Уның менән нисек дуҫлашып киткәнде иҫләмәйем. Интернатта, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия хәҙер, ул минән бер синыф алдан уҡыны, улай аралашып йөрөмәнек, таныш инек, эйе. Университетта беренсе курста уҡ, егерме ир-ат араһында (! башҡорт филологияһы факультетының тарихында бер курста был тиклем егет уҡығаны юҡ), курсыбыҙ иҫ киткес татыу һәм берҙәм булыуға ҡарамаҫтан, беҙ өсөбөҙ – Өфө егете Рөстәм Рәжәпов, Ейәнсура уҙаманы Артур һәм Ғафуриҙан мин – нисектер бер-беребеҙгә ылығып киттек. Улай уҡ берләштерерҙәй уртаҡ уйҙар, уртаҡ шөғөлдәр ҙә булманы кеүек. Бергә лекцияға барабыҙ, ҡайһы саҡ китапханала осрашабыҙ – шул, бер бүлмәлә йәшәмәйбеҙ. Улар икеһе лә “Йәнгүзәл” исемле фольклор төркөмөндә йөрөй, Рөстәм ҡурай тарта, Артур думбыра сиртә, ҡобайыр, мөнәжәт әйтәләр, ә мин боксер, шунда шиғыр яҙып та маташам. Ҡыҫҡаһы, Хоҙай тәҡдире, Аллаһы ҡушыуы булдымы, айырылмаҫ дуҫтарға әүерелдек, бөгөн дә туғандарса серҙәш, йәндәш булып көн итәбеҙ.
Ғәҙәттә, Артурҙың тыуған көнө сессия осорона тура килә торғайны. Бер йыл, өсөнсө курста буғай, сәғәттең төнгө ун ике тулғанын, йәғни 25 ғинуар тыуғанын ғына көтөп торҙоҡ та, Рөстәм менән икебеҙ Артурҙың бүлмәһенә килдек. Ҡуйында бар инде, затлы көньяҡ һыуы. Дуҫыбыҙ бәләкәй генә “каморка”ла йәшәй ине. Бәләкәй булһа ла, шуныһы рәхәт – яңғыҙы, аулаҡ та. Уны үҙе йүнләп, тәртипкә килтереп алғайны. Иртәгә – имтихан, Артур карауатына китаптарын йәйеп һалып, бәләкәй генә өҫтәленә ятып тигәндәй мөкиббән китеп әҙерләнә. Беҙҙең килеүгә шат түгел, күренеп тора, башын ҡалҡытып ҡына ҡараны ла артабан уҡыуына кереште, эйе, ҡамасаулап йөрөйбөҙ. Рөстәм менән индек тә шым ғына карауаттың ситендә ултырабыҙ. Башҡа баҫып торор ҙа, арт терәр ҙә урын юҡ. Үҙебеҙ мут ҡына йылмаябыҙ. Артур беҙҙең ниәтте лә, теләкте лә аңламай, әгәр ҙә тамаҡ сылатыу уйы менән йөрөһәгеҙ, мин пас, бар, башҡа урын эҙләгеҙ, мин экзаменға әҙерләнәм, тип нисек тә беҙҙән ҡотолорға уйлай. Ҡыумаһа ла, ҡырыҫлығы һиҙелә.
– Ярай, биғәйбә, улайһа, яҡын дуҫыбыҙҙың тыуған көнөн коридорҙа билдәләргә тура килә инде, – тип Рөстәм торҙо. Эргәһендә мин дә ҡалҡҡан булдым. Үҙебеҙ һаман мут ҡына йылмаябыҙ. Сәбәп хәтәр. Ҡуйындағы шыйыҡса ла күңелде ҡытыҡлай. Студент саҡта ундай байлыҡ өҫтәлдә һирәк ҡунаҡ.
– Нимә?! – Артур һикереп торғанын да һиҙмәй ҡалды. Шунан сәғәтенә ҡараны ла, – бына ҡороғор, мин бөтөнләй онотҡанмын ул, – тине лә беҙҙе ҡосаҡлап алды. Рәхәт кисереп оҙаҡ ҡосаҡлашып торабыҙ шулай.
Таң атҡансы тиерлек рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ өсәү. Иртәгәһенә имтиханды ла һәйбәт бирҙек, дөрөҫөрәге, беҙ Рөстәм менән “биш” алдыҡ, ә Артурға “дүрт” ҡуйҙы уҡытыусы. Артур һыр бирмәне.
– Һеҙҙең ике “биш”егеҙ беҙҙең өсөбөҙгә баштан ашҡан. “Дүрт” тә хәтәр шәп бүләк, – тине лә ҡуйҙы.
Ошо тыуған көндө Артур менән һәр йыл тигәндәй иҫләйбеҙ. Икебеҙ генә иҫләйбеҙ, икебеҙ генә билдәләйбеҙ. Рөстәм дуҫыбыҙ ун өс йыл инде хәҙер беҙгә күктән генә ҡарап кинәнә, ҡыҫҡараҡ булды ғүмере...
Студент саҡта Артур Сәйетбабаға, минең тыуған ауылыма, йыш барып йөрөнө. Атайым уны, дүртенсе улым (үҙенең өс улынан тыш, йәнәһе) тип, арҡаһынан ҡағып, яратып та ала ине. Ҡай саҡ мин ҡайта алмаһам да, Сәхиулла ағай менән бер ултырып тәмәке тартайым, Флүрә апайҙың тәмле сәйен эсеп киләйем әле тип, юлға яңғыҙы ла сығып киткеләне ул. Көҙгөһөн бер шулай инәйем, ваҡ картуфты малдарға әҙерләп, тасҡа һалып йөрөгәндә, Артур еңдәрен һыҙғанып тороп, бысраҡ бәрәңгеләрҙе һыуыҡ һыу менән йыуырға керешкән. Инәйем аптыраған, ҡуй әле, кит, бысранып, тигән. Артур, һуң мин дә ауыл балаһы ла, тип эшен дауам иткән. Инәйем, ҡунаҡ кешегә килешәме шулай, тип ҡуйған аптырап. Эшкә әрһеҙ ул шулай, ҡара эшме, хәлдән килерҙәйме, һис тә йыбанмай ҙа, аптырамай ҙа, тота ла эшләй. Күрәһең, инәйем уны, директор улы, БДУ-ла уҡый, был аҡһөйәк, тип уйлағандыр.
Ә ул ысынлап та мәктәп директоры улы, ғаиләлә баш бала. Ҡулы эш күреп, һәр һөнәргә өйрәнеп үҫә. Шуға мин Ейәнсураға Иҙәшкә барғанда, Артурҙың бесән сабыу, кәбән ҡойоу булһынмы, һәр төрлө техниканы йүгәнләү тиһеңме – дуҫымдың алтын ҡуллы булыуына һөйөнөп, һоҡланып бөтә алмай торғайным. Тик үҙе әйтеүенсә, үҫмер сағында тәртипһеҙерәк була ул. Баш бирмәйерәк үҫә.
– Минең һис тә директор улы, йәғни тыңлаусан, артыҡ тәртипле малай булғым килмәне, – тип көлә бөгөн. – Урам малайҙары менән ҡәҙимгесә аралашып, уйнап, һуғышып, шашып үҫеү миңә ҡәҙерлерәк, ҡыҙығыраҡ булғандыр. Башҡа малайҙар кеүек мәктәп бәҙрәфендә ҡасып тәмәке тарта инем, ҡай саҡ атайым, директор, килһә, ҡасабыҙ.
Шулай һигеҙенселә уҡығанда бер дәрестә ыштан резинкаларынан, ҡағыҙҙан пулька эшләп, атышып ултырабыҙ. Яман әсе тейә торғайны ул пуля. Ҡыҙҙарҙы илата инек хатта. Уҡытыусы тыя алмағас, директорҙы саҡырҙы. Атайым, кемдәр атышты, таҡта алдына сығығыҙ, ти. Малайҙар алға сыҡты, мин дә эйәрҙем. Шунан атайым барыһының да ата-әсәләрен саҡырып йыйып алды һәм... бар халыҡ, класташтар алдында битемә сәп итеп еңелсә һуғып ебәрҙе. Ул бер ҡасан да кешегә лә, балаларына ла ҡул күтәргәне булманы, ауыр һүҙ әйтмәне. Ә бында... шул тиклем ғәрләндем, оялдым. Үҙенең балаһын "аҡылға ултыртып" атайым башҡаларға һабаҡ бирҙе шулай. Бөгөн уға рәхмәтлемен, ошо ваҡиғанан һуң башҡаса атайым йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергем килмәне. Аҡылға ултырҙым. Үҙемә лә мәңгелек һабаҡ булды.
Уйлаһаң, хәтәр бит. Ваҡытында аңлатҡан һабаҡ, ниндәй генә әшәке булмаһын, киләсәккә, аҡыллы киләсәккә ныҡлы нигеҙ ул. Тыныс, иҫ киткес ипле, итәғәтле Хәсән ағай мәрхүмдең шулай ярһып улына аҡыл ултыртыуын күҙ алдына килтерә алмаһам да, бөгөн ихлас ҡулын ҡыҫыр инем, хәстәрлекле көләс йөҙлө, уңған Фәниә апай алдында баш эйеп, уларға рәхмәт әйтәм, улдары ла, ҡыҙҙары ла һәләк аҡыллы, илһөйәр һәм эштәре, хеҙмәттәре, ғаиләләре, тормошҡа төплө ҡараштары менән улар күптәргә, бик күптәргә өлгө.
Артур – ул аҡыллы авантюрист, бик тәүәккәл уҙаман. Баш бала булып, күп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып үҫкәнгәме, һис нимәнән ҡурҡмай торған шәп холҡо ла бар, тинем. Ҡай саҡ, тәүҙә эшләй, шунан уйлай был, тип хәүефләнеп киткән саҡтарым да булды, тик барыбер эштең аҙағы “Артур"са килеп сыға. Был саҡта уға һыуғоярлығы ярҙам итәлер, һиҙемләүе, эштең аҙағын алдан күреү һәләте көслө уның. Дуҫымды һәр саҡ ырыҫ һәм тәүәккәллек фәрештәһе етәкләп йөрөй кеүек.
***
Студент саҡта БДУ бинаһы артында оҙаҡ ҡына боҙоҡ килеш ултырған ҡар таҙартҡыс ДТ-75 тракторын йүнәтеп, ҡыҙҙырып ебәрҙе бер мәл дуҫым. Ҡулы оҫта, белмәгәне, ҡыландырмағаны юҡ. Был “махина”ла йөрөү үҙе үк бер батырлыҡ, тракторҙа йөрөү хоҡуғы бөтөнләй юҡ Артурҙың. Ауыҙы ситенә тәмәкеһен эләктерә лә, аҡыртып тегенең менән икәү ҡуҙғалып сығып китәбеҙ. Элек әлеге һымаҡ себен ише машиналар күп түгел, шулай ҙа ҡурҡыныс инде. Аксаков урамындағы гараждар алдын көрәйбеҙ. Калым итәбеҙ, йәнәһе. Күпселектә бер ҡап тәмәкегә. Кемдер йомартланып аҡсаһын да өҫтәп ебәрә. Эргәһендә иптәшкә һелкенеп ултырып йөрөгән миңә лә өлөш тигеҙ эләгә. Артур, мин рулдә тип, үҙенә артығын алмай. Йәштән намыҫлы һәм ғәҙел булдыҡ. Табыш уртаҡ ине. Өс бөртөк тәмәкеһенә, бер тәрилкә ашына тиклем. Һуңынан бар яҙмышыбыҙ уртаҡҡа әйләнде. Бер-беребеҙҙең туйҙарға йөрөштөк, бәпес тыуыу бәхеттәре лә кисерҙек, шатлыҡтар ҙа, оло юғалтыуҙар ҙа дуҫым менән уртаҡ булды. Ул Лилиәне кәләш итеп алғас, уртаҡ бүлмәбеҙҙе йәш ғаиләгә ҡалдырып киттем, бәхетле, татыу йәшәгеҙ, тинем. Тоттолар кәңәш-һүҙҙе, матур йәшәйҙәр, аҡыллы ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ләйлә бөгөн йыраҡта, Төркиәлә, йәшәй. Ә кейәүҙәре төрөк.
– Табып булманымы ни шунда берәй башҡорт малайы, – тип йәненә тейәм ҡай саҡ. Ул етди төҫ алып:
– Шаярма, яҙмышты белеп булмай, – ти.
Юҡ, Артур ҙа, Лилиә лә ҡыҙҙарының яҙмышы менән ҡәнәғәт, балаларын, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын, бигерәк тә Мирай ейәнсәрҙәрен һағынһалар, осалар уларға, диңгеҙ ярына. Сафа кейәүҙәре лә Башҡортостанды бик үҙ итте, һағынып килә. Артур уны бында мәҙәни сараларға, хоккейға алып барҙы. Ғүмерҙә боҙ, сәкән күрмәгән төрөк кейәүе "Салауат –чемпион" тип һөрән һалһа, мин дә берсә көләм, берсә һөйөнәм. Хәҙер ул хоккей таблицаларын ҡарап, беҙҙең команда яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тора. Беренсе тапҡыр Ейәнсура районына ҡайтҡандарын ҡыҙыҡ итеп һөйләгәйне дуҫым. Юлда буран уйнай башлай, ер менән күк тоташа. Туҡтайҙар. Ҡар күрмәгән кейәүгә бар донъя мөғжизә, ул көрткә инеп аунай, курткаһының иҙеүҙәрен асып, ҡоласын йәйеп ел-буранға күкрәген киреп тора. Кинәнес кисерә.
– Был йыһан, космос! Мин ғаләмде тоям, – тип һөйөнә ул, төрөк егете. Шәп бит!
– Ҡыҙымды беҙ ныҡ патриот итеп тәрбиәләнек. Тик, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, үҙебеҙҙең милләт, республика менән генә сикләнгәнлек булған. Башҡортлоҡто яратырға ғына өйрәткәнбеҙ, уны яратырға ла, таратырға ла белергә кәрәк икән, баҡһаң. Тарихыбыҙҙа, йолаларыбыҙҙа ғына соҡсоноп, ой, үткәндәребеҙ данлы, зарлы булған, тип кенә түгел, ә иртәгәбеҙ нисек була, тип, уйландырырлыҡ быуын үҫтерергә бурыслыбыҙ. Бөгөнгө көн күҙлегенән сығып шулай уйлайым, – тип һөйләй Артур Хәсән улы. – Әйтәйек, Өфөлә тәрбиәләнгән Нәбиуллина Рәсәйҙең финанс яҙмышын хәл итеп ултыра. Баланы киңерәк даирәгә сығарырға, иреклерәк фекерләргә өйрәтергә, тәрбиәләргә кәрәк, минеңсә. Һүҙ ҙә юҡ, милләтте яратып, һуңынан милләтенә хеҙмәт итерлек итеп. Йәш милләттәштәребеҙҙә Рәсәй, донъя аренаһында үҙҙәрен иркен тоторлоҡ ҡыйыулыҡ та булыуы фарыз.
Дөрөҫ фекер. Хәҙер был йәһәттән уяна башланыҡ та буғай. Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы, Өфөләге башҡорт йәштәре әүҙемләште, "Ай йола" төркөмө күптәргә ышаныс, дәрт-дарман өҫтәне. Улар Урал батыр аша, тарихыбыҙ аша нисек милләтте күтәреп була икәнен күрһәтте түгелме?!
– Төркиәлә "Ай йола"нан һуң минең башҡортлоғомдоң бәҫе бермә-бер артты, тип ҡыҙым һөйләй. Үҙем дә иғтибар итәм, ҡыҙымда милләте, башҡортлоғо менән ғорурланыуы күҙгә күренеп тора. Милли кейемдәр, биҙәүестәр менән ныҡлы ҡыҙыҡһынып китте. Йырсы Аделгә оҡшаталар мине, тип тә һөйөнә.
Бына нисек ул? Ситтә илең нығыраҡ ҡәҙерле, башҡортлоғоң тағы ла ҡиммәтле, рухың йөҙ тапҡырға көслө. Әйткәндәй, Сафа кейәүе менән Артур ҙа, Лилиә лә башҡортса аралашырға тырыша. Беҙҙең телде аңлай төрөк.
– Кейәүгә, Мирай ейәнсәремә 100 башҡорт һүҙе өйрәтәһең, тим. Ул, юҡ, бабам, 50 һүҙҙе мин өйрәтәм, 50-не һин аңлатаһың, ти. Ярай, тим.
– Ә нишләп йөҙ һүҙ? – тип һорайым.
– Төрөксә беләсәк, ҡыҙым русса ла өйрәтәсәк. 100 һүҙ башҡортса һөйләшеүгә һәм ҡыҙыҡһыныу уятырға етәсәк, тип уйлайым. Артабан үҙе лә өйрәнер. Бына һиңә – өс тел. Бында тик башҡортса аралашабыҙ. "Һаумы, ҡартатай, сәләм, өләсәй, хәлдәрегеҙ нисек?" – тип өндәшһә ейәнсәрем, шунан да ҙур бәхет юҡ миңә.
– Мирай үҫеп, билдәле шәхес булып китһә, әсәйем яғынан мин данлыҡлы башҡорт милләтенән, тип әйтергә тейеш була инде.
– Дөп-дөрөҫ! Билдәлеме, ябай кешеме ул, шулай әйтергә тейеш! Иң мөһиме – сәләмәт булһын! – тип Артур дуҫым ҡәнәғәт йылмая.
***
Беҙҙең уның менән "Йәшлек"кә эшкә килеүебеҙ ҡыҙыҡ ҡына булды. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә ул саҡтағы баш мөхәррир А.М. Иҙелбаев мине эшкә саҡырғайны инде. Яңғыҙ барғы килмәй. Артурҙы, әйҙә, былай иптәшкә генә бар, һин эшкә урынлашмаҫһың, тим. Иртәнсәк ҡарарбыҙ, тип яуапланы. Ул саҡта Артурҙың бар ниәте – телевидениеға эшкә барыу, сөнки быға тиклем уҡытыусыбыҙ, оло ғалим Әхмәт Сөләймәнов менән ул бер нисә тапҡыр “Хазина” тапшырыуын алып та барғайны, моңло итеп думбыра ла уйнап, ҡобайырҙар ҙа әйтте. Оҡшағандыр, киләсәген шунда күҙ алдына килтерә ине һәм, әлбиттә, аспирантурала уҡыуын дауам итергә ниәте. Ә минең теләк ябай: яҙыусы булыу, журналист булараҡ тормошто өйрәнеү. Иртә менән теге "каморка"һына барып Артурҙы уяттым, ярай, иптәшкә генә барам, тип минең яуаплы көнөмдө дуҫтарса уртаҡлашырға ғына булды. Коридорҙа көтөп тора инек, баш мөхәррир килеп сыҡты ла, икебеҙҙе лә үҙенә алып инеп китте. "Йәшлек"тең популяр сағы, Артурға ла эш тәҡдим иткәс, ҡапыл ғына баш тарта алманы ла ҡуйҙы. Шулай итеп, икәүләп ең һыҙғанып эш башланыҡ. Уйламағанда. Теле“йондоҙ” буласаҡ дуҫымдың ҡулынан думбыраһын тартып алып, ҡәләм тоттороп ҡуйҙы яҙмышы. Бында минең дә “ғәйеп” бар шулай. Артур Мирас улы ул осорҙа бар халыҡ алдырған, бар халыҡ табынған “Йәшлек”кә эшкә егет-ҡыҙҙарҙы, һөнәре-белеменә генә ҡарап түгел, тормошҡа, заманаға булған ҡарашына, креатив фекеренә таянып алды. Күрәһең, беҙҙең киләсәкте лә дөрөҫ тоҫмаллаған.
Эшкә килгәс тә, йөҙә беләбеҙме юҡмы, шунда уҡ һыуға ташланылар. Репортаждар ҙа яҙабыҙ, интервьюлар ҙа алабыҙ. Алйып китә торғайныҡ хатта. Унан бигерәк һәр яҙғаныңды оперативкала исемдәре республикаға билдәле журналистар энәһенә-ебенә тиклем тикшерә, һәр хатабыҙҙы күрһәтеп, йүнәлеш биреп, кәрәк икән, ҡаты итеп әрләп, оятҡа ҡалдырып та ҡуялар. “Йәшлек” һөнәргә өйрәнеү үҙәге генә түгел, шәп тормош мәктәбе лә булды беҙгә. Таһир Ишкинин, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Йомабикә Ильясова, Хәсән Назар, Зәйтүнә Ханова, Өмәмә Ғарифуллина һәм башҡалар беҙҙе арҡанан һөйөп, йылы һүҙҙәр менән күңелде күтәреп кенә эшләтмәне, эйе, “дары еҫен” дә еҫкәтте. Шау көмөштән, илаһи заттан булманыҡ, тәртип боҙған, ауыҙҙан насар еҫтәр килгән саҡтар ҙа булғандыр, кисерҙеләр, аңланылар, һөнәребеҙгә мөхәббәт кенә түгел, илаһи бер инаныс тәрбиәләй алды ағай-апайҙар.
Бер мәл хәтерҙән сыҡмай: Артур менән икебеҙҙе оперативкала сираттағы һанда баҫылған материалдар өсөн һүгеп әрләнеләр – факттар тейешенсә тикшерелмәгән, авторҙың үҙенең мәсьәләгә аныҡ ҡына ҡарашы юҡ, һөйләм һайын тавтология... Күшеккән себеш ҡиәфәтендә килеп сыҡтыҡ, кәйеф юҡ, ишеү кеҫә буш, асбыҙ... Һиҙгер күңелле Гөлсимә апай Ризуанова: “Нимә, ас йөрөйһөгөҙмө әллә, күҙҙәрегеҙ эскә батып киткән, – тип килеп инде бүлмәбеҙгә. – Әйҙәгеҙ әле”.
Апайҙар, ғәҙәттә, бүлмәлә сәй эсеп, төшкө ашҡа өйҙәренән алып киләләр ине. Үҙҙәренең араларына ултыртып ашаттылар, һыйланылар. Шуныһы ҡыҙыҡ, әле генә күҙ асҡыһыҙ итеп тәнҡитләгән, "борос" ҡаптырған апайҙарыбыҙ, егеттәр, ҡәләмегеҙ бик өмөтлө, матур яҙаһығыҙ, һеҙҙән “мал” сыға, тип йыуатып та ебәрҙе. Ихласлыҡ һәм керһеҙ мөхиттә буй еткерҙек шулай “Йәшлек”тә. Эйе, уҫал һәм талапсан, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтле һәм илгә лә, милләткә лә кәрәкле, файҙалы була белгән заманда йәшәлде. Шуға “Йәшлек” тә халыҡҡа кәрәк булды, халыҡ та “Йәшлек”кә терәк ине.
***
Заманында А. Дәүләтбәковтың "Йәшлек"тең ике битен тултырып баҫылған республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов хаҡындағы материалын бар халыҡ йығылып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыны. Исеме лә хәтәр ине: “Ҡәйнеш йәштән үк аҡыллы булды”. Ғәҙәттә Рәсәйҙең үҙәк баҫмаларында, йә республика гәзиттәрендә республика етәксеһе сәйәсмән, эш кешеһе булараҡ рәсми төҫтә генә күренде. Ә бында Артур президенттың тыуған ауылына барып, яҡындары, ауылдаштары, ағай-еңгәһе менән ихлас әңгәмә ҡороп, хәбәрсе ишеткән-күргәндәрен бер ни йәшермәй яҙҙы. Баш мөхәррир хупланы ла, “бисмиллалап” гәзиттә баҫтырҙыҡ. Президенттың шәхси тормошон күрһәтеүсе тәүге материал булыуы менән халыҡты таң ҡалдырҙы ла ул. Бында ла Артурҙың тәүәккәллеге сағыла түгелме? Гәзиттә материал сыҡҡас, өҫтән реакция көтәбеҙ, ни тиһәң дә сенсация, Президент “ябай” кеше булараҡ халыҡҡа барып етә. Хәҙер генә беҙгә һәр даирәләге етәксенең, популяр кешеләрҙең шәхси тормошо ус өҫтөндә генә кеүек, ул саҡта етәксенең шәхси тормошон күрһәтеү бер енәйәт кеүек күренә ине. Президент был мәҡәлә менән бик ҡәнәғәт ҡалды, буғай. Ел-буран уйнаманы, Мортаза олатай ихлас йылмайып, шаштырып та ебәргән был йәштәр, тип ҡуйған, тип ишеткәс, барыбыҙ ҙа һөйөндөк. “О, ниндәй журналист, уның һәр гениальный әҫәрен Президент үҙе уҡый”, – тип ҡупырайттыҡ Артурҙы. Был мәҡәлә һуңынан Президент хаҡындағы китаптарға, энциклопедияға ла инде.
Артабан етәкселек эше (“Аманат”журналында, “Йәшлек”тә сирек быуат баш мөхәррир вазифаһы, тиҫтә йыл Журналистар союзы рәйесе) менән мәж килгәс, ҡәләмен ситкә ҡуйып торҙо, һирәк яҙҙы, күпселектә йәмәғәт һәм ижтимағи эштәрҙә ҡайнаны Артур Хәсән улы. Һуңғы йылдарҙа ике тапҡыр махсус операция биләмәләренә ижади командировкала йөрөп ҡайтҡас, йәш саҡтарҙағы кеүек кинәнеп яратҡан шөғөләнә тотондо. “Өфө – Луганск араһы, тәүлек ярым бараһы” юлъяҙмаларын халыҡ көтөп алды, яратып уҡыны. Гәзит уҡыусылар араһында, һе, Артур яҙышамы ни ул, ҡалай шәп журналисты белмәй йәшәгәнбеҙ, тигәнерәк йөкмәткеле комментарийҙар ҙа булды. Артабанғы командировканан һуң яҙылған “Өфө – Донбасс араһы, бараһы ла бараһы” материалы өсөн Артур Дәүләтбәковтың үткән йыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булыуы һәләттең ваҡыт саңында, көндәлек мәшәҡәттәр һәм ваҡыт таба алмау һылтауы өйөрмәһендә күмелеп ҡалмауының бер дәлиле ине. Әйткәндәй, ул иң беренселәрҙән булып, МХО биләмәһенә журналистар бармай тороп, нисек дөрөҫлөктө яҡтырта ала һуң, иң тәүгеләрҙән булып исемлеккә мине яҙығыҙ, тип ашҡынған баш мөхәррир ҙә булды. Иленең генә түгел, үҙ эшенең патриоты һәм тәүәккәллек өлгөһө лә был аҙымы.
Артур егерме бер йыл инде “Йәшлек”те етәкләй һәм бөгөн дә халыҡсанлыҡ традицияларына тоғро ҡала. Йәштәр гәзите бөгөн дә – иң ҙур тиражлы, халыҡтың иң яратҡан баҫмаһы. Электән үк яуланған бейеклекте тота, милләт ҡотон, ышанысын, һөйөүен һаҡлай белә бөгөнгө "Йәшлек" тә. Артур, элекке журналистика мәктәбендә сыныҡҡан һөнәрмән, һаман да остаздары кеүек тотоп, еҫкәп ҡарамайса ышанмай, шуға ла күп материалдар, ҡағыҙ вариантында, сайт-селтәрҙәрҙә булһынмы, тормошсан, башҡа баҫмалар материалдары менән "ҡалып"ҡа һыймауы менән нисектер барыбер ҙә айырыла. "Йәшлек" сыға башлағанда, йәғни 90-сы йылдарҙа, сенсациялы ваҡиғаларға шунда уҡ иғтибар биреп, барыһынан да алда яҡтыртырға, уларҙы үҙҙәре барып күреп, геройҙарҙан, ваҡиға шаһиттарынан үҙ ауыҙынан һөйләтеп, ерлекле факттар менән нығытып, бирергә тырышты. Бөгөн дә шулай. Хәҙер күпселек хәбәрҙәр интернет аша минут-секундына тиклем уҡыусыға еткерелгән мәлдә, "Йәшлек" барыбер ҙә шулар араһынан халыҡты арбарҙайын, кешеләрҙе "алйотландырырҙайын" (яҡшы мәғәнәлә) килтереп сығара барыбер. Был баш мөхәррирҙең оҫталығына һәм бай тәжрибәһенә лә бәйле. Социаль селтәрҙәрҙә был асығыраҡ һәм йышыраҡ күренә. Ғөмүмән, интернет донъяһы шул "жареный" мәғлүмәт менән йәшәй ҙә, тик "Йәшлек"тә ул саманан ашмай, артыҡ шашмай, сикте сыҡмай, иректе йыҡмай килешле эшләнә. Шуға ла "Йәшлек"тең "Бәйләнештә"ге бите Рәсәй матбуғат саралары араһында беренсе урында (!) килә. Унда 250 меңдән ашыу кеше яҙылған. Был күрһәткес – йәштәр гәзитенең генә түгел, республика матбуғатының да еңеүе.
– Майикмәгеңде бөтәһе әрләй, нимә, лайк йыйыр өсөн ҡуяһыңмы шул видеоларҙы? – тип һорағаным да бар унан. Тормошҡа үҙенсә генә еңелсә сәйер ҡарашы булған, ләкин бик тә уңған бейеүсене телгә алыуым.
– Һуң, тормошто башҡа күҙлектән дә ҡарасәле? – тип йәне көйөп китә. – Ул да беҙҙең тормош, уның сәйер ҡыланышында беҙҙең йәмғиәттең әсе хәҡиҡәте лә бар, шашып бейеүенә илерткес шатлыҡ менән аяҡтан йығырҙай һағыш та ҡушылған. Уны йәлләргә лә, унан көлөргә лә түгел, Майикмәккә ҡара ла үҙеңә баҡ, тирә-йүнгә күҙ һал. Уның аша ни тиклем үҙеңдең бәхетле, бар ағзаң да теүәл икәненә һөйөн. Ә һин уның кеүек донъяңды онотоп ҡыуана беләһеңме, шөкөр итәһеңме? Бына ни өсөн кәрәк беҙгә Майикмәк.
Ана шулай, беҙ юҡ-бар, мәғәнәһеҙ тип тапҡан видеоларҙан да, хәбәрҙәрҙән дә әллә ниндәй фәлсәфә таба минең дуҫым.
***
БДУ-ла уҡыған беҙҙең төркөм хәтәр шәп, татыу булды, тигәйнем өҫтә. Ни тиһәң дә, үҙ-ара аралашыу, йәндәшлек, теләктәшлек мөхите емешле эштәргә, илһамлы асыштарға әйҙәй ҙә. Бөгөн төп баҫмаларҙың өсәүһендә баш мөхәррир булып төркөмдәштәр эшләй: Артур "Йәшлек" тә бит инде, Вәдүт "Башҡортостан" гәзитен һәм Башҡортостан Журналистар союзын етәкләй, мин – "Ағиҙел"дә. Әйткәндәй, Союздағы рәйеслек вазифаһын Артурҙан һуң Вәдүттең иңенә һалдылар. Артур Хәсән улы Союзы етәкләгән ун йыл эсендә журналистарҙың абруйын ныҡ күтәрҙе. Уның заманында беҙҙең журналистар союзы Рәсәй кимәлендә иң күп һанлы, иң мәртәбәле, иң күп конкурстарҙа еңеп дан алған ойошмаларҙан һаналды, һәм бөгөн дә ул алдынғылар сафында. "Союзда эштәр тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй булһа ла, Артурҙан һуң рәйеслек йөгөн алып китеүе ауыр булманы, сөнки эш процесы, Мәскәү менән бәйләнештәр яйға һалынған, абруй яуланған ине", – ти Вәдүт Ғәйфулла улы ла.
Сочиҙа йыл да үткән Бөтә Рәсәй журналистар фестивалендә бер нисә тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Унда Артур менән бергә йөрөгәндә, барыр ергә, программалағы сараларға барып етеп булмай. Ни өсөнмө? Уны ҡайҙа ла танып туҡтаталар, ҡосаҡлайҙар, үҙҙәренә саҡыралар, хәлен һорашалар. Бурят, сыуаш булһынмы, Татарстан, Тыва, Алтай тиһеңме, йә Мәскәү, Силәбе, Воронеж кеүек яҡтармы, уны һәр береһе таный һәм бик тә яҡын күрә, һанлай. Ул саҡта минең күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна, кемдеке – шуныҡы! Унан бигерәк, о, Артур, башкирский брат, тип өндәшһәләр, тағы ла һөйөнөп китәм. Әйткәндәй, хәҙер ҙә ниндәй генә фестивалдәр, оло кәңәшмәләр, "түңәрәк өҫтәл"дәр булмаһын, беҙгә, Башҡортостанға, ныҡ таяналар, Вәдүт Ғәйфулла улы һүҙенә лә ныҡлы ҡолаҡ һалалар. Ике төркөмдәшем дә беҙҙең журналистар байрағын, йәмғиәт фекерен бик юғары һәм ғорур тота.
Төркөм, тигәндән, һүҙемде дауам итеп, ғалимдар – фән докторы Нәркәс Сөләймәнова, фән кандидаттары Флүзә Ғайсина, Рәстәм Рәжәпов (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере ҡыҫҡа булды), Рәшит Аҡкөбәков, шағирҙар – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр, Айһылыу Ғарифуллина, Гөлмирә Бикбулатова, сатирик Венер Исхаҡов, МХО батыры Юлай Басыров, журналистар һәм нәшерселәр – Рәмзит Әбүләев, Әнисә Садиҡова, Гөлдәр Сираева, Миләүшә Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Иҫәндәүләтова, Эльвира Хафизова, Фирҙәүсә Бикташева, Нажия Һаҙыева, республиканың төрлө тарафтарында белем биргән күренекле уҡытыусылар – Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Руфина Вилданова, Ләлә Хәсәнова, Сәриә Йәмилева, Сәлхиә Йәнбирҙина, Гүзәл Йәнбулатова, Тәслимә Назарова, Гөлниса Яныбаева, Әлфиә Закирова, Гүзәл Хурамшина, Зәлиә Буранғолова, Әлфирә Яҡшығолова, Зөфәр Гәрәев, Илһам Килмөхәмәтов, Йәнбулат Байраҡаев һәм башҡаларҙы телгә алып үтһәм, күптәр, бик күптәр, ай-һай, халҡыбыҙҙың илаһи заттары бергә уҡып, бергә уҡмашып, илем йөгөн, халҡым хәстәрен иңдәренә алып, намыҫлы һәм лайыҡлы күтәреп баралар ҙаһа тип һоҡланыр. Һоҡланырлыҡ та шул.
***
Ул "заядлый" мөкиббән киткән балыҡсы. Оҫта ла, ырыҫлы ла. Эргәһендә ултырған кеше бер ни эләктерә алмаҫҡа мөмкин, ике метр ғына ситтә ултырып уның ярға ялтыратып балыҡтарҙы тартып сығарып ҡына торған саҡтарын күргәнем бар. Унан бигерәк, йәш сағында лекцияларға тора алмай йоҡлап ҡалған дуҫым, балыҡ тиһәң, хатта шәмбе, ял тип тормай, таңғы дүрттә тороп, сыбығын алып йылға буйына төшөп китә. Бер ҡараһаң, иҫәүәнлек инде. Мин дә уға бер нисә тапҡыр эйәрҙем. Минең эш башҡа, ярға сығып ятҡан балыҡтарҙы сүпләү һәм ҡаҙан аҫыу. Шулай усаҡ янында һөйләшеп, донъя хозурлығына һоҡланып ултырғанда уның әйткән һүҙҙәрен мәңге онотмайым:
– Бер нимәгә аптырама, дуҫ, беҙҙең атайҙарҙан ҡалды был донъя, беҙ ҙә юлланырбыҙ. Донъя киң ул, йыһан сикһеҙ, барыбыҙға ла урын етә. Тереһенә лә, – ҡоласын йәйеп ултыра бирҙе дуҫым, шунан бармағын йондоҙло күккә төбәй, – ғүмере бөткәненә лә. Яуыздарға ғына тар ул. Бынау ялан да, хатта бар ғаләм дә. Ә беҙгә нимә, эй, рәхәт, бер кинәнес ул ошо фанилыҡ. Йәшәп ҡал!
– Эйе шул, кинәнеп йәшәп ҡалайыҡ, дуҫым! Кем әйтмешләй, һоранып килмәгәндәй, ялынып, ялбарып көн иткәнсе. Төшкән өлөшөбөҙ шөкөрана ҡылырлыҡ. Ана, сиртә, сиртә, тарт, дуҫым!
Мөнир ҠУНАФИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире