Бөтә яңылыҡтар

Яратып та ҡауыша алмайҙар

Булған хәл. 

Айрат менән Дилбәр икеһе лә бер ауылда тыуып үҫәләр. Мәктәп партаһында уҡ бер-береһен яҡын күреп дуҫлашып йөрөйҙәр. Икеһенең дә ата-әсәләре ябай совхоз эшселәре. Айрат бәләкәйҙән мал яратып үҫә шуға киләсәген тыуған ауылында күрә. Мәктәпте бөткәс совхозда водитель булып эшләй башлай.  Дилбәр уҡытыусы һөнәрен үҙ итә, шуға ҡалаға педучилещеға уҡырға инә. Уйы уҡып бөткәс тыуған ауылына ҡайтып балаларға белем биреү.

Аҙна һайын тиерлек ҡыҙ ауылға ҡайтып йөрөй, ике йәш йөрәк киләсәккә матур пландар ҡора. Айратты армияға оҙатҡанда вәғәҙәһен дә биреп ҡала Дилбәр. Ауылда бар халыҡ белә ине был икәүҙе, уларҙың бергә ғаилә ҡороуҙарына бер кемдең дә шиге юҡ. Ике яҡтың ата-әсәһе лә ҡаршы түгел, барыһы ла тик ыңғай ғына бара. Ике йәш йөрәкте бер-береһенә яҙған хатта тағы ла нығыраҡ берләштерә. Тел менән әйтә алмаған һүҙҙәрен ҡағыҙ биттәренә төшөрәләр.

Хат ташыусы сираттағы гәзит-журналдарҙы килтергәндә Дилбәрҙең бер туған һеңлеһе Гөлназ урамда була һәм гәзиттәрҙе ул ала. Ҡараһа апаһына исемләнгән хат бар, ҡыҙыҡһыныуы көслө була шул, хатты ипләп кенә асып уҡый ҙа кире йәбештереп ҡуя. Шунан күп тә уйлап тормай яуап яҙа Гөлназ. Уйында бер ниндәй ҙә насарлыҡ булмай уның. «Буласаҡ еҙнәм бит, мин уға балдыҙ булам,» - тип уйлай шул.

Айрат хатты алғас буласаҡ балдыҙына яуап яҙа, егеттең дә уйында бер ниндәй алама уй булмай. Тик Гөлназға яҙған яуапты Дилбәр ала шул, конверт тышында таныш яҙыу, тик ниңәлер уға түгел, ә һеңлеһенә яҙылған. Тәненә һалҡын һыу һибәләр меней, күҙ алдары ҡараңғылана, ҡалтырай ҡалтырай хатты асып уҡый. Шунан һеңле менән апай араһында аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килә. Гөлназ ни тиклем генә апаһына аңлатырға тырышһа ла Дилбәр ишетергә лә теләмәй.

«Үҙең сығырһың, мин дә үҙемә кейәү табырмын әле» - тип ярһый Дилбәр. Айрат та әрме хеҙмәтендә үҙенә урын тапмай, аңлатып хаттар яҙа, тик Дилбәрҙән бер генә хат ала, унда «Кемдән кемдән яҡын кешеләремдән быны көтмәгәйнем» - тигән һүҙҙәр була.

Июнь айы етә, совхоз һабантуйы гөрләй. Һабантуй көнө ҡайтҡанға күрә туп-тура байрам барған яланға төшә һалдат. Гөлназ күреп ҡалып Айраттан ғәфү үтенә, үҙен ғәйепле һанай.

«Апайыма күпме аңлатһам да ишетергә лә теләмәне, мин генә ғәйепле» - тип үкһеп илай ул. Шунан күҙле йәштәрен һөртөп «Апайым асыу-ярһыу икенсегә кейәүгә сыға, киләһе аҙна туй» - тип тә өҫтәй.

Бына шулай бер шаярыу хаты ошондай ваҡиғаларға килтерә. Хәҙерге көндә икеһе лә үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Дилбәр икенсе ауылда, Айрат тыуған ауылынды көн күрәләр. Тик йәшлектәге мөхәббәттәре уларҙы ғүмере буйы оҙата бара.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас