– Аяғыңа тынғы тапмай тағы ҡайҙа йыйындың кискә ҡарай? Ҡарлуғастар бик уйнаҡлап оса, бесәй ҙә ҡолаҡ артын һыйпай, ишекте тырнай. Үҙемдең дә арҡам һыҙлаңҡырап тора, ямғыр яуыр, ахырыһы. Ҡуй, ҡуй, өйҙә генә ултыр, төн убырылай ҡаңғырып йөрөмә.
Маһира әбей шым ғына урам ҡапҡаһына ыңғайлаған ҡартын сығып китмәҫ борон шулай алдынан алды.
– Аттарҙы ҡарап киләйем, игенгә барып кермәһендәр. Кермәһәләр ҙә, керҙе, тиеп теңкәгә тейәләр. Ауылға яҡыныраҡ ҡыуалаңҡырайым. Бригадир былай ҙа тиктомалға бәйләнә, яр аҫтынан яу сығара... – Нисек тә үҙен аҡларға, ҡарсығын тынысландырырға тырышты Гәрәй ҡарт.
Ауылды сығып, Йәмйылға буйына еткәс, йәнтөйәге менән хозурланып, ат ене ҡағылған Гәрәй ҡарт дәртләнеп-хисләнеп йырлап ебәрҙе:
Айлы төндә, эй, бер төш күрҙем:
Аҡбуҙатҡайҙарға атландым.
Йәмле Әйҙе, эй, кисеп сыҡтым,
Ҡанатлы ла ҡоштай алҡындым,
Күк ыласын кеүек талпындым...
Ҡапыл моңдо бүлеп, тәбиғәт тыныслығын боҙоп, гөрһөлдәү ишетелде. Йыраусы башын күтәреп, «гөрҫ» иткән яҡҡа баҡты: күктә донъяға шом һалып, яман ҡара болоттар ҡабара. Мәгәр күпте күргән, төрлө гөрһөлдәүҙәргә күнеккән ҡарт хәүеф-хәтәр һиҙмәне, йылҡыһын эҙләүен дауам итте. Аҡбуҙы уны йыраҡтан тойоп, бына хәҙер ялан яңғыратып кешнәп ебәрер, юрғалап ҡаршы килер һымаҡ. Ә эйәһе йомшаҡ ҡына итеп уның муйынынан, ялынан һыйпар, наҙлы һүҙҙәр өндәшер: «Ыласыным минең... Ҡанатым минең... Юҡһындыңмы ни? Мин дә һине уйлап бошондом. Ҡот-ырыҫым минең...»
Мәгәр әле арғымағы кешнәмәне, башҡа тай-тулаҡ та күренмәне. Гәрәй ҡарт «Убыр башы» тип йөрөтөлгән ергә барып еткәндә, көн тамам ҡараңғыланды, йәшен йәшнәп, күк күкрәп, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Мәхшәр көнө тыуғандай, бер аҙҙан бөтөнләй зилзилә ҡупты: күк йөҙөн утлы ҡамсылар телә, туҡтауһыҙ ялтлай, һауа өҙлөкһөҙ гөрләй, гөрһөлдәй, бөтә донъя дөбөр-шатыр килә, дер һелкенә. Бындай дәһшәтте, бындай көслө йәшен утын, күк зәһәрен Гәрәй ҡарттың бығаса бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Күрмәһәң – күр бына, тигәндәй, ут ҡойоно уға ябырылды. Йәнәштәге тарбаҡлы имән аҫтына боҫорға уйлағайны, уны сартлатып йәшен атты. «Лә илаһи илла-алла!» – тип Гәрәй ҡарт ергә сүкте, коммунист икәнен онотоп, ҡарсығынан ишеткән доғаларын уҡыны. Халыҡ юҡҡа ғына Убыр башын «сихырлы урын, хәтәр урын» тимәй, күрәһең. Совхоз малы көтөлгән был ерҙә былтыр йәй генә ике ҡаза булды. Тәүҙә бер юлы һигеҙ һыйырҙы йәшен йыҡты. Ярай әле будка янында ямғырҙан ышыҡланып торған көтөүсе Хәмит, балтаһын йәһәт кенә ала һалып, барыһын да салып өлгөргән. Шунан һуң ауылдан көтөүгә килә ятҡан Зәйнулланы арбаһында килеш йәшен уты көйҙөрҙө. Ә ниндәйҙер хикмәт менән атына ла, йәнәшендә этен ҡосаҡлап ултырған улына ла бер ни булмаған.
Ҡылған доғалары Гәрәй ҡартты күк шауҡымынан шунда уҡ ҡотҡарманы. Был фани донъяла Хоҙай бизмәнендә гонаһ-яҙыҡтары изгелектән ауырыраҡ тарттымы икән ни? Ахыры шулай. Ана, уға табан күктән төшкән йомро йәшен ташы – утлы туп тәгәрәй.
Ә ниңә уға тәгәрәй? Әллә ул шар һымаҡ йәшен ҡиәфәтендәге убыр башымы, шул сүрәткә инеп, бөтә нәмәне йотҡан яуыз мәскәй затымы? Юҡҡа ғына ҡанбабалар был урынды Убыр башы тип атамаған бит. Гәрәй ҡарттың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте һәм ул ниндәйҙер ҡөҙрәт менән йәнфарман тороп йүгерҙе. Артына боролоп ҡарағас, ҡото осто – убыр уны ҡыуа килә. Йөрәге жыу итеп ҡалды. Был ни ғәләмәт! Убыр башы – ул бит әкиәт. Моғайын, шар йәшендер... Ул икән, ниңә баҫтыра? Убыр уты әллә Хоҙай ҡәһәреме? Ниндәй йәбер-золомдары өсөн язаламаҡсы уны Хоҙай Тәғәлә? Булды шул, булды тормошта Гәрәйҙең хаталаныуҙары, яңылышыуҙары! Күрәһең, әле яуап тотоу сәғәте еткәндер... Михнәт, ғазап менән тулы үткәндәр өсөн ул ғәйеплеме, хәҙер килеп, ул яуап тоторға тейешме? Гәрәй бит ҡушҡанды үтәне, йорт-ил башлыҡтарының бойороғон башҡарыусы ғына булды.
Эйе, бар ине заманалар... Бөтә ҡыр, баҫыу эштәре ҡул көсө менән башҡарыла, кеше етмәй, ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булалар. Тормош һис кенә лә йомарт түгел, үтә ҡормош булыуға ҡарамаҫтан, бисәләр тупылдатып бала табып ҡына тора. Бесәнгә, ураҡҡа бер нисә айлыҡ бәпестәре менән йөрөйҙәр. Әйтһәң, кеше ышанмаҫ, бишектәрен иген урып йөрөгән комбайнға элеп ҡуйып, комбайнсыға ярҙам итәләр. Бәпестәр саң-туҙанға ҡаралып бөтә, күҙҙәренә сүп төшә, бисәләр үҙҙәре лә арып, арманһыҙ була. Ләкин түҙәләр, колхоз эшенән бушамай, үҙ малдарына бесәнде лә төндә сабалар.
Илленсе йылдарҙың башы ине. Колхозда уттай ҡыҙыу эш мәле. Баҫалҡы ауыл ҡатындарының береһе Йәмилә итәк тулы балаларын өйҙә ҡалдыра ла Убыр буйы яғына силосҡа үлән сабырға китә. Туғыҙ йәше тулыр-тулмаҫ Мәүлиҙәһе өс айлыҡ сабыйын, Сәлимйәнен, инәй урынына ҡарай. Бәпес асығып, зар илай. Түҙер хәле ҡалмағас, Мәүлиҙә бәпәйҙе күтәреп ала ла, уға ҡушылып илай-илай, имеҙергә алып бара. Әнисәһе өйҙә атламай ултыра, Ғәлиәхмәте лә бәләкәс. Улар ҙа, үҙе лә бала ғына Мәүлиҙә ҡарамағында. Кескенәнән эт күрмәгәнде күрә ҡыҙыҡай. Өс йәшлек сағында бер сүлмәк ҡаймаҡты өҫтөнә ауҙарғас, башҡа буташмаһын тип, Йәмилә ҡыҙын итәгенән карауатҡа бәйләп бесәнгә китә. Күрше етмештән уҙған Камила ҡарсыҡ тәҙрәнән килеп ҡараһа, бау муйынына уралып, бахыр бала һығылып ята. Ярай әле әбей ярҙам итеп өлгөрә.
Мәүлиҙәһен ныҡ йәлләй Йәмилә. Төш мәлендә Өсҡайындан йәһәт кенә ҡайтып, килендәше Ғәлимә менән бәпестәрен имеҙеп килергә булдылар. Ҡараңғы йылғаға төшөп тә өлгөрмәнеләр, арттарынан колхоз рәйесе Тимерхан менән бригадир Гәрәй ҡыуып та етте. Тимерхан ҡамсыһын һелтәп, ажғыр айғыры менән өҫтәренә менеп бара һәм асыуланып аҡыра, екерә:
– Хәҙер үк кире боролоғоҙ! Хәҙер үк! Кемгә әйтәләр...
– Тапата бит, тапата! – Ғәлимә ҡото алынып Йәмиләнең артына ышыҡланды.
– Һин төшкөлөгөңдө ултырып ашаныңмы? Ашаның! Ә беҙҙең бәпестәр ас көйө тилмереп, зар илап ята. Имеҙәбеҙ ҙә йүгереп киләбеҙ бит. – Йәмилә йән өҙгөс тә, инәлес тә тауыш менән Тимерханға өндәште.
– Юҡ, тим мин, юҡ, инәгеҙҙе ышырайым! – Күҙҙәре аларған Тимерхан өс ай элек кенә ауырынан арынған Йәмиләгә ҡамсыһын өйөрә һелтәп һыҙырҙы. Йәмилә «Ыһ!» итеп ергә сүкәйҙе. Бригадир Гәрәй иһә өндәшмәй генә ҡарап торҙо, йәндәре сыға яҙып, балаларын-бәғерҙәрен имеҙеп килергә ашыҡҡан ҡатындарҙы ҡурсаламаны. Хатта ҡырмыҫҡалар ҙа береһе өсөн береһе үлә. Ә Гәрәй, кеше, аҡыллы йән эйәһе, үлеү түгел, хатта яҡлауға мохтаж ҡатындарҙы йәлләп һүҙ ҡатманы. Шундай саҡта шым ҡалыу, шундай саҡта...
Был хәлдән һуң икенсе, өсөнсө көндө лә Йәмилә сабынлыҡҡа барманы. Гәрәй өйөнә ингәндә балаларының аҙналар буйы йыйылған керен йыуып ята ине. Кәүҙәһе ҡорошоп, йөҙө һурылып киткән.
– Ниңә эшкә сыҡмайһың? – тине Гәрәй, асыуланып.
– Ауырыйым. Бөтә тәнем һыҙлай, көс-хәл менән генә йөрөйөм.
– Ә үҙең кер йыуаһың, өй эшенә тигәндә һыҙланмайһың...
Колхоз рәйесе Тимерхан да Йәмиләнең ауырыуына ышанманы, милиция саҡыртты. Ул ваҡытта крәҫтиәнде милиция менән ҡурҡыталар ине. Милиционер иһә яман итеп ҡараны ла ҡырыҫ тауыш менән өндәште:
– Иптәш Шакирова, ниңә өс көн буйы эшкә сыҡмай ятаһың, колхоз эшен тотҡарлайһың?
Йәмилә нишләргә, ни әйтергә белмәй шым торҙо. Шунан йән асыуы менән: «Аяҙ көндө йәшен һуҡҡырҙары!» – тип, иҙеүен йолҡоп систе – бала имеҙгән түше ҡып-ҡыҙыл, ямаҡай булып шешкән. Ят ирҙәргә түшен асыуҙан йөҙө буҙарған ҡатындың һүҙҙәре күңеленән һығылып, һыҡрау булып яңғыраны:
– Тимерхан ағай, был һинең ҡурғашлы ҡамсыңдың, ҡанлы ҡамсыңдың касафаты, был – һинең ҡәбәхәтлек. Милиция халыҡ именлеген һаҡлай икән, үҙеңде яуапҡа тарттырһын!
Милиционер ҙа, Гәрәй ҙә телһеҙ ҡалды, колхоз рәйесе генә үҙ алдына ниҙер мығырланды.
...Күпме йылдар үткәс, Йәмиләнең: «Аяҙ көндө йәшен һуҡҡырҙары!» – тигән ҡарғышы, ләғнәте төштө микән башына? Яман йәбере өсөн Тимерханды, ысынлап та, ҡәһәр һуҡты, фалиж аяғынан йыҡты, байтаҡ ыҙалап ятып үлде. Бына хәҙер Йәмиләнең ҡарғышы утлы йомғаҡҡа уҡмашып, ҡәһәргә әйләнеп, Гәрәй ҡартты өтмәксе, бөтөрмәксе. Шар йәшен түгел! Ана лаһа Йәмиләнең ҡып-ҡыҙыл булып шешкән йомро түше!.. Етеп килә! Хәҙер өтә, көйҙөрә!.. Гәрәй ҡарт ҡасып ҡотолорға маташып, уңға ла, һулға ла боролоп, йүгереп ҡараны, мәгәр ут йомғағы, уны күптән эҙләп, әле генә тапҡандай, артынан бер тотам да ҡалманы. Гәрәй ҡарт йүгергән килеш күккә бағып, ғүмерендә беренсе мәртәбә Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙы:
– Йә Хоҙайым, ярлыҡа! Исмаһам, атым-ҡотом хаҡына ярлыҡа! Зинһар, ярлыҡа...
Йәлләмәй, ярлыҡамай. Эх Гәрәй!.. Алланың бәндәһе генә була тороп, Олуғ Аҡыл, Ҡөҙрәт эйәһенең эшенә ҡыҫылған саҡтарың да булды. Инәһенең: «Хоҙайҙан оло ҡыланма, яманға ҡалырһың», – тиеүенә ҡолаҡ һалманы. Бәлки, шуның өсөн дә Хоҙай унан боролғандыр, төңөлгәндер, уны иблистән араламайҙыр, һаҡламайҙыр. Ысынлап та, Алланың ҡәһәре һуҡҡыры әҙәмгә әйләнде микән? Белә-күрә тороп, гонаһы яман Хөриәне хаҡлы язанан йолоп алып ҡалды бит ул.
Хур ҡыҙылай һылыу ине Хөриә. Уға бер күҙ һирпеүҙән арыҫландай ир-егеттәрҙең йөрәге берсә дерелдәй, берсә усаҡтай дөрләй. «Мин һине үлеп яратам, мин һинһеҙ йәшәй алмайым!» – тип, ҡайнар һөйөүҙәрен һөйләп, Хөриәне арбарға ынтылыусылар сәскәнән татлы һут эҙләгән бал ҡорттарындай өйөрөлдө. Күңелен арбаусыһы, йөрәген яулаусыһы ла табылды. Уға көнләшеп ҡаранылар. Тик бәхеткәйҙәре ғүмерле булманы – ул ҡәһәрле яуҙан әйләнеп ҡайтманы, Хөриә өс бала менән йәрһеҙ ҡалды.
Оҙон-оҙаҡ, ғәйәт оҙаҡ ир күрмәүҙән, наҙға, һөйөлөүгә сарсап үрһәләнә, тилмерә Хөриә. Һутҡа тулышҡан тәне аҡылдан яҙҙырған хис-теләк тыуҙырып, иш теләй. Ҡатын- ҡыҙға зарығып фронттан ҡайтҡан ирҙәр ҙә атлығышып тора. Түҙер әмәлдәре ҡалмағас, Хөриә йәшерен һөйөү шауҡымына бирелә. Эсендә йән эйәһе ныҡлап ҡыбырлағас ҡына һушына килә ул. Уйнаштан тапһа, олоғайған ата-инәһенең йөҙөнә нисек ҡарар, хурлығын ҡайһылай кисерер, аң-тоң ингән балаларына нимә тиер?.. Шөбһәле уйҙарҙан зиһене томалана Хөриәнең һәм теләмәгән ауырынан ауыл эргәһендәге ағаслыҡҡа барып арына. Ни эшләргә белмәй байтаҡ иҫәңгерәп ята. Шунан йөн шәле менән ҡаплап, бәпесенең ауыҙын томалай, өҫтөнә сытыр-мытыр ташлай. Бер нисә көндән һуң ботаҡ-сатаҡ йыйырға барыусылар үле бәпесте күреп ҡайтты. Тикшереү башланғас, Хөриәнеке икәне асыҡланды.
Тыуым аҙ булыу сәбәпле, һуғыштан һуң бала төшөрөү тыйылды. Бәпесенә ҡул һалған Хөриәне айырыуса ҡаты яза көтә ине. Уны милиция килеп алып китте. Ауыл халҡы етем ҡалған балаларын да, үҙен дә ныҡ йәлләне. Гәрәй иһә район үҙәгенә йышлап, түрәләр менән ҡат-ҡат һөйләште, эште олоға ебәртмәне, Хөриәне ҡотҡарып алып ҡалды. Хөриә тәүбә итте лә бит, ләкин үтә һуң ине. Ауыр гонаһы балаларының башына төштө. Хоҙай Тәғәлә улына ғүмер баҡый бәпес күрһәтмәне. Бер ҡыҙы йәшләй генә яман шештән үлде. Икенсе ҡыҙы ирҙән иргә йөрөп, иҫәр бала тапты.
Бөтә донъяны яралтҡан, уға идара иткән, ҡөҙрәте ғәйәт киң тигән юғары зат Гәрәй ҡартты ла ҡурғымай, убыр башын эҙәрләүҙән туҡтатмай. Ниңә бәләнән ҡурғымай? Йәмиләне йәберҙән ҡурсаламаһа ла, Хөриәне төрмәнән ҡотҡарҙы ла баһа! Ит изгелек – көт яуызлыҡ буламы? Изгелек менән яуызлыҡ ныҡ буталғандыр, күрәһең. Хәҙер хәленән килһә, Гәрәй ҡарт бөтә яманлыҡты үҙенән өҙөп-йолҡоп алыр, убырға бырағытыр ине. Ул үкенесле лә, үтенесле лә тауыш менән йәнә үтенде:
– Эй, Хоҙайым, ғәфү ит! Мин Хөриәнең балаларын да, үҙен дә йәлләнем. Йәлләү яҙыҡмы ни? Яҙыҡмы ни?..
Йәлләне генә түгел, ҡыҙғанды ла. Гәрәй йәш сағында үҙе лә Хөриәгә ғашиҡ ине. Байтаҡ йылдар үткәс, буйға еткән улы уға бер тамсылай оҡшаған ҡыҙҙы йәрәште. Уны күргәс, Гәрәй әллә нишләне, йөрәге елкенде. Әкиәттәрҙә тасуирланған һылыуҙарҙан-һылыу шул! Киленкәй һыу юлынан атлағанда Гәрәй һоҡланыуын йәшерә алмай моңланды:
Алтын ғына булып, ай, ағайым,
Көмөш кенә булып та тамайым.
Шәүрә килен, һинең алдарыңда
Шәм филтәһе булып та янайым.
Маһираһы, йәнем, тип йән атып йәшәмәгән йәнәше, ишетеп ҡалып, Гәрәйен битәрләне:
– Атаҡ-атаҡ, йөҙө ҡара, килененә ымһынып торасы, Хоҙай ҡушмағанды... Ҡунаҡтар, ҡоҙалар һиҙеп ҡалмаһын, әстәғәфирулла тәүбә! Ояты ни...
Әй яҙмыш... Гәрәй ҙә йән тартмаған ҡатын менән ғүмер кисерҙе. Уға өйләнгәненә үкенгән саҡтары ла булды. Әүәл Хөриә уны һайламаны шул, һайламаны. Йәл... Үткән ғүмер йәл. Һуңынан йән, ҡан тартҡандар ҙа осраны ла бит. Ләкин һуң ине. Балаларынан, донъяһынан айырыла алманы. Ә олоғая башлағас, бөтә күңелен атына һалды, ул тип талпынды. Аҡбуҙының сыңратып кешнәүе, тауыш биреүе йәшәргә дәрт, көс өҫтәне.
Ат тип уянды, ат тип ҡыуанды Гәрәй. Әле убыр уты баҫтырғанда ла бары уның хаҡына йәшәү һорай. Юлдашы ла, моңдашы ла ат шул уның, атһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Мәгәр ғүмер баҡый уны атһыҙ ҡалдырырға маташтылар. Үгеҙ кәүҙәле, үгеҙ күҙле ауыл советы рәйесе мишәр Ғәлиулла әллә нисә тапҡыр саҡыртып:
– Аңлайһыңмы һин, юҡмы, нәкәнис, закон рөхсәт итмәгәнде. Иртәгә үк совхозға иткә тапшыр атыңды! Юҡһа, эшеңде прокурорға бирәм. Мин закон һағында торам, закон өҫтөндә йоҡлайым, – тип янаны. Телгә бөткән Гәрәй түҙмәне, тоҙло-боросло яуабын һоғондорҙо:
– Ҡурҡытма. Ҡурҡыр ыштаным фрунтта уҡ туҙған. Эшкинмәгән закон өҫтөндә йоҡлап ятыуың хәйерле.
– Антисоветщик! – тип урыҫсалап үкерҙе күҙҙәре аларған «үгеҙ». – Иш-ш-шеү бысраҡ итеге менән ингән елки зеленый.
– Олоғайған көндө желтыйға әйләнмәгәс нисауа инде ул.
– Әйләнмәһәң – әйләндерербеҙ! Күрһәтермен әле мин һиңә ҡыҫаланың күлде нисек болғағанын...
Донъяны болғаған үгеҙ Ғәлиулла һымаҡ баштарға ниңә күк ҡәһәре төшмәй икән? Улар йәшәргә ирек бирмәй күпме әҙәм балаһын ыҙалата. Ғәлиулла Гәрәй ҡартты атын иткә тапшырырға күндерә алмағас, район үҙәгенә – прокурорға саҡырттырҙы. Гәрәй ҡарт закондың дөрөҫ үтәлешен күҙәтеп торған дәүләт кешеһе менән уҫаллашманы, ипле генә һөйләште:
– Күмәк хужалыҡта йылҡыны бөтөрөп алып баралар. Аттар фермала, мал ҡараусыларҙа ғына ҡалды. Кәрәк саҡта һорап алырмын тимә, – тине ул. – Ауыл кешеһенең бит баҡҡаны мал. Ә атһыҙ мал аҫрауы, көн итеүе ҡыйын. Сабынлығыма егеп барам, күбә тарттырам, бесән, утын ташыйым, тиреҫ түгәм. Йәйәү йөрөй ҙә алмайым. Бына шуға ат тотам. Ҡан ҡойоп, илде дошмандан ҡурсалап, ҡаты яраланып, инде ат аҫрарға ла хоҡуғым юҡмы ни?..
Прокурор үҙе лә һуғышта булған, күпте күргән кеше ине. Әллә шуға артыҡ ҡарыулашманы, халыҡты ҡурҡытып тотҡан үгеҙ Ғәлиулла кеүек, атыңды юҡ ит, тип ҡырт киҫмәне, тик ауыл советы рәйесе менән әрепләшеүен хуп күрмәне. Юғарыға кемгәлер шылтыратып, ғариза яҙҙырып, уны Өфөгә ебәрҙе. Баш ҡаланан ат тоторға рөхсәт алып ҡайтты Гәрәй ҡарт. Мал батшаһын, изге йән эйәһен һаҡлап ҡала алыуына ифрат та ҡыуанды ул, Аҡбуҙын йәненән дә артыҡ күреп, тағы ла яҡшыраҡ ҡараны. Ҡарсығы иһә: «Был ҡартҡа бөтөнләй ат ене ҡағылды», – тип күршеләренә һуҡранды.
Үгеҙ Ғәлиулла ла Алланың ҡашҡа тәкәһе түгел. Ҡасандыр түргә мендергәйнеләр, инде төшөрҙөләр. Түрәлек бер кемгә лә ғүмерлеккә бирелмәй. Ғәлиуллалар заманы, ҡыҫыу, сикләү ваҡыттары үтте. Инде үгеҙ Ғәлиулла ла йыуашланып, һәүетемсә тыныс ҡына йәшәп ята. Әүәлге колхоз-совхоздарҙың ҡото киткәс, хәҙер Ғәлиулла ла ат башы тотоп донъя көтә. Бәлки, түрәлектән төшөрөүҙәре, ат көнөнә ҡалыуы Ғәлиулла өсөн ҙур язалыр. Мәгәр йомро йәшен ташы мең мәртәбә ҡурҡынысыраҡ.
Тормош көтөү кырандаста дилбегә тотоп ултырыу ғына түгел шул. Донъя – ул бөтмәҫ мәшәҡәт, михнәт, ыҙа сигеү. Ифрат аҙ йәшәйһең, ғәйәт күпте кисерәһең. Изгелек тә бар, йәбер-золомо ла – баш өҫтөндә. Моғайын, кешеләрҙең үҙ-ара алама мөнәсәбәттәренән, яманлыҡтарынан башланалыр ул убыр башы...
Әле ошо яуыздан ҡаса-ҡаса Гәрәй ҡарттың тыны ҡыҫылды, хәле бөттө. Мәгәр ах та ух килеп, йүгерҙе лә йүгерҙе. Аяҡ быуындары ҡалтыранды, тәнтерәкләне, эстән генә туҡтауһыҙ шыбырланы:
– Кисер... Эй, Хоҙайым, кисерә күр...
Бөтөнләй хәлдән тайған Гәрәй ҡарт аһылдап, ыһылдығы сығып: «Бына әжәлем етте. Шуныһы йәл, Аҡбуҙым менән хушлашмай үләм», – тип әсенеп уйланы. Ҡуҙҙай эске уй- тойғоһонан янып, көйөп, ҡылдай өҙөлөп, рух-йәне менән йәнә Аҡбуҙын саҡырҙы. Тормош үтә михнәтле булһа ла, Гәрәйҙең бер ҡасан да үлгеһе килмәне. Йәшәүгә өмөт сатҡыһын баҙлатып, күңеленән Аҡбуҙының кешнәүе сыңлап үтте.
«Хужам, өн-ауаз һалыуыңды ишеттем, һине ҡотҡарырға килдем», – тигәндәй, ниһайәт, илаһи кешнәү сыңраны. Аҡбуҙы эйәһе менән шар йәшене араһынан елдәй үтте, тояҡтары саҡ-саҡ ҡына утлы йомғаҡҡа теймәй ҡалды. Ни күрһен – убыр уты Аҡбуҙы артынан оса!
– Аһ, алйот! – Гәрәй ҡарт башын ташҡа орорҙай булып үҙен ҡәһәрләне. – Нишләнем мин, нишләнем?..
Ҡалтыранған тауыш менән әллә Хоҙайға, әллә убыр утына ялбарҙы:
– Зинһар, атыма теймә! Зинһар, уны ҡалдыр! Мине үлтер! Мине...
Һаман да өҙлөкһөҙ йәшнәгән йәшен яҡтыһында Аҡбуҙының ҡайҙа сапҡанын күреп, Гәрәй ҡарт үкһеп ергә ауҙы:
– Бына ҡалай харап итте... Бына нисек яза бирҙе... Йәндәй күргән аты өсөн үҙе мең үлергә әҙер ҙә бит. Тик Аҡбуҙы шар йәшенен – Гәрәйҙең әжәлен эйәртеп, Убыр башының Боланосҡан ҡаяһына елә...
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.