Бөтә яңылыҡтар

КИТЕК АЙ

Бәйән

1

Әмирйән менән Фәйрүзә бөгөн урман буйынан тере бала табып алып ҡайттылар...

Иртә таңдан күңелдәре тынғыһыҙланып уянған ине, шуға булған икән. Бындай саҡта улар, икәү бергә, тирә-яҡты йөрөштөрөп ҡайталар. Ял көнө бит. Эш көнө булһа ла сығып китерҙәр ине. Ә хәҙер улар икеһе лә хаҡлы ялда. Химияла эшләп, йәп-йәш килеш ялға сыҡтылар, пенсияһын да һәйбәт кенә алалар. Тик бына...

Тәбиғәттең, урмандың мәрхәмәте ҙур. Ни тиклем йөрөһәң дә, ни тиклем йыуанһаң да була. Ә быға бик тә мохтаж ине был ике кешенең күңеле. Һуңғы ярты йылда ныҡ борсолдолар, ныҡ ҡартайҙылар улар. Әлеге лә баяғы шул ҡыҙҙары Гөлнара арҡаһында инде. Нәҡ алты ай элек, ата-әсәһе менән араны өҙөп, пыр туҙынып сығып киткән ине, һаман ҡайтып күренгәне юҡ әле. Ошо уҡ ҡалала йәшәй юғиһә. Кемдәрҙеңдер күҙенә салына, ҡолағына ишетелә үҙе... Тик уның ҡайҙалығын, нишләп йөрөүен теүәл генә бер кем дә әйтә алмай. Ниндәйҙер ир заты менән күрәләр. «Бик бәхетле кешеләр кеүек ҡосаҡлашып, һыйынышып торалар ине», – тигәндәре бар. Бәхетле лә булғас, Әмирйән менән Фәйрүзә бик борсолманылар. Ата-әсә менән йәшәү мотлаҡ түгел дәһә, ә бына бәхетле ғүмер итеү – һәр кем өсөн дә мотлаҡ шарт...

Ни өсөн асыуланыштылар тиһең. Һуңға ҡалып ҡайта башланы Гөлнаралары. Бер көндө бөтөнләй ҙә ҡайтманы. Иртә таң менән шарап еҫтәре аңҡытып, затлы тәмәке төтөнө бөркөп ҡайтып кермәһенме берҙән-бер ҡыҙҙары. Әмирйән былай ҙа саҡ ҡына торған түҙемлеген тамам юйҙы, мәңге сабыр Фәйрүзә лә тыйылып ҡала алманы. Бала кешегә шул етә ҡалды. Гөлнара, күңел рәнйеше менән үпкәләп, түшәгенә ҡапланып ятты ла мендәрен төйә-төйә ҡабатлай башланы:

– Китәм, китәм!.. Барыбер китәм! Һеҙҙең төрмәлә ятмайым!.. Минең һөйәһем, һөйөләһем килә! Китәм, бөгөн үк китәм!

Бына хикмәт нимәлә икән!

Әмирйән дә, Фәйрүзә лә һөйөү-мөхәббәткә ҡаршы түгел ул. Һөйһөн, бәхетле булһын. Тик... былай түгел бит инде. Ҡайҙалыр төн ҡунып, шарап һемереп йөрөп мөхәббәттең сафлығына, игелегенә ирешеп булмайҙыр ул. Гөлнара ла бала-саға түгел түгелен. Бының менән килешергә була. Ай-һай, Әмирйән менән Фәйрүзә уға һаман да ата-әсә бит әле. Бының менән дә килешмәй булмай. Ата-әсә хаҡы – Аллаһы Тәғәлә хаҡы. Был хәҡиҡәтте ҡайҙа ҡуяһың?!

Гөлнара, һикереп тороп, ишектән бәрелә-һуғыла сығып киткәс кенә аңдарына килделәр.

– Атаһы, артыҡ ҡаты ла әйтәһең инде. – Беренсе булып Фәйрүзәнең теле асылды.

– Әйтмәҫлекме ни, Фәйрүзә, ҡайҙалыр юғалып йөрөй башланы бит. Ғүмерҙә лә булмағанса, араҡы еҫе килә. Был инде һис тә йүнлелеккә илтмәй...

– Ай, Аллам, әллә нимә булды уның менән, әллә нимә булды...

– Ни булһын, берәрһе менән бәйләнгәндер.

– Береһенә ғашиҡ булған, күрәһең, ана бит нисек өҙгөләнә, «һөйәһем килә» ти...

– Ниндәй һөйөү ул, ә, ата-әсә һүҙен атлап сыҡҡас? Йә, әйт, Фәйрүзә, ниндәй мөхәббәт был? Һөйөү түгел ул! Әллә нимә булған уға, әллә ниндәй сихыр эләккән...

– Гел шулай тиһең һин. Ниндәй сихыр булһын. Ҡыҙың өлгөрөп килә, шул ғына! Егерме биш йәш бит уға. Бала-саға түгел. Үҙ көнөн үҙе күрергә лә ваҡыт еткән.

– Уныһы шулайын шулай ҙа... Ҡапыл күрһәтә башланы шул ул өлгөргәнлеген...

...Улар үҙҙәре бик һуң өйләнештеләр. Әмирйәнгә утыҙ өс, Фәйрүзәгә егерме ете йәш ине. Ҡыҙҙары ла ялындырып ҡына тыуҙы. Шуғалырмы, бик иркә үҫте. Нимә теләһә – шуны кейҙе, ни һораһа – шуны ашаны... Тәүфиҡһыҙ булмаһа ла, көйләтергә бик ярата ине. Мәктәпте уртаса ғына тамамлап, уртаса ғына бер уҡыу йортона барып керҙе. Унан тегенсе булып сыҡты. Эшкә урынлашты. Һәйбәт кенә эшләп йөрөй ине... Әллә ни егете лә булманы. Әмирйән менән Фәйрүзә ара-тирә: «Әллә был ҡыҙҙа егет ғәме бөтөнләй юҡ микән?» – тип уйлап ҡуялар ине. Һәм бына һиңә мә!

Хәҙер нишләргә инде? Ни ҡылырға? Ҡайҙан эҙләргә? Нисек табырға аҡылын юғалтҡан был ҡыҙҙы?

Ярты йыл бит! Алты ай! Ярты көн дә, ярты ай ҙа түгел. Нишләп кенә йөрөйҙөр, ҡайҙа, нисек кенә, кем менән генә йәшәйҙер инде? Әмирйән менән Фәйрүзәне бөгөн шул һорау уятты. Шул һорау көҙгө, шыҡһыҙ урманға әйҙәп алып сығып китте...

Аҡрын ғына, һөйләшмәйсә генә барҙылар. Был урман буйына улар йыш сығалар. Әммә был тиклем эскә ингәндәре юҡ ине әле. Ҡаланы ҡыйып кергән урман артындағы бейек йорттар күренә башлағас ҡына кире боролдолар. Ҡара, кеше күп йөрөй икән бында – һуҡмаҡ, ысын юл кеүек, тапалып, киңәйеп бөткән, ып-ысын урман урамына әүерелгән. Ара-тирә кешеләр осрай. Барыһы да яҡаларына төрөнгәндәр, барыһының да йөҙҙәре етди, борсоулы... Тик шулай тойола ғынамы? Үҙең борсоулы булһаң, бөтөн донъя борсолған кеүек бит ул. Шулайҙыр... Бына ике йәш кеше уҙып китте. Былар бәхетлелер, көлөшөп, шаярышып баралар... Сыңлап торған матур тауыштары ҡолаҡҡа иркәләп керә лә күңелгә шифа булып ята...

– Әйҙә, ирең ҡайтҡансы осортоп ҡына илтеп ҡуям үҙеңде...

– Юҡ-юҡ, осортоп ҡына берәр яҡҡа тағы ла алып кит һин мине...

– Ҡайҙа алып китәйем, минең үҙемдең дә өйгә ҡайтаһым бар бит...

Юҡтыр, былар бәхетле түгелдер. Бәхетле булып ҡыланалар ғына. Нисек инде ул – береһе былай, береһе тегеләй? Әллә ниндәй ҡыйыш көҙгө ул, башы-аяғы алышынған тормош...

Әмирйән менән Фәйрүзәнең үҙ мөхәббәттәре бик баҫалҡы булды. Оҙаҡлап һөйөшөп-наҙлашып ултырырға тура килмәй ине. Көнө-төнө заводта булдылар, икешәр смена эшләп, кооперативҡа аҡса йыйҙылар, шуға күрә лә бер-береһенә ваҡыттары аҙ булды. Күпмелер буш минуттары булһа, уны әлеге лә баяғы ҡыҙҙарына бирҙеләр, үҙҙәрен берҙән-бер, һөйөклө балаларына бағышланылар...

Шул ваҡытта ҡайһылыр ағас артында бесәй балаһы сыйылдап ҡуйҙы. Ҡайҙан килгән ул бында – шыҡһыҙ, һалҡын урман уртаһына? Ҡойолоп, аяҡҡа урала башлаған япраҡ өйөмдәре араһынан килгән тауыш тағы бер мәртәбә күңелдәрҙе елкетеп алды.

– Мә-ә-ә-ә...

Бер хәйерһеҙе ташлап ҡалдырғандар. Хәҙер бит бесәй ташлау, эт ташлап китеү бер ни ҙә тормай. Йәй буйына уйынсыҡ-ҡурсаҡ уйнайҙар ҙа, көҙгө һалҡындар башланғас, урманға илтеп аҙаштыралар...

Әмирйән менән Фәйрүзә, туҡталып, бесәй тауышы килгән яҡҡа ҡарап тора башланылар. Ләкин һис бер нәмә лә күрә алманылар. Сәйер был, тауышы бар, йән эйәһе юҡ... Әллә... шул тауыш үҙе үк йәнме? Берәрһенең йәтим, үкһеҙ йәнеме? Ҡай саҡтарҙа ҡара ҡайғыға осраған, әсе рәнйешкә тап булған йән шулай сығып китеүсән була икән, донъя буйлап, үҙенә тыныслыҡ, бәхет эҙләп йөрөй, имеш... Әллә... әллә был тауыш Гөлнараларының ярҙам һорап ҡысҡырған тауышымы? Уның йәнеме? Ай, Аллам! Ниҙәр генә булды икән? Ҡайҙа ул? Ни эшләп йөрөй? Ни өсөн ҡайтмай? Ата-әсәһенең, өҙгөләнеп, урман буйында тилмереп йөрөүен белмәй микән ни?!

Теге «йән тауышы» тағы ҡабатланды. Был юлы ул бигерәк тә йәл тойолдо. Әмирйән менән Фәйрүзә, ҡулға-ҡул тотоношоп, тауыш килгән яҡҡа киттеләр. Ул «тере» япраҡ өйөмөн бик тиҙ таптылар улар. Аҫтына «йән» аҫраған, асырғаланып илап, һыҡтап ятҡан был серле, хатта ҡурҡыныс япраҡ өйөмөнә ҡағылырға ҡурҡып, байтаҡ торҙолар әле. Әммә кире китергә юл юҡ ине. Әмирйән, уның артынан уҡ Фәйрүзә тиҙ генә шул «тере» өйөмгә ябырылдылар, кибеп-бөгәрләнеп бөткән япраҡтарҙы бармаҡтары менән аралай-аралай ситкә көрәнеләр. Шул япраҡтар төҫөндәге һарғылт йәймәгә төрөлгән, күп илауҙан шешенеп бөткән, һыуыҡтан күгәреп-зәңгәрләнеп ҡатҡан күкрәк балаһы килеп сыҡҡас ҡына, теҙләнгән килеш, тораташ кеүек ҡатып ҡалдылар, хатта бер ни тиклем аҡылдан да яҙҙылар...

Бына, шулай итеп, Әмирйән менән Фәйрүзә бөгөн урман буйынан сабый бала табып алып ҡайттылар.

Иң беренсе уйҙары, баланың кем, ҡайҙан булыуы хаҡында ла, уны ҡайҙа инде уны ҡуйыу тураһында ла түгел ине. Үлеп барыусы бәғер киҫәген был яҡты донъя өсөн һаҡлап ҡалырға тырыштылар улар. Шуға күрә, тәрәнгә батып уйламайынса ғына, үҙҙәренең ҙур булмаған фатирҙарында ен туйы яһап, тыз-быз килеп йөрөнөләр. Әмирйән һыу йүнәтте, утын ташып, былай ҙа йып-йылы мейесте тағы бер ҡат тергеҙеп, дөрләтеп ебәрҙе. Фәйрүзә бала тирәһендә ҡайнашты: уны, еүеш сепрәктәрҙән арындырып, ҡоро, йомшаҡ йәймәгә төрҙө, йәймәгә һуҙып һалғас, иң элек бөтөн тәнен һөрткөләп, ыуып сыҡты. Һыуыҡтан өшөгән, күтәренгән тән алһыу төҫкә инә башлағас ҡына сабыйҙы йомшаҡ япма эсенә йәшерҙе, тағы бер ҡат асып, ҡатҡан кендек төйөнөн ҡарап, тикшереп алды... Унан һуң ғына сабыйҙың ауырыу, ап-аҡ йөҙөнә эйелде...

Бала, бер туҡтауһыҙ шыңшып, икенсе төрлө әйткәндә, сыйылдап торһа ла, рәхәтләнеп илап китә алмай ине. Боғаҙындағы төйөр уға ныҡлап һулыш алырға, был донъяға ҡайтып етергә ирек бирмәйме, әллә үҙенең етем яҙмышын һиҙенеп, тормошҡа ҡайтҡыһы, йәшәп киткеһе килмәйме? Фәйрүзә бер нисә мәртәбә сәпелдәтеп яңаҡлап алғас ҡына бала бөтә йәне-тәне менән ҡалтыранып, сөскөрөп ҡуйҙы, һуңынан ауыр итеп тын алды ла рәхәтләнеп илай башланы... Уға ҡушылып, Фәйрүзә илап ебәрҙе... Һөйөнөп иланы ул. «Илаған балала өмөт бар, сөбханалла... Шулай булғас, йәшәйбеҙ әле, емертеп йәшәйбеҙ, шулаймы? И-и, бәпесем, минең...» – тип һөйләнә-һөйләнә, ул, тынысһыҙланып, өҫтөндәге йәймәне тибеп асҡан сабый өҫтөнә ҡапланды. Дымлы маңлайынан үпте, эҫе ирендәре менән сабыйҙың эйәгенә ҡағылып үтте, күкрәгенә, кендек тирәләренә, аяҡ араларына йылы һулышын өрҙө...

– Бәрәкалла, ҡыҙ бала икән бит был!..

Фәйрүзәнең бот сабып ҡысҡырып ебәреүенә шунда уҡ Әмирйән килеп етте, хатта бала үҙе лә баҫылыбыраҡ илай башлаған кеүек тойолдо...

– Кем, кем? Ҡыҙмы?

– Ҡыҙ, ҡыҙ бала, атаһы. Ҡыҙ булғас, бәхеткә...

– Ниндәй бәхет бит ул, Фәйрүзә!.. Ни һөйләйһең һин?! Ташландыҡ балаға бәхет әҙерләп ҡуйғандар ти һиңә, көтөп тор.

Шунда ғына Фәйрүзәнең башына барып етте. Улар бит бөгөн хәтәр хәлгә тап булдылар, кеше тиклем кеше балаһы табып алып ҡайттылар. Бесәй балаһы йәиһә эт көсөгө түгел, кеше. Ғәйеп эшме был? Гонаһмы? Әллә сауаплымы? Кем балаһы ул? Был хаҡта кемгәлер хәбәр итергә кәрәктер бит...

– Милицияға илтергә кәрәк. Улар уны нишләтергә белерҙәр...

Әмирйәндең өшөткәс һүҙҙәренән Фәйрүзә һиҫкәнеп китте. Һикереп тороп, һаман әле илап, сәбәләнеп ятҡан төргәккә барып йәбеште.

– Нимә һөйләйһең һин, ҡарт диуана?! Милиция нишләтә ала был бәғерҙе?.. Әсәһен табырға кәрәк уның, атаһын... Шунһыҙ бүтән милиция тураһында ауыҙыңды ла асаһы булма!

Фәйрүзә йәймәне бармаҡ осона бөтәрләп әле һаман илап ятҡан баланың ирен ситтәрен һөрткөләп ҡуйҙы. Шунда көтөлмәгән хәл булып алды. Бала Фәйрүзәнең ҡул йылыһын төйҙөмө, шунда уҡ илауынан туҡтап ҡалды, һуңынан, үрелеп, ирендәрен сәпелдәтә-сәпелдәтә, йәймә осон һура башланы...

– Бәрәкалла! Имеп ята бит был! Имергә һорай... Әмирйән, ҡара әле, йәшәргә маташа лаһа был Хоҙай бәндәһе!..

– Шулай булмай ни, ул да кеше бит.

– Бәрәкәт, әйҙә, берәр нәмә бирәйек һуң... Һөт йылытайыҡ...

– Ниндәй һөт, атаһы, үлтерергә итәһеңме?! Кибеткә сығырға кәрәк. Сабыйҙарҙы ашата торған ризыҡтар барҙыр әле.

– Бар, бар, улай булғас, бына бит нисек имә... Меҫкенкәйем...

Әмирйән кибеткә йүгерҙе, Фәйрүзә һаман бала тирәһендә бөтөрөлдө булды. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде:

– Эй, балаҡайым минең!.. Кемдең генә йән киҫәгелер инде һин... Кемдең генә ғәзизелер... Әсәң ҡайҙа ла, атаң ҡайҙа икән хәҙер... Үҙ ихтыярҙары менән йөрөйҙәрме улар, әллә... Әллә шайтан ҡотҡоһо йөрөтәме ул бәндәләрҙе? Ҡайҙа әле-ҡайҙа әле, бөтөн ерең дә иҫән-һаумы һуң һинең? Ғәрип-ғөрәбә тип ташламағандармы?.. Шуға ғына ҡарауым, тфү-тфү, ташҡа үлсәйем! Ә быныһы ни тағы?

Фәйрүзә, сепрәктәр килеп сыҡҡан ялтырауыҡ нәмәгә ҡарап, тел шартлатып ҡуйҙы.

– Әсә-әкәйгенәм!.. Ай бит был! Көмөш ай!.. Мосолман айы... Нишләп китек һуң әле ул? Ай, Аллам! Китек тормошҡа, китек яҙмышҡа, китек иманға ишара кеүек бит был...

Ул арала Әмирйән ҡайтып инде. Инде лә:

– Бына, ҡатын, бер ҡосаҡ ризыҡ, уларҙан нисек һөт яһарға икәнен яҙып алып ҡайттым, – тип, ҡап-ҡап әйберҙәрҙе өҫтәлгә бушатты. Аҙаҡ, түшәктә сәбәләнеп ятҡан ярым яланғас бала янына килде. – Сөбханалла, дүрт һаны ла теүәл бала лаһа ул, нисек ташлай алдылар икән уны?..

– Атаһы...

Фәйрүзәнең ҡалтыраныбыраҡ сыҡҡан тауышында әллә ниндәй бер шом һиҙенеп, Әмирйән, баланан айырылып, ҡатынына күтәрелеп ҡараны.

– Бөтөнлөккә бөтөн дә... Әллә ниндәй бер, сер-тылсым бар был йән эйәһендә... Бына китек ай сыҡты...

– Нимә? Китек? Ҡайҙа әле...

– Китек шул... Йүнлегә түгелдер... Кемдер сихырлап ҡалдырған был баланы. Уға эйәреп бәлә-ҡаза ла килмәһә ярар ине үҙебеҙгә лә...

– Ниндәй алама һүҙ һөйләйһең һин, ҡарсыҡ? Ниндәй сихыр? Ниндәй бәлә? Ҡатын-ҡыҙҙар түштәренә тағып йөрөтә торған ябай ай бит был. Һинең ҡыҙыңда ла бар ине бындай ай...

– Китек бит ул, Әмирйән...

– Булһа ни... Бөтә нәмә лә бер тапҡыр туҙа, иҫкерә, кителә...

– Шулай тиһеңме?

– Беләһеңме мин нимә уйлайым... Был баланы ташлаған кеше ҡалдырған уны. Эҙе ҡалһын, нәҫеле юғалмаһын, тип уйлаған ул...

– Бәй... Шулайҙыр шул!.. Һаҡлайыҡ, улай булғас, беҙ уны. Төпкәрәк йәшереп ҡуяйым әле, юғалмаҫлыҡ ергә...

Эҙе, нәҫеле хаҡында һүҙ барыуҙы һиҙенепме, әллә аслыҡ үҙәген өҙҙөмө, ул арала бала ярһып-ярһып илай башланы. Фәйрүзә, мөйөштә торған бирнә һандығы янынан йәһәт кенә тороп, балаға ризыҡтар әҙерләргә сығып китте. Әмирйән, бала янына килеп, булдыра алған тиклем «бала телендә» һөйләшә башланы:

– Йә, етте инде, етте... Илама, илап ғүмер генә ағып сыға ул... Башың иҫән-һау бит, бөтөн ерең дә иҫән-һау, ҡалғаны беҙҙең ҡулда. Унан... Аллаһы Тәғәлә ҡулында. Илама... И-и-и-и-и... И-и-и-и-и!..

Тамағын туйҙырып алғас, бала йоҡлап китте. Фәйрүзә менән Әмирйән бала ята торған урын ҡаршыһына иңгә-иң терәп ултырып тын ҡалдылар. Улар тормоштарының үтәнән-үтә лә яуаплы, әммә үтә лә мауыҡтырғыс, серле осорона кереп китеүҙәрен аңлай башлағандар ине...

3

Кискә табан уларҙың ҙур булмаған фатирына халыҡ кереп тулды. Әмирйән милицияға хәбәр биргән ине. Шуның шауҡымы был. Бер төркөм милиция кешеһенә ҡара костюмлы ир-ат менән үтә лә етди йөҙлө ханым да эйәргән. Ир-ат тигәндәре прокурор булып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙ – йәтимдәр йортонан, бер үк ваҡытта табибә лә икән. Ығы-зығы килеп, өс журналист пәйҙә булды. Телевидениенан да кеше килеп етте. Нисек тиҙәр әле? Алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Китте һорауҙар, китте һорашыуҙар...

Шулай ҙа, иң элек, майор погоны таҡҡан милиционер менән ҡара костюмлы прокурор улар менән һөйләште. Был ваҡытта ул врач ханым бала менән мәш килде. Йөрәген, һулышын тикшерҙе, буйын, ауырлығын үлсәне, хатта ауыҙын да астырып ҡараны... Ә бала бер тамсы ла иламаны, яҙмышы хәл ителгән минуттарҙы һиҙгән кеүек, бик етди йөҙ сығарып, күҙҙәрен төрлө яҡтарға тәгәрәтә-тәгәрәтә, Фәйрүзә әмәлләп һөт биргән шешәһен имеүендә булды...

– Ҡасан булды был?

– Нисек таптығыҙ?

– Тағы кемдәр бар ине?

– Ни өсөн ул урманға барҙығыҙ?

– Ҡыҙығыҙ ҡайҙа?

– Был баланы ҡайҙан беләһегеҙ?

Һорауҙарҙың барыһы ла дөрөҫ ине. Ләкин һуңғы һорау Әмирйәнде сығырынан сығара яҙҙы.

– Ҡайҙан беләбеҙме? Бына – Фәйрүзә апағыҙ менән бала эшләнек тә илтеп күмдек! Шунан һуң, ҡыҙғанып, кире алып ҡайттыҡ. Шул кәрәкме һеҙгә? Улай булғас, шулай тип яҙығыҙ!

Көс-хәл менән тынысландырҙылар үҙен. Бигерәк тә Фәйрүзәнең һүҙе йәненә май булып ятты.

– Эй, ҡартым, бер ҙә борсолма, үҙебеҙгә ҡалыр. Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә бер иптәш булыр. Закун һаҡлап барып йөрөмәҫкә лә булған икән... Ышанмайҙар былар беҙгә, барыбер ышанмайҙар...

