ХӨМӘЙРӘ

Хикәйә

Киң быуа ярын япҡан ҡамыштар шауы тынды. Яр буйҙары, йәй башындағы ҡыҫҡа төндөң шыйыҡ ҡарағусҡыл зәңгәр япмаһын бөркәнеп, серем итә. Ҡайҙалыр алыҫта, ҡуйы ҡамышлыҡ эсендә, төн тынлығын боҙоп, бер өйрәк көр тауыш менән быжҡылдап ҡуя, уға икенсеһе һүрән генә яуап бирә лә тына. Йылға туғайында, тирмән быуаһынан юғарыраҡ, яҙғы ташҡын дан үҙенә һыу бүлеп алып ҡалған, иң һуңға ҡалып ҡорой торған күләүектәрҙең береһендә соролдоҡ тәлмәрйен оҙон итеп соролдап ала. Ара-тирә ниндәйҙер һаҙ ҡошо «һөд-д», «һөд-д» тип һауа ҡалтыратҡыс моңһоҙ өндәр сығарып ҡуя.

Бейек быуа өҫтөндә, тәненә һылашып торған ҡара күлдәк кейгән, килешле һынлы, оҙонса буйлы йәш ҡыҙ баҫып тора. Ул, тәрән уйға сумып, ҡарашын алыҫҡа, ҡараңғылыҡ төпкөлөнә төбәгән. Күктә емелдәгән йондоҙҙарҙың һүрән нурҙары менән саҡ ҡына яҡтыртылған йөҙө, оҙон керпекле ҙур күҙҙәре хәрәкәтһеҙ. Йыуан оҙон сәс толомдарының һүтелгән осо, биленән байтаҡ түбән төшөп, һирәк-һирәк кенә һелкенеп ҡуя, йоҡа аҡ косынкаһы күптән инде елкәһенә шыуып төшкән, ҡыҙ уны төҙәтеп ҡуйырға уйламай ҙа. Был – тирмәнсе ҡыҙы Хөмәйрә.

Төн тын. Тирә-яҡ иҙрәп йоҡлай.

Тик тирмән генә һаман үҙенең бер көйгә һалып алған ритмы менән уяу йәшәй бирә. Башҡа тауыштар тынғас, ҡуласаның шауы көсәйә төшкәндәй булды.

Хөмәйрә тәрән уйға сумған.

Бынан тап ун алты йыл элек ошо тирмән быуаһында булған хәл кескәй генә ғаиләне тетрәткәйне.

Хөмәйрәнең әсәһе һыуға батып үлде. Әсәһенең кәүҙәһен яҡындағы Һарт ауылы зыяратына алып китергә килгән әбейҙәр Хөмәйрәне:

– Әсәйең ҡунаҡҡа китте. Ул оҙаҡ тора. Һин илама, йәме! – тип йыуатҡайнылар.

Йыл самаһы ваҡыт үтте. Ай-һай, оҙон, хәсрәтле булып үтте был йыл!

Бер көндө Бикмырҙа ағай өс йәшлек Хөмәйрәһенә:

– Ҡыҙым, икебеҙгә генә ҡыйын бит әле. Әллә үҙеңә әсәй алып ҡайтайыммы? – тине.

Сабый әсәһен бик ныҡ һағынғайны. Ул һикереп төшөп сәбәкәйләргә кереште:

– Алып ҡайт! Алып ҡайт!

Тик ҡыҙыҡайҙың өҙөлөп көткәне бушҡа булғайны. Бикмырҙа ағай, Хөмәйрәнең әсәһе урынына, Һарт ауылынан бер апайҙы ултыртып алды ла ҡайтты. Был – Ғәрифә исемле оло ғына йәштәге тол ҡатын ине.

Хөмәйрә тирмән алдында атаһының, кем менәндер һөйләшкәндә:

– Йәштән алһам, эйәләшә алмаҫ, тинем. Ҡыҙыма әсә кәрәк бит, – тигән һүҙҙәренә төшөнә алманы.

Хөмәйрә тәүҙә Ғәрифәне ятһынды, һәр ваҡыт унан ситкә тайшанды.

Тик үгәй әсә бик сабыр холоҡло, илгәҙәк булып сыҡты: кескәй ҡыҙҙы, ысынлап та, үҙ күреп ярата, тәрбиә итә башланы. Улар бер-береһенә эйәләшеп киттеләр. Тырыша торғас, Ғәрифә Хөмәйрәне «әсәй» тип әйтергә лә өйрәтте.

Балаһы булмауы арҡаһында, бығаса ғаилә бәхете күрмәгән Ғәрифә бик ихласланып алып донъя көтөргә кереште. Бикмырҙа ағайҙың өйө йылы, өҫтө таҙа, тапҡаны бәрәкәтле булды. Кескәй Хөмәйрәгә лә етем төҫө инмәне.

Күп тә үтмәне, был ғаиләгә генә түгел, бөтә илгә ҙур ҡаза килде. Күп ҡандар, ҡорбандар, күҙ йәштәре талап иткән тиңһеҙ ҙур көрәш – Бөйөк Ватан һуғышы башланды.

Бикмырҙа фронтҡа киткәндә ике һүҙҙең береһендә:

– Ғәрифә, әсәһе, ҡыҙыбыҙҙы һаҡла, етем итмә. Мин ҡайтырмын, тик һеҙ икәү иҫән-һау тороғоҙ! – тип ҡабатланы, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып.

Ғәрифә иренә биргән һүҙендә ныҡ торҙо. Үҙе, өшөп-туңып, бәләкәй сана менән утын ташыһа ташыны – Хөмәйрәгә һалҡынды яҡын ебәрмәне; үҙе туйғансы ашамаһа ашаманы – Хөмәйрә туҡ булды; күңелен ҡайғы ҡуҙы өтһә өттө – сабыйҙың күңелен төшөрмәне. Кескәй сағынан уҡ теремек, зирәк Хөмәйрәне алсаҡ, шат күңелле итеп үҫтерҙе. Уларға хәл ҡәҙәренсә ярҙам иттеләр. Ғәрифә лә кешегә һалышып ҡына ултырманы – унһыҙ ҙа етешмәгән эш ҡулдарының береһен тирмәнгә килтереп ҡушыуҙан баш тартты; ҡыптыр тунын кейеп алып, үҙе тирмәнсе эшенә тотондо.

Бикмырҙа ағайҙы Хөмәйрә танымаҫлыҡ булып буйға үҫкән нәҙек оҙон ҡыҙ булып, инде икенсе класҡа уҡырға барырға әҙерләнеп йөрөгән хәлдә ҡаршыланы.

Бикмырҙа ағай ҡайтыу менән баштан-аяҡ эшкә сумды. Элекке иҫке тирмән урынына ике ташлы бик һәйбәт көслө тирмән һалдылар.

Уҡырға төшкәс, Хөмәйрәне Һарттағы ике туған ағаларына фатирға ҡуйҙылар. Ғәрифә ярты аҙнаһын – Һартта, ярты аҙнаһын тирмәндә үткәрер булып китте. Ҡыҙынан бер көн айырылып тороуҙы ла бик ауыр кисерә ине ул.

Ҡыҙ, үҫә төшөп, һигеҙенсе-унынсы кластарҙа уҡығанда, берәй төрлө сит тәьҫиргә бирелеп китмәгәйе тип, уны тотамлап йөрөүен тағы ла арттырҙы.

Хөмәйрә, былтыр Һартта унынсыны тамамлағас, байтаҡ баш ватты. Күңеленән юғары уҡыу йорттарын һайлап, оҙаҡ икеләнеп йөрөнө, уҡыуҙар башланырға ай ярым самаһы ҡалғас ҡына, документтарын педагогия институтына ебәрҙе, экзамендарға илке-һалҡы ғына әҙерләнде.

Бикмырҙа ағай:

– Үҙеңә яйлыһын ҡара инде, ҡыҙым, мин һинең бер генә теләгеңә лә ҡаршы түгелмен, – тиеүҙән уҙманы. Ғәрифә иһә, эстән дә, тыштан да Хөмәйрәне үҙ янынан ебәрмәү яғында булды. Яйы тура килгәндә:

– Ҡыҙ кешегә ун йыл уҡыу баштан ашҡан инде ул, – тигән мәғәнәне ҡабатлап алыуҙы урынһыҙ күрмәй ине.

Ә инде Хөмәйрә ҡалала экзамендар биреп тә конкурстан үтмәй ҡайтҡас, ул шатланыуын асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

Хөмәйрә Һартҡа колхоз эшенә йөрөй башланы. Тик ул иптәш ҡыҙҙары янында бер-ике тапҡыр ҡуна ҡалғас, Ғәрифә, ҡото осоп, уның артынан барып етте лә, елтерәтеп алып ҡайтты.

– Еткән ҡыҙға иһаһайлап ир-ат араһында йөрөү килешә торған эшме? Ул ғына етмәгән, шунда ҡуна-төнә ят! Йә инде! Әҙәм хурына ҡалғың киләме ни?

– Әсәй, тием, миңә эшләргә кәрәк бит, – тине Хөмәйрә, ныҡышып, – нисек инде өйҙә ятайым?

Ғәрифә үҙе, билен биштән быуып, бөтөрөлөп эшләп йөрөй, тирмән келәте алдын һеперә, он саңы туҙҙырып, тоҡтар ҡаға; әле өйгә йүгереп инеп китә, әле тирмәнгә... Хөмәйрә берәй һүҙ әйткәс, эш араһында байтаҡ ваҡыт үтеп китһә лә, онотмай, торараҡ бер килеп уға яуап ҡайтара:

– Эшләйем тигән кешегә бында ла эш муйындан, көндәгеһе көнгә етеп тора, хатта артып ҡала... шөкөр...

Ләкин Хөмәйрә тирмән алдында берәй нәмә эшләргә тип һеперткегә йәиһә көрәккә тотонһа, Ғәрифә уны шунда уҡ туҡтата.

– Ҡуй-ҡуй, ҡулың шырауланыр... – Ул өйҙәренең ярты яғына урынлашҡан тирмән контораһына күҙ һирпеп ала. Контора ишегенән счет төймәләре шаҡылдағаны ишетелә.

– Эшләргә бик ҡысынып торһаң, бар, ана, конторҙағы гөлдәргә һыу һип.

– Иртүк һиптем инде.

– Өй эсен ҡара, моғайын, берәй эш табылыр.

Хөмәйрә Ғәрифәгә үҙенең бында яңғыҙ эшләп йөрөргә күңеле бармауын, күмәкләп эшләй торған ерҙә эшләгеһе килеүен аңлатырға тырыша. Тик Ғәрифә «күңел өсөн» эшләп йөрөүҙең ни рәүешле булыуын аңламай.

– Ах-ах! Донъяң етеш түгелме? Өҫтөң ҡыйып ҡарағыһыҙ. Өҫтәлдә бал да май... шөкөр. Ниткән күңел өсөн эшләү ти ул? Арып-һамҫып ете-һигеҙ саҡрым йөрөмәһәң... – Ул контора яғына йәнә күҙ йүгертә. Унда хисапсы Тимерғәле шаҡ-шоҡ килтереп счет һала!..– Аллаһ һаҡлаһын, исемең сығып, рисуай булып ҡуйыу ың бар!.. Еткән ҡыҙ кешегә үҙ бәхеткәйең тураһында ла уйларға кәрәк...

Эшләйем тип ныҡыша торғас, Хөмәйрәгә лә эш табылды. Тирмәнгә хисапсы ярҙамсыһы тигән штат бирҙеләр.

Быға Ғәрифә апайҙан да нығыраҡ һөйөнгән кеше булманы. Хисапсы Тимерғәленең дә йөҙө асылып китте. Ул, әүәҫләнеп, үҙ ҡаршыһына тағы бер өҫтәл килтереп ҡуйҙы.

Тик күңел хушланғансы эшләрлек эш булмай сыҡты. Эш һөйөүсән йыуаш Тимерғәле бөтәһен дә үҙе башҡарырға, Хөмәйрәгә эш ҡалдырмаҫҡа тырыша. Бының менән ул кешенең күңелен табам тип уйлай, күрәһең.

Күңеле Хөмәйрәлә икәнен ул күпме генә йәшерергә тырышһа ла, был уның йөҙөнән үк күренеп тора ине.

«Үҙ бәхетең тураһында ла уйлап ҡарарға кәрәк!» – тип ишаралағанда, Ғәрифәнең контора яғына күҙ һирпеп алыуы ла ошоға бәйләнгән булһа кәрәк.

«Бәхет, – тип уйланы Хөмәйрә, улаҡтан бер туҡтауһыҙ түбәнгә ашығып йүгергән ваҡ тулҡындарға ҡарап, – хәҙер үҙ бәхетең тураһында ла уйлап ҡарарға кәрәк», – тип әсәһенең һүҙен эстән генә ҡабатланы Хөмәйрә. Ниндәй бәхет тураһында һөйләй ул?! Бына ул тирмән янындағы йортҡа бикләнеп, һис файҙаһыҙға бер йыл йәшәй – ошомо бәхет? Әсәһе тирмән контораһы яғына ишаралап, йыш ҡына: «Тәүфиҡлы ғына кейәүгә тап булып, тигеҙ генә, мул ғына ғүмер итеү яҙһын инде», – тип теләк теләй. Шулай уҡ ҡыҙ балаға ошонан да ҙур бәхет юҡмы икән ни?

Юҡ, ҙур бәхет ҙур тормошта, ҙур донъяла булалыр. Ә бында – ошо тирмәндә бәхет юҡмы ни? Бар, ләкин, Хөмәйрә күпме генә уйлаһа ла, ҙур бәхет өсөн бында урын тар күренә. Ә Тимерғәле? Юҡ, ниңәлер Хөмәйрәнең уның хаҡында уйлағыһы килмәй. Уның бәхете бында түгел – ҡанат ҡағырға иркен тормошта.

Бына бит хатта улаҡтан ҡуласаға ағып төшкән һыу ҙа ҡайһылай ашыға! Ул да ошо тирмәндә үҙ хеҙмәтен тиҙерәк үтәргә, үҙендә булған ҡеүәтте тиҙерәк бирергә лә ары китергә ҡабалана. Уны ла алда ҙур донъя, ҙур тормош – ҙур йылғаларға барып ҡушылыу көтә. Ошо һыу ҙа ҙур тормоштан ситтә ятҡан тирмән янынан тиҙерәк үтеп китергә тырыша. Кескәй генә Ҡарлы йылғаһының һыуы ла ҙур электр станцияларының турбиналарын әйләндереүҙә ҡатнашасаҡ.

Ҡыҫҡа төн инде таң яғына ауышты. Байыған ҡояштан тороп ҡалған шәфәҡ яҡтылығы һүнмәне лә. Ул, көнбайыштан башлап, офоҡтоң төньяҡ сите буйлап яй ғына күсеп барҙы ла, төньяҡ-көнсығышҡа еткәс, асыҡлана башланы. Үҙән өҫтөнә томан төшә. Ә Хөмәйрә һаман баҫып тора.

Кистән тирмәнгә килгән йөк машинаһының шоферы – көйәҙ йәш егет – инде бер нисә тапҡыр уның янына килергә ынтылып ҡараны. Ул тамаҡ ҡырғыланы, ҡыҙға табан бер нисә аҙым атлағас, йәнә туҡтаны. Уның үҙе тирәһендә йөрөгәнен Хөмәйрә ишетмәне лә.

Ахыр, егет уға яҡын барырға батырсылыҡ итте.

– Һалҡын төштө бит, сибәр, – тип өндәште ул, ҡыҙҙы ҡыҙғанғандай итеп.

Хөмәйрәнең уй ебе кинәт өҙөлдө, ул артына әйләнеп ҡараны.

– Ә, нимә тиһегеҙ?

– Һалҡын, мин әйтәм, – тип ҡабатланы егет, ҡыҙ алдында төҙәтенгеләп.

– Йылыға инегеҙ, улай булғас, ниңә өшөп йөрөйһөгөҙ?

Бындай яуапты көтмәгән егет, аптырап, һүҙһеҙ ҡатып ҡалды, шунан ары-бире баҫҡыланы ла, кабинаһына инеп, бушлатына төрөндө һәм һирәк-һаяҡ тәҙрәнән үрелеп ҡарай-ҡарай, оҙаҡ әйләнгеләп ятҡас, йоҡоға китте.

Ҡарап туйғыһыҙ йәйге матур таңдарҙың береһе тыуа. Ана, көнсығыштағы тауҙың үркәс-үркәс һырттары таң һарыһында шәүләләнеп һүрәтләнә башланы. Яҡын-тирәләге ҡыуаҡтарҙың ҡара һындары торған һайын асығыраҡ күренә. Күк йөҙөндә хәрәкәтһеҙ ҡара болот өйкөмө төҫлө булып күренгән, осо әллә ҡайҙа һауаға олғашып, күңелгә шом һалып һөрөмләнеп торған йөҙ йәшлек ҡарт тирәк яйлап тәпәшәйгәндәй, бөршәйеп кесерәйә төшкәндәй күренә. Тын быуа өҫтөнән аҡ быу быҫҡып күтәрелә. Яр буйындағы ҡамыш өйкөмдәренең баштарын өрөнкө аҡ томан болото йомшаҡ ҡына иркәләп тарай.

Тирмән келәте артындағы таллыҡта тәүге һандуғас уянды. Ул, тел шартлатҡандағы шикеллерәк моңһоҙ өндәр сығарып, бер-ике ҡат сутылдап алды. Күрәһең, төн ауышҡансы һайрап, нәфис тамағы сатнап ҡарлыҡҡандыр ҙа, уңған йырсы ҡош, яңы көндө тағы ла матурыраҡ моңдар менән ҡаршылар өсөн, алдан күнекмә үткәрергә башҡаларҙан иртәрәк уянғандыр. Ана ул саф тауыш менән тыңлап туйғыһыҙ шатлыҡлы таң музыкаһын башлап ебәрҙе. Күрше ҡыуаҡтан икенсе бер ҡошсоҡ уға яуап ауаздары бирҙе. Уға өсөнсө берәүһе ҡушылды, һәм тирмән тирәһе йәш тәбиғәтте ихлас күңелдән сәләмләп һайраусы һандуғастар батшалығына әйләнде.

Хөмәйрә өйҙәренә йүнәлде. Үтеп барышлай уның күҙе тирмән келәте ауыҙына арҡыры килеп туҡтаған йөк машинаһының кабинаһына төштө. Ниндәйҙер бер маҡсатһыҙ ҡыҙыҡһыныу уны кабинаның асыҡ тәҙрәһенән үрелеп ҡарарға мәжбүр итте. Тар ғына оҙонса күн ултырғыста, бая таң алдынан Хөмәйрә янына килеп, уға һүҙ ҡушҡан егет бөгәрләнеп йоҡлай. Ул бер тауыш та сығармай, тигеҙ һәм оҙон-оҙон итеп тын ала. Ҡалҡыу киң күкрәге тын алғанда тимерсе күреге һымаҡ ҡабара. Майға ҡаҡашып бөткән, тәүге төҫөн юғалтҡан йоҡа гимнастеркаһы был ваҡытта, тарайып, бүҫелерҙәй булып күкрәгенә һыланған. Ҡамырҙай ләпшәйеп ҡайышланып бөткән кепкаһын, танауына тиклем төшөрөп, битен ҡаплаған. Сығынҡы яңаҡтарынан һирәк кенә һаҡал төктәре баш ҡалҡытҡан. Гимнастеркаһының асыҡ иҙеүенән буй-буй зәңгәр һыҙатлы тельняшка күренеп тора. Еңе һыҙғанылған һул беләгендә, терһәгенән өҫтәрәк, ҡара тушь менән тиреһенә типсеп, якорь һүрәте төшөрөлгән; уң яҡ беләгендә, шул уҡ тапҡырҙа үтәнән-үтә уҡ сәнселгән йөрәк һүрәте бар.

Егет йоҡо аралаш йылмайҙы, күрәһең, бик матур төш күрәлер. Хөмәйрә лә ирекһеҙ генә йылмайҙы.

Ҡыҙ ҡапыл тертләп артҡа сигенде. Ул, сит бер кешенең йоҡлағанын, үҙе лә абайламаҫтан байтаҡ ҡына мауығып ҡарап торғаны иҫенә төшөп, күрмәһәләр ярар ине тигән шикелле, тирә-яғына борсоулы ҡараш ташланы ла, уңайһыҙланыуынан шәп-шәп атлап, күтәрмәгә менеп китте.

Төнө буйы кешеһеҙ торған өйҙә күңелгә әллә ниндәй шом һалыусы тәрән тынлыҡ хөкөм һөрә. Һиҙелмәҫлек ҡыштырҙау ҙа өй эсенә яңғырап ишетелә. Ҙур тәҙрәләр төбөндә гөл япраҡтары, мөйөштәге киң япраҡлы фикустар араһында төрлө төҫтәге сыбар шәүләләр серле шыбырҙашҡандай була. Хөмәйрә ҡайҙа ҡараһа, ул шәүләләр тиҙ генә шунда күсә һала.

Өй эсендәге ҡараңғылыҡты еңә барып, уны ышыҡ урындарға, шаршау ҡатлауҙарына ҡыуалаған зәңгәрһыу яҡтылыҡ, шыйығайғандан-шыйығайып, тотош бер аҡ нур ағымына әйләнә бара.

Хөмәйрәнең һуңғы бер йыл ғүмере эсендә тәүлек һайын ҡабатлана торған көндәрҙең береһе башланды.

Оло самауыр ҡуҙғалып китерҙәй булып ҡайнап сыҡҡас, өҫтәлгә сәй урыны әҙерләнде. Хөмәйрә тирмән келәтенә йүнәлде.

– Атай, сәй ҡайнаны!

– Ә-ә, ҡыҙым, һәйбәт кенә йоҡланыңмы?

– Бик һәйбәт йоҡланым, атай, рәхмәт!

Бикмырҙа ағай, ап-аҡ он саңы баҫҡан эш кейемен һалып, нығытып ҡағып, элеп ҡуйҙы, быуаға төшөп, көрәктәй ҙур ҡулдары менән һыу һоҫоп ала-ала, бырх-бырх килеп оҙаҡ итеп йыуынды. Шунан ул ҡыҙының башынан һыйпап, арҡаһынан һөйҙө лә, өйгә инеп, сәй янына ултырҙы.

Бына нисәмә көндәр инде Хөмәйрә атаһы менән үҙенең күңеле теләгәнсә, эсе бушағансы, асыҡтан-асыҡ һөйләшкеһе килә. Был тирмән тирәһендә үҙенең күңеле тарһыныуын, ҙур донъяға, кешеләр күп ергә, бәхетте тир түгеп яһай торған ергә китергә ынтылыуын һөйләгеһе килә.

Атаһы уны тыңлаһын ине лә, инде үҫеп еткән ҡыҙының эс серҙәрен тотош аңлаһын ине. Эстән генә уйлағанда, һөйләшер һүҙҙәр күңелдән ташып сығып бара, ә һүҙ башланыңмы, улар, нисектер, үҙҙәренең көстәрен юғалталар, һөйләшеү үҙенән-үҙе көндәлек, әһәмиәтһеҙ һөйләшеүҙәргә әйләнеп китә.

Бөгөн дә сәй янында Хөмәйрә атаһына һыйынды ла ысынлап һөйләшергә, һүҙ асырға тырышып ҡараны:

– Атай, миңә бик ҡыйын!..

– Нимәһе ҡыйын, үҫкәнем?

– Ҡыйын шул, күңелһеҙ...

– Һм... ниңә улай икән, бәләкәсем?

– Әлләсе...

– Ни эшләгең килә һуң, үҫкәнем?

– Эшләгем килә... ысын эш эшләгем килә...

Бикмырҙа ағай рәхәтләнеп көлдө лә ҡыҙын ҡосағына алып һөйҙө:

– Бәй, эшләп йөрөйһөң бит, ҡыҙым!

– Был эш буламы ни!.. Минең ҙур эш эшләгем килә... кешеләр күмәк ерҙә.

– Бында ла кеше өҙөлмәй бит.

Тағы ла ысын һөйләшеү килеп сыҡманы. Ата кеше ҡыҙының йөрәк тибешен аңламаны. Еп осо тағы ла ябай ғына барып төйнәлде.

Сәғәт туғыҙ тулырға ун биш-егерме минут ҡалғанда ғына, стена артында, контора яғында, һәлмәк аяҡ тауыштары яңғырап ишетелде. Шкаф йоҙағы шылтыраны.

Хөмәйрә арлы-бирле төҙәтенде лә контора яғына эшкә сыҡты.

Уны егерме дүрт-егерме биш йәштәрҙәге егет, өҫтәл артынан тороп, тотанаҡлы ғына сәләмләп ҡаршыланы.

– Хәйерле иртә, Хөмәйрә!

– Хәйерле иртә, Тимерғәле!

Тимерғәле бына ике йыл инде тирмәндә хисапсы булып эшләй. Ул көн һайын Һартҡа ҡайтып йөрөй. Ҡыш, буран көндәрҙә генә конторала ҡунырға ҡала.

Ул һәр ваҡыттағыса ыҫпай. Бик үк яңы булмаған ҡара костюмы яҡшылап таҙартылған, үтекләнгән. Түш кеҫәһенән сәғәт сылбыры саҡ ҡына күренә. Кейеме шул тиклем йәбешеп тора – әйтерһең дә, ул шул килеш тыуған. Башҡаса кейенһә, ул бөтөнләй икенсе кешегә әйләнер төҫлө. Тыңлаусан сәстәре шыма итеп артҡа таралған. Асыҡ ҡарашлы күҙҙәренә ҡарағанда, ни өсөндөр башыңа, был кешенең күңелендә тәрән йәшерелгән бер генә сер ҙә юҡтыр, тигән уй килә.

Егет Хөмәйрәнең сәләмәтлеген, кәйефен һорашты – рәхмәт алды. Бикмырҙа ағайҙың иҫәнлеген һорашты – рәхмәт алды. Хөмәйрә шулай итер тип көткәндә генә, кеҫәһенән сәғәтен сығарып, стена сәғәте менән сағыштырҙы:

– Эш башларға ваҡыт, – тине һәм шкафында ҡағыҙҙар ҡутара башланы.

Хөмәйрә әҙерәк торғас:

– Мин бөгөн нимә эшләйем? – тине.

– Бөгөнмө, бөгөнгә һиңә бер эш тә юҡ әле. Кәрәк булһаң, саҡырырмын.

Конторала Хөмәйрәгә эш булмаған көн шулай бик йыш ҡабатлана.

Ә Тимерғәле, һәр көндәгесә, көнө буйы баш ҡалҡытмай эшләй, счет төймәләрен шаҡылдата.

Бөгөн шәмбе. Моғайын, ул төштән һуң ҡыйыуһыҙ ғына тауыш менән Хөмәйрәне Һартҡа киноға барырға саҡырыр. Хөмәйрә, берәй һылтау табып, уның һүҙен кире ҡағыр. Егет, башҡаса ҡыҫтап тормай, «һм... һм» тип, күңелһеҙ генә ҡайтып китер.

Бынан ярты йыл элек кенә ул, бер көн килеп, ғәҙәткә инеп бөткән һөйләшеүҙәренә бер яңылыҡ индереп ҡуйғайны, һис көтмәгәндә:

– Хөмәйрә, һин һәйбәт ҡыҙ, мин һине яҡын күрәм... – тигәйне.

Хөмәйрә:

– Китсе әле, – тип йүгереп сығып киткәйне.

Ул көндө Тимерғәленең счет төймәләре айырыуса нығыраҡ шыҡылдағайны.

Мөхәббәт тәҡдим итеү булды шикелле был. Тик бигерәк ҡоро итеп, маңлайға бәреп әйтелде был һүҙҙәр. Шуғалырмы, Хөмәйрәнең йөрәгенә үтеп инә алманылар. Юҡ, мөхәббәт улай булырға тейеш түгел.

Хөмәйрә Тимерғәле тураһында ҡайһы берҙә уйлай, һәр яҡтан килгән был егет. Ләкин Хөмәйрәгә уның ниндәйҙер ҙур кәмселеге бар төҫлө тойола. Ул кәмселекте күңеле менән асыҡ һиҙә. Тик уны атап әйтеп бирә алмай. Сөнки кешелә булған яҡшы сифаттарҙы берәм-берәм һанап сыҡһа, Тимерғәлелә уларҙың барыһы ла теүәл төҫлө. Ләкин күңеле уны яҡын итә алмай, шуға ла Хөмәйрә был егеткә, үҙе көн дә күрә торған ябай күренештәрҙең береһенә ҡараған төҫлө, һис иҫе китмәй, тыныс ҡына ҡарай.

Ғәрифә кисә Һартҡа Ынйыбикә апайҙарға юрған һырыу өмәһенә киткәйне. Төш алдынан ул «ах» та «ух» килеп ҡайтып етте. Ҙур яулыҡҡа төргән төйөнсөгөн һандыҡ өҫтөнә ташланы. Битен саҡ ҡына ҡалдырып, эйәк аҫтына килтереп бәйләгән ҙур шәлъяулығын иркенәйтеберәк сөйөп ябынды. Үҙе, тынын йыш-йыш алып, йорт хәлдәрен өҙлөкһөҙ һорашты. Әйтерһең, ул ситтә бер аҙна йөрөп ҡайтҡан.

– Нихәлдә генә торҙоғоҙ? Имен генә булһағыҙ ярар ине тип, төнө буйы иләҫ-миләҫ сыҡтым! Көн ҡурып алып бара, ут-күҙҙән бик хәтәр. Самауырыңды һәр саҡ әҙер тоттоңмо, ҡыҙым? Ҡайнамаған һыу эсереп, атайыңды сирләтеп ҡуймаһаң ярар ине, тип хафаландым...

Шунан ул сәй янында Һарт хәлдәрен һөйләргә кереште. Юрған өмәһе бик-бик шәп үткән! Фәлән-фәлән килендәр, фәлән-фәлән апайҙар йыйылған. Юрған өсөн фәлән-фәлән төрлө ситсалар алғандар, мамығы үҙе бик йомшаҡ, үҙе бик мул булған. Шунан Ынйыбикә апайҙың йомартлығын үлтереп маҡтап алып китте. Фәләнсә самауыр сәй эскәндәр, фәлән-фәлән төрлө аштар ашағандар. Шунан тағы вареньелап, йөҙөмләп сәй эскәндәр. Сәй араһында килендәр ҡумыҙ уйнаған, йыр йырлаған. Төрлө хәбәрҙәр һөйләшкәндәр. Фәләндең һыйырының һөтө тартылған. Фәлән килендәрҙеке, киреһенсә, күберәк һөт бирә башлаған. Фәләндәрҙең һарыҡтары бик үрсемле, бик мул йөнлө мал булып сыҡҡан. Фәлән ағай кесе улына фәлән ауылдан кәләш әйттергән икән. Фәлән-фәлән әйберҙәр әҙерләгәндәр. Ҡыҙ үҙе сибәр, үҙе уңған, үҙе йыуаш, бик тәүфиҡлы бала икән!

Шунан Ғәрифә иркен итеп тын ала ла, тауышына айырыуса етди төҫ биреп, һәр һүҙенә баҫым яһап, һуҙып-һуҙып һөйләп алып китә:

– Ынйыбикә сәй янында ҡолағыма ғына һөйләп ултырҙы әле. Эй Ғәрифә әхирәт, ти, Хөмәйрә бигерәк аҡыллы, бигерәк һөйкөмлө бала булып үҫеп етте бит әле, ти. Бер көн ауылға килгәнендә лавка күтәрмәһендә баҫып тора, буй-һынына ҡарап туя алмайым бына, ти.

Хөмәйрә ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙарынды ла:

– Эй, һөйләмәсе әле, әсәй!.. – тип ситкәрәк китте, юҡ эште бар итеп, шкафта соҡсонорға кереште.

– Кил әле, Хөмәйрә, тыңлап бөтөр, исмаһам. Ни, ти, э-э... теле менән әйтмәй, ти, Тимерғәлеһен әйтә, Хөмәйрә өсөн өҙөлөп барғаны йөҙөнә сыҡҡан, ти, – Ғәрифә контора яғына ишаралап, шыбырҙап һөйләүгә күсте: – Тирмәнгә эшкә киткәндә, ти, әллә ҡайҙа ҡунаҡҡа барғандағы төҫлө, кейенеп-яһанып, аяғы-аяҡҡа теймәй, атлығып китә. Ҡайткас, аш янында ла гел уйланып ултыра. Уйлай-уйлай ҙа рәхәтләнеп бер йылмая, шунан, яңағына таянып, тағы уйға сума, ти. Күреп торабыҙ: һеҙҙең Хөмәйрә өсөн һарғая ул, ти. Сәстәре сәскә бәйләнеп, бәхетле генә балалар булырға яҙһын инде, ти. Улыбыҙҙың малай сағы үтте инде, ти.

– Әсәй, тием, ниңә һөйләйһең инде!

– Йә, йә, тыңлап бөтөр әле!.. Ни теләһәләр, шуға риза булырбыҙ, ти. Би-ик итәғәтле, күркәм холоҡло бала, ти. Ауыҙ асып бер ауыр һүҙ әйтһәсе, ти, жалуньяһын тиненә ҡәҙәре ҡулыма ҡайтарып бирә, ти. Йәш-елкенсәк менән клуб-маҙарҙа аҙып-туҙып йөрөмәй, ти. Киноға бара, ти, кино бөткән сәғәтендә-минутында ҡайтып ята, ти. Хөмәйрәгеҙҙең күңеленә лә Хоҙай изге уй әшкәртһә, бер нәмәбеҙҙе лә йәлләмәбеҙ, ти. Би-ик һөйөнөшөп, ҡоҙағыйҙар булып, ҡалған аҙмы-күпме ғүмеребеҙҙе күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, балаларыбыҙҙың балаларын һөйөп, рәхәтләнеп йәшәр инек, ти.

– Эй әсәй, шуны!.. – Хөмәйрә, ысынлап үпкәләп, сығып китергә ҡырт ҡына боролдо.

– Туҡта әле, һөйләп бөткәнде көт!

– Ниңә төптө юҡты һөйләп ултыраһың һуң?!

– Нишләп төптө юҡты булһын?.. Бына тыңла... Үҫеп буйың еткән, мин һиңә бәхеттән башҡаны теләмәйем дә, атайың да һин тип үлеп бара. Көллө нәмәбеҙ әҙер. Тимерғәле ише егет юлда аунап ятмай; ҡайҙа ул, ундай һиммәтле, аҡыллы ирҙе табыу еңел түгел. Сынъяһау өйөбөҙ бар, тормошоғоҙ бөтөн булыр. Икегеҙ бергә эшләйһегеҙ... Атайың да ҡаршы килмәҫ... Минән фатиха... Һин бит аҡыллы бала... Ошо өйҙә гөрләтеп йәшәп ебәрһәгеҙ... Миңә һеҙҙең тиң бәхетегеҙҙе күреүҙән башҡа шатлыҡ кәрәкмәй ҙә...

Хөмәйрә, артабан түҙә алмай, йүгереп сығып китте лә, тал ҡыуағы араһына барып, киң тармаҡлы бер ағасты ҡосаҡлап, һығылып-һығылып иларға кереште.

Бына ул илап туйҙы. Күңеле бушап, тынысланып ҡалды. Ләкин ул бер нөктәгә төбәлеп тороуында булды.

Шул көйө күпме торғандыр ул, ҡапыл сит бер тауыштың үҙенә өндәшкәнен ишетеп, һиҫкәнеп китте.

– Ә-ә?!

Уның артында әлеге көйәҙ шофер егет, сөм ҡара күҙҙәрен йылтыратып, йылмайып баҫып тора ине. Ҡоймаҡтай кепкаһын ҡырыныраҡ һалып кейгән. Бер яҡ сикәһенән, кепка аҫтынан, ҡабарынҡы бөҙрәләре сығып тора. Айылына якорь һүрәте төшкән киң ҡайышын ҡыҫып быуған.

Хөмәйрә лә, әллә уңайһыҙланыуынан, әллә былай ғына, уға еңелсә йылмайып яуап бирҙе.

Егеттең нимә тип өндәшкәнен аңламай ҡалды ул. Шуға ҡайтарып һораны:

– Нимә тинегеҙ?

– Сибәркәй, сүмесегеҙ менән бынауынан һыу эсәйемсе.

Хөмәйрә тағы һиҫкәнде. Баҡһа, ул бая, өйҙән ярһынып сығып киткәндә, ҡулына алған сүместе ҡуйырға ла онотҡан икән.

Тал араһынан йылғаға кескәй генә шишмә ағып төшә. Хөмәйрә үҙенән күҙен алмай ҡарап торған егеткә тағы бер йылмайҙы ла, шишмәнән етеҙ генә тоноҡ һыу һоҫоп алып, кеселекле хәрәкәт менән егеткә тотторҙо.

Егет күҙҙәй тулы сүместе шырауланып ярылып бөткән ҡулы менән һаҡ ҡына алды, оҙон-оҙон йотомдар менән эсергә тотондо. Туҡтап тын алды.

– Ай-һай, һыуығыҙ һалҡын икән!

– Йөрәгегеҙҙе туңдырып ҡуймаһын...

– Һалҡын һыуҙан ғына туңған йөрәк хөрт булалыр ул, сибәр.

Егет сүместе тағы ирененә килтерҙе, күҙе менән һаман да Хөмәйрәнең буй-һынын байҡаған килеш, яй ғына эсте.

– Кисә һеҙҙе төн йоҡоһо алманы булһа кәрәк, сибәр?

– Уның урынына һеҙ йоҡоно ныҡ һимерттегеҙ.

– Беҙҙең шул инде: бер тура килһә, ике-өс көн йоҡлап булмай, бер эләккәндә, кәрәген биреп ҡалабыҙ.

– Беләгегеҙҙә үҙегеҙҙең йөрәк һүрәтеме ул?

Егет, уңайһыҙлана биреп, тотлоғоп торҙо.

– Үҙемдеке... йәғни... Эйе, эйе, үҙемдеке.

– Ҡыҙғанмағандар икән, ай-һай, ҡайһылай үтә ҡаҙағандар!..

– Булды инде шунда һеҙҙең кеүегерәк бер сибәр... Юҡ, пожалуй, ҡайтышыраҡ булыр...

– Һөйләмәгеҙсе!

– Ә нимә һөйләйем һуң?

Егет, эсеп туйһа ла, сүместе кире бирергә ашыҡманы.

– Һеҙ күптән шофермы?

– Күптән тип, бик күптән түгел әле, ике көн генә. Тракторҙа эшләй инем. Төшөрҙөләр. Выговор сәпәнеләр. Эш бирмәй йөрөттөләр. Бына тирмәнгә барырға шофер юҡ ине. Үтенеп-үтенеп һорап алдым. Мәтри, Мөтәй, унда ла эш боҙоп йөрөмә, юғиһә... тип кенә ебәрҙеләр.

– Мөтәй... бик ҡыҙыҡ исем!..

– Мөфтәхетдин дә ул... Мөтәй – еңелерәк бит. Ҡалала шулай тип йөрөтәләр ине... Үҙем дә күнеп бөттөм инде. Совхозға килгәс тә, малайҙарға шулай тинем, һеҙҙең Хөмәйрә икәнегеҙҙе һорашып белдем инде.

– Бигерәк ҡыҙыҡһыныусан икәнһегеҙ!

– Бигүк түгел дә инде... ни... былай... һеҙ... – Егет һүҙенең осон ауыҙ эсенә йомдо.

Ни өсөндөр ошо асыҡ күңелле егет менән һөйләшеү еңел, һүҙ үҙенән-үҙе ялғанып ҡына тора. Тәүге генә күреүе булһа ла, тартындырмай ҙа.

– Ни эшләп һуң улай выговор сәпәп, эшегеҙҙән бушатып ҡуйҙылар әле? – Хөмәйрә, шуҡ ҡына йылмайып, егеткә тура ҡараны.

– Булды инде... Һеҙҙең кеүек бер сибәр бар ине... Мин дуҫ тип йөрөгән бер егет уға минең алда тупаҫ һүҙ ысҡындырҙы, – Мөтәй, үҙе лә һиҙмәҫтән, йоҙроғон төйнәгәйне. – Яңылыштан тегенең түбәһенә нығыраҡ ҡундырғанмын... Тишелеп сыҡҡан...

– Һеҙ яҡлашҡан ҡыҙ рәхмәт уҡығандыр инде!

– Эйе, уҡыны... Миңә рәхмәт йөҙөнән, бынан бер аҙна элек кенә теге егеткә кейәүгә сыҡты... – Егеттең ирен сите һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ярһынып ҡыбырҙап ҡуйҙы.

Хөмәйрәнең һаман да һөйләшкеһе килә ине. Өйгә инеп китһә, тағы ла эс бошорғос минуттар башланасаҡ.

– Ә һеҙ ҡайһы совхоздан?

– Бынан етмеш саҡрым самаһында... Тейәнәк тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Быйыл ғына башлап ойоша әле ул.

Шунда тирмән келәте яғынан йөк бушатыусының:

– Мөтәй, йәһәтерәк эс әле, кискә ҡалабыҙ!.. – тигән тауышы ишетелде.

– Барығыҙ, юғиһә, тағы выговор эләгер, – тип шаяртты Хөмәйрә.

– Юҡ, хәҙер эләкмәҫ!.. Һау бул, сибәр... Һыуың өсөн рәхмәт!

– Шишмәгә әйтегеҙ!..

Егет, артына әйләнеп ҡарай-ҡарай, китте. Бер аҙ барғас, башынан кепкаһын алып болғаны.

Хөмәйрә, уға ҡарап, ысын күңелдән йылмайҙы. Был ят егет артынан уҡ тал араһынан килеп сығыуҙы ул уңайһыҙ тапты. Бары машинаның гөрөлдәүе алыҫлашҡас ҡына, үҙе бында килгән һуҡмаҡтан түгел, әлморон ҡыуаҡтарына беләген сыйҙыра-сыйҙыра, икенсе яҡтан килеп сыҡты.

Тирмән алды буш. Ошо йөк машинаһы китеп барғас, иркен тирмән ихатаһы, тағы ла иркенәйеп, тағы ла бушыраҡ, шымыраҡ булып ҡалған төҫлө.

Мөтәй исемле совхоз егете бынан һуң тирмәнгә йәнә бер-ике ҡат килде. Хөмәйрә үҙ иркенән тыш, уны һәр ваҡыт талпынып көтөп ала; улар һөйләшәләр, көлөшәләр. Мөтәй бик күңелле егет булып сыҡты, һорашырға өлгөрмәйһең – үҙе үк һөйләй ҙә бирә. Эше бөткәс, ул совхозына ҡайтып китә; Хөмәйрәнең көнөнә ниндәйҙер бер яңылыҡ индереп, күңел тыныслығы ҡалдырып киткәндәй була.

Ҡыҙ үҙе ялҡып бөткән көндәлек ваҡ-төйәк эштәрҙе лә күңел биреп, һөйөнөп башҡара. Бер ҙә юҡҡа ғына, тиктомалға рәхәтләнеп йылмая. Бер көн ул, ҡояш сығыр алдынан ғына мәғәнәһеҙ төш күрҙе. Тимерғәле Мөтәйҙең башын һуғып ярған, имеш тә, Хөмәйрә шуның өсөн Мөтәйгә кейәүгә сығырға йөрөй, имеш... Бына мәрәкә!

Төшө иҫенә төшөп, Хөмәйрә уянғас та көлөп ебәрҙе.

Ҡыҙ уйсанланды, фекере тарҡауланды. Бер урынға баҫа ла оҙаҡ-оҙаҡ уйланып тора. Һәм кинәт үҙен, башҡа бер нәмә тураһында түгел, тап Мөтәй хаҡында уйлап торған хәлдә фаш итә. Шофер егет тураһындағы уйҙарын башынан ҡыуалай. Ләкин тегеләр уның һайын серкәшеп ята.

Бер тапҡыр ул, тал араһынан сылтырап ағып ятҡан шишмәгә һыу алырға төшкәс, үҙенең һыуҙағы шәүләһенә ҡарап торҙо, һәм: «Мөтәй килеп, мине үҙҙәренең совхозына алып китһен ине», – тип уйланы. Ул, үҙ-үҙенән оялып, башына салт иттереп сәпәне, шунан уны үҙәккә үткес һалҡын һыуға тыҡты. «Бына һиңә, юҡ-барҙы уйлаһаң!»

Юҡ, ошо шишмә ниңәлер Мөтәйҙе хәтерләтә лә тора, ниңәлер ошо шишмә Хөмәйрәгә айырыуса яҡын булып китте. Уның янына килә лә күҙен дә алмай ҡарап тора. Ә шишмә, төбөндәге ынйы-мәрйендәй ялтыр таштарға бәрелеп, ниндәйҙер йәшерен сер һөйләй.

«Туҡта, бик иҫәр ҡыҙ түгелмен бит; нишләп һуң мин үҙем ике-өс тапҡыр күреп һөйләшеп торған осраҡлы бер таныш кеше тураһында гел уйлайым һуң әле?» – тигән һорауҙы ҡуя Хөмәйрә үҙ алдына һәм, был уйымдан биҙмәмме икән тип, тырышып- тырышып күңеленән Мөтәйҙе хурларға тотона; уны Тимерғәле менән сағыштыра: «Бына, исмаһам, Тимерғәленең килмәгән ере юҡ!» Ә күңеленең икенсе бер урыны: «Алдайһың!» – тип ҡысҡыра.

«Һуң, Мөтәй ҙә Мөтәй тип йән атаһың, уның ни ере Тимерғәленән артыҡ? Ҡатып бөткән гимнастерка, ләпшәйгән кепка кейгән. Бына Тимерғәле, исмаһам...» – ти аҡылы.

«Юҡ, барыбер Мөтәйҙең кейеме килешле», – тип яуап бирә күңеле.

«Мөтәй выговор алған, уны эшенән ҡыуып сығарғандар, ул һуғыш суҡмары!..» – тип тартыша аҡылы.

«Ул – молодец! Ҡыҙҙар намыҫын яҡлап һуғышҡан! – тип һүҙен бирмәй күңеле. – Мөтәй – ҡыйыу егет. Ул, ҡалала тормоштары иркен, тыныс булһа ла, уны, дөйөм эш өсөн бер нәмә урынына күрмәй ташлап, сиҙәм совхозына эшкә үҙ теләге менән килгән. Унда ни тиклем ҡыйын булһа ла, күңелен төшөрмәй, эшләп йөрөй».

«Ә Тимерғәле, киреһенсә, тыныслыҡ эҙләй, Һарт ауылында тиңдәштәре менән дәртләнешеп эшләп йөрөүҙән ошо тирмән контораһында тыныс ҡына бер үҙе, өндәшмәй-тынмай, эшләп ултырыуҙы мең артыҡ күрә. Үҙе тыныс, үҙ тормошо бөтөн булыуҙан да ҙур бәхетте күрмәгән төҫлө ул. Башҡалар уны ҡыҙыҡһындырмай. Ундайҙарҙы «тыумай ҡартайған» тип йөрөтәләр. Дөйөм эш өсөн Тимерғәле үҙенең тыныс тормошон ҡорбан итергә һәләтһеҙ».

Ике йыл буйына күҙәтә торғас, Хөмәйрә бөгөн килеп Тимерғәленең ошо кәмселеген тапты. Совхоз егете Мөтәй менән сағыштырып тапты уны. Хәҙер инде Тимерғәле тураһында уның билдәле бер асыҡ ҡарашы барлыҡҡа килде. Күңелендәге бәхәстә Мөтәй яғы еңде.

Хәҙер бөтә нәмә, бөтә донъя мәшәҡәттәре Хөмәйрәгә ҡағылмай, уның күңелен борсомай, ситтән генә үтеп йөрөй.

Үҙен ул ҡайҙалыр ашыҡҡан төҫлө, ниндәйҙер бер һәйбәт нәмәнән һуңға ҡалып бара төҫлө тоя башланы. Был ашығыу хисе тора-бара нимәнелер ашҡынып көтөү тойғоһона барып тоташты. Был көтөү тойғоһо, көсәйгәндән-көсәйә барып, хатта һағышҡа, күңел ғазабына әйләнде.

Нимә көтә Хөмәйрә? Үҙе лә белмәй шикелле әле... Тик эстән генә: «Совхозда кеше әҙме икән ни? Нишләп ондары һаман бөтмәй икән?» – тип уйлай.

Бөгөн конторала Тимерғәлегә лә, Хөмәйрәгә лә эш күп кенә булды.

Егет айырыуса йыйнаҡ, ыҫпай кейенгән. Ул Хөмәйрәгә оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап ултыра. Күҙҙәре осрашҡанда, оялсан йылмайып, аҫҡа ҡарай, битенә еңелсә алһыулыҡ йүгерә. Был ҡараш Хөмәйрәне, бер яҡтан, уңайһыҙландыра; икенсенән, асыуын килтерә, ярһыта.

Ул егеттең үҙенә ҡарағанын тәне менән тойһа ла, башын күтәрмәҫкә тырыша; кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, өҫтәлгә эйелеп, серкәшеп-серкәшеп ҡағыҙҙар ҡутара.

Тимерғәле йыш ҡына борсоулы ҡараш менән тәҙрәгә күҙ һала.

Бына төш ауыуғараҡ Һарт яғынан Ынйыбикә апай күренде. Ул кейенгән-яһанған.

Әсәһенең тирмән быуаһы аша сығып килгәнен күргәс, Тимерғәле ныҡ ҡыҙарынды, ҡулдары дерелдәй башланы; кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, шыма сәсен бармаҡтары менән артҡа тарарға кереште.

Ғәрифә апай ҙа Ынйыбикәнең киләһен алдан уҡ белеп торғандыр ахыры, күтәрмәгә сығып: «Әйҙүк, әйҙүк!» – тип, ҡосаҡ асып ҡаршыланы.

Стена артында ҡыуаныслы ауаздар менән ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр, сынаяҡтар шылтырай.

Тимерғәленең маңлайынан тир бөртөктәре бәреп сыҡты. Хөмәйрә уның был ваҡыттағы ҡылығына ғәжәпһенеп ҡараны.

Уғаса булмай, ишектән шат йөҙлө Ғәрифә апай күренде һәм Хөмәйрәне бармаҡ ымы менән саҡырып алды.

– Нимә, әсәй?

– Нимә тип ни... Ынйыбикә апайың менән күрешеп сыҡ! Унан һуң матурыраҡ кейенеп ал... Ҡунаҡ бар бит.

Хөмәйрә Ғәрифә апайға аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла, теләкһеҙ генә эйәрҙе.

Түрҙә, мендәр өҫтөндә, ултырған Ынйыбикә апай, Ғәрифә ишектән күренгәс тә, өҙөлгән һүҙен ялғап алып китте:

– Әй, Ғәрифә әхирәт, балаларыбыҙҙы әйтәм, гөлдәр кеүек гөрләшеп, бергә донъя көтөп алып...

Ғәрифә артында ишектән Хөмәйрә күренгәс, ул ҡапыл телен тешләне һәм, урынынан йылдам ғына төшөп, Хөмәйрәгә ҡуш ҡулын һуҙҙы.

– Эй, балаҡайым, иҫән-һау ғына йөрөйһөңмө? Ҡайһылай һылыу аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп еттең бит! Тфү, тфү, күҙем теймәһен... Ғүмерлек һөйөнөстәр эсендә генә йәшәргә яҙһын инде!

Ниндәйҙер бер сәйер үҙгәреш булаһын тойоп, Хөмәйрәнең төҫө ҡапыл үҙгәрҙе, дуғалай ҡаштары ҡап урталай һынды. Ул Ынйыбикә апайға быуындары йомшарған ҡулын һалҡын ғына бирҙе лә, тамағына ҡаты йоморсаҡ ауырттырып килеп төйөлгәс, ситкә боролоп, башын түбән эйҙе.

Ынйыбикә апай өҙөлөп-өҙөлөп йәйләүендә булды:

– Эй, балаҡайым, ҡалған ғүмеребеҙҙе һеҙҙең шатлыҡты күреп кенә йәшәргә...

Ғәрифә уның һүҙен ихлас элеп алды:

– Эйе шул, беҙҙән ни изге теләк кенә инде!

Хөмәйрә, атлығып сығырға торған әсе күҙ йәштәрен тыйып, сығып китергә ашыҡты. Уның бик тә хәтере ҡалды.

Әле эш сәғәте сығырға байтаҡ ваҡыт булһа ла, Тимерғәле, әсәһе килгәс, ни эшләптер, ҡайтырға ашыға башланы.

Ишек төбөндә ул Хөмәйрә менән ҡапма-ҡаршы осрашты. Ағарынып төҫө ҡасҡан ҡыҙға егет борсоулы ҡараны, шунан өндәшмәй генә юл бирҙе.

Хөмәйрә Тимерғәлегә, йөҙөн емереп, бер тишеп ҡараны ла, үтеп китте.

Тимерғәле ҡарлыҡҡан тамаҡ төбө тауышы менән өндәште:

– Хөмәйрә...

Ҡыҙ туҡтаны, ләкин егеткә ҡарай боролманы.

– Хөмәйрә... – Тимерғәле, тулҡынланып ҡабат өндәште: – һин... әсәйем әйткәнгә риза бул, йәме...

«Әсәйем әйткәнгә!» – Хөмәйрәнең асыуы ҡайнаны.

– Һөйләмә, Тимерғәле... Миңә башҡа бер һүҙ ҙә әйтмә... тине ҡыҙ киҫкен тауыш менән, егеткә һаман елкәһен биреп торған хәлдә. Шунан ул контора ишегенә табан йәнә бер-ике аҙым атланы ла, боролоп, йомшағыраҡ тауыш менән: – һин һәйбәт кеше, Тимерғәле... тик булмай... – тип өҫтәне һәм ишектән инеп юғалды.

Егет башын эйгән хәлдә Һарт яғына яй ғына атланы.

Хөмәйрә конторалағы диванға хәлһеҙләнеп барып ултырҙы ла, түшәмдәге ботаҡ урынына ҡарап, хәрәкәтһеҙ ҡалды.

Ғәрифә апай, бер нисә тапҡыр инеп, уға яғымлы өндәште, сәйгә инергә саҡырҙы. Хөмәйрә уның бер генә һүҙенә лә яуап бирмәне, яй ғына башын сайҡаны.

Ғәрифә апай тирмәндән Бикмырҙа ағайҙы саҡырып сығарҙы.

Ишек алдында Хөмәйрә атаһының:

– Үҫкәндәр бит инде... үҙҙәре беләләрҙер... – тигән һүҙҙәрен өҙөк-өҙөк кенә ишетеп ҡалды.

Оҙаҡламай Ғәрифә Ынйыбикәне оҙатырға сыҡты.

– Эй, ҡунып ҡайтыу кәрәк ине. Төнө буйы һөйләшеп ятыр инек, – тип, Ғәрифә апай уны ҡалырға димләй.

– Өйҙә кешем юҡ бит. Кис көтөү ҡаршыларға, тамаҡҡа әҙерләргә, иртән һөт айыртырға кәрәк. Ни ҡыҙың, ни киленең булмағас... бөтөнөһөнә лә үҙең һәлпәңләргә тура килә шул...

– Ярай инде, әләйһәң, беҙгә үпкәләмә инде, әхирәт, балалар үҙҙәре һөйләшер, килешер әле, тигәндәй...

– Эйе шул, уйлашһындар... Хәҙер ни йәштәрҙең үҙ заманаһы бит. Артыҡ маҙаһыҙламайыҡ. Изге теләктә генә булайыҡ. Аңлашырҙар...

– Эштәре ошонда булғас, беҙҙә генә торорҙар...

Хөмәйрәне башҡа борсоусы булманы. Берҙән, уны буйһонорға теләмәгән күңеле ғазаплай; хәҙер ни өсөндөр атаһына ла, әсәһенә лә күренергә ояла ине.

Ҡараңғы төшкәс, ул, шым ғына инеп, ҙур яҡтан таҡта менән бүленгән үҙ бүлмәһенә инеп ятты.

«Бәхет, бәхет! Бына һиңә тигән бәхет! Һөйөн, һөйөн, Хөмәйрә! – тип күңеленән үҙен зәһәрләнеп үртәне ул. – Ошомо икән ни минең яҙмышым?!» Тик йөрәге һаман берҙе ныҡып типте: «Түгел! Түгел!»

Ул иртән тороп сыҡҡанда, ишек алдында таныш иҫке йөк машинаһы тора ине.

Аңын-тоңон уйлап өлгөргәнсе, аяҡтары, ергә лә теймәй, Хөмәйрәне машина янына алып китте.

– Мөтәй!..

Машинаның капотын күтәреп, моторында соҡсоноп булашҡан ҡуңыр йөҙлө егет башын күтәрҙе, киң йылмайып ҡыҙға ҡаршы килде.

– Ә-ә... Хөмәйрә!.. Һаумыһығыҙ!..

Хөмәйрә ҡапыл ҡаушап ҡалды, ни әйтергә белмәй бармаҡтарын һындырғыланы. Ул ошо егетте күпме талпынып көттө, ләкин әйтер һүҙҙәре әҙер түгел ине.

– Һаумыһығыҙ!.. Ни... Мөтәй... Мөфтәхетдин... һеҙ мине... Юҡ, юҡ... Һин ҡасан кире ҡайтаһың әле?

– Бәй, бәй, сибәр, килеп етеүемә ярты сәғәт тә булмай, ҡыуа ла башланығыҙ. Нәмә менән һине үпкәләтергә өлгөрҙөм әле?

– Юҡ, юҡ, мин һиңә һис улай тиергә уйламағайным... Беләһеңме, Мөтәй... эй!..

Ҡыҙ таллыҡҡа ҡарай йүгерҙе. Бындай ҡаршылауҙан аптырап ҡалған егет, ни эшләргә белмәй, бер аҙ баҫып торҙо ла, гимнастеркаһын төҙәткеләп, уның артынан ташланды.

Хөмәйрә, таш аҫтынан һарҡып сыҡҡан тоноҡ шишмәгә ҡарап, ағасҡа һөйәлеп тора ине. Егеттең аяҡ тауышын ишеткәс, ул турайып баҫты, йылмайҙы:

– Был һинең шишмәң, Мөтәй! – Ул тағы түбән ҡараны.

Хөмәйрәнең беренсе ҡарауға мәғәнәһеҙ булып күренгән сәйер һүҙҙәренә, хәрәкәттәренә торған һайын ғәжәпһенә барған Мөтәй ҡайтарып әйтергә һүҙ тапмаған арала, ҡыҙ былай тине:

– Ах, екһендем мин, Мөтәй, был өйҙән!

– Ошондай матур ерҙән туйҙыңмы? Булмаҫ!

– Мин һине ни тиклем көттөм, Мөтәй!

– Ысынлаптамы, Хөмәйрәкәй?!

Егет уға яҡыныраҡ килде, ҡыҙҙың матур күҙҙәренә һөйкөмлө итеп ҡараны.

– Ысынлап та... Машинаңда мин эләгеп кенә барырлыҡ буш урын табылырмы?

– Табылыуын табылыр ҙа... – Егет ниндәйҙер етди уй уйлап алды... – Ә һин ҡайҙа барырға уйлайһың? – тип өҫтәп ҡуйҙы.

– Мин һеҙҙең менән китергә, күп кешеләр эшләй торған ергә, шатлыҡ күберәк ергә китергә теләйем... Бына һеҙҙең совхозға...

– Ах, Хөмәйрә, Хөмәйрә... – Егет башын сайҡап торҙо: – Беҙҙә бик ҡыйын бит әле. Совхоз яңы төҙөлә генә башлаған. Торор ерҙең йүне юҡ. Торлаҡ корпустары киләһе йәйгә генә өлгөрә...

– Булһын, түҙермен! Хан ҡыҙы түгелмен!

– Тирә-яғы ҡола-ялан, саң өйөрмәләре, туҙғанаҡтар... Бындағы йәм юҡ унда.

– Кәрәкмәй, үҙебеҙ матурларбыҙ!

– Эш бик ауыр... – Мөтәй Хөмәйрәнең нәҙек оҙон аҡ беләктәренә, нескә билле һығылмалы кәүҙәһенә күҙ йүгертеп алды. – Күберәк ялан эше, төҙөү эше... туҙан, бысраҡ...

– Булһын, бик һәйбәт... Миңә тап ана шундай кәрәк тә... Күңел булғансы эшләрлек булһын!

– Ай-Һай, сибәр, еңел һөйләйһең! – Егет баш сайҡап торҙо.

Хөмәйрәнең күҙҙәре ҡапыл осҡонланып китте. Ул, үпкәләгән һымаҡ, китергә ҡуҙғалды.

– Мөфтәхетдин иптәш, мине өгөтләмәгеҙ, һеҙҙән миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, тик машинағыҙға ултыртырға ғына риза булығыҙ!

Был ваҡытта Ғәрифә апай күнәк күтәреп ишек алдына сыҡҡайны.

– Хөмәйрә, тим, Хөмәйрә, ҡайҙа юғалып йөрөйһөң унда? Һыйыр һауырға кәрәк.

Хөмәйрә уның янына килеп етте.

– Әсәй... ни... ана теге кеше Мөфтәхетдин исемле... Шофер... Ул мине ултыртып алып китергә риза булды.

Ғәрифә, уның һүҙҙәрен аңламай, үҙҙәренә яҡынлап килгән егеткә шикләнеп ҡараны.

– Ҡайҙа бармаҡсы булаһың, Һартҡамы? Һуңғараҡ барырһың.

– Юҡ, мин алыҫҡараҡ барам. Мин совхозға эшкә китәм! – Ул бөтә уйын тиҙерәк һөйләп бөтөрөргә тип ҡабаланды, тотлоҡто. – Унда кешеләр күп, ти... Унда бик һәйбәт, ти, әсәй!..

Ғәрифәнең ҡулынан ысҡынған күнәк, күтәрмәнең һәр баҫҡысы һайын туҡтала-туҡтала, ҡаты шылтырап төшөп китте.

– Әһ!.. Нимә һөйләйһең һин, балаҡай?! – Ул ят егеткә нәфрәт менән ҡараны. – Нимә һин, йөҙө ҡара, йәш баланы ҡотортоп йөрөйһөң? Ҡайҙа мин һине Бикмырҙама әйтеп, ҡыуҙырып ебәрәйем әле! Таҫыр күҙ!

Хөмәйрә әсәһен ҡосаҡлап алды, башын уның күкрәгенә һалды:

– Юҡ, юҡ, әсәй, күҙ нурҡайым!.. Ул мине һис ҡотортманы, ултыртып алып барам да тимәне әле. Мин үҙем!.. Күптән уйлап йөрөйөм. Әсәкәйем, риза бул!..

Ғәрифә менән Хөмәйрә, ҡосаҡлашҡан килеш, илаша-илаша өйгә инеп киттеләр...

Ныҡ ҡына уңайһыҙ хәлдә ҡалған Мөтәй ишек алдында байтаҡ ваҡыт баҫып торҙо, машинаһы янына барҙы, тағы ишек янына килде.

Бикмырҙа ағай өйөнә инеп китте. Тағы шаҡтай ваҡыт үтте.

Елене тулышҡан сыбар һыйыр, сығып һауыуҙарын көтөп, зарланып баҡырҙы ла баҡырҙы. Кешеләр бөгөн уны оноттолар. Ахырҙа, быҙауы килеп ҡушылды. Хужаларының ҡапыл ғауғаланып ҡалыуҙарына һөйөнгән берҙән-бер йән эйәһе, моғайын, ул ғына булғандыр...

Бер-ике сәғәт самаһы үткәс, күтәрмәлә Бикмырҙа ағай күренде. Ул, һәлмәк кәүҙәһе менән рәшәткәгә иңкәйә биреп, тирмән алдына бер аҙ ҡарап торҙо ла, ҡарашы менән унда шофер егетте эҙләп тапты һәм бармаҡ ымы менән үҙенә саҡырып алды.

Ул Мөтәйгә ҡул да бирмәне, һүҙ ҙә ҡушманы. Күтәрмәгә сүгеп ултырып, егеткә эргәһенән урын күрһәтте.

Шунан ул егеттең кем булыуы, совхоз хәлдәре тураһында һораша башланы. Бары совхоз директорының исемен, фамилияһын ишеткәс кенә, уның ҡомһарған йөҙө аҙ ғына асылып киткәндәй булды ла, тиҙ үк киренән ҡараңғы сырай алды.

– Улай тиһеңме?.. Һм... Ни эшләмәк кәрәк...

Ул, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй, тирмән ишегенә йүнәлде. Ә өй эсендә шундай хәлдәр булып ята ине: әсә, башын бәйләп, диванға ятҡан. Бер ҡулына стакан менән һыу тотҡан Хөмәйрә, һыңар ҡулы менән уны ҡосаҡлап, эргәһендә ултыра.

– Эй ҡыҙым, ҡыҙым... – Ғәрифә һамаҡлап-һамаҡлап, өҙөк-өҙөк һөйләй. – Һин тип тырыштым. Ятһам-торһам, изге теләктәр, бәхет теләнем. Теләктәрем шулай уҡ ҡабул булманымы икән ни? Ҡайғыларға һалырһыңмы икән ни? Эй ҡыҙым, ҡыҙым, аҡ биләүҙәргә биләп, сәңгелдәгеңде бәүетмәһәм дә, нисәмә йылдар һине өҙөлөп яраттым. Мин һине ҡыҙым иттем, һин мине әсә иттең... Ни тиклем рәхәт йәшәгән инек. Олоғайған көнөмдә ташлап китеп, ут йотторорһоң тип һис тә уйламағайным, һағынған көндәремдә кемде генә тотоп һөйөрмөн икән? Әллә инде Тимерғәлегә бирәм тигәнгә рәнйенеңме? Мин ни...

– Юҡ, әсәй, һиңә һис бер һүҙем юҡ. Ниңә инде улай бөтөрөнәһең? Мин бит үлергә китмәйем, эшкә китәм. Бына ғына торған ер бит ул... Күп булһа, етмеш саҡрымда ғына...

– Әһ!.. Етмеш саҡрым?! – Ғәрифә тағы хәлһеҙләнеп ауҙы. – Етмеш саҡрым! Йәһәннәм артына китә икән ғәзиз башҡайың!

Ул тағы үкһергә кереште. Ысынлап та, Ғәрифә өсөн етмеш саҡрым иҫ китерлек ара шул. Ул бит тирмән менән Һарт ауылы араһынан да оҙон юлды күргәне юҡ тиерлек.

Хөмәйрә уны йыуатыр өсөн совхоз тураһында үҙе уйлап сығарған хыялдарын, уңайын килтереп, яйлап-яйлап ҡына теҙергә керешә. Уның һөйләүенсә, үҙе барасаҡ ер тотош рәхәтлек донъяһынан ғына тора, унда эш тә уйын-көлкөнән генә ғибәрәт булып сыға...

– Ярай инде, – ти Ғәрифә, ахырҙа, әллә ҡайҙан килгән меҫкен тауыш менән. – Нишләтәйем инде... Үҫтерҙем, балиғ иттем, ҡанат ҡуйҙым, яҙғаны шулдыр, күрәсәгең барҙыр... Атайың риза булһа... мин ни...

Сикһеҙ һөйөнгән Хөмәйрә әсәһен тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлай, тын алырға ирек бирмәй, үбә. Уға тап бына әсәһе урынына ҡалған Ғәрифә апайҙың ҡарғамай-рәнйемәй риза булып ҡалыуы кәрәк. Уның ризалығын алмай китеү, уның изгелектәренә яуызлыҡ менән яуап биреү, ай-һай, ауыр булыр ине.

Эйе, үгәй әсәнең Хөмәйрәгә ни бойорһа ла хаҡы бар, ул бөткөһөҙ рәхимле күңелле ошо ҡатынға ғүмер буйына бурыслы бит.

Хөмәйрә үҙ һүҙендә торҙо. Ахырҙа, Бикмырҙа ағай ҙа һыңҡырлап ҡына риза булды. Ишек алдында Мөтәй менән оҙаҡ ҡына һөйләшкәс, ул, контораға инеп, совхоз директорына хат яҙырға ултырҙы.

«Окопташ дуҫ! Мин һинең һуңғы ваҡытта ҡайҙа эшләгәнеңде белмәй инем әле...» – тип башланды хат. Шунан Хөмәйрә тураһында һүҙ асты, арыу ғына эшкә урынлаштырып, ҡанат аҫтына алыуын, аталарса күҙ-ҡолаҡ булып тороуын үтенде. «...Бер арала елдереп кенә ҡунаҡҡа килеп сыҡ, Полесье урмандарын, дошман ҡамауынан йырып сыҡҡан көндәр хәтирәһен һөйләшеп, көңгөр-ҡаңғыр килеп ултырырбыҙ...» – тип тамамланы.

Ғәрифә апай менән Хөмәйрә ашығып-ашығып әҙерләнергә керештеләр.

Тирә-яҡта күҙ күременә йәм-йәшел иген баҫыуҙары йәйелгән. Былтыр көҙ генә әле был ерҙә кеше ҡулы теймәгән сиҙәм ята ине. Көслө кешеләр уны үҙенә хеҙмәткә буйһондорған. Ул яландар быйыл беренсе уңыш бирергә әҙерләнә.

Ауыр йөк тейәгән иҫке машина, талғын гөрөлдәп, тигеҙ юлдан яй ғына бара. Байтаҡ юл үтелде инде.

Кабинала ултырған Хөмәйрә бер нисә тапҡыр: «Етәбеҙме әле?» – тип һораны.

Киң яландар аша машинала барыу ни тиклем рәхәт! Ләкин Хөмәйрәнең күңеле, тиҙерәк совхозға барып етеп, файҙалы эшкә тотонорға ашҡына.

Хәҙер инде һөйләшер һүҙ ҙә бөткән төҫлө. Машинаһын ҡуҙғатып алып китеүгә, Мөтәй бөтөнләйе менән моторҙың бер өлөшөнә әйләнде, руленә йәбешеп ҡатҡандай булды. Ул Хөмәйрәгә лә бик һирәк әйләнеп ҡарай, уның һорауҙарына «эйе», «юҡ» кеүек берәр һүҙ менән генә яуап бирә.

Көн аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Кабина эсендә тын алғыһыҙ эҫе. Хөмәйрәнең күңеле болғана башланы; саҡ-саҡ тыйылып барҙы. Эргәһендәге совхоз егетенә үҙенең йомшаҡлығын күрһәтмәҫ өсөн уҡшымаҫҡа шул тиклем нығытып тырышты ул – һәм еңде. Күңел болғаныуы үтте, күҙ алдары яҡтырҙы. Килә торғас, был еҫкә лә күнекте.

Хөмәйрә, юлда барған арала битем әҙерәк кенә булһа ла елгә ярыла төшһөн тип, юрый башын тәҙрәнән тығып барҙы. «Юғиһә, совхоз ҡыҙҙары, хан ҡыҙы, ҡурсаҡ килгән, тип үсекләрҙәр».

Мөтәй уның был сәйер ҡыланышын һиҙҙе булһа кәрәк, ҡарап-ҡарап барҙы ла йылмайып ҡуйҙы: «Өлгөрөрһөң әле!» – тиеүе булғандыр инде.

Шунда, иртән оҙатырға сыҡҡанда, атаһының совхоз директорына бирерһең тип, бер конверт тотторғаны иҫенә төштө. Ул, конвертты алып, әйләндереп-әйләндереп ҡараны; ни булһа ла булыр тип, тәүәккәл хәрәкәт менән уны асты ла хатты уҡып сыҡты. Битенә алһыулыҡ йүгерҙе.

– Мә, уҡы, – ул хатты Мөтәйгә бирҙе. – Атайым һаман да мине һаҡлау сараһын күрә!

Уҡып сыҡҡас, Мөтәй, йылмайып:

– Һм... насар түгел, һәйбәт яҙылған... – тине.

– Шулай тиһеңме? – Хөмәйрә хатты, конверты-ние менән ҡырҡҡа тураҡлап, тәҙрәнән елгә осорҙо. – Үҙ көнөмдө үҙем күрермен, ундай яҡлашыу кәрәкмәй миңә!.. Ә атайымдың сәләмен директорға торараҡ телдән генә тапшырырмын.

Мөтәй һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Хупланы булһа кәрәк.

Фәрит ИҪӘНҒОЛОВ.

Өфө – Темәс – Өфө.

1956- 1957

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас