Зөһрәнең атаһы юҡ. Әсәһе менән генә йәшәй ул. Ауылда әбейе, бабаһы бар. Туғандары, дуҫтары ла күп уларҙың. Ә бына атаһы юҡ. Зөһрә белә: атайһыҙ кеше булмай. Уның да атаһы бар. Әммә ул уларға бер ваҡытта ла килмәй. Зөһрәнең барлығын белмәйҙер ҙә әле. Белһә килер ине... Әсәһенән атаһы хаҡында бер нисә мәртәбә һорап та ҡараған ине, әммә әсәһе был хаҡта һөйләргә яратмай. «Ул бүтән тормош менән йәшәй», – ти. Зөһрә аңлай: атаһының ҡайҙалыр үҙ ғаиләһе, балалары бар. Әммә уның барыбер атайлы булғыһы килә.
Әсәһе бик һәйбәт уның. Бер ваҡытта ла әрләмәй. Хатта яңылышып та уҫал ҡарамай. Атаһы ла юҡ, үпкәләтмәйем үҙен ти торғандыр инде. Зөһрә үҙе лә әсәһен рәнйетмәҫкә, үпкәләтмәҫкә тырыша. Сөнки әсәһенә былай ҙа ҡыйын. Ул бит ҡыҙын үҙе генә, яңғыҙы ғына үҫтерә. Эшенән арып ҡайта. Өйҙә тағы әллә күпме эш көтә. Әле ярай Зөһрә быйыл уҡырға барҙы. Иртән баҡсаға илтеп, кисен барып алаһы юҡ... Хәҙер ул мәктәпкә үҙе бара, дәрестәр бөткәс, үҙе ҡайта. Ҡай саҡта ғына, һуңғараҡ ҡалһа, әсәһе килеп ала. Ә мәктәп яҡын. Уның бер мөйөшө кухня тәҙрәһенән дә күренеп тора. Йәйәү бара, йәйәү ҡайта Зөһрә. Ҡай саҡта уға күрше ҡыҙҙары – Алһыу менән Гөлинә эйәрәләр. Уларҙың синыфында шундай ғәҙәт бар: дәрестәр бөткәс, уҡытыусы Гөлсинә апалары үҙенең беренселәрен ишек төбөнә тиклем оҙата сыға. Үҙ йорттарына барып еткәнсе, һәр баланы күҙәтеп тора. Зөһрәнең ҡайтып еткәнен дә күрәлер әле ул. Күрәлер... Бик һәйбәт күрә уларҙың Гөлсинә апалары. Дәрестә тәртип боҙған малайҙарҙы шунда уҡ күреп ала. Беренсе «Б» синыфында егерме дүрт бала уҡый. Ун малай, ун дүрт ҡыҙ. Бына шуларҙың һәр ҡайһыһына күҙ-ҡолаҡ булып тора ул.
Беренсе сентябрь көндө Зөһрәне мәктәпкә әсәһе илтте. Ҡайһы бер балалар аталары менән дә, әсәләре менән дә килгәндәр. Атайлылар ғына ла, әсәйлеләр генә лә бар. Шулай ҙа әсәйле балалар күберәк. Зөһрә һанап ҡараны, синыфтағы егерме дүрт баланың ун бере – атайһыҙ. Шуға күрә Зөһрәне әллә ни кәмһетеүсе, ҡыйырһытыусы юҡ. Бер көндө аталы-әсәле Рөстәм генә: «Атайың күршегеҙҙә торамы?» – тип көлмәксе булған ине, өс атайһыҙ ҡыҙ – Алһыу менән Гөлинә лә уға ҡушылдылар – теге малайҙы һәйбәтләп кенә түпәләп алдылар. Рөстәм, башын устары менән ҡаплап: «Атайға әйтә-ә-әм!» – тип, саҡ-саҡ сығып ысҡынды. Күп теленә һалынһа, нығыраҡ та эләгер әле...
Атайһыҙ булыуына Зөһрәнең бер ғәйебе лә юҡ. Әсәһенең дә ғәйебе юҡ. Атаһының да әллә ни ғәйебе юҡтыр... Өлкәңдәрҙең бөтә нәмәне лә аңлата торған бер һүҙе бар. «Яҙмыш» тигән һүҙ ул. Күршеләге Сәлисә әбей ҙә: «Яҙмыштан уҙмыш юҡ», – ти. Бөтөнөһөнә лә шул Яҙмыш ғәйепле, ахыры. Үҙҙәренән башҡа ғына кешеләрҙең йәшәүен, тормошон, бәхетен-бәхетһеҙлеген хәл итә торған бер көс, буғай, ул. Бына шул көс менән дуҫлашһаң ине лә... Гел ярҙам итеп торор ине ул. Һәйбәт уҡыр ине Зөһрә. Синыфтарындағы бөтә малайҙар-ҡыҙҙар уны дуҫ күрерҙәр ине. Гөлсинә апалары ла гел Зөһрәнән һорар ине. Ә Зөһрә дәресен гел уҡып, өйрәнеп килә. Күберәк һораһа, күберәк «бишле» эләгер ине. Күберәк «бишле» эләкһә, әсәһе һөйөнөр ине. Әсәһе һөйөнһә, ул үҙе лә һөйөнөр ине, бәхетлерәк булыр ине... Их, дуҫлашырға ине шул Яҙмыш менән! Ул ваҡытта, бәлки, атай кеше кәрәк тә булмаҫ ине...
Атайһыҙ йәшәп булһа ла, әсәйһеҙ йәшәү ҡыйындыр ул. Әсәйһеҙ бөтөнләй ҙә йәшәп булмайҙыр... Зөһрә быны теүәл генә белмәй, әммә бөтөн йән-күңеле менән тоя... Әсәй кеше – был донъяла иң мөһиме, иң кәрәге, иң изгеһе!
Беренсе «бишле»һен дә әсәһе хаҡындағы һорауға яуап биреп алды ул. Дөрөҫөн генә әйткәндә, иң еңел һорау эләкте уға был көндө.
– Әсәйеңде яратаһыңмы? – тип һораны унан Гөлсинә апаһы.
Беренсе синыфта ғына уҡыһа ла, Зөһрә уҡытыусы биргән һорауға дөрөҫ һәм теүәл итеп яуап бирергә кәрәклеген белә. Шуға күрә ул Гөлсинә апаһының һорауына тырышып яуап бирҙе:
– Яратам.
– Ни өсөн яратаһың?
Зөһрә был юлы ашығып яуап бирмәне. Яуап бирә алмағандан түгел. Килешмәй. Ауыр һорауға ашығып яуап бирергә ярамай.
Зөһрә бер аҙ уйланып торҙо. Әммә оҙаҡ өндәшмәй торорға ла ярамай. Яуап бирә алмай тип уйлауҙары бар.
– Мин әсәйемде бик яратам, сөнки ул үҙе лә мине бик-бик ярата!..
Ошо яуабы өсөн Гөлсинә апаһы Зөһрәгә ҙур «бишле» ҡуйҙы.
Зөһрәнең әсәһе кеүек әсәй бер кемдә юҡ. Ул уны бүтән бер ниндәй әсәйгә лә алыштырмаясаҡ. Белә-белгәндән бирле бергә йәшәһәләр ҙә, Зөһрәне һис ялҡытмай ул. Сөнки ныҡ һәйбәт, һәйбәт кенә түгел, бик сибәр уның әсәһе. Исеме лә матур – Гүзәлиә. Гүзәллеккә эйә тигән һүҙ. Нисек инде яратмайһың ундай әсәйҙе?!
Һәйбәт, сибәр булһа ла, бик үк бәхетле түгел, ахыры... Ҡайһы бер төндәрҙә мендәренә ҡапланып илай ул. Әллә инде эшенән ныҡ арып ҡайта, әллә берәр ере ауырта, әллә... Әсәһенең ниңә илағанын белмәй Зөһрә. Әммә һорарға ҡыйынһына. Кеше илағанда борсорға ярамағанды ғына белә ул. Зөһрә үҙе лә һирәк кенә илаштыра. Илаған ваҡытында кемдер килеп һораша башлаһа, йыуата башлаһа, уның ен асыуҙары сыға, йәне үртәлә, хатта нығыраҡ та илағыһы килә башлай... Теләмәһә лә, нығыраҡ иларға тура килә... Эйе шул, кеше үҙ алдына ғына иларға тейеш. Шуға күрә Зөһрә, әсәһе илағанда, уның янына бармай, өндәшмәй-нитмәй генә үҙ түшәгендә йоҡлаған булып ята. Әсәһе илап бөткәс, тынысланғас, кинәт уянған булып, уның карауаты эргәһенә бара. Юрғаны аҫтына үрмәләп кереп, әсәһенең йылы ҡуйынына сума... Икеһенә лә рәхәт булып китә. Әсәһе лә шундуҡ ҡыҙын ҡыҫып ҡосаҡлап ала, бүтән бер ваҡытта ла үҙе янынан ебәрмәҫкә теләгәндәй, бик оҙаҡ йылы ҡуйынында тота...
Зөһрә бөгөн бик иртә уянды. Ял көндәрендә гел шулай иртәрәк уяна ул. Ниңә улайҙыр – дәрескә бара торған көндәрҙә йоҡо килеп яфалай, ял көндәрендә йоҡо килмәй интектерә. Әсәһе лә торған, ана кухняла ҡоймаҡ бешереп йөрөй...
Янында ятҡан ҡурсағы ла уянды Зөһрәнең. Ул әле һөйләшә белмәй. Ҡурсаҡтар һөйләшмәй тиһегеҙме? Яңылышаһығыҙ. Ҡурсаҡтар ҙа һөйләшә. Уның Лилиә исемле ҡурсағы һөйләшә белә ине. Шундай моңло ине Лилиәнең тауышы!.. Уның бит әсәһе бөтөнләй булмаған. Әсәһе урынына Зөһрә ине. Ул, ҡурсағын ҡуйынына алып, бала көйләгәндәге кеүек тирбәтеп, бишек йыры йырлай ине:
Әй ҡурсағым, ҡурсағым,
И, һинең матур сағың...
– Иң яратҡан әйберем минең! – тип, Зөһрә, үҙ янында ятҡан, әлегә һөйләшә белмәй торған ҡурсағын күкрә-генә ҡыҫты.
Зөһрә, берәй нәмә бик оҡшаһа, гел шулай: «Иң яратҡан әйберем минең!» – тип әйтеп ҡуя. Шулай көнгә әллә күпме «иң яратҡан әйбере» барлыҡҡа килә уның...
Тәҙрәнән ҡояш көлөп ҡараны. Зөһрә ҡурсағын ипләп кенә мендәр ситенә ятҡырҙы ла иҙәнгә шыуып төштө, тәҙрә янына барҙы ла күк ситенән балҡып килеп сыҡҡан көҙгө ҡояшҡа ҡарап:
– Ҡояш! Һин – иң яратҡан әйберем минең! – тине, ҡулдарын өҫкә күтәреп, ҡояшты сәләмләне...
Ҡояшты тәҙрә төбөндәге матур гөл дә сәләмләне, – тыйнаҡ ҡына һелкенеп, япраҡтары менән ҡағынып ҡуйҙы. Ҡояш яғына осоп китергә теләне, ахыры, ул. Зөһрә гөлдөң киң итеп асылған таждарына иғтибар итте. Үҙе лә һиҙмәҫтән, кескәй усы менән был матур гөл сәскәһенең алһыу керпектәрен иркәләп, һыйпап ҡуйҙы.
– И-и, иң яратҡан әйберем минең! – тип әйтергә лә онотманы.
Шул ваҡыт күрше бүлмәнән әсәһе килеп сыҡты. Зөһрәнең бүлмәһендә тағы бер ҡояш пәйҙә булды. Өй ҡояшы. Күңел ҡояшы. Бүлмәләр, күңелдәр балҡып китте.
Зөһрә был минутта ҡурсағы хаҡында ла, тәҙрә төбөндәге алһыу гөл хаҡында да онотто.
– Ҡыҙым торған икән... – Әсәһе, ҡулдарын һуҙып килеп, ҡыҙын яратып ҡосаҡлап алды; уның йылы, йомшаҡ һулышынан Зөһрәнең ҡолаҡ остары ҡытыҡланып китте...
– Әсәкәйем...
Ниндәйҙер серле, илаһи бер һулышта бер-береһенә бик тә ғәзиз ике йән, ике йөрәк бер булып тибә башланылар. Был тибешкә, был бәхеткә Зөһрәнең иң яратҡан әйберҙәре – әлегә һөйләшә белмәй торған ҡурсағы, алһыу гөлө, иртәнге ҡояш шаһит ине.
– Әсәй, нимә бешерәһең? – Нимә бешергәнен белһә лә, һорарға булды Зөһрә. Әсәй кешегә ҡыҙының һорауына яуап биреү күңеллелер ул. Яуап биреү ҡыйын булһа ғына күңелһеҙ булыр ине. Әсәһе бешергән бит инде ул тәмле ҡоймаҡтарҙы. Шуға күрә рәхәтләнеп яуап бирәсәк...
– Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡыҙым, һин яратҡанса ҡойҙом, әйҙә, йыуын, кейен, сәстәреңде тара ла сәй эсергә сыҡ...
Әсәһе сығып киткәс тә бер аҙ уйланып торҙо Зөһрә. Ҡурсағынан, ҡояштан, гөлдәрҙән, тағы бик күп нәмәләрҙән дә яратҡаныраҡ, хатта иң-иң яратҡан әйбере бар бит уның – әсәһе бар! Их, үҙенә генә әйтә алманы был хаҡта. Ә әйтергә кәрәк. Ул быны белергә тейеш!
Зөһрә, ике лә уйламайынса, үҙе генә уйлап тапҡан изге һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн, йүгереп кухняға сыҡты.
– Әсәкәйем! Һин минең иң-иң яратҡан әйберем!
Зөһрә әсәһендәге үҙгәреште шунда уҡ һиҙҙе. Бына бер нисә көн инде ул атлап түгел, осоп йөрөй. Йөҙө ҡояш кеүек яҡтырып китте, күҙҙәренә – нур, ирендәренә бәхетле йылмайыу ҡунды. Үткән-Һүткәндә лә ҡыҙы менән шаярып, уйнап китә, бер туҡтауһыҙ һөйләнә, рәхәтләнеп, башын артҡа ташлап көлә... Йәиһә, ҡапыл ғына килеп, Зөһрәне ҡосаҡлап ала, бүлмә уртаһында зырылдатып әйләндерә-әйләндерә лә, ҡапыл туҡтап, ҡыҙының йөҙөнән, күҙенән, маңлайынан шашып үбә башлай...
Әсәһендәге был сәйер үҙгәреште Зөһрә нимәгә юрарға ла белмәне. Һорамаҡсы булған ине лә, батырсылыҡ итмәне. Матур яҡҡа үҙгәрҙе бит, ниңә һорап торорға? Кәйефһеҙ яҡҡа үҙгәрһә, һорашыр яйын табыр ине әле. Был юлы һорап торманы. Һөйөндө генә. Әсәһендәге шатлыҡ, ҡыуаныс тиҙҙән Зөһрәгә лә күсте. Уға ла бик күңелле, рәхәт ине. Ғүмерендә беренсе мәртәбә: «Бәхет ошо микән әллә?» – тип уйланы. Яҙмыш хаҡында уйы ла ҡабат баш ҡалҡытып ҡуйҙы. «Әллә теге Яҙмыш тигәндәре әсәйемә мәрхәмәтен күрһәттеме?» Әллә ҡыҙғандымы? Зөһрәнең һүҙҙәрен ишеттеме? Һәр кисте, йоҡларға ятыр алдынан: «Әсәйем бүтән иламаһын ине, гел көлөп-йылмайып ҡына торһон ине, бәхетле булһын ине, мине яратһын ине, мине генә яратһын ине!..» – тип теләктәр теләй бит ул.
Ниһайәт, өйҙәге серле үҙгәрештең сәбәбе асыҡланды. Бер көндө уның әсәһе эштән иртәрәк ҡайтты. Бик күп тәмле әйберҙәр алып ҡайтҡан. Ҡайтыу менән бешеренергә тотондо, бүлмәләрҙе йыйыштырып ҡуйҙы, матур күлдәген кейеп, көҙгө ҡаршыһында борғолана башланы. Кемделер ҡаршы алырға йыйына ине ул. Зөһрә быны шунда уҡ аңлап-төшөнөп алды. Ләкин һорарға ҡыйыулығы етмәне. Ғөмүмән, әсәһенең эштәренә бик тығылырға яратмай ул. Бәлки, Ҡазандың арғы башында йәшәүсе Хәлим ағайҙары ҡунаҡҡа киләлер, әллә әбей-бабалары йәшәгән ауылдан берәр кеше киләме? Юҡтыр, улар килһә, әсәһе Зөһрәнең ҡолаҡ итен ашап бөтөргән булыр ине инде. Бөгөн уларға бөтөнләй башҡа кеше киләсәк. Бөтөнләй сит кеше. Ана бит, әсәһе лә бер аҙ ҡаушап, хатта Зөһрәнән ҡыйынһынып йөрөй. Көлөп-шаярып һөйләшкән була ла тағын моңһоулана, йөҙөнә һағышлы нурҙар төшә; күҙ ҡараштарын ҡайҙалыр ситкә, урамдарҙан, йорттарҙан, хатта Ҡазандың үҙенән дә алыҫҡараҡ төбәп, тәрән уйға ҡала...
Зөһрә дәрес әҙерләгән булып ултыра. Ул инде күптән өйгә бирелгән эштәрен эшләп бөтөрҙө. Аҫтан ғына әсәһен күҙәтә. Ул белә: барыбер бер ваҡыт уның янына киләсәк һәм, «Ҡыҙы-ы-ым» тип, яғымлы тауышы менән наҙлап өндәшәсәк. Аҙаҡ бөгөн кис кем киләсәген әйтәсәк, ҡунаҡ янында тәртипле, тәүфиҡлы булырға, ашағанда ҡалаҡты уң ҡулға тотоп ашарға, ҡапҡан ризыҡты иреңдәрҙе сәпелдәтмәйенсә сәйнәргә, өҫтәл артында өлкәндәр һүҙенә ҡыҫылмай ултырырға, һуңынан, икенсе бүлмәгә сығып, уйынсыҡтар менән уйнарға, ҡамасаулап йөрөмәҫкә ҡушасаҡ...
– Ҡыҙы-ы-ым...
Әсәһе, һаҡ ҡына килеп, ҡыҙын ҡосаҡлап алды. Иң элек баш түбәһенән, шунан маңлайынан, аҙаҡ танау осонан, артабан ирендәренән үбеп сыҡты. Зөһрә был наҙға ышанып бөтмәне. Әсәһенең ялағайланып, ҡыҙына ярарға тырышып наҙлауы көн кеүек асыҡ ине.
– Ҡыҙым, бөгөн беҙгә бер ҡунаҡ ағай киләсәк. Һәйбәт тот үҙеңде, йәме...
– Ниндәй ағай?
Зөһрә был юлы һорамай ҡала алманы. Сөнки быға тиклем уларға ҡунаҡ ағайҙарҙың килгәне юҡ ине, Хәлим ағайҙарын иҫәпкә алмағанда. Ләкин ул бит ҡунаҡ ағай түгел, туған ағай.
– Һин уны белмәйһең, ҡыҙым. Ул беренсе мәртәбә генә килә әле. Һәйбәт ағай ул, балаларҙы бик ярата, һине лә яратыр...
Уныһын бер аҙ арттыра әсәһе. Улай уҡ түгелдер әле. Балаларҙы яратһа, балаларға барыр ине. Ана бит әсәһе янына килә...
– Ниңә килә һуң ул беҙгә?
– Ниңә, тип... Минең янға килә. Һинең янға ла килә. Мин уны һәйбәт беләм. Ә һин әле белмәйһең. Бөгөн таныштырырмын...
– Һеҙ дуҫтармы?
– Беҙме? Беҙ – дуҫтар...
– Улайһа, килһен. Үҙемде һәйбәт тотормон.
– Рәхмәт, ҡыҙым.
Зөһрәгә «рәхмәт» кәрәкмәй. «Үҙемде һәйбәт тотормон» тип былай ғына әйтте ул. Әсәһенең кәйефе төшмәһен тип. Ниндәй ҡунаҡ ағайҙыр бит әле. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Зөһрә хәҙер үк уны яратмай инде... Был ағай кеше нишләп уларға килә әле? Нимә кәрәк уға? Кем кәрәк?
Ниһайәт, көткән кеше килде. Матур бер ағай ҡыйынһынып ҡына ишектән керҙе. Ҡулындағы сәскә бәйләмен хужабикәгә тапшырғас, Зөһрәгә төбәп ҡарап:
– Иҫәнме, – тине, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек матур, аҡ, йоҡа ҡулын һуҙҙы.
Зөһрә лә теләмәйенсә генә бәләкәй устарын бирҙе.
Ҡунаҡ ағай баштараҡ оҡшаны Зөһрәгә. Йылмайып ҡына тора, матур итеп һөйләшә, әсәһенән күҙҙәрен дә алмай... Көлгәндә ул тағы ла матурыраҡ. Мыйыҡтары ла килешә, сәсе лә йыйнаҡ итеп таралған, кейемдәре лә бөхтә, матур, килешле, хатта ыҫпай...
Сит кеше, көҙгө ҡаршыһында сәс һыпырып алғас, Зөһрә ҡаршыһына сүгәләп, таныша башланы:
– Әйҙә танышабыҙ. Минең исемем – Ясир. «Ясир ағай» тиҙәр мине. Ә һин кем?
– Зөһрә...
– Зөһрә? Ниндәй матур исем! Венера булаһың, улайһа?..
– Юҡ, Зөһрә...
– Ярай, Зөһрә булһын... Татарса булһын...
Әсәһе ҡунаҡ ағайҙы өҫтәл артына саҡырҙы. Ҡыҙын атап саҡырмаһа ла, Зөһрә иң беренсе барып ултырҙы. Ул да хужа бит әле бында. Ә Ясир ағаһы ҡунаҡ ҡына...
Өҫтәл артында әсәһе менән ҡунаҡ ағайҙың һүҙе ялғанманы. Улар, Зөһрәнән ҡыйынһыныпмы, иркенләп һөйләшеп китә алмайҙар. Зөһрә лә сит ағайға тиҙ генә асылманы, өҫтәүенә... әсәһе лә, ололар һүҙенә ҡыҫылма, тип киҫәтеп ҡуйған ине. Әммә ул шуны ла һиҙеп, күреп торҙо: әсәһе лә, Ясир ағаһы ла, бик тә серле итеп, күҙҙәре-ҡараштары менән һөйләшеп ултыралар. Улар бер-береһенә бик тә оҡшайҙар, буғай. Ана бит, Зөһрәнең барлығын да оноттолар... Үҙҙәре балаларға бик үк аңлашылып бөтмәй торған һүҙҙәр һөйләшәләр. Ҡай берҙәрен телевизор аша күрһәтелә торған сериалдарҙа ишеткәне бар барын... Бигерәк тә Яҙмыш хаҡындағы һүҙҙәргә иғтибар итте Зөһрә.
– Яҙмыш осраштырҙы беҙҙе, Гүзәлиә. Һин минең Яҙмышым бүләге.
– Ә Зөһрә? Зөһрә кем бүләге?
– Зөһрәме? Зөһрә – һинең бүләгең...
– Яҙмыш яңылыштырмаҫмы һуң, Ясир?
– Мин йөрәгем менән тоям – ул алдамай мине.
– Бергә булыу өсөн, Яҙмышты һин генә түгел, мин дә, ул да тойорға тейеш, Ясир. Һин беләһеңме шуны?!
– Мин аңлайым, барыһын да аңлайым...
– Аңлағас... Беҙҙең Яҙмыш уның ҡулында, Ясир...
– Шуға күрә лә ашыҡтырам, Гүзәлиә. Тиҙерәк бергә булһаҡ, мин уның күңелен яулау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен...
– Юҡ, Ясир. Иң элек яулап ал һин уны, үҙеңдеке ит. Нисек икәнен әйтә алмайым, белмәйем... Әммә ул һине Яҙмыш бүләге итеп, хатта Яҙмыштың үҙе итеп ҡабул итергә тейеш. Яҙмыштан ул һине көтөп, һорап алһын ине!..
– Был мөмкинме һуң?
– Их, белһәм ине... Икебеҙгә лә ҡыйын буласаҡ, Ясир...
– Ә мин Яҙмышҡа ышанам, Гүзәлиә, ышанам...
Бындай аңлайышһыҙ, күңелһеҙ һүҙҙәрҙе башҡаса тыңлап тора алмай ине Зөһрә, алдындағы таҫтамалына ашыҡ-бошоҡ ҡына ауыҙ-ирендәрен һөрттө лә күрше бүлмәгә – үҙенең ҡурсаҡтары, китаптары янына кереп китте. Ғүмерҙә булмаған хәл, «рәхмәт»ен дә теләмәйенсә генә, бышылдап ҡына әйтте. Шул кереүенән ҡабат залға – әсәһе менән ҡунаҡ ағаһы янына сыҡманы. Бер аҙ уйынсыҡтары менән уйнап алғандан һуң, ҡурсаҡтарын барлап, уларҙы үҙе ятасаҡ түшәк ситенә теҙеп ҡуйҙы. Тағы нишләргә? Дәрестә бирелгән өй эштәрен эшләһәң ярай ҙа... Әй, һуң инде... Иртәгә ял көнө бит, өлгөрөр әле.
Зөһрә, нишләргә белмәйенсә, бер аҙ бүлмә уртаһында баҫып торҙо. Күҙе бер нисә көн элек кенә әсәһе алып элгән китап кәштәһенә төштө. Унда әле бер мәртәбә лә аҡтарып ҡаралмаған китаптар бар ине. Зөһрә, әле бер китапты, әле икенсеһен алып, уҡымайынса ғына аҡтарған булды, ә рәсемдәр бик әҙ ине... Ул, китаптарҙы кире урынына ҡуйып, йоҡо бүлмәһендә торған кескенә телевизорҙы ҡабыҙып ебәрҙе, түшәгенә ятып, экрандағы шау-шыуға төбәлде.
Әсәһе ҡыҙын бөтөнләй ҙә иҫенән сығарҙы, ахыры. Ҡунаҡ ағай тигәс тә... Әле ул беренсе мәртәбә генә килгән, инде әсәһе Зөһрә хаҡында онотто ла... Ә көн һайын килеп йөрөй башлаһа? Зөһрә был хаҡта уйларға ла ҡурҡты. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, сытырлатып күҙҙәрен йомдо, аҙаҡ, сабый күңеленә төшкән ауыр хистәрҙән арып-талсығып, тәрән йоҡоға китте...
Бер нисә көндән Ясир ағаһы тағын килде. Был юлы ла ҡулына сәскә бәйләме тотҡан. Әсәһе яратҡан розалар... Зөһрәгә лә бүләк бар ине – ып-ысын ҡул сәғәте! Ҡунаҡ ағай, сәскә бәйләмен тотторғас, Зөһрәнең әсәһен үбеп алды. Ул быны бик матур итеп, киноларҙағы кеүек эшләне. Әммә Зөһрәгә был оҡшап бөтмәне. Ул бит әсәһенең ире түгел. Зөһрәнең атаһы түгел...
– Тыуған көнөң менән! – тине уға Ясир ағаһы.
– Минең тыуған көнөм мартта уҡ булды инде, – тип яуап бирҙе Зөһрә.
– Мин юҡ инем бит ул ваҡытта. Бына бүләгемде хәҙер генә бирәм... Ҡотло булһын!
– Рәхмәт!
– Ҙур үҫ, йәме!..
Бөгөн Зөһрәгә Ясир ағаһы тағы ла матурыраҡ булып күренде. Әллә бүләк алып килгәнгә инде... Әммә бер аҙҙан әсәһенең был яңы танышы уға оҡшамай башланы, сөнки тағын шул хәл ҡабатланды: баштараҡ табын артында юҡ-бар һөйләшеп ултырҙылар. Эргәләрендәге Зөһрә хаҡында ла онотоп, бер-береһенә серле, сәйер ҡарашалар... Икеһе генә тиерһең... Улар хатта Зөһрәнең үҙ бүлмәһенә инеп китеүен дә һиҙмәнеләр...
Үҙ бүлмәһе, үҙ бүлмәһе инде. Бөтә нәмә лә таныш һәм ҡәҙерле бында. Ҡурсаҡтары ла, китаптары ла, мендәре лә, стеналағы сәғәт тә... Зөһрә ҡулындағы бүләк сәғәтте иҫенә төшөрҙө, уны оҙаҡ ҡына өйрәнеп ултырҙы. Аҙаҡ көн һайын алып ҡарай торған китаптарын аҡтарып сыҡты. Әсәһе, уның янына кереп, тәмле йоҡо теләне. Ясир ағаһы ла, башын тығып ҡына:
– Тәмле төштәр күр, йәме, Зөһрә аҡыллым! – тине.
Зөһрәгә рәхәт булып китте. Әммә был рәхәтлек бик тиҙ юҡҡа сыҡты. Уны тағын оноттолар... Хатта бүләк сәғәте лә күңелен күтәрә алманы. Зөһрә ҡурҡыныс фильмдар күрһәтеүсе телевизоры менән яңғыҙы ғына ҡалды. Шулай телевизоры менән бергә йоҡлап та киткән ул...
Иртән бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәне Зөһрә. Әсәһе бер нисә мәртәбә:
– Ҡыҙы-ы-ым, нимә булды һиңә? Нишләп минең менән һөйләшмәйһең? – тип һораһа ла өндәшмәне. Бик ялҡытҡас ҡына:
– Теге ағай бүтән килмәһен, йәме, әсәй, – тип ҡырт киҫте...
Әсә кеше телһеҙ ҡалды. Бер аҙҙан баҫынҡы тауыш менән, ғәйепле кеше һымаҡ, хатта бер аҙ аҡланған шикелле, әммә киҫкен генә әйтеп ҡуйҙы:
– Ярар, ҡыҙым, бүтән килмәҫ.
Шул көндән һуң ҡунаҡ ағай бүтән күренмәне. Уның хаҡында әсәһе лә бер һүҙ өндәшмәне. Зөһрә бер нисә мәртәбә һорашмаҡсы булған ине, һорашманы. Әсәһен юҡ-бар менән борсой торған ғәҙәте юҡ уның...
Әсәһе лә ләм-мим. Ул Ясир исемле танышы хаҡында бөтөнләй онотто, ахыры. Күҙҙәрендәге моңһоу ҡарашты иҫәпкә алмағанда, уның тормошонда хәҙер бөтәһе лә һәйбәт. Эшкә бара. Эштән ҡайта. Зөһрәгә дәрес әҙерләргә ярҙамлаша. Ҡай сағында, Зөһрәне ҡуйынына алып, тәҙрәнән офоҡтарға ҡарап, моңло итеп йырлай:
Кеше ерҙән йыраҡ китә алмай,
Хыял ҡанаттары булһа ла.
Гел йылмайып-көлөп йәшәй кеше,
Моң-һағышҡа йәне тулһа ла...
Зөһрә бүләк сәғәтен бер нисә көн кейеп йөрөнө лә, сисеп, кәштәгә ҡуйҙы. Ясир ағаһы килер ҙә «Нишләп тағып йөрөйһөң был сәғәтте? Һин бит мине яратмайһың» тиер кеүек... Нишләп яратмаһын, Зөһрә уны үҙенсә ярата ла. Ана бит ул уның әсәһен нисек хөрмәтләй, хатта сәскәләр бүләк итә. Сәскә үк бирмәһә лә, Зөһрәгә ана ниндәй затлы сәғәт бүләк итте... Һәйбәт, бик һәйбәт ағайҙыр ул...
Тик... Нишләп килтергеһе килмәй һуң уның был ағайҙы? Нимәнән ҡурҡа Зөһрә, ниҙән шикләнә ул, ниҙән һағая?..
Һағайырһың, ҡурҡырһың да шул... Зөһрәнең берҙән-бер, ҡәҙерле, ғәзиз кешеһен – әсәһен алып китһә? Ҡыҙын япа-яңғыҙ ҡалдырһа? Быға тиклемге татыу, тыныс, хатта бәхетле тормоштары емерелһә? Зөһрә бик-бик бәхетһеҙ булыр ине. Ул бәхетһеҙ булғас, уның әсәһе лә бәхетһеҙ булыр ине...
Әсәһе лә быны аңланы, ахыры. Ҡыҙын ярата бит ул. Бик ярата. Хатта үлеп ярата. Туҡта, нисек инде «үлеп»?
Дөрөҫ түгел был. Үлмәһен әле, бик кәрәк уға әсәһе. Сөнки Зөһрә үҙе лә әсәһен үлеп-үлеп ярата. Ә? «Үлеп»? Эй, шулай әйтелә генә лә ул...
Беренселә генә уҡыһалар ҙа, Зөһрәләр синыфында балалар ололар теле менән һөйләшергә яраталар. Бер көндө Илнар исемле малай, уйламағанда-нитмәгәндә:
– Беҙ шундай бай!.. – тип әйтеп ҡуймаһынмы.
Уның менән бер парта артында ултырған Наилә ышанманы:
– Нимәгеҙ бар һуң һеҙҙең? – тип һораны.
– Беҙҙә барыһы ла бар, – тип ышандырырға тырышты Илнар. – Әсәйемдең алтын әйберҙәре бар, атайымдың машинаһы, гаражы бар. Беҙ әле дача ла алабыҙ...
– Ә беҙ өс ҡатлы коттедж һалдырҙыҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Марат.
– Беҙҙең видик бар, компьютер ҙа бар, – тине Рәсим исемле малай.
– Ә беҙҙең... Ә беҙҙең... – тип, һулышына быуылып һөйләп китте Рөстәм. – Ә беҙҙең өйҙә тимер шкаф бар, атай уның эсенә аҡса йыйып бара. Шыплап тулды инде ул...
Зөһрәнең дә маҡтанғыһы килде. Әммә ул белмәй әле, баймы улар, юҡмы? Ҡиммәтле машиналары ла, өс ҡатлы өйҙәре лә юҡ, аҡса менән тулы тимер шкаф та тормай... Әсәһенең ҡолағында алтын алҡа бар барын... Уныһы байлыҡ түгел бит, ҡасандыр, Зөһрә тыуғас, атаһы бүләк итеп биргән. Их, атаһы эргәләрендә булһа, улар ҙа бай булырҙар ине. Юҡ шул уның атаһы, юҡ... Шуға күрә машиналары ла, коттедждары ла юҡ...
Әммә Зөһрәнең бик тә, бик тә маҡтанғыһы килде. Шунда уның хәтеренә күршеләге Сәлисә әбей әйткән һүҙҙәр килеп төштө. Урамда осратҡанда, Зөһрәнең арҡаһынан һөйөп: «Алтын шул һинең әсәйең. Ана нисек матур итеп ҡарап, тәрбиәләп йөрөтә...» – тип әйтә ине ул.
– Беҙ ҙә бай! Беләһегеҙ килһә, минең әсәйем – алтын! – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Зөһрә.
Синыф бүлмәһендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Балалар барыһы ла, берҙәй булып, Зөһрәгә төбәлделәр. Һәр береһенең ҡарашында «Нисек инде, әсәйҙәр алтын була тиме ни?» тигән һорау ята ине. Ҡайһы бер күҙҙәр көлөп-йылмайып, хатта мыҫҡыллабыраҡ та ҡарайҙар. Ҡайһы берҙәрендә ғәжәпләнеү ҡатыш көнләшеү сатҡылары бар... Нисек кенә булмаһын, байлыҡ хаҡындағы бәхәс шунда туҡталды. Синыфта Зөһрәнең байлығы менән ярышып маҡтаныр бала табылманы.
Өйгә ҡайтып инеү менән, Зөһрә кухняла булышыусы әсәһе эргәһенә йүгереп барҙы:
– Әсәй, беҙ баймы?
– Нишләп улай тиһең, ҡыҙым?
– Әйт әле, әсәй, беҙ баймы?
– Белмәйем шул...
– Беләһең-беләһең... Юрый ғына әйтмәгән булып ҡыланаһың... Беҙ... Беҙ... бөтөнләй ҙә бай түгел... Беҙҙең бит машинабыҙ ҙа, дачабыҙ ҙа юҡ. Алтындарыбыҙ ҙа, аҡсабыҙ ҙа күп түгел. Хатта видигыбыҙ ҙа юҡ... Әсәкәйем, видик алайыҡ әле, ә? Алһыуҙың да, Зилә менән Гөлинәнең дә видиктары бар. Көн һайын мультфильм ҡарайҙар. Минеке генә юҡ...
– Эй ҡыҙым, аҡса еткереп булмай бит. Бик алыр инек тә, тейешле аҡсаны ла түләмәйҙәр. Бушҡа эшләгән кеүек эшләп йөрөйөм был арала.
Зөһрә белә, ысынлап та, артыҡ аҡсалары юҡ уларҙың. Әсәһе эшләгән фабрика бына-бына ябылырға тора. Ҡайҙа унда видикка, кейем-һалымға ла тартып-һуҙып ҡына еткерәләр.
Әсәһе ҡыҙына сисенергә булышты, туҙғыған сәстәрен тарап ҡуйҙы, ҡосағына алып, уның көҙгө һалҡындан алһыулана башлаған бит осонан үбеп алды.
– Бер яйы сығыр әле, ҡыҙым, алырбыҙ, видеомагнитофонын да, компьютерын да алырбыҙ. Хоҙай яҙған булһа, барыһы ла булыр. Шөкөр итеп кенә йәшәйек, йәме... Ә бит ысынлап әйткәндә, беҙҙән бай кеше юҡ. Бына минең шундай матур ҡыҙым бар. Ә һинең... Һинең әсәйең бар... Беҙ бер-беребеҙҙе бик яратабыҙ, шулай бит? Беләһеңме, ҡыҙым, яратҡан кешең булыу – оло байлыҡ ул, сикһеҙ бәхет... Ә беҙҙең яратҡан кешеләребеҙ бар...
Әсәһе үҙе һөйләй, үҙе күҙҙәрен, йөҙөн йәшерә. Илай башлаһа, шулай итә ул. Зөһрәнең үҙенең дә илағыһы килде. Юҡ, бай булмағандары өсөн түгел. Әсәһе күпме генә ышандырырға тырышһа ла, улар бай түгел. Әсәйҙәрҙең, бик-бик һәйбәт булһалар ҙа, байлыҡ иҫәбенә кермәгәнен белә ул. Әсәй кеше байлыҡтан өҫтөн. Шатлыҡ кеүек, бәхет кеүек... Унан һуң... Яҙмыш кеүек! Яҙмыштың ни икәнен белмәй әле Зөһрә. Әммә ул уның бик изге, тылсымлы, сихри бер нәмә булыуын тоя, хатта белә... Әсәйҙәр кеүек изге... Их, бына хәҙер ул Яҙмыш тигәндәре күрһен ине лә, әсәһен дә, Зөһрәне лә бәхетле итһен ине! Әлегә... видик алып бирһә лә ярар ине...
Юҡ та, борсолоп иламай Зөһрә. Видикһыҙ ҙа йәшәнеләр бит әле. Борсолмай ул. Ҡай сағында илауҙың сәбәбен аңлатып булмай бит. Зөһрә лә аңлата алмай. Бары тик илай ғына. Әммә был илауында, был күҙ йәштәрендә, борсолоуҙан бигерәк, өмөткә, бәхеткә һыуһау, ниндәйҙер яҡты, матур, хыялый ымһыныу көслөрәк ине.
Яҙмыш оҙаҡ көттөрмәне. Икенсе көндө үк Зөһрәләргә матур, ялтырауыҡ ҡағыҙға төрөлгән посылка индереп бирҙеләр. Уның эсенән өр-яңы видеомагнитофон сыҡты. Ҡыҫҡа ғына хаты ла бар: «Зөһрә аҡыллым! Бына һин һораған видик. Шуны бел: ысын байлыҡ аҡса ла, алтын да, башҡа әйбер ҙә түгел. Кешенең байлығы – саф, ихлас күңелендә, тоғро йәнендә, ярһыу йөрәгендә һәм матур хыялында. Мин дә һинең бәхетле булыуыңды теләйем һәм бының өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙә бирәм. Һинең Я.».
Был көндө улар байрам яһанылар. Серле бүләкте телевизор янына урынлаштырғас, күршенән кассета алып инделәр, артабан, бер-береһенә һыйынышып ултырып, телевизор экранына төбәлделәр. Бер аҙҙан әсәһе кухняға инеп китте, сыж-быж итеп, тәмле әйберҙәр бешерә башланы. Зөһрә үҙе генә видик ҡарап ҡалды. Ҡарай-ҡарай, серле хат киҫәген тағы бер мәртәбә уҡып сыҡты. Матур, тигеҙ итеп, йәшел ҡара менән яҙылған яҙыуҙы ул бөгәрләмәҫкә, тапламаҫҡа тырышып, ҡәҙерләп, иң яратҡан әйберҙәре һаҡлана торған ағас тартмаға һалып ҡуйҙы. Шунда ул ҡасандыр Ясир ағаһы бүләк иткән сәғәтте күреп алды. Уны беләгенә тағып ҡараны. Тағы һалды. Ясир ағаһының уҫал йөҙө күҙ алдына килде. Бер аҙҙан был уҫаллыҡ бөттө. Ясир ағаһы йылмая-көлә башланы... Зөһрә сәғәтте яңынан тағып ҡуйҙы. Был юлы һалманы. Сәғәтен таҡҡан килеш, әсәһе эргәһенә – кухняға сыҡты.
Видиктың ҡайҙан килеүе, кем бүләге булыуы хаҡында һорашманы Зөһрә. Әсәһе ҡайҙан белһен уны? Был видикты Яҙмыштан Зөһрә үҙе һорап алды бит. Ана хаты-ың аҙағына ла «Һинең Я.» тип ҡуйған. «Һинең Яҙмыш» тигән һүҙ бит был.
Туҡта, әсәһе нишләп бер һүҙ ҙә өндәшмәй һуң әле? Ниңә ғәжәпләнмәй? Берҙән-бер ҡыҙы Яҙмыш тиклем Яҙмыш менән һөйләшә, аралаша башланы ла баһа! Был бит мөғжизә! Төштә, әкиәттә генә була торған хәл! Нишләп өндәшмәй, ниңә аптырамай уның әсәһе?
– Әсәкәйем, беләһеңме, кем ебәргән миңә был видикты?
– Белмәйем шул... Үҙем дә аптырайым... Ярар, ҡыҙым, кем генә бүләк итһә лә, насар кеше түгелдер әле. Һин һораның, ә ул бүләк итте. Тик һин күп һорама, йәме, артыҡ борсома уны. Был Зөһрә тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ ҡыҙ икән, тип уйлар...
– Ә мин беләм уның кем икәнен...
– Беләһең? Кем һуң?.. – Әсәһе шунда уҡ һағайып, уйсанланып ҡалды.
– Ул... Ул – Яҙмыш!
– Кем-кем? – Был юлы уның әсәһе яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Яҙмыш.
– Яҙмыш? Ҡыҙыҡ, ысынлап та Яҙмыш булып та ҡуйыр әле. Эй ҡыҙым, шулай ғына булһа ярар ине, эйеме?..
– Эйе...
Мәктәптән ҡайтҡанда Зөһрә иң элек тәҙрәләренә күтәрелеп ҡарай. Үҙ тәҙрәләренең аҫтан һәм өҫтән нисәнсе булыуын ул күптән белә. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк әсәһе өйрәтеп ҡуйған ине – өҫкө яҡтан дүрт тәҙрә, аҫҡы яҡтан дүрт тәҙрә һанарға кәрәк. Уртала – уларҙың тәҙрәләре...
Ана әсәһе тәҙрәләренә матур шаршауҙар элгән. Улар бигерәк аҡ, ҡурсаҡ күлдәге кеүек, эргәләре селтәр менән ҡайып эшләнгәндәр. Әллә ҡайҙан көлөп, үҙҙәренә саҡырып торалар...
Зөһрәләрҙең тәҙрәләрендә гөлдәр ҙә күп. Ниндәй генә гөлдәр үҫтермәй уның әсәһе! Шулай ҙа Зөһрә бүлмәһендәге тәҙрә төбөндәге алһыу гөлдән дә матуры юҡ. Һәр көн мәктәптән ҡайтҡанда, Зөһрә үҙҙәренең тәҙрәләренә күтәрелеп ҡарай: гөлдәр үҙ урынындамы, һаман шулай матур булып ултыралармы?
Зөһрә бөгөн дә үҙ тәҙрәләренә әллә ҡайҙан уҡ ҡарап ҡайтты. Ана улар – ап-аҡ селтәрле тәҙрәләр... Уның алһыу гөлө лә шунда... Зөһрә уны «Алсушка» тип йөрөтә. Тик... Ниңәлер гөлдәрҙең алһыу сәскәләре күренмәй бөгөн? Әллә? Әллә ҡойолоп бөткәндәрме? Юҡтыр, иртән генә матур булып тәҙрә төбөндә ултырып ҡалғандар ине лә баһа...
Әһә! Бының ниндәйҙер хикмәте булырға тейеш. Гөлдәр көндөҙҙәрен ҡояшҡа, көнгә, яҡтылыҡҡа ҡарап ултыралар. Гөлдәр яҡтылыҡ ярата бит... Ә инде гөлдәр өй эсенә ҡарап ултыралар икән, тимәк, Зөһрәнең әсәһе эштән ҡайтҡан. Бары шул ғына!
Ул ах-ух килеп ҡайтып кергәндә, әсәһе гөлдәргә һыу һибеп йөрөй ине. Өҫтөн алыштырып алғас, Зөһрә лә әсәһенә булыша башланы. Әсәһе: «Сәйеңде эс иң элек», – тип ҡараһа ла, тыңламаны, кескенә ҡомғанына һыу һалып, үҙ бүлмәһенә кереп китте. Тәҙрә төбөндәге алһыу сәскәле гөлөнә һыу һипкәндә шул хаҡта уйланды: «Зөһрә мәктәптә саҡта был гөлгә бик тә яманһыуҙыр... Көнө буйы яңғыҙ йәшәй бит ул... Икәү булһалар, күңеллерәк булыр ине. Татыу, бәхетле ғүмер кисерерҙәр ине...
Эйе, тағы бер гөл кәрәк был тәҙрә төбөнә. Нисек баштараҡ уйламаған ул был турала? Әсәһенә әйтһә, бер матур гөл алып ҡайтып бирер ине әле... Бөгөн үк әйтәсәк, тағын бер гөл һораясаҡ Зөһрә. Бына күрерһегеҙ ҙә торорһоғоҙ – уның «Алсушка»һы янында тағы бер гөл йәшәй башлаясаҡ! Һи, ниңә әсәһенә әйтеп торһон ти?! Уның бит хәҙер һорар кешеһе бар. Яҙмышы бар. Бөгөн үк хат яҙып һаласаҡ ул уға. Видик өсөн дә рәхмәт әйтмәгән әле...»
Сәй эсеп, бер аҙ дәрестәрен ҡарап алғас, Зөһрә хат яҙырға ултырҙы. Ниңәлер яҙғандарын әсәһенә күрһәткеһе килмәне. Был бит уның үҙенең генә сере, үҙенең генә Яҙмышы! Аҙаҡ әсәһе, әйбер һорап, бүтәндәрҙе интектермә тиәсәк. Зөһрә быны бик яҡшы белә. Шуға күрә нимә яҙғанын бер кемгә лә күрһәтмәҫкә булды.
«Һаумы, Яҙмыш! – тип башланы ул үҙенең хатын. – Видик өсөн ҙур рәхмәт! Мин уны ял көнөндә генә ҡарайым. Бүтән көндәрҙә ҡараһам, әсәйем асыулана...
Мин тағын бер әйбер хаҡында һорашмаҡсы инем. Миңә бер гөл кәрәк. Берәү бар, тағын берәү кәрәк. Һиндә гөлдәр бармы? Булһа, алһыу сәскәле булмаһын, ундай гөлөм бар инде. Зәңгәр сәскәле гөлдәрҙе лә бик яратам мин. Ундай гөл булһа, һәйбәтерәк тә булыр ине. «Алсушка» бик һөйөнөр ине...
Әсәйем әйтә, бүләкте һорап алмайҙар, ти. Был хаҡта әсәйем белмәй. Һиҙеп торам: һин миңә тамсы ла асыу-анмайһың. Асыуланмайһың бит? Сөнки һин бик һәйбәт. Хәҙергә хуш, һау бул. Ауырыма. Һәйбәт кейенеп йөрө. Ҡайнар сәй эскәс, шундук урамға сыҡма. Һалҡын тейҙереүең бар. Пока!
Сәләм менән Зөһрә».
Зөһрә яҙған хатын конвертҡа һалып йәбештереп ҡуйҙы. Әммә ул Яҙмыштың ҡайҙа йәшәгәнен белмәй ине. Бәлки, әсәһе беләлер?.. Беләлер, сөнки әсәйҙәр барыһын да беләләр...
Зөһрә, ҡулына ҡыҙыл ҡаралы ҡәләмен алып, «Яҙмышҡа бирергә!» тип яҙып ҡуйҙы. Конверттың бер яҡ ситенә ҙур йөрәк төшөрҙө. Синыфтағы ҡыҙҙар, бер-береһенә хат яҙышҡанда, шундай йөрәктәр төшөрәләр. Зөһрә белә: был билге «яратам» тигәнде белдерә.
Аҙаҡ ул залға – телевизор ҡарап ултырған әсәһе янына сыҡты. Мыштым ғына килеп, муйынынан ҡосаҡлап алды. Бүлмәлә сит-ят кеше булмаһа ла, ҡолағына үрелеп: «Мин Яҙмышҡа хат яҙҙым...» – тип бышылданы. Үҙе, яуап та көтөп тормайынса, «йөрәкле» хатты әсәһенең ҡуйынына тыҡты ла йүгереп сығып китте...
Иртәгеһен Зөһрә көнө буйы ниндәйҙер тылсым көтөп йәшәне. Йоҡонан торғас, тағы бер мәртәбә үҙенең кисә яҙған хаты хаҡында уйланы. Барып еткәндер инде ул хат, алғандыр, уҡығандыр уны Яҙмыш...
Мәктәптә лә шул хатты гел иҫенә төшөрөп торҙо. Уҡыуы ла рәхәт, еңел ине бөгөн. Әллә шуға инде өс «бишле» алды, Гөлсинә апаһы бөтә синыф алдында маҡтаны үҙен.
– Зөһрәнән өлгө алығыҙ, ул матур яҙа башланы, хаталары ла юҡ, – тине.
Һуңғы дәрестә ваҡыт айырыуса яй үтте. Зөһрә хисап дәресенең башында уҡ үҙенә тейешле «бишле»не алып ҡуйҙы ла тәҙрәгә ҡарап ултыра башланы. Үҙ тәҙрәһе күренмәй шул уның. Тәҙрәһе күренһә, рәхәтерәк булыр ине...
Мәктәп тыҡрығынан боролоп, ишек алдарына килеп сығыуға уҡ, Зөһрә үҙ йорттарына күтәрелеп ҡараны. Тәҙрәһен эҙләп тапты. Унда уның «Алсушка»һы, Зөһрәне таныған кеүек, тышҡа үрелеп ҡарап тора ине... Ә эргәһендә! Эргәһендә ниндәйҙер зәңгәрлек... Зәңгәр ут! Зәңгәр ялҡын! Юҡ та, зәңгәр сәскә был, зәңгәр гөл! Барып еткән Зөһрәнең хаты! Яҙмыш уны уҡыған! Уҡыған да Зөһрәгә бүләккә зәңгәр сәскәле гөл ебәргән! Ана ул гөл, бөтә донъяны балҡытып ултыра!..
Көн һайын шулай: Зөһрә мәктәптән йүгереп ҡайта ла стенала эленеп торған календарь ҡаршыһына килә. Аҙаҡ, тирә-яғына ҡаранып, әсәһе юҡлығына ышанғас, кеҫәһендә йөрөгән бәләкәй ҡыҙыл ҡәләм менән календарҙың бөгөнгө битен буяй башлай. Ҡыҙылға буялған биттәр көндән-көн арта бара. «Бишле» алған көндәрҙә генә буяй ул календарҙы. Әммә шулай тура килә инде, көн һайын «бишле» алып ҡайта Зөһрә. Ҡайһы бер көндәрҙә икешәр, өсәр «бишле» ҡуялар әле. Шуға күрә көн һайын ҡыҙылға буярға тура килә календарҙы. Ҡып-ҡыҙыл булып бөттө инде ул... Әсәһе күрһә, әрләр микән? Зөһрә белә: китаптарҙы буярға ярамай. Календарҙы ла буярға ярамайҙыр... Ә бына Зөһрәнең гел буяғыһы килә. Ҡыҙыл менән яҙылған календарь биттәре байрам көндәре бит. Зөһрәнең дә «бишле» алған көндәрҙә, календарҙы ҡыҙылға буяп, был көндәрҙе байрам итеп күрһәткеһе килә. Байрам яһаған өсөн әсәһе нишләп әрләһен ти уны?!
Бөгөн Зөһрә уҡыу йылы башланғас беренсе мәртәбә календарға ҡағылманы. Юҡ, «бишле» алмағандан түгел. Ул бөгөн беренсе тапҡыр «икеле» алып ҡайтты. Әсәһенә әйтмәне. Ҡурҡты. Ниндәй дәрестән бит әле... Хисаптан, йәғни иң яратҡан дәресенән... Бөтә синыф аптыраны: дәрестә бирелгән мәсьәләләрҙең береһен дә дөрөҫ сисә алманы Зөһрә. Өҫтәмә һорауҙар ҙа яуапһыҙ ҡалды. Нисек кенә ҡуймаҫҡа тырышһа ла, Гөлсинә апаһы уға «икеле» ҡуйып ебәрҙе.
Икенсе көндө лә шул уҡ хәл ҡабатланды. «Икеле» үк алмаһа ла, Зөһрә дәрестә, яңылыш килеп ингән сит-ят кеше кеүек, бер ни ҙә аңламай ултырҙы. Өйгә ҡайтҡас, математика китабын алып, бөгөнгө мәсьәләләрҙе эшләп, тикшереп ҡараны. Дөрөҫ яуап таба алманы. Әсәһе лә, эргәһенә килеп, бер нисә мәртәбә өйрәтеп китте, әммә Зөһрә барыбер ҙә мәсьәләләрҙең асылын аңлап еткерә алманы.
Урамда күрше ҡыҙҙары менән уйнап йөрөгәндә лә башынан шул хисап мәсьәләләре китмәне. Гел шундай ул: берәр нәмәһе барып сыҡмаһа, һаман борсолоп йөрөй, был ҡыйын хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Кисәле-бөгөнгө сисә алмаған мәсьәләләрҙе Зөһрә тағы өйрәнеп ҡарарға булды. Шуға күрә уйындан иртәрәк инде. Сисенеп, әсәһе тирәһендә иркәләнеп-наҙланып алғас, үҙ бүлмәһенә барып, өҫтәле артына ултырҙы.
Алдында ятҡан хатты ул шунда уҡ күрҙе. Иң ғәҙәти конверт ине ул. Әммә эсендә ниндәйҙер тылсым да бар һымаҡ уның. Тышына «Зөһрәгә» тип яҙып ҡуйылған. Зөһрә үҙенең сабый аҡылы, әммә бик тә өлгөр зиһене менән шундуҡ аңлап алды: был хат Яҙмыштан килгән. Яҙыуы ла уныҡы – йәшел ҡаралы... Хәрефтәр ынйы бөртөктәре кеүек тигеҙ, матур... Кешеләр былай матур итеп яҙа алмай...
Зөһрә ашығып-ҡабаланып конвертты асты, йотлоғоп уҡый башланы:
«Зөһрә аҡыллым! Хисап дәрестәрендәге ҡыйынлыҡ хаҡында беләм. Шул хаҡта бер нисә кәңәшем бар.
Зөһрә, Яҙмыштан килгән хатты тотоп, әсәһе эргәһенә кухняға йүгереп сыҡты.
– Әсәкәйем! Әсәкәйем! Ҡарәле, Яҙмыш миңә бына ниндәй хат ебәргән!
– Кем-кем?
– Яҙмыш!.. Теге ваҡытта ла яҙған ине бит, хәтереңдәме?
Әсәһе матур, бөхтә итеп теҙелгән хат юлдарына текләп ҡарап торҙо ла:
– Ысынлап та серле, бик серле икән был хат... Яҙылғанса эшләп ҡарайһыңмы һуң, ҡыҙым? Ана бит, тағы бер мәртәбә бөтә дәреслекте ҡарап, өйрәнеп сығырға ҡушҡан. Миңә ҡалһа, уның һүҙендә дөрөҫлөк бар...
– Әсәй, нисек инә икән ул беҙҙең өйгә?
– Кем?
– Яҙмыш... Күренмәйсә йөрөй ала микән әллә ул?
– Яҙмыш бит ул, ҡыҙым. Яҙмыш илаһи зат, сихри көс, тылсым эйәһе тигәнде белдерә. Шуға күрә ул бөтөн нәмәне булдыра...
– Алла кеүекме?
– Юҡтыр... Алла ул ҙурыраҡ, көслөрәк, аҡыллыраҡ.. Ә Яҙмыш... Хоҙай Тәғәләнең илаһи ҡеүәте, ихтыяры кеүектер ул, балам. Әммә Алланың үҙе түгел...
– Әсәкәйем, бына әле лә беҙгә ҡарап торамы ул, беҙҙе күрәме?
– Кем?
– Кем булһын, Яҙмыш!
– Ҡарап, күҙәтеп торалыр шул, ҡыҙым. Һынап торалыр. Шуға күрә, бар, тиҙерәк ул әйткәндәрҙе эшлә. Юғиһә үпкәләп, ҡул һелтәп китеп тә барыр...
Зөһрә тағы үҙ бүлмәһенә сыҡты. Яҙмыштың кәңәшен тотоп, математика дәреслеген беренсе битенән өйрәнә башланы. Ҡағиҙәләрҙе иҫенә төшөрҙө, ҡасандыр мәктәптә йәиһә өйҙә эшләнгән, инде бер аҙ онотола башлаған миҫалдарҙы, мәсьәләләрҙе тағы бер мәртәбә эшләп ҡараны. Шулай көндән-көнгә ҡабатлап килә торғас, ул өйрәнелмәй ҡалған ҡағиҙәгә лә килеп етте. Ҡапыл Зөһрәнең зиһенендә ниндәйҙер яҡты, бәхетле нурланыш барлыҡҡа килде, ул үҙенең асышынан дәртләнеп китеп, ҡулдарын сәпәкәйләп ҡуйҙы. Тиҙ-тиҙ генә дәфтәрен аҡтарып, бына нисә көн инде баш бирмәй яфалаған мәсьәләләрҙе эҙләп тапты, уларҙы «һә» тигәнсе сисеп тә ҡуйҙы.
Тағы әсәһе янына йүгереп сыҡты, һөйөнсө алды. Яңынан ингәндә, дәфтәрен күкрәгенә ҡыҫып, изгелекле һәм аҡыллы Яҙмышына рәхмәт уҡыны: «Рәхмәт Һиңә... Мин Һине хөрмәт итәм... Мин Һине яратам! Рәхмәт, Яҙмышым минең!..»
Икенсе көндө Зөһрә хисаптан бер юлы ике «бишле» алды. Береһен ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ һөйләп, аңлатып биргән өсөн ҡуйҙы Гөлсинә апаһы. Икенсеһе өй эшен дөрөҫ эшләгән өсөн ҡуйылды.
Зөһрәнең үҙенә ҡарағанда ла Гөлсинә апаһы нығыраҡ һөйөндө. Дәрес бөткәс, янына килеп: «Атайың эшләштеме?» – тип тә һораны әле. Онотҡандыр... Зөһрәнең атаһы юҡлығын белә ине бит ул. Берәйһе булышһа, атаһы булышҡан була тип уйлағандан ғыналыр... Һи, Зөһрәнең атаһы булмаһа ла, бүтән ярҙамлашыр кешеһе бар. Бар шул! Атайҙарҙан бер ере менән дә кәм түгел. Күҙгә генә күренмәй – бөтә айырма шунда. Ҡалғаны атайлы балаларҙағы кеүек – видик та алып бирҙе, гөл дә бүләк итте, бына хисап эштәрендә лә ярҙамлашты...
Хисаптан «бишле»ләр алған көндө стеналағы календарҙың тағы бер бите ҡыҙылға буялды. Бынан һуң да календарь биттәре байрам төҫөнә инә барҙы. Хисаптан мәсьәлә сисә алмай йөрөгән ике көн генә, ҡап-ҡара булып, күңелде шомландырып, буялмайса, биҙәлмәйсә ҡалды. Зөһрә ул биттәргә ҡарап ҡына кәйефен төшөрмәне. Эш бит «бишле»ләрҙә лә, календарь биттәренең ҡыҙылға буялыу-буялмауында ла түгел. Бының мәғәнәһе кешенең асылына, ихтыяр көсөнә, маҡсатына, иманына барып тоташа. Кеше үҙе теләмәһә, сихри, илаһи көстәр генә уны яҡшырта алмай. Зөһрә был хаҡта аныҡ ҡына белмәй әле. Әммә үҙенең саф, самими күңеле менән тоя, һиҙә ине.
Ишек алдында Зөһрәне рәнйеткән кеше юҡ. Сөнки ул үҙен тота белә. Үсекләшмәй. Үртәшмәй. Башҡалар тураһында йәмһеҙ һүҙҙәр һөйләп йөрөмәй. Күберәк Алһыу менән, Гөлинә менән аралаша. Гел бергә улар. Ҡай саҡта ғына үпкәләшеп алалар. Кемдеңдер йыйған фантигы күберәк булып сыға, кемдеңдер бантигы матурыраҡ йәиһә уйыны ҡыҙығыраҡ... Оҙаҡ үпкәләшмәйҙәр тағы, икенсе көндө үк мәктәпкә бергә сығып китәләр.
Малайҙар менән дә татыу Зөһрә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, малайҙар араһында уның дуҫы юҡ, ә бына таныштары күп. Күрше подъезда йәшәүсе Руслан менән генә бер мәртәбә лә һөйләшкәне юҡ уның. Һөйләшер ине лә, ҡыйынһына. Әллә нимә була ла ҡуя, шул малай осраһа. Оҡшай тиһәң инде... Юҡтыр, оҡшамайҙыр... Ишек алдында иң хулиган малай бит ул... Ниңә ҡыҙара, ниңә ояла һуң уның ҡаршыһында Зөһрә? Бының сәбәбен ул әлегә әйтә алмай. Бәлки, был һорауға яуап бирерлек йәштә түгелдер ул? Бәлки, был һорауға бер генә йәштә лә яуап биреп бөтөрөп булмайҙыр? Бәлки, был һорауға бөтөнләй яуап юҡтыр?
Берҙән-бер көндө бына шул Руслан тигән малай Зөһрәне бик ныҡ ҡыйырһытты, рәнйетте. Зөһрә Алһыу менән һөйләшеп тора ине, йыраҡтан уҡ туралап килде дә төртөп йыҡты. Ҡыҙҙар уны шунда уҡ күреп алдылар, әммә ситкә тайпылманылар. Ә теге йүнһеҙ малайға шул ғына кәрәк, төрттө лә ебәрҙе. Зөһрә арҡаһы менән сиҙәмгә барып төштө. Юғиһә тротуарҙың иң ситендә баҫып торалар ине улар. Юл бөткән тиерһең... Алһыу ниҙер әйтергә теләгән ине, Руслан уны ла буш ҡалдырманы.
– Торма юл өҫтөндә, һиңә лә эләгә хәҙер! – тип ҡысҡырҙы.
Руслан – өсөнсө генә синыфта уҡыһа ла, буйы менән дә, көсө менән дә бишенсе, хатта алтынсы синыфтарға биргеһеҙ. Шуға күрә уға ҡул күтәреү түгел, ҡаршы һүҙ әйтеүсе лә юҡ. Алһыу ҙа шым булды.
Зөһрә иламаны. Тәне күгәреп, ҡара янып сыҡһа ла, терһәктәре үҙәккә үтерлек булып ауыртһа ла, күҙ йәшен күрһәтмәне. Итәктәрен ҡаға-ҡаға тороп баҫты ла Русланға арты менән боролдо. Малайға был оҡшаманы. Уға нисек тә Зөһрәне илатырға кәрәк ине. Баяғы хәл тағы ҡабатланды. Зөһрә тағын газонға янтайып килеп төштө, йығылғанда тротуар ситенә теҙен бәрҙе. Әммә был юлы ла йәшен һыҡманы, шыңшыманы, йөҙөнә ғорур, хатта тәкәббер ҡиәфәт сығарып, аяғүрә тороп баҫты. Руслан тамам сығырынан сыҡты. Зөһрәне тағы ла ярһыбыраҡ, ҡарышыбыраҡ төрткөләй башланы. Был әкәмәт күренешкә ҡарап торған Алһыу түҙмәне, һулҡылдап илап ебәрҙе...
Зөһрә үҙендә быға тиклем булмаған ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм... ғорурлыҡ хисе тойҙо. Бүтән бер малай һуҡһа, күптән инде, аҡырып илап, өйөнә инеп киткән булыр ине. Әммә Руслан ҡаршыһында иламаясаҡ ул! Был күрше малайы ҡаршында уның бер ере лә ауыртмай! Күкрәгендә, эстә ниҙер һыҙып-һыҙып тора, шул ғына... Күңеле, йәне һыҙлай, ахыры... Әсәһе әйтә бит: «Тән ауыртыуына түҙеп була, йән йәрәхәтенә сыҙап булмай», – ти. Зөһрәнең йәнендә лә ана шундай йәрәхәт бар, буғай... Руслан өсөн, ошо хулиган малай өсөн өҙөлә-өҙгөләнә уның күңеле... Ул һәйбәт булһа, икеһе ниндәй татыу, тоғро дуҫ булырҙар ине, көн һайын осрашып торорҙар ине... Руслан уны һуғыш суҡмары малайҙарҙан һаҡлар ине, яҡлар ине, ә Зөһрә, быға яуап итеп, яңы уҡыған китаптарын һөйләр ине, өйөнә видик ҡарарға саҡырыр ине... Русландың видигы юҡтыр шул. Ул да йәтим бит. Зөһрәгә шулай тойола. Сөнки Русландың бер ваҡытта ла атаһы менән күренгәне юҡ. Гел әсәһе менән, ҡай саҡта ғына өләсәһе менән йөрөй ул. Сания исемле һеңлеһе лә бар. Атайһыҙ бала атайһыҙ балаға тейергә тейеш түгелдер ул... Яҡларға тейеш ул уны!
Яҡлар урында, Руслан үҙе Зөһрәне туҡмай. Юҡ, туҡмамай, һуҡмай ҙа ул. Төртөп-төртөп ебәрә, ергә йығып, уны үҙ алдында теҙләндерергә, баш эйҙерергә теләй, рәнйетә, мыҫҡыллай...
Зөһрә барыбер иламаны. Русланды әсәһенә ошаҡлар өсөн, Алһыу өйҙәренә кереп китте. Ул киткәс, Руслан да төрткөләшеүҙән туҡтаны, Зөһрәгә бүтән ҡағылманы. Күҙенә генә уҫал итеп ҡарап торҙо. Был ҡарашта «Ниңә иламайһың инде? Илаһаң, был тиклем интектермәҫ тә инем» тигән һүҙҙәрҙе уҡыны Зөһрә. Үҙе ғорур һәм моңло ҡарашы менән яуап та бирҙе: «Беҙ бит дуҫтар булырға тейеш инек, ә һин беҙҙең була алмай ҡалған дуҫлығыбыҙҙы рәнйеттең...»
Руслан, ҡапыл боролоп, үҙ подъездарына кереп китте, Зөһрә лә, әсәһен эйәртеп килеп сыҡҡан Алһыуға әллә ни иғтибар итеп тормайынса, өйөнә ашыҡты.
Шул көндө үк Яҙмышҡа хат яҙҙы. Руслан менән икеһе араһында булған хәлдәрҙе тәфсирләп теҙеп сыҡҡандан һуң, төп үтенесен белдерҙе: «...Руслан, һуғышырға яратһа ла, насар малай түгел. Шуға күрә, мине яҡлап, унан үс алһаң, ауырттырырлыҡ итеп һуҡма, йәме. Рәхмәт, Яҙмыш!»
Зөһрә хат яҙылған дәфтәр битен, урталай бөкләп, конвертҡа һалды ла, әсәһе «Тыныс йоҡо!» теләргә ингәнсе, мендәр аҫтына тығып ҡуйҙы.
Иртән торғанда хат мендәр аҫтында юҡ ине инде...
Яҙмыш оҙаҡ көттөрмәне. Ике көндән һуң мәктәп коридорында уның янына Руслан үҙе килде. Килде лә, Зөһрәнең күҙҙәренә тура ҡарарға ҡыймайынса, баҫалҡы ғына һүҙ башланы:
– Зөһрә... Теге көн өсөн асыуланма... Ғәфү ит мине. Башҡаса бер ҙә улай итмәм. Һин – һәйбәт ҡыҙ. Илаҡ түгел. Бынан һуң мин һине үҙем яҡлармын, йәме. Ну, пока!..
Зөһрә Русланды нисек ауыҙ асып ҡаршы алған булһа, шулай ауыҙын асҡан килеш оҙатып ҡалды.
Ә Русландың тағы һүҙе ҡалған икән әле. Ул, ҡырт боролоп, тағы Зөһрә янына килде, уның ныҡ ҡаушауҙан һалҡын йүгерә башлаған ҡулын үҙ усына алып, был юлы
Зөһрәнең ғәжәпләнеүҙән тағы ла асылып, матурайып киткән күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Классный атайың бар һинең! Беҙ уның менән дуҫлаштыҡ. Әйҙә һинең менән дә дуҫ булабыҙ... – тип һөйләнде.
– Бүтән ҡыйырһытмаһаң ғына... – Булмаған атаһы хаҡында ишетеп, тамам аптырашта ҡалған Зөһрә нисек яуап биреүен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Русландың ҡарашы тағы ситкә тайпылды.
– Әйттем бит инде, ғәфү ит, тинем...
– Бөттө-бөттө... Ә һин минең портфелде мәктәптән өйгә тиклем күтәреп ҡайтырһыңмы?
– Дуҫ булғас, алып ҡайтам да ҡайтам инде...
– Ҡышын тау шыуғанда санамды тауға алып менерһеңме?
– Дуҫ булғас, алып менәм дә менәм инде...
– Тәмле әйберҙәр алып бирерһеңме?
– Дуҫ булғас, алып бирәм дә бирәм инде... Әсәй аҡса бирһә...
– Беҙгә видик ҡарарға инерһеңме?
– Әсәйең асыуланмаҫмы һуң? Мине бит бер кем дә саҡырмай.
– Юҡ, һин яуап бир, инерһеңме?
– Дуҫ булғас, инәм инде...
Руслан һәйбәт дуҫ булып сыҡты. Зөһрә уны көндән-көн үҙ итте, Руслан да бөтөн күңеле менән уға тартылды. Күңелдең йәше юҡ тиҙәр бит. Ике нарасыйҙың пар йөрәге бер булып тибә башлаған мәл ине был. Әлегә гүзәл мәл-миҙгелде бары тик илаһи көс кенә, Яҙмыш-Тәҡдир тигән сихри ҡеүәт кенә тыуҙыра алыуы көн кеүек асыҡ ине.
Зөһрә доғалар белмәй. Ҡөрьән уҡып ултырырға, намаҙға баҫырға бәләкәй әле ул. Шулай ҙа ауылдағы өләсәһе өйрәткән ике доғаны яттан уҡый. Уның береһе – «Бисмилла». Ауылға ҡайтҡас, өләсәһе Зөһрәнән гел ошо һүҙҙе әйттерә. Иртән торғас, берәр эшкә тотонғанда әйтәләр был доғаны. Зөһрә уны ҡалаға ҡайтҡас та гел ҡабатлап йөрөй. Шуны әйтмәһә, теләгенә ирешә алмаҫ кеүек ул. «Бисмилла» тигән һүҙ менән генә сикләнмәйенсә, өләсәһе өйрәткәнсә, тултырып әйтә ул был доғаны: «Әғүҙү билләһи минәшшәйтанир-ражим. Бисмилләһир-рахмәнир-рахим». Зөһрә уның мәғәнәһен дә яҡшы белә. «Рәхәттән таш атып ҡыуылған шайтандан Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Донъяла ла, ахирәттә лә рәхмәт ҡылыусы Аллаһы Тәғәләнең исеме менән башлайым был эшемде» тигән доға был.
Аштан һуң әйтелә торған доғаны ла белә Зөһрә. Уныһын да өләсәһе өйрәткән ине. Бер ваҡыт онотоп ебәргәс, күрше Сәлисә әбейенән һорап, хәтерен яңыртып сыҡты. Ә ул былай: «Әлхәмдүлилләһил-ләзиәтгәмәнә үә сәканә үә жәгәләнә минәл мүслимин». Мәғәнәһе лә яп-ябай: «Аллаға шөкөр, Аллаһы Тәғәлә мине ашатты, эсерҙе һәм мине мосолмандарҙан ҡылды».
Бына ошо ике доға менән йәшәй Зөһрә. Әлбиттә, донъялыҡ өсөн, йәшәү өсөн былар ғына әҙ. Бер көндө күрше ишек алдынан инеп йөрөй торған ҡара эт саҡ ҡына тешләмәне үҙен. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тешләне, әммә уның хәтәр тештәре Зөһрәнең итегенә тура килде. Шул көндән башлап итегенә һыу үтә, һыуға кермәйенсә генә уйнай хәҙер.
Зөһрә белә: ҡара эт, ҡара бесәй – сихыр, зәхмәт, ҡара көстәр ғәләмәте. Яман күҙҙәр шундай ҡара эттәр рәүешенә кереп йөрөй, имеш... Теге ваҡытта яман күҙҙән, яман көстәрҙән һаҡлай торған доғаны әйткән булһа, эт тә тешләмәҫ ине, моғайын.
Тағы... ауырыуҙарҙан һаҡлай торған доғаларҙы белмәй Зөһрә. Әсәһенең бик йыш башы ауырта, үҙе лә һирәк-мирәк кенә температуралап ала. Бигерәк тә әсәһе өсөн борсола Зөһрә. Доға белһә, шуны уҡып, әсәһенең ауырыуҙарын бик тиҙ ҡыуып ебәрер ине ул... Күршеләге Сәлисә әбей кергәндә, әсәһенең башы ауыртҡан сағы тура килһә:
– Һиңә кейәүгә сығырға кәрәк, балам, – тип һөйләнгән була. Нишләптер доға уҡымай. Ә бит бик күп доғалар белә...
Ҡай саҡта Зөһрәнең әсәһе, ауыр һулап: «Үҙебеҙгә генә йәшәү ҡыйын шул», – тип уфтанып ҡуя. Бына шул ҡыйынлыҡтарҙы еңер өсөн дә берәй доға барҙыр бит? Барҙыр. Зөһрә быны теүәл белә. Шул ҡыйынлыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы кисереү өсөн сығарыла бит инде ул доға-лар... Зөһрә, ике лә уйлап тормайынса, шул доғаны ла ятлап алыр ине...
Бер көндө Зөһрәләр синыфына абыстай килде. Гел татар балаһы уҡығас, Гөлсинә апаһы саҡырғандыр инде. Зөһрәнең әлегә ысын абыстайҙы күргәне юҡ ине. Асыҡ йөҙлө, матур, мөләйем була икән улар. Тауышы шундай йомшаҡ, яғымлы, моңло; ул вәғәз уҡығанда, Зөһрә ойоп, йоҡлап китә яҙҙы. Ярай әле күршеләге Алһыу терһәге менән ҡағылып өлгөрҙө.
Һуңынан абыстай:
– Бер аҙҙан мин тағы киләм, доғалар өйрәнеп ҡуйығыҙ, һораясаҡмын, – тине.
Зөһрә, өйгә ҡайтып инеү менән:
– Әсәй! Әсәй!.. Доғалар өйрәт әле миңә! Абыстай әбей бик күп доғалар өйрәнеп килергә ҡушты. Һораясаҡ... – тип, әсәһен елтерәтеп йөрөтә башланы.
– Эй ҡыҙым, мин бик белеп бөтөрмәйем шул... Сәлисә әбейеңә керһәң генә инде...
– Эй, кергем килмәй уның янына...
– Ниңә инде?
– Ул доға уҡығанда гел көлкөнө килтерә. Көлһәң, әрләй...
– Ниңә көләһең һуң? Ҡарттарҙан көлөргә яраймы ни?!
– Мин бит унан көлмәйем, ирендәренән генә көләм. Ирендәре ҡыҙыҡ уның...
– Улай тимә, ҡыҙым. Ярамай. Гонаһ булыр.
– Нимә ул гонаһ?
– Һиңә уны белергә иртәрәк әле, ҡыҙым. Балаларҙа гонаһ булмай.
– Миндә лә юҡмы?
– Юҡ-юҡ, ҡыҙым. Гонаһ – насарлыҡ, ялған, хыянат, иманһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек тигән һүҙ. Шуны онотмаһаң, әлегә етеп торор.
– Доғалар гонаһтан һаҡлаймы, әсәкәйем?
– Эйе, улар – кешенең рухи юлдашы.
– Ҡайҙан өйрәнәйем һуң мин уларҙы, әсәкәйем?
– Ярар, берәй нәмә уйлап табырбыҙ әле... Ә хәҙер бар, дәрестәреңде ҡара.
Шуның менән һүҙ бөттө. Зөһрә, бүлмәһенә инеп, дәрестәренә сумды, әсәһе кухняла ҡалды, кем менәндер оҙаҡ итеп телефондан һөйләште...
Өй эштәрен эшләп бөтөрөп, иртәгә буласаҡ дәрестәр өсөн портфелен тултырып ҡуйғас, Зөһрә, һәр көндәгесә, үҙенең яҡын дуҫын – Яҙмышты иҫенә төшөрҙө. Хәҙер ҡайҙа икән ул? Нишләй икән? Их, кешеләр кеүек булһа, Зөһрә уның менән һәр көндө осрашып торор ине. Әсәһенән рөхсәт алып, уны үҙҙәрендә йәшәтер ине... Урамға ла гел бергә сығырҙар ине. Яҙмыш менән бергә булғас, теге ҡара, зәхмәтле эт бүтән бәйләнмәҫ ине.
Шунда Зөһрәнең зиһенен бер уй һыҙып үтте. Әгәр ул изге доғаларҙы Яҙмыштан һорап ҡараһа? Ебәрер ине, ул бит һәр нәмәгә лә өлгөр...
Шунда ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Ишекте асып сыҡҡан әсәһе ҡулына ыҡсым ғына төргәк тотоп инде. Төргәктең тышына «Зөһрәгә» тип яҙылған ине.
Ниндәйҙер тылсым эҙләгән кеүек, ашығып-ашығып төргәкте аҡтара башланылар. Ниһайәт, алтын йүгертелгән тышлы бер китап күҙгә салынды. «Доғалыҡ» китабы ине был. Шунда уҡ хат киҫәге: «Зөһрә аҡыллым! Бына һин һораған китапты ебәрәм. Был доғалар һине ҡайғыларҙан, афәттәрҙән, ауырыуҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан һаҡлаһын! Амин! Һинең Я.».
Зөһрә, әсәһенән бер ауыҙ һүҙ һорашып тормайынса, «Доғалыҡ»ты күкрәгенә ҡыҫып, үҙ бүлмәһенә инеп китте. Китапты ҡәҙерләп кенә өҫтәлгә ҡуйҙы, асып ебәрҙе. Бер яҡҡа ғәрәп хәрефтәре менән, икенсе яҡҡа хәҙерге хәрефтәр менән яҙылған. Шунда уҡ доғаларҙың мәғәнәһе килтерелгән. Зөһрә бер минуттан үҙен серле лә, иманлы ла донъяла хис итте...
«Ҡыйынлыҡты еңеләйтеү өсөн»: Әллаһүммә лә саһлә иллә вә жагәлтаһу саһләу вә аңта тажгалуль-хузна саһлән иза ши-та. – Эй Аллаһы! Бер нәмә лә еңел түгел, әгәр еңел икән, уны Һин Үҙең шулай иттерәһең, ҡыйынды еңел Һин иттерәһең. Үҙең нисек теләһәң, шулай була...
«Ҡайғы килгәндә уҡыу өсөн»: Әллаһүммә ғиндакә актасибу мусыбати фа-ажирьни фиһа үәабдильни минһа хайра. – Эй Аллаһы, ошо ҡыйынлыҡтың сауабын насип ит. Әжерен насип ит, хәйерле шатлыҡтар килтер ошоларҙы күргән өсөн...
«Яман күҙҙән һаҡланыу өсөн»: Бисмилләһи әллаһүммә азһибхарраһа үә бардаһа үә үәсабаһа. – Аллаһы исеме менән. Эй Аллаһы! Уның ҡыҙыуын, һалҡынын һәм ауыртыуын бөтөр...
«Үҙеңде барлыҡ ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн»: Бисмил-ләһи әғүҙү билләһи үә кудрәтиһи миң шәрримә ажиду үә үхазиру. – Аллаһы исеме менән. Мин һәр төрлө яуызлыҡтан һәм һәр төрлө ҡурҡыуҙан Һиңә һыйынамын, Аллаһы!
...Кис Зөһрә урамға сыҡты. «Доғалыҡ» китабын, ҡағыҙға төрөп, үҙе менән алды. Русланға, Алһыу менән Гөлинәгә күрһәткеһе килде. Әммә урамда бер кем дә юҡ ине. Бер ситтәрәк теге ҡотһоҙ ҡара эт кенә Зөһрә яғына төбәлеп ҡарап тора. Зөһрә был юлы унан ҡурҡманы. Эт тә быны аңланы булһа кәрәк – алйыған кәүҙәһен әкрен генә бороп, үҙ ишек алдарына китеп барҙы...
Бына ҡыш етте. Урамдар яҡтырҙы, ағастар, йорттар, киреһенсә, ҡарайып, яманһыулап ҡалдылар. Кешеләрҙең йөҙөнә лә көмөш һағыш ҡунды, уларҙың күҙҙәре уйсанланды, йөҙҙәре моңһоуланып, күңелдәре ойоп, йәндәре иләҫләнеп ҡалды.
Аҡ ҡышҡа кешеләрҙәге бындай үҙгәреш оҡшап бөтмәй; ул, асыуланып, әле бөтә донъяларын ҡарға күмеп ташлай, әле, әсе буран ҡуптарып, һалҡынын ебәреп, уларҙың үҙәктәренә үтә...
Ноябрь аҙаҡтарында ҡар ятып, оҙаҡламай тау итәк-тәрендә сана шыуырлыҡ булды. Яңы йыл алдынан ғына була торған бурандар быйыл иртәрәк килеп етте. Әммә был буран туйы ғына балаларҙы ҡурҡытманы, улар, саналарын, һырғалаҡтарын һөйрәп, саңғыларын кейеп, таулы, ярлы урындарға ағылдылар.
Зөһрәләр йортонан алыҫ түгел тәрән соҡор бар. Ҡыш буйы балалар шунан өҙөлмәй. Ҡыҙыҡ соҡор ул, тигеҙ генә шыуып төшөп була торған шыма ере лә, бүлтәйеп сығып торған һикәлтәле ярҙары ла етерлек. Зөһрә һикәлтәле урынын нығыраҡ ярата. Алһыу менән Гөлинә лә уның артынан ҡалышмаҫҡа тырышалар.
Бөгөн Зөһрә уйынға сығырға һуңға ҡалды. Ҡулына бик ҡыҙыҡ китап килеп эләкте шул. Ғәлим Әсәновтың «Гөрләүек» тигән китабы. Шуны уҡып бөтмәйенсә өҫтәл артынан тора алманы. «Өс дуҫ» исемле шиғырға еткәс, тәҙрәнән тышҡа ҡарап, ҡыҙығып ҡуйған ине лә... Кире уйланы, китаптың һуңғы шиғырын уҡып бөтөрмәйенсә урамға сыҡмаҫҡа булды. Ә шиғыры һуң, шиғыры!.. Уныһы ла тауҙа сана шыуып йөрөүсе малайҙар хаҡында ине:
Ғәли, Вәли, Биктырыш
Тауҙан сана шыуалар.
Һыуыҡ бабай эйәрһә,
Тау аҫтына ҡыуалар...
Сана күтәреп килеп сыҡҡанда, уға Алһыу менән Гөлинә осраны. Ҡарҙа аунап, бөтөн өҫ-баштары ап-аҡ булған. Йөҙҙәре алһыуланған, күҙҙәрендә «ҡыҙыҡ» яна. Эйе-эйе, уйынсаҡ, дәртле, шаян балалар ҡарашында ғына була ундай балҡыш. Алһыу менән Гөлинә үҙ уйындарынан ҡәнәғәт күренәләр, рәхәтләнеп арып-алйып ҡайтып киләләр. Зөһрә:
– Әйҙәгеҙ минең менән, – тип ҡараһа ла, ҡыҙҙар риза булманы, әсәләре әрләр тип ҡурҡтылар. Зөһрәне лә әсәһе сығармаҫ ине, тик ул күрше Сәлисә әбейҙәрҙә ҡалды шул.
– Унда шундай ел сыҡты, тауҙан үҙе этеп алып төшөп китә!.. – тип һөйләнде Алһыу.
– Ә менгәндә... юрый мендермәҫкә тырыша... Ҡыҙы-ы-ыҡ! – Гөлинә лә дуҫының мәҙәк һүҙен йөпләп ҡуйҙы.
Алһыу менән Гөлинәнең ел тигәндәре буран булып сыҡты. Ып-ысын буран! Ҡыштың беренсе бураны. Соҡор буйына килеп еткән Зөһрәне ана шул йүгерек, уйнаҡ буран ҡаршы алды.
Уйнаҡ микән? Уйнаҡтан уҫал буранға әйләнеп бара ине инде ул. Ана бит, санаһын һөйрәп тау башына килеп баҫҡан Зөһрәгә ярһып-ыжғырып ташлана, уны йыҡмаҡсы, үҙенә буйһондормаҡсы була...
Тауҙа ике малай саңғы шыуып аҙаплана. Әсе буран Зөһрәнең күңелен ныҡ ҡына шомландырһа ла, малайҙарҙы күргәс, уның эсенә йылы керҙе. Бер генә шыуып ҡарай ҙа хәҙер өйөнә ҡайтып китә ул... Ана малайҙар ҙа бик ҡурҡып тормайҙар әле... Улар булғас, Зөһрәгә лә күңеллерәк.
«Тағын бер генә төшәм, тағын бер генә төшәм» тип шыуа торғас, Зөһрә тау битендә берәр сәғәт кенә маташмағандыр. Нисек мауыҡмаҫһың! Ел-буран уны санаһы-ние менән елтерәтеп алып төшөп китә!.. Аҙаҡ шундай уҡ етеҙлек менән артынан этеп алып менә!
Ҡараңғы ла төшә башланы, буран да көсәйҙе. Тирә-яҡтағы өйҙәр, ҡар туҙанына күмелеп, йөҙҙәрсә уттарын емелдәтеп тора башланылар. Саңғы шыуыусы малайҙар ҙа, ер аҫтына убылғандай, ҡапыл юҡҡа сыҡтылар. Зөһрә лә өйөнә ҡайтырға булды. «Иң һуңғы мәртәбә генә төшәм дә...» Ошо «һуңғы мәртәбә» уны харап итте лә инде.
Был юлы ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, соҡорҙоң иң алыҫ төпкөлөнә, бер кем дә шыумай торған ҡараңғы мөйөшөнә төшөп китте. Ҡар өйөрмәһе өйрөлтөп-өйрөлтөп шул яҡҡа бороп ебәрмәһә, ул был мөйөшкә мәңге төшәсәк түгел ине. Һуңғы мәртәбә шыуып төшөп, ҡабат тауға менер ине лә өйөнә ҡайтып китер ине, әсәһе менән гәпләшеп сәй эсер ине, артабан дәрестәрен әҙерләргә ултырыр ине, видик ҡарап алыр ине...
Был юлы Зөһрә оҙаҡ төштө. Ҡайһылыр һикәлтәне үткәндә йығыла яҙҙы. Ҡаты бер әрем ҡамылы уның битен һыҙырып-тырнап ҡалды...
Соҡорҙоң төбөнә төшөп етәрәк, Зөһрәнең күңеленә беренсе мәртәбә ҡурҡыу керҙе. Ләкин ул ныҡлап ҡурҡырға өлгөрә алмай ҡалды, санаһы аҫтындағы ер убылып, баҙ кеүек ҡараңғы һәм һалҡын бушлыҡҡа осто...
Ниндәйҙер әсе, шомло һыҙғырыу, олоу тауышына уянып, айнып китте Зөһрә. Иң элек шуны тойҙо: сәнсеп-сәнсеп аяғы һыҙлай. Ҡуҙғалырға тырышып ҡараны – ҡуҙғала алманы, аяғы ғына ҡатыраҡ һыҙлай башланы. Зөһрә тештәрен ҡыҫып түҙергә тырышты, әммә барыбер иламай ҡала алманы. Тик ул ҡысҡырып-баҡырып иламай, эстән генә, баҫылып ҡына илай ине...
Зөһрә, бер аҙ тынысланғас, ҡуҙғалмайынса ғына ҡапшана башланы. Дөм ҡараңғылыҡҡа төрткөләй торғас, буй етерлек арауыҡта балсыҡ стенаға тап булды. Аяныслы хәл: бөтә тирә-яҡта шундай туң, тотош стена булып сыҡты. Тимәк, ул ниндәйҙер тәрән соҡорға, баҙға килеп төшкән.
Зөһрә нишләргә лә белмәне. Һыуыҡ та, аяҡ ауыртыуы ла, ел-буран олоуы ла уны ул тиклем ҡурҡытмай. Ә бына шомло ҡараңғылыҡ йәненә үтеп шомландыра, ҡурҡыта... Ул һаман ҡуҙғала алмай ине. Әллә ҡысҡырырғамы? Зөһрә бөтә көсөнә ҡысҡырып та, ярҙамға саҡырып та ҡараны. Үҙ тауышын үҙе таныманы. Яҙғы ташҡын-гөрләүектәрҙән убылып ҡалған ер тишеге гүйә уның зәғиф тауышын бөтә көс-ҡеүәте менән эләктереп алған да, үҙенән алыҫ ебәрмәйенсә, мәңгелеккә ошо соҡорҙа ҡалдырырға тырыша ине...
Зөһрә үҙенең аяныслы хәлдә ҡалыуын аңланы. Йән өшөткәс уй уның сабый күңелен ауырттырып үтте: ул аяғына баҫа алмай!.. Баҫа алған осраҡта ла, был тәрән, текә соҡорҙан үҙ көсө менән генә үрмәләп сыға алмаясаҡ. Шунда ҡалыр микән ни? Алһыу менән Гөлинә үкһеп иларҙар инде. Әсәһе лә илар... Руслан да илар... Алһыу менән Гөлинә хәҙер сәй эсеп, телевизор ҡарап ултыраларҙыр... Әсәһе Зөһрәне урамдан ҡарап кергәндер ҙә, был минутта күршеләренән эҙләп йөрөйҙөр... Бик борсолалыр... Тағын башы ауырта башлағандыр... Их, исмаһам, әсәһенә әйтмәйенсә генә сығып китте бит... Санаһы өйҙә булмағас, тау шыуырға киткәндер тип уйлаһа ярар ине... Алһыу менән Гөлинә лә Зөһрәнең тауға табан китеүен әйткәндәрҙер... Таба алмаҫ шул, бындай соҡор барлығын ҡайҙан белһен ул...
Ә бына Яҙмыш уның ҡайҙа икәнлеген беләлер. Ул бит бөтөнөһөн дә белеп тора. Ул бит көслө, аҡыллы... Их, килһен ине, тапһын ине Яҙмыш үҙенең Зөһрәһен!.. Был һалҡын, ҡараңғы соҡорҙан тиҙерәк ҡотҡарһын ине! Яҙмыш... Ҡайҙа һин, Яҙмыш?..
Туҡта, туҡта... Яҙмыш теге саҡта ебәргән «Доғалыҡ» китабындағы изге һүҙ-теләктәр, доғалар бар бит әле! Шул доғаларҙы уҡыһаң, һис шикһеҙ, еңеллек киләсәк, Зөһрә быны бик яҡшы белә. Ул шунда уҡ, бөтә хәтерен бер төйөнгә йыйып, белгән доғаһын бышылдай башланы: «Әллаһүммә лә саһлә иллә вә жагәлтаһу саһләу вә аңта тажгалуль-хузна саһлән иза ши та...»
Доғаһын уҡып бөтөрә алманы, Зөһрәнең тағы илағыһы килде. Әллә илағы килеүҙән, әллә һыуыҡтан, ул эске бер тетрәнеү менән ҡалтырана башланы. Дер-дер килеп ҡалтыранған ирендәренә төшөп еткән бер нисә күҙ йәштәрен һыпырып алмаҡсы булды. Ҡулдары уның теләгенә буйһонманы. Әллә туң ерҙә оҙаҡ ятыуҙан ойоп киткәндәр, әллә инде ҡыҫҡа тундың сабыуҙары аҫтынан һиҙҙермәй генә үрмәләп кергән һыуыҡҡа бирешә башлағандар...
Зөһрәнең аяҡтары, ҡулдары ғына түгел, күңеле, зиһене лә ойой башланы, ахыры, ҡапыл уның бөтөн донъяһы йылынып, яҡтырып китте. Бер аҙҙан ул үҙенең ниндәйҙер сихри төш шауҡымында ҡалыуын тойҙо. Уға рәхәт тә, ҡыйын да ине, ул бер үк ваҡытта бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә ине... Ысын, ихлас яҙмышлы һәр бер кеше кеүек...
– Яҙмыш... Яҙмыш! Мин һине көтә-ә-әм!.. Нишләп килмәйһең инде, Яҙмыш? Нишләп килеп ҡотҡармайһың мине, Яҙмыш?.. Яҙмы-ы-ыш-ш-ш...
Һаташып ятыусы Зөһрәнең һыуыҡтан күгәргән ирендәре был минутта берҙән-бер күңел таянысын, йән дуҫын, рух ҡеүәтен – Яҙмышын саҡырып тилмерәләр ине. Был Хоҙай бәндәһенең, күҙҙәре инде йомолған, керпектәре хәлһеҙләнгән, тын-һулышы баҫылып, ҡыҫылып ҡалған – бөтә барлығы менән сафлыҡтан ғына, хыялый мөғжизәнән генә торған был йән эйәһенең йәнһеҙ тауышын ишетһә лә, шул Яҙмыш тигәндәре генә ишетер, моғайын...
Ә Яҙмыш ишетмәне лә ишетмәне үҙенең эйәһен... Юҡ! Ишетте! Ишетте! Зөһрәнең асырғыланып, үрһәләнеп саҡырыуын, уның илаһи-изге доғаларын ишетте, өҙөлөп-өҙгөләнеп көтөүен тойҙо... Ана инде ул ашыға, ҡабалана, буран болотон, ҡар ғәрәсәтен ярып, үҙенең Зөһрәһенә ашыға! Елдән, дауылдан уҙҙырып, соҡорҙарҙың иң төбөнә төшә, упҡындарҙың иң тәрәнен, ярҙарҙың иң текәһен айҡай, тауҙарҙың иң бейегенә менә... Шулай йөрөй торғас, ул, ап-аҡ, һалҡын болот булып, бырхылдап, Зөһрә ятҡан баҙ-соҡорға килеп төшә, уны һаҡ ҡына күтәреп, ҡуйынына ала һәм ҡарлы буран аша өйөнә, илап-шешенеп бөткән әсәһе янына илтә...
Зөһрәнең бер миҙгелгә генә асылып алған күҙҙәре үҙен күтәреп барыусы Яҙмыштың ҡурҡынған ҡарашын, ҡар-боҙға ҡатҡан керпектәрен, мыйығын, аҡ төймә кеүек туңған бит остарын ғына шәйләп ҡала. Шәйләп кенә ҡалмай, яратып өндәшергә лә үҙендә көс таба:
– Яҙмыш бит һин... Ҡотҡар мине... Яҙмыш... Минең йәшәгем килә... Әсәйем янына ҡайтҡым килә... Яҙмыш... Ниндәй һәйбәт һин... Мин һине яратам... Ярата-а-ам...
Зөһрә өшөп-туңып уянды. Ул: «Мин һаман һалҡын соҡорҙа ятамдыр, шуға күрә лә өшөйөмдөр...» – тип уйларға өлгөрмәне, ҡайҙандыр алыҫтан, тауҙар, офоҡтар артынан әсәһенең йомшаҡ, яғымлы тауышы ишетелде:
– Ҡыҙы-ы-ым... Уян инде... Торорға ваҡыт, ас күҙ-ҙәреңде, ҡыҙым...
Әйтеүе генә еңел. Күҙ ҡабаҡтарын күтәреп, донъяға, әсәһенең тауышы килгән яҡҡа ҡарау шул тиклем ауыр булыр тип кем уйлаған!.. Гүйә, уның был күҙ ҡабаҡтарын ғәләмәт ҙур таштар менән баҫтырып ҡуйғандар!
Шулай ҙа Зөһрә бер мәлгә генә керпектәрен күтәреп, күҙҙәрен аса алды. Шул арала уның сабый күңеленә, урғылып, көн яҡтылығы, уның артынан уҡ әсәһенең көн яҡтылығынан да яҡтыраҡ ҡарашы, күҙ нуры кереп тулды. Ошо тылсымлы яҡтылыҡ Зөһрәнең хәлһеҙ тәненә көс бирҙе. Ул был юлы бер ниндәй тартыныуһыҙ-ниһеҙ күҙҙәрен асты һәм янында иламһырап ултырған әсәһенең йәшкә мансылған, әммә үтә лә мәрхәмәтле йөҙөнә тултырып ҡараны. Мөғжизә үҙен оҙаҡ көттөрмәне, әсә менән ҡыҙҙың йөҙөнә бер юлы бәхетле йылмайыу ҡунды...
– Әсәйем...
– Ҡыҙым...
– Мине Яҙмыш ҡотҡарҙы, эйеме?
– Эйе, ҡыҙым.
– Ул һәйбәт, эйеме?
– Һәйбәт, ҡыҙым.
– Ул тағы килерме?
– Килер, ҡыҙым... Ә хәҙер йоҡла, йәме. Һиңә хәл йыйырға кәрәк...
Зөһрә күҙҙәрен йомдо. Сәләмәт, тәрән йоҡоға талды. Тик... йоҡо ихтыярына бирелгәнсе, үҙенең сабый күңеленән һарҡып сыҡҡан сихри һүҙҙәрҙе бышылдарға өлгөрҙө:
– Рәхмәт һиңә, Яҙмыш... Мине ташлама, йәме... Яҙмыштың яуабын Зөһрә үҙенең төшөнә барып еткәс ишетте:
– Мин һине мәңге ташламам, Зөһрә аҡылл-ы-ы-ым!..
Мәктәптә Зөһрәне һағынғандар. Бер аҙна түшәктә ятҡандан һуң ғына аяғына баҫа алды шул ул. Уның менән булған тарихты барыһы ла белә. Һорауҙар күп булды. Зөһрә, һис иренмәйсә, ниндәйҙер мауыҡтырғыс әкиәт һөйләгән кеүек, тәфсилләп һөйләп бирҙе. Бер генә һорауға теүәл яуап бирә алманы ул: кем ҡотҡарҙы һуң уны? Был хаҡта әсәһе лә әйтеп бөтөрмәй. Сер һаҡлай...
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Зөһрә уның кем икәнлеген белә. Яҙмыш ҡотҡарҙы уны. Ләкин ул шуны ла белә: Хоҙай күҙгә күренмәй йәшәй. Ә Яҙмыш кешеләр кеүек үк! Зөһрә быны тоя! Кешеләр кеүек һөйләшә, яҙа, уҡый... Кешеләр кеүек йәшәй. Йәиһә өшөй... Зөһрәнең әле лә хәтерендә: уны күтәреп барған Яҙмыштың нурлы күҙҙәре, ҡарлы-боҙло керпектәре, мыйығы бар ине. Хатта бүреге, туны бар ине! Ул ысын кешеләр кеүек кейенгән ине!.. Ул хатта кемгәлер бик оҡшаған да ине!.. Тик бына кемгә?
Ул үҙен ҡотҡарған Яҙмыш хаҡында әсәһенән тағы бер мәртәбә һорап ҡарарға булды. Ләкин, күпме генә батырлығын йыйып йөрөһә лә, киҫтереп кенә һорай алманы. Бер әйтте бит инде: «Һәйбәт кеше ҡотҡарҙы», – тине. Тағы нимә кәрәк? Ниңә әллә нисә мәртәбә һорап интектерергә? Һәйбәт кеше тигәндәре шул Яҙмыш булалыр инде... Их... Зөһрәнең бик тә күргеһе килә ул Яҙмыш тигәндәрен! Уның йөҙөнә, күҙенә ҡарағыһы килә! Күҙенә ҡарап, рәхмәт әйткеһе килә. Видик өсөн дә, хисап дәрестәре өсөн дә, гөл өсөн дә, дуҫы Руслан өсөн дә...
Руслан тигәндән, бер көндө ул, Зөһрәне коридорҙа туҡтатып:
– Һине атайың ҡотҡарған тиҙәр, дөрөҫмө шул? – тип һораны. – Минән сәләм әйт, йәме, – тип тә өҫтәне.
Зөһрә, әлбиттә, бер ни ҙә аңламаны. Ҡайҙан килеп атаһы булһын ул уның?! Элегерәк тә: «Классный атайың бар!» – тип әйтә ине... Юрый әйтәлер, атайың кеүек кешең бар тимәксе булалыр...
Зөһрәнең дә ҡыҙығып ҡуйған саҡтары бар ине: их, шундай атайың булһын икән, ә?! Ана ул ниндәй көслө, батыр, аҡыллы булыр ине! Уның ундай атаһы юҡ шул, юҡ... Булһа, бындай аяныслы хәлдәргә тарымаҫ та ине... Сана шыуырға ла атаһы менән сығыр ине...
Ә Яҙмыш... Яҙмыш шундай нәмә инде – бөгөн бар, иртәгә юҡ... Иртәгә булһа, иртәнән һуңға юҡ... Ул бар ҙа, юҡ та... Күренә лә, күренмәй ҙә... Атай кеше һәр ваҡыт эргәлә; ул гел һинең менән, гел йәнәшә. Яҙмыш ҡыйын саҡта ғына ярҙамға килә, атайҙар, әсәйҙәр кеүек үк, үҙ ғаиләләре менән татыу, тигеҙ ғүмер кисерәләр. Дөрөҫ уныһы, атай булмағанда Яҙмыш та ярап тора. Шуға күрә Зөһрә бик бәхетле, сөнки уның ярҙамсыһы, дуҫы, яратҡан кешеһе бар. Ҡыҫҡаһы, Яҙмышы бар. Барыбер рәхәт. Атай уҡ булмаһа ла, рәхәт...
Ысынлап та, Яҙмыш тигәндәре үҙен ҡыш буйы белдереп, һиҙҙереп торҙо. Бер ваҡыт Зөһрәнең саңғыһы һынғас, өр-яңы саңғы килтереп бирҙе ул уға. Мәктәптән ҡайтып килгәндә ишектәренә һөйәлеп ҡуйылған ине. Ысын әкиәттәрҙәге кеүек... Нишләп кеше алып китмәгән дә, ҡайҙан белгән ул Зөһрәнең ниндәй саңғы яратҡанын?
Береһендә Зөһрә Гөлсинә апаһын алданы. Ғүмерендә булмағанса, бер көндө ул өй эшен эшләмәй барҙы. Әлеге лә баяғы видик ғәйепле инде.
Бына бер ваҡыт Гөлсинә апалары, парталар араһында йөрөп, һәр баланың дәфтәрен тикшерә башланы. Оҙаҡламай Зөһрә янына ла килеп етәсәк... Шуға уны ҡорт саҡҡан кеүек булды. Ул парта өҫтөндәге дәфтәрен киҫкен генә тартып алды да аҫҡы кәштәлә ятҡан портфеле аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙы. Эргәһендә баҫып торған Гөлсинә апаһына:
– Мин барыһын да эшләгән инем, дәфтәремде өйҙә онотоп ҡалдырғанмын, – тип ялғанланы.
Шул ялғанынан һуң Зөһрә Гөлсинә апаһының күҙҙәренә тура ҡарай алмай бик оҙаҡ йөрөнө. Уны ер тишегенә кереп китерҙәй итеп оялтыусы ла табылды. Берҙән-бер көндө уның яҙыу өҫтәлендә сәйер хат киҫәге пәйҙә булды. «Зөһрә аҡыллым! Бүтән былай ялғанлама, йәме, – тиелгән ине унда. – Ялғанлап бәхетенә, маҡсатына ирешкән кешене күргәнем юҡ әле минең. Ялған – бәхетһеҙ һәм көсһөҙ кеше эше. Тағын шуны онотма: ялғандың ҙуры, бәләкәйе юк. Бәләкәй генә ялған да ҙур хыянатҡа илтергә мөмкин. Бынан һуң бер ҙә ялғанлама. Килештекме? Һинең Я.».
Быйылғы Яңы йыл байрамында ла Зөһрәнең хәтерендә мәңге ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Иң элек ул бик сәйер хат алды. Хат та түгел, конверт эсенә һалынған һыҙым ине ул. Һыҙымға Зөһрәләрҙең йорто, ишек алды, күршеләге ағаслыҡ, яр-соҡор буйҙары төшөрөлгән, магазин, балалар баҡсаһы, мәктәп күрһәтелгән. Ағаслыҡ менән яр араһында йөҙ аҙымлап ара бар. Шуның ҡап уртаһында сыбыҡтары өҙөлөп бөткән яңғыҙ телеграф бағанаһы ҡуҡырайып ултыра. Һыҙымда ла бар ул бағана. Тап ана шул бағана төбөндә ҡыҙыл флаг һүрәтләнгән. Бер ситкә «Ҡыш бабай бүләге» тип яҙып та ҡуйылған.
«Әһә, Ҡыш бабай үҙенең алып килгән бүләген шунда күмгән икән», – тип тиҙ генә уйлап алды Зөһрә. Ләкин шул минутта уҡ бүләк артынан сығып йүгермәне. Яңы йыл еткәс, Ҡыш бабай килгәс кенә сығып алырға тейешлеген белә бит ул. Байрамдың шарты, йолаһы шундай.
Байрам шаулап-гөрләп үтеп китте. Яңы йыл сәғәте, төнгө ун икене һуғып, икенсе мең йыллыҡтың икенсе йылы тыуыуын белдерҙе. Инде бына нисә көн буйы Зөһрәнең күңелен ҡытыҡлап торған Ҡыш бабай бүләген эҙләп табырға ла ваҡыт етте. Ул шунда уҡ: «Әсәй, әйҙә сығайыҡ инде, алып инәйек Ҡыш бабай бүләген», – тип, әсәһенә ялына-ялбара башланы. Күрше-күлән, гөрләшеп, урамдағы шыршылар тирәһенә сыға башлағас, Зөһрәләр ҙә ҡуҙғалдылар, тиҙ-тиҙ генә кейенеп, урамға сыҡтылар.
Ҡыш бабай ҡалдырған бүләкте шунда уҡ табып алдылар. Әсәһе ҡайҙан белгән тиһең – туп-тура барҙы ла ҡаҙып сығарҙы. Бер матур тартмаға әллә күпме тәм-том менән бергә Зөһрәнең ҡулына бик килешеп торған көмөш йөҙөк һалынған ине. Эй һөйөндө инде Зөһрә! Беренсе мәртәбә ул йөҙөк кейеп йөрөйәсәк! Ундай затлы йөҙөк синыфтағы атайлы ҡыҙҙарҙа ғына бар. Ә хәҙер Зөһрәлә лә буласаҡ! Рәхмәт инде Ҡыш бабайға! Ҡыш бабайға микән? Зөһрә ҡайһы ере менәндер һиҙә – был бүләкте лә Ҡыш бабай исеменән Яҙмыш, уның изгелекле Яҙмышы ҡалдырған булырға тейеш! Шуға күрә ул, өйҙәренә ҡайтып еткәнсе, Ҡыш бабай менән бергә Яҙмышҡа ла рәхмәт уҡып ҡайтты.
Зөһрә үҙенең һәр тыуған көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Быйылғы тыуған көнө айырыуса иҫтәлекле буласаҡ. Уҡырға барғас, беренсе тапҡыр байрам итә бит. Өйөнә үҙенең синыфташтарын, Гөлсинә апаһын саҡырасаҡ ул. Руслан керәсәк...
Тағы бер кеше бар барын... Бик саҡырыр ине, Зөһрә уны нисек саҡырырға белмәй. Хатта уның кем икәнен дә, ҡайҙа, нисек йәшәүен дә белмәй. Яҙмыштың ҡайҙа йәшәүен бер кем дә белмәй шул. Эйәһен үҙе килеп таба Яҙмыш. Ым ғына, ишара ғына булһын...
Был юлы ла шулай булды. Тыуған көнөнә ике аҙна ҡалғас уның яҙыу өҫтәлендә бер хат барлыҡҡа килде. Ғәҙәттәгесә: «Зөһрә аҡыллым! – тип башланған ине ул. – Тыуған көнөң менән ҡотлайым, матур, яҡты киләсәк, бәхетле ғүмер теләйем! Һорауым да бар: байрамыңа ниндәй бүләк ебәрәйем? Иң-иң теләгән әйбереңде әйтеп яҙ, йәме. Һинең Я.».
Зөһрә һөйөнөп бөтә алманы. Онотмаған икән уны, онотмаған! Уның Яҙмышы ҡайҙалыр шунда ғына, яҡында-эргәлә генә! Ул һәр ваҡыт Зөһрәне күҙәтеп тора, уға яратып, үҙ итеп ҡарай!..
Үҙе лә һиҙмәҫтән, Зөһрә тирә-яғына ҡаранып алды. Бүлмәлә бер кем дә юҡ ине. Әллә бармы? Бар ҙа кеүек, юҡ та кеүек... Кемдер ҡарап тора шикелле, тәрән итеп, уфтанып һулыш ала кеүек, хатта йәшәй кеүек. Ана йөрәге лә тибеп тора: дөп-дөп... Ә, юҡ та, стеналағы сәғәт икән ул. Йөрөүе лә башҡаса: дөп-дөп, дөп-дөп... Әллә икеһе лә бер үк нәмәме: яҙмышты ваҡыттан, ваҡытты яҙмыштан айырып ҡарап булмай бит... Әллә?.. Яҙмыштың йәшәгән урыны сәғәтме? Үҙе йәшәмәһә лә, бәлки, уның йәне шунда йәшәйҙер?
Зөһрә, сәғәткә яҡыныраҡ барып, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Сәғәттең дә йөҙө, күҙҙәре, ҡаштары, теле һәм... йөрәге бар икән! Ул үҙе лә йөрәккә оҡшаған икән! Әлбиттә инде, үҙе лә йөрәккә оҡшағас, уның эсендә йән дә булырға тейеш. Зөһрә, кескәй устары менән үрелеп, сәғәтте иркәләмәксе, һөймәксе булды. Ләкин ҡағылманы... Рәнйетермен, туҡтатырмын тип ҡурҡты. Яңынан өҫтәле эргәһенә килде. Яҙмыштың хатын тағы бер мәртәбә уҡып сыҡты. Өҫтәл тартмаһынан ап-аҡ ҡағыҙ бите алды. Иң матур ҡәләмен һайлап, Яҙмышҡа хат яҙырға тотондо: «Иҫәнме, Яҙмыш!»
Хатты башлау ғына еңел шул. Иң ҡыйыны – унан һуң. Нимә һорарға икән? Зөһрәгә кәрәк әйберҙәр күп тә ул. Ат һораһаң инде?.. Зөһрә үлеп ат ярата бит. Ауылға, әбейенә-бабаһына ҡайтҡас, аттар-ҡолондар янынан инмәй ҙә ул. Нәҫелдән киләлер был шауҡым. Бабаһы ла аттар ҡараған, ғүмере буйы атта йөрөгән. Зөһрә атаһының ат яратҡанын-яратмағанын белмәй, ул атаһын бөтөнләй ҙә белмәй, ә бына «ат ене» тигәндәре бабаһынан йоғоп ҡалған булырға тейеш. Әбейе лә шулай тигән була. Юҡ, аттар тураһында былай ғына уйлап ҡуйҙы ул. Сөнки белә: ҡалалағы фатирҙарына ат ҡәҙәр ат һыймаясаҡ. Башҡа берәй нәмә һорарға кәрәк.
Зөһрә үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Ул тағы бер әйбергә ҡыҙығып йөрөй йөрөүен... автобус туҡталышындағы киоск тәҙрәһендә бик матур бер мәрйен эленеп тора. Йәшелле-зәңгәрле, көмөшлө-күкле төймәләрҙән теҙелгән был мәрйен бик тә серле, тылсымлы булып тойола Зөһрәгә. Һатып алмаһа ла, тотоп ҡына булһа ла ҡарарға ине!.. Автобус килгәнсе, оҙаҡ итеп шул мәрйенгә ҡарап тора Зөһрә. Әсәһе көсләп һөйрәп тиерлек алып китә уны киоск янынан.
Нимә һорарға һуң? Зөһрәнең Гөлинәнеке кеүек велигы ла, Алһыуҙыҡы кеүек затлы ҡара күҙлеге лә юҡ. Тағын бик күп нәмәләре юҡ уның. Нимә һорарға һуң? Нимә генә һорама – Яҙмыш барыбер шуны ҡалдырып китәсәк. Сөнки уның Яҙмышы үҙ һүҙендә тора белә.
Тик... Нимә генә бүләк итһә лә, үҙе килмәйәсәк ул. Зөһрәнең тыуған көнө Яҙмыштан башҡа ғына үтәсәк... Их, үҙе килһен ине! Тыуған көнгә шундай шәп бүләк булыр ине!.. Ләкин... килмәҫ шул. Ул бит Яҙмыш! Кешеләргә изгелек эшләп йөрөһә лә, үҙе бик күренәм тип тормай. Күренә торған булһа, түҙмәҫ ине, Зөһрәһе янына әллә нисә мәртәбә килеп китер ине инде.
Шулай ҙа, Зөһрә Яҙмышты тыуған көнөнә саҡырып ҡарарға булды.
«Бер ниндәй бүләк тә кәрәк түгел миңә, – тип яҙып китте ул. – Минең бөтә әйберем дә бар. Атайым ғына юҡ... Ләкин атайҙарҙы Яҙмыш та алыштыра алмай – шуны беләм. Әсәйем шулай ти... Атай кеше һәр кем өсөн берәү генә була. Миңә бер ниндәй бүләк тә кәрәк түгел. Үҙең кил. Шул минең тыуған көнөмә ҙур бүләк булыр. Мин һине бик көтәм! Көтәм! Әсәйем дә көтә! Үҙе әйтмәй, әммә мин быны яҡшы беләм. Хәҙергә һау бул, Яҙмыш. Ауырыма, йәме. Сәләм менән, Зөһрә».
Зөһрә, хатын яҙып бөтөрҙө лә, конвертҡа һалып, баш аҫтындағы мендәренә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Йоҡларға иртәрәк ине, әсәһе янына ла сыҡҡыһы килмәне, ул, мендәренә башын ҡуйып, моңло кешеләрҙә генә була торған тәрән уйға ҡалды. Төрлө ине уның уйҙары. Матур ине уның уйҙары. Ниндәйҙер яҡты, сихри бер мөғжизә алдынан ғына була торған уйҙар... Бындай уйҙар балалыҡ осоронда ғына булырға мөмкин. Сөнки улар сафлыҡтан, самимилыҡтан тыуалар һәм кешенең, шәхестең асылын тәшкил итәләр. Был уйҙар хаҡында ҡысҡырып һөйләшергә ярамай, хатта бөтөнләй ҙә һөйләшергә ярамай. Шуға күрә был юлы һигеҙ йәшлек Зөһрәнең күңел донъяһына инеп тормайыҡ, уны тыуған көнөнә тиклем үҙе уйлап сығарған матур, яҡты һәм үтә лә серле уйҙары менән ҡалдырып торайыҡ...
Байрам ял көнөнә тап килде. Ҡунаҡтар яҡтыла уҡ йыйыла башланылар. Беренсе булып Алһыу менән Гөлинә ишек шаҡыны. Улар, бүләктәрен тапшырғас, Зөһрәгә өҫтәл әҙерләргә ярҙамлаштылар. Гүзәлиә кухняла бешеренде, ә ҡыҙҙар, көлөшә-көлөшә, табын тирәһендә бөтөрөлдөләр. Оҙаҡламай Зөһрәнең ҡалған синыфташтары ла килә башланы. Өй сәскә еҫе менән, Зөһрәнең бүлмәһе бүләк менән тулды.
Бына бер ваҡыт уңайһыҙланып ҡына Руслан килеп инде. Ул иң элек Зөһрәгә ап-аҡ роза сәскәһе бүләк итте, ҡыйыуһыҙ ғына үрелеп, ҡыҙҙың бит осонан үбеп алды, ҡулындағы төргәкте һуҙҙы.
– Нимә был? – тип һораны Зөһрә.
– Һиңә кәрәк әйбер...
– Ой, ҡыҙыҡ һин, Руслан... Ә нимә һуң ул?
– Бокс бейәләйе...
– Нимә-ә-ә?
– Һиңә боксҡа йөрөргә кәрәк. Малайҙарҙан тейҙертмәҫ өсөн.
– Шулай тиһеңме? Бүләгең өсөн рәхмәт, Руслан.
– Үҙеңә рәхмәт...
– Ә миңә ниңә?
– Мине бит... бер кем дә тыуған көнөнә саҡырмай... Ә һин саҡырҙың... Шуның өсөн рәхмәт.
– Улар бит һинең ниндәй икәнлегеңде белмәйҙәр, Руслан. Ә мин беләм.
Русландан һуң Гөлсинә апалары килде. Шуның менән саҡырылған кешеләр йыйылып бөттө. Ләкин Зөһрәнең әсәһе ҡунаҡтарҙы табын артына саҡырырға ашыҡманы. Аптырағас, Зөһрә кухняға үҙе йүгереп сыҡты.
– Әсәкәйем! Барыһы ла килде, ултырабыҙмы инде?
– Аҙ ғына көтәйек, ҡыҙым, тағы бер ҡунаҡ киләһе ҡалды.
– Кем ул, әсәйем? Мин беләмме уны?
– Беләһең, ҡыҙым... Килгәс күрерһең, хәҙергә һорама, йәме. Бар, ҡунаҡтарың эргәһенә сыҡ, күңелһеҙләнеп ултырмаһындар.
Зөһрәнең шатлыҡтан мөлдөрәмә тулы күңеленә ниндәйҙер йылы тулҡын йүгереп керҙе: «Кем булыр ул серле ҡунаҡ? Зөһрә уны белә лә, белмәй ҙә булып сыға...» Әсәһе саҡырғас, һәйбәт ҡунаҡтыр. Зөһрәнең тыуған көнөнә лә килгәс, тағы ла һәйбәтерәктер...
Шул ваҡыт ишек яңағындағы ҡыңғырауға йән инде. Зөһрәнең әсәһе ҡаушап китте, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ынтылды, алъяпҡысын сисеп, көҙгө ҡаршыһына барҙы, сәстәрен төҙәткәндәй итте. Бынан һуң да әле ишекте асырға йыйынманы. Зөһрә янына килеп, арҡаһынан яратты, бит осонан үбеп алды, шунан һуң ғына ишек асырға китте.
Ишектән беренсе булып ҙур гөлләмә күренде. Бер ҡосаҡ сәскә! Әсәһенең дә, Зөһрәнең дә иң яратҡан сәскәһе – розалар! Руслан ап-аҡ бер роза алып ингән ине инде, ә бында – иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡыҙыл розалар!
Зөһрәнең күҙ алдында ғәжәйеп күренеш барлыҡҡа килде: ишектән бер ҡосаҡ розалар кереп килә, ә уның артында бер кем дә юҡ! Ниндәй серле мөғжизә был? Әллә?.. Зөһрәнең күңелендә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы бөрөләнеп ҡуйҙы: әллә Яҙмыш килгәнме? Ана бит, үҙе күренмәй, сәскәләре генә инеп килә. Кеше заты булһа, күренер ине, ә был күренмәй... Эйе, алған ул Зөһрәнең хатын, уның һүҙен тыңлаған, килгән... Хәҙер күрәсәк Зөһрә үҙенең Яҙмышын. Күрмәһә, тоясаҡ...
Әммә бер ҡосаҡ роза артынан ишектән әсәһенең элекке танышы Ясир ағай килеп керҙе. Килеп керҙе лә, йылмайып-балҡып, Зөһрәгә табан атланы, уны йәй еҫтәрен аңҡытып торған сәскәләр менән күмде...
– Тыуған көнөң ҡотло булһын! – тине ул, йөҙөндәге матур йылмайыуын һүндермәйенсә. Һәм, түш кеҫәһенән йәшелле-зәңгәрле, көмөшлө-күкле мәрйен сығарып, уны Зөһрәгә кейҙерҙе... Аҙаҡтан, сәскәһе-ние менән күтәреп, ҡосағына ҡыҫты:
– Бәхетле бул, Зөһрә аҡыллым! – тине. Ҡыҙ һушын-аҡылын йыйып бөтөргәнсе, уның ғәжәпләнеүҙәнме, ҡыйынһыныуҙанмы алһыуланып киткән битенән үбеп алды...
Зөһрә барыһын да аңланы. Бөгөн уның тыуған көнөнә ып-ысын, ып-ысын Яҙмышы килгәйне! Ул быны Ясир ағаһының ҡуйынына килеп кереү менән тойҙо. Теге ваҡытта, буранлы төндә, тап ошо ҡулдарҙа, шул ҡосаҡта ҡайтты бит ул! Зөһрә был ҡулдарҙы башҡа бер генә ҡул менән дә бутамаясаҡ. Шул уҡ күҙҙәр, шул уҡ йөҙ, йылмайыу, мыйыҡ...
Нимә ти бит, «Зөһрә аҡыллым!» ти. Тап хатында яҙғанса... Хатын тамамлағанда ла «Һинең Я.» тип ҡуя ине. Был «Я» тигәндәре Ясир ағаһы икән бит! Яҙмыш – Ясир... Ясир – Яҙмыш... Ниндәй матур мөғжизә был... Быйыл Зөһрәгә тыуған көнө бына ошо матур мөғжизәне бүләк итте!..
Ясир ағаһы ҡиәфәтендә килеп ингән Яҙмыш ҡуйынында ултырған Зөһрәнең күҙ алдында, ошо бер миҙгел эсендә, ярты йыллыҡ ғүмере яҡты балҡыш кеүек сағылып киткәндәй булды. Ниндәйҙер мөғжизә булып хәтерендә ҡалған видик та, зәңгәр сәскәле гөл дә, күрше подъезда йәшәүсе Руслан исемле малай менән дуҫлашып китеүе лә, «Доғалыҡ» китабы ла, буранлы төн дә, ишек төбөндәге саңғылар ҙа, Ҡыш бабай бүләктәре лә, ялғаны өсөн шелтәләп яҙылған хат та – барыһы ла ошо көләс, матур, аҡыллы, изгелекле Ясир ағаһының эше икән!
Зөһрә, был матур асыштан, дөрөҫөрәге, серле-мөғжизәле төштән уянырға теләмәгәндәй, күҙҙәрен сытырлатып йомдо ла алға ынтылып, Ясир ағаһы ҡиәфәтендә килеп кергән Яҙмышын, ғәзиз ата-әсәләрҙе ҡосаҡлаған кеүек, ҡыҫып ҡосаҡлап алды, һәм, ниндәйҙер бик мөһим сер әйткәндәй, ул ғына ишетелерлек итеп, серле бышылданы: «Килеүең өсөн рәхмәт... Мин һине бик-бик яратам!..»
...Ҡунаҡтар таралғас, улар өсәүләп сәй эстеләр. Был юлы ла Ясир ағаһы күберәк әсәһе менән һөйләште. Әммә Зөһрә уға бер тамсы ла үпкәләмәне. Сөнки ул белә: Ясир ағаһы әсәһенеке генә түгел, Зөһрәнеке лә. Бәлки әле, иң элек Зөһрәнекелер, унан һуң ғына әсәһенекелер?
Ана ул ниндәй – Яҙмыш... Сибәр! Аҡыллы! Шаян! Һәйбәт! Уның менән рәхәт, тыныс... Руслан менән дә дуҫтар. Был бик мөһим. Сөнки Зөһрә киләсәктә Руслан менән бик яҡын дуҫ буласаҡ. Бәлки... бергә лә йәшәрҙәр... Быны белеп тороу Зөһрәне бәхетле итә... Бөгөн Руслан тамам аптыраны: «Ясир ағай һинең атайың түгелме ни?» – тип һораны. Зөһрә уға нисек яуап бирергә лә белмәне. Зиһене таралып төшкән бер мәлдә, Зөһрә өсөн уның күңеле, йөрәге әйтте: «Атайым түгел, ләкин ул минеке!» – тине.
Ана ул ниндәй – Ясир ағай... Иғтибарлы, изгелекле, мөхәббәтле... Тағы... бәхетле! Уның менән әсәһе лә бәхетле – күптән былай көлөп-йылмайып ултырғаны юҡ ине... Һөйләшеүҙәре лә аңлайышлы...
– Яҙ етә, Гүзәлиә. Һалҡындар бүтән булмаҫ инде...
– Шулай шул, быйыл ҡыш бигерәк һалҡын булды, буранлы булды...
– Бөтә донъяға йылы кәрәк...
– Беҙҙең барыбыҙға ла йылы кәрәк, Ясир...
– Кешегә ҡояш йылыһы ғына етмәй шул, уға йән йылыһы ла булһын.
– Йылыға йылан да эйәләй, тиҙәр бит... Беҙҙең ҡояш та йылыны һиҙҙе. Ясир, ишетәһеңме?
– Ишетәм, Гүзәлиә, ишетәм.
– Теге ағастағы теге ҡошҡа ҡарәле – тамам күңеле булды, буғай... Һине нисек үҙ итте... Теге ағастағы теге ҡошто әйтәм...
– Беләм. Минең өсөн дә ғәзиз бер йәнгә әйләнде ул... Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин хәҙер уларҙан айырыла алмайым инде... Нисек хәл итәһең һуң, Гүзәлиә?
– Мин күптән хәл иттем, Ясир, үҙең беләһең. Хәҙер инде ҡыҙыбыҙ хәл итһен. Уның сираты...
«Ҡыҙыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, кәнфит ҡағыҙҙары менән уйнап ултырған Зөһрә ҡапыл башын күтәрҙе, һүҙегеҙҙә миңә лә урын бармы ни тигәндәй, ғәжәпләнеү һәм һорау тулы күҙҙәре менән бер әсәһенә, бер Ясир ағаһына ҡарап алды. Аҙаҡ, ярай, үҙегеҙ беләһегеҙҙер әле тигән кеүек, тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы ла фантиклы уйынын дауам итте...
– Ҡыҙыбыҙ менән күптән һөйләшеп ҡуйҙым инде мин, Гүзәлиә.
– Йә-йә?
– Ул риза!
– Нишләп мин бер ни ҙә белмәйем?
– Беләһең-беләһең...
– Зөһрә ҡыҙым, Ясир ағайың дөрөҫ әйтәме? Һин уны яратаһыңмы?
Зөһрә бер аҙ оялыбыраҡ, әммә эске бер ныҡлыҡ, ышаныс менән яуап бирҙе:
– Яратам. Бынан һуң мин уны бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!.. – Аҙаҡ Ясир ағаһына ҡапыл боролоп һорап ҡуйҙы: – Китмәйһең бит, Ясир ағай?
– Китмәйем, Зөһрә, китмәйем...
Бына шулай матур тамамланды был тарих. Тамамланды микән? Бәлки, бәхетле тарихтың башы ғыналыр был?
Һәр кешенең үҙ ваҡыты, үҙ сәғәте бар, тиҙәр. Шул сәғәт һуҡҡан ваҡытҡа тура килтерә алһа, кешегә бәхет капусы асыла. Бөгөн генә һигеҙ йәшен тултырған Зөһрәнең дә сәғәте һуҡты. Уның тормошо бөтөнәйҙе.
Ләкин беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ: был кескәй ҡыҙ үҙ ғүмерендә беренсе һынауҙы ғына үтте. Алда бындай һынауҙар күп булыр. Тағы ла ауырыраҡтары булыр...
Зөһрә генә түгел бит әле. Уның менән бергә был яңы тормошҡа, яңы һынауҙарға Гүзәлиә лә, Ясир ҙа керә. Быға тиклем хыял менән сабырлыҡ уларҙың ғүмер юлдашы булды. Алдағы тормоштарында ла Хоҙай Тәғәлә был матур парҙы ошо рухи ҡиблаларҙан ситләштермәһен ине.
Яҙмыш таң кеүек: башы бар, аҙағы юҡ... Беҙҙең күҙ алдында өр-яңы Яҙмыш тыуҙы. Яҙмыш һәр ваҡыт бәхет булып тыуа. Беҙҙең геройҙарыбыҙ ҙа уны шул бәхетле килеш һаҡлаһындар ине, тормоштоң бормалы юлдарында әрәм-шәрәм итеп бөтөрмәһендәр ине.
Руслан... Үҙе бер донъя... Миңә бик ҡыҙыҡ тойола уның Зөһрә менән дуҫлығы. Хатта сәйер... Был дуҫлыҡ Русланды яҡшыраҡ итәсәк, ә Зөһрәнең күңеленә ныҡлыҡ бирәсәк...
Миңә, яҙыусы булараҡ, Зөһрәнән айырылыу бигерәк тә ҡыйын. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡын, ғәзиз булып киткән был бәғер киҫәгенән айырылғым да килмәй. Ул минең дә күңелемдә, яҙмышымда ҡалды. Үҙенең яҡты хыялы, күңел сафлығы һәм ғорур батырлығы менән мине лә әсир итте, тәрбиәләне, кешелек асылыма ҡайтарҙы, ҡырыҫ ваҡыт елдәрендә уңа башлаған матур сифаттарымды уятты...
Бына, Зөһрә хаҡындағы әҫәремде яҙып тамамланым да уйға ҡалдым. Мин был ҡыҙҙы һағына ла башлағанмын икән... Ә ҺАҒЫШ ул, ЯҘМЫШ кеүек үк, танды хәтерләтә: уның башы бар, аҙағы юҡ...
Ғәлимйән ҒИЛМАНОВ.