Беҙҙең йорттар ҡапма-ҡаршы тора. Уларҙың зәңгәр тәҙрә ҡапҡастары гел генә күҙемә сағыла, уларға эйәләшеп бөттөм инде.
Камилә үҙе иртәнән алып кискә тиклем баҫыуҙан ҡайта белмәй, әлбиттә. Бригадир өсөн яҙ көнө – бесән өҫтө менән бер, эштең иң ҡыҙыу сағы.
Камилә булмағанда, мин уның ҡустыһы Хәлил артынан күҙәтергә яратам. Ул да шуҡ һәм уңған, хас апаһы кеүек! Бөгөн ул да күренмәй, моғайын, йомран ауларға киткәндер, йә булмаһа иҫке тирмән эргәһендә һыу инә торғандыр. Бер юлы һайыҫҡан ҡанаттары ла эҙләйҙер, уның менән дә ҡыҙыҡһына торған әҙәм бит ул.
Ни бары таң атҡанда йәки кис кенә Камиләне күреп була, шуға ла ҡояш байыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Иллә мәгәр уны һөйөүемде бер кемгә лә белгертәһем килмәй. Айырыуса был серҙе ул үҙе белеп ҡалмаһын, тип тырышам.
Һуғыш йылдарында мин күп ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа булдым, фронт юлдарында ниндәй генә ҡыҙҙар осраманы. Миңә – оҙон буйлы, ҡуңыр күҙле егеткә – байтаҡ ҡына ҡыҙҙар иғтибар итһә лә, ысынын әйтәм, уларҙың береһе лә йөрәгемдең түренә инә алманылар. Мин һаман әле эҙләнәм һәм егерме биш йәштә генә һөйөп була торған ҡыҙҙы әле булһа осратҡаным юҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән, эҙләгән ҡыҙым әллә Камилә булып сыҡты инде, тип үҙемдән үҙем һорап та алам. Ҡарлугас ҡанатындай ҡыйылып торған ҡара ҡаштар аҫтындағы һоро күҙҙәр мине әллә еңделәрме икән, тип тә ҡуям.
«Юҡ, – тим мин үҙ-үҙемә, – Камилә миңә кейәүгә бер ҡасан да сыҡмаясаҡ, уның егете бар бит. Гармунсы Сәләх күрше ауылда ғына тора, бына тигән егет! Уны бер кемгә лә алмаштырмаясаҡ, уға ышанырға була...»
Бер ваҡыт, апрель башында булһа кәрәк, минең янға Хәлил йүгереп инде лә, ҙур сер итеп:
– Сәләх ағай килеп етте, – тине.
Уның менән беҙҙең ҡайғы ла, шатлыҡ та уртаҡ... Был юлы минең тыным ҡыҫылып китте. Шулай ҙа, малай һиҙмәһен тип, ашыҡмай ғына:
– Камилә китергә лә йыйына торғандыр инде?.. – тип һораным.
– Юҡ, ул бер ҡайҙа ла китмәйәсәк.
– Ни өсөн? – тип ҡылды тартып ҡараным.
Малай, шатлана төшөп:
– Улар асыуланыштылар, – тине. – Эш көйлө!
Оҙаҡ та үтмәне тәҙрә аша мин Сәләхтең үҙен дә күрҙем. Буйға минең кеүек үк оҙон, танауы бөркөт суҡышындай кәкре, фуражкаһын күҙенә төшөрөп кейгән. Уға ҡарау менән, был егет көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй икән, тип әйтке килә. Йә ул ҡамсы менән киҙәнеп сәскә баштарын өҙгәләй, йә булмаһа аҡ ҡайынды ҡосаҡлап «дер» һелкетә ине. Был ни ғәжәп?
Мин тәҙрәнән күҙемде ала алмайым. Бына Камилә ирендәрен тешләгәндәй тойолдо. Бәлки, улай ҙа булмағандыр, мин үҙемде үҙем алдай ғына торғанмындыр?
Байтаҡтан бирле улар ни тураһында һөйләшәләрҙер, уныһын мин белмәйем, шулай ҙа Сәләхтең ишараларына, ҡыҙа-ҡыҙа һөйләүенә ҡарағанда, Камиләне өгөтләргә тырышыуын аңлауы ҡыйын түгел. Бына инде ҡыҙ һөйләй башлағас, егет тынып ҡалды. Күп тә үтмәне, Камилә боролоп өйөнә инеп китте. «Ул егетен өйөнә лә саҡырманы», – тип шатландым. Сәләх, ишек ябылғанын күргәс, асыу менән ҡамсыһын һелтәне лә бер һуғыуҙа аҡ сәскәнең башын сабып өҙҙө. Күҙ асып йомғансы ул атсабар кеүек эйәргә һикереп менде лә, тура айғырын кәртә аша һикертеп, йән-фарман саптырап ҡайтып китте. Шуны күреп:
– Аты ла аты! – тип ҡыҙыҡһындым. Ярһыған йөрәгемдең тибеүен был малай ғына һиҙеп ҡалмаһа ярар ине тип, мин Хәлилгә табан боролоп ҡараным. Ул һаман әле минең эргәмдә баҫып тора ине.
– Камилә мине ҡыуып сығарҙы, – тине Хәлил. – Илағыһы килһә, ул гел генә шулай эшләй, һынағанбыҙ инде! Беләбеҙ!
Мин уға аптырап ҡараным. Ул ни әйтмәксе була?
– Ни өсөн асыуланышыуҙарының сәбәбен дә беләм,– тип өҫтәне Хәлил. Ул йылмайып ебәрҙе һәм бер күҙен – бер ҡарағатты – ҡыҫты ла, – әгәр Алтын Йондоҙоңдо тотоп ҡарарға рөхсәт итһәң, һөйләп бирермен. Ысынлап әйтәм! Ысын пионер һүҙе.
– Һин пионер түгел дә баһа! Аштырып ебәрәһең.
– Бәй! Теләмәһәң, һөйләмәйем. Ярай, киттем...
Мин уға ултырғыс башындағы гимнастерканы һуҙып та өлгөрмәнем, ул бышылдай башланы:
– Камилә уҡырға китергә теләй, ә Сәләх ағай риза түгел, – тине ул.– Ләкин беҙҙең Камиләне тиҙ генә еңеп булмай, уны мин яҡшы беләм инде, күп тапҡыр һынағаным бар...
– Шулаймы! – тип ҡысҡырғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.
– Әгәр ҙә мәгәр гимнастерканы малайҙарға күрһәтергә рөхсәт итһәң, һиңә туй хаҡында ла һөйләп бирермен. Йәме?
– Был Йондоҙҙо миңә Калинин бабай бирҙе һәм бик ныҡ һаҡларға ҡушты. Үҙең аңлайһың бит, уны теләһә ҡайҙа биреп ебәрә алмайым, бына өй эсендә теләгәнсә ҡарап ҡал...
Хәлил тартышып торманы. Минең гимнастерканы кейҙе лә, күкрәген киреп, ишектән мейескә тиклем ары-бире йөрөй башланы. Ваҡ ҡына аҙымдар менән ул был араны ете ҡат ураны, ысын биҙгәк!
– Шунан, туй мәсьәләһе нисек булып ҡалды һуң?
Зирәк малай текләп ҡараны ла, миңә йылышып, һике ситенә килеп ултырҙы.
– Сәләх ағай туй менән һаман ашыҡтыра, – тине ул аҡрын ғына. – Камилә иһә: «Икебеҙгә лә уҡырға кәрәк», – ти. «Туй менән ашыҡмаһаҡ та була», – ти. Был һүҙҙәрҙе үҙ ҡолағым менән ишеттем!
– Ә! – тип ыңғырашып ебәрҙем мин.
Хәлил һикереп торҙо ла:
– Яңылыш аяғыңа тейҙемме әллә? – тип һораны.
– Юҡ, Хәлил, былай ғына...
Яттарҙың туйына осраҡлы барып сыҡҡан кеше һымаҡ, миңә ҡыйын булып китте. Ауыр итеп көрһөндөм. Район врачы тиҙ арала аяҡҡа баҫаһың тип йыуатһа ла, яра үҙенекен итә, һаман төҙәлеп етмәй.
– Шайтан алғыры! – тинем мин рус телендә.
Шаршау артында ойоҡ бәйләп ултырыусы әсәйем шунда уҡ минең яҡҡа ахылдап килеп сыҡты ла:
– Ни һөйләйһең? Ни булды? – тип һораны, ҡайғылы күҙҙәрен миңә төбәп.
Ярай әле ул рус телен белмәй.
– Был болоттар бер заман бөтөрмө икән, юҡмы икән? – тип нисек етте шулай, һүҙҙе икенсегә борҙом. – Ҡояш күренһә, бәлки, еңелерәк булыр ин.
– Асыҡтыңмы әллә? – тип һораны әсәйем. – Теләһәң, яңы ғына һауған һөт менән һыйлайым.
– Юҡ, әсәй. Рәхмәт, әсәй.
Ошо ваҡиғанан һуң мин Камиләне бер нисә көн күрмәнем. Ул таң атҡансы китә һәм йондоҙҙар ҡалҡҡас ҡына ҡайта ине. Минең һеңлем Рауза, ниҙер һиҙгән кеүек, миңә ҡарап ала.
– Тәҙрә эргәһендә япа-яңғыҙ ятыу бик күңелһеҙ түгелме? – тип һорай Рауза. – Камиләне үрләтмәксе булалар, районға саҡыралар, – тип өҫтәп ҡуя.
Мин сер бирмәйем.
– Бик яҡшы хәбәр, – тим. – Ғүмер буйы ауылда йәшәмәҫ инде. Тәҡдим иткәндә барһын. Гел генә саҡырып та тормаҫтар... Һиңә шуны әйтәйем әле, Рауза, мин тамам терелеп еткәнсе, туй уҙғарып ҡал, кем белә уны, аяҡҡа баҫҡас та, бәлки, ҡапыл китергә лә тура килер...
Һеңлем шаян һүҙҙәрҙе шунда уҡ аңлап алды.
– Мин, һин оҙағыраҡ өйҙә торһон тип, юрамал туйға ашыҡмайым, – ти ул. – Ситтә күп йәшәнең инде, өйҙә лә бер аҙ тороп ҡал. Нисек кенә әйтһәң дә, атай йорто бит! Илең-һыуың да тартмай түгелдер...
Мин яуап ҡайтарманым, шулай ҙа Рауза һүҙен дауам итә бирҙе:
– Камиләне беҙ бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ, – тине ул. – Һуғыш ваҡытында ул үҙен бына тигән итеп күрһәтте. Шундай ауыр йылдарҙа, мин һиңә әйтәйем, ул гектарынан йөҙәр бот уңыш йыйнаны. Уға тиклем дә Камиләгә ирек бирмәйҙәр ине, дан килгәс, егеттәр йәбешеп ята башланылар, ҡотолор хәл ҡалманы. Көнөнә икешәр башҡоҙа килә, түҙеп кенә тор! Тик уларҙың бөтәһе лә буш ҡул менән ҡайтып киттеләр. Беҙҙең Камилә шундай ул.
Мин үҙемдең ҡыуанысымды йәшерергә тырышам, шуға күрә лә:
– Һайланған һаҙға – осраған таҙға, тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, – тигән булдым.
Рауза үҙенең әхирәтен яҡларға тотондо:
– Һәр ҡыҙ ҙа Камилә кеүек ғорурлана белһә, бик яҡшы булыр ине лә ул, беҙҙең ҡулдан ғына килмәй, – тине.
Мин бәхәсләшеп торманым, бәлки, шулайҙыр ҙа...
Бер аҙна тигәндә колхоз яҙғы сәсеүҙе башҡарып сыҡты. Рауза үҙенең бригадирын маҡтап бөтә алмай.
– Белгең килһә, икенсе бригаданың танауына сирттек, – ти ул. – Унда гел генә ирҙәр эшләй. Уларҙың бригадиры Сәғит һәр йыйылышта йөкләмә ала ине. Камиләне уҙып китеп буламы ни улI
Камиләне күреп ҡалыр өсөн мин әтәстәр менән бергә уянам. Ул һыйырын һауа ла Хәлилгә ашарға әҙерләй һәм шунда уҡ баҫыуға китә. Уны күргән һайын шатланам да... ҡайғырам да.
Мин ауылға ҡайтып йығылғандан бирле, ул ни бары бер тапҡыр ғына беҙҙең өйгә инеп сыҡты. Минең менән иҫәнләште лә әсәйемдән ниҙер һораша башланы. Тәҙрә төбөн күҙәтеү урынына әйләндергән, ҡаршы йорттан күҙен алмай, Камиләнең һәр бер хәрәкәтенә һоҡланып ҡарап, ғазап сигеп ятыусы һалдатҡа ул иғтибар итәме икән? Юҡмы икән?
Миләш ҡотороп сәскә ата башлағас, врач миңә урамға сығырға рөхсәт итте. Мин, ел алып килгән хуш еҫле һауаға туйына алмаған кеше кеүек, киң итеп тып алам. Хәҙер инде баҡса эсендәге эскәмйәне күҙәтеү урынына әйләндерҙем, ихата аша ҡарап ултырыу уңайлыраҡ. Бында миңә гөж килеп йөрөгән күрше-күлән дә иғтибар итмәй.
Ҡайһы ваҡытта Камиләне ҡатындар оҙаталар, ҡайһы берҙә ирҙәр... Мин колхоз председателе Ибраһимов иптәштән көнләшмәйем, ләкин кооператорҙың тыпырсыныуын күреп, йылмаймай түҙә алмайым. Бигерәк көлкө кеше! Ғәләү оҙата килһә, Камилә уны йорт алдына ла кертмәй, ҡапҡа төбөнән бороп ебәрә лә ҡуя... Һиңә шулай кәрәк тә!
Теге ғәләмәт Сәләхтең дә күптән күҙгә күренгәне юҡ. Был хәл мине бер аҙ ҡыуандыра төшә...
Һис көтмәгәндә генә Камилә миңә ҡарата илтифатлы була башланы, бәлки, миңә генә шулай тойолалыр?
– Шәбәйәһеңме? – тип һораған була ул.– Дүртөйлөнөң һауаһы килешәме?
– Рәхмәт, – тим. – Эштәр алга бара, буғай.
Ошондай осраҡлы һүҙҙәрҙән һуң да миңә рәхәт булып китә, шуға күрә, әсәйем нәмә бирһә, шуны туйғансы ашайым. Ул, әлбиттә, шатлана.
– Алла бирһә, оҙаҡламай бөтөнләй терелерһең,– ти ул.
Нисек кенә әйтһәң дә, мине бында өйләнергә тейешле егет тип иҫәпләйҙәр, буйҙаҡ булып ҡалырмын тип ышанмайҙар, буғай... Беҙгә, юҡ-бар сәбәп табып, йыш ҡына ҡыҙҙар килеп сыға башланы; ғәҙәттә, улар шаршауҙы асып, миңә ҡарап алалар йәки, уға батырсылыҡтары етмәһә, әсәй яғында ҡысҡырып һөйләшә, көлөшә башлайҙар.
– Бер ара беҙҙең бригадага килеп сыҡ, – тип ҡыҫтай Рауза. – Кешеләрҙе күрерһең, үҙеңде лә күрһәтеп китер инең...
– Ярай, бер барып сығырмын,– тим.– йөрөй башла-ғас та, үҙемде күрһәтермен. Түҙгәс бер аҙ түҙ инде.
Тағы ла бер аҙнанан мин таяҡһыҙ йөрөй башланым. Шулай бер көндө тоттом да урманға табан киттем. Май айы беҙҙең яҡта иң матур ваҡыт. Ҡайындар йәшелләнгән, имәндәр көс алған саҡ. Миләш ағасы ун тәүлек буйына «мин кем?» тип маһайып ултыра, ә ун беренсе таңда инде – хуш еҫле сәскәләре менән хушлаша башлай.
Тынғыһыҙ шишмә буйлап һуҡмаҡ һуҙыла, урыны-урыны менән ул соҡорҙар аша ла үтә. Мин үҙемде бында яңғыҙ тип һиҙмәйем. Ҡоштар үҙенсә, шишмә үҙенсә минең менән һөйләшә.
Улар менән уртаҡ тел табып була! Елбер-елбер ел дә иҫә.
Урманды һис кенә лә ташлап китке килмәй. Үҙемде үҙем онотоп, хистәргә бирелеп, бында байтаҡ йөрөнөм. Донъяла ундай көндәр ҙә булғылай икән... Инде киттем тигәндә генә, торналар тауышы ишетелде. Башымды күтәрһәм, ағас япраҡтары аша, ҙур ҡоштарҙы күреп ҡалдым. Улар күк йөҙөндә әйләнеп-әйләнеп осоп йөрөйҙәр ине. Тап ошо минутта Камиләнең тауышын ишетеп, аптырап, уға табан боролдом. Өнөммө был, төшөммө?..
– Торналар үҙҙәренең томбойоҡ ҡаплаған күлдәрен эҙләп килгәндәр, – тине ул.
– Ни хәл, Камилә? Осрашмағанға биш былтыр булды.
– Хәйерле кис, – тине лә Камилә, – бына инде бында килеп сығырһың тип ғүмерҙә лә уйламағайным, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Бәрәкәт! Әллә башҡа кешегә был урман ситенә килергә ярамаймы? – тип көлдөм мин.
– Шуны әйтеп торам да баһа, бына ошо яҡ – бөтә күл тирәһе торналарҙыҡы һәм... минеке...
«Камиләнең яратҡан урманы ошо икән» тип уйлап алдым мин. Әй әҙәм балаһы, бында ниндәй матурлыҡ!
– Ҡоштар беҙҙән ҡурҡтылар ахырыһы, күл өҫтөнә төшмәнеләр, – тине Камилә.
Гөрләп килгән торналар көнсығышҡа табан боролдолар, тиҙ арала күҙҙән дә юғалдылар. Шулай ҙа Камилә, уларҙы яңынан күрергә өмөтләнгән кеше кеүек, ҡоштар осоп китеп юғалған яҡҡа бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Бәлки, ул торналар тауышын тағы ла бер тапҡыр ишетергә уйлағандыр?
– Ҡөҙрәтемдән килһә, улар менән бергә осоп китер инем, – тине Камилә.
Мин унан күҙемде алмайым. Ул, бәлки, фекерен асыҡлай төшөр? Йөрәк серен әйтер? Нисек кенә ибен табып һөйләтергә инде!
Ҡапыл ул миңә ҡараны ла:
– Ни эшләп тын ҡалдың? – тип һораны. – Нәмә тураһында булһа ла һөйлә әле.
«Ошо минуттан файҙаланып, әллә «һөйәм» тип әйтеп һалаһы инде?» – тип уйлап алдым да, үҙемде үҙем көскә тыйып, һүҙемде икенсегә борҙом.
– Оҫталыҡ юҡ, – тинем. – Һуғыштан башҡа һөйләр һүҙем дә юҡ.
Камилә йылмайҙы.
– Донъя күргән, даръя гиҙгән кешеләрҙең башы ни генә кисермәй! – тип әйтеп ҡуйҙы ул. Был: әйҙә һөйләгеҙ, батыр булығыҙ, тигән әмер ине лә баһа!
Ундай әмерҙе үтәүҙән башҡа сара ҡалманы.
– ...Йөҙ ҙә егерме сәғәт буйына мин үлем менән көрәштем, – тип һөйләй башланым мин, – Алтынсы тәүлек тыуҙы тигәндә генә һушыма килдем. Мине дауалаусы врач Анна Аркадьевна миңә ҡарап: «Йөрәгегеҙ һеҙҙе ҡотҡарҙы!» – тип маҡтаны. Зина исемле сестра бер букет сәскә тотоп килде. «Минән һәм Клаванан. Оҡшаймы?» – тине ул. Мин күҙемде астым да: «Юҡ, оҡшамай», – тинем. Зина бындай яуапты көтмәгәйне, әлбиттә. Саҡ ҡына илап ебәрмәне. Ирендәрен турһайтты ла кире ишеккә табан йүгерҙе «Туҡта!» – тинем мин уға. Ул яҡын уҡ килгәс, «рәхмәт!» тип өҫтәнем. Ул баш осондағы ултырғысҡа килеп ултырғас: «Мин ҡыҙыл мәк сәскәләрен һағындым. Табырһыңмы? Улар теләһә ҡайҙа үҫәләр. Айырыуса асыҡ яландарҙы яраталар. Мәк сәскәһен өҙөп килтер, йәме?»
Ул ашъяулыҡ мөйөшөн ҡулында ыуа ине. Моғайын, аптырап ҡалғандыр... Шуны күреп, мин һөйләп алып киттем:
– Кеше ғүмерен сәскә ҡотҡарып ҡала аламы? Шул турала уйлап ҡарағаның бармы?.. Беренсе пуля минең башыма тейзе. Икенсеһе – елкәгә... йүгерә алмай йығылғас, мин шыуыша-шыуыша ата башланым. Күп ҡан юғалтҡанҡыҡтан, тиҙҙән һуштан яҙҙым. Күҙ алдым ҡараңғыланды, ҡыҫҡаһы, бер ниҙә һиҙмәй яттым, һинең менән шундай хәл булғаны бармы? Иҫкә килгәс, яҡындан ғына уҙып барған иптәштәрҙең тауышын ишетеп ҡалдым. Мин ҡуйы үлән араһында ятҡанға, улар мине күрмәнеләр. Ҡысҡырып ҡараным, ләкин тауышымды үҙем дә ишетмәнем. Бөтөнлән хәлһеҙләнгәйнем. Һалдаттар ҙа алға уҙып киттеләр, яҡын-тирәлә атышҡан тауыш та ишетелмәй. «Фронт алға киткән икән», – тип уйланым. Мине күрмәнеләр тип, бик шөрләнем. Битемдән һалҡын кеҫәртке үтеп китте. Мин тыйып ҡалдым: шағыр-шоғор итеп, ниндәйҙер арба уҙып бара ине. Тик йыр тауышы ишетелгәс кенә, беҙҙең санинструктор Марияны танып ҡалдым. Ул да күрмәһә, эш харап бит, тип ҡурҡтым...
Минең эргәлә барған Камилә, беләгемдән ҡыҫып тотон алды ла:
– Һеҙҙе ул таптымы? Күрҙеме? – тип ярһып һораны. – Ауыр булһа, аҡрыныраҡ атлайыҡ...
– ...Минең ҡырымда ғына мәк сәскәһе үҫеп ултыра ине, – тип мин һүҙемде дауам иттем. – Һуҙылып уны өҙөргә маташтым. Ләкин унлыҡ та көс ҡалмағайны, сәскә һис кенә лә бирешмәй. Мәкте өҙөп алдым да баш өҫтөмә күтәрҙем. Марусяның мәк сәскәһен яратыуын беҙҙең бөтә рота белә ине. Ул, һуғыш яланында ҡыҙыл сәскә күреү менән, миңә табан йүгерҙе... Зинаға ошо ваҡиғаны һөйләгәндән һуң, минең бүлмәлә һәр ваҡыт, иртәһен дә, кисен дә, ҡыҙыл мәк сәскәләренән төҙөлгән букет була башланы...
Мин тынып ҡалдым. Камилә минең ҡулымды ысҡындырҙы ла:
– Беҙҙең яҡта, үкенескә ҡаршы, ундай сәскә үҫмәй шул! – тип көрһөнөп ҡуйҙы.
Осраҡлы осрашыу башҡа ҡабатланманы... Мин, эскәмйәлә ултырып, һаман Камнләне көтөп алам.
Шулай бер кисте, һис көтмәгәндә генә, минең янға Хәлил атылып йүгереп инде.
– Иртәгә көн буйына мин һинең менән бергә була алам, – тип шатланып хәбәр итте ул. – Бер үҙем генә ҡалам. Камилә районға китә.
– Ни эшләп?
– Уныһын үҙем дә белмәйем. Кәрәк, ти. Башҡа бер ни ҙә һөйләмәй.
Шул кисте мин Камиләне күреп һөйләшергә булдым. Бер үҙе генә ҡайтырмы икән, тип бик борсолдом. Ҡараңғы төшкәс, урам башында Камиләне күреп ҡалдым. Миңә күҙе төшөү менән, ул үҙе башлап өндәште:
– Төҙәлеп етәһеңме? Хәл-әхүәл ни ҡорло?
– Уныһын кем белһен инде...
Ул өйөнә инеп китергә ашыҡманы. Шунан файҙаланып, мин:
– Һине иртәгә районға китергә йыйына, тиҙәр, шул хәбәр дөрөҫмө? – тип һораным.
– Эйе, саҡырталар...– тип йылмайып ҡуйҙы ул.
– Миңә лә районға барып ҡайтырға кәрәк ине...
Ул миңә ҡарап алды ла:
– Ни өсөн? Ниңә юлға сығырға булдың әле? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Врачтарға күренергә ваҡыт етте...
– Улай булғас, әйҙә, әҙерлән, – тине ул,– Эштең ҡыҙыу ваҡыты, барыбер икенсе ат екмәҫтәр, ә беҙ икебеҙ бер арбаға нисек булһа ла һыйырбыҙ.
Ҡояш менән бергә тороп, беҙ матур иртәне юлда ҡаршыланыҡ. Камилә, дилбегәне ҡулынан ыскындырмай, атты ҡыуа бирә. Беҙҙең яҡта ҡыҙҙар һыбай ҙа йөрөйҙәр, гармунда ла уйнайҙар, уларҙың ҡулдарынан килмәгән эше юҡ. Мин уның асыҡ муйынынан күҙемде ала алмай утырам.
Атты туҡтатырға ла: «Мин һинән башҡа тора алмайым!» – тиергә кәрәк тигән фекер мине баянан бирле эҙәрләй. Шул теләктән һис тә генә ҡотолоп булмай.
Бына ул үҙе әйләнеп ҡараны ла:
– Арба бик һелкетмәйме? – тип һораны.
– Нисек булһа ла түҙербеҙ инде.
– Ҡыйын булһа, әйтегеҙ. Атлатып барырға ла мөмкин бит.
– Аҡрын барһаҡ, районға тиҙ етә алмайбыҙ, – тинем мин. – Дөрөҫөн әйткәндә, мин һинең менән ғүмер буйына бергә барырға ла риза.
– Нимә тинегеҙ? – тип һораны ла аптырап миңә ҡараны.
Мин бер тәүәккәл иткәс, үҙемдекен һөйләй бирҙем:
– Һинең менән, Камилә, ғүмер буйына бергә булырға ризамын.
– Ниңә улай тинең, зинһар өсөн, тыйыл!
Бер башлағас, әйтәһе һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға кәрәк. Ни булһа, шул булыр тип, мин үҙемдең тәрән мөхәббәтем хаҡында ашыға-ашыға һөйләй бирҙем. Мине ул бер тапҡыр ҙа бүлмәне. Тик ултырҙы.
Мин тынғас ҡына:
– Ни эшләп был һүҙҙәрҙе һөйләнең? – тип рәнйене.– Минең һөйгән егетем барлығын һин бик яҡшы беләһең. Дөрөҫ, беҙ уның менән йыш ҡына һүҙгә килешеп алабыҙ. Аҙналар буйына һөйләшмәй ҙә йөрөйбөҙ. Ләкин ундай үпкәләшеүҙәрҙең тормош өсөн зарары юҡ, һуңынан улар бөтәһе лә татыу йәшәргә ярҙам ғына итәсәк.
Төшкә тиклем мин үҙемдең бөтә эшемде башҡарып сыҡтым... Тик Камилә генә һаман баштан сыҡмай. Уйлап-уйлап торғас: «Миңә китергә кәрәк, башҡа сара юҡ. Уның эргәһендә ғазап сигеп булмай...» – тигән ҡарарға килдем.
Врач та минең планды хупланы, санаторийға барырға кәрәк, шунһыҙ тиҙ генә төҙәлеп булмаҫ, тине.
Әсәйемдән хәйер-фатиха һорап, ҡыҫҡа ғына хат яҙҙым да уны Камиләгә тапшырҙым.
Камилә күп уйлап тормай, мине оҙата килде. Әле булһа ул төн иҫемдә: аҡрын ғына ел иҫә ине. Ярты ай ҡалҡып, йылға өҫтөнә алтын һуҡмаҡ һалды. Кескәй генә пароход «бына китәм, бына китәм» тигәндәй, геүләп тора. Бына һуңғы гудок. Беҙ ҡуҙғалдыҡ... Камилә яулыҡ болғай. Ара алыҫлашҡан һайын, ул тағы ла ҡәҙерлерәк була төшә.
Пароход, күбекле эҙ ҡалдырып, алға бара. Күптән инде күҙҙән пристань дә юғалды, шулай ҙа мин палубаны ташлап китә алмайым.
...Шул ваҡиғанан һуң күп йылдар уҙҙы. Бына әле лә мин Камилә тигән исемде ишетһәм, һиҫкәнеп китәм дә, ул түгелме икән тип, боролоп ҡарайым.
Әнүәр БИКЧӘНТӘЕВ.