Еңел аҡ машина тәгәрмәстәре аҫтынан ваҡ таштарҙы атып кирегә боролдо ла, ҡырсын юлдан тиҙ үк алыҫлаша башланы. Артында шыйыҡ ҡына саң өйөрөлдө. Машинаның асыҡ тәҙрәһенән, хушлашып, ҡул болғанылар.
Балалар ашығалар. Уларға йәһәтерәк ҡайта һалып эшкә өлгөрөү кәрәк...
Яңғыҙ ҡалған ҡарт ниҙер эҙләгәндәй бер аҙ ғына тирә-йүненә ҡаранып торғас, юл ҡырындағы ялпаҡ ташты күреп, шунда йүнәлде. Ултырҙы. Таңғы ысыҡтан еүешләнгән таш һалҡыны салбар туҡымаһы аша үтеп арыҡ тәнен сиҡандырҙы.
Ян-яҡта һайрап-гөрләп торған май иртәһе ине. Йәш япраҡ-ҡыяҡтарҙың сайырлы йәбешкәктән арынып яңы яҙыла башлаған мәле. Эргәләге муйыл әрәмәһе лә болоттай булып сәскәләнгән. Уның һулап туймаҫлыҡ хуш еҫе, еүеш ер тыны менән менән бергә, таңғы һалҡын һауаны һыуҙай итеп ҡуйырта.
Көмрө тауҙар арауығындағы юл сатына ауыр томан аҫылынған.
...Ултыра бирергә кәрәк. Иртә бит әле. Сыпранлап әллә ҡайҙа ашығыр ере юҡ таһа уның...
Иртәләгән ҡояш күбәләге ҡырсынлы юл өҫтөнән елп-елп осоп килде лә, ҡарт тәңгәленә еткәс, кинәт кенә боролоп, уның йөҙө алдында лепелдәне, һуңынан бер нисә ҡат уны әйләнеп осто һәм, һиҙҙермәй генә, тирәсле йоҡа аҡ кәпәсенә ҡунып, тынып ҡалды.
...Шулай тиһәң дә, ошонда ултырып уҙғарырғамы ни ҡалған ғүмерҙе?..
Ҡаты юлдан айырылып урман араһына йүнәлгәне тулайымса һоро томан аҫтында. Йөҙ аҙымдан ары бер ни тоҫмалларлыҡ түгел. Шуғалырмы, шул тарафҡа йүнәлергә теләк тыумай ине ҡартта әлегә. Иртәрәк ҡуҙғалды инде әллә? Юҡ, кәнишне, бик ваҡытлы. Юлаусының юлы ҡояшты уҙырға тейеш һәр саҡ. Уға бит әле ҡырҡ саҡрым самаһындағы араны аҙымлап үтеү фарыз. Быға ваҡытың да, хәлең дә етһен генә.
...Ҡарәле, һуңғы ҡат ошо таш өҫтөндә әлегеләй ултырғанына теүәл бер йыл үтеп тә киткән! Әйтерең бармы, сәпсим урынынан ҡуҙғалмаған, гүйә, йыл буйына. Ҡайҙа булғандар һуң шул ике аралағы көндәр? Эй-й ғүмеркәйҙәр... Һыуҙан юл, уттан көл ҡала, ә әҙәм балаһы көндәренән иҫ-хәтер ҙә ҡалмай, йыш ҡына...
...Ярай, ҡуҙғалайыҡ аҡрынлап...
Ҡарт ауыр ҡуҙғалып урынынан торҙо. Ерҙә торған тоҡсайына үрелде. Һәм шунда ҡарашы аяҡтарындағы күмерҙәй ҡара, өр-яңы кирза итектәргә төшкәс, ниңәлер сәйерһенеп ҡуйҙы, һирәк кенә ҡылһаҡал баҫҡан ябыҡ йөҙөндә көлөмһөрәү сағылды. Һы-һы... Кисә үҙе барып алғайны уларҙы кибеттән. Шунан ҡат-ҡат майланы итек майы менән. Шулайтһаң, юлдағы һыу-күләүеккә бирешмәй улар, аяҡтар ҡоро килә. Ҡарәле, нисек килешеп торалар?! Һалдаттағы һымаҡ! Рядовой Вәлитов, айт-два, шагом марш үҙ йортоңа! Етәр һиңә балалар елкәһендә ятырға, уларҙы бимазалап, матур донъяларын йәмһеҙләп үҙеңдең кәрһеҙләнгән һының менән!
Тәү тапҡыр һалдатта кейҙе ул кирзаларҙы. Торорҙар ине сафта шул итек баштарынан рәтте тигеҙләп... Эй-й, кисә генә булған һымаҡ бит. Бармы икән хәҙер был донъяла уның һымаҡ һаман да ҡаты ерҙе тапаған хеҙмәттәштәре?
Унан һуң да аҙ бөтөрмәне инде ул, ошо тарафтарҙа йөрөп, кирза итектәрҙе. Барыһын да бергә йыйып өйһәң, өйөм булыр...
Кирзалар тоғро эт кеүек бит улар, хужаларына ярап, тик уның ғына аяҡтарына өйрәнәләр. Шуға ла ят кирзаны кейеү ситен була. Кейһәң иһә, атлап булмай йүнләп, китә-бара балтырға һуға, үксә-табан, бөгәр сейләнә башлай.
Ул ташҡа кире ҡунаҡланы ла, итектәрен һалды һәм ашыҡмай ғына аҡ сылғауҙарын урап ҡабат кейҙе. Бына шулай... Тора-бара аяҡтарына килешеп ятыр был кирзалар ҙа. Йөрөгән юлдар барын да үҙенә яраҡлата бит ул...
Ниһайәт, ҡуҙғалырға булып тағы аяҡтарына баҫты. Шунда аҡ кәпәсендәге күбәләк һиҫкәнде лә елбер-елбер ситкә осто.
Ҡуйы томан һаман да ҡуҙғалмай урман өҫтөнән, уның ауырлығы елкәлә һиҙелгәндәй итә хатта.
Шул саҡ бар булмышында кинәт кенә хасилланған сәйер тойғонан аҙап ҡалды ул. Бәй, нимә был? Ни булды уға? Тәү күргәндәй булып, тирә-яғына әйләнеп ҡараны... Тик унда бер ни үҙгәрмәгән, бар нәмә лә үҙ урынында һымаҡ. Ҡырсынлы һил юл саты, урманлы тауҙар, аҡ муйыл әрәмәһе, аҡһыл-һоро томан... Үҙенең хәле лә һәйбәтсе, башы әйләнмәй, тыны ҡурылмай, йөрәге лә шып-шым ғына... Ни ғиллә һуң әле был?
Бер мәлдә, әлеге ғәжәйеп күңел тойғоһон үлсәп тора биргәс, иҫ киткес һығымтаға килде ҡарт. Ул, гүйә, үҙ-үҙен ситтән ҡарап тора ине! Эйе, юл сатында улар икәү! Һәм икеһе лә – ул! Береһе ана тора, асҡаҡ йөҙлө, һирәк кенә һаҡал-мыйыҡлы, яшыҡ ҡарт. Аяҡтарында ҡара итектәр, башында аҡ кәпәс, өҫтөндә йәшкелт төҫтәге иркен һырма, һалбыр һоро салбар... Икенсеһе лә ул, тик уныһы, гүйә, йәшенеп, ҡайҙандыр юл ситендә торған үҙ-үҙен күҙәтә!
Юҡ, ҡарт ҡурҡманы был шомло тойомлауынан. Әйтмә лә, ҡурҡыр сағы ҡасандан алып уҙған бит инде уның. Ул тоҡсайына эйелде лә, шунда һерәйеп торған өр-яңы һаплы балтаны тартып сығарҙы.
– Эй, кем һин?! – тип аҡырҙы ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡайҙалыр балтаһы менән ажарланып янап. – Енме һин, әллә йәнме?! Ен булһаң – кит, йән булһаң – ҡайт! Күрәһеңме, мин ауылыма, үҙемдең йортома ҡайтып барам?! Сыҡ юлымдан, ҡамасаулама! Иҫкәртмәһәң дә беләм! Бимазалама!!!
Шундуҡ бары ла үҙ торошона кире ҡайтты. Сит ҡараштар юғалды, юл сатында ул тағы ла яңғыҙы ҡалды...
Ҡарт тоҡсайын яурынына элде, балтаһын йәпләп тотто һәм ҡырсын юлдан ситкә, өҫкә ауып барған урман араһына йүнәлгән иҫке юлға төштө...
...Ул ашыҡманы. Уның аҙымдары аҡрын һәм һалмаҡ, ул, әйтерһең дә, аяҡтарындағы яңы итектәрен ҡыҙғанып һәр аҙымын үлсәп баҫа ине.
Күп булһа йөҙ аҙым киткәндер. Һуңғы ҡышын ҙур ауылда уҙғарып, шундағы күп халыҡҡа, шаулы тормошҡа күнеккән кешене шундуҡ бихисап ас күҙле, һаҡ ҡолаҡлы, шүрәле нәфселе ҡарурман уратып алды. Өҫтөнә кинәт кенә ябырылған был шомло ҡырағайлыҡты ҡапылдан ҡабул итә алмайынса, ҡарт бер аҙға туҡтап торҙо хатта. Баяғы сәйер тойғоһо ҡабаттан уянғандай иткәйне, тик ул иҫ-зиһененә барлыҡ ихтыяр көсөн йыйып, уны ҡыуаларға иреште был юлы.
...Тирә-яҡҡа тиҫтәләрсә саҡрымға йәйрәгән тау-урмандар хөкөмөндә ул япа-яңғыҙы ҡалғайны...
Ә унда, артта, бер-береһенә уҡмашып, йәбешеп, көндөҙ ҡайнап, төнөн иһә уттар балҡытып көн иткән тынғыһыҙ әҙәми заттарҙың донъяһы. Унда йылы аш, йомшаҡ түшәк, хәстәрле дауа, ярҙам... Унда уның ғәзиз балалары, күмәк туған-тыумасалары тормош итәләр. Кеменә барып ятһа ла, уны ҡыр типмәҫтәр, һуңғы көнөнә, сәғәтенә тиклем ауыҙына ҡойоп, аҫтынан алып ҡәҙер итерҙәр...
Ҡарт икеләнгәндәй булып бысраҡ юл уртаһында тора бирҙе. Оло юлдан ни бары йөҙ аҙымда ғына башланған был ҡараңғы ҡарағайлыҡ уны ҡапылдан шаңҡытты ла, ҡурҡытты ла. Әммә ул үҙенең кирегә боролмаҫын белә ине. Белә ул, ошо урманға күнегергә, яраҡлашырға, уға үҙ булырға, уға һеңергә бер аҙ ғына ваҡыт кәрәк. Эйе, бер аҙҙан ҡарурман таныр уны, ҡабул ҡылыр. Шунда уның әлеге өшәнесе, шомланыуы юйылып, һуҡмағы ла таҡырайыр, күңеле лә үҫер, шунда инде күҙенә эләккән һәр ағас, һәр тау, соҡор, шишмә, ҡолағына кергән һәр ауаз таныш, иптәш булып уға сәләм ҡайтарыр. Тап шулай. Ни тиһәң дә, ғүмер буйы тапаған юл, ғүмер һуҙымында гиҙгән тарафтар бит.
...Эйе, кирегә юл юҡ уға...
