Бөтә яңылыҡтар

Сәм

Хикәйә

Ҡот осҡос геүләү. Тетрәнеп торған тирә-яҡ ҡапыл күҙ ҡамашыр яҡтылыҡҡа мансыла. Тәү ҡарашҡа матур ғына күренгән сәйер нурҙар ни аралалыр яман яндырып ала. Тән ҡурыша, тире ҡубарыла, түҙер әмәл ҡалмай, был тирәнән тиҙерәк тороп ҡасҡы килә. Әммә ҡасыу түгел, ҡыбырларлыҡ та әмәл юҡ. Ә теге яҡтылыҡ өтә, бешерә генә. Мейе ҡайнай, зиһен тарҡала. Әллә ахырызаман тигәндәре ошомо?..

Һушһыҙ ятҡан Зәй тертләп китте лә, бөтә кәүҙәһе тартыша башланы. Ғазаплы тартышыу: һыҙланыуы үҙәккә үтә. Уның һыңар аяғы менән ахирәт тупһаһына баҫып ҡарағандан һуң, ҡабат фани донъяға әйләнеп ҡайтыуы ине, буғай. Тик донъяның фани тигәндәре яҡты була, ә был... Бында дөм-ҡараңғы. Ҡараңғы һәм һыуыҡ. Ныҡ һыуыҡ. Ҡалтырата. Ҡайҙа юғалды баяғы ҡайнар нурҙар? Бер аҙ ғына йылытып китһәгеҙ ине. Әллә уныһы бары төш кенә булдымы? Һаташыу ғынамы? Уф-ф, тағы тартыштыра. Соңҡаһы сатнай. Әллә күҙҙәре лә күрмәй инде. Шулай була күрмәһен.

«Эй, әҙәми зат! Эй, кеше! Ни сәбәптән өйөңдә генә ултырмайһың? Йөрөйһөң, йөрөйһөң, ҡайҙа, ни артынан китеп барғаныңды үҙең дә белмәйһең...» Башкөллө ҡараңғылыҡҡа сумып яткан Зәйҙең хәтеренә, ни эшләптер, кинәт ошо бер шәп фильмдағы уйға һалыр һүҙҙәр килеп төштө. Икһеҙ-сикһеҙ тундра киңлектәрен егелгән боланда гиҙеүсе егеттең әллә асырғанып, әллә һоҡланыуҙан әйткән һүҙҙәре. Урынһыҙғамы, әллә урынлымы, ҡапылда уныһына төшөнә алманы. Шәт, был шыҡһыҙ донъя буйлап, ысынлап та, ышаныслы боланың, ә башҡорт өсөн арымаҫ-талмаҫ арғымағың барында ғына йөрөү кәрәктер. Йәйәүленең юлы ырамай, шунлыҡтан эше лә бешмәй. Бына әле үҙенең ҡайҙа ятҡанын иҫләмәгән Зәйҙеке кеүек. Ысынлап та, ни ҡарап йөрөнө ул? Ҡайҙа ята? Ниндәй юлдар менән килеп тарыны был күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғы урынға? һорауҙар, һорауҙар... Һорауҙар күп, ә яуап юҡ. Ул үлтереп зәңкегән мейеһен күпме генә көсөргәндереп ҡараһа ла, хәтеренә әлеге халәтен асыҡларлыҡ бер ни ҙә төшөрә алманы. Күрәһең, башын ныҡ бәргән.

Зәйҙең әле сүп ҡыбырлатырлыҡ та көсө юҡ. Өҫтәүенә, ян-яҡлап ниҙер ҡыҫа, күкрәк тултырып һулыш алырға ла ирек бирмәй. Үҙе өшөмәгән дә һымаҡ, ә ҡалтырата. Хәйер, ҡалтыранһын әйҙә. Дерелдәп ҡалтыраған тәнгә һалҡын үтеп инә алмай. Ул арҡаһына йәбешкән сирҡандырғыс кейем еүешлеген, ҡаҡ тубығын өтөп барған боҙ һалҡынлығын тоя, әммә шуларҙан ҡотолор әмәлен таба алмай. Ул хәрәкәтһеҙ. Уны ғәләмәт ауыр ниҙер баҫып тота. Бына-бына иҙеп ташлар төҫлө. Ысынлап та иҙеп ҡуйһа?..Ошо уйҙан уға ҡурҡыныс булып китә.

Барлыҡ ҡына ҡеүәтен туплаған Зәй ҡулдарын ҡыбырлатмаҡсы. Бейәләйһеҙ ҡулы һалҡынлыҡҡа төртөлдө. Бәй, ул ҡар ҡатламы аҫтында ята түгелме? Эйе, ҡар аҫтында. Нисек килеп сыҡты былай? Мәгәр тәнгә һылашып торған епшек ҡатлам үтә ҡалын булып сыҡһа? Ул сағында бәхил булығыҙ, һәммәгеҙ ҙә!.. Йәнде өҙөр әлеге уйҙан Зәйҙең йөрәге тағы жыу итеп ҡала, барлыҡ ағзалары буйлап ҡайнар тулҡын үтә. Маңлайына бөрсөк-бөрсөк һалҡын тир бәреп сыға, ләкин ир быны күрмәй ҙә, тоймай ҙа. Шулай уҡ кешеләрҙең, һуңғы төйәк, тип атаған урыны ошонда булырмы? Был ерҙә ғәзиз һөйәктәрен таба алырҙармы берәй заман?..

Һөйәктәрен? Йо-оҡ! Йән хаҡына, бер бөртөк ғүмер өсөн айҡашҡан йән эйәһенең көсө, ихтыярынан тыш, ике-өс, хатта ун тапҡырға артып китә, имеш. Быны фән ғали йәнәптәре үҙе иҫбат иткән. Шулай булғас, ни эшләп Зәй ошо килеш тыныс ҡына ятып, бот һонорға тейеш. Булмаҫ! Уны балалары көтә. Йәш, һөйөклө ҡатыны көтә. Ниһайәт, тәҙрәнән күҙен алмаған ҡарт әсәйе... Улар ни эшләрҙәр? Уларҙың өмөтөн аҡламаҫҡа Зәйҙең хаҡы юҡ! Ир, барлыҡ һыҙланыуҙарын еңеп, туларға тотондо. Ҡулдарҙы иреккә сығарып алғанда инде. Сығарыр. Уны көтәләр. Әһә! Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан: булдырҙы лаһа! Оҙаҡ ятыуҙан талсығып ойой башлаған ҡулдар хәрәкәткә килде. Тын алыуы ла иркенәйә төшкәндәй.

Артабан тырышырға. Үҙ-үҙеңде аяп торор мәлме? һине көтәләр... Зәйгә ҡанаттар үҫеп сыҡтымы ни!

Боҙ ҡатыш ҡарҙы сапсый-тырнай торғас, бармаҡтары иҫ белмәҫ хәлгә етте. Әллә туңып ҡаттылар, әллә өҙөлөп төштөләр. Хәҙер һыҙланыу-ауыртыныу ҙа, әрнеү ҙә, башҡа тойғо ла юҡ. Башында бары бер генә теләк – үлемесле ҡар тотҡононан ҡотолоу теләге. Ҡырталаша торғас, кипсәлеп ятҡан урынынан бер аҙ ғына шыуышып ҡуйған кеүек булды. Бына бит азатлыҡҡа табан юл башы! Йәшәүгә юл! Башланғысы бар икән, дауамы ла, унан ахыры ла булыр. Шыуышып та иреккә сығырға мөмкин. Ә ниңә, ҡорт ғүмере буйына шыуышып көн күрә, шулай ҙа азат йәшәй. Зәй, әлбиттә, серек алма эсендәге ҡорт түгел, тик ваҡытлыса ошо бөжәк көнөнә ҡалғасың ҡалай итмәк кәрәк? Аҙға ғына, бик аҙға ғына түҙергә тура килә инде.

Аһ, ҡәһәрең! Ҡыуанысы әллә иртәрәк булдымы? Саңғылар ебәрмәй ҙә. Ҡыштың көнө һунарсы өсөн һәр саҡ иң кәрәкле әйберҙәр хәҙер килеп әжәл ҡоралына әүерелдеме шулай уҡ?

Булмаҫ! Уларҙан да ҡотолоу юлы табылырға тейеш. Эй, йәшәйеш! Һынауҙарыңды бер-бер артлы ебәреп кенә тораһың. Яҡты донъяға яр һалған тәүге ауаздан башлап, һуңғы көндәреңәсә, хатта аҡтыҡ сәғәттәреңә тиклем һинең алдында һынау тотабыҙ. Зәй өмөтһөҙлөккә бирелә бара кеүек. Уны бына-бына рух төшөнкөлөгө ялмап алмаҡсы. Ошоно тойған ир ҡайҙандыр барлыҡҡа килгән ғәйрәтен туплап, алға ынтылды. Ғәжәп, шунда уҡ бер аяғы быймаһынан һурылып сыҡты. Икенсеһен сисеүе ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Бына ул тағы бер имтиханды уңышлы тапшырҙы. Ваҡытынан алда төшөнкөлөккә бирелеп, юғалып ҡалырға ғына ярамай.

Иркенлек ишараты тойған Зәй, ниһайәт, ынтылып, билендәге бысағын алыр форсат тапты. Хәҙер инде ул үлмәҫ. Ул ҡотоласаҡ! Аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәткән ҡарҙы телгеләй-ваҡлай ул алға шыуышты. Был юлы йылдамыраҡ. Ҡорал ҡорал инде. «Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр», ти торған ине өләсәһе мәрхүмә. Ҡалай хаҡ һүҙҙәр! Туҡта, бер аҙ хәл йыйыу кәрәк. Ҡапыл ҡыланыуҙан янып ҡуйыуың бар. Зәй көс-хәл менән арҡаһына әйләнеп ятты. Рәх-хә-әт! Әкрен-әкрен генә булһа ла зиһене асылып, хәтере лә ҡайта кеүек. Дөм-ҡараңғыла ҡолағы төбөндә йыуаш Йомабайҙың үҙе йомшаҡ, үҙе яғымлы ғына тауышы ишетелеп киткәндәй...

– Һине-ең атаҡлы һунарсы исемен күтәреп йөрөүең, – ти ул яһалма йылмандап, – үәт борон булған ул һунарсылар! Тәрән ҡарҙа бүрене баҫтырып тотҡандар. Саңғыла! Яланғас ҡул менән!

– Нимә тинең? – Быныһы Зәйҙең үҙ тауышы.

– Нимә ишеттең...

– Намыҫыма теймә, мин...

– Тейеү менәнме, барыбер хәлеңдән килә торған эш түгел. – Ҡалайыраҡ уҫал әйтте, ә, йомоҡ. Йәнгә ҡаҙалды һүҙҙәре, йөрәкте телде.

– Һин мине белмәйһең икән әле, дуҫ.

– Белгәнгә әйтәм дә...

Һабаҡташ дуҫтар араһында, көтмәгән ерҙән, бына ошолайыраҡ һөйләшеү булып алды. Улар күмәк инеләр. Башҡалар ҙа өндәшмәй ҡалманы. Иһаһайлашып көлөштөләр. Шуныһы үтә зитына тейҙе. Ул кисте Йомабайҙың бер урыҫта байтаҡ «хеҙмәт итеп» ҡомо ҡойолорға торған «өр-яңы» «Жигули»һын йыуалар ине. һүҙгә-һүҙ ялғанды, әкренләп машинанан донъя эштәренә күстеләр, һунар кәсебенә лә ҡағылдылар. Ана шунда Йомабай үҙенең кемлеген күрһәтте. Кластарында иң күндәм, иң һәлкәү һаналған тиген йыуаш түгел икән дә. Ҡыҫҡа ғына ошо әйтеш үҙен әллә кемгә ҡуйып йәшәгән Зәйҙең тормошҡа ҡарашын, үҙ-үҙенә бирә йөрөгән баһаһын шул урында баштүбән әйләндерҙе лә ҡуйҙы. Бешкәнерәк, зыялыраҡ әҙәм ауыҙынан ишетһә, бәлки, иғтибар ҙа итмәгән булыр ине. Бер эшкинмәгән, ғүмере буйына ласҡылдатып һаҫыҡ ферма тиҙәген иҙгән меҫкен бәндә Зәйҙең – тирә-яҡта даны сыҡҡан бүре аусыһы, егерҙың – волчатниктың сәменә тейгәндәй һүҙҙәр әйтһен әле. Кемдән-кемдән, ә уның ише шыр наҙан шымтояҡтан бындайын һис көтмәгәйне. Хәйер, эсеп алған кеше ауыҙына ни килмәҫ, тип ҡул һелтәргә лә була ине: бер ҡолағыңдан инде, икенсеһенән сығып китте – и вәссәләм. Тик Зәй ундайҙарҙан түгел. Иҫеректең уйлағаны телендә, тимәк, ул айыҡ сағында ла...

* * *

Ул төндө сарсап уянған Зәй ошондайыраҡ күңелһеҙ уйҙарға бирелеп ятты. Шунан ҡарар итте: нисек тә булһа урынына ултыртыу кәрәк үҙ баһаһан белмәгән йомоҡто. Нисек итеп? Бүре һынлы йыртҡысты яланғас ҡул менән тотҡандар, тип әйтеүе генә анһат. Тотор алдынан уны ҡыуып етергә, башын ҡарға сумырып, ауғансы арытыу кәрәк бит әле. Бәлки, бая уйлағанынса, оноторға ла ҡуйырғалыр? Әммә ләкин онотола буламы ундай һүҙҙәр, шайтан алғыры! Һинең һунарсы булып йөрөүең, имеш. Уух, шымтояҡ! Ҡылйыуғыс! Кемдән-кемдән, тик һинән көтмәгәйнем был һүҙҙәрҙе. Икәү ара ғына булһа бер хәл. Тегеләре лауылдашып көлөшмәгәндә лә әле... Яҡын күреп йөрөгәндәрең араһында ла күрә алғандан алмағаны күберәк, һәр ҡайһыһының эсен ярып ҡарап булмай. Төптө юҡҡа ғына, берәү менән үтә ныҡ дошманлашма – аҙаҡ дуҫлашып китеүең бар, икенсе менән саманан артыҡ дуҫлашып барма – һуңынан хас дошманға әүерелеүең мөмкин, тип әйтмәгәндәрҙер. Хәҡиҡәттең ошондай әсеһе элек-электән килә торғандыр. Дуҫ һанаған кешеңдең, мәрәкәгә бөгөп булһа ла, аҫтыртын төрттөргән һәр нахаҡ һүҙе йөрәккә яҡын ҡабул ҡылына ла, һәләк ауыр тәьҫир итә ҡайсаҡ. Шул урында башҡа берәйһе булғанда Зәй, моғайын, ыжлап та бирмәҫ ине. Ысын. Ә былай... Ни айыҡ, ни иҫерек ғәмдең һайылдашҡаны, йәнен үртәп, әле булһа яңғырап киткәндәй.

Ә шулай ҙа ошо ҡәҙәре көйәләнерлек сәбәбе бармы? Бүре аулау борон-борондан килгән ихтирамға лайыҡ кәсеп. Хатта кәсеп кенә лә түгел. Ул ҙур оҫталыҡ, сыҙамлылыҡ, көс талап итә. Талымһыҙ кейекте тоҙаҡҡа эләктереп тә, ағыулап та, суҡмар менән дөмбәҫләп тә аулағандар. Ләкин тере килеш алып ҡайтыу һирәктәрҙең, бик һирәктәрҙең генә хәленән килгән һәм оло мәртәбә һаналған. Быныһын Зәй яҡшы белә, шуға күрә лә был хаҡта күҙенә төртөп тороуҙары икеләтә намыҫына тейә. Һы, беҙ әллә йүкәнән ишелгән: ата-бабам, хатта, боланды баҫтырып тотҡанды... Ныу сәмгә тейҙе бит, ә. Сәм менән ҡара көнсөллөк араһы – бер аҙым. Көнсөллөктән күрә алмаусанлыҡҡа ла алыҫ ара ҡалмай. Шунан ҡурҡмаймы икән? Шаяртып әйттем, тигән була бит әле. Хәйләләшмә, кинәйә төбөндә ишара. Бигерәк тә Йомабай һымаҡ йомоҡтарҙың. Үҙҙәре бер нәмәгә эшкинмәһәләр ҙә, телдәре-е... Ике-өс көндән, юҡ, иртәнге кискә үк йыртҡыстың уҫлаптайын уның аяҡ аҫтына килтереп ырғытмаһамы. Теп-тере көйөнә! Хәлен алғас, ауыҙын шаҡарып бәйләр ҙә. Хәле бөткән бүре башын ҡарға тыға ла ята бит ул. Йәнәһе, йәшеренә. Күҙҙәреңде генә йәшереп бөтә хәүеф-хәтәрҙән дә ҡотола алһаң икән...

* * *

Өлпәрәм булһа ла һыҡытып ятҡан ҡарҙы табанына шыма илек ҡамусы ҡағылған ғәләмәт яҫы саңғылары менән ярып барған Зәй асыулы уйҙарынан һаман арына алмай. Йомабай дуҫына яман үпкәләгән. Уйламайыраҡ ыскындырған йомоҡ уның хәтерен, ысынлап та, ныҡ ҡалдырған. Шулай булмағанда, шыпа тыныс әҙәм ошо ҡәҙәре ярһыр инеме. Икенсе яҡтан, ярһыу ҡатыш ҡабалан эштең рәте сыҡмай торған. Сабырыраҡ ҡыланып, абайыраҡ эш иткәндә... Ҡыҫҡаһы, тынысланыу кәрәк.

Йәш ҡарҙы кисеүе ифрат ауыр, йонсотҡос. Әллә инде кире боролорға ла ҡуйырға. Әлегә һуң түгел. Әһһ-ә, тегенең эсен йылындырыр өсөнмө? Артын тырнап көлһөн өсөнмө? Юҡ инде, башланған эш – бөткән эш, уйлағанды аҙағына еткермәйсә туҡтап ҡалыу ярамай. Был Зәйсә түгел. Бер дөрләгән сәмде һүндереүе, ай-һай, анһатмы? Улмы һуң ярты юлда баҙап ҡалыр кеше? Йәне сыҡһа сығыр, ете ҡат тиреһе туналыр, әммә үҙенекен итмәйсә ҡуймаҫ. Тап ошо холҡо арҡаһында уны күптәр хөрмәт итһә, өнәп етмәүселәр ҙә байтаҡ ауылда.

Зәй тигәндән, уның ике ҡолағына мулла ҡысҡырған исем-шәрифе Зәйнулла булыр. Ауылдаштары ошоно әллә белмәй, әллә белә күрә юрый ҡылана – Зәй, ти ҙә ҡуялар. Ҡыҫҡа ла, тиҙ ҙә. Үҙе күнегеп бөткән инде, иғтибар итмәй. Киреһенсә, берәү, Зәйнулла, тип өндәшә икән, сәйер ишетелә кеүек.

Зәй, турараҡ тартырға тырышып, кейек-ҡошҡа бай Төпһөҙкүл тарафтарына ыңғайланы. Үҙе серле, үҙе шом тулы күлдең ышыҡ ҡамышын маҡсат итеп сыҡҡан кейеге лә төйәк итә торған. Бигерәк тә ҡыштың сасҡау-һыуыҡ көндәрендә. Тәпәш-яҫы ҡалҡыулыҡты артылғас та артына боролоп ҡараны. Ауыл инде күренмәй. Хыялдарға бирелеп барыусы Зәйгә ни өсөндөр яманһыу булып китте. Әйтерһең дә, оҙаҡҡа, бик оҙаҡҡа китеп бара. Былай ҙа болоҡһоп торған күңелен һағыш ғәләмәте солғап алды. «Тормошта ла шулай артыңа боролоп ҡарай-ҡарай атлаһаң икән ул. Ҡайҙа һәм ни эшләп барғаныңды самалар өсөн. Юҡ шул, ҡарамайбыҙ. Теләгебеҙ юҡмы, әллә онотабыҙмы? Шул сәбәпле, ҡыҫҡа ғына йәшәйешебеҙҙә бихисап яңылыш аҙымдар яһайбыҙ, хаталанып бөтәбеҙ, хатта аҙашып та китәбеҙ. Килгән юлыбыҙға әйләнеп бағырға беҙ ғүмер ахырыбыҙ еткәндә генә форсатын табабыҙ, һис кәрәкмәгәндә. Барыһы ла үтелеп, һәммәһе башҡарылып бөткәс. Инде бараһы юлдарҙы тоҫмаллауҙың хәжәте ҡалмағанда. Йәл. Ә ниңә улай? Быныһы әҙәми заттың баш ватҡан мәңгелек һорауы. Ни өсөн беҙ йәшәү ҡәҙерен, ғүмерҙең бәйәһен уның ахырында йәиһә бер килеп әжәл күҙгә текләп торғанда ғына беләбеҙ? Сәбәбе бының нимәлә? Ә һуң сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлауҙы ниндәйҙер ифрат ауыр бурыс һанайбыҙ. Тимәк, үҙ теләгебеҙ менән тиерлек ғүмеребеҙҙе ҡыҫҡартабыҙ булып сыға. Төтөнгә тонсоға-сәсәй тәмәке имеүбеҙҙе, ҡыҙыл үңәсебеҙҙе көйҙөрә-яндыра, ауыҙыбыҙҙан кире сыҡҡансы хәмер һемереүебеҙҙе нисек аңлатырға? Ошо түгелме һуң кеше тип аталған йән эйәһенең үҙен-үҙе күрәләтә юҡ итеүе? Хатта киләсәк быуындарын һәләкәткә этәреүе. Ахырызаман, ахырызаман, тип лаф орабыҙ. Ә шул ахырызаманды әҙәми зат үҙе яҡынайтмаймы? Үҙенең аҡылға һыймаған ҡылыҡтары, бер көнлөк йәшәү маҡсаты менән, һаулығы ҡыйралған сәрхүштәрҙең, ата тәмәкеселәрҙең: «Их, ошо ағыуҙы алданыраҡ ташламаным, элегерәк әйтмәнеләр бит, ҡәһәрең!» – тип үкенеп зарланғандарын күп ишеткәне булды. Әйтерһең, уларға тәмәке төпсөгөн кемдер көсләп ҡаптырған да, араҡыны ауыҙын шаҡарып ҡойған. Үҙе йығылған иламаҫҡа тейеш тә. Ә юҡ, ваҡытында бер тин шайы тормаған ғүмерҙең әжәл яҡынлашҡанда бәйәһе ҡырҡа арта. Һуңлап арта. Йәнде әсетеп үкенестәре тороп ҡала. Ҡасан ғына әле ауыҙынан һаҫыҡ еҫтәр аңҡыта-аңҡыта күкрәк һуғып йөрөгән сәрхүш әзмәүер бер килеп меҫкен-бахырға әйләнә лә ҡуя. Уның хәҙер рюмка күтәрерлек түгел, шырпы һыҙырлыҡ та хәле ҡалмай. Ошоға ҡарамаҫтан, йәмғиәткә ниндәйҙер дәғүәләрен ташлап маташа. Йәнәһе, ул инвалид, төҙәлмәҫлек ғәрип: давай пенсия! Һәм... ғәжәп! Уға емертеп аҡсаһын да түләйбеҙ, башҡа изгелектәрен дә күрһәтәбеҙ. Ә был мәлдә ысынлап та хөрмәткә лайыҡ оло кешеләр, киләсәгебеҙ һаналған йәш ғаиләләр хөкүмәт хәйеренә көн итеп фәҡирлек кисерә. Ошоларҙы нисек аңлатырға? Кем нисектер, ә Зәйнулла, ни тиклем тырышмаһын, аңлай ҙа, аңлата ла алмай.

Зәй ашыҡмай ғына алға барыуын белә. Ҡабаланыр урыны юҡ. Уға көсөн һаҡлау фарыз. Йонсоу көн болотло булғанлыҡтан, ҡояш күренмәй. Самалауынса, ул инде байтаҡ ҡына күтәрелеп өлгөргәндер.

Күгелйем ҡарҙың ҡапыл гөлт итеп асыҡ-зәнгәр төҫкә кереүе шуға ишара. Алыҫ та түгел, һорғолт-шыйыҡ томанға ышыҡланған тауҙар теҙмәһе төҫмөрләнә. Ул – Ирәндек һырты. Тауҙар, тауҙар! Һеҙ серле лә, һоҡландырғыс та, ымһындырғыс һәм ҡурҡыныс ғорур ҙа. Һеҙ Ер-әсәбеҙҙең миллиондарса йылғы йомаҡтарын ышаныслы һаҡлайһығыҙ. Шул сер-йомаҡтар менән һис уртаҡлашырға теләмәйһегеҙ. Хәйер, ныҡыш кешеләр ул серҙәрҙең һәммәһен белеп бөткән хәлдә йәшәйештең ҡыҙығы ҡалмаҫ ине. Моғайын, шулай булыр ине. Аллаһ барлыҡ серҙәрҙе лә асып бөтөргә ҡушмаған. «Мин рөхсәт иткәнен генә белегеҙ» тигән ул. Дөрөҫ әйткән. Фани донъя ҡыҙығыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә булһын өсөн аҙ ғына серле булыуы мотлаҡ.

Зәй һирәк ағаслыҡҡа керҙе. Бындағы ҡар өҫтө һәр төрлө йәнлек эҙҙәре менән сыбарланған. Шылт иткән дә тауыш ишетелмәгән тын урманда йөҙйәшәр ҡарағай- ҡарағастары менән йәш, һылыу ҡайындары аралаш үҫә. Уларға ҡарап, һунарсы йәнә фәлсәфәүи уйҙарға бирелде. Нимә ул урман? Һәм үҙе үк яуап бирергә тырышты. Нимә булһын, ағаслыҡ. Күптәр шулай тип әйтер. Ә төптәнерәк фекер йөрөткәндә, урман ул – бөтәһе лә. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ағастар, унан да күберәк ҡыуаҡлыҡтар, үлән. Шул үләне, ҡыуағы менән туҡланып көн иткән кейектәре, ҡоштары. Мыжғып торған файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа, ҡайсаҡ хатта зыянлы ла һәр төрлө бөжәктәре. Шыуышып та, ырғандап та, һыуҙарында йөҙөп тә йөрөгән йән эйәләре, һанай китһәң, осона сығырмын, тимә. Бына нимә ул урман. Урман беҙҙе, үҙен һаҡлай белмәгән кешеләрҙе, туйындыра, кейендерә, йылыта. Урман гөрләп торған тормош сығанағы. Тик ул үҙенсә гөрләргә тейеш. Әҙәм затына унда урын булмаһын ине. Әҙәм ҡыҫылған ерҙә йәшәйеш көйһөҙләнә лә ҡуя. Ул башта үҙе йәшәгән ауыл-ҡалаларҙағы тормошто көйләһен. Ҡырағай урман – иркә ҡатын-ҡыҙ, наҙлап һөйгәнде ярата. Тупаҫыраҡ ҡағылдыңмы...

Ғәҙәттә, хуш күңелле урман мәле менән уҫал, хатта бик уҫал да була. Бигерәк тә өс аҙымдан ары күренмәҫлек томан солғап алғанда. Бар, тоҫмаллап ҡара ҡайҙа китеп барғаныңды. Зәйҙең дә ундай хәлдәргә тарығаны бар. Хатта бер тапҡыр ғына ла түгел. Ирәндек томанында ҡалырға ҡушмаһын. Барыр юлыңды яҡшы беләһең икән, урман – дуҫ, аҙашҡанда дәғүәсе, ваҡыты менән дошман да. Ҡыштың ыжғыр бурандарында урманда ышыҡ, йылы, йәйге селләлә күләгә һәм еләҫ. Ниңә һуң бөтә тереклек тә асыҡ урында йәшәмәй? Сөнки урманһыҙ тереклек юҡ. Ҡоро ер өҫтөндәге тормош урмандан башланған булырға тейеш.

Зәйгә урман кейектәре йәл. Зауыҡһыҙ ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәре эсендә ниндәй рәхәтлек күрә улар? Бер ниндәй! Йәй осоро ярай инде, ә бына сатнама ҡыш көндәре. Унан ҡалһа, һәр төрлө дошмандары һағалап тора. Айырата кеше тигәне ыҙалата. Әйтерһең дә, туймаған тамағы. Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, тип ҡалай хаҡ әйтелгән. Урманды үҙ итмәгән унан ҡото осоп ҡурҡа, ә яратҡандың унда барып инеү менән йәшәгеләре килеп китә. Бына ниндәй мөғжизә ул. Урманды талайбыҙ, ҡырабыҙ, үртәйбеҙ, ә алмашҡа ни бирәбеҙ? Тереләй һуябыҙ, үлтерәбеҙ, һәләк итәбеҙ. Урман беҙҙең өсөн ихтыяждар сығанағы. Бары шул ғына. Урманһыҙ ҡалһаҡ, ҡалай итербеҙ? Уйлауы ҡурҡыныс. Шулай ҙа уйланырға ине был хаҡта. Юҡ шул, беҙ унан яңынан-яңы хәйер талап итәбеҙ. Ә хәйерҙе һорап, бигерәк тә талап итеп алмайҙар...

Бара торғас, Зәйнулла ашағыһы килгәнен тойҙо. Ашау уның өсөн, ғәҙәттә, аслығын ҡәнәғәтләндереү түгел, ә артабан йәшәү һәм эшләү хаҡына көс туплау ғәмәле. Ашауҙан ул ялҡып бөткән. Ашамайса ғына йәшәп булғанда ҡуш ҡуллап риза булыр ине. Шулай ҙа ашарға кәрәк. Ашаныу күп ваҡытты ала. Бигерәк тә күп ашау. Шунлыҡтан, һунарҙа Зәй бер ваҡытта ла ултырып ашамай: китеп бара – ашанып бара. Уның уйынса, оҙон-оҙаҡ йәйрәп ултырыу ҡиммәткә төшә. Ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа. Хатта үтә ҡыҫҡа. Ә уның күп нәмә эшләп өлгөргөһө килә. Мәҫәлән, ир етеп килгән улына өй күтәрәһе, рәтле генә машиналыҡ аҡса эшләйһе, малын ишәйтәһе. Бәлки, китап та яҙыр әле. Уныһына ла өмөтө юҡ түгел: һәләте барын тоя. Әйткәндәй, китап яҙыу шәп эштер ул. Үҙең бер килеп фани донъя менән бәхилләшһәң дә, яҙғандарың иҫтәлек булып, киләсәк быуындарға васыятың тороп ҡала. Ни сәбәптәндер телең менән әйтеп өлгөрмәгәндәрең аҡ ҡағыҙҙа һаҡлана. Шәп бит! Ләкин Зәйҙең әлегә район гәзитендә баҫылған бер-ике мәҡәләһенән башҡа күҙгә салыныр әҫәре юҡ. Булыр. Бына хаҡлы ялға сығып алһын әле. Уныһына, күп түгел, ни бары ун биш йыл ваҡыт ҡалды...

Зәйнулла ҡапҡан туң ит киҫәген сәйнәй-сәйнәй алға шыуҙы. Байтаҡтай бирле яҡын-тирәне байҡауҙан ары китмәй ине, бөгөн төпкөлгәрәк бармай булмаҫ. Уға бәхет шунда ғына йылмайыр. Күңеленең бер мөйөшөндә ниҙер ҡабатлап тора һымаҡ: ярты юлда туҡталып ҡалма, ныҡыш бул, сымыры бул, бәхетеңә яҡынлашаһың. Туҡталып ҡалма... Уңышлы һунар алдынан һәр саҡ әлеге тойғоно кисерә ул. Һәм ошо билдәһеҙ тауышҡа ихлас ышана. Ышанмаған хәлдә сығып та йөрөмәҫ ине.

Ул бөгөн, китеп барышлай, үҙенә күрә бер асыш та яһаны әле. Саҡрым төшөнсәһе ҡайҙан килеп сыҡҡан? Баҡһаң, яуап өҫтә генә ята икән. Саҡрым, тимәк, ҡысҡырым. Бер километр самаһы арауыҡтан һөрән һалғанды ишетергә буламы? Була. Шуға күрә, ызначит, ошо ара саҡырым тип атала. Ҡысҡырып саҡырыу. Ошоноң кеүек асылмаған асыштар әле тулып ята, күрә белеү һәм башыңды эшләтеү генә кәрәк. Бына тағы, мәҫәлән, ни өсөн бәғзе әҙәмдәрҙең тән һаҡсыһы була? Яуап яп-ябай: сөнки улар кемдәндер ҡурҡа. Әйтәйек, дошмандарынан. Йә фашланыуҙан шөрләй йәиһә сереп ятҡан байлығын ҡыҙғана. Хатта үҙ-үҙенән. Ә ни өсөн уларҙың йән һаҡсылары юҡ? Икенсеһе булғанда тәүгеһенең кәрәге лә ҡалмаҫ ине, буғай. Йән тигәнең үҙе рух, выждан, намыҫ һағында тора. Йәне ҡурсаулы кешенең енәйәткә барырға тәне тартмай, тимәк, дошмандары ла, дәғүәселәре лә булмай. Дошманың булмағанда тән һаҡсыһы нимәгә? Ошоларҙан сығып, шуны әйтергә була: выжданын юғалтҡан намыҫһыҙҙың йәне булмай. Йәшәп ята, ә йәне юҡ. Эсендә йәне бар кеше үлтерә йәиһә көсләй, талай, алдаша аламы? Енәйәтсе – йәнһеҙ кеше. Тағы: хәтерең ҡалыуын теләмәһәң, кәрәкмәгән һорауҙар бирмә. Күпме кеше шул арҡала көлкөгә ҡала, үҙендә бер ҡатлыраҡ тәьҫир ҡалдыра. Икенсе яҡтан, ҡыҙыҡһыныусан кеше ҡайсаҡ генийға әйләнә. Тик улары ифрат һирәк. Дөрөҫ тә, һәр төпсөр гений була башлаһа...

Зәйҙең бер нәмәгә ныҡ эсе боша. Ниндәй көндәр килде, ә? Эскән... балаларҙы дауалау өсөн махсус үҙәктәр асыла башланы! Я Рабби! Аҡылға һыямы ошо? Ҡайҙа барабыҙ? Ә ул балаларыбыҙҙы эсергә кем өйрәтә? Үҙебеҙ. Яман өлгөбөҙ менән... Уйҙары, ана, тағы ҡайҙарға төшөп китте. Шулай ҙа Зәй ҡәнәғәт. Әйтерһең дә, оло аҡыл эйәләре кеүек әллә ниндәй иҫ китмәле яңы фекерҙәр асҡан.

* * *

Ҡар ҡатламы аҫтында ҡыҫылып ятҡан Зәйҙең башында күптән түгел генә булып уҙған ваҡиғалар сылбыры ҡабат ялғанды. Уға тиҙерәк ошо тотҡондан ҡотолоу кәрәк, ә уның ҡыбырлағыһы ла килмәй. Был нимә? Әллә яҙмышҡа буйһоноумы? Юҡ, булыуы мөмкин түгел! Уны көтәләр. Хатта эҙләйҙәрҙер ҙә. Күктәге ҡөҙрәте менән ошо тотҡонлоҡтан арына алһа... Сәсрәп китһен һеләүһене лә, бүреһе лә. Уларҙы шунда уҡ иреккә ебәрәсәк, һис шикһеҙ. Ә намыҫ? Ир намыҫы? Көйҙөргөс сәм? Йомабай алдында әйткән һүҙе? Хәйер, уныһы бары һүҙ көрәштереп еңмешләнеү генә. Мәғәнәһеҙ еңмешләнеү булмағанда былайтып ятмаҫ та ине. И, әҙәми зат, шул еңмеш холҡоң, урынһыҙ сәмең арҡаһында ниҙәр генә күрмәйһең...

Артабан нисегерәк булды һуң әле? Ә-ә, ҡамыш йырып барған Зәйнулланы йүнләп ҡалынайырға өлгөрмәгән боҙҙоң сытырлап китеүе кинәт туҡталып ҡалырға мәжбүр итте. Төпһөҙкүлдең артабан ебәргеһе килмәй. Боҙ йоҡа, күл тәрән. Ун биш-егерме аҙымдарҙа әле туңмаған йылыу ялтырап күренә. Бына ғәжәп, инде ноябрь ахыры яҡынлаша, ә күл уртаһы һаман асыҡ көйө. Ул ғынамы, шул талғын елгә шөҙөрләнеп ятҡан һыу өҫтөндә бер ни булмағандай ике һуна йөҙә. Быныһы инде бигерәк. Үтә лә ҡаты тәбиғәтле беҙҙең яҡ өсөн күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән хәл. Әллә көнөн-төнөн ҡаҡылдаған «парник эффектының» башымы?

Зәй һаҡлыҡ менән йылыу ситенә килеп баҫты. Йылҡылдап торған таҙа һыу аша күлдең төбө үтә күренеп ята. Боҙ йәнә иҫкәртеүле сытырлап ҡуйҙы. Был юлы оҙайлыраҡ та, ныҡышмалыраҡ та. Шул әҙере ҡайҙандыр хасил булған ифрат ҙур шәүлә йөҙөп уҙҙы. Йәшәгән суртан! Уның ҡара шәүләһе, күңелгә шом һалып, оҙаҡ ҡына күренеп барҙы. Йыртҡыс балыҡ, күрәһең, теге өйрәктәрҙе аңдып ятҡан. Зәйгә ҡурҡыныс булып китте: боҙ емерелеп, шул суртан янына осһаң... Тәрән, һалҡын, яҡын-тирәлә бер кем юҡ...

Асыҡ һыуҙың ҡаршы яҡ ситенә һыйына биргән өйрәктәр, ҡыҙыҡһыныу ҡатыш һаҡлыҡ менән, һунарсыны күҙәтә. Зәй яурынындағы ҡушкөбәген әҙерләп, ҡулына тотто. Мылтыҡты ул бүре атыр өсөн түгел, былай ғына алғайны, һунарҙа хәлдәрҙең төрлөһөнә осрайһың. Бына лаһа кәрәге тейергә тора: кискелеккә тәмле һурпа булмаҡсы. Икенсе яҡтан, ҡамыш эсендә боҫоп ятҡан йәнлекте өркөтөр. Бүре тигәнен мылтыҡ тауышынан ғына түгел, уның еҫенән дә һәләк ҡурҡа ул.

Хәүеф яҡынлашыуын һиҙгән өйрәктәр, ауыр гөрһөлдәшеп, ҡанаттарына күтәрелде. Зәй ашыҡ-бошоҡ тоҫҡап атып ебәреүгә уларҙың береһе сатай-ботай аҫҡа осто. Тейҙерҙе бит! Ҡыу ҡамыш араһына ҡолаған ата һуна тере ине. Ул, биҙәкле муйынын хәлһеҙ һона биреп, шунда уҡ һыу яғына ынтылды. Зәй тағы атты. Яралы ҡош туҡталғандай итте лә йәнә ҡуҙғалды. Ситтән ҡарағанда ул шыуышып китә алмай аҙапланған йыланды хәтерләтә: шул уҡ тартышыу ҡатыш киҫкен хәрәкәт, сит-ят күҙҙән тиҙерәк юғалыу өсөн ынтылыш. Бер үк ваҡытта ул ярлыҡау һорап ялбара кеүек.

Һунарсы йылыуҙы уратып ҡорбаны янына ашыҡты. Килеп еткәнендә өйрәк урынында юҡ ине. Һыуға шыуып төшкән эҙе күренә, үҙе ғәйеп. Аптырап ҡалған Зәй ян-яғына ҡаранды, һыу өҫтөндә уҙышып барған ике-өс ҡаурый ғына күптән түгел ошо урында һимеҙ өйрәк йөҙөп йөрөгәнлегенә берҙән-бер дәлил. Башҡаһы юҡ. Кәнде теге суртан эше булды. Теләгәненә иреште, оңҡот.

Балыҡҡа хәтере ҡала биреп ҡуйған Зәй асыу менән һыуға төбәп атты ла, теләр-теләмәҫ ары ҡуҙғалды. Мылтыҡ тауышына ҡуҙғып күтәрелгән һайыҫҡандарға ҡарап дөмпөлдәтте, яңғыҙ ҡарғаны атып төшөрҙө. «Ярай инде, суртан да һунарсы, уға ла табыш кәрәк, уның да ашағыһы килә», – тип уйлай кәйефе ҡырылған сәмсел ир. Уның күҙ ҡырына күл ситендәге таллыҡ араһында ниндәйҙер хәрәкәт салыныуға тағы атып ебәрҙе. Билдәһеҙ йән эйәһе йомшаҡ ҡарға ауып төштө. Сел булды шикелле. Юҡ икән, һунарсының алдында дәү йәшел тумыртҡа ята ине. Мәхлүктең ярым асыҡ суҡыштары ситенән бер тамсы ғына ҡан һарҡып сыҡты. Ни эшләне ул, шаҡшы? Бер зыяны теймәгән тумыртҡаны һәләк итте. Өҫтәүенә, үтә һирәк осрар йәшел тумыртҡаны. Ярлыҡау булырмы был эшенә. Әле йылы ғына йомғаҡты усына йомған Зәйгә оят та, уңайһыҙ ҙа булып китте. Хәйер, ул бит ҡапылғара ҡошсоҡтоң тумыртҡа икәнен белмәне. Бар аҡланыуы ошо. Ә «Йәнлектең үҙен асыҡ күрмәй тороп, һис бер ваҡытта ла атма», – тигән һунарсы ҡануны? Ул әлеге ҡанунды тупаҫ боҙҙо. Зәйнулла тумыртҡаға тоҫҡап тәғәйен генә бер ваҡытта ла атҡаны юҡ. Аңғарһа, бөгөн дә атмаҫ ине. Тумыртҡаны үлтергәндең тоҡомо ҡороһон, тигән боронғолар. Ошо уйынан һиҫкәнеп ҡуя: әллә был бөгөнгө һунарының уңышһыҙ тамаланыуына бер иҫкәртеүме? Ярай әле улай ғына булһа. Мәгәр тоҡомона сарпыуы ҡағылһа?.. Мылтыҡты нимәгә алды? Атыр өсөн. Мылтыҡ – йәнһеҙ әйбер. Хужаһы ҡушҡан икән, ул атырға, үлтерергә тейеш. Үлтермәгән мылтыҡ насар һанала. Төҙ тейһә лә. Ҡулына мылтыҡ алған кеше – үлтереүсе. Шунһыҙ булмай, һунар – үлтереүселәр шөғөлө. Йән ҡыйырға тәнен тартмай икән, һунарға йөрөп тә ятма. Ә нимә, һыңар тумыртҡа юҡлыҡтан донъя емерелгәнме? Зәй шул рәүешле үҙен-үҙе тынысландырып та, аҡлап та маташты. Ләкин барыбер күңел төпкөлөндә ниндәйҙер юшҡынлы үкенес ҡатыш ауыр тойғо, йөрәгендә төйөр тороп ҡалды. Ул ҡошсоҡтоң йәнһеҙ кәүҙәһен ҡарға күмде, яҫауҙарын көбәк эсенән алып, саҡсаһына тыҡты ла ары китте: башҡаса тиктомалға тотонһамы ҡоралға...

Уның алдында дала асылды. Күптән түгел генә гөрләп торған дала әле буш. Ноябрь далаһы. Тун, ҡотһоҙ дала. Уның ҡасандыр һабан турғайы бәүелеп уйнаған һауаһында бөгөн йәмһеҙ тауышлы ҡоҙғон осоп йөрөй. Ә ер өҫтөнә, һөйкөмһөҙ һерәйешеп, ҡыу әрем һабаҡтары һибелгән. Кипкән үлән араһында ниндәйҙер ваҡ ҡошсоҡтар мәж килә. Бына ла йәшәйеш! Тәү ҡарашҡа үле күренгән далала тормош дауам итә. Һәүетемсә генә. Зәйҙең болоҡһой башлаған күңеленә еңеллек йүгерә.

Һунарсы ҡаҡ маңлай ише ятҡан ташлы түбәләскә күтәрелеп, түмһә өҫтөнә ултырҙы. Ошо мәл болот йыртығынан ҡояш йылмайҙы. Ул һунарсыға элеккегә ҡарағанда нисектер яҡыныраҡ та, йылыраҡ та булып тойолдо. Рәттән нисәмә көн күренгәне юҡ бит, танһыҡлап кителгән. Арыуы еткән Зәйҙе шунда уҡ йоҡо ауырлығы баҫа, тубыҡтарында ятҡан ҡулдары хәлһеҙ һәленеп төшә. Сағыу яҡтылыҡҡа ирекһеҙҙән күҙҙәрен ҡыҫа биргән һунарсы ойой барғанын тоя. Юҡ, былай ярамай. Бер сама ултырған Зәй, йыбау халәтен еңеп, урынынан ҡуҙғала. Уның ҡапыл һыуынаһы килмәй. Артығын һыуындыңмы, тәнендәге еңеллек юҡҡа сыға. Һыуынған тәнде ҡабат ҡыҙҙырып алыуы анһат түгел. Бигерәк тә аяҡтарға төшөп ойоған ҡанды яҙыуы бер афәт. Быны ул күп тапҡырҙар татып ҡарағаны бар. Шунлыҡтан, был юлы үткән хаталарҙы ҡабатламаҫҡа ҡарар итте. Аяғына баҫыуы булды, алыҫ та түгел, күңелле шаулашып, ялан селдәре күтәрелде, һунарсы күнегелгән хәрәкәттәр менән мылтығын ҡулына алып, тәтегә баҫты: шылт. Уныһы атылманы.

Кискә көтмәгән ерҙән томан төштө. Ул шул тиклем ҡуйы, биш-алты аҙымдан бер ни күрермен тимә. Тауҙар араһында булғылай торған хәл. Томандың ундайында йүнәлешеңде юғалтып, юлдан яҙлығыуы бер ни тормай. Томан – Зәйҙе иң хәүефләндергән күренеш. Шунлыҡтан, ышыҡ, уңай урын һайлап, төндө ошонда уҙғарырға ҡарар итте: яҙмышты һынау кәрәкмәҫ...

Зәй эҙләгәнен уйламаған ерҙән тап итте. Яңғыҙ бүре эҙҙәре тейелмәгән ҡар өҫтөндә ярылып ята ине. Ул ҡайҙандыр Бирелеһаҙ шырлығы эсенән сыҡҡан да шау йәшмә ташлы Бейектүбә тауы тарафтарына тартҡан, һунарсы тәпәй эҙҙәрен самалап торҙо. Елле генәләр. Күпте күргән йыртҡыс. Ҡарт ата бүре. Ә ниңә яңғыҙы? Тимәк, кәрен юғалтып, өйөрҙән ҡыуылған, һәм осраҡлы тап булған ризыҡ менән генә туҡлана, һәр саҡ ярым ас. Шулай икән, хәле лә самалы ғыналыр. Ана, тәүәккәлләп сыҡҡан Зәйгә уңыш үҙе йылмая түгелме? Күрһәтер әле ул йомоҡҡа кемдең кем икәнлеген...

* * *

Күрһәтер әле, тиһә лә, Зәйнулла үҙе күрмәгәнен күреп ята. Уның хәле ахыр сиккә етеп мөшкөлләнде. Ҡыл ҡыбырлатырлыҡ та көсө юҡ. Артабан ни эшләргә? Ошонда ятып... Aһ! Уның йәшәйһе килә. Йәшәйһе, тормошҡа ҡыуанаһы, көләһе, уйсанланып ултыраһы, улының үҫкәнен күргеһе килә. Ә әжәл тигәнең боғаҙынан алмаҡсы. Алмай тор...

Зәй әйләнеп ятты. Былай тын алыуы еңелерәк. Ул, илалла менән, ишелгән ҡар тотҡонлоғонан ҡотола алды. Саңғы, быймалары табылды. Күҙҙәре лә күрә булып сыҡты. Бушҡа хафаланған. Әле, әйгәҙәп, көрт өҫтөндә ятыуы. Ҡара һин уны, ҡайһы аралалыр ҡаранғы ла төшөп өлгөрҙө. Тағы ҡараңғылыҡ. Баш осондағы сикһеҙ бушлыҡҡа йондоҙҙар һибелгән. Эй, йыһан мөғжизәләре – йондоҙҙар! Һеҙ ни эшләп телһеҙ ҙә, өнһөҙ ҙә. Бары бер-берегеҙҙе уҙҙырырға тырышып, емелдәшәһегеҙ генә. Шулай ҙа һеҙ юғында донъя йәмһеҙ. Бына һауаны болот ҡаплап китһен әле...

Ошо мәл кемдер ыңғырашҡандай була. Ә-ә, теге мәхлүк икән. Һеләүһен. Йәне сыҡмаған. Иҫән сағында уны иреккә ебәреү кәрәк. Һүҙ бирҙе бит. Һеләүһен заты үҙ мөхитендә йәшәргә, ирекле булырға тейеш. Ебәреүен ебәрер, ә, теге, намыҫ? Ир намыҫы, сәмле һунарсы намыҫы? Йомабай алдында... Хәйер, уныһы нисәмә тапҡыр ҡабатланды инде... Зәй төптән йыуан, ныҡ кәүҙәле, үҙһүҙле, әйткәненә тоғро, ҡыйыу һәм ғорур. Ҡыҫҡаһы, баш бирмәҫ хас башҡорт. Сәмле ғорурлығы уның хатта артығы менән. Шуның арҡаһында күпме нужа күрә, күпме ыҙа сигә. Бына был юлы ла... Ҡасан да булһа бер еңә алырмы шул ҡырыҫ тәбиғәтен?..

Зәйҙе кемдәрҙер, ҡайҙалыр һөйрәкләй. Уның бараһы килмәй: йәнен аяп ҡаршылашып маташа. Ләкин көстәр тигеҙ түгел, тегеләр күмәк, ул яңғыҙы. Ут бөркөп торған ауыҙ янына еттеләр.

– Бына, һинең эҙләгәнең, ­– тине берәү. Aһ, теге һуна өйрәк икән. Әҙәмсә һөйләшә.

– Беҙҙең затты һәләк иткәндең урыны ошонда. – Быныһы йәшел тумыртҡа тауышы. Икеһе лә шул тиклем ҙурҙар, Зәй улар ҡаршыһында фил алдындағы сәүек ише генә. Этә-төртә ялҡын бағанаһы янына алып килделәр.

– Ана, күрәһеңме? – тине дәү ҡарға.

– Нимәне?

– Тамуҡтың үҙен.

Күрҙе: алдында күл, уның уртаһында ғәләмәт оло балыҡ башы һерәйеп тора. Теге ут, гөрөлдәп, уның ауыҙынан урғыла икән. Ә тештәре-е! Бәй, үткәндәге суртан да баһа! Уны ике яҡлап күк бүре менән сыбар һеләүһен баҫҡан. Ҡиәфәттәре ҡот осҡос. Өйрәк менән тумыртҡаһынан ярлыҡау булғанда ла, күренеп тора, быларынан ҡотолоу юҡ. Ана, ҡаҙыҡ тештәре нисегерәк ыржайған!

– Һине төртөп осорорғамы, үҙең генә һикерәһеңме? – тип ҡарҡылдай ҡарға. Уға һайыҫҡандар ҡушыла. Ярлыҡауға өмөт селпәрәмә килә.

– Минең әле йәшәгем... Йәшмен. Балаларым... – Зәй ялбармаҡсы итә. – Ә беҙҙең йәшәйһебеҙ килмәй инеме? Сабыйҙарыбыҙ һинекенән күберәк ҡалды. Хәҙер мин һине... – Йәшел тумыртҡа, ынтылып, күҙен соҡорға самалай. – һин, тинтәк мөртәт, мәңгелек тамуҡ киҫкәһе булырға, йәһәннәмдең иң төбөндә ғазап сигергә тейешһен. – Уҫал ҡош елкәһенән эләктереп, уны ут ҡойонона ырғыта... Аа-а-а!..

Зәйнулла үҙ тауышына үҙе тертләп уяна. Баҫлығып ята икән. Йөрәге дарҫлап тибә. Күргән төшө уйландырырлыҡ... Фәһемле... Йәнә ойой башланы.

– Мин бит тәүбәгә килдем. Ярлыҡағыҙ, изге йәндәр.

– Ә-ә, инде изге булып киттекме?

– Тәүбәгә килеү – бер, шул тәүбәне тотоу икенсе эш. Һин һүҙендә тора алманың, һин – буш ҡыуыҡ.

– Ҡара, ҡалайыраҡ яман әйтте, ә, буш ҡыуыҡ.

– Мәсхәрә бит! Нимәһенә әпәүләйһең шуны? Наҙланып тормаға. Ырғыт!

– Аа-а-а!.. – Тағы һиҫкәнә. Саусып уяна ла, күпме генә тырышмаһын, иҙеп килгән йоҡоһона баш була алмай. Мейеһе зәғифләнеүҙән мәрткә китеп барыуымы?..

Бер мәлде ҡолағына ниндәйҙер моң салынып киткәндәй. Әллә ҡурай тауышы инде? Эйе лә, кемдер ҡурайҙа уйнай! Аһаңлеге-е! Ҡайҙандыр төп-ңкөл-төпкөлдән килә кеүек. Ул моңда сағылдағы сауҡалар шауы ла, дала ҡылғанының шаян елгә сеңләп һыҙғырыуы ла, тулҡындар һыҡтауы ла, башҡорт иренең өҙҙөрөп йырлағаны ла ишетелеп ҡала. Күңелдәрҙе тетрәндереп, рухтарҙы ҡанатландыра, бар булмышыңды солғап ала ла, йөрәктең иң түренә үтеп инә. Аҡырып илағы ла, шашынып көлгөһө лә килә. Аҡылға һыймаҫ ҡаһарманлыҡтар ҡылаһы килә. Шул ҡәҙәре сихырлай ул моң. Моңдоң бындайы тик башҡорт йырҙарында ғына була. Ҡайҙан килә ул?.. Биғәләш, шырлыҡта кем ҡурай уйнап ултырһын? Ҡыш көнө. Буран олой ҙаһа...

Ана, тағы өҙөк-йыртыҡ ауаз ишетелеп ҡала. Был юлы кемдер ҡысҡыра һымаҡ. Асырғанып, өҙгөләнеп ҡысҡыра. Көлкө, ниндәй ҡысҡырыу ти ул? Кеше аяғы баҫмаған төпкөлдә үҙ еңмешлеген еңә алмаған әҙәм арҡырыһы Зәйҙән башҡа кем йөрөп ятһын? Баяғы һуна әйтмешләй, тинтәк. Нисегерәк хаҡ әйтте...

Ошо рәүешле нисәнсе көн ҡаңғыра икән? Үҙе лә иҫәбен юғалтты. Бар донъяға аслыҡ иғлан итте, сөнки ашарына бөттө. Хәҙер туҡтау белмәй ойоҫҡотоп яуырға тотонған ҡар һыуы ла, ылыҫ еҫе аңҡып торған саф урман һауаһы менән генә туҡлана. Бына ҡайҙа ул сәләмәтлектең башы! Шлактарға батҡан тәнде таҙартыу... Зәйҙең һаҡал баҫҡан йонсоу йөҙөндә йылмайыу ғәләмәте сағылып китә. Ҡыҙыҡ, һуҙылып әжәл алдында ята, ә үҙе йылмайып маташа. Тик йылмайыуы йылмайыу түгел – һағышлы.

Халәтенең үтә мөшкөл булыуына ҡарамаҫтан, әле бирелергә иҫәбе юҡ. Ул тырышып-тырмашып ҡайтыу яғына бара. Ҡай урында шыуыша, ҡайҙа имгәкләй. Ул ҡайтыр. Ҡайтасаҡ! Юлды яҙлыҡтырып ҡуймаһа... Башта иҫһеҙ ятҡандай тойолған һеләүһен әле буйтым теремекләнде кеүек: ҡуҙғатҡан һайын ғырылдап тауыш бирә. Ҡурҡыта, йәнәһе, берәү. Ҡапаҡлай. Яҙмышының бөтөнләйе менән һунарсы ҡулында икәнлеген белмәй. Аңһыҙ хайуан. Зәй уны, теләй икән, тере ҡалдыра, теләй икән...

Был тоттормаҫ йыртҡыс нисегерәк килеп ҡапты һуң әле? Ә-ә, уны бит тар ғына ҡая өҫтөндә ҡамағайны. Ике яҡлап упҡын, артабан ҡасыр урын юҡ. Мылтыҡ ҡайышын ҡороҡ итеп, муйынынан алам тигәндә генә аяҡ аҫтындағы алдаҡ ҡар ишелеп китте лә икеһе бергә аҫҡа остолар. Аҙаҡ, үлә-бата ҡар аҫтынан сыға алғас, һушһыҙ ятҡан йәнлекте бәйләп ҡуйыуы ҙур ауырлыҡ тыуҙырманы. Уны хәҙер ауылға алып ҡайтырғамы? Ә әжәл менән яғалашып ятҡандағы анты? Әлеге лә баяғы намыҫ тигәнең? Хәҙер уның эсендә ике намыҫ алыша. Ул намыҫтар сатында тора. Береһе – Йомабай һәм башҡалар алдында абруйыңды һаҡлап ҡалыу. Икенсеһе – әйтелгән һүҙ, вәғәҙә. Ҡайһыһы өҫкә сығыр?..

Әжәл сигенә етеп йонсоған Зәй тамам алйыны. Хәнйәр тырнаҡлы тәпәйҙәре бәйле, тештәре араһына арҡыры ағас ҡаптырып уралған һеләүһен дә тауыш-тын сығармай. Улар хәҙер икеһе бер хәлдә. Яҙмыштарына буйһонорға йыйыналар, ахыры, һунарсы кейекте сырмап тотҡан бауҙарҙы тағатҡас та әле тегеһе хәрәкәтһеҙ ҡалды. Үҙе һулҡылдай, үҙе тороп китергә теләмәй. Күрәһең, булдыра алмай. Әллә шул рәүешле көс йыя, әллә булып ятҡанға ышанып етмәй, һеләүһендең сыҙамлығы бүренеке менән сағыштырырлыҡ та түгел, һай, әрһеҙ мәхлүк бит ул бүре...

Кеше, ҡырағай бесәйҙең ҡапыл ташланыуынан ҡурҡмайса, уға ҡар киҫәге ҡаптыра. Тегеһе ҡарышмай, йәшәү көсө бирер һутты күренеп торған кинәнес менән йотоп ҡуя. Ул ҡәнәғәт. Кит, азатлығы тулыһынса сикләнгән ҡәнәғәт була аламы? Бер ваҡытта ла! Үҙе лә, ҡар тотҡононда быуылып ятҡанында, ирек өсөн барыһын эшләргә әҙер ине. Хатта намыҫын юғалтыу хаҡына кейектәрҙе иреккә ебәрергә.

Зәй әйткәнендә торҙо. Ул артабан күҙҙәрен ҡыҫа биреп, йәнһеҙгә һалышҡан һеләүһенгә боролоп ҡарай-ҡарай тәнтерәкләне. Хуш, матур, ҡыйыу кейек! һин ирекле ерҙә донъяға килгәнһең, ирекле йәшәргә тейешһең, һин азат булырға хаҡлыһың. Тик азат булырға! Һис һүҙһеҙ. Аҙ ғына уңайһыҙлыҡтар тыуҙырғанмын икән, ғәфү...

* * *

Зәйнулла һунарсы кемдеңдер ҡаты ғына ҡағылыуынан күҙ ҡабаҡтарын көскә күтәрә алды. Сеү! Ҡаршыһында Йомабай ҡиәфәтле берәү баҫып тора. Был тиклем дә оҡшар икән. Албаҫты! Арбарға итә. Аһ, улар күмәк! Уратып киләләр. Китегеҙ, иблестәр! Күҙемдән юғалығыҙ! Барыбер тере көйө бирелмәм. Лә-ә илаһа илалла-а... Ғүмерендә тәү тапҡыр үҙ ихтыяры менән иман кәлимәһен иҫенә төшөргән Зәйнулла, һаташыу ҡатыш, рыя ғына ҡулын һелтәй.

– Зәй! Зәйнулла! Дуҫ!

Ана, хатта тауышы ла Йомоҡтоҡо. Дуҫ, тигән була бит әле. Тамбов бүреһе һиңә дуҫ. Ә тегеһе һаман лыҡылдай:

– Күрҙек, дуҫ, барыһын да күрҙек. Мин бит уйнап ҡына... Ә һин...

Күрҙем. Йыртҡыстың ниндәйен тере килеш эләктергәнһең! Һин ысын һунарсы! Һин барыһын уҙҙырҙың... – Балалыҡ дуҫын ошо хәлдә эҙләп тапҡан Йомабай туҡтауһыҙ һөйләнде лә һөйләнде. Уның ҡалтыранып сыҡҡан сыйылдаҡ тауышында үкенес ҡатыш шатлыҡ менән бергә дуҫына ҡарата сикһеҙ ғорурлыҡ та ишетелеп ҡала ине.

– Һеләүһен һынлы һеләүһенде ошоғаса бер кемдең дә тере көйө тотҡаны юҡ. Һин беренсе, һиңә береһе лә етә алмай! Һин афарин!..

Ереккә бәйләп ҡуйылған уҫлаптай бүрене күреп, Йомабайҙың да, башҡаларҙың да бөтөнләй һушы китте. Бындайын улар һис көтмәгәндер: бер юлы ике йыртҡыс! Тереләй! Шайтан затынандыр был Зәйнулла.

– Һо-о, быныһын да... – Йомабай дуҫын мәртәбәләмәксе. Ысҡындыр, – ти тегеһе хәлһеҙ, әммә ҡәтғи.

– Ниңә? Ул бит йыртҡыс... Зыянлы... Исмаһам, тәүҙә ауылдаштарға күрһәтәйек... –Ысҡындырып ебәр, тим! Сырмап ҡуйылған бауы бушау менән, аҫтыртын һеләүһендән айырмалы рәүештә, бүре шул әҙере, керештән ысҡынған уҡ ише, эргәләге әрәмәлеккә атылды. Бер ҡатлы йән икән, хәйләләшеп торманы. Бәлки, ирек ҡәҙерен тегегә ҡарағанда артығыраҡ, тулыраҡ белә. Ҡыуаҡтар араһына инеп юғалған кейекте күмәк ауаз оҙатып ҡалды.

...Ауылдарына ҡайтып еткәс тә Йомабай иҫ китмәле шәп һунарсы Зәй хаҡында иҫ киткес шәп һүҙҙәр һөйләп йөрөнө. Әле лә һөйләй. Форсаты сыҡҡан һайын. Әлбиттә, был һоҡландырғыс та, әҙәм ышанмаҫлыҡ та эштә үҙенең һис шикһеҙ ҡатнашлығы барлығын ҡыҫтырып ебәрергә онотмай. Ә ике намыҫын бер юлы һаҡлап ҡала алған сәм ҡоло Зәйнулла бынан ары, һунар, тип, ике аяғының берен баҫманы һәм башҡаса мылтығын ҡулына ла алманы. Уны хәҙер сәмләнеп китеп китап яҙа, тиҙәр...

Иҙрис НОҒОМАНОВ.

Читайте нас