Бөтә яңылыҡтар

Һөйәл

Хикәйә

Бигерәк тынсыу көн. Брезент палатка эсендә бөтөнләй һауа юҡ, тышҡа сыҡһаң да еләҫерәк түгел. Алыҫтағы урманға барып, күкрәк киреп саф һауа һулағы килә лә ул – ҡурҡыта.

Арыҫлан патрон тартмалары өҫтөндә аяҡтарын ҡояшҡа йылытып ултыра бирҙе. Бындай эҫелек һул аяғындағы ҡанға туҙған һөйәлен бөтөрөр һымаҡ ине. Кибеп ҡубып төшмәҫме икән, тигән уй башынан сыҡманы. Ҡояш нурҙарынан аҙға ғына ла аяҡтарын айырырға теләмәй, үрелеп-һуҙылып тәмәкеһен алды. Ҡабыҙғысын кеҫәләренән һәрмәп-һәрмәп ҡараны – тапманы.

– Серый, тартырға бир әле, – тип өмөтһөҙ генә өндәште. Кем ошо эҫелә уның янына килеп, тәмәкеһен тоҡандырһын инде?

Тағы тынлыҡ урынлашты. Бик тартҡы ла килмәй ошо тәмәкене – ғәҙәт буйынса ғына. Буш ашҡаҙанға тартыуы ла зарарлы. Арыҫлан бер тәмәкене сығарып, ҡолаҡ артына ҡыҫтырҙы ла, күҙҙәрен йомдо.

Бер аҙҙан оҙонса палатка төпкөлөнән хохол Сергей Мякушконың тауышы ишетелде.

– Эй, земфирец!

Йырсы Земфираны тыңлаған һайын: «Ә ул – минең яҡташым! Ул – башҡорт ҡыҙыҡайы!» – тип теңкәгә тейгәс, Арыҫланға «земфирец» тигән ҡушамат таҡтылар. – Әйҙә һин миңә – тәмәке, мин һиңә ҡабыҙғыс бирәм. Тик үҙең килеп ал.

– Юҡ...

– Ни эшләп?

– Йыбанам.

– Әйҙә, һин – өс аҙым, мин – өс аҙым.

– Тик ят. Кәрәкмәй инде. 

Мякушко һүгенде лә, тауыш тағы тынды.

Арыҫлан, ҡыҙғылт-күк булып шешенеп бөткән ерен ауырттырмаҫ өсөн, һөйәлендәге ҡатҡан ҡанды ипләп кенә һыпырырға кереште. «Йәнгә тейгес был һөйәлде иркәләгән һайын, нығыраҡ ҡабарыр әле ул», – тип уйланы ла, һөйәленә бармаҡ менән ныҡ итеп баҫты. Бөтә тәне ауыртыуҙан тертләп, зыңлап китте. «Түҙ, һалдат» – тип үҙ-үҙен мыҫҡыллап алды Арыҫлан, әммә һөйәлгә башҡа төртмәне, ә һыйпап, өрөп ҡуйҙы.

Палатка эргәһенә бәләкәй йомро кәүҙәле, түңәрәк аҡ битенә тир өҫтөнә тимгел булып саң ҡунған сержант Назаров туҡталды ла, палатка эсенә башын тағып:

– Подъем, бомждар! – тип дыуамалланып маташты.

Арыҫлан ялҡауланып ҡына ауыҙын асып:

– Һыпырт бынан, – тине. Палатка эсенән Мякушконың торғаны ишетелде – башҡа унда береһе лә юҡ ине. Уның йөҙө ни өсөндөр бик мут һәм шат.

– Эй, Назар, аҡса бир әле! – тине ул. – Бурысың арта бара бит.

– Юҡ миндә аҡса, – тип сәбәләнеп китте Назаров. Битенән, буй-буй бысраҡ юлдар ҡалдырып, саңлы тирен һыпырып алды.

– Тикшереп ҡараһам, ә? – тине лә мыҡты кәүҙәле Сергей, эҫегә әлһерәгән Назаровтың өҫтөнә ҡапыл һикерҙе.

Егеттәр әйберҙәр өҫтөндә аунап, көрмәкләшә башланы. Арыҫлан һөйәленә тейеп ҡуймаһындар тип, аяҡтарын икенсе яҡҡа бороп ултырҙы. Аунаша торғас, Мякушко Назаровтың ниндәйҙер төпкөл кеҫәһенән йомарланып бөткән ике иллелек килтереп сығарҙы ла ҡулын өҫкә күтәрҙе. Назаров уның ҡулын аҫҡа бөгөп маташты, килеп сыҡмағас, тешләп алды.

– А-а! Земфирец! Ал тиҙерәк!

Арыҫлан эйелеп кенә Сергей һуҙған аҡсаны алмаҡсы булғайны, буйы етмәне. Үрелгәйне – ауып китте һәм йәшник ситенә һөйәлен бәрҙе.

– Суҡынсыҡтар, – тип үкереп, Мякушконың ҡулынан аҡсаны алды ла, кире урынына менеп ултырҙы. Эйелеп, ауыртҡан һөйәленең үсен алып, Мякушконың арҡаһына тондорҙо, ә иларҙай булып ятҡан Назаровтың башына сиртте.

– Ярай, яртыһын ғына алып торабыҙ, – тип йыуатты егетте Арыҫлан. Тегеләр ҡағынышып торғансы, бөгәрләнеп бөткән иллелектәрҙе тубығына һалып, яйлап ҡына рәтләне. Береһен һаҡ ҡына кеҫәһенә һалды, икенсеһен Назаровка һуҙҙы.

– Мә, ойоҡбаш һатып ал. Атыу һинең яныңда баҫып торорлоҡ түгел, – тине.

Назаров аҡсаһы инеп юғалған кеҫәгә оҙаҡ ҡарап торҙо – өмөтөн өҙмәгәндер инде. Мякушко ҡәнәғәт йылмайып, уның башынан һыйпаны:

– Эх, Назарик, Назарик. Хәҙер беҙ араҡы эсәбеҙ, – тине.

Назаров уфтанды ла:

– Мин бармайым. Мин теге ваҡыт барҙым, – тине.

– Мин дә бармайым, сөнки сират буйынса Арыҫлан барырға тейеш, – тине Сергей һәм ҙур йоҙроҡтары менән теҙелеп ятҡан тығыҙ тоҡтарға һуҡҡыслап, һикерәңләй башланы.

– Быныһы дөрөҫ. Сират буйынса Арыҫлан барырға тейеш – ни эшләйһең?

Егет күҙҙәре менән һул аяғына ымланы. Бүртенгән һөйәлде күреп, Назар Сергейға һораулы ҡараш ташланы.

– Яуға ни, араҡыға ни – барыбер ҡасан да булһа атларға кәрәк, – тине Мякушко етди төҫ менән. – Өҫтәүенә, миңә ашарға әҙерләргә кәрәк. Тегеләр ике сәғәттән ҡайта бит.

– Ә миңә һыу ташырға, – тине Назар һәм, бәхәстән ҡасып, үҙенән ҙур ике фляганы тиҙ генә эләктереп алды ла, иҫкергән бер коляскаға ултыртып, даңғырлатып ауыл яғына йүгерҙе.

Арыҫлан ыңғыраша-ыңғыраша ботинкаларын кейҙе лә аяғүрә баҫты, һыҙлау тәүҙә ҙур бармағын солғаны. Өс аҙым атлағандан һуң, бөтә аяҡҡа күсте. Ботинка бауҙарын бәйләмәй, сатанлап, ике саҡрым алыҫыҡтағы ауыл яғына йүнәлде. «Атлап китһәң, һөйәл дә өйрәнә ул», – тип үҙен йыуатты егет. Әммә һыҙлау артҡандан-артты. Тотош кәүҙәһе бер һөйәлгә әйләнгән кеүек тойолдо. Ул һоро саңды борҡотоп, ергә ултырҙы ла, ботинкаларын сисеп, ялан аяҡ атлап китте.

Ике ҡатлы өйҙәр күп ине ауылда. Урам буш, тауыҡтар ҡытҡылдашыуынан башҡа тауыш-тын юҡ. Арыҫлан яңы буялған йәшел ҡапҡа эргәһенә килде лә ҡулындағы ботинкаһы менән шаҡылдатты.

Өй тәҙрәһенән тәүҙә бала йөҙө, шунан ҡатын йөҙө күренеп ҡалды, «һиңә килгәндәр», – тигән ҡысҡырыу ишетелде – ят телдең күп һүҙҙәре Арыҫланға таныш ине.

Ҡапҡаны йорт хужаһы Ғәмзәт асты. Ҡул биреп сәләмләште, ҡураһына индерҙе. Ғәмзәт Арыҫланға насар мөнәсәбәттә түгел ине – башҡа егеттәрҙе ул ҡапҡаһынан ары ебәрмәй.

– Эҫе булып киттеме әллә? – тип һораны Ғәмзәт, аяҡтарға ымлап, һүҙҙәрҙе һуҙып, ойоған тауыш менән һөйләшә ул.

– Һөйәл йонсота. Ә алмашҡа ботинка юҡ. 

– Әминәт!

Өй эсенән матур ҡатын килеп сыҡты ла, үткер-уҫал итеп һалдатҡа ҡарап алды.

– Теге немец дарыуын сығар әле!

Ҡатын ҡырыҫ ҡына ниҙер яуапланы. Ир, эт өргән кеүек, тупаҫ ҡына итеп бер һүҙ әйткәйне, ялп итеп өйөнә инеп китте. Ғәмзәт тә шулай ҡырт һөйләшә беләме ни?

– Бөркөү, – тине Ғәмзәт. – Һеҙ нисек түҙәһегеҙҙер?

– Түҙмәй ҡайҙа бараһың инде...

– Шулай инде...

Тымдылар. Ғәмзәт бер майлы тимерҙе борғослап, йүнәтергә тотондо. Арыҫлан сүкәйеп ултырҙы ла, ни өсөндөр былтыр ауылында бесән сапҡандарын иҫкә төшөрә башланы.

Әминәт сыҡты ла, аҡлы-йәшелле матур ғына бер ҡағыҙ ҡапты иренә һондо.

– Арыҫлан, бына гуманитар ярҙамдан бер дарыу алып ҡалдыҡ. Төрлө шештәргә шундай һәйбәт, – тине Ғәмзәт. – Ал үҙенә.

– Ысынлапмы? – Арыҫлан һикереп үк торҙо. – Бына рәхмәт! Бик шәп тә ул! Рәхмәт инде!

Әминәт алъяпҡыс кеҫәһенән бер шешә араҡы сығарҙы ла өйөнә инеп юғалды.

– Рәхмәт! – тип ҡысҡырып ҡалды уның артынан һалдат.

* * *

Взводташтары ҡайтҡансы, шешәне бушатырға кәрәк ине. Шуға Арыҫлан кире юлға ботинкаларын кейҙе, һөйәл һыҙлауы мейеһенә үк барып ҡаҙалды, әммә Арыҫлан үҙ-үҙенә: «Түҙ, түҙ, ошо инде тормош ауырлығы», – һымағыраҡ һүҙҙәр әйтеп, сатанлай-сатанлай лагерға ҡайтып инде. 

Мякушко менән Назар уны түҙемһеҙләнеп көтөп торалар ине. Мякушко эсеп ебәреүгә – һыу, ҡабып ебәреүгә ҡарабойҙайға һуған турап, йәшник өҫтөнә теҙеп ултыртҡан, һыуы йылынып та киткән.

Беренсе стаканды һүҙһеҙ генә түңкәрҙеләр ҙә, ҡырын ятып, тәмәке көйрәтергә тотондолар. Шунан Назаров яһалма күңеллелек менән бер анекдот һөйләне, әммә көлкө булманы – Назарик анекдот һөйләй белмәй ине. Тағы шымдылар. Мякушко араҡыны буғырлатып өс станканға ҡойҙо.

– Эҫе, – тине ул һәм яҫы маңлайына йәбешкән сәстәрен артҡа һыпырып, уфтанып ҡуйҙы. – Ҡайтҡы килә.

– Ә кемдең ҡайтҡыһы килмәй? – тине Арыҫлан, ятҡан килеш араҡыһына үрелеп. – Шуның өсөн эсәйек.

– Әллә, минең ҡайтҡы килмәйсе, – тине Назаров. Иптәштәренең һораулы ҡарашын һиҙеп, өҫтәне: – Юҡ, ҡайтҡы килә ул. Һағынам да ул. Ә бына хәҙер үк бар, ҡайт тиһәләр, ҡайтмаҫ инем.

– Һин бит иҫәр, – тине Мякушко.

– Юҡ. Минең ысынлап тороп һуғышҡы килә.

– Мә, эс, һуғышсы, – тине Мякушко, стаканды егеткә һуҙып.

Арыҫлан араҡыһын түңкәрҙе лә, стакан төбөндәге бер нисә тамсы араҡыны һөйәленә ҡойҙо. Һыу ҡойоп, бармаҡ менән ҡат-ҡат һыпырып алды ла, гуманитар дарыуҙы һөрттө.

– Араҡы насар, – тине Мякушко. – Үҙҙәре яһай, ахыры.

– Шулайҙыр. Ул тиклем арзан тормаҫ ине, – тине Арыҫлан. – Ҡой, – тип стаканы менән шешә яғына ымланы.

– Ниңә ул тиклем ашығаһың? Әйҙә, тормош хаҡында һөйләшәйек, – тине Мякушко. – Ысынлап әйтәм.

– Йәнде көйҙөрмә. Ҡой, – тине Арыҫлан.

– Ана, киләләр! – тине ҡото осҡан Назаров. – Хәҙер эләгә инде.

– Үҙҙәре иҫереп ҡайтмаһалар, – тине Мякушко. – Грибов «чистка»нан айныҡ ҡайтҡаны юҡ. Йә, ярай, иҫән-һау ҡайтыу өсөн!

– Минең һөйәлем тиҙерәк уңалһын өсөн! – тине Арыҫлан, бөхтә генә булып ҡалған һөйәленә һоҡланып.

– Аҡсаларын түләгәс тә тайыр инем бынан, – тип мығырҙаны Мякушко, ҡалған араҡыны стакандарға ҡойоп.

– Аҡса тип... – моңланып китте Назарик, ҡыҙарған танауынан тирен һыпырып. – Аҡса бит ул... саң, туҙан.

– Саң, ...мат, – тип ҡаты һүгенде Мякушко һәм шешә төбөндәге араҡыны Назариктың стаканына ҡойоп ҡуйҙы. Уға араҡы әҙерәк тейҙе.

– Йә, эсә һалайыҡ. Земфирец, ал, – тине Мякушко, стаканын тотоп.

Назарик ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәп ултыра бирҙе. Арыҫлан үҙ араҡыһын Назариктың стаканына тигеҙләп ҡойҙо ла, ҡалғанын ауыҙына түңкәрҙе.

Араҡы башҡа тиҙ бәрҙе. Күңеллерәк булып китте.

* * *

Төндә уяу булырға ҡушһалар ҙа, бөтәһе лә иҙрәп йоҡоға талды. Төнгө сәғәт өҫтәрҙә торғоҙҙолар. Арыҫландың “бахмур” башландымы икән – башы ауырта ине.

– Тау араһынан үтеп, Хәсән-йорт тапҡырын ҡарап сығыр кәрәк. Иртәгә кис унда яу асабыҙ, – тине командир Грибов. – Биш минуттан сығабыҙ.

Грибовты взводта монстр тип йөрөтәләр. Ул арыу ҙа белмәй, йоҡламай ҙа, ахыры. 

Төн ныҡ ҡараңғы. Башҡа ваҡыт унлаған йондоҙ булһа ла йымылдашып торһа, бөгөн улары ла юҡ. Арыҫлан кеҫәһенән дарыуҙы килтереп сығарҙы. Ласҡылдатып һөйәленә һөрттө. Ботинкаларын кейер алдынан, һыңарына ҡулын тығып, бармаҡ менән һөйәлен ҡыҫҡан урынға төрттө. Әлбиттә, был саранан файҙа юҡ, шулай ҙа ботинка бер-ике миллиметрға киңәймәҫ микән, тигән алйот өмөт бар ине.

Сыҡтылар. Ҙур, йыуан Грибов артынан бейек, мыҡты кәүҙәле Мякушко, шунан Назаров. Иң аҙаҡ – Арыҫлан. АКМ-ды әҙер генә тотоп барҙылар. Төн тынлығында хатта үҙ аҙымдарың яңғырап торған кеүек. Егеттәр шым ғына йөрөп өйрәнгән, ни тиһәң дә, хеҙмәт итеүҙәренә ике йыл тулып бара бит.

Аҙым һайын һөйәл һыҙлауы үҙәгенә үтте. Хатта тир бәреп сыҡты. Әммә Арыҫлан, ауыртыуға иғтибар итмәҫ өсөн, йә аҙым һананы, йә мәктәптән үк иҫендә ҡалған шиғыр юлдарын ҡат-ҡат ҡабатланы. Йөҙөнсөгә микән: «Белая березка, под моим окном...» – тип ҡабатлауға һөйәл һыҙлауы ҡапыл тымды. «Бына һиңә гуманитар май!» – тип ғәжәпләнде Арыҫлан. Үҙ-үҙенә ышанмай, һул аяғына нығыраҡ баҫты, әммә ауыртыу тойолманы.

Һыҙлау менән инде туғанлашып бөткән йән осорҙай булды. Автоматын нығыраҡ ҡыҫып, Арыҫлан яурындарын яҙып, аҙымдарын киңерәк баҫып атлап китте. Ошо минутта уға ниндәй генә ауыр эш ҡушмаһындар – барыһын эшләйәсәк! Кәрәк икән – йүгереп барасаҡ, кәрәкһә – шыуышып!

Бер сәғәттән тейешле урынға килеп тә еттеләр. Ауылда кемдәрҙер йоҡламай – баҙлап шәм уттары яна.

– Ял итә тороғоҙ, – тине командир Грибов. – Күрмәһәк, таңға табан кире әйләнербеҙ. 

– Улар нисәү? – Назаровтың тауышы ҡалтырап сыҡҡан кеүек тойолдо Арыҫланға.

– Нисәү булһа ла – барыһы ла беҙҙеке, – тине Мякушко. – Рәхәтләнеп һуғышырға етһә, шул инде.

– Шым ятығыҙ, – тип бышылданы командир.

Арыҫлан ботинкаһын сисеп, үҙенең мөғжизәле дарыуын тағы һөрттө. Ботинкаһын кейә генә башлағайны, янынан ғына сыйылдап ҡыҙғылт пулялар оса башланы. Арыҫлан ергә һылашып ятты ла, автоматын ут сыҡҡан яҡҡа тоҫҡап ата башланы. Эргәһенә Мякушко килеп етте.

– Ҡороғорҙар! – тине ул.

– Ҡотолорбоҙ әле. Тәүгә түгел, – тине Арыҫлан.

– Егеттәр! Монстрҙы үлтерҙеләр! – Назарик йүгереп, эргәләренә ауҙы. – Нимә эшләйбеҙ?

– Сигенәйек, – тине Мякушко. – Улар күмәк кенә, ахыры!

Назариктың ҡурҡышынан эйеге ҡалтырап китте. Мякушко иғтибар менән тирә-яҡты байҡап маташты. Ә Арыҫлан ботинка бауҙарын бәйләне.

– Анау таштар араһына барып инһәк, ҡасып буласаҡ, – тине Мякушко, ҡараңғылыҡҡа ҡарашын төбәп. – Беҙгә бит боролошҡа тиклем генә ҡасырға. Унан ары улар баҫтырмаясаҡтар. Назарик, башыңды ҡаплама. Үлемеңде күрмәй ҡалырһың, – тип, егеттең биленә төрттө.

– Китә һалайыҡ инде, – тине Назарик.

* * *

Һуғышта иң ҡурҡынысы – тынлыҡ. Тынлыҡтан нимә көтөргә лә белмәйһең.

Егеттәр туҡтай-туҡтай таштарға табан шыуышты. Шәүләләр күренмәне.

– Атышырға тура килер, – тине Мякушко. – Таштар ышығына ғына етәйек.

– Монстрҙың автоматын алдыңмы? – тип һораны Арыҫлан Назариктан.

– Алмай ни, – тине Назарик эре генә.

Көн ҡыҙыуын һеңдергән таштар һыуынып та өлгөрмәгәйне. Арыҫлан үҙенә йәтеш кенә бер таш тапты.

– Серый, мин бында ятам, – тине ул Мякушкоға. – Ә һин ситкәрәк кит. Күмәгерәк булып күренәйек.

– Ой, киләләр! – Назариктың тауышы ғыжылдап сыҡты.

Башлап Арыҫлан атты. Ҡараңғыға күҙ тишерҙәй итеп ҡарағас, ул хәҙер бөтә нәмәне айыра башланы. Бына бит улар – бер, ике, өс... Дүртенсеһе йығылды! Биш, алты...

– Сволочтар! Хәҙер мин һеҙҙе! – Мякушко ата-ата таштар араһынан йүгерә. Егеттең ҡаны ҡыҙа башлаған ине.

Арыҫланды ғәжәпкә ҡалдырып, Назарик та дәртләнеп китте, һүгенә-һүгенә, ул да таш араһынан автоматынан ут яуҙыра.

Бер аҙҙан шәүләләр юҡ булды.

– Ҡамап алмаҫ борон, тайҙыҡ, – тине Мякушко.

– Атышҡанды беҙҙекеләр ишетмәҫ микән? – тип һораны Назарик, битендәге тирен кәпәсе менән һөртөп.

– Алыҫ шул... Урман яғына бармайыҡ, ошо таштар араһынан ғына ҡасайыҡ, – тине Арыҫлан.

* * *

Егеттәр байтаҡ ҡына ара үттеләр. Инде таң да атып бара ине – яҡтыла тегеләр һуғышырға баҙнат итмәй.

Арыҫлан абайламаҫтан бер ташҡа һул аяғын ныҡ ҡына итеп бәрҙе лә ҡуйҙы, һөйәленең үҙен генә төкөттө. 

– Атаң башы! – тип ыҫылданы Арыҫлан.

– Туҡтама! Ана бит боролош! – тине Мякушко.

Әммә һөйәл түҙгеһеҙ һыҙлай башланы.

– Хәҙер, ботинка бауҙарын ысҡындырайым да, – тип һөйләнә-һөйләнә, Арыҫлан ергә ултырҙы.

– Земфирец! Аҙаҡ! – тине Мякушко.

– Һеҙ бара тороғоҙ! – тине Арыҫлан бауҙарҙы тиҙ генә ысҡындырмаҡсы ине лә – улары сейәлде лә ҡуйҙы.

«Ауыртыуҙан үлмәҫмен әле», – тип килеп торғайны, иҫ китмәле ныҡ һыҙлау тәнен буйынан-буйына тимер сыбыҡтай тишкеләне. Арыҫлан кире ултырҙы ла, ботинкаһын аяғынан өҫтөрәй башланы. Юҡ, бауҙар ҡамасаулай. Кеҫәһенән бысаҡ ҡапшаны. Их, алмаған икән. Тағы тартты ботинкаһын. Бауы бигерәк ныҡ. Ә, бына ҡабыҙғысы. Арыҫлан бауҙы яндырып, ниһайәт, ботинкаһын тартып систе.

– Арыҫлан?

Ниндәй таныш тауыш ул? Ғәмзәт?! Егет автоматына үрелде, әммә кемдер автоматҡа аяғы менән баҫты.

Ир һалдаттың алдына сүкәйеп ултырҙы.

– Дарыу ярҙам итмәнеме ни? – тине ул, ботинкаһыҙ аяғына ымлап.

– Итте. Шунан тағы һыҙлай башланы.

Ғәмзәттең бандиттар менән бергә йөрөүе һис тә аптыратманы Арыҫланды – бында барыһы ла көндөҙ – өйҙә, төндә – һуғышта.

– Беҙҙе ҡамап алдығыҙмы? – тине Арыҫлан, ни өсөндөр тағы ауылында бесән эшләгән саҡтарын иҫенә төшөрөп. Улар ат егеп, тейәнеп ошондай ҡара таңда сығып та китә торғайнылар.

– Эйе. Иптәштәрең ҡасып өлгөрҙө.

Ғәмзәт тәмәкеһен тоҡандырҙы. Арыҫланға ла һуҙҙы. 

Бер аҙға тындылар. Арыҫлан дарыуҙы кеҫәһенән сығарҙы.

– Рәхмәт, – тип иргә һуҙҙы. Ғәмзәт баш ҡаҡты ла, кеҫәһенә тыҡты.

Тағы өс ир күренде. Уларға Ғәмзәт ниҙер ҡысҡырҙы – Арыҫлан аңламаны. Ғәмзәт тәмәкеһен ташҡа төрттө.

– Һин минең ағайымдың улын атып үлтерҙең, – тине ир, ҡарлыҡҡан тауыш менән.

– Һуғыш бит, – тине Арыҫлан аҡрын ғына.

– Эйе... Һуғыш... – тине Ғәмзәт тә аҡрын ғына.

Шунан ул автоматын һалдаттың йөрәк тапҡырына терәне лә атып ебәрҙе.

Зөһрә БУРАҠАЕВА.

2002 йыл.

Читайте нас