Бөтә яңылыҡтар

“Әрәм иттеләр ҡатынымды...”

.

Мәүлиттең кәйефе бөтөнләй юҡ бөгөн. Ҡулына бер эш тә бармай: тегендә барып һуғыла, бында барып төртөлә, юҡ, барыбер ниәт иткәне килеп сыҡмай. Шикле уйҙар әленән-әле башын туҡтауһыҙ быраулай. Шулай ҙа бер аҙ ваҡыт үткәс: “Ҡарарҙы дөрөҫ ҡабул иттем, башҡаса былай йәшәп булмаҫ ине...” – тип уйлап, ахырҙа баҡсала көслө ел ҡолатҡан кәртәне ипкә килтерә башланы...

Бынан һигеҙ йыл самаһы элек Мәүлит Фәнүзәһе менән танышҡайны. Бер күреүҙән ғашиҡ булғайны ҡыҙға. Тегеһе лә егетте тиҙ үҙ итте, беренсе тапҡыр киноға саҡырғанда ла “юҡ” тимәй. Шулай һәүетемсә ғаилә ҡороп, матур йәшәп киттеләр. Икеһенең дә яратҡан эше бар. Мул булмаһа ла, ярайһы эш хаҡы алалар, башҡаларҙан ҡалышмай донъя көтәләр. Бәләкәй фатирҙарын – ҙурға, иҫке машиналарын яңыға алмаштырҙылар. Һәр хәлдә, ситтән барыһы ла яҡшы күренә ине...

Ләкин ҡатындың яңы әхирәте барлыҡҡа килгәс, барыһы ла үҙгәргән. Фәнүзә төрлө тренингтар, үҙен камиллаштырыу, эҙләү менән мауыға башлаған. Уны алмаштырып ҡуялармы ни?! Яңы әхирәтенең “арбаһына” ултырып, уның көйөн көйләй башлаған. Ашарға әҙерләү йәһәтенән дә барыһы ла үҙгәргән: хатта бер көн кис өйҙә ашарға ҡыяр менән помидорҙан салат ҡына көткән. Ризаһыҙлыҡ белдергәс, “Һиңә кәрәк, үҙең әҙерлә”, тип кенә ҡуйған. “Аҡсаны ҡайҙа итәһең? Ниңә улай аҙ?” – тип тә һөйләнә башлаған.

Ахырҙа ир түҙмәгән, өйҙән китергә ҡарар иткән. Бына шулай хәҙер баҡсала көн күрә. “Ярай әле балабыҙ булып өлгөрмәне, – ти ул. – Бындай юлға баҫҡандар элекке холҡона кире ҡайтмай,  тиҙәр. Әрәм иттеләр ҡатынымды..."

 "Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас