабит ағай үҙе әйтте. Эште олоға ебәрмә инде, кемдер ауыл Советы председателенә еткергән. Үҙемде лә ауыл Советына депутат итергә торалар, ҡыҙыулыҡ менән булған, онотайыҡ, ти икән. Ә Сәлимә апайға, һин генә һөсләттең, эш тәрәнгә китһә, һиңә генә һылтаясаҡмын, тигән. Ҡурҡытып үҙенең баһаһын күтәрергә инде ниәте.

Был юлы ла ауыл буйлап йөрөгән имеш-мимештәр дөрөҫкә сыҡты: уҡыу башланыр алдынан ғына Сәлимә апай менән Сабит ағайҙың туйҙары булды. Аптыраным, больницаға тиклем бер тапҡыр ҙа осрашып һөйләшмәгән, оялсан, аҙ һүҙле Сабит ағайҙың Сәлимә апайҙы риза итә алыуына аптыраным. Бүтәндәр ҙә ғәжәпләнде, әсәйем хатта, йыуаштан йыуан сыға, былай ғына ҡулға төшөрә алмаясағын һиҙгәс сихырлағандыр ул. Эх, ҡустым да юҡ, исмаһам һин үҫеп өлгөрмәнең, ситкә китте инде Сәлимә, тип үрһәләнде.

Туй башланған көн яҡты бирҙеләр. Халыҡтың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән! Ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей, маладис улым, тип Сабит ағайҙың ҡулын ҡыҫып арҡаһынан һөйҙө. Йәшерәктәр һәм әсе теллеләре, Сәлимәне алыр өсөн ҡыланды ул тине, өсөнсөләре, тура килтереүен әйт әле һин уның, тип баш сайҡаны.

Өлфәт ағай эстән бик янып-көйһә лә ҡайғыһын бик белгертмәне, дөрөҫөрәге, ваҡиғаларҙың шулай килеп сығыуына һаман ышанып етмәй ине шикелле. Туй мәлендә һәр саҡтағыса көләс йөҙлө, шаян һүҙле, төртмә телле булды. Ә бына Байбулат ағай үс алыу ниәте менән бер нисә егет алып килеп һуғышырға һәм Сәлимә апайҙы урларға уйлаған. Һиҙеп ҡалып саҡ тыйып ултыртып ҡуйғандар. Ҡоро тауыш һиңә лә, миңә лә эләкмәне Сәлимә, ә иң йыуаш, өндәшмәҫ Сабитҡа насип итте яҙмыш, тип көлдөрөп-юхалап һуңынан Өлфәт ағай алып барып ташлаған тегене өйөнә. Өс көн бер ҡайҙа сыҡмай өйөндә ятты ул.

Йәштәр аҡ тирәк, күк тирәкте уйнап, өй алдындағы кескәй баҡсаға йылға буйынан ике йәш тирәк килтереп ултыртты. Береһе аҡ, икенсеһе күк булһын, һеҙҙе осраштырған-ҡауыштырған шул уйын, шул тирәктәр бит, тинеләр. Шулай итеп ауыл күрке, уйындар күрке Сәлимә апай «аҡ тирәк, күк тирәк»те уйнағанда үҙ рәтенән ҡаршы яҡҡа киткән һымаҡ ситкә китеп барҙы. Һағынғанда ҡарарға тирәктәре генә ҡалды. Улар һаман да:

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

– Аҡ тирәк, күк тирәк,

Сәлимә тигән ҡыҙ кәрәк! –

тип һамаҡлай төҫлө...

Әмир ӘМИНЕВ.

1988

Читайте нас