Бөтә яңылыҡтар

Маңлайына ни яҙылған...

Тормош үҙе яҙған хикәйә.

- Апай, Гөлиә һыуға батҡан, эҙләйҙәр! – тип ҡысҡырҙы энем Илмир, керә-керешкә. Мин баҡсала нимәлер эшләп йөрөй инем, эшемде ташлап, уның артынан йүгерҙем.

Күл буйы тулы халыҡ, ир-егеттәр бер-бер артлы һыуға һикерә. Эҙләйҙәр! Йыйылған халыҡтың күҙҙәрендә ҡурҡыу, көтөү, өмөт... Ләкин был инде һаламға йәбешеү кеүек кенә, сөнки ваҡыт иҫ киткес тиҙ тәгәрәй. Һыу аҫтындағы кешене алты минутлап ваҡыт эсендә ҡотҡармаһаң, үпкәһенә һыу тулып, ул үләсәк. Быны яҡшы аңлайбыҙ барыбыҙ ҙа.

Ярҙағы халыҡ ишәйгәндән-ишәйә бара, шәфҡәт туташы ла әҙер тора, һыу аҫтына сумыу хеҙмәткәрҙәре дә килеп етте ана. Байтак ваҡыт уҙҙы. Бер мәлде күл янындағы көсөргәнеште тағын да көсәйтеп, һауынсылар тейәлгән машина яр буйына ук килеп туҡтаны. Улар берәм-берәм һикерешеп төшә башланылар.

Араларында Гөлиәнең әнейе Зөһрә апай ҙа бар. Ул инде ишеткән, йән-фарман һыуға ташланырға тырыша.

– Ҡыҙым, Гөлиәм, һин ҡайҙа? – тип асырғанып балаһын саҡыра күҙҙәре тиле кешенекеләй ҙур булып асылған, сәсе-башы туҙған әсә кеше. Кемдер уны тынысландырырға аҙаплана, иңдәренән ҡоса. Ләкин был инде улай тиҙ генә аңына килтерә торған халәт түгел. Үтә ҡыҙғаныс хәл, ирекһеҙҙән барыбыҙҙың күҙебеҙгә йәштәр тығыла...

Ҡараңғы төшкәнсе дауам итте күрше ҡыҙыбыҙҙы күл төбөнән эҙләү. Уға бары 11-12 генә йәш, 5-се класты тамамлаған ғына ине әле. Беҙ, туғандар, күршеләр, ул төндө керпек тә ҡаҡмай ҡайғырышып, был хәлде тикшереп, шаһиттар менән һөйләшеп сыҡтыҡ. Барыбыҙ ҙа уларҙың ҡапҡа төбөнән таралыша алманыҡ.

– Нишләп кергәндәр һуң улар һыуға, йөҙә лә белмәгәс?

– Кем ғәйепле һуң сабый үлемендә? – тигән һорауҙарға яуап табалмайбыҙ.

Һуңғы минуттарҙа янында булған ҡыҙҙар һорауға яуап бирәлмәйҙәр, барыһы ла көслө стресс кисергән. Йүнләп бер ни аңлата алмайҙар, илай башлайҙар, ҡасалар. Ул заманда тирә-яҡта психолог-фәлән бармы ни инде? Хәйер, күпме генә бәргеләнмә, һуң инде! Гөлиәне ҡайтарып булмаясаҡ...

Иртән иртүк көтөү китеү менән ҡурҡа-ҡурҡа күл буйына ашыҡтыҡ. Ул әллә ни ҙур түгел беҙҙең. Бөгөн ул ҡарағусҡылланып, тын ғына йәйрәп ята. Һыу өҫтөндә бер генә тулҡын да юҡ. Ғәйебен таныған кеше һымаҡ артыҡ тыныс тойола ул миңә. Һыуҙың саҡ ҡына өҫтөндә томан пәрҙәһе эленгән. Ҡояш нурҙары күренеү менән ул пәрҙә эреп юҡҡа сыҡты. Ә ҡояш иһә: “Минең һеҙҙә, кешеләрҙә, эшем юҡ”, – тигәндәй, иренеп кенә бейеккә күтәрелә. Ләкин беҙҙең өсөн донъяның бер йәме лә ҡалмаған төҫлө тойола. Йөрәккә таш баҫып ҡуйҙылармыни – барыбыҙға ла сикһеҙ ҡыйын. Уйҙар, һөйләшеүҙәр гел бер тирәлә ҡайнай...

Был күлдә электән үк кеше күп батып үлгәне тураһында һөйләгәндәре бар. Төпһөҙ микән, тигән һүҙ ҙә йөрөй. Ысындырмы-ялғандырмы, ҡасандыр унда батып үлгән бер ҡыҙ кәүҙәһе күрше ауыл күленән ҡалҡып сыҡҡан. Һыу аҫты йылғалары бар ти, имеш. “Күл үҙенә йота”, – тигәнде лә ишеткән бар. Арғы бер урам яғында һыуы айырыуса тәрән тиҙәр, ул яҡта бөтөнләй йөҙөп ҡараған кеше юҡ. Ә был яғында һәр саҡ бала-саға һыу ҡойона, көҙгә хәтле ҡаҙ-өйрәк сума, ваҡ балыҡ сүпләй ине.

Ҡотҡарусы хеҙмәткәрҙәр инде эштәрен башлап ебәргән. Ул да булманы, кәүҙәне ярға сығарып һалдылар. Таптылар! Тағын илаш китте... Мин бәләкәстән үлектән бик ҡурҡтым, шуға ла барыһынан да айрылып, ҡайтып киттем. 

Миңә ул ваҡытта 19 йәш, баш ҡалала университетта уҡыйым, йәйен каникулда, ауылда. Тауык сүпләп бөтмәҫлек эш. Иртәнән кискә ҡәҙәр ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән үтә ваҡыты ауыл кешеһенең. ...Фажиғә булаһы көндө, кискә ҡаршы, һыу йылытып, баҡсала кер йыуырға йыйындым. Унан әле түтәлдәргә һыу һибәһе, көтөү ҡаршылайһы бар. Әней – колхоз эшендә. Фермала һыйыр һауа ине ул саҡта күбебеҙҙең әнейҙәре.

Ҡапҡанан бер көтөү ҡыҙҙар килеп керде.

– Әһә, Әнисә тағын эш менән мәшғүл, – ти ҡайһыһылыр минең турала.

– Әйҙә, бер аҙ ял иткәндән бер ни булмаҫ, тиҙ генә һыу ҡойоноп ҡайтабыҙ, көтөү ҡайтҡансы, – ти икенсеһе.

– Юҡ инде, алдай алмаҫһығыҙ! Минең эш бик күп бөгөн, ҡыҙҙар, унан беләһегеҙ бит, мин һыу керергә бер ҙә яратмайым.

Ысынлап та, тыуғандан алып хәҙергәсә һыу ҡойоноуҙы енем һөймәй. Ҡурҡам! Быуала бер малай әхирәтем менән икебеҙҙе һалга ултыртып, уны ҡапыл әйләндереп ебәрҙе. Батып үлә яҙҙым. Шунан һуң бар бала-саға күлдә, йылғала рәхәтләнеп һыу ҡойонғанда мин бармай ҡала килдем. Әле лә шулай.

...Һөйләүҙәре буйынса, 4 ҡыҙ күлгә кергән. 3 йәшлеген яр буйында күлдәктәре өҫтөнә ултыртып ҡуйғандар.

– Зәйфә, ошонда ғына ултыр, беҙҙең арттан кермә, йәме, – тигән апалары.Үҙҙәре ҡулға-ҡул тотоношҡандар ҙа, эскә атлағандар. Нимәгә? Нимә күрәһеләре килеп? Араларында Гөлиә – иң кесеһе. Һыу муйынына хәтлем еткәс, 21 йәшлек күрше ҡыҙы Фәнзилә уны арҡаһына ҡосаҡлатып ултыртҡан. Ә атлауҙары һаман атлау! Нишләп араларында берәү ҙә эскә кереүҙе туҡтатмаған?

...Ҡурҡыныс минут һайын арта ғына барған. Бер мәлдә Гөлиә теге ҡыҙҙың арҡаһын ҡанға батырғансы тырнап, һыуға төшөп китә. Уны тартып алам тигәндә генә тегеһе лә бата башлай. Сөңгөл кеүек ер булғандыр инде, күрәһең. Фәнзилә тырмашып сыҡҡан. Ә Гөлиә бер батып, бер ҡалҡҡан да, яңынан төшөп юғалған. “Ҡотҡарығыҙ!” тип ҡысҡыра ла алмаған бахырың. Хәйер, был саҡта ярҙа бер кем дә булмаған, юлдан да бер кем үтмәгән шул. Гөлиәнең ғүмер таңы киҫелергә сәбәп булғандыр...

Ҡурҡкандар, өҫтөрәп сығара алмағандар. Араларында яҡшы йөҙөүсе лә булмаған. Һыуға кергәнсе, йөҙөргә өйрән дә бит! Ҡаушағандар, юғалып калғандар... Минең энекәш менән уның дуҫы Зәбир бер нисә минуттан һуң ғына күл боролошонан пәйҙа булған. Сыр-сыуҙы ишетеп, йүгерешеп барғандар ҙа, һыуға сума башлағандар. Әкренләп, тағын бер нисә малай ҙа уларга ҡушылған. Ләкин...

Был хаҡта уларҙы ла, шаһит булған ҡыҙҙарҙы ла ҡабат-ҡабат һөйләттек. Ғәйепләү ҙә булды, ҡысҡырышыу, күҙ йәштәре... Судҡа биреп булмай. Хатта милиция хеҙмәткәрҙәре тикшергәнде дә хәтерләмәйем. Юҡтыр. Әлеге заман булһа, класс етәксеһенән һорау ала башларҙар ине. Белеүемсә, хәҙер бит ялмы, каникул осоромы, уҡытыусыны ғәйепләй башлайҙар. Ә бында..., ул заманда... Юҡтыр!

Ул көндәрҙә күргәндәр кино кадрҙары кеүек һаман да айырым-асыҡ иҫтә.
Күршеләрем ғаиләләре менән мине лә был үлемесле хәлдә ғәйепле һананы. Хатта мин үҙемде-үҙем дә эттән алып эткә һалып битәрләгәнем иҫемдә әле. Туранан-тура ғәйепле булмай кеше ҡайсаҡ ниндәйҙер бер енәйәт эшендә. Әгәр урау-урау юлдарҙы, ҡатнашҡан һәм янында булған кешеләрҙе берәмләп тикшерә башлаһаң, хәҡиҡәт тулыһынса асыла.

– Эх, Әнисә, ниңә улар менән бергә күл буйына төшмәнең һин? – тине Зөһрә апа, асырғанып. – Һин араларында булһаң, бындай хәлгә юл ҡуймаҫ инең. Һине һис шикһеҙ тыңларҙар ине.

Шул саҡта оятымдан ер убылһа, төшөп китер инем, валлаһи! Билдәле, туҡтатҡан булыр инем ундай башбаштаҡлыҡты.

Ә шулай ҙа был мәлдә мин Зөһрә апаның кисерештәрен аңлап та бөтөрмәгәнмендер әле. Кем белә нимә булырын? Эх, тибеҙ ҡайсаҡ, үкенәбеҙ. Ләкин маңлайыңа ни яҙылған бит...Тыуғас та берҙән-бер ҡыҙым фәрештә һымаҡ теге донъяға осоп киткәндә, кесе улымды үлем тырнағынан көс-хәл менән йолып алғанда ғына аңланым мин бындай ҡайғының ниндәй тәрәнлектә икәнен. Барын да еңеп, кисереп була. Әмма үлем, бигрәк тә үҙ балаң үлеме ҡәҙәр оло ҡайғы юҡтыр донъя йөҙөндә!
...Фажиғә булырға аҙна ғына элек беҙ Гөлиә менән еләккә барҙыҡ. Икәүҙән-икәү генә. Тау буйҙарын арҡылы-буй ураныҡ, еләк юҡ бит. Һөйләшеп йөрөй торғас, йыраҡ ҡына урманға барып сыҡтыҡ.

– Әйҙә, эскәрәк кереп ҡарайыҡ әле, Әнисә апа, еләкһеҙ өйгә ҡайтҡы килмәй бит, – тине юлдашым. Ирекһеҙҙән уға эйәрҙем.

– Юҡ. Ҡурҡыныс, – тип әйтәһе лә бит. Ул як урмандар беҙҙең егермешәр саҡрым йыраҡлыҡтағы башка район ауылдарына барып тоташа. Ниндәй генә ағастар үҫмәй унда: һылыу ҡайындар, һалдаттарҙай төҙ имәндәр, остары күкте айҡаған нарат-шыршылар, йомшак кәүҙәле уҫаҡтар. Улар араһында ҡуйы булып абағалар ағастар менән ярышырға тырышҡандай бейек булып үҫә. Ләкин ҙур-ҙур асыҡ яландар ҙа килеп сыға. Ниндәй генә сағыу төҫтәр юҡ ул яландарҙа. Сәскәләр барыһы ла асыҡ, янып торған төҫтә! Тик беҙ эҙләгән ҡыҙыл еләк булмаһа ла булмаҫ икән. Йәшеле лә ярап торор ине әле! Ҡайһы бер йылды тау битләүләрендә лә, яландарҙа, соҡорҙарҙа ла булмай еләк. Сәскә атҡанда бик ҡаты һыуыҡтар була ла, барын да бәреп-һуғып бөтөрә. Шулай ҙа, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып, һаман йөрөйбөҙ, һөйләшәбеҙ, ултырып ял да итәбеҙ. Үҙебеҙ менән алған икмәк һәм һыу менән тамаҡ ялғап алабыҙ.

– Әнисә апа, ә һин ҡасан Уфага китәһең? – тип һорай Гөлиә.

– Ии, үҫкәнем, әле каникул бөтөргә айҙан артыҡ ваҡыт бар бит әле, – тием һаҡ ҡына, нишләп һорауын аңламайынса. – Бер 4-5 көн генә алдан китермен, ятаҡта бүлмәм юғалмаһын тием инде.

– Минең шул ҡәҙәр ҡала күргем килә, алып бараһыңмы мине? – тип һорай ҡыҙыҡай. – Минең дә үҫкәч, һин уҡыған ерҙә уҡығым килә.

– Уйларбыҙ әле. Әтей-әнейең ни әйтә бит, – тием.

Үҙем уға Өфө тураһында, нисек уҡыуыбыҙ, Салауат Юлаев һәйкәле янына, кино, театрға йыш барыуыбыҙ хаҡында һөйләйем. Ул йотлоғоп тыңлай, ҡыҙыҡһына. Келт итеп иҫемә төшә шул саҡ: нәҡ уның йәшендә килде бит университетҡа уҡырға керергә тигән теләк. Ҡайҙан ишетеп белгәнмендер, бәлки, уҡытыусыларым һөйләгәндер?

Шулай йөрөй торғас, шаҡтай эскә кергәнбеҙҙер, ахыры.

– Апай, әллә аҙаштыҡмы, һаман ауыл күренмәй? – тип һорай бошоноп Гөлиә. Оҙонса ябыҡ кәүҙәле, ҡуңғырт ҙур күҙле ине ул. Сәстәре ҡарараҡ, ҡуйы, ҡыҫҡа ғына итеп киҫелгән ине кеүек. Ҙур кешеләрҙәй етди фекер йөрөтә үҙе. Ҡайһы саҡ артыҡ күп һорауҙар биреп аптыратып та бөтә.

– Юҡ, юҡ, бына был йышлыҡты сыҡһаҡ, урман бөтә, – тимен. Үҙем эсемдән ҡурҡҡанымды һиҙҙермәйем. Мин бит был яҡ урманды яҡшы беләм, шуға ла иҫемә төшөрә-төшөрә алға атлайым. Әле мин кескенә саҡта бесән саба ине әнейҙәр был тирәлә. Яҙын-көҙөн ҡороған ағастарҙан таҙартып, шыршы ултырта инек бында олоһо-кесеһе.

Шулай бер үк ерҙәрҙе ҡабат-ҡабат урай торғас, ағач-ҡыуаҡтар донъяһын йырып сығып, тау битләүенә килеп сығабыҙ. Ә унан атлауы еңелерәк инде. Өйөбөҙгә етергә әле йыраҡ ҡына. Шунда ныҡ асыҡҡаныбыҙҙы тоябыҙ. Аяҡтарыбыҙ бүрәнә һымаҡ, атларға ирек бирмәй аҙаплана. Арығанға шулай ул. “Ярай, йылан-маҙар осраманы. Йә төлкө-бүре килеп сыҡҡан булһа, нишләр инек? Алла һаҡлаған”, – тип уйлайым үҙем ҡурҡып.

Еләк булмағас, ҡосағыбыҙға мин яратҡан ромашкалар йыйған, мәтрүшкәләр табып, саҡ ҡына һындырған инек, арыған ҡулдарға улар ҙа бик ауыр һымаҡ тойолдо.

...Өйгә ҡайтып кергәндә көн ярайһы ғына кискә ауышҡан ине. Әнейҙәр киске һауынға киткән булып сыҡты. Улар, беҙҙе юғалтып, ҡайғырышҡандар икән. Һуңынан бик ҡаты эләкте үҙебеҙгә. Бигерәк тә миңә, инде етеп бөткән ҡыҙға. Көнө буйы бала эйәртеп ни эшләп йөрөгәнмен, имеш? Ҡурҡмайынса?

Үлемгә килтергән сәбәптәр асыҡланғанда беҙҙең был сәйәхәт тә тикшерелмәне түгел, Өфөгә барыу тураһындағы хыялдары ла. Фажиғә булаһы көндө Гөлиә өс тапҡыр магазинды ураған. Күлдәктәрен барған һайын алмаштырып. Унда яҡын ғына туғандары һатыусы булып эшләй ине. Ул апайға Гөлиә гел булышырга төшкән. Был көндө лә ул шунда ярҙамлашып йөрөгән. Бөтөн сәбәптәр ҙә кешенең үлер алдынан йөрәге елкенеүе итеп ҡабул ителде. Ул бала ярҙамсыл, етеҙ, күндәм булып хәтеребеҙҙә уйылып ҡалды.

...Был хәлдәр ярты быуатҡа яҡын элек булған булһа ла, гел хәтергә төшөп, шомландырып тора. Ул күлдә күптән инде бер кем һыу кермәй. Өйрәк-ҡаҙҙар ҙа йөҙөп йөрөмәй хатта. Ҡурҡҡандан түгел, башка сәбәптәр... Әллә замана үҙгәрә, әллә беҙ үҙебеҙ башҡаса йәшәйбеҙ был яҡты донъяларҙа?.

Гөлиәне юғалтҡандан һуң Зөһрә апа 3-4 йыл гел уйланып йөрөнө. Кешеләр менән аҙ һөйләште. Эсенә бикләнде. “Ҡайғы болот түгел, уны ел менән ҡыуып булмай”, – тиҙәр бит. Ваҡыт уҙыу менән, тормош итә-итә генә ул бер аҙ тоноҡлана, тарала төшә.

Уларҙың ғаиләһендә тағын бер ҡыҙ бала – Тилә донъяға килде. Ул ваҡытһыҙ баҡыйлыҡҡа күскән Гөлиә урынын алманы, билдәле. Һәр бала үҙ бәхете, үҙ тәүфиғы менән тыуа бит. Күршеләрҙең өс ҡыҙы ла ғүмер буйы әтей-әнейенең ҡанаттары булып, үҫеп етте, үҙҙәре лә оя ҡорҙо, балалар тапты. Уларҙың дуҫ, берҙәм булып, әтей-әнейҙәренә һәр саҡ терәк булып йәшәүҙәренә күңел һөйөнә генә...

Әлфия Шәйхлисламова.

Туймазы районы, Ҡандра ауылы.

Автор:
Читайте нас