Башы ошонда ЙӘЙҘЕҢ ДҮРТ АЙЫ (БАШЫ).
Бына ошолай минең өсөн бөтөнләй икенсе тормош башланды. Иртәнсәк Сабир ағай уята ла үҙе менән йүгерергә алып сығып китә. Яйлап ҡына йүгереп ҡайтҡас, күнегеүҙәр эшләп алабыҙ. Йога тип аңлатты Сабир ағай. Тын алыу күнегеүҙәре. Улар бер аҙ таныш миңә. Санаторийҙа ятҡанда ошоға оҡшаштарҙы эшләтәләр ине. Өйҙә тәүге ваҡытта көн дә үтәп йөрөһәм дә, тотлоғоуымда уларҙың ни ҡыҫылышы, тип ташланым да ҡуйҙым. Әсәйем әрләп тә, юхалап та эшләтә алманы. Атайым менән ҡайһы берҙә ҡабатлай инек , уның буш сағы һирәк шул, эш тип янып йөрөп, тиҙҙән ул да онотто... Әле сит кешегә ҡаршылашып булмай, артынан эйәрергә тура килде. Күнегеүҙәрҙән һуң һыуыҡ һыу менән ҡойондоҡ. Былар аҙаҡ көн дә ҡабатланған ғәҙәти күнекмәләргә әйләнде. Тәүҙә ауырлыҡ менән бирелә ине, аҙаҡ өйрәнеп киттем, оҡшай ҙа башланы. Сабир ағайҙың ваҡыты булмаһа, үҙем йүгереп киләм, күнегеүҙәрҙе лә үҙем эшләйем. Бигерәк тә Сабир ағайҙың тынысландырыусы массажынан һуң икенсе кеше булып торам. Нисек кенә тырышып шөғөлләнһәм дә, һаман өндәр генә сығарырға эшкинәм. Ағайҙың, бирешмә, файҙаһы аҙағыраҡ күренә уның, тигәне генә ниндәйҙер ышаныс өҫтәгән кеүек. Әммә барыбер ышанмайым, бүтән бер ваҡытта ла һөйләшмәйәсәкмен, тигән уй күңелдә ныҡлап төпләнгән.
Өйөмдө йыуып, Сабир ағай утты тоташтырып биргәс, бигерәк күркәм булып китте. Ыҡсым ғына бүлмәгә ҡарайым да һоҡланып туя алмайым.
Ерҙе лә буш һалып булмай, орлоҡ алырға тип баҡсаға терәлеп тигәндәй ултырған ауылға киттем. Юл буйынса орлоҡ, кишер, сөгөлдөр, укроп, һуған, ҡабаҡ һүҙҙәрен ҡысҡырып ҡабатлап барҙым. Исмаһам шуларҙы әйтергә телем өйрәнә торһон.
Магазин ауылдың уртаһында. Көндөҙ булғанғамы, бер кем күренмәй. Бала-саға уҡыуҙа, өлкәндәр эштә, өйҙә булғандары ла йорт, баҡса мәшәҡәттәренә күмелгәндер. Магазин мөйөшөндә өйөлөп ятҡан тәгәрмәстәр өҫтөндә Илшаттан әҙ генә ҙурыраҡ малай уйнай. Әсәһе менән магазинға килгәндер. Эстә теге малайҙың әсәһе тора ла, минең йәштәрҙәге ике малай нимәлер һайлап маташа. Кейемдәренә ҡарағанда, дәрестәр араһында килгәндәрҙер. Ят кеше инеүгә барыһы ла боролоп ҡараны. Баш ҡағып иҫәнләштем дә төпкә үттем.
– Нимә алаһың? – тип һораны һатыусы.
– К-к-к... – Килгән саҡта һәйбәт кенә ҡабатлап килгән “кишер” һүҙен әйтә алмай тотлоғоп ҡалдым.
– Кәнфитме? – барыһы ла ҡыҙыҡһынып миңә баҡҡан.
Юҡ тип баш сайҡаным да йәнә өндәр бутҡаһына керештем.
– Киш-ш-ш... киш-ш-ш...
– Кишерме? – һатыусы апай ярҙамға ашыҡты.
Эйе, тип ҡыуанып баш ҡағам. Һатыусы кишер тултыра башлағас, юҡ, тип баш сайҡаным. Малайҙар яҡыныраҡ килеп баҫты.
– Кишер орлоғо кәрәкме әллә? – тип һораны береһе. Баш ҡаҡтым.
– Шулай тип әйтер кәрәк! – Һатыусы апай һуҡранып алды. – Ниндәй сорт? Нишләп әсәйең үҙе килмәне? Исмаһам, ҡағыҙға яҙып ебәрмәнеме?
– Ю-ю-ҡ-ҡ, – тип яуапланым ҡаты итеп.
Һайла, тип алдыма әллә нисә төрлө кишер орлоғо һалды ла теге ҡатын менән һөйләшеүгә күсте. Малайҙарға ҡыҙыҡ булып киттеме, миңә орлоҡ һайлаша башланылар. Береһе: “Әсәйем ошо икәүҙе сәсте”, – тигәс, шуларҙа туҡталдым.
– Т-тағ-ғ-ғы с-с-сөг-г... – тип әйтә башлағас, һатыусы алдыма сөгөлдөр орлоҡтары теҙҙе. Малайҙар сөгөлдөр, укроп орлоҡтары ла һайлашты, һуғандыҡын да алдым.
– Үҙеңәме былар? Әллә берәйһе алырға ҡуштымы? – тип ҡыҙыҡһынды һатыусы менән гәп һатырға ингән ҡатын.
– Үҙ-ҙ-ҙемә. Үҙ-ҙ-ҙем ул-ул-лтыр-р-там, – тигәс, барыһы ла аптырап ҡараны.
– Маладис! – тип һатыусы маҡтап ҡуйҙы. – Ялыңды файҙалы үткәрәһең!..
Магазиндан эске бер ҡәнәғәтлек менән сыҡтым. Алам тигән бөтә орлоҡтарҙы ла алдым, мыҫҡыл итеп бер кем дә көлмәне.
Ҡайтышлай артымдан бәләкәй генә көсөк эйәрҙе. Ҡалдырам тип күпме ҡыуып маташһам да, өйгә тиклем ҡайтты. Өй мөйөшөнә бәйләнем дә ҡуйҙым. Шулай тағы бер дуҫым барлыҡҡа килде. Табылдыҡ тип исем ҡуштым.
Ҡайтҡас та түтәл ҡаҙырға тотондом. Өс йыл рәттән көрәк күрмәгәс, ер ҡаты ине, ныҡ ҡына тир сығарырға тура килде. Шулай ҙа ике көндә матур, тигеҙ генә түтәлдәр хасил булды, орлоҡтар сәселде. Сабир ағай ҡаҙышырға уйлағайны, ҡаршы булдым, барыһын да үҙемдең, үҙемсә эшләгем килде. Бик әрһеҙ, көҙгә саҡлы емештәрен дә ашап өлгөрәсәкһең әле, тигәстәре, еләк үҫентеләре төртөп сыҡтым, картуфҡа ла урын етте. Сания апай помидор, кәбеҫтә, ҡыярға ла урын ҡалдыртты, уларын аҙағыраҡ ултырталар икән. Бер буш ятҡан ер ҡалманы. Баҡса ҡарау миңә әйтеп бөткөһөҙ ләззәт бирә. Көн дә сығам да һоҡланып ҡарайым. Сания апай өйрәткәнсә, һәр береһе менән һөйләшәм, теләктәр теләйем. Шуның һайын улар күркәмләнеп үҫкән төҫлө. Үҙемдекенән тыш Сания апайҙың түтәлдәренә лә сүп ҡалҡырға ирек бирмәйем. Уларҙың баҡсаһы ҙур, нимә генә үҫтермәйҙәр! Их, барыһын да әсәйемә күрһәтергә ине! Ҡайһылай ҡыуаныр ине! Бәлки, улы менән ғорурланыр ҙа ине әле.
Бер көн уйламағанда әсәйем менән Илшат килеп инде! Мин уянып ҡына ята инем. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бында икәнемде ҡайҙан белгән? Башҡа ваҡытта Табылдығым ят кешегә абалап-абалап өрә торғайны, әле нисек өндәшмәне икән?
Килеп ингәс тә Илшат мине ҡосаҡлап алды, унан иркәләнеп аяғына һырылған бесәй менән уйнай башланы. Үҙе туҡтауһыҙ тәтелдәй. Кейенеп бөткәйнем, әсәйем яныма килеп ултырҙы.
– Ҡайһылай үҫкән минең улым, күрмәй ҙә ҡалғанмын, – тип башымдан һыйпаны. “Атыу! – тим, ғәҙәтемсә, эстән генә. – Һин генә һаман бала-саға итеп күрәһең мине...” Иркәләнеп ятыуы рәхәт тә, уңайһыҙ ҙа. Шулай ҙа ипләп кенә ҡулын ситкә эттем. Ҡапыл ҡулыма әсәйемдең күҙ йәше тамды. Минең дә илағым килә, әммә тамсы ла йәшемде сығарманым. Ярамай. Мин бит егет кеше. Әсәйем менән шулай һүҙһеҙ аңлаштыҡ. Беҙҙең арала өҙөлгән ептәр яңынан бәйләнгәнен тойҙом. Уға ҡарата булған бөтә үпкәләүҙәрем, рәнйеүҙәрем ҡайҙалыр осто, урынына күңелемдә йылы бер нур инеп урынлашты. Был әсәйемдең һөйөүе, наҙы ине...
– Әйҙә, улым, сәй эсеп алайыҡ, шунан өйгә ҡайтырбыҙ. Көнө-төнө һинең өсөн борсолоп йөрөгөм килмәй... – тигәс, шунда уҡ төҫөм үҙгәрҙе, ҡапыл һикереп торҙом, ситкә боролоп баҫтым. Был минең, ҡайтмайым, тигәнде белдереүем ине.
Әсәйем өҫтәл яғына йүнәлгәс, унан алда сәйнүккә һыу тултырып, ҡайнатырға ҡуйып ебәрҙем. Улар миңә килгән, мин ҡунаҡ итергә тейешмен. Тик... ашарға ғына бер тәмле нәмәм юҡ... Үҙем дә күберәген күршеләрҙә ашайым бит. Әммә, әсәйем күстәнәстәрен сығарып һалғас, өҫтәл тулды ла ҡуйҙы. Әсәй яһаған сәй бигерәк тәмле. Өй эсе лә яҡтырып, йәмләнеп китте. Илшаттың тәтелдәп, йүгереп йөрөүе үҙе бер ҡот бирә.
Әсәйемде ишетептер, Сания апай килеп инде. Уны ла сәйгә ултырттыҡ. Әсәйем уға:
– Бына, Шамил артынан килдем. Тик, ҡайтмайым ти әле ул... – тигәс, мин шунда уҡ:
– Ю-юҡ-ҡ! – ти һалдым. Сания апай ҙа:
– Ә ниңә уны алып ҡайтаһың? Йәй, каникул бит. Уға бында ана нисек оҡшай! Беҙгә лә ҙур ярҙамсы, дуҫ, иптәш. Балалар ситтә булғас ни, ҡайта ла алмайҙар, шуға беҙгә бала танһыҡ. Сабир бабаһы менән көн дә шөғөлләнәләр, көҙгөлөккә йүнәлеп тә китер әле бына.
– Әллә тағы... Бәләкәй бит әле. Янымда булмағас, үҙемә һис тә урын таба алмайым.
– М-м-мин-н б-бәл-ләкәй т-тү-гел! – тип ҡыҫылдым өлкәндәр һүҙенә.
– Эйе шул! – Сания апай мине шунда уҡ йөпләй һалды. – Шамил бигерәк үҙаллы ул, юғалып ҡалмаҫ, һис ҡурҡма. Беҙ күҙ-ҡолаҡ бит.
– М-мин-н бар-ры-бер ҡ-ҡайт-ма-йым! – тип һуңғы һүҙемде әйттем дә, Илшатты алып, тышҡа сығып киттек.
Илшат шунда уҡ Табылдыҡҡа йүгерҙе. Уныһы ла уйнарға кеше табылыуға шат, яңы дуҫына һикерергә, битен яларға тотондо. Тегеһе, үҙе буйлыҡ эттең ауырлығына түҙеп тора алмай, артына ҡолап китте. Миңә ҡыҙыҡ, һаһылдап көләм. Их әсәйемдәр ҙә бында йәшәргә ҡалһын ине, ҡайһылай рәхәт булыр ине! Илшат көсөк менән уйнағансы, Табылдыҡтың ояһын эшләп бөтөргә булдым. Таҡталарҙы бер нисә өй аша йәшәгән ағай әйберҙәрен ташышҡан өсөн биргәйне.
Шаҡ та шоҡ тауыштар ишетеп, өйҙән әсәйем, уның артынса Сания апай килеп сыҡты. Эшлекле генә ҡиәфәт менән уларға ҡараным.
– Бына, күрәһеңме, ул бында – хужа! Ошо баҡсаны тулыһынса үҙе ҡаҙып, үҙе ултыртты, – тине Сания апай минең менән ғорурланып.
– Шулаймы ни? – тип әсәйемдең йөҙөнә аптырау сыҡты. – Мин бит, буш ятмаһын тип, һин ултыртҡанһыңдыр тип уйлағайным...
Әсәйемдең ошонан һуң миңә ҡарата ҡарашы ҡырҡа үҙгәргәнен тойҙом. Улар, икенсе ялдарҙа тағы килербеҙ тип, иң һуңғы автобус менән ҡайтып китте...
* * *
Бер көн күлгә һыу төшөргә икенсе урамдан киттем. Башҡаларҙың баҡсаларын күҙәтеү ҡыҙыҡ миңә. Ниндәйҙер ятыраҡ нәмә күрһәм, ҡайтҡас үҙемдә шуны эшләп ҡуям. Әле лә берәүҙең баҡсаһында машина тәгәрмәсендә сәскә үҫеп ултырғанын күреп ҡалдым. Шунда уҡ Сабир ағайҙың ҡапҡа тышында ятҡан покрышка күҙ алдыма килде. Сания апай гел һуҡрана бит. Миндә һыу төшөү ҡайғыһы китте, боролдом да өй яғына саптым. Сания апай ҡыуана-ҡыуана биреп ебәрҙе миңә уны. Сабир ағайҙың инструменттарын алырға ла рөхсәт итте. Көнө буйы маташтым, усымда сөйәл дә килеп сыҡты, сыйылып-сапсылып та бөттө, шулай ҙа бик матур ғына сәскә һауыты килтереп сығарҙым. Сания апайға бүләк иткәс, иҫе китте! Күҙҙәре йәшкәҙеп, ҡосаҡлап һөйөп алды.
Ауыл ерендә йүкә телефон шәп эшләй, Сания апай үҙе маҡтандымы, әллә минең кеүек үтеп барғанда күрҙеләрме, бер көн эшле булдым.
– Шамил, аҡса эшләгең киләме? – тине Сания апай.
– Эйе! – тинем мин шунда уҡ.
– Бер ҡатын миңә лә сәскә һауыты эшләп бирһен әле тей.
Ҡыуанысым эсемә һыймай. Эшләйем, әлбиттә!
– Тик тәгәрмәсте ҡайҙан алырһың икән? – тип борсолоуына ла иҫем китмәне. Шунда уҡ магазинға саптым. Һатыусыға кәрәкмәһә, магазин мөйөшөндә өйөлөп ятҡан тәгәрмәстәрҙе һорау иҫәбем.
Апай мине шунда уҡ таныны.
– Нимә, тағы орлоҡ кәрәкме әллә? – тип йылмайып ҡаршы алды. Тотлоға-тотлоға йомошомдо әйткәс, бигерәк маладис булып сыҡтың әле, тип маҡтаны ла:
– Уларҙы кем ауҙарып киткәнен дә белмәйем, файҙаһын күр, ал, әйҙә, – тип рөхсәт итте. – Һин миңә берәүҙе эшләп бүләк ит, ә мин һиңә, кәрәкһә, тағы ла тәгәрмәстәр табып ҡуйырмын...
Был иң яҡшы тәҡдим ине. Шатлығым эскә һыймай, тәгәрмәстәрҙе үҙемә ташып алдым.
Икенсе гөл һауытым Сания апайҙыҡынан да матурыраҡ килеп сыҡты. Миңә хатта уңайһыҙ булып торҙо. Ярай әле ул үҙе быға иғтибар итмәне, һоҡланыуын йәшермәй мине маҡтаны ла маҡтаны.
– Быларҙы буяп та ҡуяйыҡ! – тип үҙенән бумала-буяуҙар алып килде. Быны ла, Сания апайҙыҡын да гөл кеүек итеп буяп ҡуйҙым. Һауыттар хужаһына бик оҡшаны. Аҡсаны ла мул ғына бирҙе. Алырға уңайһыҙланып тора инем, Сания апай өҙмәй ҙә ҡуймай усыма йомдорҙо.
– Алмай ни! Был бит һинең хеҙмәт емешең! Уның өсөн күпме ваҡыт, күпме көс сарыф иттең.
Артынса уҡ Сания апайға индем.
– Рәххх... рәхххмәт... – тип баяғы аҡсаларҙы уға һондом. Апай көлөп ебәрҙе.
– Миңә нимәгә рәхмәт әйтәһең? Улар һинең аҡсаларың. Алып ҡайт та билдәле генә бер урынға йәшереп ҡуй.
– Аш... аш... ашағ-ған өс... өс-сөн, – тип көскә әйләндерҙем телемде.
– Эй, туғаным! Ошонда беҙҙе ҡыуандырып йөрөп ятҡаның өсөн үҙем әллә күпме түләргә ризамын! – тине йылмайып. – Һин бит бушҡа ашамайһың, ана, түтәлемдә бер ҡый юҡ, һыу һибәһең, ҡулыма бер эш тейҙермәйһең.
Сания апай йәшереп ҡуй тиһә лә, тиҙ генә айырылғым килмәне тир түгеп эшләп алған ысын аҡсалар менән. Әсәйем быға ни тиер ине икән? Ҡапыл уларҙы, фатирыбыҙҙы ныҡ-ныҡ итеп һағынғанымды аңланым. Ҡайтҡым, күргем килде. Үҙҙәре хәҙер ял һайын килә килеүен, әммә барыбер, көн дә янымда булыуҙарын теләйем. Ҡылт итеп киткәндә алған аҡса иҫемә төштө. Ҡайтарырмын, тигәйнем бит. Үҙҙәре эштә саҡта индереп һалып сыҡҡанда... Ята торғас, аҡсаларымды йомарлаған килеш, йоҡлап киткәнмен. Төшөмдә теге ҡыҙҙы күрҙем. Теге, автобуста осратҡан... Ап-асыҡ йылмайып инде. Уянғас бер ни тиклем һушыма килә алмай яттым. Әгәр юлымда осрап ҡуйһа, ни эшләр инем мкән?..
Бөгөн бер түгел ике сәскә һауытына заказ бирҙеләр. Сабир ағай менән иртәнге күнекмәләрҙе бөтөүгә үк һөйөнсөләне Сания апай. Көнөнә өлгөртәйем тип, шунда уҡ эшкә ултырҙым. Минең яңы шөғөлгә Сабир ағай ҙа ҡыуанды. Уңайлы бысаҡ эшләп, матур итеп үткерләп бирҙе. Эштән бер нисә покрышка алып ҡайтты. Ҡыңғырауға оҡшатып яһаған һауыттарҙы ҡырҡышып та бирҙе. Быларына хаҡ та күберәк. Эшлә лә эшлә генә. Сания апай заказдарҙы ҡабул иткәндә үк хаҡын әйтеп һөйләшә. Минең үҙемә үтә лә ҡиммәт кеүек, әммә кешеләр, осһоҙ, тип ҡыуана.
Һуңғы һауытты эшләп бөтөп барғанда ҡапҡа алдында малайҙар пәйҙә булды. Туп тибә-тибә үтеп барған ерҙәренән туҡтап: “Эй, һаҡау! Һаҡау”– тип үсекләшә башланылар. Ҡапыл миңә ниҙер булды. Нимә ҡарап ултыраһың, тип кемдер төртөп ебәрҙеме ни, һикереп торҙом. Бөгөн минең “һаҡау” булғым килмәне! Был малайҙарҙың, әлбиттә, аңын-тоңон аңламаған ваҡыттарылыр, әммә миңә улай тип әйтергә хаҡтары юҡ!..
Асыуым шул хәлгә етте, тегеләрҙе ҡыуалап ҡапҡаға ташландым. Малайҙар кемуҙарҙан тирә-яҡҡа һибелде. Береһе һөрлөгөп ҡолап китте, тубыҡтарын һыҙырҙымы, аҡырып иларға тотондо. Ул арала булмай, ҡайҙандыр әсәһе килеп сыҡты. Балаһы нимә тип ошаҡлағандыр, әммә әсәй кеше әрләшә-әрләшә миңә табан килә башланы. Мин үҙемде яҡларға әҙерләндем.
– Үҙең ҡолғалай, ә башыңда өс тинлек тә аҡыл юҡ, ниңә малайымды этеп йыҡтың?
– Ы-ы-м... ы-ы-м...
Их, ҡәһәр һуҡҡан тел! Тағы! Һуңғы арала һәйбәт кенә һөйләшә башлағайным бит! Ым ярҙамында ғәйепһеҙ икәнемде аңлатырға тотондом. Ҡапыл тулҡынланыуға ҡан баҫымым күтәрелдеме, башым шаулай башланы. Ҡолағымды баҫтым да ергә сүгәләнем. “Етмәһә, мыҫҡыл итәһеңме?” – тип башлаған әсә кеше аптырап ҡалды. Ул арала Сания апай килеп сыҡты. Нимә һөйләшкәндәрҙер, ишетмәнем, апай шәп-шәп атлап сығып китте.
Сания апай башымдан, арҡамдан һыйпап, еңелсә массаж эшләгәс, күңелем йомшарҙы, буҫығып иланым да ебәрҙем.
– Эй аллам, был малай-шалай ҡайҙан килеп сыҡты! – тип һуҡранды Сания апай. – Йә Сабир ағайың өйҙә юҡ, барып ҡолаҡтарын бороп ҡайтыр ине!..
Үҙемде йәлләп илап ултырған ерҙән шып туҡтаным. Сабир ағайға һис әйтергә ярамай! Хатта белдерергә лә. Ул бит минең ныҡ, көслө булыуымды теләй. Ә мин?.. Ошондай көнгә ҡалыуымда үҙем генә ғәйепле бит!.. Берҙән, миңә ул ағас башына бер кем дә менергә ҡушманы. Бер кем ҡолатып та төшөрмәне. Табип, әгәр күнегеүҙәрҙе теүәл үтәһә, үҙе ныҡ тырышһа, теле асылыр, тине. Ә мин? Мин бит уның әйткәндәрен үтәмәнем. Көн дә шөғөлләнергә йыбандым... Ошо уйҙарҙан һуң йөрәгемде энә менән сәнсеп алғандай булды. Бәләңде кемгәлер япһарыуы еңел бит ул! Мин дә, был күнегеүҙәрҙе юрамал бирҙе, тип табипты әрләнем. Яратмайҙар, артыҡ күрәләр, тип әсәйем менән атайыма, Илшатҡа асыуландым, бар хәлемсә үҙемде аҡларға тырыштым. Уйлап ҡараһаң, барыһына ла үҙем ғәйепле булып сығам. Миңә яҡшылыҡ теләйҙәр, ә мин шуны күрмәмешкә һалышам, һаман кәзәләнәм. Ярҙам итергә уларға булышмайым... Миндә ниндәйҙер бер сәм уянды: мышҡылдап ултырғансы, шөғөлләнергә, тырышырға кәрәк!
Ошо уйҙар, ошо сәм мине тынысландырҙы, әйтеп бөткөһөҙ көс бирҙе. Һаман иркәләргә тырышҡан Сания апайҙан ситкә янтайып: “мы”ылдай торғас, тотлоға-тотлоға “мин эшләйем” тинем. Был минең өсөн аңлы еңеү ине. Бынан ары килеп сығамы-юҡмы, һөйләшергә маташасаҡмын!
– Бар-бар, туғаным, эшлә... – тип йәш аралаш йылмайҙы Сания апай.
Эшемде тамамлауға, сәскә һауытының хужаһы килеп тә етте. Бик шатланды апай кеше. Ҡыуана-ҡыуана һөйләшелгән хаҡты усыма һалды. Әле һаман эшем өсөн аҡса алыу уңайһыҙ, шуғамы, сикәләрем алһыуланып сыҡты, ҡыйынһынып “р...р...рәх...мәт” тип саҡ әйттем. Апай хәлемде шунда уҡ аңлап ҡалды, кеҫәһенән һумлыҡтар килтереп сығарҙы. Хәйер итеп бирергә самалай. Алмағас, үҙе лә нимә эшләргә белмәй уңайһыҙланып китте. Аңлайым, ысын күңелдән бирергә теләй, ләкин мин хәйерсе түгел!
Кеҫәгә аҡса инеп ятҡас, тура магазинға йүгерҙем. Туғыҙға тиклем генә эшләй, өлгөрөргә кәрәк. Иртәгә өйгә ҡайтып килергә уйланым мин. Ауыҙ-тел күнегеүҙәре өсөн шарҙарым һәм күнегеүҙәр яҙылған ҡағыҙҙарым кәрәк. Магазиндан күстәнәскә әсәйемдең яратҡан сәйен һәм Илшатҡа ваҡ-төйәк тәмлекәстәр алдым. Ҡайтҡас, бер пакет ҡыяр тултырып ҡуйҙым, күп итеп йәшел һуған өҙҙөм. Ҡыярҙарым ишелеп уңды минең. Сабир ағай аша биреп ебәргәндәрен әсәйем тоҙлаған да, хатта һатҡан да. Быныһын да берәй нәмә эшләтер. Юҡһа бында әрәм генә буласаҡ.
Төндө насар уҙғарҙым. Өйҙәгеләр менән һаташып бөттөм, күнегеүҙәрҙе ҡабатланым, физкультура менән шөғөлләндем. Таңға ҡарай үлек кеүек йоҡлап киткәнмен, будильник тауышын бөтөнләй ишетмәгәнмен. Сания апай инеп уятҡас ҡына торҙом.
Автобуста йоҡлап барҙым. Автовокзалда беҙгә бара торғанына күсеп ултырғас ҡына йоҡом осҡандай булды. Ҡала һағындырған. Тәҙрәнән сыға яҙып тирә-яғымды күҙәтеп бара башланым. Мин киткәндә ағастар саҡ япраҡ яра ине, әле бөтә ер йәм-йәшел, матур. Ә халыҡ ошо матурлыҡты күрмәй ҙә, ризаһыҙ йөҙ менән эшенә ашыға. Ана минең ике әбейем ултыра. Уларҙы күргәс, шунда уҡ кәйеф күтәрелде. Ә быныһы мин һөткә йөрөгән туҡталыш. Ишек асылып китте лә... теге ҡыҙыҡай килеп инде!.. Беҙҙең ҡараштар осрашты. Күптәнге танышын күргәндәй, ихлас йылмайҙы, нимәлер әйтте. “Хәҙер минең яныма килеп баҫасаҡ!” тигән уйҙан ҡотом осто. Һикереп торҙом да, әҙер генә тотоп ултырған аҡсамды водитель алдына һелтәп, теге ваҡыттағылай төштөм дә ҡалдым. Ә нимә эшләйем һуң?!. Ыҡ-мыҡ килеп тора алмайым да инде!.. Ғәрлеге ни тора. Икенсе автобус менән ҡайтып еттем.
Инергәме-юҡмы, тип бер килке ишек төбөндә тапанып торғандан һуң асҡысымды һаҡ ҡына йоҙаҡҡа тыҡтым. Шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Үҙемде бер уғры кеүек тойҙом хатта. Ботинкаларымды сисеп ырғыттым да кухняға уҙҙым. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса һыуытҡысты асып ҡараным, унан шкафтарҙы. Бында булған аҙыҡ миндә лә бар инде. Сания апай, кәрәкмәй, тиһәм дә, гел индереп тора. Бәлеш телеп ашай башлағас, барыһын да аңланым. Кисә тап ошондайҙы Сания апай ҙа бешергәйне! Әммә мин уның ҡамыр менән булышып йөрөгәнен күрмәнем. Тәмле еҫтәр ҙә сыҡманы. Быға хатта аптырап та ҡуйғайным. Тимәк... миңә тип Сабир ағай аша әсәһе биреп ебәргән булып сыға! Дарыуҙар ҙа үҙемдекеләрме инде?.. Тәмле итеп ашап алғандан һуң, өйҙө уратып ҡарап сыҡтым, танһығым ҡанғансы карауатымда аунаным. Компьютерҙы астым. Уйындар ҙа, Интернет та онотолған, унда тексәйеп ултырыуы хәҙер ҡыҙыҡ та түгел. Атайымдың хаты күҙгә салынды. Теге көндө үк яуап яҙған булған. “Улым! – тиелгәйне хатта. – Һинең үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итеүең яҡшы, әлбиттә, әммә кәңәшләшеп эшләргә кәрәкмәй инеме? Мин һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйем, ниндәйҙер эштәр ҡыйратырға маташыуҙарыңды ла хуплап, хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырышып торам. Әле лә үҙ аллы йәшәп ҡарарға ниәт иткәнһең икән, барыһын да алдан уйлағанһыңдыр, тигән фекерҙәмен. Сығып китеүең оҡшамай, ләкин ҡайт тип бойормайым. Күршеләргә әйтеп ҡуйырмын, күҙ-ҡолаҡ булырҙар. Нимә кәрәкһә лә, оялып-уңайһыҙланып торма, Сабир ағайҙарға ин...” Был һүҙҙәрҙе уҡығас, эсемде нимәлер семетеп ҡуйҙы. “Үҙем” тиһәм дә, бер көн дә атайым менән әсәйемдең ярҙамынан тыш йәшәмәгәнмен булып сыға түгелме? Айырым да кеүек, шул уҡ ваҡытта бергә лә. Шулай ҙа яҡындарымдың миңә ышаныс белдереүе күңелемдә әйтеп бөткөһөҙ рәхмәт тойғоһо уятты.
Сығыр алдынан теге ваҡыт алған аҡсамды урынына һалдым. “Әсәй! Минең барыһы ла яҡшы, ас йөрөмәйем, яланғас түгелмен. Теге ваҡыт алған аҡсаны ҡайтарҙым!” тип записка ҡалдырҙым.
Кәрәкле нәмәләремде алғас, тағы бер тапҡыр өйҙө күҙҙән үткәрҙем дә, сығып киттем.
Баҡсаға килеп еткәндә төш уҙғайны инде. Сәй эскәндә бәлеште ҡулға алғас, тамсы ла шигем ҡалманы: ысынлап та әсәйем бешергән! Шуға микән, бигерәк тәмле тойолдо был юлы.
Сәйҙән һуң баҡсалағы эштәрҙе бөтөрҙөм дә күнегеүҙәремде ҡабатларға өйгә индем. Көҙгө алдына уңайлап торғас, тәүҙә тын алыу күнегеүҙәрен эшләнем. Үпкә тултырып һауа һулайһың да ауыҙ аша сығараһың. Бер нисә тапҡыр шулай ҡабатлағас, һуҙынҡы өндәр өҫтөндә эшләп алдым. Өндәрҙән һуң ижектәрҙе ҡысҡырып әйттем. Эш тиҙәйткестәргә еткәс, арығанымды һиҙҙем. Тел дә, мейе лә талды бындай күнекмәләрҙән.
Көндәр шулай һәүетемсә дауам итте. Ямғырҙарҙы көтөп ала башланым. Ул көндәрҙә баҡса эштәренән арынып, гөл һауыттары яһау менән мәшғүл булдым. Заказдарҙың туҡтамауы ҡыуандырҙы мине. Оҫтарып алдым, ҡулым да килешеп тора, һә тигәнсе эшләп, буяп та ҡуям. Йәнә лә бер эш өҫтәлде: бер көн ҡаршы яҡта йәшәгән күрше килеп инде. “Түтәлдәрҙең ҡыйын йолҡоп бирмәҫһеңме, үҙеңә әҙме-күпме аҡсаһы ла булыр”, – тигәс, аҡсаһынан да бигерәк ярҙам йөҙөнән, ризалаштым. Унан үҙемә лә оҡшап ҡалды. Ошо рәүешле аҡса ла эшләй алам бит! Шунда уҡ ултырып иғлан яҙҙым да, магазиндан елем һатып алып, йәбештерергә сығып киттем. Ауылды, баҡсаны урап сыҡҡансы байтаҡ ваҡыт үтте. Баҡсала һуңғы иғланды йәбештереп торғанда кемдер арттан: “Сәләм!” – тигәнгә әйләнһәм, теге ҡыҙ тора! Тәүҙә ҡойолоп төштөм. Шулай ҙа үҙемде шунда уҡ ҡулға алдым. “С-с-сәл-л-әм!” – тинем бер аҙ тотлоғоп. Ныҡлап шөғөлләнә башлағас, тотлоғоуым ысынлап та күҙгә күренеп кәмене. Элекке кеүек бер үк ижекте тутыйғош кеүек ҡабатлап тормайым. Хатта берәй ваҡиғаны һөйләп бирә алам.
– Һин нишләп минән ҡасаһың ул?
– Ҡ-ҡ-ҡас-с-майым.
Мин йәбештергән иғланға күҙ йүгертеп сыҡты ла:
– Ҡалай шәп нәмә уйлағанһың, мине ярҙамсы итеп алаңмы? – тине миңә ҡарап.
Шаяртамы? Мин уға ҡарайым. Оҡшамаған. Бик етди күренә.
– Яр-р-рай, – тинем ахырҙа.
– Мин Миләүшә булам, һинең исемең нисек?
– Ш-ш-шам-м-мил.
Тотлоуығымды һиҙмәйме, әллә иғтибар итмәйме? Шул һорау борсой. Күптәрҙең мине тыңлап бөтөргә хәлдәре етмәй бит.
– Һин бында күптәнме?
– Эй-й-йе. Й-йәй б-баш-ш-шынан.
– Мин бөгөн генә килдем. Лагерҙа булдым. Инде өләсәй-олатайым менән йәй аҙағына тиклем ятасаҡмын.
– М-м-мин д-дә бы-бын-бында бул-л-лам.
– Дуҫтар таптыңмы?
– Юҡ-ҡ.
– Ярай, минең менән сығырһың.
– Ҡ-ҡ-ҡай-йҙа?
– Костерға. Мин бында йәй һайын киләм. Көндөҙ эш менән булабыҙ ҙа, кисен уйнарға сығабыҙ. Хәтәр күңелле ул! Нимәләр генә уйнап бөтмәйбеҙ...
Әлбиттә уның саҡырыуын ишетеү рәхәт, бик тә сыҡҡым, уйнағым килә! Әммә... ситләтеүҙәренән, көлөүҙәренән, үҙҙәренең араһына алмауҙарынан ҡурҡам. Ситкә ҡағылып киткәнсе, бөтөнләй бармауың мең артыҡ.
– Юҡ-ҡ, м-м-мин уй-йнам-май-йым.
Миләүшә көлөп ҡуйҙы ла:
– Икәү бергә сығырбыҙ, мин һине ағайым тип әйтермен, – тине лә китеп барҙы.
Был осрашыуға шат булһам да, бер ҙә ҡыуанманым. Йоҡлап киткәнсе: “Ни эшләргә?” – тип урынымда борғаландым. Миләүшә минең менән аралашыуҙан ялҡып ҡуймаҫмы? Дуҫтары ҡабул итерме, көлмәҫтәрме? Улар менән нисек, нимә тураһында һөйләшермен? Был минең өсөн оло һынау ине. Тотлоғоп ҡалғаны бирле кем менәндер, бигерәк тә тиҫтерҙәрем менән, һөйләшкәнем дә юҡ бит. Үҙемде упҡын ситендә торған кеүек хис иттем.
Икенсе көнө иртәнән энәгә баҫҡандай йөрөнөм. Йүгереп килеү, күнегеүҙәр эшләү ҙә тынысландыра алманы. Миндәге үҙгәреште Сания апай ҙа һиҙҙе. “Берәй нәмә булдымы әллә?” – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ-ҡ, – тип баш сайҡай һалдым.
– Бөгөн нимәләр эшләйһең? – тип ҡыҙыҡһынды.
– С-с-сәс-скә һа-һау-уыты. К-күр-ршен-нең ҡ-ҡый-йын й-йолҡ-ҡам. Т-түт-т...
– Ярай, бөгөн ҡыярҙар менән кәбеҫтәләргә генә һыу ҡойорһоң, – тип ярҙамға килде, ни тиергә теләгәнемде аңлап.
– Яр-р-рай.
Әйтергәме, юҡмы тип тәүҙә икеләнһәм дә, Сания апайҙы иҫкәртеп ҡуйырға булдым:
– Б-бөг-гөн к-кис-сен к-кос-стеррға с-сығ-ғам.
Сания апай аптырап миңә ҡараны:
– Ниндәй костерға? Кем менән?
Миләүшәне күҙ алдына килтергәс, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
– Т-т-тан-ныш ҡы-ҡыҙ-ҙ мен-н-нән...
– Бына һиңә мә! – Сания апай көлөп ҡуйҙы ла шаяртып бармаҡ янаны: – Ҡыҙ тотоп та өлгөрҙөңмө ни? Ҡара һин уны, шилма малай!
Шаяртып һөйләшһә лә, борсолоп киткәне һиҙелде.
– У-ул к-кис-сә ки-кил-лде.
– Ә-ә-ә, танышыңмы ни? – тине бер аҙ тынысланып.
– Эй-йе, – тип алданым.
Был тиклем дә оҙон көндөң булғанын хәтерләмәйем. Һә тигәнсе өс баҡсаны ҡарап сыҡтым, сәскә һауыты эшләп өлгөрҙөм. Күнегеүҙәргә лә ваҡыт артығы менән етте, ә көн саҡ кискә ауышты. Ҡояш бер аҙ һүрелгәс һыу ҡойорға ғына ҡалды. Кис етеүгә борсолоуым, тулҡынланыуым бермә-бер артты. Яңынан тотлоға башламайым, тип ҡурҡтым.
Миләүшә кисен үҙе килде. Телсән ҡыҙыҡай Сания апай менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты, мин һыу ҡойған арала әхирәттәр кеүек һөйләшәләр ине инде.
– Оҙаҡ йөрөмәгеҙ! – Сания апай ҡапҡағаса оҙатып ҡалды.
Тотлоҡһам да, быға иғтибар итмәгәнгә һалышып һөйләштем Миләүшә менән. Тәүҙә ҡыйыныраҡ ине, аҙаҡ һүҙҙәрҙе шыма ғына әйтә башланым.
Йәштәр ауыл осонда йыйыла икән. Беҙ барып еткәндә өс малай менән ике ҡыҙ туп уйнай ине. Беҙҙе күргәс, уйындарынан туҡтап, яныбыҙға килделәр.
– Сәләм! – тип малайҙарҙың береһе яурыныма ҡулын һалды. – Орлоҡтарың үҫеп сыҡтымы инде?
Шунда ғына уның магазинда миңә орлоҡ алышҡан малай икәнен таныным. Яуап биреп өлгөрмәнем, Миләүшә барыһын да һөйләп тә бирҙе.
– Ой, уның баҡсаһында нимә генә юҡ! Вис үҙе үҫтерә. Уларҙан тыш Шамил тәгәрмәстәрҙән хәтәр матур гөл һауыттары эшләй!
– Ярай, – тине баяғы егет. – Әгәр теләгең булһа, беҙҙең менән бесәнгә йөрөй алаһың. Былай һәйбәт кенә түләйҙәр. Минең исемем Баязит була.
Улар, әйтерһең, күптәнге дуҫтарым, еңел генә аралаштыҡ та киттек. Ул арала бүтәндәр ҙә тартылды. Ҡараңғы төшкәнсе тип, беҙ футбол тибә башланыҡ, ҡыҙҙар хәбәр һатырға ултырҙы. Футболды бындағы малайҙарҙың барыһына ҡарағанда ла һәйбәт уйнай инем. Уҡырға бармаһам да, футболға яратып йөрөйөм мин, ә унда бик шәп тренер шөғөлләнә беҙҙең менән. Быны малайҙар тиҙ үк аңлап алды, миңә ҡарата ихтирамдары шунда уҡ артты. Ә мин шуның һайын тырышып типтем тупты, хатта, мине лә өйрәт әле, тиеүселәр табылды. Иртәрәк килеп, теләгәндәр менән айырым шөғөлләнергә теләк белдерҙем. Һәйбәт кенә өйрәтһәм, икенсе йыл йәй башынан футбол командаһы төҙөргә була ла баһа!..
Костер янында уйындар ҙа уйнаныҡ, гитарала уйнап, йырлап та ултырҙыҡ, мәҙәк хәлдәр һөйләп, рәхәтләнгәнсе көлөштөк тә. Минең тәүләп костерға сығыуым булғанғамы, ныҡ оҡшаны был кис. Ял иттем, әллә күпме көс тупланым.
Сания апай йоҡламай көтә ине мине. Иҫән-һау, шат йөҙ менән ҡайтып инеүемде күргәс, еңел тын алды. Кемдәр менән, ҡайҙа уйнауыбыҙҙы һорашҡас, индергән һөтөн ҡалдырҙы ла йоҡларға ҡайтып китте.
Ауыл егеттәре менән дуҫлыҡ нығынды. Көн дә костерға сығабыҙ, футбол тибәбеҙ. Минең менән шөғөлләнгән малайҙар хәҙер һәйбәт кенә уйнай башланы. Миләүшә менән айырыуса дуҫлаштыҡ, серҙәштәргә әйләндек. Уның да яҙмышы еңелдән түгел икән. Татыу ғына йәшәп ятҡандарында атаһы менән әсәһе араһынан ҡара бесәй үткән, хәлдәре айырылышыуға тиклем үк барып еткән. Ә ҡыҙ һис кенә лә уларҙың айырым йәшәүҙәрен теләмәй. Өйҙә көн дә иреш-талаш булғанға, өләсәһе тиҙерәк баҡсаға алып киткән. “Мине бүлешә алмайҙар. Икеһе лә үҙенә алғыһы, үҙе менән йәшәткеһе килә, әммә шул ваҡытта минең теләгем уларҙы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Мин бит уларға ҡурсаҡ түгел! Нишләп аңламайҙар икән шуны?!” – тип ныҡ әсенә. Әсәһе менән атаһын яраштырғыһы килә. Дуҫыма ярҙам иткем килә лә бит, тик нисек?!. Минекеләр менән ундай проблема булмағас, башыма һыйҙыра алмайым.
Кисә атайым ҡайтырға тейеш ине. Үҙемә урын тапмайым. Һағындым. Ҡайтып килергә кәрәк тип йөрөгәндә, атайым, әсәйем, Илшат үҙҙәре килеп инде. Бер ай, агуст бөткәнсе бында буласаҡтар! Был минең өсөн иң һөйөнөслө ваҡиға ине. Юҡһа баҡсала уңыш өлгөрә, ә мин уларҙы нимә эшләтергә лә белмәйем. Атайым командировкаларға йыш ҡына йөрөһә лә, былай оҙаҡҡа киткәне, был тиклем дә һағындырғаны юҡ ине.
Ирҙәрсә, ҡулымды ҡаты ҡыҫып күреште ул минең менән. Нисек йәшәүемде һорашты. Баҡса үҫтереүемде лә, сәскә һауыттары эшләп һатыуымды ла, кешеләргә ҡый йолҡорға, ваҡ-төйәк эшләшергә йөрөүемде лә шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итте. Үҙем эшләп ҡуйған эт ояһын күрһәткәндә лә, ҡыярҙарҙың япмаһын ҡарағанда ла, үҙем ҡаҙып ултыртҡан түтәлдәрҙе, тәрбиәле ҡыуаҡ-ағастарҙы күргәс тә “Маладис, ҡулың эш белә!” – тип кенә ҡуйҙы ла кәңәштәрен бирҙе. Икенсе йыл нисегерәк яҡшыртыу, үҙгәртеү буйынса һөйләшеп алдыҡ.
Әсәйем туҡтауһыҙ Сания апай менән Сабир ағайға рәхмәт уҡыны. Тегеләр иһә бер тауыштан:
– Шамил үҙе тырыш бит, – тип мине маҡтаны. – Сабир ағаһы ла үҙен маҡтап ҡына тора, үҙе көс һалмаһа, мин генә ярҙам итә алмаҫ инем, ти.
Сабир ағайға мин айырыуса рәхмәтлемен. Олатай кеүек ул миңә. Кәңәштәре лә, ярҙамы ла, әйткән һүҙҙәре лә һәр ваҡыт бик урынлы. Әгәр ошо ике изге кеше мине үҙ ҡанаты аҫтына алмаһа, минең менән нимә булыр ине, белмәйем. Былай уҡ үҙгәрә алмаҫ инем, моғайын.
Илшат әле Майсик, әле Табылдыҡ менән уйнай, рәхәтләнеп йүгерә, һикерә, аунап китә. Баҡсанан бешкән еләк табып ашай. Әсәйем мине аҡсаға эшләтмәҫкә тырышһа ла, заказдар булғанда баш тартманым, ҡый йолҡорға ла, кешеләрҙең ваҡ-төйәк эштәрен эшләргә лә йөрөнөм.
Һуңғы ваҡытта тотлоғоуым һиҙелеп кәмене. Тартынҡы өндәргә баҫым яһап һөйләүем генә ҡалды.
* * *
Миләүшәне бер тапҡыр ҙа бойоҡ күргәнем юҡ ине. Ә бер көн, илап шешенгән йөҙөн күреп, ҡотом осто. Ул көн уйнарға барманыҡ, күл буйына төшөп, һөйләшеп ултырҙыҡ.
– Бәлки, ярашырҙар, тигән өмөттәрем һүнде, – тип үкһене ул. – Все, айырылышалар! Иртәгә – суд. Унда мин дә барырға тейешмен. Икеһен дә күрә алмайым! Береһе менән дә йәшәгем килмәй!
Тынысландырырға тырышыуҙарым бушҡа ғына булды. Әйткән һүҙҙәрем, утҡа кәрәсин һипкән кеүек, ҡыҙҙырып ҡына ебәрҙе.
– Яратмайҙар улар мине! Бер-береһен еңер өсөн генә мине бүлешәләр. Ике эгоист!
Мин атаһы менән әсәһен аҡлар өсөн һүҙҙәр эҙләйем. Хатта айырылышҡан хәлдә лә Миләүшәне яратасаҡтарын аңлатырға тырышам. Үҙемдең дә, мине яратмайҙар, бер кемгә лә кәрәгем юҡ, тип бөтәһенә лә үпкәләп йөрөгән саҡтарымды хәтергә төшөрҙөм. Әммә был фекерҙе мин үҙем уйлап сығарғанмын бит, ысынында әсәйемә лә, атайыма ла мин берҙәй ҡәҙерле...
– Шамил, мин бөгөн өйгә ҡайтмайым! – тип белдерҙе Миләүшә күпмелер ваҡыттан. – Судҡа барғым килмәй. Мин бармаһам, бәлки, тиҙ генә айырмаҫтар үҙҙәрен.
Мин нимә тиергә, нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдым.
– Һин ҡайт!..
– Ә һин-н?..
– Минең өсөн борсолма, бер-ике көндө уҙғарырмын әле берәй нисек.
– Ул-лай бул-май ин-де. Бөг-гөн беҙ-ҙә йоҡ-ҡла...
– Юҡ, – тип баш ҡына сайҡаны Миләүшә.
Әммә мин уны бында яңғыҙ ҡалдыра алмай инем.
– Улай булғас, әйҙә одеял алып сығайыҡ, – тинем ахырҙа.
Беҙгә киттек. Юл буйына мейемде эшләттем, әммә бер ҡарарға ла килә алманым.. Миләүшәгә ярҙам иткем килә, тик нисек? Өйгә ҡайтмай, әсәйемдәрҙе лә борсоуға һалығым килмәй.
Бөгөн иртә килеп ингәс, әсәйемдәр аптырап китте. Ауыр көрһөндөм дә, алдашырға керештем.
– Әс-сәй, ат-тай, беҙ-ҙ 2-3 көнгә пох-ходҡа кит-тәбеҙ. Т-тиҙ ген-нә сумка йый-йыр кәр-рәк.
– Төнгә ҡарай ниндәй поход ти ул?! – тине әсәйем аптыранып. Хәлемдән килгәнсә тынысландырырға, ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ икәненә ышандырырға тырыштым. Үҙем йүгереп йөрөп әйберҙәр йыйҙым. Аҙыҡ, йылы кейем-һалым, ике плед, шырпы, серәкәйҙән спрей һалып алдым. Атайым артымдан тышҡа сыҡты. Нимәлер һиҙенә күрәһең.
– Ат-тай, ыш-шан, бар-рыһы ла һәй-йбәт булыр, – тинем, күҙҙәренә ҡарап. – Бер үт-тенес-сем бар. Мил-ләү-шән-нең ата-әсәһе килһә, улар-рҙы тын-ныслан-ндырығыҙ, борс-солма-һындар.
Атайым бер ни өндәшмәй баш сайҡап тороп ҡалды.
Беҙ тәүҙә яңынан күл буйына төштөк. Һыуҙан йылы быу күтәрелә. Ай яҡтыһында был тирә айырыуса матур. Баҡалар баҡылдағаны, ҡоштар һайрағаны ла үҙенә күрә бер йәм бирә. Пледтарыбыҙға уранып, күл өҫтөнә текәлеп байтаҡ ултырҙыҡ. Былай таң аттыра алмаҫыбыҙ билдәле ине.
– Әй-йҙә, тор-р, киттек! – тинем бер ҡарарға килеп. – Баҡ-сала ташландыҡ өйҙәр күп, берәйһенә инәйек.
Миләүшә шым ғына арттан эйәрҙе. Ярай әле ай яҡты... Һаҡ ҡына атлаһаҡ та, тауыштар әллә ҡайҙарға тиклем яңғырай. Ташландыҡ өй эҙләп баҡсаның иң төпкөл яғына тиклем барҙыҡ. Урам буйлап былай ғына йөрөгәндә күп кеүек ине, әле, кәрәк булғанда, бер йүнлеһе осрамай. Ахырҙа емерелеп тигәндәй бөткән бер өйҙө барып таптыҡ. Һайланып тороп булмай. Иҫке, емерелеп бөткән креслоларға ҡунаҡланыҡ та, одеялдарыбыҙға төрөнөп, бөгәрләнеп йоҡоға талдыҡ.
Беҙҙе эҙләргә мөмкинлектәрен белгәнгә күрә, икенсе көнө сығып йөрөмәнек. Өйҙән алып килгән аҙыҡ-түлек менән тамаҡ ялғаныҡ.
– Артабан нимә эшләйбеҙ? – тип һорап ҡуйҙым.
– Әллә, – тип яурын һикертте Миләүшә. – Әммә мин барыбер ҡайтмайым. Ә һин ҡайт. Тик минең ҡайҙа икәнде береһенә лә өндәшмә.
– Атыу мин дә ҡайтмайым, – тинем мин дә.
Был өйҙәге кеше уҡырға яратҡан икән, әҙәби китаптар унда ла, бында ла туҙып ята. Ваҡыт үткәрергә бик һәйбәт булды был. Кис етеүгә икебеҙ ҙә асыҡтыҡ та, арыныҡ та. Тауыштар тынғас, кешеләр өйҙәренә инеп бөткәс, йәшеренеп ятҡан урыныбыҙҙан шым ғына килеп сыҡтыҡ. Берәүҙәрҙең баҡсаһынан картуф соҡоп алдыҡ та, кире килдек. Ҡоро-һары ботаҡтар йыйып, мейескә яғып ебәрҙем, картуфтарҙы көлгә күмеп ашап алдыҡ. Унан өйөбөҙҙө рәткә килтерҙек, һепереп сығарҙыҡ. Күпме йәшәребеҙҙе белмәйбеҙ бит. Креслома ултырып күҙҙәремде йомғас, өйҙәгеләр, баҡсам күҙ алдыма баҫты. Нимә эшләйҙәр икән? Борсолаларҙыр инде. Әллә ҡайтып килергәме?
Икенсе көнө төшкә тиклем йоҡлағанбыҙ. Уянғас, Миләүшәнең йөҙөнә ҡарап һыным ҡатып көлөргә тотондом. “Тишек йыртыҡтан көлә! “ – тип ул миңә ҡарап һаһылданы. Картуф көйөгөнә ауыҙ-моронобоҙ ҡап-ҡара булып бөткәйне. Ҡалған картуф менән тамаҡ ялғап, һыу эсеп ҡуйғас, артабан нимә эшләргә кәңәшләшә башланыҡ. Мин ҡайтыу яғында булһам, Миләүшә был турала ишетергә лә теләмәне. Уны ташлап ҡайтып китһәм, бер үҙе йәшәй алмаясаҡ. Унан, мин үҙем дә нисек ҡайтып барайым инде?! Кис еткәс:
– Миләүшә, берәй сәғәткә бер үҙең ҡалып торорға ҡурҡмайһыңмы? Мин ҡайтып, ашарға-эсергә алып киләйем... – тинем.
– Кире килмәй ҡуйһаң?..
– Киләм.
– Ярай һуң. Тик тиҙ бул, йәме.
Ишекте бикләп ултырырға ҡуштым да эйелә-бөгөлә өйөбөҙ яғына һыпырттым.
Шым ғына ишекте асыуға әсәйем килеп сыҡты. Әллә уянды, әллә йоҡламай көтөп кенә ятҡан.
– Шамил!
– Тс-с-с! – ти һалдым.
– Ҡотто алып ҡайҙа йөрөйһөң ул? Нимә булды? Атайың менән Сабир ағайың эҙләмәҫкә, участковыйға хәбәр итмәҫкә, сабыр итергә ҡушҡас, ни эшләргә лә белмәйем.
– Бе-бер н-ни ҙә б-бул-маны, әс-сәй! Бор-сол-ма!
Беҙҙең бышылдашыуҙы ишетеп атайым да уянды. Мине ым менән генә тышҡа алып сыҡты. Уға барыһын да һөйләп бирергә тура килде.
– Шулайҙыр тип уйланыҡ та. Миләүшәнең атаһы менән әсәһе килде. Ныҡ борсолалар. Хәлдән килгәнсе тынысландырған булдыҡ инде. Һеҙгә ҡайтырға тура килер.
– И-их, ул-лар-ҙы яр-раш-тыр-рыр кәр-рәк ин-не, ат-тай! Ним-мә эш-ләр-гә ик-кән?
– Улай өйгә ҡайтмай йөрөп кенә мәсьәләне хәл итеп булмай, улым... Иртәгә әсәйең менән барып һөйләшеп, аңлатып ҡарарбыҙ үҙҙәренә.
– Ыс-сын-мы, ат-тай! Рәх-мәт! Беҙ-ҙ төш-кә ҡай-тыр-быҙ!
Мин Миләүшә янына ашыҡтым, яңғыҙы ҡараңғы өйҙә ҡурҡа торғандыр.
Миләүшәне ҡайтырға күндереүе бик ауыр булды, шулай ҙа ыҡҡа килтерә алдым. Теләмәй генә ҡайтты ул өйөнә. Ҡапҡанан хушлашырға намыҫым ҡушманы, үҙем дә ҡуша индем. Атай менән әсәй кеше ҡыҙҙарына ташланды.
– Ҡотто алдың бит! – тине икеһе бер юлы. – Эҙләмәгән ер ҡалманы! Әйтеп китергә булмай инеме һиңә?!
– Һеҙҙә минең ҡайғымы ни?! – тип телләште ҡыҙ. – Белеп ҡуйығыҙ, мин һеҙҙең берегеҙ менән дә йәшәмәйәсәкмен! Мин өләсәйемдә ҡалам йә мине башҡаса бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ!
Әсәһе ҡыҙын ҡосаҡлап иларға тотондо. Атаһы ғәйепле төҫ менән икеһен ҡосағына алды ла, шул килеш ҡатып ҡалдылар. Мин шым ғына сығып киттем.
Кискә тиклем үҙемә урын тапманым. Миләүшә өсөн борсолдом. Барыһы ла яҡшы ғына булһа ярар ине, тип теләнем. Түҙмәйенсә, бер нисә тапҡыр уларҙың өйө яғына барып ураным. Әммә бер кем дә күренмәне, тауыш-тын да ишетелмәне.
Шулай ҙа кисен, Миләүшәне уйынға саҡырыу һылтауы менән, өйҙәренә барып индем. Өләсәһе бер үҙе генә ине.
– Мил-ләүшә ҡайҙа? – тинем шунда уҡ.
– Ә-ә-ә, Шамил улым, һаумы! Улар бит ҡалаға ҡайтып китте.
– Суд-ҡа-мы? – булды икенсе һорауым.
– Юҡ, улым, Аллаға шөкөр, суд булмай! – тине инәй, үҙенең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты. – Миләүшә һиңә сәләм әйтте һәм йәй бөткәнсе килергә һүҙ бирҙе.
Мин еңел тын алдым. Әлбиттә, Миләүшәнең ҡайтып китеүе эсте бошорҙо, әммә атаһы менән әсәһенең ярашыуын, бергә булыуҙарын ишетеү һөйөндөрҙө.
* * *
Йәй һә тигәнсе үтеп тә китте. Дүрт ай эсендә ҡояшҡа ҡара яндым, эстән дә, тыштан да бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Үҙемде элеккегә ҡарағанда күпкә ышаныслы тоям. Кәрәкһә, үҙемде генә яҡларлыҡ көс бар миндә хәҙер. Атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, быйыл мәктәптә уҡырға ҡарар иттем. Тик, әсәйемдең үтенесе буйынса, икенсе мәктәпкә барасаҡмын. Директорҙары менән атайым һөйләшкән дә инде, документтарымды ғына күсерергә ҡалды. Ә мине иң ҡыуандырғаны шул булды: унда Миләүшә уҡый! Бар теләгем – уның синыфына эләгеү. Әлбиттә, әле барыбер насар һөйләшәм, бәлки ошо кимәлдә ҡалыр ҙа, әммә мин беләм: кеше һине ихтирам итһен өсөн, иң тәүҙә үҙеңде яратырға, үҙең өҫтөңдә эшләргә, яңыға ынтылырға, шөғөлләнергә, башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн булырға тырышырға тейешһең.
Бөгөн беҙҙең хушлашыу кисе. Барыбыҙ ҙа йыйыласаҡбыҙ. Кисә Миләүшә лә килде. Уның ата-әсәһенә минекеләрҙең, Сабир ағай менән Сания апайҙың һүҙҙәре ныҡ тәьҫир иткән икән. Хәҙер һин дә мин йәшәп яталар, әйтерһең, яңыраҡ ҡына айырылышыу уйы баштарында ла булмаған. Унан, иртәгә ул да, мин дә ҡайтып китәбеҙ. Өс көндән 1 сентябрь, миңә әле кейемдәр ҙә, уҡыу кәрәк-яраҡтары ла алынмаған. Атайым менән әсәйемдең дә ялы бөтә. Бында инде аҙна аҙағында ғына киләсәкбеҙ. Баҡсамдан һис тә айырылғым килмәй. Нимәһенә ҡараһаң да яҡын миңә, үҙем сәсеп, ултыртып, күҙ ҡараһылай тәрбиәләп үҫтергәнгәме икән?.. Әллә ошо баҡса минән бөтөнләй икенсе кеше яһағанғамы? Инде барыһы ла икенсе төрлө буласаҡ. Өр-яңы, бөтөнләй икенсе тормош көтә!
Гөлнара МОСТАФИНА.