Гөльямал тынысланырға теләп, баҡса йорто тәҙрәһенең һалҡын быялаһына маңлайын терәне. Бер үҙе генә ҡалып, аҙаҡҡы көндәрҙә тынғы бирмәй йонсотҡан уйҙарының төбөнә төшөп, ниндәй ҙә булһа бер һығымтаға килергә кәрәк ине уға. Шуға ла йоманы саҡ еткереп, кискә табан булһа ла баҡсаларына килгәйне. Әллә үтә ярһыған, әллә шул тиклем хәтере ҡалған, күңел торошо уға һаман да тынысланырға бирмәй. Ә уйҙары осон һис тоттормай, унын менән уйнаған шикелле, бер урында өйөрөлә лә өйөрөлә. Етмәһә, быялаға сәтер-сәтер итеп бер туҡтауһыҙ һибәләп торған сәберләк көҙгө ямғыр, ел көсәйеп өргән һайын алмағас ботағының шаҡ та шоҡ тәҙрәгә һуҡҡан тауышы ла албырғата.
Ул ҡапыл ғына бөтә нәмәнән төңөлдө лә ҡуйҙы. Бер эшкә лә ҡулы бармаҫ булды. Хатта шул тиклем яратып, ҡәҙерләп үҫтергән сәскәләрен дә ҡарамай, өйөнә инде лә бикләнде. Нимә булды уға? Әллә яңылышамы, әллә уға ла күптәрҙең тормошонда була торған күңелһеҙ ваҡиғанан урап үтергә яҙмағанмы? Ныҡлы ғаиләм бар, тип йөрөгән мәлдә ҡапыл барыһы ла юҡҡа сығырға тора бит. Һунғы арала ире унын менән тупаҫ һөйләшә, әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп йәберһетеп, нахаҡҡа ғәйепләп ташланы. Барыһына ла Гөльямал сәбәпсе икән, етмәһә. Өйләнешеп, бергә йәшәй башлағанда уҡ уларҙың икеһенең ике төрлө кеше икәне билдәле ине шул. Гөльямал – нескә күңелле, барыһын да күңеленә яҡын алып барыусан, ә Әхмәт үтә киҫкен, ҡаршы әйткәнде һис тә яратмай, тиҙ генә ҡыҙып китеүсән. Шуға Гөльямал гел уның ыңғайына һыпырып йәшәне. Тәүҙән үк ғаилә йөгөнөң иң ауыр өлөшө Гөльямалға төштө. Әхлаҡи сиктәрҙән сыҡмағас, һәр ҡайһыһы үҙ урынында ирекле йәшәй бирҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһы тәртип, тоғролоҡ төшөнсәләренә тап төшөрмәне. Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, бар ауырлыҡтарҙы бер үҙе тиерлек йырып сығып килде Гөльямал.
Эшен, бигерәк тә балаларҙы ярата Гөльямал. Үҙе мәктәптә уҡыған сағында уҡ башланғыс синыф уҡытыусыһы булырға хыялланғайны. Педучилищеға имтихандар тапшырғанда йыр буйынса имтиханды үтә алмаҫмын, тип ҡурҡа-ҡурҡа барҙы. Йырларға бәләкәй сағынан яратты ҡыҙ. Имтихан алыусылар уға йырҙан «бишле» ҡуйып сығарҙы. Ҡалған имтихандарын тапшырғас, саҡырыу ҡағыҙы көт, тип ҡайтарҙылар. Ике ауыл араһындағы ырҙынға йәштәр менән эшкә сыҡты ҡыҙ. Аҙыраҡ аҡса ла эшләрмен, тип уйланы. Бер аҙ эшләгәс, саҡырыу ҡағыҙы тотоп әсәһе ырҙынға йүгереп килеп етте.
– Бына, ҡыҙым, уҡырға ингәнһең, китеүенә әҙ генә ҡалған, – тине әсәһе һөйөнөп бөтә алмайынса.
Шунан китте күңелле уҡыу йылдары. Ауылын, бигерәк тә әсәһен һағынды Гөльямал. Йыр һуҙып ебәрһә, әхирәттәре онотолоп тыңлай ине. Йәшләй генә кейәүгә сыҡҡан әсәһенең тәүге ире тәүҙә әрмегә алына, һуғыш сығып киткәс, уларҙың часы иң беренселәрҙән булып һуғышҡа инә. Шунда ятып ҡала унын тәүге ире. Һуғыш бөтөп, егерме йыл үткәс кенә әсәһен ҡатыны ауырып үлгән Сәйфуллаға димләйҙәр. Шунан һуң Гөльямал тыуа...
...Ҡапыл унын уйҙарын бүлеп, ишек туҡылдаттылар. «Кем йөрөй һуң кискә ҡалып?» – тип ишекте асып ебәреүгә, ҡыуанысы йөҙөнә сығып Хәйерниса инәһе тора. Ул әсәһенә ауылдаш та, туған да. Бер нисә йыл элек, бабайы үлгәс, ҡыҙы менән кейәүе үҙҙәре менән ҡалала йәшәргә алып килгәйне уны. Ауыл кешеһенә, бигерәк тә оло кешегә ҡалаға өйрәнеүе ауыр, шуға күрә уны әүрәтер өсөн ҡыҙы Гөльямалдар эргәһенән баҡса һатып алғайны. Шуға ҡыуанып бөтә алмай Хәйерниса инәһе. Әллә ни эш ҡыйратмаһа ла, үҙенә ашарға бешереп, мунсаһын яғып инеп, йәй буйы рәхәтләнә. Тегеләре аҙнаһына бер килеп, аҙыҡ-түлек, кейем ҡалдырып торалар.
Кеше менән аралашыуға һыуһаған инәй Гөльямалдың бында икәнен белгәс, быны байрам һымаҡ ҡабул итте.
– Алмағасыңдың ботағын бәйләп торҙом әле, төнө буйы йоҡлатмаҫ әтеү, – тип һөйләнә-һөйләнә килеп инде ул.
Гөльямал сәй ҡуйып ебәрҙе. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
– Нишләп бер үҙең ул, ҡыҙым? – тип һорап ҡуйҙы инәй бер талай һөйләшкәс.
– Кейәүең менән асыуланыштыҡ, инәй, яраша ла алмаҫбыҙ инде, – тип һалды Гөльямал.
– Ҡуй, ҡабаланма, уйлашайыҡ әле, – тине был яңылыҡты күңеленә үтә яҡын алған Хәйерниса инәй. Бер аҙ ултырғас, өҫтәп ҡуйҙы. – Һиңә нисә йәш әле ҡыҙым?
– Әй, инәй, 44 йәшем тулды. Бөттө, барыһы ла үтте инде... – Гөльямалдың был яуабына инәй шарҡылдап көлдө генә. – Инәй, һин көләһең, ә мин бер көндә генә ҡапыл ҡартайҙым да ҡуйҙым. Ҡырҡ йәшемә тиклем миңә «ҡыҙыҡай» тип кенә өндәштеләр, йүгереп кенә йөрөнөм...
– Әхмәт кейәү менән ни өсөн арағыҙ боҙолдо һун? Әллә бисә-сәсә менән буталамы?
– Юҡ та, бигерәк ҡаты бәғерле ул Әхмәт, инәй...
– Башта, танышып йөрөгәнегеҙҙә улай уҡ булмағандыр бит?
– Башта уҡ Әхмәт менән беҙҙең мөнәсәбәт бик сәйер булды. Ятаҡта бергә йәшәгән ҡыҙҙарым уны үҙ итмәне. Минең арттан йөрөгән Фәритте яҡын күрәләр ине улар. Хатта һүҙгә иң һараны булған Лилиәбеҙ ҙә: «Мин һинең урынында булһам, Фәритеңдең баҙнат итеп тәҡдим яһағанын ун йыл булһа ла көтөр инем», – ти ине. Фәрит буйға оҙон түгел ине, үҙем менән типә-тиң. Әхмәтте Фәритте яратҡан кеүек яратмаһам да, нимәһе менәндер миңә оҡшай ине ул. Яныма килгән башҡа егеттәргә: «Ваҡытыңды бушҡа үткәрмә», – тип ҡыуып ебәрә торғайным. Бигерәк ғорур булдым шул. Шуның ауырлығын хәҙер үҙем татыйым...
– Барыбер Әхмәтте һайлағанһың бит, ҡыҙым...
– 8 март байрамына бер ҡосаҡ тюльпандар тотоп килде. Ул саҡ ҡалала ҡыш-яҙҙарын сәскә табыуы ҡыйын ине. Әхмәт бер көн: «Мине офицер итеп Петропавловск-Камчатскийға ебәрәләр, һине лә үҙем менән алырға теләйем», – тине. Уға ризалыҡ биреүемә әсәйем дә сәбәпсе булды шикелле. Атайым үлеп, бер йыл да үтмәгәйне әле ул ваҡыт. «Әсәй, мин кейәүгә сығам, кейәү буласаҡ кеше бик алыҫтан, алыҫ яҡтарҙан ҡоҙалар көт», – тигәйнем, китте бит был сәбәләнеп. Туйға әҙерләнергә кереште. Ә мин был һүҙҙәрҙе уға, нимә тип әйтер икән, тип кенә еткергәйнем. Ул шул саҡ ҡаршы торһа, Әхмәткә сыҡмаҫ инем бит. Ул туйға әҙерләнә башлағас инде, күңелен ҡыйырға баҙнат итмәнем. Бына шул сағында үҙемдә ихтыяр көсө таба алған булһаммы...
– Әсәйеңде иҫләйем, һуғыш бөткәндә үҙе йәш, үҙе иҫ китмәле һылыу, ҡыйылып ҡына торған ҡара ҡашлы, ап-аҡ йөҙлө, бөҙрәләнеп торған ҡуйы ҡуңғырт сәсле ине. Ул саҡта тирә-яҡҡа таралған ҡыҙыҡ бер хәл булды. Бер көн кис төшөү менән аръяҡ урамда йәшәгән Дәүләтбай әсәйеңә килеп ингән дә, шундай хәбәр һалған: «Беҙ, ирҙәр, тол ҡалған ҡатындарҙы өй башынан һанап бүлештек. Һәр ҡайһыбыҙға етешәр тейҙе, һин, Хәмдиә, миңә эләктең», – тигән. Хәмдиә атылып сығып китеп, соланында торған һәнәкте тотоп ингән дә: «Хәҙер үк сығып тай, әтеү үтәнән-үтә сәнсәм», – тип тегене урамға тиклем баҫтырып сығарған. Ҡото алынған Дәүләтбай бүтәнсә әсәйеңә бәйләнмәгән...
– Ишеткәнем юҡ ине был турала, инәй, әсәйем ҡайһылай батыр булған икән дә...
– Күрҙеңме, әсәйең ниндәй көслө рухлы булған. Тәүге ире һуғышта үлеп, һинең атайыңды осратҡанға тиклем үҙен һаҡлай белгән. Һине донъяға тыуҙырыр өсөн егерме йыл буйына яусыларға ҡаршы торған. Ә әсәйеңде һоратып килеүселәр бик күп булды... Ә һин бында ирем менән асыуланыштым, тип бөлөнөп ултыраһың...
– Мине тыуҙырыр өсөн... – Гөльямал ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы ла, күҙҙәренә йәш алды. Хәйерниса инәһенең әйткән һүҙҙәренең тәьҫире уны шул хәлгә еткергәйне. – Хәйерниса инәй, ә миңә нишләргә һуң улай булғас?
– Балаҡай, йәшең дә бара, һиңә Әхмәт кейәүгә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк инде. Бәләкәй генә иғтибарҙы ла ирҙәр ҙурлап баһалай белә ул. Уларҙың сығынлауы ана шул иғтибарҙың булмауынан килә. Әйттең бит: хыянат итмәне, балаларыбыҙҙы ярата, тинең. Хәлең үтә ауыр түгел бит: кейәү әҙерәк түҙемле булһа, һин сабыр булып, үҙ көйөңә йәшәй бир. Күр ҙә тор: барыһы ла һәйбәт булыр.
Төнө буйы һөйләшеп сыҡтылар ҙа, таң алдынан ғына йоҡоға талдылар. Гөльямал Хәйерниса инәһе тороп ҡыштырҙап йөрөй башлағас уянды. Әҙ генә йоҡлаһалар ҙа, һәйбәт ял иткәндәр, арыуҙары онотолған. Баҡса йорто янына машина килеп туҡтағаны ишетелде. Бына балалары тыптыр-тыптыр йүгерешеп тупһаға килеп менде. Ишек асылып китте. Тышта ямғыр тымған. Шундай тыныс, көҙгө ҡояш өтөп алып бармаһа ла, тәнде йылытырлыҡ яҡтырта. Көн дә кисәгенән яҡшыраҡ, әбейҙәр сыуағы башлана, ахыры.
Ҡапҡанан бер ҡосаҡ сәскәләр тотоп, Әхмәт килеп инде. Йылмайып ебәрҙе. Хәйерниса инәй әүлиә икән дә. Күҙҙәренә йәштәре төйөлгән Гөльямал уға ҡаршы атланы.
Флора БИКЕМБӘТОВА.