Ә томан уғата ҡуйыра ғына. Ул аҡлы-һороло пәрҙә булып, гүйә, тәнде лә, аңды ла томалап алған. Ҡайҙалыр тау йылғаһы шыбырлай... Тирә-йүндәге ағастарҙың тик аҫҡы ботаҡ-олондары ғына шәйләнә, остары иһә һөттәй болот ышығында. Шулай ҙа баш өҫтө аҡрынлап яҡтыра бара шикелле. Ҡояш ҡалҡа. Ә ҡар һыуҙарын һаман онотмаған юл еүеш, тайғаҡ. Уның артында, күптән инде әҙәм аяғын тоймаған һары балсыҡлы һуҡмаҡта, яңы кирзаларҙың семәрле табаны уйылып ҡала.
Был яҡтарҙы яңы замана юл-юҫыҡһыҙ итте. Ул йәш саҡта ошондағы тау-урмандар араһында тиҫтәләрсә ауыл, утарҙар булыр ине. Хәҙер инде, иҫе бар әҙәм хәтерендә, тик исем-атамалары ғына ҡалған уларҙың. Аслы-туҡлы заман булһа ла, ғаиләләр ишле, ауылдар халыҡлы саҡ... Улар араһында өс һыҙатлы таҡыр арба юлдары, һәр бөгөлдө тураға һуҡтырған һуҡмаҡтар, сабынлыҡҡа, утынлыҡҡа, йәйләүгә, һунар-ауға йөрөгән тапанлыҡтар... Йәйәүлеме, йә атлымы булып юлға сыҡһаң, юлаусы-кәсепселәр осрап ҡына, ә урман-туғайҙар әҙәм тауышынан яңғырап ҡына торор ине. Әлегеләй арҡаң менән айыу күҙен тойоп, ҡарурман аша тиҫтәләрсә саҡрым араны япа-яңғыҙ уҙыу булмағандыр ул саҡтарҙа... Яҙлы-йәйле, көҙлө-ҡышлы, үрмәксе ауылай булып селтәрләнгән шул юлдарҙан кешеләр арба-саналамы, һыбайлымы-йәйәүлеме, ауылдан ауылға, утарҙан утарға йөрөп, йомоштарын йомошлап, йә ҡунаҡ-туйға, йә йыназаға сәфәр ҡылдылар... Ә йәшәй килә ошо яҡтарҙы сикләгән ялан-далала бер-бер артлы ҡала-ҡасабалар үҫеп сыҡты, таш юлдар һалынды, электр уты тоҡанды. Йәштәр аҡсалы эш, анһат тормош артынан шунда күстеләр. Күп утыраҡтар шулайтып бөттө, юл-һуҡмаҡтарҙы урман баҫты. Ул ауыл-утарҙарҙың нигеҙ-бураһын ғына түгел, ҡәбер-зыяраттарын да табырмын тимә инде хәҙер...
Әйткәндәй, бынан өс тиҫтә йыл самаһы элгәре ошо юл да гөрләп торҙо ағас ташыған ауыр йөк машиналары аҫтында. Рәхәт ине шул саҡтарҙа юл йөрөү. Юлаусы машинаға эләгәһең дә һә тигәнсе барып та сығаһың йомошоң төшкән сит ауыл-ҡалаға. Тик, урманды ҡырҡып бөткәс, тағы оноттолар был яҡты. Тора-бара әүәлге ҡаты лесовоз юлын яҙлы-көҙлө аҡҡан йырғанаҡтар, ташҡын һыуҙар йырҙы, урман баҫты, күпер-баҫмалар ағып-сереп емерелде, шулай итеп, әле генә саңы борхоп, машина-матай елдертеп ятҡан юл тамам үткеһеҙ булды. Хәҙер инде йә иҫерекбаш, йә үтә алабарман әҙәмдең генә батырлығы етә бынан машинала китергә. Унда ла күптәре УАЗ-иктарын ҡыйратып, батырып, аунатып эт булалар.
...Шулай, ваҡыт бер нәмәне лә ҡәҙер итмәй. Ул, яҙғы ташҡын һымаҡ, юлындағы бар нәмәне ҡыйратып, ағыҙып алып китә...
* * *
...Өҫкә ауып барған урман юлынан яңғыҙ ҡарт бара. Аҙымдары ҡыҫҡа, аҡрын. Арҡаһында яшыҡ ҡына тоҡсайы, ҡулында балтаһы.
Уның алды-артында йырмасланып, тарайып бөткән еүеш, бысраҡ, ағастар араһынан таш атырлыҡ ҡына күремле ташландыҡ юл...
Ә артта, боролмалар ышығына боҫоп, уға ас айыу эйәргән. Йыртҡыстың тарбағай тырнаҡлы табаны ара-тирә кирза семәрҙәрен иҙеп, батҡаҡҡа сеүәтә дәүмәле йомро, һыҙғаҡлы эҙҙәр баҫа...
...Урман өҫтөнә ҡалҡҡан мәғрур ҡарағай ботағындағы төйлөгән ҡош, был икәүҙе күргәс, һиҫкәнеп осто ла, ҡыйғып ҡысҡыра-ҡысҡыра, ҡанат киреп, һауала әйләнә башланы. Аҫта, дәррәү йәшелләнгән яҙғы урман төбөндәге юл һыҙығы, ағастар ышығында ҡалып, шундуҡ өҙгөләнде, шунда бер-бер артлы китеп барған әҙәм менән айыуҙың араһы ҡыҫҡарҙы, улар, гүйә, бер-береһенә тағылған хужа менән мал инеләр... Шул саҡ ағас остарын тетеп йылы ел иҫте, ул ҡоштоң ҡаурый-ҡанаттарынан алып, уны һауаға, шекәрә болотло зәңгәр күк көмбәҙенә сорғотто! Ҡош анһат яуланған бейеклеккә ҡыуанып тағы-тағы ҡыйғыны һәм үҙен тулыһынса ерҙән килгән ипкен ихтыярына биреп, талғын ғына әйләнә-әйләнә һаман да юғарыраҡ күтәрелде. Офоҡтар киңәйҙе, бер аҙҙан түбәндәге урман-ҡырҙар ара-тирә генә туғай-ялан «утрауҙары»нан тимгелләнгән йәшел даръяға әүерелде... Алда, теге ҡарт йүнәлгән тарафта, күк сиреген биләп бейек тау ҡалҡа. Ҡарауға күренмәгән, барлығы ла беленмәгән, әммә торған ерендә йөҙҙәрсә саҡрымдағы тирә-йүнде үҙ ихтыярында тотҡан тәбиғәт батшалары затынан ине был тау. Ел йүнәлтеп, ҡар-ямғырлы болоттарҙы әйҙәп, йылға-шишмәләргә ағыр юл күрһәтеп, шуның менән һәр ағасҡа, һәр тереклеккә йәшәү шартын, тыуыр һәм үлер көнөн билдәләгән был көстөң барлығын был яҡтарҙа көн иткән күптәр күрмәһә лә, шуны белеп, тойоп көн итә... Ә төйлөгәнде күргәне бар уның! Әммә уға ла ошо тау үренә күтәрелеп, уны тулайымса күреү бәхете бик һирәк эләгә. Сөнки унда елпенеп менеү мөмкин түгел, осҡан һайын һауа һалҡыныраҡ, ел уҫалыраҡ, ҡояш утлыраҡ була бара, ҡанаттар тала, тын ҡурыла, ҡауырыйҙар ҡойола һәм, һуңында, быға дарман иткән ҡоштар, хәлдәре бөтөп, түбәнгә кәйелеп төшөп китәләр. Уға ла йылына тик бер-ике тапҡыр ғына насип була һыртҡа үрләү. Әлегеләй ерҙән күккә ағылған йылы, ҡуйы ипкен булыуы фарыз бының өсөн. Шуға ла ҡош үҙен бейеккә илткән тау һулышын юғалтмаҫҡа тырышып, иркен йәйелгән ҡанаттары менән һәр әйләнәһен баҫҡыс итеп, һаман да юғарыраҡ ынтылды...
Тик бейектән генә был тауҙың далалағы бөтөн бер ҡорған һымаҡ түгел, ә төрлө яҡҡа тармаҡланған бихисап арҡалы, уйһыу-йырынлы, ҡаяташлы, урман-һыулы айырым бер биләмә, донъя булыуы күренә. Унда, ялан булырҙай киң арҡаларҙа, бысаҡ йөҙөләй тар һырттарҙа шайтан үҙе ботон һындырырлыҡ ташлыҡтар. Уларҙа хатта үҙенә тамыр йәйерлек ер тапҡан ағастар ҙа һирәк. Ә түбәндәрәк, йәйенке тау итәктәрендә һәм уларҙан ары күҙ еткән киңлектәрҙә ошо тау тыуҙырған тиҫтәләрсә йылғалар, иҫәпһеҙ шишмә-инештәр буйында, ҡараш менән иңләп тә, аҡыл менә үлсәп тә булмаған йәшеллектә, бихисап төрлө тереклек тантана итә...
Бындай бейеккә сикһеҙ һөйөнгән төйлөгән ҡош оҙаҡ осто тау өҫтөндә, ян-яҡҡа тиҫтәләрсә саҡрымға таралған арҡа-һырттарҙы иңләп. Донъя иҫ киткес иркен, киң ине бында.
Көнбайышта, зәңгәрһыу офоҡ ҡырында ниндәйҙер ауылдар, ҡала-ҡасабалар ағара, юлдар бормалана. Ә көнсығышта иһә икһеҙ-сикһеҙ урман һәм көмрө арҡалы күкһел тауҙар ғына... Ҡоштоң үткер күҙҙәренән ерҙәге бер йән эйәһе лә ситтә ҡалмай. Ана, тау һыртындағы ташлыҡта ҡыр кәзәләре һикерешеп уйнай. Шишмә башында дәү мышы йөрөй. Туғайҙа ике балалы инә айыу ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙыра. Ҡороған имән ботағында ябалаҡ йоҡлай. Арыраҡ ауылдан алыҫ киткән йылҡы өйөрө... Йәшел урман ышығындағы юлда теге меҫкен ҡарттың аҡ эшләпәһе ара-тирә күренеп ҡала. Ә күҙ күреме ерҙә башҡа бер әҙәм заты ла шәйләнмәй... Уны аңдыған ҡарт айыу ниңәлер артта ҡалған, януар артабан ни ҡылырға белмәгәндәй юл уртаһында ҡалғып ултыра... Был йыртҡысты үҙе балағош сағынан танып белә төйлөгән. Ғүмерен ошо тауҙар ҡуйынында йөрөп уҙғара ул. Тик быйыл ҡарт айыу үтә лә хөртәйгән, башы мөйөшләнеп елкәһе таҙланған, ялбыр йөнө боларып, ҡойолоп, тиреһе лә осло ҡоро ботаҡтарға ябылған йыртыҡ япма һымаҡ. Күренеп тора, көндәре һанаулы януарҙың, ҡыш еткергән хәлдә лә, киләһе яҙҙа өңөнән сыға алмаҫ... Ҡарт әҙәм дә күптән таныш төйлөгән ҡошҡа. Ул йыл һайын ошо ваҡытта, ошо юл менән тау аша уҙып, әле күк менән ер ситендә генә шәйләнгән ауылына ҡайта. Ул ауылда ни бары биш-алты йорт та, унлаған әбей менән бабай көн итә. Йәй һуҙымы шундағы өйөндә йәшәй ҡарт яңғыҙы, тик ара-тирә, сиратлап ҡына, балалары ҡайтып китәләр янына. Ҡара көҙ етеп, төйлөгән ҡош йылы яҡҡа осоп киткәндә лә тороп ҡала ул ауылда. Ә, яҙ еткәс, ошо юлда тағы күренә. Ул да, уның артынса туған йортонан китеп, ҡышты ҡайҙалыр ситтә уҙғара, ахыры.
Ҡарт та күҙгә күренеп кәрһеҙләнгән быйыл...
...Төйлөгән, үҙен ҡош итеп яратҡан Тәңрегә сикһеҙ рәхмәтен белдереп, донъялыҡтың бейек көмбәҙе аҫтында ҡыйғый-ҡыйғый әйләнде лә әйләнде...
* * *
Ҡарт юл аша сылтырап ҡына аҡҡан таныш шишмәгә еткәс, туҡтап хәл алырға булды. Сирәмле яр башына ултырып итектәрен систе лә, сылғауҙарын яҙып ҡояшҡа һалды, тамырҙай кәкре бармаҡлы ябыҡ табандарын һалҡын һыуға тыҡты...
Килә торғас, көн үҙәге лә еткәйне инде. Ҡояш, йәй көсөнә кермәһә лә әлегә, ярайһы уҡ ҡыҙҙыра. Шуғалырмы, сәкмәне лә, тоҡсайы ла ауырайҙылар, хет ташлап кит. Һауа аяҙ, тик алдағы тау һыртында, ҡош ҡауырыйына оҡшап, аҡ болот һуҙылған. Бар урман ҡоштар тауышынан шаулап тора.
Ул шунда ғына был юлы үтә лә аҡрын килеүен аңлап ҡалды. Уҙған йылдарҙа был мәлгә ярты юлға етә яҙа торғайны бит. Ә инде төн уртаһы ауышыуға йортоноң урам ҡапҡаһын да асыр ине... Тимәк, ҡайҙалыр туҡтап, урманда ҡунырға тура килер, ахыры, бөгөн. Таҡыр юлда төнләтеп атларға ла булыр ине, әлбиттә, тик ҡайҙа ул бында таҡыр, тигеҙ юлдар? Абайламаҫтан берәй соҡорға ҡолап ботоңдо һындыраһыңмы ла, йә ботаҡҡа төртөлөп күҙһеҙ ҡалаһыңмы... Нисауа, бөгәсә эңер төшкәнсе барып берәй ағас төбөндә ҡунһа усаҡ яғып, иртәгә төш ауышыуға ҡайтып та етер, Алла бирһә...
Элгәре, был яҡта халыҡ күп саҡта, аҙау кәбәндәр булыр ине ялан-туғайҙарҙа. Һунарҙамы, балыҡтамы йөрөп һуңға ҡалһаң, кәбән аҫтына керәһең дә ятаһың. Йоҡо рәхәт була унда, ел-ямғырҙан да, ен-януарҙан да тыныс, серәкәй-ләпәкәй ҙә бимазаламай...
...Шишмә һыуы боҙҙай һалҡын, оҙаҡҡа түҙҙермәй табандарҙы һә тигәнсе семетеп-сәнкетеп тә ала. Шулайтһаң, шәп атлауҙан табан-тубыҡҡа тулған ҡан ҡасып, аяҡтар еңеләйеп ҡалалар...
Тоҡсайынан икмәк алып һындырҙы, ике бешкән йомортҡа сығарҙы. «Көнлөк аҙыҡ ҡорһаҡта», – тип кенә елдерер ине ул йәшерәк сағында, юлда һис кенә лә туҡтап, ашанып тормайынса. Хәҙер генә, олоғайғас, ҡат-ҡат хәл алып, ултырып, ҡапҡылап йөрөргә ғәҙәтләнде...
Ҡыҙы ныҡ борсолдо был юлы, ниңәлер, атаһы ауылына йыйына башлағас. «Атай, ҡайтып йөрөмәсе, нимә бар унда һиңә?! Бигерәк ҡартайып киттең дәһә быйыл? Йәшә ошонда, һинең беҙгә бер биҙаң юҡ! Ҡурҡам даһа мин... Ни юлы юлмы, яныңа йәһәт кенә барып етергә, ни телефон тотмай. Хоҙай онотҡан әллә ниндәй яҡ бит ул беҙҙең ауыл. Сирләп китһәң, йә имгәнһәң, кем белер? Ҡуй, йөрөмә, йәй етеп, юл арлы-бирле кипһә, үҙебеҙ алып барырбыҙ берәй УАЗ-икмы, йә йөк машинаһымы яллап», – тип ныҡышты.
Әүәле, уҙған йылдарҙа, улайтып ҡайғырмай, ҡаршылашмай инесе ҡыҙы һис тә? Атаһын теләгән көнөндә юлға әҙерләп, йылмайып-көлөп ҡул болғар ҙа ҡалыр ине. Ә бөгөн, ҡартайҙың даһа, йәйәүләп яңғыҙ юл йөрөргә, ти... Йәшәгәс ни, ҡартайыла инде, ҡыҙым, йәшәп кем йәшәргән? Нимәң бар унда, тисе тағы... Бәй, бары ла шунда инде! Өйөм ултыра, Аллаға шөкөр, мейесем бөтөн, малһыҙ булһа ла төҙөк кенә аҙбар-ҡурам да, мунсам да, ялан кәртә баҡсам да... Әбейем дә, һеҙҙең әсәйегеҙ, шунда ята, йәне йәннәттә булғыры... Бар ғүмерем шунда, ҡыҫҡаһы. Нисек ҡайтмайһың? Ашарыма ла етәрлек, оном, ярмаларым һандыҡта бикле, сысҡан-маҙар керерлек түгел. Ит-майҙы әлегә мал тотҡан күрше-күләндән алырмын пенсия аҡсаһына. Тик баҙҙағы бәрәңгеләрем ялбырлатып шытҡандыр инде бығаса. Ҡайтып, бер аҙ баш-күҙ алғас, баҡса ерен көрәк менән булһа ла ҡаҙып, биш-алты биҙрә сәсмәйенсә булмаҫ, шулай ҙа. Көҙгә йәш бәрәңге танһыҡ бит ул... Нисауа, ҡыҙым, шәп әле атайың, биткә-һынға ҡотһоҙланһа ла, һис бирешмәй, һыҙлаған-сәнскән бер ағзаһы ла юҡ! Тик бына аҙымдары ғына барымһыҙ быйыл, яй китә бигерәк. Әллә ниңә бер ҙә шәп китеп булмайсы...
Дүрт йәшлек ейәне ҡалды унда йоҡлап, улар иртәләп юлға сыҡҡанда. Олатаһын юҡһынырмы икән уянғас, бигерәк бешенеп киткәйне шул. Ҡыш буйына шунда торғас ни. Тиктормаҫ, тәтелдәк малаҡай, самай мәрәкә сағы...
Ҡыҙы менән кейәүе оло йорт һалып керҙеләр. Бығаса йәшәгән ыҙмалары бушаны. Ул шунда ҡыш уҙғара хәҙер. Йылы ла, аулаҡ та, йәштәрҙең маҙаһына ла теймәй яндарында буталып. Малдарын ҡараша, урам эше менән була. Тик ятыуҙан ялҡып китһә, ситтәге ҡалған өс балаһына барып әйләнә. Тик ҡала фатирында оҙаҡҡа түҙмәй ул, ҡыҫтау ҙа, тын да етмәй унда. Күреп сығыр өсөн генә барған була инде ике-өс көнгә, ейән- ейәнсәрҙәрен күстәнәс-бүләктәре менән һөйөндөрөп...
Юлы ырамауын аңлаһа ла, ултыра бирҙе һаман шишмә ярында. Әйткәндәй, ҡайҙа ҡабалана ул? Барыбер иртәнгегә ҡалды бит инде юлының осо... Ә баяраҡ уны тайыш табан эҙәрләй ине, шикелле. Әле тойолмай... Урманкүҙ булғас, шуның һымаҡҡа сосайып бөткән шул үҙе лә. Күреп-ишетмәһә лә, танауы һиҙмәһә лә, һырты менән тоя янында януар йөрөгәнде... Эйе, үҙ ғүмерендә айыуын да, боланын да, башҡаһын да аҙ алмаған, аҙ еймәгән ул. Йәшерәк сағында януарға ҡаршы үҙе лә януар һымаҡ ине бит. Шулай булғас, үҙен бөгөн йыртҡыс килеп баҫһа ла ғәйеп түгел, әжерен ҡайтарған һымаҡ булыр. Уға күп кәрәкме ни, өҫтөнә ырғып ялпаштырғансы бер һуҡһа – хуш, донъя, һаумы, Хоҙай! Тик тереләтә тартҡылап өҙгәләмәһен генә... Әммә-ләкин, уға барыбер һымаҡ булһа ла, бының йәмһеҙ яғы ла бар шул. Балалар өсөн. Уның айыу ботарлаған ҡалдыҡ һөйәк-һаяғын урман буйлап йыйнап йөрөргә яҙмаһын инде уларға, берүк, тәүбә-тәүбә! Һаҡла, Хоҙайым, ҡолоңдо, алма йәнемде, берүк, үҙ йортома ҡайтып еткәнсе генә булһа ла!
Һуңғы был уйынан ҡарт ҡапыл ғына һағайҙы, һиҫкәнде һәм, үҙ-үҙенә ышанмайынса, барса тойғоларын һағайтып, ултырған ерендә ҡатып ҡалды. Кем был, нимә? Һауананмы, урманданмы, әллә шишмә тауышынанмы, ҡайҙандыр, һуңғы уйына яуап ишеткәндәй булды ул шунда. Эйе, кемдер уға «ярай» тине! Яңғыраумы, шаңдаумы, шыбырлаумы әллә ҡысҡырыумы, әммә был һүҙ ап-асыҡ булып зиһененә үтеп инде. «Яра-а-й»... Һы... Бына тағы бер ғиллә... Иҫендә: ҡайһы саҡта, төн йоҡоһонан кемдер исемен әйтеп уятыр ине уны әүәле. Һиҫкәнеп күҙҙәрен асһа, янында ҡыпыш иткән бер кем дә юҡ. Ә теге саҡырыу, әле генә ишеткән ысын тауыш һымаҡ, һаман аңында тора. Сәйер ҙә, шомло ла...
Ул һуңғы ваҡытта баяғы «өйәнәге» ҡуҙғалыуҙан ҡурҡып йәшәй һәр саҡ. Әле лә, үҙе лә һиҙмәҫтән, шуға һағайып, хатта ҡайҙалыр ҡасып китерҙәй булып ултыра. Ни ғилләлер был, аңларлыҡ түгел. Тикторғандан ғына үҙ-үҙен ситтән күргән һымаҡ итеп тоя башлай ул. Юҡ, был күреү ҙә түгел, ысынында иһә. Ул үҙен ике кеше итеп тоя башлай, шикелле... Береһе бында, тәнендә, ә икенсеһе күренмәй генә янда йөрөй. Шулай, шикелле... Шул ғәләмәт уны алйыта, албырғата, зиһенен бутап таныш ерҙә лә аҙаштыра. Тирә-йүн төштәге һымаҡ тоноҡлана башлай, әле генә күргәне онотолоп, ҡабат ҡарауға икенсе төҫ ала... Тәүге тапҡыр быйылғы яңы йыл төнөндә килде уға был шомлоҡ. Балалар менән табында ултырҙы ла аҙ ғына, ыҙмаһына ҡайтып ятҡайны. Ниңәлер уянып китеп күҙҙәрен асҡайны, үҙ-үҙенә ситтән ҡарап тора! Үлгәнмен дәһә тигән уй балҡып ҡалды зиһенендә ҡапылдан шунда хатта! Һуңынан был «нәмә» уны торған һайын йышыраҡ, һис көтмәгән урында тота башланы. Урамдамы, йә балалары алдында өйҙәме, лавкаламы... Шул мәлдә кеше араһында булһа үтә лә йәпһеҙләнә, үҙенең был хыялый хәлен күреп ҡалырҙар, тип ҡурҡа. Бынан ҡотолоу әмәлен дә тапты ул, аптырағас. Бының өсөн енләнеп екеренергә, туҙынырға, ҡысҡырырға, әшәке итеп һүгенергә кәрәк. Шунһыҙ, тиҙ генә ташлап китмәй ул «нәмә», һуңғы ваҡытта торған һайын оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Балалары алдында шул хәлгә тарыуҙан ҡурҡа ул. Һиҙеп ҡалып был өйәнәген, дауаханаға тығыуҙары ла ихтимал бит. Ә унан ҡарт ишәккә ни файҙа? Эйе, ни булһа ла, һаулыҡ түгел инде был... Ҡартайып та кителде шул. Тиңдәштәренең күбеһе күптән инде ҡәберҙә. Уның да сираты етеп килә, ахыры. Шуны иҫкәртәлер был, шуға ишара яһайҙыр, әҙер булырға саҡыралыр... Әйткәндәй, ҡапылдан ғына йығылып үлеп китһә, нимәһе насар? Ҡырҡ сиргә тарып, күҙһеҙ-зиһенһеҙ, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалып, аҫтыңды бысратып, балаларҙы аптыратып ятҡансы. И-и, Хоҙайым, зинһар, ярлыҡай күр ҡолоңдо шул хәлдән! Тик бына ҡәбере ситтә булыр шул, был яҡта үлеп китһә. Балалары уның мәйетен юлһыҙ яҡҡа илтеп ыҙаламаҫтар, йыйын сит-ҡыр араһына илтеп ҡуйырҙар. Үлгән кешегә барыбер түгелме ни, тип... Барыбер түгел икән шул, балалар. Үҙ ауылына, үҙ зыяратына ҡайтып ятҡыһы килә атайығыҙҙың. Барса зат-ырыу, туған-тыумаса, дуҫ-иштәре араһына. Бергә йәшәнеләр ҡыҫҡа ғына ғүмерҙә, шулай булғас, зыяраттары лә уртаҡ...
...Мәрхүм әбейенең ҡәберенә йәнәш ерҙе биләп тә ҡуйған инде ул үҙенә ауыл зыяратында. Таяҡ ҡаҙап. Һыу сыҡмаҫлыҡ йәмле генә ҡалҡыу урын, ере лә йомшаҡ, ваҡ таш та ҡыҙыл балсыҡ ҡына...
...Эргәләге ереккә баш бармаҡ дәүмәле генә ниндәйҙер бер ҡошсоҡ фырылдап ҡунды ла, һуҙып-һуҙып сутылдап, ботаҡта ырғанлай-ырғанлай яр башында ултырған яңғыҙ кешегә төймәләй ҡара күҙҙәре менән төбәлде. Уның тауышында «нишләп ултыраһың һаман, ваҡыт уҙа лаһа, әйҙә тиҙерәк ҡуҙғал!» тигән өндәр ишетелгәндәй ине.
Ҡарт, сылғауын урап, итеген кейҙе, ҡапсығын артты, аҡһаҡлап юлға төштө. Күрсәле, шул ғына арала аяҡтары ағастай булып ҡатып та өлгөргән. Эй-й, ҡартлыҡ етте шул, ҡартлыҡ түгел шатлыҡ...
...Ҡайҙандыр елбер-елбер осоп килеп башындағы аҡ кәпәсенә сыбар күбәләк ҡунды тағы...
Нисек булһа ла, юл – юл инде. Ҡарурман да тау-таш араһында көн иткәндәр барған яҡҡа юҫыҡ биргән асыҡ-һыҙатҡа ла шат бит. Аҙбарҙай дәү лесовоздар йөрөр булғас, урман йығып, тау аҡтарып, ярайһы уҡ киң, иркен итеп, тейешенсә нығытып һалғайнылар был юлды заманында. Билдәле, бер ҡасан да әҙәм үтмәгән ерҙән түгел, ә боронғолар тапаған әүәлге арба-сана юлынан үттеләр, тирә-йүнде ҡыйратып. Шул саҡтарҙа ян-яҡҡа ҡарауы ла ҡурҡыныс булыр ине. Тамырҙары аҡтарылып, ере йыртылып, арҡыс-торҡос ауҙарылып, йығылған, бөгөлгән, һерәйеп һынған, бунттары ятып серегән икһеҙ-сикһеҙ диләнкәләр... Бигерәк нескә күңелле, хыялыйыраҡ бер танышы бар ине ҡарттың шул заманда. Кем ине әле исеме? Йәш ҡыҙҙай итеп мәсхәрәләйҙәр урманымды, тип илап ултыра ине шул бахыр, бер күрешкәндә. Мәрхүм инде ул да...
Япондар таҙа икән ул эшкә. Үткәндә телевизорҙан күрһәттеләр. Ҡырҡҡан ағастарҙы остоҡ тамырына тиклеп йыйнап, һуңынан диләнкә ерен таҙартып, һөрөп, йәш ағас сәсеп китәләр, ти... Ә беҙҙә ҡайҙа ти ул ундай тәртип? Тәртибе булғанды тәртипһеҙҙәр, боҙоҡтар еңә, улар күмәклек менән алдыра. «Ҡомаҡтар өйөрө»нә тарыған әҙәм балаһына йәшәү юҡ. Туранан-тура ла, әхлаҡи күҙлектән дә шулай...
Эй-й, урмандар, урмандар! Уҙҙы инде һеҙҙең менән ғүмеркәйҙәр... Юҡ, тамсы ла үкенмәй ул быға, киреһенсә, яҙмышына ысындан риза, сикһеҙ шөкөрлө. Урмандан да изгерәк, йәшәр өсөн йәтешерәк тәбиғәт бармы ни был донъяла? Шуға ла бит барса тереклек шунда, күҙгә лә эләкмәгән әкәм-төкәмдән алып, ағастай мөгөҙлө дәү мышы менән күбәләй айыуына тиклем! Сослоғо булғанды урман ашата ла, йәшәтә лә, һаҡлай ҙа, сит күҙҙән дә йәшерә. Урмандан тик файҙа ғына әҙәм балаһына, һис кенә лә яманлыҡ юҡ бит унда. Диңгеҙ-даръялар, бейек тауҙар, дала-сүллектәр үҙҙәренең ел-дауылы, ғәрәсәте, уттай эҫеһе, боҙо-һалҡыны менән ҡыйратып ҡына тора бит кеше ҡорғанды. Ә урман – изге урын... Ә ағастар иһә төптө ғәжәп нәмәләр. Улар һымаҡ бер кемгә бер зыянһыҙ йәшәп торған башҡа тереклек юҡтыр ҙа ерҙә. Ә фани донъя тормошо, ысынында иһә, бер-береңде ашап-йотоуға ҡоролған бит. Тик ағастар ғына был ҡанундан ситтә ҡалалар. Орлоҡ булып төшкән ерҙәрендә үҫеп, шунда ғүмер уҙғаралар, бер нәмәгә дәғүәһеҙ ҡалып, тамыр-япраҡтары биргәнгә риза булып. Янына балта тотоп килгәндә лә ботаҡ һелкетеп тә ҡаршылашмайҙар, яҙмыштарын шып-шым ҡалып ҡабул ҡылалар...
Ҡаяташ аҫтындағы анауы ҡарағасты малай сағынан алып белә ул. Ошонан үткән һайын ҡарашты йәлеп итә, ниңәлер. Нисәнсе ҡаттыр инде быныһы... Шул заманда нисек ултырған, һаман да шул килеш. Балта-бысҡыға ҡалмаған ағас ғүмере әҙәм балаһыныҡынан күпкә оҙонораҡ була шул. Тынмаҫ-һүнмәҫ ел юлында үҫкән был ҡарағас кәкре, ҡотһоҙ, сөнки уға буйһоноп бейегәйергә һис форсат юҡ. Ә арырағы, тау ышығында ултырғаны, уҡтай төп-төҙ.
Бер уйлаһаң, әҙәм тормошо ла ошо ағастарға оҡшап тора лаһа. Ҡайҙа орлоғоң төшөп, ҡайҙа тамыр йәйәһең – йәшәүең дә шулай...
...Леспромхоз китеү менән, уның артында ен ояһылай булып ҡалған диләнкәләрҙе шундуҡ ваҡ ағас баҫа башланы. Урман шулай әҙәми зат һалған яра-йәрәхәттәрен тиҙерәк дауаларға тырышты, гүйә. Хас та һуғыштан һуң уғата үрсемле халыҡ һымаҡ. Әле килеп ул диләнкеләрҙе танырлыҡ та түгел, йәш ҡарағай-сауҡалар бейегәйеп, аралары үтеп кермәҫлек тығыҙ, ҡуйы, ҡараңғы...
Леспромхоз алырлыҡ урман бөткәс, был юл да аҡрынлап һүнде. Әле килгән арала ғына күпме емерек күперҙәрҙе, һыйыр төшөп ятырлыҡ соҡорҙарҙы үтте ҡарт. Тауҙа яралып, үҙән буйлап аҡҡан һыу буйынан бара юл гелән ошо тәңгәлдә. Кискәндә балтырҙан ғына булған шул йылға ишараты яҙлы-көҙлө ташҡындарҙа ярҙарын йырып, ағастарҙы ауҙарып, күпер-баҫмаларҙы ағыҙып, тәгәрмәсле юлаусыға төптө үткеһеҙ иткән.
...Бына, ниһайәт, йылға буйынан китеп барған юҫыҡ тауға үрләне. Унда, арҡала, юл яртыһы. Шундағы пар ҡарағай төбөндә туҡтап ял итәләр юлаусылар. Ә уға был юлы шунда ҡунырға тура килер, ахыры. Ай-Һай, ҡартлас, һис кенә лә ҡабаланмайһың даһа быйыл? Уҙған йылдарҙа бығаса тау аша төшөп ауылға яҡынлаша торғайның даһа?
Нисауа, килә ятам даһа аҡрынлап, ярай инде шулай килгәс тә, ошо йәшкә етеп. Уның ише күптәр урманға түгел, өйҙән дә сыға алмай ултыралар, ҡалған көндәрен һанап... Уның да ғүмеркәйе ошо юл һымаҡ үҙ осона сығып бара бит. Шулай булғас, һәр аҙымды, һәр көндө һаман һуҙғандай итеп, әлегеләй ашыҡмай ғына барыу фарыздыр...
Һағайып ян-яҡты күпме ҡарап тыңлаһа ла, ҡыпыш иткән шик, шом юҡ һымаҡ. Ә арҡа менән елкәһе тағы «өшөй» башланысы? Тимәк, теге тоҡос ҡойроҡ ҡалмай унан, тәки килә юллатып... Нишләргә? Килеп баҫһа, балта менән генә еңеп булмаҫ, элеккеләй ен һымаҡ елле сағы түгел. Ни ҡаршыға бер кем осрамай, исмаһам. Кем йөрөһөн инде бынауы юлһыҙ мәлдә, йөрөрлөк халыҡ та аҙайып бөткән бит был яҡтарҙа... Таяҡ ҡырҡып алып, шаҡылдап барырға ғына ҡала, былай булғас. Һәм йырларға, хәл еткәнсе ҡысҡырып. Тынысҡа күнеккән йыртҡыс өркә торған тауыш-шаңдауҙан.
Алыҫтарҙа тора, ай, күренеп,
Бәштин дә генә тауҙың иң үре...
Эскән дә генә балдай татлы икән,
Әсе икән әҙәм ғүмере...
Һы-һы, йырланы ти шулайтып берәү. Тауыш юҡ, тын ҡыҫҡа... Эй-й, ҡайҙа ти ул хәҙер әүәлгеләй күкрәк киреп, һуҙып-һуҙып йырлаған тын-түштәр? Ғөмүмән, бындай йырҙарҙы ла ишетерлек түгел инде хәҙер халыҡта. Онотолоп бөткәндәр. Ә йәштәрҙең үҙ заманы ла, үҙ моң-заңы. Ә борон, үҙе йәш саҡта, ултырырҙар ине табында ағай-бабайҙар әсе бал эсеп, ошондай оҙон көйҙәрҙе һуҙып ғырылдаҡ тамаҡтары менән. Һәр ҡайһыһының үҙ йыры булыр ине, ҡайҙа ла ҡабатлаған. Берәйһе шулайтып йырлап бөтһә, артынса «һәү-әлей! Ана шула-ай!» тип ҡуйырҙар ине йөпләп башҡалар...
Ай үтәрһең, ғүмерем, йыл үтәрһең,
Ҡартайып та ғына китәрһең...
Ҡартайтыуың бер ҙә ҡаза түгел –
Үлтереп тә генә әрәм итәрһең...
...Бер аҙ барыуға теге «елкә еҫе» һүрелеп юҡҡа сыҡты...
Үәт, ҡулға таяҡ тотоп алғас, йәтешерәк һымаҡ таһа атлауға. Шулай инде, таяҡ ни яңғыҙ йәйәүленең дә, ҡарт-ҡороноң иптәше. Аллаға шөкөр, таяҡҡа ҡалыр көнө етмәгән әле уның. Аяҡтары ла ныҡ, биле лә ҡаты. Тик бына аҙымдары ырамһыҙ... Әйткәндәй, әүәлге кеүек ал-ялһыҙ ҡайырып эшләрлек донъяһы ла юҡ инде уның. Ятып торорлоҡ ҡына. Малын бөтөрҙө, бесән эшләрлек кәре ҡалмағас. Өс умартаһы бар ине, уларҙы ла һурнаҡ баҫты былтырғы йәйҙә. Нисек итеп, нимә эшләп көн уҙғарыр быйыл, аптыраҡ... Шулай ҙа, ҡорттарҙы тергеҙеп ҡарарға кәрәктер, күрше-күләндән күс һатып алып. Быйыл булмаһа ла, икенсе йылда аҙмы-күпме балы булыр, балаларға күстәнәскә... Йәлке, әбейе иртәрәк күсте шул ысын донъяға. Шунан һуң донъяның да ҡото китте. Ул барҙа йыл да ике һыйыр, башмаҡ-һарыҡтар, ат, ҡош-ҡорт тоторҙар ине. Ә хәҙер хәл дә юҡ быға, дәрт-дарман да, кәрәкмәй ҙә...
...Әбейһеҙ йорт – инәһеҙ күс һымаҡ бит ул...
...Тауға менһәң, тау күренмәй, тиҙәр. Был тау һыртынан да тирә-яҡты күҙләрлек, юҫыҡ-юлды ҡарарлыҡ түгел. Ҡарурман бирмәй. Ауыл янындағы бейек үркәскә артылып, шундағы асыҡ ҡаяташ башынан ҡарағанда ғына яман көмрәйеп, ҡалҡып, зәңгәрләнеп тора ошо һырт...
...Урман өҫтөндә кәкүк тауыштары. Береһе бынауы ҡайын башында саҡыра. Икенсеһе ҡайҙалыр төптәрәк моңлана. Уларға әллә ҡайҙағы өсөнсөһө ҡушыла... Эй-й, кәкүккәйҙәр... Мең ҡат ҡысҡырһағыҙ ҙа ышанып булмай инде һеҙгә хәҙер. Хатта ике-өс саҡырыуығыҙ ҙа шикле... Уҙҙы ғүмеркәйҙәр... Ошо йәйҙе иҫән-һау ғына уҙғарһа ла, бик шөкөр. Һы-һы, йәйгә өмөт тотаһың икән әле, ҡарт ишәк, афарин! Ысынында иһә, Хоҙайҙың һәр көнөнә тәҡбир әйтеп, шуны тотош ғүмергә тиңләр заманың еткән дәһә...
Моңона ҡарап, әкиәт ҡошо тиергә була кәкүкте. Ә ҡарауға инде ҡарға дәүмәле ибәтәйһеҙ, ҡотһоҙ бер нәмә бит ул.
...Кәкүк йәй килтерә...
* * *
...Елһеҙ урманда ҡыпыш иткән дә ҡыяҡ-япраҡ юҡ. Шуға ла төнгө усаҡ ялбырлап ләүкемәй, шәмдәй шым, тигеҙ яна.
Барыр юлдың күп өлөшөн үтте яҡтыла ҡарт шулай ҙа. Тау аша төшөп еткәс, туҡтап төн ҡунырға булды шишмә буйында. Эңерҙә эргәләге ваҡ шыршыларҙы ҡырҡып ҡыуыш әтмәләне, шуларҙан түшәк өйҙө, «юрған текте». Ышыҡһыҙ ярамай, өҫтәңдән йүгерек һауа йөрөмәһә, тыныс була бит ул йоҡларға. Көнгә лә ышаныс юҡ, кис күге йондоҙҙарын бәҙрәйтеп салт аяҙ торһа ла. Ә таңда яуып ебәрмәҫ тимә, «яҙғы көн – ярты аҡыл», тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр боронғолар. Көндөҙгө йылыға ышанмайынса, сәкмәнен алғанына ла һөйөнә хәҙер. Ҡояш киткәйне, шундуҡ һыуытты, кейемһеҙ-утһыҙ булһаң, таңға туңып ятмам тимә. Муйыл һыуығы инде был, муйыл сәскәләнгән бит...
Кирзаларын һалып, сылғауҙарын утҡа элде, тоҡсайынан ниндәйҙер дарыу алып аяҡтарын ыуҙы. Юлдан сығып бер аҙ ултырғайны, шундуҡ ағас һымаҡ булып ҡаттылар тубыҡ бөгәрҙәре. Иртәгә нисек тороп, ҡуҙғалып китер әле... Һы, иртәнсәк туй итеге һымаҡ ҡупырыҡ кирзалар, ике тиҫтә саҡрым самаһы тапанлағас бысраҡ урман юлынан, хужаһының аяҡтарына тамам ярап, кәкрәйеп, таман булғандар! Шулай ул урман юлдары, улар ҡупшыны ҡыуарта, төҙҙө ҡыйшайта, йүнһеҙҙе йүгертә...
Үәт... Ә хәҙер һый-сафа ҡороп алырға ла була!
Утта йылынған итле консерва, ыҫланған икмәк, бешкән йомортҡалар, тимер көрөшкәлә сәй. Һәм ялтыр шешә. Ҡарале, ҡасып барған хан табыны тиерһеңме ни!
Тик хан янында яланышып йөрөгән ярандары күп була. Ә ул ҡарурманда япа-яңғыҙы. Иптәше – балта ғына. Шул еткән дә. Балтаң менән утың булһа, урманда әллә күпме торорға була...
Юҡ, ҡасып бармай ул, ҡайтып бара. Үҙ ауылына, үҙ йортона. Иртәгә, Алла бирһә, төш ауыуға ҡапҡаһын да асып керер. Ҡыш буйына етемһерәгән өйөнә йән өрөп... Ауылдағы башҡа ҡарт-ҡоро нисек торҙолар икән? Һәйбәттер, шулай булмаһа, күптән ишетелер ине. Яман хәбәр ҡанатлы, яҡшы хәбәр сатан аяҡлы. Ҡайтып әҙерәк тын алғас, әйләнеп сығыр күрше-күләнен, хәлдәрен белешеп. Ярты йыл күрешелмәгән бит, шулай булғас, ауыҙ асып тел уйнатырлыҡ хәбәр-хәтер ҙә табыла. Көн дә күреп, иҫәнме-һаумы, тиеүҙән уҙалмайынса бер-береңә тексәйеп торған һымаҡ түгел...
Кеҫә телефоны биреп ҡайтарҙы уға ҡыҙы был юлы. Ус аяһылай ғына, төймәле, тәҙрәле бер нәмәкәй. Уты һүнһә, электрға тығып ҡабат яндырырға була икән. Аҡса ла һалдым ти, ҡалайтып һалғандыр, аңламаҫһың. Шунһыҙ һөйләшеп булмай, имеш... Тик ауылда был телефон тотмай шул. Кешеләр эргәләге тау һыртына менеп һөйләшәләр, йомоштары тыуғанда. Шунда барып, шылтыратып тор беҙгә, ти ҡыҙы. Ай-һай, ул тауы тау һынлы ғынамы, башына мүкәйләп менәрлек бигерәк текә, бейек тәһә... Ҙур ерҙә үтә лә тынғыһыҙ, ығы-зығылы йәшәйҙәр, имеш, хәҙер. Күрҙе инде, күрә алған хәтлем... Барыһына ла ошо телефон менән шылтыратып ҡына һөйләшәләр, алыҫына ла, яҡынына ла. Йәтеш. Ҡулдарынан төшөрмәйҙәр шул нәмәне. Ә күптәрҙең йорттары хан һарайы һымаҡ, аласыҡтай дәү машиналары ялтырап тора, эсенә кереп ултырырға ла уңайһыҙ... Һәр кемде дәүләт һауалағы спутниктан күҙ яҙҙырмай күҙәтеп тора, тиҙәр, ысын булһа. Ул нәмәкәй әлеге мәлдә уға ла ҡарап торамы икән анауы йондоҙҙар араһынан? Юҡтыр ҙа, кемгә кәрәге бар уның? Дәүләттең унан башҡа ла мәшәҡәте етерлек, ҡарап-күҙәтеп торорлоҡ яһил, дошман әҙәмдәр аҙмы ни...
Тирә-йүндә көнө буйы сыр-сыу килешкән ҡош тауыштары аҡрынлап тынды. Шуны ғына көткәндәй, эргәләге әрәмәлә һандуғас кереште моңға оҫталығын күрһәтергә! Тик ул да оҙаҡҡа һуҙманы, зауыҡлы нәмәнең ҡәҙере наҡыҫлыҡта икәнде ул да белә, ахыры... Тиҙҙән эңер, ҡуйырып, күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡара төнгә олғашты. Был иһә, булһа-булмаһа ла, урман араһында йылпылдап күҙҙе маҙалаған әбәк-һәбәкте йәшереп, тынысыраҡ булып ҡалды... Ә теге нәмәҫтә, айыуҙы әйтәм, барыбер килде, шикелле, арттан. Нишләп бәйләнде һуң әле, сәсрәгере, башҡа йәнлек-януарға әүрәмәйенсә? Аҙмы ни бында тамаҡ ялғарлыҡ тереклек? Кәрһеҙләнеп аҡылынан яҙған ҡарт йыртҡыс инде әллә? Уй-бай... Әллә бынауы ҡайын башына менеп ултырырғамы? Һы, менде ти берәү, саҡ киләһең дәһә аяҡтарыңды һөйрәп. Утты төрлө яҡлап яғып нығыраҡ ләүкетергә кәрәк. Шул ғына ҡала был хәлдә. Ярай, Хоҙай тейешләгәнде күрелер әле, ҡалайтаһың...
Ул да булманы, ҡараңғы урман артында тоҫмалланған ҡаршылағы тау арҡаһы һарғая, яҡтыра башланы. Ай ҡалҡа, ахыры... Һауала бихисап йондоҙҙар бәҙрәйешә, Ҡош юлы томанлана. Ана, йондоҙ атылды аҡ ҡойроҡ һуҙып. Ҡайһылыр әҙәм балаһының ғүмере өҙөлдө, тимәк. Шулай ти торғайнылар әүәле ауыл әбейҙәре, йондоҙ атылғанды күрһәләр... Ә яр аҫтында көндөҙ ишетелмәгән шишмә шарлап аға. Эргәләге ҡайын башында өкө уһылдай, ара-тирә баш өҫтөнән усаҡ яҡтыһына ҡыҙыҡҡан ҡурпысыҡтар осоп үтәләр шым ғына...
Ҡарәле, ҡайһылай һәйбәт, ҡайһылай ирәүән! Ҡасандан бирле ултырғаны юҡ ине уның ошолайтып усаҡ янында. Тиҫтә йылдан ашыуҙыр. Элегерәк, шәп сағында, бесәндә ҡуна ятырҙар ине, йә һунарҙа... Бесәнен дә сапты ул кирелеп күперек үләнле йәшел болондарҙа, утынын да ҡырҡты шәкәрҙәй ап-аҡ ҡайындарҙан, айыу-боланын да алды етерлек. Аллаға шөкөр! Йыл һайын ауылынан сығып йөрөп оло ерҙәрҙе күреп ҡайта хәҙер, шундағы төрлө ғәләмәттәрҙе, мөғжизәләрҙе күреп. Әммә һис тә үкенмәйсе ғүмеренең ҡарурман араһында уҙыуына. Киреһенсә, уҡталып тора кире ҡайтырға. Әллә нәмә тарта, әйҙәй, саҡырып тора уны ошо яҡҡа...
Алтын да ғына икән был донъя ла,
Көмөш тә генә икән был донъя...
Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәгәнгә,
Ожмах та ғына икән был донъя...
...Бер йыл шулай Мәҫәлем менән һунарға сыҡҡайнылар. Август инеме икән, бесән бөтөп, ҡайындарҙа һары тәңкәләр күренә башлаған саҡ. Аҙаштылар шунда! Икәүләшеп! Икеһендә ике баш, икешәр күҙ ҙә икешәр ҡолаҡ, икеһе лә ошо тирәне бихисап ҡат тапап, үтә күреп бөткән әҙәмдәр, ә шунда аҙаштылар! Иҫкә төшһә, әле лә иҫ китмәле... Ғүмере күрмәгән, белмәгән әллә ниндәй тауҙарҙа, урмандарҙа, туғайҙарҙа йөрөнөләр ике көн буйына баштары әйләнеп, хас та ят ҡитғаға барып сыҡҡан сәфәрселәр. Әйткәндәй, тауҙар, бер ҡарауға, билгеле лә һымаҡ, шул уҡ арҡалар, үркәстәр тоҫмаллана. Ә бына урманы... Бер нәмәне танырлыҡ түгел, баш-күҙ алырлыҡ бер ниндәй билдә юҡ. Мәҫәлем бер яҡҡа тарта, шулай китһәк, юлға сығабыҙ, тип, ә уға был төптө хата күренә лә, башҡа йүнәлеште иҫбатлай. Аптырағас, ирешеп-һүҙләшеп бөттөләр үҙ-ара. Икеме-өсмө тапҡыр әллә ниндәй һуҡмаҡҡа, хатта таҡыр ғына арба юлына ла килеп сыҡтылар. Тик улары, бара торғас, ергә һеңгәндәй юҡ була ла ҡуялар! Ниндәйҙер бер туғайҙа туҡтап, һыу буйында ҡыуыш ҡороп, әлегеләй усаҡ яғып төн уҙғарҙылар. Эргәлә ике йәш ҡайын бар ине... Икенсе көндә, төш ауғас ҡына, таныш ергә барып сыҡтылар. Уны ла үтеп китерҙәр ине аңшайып, Мәҫәлем артына әйләнеп ҡарамаһа. Ҡараны ла был, өнө тығылғандай булып: «Ана, а-на, а-а-а!» – тип, ҡулын һоноп тик тора әллә ҡайҙа күрһәтеп. Ул да шул яҡҡа боролғайны, шундуҡ башына, гүйә, ниҙер шаулап килеп керҙе лә, үҙҙәре бығаса мең тапҡыр йөрөгән таныш әрәмә ҡырында торғанын аңлап, шул ерҙә ауыҙын асып ҡатып ҡалды...
Аҙна-ун көн үткәс шул мажаранан һуң, ҡайтмай аптыратҡан башмағын эҙләп, тағы урманға юлланды ул яңғыҙы. Байтаҡ ара китте был юлы ла. Шунда ағас-ботаҡтан ҡоролған шишмә буйындағы ташландыҡ ҡыуышҡа барып юлыҡты. Кемдер бында усаҡ яғып төн ҡунғанға оҡшай ине. Янда ике ҡайын... Ә усаҡ ҡалдығы янында йыртыҡ гәзит ята. Уның гәзите. Теге саҡта Мәҫәлем менән һунар сыҡҡанда бешкән йомортҡа төрөп алған гәзит!
Мәҫәлемгә шуны һөйләгәйне, тегеһе күҙен аҡшайтып туҙҙы ла китте! Ҡатырма башымды, итәк, һин дүрәккә эйәреп, ус төбөндәй таныш ерҙә аҙашып йөрөгәнмен әҙәм көлдөрөп, йәнәһе...
...Шулай ул ҡарурмандар, ҡырҡ ҡатлы ла, ҡырҡ яҡлы...
Мәҫәлем менән төрлө саҡтары булды уның. Урман кешеләре айыу холоҡлолар бит, улар бер-береһенә ылығып та, шул уҡ мәлдә күрәләтә ҡыр һуғып та бармайҙар... Сабынлыҡтары Һыртяланда йәнәш булды уларҙың. Мәҫәлем битләүҙе саба, ул йылға буйын. Үрҙәрәк, әрәмәлек араһында, биш-алты күбәлек кенә төпкөл туғай бар ине. Иҫәп буйынса, ул ике араға уртаҡ булырға тейеш, тик белгәндән бирле, тотошлай сабып-йыйып, бәләкәй генә бер кәбән ҡуя шунда Мәҫәлем. Шулай бер заман, ниңәлер, сапмаҫ булды шул туғайҙы. Бер йыл ятты туғай салғынан ҡалып, ике йыл, өс... Ҡаҙаяҡ, таҡыябаш, күрән, башҡа шапыр-шопор урман үләне баҫа башланы үҙен, сүпләнде туғай кеше ҡулы теймәгәс, ҡырҙарын ваҡ ағас алып, урман ҡыҫтаны... Бер йыл шулай көттө-көттө лә ул, сабырмы Мәҫәлем был юлы төпкөлдө, әллә юҡмы, тип, тик тегеһе бер ҙә ҡуҙғалмағас, үҙе сабып һалды ла ҡуйҙы! Белеп ҡалғас, килеп төшмәһенме битләүҙән теге айыуҙай тажлап, ниңә минең бесәнлекте баҫаһың, тип! Уға ҡарап, уның да елкә йөндәре тырпайҙы. Уртаҡ туғайҙы бығаса гелән һин саптың, ә хәҙер ул минеке, тип тызрайҙы. Эй-й, ғауға ҡупты шунда ике арала! Йыйып ҡына ҡара бакуйҙы, йыйһаң, үҙем ташып алам, йә кәбәнеңә ут төртәм, тип ажарлана теге күҙҙәренең ағын әйләндереп! Ә көндәрҙең ҡыҙыу мәле, ике-өс көндән ҡалын бакуйҙар үтә киптеләр. Мәҫәлемгә анһат, уның барлыҡ балалары ҡайтҡан бесәнгә, улар ғәскәр һымаҡ гөрләп йөрөп, тау битенә һә тигәнсе елленән өс кәбән ҡойоп та ҡуйҙылар. Ә уның эше ырамай, янында әбейе лә яңы билгә ултырған кинйәкәс ҡыҙы ғына, ә алдарында диңгеҙ һымаҡ йәйрәп ятҡан рәттәр һис тә кәмемәй. Ул да булманы, көнбайыштағы һырт артынан дөбөр-дөбөр ишетелде, күкте иңләп ҡауырый болоттар һонолдо... Ахылдап-быхылдап эләгә-йығыла йүгерештеләр был өсәү киң яланда тырма-һәнәктәрен алмаш-тилмәш ата-бәрә, хет күбәгә ҡуйып өлгөрәйек кипкән бакуйҙарҙы ямғырға хәтлем, тип. Өлгөрҙө, ти... Ә Мәҫәлем, эше бөткәс, ултыра тау битендә йәйрәп, етмәһә: «Халыҡҡа бир, милеккә бир, күберәген миңә бир!» – тип һөрәнләй, шарт та шорт баҫып килгән ел-йәшенле ямғырҙы саҡырып. Юрамал әләкләй инде, төпкөлдө сапҡанға үс итеп... Иллә, барыбер, намыҫы ҡыҫты, тегене! Ултырҙы-ултырҙы ла шулай этләшеп, түҙмәне тәки, еккән атын кире туғарып, тейәгән һәнәк-тырмаларын арбанан кире алып, ҡыуаланы «ғәскәрен» түбәнгә аҡыра-ажғыра, иптәшенә ярҙамға...
...Мәрхүм инде ул да...
...Урман тын. Тик ара-тирә генә усаҡтағы утын сыртлай ҙа, ҡолаҡ һалһаң, яр аҫтындағы шишмәнең шыбырлауы ишетелә... Шул саҡ төнгө һауала ниҙәндер яралған тоноҡ ҡына ауаз ҡолаҡҡа салынды. Күктәнме ул, әллә ерҙән сыҡтымы, әйтерһең дә, бик алыҫта кемдер әһәһәүләй ине. Ә-һә-һә-һә-ә-әү... Ҡайҙалыр сыҡҡан был ауаз төндөң сос ҡолағына кермәйенсә, урмандағы бер генә япраҡты ла һиҫкәндермәйенсә, тын һауала ҡауырыйҙай шым ғына осто ла ҡараңғылыҡҡа батты... Ул да булманы, башҡа тарафтан уға яуап ҡайтарҙылар. Тағы, тағы... Ә-һә-һә-һә-ә-ә-ү... Ҡарттың усаҡ утында һарғайған йөҙөнә һүрән генә көлөмһөрәү сыҡты. Башланды, тип уйланы ул, һағайып. Йәтешләп ултырҙы, гүйә, тамаша тыңларға йыйынды... Белә ул, был ауаздар һаҙҙағы торна саҡырыуы ла, аҙашҡан әҙәм ҡысҡырыуы ла түгел. Ел-яуынһыҙ төндөң иң ҡараңғы, иң тын мәлендә генә уларҙы әлегеләй ап-асыҡ итеп ишетергә була. Ҡырҙа ҡунғанда, әлегеләй япа-яңғыҙ саҡта...
Ғөмүмән, һауалағы был моңло заң ҡолаҡ өсөн тәғәйенләнмәгән дә, шикелле. Уны әҙәм балаһының үҙе лә белмәгән ниндәйҙер бер тойомлауы ғына ишетә.
Ана тағы... Ә-һә-һә-ә-әй...
Хәтерендә, яңы иҫ керә башлаған кескәй малай сағы ине. Әсәһе, уны етәкләп, ниндәйҙер бер апайҙы оҙатты ауылдан. Туғай буйлап йылы саңлы арба юлынан барҙылар. Ул ялан тәпәй, әсәһе лә, теге апай ҙа оҙон күлдәктә... Бер аҙҙан улар туҡтанылар, ә теге апай китеп барҙы. Ҡулында төйөнсөгө. Шул төйөнсөк иҫендә ҡалған уның, ниңәлер... Күҙ күреме ерҙә, туғай ҡырында туҡтаны ла апай, ҡул болғап, һуҙып-һуҙып ҡысҡырҙы. Ә-һә-һә-һә-ә-әү... Урманлы тауға боролоп күҙ яҙҙырған ул апайҙың моңло һөрәне ҡабат-ҡабат оҙаҡ яңғыраны, аҡрынлап алыҫлашты, ә әсәһе шул ауаз килгән һайын, йырлағандай итеп, уға яуап ҡайтарҙы...
Әүәлге кешеләр һөрәнләргә яратырҙар ине урманда. Һөрәнләйҙәр ҙә, тынып, тыңлап торалар. Шаңдау әллә күпме төр ауазға, моңға әйләнеп, урман-тауҙар буйлап йөрөй-йөрөй ҙә, аҙағында ер-һауаға һеңеп, тынып ҡала... Шунан алыҫтағы кемдер шулай уҡ итеп һөрәнләп яуап ҡайтара. Матур...
* * *
...Йоҡланымы ул?
Ул һүрән генә янған усаҡ янында таң һарыһына хәтлем йөрөп сыҡты. Ә ҡыуышта, шыршы ботаҡтарына күмелеп, ҡарт кеше ята ине. Ҡарт ара-тирә ҡыбырлап һыҙлаған аяҡ-ҡулдарын яҙа, ыңғыраша, уфтана. Уға һыуыҡ. Аяҙ май төнө үҙенең еүеш, һалҡын тыны менән бар тереклекте сиҡандырып өшөтә, тән йылыһын һурып алып, һауала боҫрата...
Төндә ҡара шәүлә булып усаҡ янына ҡарт айыу килде. Йыртҡыстың ғүмер ахыры етеп, уттан да, һыуҙан да шөрләр сағы уҙғайны инде. Аҫтына һыу ағып өңөнән сыҡҡандан бирле уның ҡарынына бер ҡабым да ҡанлы аш төшмәгәйне. Оҙон ҡыштан хәлһеҙләнеп, аслыҡтан ҡарасҡылай ябығып йәнтәслим генә йөрөгән ҡарт януар үҙенең үләкһәләй ҡотһоҙлоғо менән уғата ла шомло, ҡурҡыныс сағы. Шундай хәлгә төшкән йыртҡыс, ғәҙәттә, һаҡлығын онотоп, йән аҫрар өсөн аҡты-ҡараны ла айырмай...
Әммә ул ҡартҡа теймәне. Утта йылынғандай итеп, оҙаҡ ҡына ҡалғып ултырҙы. Ырғаҡ тырнаҡлы табаҡтай табандары менән ара-тирә ҡаҡашҡан тиреһен ҡашыны, оҙон йөнлө түшен тырнаны. Һуңынан, һыныҡ тешле тамағынан илаған һымаҡ итеп ғазаплы өн сығарҙы ла, алпан-тилпән килеп урман ҡараһына инеп юғалды...
Тағы бер саҡрымдай ара үткәс, меҫкен януар шишмәгә төшөп һыу эсте һәм шунда ятып тынып ҡалды.
...Юҡ, ул йыртҡыс артынан эйәрмәне. Әммә, усаҡ янынан китмәһә лә, ҡарт айыуҙың һуңғы ҡат тәрән тын алып йән биргәнен эргәһендә торғандай итеп күрҙе...
Ә усаҡ янында төн буйына ниндәйҙер шәүләләр йөрөнө. Улар күҙгә лә күренмәнеләр, ҡолаҡҡа ла ишетелмәнеләр, тик ҙур ауыл урамындағы һымаҡ бер туҡтауһыҙ үтә-китә инеләр. Ул быны тойҙо ғына.
...Өшөп йоҡлаған ҡарт өҫтөндә тәмәке төтөнөләй булып аҡһыл боҫ өйөрөлә...
* * *
...Уяндымы ул, әллә иҫенә килдеме? Кем белә... Йоҡо үлем менән бер, тиҙәр.
Яҡтырғайны. Усаҡ һүнгән. Юғарыла, ағас ботаҡтары араһында, көҙгөләй булып салт аяҙ күк зәңгәрләнә.
Таңғы урман ҡоштар тауышынан шаулап тора. Һыуыҡ. Ҡайҙа тейһәң дә, боҙҙай һалҡын ысыҡтан тәнгә өшәнес йүгерә.
Уянһаң да, йылы юрғанға ҡабат төрөндөрөп, иртәнге мәшәҡәттәргә ҡул һелтәргә ҡотортҡан «ялҡау» таңдарҙың береһе ине был. Тик бындай кәйеф өйҙә, йомшаҡ түшәктә генә була. Ә бында, ысыҡҡа еүешләнгән ваҡ шыршы ботаҡтары араһында, иҙрәп ятырлыҡ түгел.
Ҡуҙғалырға итте. Итте лә, оҙаҡ ятыуҙан ҡатҡан кәүҙәһен үҙ ихтыярына буйһондора алмағас, шомланыуынан башы шаулап, тынып ҡалды. Бәй, ни булған уға? Бер ағзаһы ла ауыртмайсы, тик аяҡ-ҡулдары ғына тыңламай ҙа, бар тәне ағастай һалҡын, иҫһеҙ. Нимә, аяҡ-ҡулдан яҙғанмы әллә ул?! Ҡото осто ошо уйынан, бер ҡасан да булмағандай, ысынлап ҡурҡты. Йә Хоҙай, ярлыҡа, тере килеш аяҡ-ҡулһыҙ итмә, ҡәбергә тыҡма! Юҡ-юҡ, бына лаһа ҡул бармаҡтары ҡыбырлай, терһәге лә бөгөлә. Әһә, булды былай булғас! Тор, ҡартлас, аяҡтарыңа йәһәтерәк, ятма тере мәйет һымаҡ булып! Юҡ, ятмаҫҡа, ҡыбырларға, йылынырға! Ныҡышып, нисек тә ҡыбырлашып, тәнде яҙырға ғына... Кисә көнө буйына йыраҡ юлдан килгәс, бил-быуындары ҡатҡан уның шулай. Төндә лә өшөнө, һыуыҡ булды. Нисауа, тора-бара кирелә, һуҙыла ул тарамыштар. Ә әлегә, нисек тә урындан ҡуҙғалып, аяҡҡа баҫыу фарыз!
Быуындарын ыуғылап тәненә бер аҙ йән кергәндәй булғас торорға уҡталғайны, башы әйләнеп ҡуҙ-төтөнлө усаҡ өҫтөнә аунап китте. Ян-яҡҡа көл борхоно, уҫал ҡуҙҙар тиҙ үк салбарын тишеп, утлы тештәре менән йылан һымаҡ һажлап, яшыҡ тәненә ҡаҙалдылар. Был хәл, гүйә, тәнендә бығаса ҡайҙалыр юғалып торған барлыҡ иҫ-тойомдо уятты һәм ҡарттың барса ағзаларын шундуҡ һушты юйырлыҡ һыҙланыу ялмап алды...
Ерҙә ятҡан килеш ул оҙаҡ ҡына туланы. Ыңғыраша-уфтана, тештәрен ҡыҫып. Йылынырға, өшөгән быуын-тарамыштарына ҡайнар ҡанды еткерергә маташыуынан ине был. Шул саҡта бар тәнен ялмаған сикһеҙ ауыртыу-һыҙланыуҙарына ҡыуанды хатта. Һис юғында, баяғы һымаҡ йәнһеҙ-ҡанһыҙ үләкһә итеп тоймай ине үҙен хәҙер. Шулай өҫ-башын, бит-ҡулдарын еүеш ерҙә бысратып байтаҡ ҡына аҙапланғас, эргәләге ағасҡа тотоноп аяҡ үрә баҫырға булдырҙы, ниһайәт.
Тик шунда ғына үҙенең үтә лә хөрт икәнлеген аңлап ҡалды. Һис тә юл барырлыҡ хәлдә түгел ине ул. Аяу белмәҫ кемдер тарафынан ҡаты туҡмалған бахыр тап шулай тоялыр үҙен.
Ер тартҡан уны... Йылынып өлгөрмәгән яҙғы еүеш ергә ятыу үлем менән бер бит. Шундуҡ тән йылыһын тартып ала ла, айыуҙай ирҙәрҙе лә быуынһыҙ итеп, сиргә һалыштыра. Ҡайһылары, иҫерекме, йә нисек хәлдә йоҡлап китәләр ҙә ятҡан ерҙәрендә, шунда туңып та ҡуялар. Булды ундай хәлдәр ҙә уның ғүмерендә... Ҡарәле, шуны белеп, кистән ятыр аҫтына ағас та һалғайны, ҡалын ғына итеп шыршы ла түшәгәйне бит әле. Шуға ҡарамаҫтан, барыбер еткергән. Эй-й, ҡарт һөйәктәргә күп кәрәкме ни... Кисә ҡайтып етә алманы шул, өйөнә ҡайтып ятһа, элекке йылдарҙағы һымаҡ, ике-өс көндән дастуйын булып йөрөр ине. Хәҙер незнай, нисек ҡайтып етергә лә, нисек йәшәп китергә...
Ә тирә-йүндә һыҙланыуҙы ла, ауыртыу-сирләүҙе лә белмәгән яҙғы йәш тәбиғәт тантана итә ине. Шул һүрәтте бар булмышы менән тойған меҫкен ҡарт үҙен бында ят, ситен һәм кәрәкһеҙ итеп һиҙҙе. Эй-й, уҙҙы шул ғүмеркәйҙер... Үтте шул аттай шәп, айыуҙай көслө саҡтары... Төндә усаҡ янына килгән айыу иҫенә төштө шунда. Үлде ул да, бахыр, ҡартлыҡтан... Бәй?! Ниндәй айыу ти ул, йоҡланың даһа иҫ белмәйенсә, бер нәмә лә күрмәнең! Бына ғәләмәт... Үәт, ҡарт ишәк, сәпсим өнөң менән төшөң буталып, әллә ҡартлыҡ мәшәүлегенә ҡалдың инде, һы-һы? Эй-й, бер уйлаһаң, ғәжәп тә түгел был. Йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, тигәндәй...
Дер-дер ҡалтыранған ҡулдары менән эҫе көрөшкәне тота алмай этләнде. Түгә-сәсә йотҡан ҡайнар сәй өшөгән эс-ҡарынына йән өрөп йылытты, бер аҙҙан тәне яҙылып, ни арыу төҫкә килде. Әммә бер ҡабым да ҡапманы, кире сығып тамам хәлде алыр, тип ҡурҡты. Ағас төбөндә торған ҡалдыҡ араҡыға ла күҙ атып ҡына алды. Кәрәкмәй уныһы ла. Тамам быуынһыҙ итеп ҡуйыр ҙаһа. Бәлки, китә-бара йылынып шәбәйгәс, йотоп алыр бер-ике ҡат, артынса бер аҙ ҡапҡылап.
Ултырған килеш әйберен тоғона йыйнап, арҡаһына элде. Һәр хәрәкәтен алдан уйлап, үлсәп ҡуҙғалырға тырыша ине. Үҙе, бығаса бер ҡасан да булмағанса, һыҙланды. Гүйә, барса тарамыш быуындарында быяла валсығы ултыра, эс-түшендә ҡуҙҙар яна... Сәрекһеҙерәк әҙәм булһа, иҫен юйып аунап та киткән булыр ине, уның урынында. Ә ул сабыр, түҙем булды ғүмер буйына, урман өйрәтте уны шуға бәләкәйҙән... Нисауа... Ағасҡа йәбешеп аяғына баҫты ла, бер аҙ сайҡалып торҙо. Шунан, тайғаҡ боҙға баҫҡандай итеп бер аҙым яһаны, ике, өс... Сайҡалып китте, ҡулындағы таяғына эленде...
Уф, Аллам, зинһар, көс бир ҡолоңа, сабырлыҡ бир... Бына шулай, киттек-киттек, ҡартлас! Маладис... Нисауа, бара-тора аяҡ быуындары ҡыҙышыр ҙа. Аҙымдары бер аялай ғына, кәнишне. Нисауа, улары ла оҙонайыр китә-бара. Нисек тә ҡайтып ятырға кәрәк бөгөн. Ҡайтып етергә! Урманда ятып үлергәме ни, кейек-ҡошҡа ем булып. Ҡасан иҫтәренә төшөр ҙә, ҡасан килеп табырҙар...
Ауылға хәтлем тиҫтәләп кенә саҡрымдыр. Тик был ара уға мәңгелек һымаҡ етмәҫ-бөтмәҫтәй тойолдо. Атлауы атлаумы. Аяҡтарына баҫырға ҡурҡып, ҡулындағы таяғына аҫылынып килгән кешелә ниндәй йылдамлыҡ булһын...
Ысынлап та, әжәлем еткән, ахыры... Хөртмөн бит, сәпсим мөшкөлмөн. Ҡайтып ятһам да, торалмамдыр башҡаса. Тик, кеше ҡулына ҡалмайынса, ҡапылдан ғына булһын инде. Башы ла бутала бит ҡасандан бирле, тик балаларына белгертмәне генә. Көндәре һанаулы ҡалыуын тойоп йөрөнө бит һуңғы арала... Нишләйһең, тыуғас, үлемдән ҡасып булмай. Йәше лә еткән, хәжәте лә ҡалмаған был донъяла. Шулай булғас, үкенер, ҡурҡыр урын да юҡ. Тик ошонда, юлда ғына аунап ятмаҫҡа. Балаларының эсе бошор. Ник ҡайтарып ебәрҙем күрәләтә, тип, ғүмер буйы илар ҡыҙы... Шуға ла ҡайтып етергә, нисек тә ҡайтып ауырға. Үлһәм дә, үҙ өйөмдә үлергә...
...Юл бында ике тау араһынан аҡҡан кескәй генә һыу буйынан бара. Йылға бер тауға һуғылһа, юл уның аръяғына сыға. Әүәле был кисеүҙәрҙең һанын да иҫәпләп белә ине ул. Хәҙер инде онотҡан. Тиҫтәнән ашыу шикелле, ауылға еткәнсе. Ауыр йөк машиналары үтерлек итеп елле бүрәнәләрҙән һалынған элекке күперҙәр юҡ инде. Яҙлы-көҙлө ҡабатланған ташҡындар уларҙы емереп, йыуып, аяҡ та баҫмаҫлыҡ итеп арма-торма килтергән. Кисеү ярҙары уйыҡ та бейек. Борон бысраҡта үткән машина тәгәрмәстәренән йырмасланып, ситтәрен ағас баҫып, ҡайһы бер урындарҙа ауыҡ ағастар бүлгән юлда ен үҙе ботон һындырыр, абайламай барһа. Кисәге ҡаты тау юлы ап-анһат булған, имеш...
...Һыҙланыу менән һаналған һәр аҙымына һөйөнөп, ус аяһындай ғына аҙымдар менән барҙы ла барҙы ҡарт. Кисеүҙәрҙә кирзаһына һыу керҙе. Тик ергә ултырып сылғауҙарын һығырға ҡыйманы, ҡабат торалмам, тине. Текә йылға ярҙарына мүкәйләгәндә өҫ-башы ҡарағыһыҙ булып бысранды. Ауыҡ ағас аша үткәндә осло ботаҡҡа эләгеп салбары йыртылды. Ҡайҙалыр кәпәсе төшөп ҡалды...
Ҡояш бейегәйеп көн эҫеткәс, кейгән сәкмәне ауырайҙы. Тик сисмәне уны, ниңәлер өшөр һымаҡ тойҙо үҙен...
Төш ауғас, баш өҫтөндә шарт та шорт килеп, йәшенле ямғыр ҡойҙо. Быйыл тәүге тапҡыр. Унда ла ҡарт туҡтаманы, ышыҡ эҙләмәне, ямғыр һыуҙарынан быстырлап торған балсыҡлы ергә кирзаларын һаҡ ҡына баҫып, урман араһында юрмалаған ҡыҫыҡ юл ишаратынан барҙы ла барҙы. Туҡтарға ҡурҡты... Тик бер урында ғына аяҡтарын тыйып, һыуланыуҙан таштай ауырайған сәкмәне менән тоғон иңенән һалып, юлға ҡуйҙы. Йәшен ҡылыстары телгеләгән дөм ҡара һауанан шарлауыҡтай ҡойған ямғыр аҫтында шуларға бер мәл генә ҡарап торҙо ла, рәхәт еңеллек тойоп, ары ҡуҙғалды.
...Үҙен нимәгәлер нөктә ҡуйғандай итеп һиҙҙе ул, тоғо менән сәкмәнен юлға һалғанда...
Ямғыр тымып ҡояш сыҡты, юл өҫтөнә аҡ быу эленде. Болот эңеренән арынып яҡтырған урман, еүеш япраҡтарын емелдәтеп, яңғыҙ юлсыны күҙәтте. Бар тарафта тыуыу, үҫеү, йәшәү хөкөм һөргәндә, ташып барған көстән шатлыҡ, өмөт уянған саҡта, һәр аҙымында абынып ауырға ғына торған был ауырыу ҡарт яҙғы тәбиғәт өсөн ят ине. Ғүмер һуҙымында уны йәшәткән, бихисап ҡат ҡотҡарған, яҡлаған ҡара урман был юлы уға бер нисек тә булышлыҡ итә алманы. Урман уны тик ҡабул ҡылырға ғына әҙер ине, үҙ ҡуйынына ауған сырхау тәнде серетеп ер итергә, унан үлән, ағас итеп үҫтерергә...
Тәгәрмәстәр телгеләгән, йырғанаҡтар йырғылаған иҫке юл ипләп тә баҫҡыһыҙ булып тайғаҡланды ямғырҙан һуң. Ҡарттың бар ҡурҡҡаны шунда тайып йығылыуҙан. Ул ни бары алдағы биш аҙымдай ғына араны шәйләй һәм шуға ҡарап баҫыр аҙымдарын һайлай. Әлеге мәлдә уны энә-быялалы быуын-тарамыштары түгел, ә бығаса ҡайҙалыр, йәнендәме әллә тәнендәме йәшенеп ятҡан билдәһеҙ көс кенә атлата ине.
...Йәне булһа, усаҡтағы ҡалдыҡ торомбаш шулай ҡуҙлана-төтәй, һыҙлана-баҙлай, ошо ҡарт кеше һымаҡ, үҙенең минут һайын кәмеүен, һүнеүен тойоп, ахырҙа, һалҡын көлгә ҡалып, тамам юҡҡа сығырын белер ине...
Килә торғас, ул тағы «икәүләнде». Уның берәүһе, ағас остарына менеп, аҫта килгән икенсеһенә юл-юҫыҡты күрһәтә башланы, гүйә. Шулай еңелерәк ине. Шул саҡтарҙа һыҙланыуҙарынан аңы томаланып хәле бөткән ҡарт нисектер еңеләйеп киткәндәй тойҙо үҙен, ҡайҙа еткәнен, күпме ара ҡалғанын тоҫмалланы, хатта тән ғазаптарының яртылашҡа бүленеп, бер аҙ һүрелгәндәй итеп һиҙҙе. Шуға ла ул, бығаса үҙен шомландырып, алйытып аптыратҡан был сәйер тойғоһон ҡыуаламаны, киреһенсә, уның оҙағыраҡ һуҙылыуын теләне. Унда уй ҙа, хәтер ҙә, иҫ тә юҡ ине инде. Тик һыҙланыу ғына. Һәм теләк. Нисек тә үҙ өйөнә ҡайтып йығылыу теләге...
...Кис етте. Эңер төшөп, әрәмә-туғайҙарҙа әбәк-һәбәк ҡуҙғалыша башланы. Ҡаршыға арбалы ылау килгәне күренде шунда. Һөйөнөсөнән ҡулдарын болғап, һөрәнләргә маташты ҡарт. Тик тауышы сыҡманы, тыны ғына быуылып, бил-быуыны ҡалтыранды. Ә көрән ат егелгән арба, уны бар тип тә белмәйенсә, күләгәләй ағып ҡына янынан уҙҙы ла, йөн өйөмө өҫтөнән китеп барғандай бер тәгәрмәсен дә кәлтерәтмәйенсә, шып-шым ғына алыҫлаша ла башланы. Арбала дилбегә тотоп Мәҫәлем бара ине.
«Йә Хоҙай, күҙемә ен күренә ләһә?! Бөттө баш, былай булғас...»
Ҡолаҡтары шаулай... Әллә елгә шаулаған урманмы был?
Шул һулҡылдаҡ шау артында ниндәйҙер моң ишетелгән һымаҡ...
...Килә торғас, юл буйындағы яңғыҙ ҡайын төбөндә ултырған Ғәбдинур энеһен күрҙе. Бынан өс тиҫтә йыл элгәре мәрхүм булған Ғәбдинур, уға боролоп та ҡарамайынса, өнһөҙ-һүҙһеҙ ултырып ҡалды...
...Ә ауыл осондағы туғайҙа йөҙ йылдан да артығыраҡ йәшәп былтыр ғына ысын донъяға күскән Әсмә әбей йөрөй...
Юҡ, ул, ниңәлер, һис тә ҡурҡманы шомло был ғәләмәттән. Ҡурҡырлыҡ хәле ҡалмағандыр, бәлки. Зиһене лә асыҡ һымаҡ ине. Тик ҡарт, үҙе лә аңғармаҫтан, был серле һәм сәйер күренештәрҙе ысынбарлыҡ итеп ҡабул итә башлағайны, шикелле...
...Йондоҙло төнгө офоҡта өсмөйөшләнеп ҡарайған йортоноң ҡыйыҡ осона ҡылыстай кәкре, йоҡа ай эленгән...
Ауыл тын. Күҙ төртөрлөк тә ут шәйләнмәй. Тик ҡайҙалыр, ғаләмдәме әллә мейе төбөндәме, һулҡылдаҡ шау аша теге ылыҡтырғыс, аңлайышһыҙ, һағышлы көй генә һаман да саҡ-саҡ салынғандай итә. Әйтерһең дә, кемдер гармунда уйнай-уйнай ауылдан сығып бара. Ергә ултырып тыңлағы килә шуны...
«Йә-ә... Ҡайтып еттем бына... Аллаға шөкөр...»
Рәтләп һулай ҙа алмайынса, бар ағзалары менән биҙгәк тотҡандай ҡалтыранып үҙ алдына әйттеме шулай тип, әллә уйланы ғынамы...
Аҡтыҡ көсө менән етеп йорто алдындағы эскәмйәгә килеп ултырған ҡарт өҫтөнә, шуны ғына көткәндәй, йондоҙло Йыһан ҡараһы ябырылды...
Раят ВӘЛИЕВ.