Гәзит-маҙарҙан килгән кешеләр үҙҙәренсә ҡыланалар. Уларҙың һорауҙары күңелдең әллә ниндәй мөйөштәренә үтеп инә, уны ҡуҙғатып, йөрәкте елкендереп тора...

– Табылдыҡ баланы беренсе мәртәбә ҡулығыҙға алғас, ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?

Ни кисерһендәр инде?! Ул ваҡытта ҡурҡыу хисе күберәк булғандыр, шом булғандыр. Кеше бит ул, уйын эшме ни?!

– Беренсе күргәс, ул баланың күҙҙәре берәйһенең күҙ ҡарашын хәтерләтмәнеме?

Ни өсөн хәтерләтһен ти?! Кемде хәтерләтһен? Ә бына күңел нуры, йән нуры сағыла ине унда... Әсе яҙмышҡа тарыған балала ғына була торған нур ине ул. Хәсрәтле, моңһоу булһа ла, нур бит ул, нур! Ә нур бары тик илаһи, изге, шуға күрә игелекле генә була ала!

– Ә һеҙ үҙ балағыҙҙы ташлай алыр инегеҙме?

Тәүбә тиегеҙ! Телегеҙҙән ел алһын! Әйткән иһә ҡайтҡан! Бала тигән йөрәк итен ташлап була тиме ни?! Был хаҡта уйларға ла ҡурҡыныс!..

Ә бит улар үҙҙәре үк ташланылар. Гөлнараларын ташланылар. Дөрөҫөрәге, ҡыҙҙары уларҙы беренсе ташланы. Ләкин ата-әсә үҙ балаһынан аҡыллыраҡ булырға тейеш тәһә. Әмирйән менән Фәйрүзә Гөлнаранан аҡыллыраҡ була алманылар: үпкәләп сығып киткән өсөн ҡыҙҙарына үпкә тотоп ҡалдылар... Хәҙер ҡайҙа икән ул бала тигәндәре?.. Бала түгел, бәлә булды ул...

– Рөхсәт итһәләр, был баланы һеҙ үҙегеҙ ҡарап үҫтерә алыр инегеҙме?

Ни өсөн үҫтермәһен?! Бала баҡмаған, үҫтермәгән кешеләр түгел бит... Үҫтереү менәнме... Һәр үҫтергәнең дыуамалланып ситкә сығып китә торған булһа, үҫтермәгән артығыраҡ... Юҡ, был юлы белерҙәр ине улар нисек тәрбиә ҡылырға! Икешәр смена фабрикала юғалып йөрөйһө лә юҡ... Ғибрәт алырҙай Гөлнаралары ла бар... Бар тип... Бар ҙа, юҡ та...

Барыһы бергә йыйылып, урамға, дөрөҫөрәге, урманға сығып киттеләр. Бала табылған урынды тиҙерәк күрәһеләре килә ине, күрәһең, милиция кейемендәгеләр Әмирйәнде алданыраҡ алып киттеләр. Шәрәләнеп, шыҡһыҙланып ҡалған урман тултырып йөрөүсе халыҡ ниндәйҙер бер сәйер уйын уйнаған һымаҡ тойолдо. Алдағы өс-дүрт кеше ҡаршыларына сыҡҡан һәр япраҡ өйөмөн аҡтарып, туҙҙырып китеүгә, арттағылар, уларға ышанмаған кеүек ҡыланып, шул уҡ өйөмгә барып төртөләләр, уны тағы бер ҡат аҡтарырға, туҙҙырырға керешәләр...

Ниһайәт, Әмирйән барып тапты ул урынды. Ошо сәрби ҡыуаҡтары ышығындараҡ булырға тейеш... Бына секерәйеп күҙгә кереп тора торған миләш ҡыуағы... Бөгөн уның төймәләре үтә ҡыҙыл... Тимәк, һалҡындар буласаҡ... Һалҡынға ҡыҙара ул шулай... Туҙҙырып ташланған япраҡ өйөмө лә шунда ғына...

Ни тиклем ҡараһалар ҙа, яҡын-тирәне ҡапшанып ни тиклем эҙләһәләр ҙә, ташландыҡ бала менән бәйләрлек нәмә күҙгә салынманы. Биләүҙәге бала ята торған урын да шул килеш. Һис бер нәмә лә таба алмағас, кемдер һорап ҡуйҙы:

– Сепрәктәр араһынан бер ни ҙә сыҡманымы?

Әмирйән менән Фәйрүзә өсөн ауыр һорау ине был.

Улар, йәндәре-тәндәре менән һиҫкәнеп, бер-береһенә күтәрелеп ҡаранылар. Әмирйән шунда уҡ аңлап алды: Фәйрүзә ҡарашындағы ныҡ ҡурҡыу һәм шом артында: «Әйтмә, китек ай тураһында әйтмә! Әйтһәң, был бала менән бәйләп торған һуңғы еп тә өҙөләсәк, ул еп менән күңелдән пәйҙә булған яҡтылыҡ, нур, өмөт тә һүнәсәк... Әйтмә!» – тигән ялбарыулы үтенес тә бар ине.

Ниндәй нур, ниндәй өмөт? Ул бала уларға кем дә түгел бит! Ни өсөн булмаһын?! Улар уны таптылар. Тап-ты-лар! Бала табыу кеүек бит был да! Ҡарында аҫрап таптың ни, кипкән япраҡ өйөмө аҫтынан таптың ни... Тапҡанһың икән – ул һинеке! Һинеке генә!

Уныһы хаҡтыр, өмөт үҡ түгелдер. Шулай булһа ла яҡты, матур, хатта изгелекле, изге тойғо – ул бар! Яңы тойғо, яңы хис бар! Шул хис, тойғо Әмирйән күҙҙәре аша балҡып, балҡып ҡына түгел, ялтырап-йәшнәп ҡарап тора... Уны Фәйрүзә лә һиҙҙе, тойҙо. Аңланы. Һәм, ирен дә уҙҙырып:

– Юҡ-юҡ, һис бер нәмә лә сыҡманы. Япа-яңғыҙ, таныш булмаған, ят бер йән ҡыйпылсығы булып сыҡты шул бала. Кем, ҡайһы урындан булыуына бер тамсы ишара ла юҡ, күктән төшкән кеүек булды, – тип тик торҙо.

Ҡабат өйгә ҡайттылар. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырып, уға Әмирйән менән Фәйрүзәнән ҡул ҡуйҙыртҡас, нисек тиҙ генә килеп кергән булһалар, шулай сығып та киттеләр. Үҙҙәре менән сабыйҙы ла алдылар. Уныһын йәтимдәр йортонан килгән табибә ҡатын күтәрҙе. Ул хатта Әмирйән кибеттән алып кергән бала ризыҡтары хаҡында ла онотманы, сумкаһына тултырҙы...

Өй бушап, ҙурайып ҡалды. Өй генә тиһең, Әмирйән менән Фәйрүзәнең күңелдәре лә бушанып, кәйефһеҙләнеп ҡалды. Гүйә, уларҙың иң ҡиммәтле әйберҙәрен алып сығып киткәндәр ҙә, бына хәҙер сараһыҙҙан аптырап баҫып торалар...

– Ҡарсыҡ, ни булды был? – Беренсе булып Әмирйән аңына килде.

– Эй, атаһы, әйтһәм ышанмаҫһың, үҙ балабыҙҙы алып сығып киткән кеүек булды... Бигерәк яраттырып, күңелгә кереп ҡалды шул... Сабыйҙы әйтәм... Бәғерҙән өҙөп алдылармы... Әсә йөрәге һиҙә ул, һиҙә... Бер нәмә бар был балала... Беҙҙән бер нәмә бар... Беҙҙең бала кеүек ул, беҙҙең ейән кеүек...

Фәйрүзә илай ине. Әмирйән уны йыуатып торманы. Ҡатынының күҙ йәштәренә лә битараф ҡалманы:

– Һис бер нәмә лә булмаған... Баш бәләһе түгел. Ҡайҙалығын беләбеҙ, барып йөрөрбөҙ. Тәүҙә нишләргә икәнен Аллаһы Тәғәлә әйтеп торор... Тапҡанбыҙ икән инде, тимәк, шулай кәрәк булған. Беҙҙең яҙмыштар нисек кенә булһа ла барыбер береккән булып сыға...

4

Икенсе көндө Әмирйән менән Фәйрүзә иртәрәк торҙолар. Күп һөйләшмәнеләр, күҙгә-күҙ ҡарашып алдылар ҙа ҡайҙалыр барырға йыйына башланылар. Затлыраҡ кейемдәрен кейҙеләр, көҙгө алдында ла оҙағыраҡ баҫып торҙолар. Һөйләшмәнеләр, сөнки былай ҙа бөтә нәмә аңлашыла ине – бөгөн улар балалар йортона барырға, кисә урманда табып алған сабыйҙы күрергә, уның янында күпмелер йәшәп алырға тейештәр. Ул бала ла моңһоу ике изге йәнде өҙөлөп көтәлер, һағыналыр кеүек... Шулайҙыр. Шулай булмаһа, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп күргән был ике йән эйәһе шул тиклем ашҡынмаҫтар ине.

Йәтимдәр йорто Әмирйән менән Фәйрүзәне бойоҡ ҡаршы алды. Көҙгө һағыш ҡына түгел ине был. Йәтимдәр йортонда ғына була торған ауыр тойғо был, хатта сәйер тойғо...

Шунда уҡ кисә табылған бала янына алып инделәр. Иҙрәп йоҡлап ятҡан бала, ниҙер һиҙенеп, тертләп-ҡалтыранып алды ла, алдында күҙҙәрен тултырып ҡарап торған элекке таныштарын күреп, рәхәтләнеп йылмайып ебәрҙе.

Фәйрүзәнең йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булды, Әмирйән дә, тулҡынланыуҙан, урттарын сәйнәргә кереште... Ай-һай-һай, ҡиммәтле, ҡәҙерле ине улар өсөн был бала киҫәге!..

Фәйрүзә түҙмәне, барып, сабыйҙы ҡулына алды. Күкрәгенә ҡыҫып, тәрән йыйырсыҡтар ҡуна башлаған йөҙөн уның алһыуланып торған бит алмаларына терәне... Күҙҙәрен йомоп, баланың һулышын тыңлағандай итә. Һулышын ғына түгел, яҙмышын тыңланы, моғайын, ул уның. Шулайҙыр. Шулай булмаһа, күҙҙәренән йәш ағып сығыр инеме ни?! «Бәғер киҫәгем минең!» тип әйтә алыр инеме ни?!

Бала ла уны үҙ итә, шығыр-шығыр килеп, ирендәрен сәпелдәтеп тора башланы. Йылмайғандай итте...

Кисәге табибә ҡатын да шунда ғына. Ләйлә исемле икән. Ул бик итәғәтле булып сыҡты, серле тәҡдир һынауы алдында аптырабыраҡ ҡалған ике өлкән кеше янында бөтөрөлөп торҙо. Иң ғәжәпләндергәне – баланың исем-аты хаҡындағы һүҙ булды.

– Һеҙҙән башҡа ҡушҡы килмәне, ниндәй исем бирербеҙ икән? – тип һораны ул. – Фамилияһы һеҙҙеке инде, уныһына шик юҡ, – тип тә өҫтәне.

Әмирйән, елкәһен һикертеп, Фәйрүзәгә күтәрелеп ҡараны. Ә Фәйрүзә үҙен бик тыныс тотто, әллә ҡасан уйланылған, хәл ителгән мәсьәләне иғлан иткән кеүек кенә әйтеп ҡуйҙы:

– Зөләйха булыр. Ҡыҙыбыҙ үҙ балаһына ниәтләгән исем ул...

Тағы ҡыҙҙарын иҫкә алды! Гел телгә килә лә инә, килә лә инә шул бала! Ни өсөн кермәһен, үҙ балалары бит! Үҙ насиптары, үҙ йәрәхәттәре... Бына бит Фәйрүзә әйтеп тә бөтөрмәне, Әмирйән йөҙөн һытты, уның йөҙөндәге бөтә йыйырсыҡтары тартылып, ауыртынып ҡуйҙы... Эйе шул, Гөлнара кескенәнән: «Атайым Йософ булғас, мин уға, үҫкәс, Зөләйха исемле ейәнсәр табып бирәм», – тип һөйләнә ине. «Йософ-Зөләйха» ҡиссаһын уҡып тетрәнгән саҡтары бар ине шул уның... Ағайҙары тарафынан һатылып, сит илдә типкеләнеп йөрөгән Йософ яҙмышы уның күңелен ныҡ ауырттырған ине ул ваҡытта. Ә бына хәҙер үҙе ситтә йөрөй... Үҙ ихтыяры менән сығып китте...

Шулай килештеләр. Балаға Зөләйха исеме бирҙеләр. Тыуыу тураһында таныҡлыҡта: «Рахманғолова Зөләйха Урмановна» тип яҙып ҡуйҙылар, һуңғыһы урманда табылыуына ишара булһа кәрәк.

Бала янында кискә тиклем йыуандылар. Уның тамағын туйҙырып, әллә нисә мәртәбә сепрәк-сапраҡтарын алыштырып, хатта оло кешеләр кеүек «һөйләшеп» ултырҙылар. Фәйрүзә үҙе инде. Ул арала тынғыһыҙ Әмирйән, һорап-нитеп тә тормайынса, иҫкереп, ҡайырылып төшкән бер нисә ишекте йүнәтеп ҡуйҙы, әллә ни тиклем өҫтәл-ултырғысты төҙәтеп бирҙе.

Урамға сыҡҡанда ҡараңғы төшкән ине инде. Көҙгә ауышһа ла, бөгөн кис йылы, хатта яҡты, нурлы. Күктәге ай ҙа ғәҙәттәгенән асығыраҡ, сағыуыраҡ... Бер ни тиклем сәйерерәк кенә – бер осо әллә ҡайҙа юғалған. «Һилал» айҙың осо китек булһа, йүнлегә түгел. Насар билдә. Әмирйән белә был хаҡта. Фәйрүзә лә беләлер. Шуға күрә күккә күтәрелеп тә ҡарамай барҙы. Башҡа ваҡытта туҡтатып та булмай үҙен. Бөгөн әллә нимә булған – һыу ҡапҡан кеүек. Әмирйәндең уға ғына һушы етерлек: Фәйрүзәнең күңеленә ташландыҡ бала ғәме ингән. Шул бер туҡтауһыҙ бимазалап, әрнетеп тора уның йәнен. Әмирйәнде лә борсой ул бала. Бигерәк тә теге китек ай менән бәйле йәшерен нәмә тынғылыҡ бирмәй уға. Күктәге ай кеүек уның да бер осо китек ине бит. Бер ҙә йүнлегә түгел был. Китек ай – китек иман тигән һүҙ. Китек күңел, китек яҙмыш тиһәң дә ярай...

– Фәйрүзә, ә, Фәйрүзә?

– Нимә инде, Әмирйән?

– Әйҙә үртәлмәй генә һөйләшәйек әле.

– Һөйләшәйек һуң...

– Теге табылдыҡ ай тураһында ниңә һаман бер кемгә лә әйтмәйһең?

– Онотҡанмын мин уны, Әмирйән.

– Юҡ, онотманың һин уны. Мин һине беләм!

– Онотманым. Оноторға уйланым ғына.

– Ә ни өсөн оноторға, ниндәй маҡсат менән?

– Үҙем дә белмәйем. Бәлә-ҡаза тамғаһы ул – китек ай...

– Сирен йәшергән – үлгән, тиҙәр бит... Ни өсөн йәшерергә уны? Хәҙер булаһы булған, шуның менән килешергә лә тағы йәшәп китергә кәрәк.

– Шулай тиһеңме, Әмирйән?

– Шулай тием... Улика бит ул! Иртәгә үк сығар, белһендәр, бәлки, эйәһен дә табырҙар... Хәҙер милиция көслө – шул айға ярашлы рәүештә, барыһын да асыҡларҙар, белерҙәр...

– Табыла ҡалһа, шул әсә тигән кешенең күҙҙәренә ҡарар инем мин! Кем үҫтерҙе икән ул ҡатынды? Кем бишектә баҡты икән? Шул ата-әсәһенең дә күҙҙәренә ҡарар инем. Йөҙҙәренә төкөрөр инем...

– Ҡыҙма, ҡарсыҡ... Улай уҡ сәпсемә! Кем белә нимә булғанын ? Әллә донъя килтереп ҡыҫҡандыр ул әсә затын? Бәлки, юлын, ҡиблаһын яңылышҡандыр? Алданғандыр? Әллә был аҡылға һыймаҫлыҡ тиле ғишыҡ ғәләмәтеме? Шайтан шауҡымымы? Һис бер нәмә лә билдәле түгел. Шулай булғас ҡыҙма, Фәйрүзә. Киң күңелле, миһырбанлы булайыҡ. Балаһын ташлаған әсәгә хәҙер бик кәрәктер ул изгелек, мәрхәмәт тигәндәре...

– Эй Әмирйән... Әллә аңламай тиһеңме мине? Аңлайым, бик аңлайым. Үҙебеҙҙең Гөлнара юлын яңылышып йөрөй ана. Ә беҙ бит уны яман бул, ата-әсәңде һанға һуҡма тип үҫтермәнек.

– Ҡарсыҡ, бер нәмә һораһам, асыуланмайһыңмы?

– Һора, Әмирйән, тик йәнде генә үртәмә, йәме...

– Ә бит Гөлнараның да тап шундай айы бар ине...

– Кит, йүләр. Уның айы китек түгел ине! Ни һөйләгәнеңде беләһеңме һуң һин?! Кешегә яңылыш ысҡындыра күрмә тағы!

– Ярай-ярай, әйттем иһә ҡайттым. Мин әйтмәнем, шайтан әйтте... Күңелең булдымы?

– Бүтән улай һөйләшмә! Бала ташлап йөрөргә... Беҙ үҫтергән ҡыҙ бит әле ул!.. Ауыҙыңдан ел алһын!..

Күктәге айҙың осо китек һаман асылманы. Киреһенсә, төн ҡараңғылығы уның имгәнгән осон тағы ла нығыраҡ кимерә башланы. Насар уйҙар, бына шул ҡап-ҡараңғы төн кеүек, Әмирйән менән Фәйрүзәнең күңелен дә уҫалланып кимерергә керештеләр.

Был халәт улар өсөн ят ине, әммә таныш та ине. «Башҡа эргәгеҙгә ҡайтмайым, яҙмышымды башҡалар менән бәйләнем!» – тип, һауаланып сығып киткән ине, бер ҡыш, бер яҙ күренмәне Гөлнара... Һүҙендә тора белә ул. Ата-әсәһенең ҡыҙы бит...

Туҡта әле, ул ваҡытта ла кис ине бит. Ҡышҡы кис ине. Ай булдымы ул кистә? Әмирйән теүәл генә хәтерләмәй. Ай булған булһа, бер осо китек булманы микән? Улар өҫтөнә төшкән бәләләргә ошо ай ғына ғәйеплеме әллә?

Шулай итеп, Әмирйән менән Фәйрүзә тормошонда яңы дәүер, дөрөҫөрәге, яңы ғүмер башланды. Улар һәр көндө иртә таң менән торалар, йыйыналар ҙа күтәренке кәйеф менән, дәртләнеп, йәтим балалар йортона сығып китәләр. Юҡ әле, баштараҡ бындай күтәренкелек, бындай дәрт юҡ ине. Һағышлы, зарлы ине был ғәҙәттәре. Сөнки әсәһеҙ тормошҡа Зөләйха ауыр күнекте. Оҙаҡ, ауырлыҡ менән йәшәп китте. Бик хәлһеҙ ине ул. Әмирйән менән Фәйрүзә лә баштараҡ: «Нимәлер булмағанмы? Иҫәнме? Бөгөн һаумы?» – тип баралар ине. Ҡарттарҙың хәленә керергә теләгәндәй, Зөләйха ла үлем менән, был яҡты донъяға тыуған йән эйәләрен һағалап торған сир-ауырыуҙарға бирешергә теләмәне, үҙенең йәтим, үкһеҙ яҙмышына үс итеп йәшәргә, кеше булырға тырышты.

Шулай бер ай үтеп китте. Баланың әсәһен таба алманылар. Фәйрүзә һандыҡ төбөнән алып күрһәткән китек ай ҙа ярҙам итмәне. Таныш прокурор ярҙамсыһы бер ни тиклем тоноҡлана, күгәрә башлаған көмөш ҡыйпылсығын әйләндергеләп ҡарап сыҡты ла кире бирҙе:

– Ысын улика була алмаҫ был. Бындай айҙар бик күп, – тине.

– Был бит китек ай! Нисек күп булһын! – тип ҡаршы төштө Әмирйән.

Фәйрүзә лә уны йөпләп алды:

– Шул ғүмер йәшәп, минең дә беренсе генә күреүем әле. Булмаҫ, күп булмаҫ!

– Бәхәсләшмәгеҙ, Фәйрүзә ханым! Күп тигәс, күп!..

Шунда бәхәс тә тамамланды, һүҙ ҙә бөттө. Фәйрүзә китек айҙы ташламаны, өйгә ҡайтып инеүгә үк, ап-аҡ ҡулъяулыҡҡа төрөп, сепрәк-сапраҡ тултырылған һандыҡ мөйөшөнә һалып ҡуйҙы.

Баланың яҙмышына шулай яҙылған булғандыр инде: радио, телевидение был үтә лә тетрәндергәс хәл тураһында бер нисә аҙна буйына яңғыратып, шаулап торһа ла, иң абруйлы гәзиттәр күп тапҡыр яҙып сыҡһалар ҙа, Зөләйханың әсәһе табылманы. Был йән әрнеткес ваҡиғаға асыҡлыҡ керетерҙәй бер генә ишара ла, ым да булманы хатта. Гүйә, был бала әҙәм балаларын һынар өсөн күктән индерелгән дә, шул күгенә кире ҡайта алмайынса, ерҙә мәңгелеккә ҡалған ине.

Тағы бер аҙҙан, барыбер эшкә йөрөгән кеүек йөрөйһөң тип, Фәйрүзәне эшкә алдылар. «Йәтимдәр йорто» директоры Тамара Сергеевна уны Зөләйха кеүек үк бәпәйҙәр йәшәгән төпкө палатаға билдәләне. Әмирйән дә буш ҡалманы – ярты эш хаҡы өсөн урам һепереүсе булып керҙе. Урам һепереп кенә ҡалманы ул – һәр ватылған йоҙаҡ, емерек ултырғыс, ҡапҡа-ҡойма уның күҙе, дөрөҫөрәге, уның ҡулы аша уҙҙы, уның хеҙмәт вазифаһына әүерелде.

«Йәтимдәр йорто»нда һәр кем белә ине – был ике кеше аҡса өсөн эшләмәйҙәр, күңелдәренә, бәғерҙәренә төшөп береккән бала киҫәге өсөн, Зөләйха исемле сабый янында булыу өсөн хеҙмәт итәләр. Бер тин түләмәһәләр ҙә, Хоҙай ҡарғаған ошо урында, алды-ялды белмәй, көнө-төнө бил бөгөргә әҙер ине улар. Зөләйха артынан үҙҙәре лә кеше теленә керҙеләр, тирә-яҡта бик тиҙ мәғлүм булдылар. Ул арала кемдер ипле итеп, йылы һүҙҙәре менән йәиһә ярҙам тәҡдим итеп, байыраҡтар иһә бүләктәр, күстәнәстәр ҙә күтәреп килә башланылар. Рахманғоловтарҙың даны йыраҡҡа таралды. Ҡыҙҙары Гөлнаранан ғына бер хәбәр юҡ ине. Ул, ысынлап та, һыуға төшкән кеүек юҡҡа сыҡты. Элек, исмаһам, күргеләп йәиһә ишеткеләп ҡалалар ине, хәҙер күреүсе лә, белеүсе лә юҡ...

Яңы йылға кергәндә, беренсе ҡаты һалҡындарҙы үткәреп ебәреп, йылыраҡ көндәргә аяҡ баҫҡас, бөтөнләй сит-ят ҡаланан хат килеп төштө.

Әмирйән менән Фәйрүзә ап-аҡ юрғанға төрөлгән Зөләйханы күтәреп ҡайтып ҡына кергәндәр ине, ишеккә ҡыҫтырылған зәңгәр конверт шып итеп, ҡар һарыла башлаған иҙән баҫҡысына килеп төштө. Гөрләшеп, арттарынан пар-быу бөркөтөп, өйгә кереп тулдылар. Зөләйханы ишек эргәһенә ҡуйылған махсус өҫтәлгә ятҡырып, сисеп, таратып ебәрҙеләр.

Уҡыусым аптырамаһын, ирле-ҡатынлы Рахманғоловтар хәҙер табылдыҡ сабыйҙы ял көндәренә өйҙәренә алып сығалар, бер ғаилә, бер яҙмыш булып, рәхәтләнеп йәшәп алалар. Улар ҡалған биш көндө лә нәҡ шул ике көн өсөн йәшәгән кеүек йәшәйҙәр. Ошо ике көндән һуң, моңһоуланып, «Йәтимдәр йорто»на баралар, ошо көндәр еткәс, дәртләнеп, хыялланып ҡайтып керәләр...

Эйе-эйе, ә Зөләйха инде «һөйләшә» башланы. Һөйләшкәнгә тиклем, иң тәүҙә таный башланы. Бигерәк тә Әмирйәнде үҙ итә ул. Әмирйән йылмайып үбә башлаһа, рәхәт ҡытыҡланып, алһыу ирендәрен бөрөштөрөп, эсе ҡатып көлә, сал төшкән оҙон сәстәрен тартҡылай, танауынан тотоп уйнай, үрелеп, күҙҙәрендәге бәхет нурын тотоп алмаҡсы була...

Хат хаҡында беренсе булып Фәйрүзә һүҙ башланы. Бала менән уйнап булышыусы Әмирйән, ниҙер һиҙенгән кеүек, киҫкен генә башын ҡалҡытты, етди, мәғәнәле йөҙ сығарып, әммә ләм-мим бер һүҙ өндәшмәй, күҙенә ҡарап, ҡатынының ҡарарын көтә башланы.

– Кемдән икән? Үҙ адресын да, исемен дә яҙмаған... Әллә?

Шунда ғына Фәйрүзә төшөнөп алды. Ҡыҙының ҡулы, Гөлнараның хаты бит был!

– Атаһы...

Фәйрүзә әйтеп бөтөрә алманы, ҡысҡырып, һулҡылдап илап ебәрҙе. Әмирйән шунда уҡ барыһын да аңлап алған ине. Улда, баҫып торған урынында «ҡаҙаҡланған» килеш, күҙҙәрен һөрткөләне. Өйҙәге көсөргәнешлекте ҡасандыр Гөлнара үҫкән бәләкәй карауатта сәбәләнеп ятыусы Зөләйха ла тойоп алды, ахыры, бер ни тиклем шыңшып торҙо-торҙо ла һулышына быуылып иларға тотондо...

Хатты Әмирйән уҡыны. Фәйрүзә, күкрәгенә Зөләйханы ҡыҫып тотҡан килеш, уйсан, хатта һағышлы йөҙ менән тыңлап торҙо. Зөләйха ла тыңлай. Ул инде иламай. Ләкин көлмәй ҙә...

«Ҡәҙерле атайым, әсәйем! – тип, үҙәктәргә үтерлек, бәғерҙәргә төшөрлөк итеп башланып киткән ине был хат. – Һағынышлы сәләмдәр менән һеҙгә хат яҙа ҡыҙығыҙ Гөлнара. Һеҙҙең шундай ҡыҙығыҙ бар бит, онотманығыҙмы әле?

Мин һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ныҡ ғәйепле. Мин Хоҙай Тәғәлә ҡаршыһында ла ҙур гонаһлы. Ул гонаһымды ғүмерем буйына юйып бөтөрә алмаҫымды ла беләм. Әммә һеҙҙең мәрхәмәтегеҙ, мөхәббәтегеҙ уны бер ни тиклем еңеләйтер кеүек. Шуға күрә мине онотмағыҙ, көтөгөҙ.

Оҙаҡламай мин ҡайтырмын. Мин бөгөн үк ҡайтыр инем. Көсөм генә етмәй. Һеҙҙең күҙгә күтәрелеп ҡарарға баҙнат итә алмайым... Хәҙер мин япа-яңғыҙ. Гонаһым менән икәү генә. Минең яҙмышыма бер кем дә хужа түгел. Хоҙай Тәғәлә ихтыярында ғына ул. Ә Хоҙайҙың ихтыяры киң ул, ҙур ул, ул икһеҙ-сикһеҙ. Шуға ышанып йәшәйем.

Үҙем тураһында башҡа һис бер нәмә лә яҙа алмайым. Ҡайтҡас, барыһын да һөйләшербеҙ. Мине эҙләмәгеҙ, бөтөнләй сит-ят ҡалала йәшәп ятам. Әгәр инде был минең тормошомдо йәшәү тип атап булһа...»

Әмирйән үҙе уҡый, үҙенең күҙҙәре тыйнаҡ ҡына илайҙар, йәш түгәләр. Фәйрүзәлә тыйнаҡлыҡтың әҫәре лә юҡ – түшәктәге мендәр өйөмөнә башын терәп, һулҡылдап-һулҡылдай...

Әмирйән ҡатынына ҡарап ала ла уҡыуын дауам итә:

– «Бер нәмә мине саҡыра тыуған йортома, кемдер саҡыра. Һеҙ ҙә көтәһегеҙҙер... Әммә тағы ла кемдер көтә кеүек мине унда... Әллә еңеләйә башланым инде? Һеҙҙән башҡа кем көтһөн мине? Нишләп көтмәһен?! Бәғеремдең киҫәге ҡалды унда, йәнемдең бер өлөшө ҡалды...»

Фәйрүзәнең түшәк өҫтөндә өҙгөләнеүен күреп, Әмирйән туҡтап ҡалды. Хатын шул уҡ түшәккә ҡуйып, иҙәнгә теҙләнде, көрәктәй ҙур устарын ҡатынының иңенә һалды. Һыйпаманы, наҙламаны, бары тик ҡуйҙы ғына. Был уның: «Йә инде, тыныслан, ҡайтам тигән бит, ни өсөн өҙгөләнергә?» – тиеүе ине. Фәйрүзә быны аңланы, башын күтәреп, йәшкә сыланған күҙҙәре менән төбәлде Әмирйәнгә:

– Ҡайтып еткәнсе еңеләймәһә генә ярар ине, балаҡайым... – тип, башын иренең ҡулбашына һалды.

Бер ни тиклем тын ултырҙылар. Өйҙәге тынлыҡты үҙ карауатында шығырлап ятҡан бала тауышы ғына урыны-урыны менән боҙоп ала. Ул иламай. Сөнки ул үҙ өйөндә. Үҙ яҡындары, ҡәҙерлеләре янында. Ә яҡын, ғәзиз кешене барыбер тояһың ул, әрнеүле айҙар, йылдар аша ла, бик күп саҡрымдар аша ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазаптар, һағыштар, юғалтыуҙар, хатта гонаһтар аша ла тояһың... Бына бит Гөлнара ла тойған үҙенең ғәзиздәрен. Әмирйән менән Фәйрүзә лә тоялар үҙ ҡыҙҙарын... Ә был бала нимә тоя икән һуң? Кемде тоя? Ул бит әле һөйләшә лә, йөрөй ҙә, тоя ла белмәй, тиерһегеҙ... Һәм яңылышаһығыҙ. Ул инде һөйләшә, йөрөй, тоя... Ул донъя менән һөйләшә, яҙмыш менән етәкләшеп йөрөй, йөрәге менән тоя. Тимәк, ул ысын; тимәк, ул – кеше! Ысын кеше!

6

Гөлнаранан хат килгәнгә лә бер ғүмер уҙып китте. Бер айлыҡ ғүмер... Әмирйән дә, Фәйрүзә лә баштараҡ бик ныҡ көттөләр, һуңынан бик борсолдолар, бер булмаған баланан булмай инде тип, үҙ эҫтәренә бикләнеп йәшәй башланылар.

Унан ауырыуҙар китте. Иң элек Зөләйха ауырыны. Ирененә әсә һөтө теймәгән бала ҡышты, һыуыҡты ауыр кисерә – һәр кемгә билдәле. Әсә һөтөнөң көсөн, шифаһын һәм игелеген тағы нимә генә алыштыра ала икән? Кемдеңдер күңел йылыһымы? Йөҙ яҡтыһымы? Изге теләгеме, илаһи доғаһымы? Юҡтыр, быларҙың береһе лә алыштыра алмайҙыр әсә һөтөн, әсә наҙын.

Әмирйән менән Фәйрүзә лә алмаш-тилмәш ауырып киттеләр. Уларға күңел тыныслығы етмәне, ахырыһы. Был тыныслыҡты ҡыҙҙары Гөлнара ғына бирә ала ине. Хатта Зөләйха ла – өлкәнәйгән көндәрендә тормоштарына бүләк итеп ебәрелгән етем сабый ҙа – уларҙың күңелен үҙ урынына ҡайтара алманы...

Гөлнара, бер кем дә көтмәгәндә, февралдең иң һалҡын ваҡытында, ғәрәсәтле бурандар шашҡан бер мәлдә ҡайтып төштө. Сирҙәр инде үтеп киткән, ауырыуҙан һуң бер ни тиклем мандымаҫмы, нығынмаҫмы тип, Тамара Сергеевнанан ял һорап, Зөләйханы бер аҙнаға өйгә алып сыҡҡандар ине. Әмирйән менән Фәйрүзә үҙҙәре лә хәҙер сирҙән һуң быуын ҡатырып өлгөрмәгәндәр, шулай ҙа күңелдәре көр, зиһендәре асыҡ, йөҙҙәре яҡты ине уларҙың. Әллә ниндәй өмөт, хатта сихри тойоу менән йәшәгән көндәре ине. Шуға күрәлерме, бөтә донъяны күҙ асҡыһыҙ буран ҡаплаған бер иртәлә ишек ҡыңғырауының өҙгөләнеп ҡысҡырып ебәреүен бары тик бер нәмәгә генә – Гөлнараның ҡайтыуына ғына юранылар. Бер-береһенә ҡарашып алдылар. Икеһе лә шунда уҡ урындарынан ҡуҙғалып, тағы бер ҡат ултырҙылар. Бер ни тиклем тын ҡалып торҙолар. Карауатында «һөйләшеп» ятыусы Зөләйха ла ниҙер һиҙенгән кеүек өндәшмәҫ булды. Әллә ниндәй серле, хатта иң изге-илаһи мәл ине был. Ҡыңғырау тауышы үҙәктәрҙе өҙөп ҡабатланғас ҡына, Әмирйән һикереп тороп ишеккә ташланды, Фәйрүзә лә тороп баҫты, әммә, көнө буйы һалмай торған йыйнаҡ алъяпҡысын бармаҡ остары менән бөтәрләй-бөтәрләй, шул урынында ҡатып ҡалды.

Һалҡын болото эйәртеп килеп кергән Гөлнара, ҡулындағы төйөнсөктәрен бер яҡҡа атып, иң элек атаһын ҡосаҡлап алды, унан һуң, ҡаушап төшкән әсәһен күреп ҡалып, уға ябырылды...

Әсә менән ҡыҙ бик оҙаҡ ҡосаҡлашып торҙолар. Гөлнараның һалҡыны Фәйрүзәне ҡалтырата башлаған ине, күҙ йәштәренә «йыуынып» өлгөргән ҡыҙы, һулҡылдай-һулҡылдай, уның ҡолағына изге доғаларҙан да изгерәк һүҙ бышылданы:

– Кисер мине, әсәйем, барыһы өсөн дә!

Фәйрүзәнең күҙҙәренән ҡайғынан ташҡа әүерелеп бөтә яҙған йәштәр иреп ағып сыҡты, уның саҡ-саҡ иҫән йөрәге ярһып-ярһып тибә башланы. Ул шунда уҡ йылынып, терелеп китте...

Әсә кеше, ҡыҙының ҡайтыуына ныҡлап ышанырға теләгәндәй, хәлһеҙ тауыш менән һорап ҡуйҙы:

– Ҡайттыңмы, ҡыҙым?..

– Ҡайттым, әсәйем, ҡайттым. Бөтөнләйгә ҡайттым, китмәҫкә ҡайттым!..

– Белмәйем, белмәйем... Һинме һуң был?

Артындағы тауышҡа Гөлнара һиҫкәнеп башын ҡалҡытты, ҡайырылып, атаһына ҡараны. Шуның менән бергә, айырылышаһы килмәгән кеүек кенә әсәһен ҡубарылып, атаһының киң күкрәгенә барып һыйынды.

– Атайым...

Башҡа һүҙҙәр артыҡ ине бында. Был һүҙҙә «Атайым, кисер ахмаҡ ҡыҙыңды, ул башҡа бер ваҡытта ла һеҙҙе ташламаҫ» тип ғәфү үтенеү ҙә, «Нисек торҙоғоҙ? Минһеҙ нисек йәшәнегеҙ, нисек йөрәгегеҙ сыҙаны?» тип, ата кешенең хәленә инеү ҙә, «Йә, тағы йәшәйбеҙ әле, мин һеҙҙең эргәгә йәшәргә ҡайттым!» тигән хыялый өмөт тә бар ине.

– Атайым...

– Ҡыҙым...

Әмирйәндең һүҙендә лә мәғәнәләр күп ине. Унда ҡыҙына ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү менән шелтә-киҫәтеү йәшәй ине.

– Ҡыҙым...

Гөлнара, атаһы ҡуйынына йылышып, арыу уҡ торҙо әле. Шул арала илап та, көлөп тә алды. Ул башын күтәргәндә, йөҙө тынысланған, күҙҙәре урынына ултырған, ләкин ҡарашына ҡасандыр инеп урынлашҡан моң-зар һаман үҙ урынында ине...

Шул ваҡытта әллә нәмә булды. Гөлнара ҡалтыранып ҡуйҙы ла, утҡа бешкәндәй, атаһынан ситкә тайпылды. Ә күҙҙәре!.. Күҙҙәре тағы урынынан ҡупҡан! Ҡараштарындағы һағыш та ҡайҙалыр күңел артына төшөп юғалған, ә уның урынын ҡурҡыу ҡатыш ғәжәпләнеү тойғоһо биләп алған. Шок хәлендә ҡатып ҡалған Гөлнара, томоролоп, түрҙәге бала карауатына ҡарап тора ине.

– Был нимә?

Ошо һорауҙы ғына көткән кеүек, түшәгендә иҙрәп ятҡан бала ҡуҙғалып ҡуйҙы, бер аҙҙан, йөҙөн һытып, шығырҙай уҡ башланы...

– Ниндәй бала был?

Хәҙер был һорауға ла яуап бирмәһәгеҙ, ошонда шартлайым тигән кеүегерәк сыҡты был һорау. Тетрәнеп баҫып тороусы ҡыҙҙарын был көтөлмәгән хәлдән йолоп алырға теләгән кеүек, ата менән әсә, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, аңлатырға тотондолар.

– И-и, Зөләйхабыҙ был...

– Таптыҡ беҙ уны...

– Беҙҙең тағы бер ҡыҙыбыҙ булды...

– Табылдыҡ бала ул...

– Беҙҙең йыуанысыбыҙ хәҙер...

– Йәтимдәр йортонда йәшәй...

– Үлеп яратабыҙ үҙен...

– Китек яҙмышлы йән ул...

Фәйрүзә, ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына ҡуҙғалып, карауатында шыңшып ятҡан бала эргәһенә китте, уға Гөлнара эйәрҙе, Әмирйән иһә, үҙегеҙ беләһегеҙ инде тигән кеүек, уларға һалҡын ғына ҡараш ташлап алды ла ҡыҙының ҙур-ҙур сумкаларын урынлаштырырға кереште.

Фәйрүзә ҡыҙына Зөләйханың бөтә тарихын һөйләп бирҙе. Хоҙай белһен, ни өсөндөр, ул китек ай тураһында ғына әйтмәне. Хәтәр әйберҙе телгә алһа, шауҡымы йәнде иләҫләндерер, тынғыһыҙлыҡ ҡыҙына ла эйәрер, күсер тип ҡурҡты, ахыры...

Ә Гөлнара тынғыһыҙланып өлгөргән ине инде. Ни өсөндөр күңеленә артыҡ яҡын ҡабул итте ул был хәтәр яңылыҡты.

– Ә? Нисек табып алдығыҙ? Ҡайҙан? Янында медальон кеүек нәмә юҡ инеме?

Фәйрүзә был юлы ла «китек ай» тураһында әйтмәй ҡалдырҙы.

Ә Гөлнараға ысынлап та нимәлер булды. Ул, йөҙ-биттәрен сылатып өлгөргән күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәйенсә, тиҙ-тиҙ генә сисенеп ташланы ла ғүмер буйы бала баҡҡан әсә хәрәкәттәре менән, үрелеп, Зөләйханы ҡулына алды, кофтаһын муйын тураһына тиклем күтәреп, һөткә тулышҡан тулы күкрәктәрен, асығыуҙанмы, ауыртыуҙанмы илап шешенгән баланың дымлы йөҙөнә терәне. Тәбиғәттең илаһи һәм талантлы тойомона шаҡ ҡатырһың. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бер генә мәртәбә лә әсә һөтөн татып ҡарамаған бала шул миҙгелдә барыһына ла төшөнөп өлгөрҙө – ул кескәй, көсһөҙ ҡулдары менән Гөлнараның мөхәббәтле һәм ымһындырғыс күкрәктәренә сат йәбеште, әллә ниндәй тылсым ярҙамында, шунда уҡ әллә ниндәй бер ныҡышлыҡ, хатта асыу менән, шыңшый-шыңшый, ҡайһы берҙә рәхәт итеп ыңғыраша-ыңғыраша, йотлоғоп имә башланы. Әйтеп тә, тасуирлап та бөтөрөп булмай торған илаһи, сихри мәл ине был! Тәбиғәттең тантана иткән ваҡыты. Тормоштоң үҙ хоҡуҡтарын даулаған мәле, хәҡиҡәттең раҫланған, дәлилләнгән сағы... Был минутта Гөлнараның:

– Балам... Бәғерем... – тигән йән тауышы әллә ниндәй изге доға булып ишетелде. Был доға Әмирйән менән Фәйрүзәне һиҫкәндереп, хатта тетрәндереп ебәрҙе, улар, шунда уҡ ҡуҙғалып, бала имеҙеп баҫып тороусы ҡыҙҙарына табан ынтылдылар.

– Ҡыҙым... Нишләйһең һин?

– Был һөтөң ҡайҙан?

– Үҙең ҡайҙан?

– Һин... кем?

– Мин был, әсәйем... Атайым, был мин – ҡыҙығыҙ Гөлнара... Ә быға аптырамағыҙ. Бала төшөрттөм мин. Балаһы юҡ инде, ә һөтө ҡалды... Ҡайһы берҙә күкрәктәрем өҙөлөп төшөрҙәй булып һыҙлай... Ундай мәлдә үҙемде-үҙем һауып, ҡоймаҡҡа туҡып ашайым... Хәҙер ҡоймаҡ ҡайғыһы бөттө. Бына бит нисек имә, меҫкенкәйем!.. Эй бала, бала...

– Эй бала, бала... – Фәйрүзә был аһлы, зарлы һүҙҙе әллә табылдыҡ балаға ҡарата, әллә үҙҙәренең бәхетһеҙ ҡыҙҙарына ҡарап әйтте – теүәл генә беленмәй ҡалды, был хәлдәрҙән йөрәге ярылыр хәлгә еткән Әмирйән, сабырлығын юйып, кейенеп тә тормайынса, ишекте бәреп асып, тышҡы яҡҡа сығып китте...

7

Гөлнара ҡайтҡас, өйгә йәм керҙе. Әсә һөтө булған ерҙә йәннәт нурҙары балҡый башлай, тиҙәр, ысын икән. Зөләйха ла күҙгә күренеп үҙгәрҙе – терелеп, таҙарып китте, йылмая-көлә башланы, йөҙөнә кеше төҫө керҙе...

Тик шуныһы ғына: закон буйынса бала йәтимдәр йортонда йәшәргә тейеш икән. Рәхим ит: ни тиклем теләйһең, шул тиклем килеп йөрө, әммә өйгә алып сыға алмайһың. Ярамай.

Әмирйән менән Фәйрүзә барыбер үҙҙәренекен итәләр – Зөләйханы ял көндәренә үҙҙәре менән алалар. Аҙна уртаһында ла унан айырылмайҙар. Улар хәҙер өсәүләп йәтимдәр янында яталар... Тамара Сергеевна Гөлнараға ла эш тапты – кухняға картуф әрсергә, һауыт-һаба йыуырға билдәләне. Гөлнара таш ватырға тиһәләр ҙә риза булыр ине – ошо сабыйҙан, үкһеҙ бәғер итенән генә айырмаһындар, тәбиғәттең ошо ымһындырғыс бүләгенән мәхрүм генә итмәһендәр!..

Ара-тирә ул, Зөләйханы алып, көҙгө алдына килеп ултыра, баланың йөҙ һыҙаттарын үҙенеке менән сағыштыра, оҙаҡлап уйланып, яманһыулап ултыра. Йырлап та, илап та ала. Ә бер көндө көтмәгәндә атаһынан һорап ҡуйҙы:

– Зөләйха беҙгә оҡшаған, эйеме, атай? Бына бит ҡаштары тап һинеке, ирендәре лә, күҙҙәре лә...

Әмирйән нимә тиһен инде? «Оҡшаған» тиһенме? Ә ни өсөн оҡшарға тейеш һуң әле?! Урмандан табып алынған бала ғына бит ул! Бесәй балаһынан йәиһә көсөктән уның нимәһе артыҡ һуң? Оҡшаһа ла бер ни ҙә түгел. Бала үҙен ҡарап үҫтергән кешеһенә оҡшай, тиҙәрме әле? Әсә һөтө лә эҙһеҙ ҡалмайҙыр. Был изге һөт сабыйҙарға ризыҡ өсөн йәиһә ниндәйҙер дарыу, шифа өсөн генә бирелмәгән, уның бәхете һәм яҙмышы өсөн дә насип булғандыр!..

Зөләйха уларҙы тағы бер ҡат туғанлаштырҙы, татыулаштырҙы, бөтөнәйтеп бер ғаилә итеп ҡуйҙы. Бала был ғаиләнең йәшәү мәғәнәһенә, хатта йәшәү маҡсатына әүерелде. Уларҙың күҙенә башҡа кеше, һис бер нәмә лә күренмәй, уларға бүтән кеше лә, бер нәмә лә кәрәк түгел ине.

Ләкин Рахманғоловтар ғаиләһенең бәхете бөтөн үк түгел икән әле. Гөлнараның ара-тирә йәшереп кенә илап алыуы, Фәйрүзәнең йән ауазы менән һыҡрап, хатта һуҡранып ҡуйыуы, Әмирйәндең йән өшөткәс һынаулы ҡарашы был донъяның сите китек булыуы тураһында һөйләйҙәр ине.

Зөләйханы ҡыҙлыҡҡа алыу уйы беренсе булып Әмирйәндән сыҡты. Көндәрҙән бер көндө, Зөләйха эргәһендә ҡайнашҡан Фәйрүзә менән Гөлнараға ҡарап торҙо ла әйтеп ҡуйҙы ул:

– Алып ҡына ҡайтығыҙ инде бөтөнләйгә. Бигерәк үҙ балағыҙ итеп бөтөрҙөгөҙ, – тине.

Тегеләр шунда уҡ бер-береһенә ҡарашып алдылар. Зөләйха ла тынып ҡалғандай булды.

– Ҡара әле, балам, ысынлап та, ҡыҙлыҡҡа алһаҡ? Беҙгә бирмәҫтәр, ә бына һиңә бирәләр, быныһы ысын...

Гөлнара яуап бирмәне. Яуап урынына үҙенең тарихын һөйләй башланы. Юҡ, илап-һыҡтап ултырманы, тыныс ҡына, уҡыған китабының йөкмәткеһен һөйләгән кеүек кенә һөйләне лә һөйләне ул...

– Мин уны йәнем-тәнем менән яраттым. Ғүмеремде бирергә лә әҙер инем!.. Баштараҡ ул яратҡан кеүек ине. Бик наҙланы, ҡәҙерләне... Бала булаһын белгәс, үҙгәрҙе, яҡын килмәҫ булды, бүтәндәр менән осраша башланы. Балаңды ташлаһаң, ҡабат ҡайтам тигәс, бәғеремдән өҙөлөп төшкән сабыйымды төшөртөп, ситкә сығып киттем... Барыбер ташланы. Балаһыҙ ҙа ҡалдым, һөйгән йәрһеҙ ҙә... Бына һеҙ генә ҡалдығыҙ... Аҙаҡ ... был бала... Ләкин мин уны ҡыҙлыҡҡа алырға ҡурҡам. Хоҙай ҡарғышы төшөр тип ҡурҡам. Үҙ балаһын ташлаған әсә кеше балаһына әсә булырға хаҡы юҡ. Мин быны ғына беләм. Шуға күрә Зөләйханы үҙемә һыйындыра алмайым. Уны, бәлки, ошо минутта үҙ әсәһе эҙләйҙер? Ни өсөн уларҙың юлына арҡыры төшөргә? Ҡыҙлыҡҡа алһаҡ, ул үҙ яҙмышын юғалтасаҡ, нәҫелен, тамырын юғалтасаҡ... Ишетәһегеҙме, әсәйем, атайым, Зөләйханы алырға минең хаҡым юҡ! Беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ!.. Былай ғына ҡарарбыҙ. Ҡағыҙһыҙ-ниһеҙ ҡарарбыҙ. Бына тигән итеп ҡарарбыҙ, үҫтерербеҙ... Шулай бит?

– Шулайын шулай ҙа... Йәтимлек тигән нәмә йәнен теләсәк бит уның...

– Их, әсәйем, ата-әсә янында ла шыр йәтим булып йәшәргә мөмкин дәһә...

Фәйрүзә башҡа өндәшмәне. Гөлнара ла, уңайһыҙ һүҙгә тағы бер ҡат әйләнеп ҡайтмаясағын белдерергә теләгәндәй, һалмаҡ ҡына тороп, балаға алма боламығы әҙерләргә тотондо.

Әмирйәндең һүҙе бөтмәгән икән әле.

– Дөрөҫ, ҡыҙым. Тапҡан түгел, тәрбиәләп үҫтергән әсә кеше булырға тейеш. Табыу менәнме ни, наҙыңды, йәнеңде бирмәгәс...

Әмирйәнгә ҡушылып, «ә-ә» тип тә, «йә» тип тә әйтеүсе булманы. Бөтә нәмә элеккесә ҡалды. Тормош үҙ көйөнсә дауам итте. Зөләйха ай үҫәһен көн үҫте. Ҡыҙлыҡҡа алырға теләмәһә лә, Гөлнара уға тамам күнегеп, күнегеп кенә түгел, берегеп етте. Ул хәҙер йәтимдәр йорто ҡаршыһында тегеү цехы асып ебәрҙе. Үҙе йөрөп, хакимиәттән аҡса йүнәтте, йәтим балаларға береһенән-береһе матур кейемдәр тегеп кейҙертә башланы. «Эстән әсә, ғаилә йылыһынан мәхрүм булһалар ҙа, тыштан өшөмәһендәр», – тип уйланы ул. Ул хәҙер бөтә ерҙә маҡталып йөрөй, хакимиәттә булған кәңәшмәләрҙә йыш була, йәтимдәр мәнфәғәтен ҡайғыртып, ялҡынлы сығыштар яһай, һәр бала өсөн, һәр үкһеҙ йән өсөн үҙенең йәнен, бәғерен меңгә телгеләп йөрөй.

Әмирйән менән Фәйрүзә лә тамам тынысландылар. Ҡыҙҙарының күҙгә күренеп үҙгәреүе, тормошҡа ҡайтыуы һөйөндөрҙө уларҙы. Тик... ишелеп килгән һөйөнөс артынан йыш ҡына бәлә-ҡаза һағалап тороуын да яҡшы беләләр был күпте күргән кешеләр. Намаҙ уҡығанда: «Күҙ тейә күрмәһен», – тип, изге доғалар өсөн таныш булмаған һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырып ебәрәләр хатта. Ләкин тормоштоң барышын, яҙмыштың ихтыярын ҡай саҡта изге доғалар, яҡшы теләктәр генә үҙгәртә алмай шул.

Беренсе шомло хәбәр Гөлнараның телефон аша күршеләге балалар йорто директоры менән һөйләшеүе булып килеп иреште.

– Һеҙгә үткән көҙ берәй ҡыҙ бала килтермәнеләрме? Түшендә китек ай булырға тейеш уның... Юҡ-юҡ, былай ғына һорайым. Бер танышым белешергә ҡушҡан ине...

Фәйрүзәнең күңелен ниндәйҙер билдәһеҙ хәүеф биләп алды. Ҡайҙан белә ул китек ай тураһында? Был бала хаҡында ҡайҙан белә?

Һуңынан тынысланды тағы. Белһә һуң! Ишеткәндер. Был бала хаҡында, кем, нимә генә һөйләмәй бит... Ләкин Зөләйха бар бит инде, бар... Ниңә тағы һораша ул уны, ни өсөн эҙләй? Фәйрүзә тағы шул хаҡта уйланды: үҙ балаһын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙа ниндәй борсоу булмаҫ?! Шулай ҙа ниндәй китек ай тураһында һорашты икән уның Гөлнараһы?

Яйын тура килтереп бер һорармын әле тип йөрөһә дә, Фәйрүзә был хаҡта ҡыҙынан һис кенә һорай алманы. Инде тәүәккәлләп, һорарға йыйынып бөткәс кенә, Гөлнара һыуға төшкән кеүек ҡапыл юҡҡа сыҡты. Ҡайтманы. Юғалды. Ғәйеп булды.

Әмирйән менән Фәйрүзә ни уйларға ла белмәнеләр. Унда һуғылдылар, бында бәрелделәр, әммә ҡыҙҙарының эҙенә төшә алманылар. Йәтимдәр йортонан әллә ниндәй бер ир затына эйәреп сығып китеүен күргәндәр күреүен. Тик уның кем икәнен, ҡайҙан икәнен бер кем дә әйтә алманы.

Гөлнараның юғалыуын нисек тә кисергәндәр ине, был юлы юғалтыу ҡайғыһы ауырыу булып килде – Әмирйән, һалҡын тейҙереп, түшәккә йығылды, Фәйрүзә лә, аяҡһыҙ ҡалып, өй тирәһендә генә сыуала башланы. Йәтимдәр йорто ла, Зөләйха ғәме лә яңы борсоуҙар аҫтында күмелеп ҡалды.

Шулай өс көн үтте. Өсөнсө төнгә ингәндә, һуң ғына, күтәренеп, Гөлнаралары ҡайтып инде. Йөҙҙәре тулы ҡояш, күҙҙәре пар йондоҙ кеүек балҡып яналар, ҡулында – биләүгә төрөлгән бала, телендә татлынан-татлы һүҙҙәр...

– Әсәйем, әсәкәйем минең! Нисек торҙоғоҙ? Үлеп һағындым мин һеҙҙе! Бына һеҙгә ейәнсәр алып ҡайттым! Зөләйханы алып ҡайттым. Бөтөнләйгә! Ишетәһегеҙме, хәҙер һеҙҙең ейәнсәрегеҙ бар, ә минең ҡыҙым бар. Атай, ҡара әле, ни эшләп ятаһың түшәк өҫтөндә? Тор, тор әйҙә. Һөйөнөсөңдән бейеп ебәр. Зөләйхабыҙ ҡайтты бит!

Ләкин Әмирйән һөйөнөргә йыйынып тормай ине. Ул, хәлһеҙ кәүҙәһен бер яҡҡа ташлап, башын ҡалҡытыбыраҡ ҡуйҙы ла уҫал ҡарашы менән ҡыҙына барып ҡаҙалды:

– Ҡайҙа юғалдың һин? Өс көн ҡайҙа йөрөнөң?

Уны Фәйрүзә йөпләп күтәреп алды:

– Нимә булды һиңә, ҡыҙым? Ул ғүмер әйтмәй йөрөйҙәр тиме ни?! Атайыңа яуап бир!

Гөлнара хәлдең ни тиклем етди икәненә бик тиҙ төшөндө. Ҡулындағы баланы карауатҡа илтеп һалды ла атаһы менән әсәһен бер юлы ҡосаҡлап алды.

– Мин... мин тағы китә яҙҙым... Тик был юлы мине һеҙҙән айырып та, ҡайырып та ала алманылар. Мин бит уны әле лә яратам. Ул да ярата. Ләкин ул үҙен миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата. Мин быны хәҙер генә аңланым. Шуға күрә лә мин һеҙҙең янда. Зөләйха янына... Ә ул... теләй икән инде, ярата икән – мине нисек бар, шулай ҡабул итһен. Һеҙҙең менән, Зөләйха менән бергә... Ышанам да кеүек, бер килер ул, килер... Ә бөгөн мин уның менән хушлаштым. Мөхәббәтем менән хушлаштым... Юл ыңғайы Зөләйханы инеп алдым. Бөтөнләйгә! Ишетәһегеҙме! Бө-төн-ләй-гә! Шул! Нимә булһын миңә?!

Ҡыҙҙарының иҫән-һау ҡайтыуы, өҫтәүенә, ҡапыл күҙ уңынан юғалып һағындыра башлаған Зөләйханың тағы бер ҡат пәйҙә булыуы күңелдәрен ҡуҙғатып ебәрҙе, күрәһең, ата менән әсә, һүҙ ҡуйышҡандай, икеһе бер үк һүҙҙе ҡабатланылар:

– Барыһы ла яҡшы булыр, ҡыҙым!..

8

Әмирйән бер ни тиклем шәбәйә башлау менән, мәжлескә әҙерләнә башланылар. Бәпес туйына.

Зөләйха хәҙер гел уларҙа йәшәй. Бер нисә көн тигәндә, Гөлнара бөтә документтарын тәртипкә килтереп ҡайтты. Уның күңеле урынына тамам ултырып етте, күрәһең. Ул бер туҡтауһыҙ шаяра, көлә, карауатында ятҡан Зөләйханы ҡамыр кеүек әүәләп һөйә, ҡытыҡлап, көлдөрөп яфалай, илатып бөтөрә. Улар хәҙер шул тиклем дуҫлашып бөттөләр – бер-береһенән башҡа тора алмайҙар: Гөлнара кибеткә сығып китһә лә, ул уны юғалтып шыңшый башлай. Фәйрүзә Зөләйханы һауаға алып сыҡһа, Гөлнара, тиҙ-тиҙ генә эштәрен тамамлап, шунда уҡ арттарынан эйәрә.

Ә бер көндө...

Ул көндө Фәйрүзә, Зөләйханы алып, алданыраҡ сығып киткән ине. Урамдың ҡаршы яғында яҙғы ҡояштан ҡарая башлаған көрттәр араһында ҡаҡҡан бағана кеүек баҫып торған әҙәм затын шунда уҡ шәйләп алды ул. Ябай ир-ат. Ни өсөн был яҡҡа ҡарап текәлеп тора һуң ул? Әллә? Әллә бер-бер хәл ҡылмаҡсы буламы? Нимәһенә ҡыҙыҡһын инде ул был ҡарсыҡтың? Ни өсөн ҡыҙыҡмаһын?! Балаһына күҙе төшһә? Бала урлап һатыусылар хаҡында гел һөйләп торалар ҙа баһа. Булмаҫ. Был кешенең йөҙө тыныс күренә. Хатта яманһыу. Һағышлы. Әллә ниндәй бер борсоу бар ине был кешелә. Ауырлыҡ бар. Шул ауырлыҡ беркетеп ҡуйған уны ергә...

Шул ваҡыт подъезд ишегенән Гөлнара күренде. Ул да күреп алды теге ят бәндәне. Һиҫкәнеп ҡуйҙы, ҡаушап, туҡталып ҡалды. Аҙаҡ теге кешенән күҙҙәрен алмайынса ғына әсәһе эргәһенә килде.

– Бар, әсәйем, кер һин. Бөгөн мин үҙем генә йөрөтәм Зөләйханы, – тип, баланы алырға үрелде.

Фәйрүзә теләмәйенсә генә инеп китте. Ишеккә еткәс, артына әйләнеп ҡараны. Теге таныш булмаған кеше тиҙ-тиҙ атлап юлдың был яғына сығып килә. Гөлнара иһә, балаһын күтәргән килеш, күҙгә күренмәй торған ҡанат-тарын елпей-елпей, уның ҡаршыһына китеп бара...

Был юлы оҙағыраҡ йөрөп инделәр. Баланың ете ҡат сепрәгенә лә һыуыҡ үтеп өлгөргән. Биләүҙе тиҙ генә һүтеп, баланы оло карауатына таратып ебәрҙеләр. Шуны ғына көткән кеүек, бит остарын алһыуландырып ятыусы Зөләйха көлөп ебәрҙе. Уға эйәреп Гөлнара көлдө. Кәйефе яҡшы ине уның. Күңеле күтәренке ине.

Урамдағы хәлдәрҙе Фәйрүзә һорашып торманы. Ни өсөн йән үртәргә? Гөлнараның елкәһендә үҙ башы бар. Хәҙер ике баш улар. Шуға күрә Фәйрүзә лә тыныс. Әмирйәндең: «Ҡыҙыбыҙ менән нимәлер булған, ахыры, ҡарсыҡ?» – тигән һорауына ла: «Булыр ҙа шул. Бала әсәһендә ни булмаҫ?! Гел борсоу ғына тимәгән бит...» – тип, еңелсә генә, әммә үтә лә серле яуап биреп ҡотолдо ул.

Мәжлес көнө бик тиҙ килеп етте. Бөтә булған оҫталыҡтарын егеп, өҫтәл әҙерләнеләр. Иң ҡатмарлыһы кейем-һалым һайлау булды. Мәжлескә нәмә кейергә белмәйенсә йөҙәп бөттөләр. Аптырамаҫлыҡ та түгел – күптәндән һый әҙерләгәндәре, ҡунаҡ йыйғандары, байрам-туй иткәндәре юҡ икән бит уларҙың. Баштараҡ эш, тип ғүмер үткән, һуңынан байрам итерлек, мәжлес үткәрерлек сәбәп тә ҡалмаған...

Гөлнара тыуғас, дуҫ-иштәре, ҡәрҙәш-ырыу менән йыйылып ултырған кисте яҡшы хәтерләйҙәр. Фәйрүзә ап-аҡ оҙон күлдәктән, түшенә үҙ күҙҙәре кеүек үк зәңгәрһыу төймәләр ятҡан, билендә, эштән бигерәк, күберәк матурлыҡ өсөн кейелгән сигеүле алъяпҡыс... Әмирйәндең ҡиәфәте лә күҙҙең яуын алырлыҡ – шундай уҡ аҡ күлдәк, һалдаттан эйәреп ҡайтҡан, йондоҙ айыллы ҡайыш менән быуылған, йөрөгәндә елп-елп килеп тора торған киң балаҡлы ҡара салбар...

Улар был юлы ла тап шулай кейенергә булдылар. Фәйрүзәнең әйтеүе булды, Әмирйәндең, риза булып, ым ҡағыуы булды, Гөлнара сирек быуат буйына өй мөйөшөндә ойоп ятҡан йәшел һандыҡты тартып та сығарҙы. Асып та ебәрҙе. Хуш еҫле һабын, һабантуй еҫтәренә эйәреп, кеше тормошондағы башҡа бик күп еҫтәр бөркөлөп килеп сыҡтылар ла бөтә өйҙө, донъяны, күңелдәрҙе тултырып ташланылар...

– Абау! – Йәшел һандыҡҡа сумып әйбер эҙләгән Гөлнара ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо. – Әс-әкәйем! Н-н-нимә был?

Уның усында Фәйрүзә һандыҡ төбөнә йәшереп ҡуйған китек ай киҫәге ята ине.

Бөтә йәне-тәне менән тетрәнеп, ҡалтыранып торған ҡыҙҙарын күргәс, Әмирйән менән Фәйрүзә телдәренән дә, зиһендәренән дә яҙҙылар. Бер аҙҙан ғына, аҡылдарына килеп, бер-береһенә ҡарарлыҡ, күҙҙәре менән генә түгел, күңелдәре менән дә аңлашырлыҡ хәлгә керҙеләр, телдәре асылды.

– Нимә булһын?.. Зөләйха менән бергә ине ул. Китек булғанға күңелем шомланып, һандыҡ төбөнә йәшергән инем шул...

Ҡыҙы янында аҡлана башлаған Фәйрүзәне бүлдереп, Әмирйән ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы:

– Кире һалып ҡуй һин уны, ҡыҙым, күҙгә күренеп, күңелде ауырттырып тормаһын!

Ләкин Гөлнара уларҙы ишетмәй ҙә, тыңламай ҙа. Уның йөрәгенә ғүмерлеккә уңалмай торған яра уйылып өлгөргән ине. Был йәрәхәттең исеме Зөләйха ине. Шуға күрә лә ул, күңелен ҡуҙғатып ебәргән хистәрен тыйып та, йәшереп тә тормайынса, тамағын туйҙырып, алһыу йөҙөн йыя алмайса көлөп ятҡан ташландыҡ ҡыҙына:

– Балам! Бәғерем! Һин бит минеке! Минеке генә! Минеке-е-е... Кисер мине, бәғер киҫәгем, йөрәк майым! Барыһы өсөн дә кисер был йүнһеҙ әсәңде! Ул һине башҡа бер ваҡытта ла ташламаясаҡ!

Гөлнараның күкрәгенә ҡыҫылып, тынһыҙ ҡалған Зөләйха өҙлөгөп иларға кереште. Фәйрүзә менән Әмирйән дә хистәрен хистәренә эйәртеп, күҙ йәштәрен үҙ иркенә ҡуйҙылар. Улар хәҙер барыһына ла төшөнөп алғандар ине – Гөлнара ҡыҙлыҡҡа яҙҙырып ҡайтҡан Зөләйха ҡасандыр үҙе үк ташлап ҡалдырған бала булып сыҡты! Шуға күрәлерме, уларҙың күңелендә ах итерлек һөйөнөс-маҙар юҡ ине. Ҡайғы-хәсрәт тә юҡ юғын. Әммә шатлыҡ-ҡыуаныс та юҡ. Бары тик ниндәйҙер эске һыҙланыу ауыртыу ғына бар. Был һыҙланыуҙың исеме булһа, ул «ғибрәт» йәиһә «яҙмыш» исемле булыр ине... Бары тик шулай ғына...

Шул ваҡытта, йәнгә үтеп, ишек ҡыңғырауы яңғыраны. Барыһы ла тертләп уянып киттеләр. Хатта әсе күҙ йәше менән илап ятыусы Зөләйха ла тып-тын ҡалды.

Бер-береһенә ҡарашып алғас, ым менән генә ишеккә Фәйрүзәне ебәрергә булдылар. Ул бик тиҙ урап килде. Ишек артындағы шау-шыу уға эйәрергә тырышып ҡараһа ла өлгөрмәне.

– Ҡунаҡтар килде, Әмирйән...

Шул һүҙҙе генә көткән кеүек, өй эсен йәтимдәр йортонда эшләүсе тәрбиәселәр, врачтар тултырҙы. Тамара Сергеевна һүҙендә торған – бөтә кешеһен үҙе менән эйәртеп алып килгән.

Был керәшен ҡатыны бик һиҙгер булып сыҡты. Өйҙәгеләрҙең сәйер хәлен шунда уҡ төшөнөп алды.

– Әллә шундай байрам көндө лә йәш түгеп ултыраһығыҙ инде? Ә был нимә? – Ул иҙән уртаһында таралып ятҡан һандыҡҡа төртөп күрһәтте. – Хәҙер үк йыйып ҡуйығыҙ. Үткәндәр менән түгел, бөгөнгө көн менән, киләсәк менән йәшәргә кәрәк. Аңлайһығыҙмы? Хәҙер үк күҙ алдында юҡ итегеҙ был тарих һандығын!

Бик сәйер күренеш ине был: Тамара Сергеевна күрһәтмәләр биреп тора, Әмирйән һандыҡ йыйып йөрөй. Фәйрүзә, йөҙөнә көс-хәл менән генә йылмайыу сығарып, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ кеүек иҙән уртаһында баҫып тора, Гөлнара, ғәзиз балаһын ҡосаҡлап, түрҙәге түшәккә менеп ҡунаҡлаған... Байрамға, мәжлескә яңылыш бер генә ишара ла, ым да юҡ бында.

Беренсе булып Фәйрүзә айныны. Тыз-быз килеп кухняға сығып китте. Уға ҡунаҡ ҡатындар эйәрҙеләр. Тиҙ арала өҫтәл әҙерләнде. Фәйрүзәнең әҙер һыйҙарын бүлеп сығыу әллә ни ҡыйын булманы.

Өҫтәл артына ултырыштылар. Көлөшөү, һөйләшеү китте. Гөлнаранан башҡалар барыһы ла шат, көләс ине. Бер ни тиклем «төшөрөп» алғас, Әмирйәнгә лә йән инде, Фәйрүзә лә бындай байрамды һағынған, танһыҡлаған, моғайын, – шаяра-шаяра ҡунаҡтар һыйлап йөрөнө.

Ә Гөлнара моңһоу ине. Ләкин бәхетле һағыш ине был. Ул табынға ултырманы тип әйтергә мөмкин. Уның ҡарашы Зөләйханы бер генә минутҡа булһа ла ҡулынан ысҡындырманы. Әллә ниндәй ҡиммәтле әйберен юғалтыуҙан ҡурҡҡан кеше кеүек, гел үҙ янында, ҡуйынында тотто, бер туҡтауһыҙ үпте, уйнаны, шаярҙы, балалар теле менән һөйләшеп, икеһе генә аңлай торған оло бер донъя тыуҙырып ултырҙы.

Ишектә ишетелгән ҡыңғырау тауышын да, беренсе булып, мәжлестән ситтәрәк балаһы менән мәшғүл булған Гөлнара ишетте. Бына ул, ниҙер һиҙенгән кеүек һағайып, башын ҡалҡытты ла әсәһенә өндәште. Фәйрүзә тиҙ генә күнегеп өлгөргән – көтөлмәгән ҡунаҡты ҡаршы алырға был юлы ла ул китте. Шаҡтай оҙаҡ тороп керҙе. Мәжлес халҡы шомлана ла башлаған ине. Ҙур сәскә бәйләме күтәреп кереп килеүсе Фәйрүзәне күргәс, тағы шау-шыу, көлкө, шаярыу китте.

– Ҡыҙым, теге кеше килгән... Бына сәскәләр килтергән... Һине һорай... Ә быныһын Зөләйхаға тине... – Фәйрүзә сәскәләр араһында аҙашып ҡалған уң ҡулын тартып сығарҙы ла усын йәйеп ебәрҙе. Унда, күҙҙең яуын алып, балҡып, көмөш айлы өр-яңы медальон ята ине.

Гөлнараның урынынан ҡуҙғалырға уйы ла юҡ кеүек. Ул, Зөләйханы алдына алып, уның бит остарынан, танауынан, күҙҙәренән үбеп сыҡты ла, юҡ, теле менән түгел, күңеле, йәне менән:

– Ҡыҙым, атайың килгән, ҡаршы алабыҙмы? – тине...

Ғәлимйән ҒИЛМАНОВ.

Читайте нас