Бөтә яңылыҡтар

ТОЛОМДАР

Хикәйә

Сәлим ине егеттең исеме. Ул, хәрби флотта дүрт йыл моторист булып хеҙмәт иткәндән һуң, былтыр ғына ҡайтып, туп-тура Өфө пристаненә эшкә инде.

Уны Ҡариҙел маршруты буйынса йөрөгән теплоход-буксирға механиктың икенсе ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнеләр.

Һыу үренә йөк тейәлгән баржалар илтеп, түбәнгә нәҡ Өфөгәсә һал тартып ҡайталар ине. Һәр рейс биш-алты көнгә һуҙыла – Башҡортостандың төпкөл райондарына тиклем барып етәләр. Һыу ситендә крепость стеналарылай ҡалҡынып торған текә сағыл таштар, күкшел-йәшел ҡарурман ҡаплаған бейек тауҙар, ҡарағай сайыры еҫенә туйынған саф һауа һәм, күҙ йәше һымаҡ, үтә күренеүсән таҙа шишмә һыуҙары – былар бөтәһе ялан яҡта тыуып үҫкән Сәлимде хайран ҡалдыра ине.

Ағастарҙың ҡабығы аҫтына дыуамал һут тирткән яҙғы бер мәлдә, Урал тәбиғәтенең мөһабәт күренештәре Сәлим күңелендә нескә хистәр уятты. Вахтанан бушағас, палубаға сығып, күҙҙәрен алыҫтағы урман өҫтәренә төбәгән хәлдә, һүҙһеҙ уйланып ултырыусан булып китте. Ҡайһы ваҡыт яр һыҙығын ҡаймалаған ҡуйы ҡыуаҡтар араһында һандуғастар һайрауына ҡушылып ҡыҙҙар йыры ишетелә. Сәлим йөрәге нимәнелер юҡһынып семетеп ҡуя, шунан, диңгеҙ тулҡындарылай, шашынып һикерә башлай. Әгәр мөмкин булһа, ҡанатланып осоп китер ҙә йыр яңғыраған йәшел ҡыуаҡтар артына барып төшөр ине ул... Һәм кем белә, бәлки, шунда үҙенең юҡһынғанын табыр ине...

Бер көн улар Йүрүҙән пристаненә туҡтаны. Капитан менән штурман ағас ағыҙыу контораһына киткәс, механик уға мотор фильтрҙарын һүтеп йыуырға ҡушты. Күнегелгән хеҙмәт ине был: Сәлим уны тиҙ генә эшләп бөтөрҙө лә, ҡулына китап алып, судно моронона барып ултырҙы. Борт ситенән, яй ғына талпынып, гәлсәр һымаҡ үтә күренеүсән һыу аға, ҡойроҡтарын һыуға һуғып, көмөш сабаҡтар һикерешә, ә һыу төбөндәге эре-эре таштар йәшел ылымыҡ араһында, саф алтын киҫәктәреләй, сағыу һарғайып яталар.

Яр башында кинәт кенә көлгән тауыш ишетелде. Һөҙәк һуҡмаҡтан причалға табан бер төркөм ҡыҙ-ҡырҡын төшөп килә ине. Аллы-гөллө күлдәктәр кейгәндәр, ҡулдарына сөмкә-төйөнсөктәр һәм фонарь, багор һымаҡ һал ағыҙыу ҡорамалдары тотҡандар. Аяҡтарына ыҡсым кирза итек кейгән, ҡара юбкалы бер йәш ҡыҙ алдан килә. Йөктәре ауыр булһа ла, шәп атлайҙар, көлөшә-көлөшә һөйләшәләр. Ҡыҙҙар, палубаға күтәрелеп, әйберҙәрен урынлаштырҙылар.

– Капитанға сәләм! – Ҡара юбка кейгән ҡыҙ, муйылдай күҙҙәрен йылтыратып, Сәлим ҡаршыһына килеп баҫты.

– Мин капитан түгел, – тине Сәлим. Һәм, күҙҙәрен тултырып, ҡыҙҙың килешле буй-һынына ҡараны. Ҡариҙел буйҙарында һутланып үҫеп ултырған зифа буйлы ҡамышҡа оҡшатты ул уны, ә күҙҙәренең ҡаралығын алыҫтағы тауҙарҙа тимгелләнеп күренгән серле ҡарурман төҫөнә тиңләштерҙе.

– Оҙаҡ текләп ҡарама улай – күҙҙәрең ҡарайыр, – тине ҡыҙ, һаман көлөмһөрәп.

– Ә мин ҡарамайымсы, – тигән булды егет.

– Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле! Егетебеҙ алма кеүек ҡыҙарҙы!

– Өҙөп ҡабаһы ғына ҡалды!

– Дания, нығыраҡ оялт!

– Их һин... капитан!.. – тип, Сәлимдең маңлай сәсенән йомшаҡ ҡына түбән тартты Дания һәм, ҡырт боролоп, иптәштәре яғына китте.

Төштән һуң һалды оҙон юлға әҙерләй башланылар.

Дания тайғаҡ һал өҫтөндә ҡош кеүек осоп йөрөй. Бәйҙән ысҡынып аунаҡлап ятҡан бүрәнәләрҙе ул багорын ирҙәрсә таһыллы ҡаҙап һөйрәп ала ла тимер сыбыҡ менән нығытып бәйләп ҡуя. Иптәштәренең ҡаушап ҡалыуҙарын күрһә, һиҙҙертмәй генә кәңәш бирә. Ҡайһы ваҡыт ул үҙен күҙәткән Сәлимгә күтәрелеп ҡарай, ынйы тештәрен йылтыратып йылмая.

Бына ул туҡтап, маңлай тирҙәрен һөрттө. Аҙыраҡ уйланып торғас, кәзәкейен сисеп, бүрәнә өҫтөнә ырғытты. Ҡыҙҙың тәүге ҡарҙай ап-аҡ кофтаһы өҫтөнән көҙгө төндәй ҡарайып һуҙылған оҙон, ҡалын сәс толомдары Сәлимде хайран итте. «Ниндәй һыуҙарҙа йыуып, ниндәй тараҡтар менән тарап үҫтерҙең икән уларҙы, һылыу ғынам?» – тип уйланы ул, һоҡланып. Барып шул йомшаҡ толомдарҙы һыйпағыһы, устары менән битенә ҡыҫып оҙаҡ-оҙаҡ тилереп ултырғыһы килде. Уның теҙгенһеҙ уйҙарын Дания ла һиҙҙе, буғай, уңайһыҙланып:

– Хәҙер эшләргә лә була, – тип йылмайҙы ла аунаҡлаусы бүрәнәләр буйлап йүгерә-һикерә тростар яғына китте.

Ниндәйҙер сихри көс Сәлимде урынынан ҡуҙғатты. Һылыу ҡыҙға йөрәгендәге бик кәрәкле, бик ҡәҙерле бер һүҙҙе әйтергә теләне, ләкин:

– Дания... – тиеүҙән башҡаға етмәне хәле. Әммә һалсылар ишетеп ҡалды шикелле. Ауыҙы йырыҡ шаталаҡ бер ҡыҙ, башҡаларға ла ишетелерлек итеп ҡысҡырып:

– Һин әйтмәһәң дә, ул үҙенең Дания икәнен белә, һәй бешмәгән! – тине. Сәлим тертләп артҡа сигенде.

– Артыңды абайлап баҫ, капитан, юғиһә Данияға үҙеңде, багор тығып, һыу төбөнән эҙләргә тура килер! – тип ҡаптырҙы икенсеһе. Дания үҙе иһә, егеттән күҙен алмай, көлөмһөрәп тора ине.

– Их! – тип ҡул һелтәне Сәлим һәм, йөрәгенең селпәрәмә килеүен тойған хәлдә, һалмаҡ аҙымдар менән атлап теплоходына үтте.

* * *

Иртән көн ҡояшлы, тымыҡ булып килде. Вахтанан бушаусылар һыу инергә кереште. Сәлим, ҡолас ташлап йөҙә-йөҙә, усаҡ төтөнө бормасланған һал башына барҙы.

– Әйҙүк, әйҙүк, ярҙамсы! Үҙеңде һал өйрәһе ашарға саҡырырға ғына тора инек әле, ярай, килеп еттең! – тип ҡаршыланы кисәге әсе телле ҡыҙ.

– Төклө аяғығыҙ менән, капитан! – тип йылмайҙы Дания һәм, һыуҙан сығырға булышып, егеткә ҡул бирҙе. Һал өҫтөнә менгәс тә, ҡулдарын ысҡындырмай, онотолоп торҙолар.

– Ниңә ҡатып ҡалдығыҙ, һөйләшергә һүҙегеҙ юҡмы әллә? – тинеләр. Сәлим ни әйтергә лә белмәне, ҡыҙарынды. Ни тиһә лә, һалсы ҡыҙҙар эләктереп алып, көлкөгә һалыштырырҙар кеүек ине.

– Капитан, ниңә моңайҙың улай? Яҡыныраҡ кил, күргәндәй булайыҡ! – тип сыулашты усаҡ янындағылар. Сәлим, теләмәй генә, Данияның ҡулын ысҡындырҙы. Үҙенең ярымяланғас булыуынан уңайһыҙланып, һалсылар янына килде.

– Бригадирыбыҙҙы сихырланыңмы әллә, егет? Һине күргәненән биреле, бүтән кешегә әүерелде. Көнө-төнө теплоход яғынан күҙен алмай, – тине береһе.

– Ҡуйығыҙсы әле шул тоҙһоҙ мәҙәктәрегеҙҙе! – Дания, ҡыҙарынып, ситкә боролдо.

Табынға ултырышҡас та әле Сәлим менән булышыуҙарын ҡуйманылар:

– Ашарға тора, ти, ҡала кешеһе һинең үлән-мүләндән бешергән ашыңды! – тиештеләр, ашнаҡсы уға аш һалғанда.

– Ниңә, ҡуҙғалаҡ турап бешергән аш телеңде йоторлоҡ була ул. Унан килеп, мин үҙем дә ауылда үҫкән егет бит, – тине Сәлим, ҡалағын төпкәрәк сумырып.

Ҡояш күтәрелеп, нығыраҡ ҡыҙҙара башланы. Яр башында үҫкән талдарҙың япраҡтары, эҫегә бөршәйеп, һирәкләнгәндәй булдылар. Сәлим менән Дания, бүрәнәләр өҫтөнән йүгереп барып, һыуға һикерҙеләр ҙә гәлсәр тамсылар сәсрәтеп йөҙөп киттеләр, һалдың урта тәңгәленә килеп еткәс, сумып-сумып, «өйрәк ҡыуыш» уйнанылар. Дания бик оҫта сума, әллә күпме һыу аҫтында ҡала ала. Дөрөҫөн әйткәндә, Сәлим уны ҡыуа-ҡыуа арыны. Икеһенең дә күңеле күтәренке, ҡыуанышып көлөүҙәренән яр буйҙары яңғырап тора.

Уйнай торғас, һал өҫтөнә менгәндәрен дә һиҙмәй ҡалдылар. Бына Дания: «Тота алмайһың, тота алмайһың!» – тип ҡысҡырып, бүрәнәләр өҫтөнән ҡоштай оса. Сәлим: «Тотам, барыбер тотам!» – тип эҙәрлекләй уны. Тик егеттең һалда йөрөп күнекмәгән табандары тая, бүрәнәләр аунаҡлап киткәндә, ул саҡ-саҡ йығылмай ҡала.

Ниһайәт, ҡыҙға яҡынлай Сәлим: Дания, әллә юрамал инде, һикереп сыға алмаҫлыҡ бер буш аралыҡҡа етеп туҡтаған.

– Әһә, эләктең! – тип тантана итә Сәлим, ҡыҙҙы ҡайнар ҡосағына алмаҡ булып ынтыла. Әммә Дания, көмөш балыҡ кеүек шыуып, уның ҡулдары аҫтынан сығып ҡаса. Күп көс һалғандан һуң ғына тотоп ала Сәлим уны. Ҡыҙҙың ҡайнар ҡулдарын ҡыҫып услаған килеш, күҙҙәрен бәхетле йомоп, йылмая. «Ошолай ҡулға-ҡул тотошоп, тормошта ла мәңге-мәңге бергә бараһы ине!» – тип хыяллана.

* * *

Павловка гидроэлектростанцияһын уҙғас, көндәр боҙола башланы. Күкте ҡара болот япты, төньяҡтан көслө ел иҫте. Ҡариҙел өҫтөндә бейек тулҡындар ҡабарышты. Һалды тартып барыу теплоходҡа ҡыйынлашҡандан-ҡыйынлашты. Бер яман шаршыға яҡынлағас, кешеләрҙең борсоулы хәрәкәтен күреп, һалға төштө Сәлим. Авария була ҡалһа, ташларға тип, якорҙәрҙе йәтешләнеләр. Кәмәнең һыуын түгеп әҙер иттеләр.

Бына ел, һалдың башын этәреп, яр ситендәге эре таштар өҫтөнә һуҡты. Ҡойроҡ иһә, йылға ағышына буйһоноп, алға этәрә ине һаман. Ҡара-ҡаршы йүнәлгән көстән кәшмәләр төкәлешеп, йыуан-йыуан ҡарағай бүрәнәләр шырпы һымаҡ шыртлап һындылар, кинәт, йәнләнгәндәй, ҡотороноп бер-береһенең өҫтөнә өйөлөштөләр. Һалсылар ашығып һыуға якорь төшөрҙө. Якорҙең тарбаҡ тештәре һыу төбөнә ныҡлы ҡаҙалғас ҡына, һал үҙенең ҡоторонҡо хәрәкәтен туҡтатты, үлтерелгән оҙон йыландай һуҙылып, яр ситенә һырышты. Кис булып китте, ҡойоп эре күҙле ямғыр яуырға тотондо. Теплоход прожекторы менән һал өҫтөн яҡтыртып, бөтә команда аварияны төҙәтергә ташланды.

Билдән һыу кисеп эшләнеләр. Барһы ла лыс-һыу булып күшекте. Ләкин, эш ҡыҙыуында янып, өшөү һиҙелмәй ине. Йәнәшә тороп эшләһәләр ҙә, Сәлим Данияға ауыҙ асып һүҙ ҙә ҡата алманы.

Төн уртаһы еткәс кенә, һалды ипкә килтереп, ялға туҡтанылар. Сәлим, аяҡтарын саҡ күтәреп атлап, һалсыларҙың ҡыуышына инде. Аяҡ кейемдәрен һалып та тормҫтан, мөйөштәге бер мендәргә ҡоланы – ниңәлер башы әйләнә ине. Күҙ ҡабаҡтары үҙенән-үҙе йомолдо, ауыр төштәр күреп йоҡоға талды. Имеш, ауырый ул, башы осонда әсәһе һаҡлап ултыра. Йомшаҡ ҡулын уның маңлайына баҫып: «Балам, сирләйһеңме әллә?» – ти. «Эйе, әсәй, ауырып киттемсе», – тип әйтергә итә, ләкин теле көрмәлеп, өнө сыҡмай. Әсәһе йомшаҡ ҡына итеп яурынынан һелкә. Борсолоп: «Сәлим, Сәлим, уян инде!» – ти. Сәлим көскә күҙҙәрен аса...

Ысынлап та, берәү бар башы осонда. Сәлим, йөрәге жыу итеп, йәһәт тороп ултырҙы.

– Дания, һинме был? – Ҡыҙҙың дымлы ҡулын тотоп ирендәренә ҡыҫты.

– Ботинкаңды һал, киптерергә эләйем. Салбар балаҡтарыңды ла һығырға кәрәк, – тине Дания, нәҡ өйөндә эш бөтөргәндәй, ябай ғына.

Сәлим еүеш кейемдәрен һалып бирҙе. Ҡыҙ уға йомшаҡ одеял бөркәндерҙе, үҙе кейемдәрҙе күтәреп сығып китте. Байтаҡ ваҡыт үткәс, һаҡ ҡына атлап, ҡабат инде ул. Эргәһенә сүгәләп:

– Сәлим, йоҡламайһыңмы? – тип һораны. Егет, ятҡан килеш, уны һығылмалы биленән ҡосаҡланы, үҙенә табан тартты.

– Шашма, сәйҙе түктертәһең! – тип бышылданы Дания, уның ҡулдарын йомшаҡ ҡына этәрҙе. – Өҫ-башың кипте инде. Кейенеп ал да сәй эсербеҙ, – тине. Дания ҡулынан, сәй генә түгел, ағыу эсергә лә әҙер ине ул. Бер көрөшкәнән алмаш-тилмәш һемереп, йылынып алдылар.

– Ҡыҙҙар ни эшләй? – тип белеште Сәлим.

– Усаҡ эргәһендә кибенеп ултыралар.

Аҙыраҡ тын ҡалдылар. Дания, сығып китергә йыйынып, ҡалҡынырға иткәйне, Сәлим, ашығып, уны ҡулынан тотто, үҙәген өҙөлдөртөп:

– Китмә... – тип үтенде. Ҡыҙ, аҙ ғына икеләнеп торғас, кире ултырҙы. Бер-береһенең йөрәк ҡағышын ишеттеләр.

– Дания, мин... мин... Һиңә бер һүҙ әйтергә теләйем, – тине егет, йөрәге сығып китерҙәй тулҡынланып. – Дания, һин ер йөҙөндәге иң һылыу ҡыҙһың.

– Ой, шулай уҡмы икән ни? – Күңелле итеп ҡысҡырып көлдө. – Ер йөҙөндә ҡыҙҙар күп бит ул!

– Күктә лә йондоҙҙар күп, ләкин Зөһрә йондоҙо берәү генә, – тине Сәлим.

– Кемгә нисек бит. Берәүҙәрҙең күҙенә биш-алты Зөһрә салыныуы ла мөмкин...

– Күҙҙәрем тонмаған, Дания. Йондоҙом минең берәү генә, ул – һин! – Үҙенең ҡайнар һулышынан быуылып, ҡыҙҙы ҡосаҡларға ҡулдарын һуҙҙы. Дания этәреп ебәрҙе, ҡапыл урынынан торҙо:

– Сәлим, Сәлим, – тине ул, үпкәләргә иткән егеттең маңлай сәсенән һыйпап, – ысыҡлы ғына тойғо түгелме икән был? Ҡояш ҡыҙҙырыр, ысыҡтар осоп китер...

– Нисек итеп кенә аңлатайым икән һуң? – Ҡыҙҙың ҡараңғыла ҡыуыш ишегенән төшкән усаҡ ипкенендә бәләкәс кенә ҡуҙ киҫәктәре һымаҡ йылтыраған күҙҙәренә бағып өҙәләнде Сәлим. – Ышан, Дания, ышан, минең мөхәббәтемде мең ҡояштар менән дә ҡыҙҙырып осорторлоҡ түгел. Һинең өсөн йәнемде бирергә әҙер, тик аңла мине! Һин дә ризалығыңды бир!

– Уф... Хәҙергә мин бер ни ҙә әйтә алмайым, Сәлим. Көҙгә тиклем уйла әле, уйлайыҡ... бәлки, һүрелерһең. Ә һүрелмәһәң... ысын йондоҙҙар бер-береһен ҡараңғы төн аша ла табышырҙар.

– Дания, туҡта... – Сәлим, йөрәге дөп-дөп тибеп һурылып сығып барғандай тойоп, ҡыҙҙың ҡулын, үҙе лә һиҙмәҫтән, ауырттырып ҡуш услап тотто.

– Эй тиле, тиле, – тине Дания һәм көтмәгәндә яндырып егеттең ирендәренән үпте. Сәлимдең бөтә тәне буйлап ут йүгерҙе, ул, ташып сыҡҡан сикһеҙ бәхетенән күҙҙәрен йомған хәлдә, ҡыҙҙың ҡайнар маңлайын һәм яңаҡтарын, шалҡан кеүек тығыҙ муйынын ҡотороп үбә башланы.

– Етте, Сәлим, етте... – тип бышылданы Дания, эҫе һулышы менән егеттең битен бешереп. – Кәрәкмәй, Сәлим!.. – Һәм атылып сығып китте ҡыуыштан.

* * *

Ошонан һуң Данияның бригадаһы Сәлимдәр теплоходына беркетелмәне. Шулай ҙа уны ара-тирә күргеләп йөрөнө егет. Ләкин теге көндәрҙәге кеүек күҙгә-күҙ текләшеп һөйләшеүҙәр теймәй ине инде уларға, икеһе ике судно палубаһында торған килеш, алыҫтан ҡул болғашып ҡына үтәләр ине. Бындай минуттарҙа егет йөрәген һағыш уты әсеттерә, хатта, навигация бөтөүен дә көтмәй, эште ташлап, Данияны эҙләргә сығып китәйемме икән, тип елкенеп тә ҡуя торғайны ул.

Ни булһа ла булды, һағынысын, моң-зарын эсенә төйнәп, түҙеп йөрөнө егет...

* * *

...Өфө пристанендә тора инеләр, Сәлим, кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн, дебаркадерға сыҡҡайны, бер таныш егетен осратты. Икенсе бер теплоходта эшләй ине ул. Һалсылар бригадаһы күптәргә таныш булғанлыҡтан, Сәлим ул егеттән Дания хаҡында һорашты.

– Яңы ғына күрҙем әле мин уны, – тине тегеһе, көтмәгәндә, – ресторанда типтереп ултыралар ине.

– Кем менән?

– Билдәле инде кем менән икәне. Йөрөгән егете менән. Ул хәҙер бер штурман менән крутить итә бит.

Сәлимдең төҫө ҡасты:

– Шыттырма! Шаяра белмәй шаяраһың.

– Икмәк тотоп ант итә алам. Ышанмаһаң, ана тора ресторан – үҙең инеп күр!

Сәлим, бошоноп, пристань буйынса китте. Ресторанға инеп барышлай, арылы-биреле йөрөүсе пассажирҙар араһынан бер таныш ҡатын-ҡыҙ тауышы салынды ҡолағына һәм, ирекһеҙҙән, һағайып туҡтап ҡалды. Күмәк кешеләр өҫтөнән ҡарашын йүгертеп, тауыш хужаһын эҙләне. Причал буйында, йылғасылар формаһы кейгән бер мыҡты егет менән ҡултыҡлашҡан хәлдә, шат йылмайып һөйләшә-һөйләшә Дания килә ине! Егетенең шоморт ҡара сәсле, ҡара ҡашлы сибәр йөҙөн, Данияны үҙ кәүҙәһенә ҡыҫып ҡултыҡлап тотҡан көслө беләген күргәс, Сәлимдең йөрәгенә төшкән шик ҡапыл ысынбарлыҡ булып нығынды. Көнсөллөк ағыуы көллө ҡан тамырҙарын көйҙөрөп үтте. «Ах Дания, Дания! Исмаһам, был кавалерың менән күҙҙәремә күренмәһәңсе!..» – тип ғазапланып, ни эшләргә белмәй, өнһөҙ уттарҙа янды.

Тегеләр, бер ни һиҙмәй, бер көйө яй ғына атлап барҙылар, үс иткәндәй, шат көлөшөп, үҙ-ара шаярыштылар. Ә Дания егеткә шулай яҡын һырышҡан, хатта маңлайы менән уның фуражкаһына тейеп-тейеп үк ҡуя ине. Бына магазинға табан боролдолар, Сәлим, төҫө ҡасып, уларға тап булмаҫ өсөн ситкә тайпылды. Тик Дания күреп алғайны инде, егетен ҡулынан һөйрәп ашыҡтыра-ашыҡтыра, тура Сәлим янына килә ине.

– Сәлим! Һаумы, Сәлим! – Алыҫтан уҡ шатланып өндәште Дания. Иҫ китерлек һис бер нәмә булмағандай: – Таныш булығыҙ... – тип, Сәлимгә шул юлдашының ҡулын тотторорға итте. Ләкин Сәлим артҡа сикте, һалҡын боҙ киҫәгеләй, иғтибарһыҙ ҡатып ҡалды.

– Ни булды һиңә, Сәлим? Ниңә өндәшмәйһең? – тине Дания, албырғанып.

– Их һин... Их һин... – тине Сәлим, күҙҙәренән бытлыҡҡан йәште күрһәтмәҫкә тырышып. – Ярай инде, бәхетле бул. Йондоҙоңдо һин бүтән ҡибланан тапҡанһың икән... – Данияға арҡаһы менән боролоп, ғазапланып һөйләнде: – һүнде, һүнде минең Зөһрә йондоҙом... – Ҡырт боролдо ла, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап, порт яғына олаҡты.

– Сәлим, туҡта! Сәлим! – Артынан ҡулдарын һуҙып, үкһегәндәй йөрәкһеп ҡалды Дания...

* * *

Сәлим, ауырыу кеше шикелле, тәнтерәкләп ҡайтты теплоходҡа. Каютаның тимер ишеген шартлата ябып, койкаһына йөҙтүбән ҡапланды.

Шул килеш оҙаҡ ҡыймылдамай ятты ул. Сылт-сылт итеп стена сәғәте генә тауышлана ла асыҡ иллюминатор артында ваҡ тулҡындар супылдай ине. Ул үҙен донъяла бер кемһеҙ ҡалған етем малай итеп тойҙо...

Сәлим баяғы «көндәш»ен икенсе рейсҡа барғанда туҡталыштарҙың береһендә осратты. Ул, ысынлап та, пассажир пароходында штурман булып эшләй икән. Сәлимде тәү күреүҙән үк таныны, баш һелкеп иҫәнләште. Сәлимдең өндәшмәй ситкә ҡарап тороуын күргәс, ихлас Ғәжәпләнде:

– Бик ҡырыҫ егет икәнһең һин, әй. Гел өтөрәйеп йөрөйһөң.

– Өтөрәйерһең дә шул, әгәр аңғармаҫтан йөрәгеңде һурып алһалар! – тине Сәлим.

– Һөйләшеү тоныңа ҡарағанда, йөрәгең һурылғанға оҡшамай. Хәйер, һиндә, бәлки, ике йөрәк булғандыр. Һәр һөйәркә өсөн бер йөрәк...

Сәлим, нәфрәтләнеп, штурманға яҡынлашты:

– Һин, иптәш, ипләберәк һөйлән. Әгәр Данияны ла шундай запас йөрәк һөйәркәһенә әүерелдерергә ниәтең булһа, бынан ары миңә осрамаҫҡа тырыш!

– Кәңәшең өсөн рәхмәт... Бындай грубияндың кәңәшен бик ҡәнәғәтләнеп боҙор инем дә... Йә, ярай... Таныш булайыҡ, бына минең хәләл ефетем. – Штурман пароход палубаһында сигеү сигеп ултырған көләс йөҙлө йәш ханымды күрһәттие. – Ә Дания – бер туған һеңлем ул минең!

Сәлим тәүҙә, телен йотҡандай, ауыҙ асып һүҙ әйтә алмай торҙо. Штурмандың һүҙҙәре уның күңеленә ҡурғаштай батып төштөләр ҙә йөрәген йәнсенеләр. Шатлыҡ та, һыҙлау ҙа бар ине бер юлы.

– Ҡайҙа һуң Дания үҙе, һеҙҙең менәнме? – тип ашығып, өмөтләнеп һораны. Ә тегеһе уға хөкөм итеүсән ҡараш ташланы:

– Уны, егет, миңә ҡарағанда ла һин яҡшыраҡ беләһеңдер. Теге көндә ул, Өфөнән минең менән бергә ҡайтмаҡ булып йыйынғайны. Һине күргәс, бөтәһен онотто. Юл ыңғайы тура килгән бер алама катерға ултырып, һинең теплоходыңды ҡыуалатып китте. Һин уның һүҙҙәрен ҡолағыңа ла элмәнең, ә ул... Бына нисек бит ул донъя! – тип баш сайҡаны ул.

– Рәхмәт... рәхмәт... иптәш... – Үҙ тауышын ишетмәй һөйләнде Сәлим, сөнки зиһене был минутта уны ташлап әллә ҡайҙарҙа гиҙҙе...

* * *

«Ах, мин ахмаҡ! Ах, мин тиле бүре! Нисек ҡыйып Дания тураһында улай уйланым икән? Йәйғор һымаҡ саф күңелле гүзәл ҡыҙға нисек ҡыйып тап төшөрҙөм икән? Хәҙер мине, һуҙып ятҡырып, шыйыҡ сыбыҡ менән һыҙырыр әҙәм юҡ. Түҙ, Даниям, түҙ, һылыуым, мин һиңә барып еткәнсе түҙ! Аяҡтарыңа йығылып ғәфү үтенермен. Арабыҙҙы ун сәғәтлек һыу юлы ғына айыра. Ни бары ун сәғәтлек!..»

«Салауат Юлаев» теплоходы, ашығып-ашығып, ҙур ҡуласалары менән тығыҙ һыуҙы ишә, аҡ күбектәр, болғанышып, корма артына йүгерә, ә Сәлим, судно морононда шыҡайып тороп, шул уйҙары утында янып бара.

Йылға үҙәненән иҫкән дымлы ел уның бушлат салғыйҙарын йолоҡҡолай, сәстәрен туҙғыта, асыҡ түшенә һуғылып, тәнен һалҡын һулышы менән сорнай. Ләкин Сәлим иғтибарһыҙ, уның йөрәк кисерештәре көслөрәк.

Йүрүҙән пристаненә иҫерек шикелле сайҡала-сайҡала төштө, һаман аяғөҫтө йөрөп, керпек ҡаҡмай үткәргән төн хәлен алғайны тамам. Ҡайҙа барып һуғылырға ла белмәгәс, һыу ситендә һал бәйләүсе эшселәр эргәһенә килде. Бында һәр кем ҡыҙып эшләй, һүҙ ҡатырлыҡ, һөйләшерлек тә әмәл юҡ. Ҡыйыуһыҙланып, уңай килеүен көттө.

Бәхеткә ҡаршы, элек Дания бригадаһында эшләгән таныш ҡыҙ осраны.

– Һеңлем, Данияны нисек табырға икән? – тип шатланып өндәште Сәлим. Ҡыҙ уға, ҡапыл аҡылдан яҙған әҙәмде күргәндәй, сәйерһенеп ҡарап алды:

– Дания, бәлки, был донъяла юҡтыр ҙа инде, егет...

– Туҡтағыҙ, бер минутҡа ғына туҡтағыҙ! Ни тигән һүҙ был? – Үҙ-үҙен белештермәй, ҡыҙҙың артынан ташланды. Бүрәнә тип баҫҡаны ҡабыҡ булып, тубығынаса һыуға батты. Ҡарап торған эшселәр көлөштөләр.

Ҡыҙ, уны йәлләп, ахыры, туҡталды, тиҙ-тиҙ һөйләп бирҙе:

– Больницала хәҙер Дания. Ул, катерға ултырып Өфөнән ҡайтып килешләй, һалҡын елдә өшөп, йылыныу өсөн машина бүлегенә ингән. Толомдарының ниндәйлеген үҙең беләһең бит. Эйелгәне ыңғайы, сәсе тәгәрмәскә уралып киткән бахырҙың... Больницаға һушһыҙ хәлендә алып киткәндәр...

Сәлим, күҙ йәштәрен йотоп, оло юлға сыҡты, тура килгән бер йөк машинаһына эләгеп, район үҙәгенә килде. Дауаханаға инер алдынан ул алма, аҡ ландыш сәскәләре һатып алды. Сәскәләр, яңы ғына өҙөлгән, шундай аҡ һәм пак – таждарына ҡунған һалҡын ысыҡ тамсылары саф күҙ йәштәренә оҡшап мөлдөрәй. Дания ла тап шул ысыҡ тамсыларылай саф, сәскәләрҙәй күркәм булып тойолдо йөрәгендә. Яғымлы йылмайыуы, йылы күҙ ҡараштары төҫмөрләнде алдында. Хәҙер ул, ҡаты һыҙланып, аҡ простыняла яталыр. Бәлки, уны уйлай торғандыр...

Бер ваҡыт ул шундай оҙон толомдарын ҡырҡырға теләгәйне. Сәлим, ялынып, уны был саранан саҡ тотоп ҡалды. «Минең өсөн һаҡла һин уларҙы», – тигәйне... Ниңә ҡарышты икән?..

Йөрәге ҡалтыранып, регистратураға керҙе:

– Мостафина Данияны күрергә мөмкинме?

– Мостафина? – Аҡ халатлы ҡыҙ кенәгә биттәрен иренеп кенә аҡтарҙы. – Башы яраланып килгән ҡыҙмы? «Мостафина Дания, сәғәт һигеҙ ноль-ноль, самолетта Өфө клиникаһына оҙатылды», тип уҡыны. Сәлим ҡапыл, теҙ быуындарының бәлкелдәүен тойоп, эскәмйәгә сүгәләне:

– Хәле нисек ине һуң?

– Хәле ауыр ине... – тине ишек төбөндә тыңлап торған икенсе бер аҡ халатлы. – Йәл, аҙыраҡ ҡына һуңланығыҙ.

Сәлим, башын түбән эйеп, йылға буйына төштө.

Ҡариҙел һүлпән генә һаман алға ынтыла, уның тоноҡ-шыма йөҙөндә ҡайғы ла, ҡыуаныс та юҡ. Нәүбәттәге пароходты көтөргә лә көтөргә ине әле. Текә ярҙан аяҡтарын һалындырып ултырып, һыуға текләне Сәлим.

Ҡулындағы аҡ ландыштар баштарын бөгөп һулыны, үҙ бәхете һулый төҫлө күренде уға.

Шәлкемдән бер-бер артлы йолҡоп, сәскәләрҙе һыуға ырғыта башланы, улар тыныс ҡына ағып киттеләр. Егет, киске пароходты көтөп, бер ҡайҙа ла бармайынса, ошонда ултырырға ҡарар итте: хәҙер бөтә өмөтө, бөтә ышанысы йылға өҫтөнә уҡталған – бына-бына унда мөғжизә тыуыр, оҙон толомдарын ҡайырып һалған һылыуҡайы ҡосаҡтарын йәйеп уға талпыныр кеүек ине...

Йыһат СОЛТАНОВ.

Сәнкем-Биктимер, 09.06.1957.

Читайте нас